1964

Ғарипов Рәми. Әҫәрҙәр. Өс томда, I том. Шиғырҙар, поэмалар. Төҙ. Н.В. Ғарипова. – Өфө, 1996. – 448 бит.

Табыныу
Диңгеҙ һүҙҙәре
Кәкүк
Ырғыҙ ҡыҙы
«Һине яҡлай ғәҙелһеҙлек...»
Сыңрау торна
Тирмәнсе
«Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!..»
Шағир дәүләте
«Барлыҡ йыуанысым шиғырҙарҙа...»



ТАБЫНЫУ
1937
(Поэма)
Алла ла, батша ла, батыр ҙa —
Азат итмәҫ бер кем беҙҙе.
Бары үҙ ҡулдарыбыҙ менән
Яуларбыҙ үҙ иркебеҙҙе.
(«Интернационал»дан)

I
Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!..
Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә
Мең туғыҙ йөҙ Ун Етене ҙурлап,
Илем минең изге ителә.

Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!..
Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә,
Мең туғыҙ йөҙ Ун Етене хурлап
Илем минең етем ителә.

Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!
Әйт дөрөҫөн, заман үтенә:
Мең туғыҙ йөҙ утыҙ ете һуйыл
Мираҫ инеме Ун Етенән?..

Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ,
Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?
Бер осоңдан һинең балың тамһа,
Бер осоңдан ниңә ҡан тама?..

II
Бер ҡараһаң, утыҙ етелә
Ҡотоптарға осоп етелә;
Бер ҡараһаң, утыҙ етелә
Ҡоштар осоп етмәҫ ерҙәргә,
Баштар ҡайтып етмәҫ гүрҙәргә
Аҫыл ирҙәр алып кителә...
Бер ҡараһаң, утыҙ етелә
Оло байрам, һабан туйындай;
Бер ҡараһаң, утыҙ етелә,
Урман йыҡҡан ҡара ҡойондай,
Аҙмы аҡыл харап ителә,
Күпме күңел нахаҡ кителә!..
Бер ҡараһаң, утыҙ етелә
Бөтә илем сәскә атҡандай,
Хөр емештәр өҙөп ҡапҡандай;
Бер ҡараһаң, утыҙ етелә
Аяҙ көндә йәшен атҡандай,
Аҙмы өйҙән мәйет сыҡҡандай...
Бер ҡараһаң, утыҙ етелә
«Тымыҡ Дон»дар ижад ителә;
Бер ҡараһаң, утыҙ етелә
«Тәрән тамырҙар» юҡ ителә...
Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ,
Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?
Бер осоңдан һинең балың тамһа,
Бер осоңдан ниңә ҡан тама?..

III
Бала сағым – ҡолон сағым минең,
Был афәткә ниңә юлыҡтың?
«Халыҡ дошманы» тип ил улдарын —
Иң ҡаһарман халҡым батырҙарын —
Тарихтан мин ниңә йолоҡтом?
Сабый күңелемде, йәйғор һымаҡ,
Биҙәп торған тәүге йондоҙҙар —
Илтеүселәр еңеү байраҡтарын —
Ниңә минең кескәй бармаҡтарым,
Күҙегеҙҙе соҡоп, юйҙылар?
Кескәй йөрәгемә шик-шом һалып,
Ниңә аҡты ҡара тинеләр?
Тәү ятлаған шағир дуҫҡайҙарым —
Хөр халҡымдың тәүге Туҡайҙары —
Улармы һуң дошман инеләр?
Күҙҙе асҡан тәүге китаптарым,
Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә —
Ниңә һеҙҙе, ҡулдан тартып алып,
Урта быуат уттарына һалып,
Яндырҙылар, һәләк иттеләр?
Ниңә шул саҡ, бер әүлиә булып,
Дөрөҫлөктө илем белмәне?
Күрер ине тоғро улдарының
Ленинсылар булып үлгәнен,
Бирер ине илем үҙ йәнен!..

