1962
Аҡсарлаҡтар
Ауылдаштар
«Күпме генә йәшәй ерҙә кеше?..»
«Көтмәгәндә мин дошманың булдым...»
«Нихәл генә, яҙғы аҡ ҡайын!..»
Тубырсыҡ
«Ҡыңғырауҙар, көмөш ҡыңғырауҙар...»
Мылтыҡ һәм һандуғас
Суртан язаһы
Шиғри хата
Сарсау
Атым
Болоттар
«Күҙ ҡараһы кеүек һаҡла, шағир...»
Киләсәк
«Зәңгәр күктәй асыҡ күҙҙәреңә...»
Тагы беҙҙекеләр
«Ауыр һиңә, ауыр күтәреүе...»
«Комсомолда һуңғы көнөм бөгөн...»
«Күптән көлгәнем юҡ ине шулай...»
Ҡантүш турғайҙар
Бәхет
Именлек һөрәне
«Бына, ағайың Кавказда...»
«Тағы ҡайттым тыуған өйөмә мин...»
Табибә
«Эйе, йөрәгем таш түгел әле...»
Ырашҡы
Халҡым хаҡында
Ҡыҙ тыуғас
Яңғыҙлыҡ
«Һин ятаһың ярҙа...»
«Ниңә яҡын миңә...»
«Көҙ үҙенең алтын шиғырҙарын...»
Умырзая йыры
Иртә
«Донъя зәңгәр, донъя шундай зәңгәр...»
«Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән...»
«Төтәп ята үрттәр...»
«Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн мин...»
«Шиғыр кеүек булһын бар тормошоң...»
«Бер аяғың баҫһа бөгөнгөгә...»
Туй йыры
Тыуған көн
«Мин йәшәрәм йәшен йәшнәгәндә...»
Умартасы
«Йырың, тыуғас, үлмәһен...»
Салауаттар
Һабантурғай
Осоу
Эстафета
Алма
Төнгө уйҙар
Бешексе
Маяҡ
Сәнғәт
Көтөүсе
Һөйөнсө!
Илһам
Улым йоҡлағанда
Үлемһеҙҙәр
«Күҙ бәйләнә. Төшә киске эңер...»
«Ниндәй шыҡһыҙ, һалҡын һары таң был...»
Утыҙҙы артылғанда
Тырыш ҡаҙ
«Һәр бер үлән, япраҡ ҡыштырлауы...»
Таңғы йыр
«Юҡ, йөрәгем, таш түгелһең әле...»
«Тыпыр-тыпыр баҫып бейей...»
Тәнҡиткә тәнҡит
Тел бәләһе
Уйлап табыусы
Хәсәнгә
Алтын
«Бер күреүҙән ғашиҡ булғаным бар...»
«Мин бит һине, үҙ ағайың булып...»
«Диңгеҙ елдәренә сығып көтәм...»
«Мин яратам ғашиҡтарҙы...»
Бюрократ
Минең йондоҙом
«Сыйырсыҡтар ҡайтты яҙ артмаҡлап...»
«Ҡояш!.. Ямғыр!..»
Күҙҙәреңдең зәңгәр ялҡыны
Ҡайын еләге
«Мин китермен, һин ҡалырһың...»
Яңғыҙ аҡҡош
«Ниндәй матур ҡатын-ҡыҙҙар тәне...»
«Үтте лә китте йәшлегем...»
Аға һыуҙар
«Төн һымаҡ һин тынаһың да...»
Бағышлау
«Һандуғасым! Һайрап туҡтарһың да...»
«Таң әтәстәре ҡысҡыра...»
«Бәхет түгел һиңә минең һөйөү!..»
«Беҙ балалыҡ менән хушлашҡанда...»
Май йыры
«Теләһәк тә барыһын оноторға...»
Поэзия кисәһе
«Һәр тарафым тулы мөхәббәт бит...»
«Ер үҙенең йәшел ҡулы менән...»
«Әйтелмәгән борсолоу мин...»
«Ҡыҙ хәтере ҡыҫҡа, онотмай тик...»
«Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...»
«Һөйгән... һөйөлмәгән...»
«Көнләмә һин мине үткәндәрҙән...»
«Былай үҙең бик матур ҙа түгел...»
«Бәлки, минең һуңғы һөйөүҙер был...»
«Бөтәһе лә ниндәй тәбиғи был...»
Яҙаһы килмәгән шиғыр
Әсәй-Рәсәй
Дүртәү хаҡында
Айҙың көткәне
АҠСАРЛАҠТАР
Ағиҙелдәр аға, аға
Ниңә тулмаған икән?
Ҡоштарҙа – ҡул, беҙҙә ҡанат
Ниңә булмаған икән?
Башҡорт халыҡ йыры
1
Аҡсарлаҡтар, аҡсарлаҡтар!..
Осаһығыҙ ҡыйылып.
Саҡ торам мин, һоҡланыуҙан
Ҡысҡырмайса тыйылып.
Бит әҙернә-йәйә һымаҡ
Аҡбуҙ ҡанаттарығыҙ,
Суҡышығыҙ – тоҫҡалған уҡ,
Мәргән – ҡараштарығыҙ.
Атылғанда тулҡындарға
Йәйәгеҙ менән бергә, –
Һоҡланмайса һеҙгә ҡарап,
Ҡалай итеп түҙергә?
Тиккәме һуң күрке итеп,
Һеҙҙе һайлаған диңгеҙ?
Беҙ, һеҙҙә – ҡул, беҙҙә ҡанат
Ниңә булмаған, тибеҙ...
2
Тик мин һеҙҙе башҡасараҡ
Күрҙем бөгөн томанда.
Күҙ алдымдан был тамаша
Китмәй әле һаман да.
Утрауҙа ултырып, һеҙ
Ниҙер бүлә инегеҙ,
Тамағығыҙ ҡарлыҡҡансы
Ҡый-сый килә инегеҙ.
Ни булған, тип, һеҙгә былай,
Ҡарап торҙом аптырап.
Ҡапыл шул саҡ бер суҡышта
Сабаҡ китте ялтырып.
Шул сабаҡҡа көллөгөҙ ҙә
Ябырылды һөрәнләп.
Талаштығыҙ, яҫҡыштығыҙ
Һәр берегеҙ берәмләп...
3
Ел бауырлап осҡан ҡоштар,
Ниндәй меҫкен инегеҙ!
Күркегеҙҙән утрауҙа
Туҙып ҡалды йөнөгөҙ.
Бер тәғәм шул сабаҡ өсөн
Төштөгөҙ ҡапыл күҙҙән.
Талашырға тамаҡ өсөн —
Балыҡмы юҡ диңгеҙҙә?!
Нишләргә һуң? Аҡсарлаҡ та
Оҡшап ҡалһа ҡарғаға, —
Беҙ, кешеләр, күнеккәнбеҙ
Тик йылмайып ҡарарға...
АУЫЛДАШТАР
Ҡайттым. Бөтәһе лә яңы бында:
Яңы урам, яңы буралар.
Яңы йәштәр яңы йырҙар йырлай,
Яңысараҡ тормош ҡоралар,
Яңысараҡ сәсә, уралар...
Беҙ тапаған баҫыу ҡапҡаһынан
Машинала эшкә китәләр,
Мотоцикл менән һыу ташыйҙар,
Хатта көтөүен дә көтәләр, —
Дыу килтереп донъя көтәләр!..
Монтер, радист – минең иҫке дуҫтар,
Бар иҫкене вата, һүтәләр,
Мин киткәндә тыумай ҡалған ҡыҙҙар
Кис сәхнәлә хайран итәләр,
Миңә ҡырын ҡарап үтәләр!..
«Урыҫ кәләш» алған күршем Заһир,
Ә Фәрзәнә сыҡҡан ҡырғыҙға.
Был ни? Әсәйем дә китап уҡый —
Күҙлек кейеп, сумған «Ырғыҙ»ға,
Оҡшап тора үҙе бер ҡыҙға!
Гүйә, ярты ҡалаҡ онға бутап,
Бешермәгән ауылым балтырған,
Гүйә, ҡайғы, аслыҡ, күҙ йәш күрмәй,
Ғүмер баҡый шулай бай торған!..
(Миңә генә танһыҡ балтырған.)
Шатлыҡлы ла һәм моңһоу ҙа бер аҙ
Был яңылыҡ иҫке урында.
Иҫкесә тик таң уята әтәс.
Тик көн төнәй шәфәҡ нурында,
Ай тирбәлә былбыл йырында.
Иҫкесә тик сиңерткәләр генә
Бәхеттәрен сүкей үләндә.
Юҡ булдыҡ, тип алдай бытбылдыҡтар,
Үлән утлап аттар йөрөгәндә,
Төнгө ҡыңғырауҙар көлгәндә...
Иҫкесә тик таңын кәкүк саҡыра,
Кемдәргәлер һанап ғүмерҙе...
Кәкүк, кәкүк, аһ, һин ҡыҫҡа иттең
Ғүмеркәйен яуҙа күп ирҙең —
Ҡайтып күрмәҫ улар был ерҙе!..
Илгә ҡайтып һәйбәт иткәнһең, тип,
Ҡайтыуымды хуплай бабайҙар.
Тик, ниңәлер, йәштәр генә миңә
Бер шикләнеү менән ҡарайҙар,
Ҡырыҫыраҡ хатта малайҙар.
Имеш, ялға ғына ҡайтҡанмын да
Китәсәкмен тиҙҙән ҡалаға.
Юҡ, дуҫтарым, мин бит шул уҡ һаман,
Һаман миндә шул уҡ ҡан аға,
Шул уҡ күҙем баға донъяға...
Минең һис тә иҫке таҫыллығым,
Йәшлек дәртем әле һүнмәне.
Ос һәнәген ҡулға үҙем тотоп,
Ырғытырмын тотош һүләне.
(Һүлә, тиҙәр беҙҙә күбәне.)
Мин һынатмам, тик һеҙ һынатмағыҙ,
Ә шикләнеү минән – урынһыҙ:
Мин – һеҙҙеке, сөнки һеҙ – минеке,
Һағыныуым, күңел нурым һеҙ,
Йырланасаҡ матур йырым һеҙ!..
Күпме генә йәшәй ерҙә кеше?
Күҙ аса ла бары күҙ йома!
Шул күҙ асып йомған арала ла
Күпме кәртә ятҡан юлына:
Әле аслыҡ, әле һуғыштары,
Әле бола, әле ялғаны,
Ғәҙелһеҙлек, донъя ваҡлыҡтары —
Сылбыр төҫлө киткән ялғанып!..
Ә ҡасан һуң кеше үҙ ғүмерен,
Үҙ тигәнсә үтеп, тамамлар?..
Кешеләргә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ,
Ҡәҙергә лә хаҡлы бит улар!..
Көтмәгәндә мин дошманың булдым:
Дөрөҫлөктө әйттем һиңә...
Бына инде, юлда осраның да
Ҡул да бирмәй киттең миңә.
Ләкин мин һаман да сәләм бирҙем,
Сәләмемде алмаһаң да.
Күҙҙәреңә тура ҡараным мин,
Тура ҡарай алмаһаң да...
Йәнәһе һис мине күрмәйһең дә:
Ситкә ҡарап күҙ аттың һин.
Меҫкен кеше, меҫкен. Бының менән
Тик үҙеңде юғалттың һин!
Нихәл генә, яҙғы аҡ ҡайын!
Килдем һиңә, килдем, дуҫҡайым.
Һағынып килдем һине күрергә,
Һорап хәлкәйеңде белергә.
Туң да икән әле тупрағың,
Шауламай ҙа икән япрағың.
Яңы ғына аҡ ҡар асылғас,
Һының әле һинең яланғас...
Икенсе бер һиңә килгәндә,
Һинең менән уйнап көлгәндә,
Умырзая беҙҙән көнләшер,
Көлмәгеҙсе, тиеп өндәшер.
Тик ҡағылмам умырзаяға,
Былай ҙа бит ғүмере – заяға!..
Ана, инде көн дә байыны,
Хуш бул инде, хуш бул, ҡайыным!
ТУБЫРСЫҠ
Улым Азаматҡа
Уйнайһың һин уйынсығың менән,
Уйынсығың, улым, тубырсыҡ.
Уйнатҡаның ни ул – белмәйһең дә,
Булһын ғына һиңә уйынсыҡ!..
Йоҡлайһың да тағы уйнайһың һин,
Бар тормошоң әле уйында.
Ғүмер бирҙек һиңә, кем булырһың?
Ошо һорау сыҡмай уйымдан.
Күпме көстө һалыр кәрәк әле,
Һиңә кеше булыр өсөн дә.
Киләсәктә шаулар ҡарағай бит
Ята шул тубырсыҡ эсендә!..
Ҡыңғырауҙар, көмөш ҡыңғырауҙар
Ҡыңғырайҙар айлы тынлыҡта.
Ярышып шул тай-тулаҡтар менән,
Һандуғастар шаша таллыҡта.
Ышанмаҫлыҡ һүҙҙәр һөйләйем мин,
Ысын булһалар ҙа һүҙҙәрем.
Хәс тә үҙ-үҙеңде тыңлағандай,
Уйсанланып китә күҙҙәрең.
Ышанырға хатта ҡурҡһаң да,
Ышанаһың, ерҙә яҙ булғас:
Муйыл шундай ташып сәскә атҡан,
Шундай шашып һайрай һандуғас!..
МЫЛТЫҠ ҺӘМ ҺАНДУҒАС
Ахмаҡ уйҙар килә башҡа:
Ниңә әле мин тере?
Сыуалсыҡ бер йомғаҡ һымаҡ
Кешенең был ғүмере...
Нисек итеп һүтергә һуң
Был сыуалған йомғаҡты?
Ниңә үтмәй тиҙерәк төн,
Был таң ҡайҙа олаҡты?
Мылтыҡ тора баш осомда,
Ниңә бөтмәй, тип, төнөң?
Ә бит бөтә бөтәһе лә —
Тарт ҡына бер тәтене...
Тик һалҡын ҡан менән хәҙер
Ҡарайым был ҡоралға, —
Йөрәк инде һандуғастың
Йыры менән сорналған!..
Һайрай ҙа һуң яңғыратып
Бар Йүрүҙән төбәген:
— Былай ҙа, – ти, – ғүмер ҡыҫҡа:
Нәҡ шул мылтыҡ көбәге.
Сыҡ яныма, сыҡ яныма,
Ятма тынсыу ояла —
Минең өсөн генә лә бит
Йәшәрлек был донъяла!..
СУРТАН ЯЗАҺЫ
Һиҙиәт ағай ир ине,
Үҙе бригадир ине;
Тауыштары көр ине,
Беҙҙең яҡта бер ине;
Ағай-эне, тир ине,
Ярар, ҡустым, тир ине;
Кеткелдәп көлөр ине —
Ҡорһаҡ һелкенер ине...
Менгән аты кир түгел,
Бер ерән ҡашҡа ине.
Үҙе лә ул кире түгел,
«Үҙенә башҡа» ине;
Сусҡалары үлеп ятһа,
Себен үлә, тир ине;
Ҡуяндарға ҡарашы ла
Торғаны бер сер ине.
Юҡһа, ҡуян ҡараған дуҫ
Ни һатып эсер ине?..
Һай, ир ине, ир ине,
Сая бригадир ине,
Кәбеҫтәне кәзәнән
Һаҡлатыр бер ир ине!
Шулай ғүмер һөрә торғас,
Етте көндөң башҡаһы —
Ағыуланған ашлыҡ ашап,
Үлеп ҡуйҙы ҡашҡаһы;
Үлгәс үлгән ҡашҡаһы,
Мал табылыр – баш ҡалһын,
Бәләкәй эш ҡашҡаһы,
Бында ҡыҙыҡ башҡаһы:
Йәне бар, тип үлгән атын,
Ҡайырылған уң ҡанатын,
Акт төҙөп «һуйҙылар»...
