1965
Бурыс
«Эй, йылдар, һеҙ бушҡа үтһәгеҙ...»
Тәүәккәллек
«Был кешелек ҡайҙа бара һуң ул!..»
Кәбән
Шәүлә
«Уттың ялы-ҡойроғо юҡ...»
Ер-һорнай
Алғы һыҙыҡ
Һандуғас таңы
Машинистка
«Беләм, иркәм, беләм, ниңә һинән...»
«Яҙ ҡояшы ҡойған ҡыңғырау сәскә...»
«Кеше күпте, бик, бик күпте теләй!..»
Ҡырсын тал
Заман һынауы
Ҡомдағы эҙҙәр
«Эй, һин – кешем...»
Йөҙөк ҡашы
«Иңбашыңа төлкө яға түгел...»
Ер еле
«Инәкәйем, мин алдараҡ китһәм...»
«Инәй, һиңә бер яңы өй һалһам...»
«Юҡ, инәкәй, мин хыялый түгел...»
«Көнләшмәсе бик һаҡ кешеләрҙән...»
Улым Салауатҡа
Ҡурай
Рәссам
Шаляпин
«Тағы бер йыл шаулап үтеп китте...»
«Тал-тирәктәр ташҡын Иҙел кисеп...»
Һинең хатың
«Ниңә мине көтөү ҡаршыларға...»
«Теле елгә елберҙәгән...»
Ураҡ менән сүкеш
БУРЫС
Был хәлде тик бер кем белмәҫ инде,
Үҙ башынан уның үтмәһә.
Таштан йүкә һуйылмай ҙа, тиҙәр,
Ә мин һуйҙым таштан йүкә... һәм
Ошо йүкә минең боғаҙымдан
Үлтермәйсә аҫып ҡуйғанын
Үҙем генә тойоп, үҙем белеп,
Йәшәүҙән бар хатта туйғаным...
Мин, ахыры, йәшәй белмәйем, тип,
Шағир булыуыма үкенәм.
Шиғыр яҙмай йәшәй алмағас тик,
Шундай хурлыҡҡа ла бит күнәм:
Тәнҡитсенән алған бурысымды
Түләй алмайынса ҡатты баш.
Күргән һайын уны күрмәй үтәм,
Нишләргә лә инде аптыраш!..
Эй, йылдар, һеҙ бушҡа үтһәгеҙ,
Үтһәгеҙ һеҙ яныу-көйөүһеҙ,
Үтһәгеҙ һеҙ көйһөҙ-һөйөүһеҙ,
Мәғәнәһеҙ тау-таш өйөү һеҙ.
Мәхрүм булһа кеше һөйөүҙән,
Мәхрүм булһа янып-көйөүҙән,
Ни мәғәнә суйын килелә
Тылҡып-тылҡып һыуҙы төйөүҙән?
Кешеме һуң кеше һөйөүһеҙ,
Нимәгә һуң таҡмаҡ бейеүһеҙ?
Ни мәғәнә ҡошһоҙ оянан?
Ярты төндә ҡурҡып уянам,
Уйҙарымдан хатта оялам.
ТӘҮӘККӘЛЛЕК
Ғүмеремдә һалдат булманым,
Ергә ятып, ерҙән тыуманым.
Тик ярты йыл остом мин күктә,
Ул да йәшлегемдә – бик күптән!..
Ләкин шул саҡ сыҡмай күңелдән,
Тәүәккәллек ҡалды шул көндән.
Тәүәккәллек кәрәк осҡанда,
Ышыҡ ер юҡ, елдәр ҡосҡанда.
Күптәр йәшәй ерҙә шыуышып,
Үҙ шәүләһе менән ҡыуышып.
Ирлекме һуң – йәшәү ышыҡта,
Ҡыйыу булыу хәтәр эш юҡта?
Был кешелек ҡайҙа бара һуң ул?
Белһә әгәр ҡайҙа барғанын,
Тарихи бер бәхет һанар ине
Ярты юлда туҡтап ҡалғанын.
Белмәй һаман: үҙен-үҙе алдай,
Арта ялған, арта вәхшилек.
Аҡыл эшләй аҡылһыҙлыҡ өсөн,
Һәләкәтен даулай кешелек.
Ер әйләнә шартлап ярылырға...
Килһә икән әҙәм ҡулынан,
Ул арҡыры сығып ятыр ине
Туҡтатырға уны юлынан...
