1950
Кәмәлә
Һынауҙарҙан һуң
Пилоттар маршы
Тормошҡа юл
Һау бул, Өфөм!
Көҙ һағышы
Уҡытыусыма
Баҡсасылар
Иркәмә
КӘМӘЛӘ
Класташ дуҫтарыма
Хуш бул, мәктәп!
Иртәгә – вуз!
Бөгөн
Беҙҙең аҫта Иҙел тирбәлә.
Балҡый кәмәләге дуҫтар йөҙө,
Ебәк тулҡын йүгерә тирәләп.
Һөйә ҡояш
шаян тулҡындарҙы,
Көҙгө кеүек, Иҙел емелдәй.
Ҡояш һымаҡ
уйҙар яҡты беҙҙең,
Тойғолар ҙа ташыу Иҙелдәй.
Дуҫтар
ишә берҙәм,
көстәр – ташҡын,
Ярып бара кәмә тулҡынды.
Уның кеүек
еңер ҡаршылыҡты
Берҙәмлеге беҙҙең дуҫлыҡтың.
Кәмә эҙһеҙ.
Ләкин
тормош эҙен
Йылдар ғына күмә аламы?
Беҙ бит, дуҫтар,
ерҙә киләсәкте
Яҡынайтҡан юлдар һалабыҙ!
Дуҫтар менән ғүмер —
яҡты баҡса,
Һүнмәҫлек дәрт бирә йәшәүең.
Ҡайҙа ғына
булһаҡ та беҙ
Юғалтмайыҡ дуҫлыҡ йәшәүен!
Дуҫтар
ишә берҙәм,
көстәр – ташҡын:
Ярып бара кәмә тулҡынды.
Беҙ йырлайбыҙ,
беҙҙең йырыбыҙға
Ағиҙел дә түҙмәй ҡушылды.
Тик һин гүзәл
бар донъяла,
Иркен,
киң Тыуған илем.
Мең йыл йәшәп булғанда ла
Мин
йәшәп
туймаҫ инем!
ҺЫНАУҘАРҘАН ҺУҢ
Беҙ Салауат баҡсаһына индек,
Тәүге ҡабат яңғыҙ йөрөйбөҙ.
Тәүге ҡабат башлап һүҙ ҡушырға
Икебеҙҙән ҡыймай беребеҙ.
Ә Иҙелдә йәштәр йырлай, көлә,
Кәмәләрҙә йөҙә уҙышып.
Ҡулбашына һалған ал яулыҡты
Елберләтә Иҙел һулышы.
Мәктәп тамамланғас, күптән көткән
Һүҙебеҙ ҙә бөткән, күрәһең.
Тик, сәскәләр, ҡояш йылмайһа ла,
Һаман һынауҙа бит йөрәгең!..
Был көнгәсә һин дә ҡыйыу инең,
Баҙнатһыҙмын мин дә был көндө.
Ә бит көс ташыуҙан ҡулдарыма
Эш етмәҫтәй ине еремдә!
Күҙҙәреңдән йылы нур бөркөлөп:
— Тормош ниндәй яҡты! – тинең һин.
Һәм иҫереп һинең матурлыҡтан:
— Һинең кеүек яҡшы! – тинем мин.
...Айырылмаҫ дуҫтар булып, аҫта,
Ағыр өсөн ғүмер буйына
Көмөш Дим дә ярһыу Ағиҙелдең
Ҡосағына инеп һыйына.
ПИЛОТТАР МАРШЫ
Эх, осабыҙ! Ҡоштар арып, артта ҡала,
Аҫта ҡала бөҙрә болоттар.
Шаян ҡыҙҙар һоҡланышып
оҙаталар,
Һоҡланырлыҡ беҙҙең пилоттар.
Ҡушымта:
Осабыҙ, осабыҙ,
юл ярып,
юл ярып,
юл ярып.
Алыҫҡа,
шәберәк,
юғары,
юғары,
юғары.
Эх, осабыҙ! Йөрәктәрҙә яна уттар,
Үлем илтер беҙҙең осоштар.
Гастеллолай тыуған илдең
бөркөтөбөҙ,
Еңелеүһеҙ беҙҙең пилоттар.
Эх, осабыҙ! Йөрәктәрҙә яна уттар,
Һүнеү белмәй балҡыр был уттар.
Айға тиҙерәк әҙерләнһен маршруттар.
Күптән әҙер беҙҙең пилоттар.
ТОРМОШҠА ЮЛ
Асыҡ тәҙрәләрҙән айлы төндөң
Саф һулышы инә ҙур залға.
Йырлай, бейей, оса алсаҡ ҡыҙҙар,
Ҡарап туймаҫлыҡ һис уларға!
Һәр һүҙ йомшаҡ һәм яғымлы бөгөн
Кластарҙа, залда, баҡсала.
Сәскәләргә таң ысығы бөркөп,
Һиҙҙермәйсә офоҡ аллана.
Тик ниңәлер һағышлы ла,
Шатлыҡлы ла был таң күңелгә.
Хушлашабыҙ, мәктәп, һинең менән,
Хушлашабыҙ бөгөн ғүмергә.
Һуңғы ҡабат класыма инәм,
Күҙҙәр – бына, таныш картала:
Юлдар
Төрлө яҡҡа һуҙылғандар...
Хуш булығыҙ инде, парталар!..
Класс таҡтаһы, аҡбур эҙе һиндә,
Бөгөн яҙһаң, иртән юйыла.