Үҙен, бывалый һалдат, тип,
Аҡса ашап өйҙә ят, тип
Пожаркаға ҡуйҙылар.
Пожаркала ята торғас,
Тәмәкене тарта торғас,
Кереп китте дәрт уға:
Хәҙер минең эш май, тиеп,
Янғыны ла сыҡмай, тиеп
Көнө-төнө кәрт һуға!..
Көнө-төнө малайҙар
Пожарканан ҡайтмайҙар.
Был һиҙиәт пан, малай,
Ауыҙында бал да май,
Егеп сыҡһа, аты бар,
Эсе бошһа, «ярты» бар...
Ни кәрәк һуң суртанға,
Батырһаң уны һыуға?..
ШИҒРИ ХАТА
Агроном Фәриҙәгә
Аҡ ҡайындың сытыр ботағына
Ниндәйҙер ҡош оя ҡорғандыр,
Ниндәйҙер ҡош оя ҡорғандыр ҙа
Йылдар буйы оя торғандыр...
Ҡап-ҡара ер уртаһында шулай
Иҫән тороп ҡалған аҡ ҡайын.
Ер һөрөүсе уны имгәтмәгән,
Рәнйетмәгән моңһоу дуҫҡайын.
Ел-дауыл да, изге шәфҡәт һаҡлап,
Ҡул һуҙмаған яңғыҙ ояға.
Тәбиғәт һәм шиғри йөрәк уны
Ҡалдырған был яҡты донъяға.
Әй, билдәһеҙ кешем, ер боҙһаң да,
Ер биҙәге – һинең күңелең.
Бындай ғына шиғри яңылышыуҙы
Ғәфү итер ғалим һеңелем...
САРСАУ
Кеше күпте, бик-бик күпте теләй!
Бик аҙы ла етә үҙенә...
Тик мин, йөрәгеңдән башҡа һинең,
Ынтылмаһам ғәләм йөҙөнә.
Һөйөрһөңмө мине?.. Аҙ, аҙ миңә
Ирендәрең, һомғол буй-һының.
Етмәй миңә күңелеңде яулау —
Донъя ятһын миңә буйһоноп!..
Бар тәбиғәт миңә башын эйһен,
һөйһөн мине, үҙен һөйгәндәй.
Ҡул болғаһын ерем, кире ҡайт, тип,
Ай мөгөҙө мине һөҙгәндә...
Танһыҡтарым ҡанмаҫ бер йән миндә,
Һәм тынғыһыҙ, ҡомһоҙ зиһенем.
Саңғы шыуып йөрөгәндә – айҙа!
Бер үбәһем килә мин һине!..
АТЫМ
Юлдан ситкә ҡайырғайны
Атҡайым башын,
Атың йүнһеҙ ат икән, ти
Миңә юлдашым...
Йүнһеҙ, имеш! Ни белә ул
Атым хаҡында?
Ат йөрөткән белә атты:
Артыҡ алтындан!
Ни бар икән аттан яҡшы
Үҙ юлын белгән? —
Аҡыллымдың ни бары тик
Әсәһе килгән!
БОЛОТТАР
Ағыла, ағыла, ағыла
Болоттар, болоттар тағы ла.
Ҡайҙарға, ҡайҙарға болоттар
Ағылып, йығылып бер туҡтар?
Һарыла болоттар тауҙарға,
Ел тауға уларҙы ауҙарған.
Йәм-йәшел тараҡлы ҡарағай.
Әйтерһең, тауҙарҙа сәс тарай.
Таралған болоттар сәсенән
Ваҡ ямғыр тамсыһы сәселә.
Уйҙан уй тыуғандай, тағы ла
Болоттар, болоттар ағыла...
Күҙ ҡараһы кеүек һаҡла, шағир,
Тарих дөрөҫлөгөн йырыңда.
Ул тарихты ата-бабаң ҡорған,
Хыялланып хаҡлыҡ турында...
КИЛӘСӘК
Донъя
Йырҙар менән ҡойонмаһа,
Йә суммаһа шиғри моңдарға,
Кеше,
Сәскә күреп, һаҡланмаһа,
һоҡланмаһа алһыу таңдарға,
Тамағы туҡ, өҫтө бөтөн булып,
Фәҡир булһа уның күңеле,
Тынғыһыҙ бер уй булмаһа унда,
Хисе бөтһә майға күмелеп, —
Барлыҡ революциялар миңә
Мәғәнәһеҙ тик бер ҡан ҡойош
Һәм буш нәмә булыр инеләр ҙә
Алмаҫ инем башҡа мин һулыш...
Ләкин
ошо яҡты, ҙур донъяла
Даһи ижады бар кешенең.
Ошо ижад уны кеше итә
Һәм шағиры итә эшенең.
Ошо ижад, тауҙы тауға һөйәп,
Йылғаларҙы кире ағыҙа.
Ошо ижад, күлде күлгә тейәп,
Тулҡынынан уттар ҡабыҙа.
Ошо ижад, йолҡоп алып ерҙән
Уның ҡауҙан, ҡылған үләнен,
Ер-әсәнең иңдәренә һала
Алтын башаҡ үҫкән еләнен.
Ошо ижад ҡояш сыға торған
Көнсығыштың үҙен уята.
— Илем!
— Йәки үлем! – тигән ирҙә
Киләсәкте ҡорор уй ята!..
Ошо ижад менән мөғжизәләр яулай
Талмаҫ ҡулы шағир халҡымдың.
Ошо ижад менән ул, беренсе булып,
Йондоҙҙарға саҡлы ҡалҡынды!..
Киләсәк ул – тотош ижад иле,
Киләсәк ул миңә – йыр, шиғыр.
Бына шуның өсөн
мин – коммунист,
революционер
һәм шағир!
Зәңгәр күктәй асыҡ күҙҙәреңә
Осоп төшөр кеүек баҡһа ла,
Һин торған бер ғорур бейеклектә
Күңел ҡанатын ул ҡаҡһа ла,
Ситлектәге тотҡон бөркөт кеүек,
Оса алмай ул һинең күгеңә —
Ҡурҡыу ҡатыш сәйер ҡараш менән
Ҡарайһың һин уның күҙенә...
Аһ, был йыйырсыҡтар, йыйырсыҡтар!
Ҡылыс эҙе улар йөҙөндә.
Йәшһең шул һин, бик йәш...
Белмәйһең дә
Күпме нур бар ҡылыс эҙендә!..
ТАҒЫ БЕҘҘЕКЕЛӘР
Кеше! Кешем! Һинең зиһенең менән
Тағы атты ерҙә яңы таң...
Беҙҙең кеше атлай ғәләмдә! – тип
Һөрән һалды илгә Левитан.
Оса ике батыр! Улар ҡайтыр,
Үтәп тағы илем ҡушҡанды.
Һөйөндөрөр тағы бар дуҫтарҙы,
Көйөндөрөр тағы дошманды.
Күр һин, дошман:
беҙҙең дөрөҫлөк был!
Ҡояш булып күккә олғашты.
Бел: ҡояштан ҡапланырға мөмкин,
Мөмкин түгел ҡаплау ҡояшты!..
Ауыр һиңә, ауыр күтәреүе
Утлы дауыл йыйған һөйөүҙе.
Ул яндырып, ул көйҙөрөп бара,
Ни кәрәге һиңә көйөүҙең?
Йәш булһаң да әле, шундай һаҡ һин,
Аҡыл менән йәшәй беләһең.
Аҡыл – алтын! Әйҙә башҡа берәү
Алтын менән һиңә түләһен!..
Шағирҙың юҡ алтын-көмөшө лә,
Бар тик уның бөтөн йөрәге.
Юҡ, кәрәкмәй уға ярты һөйөү,
Хәйерҙең юҡ уға кәрәге...
Комсомолда һуңғы көнөм бөгөн,
һуңғы көнө ун биш йылымдың.
Китәм һинән, ләкин алып китәм
Мин йәшлеген ғүмер юлымдың.
Мин бит һиндә йәшем менән түгел,
Ә йәшлегем менән йәшәнем.
Билетымды шуға тапшырмайым,
Һаҡлап ятһын йәндең йәш мәлен.
Хуш, комсомол! Бир ҡулыңды, дуҫҡай,
Тик онотма кәрәк саҡтарҙа,
Саҡыр мине, саҡыр ауыр саҡта,
Мин булырмын алғы сафтарҙа.
Күптән көлгәнем юҡ ине шулай
Сабый һымаҡ ғәмһеҙ, ҡайғыһыҙ...
Көттөм,
Өмөт иттем,
Ҡайтарыр тип,
Ҡайтмаҫ егермемә ҡайһы ҡыҙ?
Ул һин булдың!..
Килдең егермеңдә,
Ҡабатланмаҫ яҙҙы килтерҙең,
Оноттороп минең бар ғәмемде,
Бар күңелдән мине көлдөрҙөң.
Көлдөм!...
Көлдө тау ҙа,
Көлдө һыу ҙа,
Көлдө ай ҙа күктә тәгәрәп.
Тик беҙҙең туй ине был яҙғы төн,
Беҙҙең туйға тағы кем кәрәк?
Айҙы саҡырҙыҡ беҙ яныбыҙға,
Йондоҙҙарҙы, аҡҡош юлдарын.
Етегәндең алтын ижауынан
Бергә эстек беҙ яҙ моңдарын.
Ҡулдарыңдан ыуып төшөрҙөм дә
Иртә яҙҙың һуңғы һалҡынын,
Көлдөм ғәмһеҙ!.. Һәм иҫерҙем эсеп
Күҙҙәреңдең зәңгәр ялҡынын.
«Ете ҡыҙ»ҙай ойоп, талғын ғына
Бейегәндә ал таң елдәре,
Төш кенәлер был, тип ҡурҡтым мин.
Төш кенә бит ҡайтмаҫ өндәрем!..
Ни бирәйем һиңә был өн өсөн,
Ни генә һуң булһын бүләгем?!
Йырым ҡалһын ҡапҡа төбөгөҙҙә,
Йырымда бит минең йөрәгем...
ҠАНТҮШ ТУРҒАЙҘАР
Түшкенәһе менән көрттәр ярып,
Ҡайтып еткән ҡантүш турғайҙар.
Һағыныуҙар шулай итәлер шул,
Аҡман-тоҡман тип тә тормайҙар.
Туп-туп булып, ризыҡ-ем сүпләргә
Һарылғандар ана сағанға.
Хайран итеп торам шул сағанды,
Алмағасҡа оҡшап ҡалғанға.
Алмалары, алһыу алмалары
Тупылдашып ҡарға төшкәндә,
Ялҡынынан яҙҙар башланғандай,
Ҡарҙар ҡайнап, боҙҙар бешкәндәй...
Үрелгәйнем, өҙөп алайым тип,
Уттай янып бешкән алманы,
Пырылдашып барыһы осоп китте,
Береһен-бер тота алманым.
Елә йылдар! Килә яҙҙар тағы,
Ҡантүшкәйҙәр егеп яҙ килә.
Бары шуныһы йәл: һин тоталмаҫ,
Һин татымаҫ яңы наҙ килә!..
БӘХЕТ
Нимә һуң ул бәхет?
Ҡыҫҡа бер һүҙ —
Ғүмер буйы төшмәй телеңдән.
Ғүмер буйы шуға ынтылаһың,
Ғүмер буйы йәнең-тәнеңдән
теләгәнең ошо —
бәхет ҡошо!
Алға әйҙәй, үҙенә саҡырып.
Аҡ ҡанатлы сихри ҡош булып, ул
Күренмәйҙер күҙгә, ахыры?..
Бер йотом һыу,
телем икмәк тә бит —
Булмағанда – иң ҙур бәхетең.
һыуһын ҡанғас,
тамаҡ туйып алғас,
Был бәхет тә ташлай тәхетен...
Әгәр булһаң юлда,
бәхет алда —
Һинең барып етер урының.
Оҙаҡ ямғырҙан һуң
бәхет һымаҡ
Иркәләүе ҡояш нурының.
Китап бүләк итеү ҙә бит – бәхет,
Китап ҡәҙерен белгән кешегә.
Күпме бәхет
яҡты был донъяла
Бәхет тигән һинең ишегә!..
Эшләр эштәрең күп – сикһеҙ улар!
Йөрөр юлдарың күп – шул бәхет.
Сикһеҙ һинең татыр тойғоларың,
Йырлар йырҙарың күп – шул бәхет.
Йырлағанда, тик йыр бүленмәһен,
Иыр тыңланып бөтһөн – шул бәхет.
Айырылғанда, тик хис һүрелмәһен,
Йәр һағынып көтһөн – шул бәхет...
Бәхет! —
Ҡыҫҡа бер һүҙ.
Һәр кем уның
Үҙенсәрәк аңлай мәғәнәһен.
Мин тик шуны беләм:
кешенең ул —
Бер ҡасан да туймаҫ нәмәһе! —
бәхет ҡошоң —
ошо тормошоң!..
ИМЕНЛЕК ҺӨРӘНЕ
Баш ҡалҡыта тағы ҡара йылан,
Тештәрендә – зәһәр ағыуы.
Төштәрендә күрә тағы кеше
Һәләкәтле йылан сағыуын.
Ятып ҡалған аталар,
Етем ҡалған балалар,
Уңалмаған яралар —
Барыһы ла бар улар...
Тағы ағыу сәсәләр,
Сәстермәгеҙ, әсәләр!
Атылғандар, аҫылғандар беҙгә
Ғәмһеҙ булырға һуң ҡушамы?
Уяу булыу кәрәк кешелеккә,
Йоҡламаған саҡта дошманы.
Кешелектең өмөтөн
Хурламаҡсы булалар,
Кешелектең бәхетен
Урламаҡсы булалар,
Хурлатмайыҡ өмөттө,
Урлатмайыҡ бәхетте!
Яҡты донъя көлгә әйләнәсәк,
Бер-бер ахмаҡ ҡуйһа тура атып.
Таш күтәргән ҡулды тотоп була,
Орған ташты булмай туҡтатып.
Ерҙә күпме халыҡ бар,
Ерҙә күпме хаҡлыҡ бар,
Дошман ҡулын бәйләһен,
Именлеккә әйҙәһен!
Яулағанда тыныслыҡ,
Булһын ҡулда ҡылыс ньгҡ!
Бына ағайың Кавказда,
Диңгеҙ буйында ята.
Беҙҙә буран ҡоторғанда
Бында сәскәләр ата.
Сәскәләр ҙә гөлдәр бында
Аяғың баҫҡан һайын.
Хуш еҫтәре, емештәре
Эленгән тәлгәш һайын.
Ҡыш уртаһы, ҡыш селләһе
Хәтерләтә май айын.
Тик күңелгә етмәй бында
Уралда үҫкән ҡайын.
Уралда йөрөй уйҙарым,
Ҡайтып килә һәр көндө.
Мин Кавказды күргәс кенә
Уралым йәмен белдем...
Тағы ҡайттым тыуған өйөмә мин,
Күңел баҫыр ерем булмағас.
Йәшел ҡулын болғап ҡаршы ала
Мин ултыртып киткән һәр ағас...
Самауырын ҡуя һала әсәй,
Тормошомдо, хәлде һораша.
Күңел илаһа ла көлгән булам,
Күңелемдә моңһоу йыр таша.
Ярай әле, ерҙә шул ҡарсыҡ бар,
Көтөп тора, ойотоп ҡатығын.
һөймәһә лә тапап яурынымдан,
Өҙгөләнә, ҡал, ти, ҡал тағын...
Тик, ниңәлер, тығыҙ тыуған өйҙә,
Күңелемә урын тапмайым.
Ниҙер етмәй! Тап йырҙағы кеүек
Һыҙыла тик йөрәк майҡайым.
