1967
Ил тойғоһо
«Һинең алда тамсы ғәйебем юҡ...»
Һуңғы күкрәү
Аҡҡош күлендә
«Бары һиңә генә туҡталғайным...»
«Һинең менән бергә булған саҡта...»
Тутыйғош
«Нигә генә хәҙер ҡағылмайым...»
«Кәләшенә килгән кейәү егет...»
«Ҡоралайым минең, ҡоралайым...»
«Юлға сыҡһаң, юлың оҙон булһын...»
«Тормош булғас, булыр барыһы ла...»
Туған тауыштар
Емерек өй
«Донъя бөгөн миңә ап-аҡ ҡына...»
Дуҫтарға
«Мөгөҙөнә һалып таң ҡояшын...»
Иәш философ
«Күк күкрәүе...»
«Ир-егеттең яуға китеүҙәрен...»
Сәскәләр
Һоҡланыу
Белһәң икән
Балан бешкәндә
«Шундай аяҙ, күм-күк күк йөҙө...»
Шиғриәт
Шыршы
«Шул тиклем дә ниңә яңғыҙ һуң мин...»
«Бала саҡтың сәмле уйыны...»
Ҡыш ҡылдары
Әсәлек
«Юлда төшөп ҡалған ҡамсы һымаҡ...»
«Күҙе уйнай, күҙе яна башлай...»
«Ниндәй һалҡынайҙыҡ, тиһең. Эйе!..»
Һыуһылыу
«Һаумы, һаумы, ҡайынҡайым...»
«Һинең яндан үткән саҡта...»
«Донъяла тик икәү тороп ҡалдыҡ...»
Шоколад
ИЛ ТОЙҒОҺО
Ил тойғоһо иргә миҙал түгел —
Муйынына тағып йөрөргә.
Ил тойғоһо ирҙең намыҫында,
Йөрәгендә йөрөй гел бергә.
Тәнемдәге һәр бер күҙәнәгем
Ил тойғоһо менән тулғанда,
Тамаҡ ярып ниңә ҡысҡырырға,
Ниңә миңә миҙал, туғандар?
Ил тойғоһо – бар тормошом минең,
Тын алышым, йөрәк тибешем,
Ул ғазабым, ул хазинам минең...
Һәм иҫбатлар уны тик эшем.
Һинең алда тамсы ғәйебем юҡ,
Тик һөйөүем ғәйеп булмаһа?
Ышанысты улай алдамайҙар,
Хаҡ һүҙ әйтһәң – миңә шул баһа.
Һөйҙөм һине, өнһөҙ, өмөтһөҙ мин,
Булмағандыр, бәлки, еңелдән:
Йылға түгел, гүйә, ярҙар аҡты,
Аҡтарылып, янған күңелдән.
Әммә мин ғорур ҙа була беләм:
Әйләнермен таш бер ҡаяға.
Тик баш эймәм һай холоҡло һыуға,
Булыр әле ташты аяған...
ҺУҢҒЫ КҮКРӘҮ
Көҙгө күк күкрәй иренеп кенә,
Серек сепрәк, гүйә, йыртыла.
Сепрәк йыртығынан елбер-елбер
Ямғыр ебе ергә тартыла.
Ҡыштырлатып саған йондоҙҙарын,
Ямғыр күҙе бына атылды.
Һүндермәксе, ахыры, миләш ҡуҙын,
Урмандарға ҡапҡан ялҡынды.
Уның һайын миләш тәлгәштәре
Үрләткәндәй булды ҡуҙҙарын.
Һары ялҡын һаман үрләй бирҙе,
Йондоҙҙар ҙа оторо ҡыҙарҙы.
АҠҠОШ КҮЛЕНДӘ
Залда һиңә ҡулын сапмай торған
Мин берҙән-бер кешең, аҡҡошом.
Сөнки һинең сихри бейеүеңә
Тик йыр булып тыуа алҡышым.
Килдем тағы «Аҡҡош күле»нә мин,
Күрергә тип һине, аҡҡошом.
Тал-ҡамышҡа боҫоп, – ҡатып ҡалам,
Ҡурҡытыр тип һине алҡышым.
Йылдар буйы телһеҙ ҡалыуымды
Ғәйепләмә, зинһар, аҡҡошом.
