1961

Ғарипов Рәми. Әҫәрҙәр. Өс томда, I том. Шиғырҙар, поэмалар. Төҙ. Н.В. Ғарипова. – Өфө, 1996. – 448 бит.

Кеше
«Китһә лә атам...»
Төштәр
«Ҡыштың ап-аҡ дәфтәренә...»
«Йәшәү балҡый...»
Матурлыҡ
«Бала булып булмай, тик бала саҡ...»
Бураҙналар
Диңгеҙ һәм сабый
Төшкөгә ҡайтҡанда
Өндәшмәү
Ғәләмде еңгән ер улына
Һуйыр
«Муйылдар, муйылдар, муйылдар...»
«Кис булдымы, тауыш баҫылдымы...»
«Оҙаҡ тыңлап торҙом сыйырсыҡты...»
Ҡауышыу
«Күҙ алдымда һин булмаған...»
«Беләм, миңә яҙмышыңды бәйләү...»
Егерме йыл үткәс
Байраҡ
Кавказ
Көтәм һине



КЕШЕ
Кеше
Кешеләргә кәрәк булһын,
Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын.
Эшләгәндә,
Янып эшләһен дә
Ял иткәндә,
Көлһөн,
Йырлаһын! Һыҡранмаһын
Тормошонан кеше,
Үҙе биҙәп ҡорһон ул уны.
Ҡыуанһын ул,
Яҡты эҙен күреп
Аҡыллы һәм оҫта ҡулының.
Хыялланһын,
Янһын,
Ҡанатланһын,
Тынғы белмәй алға ынтылһын.
һөйһөн,
Көйһөн,
Күркәм булһын кеше,
Халыҡ ғәме менән ул тулһын!
Үҙ ҡайғыһын
Кескәй ҡайғы итеп,
Иң ҙур байрам көтөп йәшәһен.
Шундай бай, бәхетле итеп күрәм
Киләсәктең
Матур кешеһен!


Китһә лә атам,
Ҡалдырған Ватан.
Шул Ватан тиеп
Башымды ватам.
Уттарҙа янам,
Һыуҙарҙа батам.
Эштәрен уйлап,
Йоҡоһоҙ ятам.

Бар байлығым һин,
И, ғәзиз Ватан.
Шул байлыҡ өсөн
Ҙур рәхмәт, атам!..

ТӨШТӘР
Нисәмә йыл үткән, нисәмә йыл
Атай өйҙән сығып киткәнгә.
Күпме кәкүк ғүмер һанап киткән
Алыҫ яҙҙа һуғыш бөткәнгә...

Тик әсәйем һаман төштә күрә
Ҡайтып кермәҫ беҙҙең атайҙы.
— Ҡайтҡан, имеш, – тиеп һөйләй-һөйләй,
Көтә-көтә әсәй ҡартайҙы.

Бына бөгөн дә ул, сәйен яһап,
Төшөн һөйләй тағы – бер үк төш:
— Хәс элекке төҫө... Кейеме лә
Үҙгәрмәгән, имеш, шул килеш...

Изге төштәр!.. Һис бер юрау яһап
Табалмайһың һин был төштәргә.
Тик, теш ҡыҫып, тағы тотонаһың
Атайҙарҙан ҡалған эштәргә...

Нисәмә йыл инде, нисәмә йыл! —
Сабыр, һаран, ҡайнар йәш менән...
Инде беҙ кермәһәк ине шулай
Һөйгән ҡатындарҙың төшөнә!


Ҡыштың ап-аҡ дәфтәренә
Яҙ яҙа шиғырҙарын.
Ел ҡәләме елеп йөрөй,
Һирпеп ҡояш нурҙарын.

Яҙ шиғырын илһамланып,
Уҡый ҡоштар, йылғалар.
Хатта, иреп, тау-таштар ҙа
Күҙ йәше ағыҙалар!..

Яҙ – йырсы ул, яҙ – рәссам ул,
Төрлө моң, өн, буяу ул.
Яҙ йоҡламай, ижад итә,
Һин дә, шағир, уяу бул!


Йәшәү балҡый,
Йәшәү күкрәй
Кескәй бөртөгөндә бойҙайҙың.
Ул шыттымы,
Нур йоттомо —
Ерҙә тағы ғүмер оҙайҙы.
Алтындарҙан,
Атомдарҙан
Көслөрәк ул кескәй бер бөртөк.
Атайҙарҙы,
Әсәйҙәрҙе
Һөйөндөргән һәр бер төк...

