1956

Ғарипов Рәми. Әҫәрҙәр. Өс томда, I том. Шиғырҙар, поэмалар. Төҙ. Н.В. Ғарипова. – Өфө, 1996. – 448 бит.

Таш сәскә
«Тормош мәңге йомаҡсы ул һиңә...»
Тыуған ер һәм һөйгән йәр
Күркәмлек
Дан һиңә, дан, Башҡортостан!
Дуҫлыҡ
Ҡурғаш шишмә



ТАШ СӘСКӘ
(Баллада)
Мөғжизә юҡ, тиҙәр, мөғжизә бар:
Әкиәттә түгел – тормошта.
Үҙ күҙҙәрең менән күрмәй тороп,
Ышанмайһың уға тәү башта.

Мин Мәскәүҙә ҡарап йөрөгәндә
Сикһеҙ хазинаһын халыҡтың,
Күҙ алдымда, күҙҙең яуын алып,
Ғәжәйеп бер сәскә ҡалҡты.

Мең-мең сәскәләрҙән күркәмерәк,
Ем-ем нурын һирпә тажынан.
Ышанмайым уны таш тигәнгә,
Яһалһа ла Урал ташынан!

Кем үҫтергән һине шулай итеп?
Был ергә һуң һине кем сәскән?
Ҡайҙа тамырың? – тип һорағас мин,
Телгә килде аҫыл Таш сәскә:

— Күк Уралда күкрәп тамыр йәйҙем,
Үҫтерҙе, – ти, – тыуған тупрағым.
Ил бәхете – күркәмлегем минең,
Ил йәшлеге – йәшел япрағым.

Шуға ла мин бөгөн ил түрендә
Шиңмәҫ сәскә булып ҡалҡындым;
Ташты ла бит сәскә аттырырлыҡ
Ғәжәп ҡулдары бар халҡымдың!


Тормош мәңге йомаҡсы ул һиңә,
Сисеп кенә өлгөр йомағын!
Береһен сисһәң, инде икенсеһен
Әҙерләп тә ҡуя ул тағын.

Мең-мең һорауҙарҙан ғазапланып,
Ниҙәр генә килмәй уйыңа.
Шикләнәһең, ҡайҙа дөрөҫлөк, тип,
Эҙләнәһең ғүмер буйына.

Ә бит бер генә юл дөрөҫлөккә:
Ул да булһа – юлда булыуың,
Ҡайҙа халҡың – шунда алдан барыу,
Артҡа ҡалыу – юҡҡа сығыуың.

ТЫУҒАН ЕР ҺӘМ ҺӨЙГӘН ЙӘР
Минең илһамым шишмәһе —
Тыуған еремдә,
Минең илһамым шишмәһе –
Һөйгән йәремдә.

Тыуған ерһеҙ, һөйгән йәрһеҙ —
Телһеҙ, мин етем.
Тыуған ерем, һөйгән йәрем,
Тик һеҙ – бәхетем.

Ауыр саҡта – йөрәгемдә
Ер көсөн тоям,
Йә йәремдең күкрәгенә
Башымды ҡуям.

Мөхәббәтем һәм нәфрәтем
Һаҡланып ҡала,
Ауырлыҡтар һәм ваҡлыҡтар
Тапалып ҡала.

Эшләргә лә, йәшәргә лә
Хаҡым бар минең —
Сөнки ерҙә һөйгән йәрҙәй
Халҡым бар минең!

КҮРКӘМЛЕК
Ағас күрке – япраҡ, тиҙәр. Дөрөҫ!
Мин килешәм быға һис һүҙһеҙ.
Тик кешенең, күрке сепрәк булһа,
Был күркәмлек, ай-һай, күңелһеҙ...

Ә шулай ҙа ҡай берәүҙәр һине
Кейемеңә ҡарап күрәләр,
Кейемеңә ҡарап ҡаршылайҙар,
Һөйләшәләр, аҡыл бирәләр.

Мин ҡыҙғанам шундай әҙәмдәрҙе,
Мин һыҙланам шулар өсөн дә:
Их, был кейем, тимен, ниндәй күркәм,
Тик кешеһе етмәй эсендә!..