Аһ, әйләнәм бер шик ҡолона!
КӘБӘН
Ҡырмыҫҡалар, күпме ҡырмыҫҡалар
Ҡанатланып сыҡҡан иләүҙән.
Мәж килә был ҡырмыҫҡалар яуы,
Балаларын сисеп биләүҙән...
Ҡабалана, ҡайнай, үрһәләнә,
Ауа-түнә эшләй туғайҙа.
Ҡырмыҫҡалай эшсән, тырыш йән һуң,
Әйтегеҙсе миңә, ул ҡайҙа?
Ҡылдай билкәйен ул бөгә-һыға,
Үҙенән ҙур йөктө күтәрә, —
Күк аҫтында кескәй бер тау ҡалҡа,
Ә күк йөҙө – сикһеҙ, күк – тәрән...
Өҫтәүенә, ана болот сыҡты,
Һелтәй-һелтәй килә ҡамсыһын.
Тып-тып итеп биткә килеп төшә
Ямғыр күҙе – йәшәү тамсыһы.
Күк күкрәй! Беҙ, кешеләр, күккә
Алан-йолан ҡарап алабыҙ.
Ашығабыҙ, ҡырмыҫҡалар һымаҡ, –
Һуңғы кәбәнде бит һалабыҙ!..
Күкрәкләнде кәбән, күркәмләнде,
Күп тә үтмәй, кәбән осланды.
Арҡан сөйҙөк кәбән баҫыусыға —
Күр ул нисек ергә осҡанды!..
Бесән түгел, шиғыр, иҫерткес йыр,
Иыр тейәлеп килгән һәр йөккә!
Кеше генә, ахыры, эше менән
Күтәрелә шулай бейеккә!
Йәшнә, йәшен, йәшә, кәбәнебеҙ,
Күңелдәрҙе, әйҙә, ҡыуандыр!
Бәлки, минең иң шәп шиғырым да
Бына ошо кәбән булғандыр?..
ШӘҮЛӘ
Шәүләһенән кеше айырыламы?
Айырылмайҙыр гүргә кергәнсе.
Ниңә эҙәрләй һуң ул әҙәмде,
Ғүмер буйы ниңә эйәрсен?
Ғүмер иртәһендә шәүлә оҙон,
Кеше тәжрибәһеҙ булғанға.
Ғүмер кисендә ул тағы оҙон,
Тәжрибәләр менән тулғанға.
Тик төшлөктә генә шәүләң менән
Ҡалаһыңдыр бер аҙ типә-тиң.
Шунда ғына һин иркеңә хужа.
Шәүләң түләй шул саҡ тингә-тин...
Уттың ялы-ҡойроғо юҡ,
Һыуҙың да юҡ таяуы.
Шул ут менән һыу һымаҡ мин —
Юҡ шәфҡәтем, аяуым.
Ышанысһыҙ минең һөйөү,
Минең һөйөү ҡурҡыныс.
Янам, ағам – уттай, һыуҙай,
Бул һин ситтә, бул тыныс...
Бер осҡоном ҡалһа һиндә,
Мин киткәс тә янырһың,
Мин киткәс тә бер тамсымдан
Даръя булып ағырһың...
ЕР-ҺОРНАЙ
Ҡап-ҡара ер, ҡап-ҡара ер,
Ҡыл һымаҡ бураҙналар.
Ҡамыл ҡаплап, орлоҡ һаҡлап,
Ҡайырылып ята улар.
Ҡулға алып ҡарап торам
Ерем бураҙналарын.
Гүйә, ҡулда – алтын усма,
Гүйә, ҡояш нурҙары...
Йылдар һыйған, юлдар һыйған
Ер алған ҡулдарыма.
Иң мөһәбәт йыр урғыла
Ер-һорнай ҡылдарынан...
АЛҒЫ ҺЫҘЫҠ
— Һаман әле китмәнеңме? – тиҙәр.
— Юҡ әле, – тим, – һаман китмәнем.
— Ниңә, әллә кире уйланыңмы?
— Юҡ, – тим, – әле эшем бөтмәне.
Әллә нисек сәйер был һорауҙар,
Әллә ҡалай ауыр күңелгә.
Әйтерһең миң —
ҡорал ташлап китәм,
Әйтерһең мин яуҙа еңелгән!..
