1951
Һау бул, мәктәп!
Баш ҡала тураһында уйҙар
Студент көҙө
«Һөймә мине, һылыу, әгәр ҙә һин...»
Ҡыҙыл майҙанда
Повестка
Бәхет йылғаһы
ҺАУ БУЛ, МӘКТӘП!
Һуңғы ҡабат мин класҡа инәм.
Һәм ҡарайым таныш картаға:
Юлдар, юлдар...
Төрлө яҡҡа китә...
Хуш булығыҙ инде, парталар...
Павелдарҙың гүзәл образына
Инша яҙыр-инде башҡалар.
Экзаменда
Тема түгел хәҙер, —
Үҙе көтә мине баш ҡалам.
Ҡара таҡталағы аҡбур эҙе
Оҙаҡ тормай,
бик тиҙ юйыла.
Ләкин мәктәп, детдом —
Йөрәктәрҙә
Һаҡланырҙар ғүмер буйына...
Бөҙрә ялын сайҡап поезд сабыр,
Таныш ерҙәр
алыҫ ҡалырҙар.
Юлдар төрлө яҡҡа булһалар ҙа,
Ҙур бер юлдан
алып барырҙар.
БАШ ҠАЛА ТУРАҺЫНДА УЙҘАР
Олатайым Йүрүҙәнде кисеп,
Ҡаратауҙан ары китмәгән.
Ә Мәскәүҙә булыу тураһында
Ул хатта хыял да итмәгән.
Уйламаған уның улы атлап
Үтер тиеп Тверь бульварын,
Һәм Пушкин да ҡаршы алыр тиеп,
Үҙенең таныш Урал улдарын.
Ләкин күптән минең телем дә бар
Үҙ бәхетемде үҙем йырларға.
Ҡолағым да минең ҡырҡылмаған,
Һалынмаған бығау ҡулдарға.
Поезд елә.
Ләкин хыял күптән
Мавзолейҙа,
мәрмәр һарайҙа.
Һүрәтенә түгел,
үҙ күҙҙәрем
Аҡ йөҙөнә уның ҡарайҙар.
Тыныс йоҡлай...
Ләкин белеп ята —
Килгән уға Салауат егете.
Һин бит өҙҙөң
Уның бығауҙарын.
Һин бит булдың
Уның өмөтө.
СТУДЕНТ КӨҘӨ
Ҡайындарҙан алтын япраҡ яуа.
Ә имәндәр баҡыр күлдәкле.
Күпме көҙҙө
Ҡаршы алһам да мин,
Бындай көҙҙө әле күрмәнем.
Көҙгө татлы һалҡын,
Әй, иркәләй
Алландырып битең алмаһын.
Ашығаһың иртән ВУЗ-ға
Уйлап:
«Һәр сәғәтем эҙһеҙ ҡалмаһын».
Һәм профессор һиңә асылмаған
Серле донъя булып күренә.
Тиҙерәк, тиҙерәк уны асҡың килә,
Үткең килә төпкә, түренә.
Белеүҙән дә ҡыҙыҡлыраҡ нәмә
Юҡтыр, ахыры, дуҫтар, донъяла!
Институт һинең йөрәгеңә
Мәңгелеккә һүнмәҫ ут һала.
Тормош юлың яҡты ижад була —
Һөйөү янһа тыуыр эшеңә.
Бик ҡыҙғаныс миңә
Был тормошто
Үтмәһәләр әгәр кешеләр!
Ҡайындарҙан алтын япраҡ яуа,
Баҡыр күлдәк кейгән имәндәр...
Ләкин күңел көҙһөҙ:
Беҙ студент! —
Мәңгелек яҙ илгә килгәндә.
Һөймә мине, һылыу, әгәр ҙә һин
Матурлыҡҡа ғына ҡараһаң,
Кеше матур һәр саҡ эше менән,
Был ҡулдарым эшкә яраһа,
Мин үҙемә үҙем ҡоям бәхет,
Намыҫым саф, күңелем ҡәнәғәт.