МАТУРЛЫҠ
Үтер йылдар,
Үтер күп быуаттар
Һәм асылыр яңы донъялар.
Беҙҙең тормош,
Беҙҙең әкиәттәр
Тарих биттәренә оялар.
Был тарихты уҡып, киләсәктә
Рәхәтләнеп, бәлки, көлөрҙәр?..
Ә кем белә,
Бәлки, беҙгә кире
Ҡайтыр өсөн һағынып йөрөрҙәр?
һағынмаһалар ҙа,
Һоҡланырҙар:
— Ниндәй көс, тип, ниндәй батырлыҡ!
Шул батырлыҡ —
Беҙҙең матурлыҡ та,
Ә бит ҡабатланмай матурлыҡ!


Бала булып булмай, тик бала саҡ –
Һәр саҡ ҡайтып килә торған ил,
Күңел гөлдәреңдең саңын ҡағып,
Мәңге сафлап, наҙлап торған ел.

Һин донъяны яҡын күргең килһә,
Бала күҙе менән баҡ уға:
Донъя шундай сағыу, шундай ғәжәп,
Иҫең китерлек бит донъяға!

Ҡояш сыға, сыҡ-сыҡ тиеп, һаман
Болоттарға һуҙһам ҡулымды.
Ҡояш! Әй һин, балалыҡ ҡояшым,
Ғүмер буйы яҡтырт юлымды!

БУРАҘНАЛАР
Зәңгәр бураҙналар һалып,
Елдәр һабан һөрә диңгеҙҙә.
Зәңгәр бураҙналар буйлап,
Аҡсарлаҡтар оса, ем эҙләп.

Диңгеҙ түгел, әйтерһең дә,
Күҙ алдымда иген тулҡына.
Ҡояш сыҡҡас, алтын төҫлө
Тос башағын эйеп, ул тына.

Эйе, башаҡ еҫен тоям!
Ураҡ ура, гүйә, караптар,
Елкән күрһәм, ҡыр юлынан
Сабып килгән кеүек пар аттар.

Тыуып үҫкән еребеҙҙе
Килтермәһәк шулай диңгеҙгә,
Күҙ талдырғыс киңлек кенә
Булыр инең, диңгеҙ, һин беҙгә!..

ДИҢГЕҘ ҺӘМ САБЫЙ
Төҫө ҡасҡан. Һары буръяҡ баҫҡан.
Ни булған һуң бөгөн диңгеҙгә?
Ел дә юҡ бит, ә ул ҡоторона!
Ҡоторона шулай елһеҙ ҙә...

Ситлектәге ас арыҫлан һымаҡ,
Дулап йөрөй, һыймай ярына.
Сал ялдарын сайҡап, асыу менән
Ҡорбанынмы көтөп ярһына?

Бер сабыйға әллә асыу итеп,
Йоторғамы уны самалай?..
Ярҙа уға бер ҙә иҫе китмәй,
Таш ырғытып йөрөй бер малай!..

ТӨШКӨГӘ ҠАЙТҠАНДА
Тамамланды ярты эш көнө.
Шундай асыҡтым!..
Ашап килергә тип төшкөнө,
Ҡайтырға сыҡтым.
Һауа – шундай яҡшы!
Яуа – яҙ ҡояшы!
Тышҡа сыҡһаң,
Күҙҙең яуын ала,
Өйгә инһәң,
күҙең тышта ҡала...
Сут-сут һайрап тамсы тама,
Һәр тамсыла ҡояш яна!
Сылтыр-сылтыр көлә ҡар һыуы.
Сеү, уяна йөрәк ярһыуы!..
Күгәрсендәр...
Хатта улар ҙа
Яҙ иркенә буйһоналар.
Ни өсөндөр
Ҡарлы һыуҙарҙа
Дулап-дулап ҡойоналар.
Һалҡын ҡар-бурандар
Аяҡтарын
Ҡыҙартҡан да ҡыштың буйына,
Яҙып-йыйып улар
ҡанаттарын
Хәҙер шулай яҙға ҡойона...
Хатта бөтә халыҡ алдында
Үбешәләр, яҙып аҡылдан!..
Юлдан тейәп кирбес,
шофер елә,
шофер ашыға.
Тик был хәлде күргәс,
көлә-көлә
туҡтай ҡаршыға.
Булһа ла бик ҡабалан
уның эштәре,
Китмәй тора ул һаман,
балҡып тештәре...
Белмәһәм дә уның исемен,
Белеп торам уның хисен мин:
Уртаҡ – хисебеҙ,
Уртаҡ – көсөбөҙ.
Ул, һин, мин – өсөбөҙ
Ошо яҙ өсөн беҙ!..
Ниндәй матур килә яҙ!
Килһен шулай гел аяҙ!
Эшлә, кешем! Һөй!
Көй!
Йыр яҙ!
Моң-һағыш та булһын бер аҙ...
Әммә ҡанға ҡойонмаһын өсөн
Был кешелек вәхши яуҙарҙа,
ҡойон, әйҙә,
ҡойон, күгәрсен,
Дулап-дулап яҙғы һыуҙарҙа!..
Тамамланды ярты эш көнө,
Мин ашарға ҡайтам төшкөнө.