Бер уйлаһаң,
ғәжәп был кешеләр:
төпсөнәләр,
Һорау бирәләр,
Серһеҙ нәмәләрҙән сер эҙләйҙәр,
Бер төймәне дөйә күрәләр...
Ә бит бер ҡайҙа ла китмәйем мин,
Мин тик ҡайтам,
ҡайтам ауылға —
Туған тауҙарыма,
ҡырҙарыма,
ел-ямғырға,
буран-дауылға, —
Мине кеше иткән кешеләргә,
Улар менән бергә эшләргә,
бергә ҡыуанырға,
ҡайғырырға,
Бер һүҙ менән әйтһәң – йәшәргә.
— Ниңә, әллә бында...
Тормош юҡмы? —
Тип бәйләнер, бәлки, берәйһе...
Бар, әлбиттә!
Тик йыр өсөн уны
Төҙөтөү ҙә кәрәк, күрәһең.
Юҡ, кәрәкмәй
шаулы ғаризалар,
Намыҫымды һорай партия.
Үҙ йөрәгем,
Үҙ теләгем миңә:
— Ҡайҙа ауыр,
шунда бар, – тиә.
Тормош —
ҡайҙа ла бар,
айҙа ла бар,
Ҡайнап тора тормош ҡалала.
Ләкин
миңә ҡыҙыҡ —
алғы һыҙыҡ,
ә ул һыҙыҡ
бөгөн далала...
ҺАНДУҒАС ТАҢЫ
Ҡайҙан шундай илһам һиндә?
Ҡайҙан һиндә шундай дәрт?
Иҫ-аҡылым китеп,
Тыңлап торам...
Һандуғасым,
Тартынмасы,
йәсе, әйт!..
Мин көнләшәм бары һинән генә,
Бары һинән генә көнләшәм.
Һай, был моңоң!.,
Һай, был өҙҙөрөүең!..
Ниндәй Моцарт,
Ниндәй Паганини,
Ниндәй Чайковский
Һиңә тиңләшә?
Әллә улар моң алдымы һинән?
Әллә һин алдыңмы уларҙан?
Әллә мең-мең йылдар буйы
Моң алдыңмы беҙҙең йырҙарҙан?
Моң алдыңмы Заһир ҡурайынан?
Мәғәфүрҙе тыңлап торҙоңмо?
Әллә һалдат ҡатыны моңайғанда,
Һин урағын уның урҙыңмы?
Салғы янып, күкрәгеңде киреп,
Бесән саптың мәллә туғайҙа?
Юҡһа, ҡайҙан бындай сәңгел тауыш,
Был сихри моң, юҡһа, ул ҡайҙан?
Айҙан ергә тартҡан көмөш ҡылды
Ҡанаттарың әллә сиртәме?
Гәлсәр моңон сығарған моң әллә
Таң ысығы тамған иртәме?
Әллә шулай таңдар һарғайғанда,
Танһыҡтары ҡанмай, егетең
Иләҫ-миләҫ килгән бер һылыуҙың
Сут-сут үбә микән көн битен?
Муйыл сәскәһендәй күпереп ташҡан
Һаумал ҡымыҙ тәмен татығас,
Һин – күҙкәйен йомоп, тел шартлатҡан,
Ҡымыҙ бешкән ҡыҙмы, һандуғас?
Таң һарыһы ҡунған ҡанатҡайың
Һағыштанмы шулай һарғайған?
Һине шулай мәңге зарығырға
Кем бикләгән йәшел һарайға?
Әллә үҙ ҡөҙрәтең менән шулай
Ярылыр сиккә етә йөрәгең?
Әҙәм минән фәһем алһын, тиеп,
һайрайһыңдыр инде, күрәһең...
Ергә үлем әҙерләгән заттың
Юҡ микән ни әллә ҡолағы?
Ҡалай ошо һандуғаслы ерҙе
Көл итмәксе була һуң тағы?!!
Аңламайым,
Иҫ-аҡылым етмәй!..
Ана ҡалай таң һыҙыла!.. Таң!..
Үҙ йырына үҙе таң ҡалғандай,
Тел шартлатып ҡуя аҙаҡтан.
Ҡул тәлгәшем һиңә ҡуныр өсөн
Әйләнһен дә ине бер талға,
Теләр инем бары һин һайрауҙы,
Киткән саҡта теге донъяға!..