Ҡасандыр бер тар бишеккә һыйып,
Бишек йыры баҫҡан күңелем
Бар донъяға һыймай, һулҡып һыҙлай,
Иҫке хистәр бөткән күмелеп...
Ҡайынлыҡҡа барып ятһам ғына
Аңлағандай була һәр ҡайын.
Елбер-елбер йәшел күлдәк кейеп,
Ҡаршылайҙар улар май айын,
Ҡаршылайҙар улар һабан туйын,
Бесән сабыр саҡты көтәләр.
Тик кемдәрҙер минең ҡайындарҙы,
Балта сабып, харап итәләр...
Ләкин улар һаман япраҡ яра,
Һаман бында кәкүк саҡыра,
Ярһып һайрай һаман һандуғастар,
Шул саҡ көлөп бала саҡ тора...
Субыр-субыр аҡҡан йәшен һөртәм,
Сабатаһын бәйләп бирәмен.
ТАБИБӘ
Ни булған был башҡа? Сатнап килә,
Сабып ырғыт теләһә муйындан!..
Ләкин муйын менән генә ҡалһаң,
Шәпме һуң? – тип ҡуям уйымдан.
Йөрөй торғас, дарыу эҙләп таптым,
Ҡаптым бына ап-аҡ төймәне.
Ләкин шул дарыумы? Кире алдым,
Телемә лә хатта теймәне...
Эй, тотондом һүҙлек аҡтарырға,
Оноттом мин бөтә сиремде.
Ләкин табылманы эҙләгән һүҙ,
Эҙләһәм дә түгеп тиремде.
«Табип ҡушыуынса ҡулланыла», –
Тип яҙылған тартма тышына.
Ләкин ярты төндә кем һуң инде
Табип табып килһен башыма?
Ҡапыл, шул саҡ күҙ алдыма килде
Ҡулым етмәҫ һылыу табибә.
Ләкин... бер йылмайып үткәйне бит?..
Сеү, йөрәгем дөп тә дап тибә!..
Баш һыҙлауы төштө йөрәгемә,
Уныһына ҡайҙа дарыуы?
Ләкин эстән генә һөйөндөрә
Иртән уға үҙем барыуым!
Эйе, йөрәгем таш түгел әле,
Уттай, һыуҙай минең хистәрем.
Утҡа – һыуҙай, һыуға уттай булһаң,
Таштай ауыр иртә-кистәрем.
Тулы тормош, оло бәхет биргән
Кешелекле һөйөү кәрәген
Барған һайын мин нығыраҡ тоям,
Көтә уны, эҙләй йөрәгем.
Ярһыу яҙҙар килһә, күңел даръям
Ярҙарынан сыға ашҡынып.
Тик, ғүмерлек яҙын тапмайынса,
Ярҙарына ҡайта ташҡыным.
ЫРАШҠЫ
Ҡыш уртаһы. Селлә.
Был саҡ ерҙең
Сатнап ярылырҙай ваҡыты...
Ә яланда
Быҫҡаҡ ямғыр ҡатыш
Ваҡ ырашҡы яуа, ялҡытып.
Күҙ ҙә астырмайса,
Сәнсеп-сәнсеп,
Энәле боҙ биткә һыҙыра.
Ат ыҙалап йөрө шундай көндә,
Еле лә бит ҡалай һыҙғыра!..
Мин дә ахмаҡ!..
Елгә еленләп гел,
Боҙға быҙаулар бер кешене
Тыңларға бар, имеш,
Кәңәшмәгә...
Юрт, турыҡай!
Тиҙерәк!.. Өшөнөм...
Тағын бына ул ҡағыҙын еҫкәр,
Бирер үҙендә юҡ аҡылды.
Ҡасан шулай ҡағыҙ иттек икән
Ысын йөрәк,
Ысын ялҡынды?
Һүҙҙәр, һүҙҙәр...
Ҡасан эш башланыр?
Килә бөгөн шуны һорашҡым.
Күкрәп ямғыр яуһын!
Ер сатнаһын,
Тик булмаһын ине ырашҡы!..
ХАЛҠЫМ ХАҠЫНДА
Осетин дуҫтарға
Була алһам ине моңло ҡурай,
Урман, далаларҙың хуш еҫе,
Була алһам ине сәсән бер тел,
Урал тауҡайҙарҙың күк төҫө,
Һөйләр инем һеҙгә, көйләр инем
Бар үткәнен башҡорт иленең,
Бар киңлеген халҡым күңеленең,
Бар хикмәтен әсәм теленең.
Көсөм етмәҫ быға, хисем етмәҫ,
Тик хаҡ әйтәм халҡым хаҡында:
Бейеклек юҡ тыуған тауҙарымда,
Бөйөклөк бар кескәй халҡымда.
Һәр башҡортом минең йырсы булыр,
Ат атланып сыҡһа тауҙарға,
Һәр башҡортом минең батыр булыр,
Ҡорал алып сапһа яуҙарға...
ҠЫҘ ТЫУҒАС...
Шағнр-зоотехник дуҫым
Марс Закировҡа
Малай ғына көтөп йөрөгәндә,
Бисәкәйең һиңә ҡыҙ тапты!
Ҡыҙың менән ҡотлап, бына һиңә
Бүләк итәм ошо китапты.
Тыумаһалар шиғырҙарың,
Көймә!
Күберәк ижад ит һин ҡыҙҙарҙы.
Үҫеп һылыу булғас,
Шағирҙар бит
Шиғыр яҙыр, маҡтап уларҙы!..
ЯҢҒЫҘЛЫҠ
Донъя! Донъям!
Яҡты донъям минең!
Туҡта,
Тыңла,
Ишет һүҙемде:
Мин бер саңың һинең,
бөртөк саңың,
Аллаң итеп тоям үҙемде.
Аңла, бел һин:
һөйәм һине, һөйәм,
Бер һөйкөмһөҙ балаң булһам да,
Аңламаның, белмәнең һин мине,
Һинең менән янып тулһам да,
Ваҡлыҡтарың,
Ялған шатлыҡтарың
Күңелемде күпме кимерҙе.
Көйрәп-көйрәп һүнгән күмер кеүек,
Күрҙем бөгөн үткән ғүмерҙе.
Кешеләрең —
Ғәмһеҙ күршеләрем —
Ят күрҙеләр яҡты уйымды.
Ләкин бел һин:
Яңғыҙ ай аҫтында
Яңғыҙ эсмәм хәсрәт туйымды.
Юҡ, мин донъям,
Түгел ундайҙарҙан,
Ул меҫкенлек – ҡолдар өлөшө.
Ә мин хужаң,
Ғорур ижадсың мин,
Мин – биҙәүсең һинең,
Мин – кеше!..
Әгәр бөтә әҙәм минән йөҙ борһа ла,
Танымайса ғорур кисемде,
Мин яңғыҙ ҙа алға атлар инем,
Байраҡ итеп
ошо исемде!..
Һин ятаһың ярҙа,
Иҙел ҡомонда
Һынауҙар еткән шул —
Китап ҡулыңда.
Ҡояш күҙе төшөп,
Иркәләй тәнең.
Шул тән генә өсөн мин әҙер
Бирергә йәнем.
Ниңә һынауҙар бар,
Бергә булғанда,
Мин тик һинең менән
Янып тулғанда?
Ниндәй яҡын миңә
йәшәй белмәгәндәр:
Яраҡлаша, алдай,
көйшәй белмәгәндәр,
Хыялдарға, йырға,
уйға сумғандар.
Бер ҡарындан тыумаһаҡ та
Яҡын миңә улар, туғандар.
Йыр йырларға көйҙәре бар,
Тик йоҡларға өйҙәре юҡ.
Баштары бар, йөрәге бар,
Аштары юҡ, терәге юҡ.
Дандары юҡ, ҡандары бар,
Табынмайҙар юҡ-барға,
юлдарға.
Тик барыбер һуңғы һүҙҙе
улар әйтәсәк,
Улар ҡулында тик
киләсәк!
Көҙ үҙенең алтын шиғырҙарын,
Өҙөп ташлап, елгә тарата.
Шыбыр-шыбыр елдәр шиғыр уҡый,
Көҙ ижадын елдәр ярата.
Тик берәүҙәр ниңә был йырҙарҙы,
Уҡымайса, тапап үтәләр?
Әйтерһең дә, мәңге йәшәр өсөн
Тыуған кеүек, үтеп китәләр!..
УМЫРЗАЯ ЙЫРЫ
Диуана мин, диуана,
Донъя менән йыуанам.
Донъя минең – үҙ өйөм,
Донъя моңо – үҙ көйөм.
Үҙем нисек теләйем,
Ерҙә шулай йәшәйем.
Бер кемгә юҡ зыяным,
Мин тик умырзаямын.
Һәр терегә һөйөнәм,
Тик үлемгә көйөнәм;
Ә хәҙергә – ҡыуанам,
Диуана мин, диуана!..
ИРТӘ
Таң йондоҙо һүнә-һүнә,
Ебәрә һуңғы сәләм.
Уяна ер, уяна күк,
Уяна бөтә ғәләм.
Морнап килгән бәпкә кеүек,
Сипылдап ҡояш сыға.
Торналар ҙа һөрән һала,
Көн аяҙ, тип юлсыға.
Шул көн нурын эсергә тип,
Атым эйәрләп сыҡтым.
Түгә-түгә киләм бына
Үләндәге ысыҡты.
Керпектәрен асып ҡарай
Гөлдәрҙән зәңгәр күҙҙәр.
Башын эйеп, улар миңә:
— Хәйерле иртә! – тиҙәр.
Ә һандуғас, талға баҫып,
Сихри ҡылдарын сиртә...
Ниндәй көслө көн тыуҙыра
Илкәйгә алтын иртә!
Донъя зәңгәр, донъя шундай зәңгәр —
Ҡанатһыҙ ҙа осоп китерлек!
Был юлдарҙан тик бер үтер өсөн
Ғүмерҙәрең буйы көтөрлөк!..
Ерҙе уйып сыҡҡан йәшел энә
Тегә яҙға байрам күлдәген.
Һин киләһең, юҡ, йөҙәһең, йырым,
Һин бер аҡҡош – зәңгәр күлдәге.
Ниндәй көс һуң тағы ҡауыштырҙы
Беҙҙе шулай зәңгәр иртәлә?
Беҙме әллә елде иркәләйбеҙ,
Елме әллә беҙҙе иркәләй?
Аяғыңды зәңгәр шишмә йыуа,
Ниңә тулҡын түгел ҡулдарым?
Беҙ килеп тә еттек. Юл да бөттө!
Ниңә ҡыҫҡа былай юлдарым?
Ҡайҙа зәңгәр сәскә? Юҡ шул әле!..
Мә, алып тор һин тал бөрөһөн.
Тик бынан һуң тал да был донъяла
Зәңгәр сәскә булып йөрөһөн!
Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән,
Иң бөйөк көн әле ул алда.
Килер ул көн, килер ул ҙур байрам,
Туй яһарбыҙ шаулап урамда.
Ул туйға мин, бәлки, барып етмәм,
Ярһыу атым янып йығылыр.
Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул туй,
Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр.
Һөйләшһәләр әгәр туған телдә,
Телгә алыр улар мине лә.
Сөнки мин киләсәк менән бергә
Һаҡлап саптым, телем, һине лә.
Төтәп ята үрттәр
ҡамылдарҙа,
Төтәп ята үрттәр
ҡауҙарҙа.
Иләҫләнә ҡыҙҙар
ауылдарҙа,
Яҙ, яҙ еле иҫә тауҙарҙа.
Сутылдаша ҡоштар
ҡыуаҡтарҙа,
Сутылдаша ҡоштар
һыуҙарҙа.
Сыр-сыу килә илдә
бала-саға,
Сыр-сыу килә, уйнай,
һикерә.
Офоҡтарға һуҙылып,
тауҙар көлә,
Тауҙарыма яҙғы ел килә.
Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн мин,
Янған өсөн яла яғылыр.
Ялған һыйыныр ер булмаһа ла,
Яласылар әле табылыр.
Тик намыҫты данға алмаштырмам,
Юҡ, алданмам арзан даныма.
Мин янырмын ғәҙеллекте яҡлап,
Ҡәләмемде манып ҡаныма.
Һәр нәмәне халҡым зиһене менән,
Халҡым күҙе менән күрермен.
Әгәр кәрәк булһа, илем, телем өсөн
Ғәзиз ғүмеремде бирермен.
Юҡ, теҙләнмәм ялған алдында мин!
Маҡсатымдың иң-иң алыҫын
Яҡын күрер күҙем. Һәм күҙемдә
Балҡып яныр ғорур намыҫым!
Шиғыр кеүек булһын бар тормошоң,
Тормош кеүек булһын шиғырың —
Шулай йәшәргә бит тырыштым мин,
Икеһен дә бергә һыйҙырып!..
Бәлки, һыйғандыр ҙа?..
Тик шикләнәм
Ныҡлы булыуына һүҙемдең,
Ә шулай ҙа,
Ышанаһым килә
Йырым-тормошома үҙемдең.
Кем генә һуң күргән ваҡ баһаны
Үткән саҡта ғүмер юлынан?
Йәшен балҡый тәүҙә,
Күк күкрәүе
Ишетелә бары һуңынан...
Бер аяғың баҫһа бөгөнгөгә,
Иртәгәгә баҫһын береһе,
Эштән өйгә ҡайтҡан һымаҡ,
Киләсәккә ҡайтып йөрө һин.
Ҡояш көлтәләрен ташып унан,
Һуғып төшөр йондоҙ балаһын.
Ай-ҡыйырсыҡ һиңә танһыҡ булыр,
Килһә әгәр эшләп ашағың.
Тиккә генә бәхет сүкемәгән
Эшсе дуҫтың ҡорос сүкеше.
Тиккә генә бәхет урмаған бит
Ай-урағын тотҡан сос кешең...
Тиккә генә ата-бабаларың
Алтын итеп байраҡ сөймәгән.
Тиккә генә улар һинең өсөн
Тыуыр көндө шулай һөймәгән...
ТУЙ ЙЫРЫ
Һай!
Һеҙ пар килгәс, беҙ ҙә килдек,
Ҡотло булһын туйығыҙ!
Тормош туйҙан ғына тормаҫ,
Уртаҡ булһын уйығыҙ!
Ай-һай, туйығыҙ,
Уртаҡ булһын уйығыҙ!
Ҡайғыны ла, шатлыҡты ла
Бергә-бергә бүлегеҙ!
Был донъяла гөлдәр күркәм,
Өҙөлмәһен гөлөгөҙ!
Ай-һай, туйығыҙ,
һыуынмаһын ҡуйынығыҙ!
Һеҙгә тағы беҙ теләйбеҙ
Бәхеттең мул өлөшөн:
Булғас булһын гөлөгөҙҙөң
Бер... биш-алты емеше!...
Ай-һай, туйығыҙ,
Әп итешеп ҡуйығыҙ!..
ТЫУҒАН КӨН
Эс бошорғос талғын сәғәт теле
Нисә ҡабат инде ураны!..
Уйҙарымдың моңһоу ебен һүтеп,
Үкһей тышта февраль бураны.
Ниндәйҙер бер оло мәғәнә лә бар
Келт-келт иткән сәғәт телендә:
Яҡты был донъяға килгәнмен бит
Шул буранлы айҙың төнөндә...
Мин дә бала инем. Хыялландым
Был донъяны гиҙеп сығырға.
Күпкә ынтылдым мин. Тик һуңынан
Ғашиҡ булдым йырға, шиғырға.
Күрҙем яҡшылыҡты, яманлыҡты,
Әсе-сөсөһөн дә татыным.
Һөйҙөм, һөйөлдөм дә буғай,
Улдар бүләк итте ҡатыным...