IV
Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!..
Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә
Ҡан һуғарған, ут эсендә тыуған,
Саҡ-саҡ әле егермеһе тулған
Ярты баҡсабыҙ юҡ ителә,
Балта менән ҡырып кителә...
Яңы ҡыуаҡ ҡалҡып, тын алмайса,
Егерменсе йыйын йыйылмайса
Бикле ята беҙҙең күп эштәр, —
Әйтерһең дә, ут-ғәрәсәт үтеп,
Урау юлдан тура юлға етеп,
Балҡымаған ерҙә Бабичтар!..
Әйтерһең дә, Туфан ҡал(ы)ҡмаған,
Булмаған да Һәҙиә, Юлтыйҙар!..
Юҡ, булмаған, тиеп, егерме йыл,
Мең ялғанды беҙгә тылҡыйҙар...
Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ,
Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?
Бер осоңдан һинең балың тамһа,
Бер осоңдан ниңә ҡан тама?..

V
Шулай ине, тиҙәр, заманы...
Ә ҡайҙа һуң кеше иманы?
Ә бит күптәр, һатып иманын,
Ҡалҡан итте шул саҡ заманын.
Әкиәттәр хаҡты әйткеләй:
Күптән булған ерҙә Әпкәләй.
Салауатты һатҡан Ҡолойҙар
Һәр заманда сығып олойҙар.
Яңғыҙ ағас урман булалмай,
һапһыҙ балта урман ҡыралмай;
Балтаһынан бигерәк урманды
Кем һуң белмәй һабы ҡырғанды?
Хәҙер мәғлүм юха ялғаны
Утыҙ етелә ни ҡылғаны...
Улар мең туғыҙ йөҙ Ун Етелә,
Яҡтылыҡтан ҡасты, өкөләй;
Ә мең туғыҙ йөҙ илле етелә
Эҙен юйҙы күҙҙән, төлкөләй...
Тик ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да —
Ҡырҡ төҫкә кермә – беленә:
Ил күҙенән эҙен юйғандың да
Ил ҡаны бит тама еңенән!
Юҡ, был һүҙҙәр ҡон юллауҙан түгел,
Ҡоно ҡайтырлыҡмы был ҡандың?..
Ете йәшәр ләкин күреп торһон
Етмеш йәшәр ниҙәр ҡылғанды!
Бармаҡ төртөп уға күрһәтмәйек,
Тик ҡылғаны, бүлеп йоҡоһон,
Мең туғыҙ йөҙ утыҙ ете ҡабат
Ярты төндә ишек шаҡыһын!..

VI
Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!..
Ниңә хәҙер һинең яманат?
Юҡ, туйҙан һуң дөмбөр ҡағыу түгел,
Килер быуынға был – Аманат.
Биҙәмәйек беҙ ҙә үҙебеҙҙе,
Асылғас та алда бар томан, —
Ни мәғәнә хәҙер ул саҡтағы
Һуҡыр күҙгә һөрмә тартыуҙан?
Ул саҡта ла беҙ бит тере инек,
Тик күтәргән инек Алланы.
Ә алланың – ҡайһы алланың һуң —
Дөрөҫ булғаны бар ялғаны?
Эй табыныу, һуҡыр табыныу һин,
Ни әшәке һинең ишенән?
Һәр әҙәмдә зиһен йоҡламаһа,
Ни көслө һуң ерҙә кешенән?
Беҙ бит донъя ҡыл өҫтөндә саҡта,
Ҡурсып уны ерҙә уттан-йоттан,
Еңеп сыҡтыҡ аҙмы дошманды?
Бит үлемдән ерҙе юлып алып,
Ерҙә тәүге Ирек Юлын һалып,
Атҡарҙыҡ беҙ Тарих ҡушҡанды!
Бөтә йыһан беҙгә табынғанда,
Ниңә һуң беҙ уға табындыҡ?
Гүйә беҙ юҡ инек!.. Ниңә шулай,
Ер аҫтына һеңеп аҡҡан һыуҙай,
Хаҡлыҡ өсөн һуңлап табылдыҡ?..
Бер Аллаға барыһын япһармайыҡ,
Бейемәйек ҡәбер өҫтөндә.
Хурламайыҡ уға ышанғанды,
Тарих төҙәлмәй ул өс көндән.
Ышанғандың күҙен йылдар асыр,
Еңел түгел Юлдар үтеүе,
Еңел түгел хатта бер өйрәнгән
Таяҡты ла ташлап китеүе...
Ә ул маяҡ ине! Ул киткәндә,
Аҙмы күҙ йәшебеҙ ҡойолдо!
Күкрәктәрҙән йөрәктәрҙе үлем
Һурып алған һымаҡ тойолдо.
Ләкин Тормош үҙе килеп тапты
Тарих ижадсыһы – халыҡты.
Ҡулдан инде бер кем алмаҫ тартып
Ҡорбан биреп алған Хаҡлыҡты —
Ленин васыят иткән Хаҡлыҡты!

