1953
Тыуған ерҙәрем
Йыр
«Тал, ҡамыштар, күкһел нурға сумып...»
Студенттар туйында
Әсәм ҡулдары
Сәләм ғүмере
Саған
Кәңәш
Йүрүҙән ҡаҙҙары
Шыршыларым
Һалда
Һынау
Юлда
Мәңге бергә
«Ал мәк сәскәһендәй атты ла таң...»
«Ҡош юлынан яуған йондоҙҙарҙы...»
Тәүге һөйөү
Теләк
ТЫУҒАН ЕРҘӘРЕМ
Суйын юлы буйлап киләм уйлап,
Иркәләнеп төндөң ҡуйынында.
Күм-күк томан ҡосағына сумып,
Ҡыҙ балалай, йоҡлай ҡайындар.
Ваҡ-ваҡ ҡына бөрсөктәре менән
Томан бөркә биткә һулышын.
Әйтерһең дә, йөрәгемдә минең
Шул бөрсөктәр килә тулышып.
Бик асығып һалҡын һөт эскәндәй,
Был томанды һулап туймайым.
Мәскәү яны! Тик мин урманыңда
Урал ҡайындарын уйлайым.
Бик ғәжәп бит уйлап ҡарағанда:
Һағындырыр бер саҡ был ерҙәр —
Тәнем менән мин Уралда тыуһам,
Аңым менән тыуҙым Мәскәүҙә.
ЙЫР
Йырларға мин шәптән түгел, дуҫтар,
Тик мин йырҙы үлеп яратам.
Бөтә шатлығымды йырға һалам,
Ҡайғымды ла йырлап таратам.
Әллә нисек яҡын туған моңдар,
Бигерәк матур, бигерәк һағышлы —
Тау юлдары кеүек урау-урау,
Дала кеүек иркен ағышлы.
Моң-зарҙары ата-бабаларҙың
Йөрәк ярып сыҡҡан йыр булып,
Йәшәп килгән быуын-быуындарға
Йырҙа өмөт яҡты нур булып.
Егеттәрҙең даны, батырлығы
Йыр ҡалдыра тыуған илендә.
Ҡыҙҙарының йылы матурлығы
Иыр тыуҙыра егет күңелендә...
Иң-иң наҙлы һүҙҙәр көйләп, әсә
Ҡолонсағын йырлап йоҡлата.
Йоҡоһонан торғас, иле уға
Йырҙай матур көндө уята!
Тал, ҡамыштар, ҡүкһел нурға сумып,
Ойоп ҡалған Димдең ярында.
Ҡарт тирәктәр, гүйә, бер төш күрә
Ғашиҡтарҙың бәхете турында.
Ә беҙгә бит өн был,
Ғәжәп төн был:
Беҙ кәмәлә икәү яй ғына
Үрләгәндә —
Саф һыу көҙгөһөндә
Йөҙә алдан тыныс ай ғына.
Тик тамсылар ҡөмөш ишкәктәрҙән
Субырлашып һыуға ҡойола.
Ниндәй еңел беҙгә —
Ишеү бергә! —
Ағын һыу ҙа талғын тойола...
Тормошта ла шулай ғүмер буйы,
Уртаҡлашып бөтә нәмәне,
Упҡындарҙан,
Хәтәр урындарҙан
Алып сыҡһаҡ ине кәмәне!..
СТУДЕНТТАР ТУЙЫНДА
Артыҡ һый ҙа, байлыҡ та юҡ
Студенттар ҡорған табында.
Ләкин донъялағы иң күңелле,
Иң бәхетле туй ул тап бында!..
Әсе, тиһәләр ҙә әсе түгел, ахыры,
Студент кейәү менән кәләшкә.
Бер-береһе өсөн тыуған кеүек,
Бигерәк инде был пар килешкән!
Күк күкрәтеп, тәүге май кисендә
Яңғыраны салют тауышы...
Мин баш ҡоҙа булып баш һүҙ тотам:
— Ике ғүмер әйҙә ҡауышһын!..