Күп кешеләр уҙҙы яҙмышымдан,
Күңелемә һалып яҡтыһын.
Бына инде шулай ҡайнай торғас,
Үтте ғүмеремдең яртыһы!..
Үтте!.. Ә һуң ни эшләнем, ни һуң?
Бик аҙ түгелме? – тип һораным...
Эс бошорғос шуға сәғәт теле,
Үкһей шуға февраль бураны...
Мин йәшәрәм йәшен йәшнәгәндә,
Күк күкрәй минең күкрәктә.
Биттәремә ямғыр һыҙырғанда,
Мин шатлыҡтан шашам бигерәк тә.
Аҡтарылһын әйҙә тау-болоттар,
Ҡуптарылһын зәғиф тамырҙар.
Дауыл ҡырһын сибек япраҡтарҙы,
Шат йәштәрем генә тамырҙар.
Ҡалһын ерҙә йәшел сафлыҡ ҡына,
Бөтә сүп-сар һепереп түгелһен.
Ҡыуанмаһаң ошо аҡ бәхеткә
Ҡурҡаҡ йән һин, кеше түгелһең!
УМАРТАСЫ
Ары торһон диңгеҙ, курорттарың,
Карауатың үҙе ял йорто!
Көн дә килә һиңә яҡташтарың!..
Бына Фәҡси (ҡарай бал ҡортон)
Һөйләй миңә баштан үткәндәрен,
Үҙән буйҙарының үткәнен,
Батырҙарын уның, матурҙарын,
Беренсе ҡат нисек үпкәнен...
Таныш тарих, тик тыңлайым үҙен:
— Ауыҙ ит, тим, балыҡ һурпаһын.
Аҙаҡ ҡуйы итеп сәй яһайым,
Сәйһеҙ ни ул табын уртаһы?..
Төшлөктәге ҡояш тәнде өтә,
Тик еләҫ ел тәнде иркәләй.
Еҫе аңҡый ҡайын еләгенең.
Яр аҫтында сабаҡ сирткәләй...
Умартасы мине утарына
Яңы бал ашарға саҡыра:
— Теләһәң, ти, үҙем килеп алам,
Ана унда минең ат тора.
Быйыл бал мул, сәскәләр күп,
Матур килде быйыл бал яҙы.
Тик, ниңәлер бына көн боҙолоп,
Етмәй торҙо бер аҙ аяҙы...
Ә шулай ҙа урман йәмле бит, әй,
Уҡый белһәң уның китабын?..
Бөтә һөйләгәнде, – ти ул аҙаҡ, —
Яҙып ҡуйма кабы һин тағы!..
Ярай, мин китәйем, әтү атты
Бик күгәүен талап йонсота...
Умартасым китте утарына,
Мин оҙатып ҡалдым асыҡта.
Был тарихта артыҡ бер ни ҙә юҡ,
Яңы донъя ла юҡ асаһы.
Тик бар бында бал ҡортоноң
Сәскәләрҙән йыйған мансаһы.
Кешеләрем, минең, кешеләрем,
Ниндәй ҡәҙерле, тим, һөйкөмлө!
Килегеҙ һеҙ миңә, килегеҙ гел,
Мин бит һеҙгә сабый хөкөмлө.
Килегеҙ тик асыҡ күңел менән,
Яҡшы ниәт менән килегеҙ.
Байлығым – һеҙ! Күңел елкәнемде
Илтә һеҙҙең яҙмыш елегеҙ...
Йырың, тыуғас, үлмәһен,
Йылдар саңы күммәһен,
Заман менән йәшәһен,
Йәшәһен дә йәшәртһен, –
Шунда моңо һәр йырҙың,
Шунда йәне шиғырҙың;
Тәбиғәт кеүек булһын,
Илһамың менән тулһын,
Моңһоҙҙар ҙа моңланһын,
Йоҡлағандар уянһын,
Уянһын да уйланһын,
Йоҡлауынан оялһын!..
САЛАУАТТАР
(Шаян йыр)
Салауатҡа килегеҙ ҙә
Беҙҙең яҡты күрегеҙ —
Килгәнегеҙ тороп ҡалыр,
Кире ҡайтмаҫ берегеҙ!
Һай!
Йәмле беҙҙең Әй буйҙары,
Тәмле беҙҙең Йүрүҙән.
һоҡланырһың,
Таң ҡалырһың
Килеп бер ҡат күреүҙән.
Янғантауы, Янғантауы
Үҙе генә ни тора!
Янғантауға аяҡ баҫһа,
Ятҡан тороп ултыра.
Батырҙар ҙа, матурҙар ҙа
Һеҙҙә генә тимәгән:
Батыр белмәҫ, матур күрмәҫ
Салауатҡа килмәгән.
Эш тигәндә, беҙҙекеләр
Эштә ҡуна ятырҙар.
Бөгөн булмаһа, иртәгә
Йондоҙ тағып ҡайтырҙар.
Бейеүсе лә, йырлаусы ла —
Салауатта күп улар.
Беҙ сәхнәгә күтәрелһәк,
Ай-һай, дуҫтар, кем уҙар?
Һалдыҡ Йүрүҙән аша беҙ
Салауат күперҙәрен.
Ожмахтарға кергәндәй бит
Шунан бер үтеүҙәрең!..
Һай!
Йәмле беҙҙең Әй буйҙары,
Тәмле беҙҙең Йүрүҙән.
һоҡланырһың,
Таң ҡалырһың
Килеп бер ҡат күреүҙән.
ҺАБАНТУРҒАЙ
Эй, һайрай ҙа һуң был һабантурғай,
Ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай...
Һабансылар күңелен нурлай-нурлай,
Һай, йырлай ҙа һуң был һабантурғай!
Йә атылып күккә менә уҡтай,
Иә йомолоп ергә төшә туптай,
Ерҙе күккә әйҙәп яна уттай,
Был еҙ шөңгөр ҡасан ялға туҡтай?
Ҡанатынан яҙҙы түгә буғай,
Яҙға ҡойона бар ялан-туғай.
Түгелдер был, ахыры, һабантурғай,
Был йөрәгем, ахыры, шулай йырлай?!..
ОСОУ
Осам, осам! Бала саҡтан бирле
Бер туҡтауһыҙ осам ҡайҙалыр.
Бар тормошом – осоу, ҡолау минең,
Үҙем – ерҙә, күҙем – айҙалыр...
Әкиәт тыңлап, сәмреғошта осһам,
Ҡолас йәйеп остом төшөмдә.
Остом аттан, кәбән баштарынан...
Тик ҡәнәғәт булмай эшемдән,
Бер көн килеп, аэроклубҡа индем.
Нисә ҡабат күккә менмәнем!
Болоттарҙың аҡҡош муйынына
Элеп төштөм ерҙең элмәген...
Мин ҡайҙалыр остом, бер һылыуҙың
Үпкән саҡта тәү ҡат иренен.
Шул көн миңә талмаҫ ҡанат ҡуйҙы,
Шул көндән һуң мин дә ир инем...
Тик османым ракетала ғына,
Тапманылар, ахыры, кәрәген.
Ә шулай ҙа, ут-ялҡынын атып,
Оса һаман, оса йөрәгем.
Ил осҡанда, йөрәк осмаҫмы һуң,
Атмайынса бөтә ялҡынды?
Бәлки, минән дә бер эҙ ҡалыр, тим,
Күңел күктәрендә халҡымдың.
ЭСТАФЕТА
...Юҡ, ул үлемдән мин һис ҡурҡмайым,
Иән бирерҙәй эшем бар минең.
Тик үҙемдән ҡурҡам ҡайһы саҡта:
Аҙ эшләнем, донъя тар минең!..
Минең йәштә күптәр эшен бөткән,
Оло донъя менән йәшәгән.
Киләсәккә хаттар яҙған Таҡташ,
Туҡай йәшен булып йәшнәгән!
Һәм аҙашҡан Бабич ут-дауылда,
Көн тыуырын көтөп ятмаған.
Атһа атҡан уны дошман ҡулы,
Тик намыҫын шағир һатмаған.
Шоңҡар булып осҡан Сәләмем дә,
Йәлилем дә йәнен йыр иткән.
Туфан булып ҡалҡҡан Хәсәнем дә,
Ҡара төнөн хатта нур иткән.
Төрлө заман төрлө һүҙен әйткән
Һәм төрлөсә хөкөм сығарған.
Ләкин һуңғы һүҙҙе әйтер өсөн
Хаҡ бирелгән бары уларға!..
Уларҙан ал йәшәү ҡеүәһен һин,
Күргең килһә хистәр байрамын.
Улар барған изге юлдан атла,
Уларҙан ал шиғыр байрағын!..
АЛМА
Ҡояш нуры, ерҙең һуты,
Кеше тире – был алма.
Шуға нурлы, шуға һутлы,
Шуға эре – был алма.
Ҡояш һымаҡ, тынғы белмәй,
Ерем, тиеп, янмаһаң,
Ерем, тиеп, янып-көйөп,
Ҡара тирең таммаһа —
Кеше эшенең емешен
Ҡулдарыңа һин алма,
Йәмен бирмәҫ, тәмен бирмәҫ,
Харам булыр был алма.
ТӨНГӨ УЙҘАР
Мин уйланыр, яҙыр, уҡыр өсөн
Төндө көтәм, төндө һағынам.
Төндә минең серле илһам ҡошом
Уяна ла ҡанат ҡағына.
Тик ут ҡына булһын, янһын бергә,
Мин арымай тороп, һүнмәһен.
Көндөҙгө эш, тауыш, ығы-зығы
Уйҙарымды кереп бүлмәһен.
Төндә мин ниндәйҙер башҡа кеше,
Башҡа уйлы, башҡа хыяллы,
Төн йөҙөндә тик бер төҫ булһа ла,
Донъям минең мең-мең буяулы.
Һәр бер тауыш, һәр бер һулыш төндә
Башҡаса бер мәғәнә, моң ала.
Ә көндөҙөн, шул диңгеҙгә сумып,
Күҙ-ҡолағың шунда юғала.
Көн – кешенең ҡул-аяғы булһа,
Төн – кешегә аҡыл-йөрәктер.
Күрәһең, шул көндө күрер өсөн
Төнгә китеп тороу кәрәктер.
Күптәр төндө әрләй: меҫкен төн ул
Иң ҡараңғы төҫкә буяла.
Ә бит көнгә сәскә, төн булмаһа,
Сыҙар инеме һуң донъяла?..
БЕШЕКСЕ
Шундай уха бешергән,
Телеңде лә йоторлоҡ;
Бер татыһаң, ғүмер буйы
Тәмен телдә тоторлоҡ!..
Кисен, ҡомай ҡаптырып,
Йәрә һалды тобаға.
Таңда төшөп ҡараһа,
Суртан да алабуға!..
Таған ҡағып яр башына,
Ҡула аҫты, ут яҡты.
Йүрүҙәндән һыуын алып,
«Һә» тигәнсе ҡайнатты.
Ҡуҙғалағы, йыуаһы ла —
Бөтәһе лә ер-һыуҙан!..
Ҡатыҡ менән бергә ҡушып,
Йыр ҙа ҡата ярһыуҙан.
Бесәнселәр маҡтап бөтмәй:
— Ухаһы ла, ну, уха!
Был уханы ауыҙ итһәң,
Бесән сабыу – чепуха!..
МАЯҠ
Ҡаратауҙың бейек түбәһендә
Ҡалҡып тора күккә бер маяҡ.
Шул маяҡҡа менеп ҡарап торһаң,
Ус төбөндә һымаҡ тирә-яҡ.
Йүрүҙәнкәй аға бормаланып,
Бормалары һайын бер ауыл.
Шул ауылдар араһында ята
Тыуып үҫкән минең Арҡауыл.
Тыуған яҡтар! Шунда урман киҫеп,
Бесән сабып, иген сәсәбеҙ...
Ҡырыҫыраҡ, тиҙәр, беҙҙең яҡты,
Тик ул беҙгә – наҙлы әсәбеҙ.
Салауаттай улы, ә ҡыҙы һуң?
Әминәһе һымаҡ һөйкөмлө.
Бай ул үҙе киң күңеле менән,
Моңло боронғо йыр шикелле.
Күп илдәрҙе, күп ерҙәрҙе күрҙем,
Ғашиҡ итте мине йылҡы яҡ.
Ләкин ҡайҙа ғына йөрөһәм дә,
Саҡырып тора мине шул маяҡ...
СӘНҒӘТ
Еңелерәк кеүек шағирҙарға:
Беҙ, исмаһам, тойғо-уйҙарҙы
Һүҙҙәр менән әйтеп бирә белгәс,
Ятҡырмайбыҙ бикләп уларҙы —
Бикләр замандарҙы уҙғарҙыҡ!..
Рәссам да аса үҙ донъяһын,
Йәйғор буяуҙарға буятып.
Ә көй сығарыусы моңо менән
Иң-иң нескә хистәр уятып,
Һөйләй, көйләй белә...
Ә башҡалар?
Нишләй улар – ғашиҡ булһалар,
ҡайғырһалар,
йәки ҡыуанһалар,
Сикһеҙ бәхет менән тулһалар!
Бәлки, әйтмәгән уй көслөрәктер,
Хислерәктер һүҙ,
моң,
буяуҙан?
Юҡ, барыбер ғашиҡ-шағир була,
Уяуыраҡ була уяуҙан:
Ул йыр йырлай,
Ул һүрәттәр яһай,
Буяу алмаһа ла ҡулына.
Шул һөйөүҙән тыуғандыр ҙа сәнғәт
Кешелектең изге юлына.
Тәүге шағир, рәссам һәм көйсө лә, —
Моғайын, ул ғашиҡ булғандыр.
Мөхәббәтен, шиғри, матур,
моңло итер өсөн
ҡулын һуҙғандыр
Был ерҙәге сағыу биҙәктәргә,
шиғри һүҙгә,
сихри моңдарға,
Һәм сәнгәтте алып сыҡҡандыр ул
Үҙе үтер оҙон юлдарға!..
Ә был оҙон, урау юлы уның
Һикәлтәле, ҡыйын булғанға,
Һәр аҙымы һайын мөхәббәтен
Ҡара көстәр быуып торғанға,
Нәфрәтен дә ҡушып мөхәббәткә,
Ҡорал иткәндер ул сәнғәтен...
Эйе!
Һин даулаштың,
Һин яулаштың, сәнғәт,
Ерҙең тәүге азат сәғәтен.
Һин көс булып,
Һин үс булып,
Хис уяттың, уйҙар уйлаттың.
Юлдарыңда күпме ҡорбан ятты,
Юлдарыңда күпме ҡан аҡты!..
Әй, ҡыйыу һүҙ,
тере буяу
саф моң!
Онотмайыҡ изге ҡаныңды.
Кешелектең саф намыҫы итеп,
Күтәрәйек һинең даныңды.
Кеше
ғашиҡ бөгөн
бар донъяға,
Мөхәббәте һыймай йыһанға.
Йондоҙло тел кәрәк бөгөн уға,
Эй, ҡанат ҡуй,
заман,
илһамға!
КӨТӨҮСЕ
Тамара Нечаеваның
«Көтөүсе малайы»на
Ҡарт көтөүсе – кәзә һаҡаллы ай —
Күк йөҙөндә моңһоу йылмайып,
Йондоҙҙарын көтөп арыны ла
Түшәгенә ауҙы ул, байып...
Йондоҙҙарҙың алтын тояғынан
Туҙып ҡалды көмөш томандар.
Күм-күк тауҙар, ниҙер көткән һымаҡ,
Һағайышып, тынып ҡалғандар.
Ҡыҙыл үгеҙ һымаҡ, ҡояш сыға,
Күк көмбәҙен һөҙөп, аҡтарып.
Ә көтөүсе малай, ысыҡ ярып,
Әйҙәп килә колхоз малдарын.