МАШИНИСТКА
Шағирҙар бик сәйер: үпкәләмә,
Бер байталға һине тиңләһәм,
Шиғырымды минең баҫҡан саҡта
Шул байталға үҙең тиң дәһә!
Бармаҡтарың, тилбер бармаҡтарың
Хәреф-төймәләргә баҫҡанда,
Һин бит, сәс-ялыңды сайҡай-сайҡай,
Хыял бәйгеһендә сапҡандай.
Осҡон сәсрәп ҡала һин елгәндә,
Осҡон түгел йондоҙ, күрәһең.
Тояҡ аҫтындағы саҡматаш ул,
Беләһеңме, минең йөрәгем...
Упҡындарҙан аша осор инем
Мин яҙҙарға, ташлап көҙ көнөн,
Тик шуныһы йәл: байталҡайҙың
Минең ҡулда түгел теҙгене!..
Беләм, иркәм, беләм, ниңә һинән
Юҡ икәнен сәләм-хаттарың.
Сөнки мин бит өнһөҙ, вәғәҙәһеҙ,
Һәм юҡ һиңә биргән анттарым.
Беләм, иркәм, беләм, ниңә һинең
Юҡ икәнен сәләм-хаттарың.
Йөрәгемдә минең йәшәһәң дә,
Минең хаҡта түгел аһтарың.
Онотҡанда тик бер киләм һиңә,
Хәтер дәфтәреңде аҡтарып.
Хаттар яҙып, хаттар көтөргә лә
Юҡтыр, бәлки, шуға хаҡтарым.
Яҙ ҡояшы ҡойған ҡыңғырау сәскә
Биш саталы күм-күк ялҡыным,
Ниндәй илаһи көс йыйҙы һиңә
Йәшлек менән
Быуаттарҙың зиһен-аҡылын?
Бәлки, һинең матурлыҡтан башҡа
Һис ни кәрәкмәйҙер күңелгә?
Йылмайып бит күҙ һирпеүҙәр,
Һинең һымаҡ, ерҙә
Өнһөҙ бер йыр булып түгелә...
Кеше күпте, бик, бик күпте теләй!
Бик аҙы ла етә үҙенә...
Тик мин йөрәгеңдән башҡа һинең
Ынтылмаһам ғәләм йөҙөнә,
һөйөрһөңмө мине?.. Аҙ, аҙ миңә
Ирендәрең, һомғол буй-һының.
Етмәй миңә күңелеңде яулау,
Донъя ятһын һүҙһеҙ буйһоноп!..
Бар тәбиғәт миңә башын эйһен,
һөйһөн мине, үҙен һөйгәндәй.
Ҡул болғаһын ерем, кире ҡайт, тип,
Ай мөгөҙө мине һөҙгәндә.
Танһыҡтарым ҡанмаҫ бер йән миндә,
Тынғыһыҙ бер ҡомһоҙ зиһенем.
Айҙа саңғы шыуып йөрөгәндә,
Бер үбәһем килә мин һине!..
ҠЫРСЫН ТАЛ
Тик икебеҙ тороп ҡалдыҡ,
Тик икебеҙ: уй ҙа мин.
Сикһеҙ уйҙарға һалдың да,
Ҡайҙа киттең, ҡайҙа һин?
Баҫмаҫмы тип күңелемде,
Сығам һыу аръяғына.
Үткәндәрҙе иҫкә алып,
Шаулай ҡырсын тал ғына.
Һорайым мин ҡырсын талдан:
— Килмәнеме ул бында?
Тик ҡырсын тал башын сайҡай,
Ел бейей япрағында...
Ҡошсоғо юҡ, ул да бойоҡ, —
Был хәлдән, ти, ҡурсып ал!..
Мөхәббәтем, ахыры, ошо
Ташта үҫкән ҡырсын тал?..
ЗАМАН ҺЫНАУЫ
Ни һуң яҡшы, яҡты, матур миндә,
Ни һуң миндә иң-иң ҡәҙерле –
Һиңә бирәм, йырым! Ал, күҙ нурым,
Үҙең ала алған ҡәҙәрле...
Ә ҡалғаны? Ялған-таушалғаны
Үҙем менән бергә юғалыр...
Аҡ ҡылғандар шаулар унда йәйен,
Аҡ ҡуяндар ҡышын юл һалыр.
Аҡ ҡайын да, бәлки, килмәҫ унда,
Көлмәҫ унда, бәлки, гөлдәр ҙә...