Аҡ ҡайындар япраҡ ярған саҡҡа
Тура килде ғүмер яҙығыҙ.
Ҡайҙа булһағыҙ ҙа күңелегеҙҙә
Мәскәү яҙын һаҡлап ҡалығыҙ.
Ил ҡыуанһын һеҙҙең эшегеҙгә,
Ауырлыҡтар ғәҙел бүленһен.
Ғүмер буйы күркәм мөхәббәттең
Шиңдермәгеҙ нурлы гөлөн һеҙ!
ӘСӘМ ҠУЛДАРЫ
Тәүге ҡабат бергә бесән саптыҡ
Һөҙәк кенә тауҙың битендә.
Шул көн иҫеңдәме һинең, әсәй?
Ул көн минең һәр саҡ иҫемдә.
Моңланып бер кәкүк саҡырғанда,
Үҙең янып бирҙең салғымды.
Тыуып ҡына килгән ҡояш нуры
Үҙ салғымда уйнап сағылды.
Һин эргәмдә ҡарап торҙоң, әсәй,
Көлөмһөрәп минең һелтәүгә.
Тик маҡтаған булдың, дәртләндереп,
Йүнле сапмаһам да мин тәүҙә.
Үҙ ҡулдарың менән күрһәттең һин:
«Тарыраҡ ал, тинең, алдыңды,
Ипләп кенә өйөрөп сап шулай,
Йөҙөн йәнсеп ҡуйма салғыңдың!..»
Һыуҙай алып китте кескәй салғым,
Сәскәләрҙең ғүмере ҡыйылды.
Ысыҡтарға тамғас мөлдөрәшеп,
Улар илашҡандай тойолдо...
Һин һоҡланып ҡарап тора инең,
Артта ҡалған йәшел эҙемә.
Йылмайһаң да үҙең, йәш тулғайны
Һинең дә бит, әсәй, күҙеңә:
«Атайың да шулай саба ине —
Был саҡлы ла оҡшар икәнһең!..»
Тик күрмәне атай был эҙҙәрҙе,
Юҡ ине ул – яуға киткәйне...
Шул эҙҙәрҙә ине башланыуы
Кескәй генә хеҙмәт юлымдың.
Ул саҡ, әсәй, белмәй инем әле
Алтын икәнлеген ҡулыңдың!
СӘЛӘМ ҒҮМЕРЕ
Ун ғүмерҙә бөтмәҫ йәшәү дәртен
Йөрөтәм мин йөрәк түрендә.
Ғ. Сәләм
Зөбәржәттәй йәшел япраҡ ярып,
Бер ал сәскә көндәй балҡыны,
Кешеләргә, ергә һәм ҡояшҡа
Сикһеҙ ине һөйөү ялҡыны.
Зәңгәр күктән яҙғы ҡояш нурын
Көндәр буйы туймай һуланы.
Төндәр буйы, таң атҡанға саҡлы,
Йөҙөн уның ысыҡ наҙланы...
Ҡапыл шул саҡ шыуҙы ҡара йылан,
Ыҫылданы, ҡыҫты сәскәне!..
Һуңғы ҡабат сәскә йылмайҙы ла —
Шиңде, һүнде, нурын сәсмәне.
Сәсмәне ул нурын... Тик ул ергә
Орлоҡтарын ҡойоп өлгөрҙө.
Үлемдә көс сикһеҙ ҙур булһа ла —
Быуа алманы ысын ғүмерҙе!
Сәләм, һинең йәп-йәш. саф ғүмерең
Шул сәскәләй шиңгән көн ине:
Тәүге йырым итеп уҡығайным
«Ҡыҙыл букет»ыңды мин һинең...
Һин атлаған урамдарҙан үтеп,
Эҙләп килдем һинең ҡәберҙе —
Тик тапманым! Ләкин йөрәгемә
Һин йыр кеүек яҡын, ҡәҙерле.