ӨНДӘШМӘҮ
Ни бар һинең өндәшмәүеңдән дә
Мәғәнәһеҙерәк, вағыраҡ?..
Әйтер һүҙҙе ярып әйтер инем,
Тик көтөргә булам аҙыраҡ.

Ауыр уйҙар башты иҙгәндә лә,
Тик атымды ғына ҡыуамын.
Өйҙә ҡайғым көтөп торғанда ла
Мин ниңәлер ҡайтам ҡыуанып...

Ә һин өндәшмәйһең – байлығың шул,
Шунда һинең бөтә ныҡлығың...
Мин бөгөндән һиңә ҡайтмаҫ инем,
Үкендерер иртән юҡлығың...

Һөйәм бит мин! Һөйәм сабыр, ауыр
Һөйөү менән, өҙмәй өмөттө, –
Һүҙе лә бар миндә һандуғастың,
Күҙе лә бар миндә бөркөттөң.

ҒӘЛӘМДЕ ЕҢГӘН ЕР УЛЫНА
Һинең хаҡта
иң-иң көслө һүҙҙе
әйткем килә...
Булмай!
Юҡ һүҙем.
Батырлығың —
иң ҙур матурлыҡ ул,
иң көслө йыр —
бөгөн
Һин – үҙең!..

ҺУЙЫР
Һунарсы дуҫым Әғзәм Омаровҡа
Уйнап ҡына атҡан инем,
Уғым тейҙе һуйырға.
Уғым тейҙе һуйырға ла,
Уны ҡайҙа ҡуйырға?

Уйлап-уйлап ултырҙым да,
Булдым уны һуйырға.
Тик янына «мәйен» ҡуймай,
Күңеллеме һуйырға?

Ишенә ҡуш ҡуйған инем,
Бик килеште һуйырға:
Ҡанатланып осоп китте,
Әйләнде лә ул йырға...


Муйылдар, муйылдар, муйылдар,
Муйыл йылы булып, ул йылдар
Йөрәгемә минең уйылған —
Күмгәйнем мин һине муйылға...

Әле һаман аға ул йылға,
Тик муйылдар инде ҡойолған.
Йәшлек үтмәҫ булып тойолған...
Нисә йылдар үтте ул йылға...

Күңелем юҡ һинән туйынған,
Тик ашманы уйым бойомға...


Кис булдымы, тауыш баҫылдымы,
Мин кемделер көтәм. Был нимә?
Кемдер килеп ишек шаҡыр кеүек,
Килеп инер кеүек бүлмәмә.

Ләкин бер кем дә юҡ. Ишегемде
Бер кем килеп, бер кем ҡаҡманы.
Әллә инде килеп кире китте,
Мөхәббәтем мине тапманы.

Йылмайманы упҡын күҙе менән,
Ишетмәнем һөйәм тиеүен.
Үҙең эҙләп тапмаһаң һин, ахыры,
Көтөп кенә килмәй һөйөүең?..


Оҙаҡ тыңлап торҙом сыйырсыҡты,
Таңға ҡалып сәсән теленә.
Күпме ҡоштоң серле телен белеп,
Ҡайтып килгән тыуған иленә!..

Мәңге йәшел урмандарҙың өнөн,
Моң-өндәрен сахра, күлдәрҙең –
Һәммәһен дә белә! Ишетмәйһең
Ниндәй генә сәйер өндәрҙе!..

Әкәмәт, әй! Артист! Виртуоз бер!
Саҡ ҡылдары китмәй өҙөлөп...
Ләкин ҡайҙа икән үҙ моңдары,
Бармы икән уның үҙ теле?

Һис тә аңламаҫһың: әллә урман,
Әллә дала, әллә тау ҡошо?..
Була шундай оҫта шағир ҙа бит,
Етмәй уға тик үҙ тауышы!..

ҠАУЫШЫУ
Боҙло төндәй мәмерйәнән сыҡтым,
Күҙ сағылды сағыу ҡояшҡа.
Йәш япраҡтың йәшкелт томанында
Ер менән күк килеп тоташҡан.

Ҡая таштай ҡатып, ҡарап торам
Тауға менеп килгән ҡайынға.
Шул аҡ ҡайын үҫкән ҡыразда бит
Еләк йыйған эҙең ҡайылған.

Эҙҙәреңде юллап килеп сыҡтым
Балалығың ҡалған ереңә.
Үҙең булмаһаң да, бынау ҡайын
Үҙең ҡайтҡан төҫлө күренә...

Бәй, ни булды? Әллә күҙем алдай?
Юҡ, алдамай – үҙең күрендең!
Әллә, килгәнемде тойоп, минән
Көнләнеңме тыуған ереңде?