Телгә килһәм, осоп китерһең дә –
Һуңғы йырым булыр алҡышым.
Бары һиңә генә туҡталғайным
Донъянан мин үтеп барышлай.
Тик һин дә бит моңһоу күҙҙәреңде
Үптермәнең миңә ҡарышмай.
Бәлки, мин яҙмышың булғанмындыр,
Үкенерһең, ләкин мин булмам.
Миндәйҙәрҙе, бел һин, онотмайҙар,
Мин киткәс тә ирер күҙ алмаң.
Һөйөү бит ул оло ҡаһарманлыҡ,
Ҡаһарманлыҡ теймәй һәр кемгә.
Йылдар аша уны илтмәй инем,
Килмәгәйнем һиңә бер төнгә!..
Һинең менән бергә булған саҡта —
Айһыҙ ҙа бит ҡалай һәйбәт төн!
Тик йондоҙҙар ғына беҙҙе күҙләй,
Әйҙә, һатһын беҙҙең ғәйбәтте...
Йондоҙҙарға ышанырға була,
Мин уларҙың беләм ғәҙәтен:
Бер ҡасан да улар кешеләргә
Һөйләмәйҙәр кеше ғәйбәтен.
Һөйләһә лә тамсы иҫем китмәй,
Үҙем асам ғишҡым ғәйбәтен:
Ҡысҡырырға әҙер бар йыһанға:
Һинең менән ҡалай һәйбәт төн!..
ТУТЫЙҒОШ
Ә шулай ҙа һин ғәҙелһеҙ миңә,
Бөтәһе лә булды үҙеңдән:
Үҙең әйҙәнең бит боҙ ямғырын,
Йыртып алып күңел күгемдән.
Миңә әйткән ихлас һүҙҙәреңде
Ҡабатлағас үҙең башҡаға,
«Минән дә ул арттырҙымы?» тиеп,
Бер тутыйғош хатта баш ҡаға.
Көмөш тауыш аҡҡош, ҡоҙғон булып,
Ташланһа бит күктән емтеккә,
Ниндәй йән шишмәһен боҙ ҡоршамаҫ?
Ғәйепләмә мине һин тиккә!..
Нигә генә хәҙер ҡағылмайым,
Нигә генә хәҙер күҙ төшә,
Бөтә нәмә серен сисә миңә,
Бөтә нәмә йырлай, һөйләшә.
Һәр ағастың үҙәгендә үҙем
Һынсыл ҡарттай йәйрәп ултырам.
Мин был ерҙең, гүйә, эйәһемен.
Мин был ерҙә шундай мул торам.
Миңә бары ҡайнар һөт булһын да,
Булһын тағы телем икмәгем.
Башҡа байлыҡ – бары бер айлыҡ бит,
Тик ил ғәмен килә йөкмәгем.
Түгелмәне миләшкәйем,
Түгелде күҙ йәшкәйем...
(Йыр)
Кәләшенә килгән кейәү егет,
Кәләшенә килгән кейәүләп.
Юҡ, атын да егеп тормаған ул,
Килгән бары былай – йәйәүләп.
Ә ҡыҙ ялан аяҡ, осоп-төшөп,
Һый әҙерләй үҙе, шундай үҙ!
Алдыр-алдыр ҡымыҙ күбекләнә,
Өҫтәл тулы ниғмәт, шаян һүҙ...
Аһ, ниңә был һуңғы күрешеү тик,
Сымылдыҡһыҙ сыҡҡан күҙ йәше?
Мин һиңә тик имән ағай ғына,
Ә һин уның миләш-кәләше!..
Ҡоралайым минең, ҡоралайым,
һинһеҙ нисек, ҡайҙан йыр алайым?
Ҡайҙа дауа яңы яраға, —
Йылға түгел, гүйә, яр аға!..
Бәғерһеҙме бәрхәт тау яҡтарың,
Ниңә шулай ҡаты тояҡтарың?
Ниңә иҙҙе күңел гөлөмдө?
Әллә һин шәфҡәтһеҙ ел инде?..
Уйлағанда һинең турала,
Зиһендәрем минең тарала.
Ир иткәс бер, ниңә ер итеү?
Таш иткәс бер, ҡайҙа иретеү?
