1954
Яҙғы йыр
«Янып-көйөп йөрөйөм дә ҡайсаҡ...»
Ҡуян балаһы
Йүрүҙән
Ҡустыма
Шағир
Һеңлемә
Теләк
«Күҙ алдымдан китмәҫ күҙҙәрең...»
Күгәрсендәр
«Мин үҙемде бала кеүек тоям...»
«Таң ҡыйыла, көмөш Сулпан ҡалҡа...»
Мәскәү әкиәте
ЯҘҒЫ ЙЫР
Аҡ ҡайындар күңелләнеп шаулай,
Йырлай миңә яҙғы йырҙарын.
Йәп-йәш үлән түшәгендә ятам
Ябынып мин ҡояш нурҙарын.
Зәңгәр күктән дәртле моң ҡойола,
Гүйә, кемдер уйнай ҡурайын!
Юҡ, йомарт ер көмөш шөңгөр итеп
Күккә сөйгән һабан турғайын!
Тыңлай уны моңһоу умырзая,
Бәрхәт күлдәктәрен кейенеп.
Бал ҡорттары оса сәскә эҙләп,
Пар күбәләк йөрөй һөйөнөп...
Мәңге һөйөп йәшлек күркәмлеген,
Һайрап туймай һары һандуғас,
Мең-мең телдә сутылдаша ҡоштар,
Ер һылыуы – алсаҡ яҙ тыуғас.
Яратам, яҙ, күкрәп килеүеңде!
Һинән йәпләнмәҫ йән һирәктер?
Тик һин миңә бойоҡ булыр инең,
Яҙа үтһәң минең йөрәкте!..
Янып-көйөп йөрөйөм дә ҡайсаҡ
Йөрәгемдә тыуа ҡурҡыныс:
Була алырмы һуң был ҡәләмем
Ялғанлыҡты киҫер бер ҡылыс?..
Юҡ, сигенмә, егет, ҡынға тыҡма —
Хатта ҡылыс ҡылға ҡалғанда,
Йәшәгәс һин, йәшә яна-яна,
Йөрәк йәшәрә тик янғанда!
ҠУЯН БАЛАҺЫ
Һоро ҡуян, йәмле яҙҙар килгәс,
Тыуҙыра ла һоро балалар,
Оҙон ҡолаҡтарын ҡарпайтышып,
Улар үкһеҙ тороп ҡалалар.
Белмәйҙәр шул улар инәһенең,
Урман төпкөлөнә ҡасҡанын.
Үҙ йүнеңде инде үҙең күр, тип,
Тал ҡимертә башлай ас ҡарын.
Уҫаҡ япраҡтары ҡалтыраһа,
Уҫалдыр, ти меҫкен һаҡҡолаҡ.
Ярай әле аяҡтары йылғыр —
Ғүмер итә шунда сапҡылап.
Саңҡып-саңҡып бүре олоғанда,
Саҡ ярылмай уның йөрәге.
Бүтән йәнлектәргә күрһәтмәһен
Ҡуян балаһының күргәнен!
ЙҮРҮҘӘН
Йүрүҙәнем, йор үҙәнем!
Һағындым һине.
Сәңгелдәктәй, тулҡындарын
Бәүетһен мине!..
Күрергә тип тыуған ерҙең
Зәңгәр һауаһын,
Күк Уралдың күкрәгенән
Урғып сығаһың.
Сығаһың да, урғып-ярһып,
Һыймай ярҙарға,
Йүгерәһең, Йүрүҙәнем,
Әллә ҡайҙарға!
Бормаланып-бормаланып,
Ҡурай моңолай,
Ағаһың һин алыҫтарға
Мәңгегә тынмай...
Күп һыуҙарҙың һыуын эсәм,
һыуһыным ҡана.
Тик нимәлер йөрәгемә
Етмәйсә ҡала...
Ни һуң етмәй, ни һуң кәрәк
Был йөрәгемә?
Ниндәй сер һуң, Йүрүҙәнкәй,
Тик һиндә генә?..
Ул сер, ахыры, һин ишеткән
Тәүге өнөмдә,
Һәм кендегем ураҡ менән
Киҫелгән көндә.
Ул сер, ахыры, тәүге ҡабат
Мин ат менгәндә,
Ҡыуанып һәм ҡурҡып торған
Ғәзиз әсәмдә?