Көйөҫ-көйөҫ, беләм, елдәр иҫер,
Тик туҡталып тормаҫ елдәр ҙә.
Ятыр тәнем! Ә, йырым, һин – йәнем,
Үтә алһаң ваҡыт һынауын,
Һөйлә кешеләргә кеше хисен,
Йондоҙло бер заман һулауын.
Шул заманым минең – саф иманым,
Ир булырға ул бит өйрәтте.
Заманым, тип тамаҡ ярмаһам да,
Заман ярып үтте йөрәкте.
Тик алданма арзан дан-шөһрәткә,
Осҡан саҡта ғүмер юлынан:
Йәшен балҡый тәүҙә, күк күкрәүе
Ишетелә бары һуңынан!
ҠОМДАҒЫ ЭҘҘӘР
Ҡалай асыҡ уйылып ҡалған
Ҡомда бер ҡыҙҙың эҙе.
Хәҙер уны юясаҡ бит
Тулҡындары диңгеҙҙең.
Ҡалған эҙе... Ҡайҙа үҙе?
Кем һуң ул ҡыҙ? Һөйәме?
Һөйөләме ул үҙе лә?..
Алданғанмы? Көйәме?
Ҡомдағы эҙ генә мәллә
Был һантый йәшлек үҙе?
Хәҙер уны юясаҡ бит
Тулҡындары диңгеҙҙең!..
Эй, һин – кешем,
Күпме һинең эшең!
Ә тейешең – һанап бөткөһөҙ!
Хәл итмәгән
Аҙмы ҡаршылыҡ бар,
Ҡайһы хатта хәл дә иткеһеҙ.
Үлем, сир бар,
Һәм хаталар
Бөтмәй! —
Башын кеше ташҡа орһа ла.
Аҡыл ағасын был фәжиғәләр
Шығырҙатып, һығып торалар.
Тик быуындар өмөт өҙмәй:
Улар,
Сәғәт һайын эшләп эштәрен,
Мең йәшәр бер
Имән ир шикелле,
Сәсә ергә емеш-төштәрен...
ЙӨҘӨК ҠАШЫ
Баймаҡтың йөҙ йыллығына
Тулҡын-тулҡын булып йәйрәп ятҡан
Күк тауҙарҙың күрке таш икән,
Ирәндеккәй алтын йөҙөк булһа,
Шул йөҙөккә Баймаҡ ҡаш икән.
Ымһынмаған икән был йөҙөккә
Кемдең генә кәкре бармағы.
Ете диңгеҙ аша – байымаҡҡа —
Инглиз дә һалған ҡармағын...
Килмешәктәр булған төрлө-төрлө,
Талаусылар булған бер көтөү.
Тик Ирәндек —
Мәңге өйрәндек бит —
Яуға сөйҙө сая бөркөтөн.
Бөгөн инде бына һәр кем әйтер:
«Бәхет серен асып өйрәндек».
Алтын ҡулы менән бәхет сәсеп,
Бәхет урыр мәңге Ирәндек!..
Иңбашыңа төлкө яға түгел,
Йәйғор ғына яға һалырмын.
Ҡара төндәй толомоңа һинең
Йондоҙ шәлен таңдың ябырмын.
Ҡолаҡтарың аҫыл алҡа көтһә,
Айҙы алҡа итеп тағырмын.
Тик көтмә һин минән ер бүләге,
Бөтәһен дә күктән табырмын...
Ер бүләге һиңә үҙем генә,
Ер бүләге һиңә – йөрәгем!
ЕР ЕЛЕ
Ер елә, ер көлә, ер белә:
Терелә халыҡтар, терелә!
Быуаттар, замандар, осорҙар
Бер үлә, халыҡтар терелә!
Африка – маврҙар йөрәге —
Гүр булған, ер булған – терелә.
Уларҙың сәләмен еткереп,
Ер елә, ер көлә, гүр үлә!
Ҡитғаның боҙҙары гөрөлә,
Ҡитғаның ҡыштары һөрөлә,
Халыҡтар йәшәүгә терелә,
Гүр үлә, ер көлә, ер елә!..
Башҡорттар ҙа үлеп бөтәләр
Тигән бер шомло һүҙ ҙә үлә.
Үҙ халҡым минең дә терелә,
Ер елә, ер елә, ер елә.