Юлға сыҡһаң, юлың оҙон булһын,
Юл йөрөргә йәнең күнегер,
Һыуға сумһаң, һыуың тәрән булһын,
Һыу һайында тәнең күмелер.
һөйһәң әгәр, һөй тик һөйөрлөктө,
Һөймәҫтәйе һөйөү татытмаҫ.
Дуҫлыҡ кәрәк икән, бул ысын дуҫ,
Ауыр саҡта ташлап ул ҡасмаҫ.
Ә дошманың булһа, булһын дошман
Үҙеңдән дә көслө, нығыраҡ.
Көс һынашып ҡына көсөң үҫер,
Еңеүең дә булыр татлыраҡ.
Тормош булғас, булыр барыһы ла:
Боҙло ямғыры ла, ҡары ла.
Күңелеңде ҡырған һүҙ ҙә булыр,
Ҡырыла бит йылға яры ла.
Ҡоромаһын бары йылғаң ғына,
Аҡҡан йылға табыр йылғаһын.
Арабыҙҙа бары йыр ҡалһын да,
Арабыҙҙы йәйғор ялғаһын.
Тик булмаһын ете төҫлө нурҙа
Ғәмһеҙлектең заты, остоғо.
Күңелемдә яҙғы күкрәү булып,
Ҡоралайым, сап һин, ос тағы!..
ТУҒАН ТАУЫШТАР
Ҡайын туҙы утлы саҡмамы ни,
Дарымы ни шыршы ылыҫы!..
Ләүкеп киткән шул ут ҡына ла бит
Ғүмерҙең бер оло ырыҫы...
Һары ялҡын ҡаштарымды өтә,
Күҙҙе һөртә зәңгәр төтөнө.
Йондоҙ-ауын ташлап, ай-балыҡты
Тотоп бирә миңә һил төнөм.
Таң йәйәһен күккә һуҙыу була,
Ҡыштырлаша уҡлы ҡамыштар.
Кереш тартып, йөрәгемә ата
Шул уҡтарҙы туған тауыштар...
ЕМЕРЕК ӨЙ
Ауыл ситендә бер емерек өй
Тороп ҡалған япа-яңғыҙы.
Ҡылау һалған салыш тәҙрәләре
Иңрәй һымаҡ ҡан-йәш ағыҙып.
Бер кем инде уға аяҡ баҫмай,
Ҡош-ҡорттоң да хатта юҡ юлы.
Тик, бүҫелеп төшкән ҡыйығының
Һаламдарын йолҡоп ел олой...
Ә ҡасандыр унда... усаҡ янған,
Көлсә бешкән, көлгә күмелеп!..
Хас та ошо ташландыҡ өй хәҙер —
Һин ҡыйратып киткән күңелем.
Донъя бөгөн миңә ап-аҡ ҡына,
Ап-аҡ нурҙан күңел тулышҡан.
Дәү бер эшем бөтөп ҡалған һымаҡ,
Һауа шундай иркен һулышҡа.
Сасҡауҙан ер сатнап ярылғанда,
Ярылырҙай булды йөрәгем.
Бурай-бурай бөгөн ҡарҙар яуа,
Бәхет өйә, гүйә, көрәгем!..
Имен булыр быйыл, ер өшөмәҫ,
Уранғастын аҡҡош тунына.
Кейҙергәндәй булдым үҙем уны
Һылыуымдың һомғол һынына.
ДУҪТАРҒА
Тау ектәре менән сурғыларҙан
Баш ала ла алғыр йылғалар,
Бер үҙәнгә төшөп алҡынһалар,
Тау-ташты ла һуғып йығалар.
Яңғыҙ йылға, күпме ярһымаһын,
Ҡушылмаһа уға иштәре,
Һаҙамыҡҡа ҡойоп юлын ослай,
Түңгәктәргә күмә эштәрен.
Тау-таштар күп, дуҫтар, юлыбыҙҙа,
Яңғыҙҙа ла яңғыҙ аҡмайыҡ.
Илгә инселәнгән изге көстө
Һаҡлашайыҡ бергә ап-айыҡ!..
Мөгөҙөнә һалып таң ҡояшын,
Болан баҫҡан йылға ярына.