САҒАН
Күрә күктән көҙгө ҡояш:
Бойоға бер ҡарт саған.
Бар япрағын ҡойһа ла ул,
Ос япрағын һаҡлаған.
Һаман да ул нурға туймай,
Күҙ төбәгән ҡояшҡа.
Ә ҡояшы һирәк ҡарай,
Йылытмай инде башҡа.
Өҙгәләй ел ос япрағын,
Һәм ҡыраулы көҙгө төн.
Ә ул һаман йәшел әле,
Һаман өҙмәй өмөтөн!..
КӘҢӘШ
Һөймә, дуҫҡай, үҙен һөйгәнде һин,
Хәтерләмәҫ хатта исемеңде,
Тарһыныр ул һинең шатлығыңа,
Боҙға һалма утлы хисеңде.
Бөтә һүҙҙәреңә – һаңғырау ул,
Күңелеңде күрмәҫ – күҙһеҙ ул,
Йөрәгеңде асма, серҙәр сисеп —
Йөрәге туң, йылы һүҙһеҙ ул.
Тик бер үҙен һөйгән – иң буш кеше
Һөйә беләме һуң атлығып?
Кеше өсөн һөйөнмәгән йәндең
Ҙур буламы инде шатлығы?!
ЙҮРҮҘӘН ҠАҘҘАРЫ
Ҡояш байып, инде күҙ бәйләнде,
Киске эңер күмде ауылды,
Күтәрелеп килгән ай янына
һанһыҙ йондоҙҙар ҙа ҡабынды.
Тау башында, Йүрүҙәнгә ҡарап,
Тулҡын моңон тыңлап ултырам.
Ай нурҙары алтын һуҡмаҡ булып,
Тулҡындарҙа ята ҡалтырап.
Әйтерһең дә, минең бала сағым
Шул һуҡмаҡтан ҡайта йүгереп,
Йә ул унда йәрә һалып йөрөй,
Йә ҡыуҡыулай, атын йөҙҙөрөп.
Йә ул, усаҡ яғып, яр буйында
Әкиәтен тыңлай һалсының,
Иә ул елдәй саба, тайҙар көтөп,
Һелтәй-һелтәй йылан ҡамсыһын.
Йөрәгемә барыһы, барыһы яҡын,
Тәүге һулыш биргән төйәгем,
Илкәйемдең изге ере итеп,
Һөйгән йәрҙәй һине һөйәмен...
Ҡапыл, ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ ҡаңҡылдашып,
Баш осомдан ҡаҙҙар остолар,
Шәүләләре бер ҡат өйөрөлдө лә
Көмөш тулҡындарҙы ҡостолар.
Субыр-субыр килеп, һыуға сумып,
Ҡанаттарын елпеп ҡуялар,
Әллә улар һыуҙы һағынғандар,
Әллә мин килгәнде тоялар?..
Ҡаҙҙар һис тә һыуһыҙ йәшәй алмай,
Хатта төндә килеп ҡағына.
Улар, ахыры, Йүрүҙәнкәй буйын
Мин һағынған кеүек һағына.
ШЫРШЫЛАРЫМ
Алһыуланып апрель таңы ата.
Мәскәү шауһыҙ, әле ул тып-тын.
Институтым баҡсаһына илтеп,
Мин өс кескәй шыршы ултырттым.
Ҡаҙ бәпкәһе төҫлө йәшкелт һары,
Ҡаҙ бәпкәһе кеүек наҙлылар,
Ҡайтҡас та мин тыуған Уралыма,
Һағынырҙар һымаҡ бик улар.
Бәпкәләрем! Ҡыҙыл майҙандағы
Шыршыларҙай, бейек үҫегеҙ!
Килтерҙем мин алыҫ ерҙән һеҙҙе,
Аңҡып торһон өсөн еҫегеҙ.
Бар донъяның көткән улы булып,
Ульяновтың тыуған көнөндә,
Һеҙ ҙә йәшел булып ултырығыҙ
Баҡсаларға сумған илемдә.