Гөлдәргә гөлдәрем үрелә,
Иҙгәндәр был ерҙән һөрөлә,
Сылбырҙар өҙөлә, өҙөлә,
Ер белә, ер көлә, ер елә.
Пушкиндар терелә уянып,
Пушкиндар яулайҙар донъяны,
Пушкин дә терелә гүренән,
Көтә уны башҡорттоң ере лә.
Һәр халыҡ бер табыр Пушкинын!
Инәкәйем, мин алдараҡ китһәм,
Ҡайғырма һис минең киткәнгә.
Ҡайғырһаң, тик ҡайғыр минең бары
Аҡ ҡайынды әсәм иткәнгә.
Баш осомда минең ултырһындар
Ҡайғыһы аҡ булған аҡ ҡайын.
Күҙ йәшеңде ҡоймай, минең менән
Бер көн килеп һөйләш, яҙ һайын.
Мин әйтермен, сабый япраҡ булып,
Бер генә һүҙ: «Инәй! – күҙ нурым».
Аҡ ҡайынды һыйпап тыңла бер йыр,
Аҡ ҡайында – минең үҙ йырым.
Инәй, һиңә бер яңы өй һалһам,
Үҙең теләгәнсә торорға,
Ҡош-ҡорттарың менән кәңәшләшеп,
Бергә-бергә донъя ҡорорға,
Ғәйепләмә мине, таш бәғер тип,
Бала күңеле, тип, далала...
Миңә бары һинең ояң кәрәк,
Толҡа тапмай йәнем ҡалала.
Йәнем бары һинең күҙҙәреңдә,
Һинең һүҙҙәреңдә, инәйем.
Бөтә моңом – тыуған ерҙәремдә,
Башҡаса мин йәшәй белмәйем.
Балыҡ тотҡом, бесән сапҡым килә,
Һөт эсәһем килә ҡулыңдан.
Мин ауылдың йәмен-тәмен беләм,
Бер бүләк ал, инәй, улыңдан!
Юҡ, инәкәй, мин хыялый түгел,
Тик эҙләмәм юлдың еңелен.
Үтә яҡын миңә үткән юлдар,
Үткәндәрҙә – минең күңелем.
Яландарҙа – башаҡ йыйған ерҙә,
Ҡыр тауығы гөрләр еремдә.
Икәүләшеп бесән сапҡан үрҙә,
Сәй ҡайнатҡан талдар төбөндә.
Балтырғандар, бәбәктәрен һуҙып,
Еҫ аңҡытып торған ҡулдарҙа,
Һирәк-һаяҡ күңелең ташыуынан
Һин йырлаған туған йырҙарҙа.
Юҡ, инәкәй, мин байлыҡҡа ҡарап
Ҡорманым шул үтер юлымды.
Миңә һәр саҡ изге өлгө булды
Бөтмәҫ эше талмаҫ ҡулыңдың...
Көнләшмәсе бик һаҡ кешеләрҙән,
Улар тыныс, ғәмһеҙ йәшәһә, —
Булмаймы һуң күкрәү, тетрәүҙәр,
Йәшлегеңдә йәшен йәшнәһә?
Абынмаҫҡа аяҡ аҫтын ғына
Ҡарап баҫҡан йондоҙ күрәме?
Бер хыялһыҙ, йондоҙ күрмәй йәшәү
Кешегә һун бәхет бирәме?
Йәшәмәгән генә яңылышмаҫ,
Юҡ-бар уйҙар башҡа тулмаһын...
Хаталар ҙа булыр тормошонда,
Тик тормошоң хата булмаһын!
УЛЫМ САЛАУАТҠА
Кереш тартам, улым, уҡ атырға,
Мөлдөрәмә күҙен менән баҡ.
Әйткән һүҙҙе – атҡан уҡты, улым,
Ҡолағыңа алҡа итеп таҡ.
Яҙыҡ атмам уҡты, сәпкә тоҫҡап,
Тик ҡолаҡ һал һәр бер һүҙемә.
Атаһынан күргән уҡ юныр ҙа
Уғы үтер энә күҙенән.
Ябай түгел ҡулымдағы йәйә —
Ил ирҙәре тотҡан әҙернә.
Кереше лә – илдең күңел ҡылы,
Йә, тыңларға йәнең әҙерме?
Һүҙ тыңларға йәнең әҙер булһа,
Һүҙ әйтергә күңелем тулышҡан.