VII
Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл!..
Онотма һис уны һин, кешем.
Мең туғыҙ йөҙ Ун Етене һаҡла,
Мансылмаһын ҡанға емеше!
Ер күтәрмәҫ ауыр был вәхшәтте
Ил күтәрҙе, төшкәс башына.
Килер быуындарға ғибрәт итеп,
Яҙ һин уны Тарих ташына.
Был вәхшәтте Тарих онотмаһын,
Онотмаһын тыуыр быуындар,
Ерҙә тағы берәй алла тыуһа,
Ул алланы ерҙән ҡыуһындар!
Был донъяла бер йыл оҡшамаһын
Утыҙ етенсе йыл ишегә,
Бер аллаға кеше табынмаһын,
Табынһын тик кеше кешегә:
Батшаларҙы йыҡҡан кешегә,
Аллаларҙы йыҡҡан кешегә,
Ай-йондоҙға баҡҡан кешегә,
Ураҡ-Сүкеш тотҡан кешегә!..

Дубулты – Өфө,
1964 йыл, сентябрь

ДИҢГЕҘ ҺҮҘҘӘРЕ
Тел осона килгән тәүге һүҙҙе
Тыйып ҡалам, яҙмай ҡағыҙға —
Күбек кеүек еңел була улар,
Уларҙы тик тулҡын ҡабыҙған.

Нисек кенә матур күренмәһен,
Һыҙ уларҙы, яҙһаң, йәлләмә!
Күрмәйһеңме, бик йыш тормошта ла
Йәлләмәҫлек була йәл нәмә?

Бөрсөк алтын өсөн оҫталар ҙа
Ғазапланып тау-таш вата бит?
Һин эҙләгән аҫыл ынйылар ҙа
Диңгеҙ төптәрендә ята бит...

КӘКҮК
(Йыр)
Кәкүк, кәкүк!
Әйтсе миңә,
Күпме минең ғүмерем?
Күпме минең был донъяла
Шатлыҡтарым, күререм?
Кәкүк, кәкүк!
Ниңә улай
Һүҙең һаран: бер, ике, өс?
Оҙағыраҡ ҡысҡырырға
Тапмайһыңмы берәй көс?
Кәкүк, кәкүк!
Үпкәләмәм,
Аҙ бирһәң дә ғүмерҙе:
Бар ҡайғыһын, бар шатлығын
Татып китәм был ерҙең!..

ЫРҒЫҘ ҠЫҘЫ
Һәҙиә Дәүләтшина иҫтәлегенә
Шауламасы, диңгеҙ, шулай,
Ярты төндә уятып!..
Ни ҡалған һуң һиңә былай,
Шомло уйҙар уйлатып,
Йөрәкһергә, болоҡһорға?..
Мин бит төш күрә инем:
Бер һылыу Ырғыҙ буйында
Толомон үрә ине...
Тәңкәләре, сулпылары
Сың-сың сылтырай ине;
Үҙ алдына ул мәңгелек
Бер йырҙы йырлай ине.

Аттан төшөп, юлсы егет
Һалҡын һыу һорай ине.
Һалҡын һыуын биргән саҡта
Ҡыҙ моңһоу ҡарай ине.

«Ниңә беҙҙең Ырғыҙ буйын
Алыштырҙың диңгеҙгә?
Төштә түгел, өнөңдә, ти,
Килсе, егет, кил беҙгә.