Йәнгә яҡын был ер, йәннәт бит бер —
Әллә һинән, әллә ҡояштан?
Ниндәй иҫерткес был йәшел томан,
Ер менән күк килеп ҡауышҡан!..


Күҙ алдымда һин булмаған,
Һинең хаҡта уйламаған
Көнөм, төнөм бар микән?
Бар икән шул, бар, иркәм.

Ул да булһа, бер табышып,
Йылдар буйы бер ҡауышып,
Бергә булған көн икән,
Бергә булған төн икән...


Беләм, миңә яҙмышыңды бәйләү,
Күңелең теләһә лә, ҡурҡыныс:
Шомло уйҙар һиңә тынғы бирмәй,
Ләкин һин ғорур бул, бул тыныс.

Теләйһеңме, йондоҙ өҙөп бирәм,
Ай ҙа булыр һиңә бүләгем?..
Теләйһеңме, тик һин телә генә,
Ҡабул булыр һәр бер теләгең.

Һин теләһәң, мин бөтәһен дә
Тәүәккәлләй алам юлымда.
Мин сихырсы-йырсы: йондоҙ һүнә,
Йондоҙ яна минең ҡулымда!

ЕГЕРМЕ ЙЫЛ ҮТКӘС...
Егерме йыл үткән.
Егерме йыл! —
Атай өйҙән сығып киткәнгә.
Күпме кәкүк ғүмер һанап киткән
Алыҫ яҙҙа һуғыш бөткәнгә.
Тик әсәйем һаман төштә күрә
Ҡайтып кермәҫ беҙҙең атайҙы.
— Ҡайтҡан, имеш, – тиеп,
Һөйләй-һөйләй,
Көтә-көтә әсәй ҡартайҙы.
Бына бөгөн дә ул,
Сәйен яһап,
Төшөн һөйләй тағы...
Бер үк төш!
— Хас элекке төҫө,
Кейеме лә
Үҙгәрмәгән, имеш,
Шул килеш...
Тере микән әллә,
Йөрөй микән
Сит илдәрҙә генә тилмереп?
Әллә инде уйлап ҡуя микән:
«Булһа ине, тиеп, бер күреп?..»
Изге төштәр!..
Һис бер юрау, яуап
Табалмайһың һин был төштәргә,
Тик теш ҡыҫып, тағы тотонаһың
Атайҙарҙан ҡалған эштәргә.
Егерме йыл үткән...
Егерме йыл —
Сабыр, һаран, ҡайнар йәш менән...
Инде беҙ кермәһәк ине тағы
Һөйгән ҡатындарҙың төшөнә!

БАЙРАҠ
Быяла аҫтында бер байраҡ ята
Сит-ситтәре бөткән тетелеп.
Дәһшәт менән ҡарай йылдар аша,
Ҡында ятҡан ҡылыс шикелле.

Наҙлы бәрхәт һымаҡ ғәмһеҙ түгел,
Шундай уяу, шундай теремек,
Ул – яранан сыҡҡан ҡандай ҡайнар,
Унда – төҫө ялҡын теленең!

Ильич телмәрендәй ыҡсым үҙе,
Ильич телмәрендәй ялҡынлы,
Уның һүҙе кеүек ябай, ғәҙел,
Уның үҙе кеүек яғымлы.

КАВКАЗ
Тотырбәк Джатиевҡа

Тау кешеһе кеүек ғорур Кавказ
Аҡ башлығым кейгән башыма,
Ниҙелер ул хәтерләгән һымаҡ
Баҫып тора диңгеҙ ташына.

Диңгеҙ уның йәш кәләше, гүйә, —
Муйынына килеп һарылған.
Ахыры, ул яуҙан ҡайтҡан ирен
Шундай һөйә, шундай һағынған?..

Ниндәй пар килгәндәр! Бирһен, әйҙә,
Шат ғүмерҙең оҙон, тынысын.
Ҡыяҡ гөлдәр булып үҫһен, Кавказ,
Билдән һалған хәнйәр-ҡылысың!

КӨТӘМ ҺИНЕ
Юрай-юрай,
Юлдарыңа ҡарай,
Көтәм һине, көтәм, кил иркәм!
Көтә-көтә,
Сабырлығым бөтә.
Ниңә, ниңә килмәйһең икән?
Килһәң әгәр,
Ебәр берәй хәбәр,
Ярты юлдан ҡаршы төшәрмен.
Һылыуҡайым,
Һәр аҙымың һайын
Юлдарыңа йондоҙ түшәрмен.
Килмәй ҡалһаң,
Мине утҡа һалһаң,
Күпме йырым ҡала йырланмай.
Кил күҙ нурым,
Кил һин, яҡты йырым,
Ҡояшһыҙ бит ай ҙа нурланмай.