Атылырға торған уҡ шикелле,
Бөлдөргөһө баҫҡан һулышҡа.
Белдеклегә бер әйтеү ҙә етер,
Белдекһеҙгә мең дә аҙ булыр.
Һүҙ ҡәҙерен белмәҫ ата улы
Үҙ ҡәҙерен белмәҫ таҙ булыр.
Алдан шуны әйтеп ҡуймаҡ булдым,
Китмәҫ борон һүҙгә керешеп.
Кереш тартмайынса уҡ атылмай,
Сәпкә тоҫҡап тарттым керешен...
Тыңла, улым...
ҠУРАЙ
Һыҙҙырт, ҡурай, үткән
ҡайғыларҙы,
Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй
ҡылдарын,
Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар
тойғоларҙы,
Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт
моңдарын.
Шәйехзада Бабич
Китте ҡурайсы дуҫ. Ҡыуышымда
Ул ҡалдырып китте ҡурайын.
Сыҡмаҫмы, тип, берәй көйө шунда,
Ҡыу ҡурайға өрөп ҡарайым.
Юҡ, моңланмай ҡурай, ят ҡулдарҙа,
Ят ҡулдарҙа моңһоу ҡурай ҙа.
Ҡыуанмай ҙа ҡурай, ҡайғырмай ҙа,
Юҡ, белмәй ул һөйләй-юрай ҙа.
Әле генә ниндәй моңло ине,
Бер бөйөк йән ине баяғы!
Хәҙер үлде, өнһөҙ-һүҙһеҙ ҡалды
Йәнле тарих, тылсым таяғы...
Сыңрау торна ҡаҡмай сер ҡанатын,
Убылғандай булды Уралым,
Ҡайтмаҫ ерҙә ҡалды Салауатым,
Ҡаһым түрә һалды ҡоралын.
Күҙҙән яҙҙы Париж, киң урмандар,
Сапмағандай унда башҡорттар,
Һалмағандай яугир уҙамандар
Каруанһарай ише таш йорттар.
Тыумағандай Бейеш, Азаматтар,
Яҙмағандай хаттар Буранбай,
Аҡмағандай Һаҡмар, Ашҡаҙарҙар,
Ятмағандай йәйрәп Таштуғай.
Һөймәгәндәй сая Сәлимәкәй,
Көймәгәндәй яңғыҙ Зөлхизә.
Ҡуңыр буға юлы ҡайҙа икән?
Илсе Ғайса ҡайҙа ил гиҙә?
Ҡытҡылдамай ниңә Ҡара тауыҡ?
Ниңә бешмәй Ҡарға бутҡаһы?
Ҡайҙа Байыҡ,
Бейегәндә айыҡ,
Баҫҡан ерҙә, әйҙә, ут ҡалһын!..
Юҡ, өндәшмәй, ҡурай ҡурайсыһыҙ,
Ҡурайсыһыҙ өнһөҙ был ҡурай.
(Төтөн өрөп, серәкәйҙе генә
Ҡыуып сығарырға ул ярай!..)
Туҡта! Китһәң дә һин ҡыуышымдан,
Тормошомдан китмә, ҡурайсым.
Күңелем бит мең-мең моңдарыңа
Мәңгелек бер ғүмер юрайсы...
РӘССАМ
Былай үҙең бик матур ҙа түгел,
Тик, ниңәлер, һине биҙәнем.
Мин генә тик һине йондоҙ иттем,
Һин генә тик быны һиҙмәнең.
Ә шулай ҙа яратаһым килде –
Һуңғы ҡабат, шашып аҡылдан.
Күк күк(е)рәп, ер тет(е)рәп торҙо
Яралғанда һин был ялҡында.
Матурлығың – минең хыялым ул,
Был хыялый күңелем емеше.
Илаһи бер һүрәт яһап ҡуйғас,
Мин йәшәйем әле, мин кеше!
ШАЛЯПИН
Күкрәгендә күк
күк(е)рәп йөрөп,
Ҡоя ла һуң ергә ямғырын.
Йылдар саңы баҫҡан
күңелең
Йәйғор һымаҡ балҡый
яңырып.
Булган да һуң йырсы
Рәсәйҙә,
Әрәсәһен белеп йырлаған.
Күңелдәрҙе нурлаған...
Тағы бер йыл шаулап үтеп китте,
Аҡ ҡар ғына ҡалды түшәлеп.