ДАН ҺИҢӘ, ДАН, БАШҠОРТОСТАН!
(Ҡотлау йыры)
Күк Уралдың иркен күкрәгендә
Азат шоңҡар ғорур осҡанын
Ҡарайым мин сикһеҙ шатлыҡ менән:
Дан һиңә, дан,
Башҡортостаным!
Ир намыҫы менән еңеп сыҡтың
Һин яуҙарҙа илдең дошманын.
Йырлайым мин батыр ир намыҫын:
Дан һиңә, дан,
Башҡортостаным!
Егет ҡулы тейһә, ер майы ла
Ете ҡаттан ата фонтанын.
Ҡотлайым мин халҡым егетлеген:
Дан һиңә, дан,
Башҡортостаным!
Тупрағы ла алтын тыуған ерҙең,
Ҡулдарында булһа оҫтаның.
Ҡыҫайым мин оҫта ҡулдарыңды:
Дан һиңә, дан,
Башҡортостаным!
Батыр түгел батыр яңғыҙ саҡта,
Ҙур дуҫлыҡта уның көс-даны.
Данлайым мин тоғро дуҫтарыңды:
Дая һиңә, дан,
Башҡортостаным!

ДУҪЛЫҠ
Бармай торор тауға тик тау ғына, —
Барышмайса тормай кешеләр.
Ҡытай стенаһын емереп тә
Күрештеләр бөйөк күршеләр.

Айырмайса ике ҙур ҡитғаны,
Ҡауыштырып ике араны,
Сал Уралым Тибет ҡорҙашына
Бер туғаны итеп ҡараны.

Бер кем танымаған саҡта таный
Бер-береһен дуҫтың ҙурҙары,
Ауырлыҡта дуҫтар һыналалар,
Уртаҡлашып икмәк-тоҙҙарын.

Ишеткәндә Ҡытай йырҙарын беҙ
Килеп күрешкәндәй үҙегеҙ:
Һеҙҙең еңеү – беҙҙең еңеүебеҙ,
Беҙҙең һүҙ ул – һеҙҙең һүҙегеҙ.

Һеҙҙе беҙгә бер тыу беректерҙе
Ирек өсөн изге көрәштә.
Бөйөк маҡсат өсөн генә тыуа
Бөйөк дуҫлыҡ шулай һәр эштә.

Юҡ арала Ҡытай стенаһы,
Бар арала Уралтау ғына.
Тик унда ла ирек һөйгән халҡым
Ғорур баҫҡан дуҫлыҡ һағына.

ҠУРҒАШ ШИШМӘ
«Совет Башҡортостаны» гәзитендә
бергә эшләгән иптәштәргә арнайым

Иҙрәп йоҡлай ҡала —
Гүйә, бала!
Ә ҡыйғас ай Өфөм өҫтөнән,
Ҡанаттары талған балыҡ һымаҡ,
Салҡан ятып,
Сәйер төҫ менән
Ҡарай миңә...
Ҡапыл саф һауаға
Баш әйләнеп китте, —
Арытҡан...
Урман тынған.
Аяҡ аҫты туңған,
Йоҡа ғына күкһел ҡар ятҡан.
Тик тынмайса,
Һис тә туңмайса —
Теләһә көн әллә нишләһен! —
Китмәй ялға,
Аға ла гел аға,
Сылтыр-сылтыр
Ҡурғаш шишмәһе.
Беҙҙең шишмә!..
Күңел әллә нишләй, —
Ил яҙмышы бында йыйыла.
Ил яҙмышы күҙ нурҙарым аша
Ҡурғаш хәрефтәргә ҡойола...
Сеү!
Ни булды?
Йондоҙ атылды.
Юҡ!
Йондоҙ түгел, —
Йәйеп ҡоласын,
Беҙ сығарған яңы газетаны
Алып китте көмөш ыласын.
Алып китте халҡым күңеленә
Илкәйемдең аҡыл, йөрәген.
Ҡайтам!
Таң да ата,
Ай ҙа бата...
Тиккә арытмаған, күрәһең...