Ул сер, ахыры, йүрүҙәнкәй,
Йор ағыуында —
Тыуған ерҙең йәмен маҡтап
Йыр йырлауында?
Аҡҡан һайын тәрәнәйеп,
Аҡҡан һайын киңәйеп,
Ағиҙелде тапҡан һыуҙарың.
Һинең һымаҡ тынмай аҡһын,
Халҡым йөрәген тапһын
Йөрәгемдән сыҡҡан йырҙарым!
ҠУСТЫМА
(Хат)
Иҫеңдәме, Рәүил, һинең менән
Йүрүҙәндә бергә йөҙгәндәр —
Мин – Салауат,
Ә һин Кинйә булып,
Уҡтар атып, уйнап йөрөгәндәр?
Бер мәл һине сөңгөл ялмап алды,
Ҡолас ташлап һыуҙа йөҙгәндә.
Мин сәсеңдән һөйрәп сығарғас та
Хәтерең ҡалды туған Үҙәнгә...
Кил Мәскәүгә һин. Инженер булып,
Йүрүҙәндең юлын быуырһың,
Быуырһың да,
Уның һәр тулҡынын
Баҫыуҙарға эшкә ҡыуырһың.
Электротрактор һөрһөн сиҙәмдәрҙе,
Баштан аша үҫһен игендәр.
Эштәреңә ҡарап райондаштар:
— Вәт, исмаһам егет! – тиһендәр.
ШАҒИР
(Туҡай ҡәбере эргәһендә уйланыу)
Шиғыр яҙҙы шағир аслы-туҡлы,
Туйындырҙы илһам баҡсаһы.
Тик бурысын түләргә лә уның
Етмәне шул тапҡан аҡсаһы!.
Ләкин шағир башын эйәме һуң?
Яҙҙы, һыҙҙы, көн-төн эшләне.
Күҙ алдары уның томаланһа,
Тик иренен генә тешләне.
Ҡанһыҙ ине көйгән ирендәре,
Хәлһеҙ ине кипкән ҡулдары.
Хәйләһеҙ бер сабый һымаҡ уны
Йыуатты тик яҙған юлдары...
Ул һиҙмәй ҙә ҡалды – йөрәк ҡанын
Алтын итеп һыҡҡан эттәрҙе,
Өҙгәләне улар ҙур йөрәген уның
Һәм ҡәбергә илтеп этәрҙе...
Ҡулы бығауланған әсә кеүек,
Халҡы ғына ҡалды тилмереп.
Халҡы ғына йырын алып сыҡты,
Донъя ситлектәрен емереп.
Ләкин белмәй шағир: кем һуң уның
Сәскәләргә биҙәй ҡәберен.
Эй, кешеләр, үҙе иҫән саҡта
Белһәгеҙсе шағир ҡәҙерен!..
ҺЕҢЛЕМӘ
Өс имәндең араһында үҫкән
Һылыу һынлы ҡайын шикелле,
Өс ир бала араһында үҫтең
Кинйә бала булып һин, һеңлем.
Яу ҡырында атай ятып ҡалды...
Ниндәй икәнен дә атайҙың
Белмәй үҫтек. Әсәй бөтә көсөн
Беҙгә биреп, иртә ҡартайҙы.
Һеңлем минең, уңған күбәләгем,
Һиндә күрәм әсәй йәшлеген,
Ул йәшлекте гөлдәй матур ит һин
Илебеҙгә изге эш менән.
Кем булырға хыял итәһеңдер,
Мәктәбеңде бөткәс, белмәйем.
Кешеләрҙең ғүмерен йәшәртеүсе
Доктор булыуыңды теләйем.
ТЕЛӘК
Рафаэлгә
Йәш бер әсә һөйөп ҡыуанғандай
Яңы тыуған тәүге балаһын,
Һин дә шулай һәр шиғырың тыуғас,
Иң-иң татлы хистә янаһың.
Шундай рәхәт, шундай яҡты һиңә:
Бар донъяны килә ҡосаһың,
Һәр осраған кеше йән дуҫыңдай,
Килә йүгерәһең, осаһың...
Ижад итеп йәшәү генә яҡшы!
Матурлығы шунда кешенең.
Бар йөрәктән мин теләйем: кеше
Ҙур шағиры булһын эшенең!
Күҙ алдымдан китмәҫ күҙҙәрең,
Онотолһа ла әйткән һүҙҙәрең.
Ҡарап туймайым ул нурҙарға —
Әллә ниндәй ялҡын уларҙа!..