Ул ҡояшҡа ҡарап туҡтап ҡалды,
Күрҙем уның хайран булғанын:
Ике ҡулын елкәһенә ҡуйып,
Һемерҙе ул ҡояш нурҙарын.
Иртәнге ел һыйыр теле менән
Бишмәт салғыйҙарын ялманы.
Тик ул, бер әкиәт уҡығандай,
Ҡояшынан күҙен алманы...
Тора малай нәҡ атаһы һымаҡ,
Елкәһендә – һуғыш нужаһы.
Бына ҡайҙа ерҙең аҫабаһы,
Бына кем ул донъя хужаһы!
Донъя ҡалған уның ҡулдарына,
Ҡайтҡанғаса яуҙан атаһы.
Тик белмәй ул шул ҡояштың кискә
Ҡара хәбәр алып ҡайтаһын...
Сеү! Мин һинең хыялыңды өҙһәм,
Ғәйепләмә, зинһар, көтөүсем.
Мин һаман да әле, һинең һымаҡ,
Көн тыуғанын хөрмәт итеүсе.
ҺӨЙӨНСӨ!
Бураҙнаға һирпеп ебәргәндә,
Ул күгелйем һары тос орлоҡ.
Башы ҡарыш алтын арыш булғас,
Күңелең бит күккә осорлоҡ!..
Шатлығың да,
Ҡайғың да бит һинең
Ошо яңы арыш башағы, –
Әле һөтлө, балауыҙлы килеш
Килеп тора ыуып ашағың.
Әллә күктең төбө төштө, тиеп,
Ҡайғырһаң һин көн-төн ямғырҙа,
Көн ҡыуанда һин бит болоттарҙы
Тының менән тартып алырҙай!..
Эй, игенсем!
Ерҙә иң беренсе
Ғәләм киңлектәрен яулауға
Дүрт күҙ менән бағып
Һин тораһың,
Иң ҙур өмөт бәйләп был яуға.
Килер бер көн, килер, килер ул көн,
Ер үҙенә күкте ҡаратыр, –
Һин теләһәң – күкрәп ямғыр яуыр,
Теләмәһәң – көн нур таратыр...
Беҙ ғәләмгә сәскән был йондоҙҙар
Емеш бирер тиҙҙән, игенсем.
Бейе, ағай, бейе! – тиеп,
һинән
Мин алырмын тәүге һөйөнсө!..
ИЛҺАМ
Ҡайҙа киттегеҙ һеҙ, шиғырҙарым?
М. Кәрим
Белә инем
Шиғыр шатлығының
Күҙ йәш менән ташып барғанын...
Ә хәҙер һуң?
Ҡайҙа юғалттым мин
Йөрәктәге хистәр байрамын?
Бер йыл үтеп китте бына,
Бер йыл!
Бер генә юл яҙһам, исмаһам!
Юҡ шул!
Ҡанат йәйеп, илһам ҡошо
Һис тә осмай икән, осмаһа...
Ҡайҙа осһон?
Ҡайҙа осһон инде? —
Киңлек кәрәк уға осорға!
Ә һин?
Илең
күкте яулағанда,
ерҙе буйһондорған осорҙа
Ултыраһың тар бүлмәлә.
күләгәлә,
Юҡ ем сүпләп, төтөн эсендә...
Ҡайҙан бында
илһам, шиғыр тыуһын?
Үлеп бөтөр булған хисең дә.
Ә бит һиңә
йәшәр,
яныр кәрәк,
көлөр кәрәк,
кәрәк иларға!
Тик шул саҡта ғына
һин – кешеһең
һәм – хаҡлыһың
йыр ҙа йырларға.
Шағир – ел ул,
донъя, заман еле, –
Ҡайҙа булһа, нигә ҡағылһа,
Көйөн шунан ала,
шунан таба,
шунда ғына тыуа
йыр,
илһам!
УЛЫМ ЙОҠЛАҒАНДА
Күҙе уйнай, күҙе яна башлай,
Күктә осҡос күрһә, малайҙың.
Моғайын да, шулай күҙе баҙлап,
Урағына баҫыр ул айҙың.
Бағыр ергә, ниндәй уйынсыҡ, тип,
Аҫтын-өҫтөн айҡап ҡарар ул,
Ниңә бында артыҡ нәмә күп, тип,
Заманынан бер көн һорар ул.
Ул таҙартыр уны сүп-сарҙарҙан,
Һәр урында баҡса үҫтерер,
Әкиәттәге һарайҙарҙы һалыр,
Төҫө уңған ергә төҫ бирер.
Уйнап туйһа әгәр ере менән,
Алыҫ йондоҙҙарға һикерер,
Тыуған ерен сәңгелдәге итеп,
Киң йыһанды тыуған ил күрер...
Яңғыҙ ятмаһын, тип, ай урағы,
Һалыр уға ерҙең сүкешен...
Ә хәҙергә – оса-оса йоҡлай,
Тик дулама улай, сеү, кешем!..
ҮЛЕМҺЕҘҘӘР
Үлем тере! Үлем сағып йөрөй,
Һәр кемгә лә етә ҡаяуы:
Юҡ яҙмыштан уҙмыш бер кемгә лә,
Бер кемгә юҡ уның аяуы...
Ләкин үлемдә лә матурлыҡ бар,
Илем, тиеп үлһәң яуҙарҙа.
Кеше – матур, эшләп оло эшен,
Эш өҫтөндә үлем ауҙарһа...
...Янды Бруно майҙан уртаһында,
Уттарында урта быуаттың.
Ләкин ниндәй ялҡын ҡабыҙҙы ул,
Ниндәй быуаттарҙы уятты!..
Уйҙарыңдан кире ҡайт! – тип үлем
Кеше аҡылына бәйләнде.
Ә шулай ҙа ер әйләнә! – тиеп,
Сал Галилей фәнгә әйләнде.
Кешелектең пәйғәмбәре булған
Хатта Марксты ла тәбиғәт
Аяманы, алды!.. Ләкин ҡалды
Мәңгелек бер тере тәғлимәт.
Ильич һүнде, төҙөп яңы илде,
Хыял илен төҙөп донъяла.
Кемде харап иттем! – тиеп һаман
Үҙ эшенән үлем ояла.
Ә паровоз топкаһында Лазо
Әүерелде һүнмәҫ күмергә.
Батырылды Чапай тулҡындарға,
Тик йыр булып ҡалды ғүмергә.
Үлде комиссарҙар, үлде йәш бөркөттәр
Тура ҡарап үлем күҙенә.
Был үлемдән, ҡыҙыл байраҡ булып,
Йәшәү ҡалды донъя йөҙөнә.
Аҙмы атылғандар, аҫылғандар,
Аҙмы тере килеш күмелгән?
Тик уларҙың ғорур ҡарашынан
Үлем сиккән, үлем еңелгән!..
Ниндәй ауыр хәлгә ҡалғанда ла,
Һин йәшәргә тыуғас был ергә,
Йәшә кеше булып, ә үлгәндә –
Һин белергә тейеш үлергә!
Күҙ бәйләнә. Төшә киске эңер,
Ҡысҡырыша ярһып тартайҙар.
Эшен ҡушып улар бер-береһенә,
Тарт, тиҙәр ҙә, тарта алмайҙар...
Усаҡ яна ярҙа, ҡайнай ҡаҙан,
Еҫен бөркә балыҡ һурпаһы.
Аҫып ҡуйған алтын табаҡ һымаҡ,
Ай яҡтырта табын уртаһын...
Борон-борон замандарға сумып,
Әкиәт тыңлай бергә тирәктәр.
Тик, тынлыҡты боҙоп, баш осонан
Һыҙғырышып үтә өйрәктәр.
Үтер, бәлки, шулай замандар ҙа,
Әкиәттәр ҙә бөтөр иҫкереп.
Ә мин һаман ултырырмын кеүек,
Тылсым теле менән иҫереп...
Ниндәй шыҡһыҙ, һалҡын һары таң был,
Яланғас ел генә күгендә...
Бәлки, һуңғы ҡабат килгәнһеңдер,
Йән өшөткөс бушлыҡ күңелдә.
Гүйә, донъя – моңһоҙ бер һыбыҙғы,
Буш һыбыҙғы – елдәр өрөргә.
Ниҙер үлде, ниҙер һүнде унда,
Кире ҡайтмаҫ өсөн ғүмергә.
Күңелдә тик ауыр юшҡын ғына,
Әрем әсеһе тик ирендә...
Ниндәй фәҡир, ниндәй ярлы кеше,
Йыр юғалһа күңел түрендә!..
УТЫҘҘЫ АРТЫЛҒАНДА
Оса йылдар,
Оса юлдар,
Ғәләм караптарылай!..
Йәшәй кеше,
Эшләй эшен.
Ғазаплана – арымай.
Йәшәүеңә,
Эшләүенә
Инде утыҙ йыл тула...
Ә йөрәге,
Бар теләге
Тик йәшлеккә ынтыла.
Бер табылған,
Гел табынған
Аллаһынан да көлә.
Һүҙ белмәгән,
Күҙ күрмәгән
Көндәр күрәһе килә!..
ТЫРЫШ ҠАҘ
Күҙен йома-йома йоҡомһорап,
Һуңға ҡалған бер ҡаҙ ояла,
Эй, ултырған була көнө-төнө,
Бәпкә сығарам тип донъяла.
Күптән-күптән инде башҡа ҡаҙҙар
Бәпкәләрен йөрөй эйәртеп.
Ә ул, меҫкен, һаман яна-көйә,
Кем уйлаған шулай көйөр тип?
Ата ҡаҙҙан булды бөтә бәлә,
Йомортҡалар булды атаһыҙ.
Бар күңелдән ышанғайны уға,
Тормош, ахыры, булмай хатаһыҙ!..
Яңынан ул һалды йомортҡалар,
Һуңға ҡалыуына ҡарамай.
Шундай сабыр баҫып ултыра ул,
Бит бәпкәһеҙ ҡалыу ярамай!..
Сабыр төбө һары алтын тиҙәр, —
Сығыр әле һары бәпкәләр!
Толғаҡһыҙ ҡаҙ булды, тимәҫ әбей,
Рәхмәт яуғыр, тип тә әйткеләр...
Һәр бер үлән, япраҡ ҡыштырлауы
Сиртеп тора күңел ҡылыма.
Һәр кешенең үҙе, күҙе, һүҙе
Теҙелеп бара ғүмер юлыма.
Көйөндөрә, һөйөндөрә һәр һүҙ,
Һәр һүҙ ала минең йоҡоно.
Уны әйткән елдәй үтеп китә,
Тик күңелдә ҡала тулҡыны.
Юҡ, мин быға һис тә һыҡранмайым,
Зарланамы йылға тулҡынға?
Йәшәүем шул!.. Мин бит әйләндерәм
Шул тулҡынды утлы ялҡынға...
ТАҢҒЫ ИЫР
Ниңә моңло икән таңдағы йыр?
Ярып керҙе ул йыр йөрәккә.
Төпһөҙ упҡындарға осҡан мәлдә
Таяндым мин ошо терәккә.
Был кемдеңдер тәрән моңо ине,
Мәңгелек был алыҫ моң ине —
Шундай яҡын итеп тойҙом уны,
Иренем мин... ә бит туң инем...
Эй, изге моң! Кисер, кисер мине,
Мин ғәйепле һинең алдыңда.
Мин баш эйәм һиңә, был донъяла
Шундай тоғро моң бар сағында.
Юҡ, йөрәгем, таш түгелһең әле,
Тере әле, тере хистәрең.
Күпме наҙҙы, күпме зәңгәр яҙҙы
Һаҡлай әле иртә-кистәрем...
Тулы тормош, оло бәхет биргән
Кешелекле һөйөү кәрәген
Барған һайын мин нығыраҡ тоям,
Көтә уны, эҙләй йөрәгем.
Ярһыу яҙҙар килһә, күңел даръям
Ярҙарынан сыға ашҡынып.
Юҡ, ғүмерлек яҙын тапмайынса,
Ярҙарына ҡайтмаҫ ташҡыным!..
Тыпыр-тыпыр баҫып бейей
Ямғыр минең ҡыуышҡа.
Мин шатланам, мин һөйөнәм
Күк күкрәгән тауышҡа.
Тик һин генә көйөнәһең,
Ҡойоп ямғыр яуғанға,
Мине яңғыҙым ҡалдырып,
Ҡайта алмай ҡалғанға...
Йәшен ҡылысын сайҡап, әй,
Ярһып бейей был ямғыр.
Төнө буйы бейеһен ул,
Һай, уға рәхмәт яуғыр!..
ТӘНҠИТКӘ ТӘНҠИТ
Ҡайҙан уйлап сығарғандар
Тәнҡит тигән нәмәне?
Тыныс ҡына аҡҡан саҡта
Тишеп ҡуя кәмәне...
Үҙем генә ҡыҙармайым,
Хатта ҡатын ояла.
Юҡ, булмаһын ине тәнҡит
Бындай яҡты донъяла!
Булһа ла ул булһын ине
Мамыҡ түшәк шикелле,
Шәкәр кеүек шәрбәт кенә,
Еңгәң һымаҡ һөйкөмлө.
Ә бит тәнҡит был көйөнсә
Тереләй һуйған һымаҡ,
Тамсылап йыйған абруйҙы
Түңкәреп ҡуйған һымаҡ.
Етмәһә бит шул тәнҡите
Килеп тора шиғырға!
Саҡ ҡына ҡырын баҫҡанға
Ниңә ҡыра һуғырға?..
ТЕЛ БӘЛӘҺЕ
Һөйләшәләр,
Һөйләшәләр,
Һөйләшәләр,
Сыҡмай эш!
Тик
ултырған ерҙәренә
Сыҡты... шеш!..
УЙЛАП ТАБЫУСЫ
Элегерәк был машина
Урҙы, һуҡты, елгәрҙе.
Әммә хәҙер уны Нәҙер
Яңысараҡ ебәрҙе:
Ҡатынын да комбайнда
Ҡунаҡтан алып ҡайта.
Киноға ла, концертҡа ла
«СК-3» йөрөп ята...
Хатта хәмерен дә ташый,
Һай, аҡыллы машина!
Тағы бер уй был Нәҙерҙең
Килмәҫ тимә башына!..
ХӘСӘНСӘ
Ер йөҙөндә ни булмаған,
Ни күрмәгән ер-әсә?
Бәғзе әҙәм һөрмәй сәскән,
Хәсән кеүек тә сәсә.
Бына беҙҙең Хәсән ағай
Ҡарт көнөндә ни күргән:
Егеттәре мандолиндай
Сей ҡалдырып ер һөргән.
Ни әйтһен һуң мандолинсы?
Ярай әле тел сәсән!
— Ниңә шулай һөрҙөң, – тигәс,
— Мин, – ти, – Мальцевса сәсәм...
АЛТЫН
Һиңә, иптәш агроном,
Әйтә-әйтә арыным:
Ҡулың һинең ни сәсә,
Шуны бирә ер-әсә.
Тәбиғәттән шәфҡәт көтмә,
Көтһәң, иген дә икмә —
Тупрағыңды алтын ит,
Алтынды тупраҡ итмә!..
Бер күреүҙән ғашиҡ булғаным бар,
Телдән ҡалғаным бар минең дә.
Яҙмышым шул,
Бәхетем шул, тиеп,
Көндәй күргәнем бар миңен дә...
Тик һуңынан өмөт юҡҡа сыға,
Тулҡыныуҙан тына йөрәгең
Күләүектә лә бит
Тәүҙә шулай
Диңгеҙ тәрәнлеген күрәһең...
Мин бит һине, үҙ ағайың булып,
Тирбәтмәнем, йырлап йырымды.
Кил, кәмәлә тирбәтәйем һине,
Эсә-эсә зәңгәр нурыңды.
