1952

Ғарипов Рәми. Әҫәрҙәр. Өс томда, I том. Шиғырҙар, поэмалар. Төҙ. Н.В. Ғарипова. – Өфө, 1996. – 448 бит.

Детдом, сәләм Мәскәүҙән
Таныш күгәрсендәр
Ер аҫты ҡыҙына
Ҡәләм
Минең бабай
Бәләкәй дуҫтарым



ДЕТДОМ, СӘЛӘМ МӘСКӘҮҘӘН
Ҡалдың, мәктәп.
Ҡалдың, туған детдом...
Иҫкә алам һеҙҙе һағынып.
Юйылмаҫлыҡ көндәр йөрәгемдә
Мәңгелеккә ҡалды яҙылып.
Ағастарҙың һары япраҡтары
Бульварҙарға ята түшәлеп...
Һәм был көҙҙөң һәр бер иртәһендә
Метроға ашығып төшәмен.
Мәскәү!..
Әкиәттәге донъя төҫлө,
Күҙҙәремә минең күренә.
Шул Мәскәүҙә бөгөн мин дә бармын —
Ул студент итте үҙенә.
Даһи менән бер ҡалала йәшәү!..
Ышанманым быға һис тәүҙә.
Бына бөгөн һеҙгә хаттар яҙам:
Детдомыма сәләм Мәскәүҙән!
Детдом!
Ниңәлер һин бигерәк яҡын,
Тәүге һөйөү кеүек күңелгә.
Етемлекте һиндә күрмәнем мин —
Онотмамын һине ғүмергә.
Һаман әле һөйгән ағастарға
Һыуҙар ташып, килә һибәһем.
Һәм һин, Өфөм,
Кескәй Мәскәү булып,
Күҙ алдыма минең киләһең...
Сәләм һеҙгә, яңы тыуған йорттар,
Яңы янған уттар кистәрҙә,
Миңә белем биргән кешеләргә,
Детдомыма сәләм
Мәскәүҙән!

ТАНЫШ КҮГӘРСЕНДӘР
Күкһел урман кейгән туған тауҙар.
Тауҙа ята балҡып ауылым.
Осоп атлап, ҡайтып етеп киләм,
Еткән һайын арта һағыныуым.

Тауға күтәрелгәс, иң беренсе
Ҡаршы сығып ала мәктәбем.
Нихәл, мәктәп, һаумы, туған мәктәп!
Ҡабул ит һин Мәскәү сәләмен.

Ә ул сәләм Ҡыҙыл майҙандағы
Илем йөрәгенең үҙенән.
Ул йөрәкте тәү ҡат һиндә күрҙем
Уҡытыусымдың йылы һүҙенән.

Мәктәп... Беҙ ултыртҡан йәш тирәктәр
Ҡалай бейек үҫеп киткәндәр!
Япраҡтары ялтлай баллы һымаҡ,
Күҙ алдыма килә үткәндәр...

— Гөлдөргөү! Гөлдөргөү! Күгәрсендәр
Тәҙрә баштарында геүләйҙәр.
Ғүмер итеп, бала сығаралар,
Галстукһыҙ мине белмәйҙәр.

Күгәрсендәр. Таныш күгәрсендәр —
Юлдаштары бала сағымдың.
Бала сағым һеҙҙең гөрләүҙәрҙә,
Ни тиклем мин һеҙҙе һағындым!

ЕР АҪТЫ ҠЫҘЫНА
Һалҡын тыштан ингәс тә һин,
Йып-йылы метро.
Зәңгәр вагондарға халыҡ
Инеп ултыра.

Дежурный ҡыҙ, диск тотоп,
Команда бирә —
Йылғыр поезд ер аҫтынан
Йомшаҡ йүгерә...

Һәр саҡ миңә һоҡланғыс был
Ер аҫты ҡыҙы:
Ыҡсым ҡара шинель, погон,
Фуражка – ҡыҙыл.

Оҙата һәм ҡаршы ала
Эштән халыҡты,
Бөгөн генә күпме кеше
Төштө, ҡалҡты!