Ҡыбырлаһам, ҡояш төшөп китер,
Тын да алмай боҫтом янына.
Ҡояшты ул ғорур башы менән
Алып ташланы ла һыртына,
Ирендәрен манды алһыу һыуға,
Нур һемерҙе шулай бер тына.
Һәм, бышҡырып, башын сайҡаны ла
Ялмап алды ваҡ тал япрағын.
Аҙаҡ китте, муйыл толомона
Батырҙы ла сатыр тарағын.
Эй, гонаһһыҙ күрке тәбиғәттең,
Нисек һиңә мылтыҡ тоҫҡалһын?
Йөрө әйҙә, һил һуҡмаҡтар буйлап,
Шиғырымда һинең төҫ ҡалһын!..
ЙӘШ ФИЛОСОФ
Ни уйлайһың, йәш философ?
Ни фәлсәфә ҡораһың?
Шул фекерҙә тораһың:
Һәр саҡ булһын ҡояш, тиһең,
Һәр саҡ булһын күк, тиһең.
Әсәм булһын, мин булайым,
Ә ҡоралды... түк, тиһең.
Ә һуғышҡа «юҡ!» тиһен.
Күк күкрәүе
Һаңғырауға юҡ тик,
Тик һуҡырға —
Йәшен йәшнәмәй...
Һәр тәғлимәт
Үҙгәрергә тейеш, —
Үҙгәрмәһә,
Ул бит йәшәмәй!
Улыма
Ир-егеттең яуға китеүҙәрен,
Уҡ-һаҙағын аҫып, ҡалъянын,
һөйләһә тик һөйләр ҡурай ғына,
Һөйләй алмаҫ уны тальяның.
СӘСКӘЛӘР
Сәскәләр, сәскәләр,
сәскәләр —
Донъяға йылмайып
бағалар.
Йылмайһын, йыуатһын,
Гел атһын
Именлек сәскәһе – балалар.
ҺОҠЛАНЫУ
Шиғриәт бит – ул һоҡланыу, тиһең,
Һоҡлан, тиһең, яҡты донъяға,
Һоҡлана бел, тиһең, матурлыҡҡа:
Ай-йондоҙға, һыуға, ҡаяға!..
Эйе, мин һоҡланам Матурлыҡҡа,
Батырлыҡҡа, эйе, һоҡланам.
Әммә, торған һайын был донъяла,
Был һүҙҙән мин инде һаҡланам.
Ниндәйҙер бер йәнһеҙ вәғәз унда,
Ниндәйҙер бер ғәмһеҙ сафсата.
Гел һоҡланыу хисте ойота тик,
Гел һоҡланыу аңды йоҡлата.
Һоҡлан, тиһең, сәсән телеңә һин,
Ә сикләнһә уның кәрәге?..
Илгә, тиһең... Ә күпме ир илдә
Ҡайғыртһа тик донъя сепрәген?
Ҡайындарға? – Тотош Урмантауҙар
Ултыртылмай, утҡа яғылһа,
Дуҫлығың да күсһә дошманлыҡҡа,
Аҡыл ойоп, сафлыҡ һатылһа?
Ә һоҡланып бөтмәҫ был донъябыҙ
Ҡыл өҫтөндә торһа? – Һүҙ тамам!
Уҡымағыҙ өгөт-нәсихәтте,
Һоҡланам мин...
Ләкин – һаҡланмам!
Йылғаның бар башы,
Ләкин уның
Ҡойған тамағы ла юҡ түгел.
Тыуған – үлә, үлгән – кире тыумай, —
Һоҡланыр тик быға туҡ күңел.
Ут эсендә, йот эсендә һәр ни!..
Тураҡламай күр һин донъяны.
Ярылырҙай була бит йөрәгең,
Донъя мәхшәренән уянып...
һаҡлашмаһаң әгәр Матурлыҡты,
Һоҡланыуҙан күңелең тулһа ла,
һуғышмаһаң уның өсөн,
Һин дә,
Һин дә,
Һин дә —
Үлтереүсе уны Донъяла!
БЕЛҺӘҢ ИКӘН...
Белһәң икән йондоҙҙарҙың телен,
Мәңгелеккә улар ни һөйләй?
Белһәң икән тулҡындарҙың телен,
Ярҙарына улар ни көйләй?
