1958

Ғарипов Рәми. Әҫәрҙәр. Өс томда, I том. Шиғырҙар, поэмалар. Төҙ. Н.В. Ғарипова. – Өфө, 1996. – 448 бит.

Урал йөрәге
Торналар
«Шундай һалҡын, шундай сит ай...»
Һуңғы япраҡ
«Китап сыҡты. Иң ғазаплы китап...»
«Бына тағы көндө һәләк иттем...»



УРАЛ ЙӨРӘГЕ
(Хикәйәт)
Урал күкрәгендә йөрәк кеүек
Башҡортостан – тыуған илкәйем.
Шул йөрәктең ҡан тамыры булып
Күкһелләнә Ағиҙелкәйем.

Шул йөрәктең ауыр моң-зарҙарын
Ҡойған саҡта еңел ҡурайы,
Яу юлдары буйлап мин халҡымдың
Үткәндәрен ҡайтып урайым.

Уралҡайым, һинең һәр ташыңа
Ҡанлы-данлы тарих яҙылған.
Илен ҡурсып үлгән ирҙәреңә
Күпме бында ҡәбер ҡаҙылған!..

Ҡәберҙәрҙә үҫкән аҡ ҡылғандар
Сал сәсеме әллә уларҙың?
Еңел ҡурай түккән ауыр моңдар
Ҡан-йәшеме әллә уларҙың?

Ирек һөйгән өсөн бығауланып
Ҡарт Уралдың ҡая ташына,
Ни генә һуң кисермәгән халҡым,
Ни үтмәгән уның башынан!

Тырнаҡтарын ҡаҙап күкрәгенә,
Ике башлы йыртҡыс ҡарағош
Быуат-быуат йөрәк ҡанын эскәс,
Нисек ҡойолмаһын зар-һағыш?

Нисек онотһон ул ил-ояның
Туҙҙырылып утта янғанын,
Ҡыҙған тимер менән Салауаттың
Маңлайына һуҡҡан тамғаны?..

Урман-һыуын, ерен тартып алып
Ҡан-йәш һеңгән аяҡ аҫтынан,
Аҡ батшалар ҡара ҡулдар менәк
Муйынынан уның аҫтылар!

Аҫтылар ҙа, мыҫҡыл итеп уны,
Үлем юрап көлдө юраусы:
Имеш, һуңғы башҡорт ҡәберендә
Ҡурай уйнар һуңғы ҡурайсы!..

Юҡ, үлмәне халҡым! Ҡотҡарырға,
Ҡайтарырға ирек, ырыҫын,
Килде уға бер мәл Ленин атлы
Мәңге көткән батыр бер дуҫы.

Килде лә ул, ҡылыс бирҙе уға:
— Азат бул, тип, Урал тотҡоно!
Ҡарағоштоң ҡара ҡанатына
Сөйҙө үҙе ирек осҡонон.

Утлы дауыл ҡубып шул осҡондан,
Күтәрелде Шәһит, Баһауҙар, —
Мәңгелеккә өҙөп ырғытылды
Ҡул-аяҡтан ҡанлы бығауҙар!..

Үткәндәрен ауыр бер моң итеп
Көйләгәндә еңел ҡурайы,
Шат йәшлеген күреп, мин халҡымдың
Сал тарихын ҡайтып урайым.

Монарланып ятҡан Урал тауҡай,
Дан күкрәтеп күккә ашҡанһың.
Алҡаланып аҡҡан Ағиҙелкәй,
Ҡайғы-шатлыҡ менән ташҡанһың.

Ҡаны менән яҙып данын халҡым,
Ҙур йөрәген илткән иреккә,
Шуға ла бит Ленин һыны уға
Ырыҫ-бәхет булып ереккән.

Йөрәгем, тим, изге төйәгемде, —
Хаҡ яҙмышым шунда ташланған,
Шунда минең бәхет таңым атҡан,
Шунда миңә Ватан башланған!