Ялтлап торған вагондарға
Кем генә инмәй:
Бала бара йылы ҡулда
Бер ни ҙә белмәй.

Ә бит бына уның менән
Бара эшселәр —
Уның яҡты киләсәген
Төҙөгән кешеләр.

Поезд туҡтай, ишек үҙе
Асылып китә;
Мәрмәр һарай, ҡөҙгө кеүек,
Ялт та йолт итә.

Ер аҫтының уңған ҡыҙы!
Күпме кешене
Оҙатаһың, ҡаршылайһың...
Дан һинең эшең!

ҠӘЛӘМ
Ҡәләм ята... Килмәҫ шағир ҡабат,
Юҡһынһа ла уны өҫтәле.
Тик өҫтәлен һөйөп, ҡарап үтә
Бик күп күҙҙәр – төрлө төҫтәге.

Мин дә үтәм. Ә ҡәләмде күргәс,
Әрнеү киҫте минең йөрәкте.
Күҙ алдына Мәжит Ғафуриҙың
Килеп баҫты ябай һүрәте.

Ҡәләм... Шағир тотҡан ябай ҡәләм
Алтын кеүек ята һаҡланып.
Тыйһалар ҙа – буламы һуң түҙеп? —
Ҡулдарыма тотоп ҡараным.

Әйтерһең дә, шул саҡ шағир үҙе
Тотоп алды ҡыҫып ҡулымдан,
Шиңмәҫ сәскәләрҙе ҡалдыр, тине,
Шағир булһаң, изге юлыңда...

Ҡәләм... Шағир тотҡан ябай ҡәләм
Яҙып бөтөлмәгән китаптың.
Ҡулдарыма алғас ул ҡәләмде,
Мин үҙемдә бөтмәҫ көс таптым.

МИНЕҢ БАБАЙ
РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы
X. Фәтҡуллинға

Минең бабай бик күп һыуҙар эскән,
Ап-аҡ ҡарҙар яуған сәсенә.
Күҙҙәре лә ийде батҡан эскә...
Ә уларҙан уттар сәселә.
Һаман уҡыта ул.
Нимә бар һуң
Хеҙмәтенән
Уға татлыраҡ?
Эшкә ғашиҡ ҡарт тип
Күкрәгендә
Ике «Ленин» тора ялтырап.
— Арытмаймы, бабай, ҡартайтмаймы? —
Тигәс уға мин бер ваҡытта,
Әйтте миңә:
— Йәшәргәндә заман
Ҡартайырға, улым, ваҡыт тар...
бәләкәй дуҫтарым

I
Яратам мин һәр саҡ Мәскәүемдең
Тверь бульварынан үтергә.
Уйнай бында бәләкәй дуҫтарым.
Мөмкинме һуң күрмәй китергә?

Берәүһенең саҡ асылған теле,
Ә тырыша көрәк тоторға.
Ниндәй ихлас шофер! Ең һыҙғанып
«Грузовик»ка ҡомташ тултырған.

— Ҡара әле, ағай, МГУ төҙөнөк.
Оҡшаған бит?
— Эй, оҡшаған.
— Ә атайым ҙурын төҙөй, – ти ул,
Һүҙҙәренән күңел йомшара.

II
Хәҙер инде мамыҡ аҡ ҡар яуа,
Ә дуҫтарым һаман эшендә.
Сыбыҡтарҙан урман ултырталар,
Хатта ваҡыт та юҡ өшөргә.
Тыңлап үтәм һәр көн уйнауҙарын,
Ләкин бөгөн бик ҙур яңылыҡ:
Ҡыш бабайҙың ап-аҡ күкрәгенә
«Тыныслыҡ!» тип ҡуйған яҙылып.
Ә дуҫтарым йырлап әйләнәләр
Тотоношоп ҡулға ҡулдарын.
Алһыу биттәренә аҡ ҡар ҡуна...
Яратам мин Тверь бульварын.