Көндәр буйы мин бит, үҙең юҡта,
Һинең менән генә һөйләшәм.
Ә үҙеңде ап-аҡ кейемеңдә
Килгән сырхауҙарҙан көнләшәм.
Ә кисен юҡ һүҙем, тик үҙеңде,
Тик үҙеңде килә эсәһем...
Ташлап киткән сабый көнө буйы
Талып көтә шулай әсәһен...
Диңгеҙ елдәренә сығып көтәм
Иртә-кисле мин бер елкәнде.
Ләкин, юҡ, күренмәй ул офоҡта,
Әллә белмәй талып көткәнде?
Рәнйетте, ахыры, елкәнемде
Аҡ бәхеттәр бүләк итмәүем.
Ғәйептер ҙә, бәлки, уны көтөү,
Анһатмы тик уны көтмәүем?..
Мин яратам ғашиҡтарҙы,
Ғашиҡтар матур була.
Наҙлап һөйгән ҡыҙ алдында
Егет тә батыр була.
Тик ҡасандыр таныш хистәр
Йөрәгемә ят кеүек:
Хәҙер инде йәш йөрәгем
Ауыҙлыҡлы ат кеүек!..
БЮРОКРАТ
— Ашарға ҡайт, – тиеп уға
Килгән икән ҡатыны.
— Ғариза яҙ, – тигән ти ул, —
Берҙе түгел, алтыны!..
МИНЕҢ ЙОНДОҘОМ
Ғүмерем буйы мин бит яңғыҙым,
Эҙләйем һине, яҡты йондоҙом.
Юғалдың ҡайҙарҙа?
Юл алдың ҡайҙарға?
һинһеҙ, йондоҙом, юлым бик оҙон...
Ниңәлер күпте көтә күңелем,
Көткәнгә микән күпте киң илем?
Дауыллы йылдарҙа,
Бормалы юлдарҙа
Мин еңел йөклө булмам, һөйөклөм!
Саҡыра тағы алыҫ юлдарым,
Юлдашым минең – йөрәк моңдарым,
Тынғыһыҙ көндәрҙә,
Йондоҙһоҙ төндәрҙә
Күрсе мин барын, яҡтырт юлдарым!
Сыйырсыҡтар ҡайтты яҙ артмаҡлап,
Һайрай ана маҡтап өйҙәрен.
Шаулай-шаулай гөрләүектәр аға,
Етте инде яҙғы өҙәрем...
Сәйер һымаҡ хатта үҙ-үҙемә:
Тәүге ҡабат бер ни көтмәйем.
Һандуғастан, сәскәләрҙән башҡа
Яҙҙан бер ни өмөт итмәйем.
Бөтәһе лә таныш инде хәҙер:
Мөхәббәт тә таныш, дуҫлыҡ та,
Тоғролоҡ та, хатта хыянат та,
Күңелдәге юшҡын, бушлыҡ та...
Тик йәшәге, тик эшләге килә,
Бар тәбиғәт шулай, күрәһең.
Бер ниндәй ҙә ғәм юҡ башта,
Шау яҙ менән тулған йөрәгем!
Ҡояш!.. Ямғыр!..
Ҡояшлы ямғыр бирҙең.
Күҙ йәш аша
Йылмайғанымды күрҙең.
Ян, ян, ҡояш —
Яҡты һөйөүем минең,
Яу, яу, ямғыр —
Янып көйөүем минең.
Сатнап-сатнап
Йәшнәһен әйҙә йәшен,
Күкрәп-күкрәп
Түгелһен әйҙә йәшем!
Ҡояш, ямғыр...
Уларҙан йәйғор ҡалһын,
Арабыҙға
Нурҙарҙан күпер һалһын!
КҮҘҘӘРЕҢДЕҢ ЗӘҢГӘР ЯЛҠЫНЫ
«Ете ҡыҙҙай» ойоп, талғын ғына
Бейегәндә ал таң елдәре,
Төш кенәлер был тип ҡурҡтым мин.
Төш кенә бит ҡайтмаҫ өндәрем?..
Ни бирәйем һиңә был өн өсөн,
Ни генә һуң булһын бүләгем?
Йырым ҡалһын ҡапҡа төбөгөҙҙә,
Йырымда бит минең йөрәгем...
ҠАЙЫН ЕЛӘГЕ
Күк сәскәлә күрҙем күҙҙәреңде,
Аҡ ҡайында күрҙем буйыңды.
Тау-урмандар ҡыҙырып йөрөгәндә,
Белгән кеүек минең уйымды,
Һин, эйелеп, өҙөп бирҙең миңә
Ике тамсы ҡайын еләген.
Өҙөп бирҙең үҙ ҡулдарың менән
Йомарт йәйҙең тәүге бүләген.
Янып бешкән ошо еләк тәмен
Юғалтырға ҡурҡып йөрөнөм.
Гүйә, был пар еләк үҙе ине
Тетрәп торған һинең иренең!..
Мин китермен, һин ҡалырһың,
Ҡалырһың, зәңгәр диңгеҙ.
Һинең мәңгелек ғүмерең
Кеше ғүмеренә тиңһеҙ...
Күк тулҡындар! Елдәр менән
Уйнағанда һеҙ бергә,
Бер заманды берәү килеп,
Баҫып торор был ергә.
Ул да шулай, уйға сумып,
Һоҡланыр һеҙҙең менән.
Һеҙ ул заман кешеһенә
Сәләм әйтегеҙ минән!
ЯҢҒЫҘ АҠҠОШ
Моңая аҡҡош, моңая,
Моңая яңғыҙ ҡалғас —
Ғүмер дуҫы, һәләк булып,
Ҡара ҡайғыға һалғас...
Аҡҡош шундай ҡош икән ул:
Башҡаларҙы иш итмәй,
Башҡа аҡҡош ҡаңғылдаһа,
Тауышын да ишетмәй;
Ғорур һөйөүен үҙенең
Бирмәйенсә йәбергә,
Һауалай ҙа зәңгәр күктән
Ташлана, тиҙәр, ергә...
Тик был аҡҡош оса алмай —
Ҡанатҡайын ҡырҡҡанға.
Сикһеҙ екһенеп ҡарай ул
Янына һырыҡҡанға...
Ниндәй матур ҡатын-ҡыҙҙар тәне,
Һыу ингәндә, ҡомда ятҡанда!
Ҡойоп ҡуйған тере һәйкәлдәрҙән
Яр буйҙары сәскә атҡандай.
Мин, боронғо мәжүси грек һымаҡ,
Был һындарға ҡарап туйманым.
Ҡайҙан кейем уйлап сығарғандар,
Дошман эшелер был, тип уйланым
Табынырға мине көсләһәләр
Әгәр ерҙең берәй йәненә,
Мин табыныр инем донъяла тик
Ҡатын-ҡыҙҙың даһи тәненә!..
Үтте лә китте йәшлегем,
Үткәнен дә тойманым.
Иә үтмә, тип, йә китмә, тип,
Үҙен бер ҙә тыйманым.
Атырға ла өлгөрмәне,
Сәскәһен ҡойҙо гөлөм.
Тик һаман да, сәскә ат, ти,
Ал таңда иҫкән елем.
Аһ, әгәр ҙә мин гөл булһам,
Ал сәскә атыр инем.
Атлап түгел, йәшлегемә
Йүгереп ҡайтыр инем!..
АҒА ҺЫУҘАР
Аға һыуҙар, ай, аға шул,
Беҙҙән һуң да ағасаҡ.
Үкенескә генә ҡала
Беҙҙең бергә булған саҡ.
Үтә йылдар, ай, үтә шул,
Үтә иҫкән елдәрҙәй.
Күңелдән тик һин сыҡмайһың,
Тамыр йәйгән гөлдәрҙәй.
Шиңә гөлдәр, ай, шиңә шул,
Ҡырауҙар ҡырып һала...
Юҡ, шиңдермәм мин гөлөмдө,
Сәстәрем ағарһа ла!
Төн һымаҡ һин тынаһың да
Көн кеүек йылмаяһың.
Ахыры, айҙың серен йыйып,
Ҡояштан нур алаһың!..
Бер өҙлөкһөҙ үҙгәреш һин,
Яңылыҡ һин кис-иртән.
Әллә сикһеҙ сер булғанға,
Ынтылам һиңә, иркәм?
Ҡайғым да һин, шатлығым да,
Бәхетем дә һин минең.
Тик үҙеңде мин дә шулай
Бәхетле итһәм ине!..
БАҒЫШЛАУ
Фәҡәт һинең өсөн был йырҙарым
Рәхмәт һүҙе булып теҙелһен.
Умырзая кеүек яҙыбыҙҙың
Зәңгәр гөлө булып өҙөлһөн.
Ал да уны изге егермеңдә,
Ғүмер буйы һаҡла юлыңда.
Ауыр саҡта йырым осоп килһен,
Бер сихри көс артыр ҡулыңда.
Үтер йылдар, ағыр бик күп һыуҙар,
Ләкин онотма һин был яҙҙы.
Ә миңә ул оҙаҡ илһам бирер, —
Күңелемә уны мин яҙҙым.
Һандуғасым! Һайрап туҡтарһың да,
Тынып ҡалыр, тиеп, моңдарың,
Болоҡһой ҙа тора, ҡурҡа күңел,
Гүйә, шунан матур моң барын
Белмәйем мин... Бына шул матурлыҡ
Ташлап китер кеүек ер йөҙөн,
Башҡаса мин күрмәм кеүек уны,
һандуғасһыҙ ҡалһам бер үҙем...
Ниндәй генә моңдар, тауыштар юҡ,
Тик, һандуғас, һинең тауышың —
Минең өсөн алыҫ йәшлегемдең
Мөхәббәте менән ҡауышыу...
Таң әтәстәре ҡысҡыра,
Әллә таң атамы икән?
Ниңә хәҙер был һуҡмаҡтан
Мин яңғыҙ ҡайтам икән?
Таң әтәстәре ҡысҡыра,
Әллә таң атамы икән?
Нисек һуң башҡа ҡуйында
Ул түҙеп ята икән?..
Таң әтәстәре ҡысҡыра,
Әллә таң ата микән?
Ниңә һөйөү, балҡып тыуғас,
Моңайып бата икән?..
Бәхет түгел һиңә минең һөйөү!..
Был тик минең һуңғы күкрәү.
Йәшене лә һинең йәшлегеңә
Көтөлмәгән бер шом килтерә...
Тик ҡурҡма унан! Дауыл үтер,
Ел баҫылыр. Тыныр ямғыры.
Ҡояш сығыр. Бары тороп ҡалыр
Күңелеңдә алыҫ яңғырыҡ...
Ул да һүнер, алыҫ-алыҫ китеп,
Ер ситендә ялтлар ялағай.
Йәшәрерһең һин дә дала һымаҡ,
Йәшен дә бит кәрәк далаға!
Беҙ балалыҡ менән хушлашҡанда,
Хушлашабыҙ уйһыҙ, шатланып!..
Эй балалыҡ, хатта хушлашҡанда,
Тал сыбыҡҡа ҡала атланып.
Йәшлек менән ауыр хушлашыуы,
Йәшлек кәрәк ғүмер-ғүмергә...
Эй йәшлегем, аяҙ ҡартлығыма
Барып етһәк ине беҙ бергә!..
МАЙ ЙЫРЫ
Шиғыр яҙмай,
Йырҙар йырламай
Үтеп китте күпме ай!
Ниңә улай?
Юҡ, юҡ, ярамай, —
Етте байрам, етте май.
Шытып сыҡты
Йотоп ысыҡты
Ерҙең тәүге үләне,
Әйтерһең, ер
Кейҙе гел кейер
Йәшел ефәк еләнен.
Йырла, күңел,
Әйҙә, йыр түгел,
Күтәр шиғыр байрағын.
Әйҙә, йөрәк,
Уян тиҙерәк,
Ҡаршыла май байрамын!
Теләһәк тә барыһын оноторға,
Мөмкинме һуң барыһын онотоу?
Әле сабый булып көлһәк тә беҙ,
Ул һуңынан килер ут йотоу...
Башҡа берәү сәстәреңдән һыйпап
Уятҡанда һәр бер иртәлә,
Бел – минең ҡул наҙлап һөйөр һине,
Бел – миңең ҡул һине иркәләр!
Мин ғазаптар аша килдем һиңә,
Һин сафлығың аша атланың.
Мин һүҙемде гөлдәр итеп һиптем,
Һин шиғырҙар итеп ятланың...
ПОЭЗИЯ КИСӘҺЕ
Саҡырҙылар беҙҙе бер мәктәпкә,
Беҙ, шағирҙар, шиғыр уҡыйбыҙ.
Ҙур зал тынып ҡалған. Шул тынлыҡта
Өгөт-нәсихәттәр залға туҡыйбыҙ.
Графиндан һыуҙы эсә-эсә,
Беҙ янабыҙ шиғри ялҡында.
Ә шиғырҙар, беҙҙең шиғырҙар
Төрлө бөжәк, ҡорттар хаҡында.
Кисә бөттө. Бына шул сағында
Сығып баҫты бер ҡыҙ талпынып,
Һәм уҡыны һөйөү шиғырын ул,
Йөрәктәрҙе өттө ялҡыны...
Беҙ таң ҡалдыҡ уға,
ғәжәпләндек:
Поэзия үҙе күренде...
Күҙҙәрҙә – нур,
ә йөҙҙәрҙә
Беҙ үлтергән тормош терелде.
Ҡасандыр бит беҙ ҙә
шулай инек,
Һөймәйенсә, хыялланмайынса
Мөмкинме һуң
дөрөҫ йәшәргә?
Һәр тарафым тулы мөхәббәт бит,
Һәр сәскәлә, һәр ҡош телендә...
Ә ниңә мин бер һандуғас түгел
Мөхәббәттең бәллеү гөлөндә?
Тормош даръяһында ҡая һымаҡ
Минең шулай баҫып торошом.
Тик ҡайҙа һуң йырҙарымда минең
Шул шау тулы тормошом?
Аҙмы моң-йырҙары, һүҙ йәйғоро
Ҡамап алған тирә-яғымды!..
Ә мин торам, өнһөҙ-һүҙһеҙ ҡалып,
Йота алмай ошо ағымды...
Муйынымдан һыуға сумған көйө
Сарсап, янып, һыуһыҙ интегәм.
Бар донъяһын һемереп эсер инем,
Ҡулым етмәй һиңә, Етегән!..
Надяға
Ер үҙенең йәшел ҡулы менән
Тағы ла бер яҙҙы күтәрҙе.
Ә һандуғас, һантый, тағы, тағы
Хыялый баш итә күптәрҙе...
Шундай яҙҙа муйыл сәскә атҡас,
Күбекләнеп ташҡан ҡымыҙҙай,
Эсә-эсә зәһәр шул ҡымыҙҙы,
Мин дә ғашиҡ инем бер ҡыҙға.
Һәм беҙ иҫергәйнек икебеҙ ҙә, —
Әллә сәскәләрҙең еҫенән,
Әллә сәскә араһынан баҡҡан
Күк йөҙөнөң зәңгәр төҫөнән...
Ҡойолдолар муйыл сәскәләре,
Тик емештә ҡалды май айы...
Инде үҙе сәскә йыйып йөрөй
Шоморт күҙле февраль малайы.
Әйтелмәгән борсолоу мин,
Һүтелмәгән ҡаты бер төйөн;
Асылмаған бер бөрө мин,
Ҡысҡырмаған оран һәр көйөм.
Кил яныма! Мин йырлармын,
Һәр нәмәлә табып көйөмдө.
Асылырмын сәскә булып,
Һүт тик минең ҡаты төйөндө.
Бар болотоң таратырмын,
Көндәй асырмын мин йөҙөңдө,
Бул тик ғәҙел матурлыҡ һин,
Һин табырһың миндә үҙеңде!..