ТОРНАЛАР
Һауалайҙар көҙгө сыуаҡ күктә
Торройҡ-торройҡ килеп торналар.
Әйтерһең дә, сафҡа теҙелешеп,
Еҙ моңдарын ҡоя торбалар.

Оҙаҡ-оҙаҡ ошо алыҫ ауаз
Сыңрап тора, күктә һарлығып.
Һағышлы бер хыял донъяһында
Онотаһың ерҙең барлығын.

Яландарҙың йәме бөткән кеүек,
Ташлап киткәс юлсы ҡоштары.
Ә бит тағы ҡыуандырыр бер көн
Шул уҡ моңдар, үткәс ҡыштары!


Шундай һалҡын, шундай сит ай
Үгәйһетеп ҡарай был ергә.
Мин оҙатам һине һуңғы ҡабат,
Һуңғы ҡабат икәү беҙ бергә.

Һөйөү үтте.
Бөтәһе лә бөттө.
Әйтәһе һүҙ инде әйтелде.
Тик шәүләбеҙ килә артыбыҙҙан,
Ташҡа әйләндереп күңелде.

Алда – баҡса.
Бына өй алдығыҙ,
Бына мин ултыртҡан һыуһарҙар...
Аҡ сәскәләр түгел, сәнескеләр
Ни булғанын һинән һорарҙар.

Ә мин китәм!..
Туҡта, ни булды һуң? —
Гүйә, аяҡ ергә бәйләнде,
Гүйә, нурға сумды бөтә донъя,
Бөтә донъя йырға әйләнде! —
Шундай наҙлы, шундай моңло итеп
Һайрай ине таныш һандуғас.
Мәңге йәшәр иҫке ҡафиә кеүек,
Тағы ҡайтты һөйөү, таң тыуғас...

ҺУҢҒЫ ЯПРАҠ
Һуңғы япраҡ һыйғыр һабағынан
Өҙөлөп төштө йәш ҡар өҫтөнә.
Йәшеллеге үтеп, унда бары
Тороп ҡалған һары төҫ кенә,
Өҙөлөп төшкәс йәш ҡар өҫтөнә.

Килер бер көн: һинең ғүмерең дә
Тороп ҡалыр һуңғы япраҡҡа.
Һин дә аҙаҡ, ошо япраҡ һымаҡ,
Әйләнерһең ергә – тупраҡҡа,
Тороп ҡалғас һуңғы япраҡҡа.

Шул тупраҡтан тағы үҫеп сығыр
Мәңге йәшел тормош ағасы:
Шаулар япраҡ, һайрар һандуғасы!..
Кем һуң әйтер мине йәшәмәй тип,
Ышандырыр ниндәй ялғансы?..


Китап сыҡты. Иң ғазаплы китап,
Ташҡа ырып яҙған китабым.
Белмәйем дә, уның өсөнсөһөн
Яҙырмынмы икән мин тағын?..

Быныһына ярты ғүмер китте,
Китте йәшлек, китте бар хисем.
Китте генәме һуң? Бер сабыйҙың
Һәләк иттем ғүмерен йыр өсөн.

Етмәһә, һин уны Лилиәмә,
Һанға һуҡмай хисен, атаның,
Ят бер исем бирҙең. Иҫтәлеген
«Таш сәскә» тип шуға атаным...


Бына тағы көндө һәләк иттем,
Һиҙмәй ҡалдым бушҡа үткәнен.
Бәлки, шулай йәшәп, тоймаҫһың да
Ғүмереңдең үтеп киткәнен.

Туҡта, ваҡыт! Юҡ, туҡтамай ваҡыт,
Тик бер һин тораһың туҡталып.
Ә ул, һинең һәр көнөңдө урлап,
Оса алға, оса уҡталып...

Тик эшеңә бәйләп кенә уны
Туҡтатырға мөмкин бер аҙға.
Ул эшеңде генә алып китә
Киләсәккә – матур бер яҙға...