Ә мөхәббәт өсөн йәшәмәйем, —
Йәшәү өсөн кәрәк мөхәббәт.
ҠЫҘЫЛ МАЙҘАНДА
Иң шатлыҡлы минуттарҙа
Һәм күңелһеҙ саҡтарҙа
Киләмен мин Ҡыҙыл майҙанға —
Шатлығым була ҙурыраҡ,
Күкрәк һулай тулыраҡ,
Яҡут йондоҙ балҡый нурлыраҡ.
Яҙын һынауҙар алдында
Һәм һынауҙар һуңында
Йөрөйөм мин Ҡыҙыл майҙанда.
Ябалаҡлап ҡар яуғанда,
Кремлдә уттар янғанда
Буламын мин Ҡыҙыл майҙанда.
Хайран ҡалам ҙур байраҡҡа:
Ул, ялҡындай, ян-яҡҡа,
Бар донъяға яҡты нур яҡҡан.
Йөрәгем унан дәрт ала,
Хыялым ҡанатлана
Килгән һайын Ҡыҙыл майҙанға.
ПОВЕСТКА
Ҡайтыуыма минең кискә ҡалып
Институттан ятаҡҡа,
Повестка бар – ята өҫтәлемдә:
Иртән – военкоматҡа.
Һары урман аръяғында инде
Ҡыҙарып көн дә тыуған.
Сыуаҡ күк көмбәҙен самолеттар
Аҡ таҫма менән быуған.
Һулап туймай дымлы япраҡ еҫен,
Барам саҡырған яҡҡа.
Әйтерһең дә, үҙем күктә осам,
Ер ҙә теймәй аяҡҡа...
Бик ентекләп ҡарап, комиссия:
«Ярайһың, егет, – тине. —
Ҡайҙа теләк?» – тигәс. «Күккә! – тинем. —
Күптәнге ниәт ине...»
Ә полковник миңә: – «Кәрәкмәй, – ти. —
Улай ерҙән ҡурҡырға.
Хәҙергә һин ерҙә ос, – ти. – Яҡшы уҡы!»
«Есть, – тим, – яҡшы уҡырға!..»
БӘХЕТ ЙЫЛҒАҺЫ
Ҡыҙған тимер төҫлө ҡояш батты.
Һәм һиллеккә сумды бар яҡтар...
Мин ултырған был яҡ ярҙан бер саҡ
Баржа тартып уҙған бурлаҡтар...
Аттай егелеп, ауыр баржаларҙы
Улар үргә һөйрәп баралар.
Йыйырсыҡлы, янған йөҙҙәренән
Юл-юл булып тирҙәр ағалар.
Йәшәү ғазап, йәшәү бик, бик ауыр,
Улар тартҡан йөктәр шикелле.
Һәм уларҙың моңло йыры, гүйә,
Йылдар аша миңә ишетелде...
Ҡапыл пароходтың гудок тауышы
Өҙөп үтте минең уйҙарҙы;
Палубала – йәштәр... Ишетәмен
Бөтөнләйгә яңы йырҙарҙы:
«Киң һин, Волга, тынһың, Волга!
Һин бит бәхет йылғаһы,
Утың менән балҡытырбыҙ
Коммунизм донъяһын».
Ошо дәртле, ябай йырҙан минең,
Осҡан ҡоштай, йөрәк елкенә.
Бурлаҡ йыры түгел, был йылғаның
Ярҙарына шат йыр бөркөлә.
Волгам тулҡынына Ағиҙелдең
Ҡушылғандай көмөш һыуҙары,
Минең башҡорт халҡым ҡуша һиңә
Намыҫ эшен, көсөн, уйҙарын.
Волга, Волга! Һинең һәр тулҡының
Балҡытасаҡ бәхет уттарын.
Ә был уттар – беҙҙең йөрәктәрҙең
Теләмәүе ерҙә ут, дары.