Оҡшамаған ҡара төнгә лә,
Оҡшамаған зәңгәр күлгә лә —
Һоро күҙҙәр!.. Шундай ябайҙар,
Улар шундай наҙлы ҡарайҙар.
Йыйған улар ҡояш яҡтыһын,
Уйҙарымдың иң-иң татлыһын...
Онотолһа ла әйткән һүҙҙәрең,
Күҙ алдымдан китмәҫ күҙҙәрең!
КҮГӘРСЕНДӘР
Ауылымдың тауын менгәс тә үк,
Ҡаршы сығып ала мәктәбем.
Бәләкәйгән мәктәп... Тик һаман да
Баҡсаһында үҫә мәктәре.
Шаулай беҙ ултыртҡан тал-тирәктәр...
Ҡалай бейек үҫеп киткәндәр!
Япраҡтары ялтлай баллы һымаҡ —
Күҙ алдыма килә үткәндәр...
Гөлдөргөү-гөлдөрөү! Күгәрсендәр
Тәҙрә баштарында гөрләйҙәр,
Ғүмер итеп, бала сығаралар, —
Галстукһыҙ мине белмәйҙәр:
Әйтерһең, мин ят бер кеше хәҙер,
Әйтерһең, мин ошо мәктәпкә
Һәр көн иртән йүгереп килмәгәнмен!..
Әйтерһең дә, минең йөрәккә
Сбор костерҙары һалған уттар
Күптән инде, күптән һүрелгән...
Ә бит бында бөтә киләсәгем
Тал тамыры кеүек үрелгән.
Күгәрсендәр, таныш күгәрсендәр —
Юлдаштары бала сағымдың,
Бөгөн мине белмәй торһағыҙ ҙа,
Ни тиклем мин һеҙҙе һағындым!
Мин үҙемде бала кеүек тоям,
Һағынып гел һине уйлаһам.
Йөрәгемә серле шатлыҡ тула —
Әллә көс ул, әллә ул илһам?
Әллә һин тик йәшлек уйҙарымдың
Кәрәкһеҙ бер тиле емеше?
Әллә мәңге янып ҡала торған
Йөрәгемдең һүнмәҫ өлөшө?
Белмәйем мин: күңелемдә һиңә
Әллә дуҫлыҡмылыр, мөхәббәт?
Тик һин күҙ алдыма килгән саҡта
Миңә яҡты, миңә рәхәт...
Таң ҡыйыла, көмөш Сулпан ҡалҡа.
Таң көҙгөһө, тиҙәр, Сулпанды.
Һылыу һөйөклөһөн уятҡандай,
Уяталыр наҙлап ул таңды.
Юҡһа, зәңгәр күктәр алһыуланып,
Матур булмаҫ ине шул саҡлы.
Был сафлыҡ тик сабый күҙендәлер,
Тәүге һөйөүҙәлер был сафлыҡ...
Миңә рәхәт тә һәм моңһоу ҙа —
Бер серле йыр мине иҫертә.
Күрмәһәм дә уның йырлаусыһын,
Ул уйымдан сыҡмай кис-иртән.
Бәлки, шулдыр минең Таңсулпаным?
Йырын йырлап, тыуа өмөтөм.
Күкрәгемдә кескәй ҡояш яна —
Ул яҡтырта, ахыры, ер өҫтөн?!
МӘСКӘҮ ӘКИӘТЕ
Бер бите ай, бер бите көн
Түгел һис һөйгән йәрем.
Ете диңгеҙ артындағы
Тау түгел килгән ерем.
Арҡан ишмәй ҙә төшәмен
Ер аҫты донъяһына.
Сығыр өсөн инеп ятмам
Сәмреғош ояһына.
Йылғыр баҫҡыстар йүгерә,
Аяғым тейеү менән;
Яҡты һарайға инәмен,
Алышмай дейеү менән.
Кәрәкмәй суртан әмере,
Кәрәкмәй тылсым ҡулы,
Зәңгәр поезд асып ҡуя
Йөҙ ишеген бер юлы.
Ултырам да барып етәм,
Өҫкә сығып ҡарайым
Һөйгән йәрем йәшәй торған
Ап-аҡ мәрмәр һарайын.
Бер бите ай, бер бите көн
Түгел һис һөйгән йәрем, —
Ленин тауындағы һарай
Һағынып килгән ерем!..