Мәскәүемә һағынып килгән һайын
Булырһығыҙ һеҙ ҙә уйымда.
Күҙ алдыма бер студент килер,
Тимер көрәк тотоп ҡулына...
ҺАЛДА
Ҡыҙарып ҙур ҡояш сыға
Күк тауҙарҙың артынан,
Аҡ томанды Йүрүҙәнгә
Ҡыуа тауҙар һыртынан.
Ауырайып аҡҡан һалда
Сәй ҡуйҙыҡ, усаҡ яғып,
Оҙон көйҙәр яңғыратып,
Киләбеҙ талғын ағып.
Сайҡай талдарҙың толомон
Көмөш һыуың, Йүрүҙән.
Һинең ебәк ҡосағыңда
Туймамын һыу инеүҙән.
Суртан ҡарпый шаптыр итеп,
Йәйелдереп ҡулсалар,
Аҡ сабаҡтар ауларға тип,
Аҡсарлаҡтар осалар.
Ҡояш нуры ҡайҙа бара —
Аҡ томан ергә яуа:
Көнө буйы аяҙ булыр,
Зәп-зәңгәр булыр һауа.
— Әй, Байғүбәк! Алға ҡара!
Йырлап ҡына ултырма!
Иыр, әлбиттә, шәп нәмә ул...
Һалды ташҡа һуҡтырма!
ҺЫНАУ
Нисә ҡабат инде һынау бирәм,
Тәүге ҡабат һымаҡ һәр һынау:
Нисек кенә белмә, уҡыма һин,
Тик барыбер йөрәк ярһына...
Һөйөнәһең билет алыу менән,
Рәхәт тә һуң һынау һуңынан:
Зачеткаңды тотоп балҡып сығыу,
Ҡотланыуың дуҫтар ҡулынан!..
Әйтерһең дә, шул саҡ һин осаһың
Ҡанат сыҡҡан ҡошсоҡ шикелле,
Баҡсаларың, ҡалам, хуш еҫлерәк,
Ҡыҙҙарың да сикһеҙ һөйкөмлө...
Яратам мин йөрәкһенеп үткән
Студенттың ҡыҫҡа төндәрен,
Тынғыһыҙ бер тулы тормош менән
Эшкә сумған һынау көндәрен.
Бар ғүмергә көс-дәрт бирер, Мәскәү,
Һиндә үткән йәшлек йылдарым.
Һин һынаған өсөн, бер эштә лә
Һынатмаҫтар һинең улдарың!
ЮЛДА
Иүкә урмандары хуш еҫ бөркөп,
Вагондарға ҡаршы еләләр.
Уйнап-көлөп, дәртле йырҙар йырлап,
Студенттар ҡайтып киләләр.
Ҡайһы юлдаштарым китап уҡый,
Шахмат уйнап килә берәүҙәр.
Оҙон юлды бик, бик ҡыҫҡа итә
Баштан үткәндәрҙе һөйләүҙәр.
Аҙмы һуғыш, тормош ауырлығын
Күтәреште беҙҙең бала саҡ?
Эшсән балалыҡты иҫкә алыу
Юлдарҙа ул мәңге барасаҡ.
Юлда кешеләр бик тиҙ танышалар
Туғанлашып бер-береһенә.
Йә егеткә татлы ут ҡабына,
Иә ҡыҙыҡай тәрән көрһөнә.
Берәүҙәрҙең юлда бар ғүмергә
Бергә үтер юлы башлана.
һәйбәтһең һин, беҙҙең йәшлек юлы —
Башлай һине Мәскәү – баш ҡала.
МӘҢГЕ БЕРГӘ
...Аҡрын-аҡрын эре ҡарҙар яуа.
Аҡ ҡар түгел, ҡара ҡайғылар...
Бынан ауырыраҡ, бынан да ҙур
Донъяла һуң ниндәй ҡайғы бар?..
Юғалттыҡ беҙ күҙ-ҡаш араһынан
Иң ҡәҙерле, иң дуҫ кешене.