...Но для женщины прошлого
нет...
Бунин
Ҡыҙ хәтере ҡыҫҡа, онотмай тик
Тәүге мөхәббәтен үҙенең, —
Иә нәфрәте итеп һаҡлай уны,
Иә ғүмергә һөйә өҙөлөп.
Ә ҡалғаны – зәңгәр тулҡын һаны —
Йылдар упҡынында йотола.
Тәүге хистәр, тәүге кистәр генә
Ай серендә һаҡлап тотола.
Үткәне юҡ ҡатын-ҡыҙҙың бөгөн,
Үпкәне юҡ, кисә үпһә лә...
Тик йырҙарға күскән тойғоларға
Упҡындар юҡ, йылдар үтһә лә!
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай,
Шундай ҡыҙҙар – ят та үл инде!..
Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде
Үҙең күр ҙә үҙең бел инде...
Алыҫ-алыҫ йондоҙ
Һиңә ул ҡыҙ,
Төшөңдә лә осоп етмәҫһең.
Төшөңдө лә көнләр кешең барҙа,
Төш күрергә баҙнат итмәҫһең.
Тиҙерәк һүҙҙе ситкә күсерәһең,
Кисерәһең үҙең әсеңдән!..
Бер йылмайып ҡарауы ла уның
Оло бер туй яһай хисеңдә!
Оло бер туй!..
Ләкин был туйҙың бит
Һин кейәүе түгел – ҡунағы...
Күңелдә тик моңһоу бер йыр тыуа —
Етмәгәнме һиңә шул тағы?..
Һөйгән... һөйөлмәгән...
Инде – һөймәй.
Тик һөйгәнен генә
Һөйләп һөйләй...
Көнләмә һин мине үткәндәрҙән,
Үткән һөйөүенән ҡыҙҙарҙың.
Улар ҙа бит бына һинең кеүек,
Ниндәй ғәйебе бар уларҙың?
Күҙҙәреңде һирпеп бер ҡараһаң,
Күҙҙәренә күҙең оҡшаған.
Наҙлы бер һүҙ әйтһәң, тап уларҙың
Һүҙҙәренә һүҙең оҡшаған!..
Сәскәләрҙең бөтә төрҙәренән
Һин йыйғанһың икән гөлләмә,
Бының өсөн һин һуң ғәйеплеме?!. —
Үҙ-үҙеңдән мине көнләмә!..
Былай үҙең бик матур ҙа түгел,
Тик, ниңәлер, һине биҙәнем.
Мин генә тик һине йондоҙ иттем,
Һин генә тик быны һиҙмәнең...
Ә шулай ҙа яратаһым килде –
Һуңғы ҡабат шашып аҡылдан!
Күк күк(е)рәп, ер тет(е)рәп торҙо,
Яралғанда һин был ялҡында.
Матурлығың – минең хыялым ул,
Хыяли бер күңел емеше.
Илаһи бер һүрәт яһап ҡуйғас,
Мин йәшәйем әле, мин – кеше!..
Бәлки, минең һуңғы һөйөүҙер был,
Һуңғы балҡыуылыр күҙемдең?
Ғәйепләмә минең сәйерлекте,
Яҙға әйләнеүен көҙөмдөң.
Шундай сағыу был көҙ, әкиәт көҙ,
Әйтерһең, ул сабый һүрәте!..
Яна, яна мең-мең буяу менән,
Алтын ялҡындарын көйрәтеп.
Тиҙҙән, тиҙҙән уттай йәшеллектең
Тороп ҡалыр бары ҡау-ҡыуы.
Ләкин ниндәй мәғрүр, тантаналы
Әкиәттең ошо балҡыуы!..
Бөтәһе лә ниндәй тәбиғи был:
Килдегеҙ ҙә минең ҡыуышҡа,
Әкиәт, йыр, шиғыр тыңлап, йоҡлап
Киттегеҙ һеҙ минең тауышҡа...
Ә бит һеҙ балалар түгел инде,
Һеҙ икегеҙ – ике еткән ҡыҙ.
Мин дә ат көтөүсе малай түгел...
Шундай һиҙгер һеҙҙең йоҡоғоҙ.
Тик бер ни ҙә юҡ. Яр буйында бары
Кәмә ята, йөрөй ат ашап.
Миңә ғәжәп!.. Ҡуйы томанда тик
Һандуғастар ғына һаташа...
ЯҘАҺЫ КИЛМӘГӘН ШИҒЫР
Һис яҙаһы килмәй был шиғырҙы,
Башта ҡайнай башҡа шиғырым.
Ләкин бына килеп керҙең дә һин,
Тыумайынса ҡалды шул йырым.
Ул йырҙы мин айҙар, йылдар буйы
Йөрәгемдә наҙлап үҫтерҙем.
Үҫтерҙем дә, тыуыр көнөн көтөп,
Тыумаҫ элек быуып үлтерҙем.
Тулғаҡ тотҡан әсә кеүек, уны
Ғазапланып ижад иткәндә...
ӘСӘЙ-РӘСӘЙ
Бөтәһенән матур, зиһенлерәк,
Уңғаныраҡ минең әсәйем,
Мин тик һинең менән ҡыуанамын,
Мин тик һинең менән йәшәйем!
Аҡ биләүгә мине биләгәндә
Уйлағанһың бәхетем хаҡында.
Көсһөҙ саҡта миңә көс бирәһең,
Йылытаһың мине һалҡында.
Көләс ҡояш сыҡмай йөҙкәйеңдән,
Йәш йөрәгең Мәскәү булғанға,
Алтын билбау булып, билкәйеңдән
Күк Уралым урап торғанға.
Мин йырлайым һине үҙ телемдә,
Тел-асҡысын бирҙе әсәйем.
Йәш бөркөттәй ғорур осор өсөн
Ҡанатымды кирҙең, Рәсәйем.
Мин ғүмерем менән бурыслымын,
Һөйөүемдең илһам иле – һин.
«Әсәм!» – тигән саҡтарымда һиңә,
«Улым!» – тиерлек булһам ине мин.
ДҮРТӘҮ ХАҠЫНДА
Күпме маҡтау,
Күпме данлау һүҙе
Ҡырҡ көнгә – дүртәү хаҡында.
Берәүҙәр шик тота,
Ә берәүҙәр
Аптырайҙар, яҙып аҡылдан.
Ләкин миңә был һис ғәжәп түгел,
Был маҡтауҙар хатта уңайһыҙ:
Ай нурына ниңә табынырға,
Ҡояштан бит нуры ул айҙың?..
Үҙ ҡеүәтен бирҙе был дүртәүгә
Ҡояш һымаҡ йомарт киң илем.
Улар менән бергә булмаһам да,
Бишенсеһе унда мин инем...
АЙҘЫҢ КӨТКӘНЕ
Кеше аҡылы бит, йәшен булып,
Ғәләмдәге айға атыла.
Кеше күҙе, ерҙе ташлап китеп,
Сығып ҡарай айҙың артына!..
Айҙа беҙҙең ураҡ-сүкеш йәшәй,
Ай йөҙөндә нурлы миң булып.
Тик ниңә һуң шиғыр тыумай ерҙә,
Ошо бөйөк миңгә тиң булып?
Ә бит айға нисә быуат буйы
Хужа булып килде шағирҙар!
Һәм ай тураһында һүҙ әйтмәгән
Бер шағир ҙа юҡ шай был ерҙә?
Ләкин айҙа, моңһоу нур эсендә,
Күргәндәр тик һылыу бер ҡыҙҙы.
Уға ҡушып тағы маҡтағандар
Ай янында яҡты йондоҙҙо...
Берәүҙәре айҙы баҡыр иткән,
Йә биҙәгән алтын-көмөшкә.
Ә яңғыҙ ай? Ул тилмергән икән
Ябай ғына ураҡ-сүкешкә!..
АЛТЫН ИТ!
Һиңә, иптәш агроном,
Әйтә-әйтә арыным:
Ҡулың һинең ни сәсә,
Шуны бирә Ер-әсә.
Тәбиғәттән шәфҡәт көтмә,
Көтһәң, иген дә икмә —
Тупрағыңды алтын ит,
Алтынды тупраҡ итмә!..
АКРОБАТ-ШОФЁР
Бейек тауҙың ҡаҡ башынан
Төшөп килә машина.
Шул машина етә яҙҙы
Шофер егет башына...
Орлоҡҡа тип барғайны ла,
Берҙе «кәгеп» алғайны.
Кинәт күҙе бәйләнде лә,
Машина зыр әйләнде, —
Ҡапланып барып төштө,
Орлоғо китте туҙып.
Үҙе йәмшек кабинала
Ята аяғын һуҙып.
Айнып иҫенә килгәс тә,
Уйлана шофер егет:
— Инде миңә тура килер
Йөрөргә үгеҙ егеп...
ИҪӘПҺЕҘ ИҪӘПСЕ
Ағаҡайым, Шәйхинур,
Ни сәскәнһең, шуны ур:
Ағай булһаң да үҙең,
Бар һиңә әйтер һүҙем:
Утрауҙа мәжлес ҡороп,
Контораңа кермәйһең,
Халыҡ эшләй дөйәләй,
Төймәләй ҙә күрмәйһең.
Шылт-шылт төймә тартһаң да,
Төймәләрең тыңламай.
Берәй заман отчетыңды
Бирерһеңме һуңламай?
Көрәгәгә бәрәкәт! – тип
Ҡысҡырғанда йүнең бар.
Әммә ләкин онотма,
Иҫәп-хисап көнө бар!..
ИСЕМЕН ӘЙТМӘЙЕНСӘ
Һеҙҙә шундай кеше бармы?
Бар беҙҙә ундай кеше:
Әрәмтамаҡ та тимәйем,
Бар уның эшләр эше.
Тик эш хаҡын эсеп бөтөп,
Ҡайтып керһә өйөнә,
Ҡул күтәрә ҡатынына,
Ләх иҫерек көйөнә.
Балаларҙың ҡотон алып,
Боҫтора ул мөйөшкә.
Иртән торғас, башын сайҡай,
Хайран ҡалып был эшкә...
Ниңә ҡыҙара ҡолағың,
Уҡығанда һүҙемде?
Әллә, ҡорҙаш, был көҙгөнән
Таныныңмы үҙеңде?..
ҠУЛДЫ ҠУЛ ЙЫУҺА...
Ала һыйыр булып ята
Беҙҙең ауыл ерҙәре.
Һабанға һалам урала,
Һай, ҡыйын һөрөүҙәре!..
Ала һыйыр булмаҫ ине
Беҙҙең ауыл ерҙәре,
Көнө-төнө эсеп йөрөй
Уның бригадирҙары.
Көнө-төнө эсмәҫ ине,
Оҙон икән ҡулдары.
Таҡыр икән йөкләп-йөкләп
Иген һатҡан юлдары.
Бер Хөснулла булманы,
Йөҙ Хөснулла булды ул,
Йөҙ Хөснулла булмаҫ ине,
Йыуа икән ҡулды ҡул...
ЯЛҠАУ
Ялҡау сыҡһа баҫыуға,
Зар илап ята ере:
Сәскестәре орлоҡ түгел,
Частарын сәсеп йөрөй:
Ҡорал илай, ҡорал һыҡтай,
Ҡоралды ялҡау тотһа...
Ярай ҙа һуң, сәскәс, бында
Запчастар шытып сыҡһа?..
БРИГАДИР ТӨШӨ
Бригадирҙың хәле мөшкөл,
Нимә һөйләп тораһы! –
Һыйырҙарҙың, һарыҡтарҙың
Юҡ аҙбары, ҡураһы.
Ниҙәр генә уйлай тиһең
Таң атҡанда был Ғата.
Ҡырҡ эшең ҡырылып ятһын,
Төш күреп йоҡлап ята:
Имеш, һыйырҙар үҙҙәре
Кергән бының өлөшкә —
Балта-бысҡыларын алып,
Тотонған төҙөлөшкә...
ҠЫҘ УРЛАУ
(Трагикомедия)
Элек ҡыҙҙарҙы урлаған
Бөркөт кеүек егеттәр.
Хәҙер инде ул егеттәр
Ҡаҙ урлаған кеүектәр.
Бына шундай ике егет
Юлыҡҡан беҙҙең яҡҡа.
Егетбеҙ, тип бер ҡыҙҙы
Киткәндәр һалып атҡа.
Тик нишләргә? Һай, үткән шул
Ҡыҙ урлау замандары,
Күшегеп йөрөп ҡайтҡандар,
Туңдырып танауҙарын.
Их, егеттәр, ҡарап торһаң,
Һөлөк кеүек егеттәр!
Ҡыҙ урларға һуңлап тыуғас,
Ҡаҙ урлаған кеүектәр!..
Һеҙгә тигән һылыу ҡыҙҙың
Урланыр йәше үткән —
Етмеш йәшлек әбей булып,
Тештәре төшөп бөткән!..
НУҠТАЛЫ ҠАТЫН
Бар ине беҙҙең арала
Комсомолка Ғәйниә.
Кейәүгә сығып Юлайға,
Юғалды әллә ниңә?..
Аттар ҡарағаңға микән
Ғәйниәнең «сеньоры»,
Атының да, ҡатындың да
Сың-сың итә сынйыры.
Ғәйниәне урамға ла
Сығармай икән Юлай...
Ҡатының бит ат түгел,
Нуҡта кейҙермә улай!.
ШӘҒӘЛИ ВӘ ШӘРҒИӘ
Сейәлетау, Сейәлетау,
Сейәле тау итәге...
Сейәле тау итәгендә
Шәғәли зав бит әле.
Шул Шәғәли үҫтерә, ти,
Яңы тоҡом сусҡалар:
Ҡарауһыҙ ҙа йәшәйҙәр, ти,
Ҡабан һымаҡ сос улар!
Ҡыштан бирле был сусҡалар
Йөрөй батҡаҡ кисеүҙә.
Завтың унда ҡайғыһы юҡ,
Бар ҡайғыһы әсеүҙә.
Башҡынаһын әйләндергән
Фермалағы Шәрғиә.
Алты бала атаһын ул
Итә, ти, бик тәрбиә...
Таһир-Зөһрәң ары торһон, –
Бал ҡоймаған Зөһ(ө)рә,
Таһир ҙа бал татымаған,.
Ә Шәғәли – һемерә!..
Сусҡалар ҙа ҡыуана, ти:
— Һай, беҙҙең зав шәп әле.
Танау сөймәй, беҙҙең менән
Бергә аунай Шәғәли...
ЯҢЫ ЯНҒАНТАУ
Ырҙын тулы ашлыҡ ята,
Ята янып, күгәреп.
Йә киптереп ялсытмайҙар,
Йә бөтмәйҙәр елгәреп.
Янған тауың ары торһон,
Юҡ был тауҙың кәрәге.
Һыҙланғандар килеп ятһын,
һыҙламаһа йөрәге!..
ВЕТВРАЧ
Собханалла! Күҙ теймәһен,
Ветврачҡа ни булған?
Әллә алмаштырып ҡуйған,
Әллә яңынан тыуған?
Һүҙҙәре лә ипле генә,
Кеше төҫлө төҫө лә;
Ерҙә лә бит аунап ятмай,
Кеҫәл булып эҫелә.
Хатта врачҡа ла үҙе
Оҡшап тора, бахырың.
Ни булған һуң уға былай?
Спирт бөткән, ахыры...
ИШӘЙ МЕНӘН ҠУШАЙ
Ике күҙҙәй ике күрше
Бергә йәшәй юл аша.
«Көн дә байрам, көн дә туйы
Булһасы!» – тип шаулаша.
Ишәй ятҡанда кирелеп,
Ҡушайы ла иҫнәйҙер.