Ләкин йөрәгемдә һин, мәктәбем,
һаҡланырһың ғүмер буйына...
Ҡанатлана һәр бер класташым,
Эшен уйлап Тыуған еренең:
Берәү үҙен уҡытыусы тоя,
Берәү һаҡлау кеше ғүмерен.
Бөҙрә ялҡын сайҡап поезд сабыр,
Ә аралар
Алыҫ ҡалырҙар.
Юлдар төрлө яҡҡа булһалар ҙа,
Ҙур бер юлдан алып барырҙар.
ҺАУ БУЛ, ӨФӨМ!
Алып китәм һине йөрәгемдә —
Алыҫ ҡалһалар ҙа уттарың.
Ҡапланһам да вагон тәҙрәһенә
Ҡулын болғап ҡалған дуҫтарым
Күренмәйҙәр... Тик уйҙарым ғына
Таныш урамдарҙан саптылар.
Хәтерләнем, Өфөм, бер мәл һиңә
Тәүге ҡабат килгән саҡты ла.
Ҡоллоҡ алып килмәһен, тип, фашист,
Ҡалмаһын, тип, утта Ватаным,
Шул юлдарҙан атай яуға китте —
Шул юлдарҙан кире ҡайтманы...
Шул юлдарҙан вагон түбәһендә
Китаптарым йөкмәп арҡама,
Килеп төшкәйнем мин һиңә, Өфөм,
Ҡыҙарып ҙур ҡояш ҡалҡҡанда.
Ялан аяҡ үргә күтәрелдем,
Һәм ҡалманым сит бер ҡулдарҙа.
Беҙгә тормош үгәй булмағанда,
Кешеләр һис етем булмайҙар...
Бөтә яҡшылығың өсөн, Өфөм,
Ҙур-ҙур рәхмәт һиңә улыңдан!
Мин дә һине үҫтерермен, ҡалам,
Килгән тиклем көсөм, ҡулымдан.
Килһәң дә һин, Өфөм, йөрәгемдә,
Алыҫая бара уттарың.
Ҡараһам да вагон тәҙрәһенән
Ҡулын болғап ҡалған дуҫтарым
Күренмәйҙәр... Тик уйҙарым ғына
Өфөмә һәм Мәскәү яғына
Йүгерәләр... Һау бул, Өфөм, һау бул!
Институтҡа инде ашығам.
Мин ҡайтырмын һиңә яңынан!
КӨҘ ҺАҒЫШЫ
Оса ҡоштар, оса бейектән,
Ҡурҡҡандай януар-кейектән.
Улар: «Торройҡ-торройҡ!» – тигәндә,
«Яҙғаса!» – тип аңлай тик бәндә.
Иңрәгәндәй баҡыр торбалар,
Көҙ һағышын ҡоя торналар...
УҠЫТЫУСЫМА
Мәрйәм апайға
Ниндәй бәхет —
Фекерең уртаҡ булған,
Аңлай торған
Кеше табыуы!
Шатлығымдан
Бик-бик түбән булыр
Бейеклеге Урал
тауының.
Шиғырһыҙ ҙа
Һеҙ бит аңлайһығыҙ
Йөрәгемдең
Иң саф хистәрен.
Онотмамын,
Һеҙҙе, Мәрйәм апай,
Килгәндә лә
Ғүмер хистәрем.
Һәр һүҙегеҙ
Миңә алтын булды, —
Һис бер килмәй
Сереү алтынға.
Улар яныр
Яҡты йондоҙ булып,
Юл күрһәтеп
Алға барырға.
Уҡытыусы —
Ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп
Һине әҙерләй.
Тормоштоң ул
Көрәшсеһе итә,
Кескенәнән
Һөйә, ҡәҙерләй.
Күҙҙәр ҡамашырлыҡ
Яҡты була
Тиҙ булһа ла
Йәшен йәшнәүе.
Ниндәй гүзәл,
Бер көн
булғанда ла
Кеше булып
Ерҙә йәшәүең!
БАҠСАСЫЛАР
Ҡояш сыға, мин дә сығам
Баҡсаға һыу һибергә.
Бына шул саҡ таңға ҡалам
Күҙем төбәп бер гөлгә.
— Һиңә лә әллә, – тинем мин, —
Һибәйем микән һыуҙы?
— Һип әйҙә, – тип ул йылмайҙы,
Белгәндәй минең уйҙы.
— Һин дә үҫ, – тип көмөш һыуҙы
Һиптем дә ҡуйҙым уға.
Был гөл матур барыһынан да —
Китабын тотҡан ҡулға...
Һүҙ ҡушманым башҡа уға,
Кәрәкмәй, йәмһеҙ була.
Ә йөрәккә әйтерһең дә
Ҡояш нурҙары тула!
Алмағасым араһында
Ултырһаң һин һәр иртән,
Тик баҡсасы булыр инем
Мәңгелеккә мин, иркәм.
ИРКӘМӘ
Ниңә, иркәм, ниңә инде
Ут һалдың йөрәгемә?
Яраһына йөрәгемдең
Дауа – тик һиндә генә.
Ниңә һинең ҡараштарың
Яулап алдылар мине?
Йөрәгемдә йәшәүеңде,
Иркәм, аңлаһаң ине.
Ниңә һине күрҙем икән
Тик бер килгән ғүмерҙә?
Башҡаларҙы һөйөп булмай,
Йәшәгәндә һин ерҙә!..