Аҡма, йәшем! Кире ҡайтарырға
Дауаһы юҡ күҙҙәр йәшенең.
Ғүмеремдә өс ҡат күрҙем һине,
Өс ғүмерҙә бөтмәҫ көс алдым,
Аҡтыҡ тамсыһына саҡлы уны
Эше өсөн бирәм Атамдың.
Туҡтанылар донъялағы иң ҙур,
Иң күп эш эшләгән ҡулдарың.
Туҡтамаҫ һис уйың. Партиябыҙ
Яҡтыртасаҡ еңеү юлдарын.
Ул һүҙеңде үтәр, үтәгәндәй
Һин Ленинға биргән антыңды.
Ленин һәм һин мәңге ҡалырһығыҙ
Ҡуш йөрәге булып халҡымдың:
Ал мәк сәскәһендәй атты ла таң,
Алыҫтарға аҡты Дим менән.
Аҡҡошом, тип, һине аҡ томанда
Алып сыҡтым ярға кәмәнән.
Беҙ, балалар кеүек, етәкләшеп,
Урман аҡланынан атланыҡ.
Сәскәләрҙән һиңә таж үрергә
Иң-иң матурҙарын һайланыҡ.
Мин ул тажды һиңә кейҙергәндә,
Һылыуҙарҙан һылыу инең һин.
Таң нурындай тартҡас күҙ ҡарашың,
Ҡыйыуҙарҙан ҡыйыу инем мин...
Ҙур ҡояш та сығып йылмайғанда,
Яҡты өмөт менән тулғайны,
Шул көн менән мин тик һинең өсөн,
Ә һин минең өсөн тыуғайның...
Ҡош юлынан яуған йондоҙҙарҙы
Сылтыр-сылтыр сайҡап аҡты һыу.
Ай ҙа Сүмес Етегәне менән
Һирпей ергә һыуҙай яҡтыһын.
Ялҡынланып ярҙа усаҡ яна,
Ниҙер көйләй ялҡын телдәре...
Ә мин һиңә киләсәкте һөйләп,
Үҫтерәмен хыял гөлдәрен.
— Йүләрем һин! – тиһең йомшаҡ ҡына,
Ҡулдарыңа ҡыҫып ҡулымды...
Ә ай нуры көмөш тараҡ менән
Тарай һинең ебәк толомдо...
ТӘҮГЕ ҺӨЙӨҮ
Зәңгәр яҙҙың тәүге күкрәүендәй,
Күкрәнең дә йәшлек күгемдә,
Йылы ямғырҙан һуң балҡып сыҡҡан
Йәйғор булып ҡалдың күңелдә.
Тик был яҡты, иң саф йәйғор нуры
Таянманы ике йылғаға:
Миңә һин бер серле әкиәт тә,
Моңло йыр ҙа кеүек йырларға.
Мин аҡылдан яҙып һөйҙөм һине,
Һөйә алмам шулай ғүмерҙә —
Көс ташыуҙан ҡулдарыма минең
Эш етмәҫтәй ине был ерҙә!..
Бәлки, мәңге юҡһынырмын һине,
Бәлки, башҡа берәү тиң булыр?..
Ә шулай ҙа һинең яҡты исемең
Йөрәгемдә утлы миң булыр.
ТЕЛӘК
Тынғыһыҙ һәм эшсән ғүмерем буйы
Иң яҡын дуҫ булһаң әгәр һин,
Һинең наҙлы йылылығың менән
Илһамланып эшкә торһам мин,
Икебеҙгә беҙҙең иң һөйөклө,
Бик ҡәҙерле матур бер бала:
Һиңә – әсәй, миңә – атай, тиһә,
Ниндәй шатлыҡ быға етә ала?
Был һүҙемде әле әйталманым,
һаҡлаһам да тик бер үҙеңә.
Үҙ йөрәгең менән үҙең аңла,
Ҡара ла һин минең күҙемә.