Мин ниҙелер һинән өмөт иттем,
Иҫеңә лә, ахыры, төшмәнем?..
Иҫке йылдың һуңғы ҡары яуа,
Һуңғы ҡары, һуңғы сафлығы.
Өмөттәрем, гүйә шулай ауа,
Килгән генә мәлдә саҡ нығып.
Нишләргә һуң? Ярай. Хуш. Ғәфү ит.
Бөгөн тиеп булмай кисәне.
Ә шулай ҙа был кәсәне мин бит
Һинең өсөн генә әсәмен.
Тал-тирәктәр ташҡын Иҙел кисеп
Баҫып тора һыңар аяҡта.
Ағастарҙың һәр ботағы буйлап
Йүгереп йөрөй йәм-йәш япраҡтар.
ҺИНЕҢ ХАТЫҢ
Һинең хатың...
Башта көлдөм.
Көлдөм
Үҙ-үҙемдән,
Көлдөм һинән дә.
Шундай ҡырыҫ,
Шундай дөрөҫ һүҙҙән
Һығылып төшөр хатта имән дә.
Һинең хатың...
Аҙаҡ, үкһеп-үкһеп,
Ир башыма килде илайһым.
Һин тип мин үлергә әҙер,
Ә һин?
Юҡ, үлемдән һаҡла, илаһым!
Һинең хатың...
Тағы – уйға ҡалдым.
Хәрефтәрҙең шундай танышы!
Алыҫ нурым,
Алыҫ йырым минең,
Шулай ҙа был —
Һинең,
Һинең,
Һинең тауышың!..
Ниңә мине көтөү ҡаршыларға
Ебәрмәйһең, инәй, әйт әле.
Әллә хәҙер ышанысһыҙмы мин,
Утамаған кеше түтәлен?
Мин әле лә, ҡалай әрләһәң дә,
Баҡсаларға әҙер керергә.
Ә иртәһен беҙҙең күршеләргә
Мин әҙермен йәнем бирергә.
Ниңә, инәй, миңә эш ҡушмайһың,
Ышаныстан сығып бөттөммө?
Әллә мине яҙыу яҙып ҡына
Тамаҡ туйҙырыр тип көттөңмө?
Инәй, ниңә бер илаһым килә
Үкһеп-үкһеп йылы ҡулыңда.
Ғәйепләмә минең аҡ сәсемде,
Үткәнде көт бары улыңдан...
Теле елгә елберҙәгән
Ҡылған кеүек тирбәлә.
Тик теле ни әйтерен
Башы бер ҙә иҫләмәй.
УРАҠ МЕНӘН СҮКЕШ
Сүкеш менән Ай-Ураҡ
Алыр Ер шарын урап!..
(Халыҡ йырынан)
Әсәйҙәрҙең көмөш Урағынан
Күпме усма ятҡан усмаға,
Атайҙарҙың алтын Сүкешенән
Аҙмы йондоҙ баҙлап осмаған!
Әсәйҙәрҙең көндәй күҙ нурҙары,
Атайҙарҙың ҡойған ал ҡаны,
Ураҡ, Сүкеш, Йондоҙ, Башаҡ менән
Нығытылған илдең ҡалҡаны.
Яуҙа ауған күп ирҙәре илдең,
Бирмәйенсә Ватан, Уралын,
Тик ҡалдырған беҙгә ҡомартҡыға
Ураҡ-Сүкеш тигән ҡоралын.
Быуаттарҙың соғоллоғо һеңгән
Ошо ике ябай ҡоралға.
Донъялағы бөтә матурлыҡ бит
Улар берлегенән яралған.
Ай-Ураҡты Сүкеш тешәгәнгә
Ерҙә тыуған тынмаҫ хәрәкәт.
Ураҡ менән Сүкеш йәшәгәнгә
Донъя – имен, ерҙә – бәрәкәт.
Ҡарағоштар, арыҫландар ни һуң,
Ғәйрәт сәсһә Сүкеш һәм Ураҡ!
Ҡояш нурын һирпеп бар йыһанға,
Бар Ер шарын алыр бер урап.
Иң боронғо ике был ҡоралға
Инселәнгән ерҙә бөйөк эш:
Ҡыҫыр башаҡ урмаҫ был Ай-Ураҡ,
Буш һандалға һуҡмаҫ был Сүкеш!