Улар өсөн иген үҫмәй,
Яҙ еле лә иҫмәйҙер.
«Әйҙәгеҙ, механиктар,
Яланға!» – тигән һүҙгә,
Әйтер улар: «Яландар, – тир, –
Үҙҙәре килһен беҙгә!..»
САЯ СӘПСЕК
(Мәҫәл)
Түҙмәй сәпсек бөркөт данына,
Тоҙ һибәһе килде ҡанына!..
Ләкин ҡанмаҫ үсен алырға
Әмәлен һуң нисек табырға?
Бөркөт төйәге бит ҡаяла,
Сәпсекме һуң уға ҡыя ала?
Ҡайҙан табырға һуң уға көс?
Тик таптыра икән көстө үс.
Ояһында ятып, бөркөттө
Бер көн килеп сәпсек өркөттө.
Тик үҙенең теле бәйләнде,
Осоп төшөп, саңға әйләнде...
РЕМОНТТАН ҺУҢ
Тыр-тыр... трактор,
«Тырплан»ды тултырам.
Ремонттан сыҡҡайным да...
Ремонт көтөп ултырам!
БЕҘҘЕҢ КЛУБ
Беҙҙең клуб асыҡ тора,
Килегеҙ ҙә керегеҙ.
Беҙҙең клуб һыуығына
Түҙә алмаҫ берегеҙ.
Бик көнбағыш ярғың килһә,
Инеп ултыр клубҡа.
Тик онотма килгән саҡта
Уранып кил толопҡа.
Ә мөдирен, мөдирен, тим,
Инде ҡайҙа ҡуйырға?
Күп ҡалманы, көтөгөҙ, ти,
Пенсияға сығырға...
ҠАЙМАҠ
Дуҫҡа килдем. «Һаумы, Ким?
Хәлдәр нисек кенә?» – тим.
«Шәп кенә», – ти миңә Ким, –
Кинәнергә лә мөмкин:
Тәмле булһын, тип сәйең,
Ҡаймаҡ һалды әсәйең...
Алып шул саҡ ҡаймаҡты,
Ҡараным ҡайтыр яҡты.
Ҡайтып тиҙ-тиҙ ҡыуышҡа,
Сәй ҡайнаған тауышҡа
Бик шатланып ултырам,
Сәйнүккә сәй тултырам.
Төн дә матур: ай яҡты.
Алам тоҡтан ҡаймаҡты.
Ауыҙ һыуым ҡойола —
Ҡапмай ҡалай тыйылам?
Тиҙ-тиҙ яғып икмәккә,
Ҡапһам, был ни! – Ҡаймағым...
Булғансы, һай булмаһа,
Иҙән буяуы лаһа!..
(Яратһаң шулай ҡаймаҡ,
Бар икән күҙ аҡаймаҡ!)
Ахун ауылы,
Ҡарағай морон
ПАРТКОМДА
Ултыраһың, Сәғит, парткомда.
Кәмә – ҡомда. Тарт ҡомдан!
Яңы тирмән. Он юҡ элеккесә.
Яңы бина. Эштәр иҫкесә.
Минең иҫ-аҡылым етмәй,
Ә һинең бит иҫ тә китмәй!..
Ҡоймаҡ бешерерлек он да булмағас,
Ниндәй игенсе һин... Булма, ҡас!
Телефоның яңы – автомат.
Үҙең иҫке автомат. Тот та ат!
Һөйләшәһе килде халыҡ хаҡында.
Уйың да юҡ хаҡлыҡ хаҡында,
Тик һин киттең үҙ юлыңдан.
Ә мин киттем үҙ юлымдан.
КҮҘ БУЯУСЫ
Күҙ буяусы ҡырҡ алдарҙың
Һүҙҙә эше ал да гөл:
Тауығын да тауис итер,
Тик тауыҡ тауис түгел.
ҒАРИЗА
Атым да юҡ, ҡатын да юҡ,
Ултырам өйҙә яңғыҙ.
Ҡатын түгел, ат һорайым,
Атһыҙ минең эш һанһыҙ.
Айҙан, көндән өр(ө)ккән бер
Күк атты ла алдығыҙ.
Ҡайтып эшләй башлауымдан
Бер ҡайғыға һалдығыҙ...
Нисә ҡабат керҙем инде
Һиңә, иптәш директор,
Өҙөп бер һүҙ әйтмәйһең һис,
Әйтер инем... тороп тор!
«Конедень» тип баш ватырға
Ат көнө бит – тамсы ул!
Ә таянған талың кем һуң?
Ул бит йәштәр – комсомол.
Шул йәштәрҙе алыштырма
Бер хоҙайҙың малына.
Ир-ат һүҙе – үҙе бер ат,
Балта сапма талыңа...
Ғаризамды кире ҡаҡһаң,
Бәйлә аттың ялына.
Ялынырҙай түгел инем,
Тик эш өсөн ялынам.
МЕҪКЕН
Шыптыр-шыптыр... Әллә ямғыр,
Әллә ҡомаҡ клубта?!.
Юҡ, һин көнбағыш яраһың,
Культуралы булып та!
Әллә туймай килдең микән,
Әллә ашың аҙ микән?
Бүркеңде лә сисмәгәнһең,
Әллә башың таҙ микән?
Таҙҙар ҙа бит бөттө хәҙер
«Ай сыҡты!» – тип көлөргә.
Бирәндәр ҙә юҡ шикелле,
Гел тығынып йөрөргә?..
Алйотлоҡ та китте беҙҙән,
Саф-сәләмәт ауылдар.
Тик бер һинең башта ғына
Һеңеп ҡалған ағыу бар:
Бик йыш ҡына һин клубҡа
«Аҡ»ты һалып киләһең.
Кешеләрҙең ялын боҙоп,
Ҡыйҡыулайһың, көләһең.
Шөрөптәрең етмәй тиһәм,
Улар ҙа етә кеүек.
Әҙәм кеүек йөрөй торғас,
Ауаһың көлтә кеүек.
Миңә йәл һин, меҫкен кеше,
Меҫкен һинең «батырлыҡ».
Ҡайһы саҡта һин батырҙы
Утын итеп ватырлыҡ!..
КӘЗӘ-ЕГЕТ
Әзмәүерҙәй бер егет
Ултыралыр клубта.
Лекцияға кермәй ул,
Әйтеп түгел, ҡыуып та...
Миндә эшең булмаһын, тип,
Кәзә һуғалыр үҙе.
Кешелер тип өндәшкәйнек,
Сығып килә мөгөҙө!
СПИРТТИН-ХӨСНӨТДИН
«Был кем?» – тиеп һораһағыҙ,
Был минең Хөсни ҡоҙа.
Арыу ғына йөрөгәндә,
Тота ла эште боҙа.
Әллә ниндәй ғәҙәт унда —
Әллә әшнәһе шешә?
Шул шешәгә күҙе төшһә,
Үҙе һикереп төшә.
Әле һаман йөрөтә ул
Комсомол тигән исем.
Иҫкермәй ҙә, ҡартаймай ҙа
Спиртлап ҡуйған өсөн!..
ТИМЕР ҠАҘЫҠ
(Ике туған)
Тимер ҡаҙыҡ, тимер ҡаҙыҡ,
Кем һуң һине ҡуйған ҡағып?
Һарат менән Буҙатты
Кем һуң һиңә оҙатты?
Ағай-эне талашыр, ти,
Атҡа менһә, ярашыр, ти.
Нисек итеп менәйек,
Нисек ырыҫ бүләйек?
Һиңә менеп, ҡалҡыр инек,
Йондоҙ булып балҡыр инек, —
Үҙебеҙ яҡын да һуң,
Тик, йондоҙ, алыҫтаһың!..
Күрмәгәнде күрҙем инде,
Күрәһеләрем булғас;
Сабата ла үрҙем инде,
Үрәһеләрем булғас...
Етмәгән тик етен талҡыу,
Етмеш һәнәрем булғас...
Етен талҡып, еп иләп,
Киндер күлдәк кейҙерер,
Һөймәгәнгә һөйкәлһәң,
Күрмәгәнең күрҙерер.
Көйҙөрөр ҙә һөйҙөрөр,
Йөрәккә үрт тейҙерер,
Сыраһыҙ ҙа көйҙөрөр...
ДҮРТӘҮ БӘЙЕТЕ
Дүрт батыр тип уйламағыҙ,
«Дүртәү бәйете» тигәс.
Был хәл булды дүрт батыр
Ҡырҡ көн диңгеҙ гиҙгәс.
Бер көндө күрше ауылдан
Дүрт ҡыҙ, йыйылып бергә,
Һыйыр һауырға киттеләр
Мәғмүрйә тигән ергә.
Алды улар ҡулдарына
Комсомол путевкаһын.
Исемдәре кем, тигәндәр
Уныһын да отоп ҡалһын:
Зинира, Айҙа, Фәһимә,
Дүртенсеһенең – Кенә.
Дүртеһе лә – комсомолка,
Дүртеһе лә – йәш кенә.
Шул дүртәүҙең араһынан
Башлыҡ булды Кенәһе.
Теләк теләп оҙатып ҡалды
Һәр береһенең инәһе.
Зинираны, Фәһимәне,
Айҙа менән Кенәне
Һауынсылар Мәғмүрйәлә
Ҡаршы алды кинәнеп.
Тик кинәнес тиҙ юғалды,
(Ҡуян ҡыйғандыр юлды!)
Һыйырҙарҙы күреү менән
Айҙаның күҙ дүрт булды.
Фәһимәһе бер һауындан
Күнәген атып бәрҙе.
Зинира ла кире һыҙғас,
Кенә лә тоҡ күтәрҙе...
Һауынсы булып эшләргә
Елкәһе йоҡа икән.
«Һөйгәне һуң кем?» – тимәгеҙ,
Һөйгәне Йоҡо икән!..
Киткән саҡта дүртеһе лә
Китте путевка алып.
Иртәгеһен ҡайтып инде,
Ҡойроҡто һыртҡа һалып.
Хәҙер ҡыҙҙар әле унда,
Әле бында һелкенә.
Тик үҙенә урын тапмай,
Кәләп һала бер Кенә.
Әле салғы һелтәп ҡарай,
Әле икмәк бешерә,
Бер ҡайҙа ла эш бешмәгәс,
Аяҡҡа көс төшөрә.
Ағиҙелдең аръяғында
Бер энәгә бер һыйыр.
Әйтегеҙсе һеҙ Кенәгә,
Бәлки ул шунда һыйыр!..
Илгә мәғлүм булһын, тиеп,
Сығарҙыҡ был бәйетте.
Ғәйепһеҙҙәр ғибрәт алһын,
Ғәйеплеләр – ғәйепте!..
ҠУЯН ҺИҘИӘТ
Ит ашаһаң – тешеңдә лә,
Ашамаһаң – төшөңдә...
Шул ит тиеп ҡарт көнөмдә
Шелтә алдым эшемдә.
Ҡуяны ла бала тапҡан,
Тапмаған ҡуйыр урын.
Ҡар өҫтөндә йылынып та
Йәшәй ине бит борон!..
Шул бер тинлек ҡуяндары
Ун тинлек зыян ғына:
Уныһын тап, быныһын тап,
Йоҡонан уян ғына...
Ҡайҙан шулай балаһы күп,
Мур ҡырғыр ҡуян ғына.
Үлһә, тағы тыуыр, тиеп,
Ҡул һелтәп ҡуям ғына!..
Комсомолдар йәнде игәй,
Ҡуян да ҡуян, тиеп.
Уяу йөрөгән кешегә
Уян Да уян, тиеп.
Шул ҡылый күҙҙәренән, тим,
Ҡасырға ине ниәт.
Тик ҡурҡам шул: көллөһө лә
Әйтер – «Ҡуян һиҙиәт...»
САТИРИК РЕЙД
Йөрөй торһон күктә ай-йондоҙҙар,
Беҙ хәҙергә ергә ҡайтайыҡ.
Һәм ерҙәге һәр бер күренеште
Үҙ исеме менән атайыҡ.
Бына ерҙә ашлыҡ янып ята!..
Ниңә һис кем тотмай көрәген?
Күпме байлыҡ яна!
Ниңә янмай
Кешеләрҙең тере йөрәге?
Нисек был ҡыҙ уттай эш мәлендә
Саң туҙҙырып, бейеп әйләнә?
Кем һуң әле бынау егет заты,
Йоҙроҡ төйөп, кемгә бәйләнә?
Көлөү – көс бит! Көлөп көн итәйек,
Кемдең кәкре үҙенә бармағы?
Көлмәгәндең ауыҙы ҡыйыш булһын,
Сығарайыҡ әйҙә «Ҡармағын».
ТӘНҠИТ ҺӨЙӨҮСЕ
Нисә ҡабат был түрәне
Саҡырҙыҡ йыйылышҡа.
Юҡ, килмәне. Был юлы ул
Шуны әйтергә ҡушҡан:
— Бер ай мунса кергәнем юҡ,
Көтмәгеҙ йыйылышҡа.
Тәнҡитләрмен үҙ-үҙемде
Етерлек итеп ҡышҡа.
Эй, сабынған мунсала ул,
Үс итеп йыйылышҡа.
Тәнҡит эҫеһе етмәгәс,
Менеп ултырған ташҡа!..
НӘҮБӘТ
Ауырыуҙар йорто. Нәүбәт көтә
Сал сәсле бер инәй иртәнән.
Үткән ғүмерҙән дә ауырыраҡ
Үтеү уға ошо кәртәнән.
Ул екһенеп ҡарай үтеп киткән
Әҙмәүерҙәй бынау ир-атҡа.
Ниңә күҙе сал сәстәрҙе күрмәй?
Түрәлер шул – баҫмай сиратҡа.
Ә бит ул да әсә улы! Уның ҡулы
Эшләгәнме шулай күп эште?
Кәмһетмәйме һуң ул бының менән
Түшендәге ураҡ-сүкеште?..
ӘРӘМТАМАҠ
Эҙләмәһәң дә табылыр,
Төҫө шунан танылыр:
Аш янында ат кеүек,
Эш янында ят кеүек...
УТ БУЛҺЫН!
Беҙҙең өлкән инженерҙың
Камил икән исеме,
Камил булғас исеме,
Камил булһын есеме:
Әйткән һүҙе уҡ булһын,
Уҡ булмаһа, юҡ булһын;
Мут булһын, тип әйтмәйем,
Фермаларҙа ут булһын!
Унда малдар туҡ булһын!
Ите-һөтө күп булһын.
Егет заты булһа әгәр,
Үҙендә лә ут булһын!
ХАЖИ ӘФӘНДЕ... ҺӨЙЛӘНӘ
Йыраҡтан балҡып күренгән
МТМ-ның утымы?
Мөдире шул МТМ-ның
Аҫыл егет ҡотомо?
Аҫыл егет ҡото булһа,
Утты бушҡа яндырмаҫ;
Көнө-төнө эшләһә лә,
Ҡул-аяғын талдырмаҫ;
Ярҙам һорап килгәндәрҙе
Ялындырмаҫ, көттөрмәҫ;
Саф алтындай сәғәттәрҙе
Һыуға һалып түктермәҫ.
Запчас бирһә, һорамаҫ ул
Ярты аҡты-фәләнде...
Баҡһаң... былай түгел икән
Беҙҙең Хажи әфәнде!..
ТАРТАЙ ТЕЛЕНӘН
Һауынсыбыҙ Тутыя ла
Бөгөн тарихҡа керә.
Бөгөн тарихҡа керә ул
Теле оҙонға күрә.
Телен уның, үткер телен
Кем нимәгә оҡшата? –
Һыйырҙарға үләнде лә
Теле сабып ашата.
Шуның өсөн Тутыяны
Һеҙ «Ҡармаҡ»та күрегеҙ.
Һыйырына, художниктар,
Телен турап бирегеҙ!