Ә һин унда гәрәбәгә
Алмаштырып алтынды,
Төштә генә беҙҙең яҡҡа
Борғанһың, ти, атыңды...
Беҙҙәме, ти, йыр-моң бөткән? —
Китер инең шатланып!..»

Ә диңгеҙем шаулай һаман,
Шауламасы, шомланып!
Шауламасы, төнгө диңгеҙ,
Мин бит төш күрә инем:
Ил инәһе, ир бул, тиеп,
Миңә йән өрә ине!..


Һине яҡлай ғәҙелһеҙлек,
Халҡымдан көлгән өсөн.
Мине ҡаға ғәҙелһеҙлек,
Халҡым тип үлгән өсөн.

СЫҢРАУ ТОРНА
(Үҙ көйөнә)
Фирҙәүескә
Сыңрай-сыңрай осоп килде
Сыңрау торнаҡай.
Уралыңдан сәләм, тине
Сыңрау торнаҡай.
Уралҡайым, Уралҡайым,
Тыуған Уралҡай!
Иҫән-һау, ти,
Урал-тау, ти
Сыңрау торнаҡай.
Юҡ хафа, ти, юҡ афәт, ти
Сыңрау торнаҡай.
Илдә ир-ат – Салауат, ти
Сыңрау торнаҡай.
Уралҡайым, Уралҡайым,
Тыуған Уралҡай!
Ил көйләр, ти,
Тел һөйләр, ти,
Уйнай ҡурайҡай.
Ҡыуанысым, йыуанысым
Булды Уралдай.
Йыр ҡанатлы, нур ҡанатлы
Сыңрау торнамдай, —
Уралҡайым, Уралҡайым,
Тыуған Уралҡай!
Быуаттарҙан быуаттарға
Осоп барғандай!..

ТИРМӘНСЕ
Мостай Кәримгә

Өйләнгәндәй мең-мен тирмән ташы,
Диңгеҙ геүләй, диңгеҙ үкерә.
Тулҡынланмай, ахыры, йәшәй алмай,
Елде һөйә, елде үҙ күрә.

Тирләп-бешеп, аҡ күбеккә төшөп,
Тулҡын саба, тулҡын һикерә.
Тартҡан онон – ваҡ ҡына аҡ ҡомон
Тыны менән ярға һеперә.

Тирмәнсемдең мең тирмәне шулай
Мәңге геүләй, мәңге үкерә.
Сабырлығы – алтын гәрәбәләр,
Сабырһыҙға сүп-сар килтерә.


— Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!
— Кем тупһамда? Кемде күрәм мин?
— Танымайһыңмы әллә? Мин ҡайттым бит!..
Ас тиҙерәк! Был мин – Рәми.
— Ниңә улай һуңлап ҡайттың, егет?
— Булды юлда төрлө кәртәләр...
— Танырмы һуң ул-ҡыҙҙарым һине?
— Бәлки танырҙар, тип әйттеләр.
— Ҡайҙан һиндә шундай ҙур ышаныс?
— Һөйөүемдә һине, хаҡлыҡта.
Өмөт, мөхәббәт һәм ышаныс бит
Юғалмай ул, һүнмәй ваҡлыҡта...

ШАҒИР ДӘҮЛӘТЕ
Шиғырҙары тыуған
бөтә ер ҙә
Тыуған ере була шағирҙың.
Йылдар буйы
Юлдар йөрөй торғас,
Тыуған ерем иттем күп ерҙе.

Тик талмаһын илһам
ҡанаттарың,
Бар ғүмерең йырға оҡшаһын.
Шиғриәт бит үҙе бер
дәүләт ул,
Шул дәүләттең шағир —
батшаһы!..


Барлыҡ йыуанысым шиғырҙарҙа,
Бар бәхетем халҡым телендә.
Халҡым ҡалһа, әле мин ҡалырмын,
Һүҙем йәшәр әле илемдә.

Эш эҙләйем артыҡ һүҙ ҡуйыртмай,
Беҙҙән дә бер ҡалһын ир һүҙе.
Ә ҡалғанын халыҡ хөкөм итһен,
Хөкөм итһен заман, ер үҙе...