Беҙ – мәңгелек, тиеп күҙ ҡыҫамы
Был йондоҙҙар кәкүк кисендә?
Күпме хата эшләй кеше, тиме,
Күбәләктәй ғүмере эсендә?
Ҡасан улар беҙҙең ише шулай
Булыр күркәм, ғорур, тиҙәрме?
Ҡасан улар бер-береһе менән
Һоҡланышып торор, тиҙәрме?
Ә үләндәр, дәррәү үрелешеп,
Ни һөрәнләй икән елдәргә?
Беҙҙең кеүек татыу булығыҙ гел,
Төрөнөгөҙ, тиме, гөлдәргә?
Был тулҡындар, ярҙы һөйә-һөйә,
Наҙҙы, тиме, беҙҙән алығыҙ?
Япраҡтар ҙа, беҙҙең кеүек күркәм
Булһын, тиме, ғүмер яҙығыҙ?..
Тәбиғәттә һәр ни үҙ урынында,
Бөтәһе лә унда ярашлы! —
Әллә шуның барыһын тойғанғамы
Кеше шулай уйсан ҡарашлы?..
БАЛАН БЕШКӘНДӘ...
Балам иҫкә төшкәндә...
Һарығошҡай – үтәбикә,
Сайҡалтмасы баланды!
Ниңә шулай зарығаһың?
Юғалттыңмы балаңды?
Һарығошҡай – үтәбикә,
Сайҡалтмасы баланды!
Балан төпкәйендә ята —
Типмәгән ҡош балаңды.
Һарығошҡай – үтәбикә,
Сайҡалтмасы баланды!
Мин генә тик таба алмам
Гүр алған баламды...
Шундай аяҙ, күм-күк
күк йөҙө,
йәйге төндәй йылы
күк үҙе.
Ә йондоҙҙар шундай
сағыуҙар,
Сағыулыҡта ут та
саҡ уҙар...
Яҡты йондоҙ шундай
талпына –
Һабантурғай шулай
ҡалҡына:
Ҡоя-ҡоя көмөш моңдарын,
Белгән һымаҡ ерҙә
мин барын...
Йондоҙҙар ҙа төрлө
холоҡло,
Береһе кескәй, береһе олоҡло,
Береһе тыныс, береһе
бик ярһыу,
Атылһалар ғына,
яманһыу...
Көтәм әле, көтәм,
төн оҙон:
Атылырмы минең йондоҙом?
ШИҒРИӘТ
Берәүгә һин – нан,
Берәүгә һин – нам,
Берәүгә һин – дан,
Берәүгә һин – ҡан...
Нан да һин миңә,
Нам да һин миңә,
Дан да һин миңә,
Ҡан да һин миңә.
Һөйҙөм йыр менән,
Көйҙөм йыр менән,
Тыуғас, үлермен
Тик һинең менән,
Берҙән-бергенәм!..
ШЫРШЫ
Бер уйлаһаң, әҙәм ниндәй йыртҡыс! —
Уйлап киләм әле ошоно:
Тик бер көнөн байрам итер өсөн
Бар ғүмерен ҡыя шыршының.
Мин дә бына алып ҡайтып киләм
Баҙарҙан бер йәп-йәш шыршыны.
Балаң ише, миндә сабый бит, тип,
Гүйә, шул саҡ шыршы шыңшыны.
Илай сабый, сайыр йәшен һығып,
Күҙ йәштәре ҡулға йәбешә.
Ил буйынса ҡырған шыршыларҙың
Ғүмерҙәрен аяп, йән өшөй...
Аҙна торғас, улар ырғытылыр,
Үкһеҙ бала һымаҡ урамға,
Хәлһеҙләнгән энәләре генә
Бер уйынсыҡ булыр буранға.
Ҡаршыламаҫ һөңгө осо менән
Был донъяның улар ал таңын —
Балаларым һымаҡ сабыйҙарға
Күтәрҙем мин – кеше, балтаны...
Шул тиклем дә ниңә яңғыҙ һуң мин,
Ниңә яңғыҙ тулған ай һымаҡ?
Hyp-наҙымды кемгә ҡояйым һуң,
Наҙға бит мин яҙҙай бай һымаҡ?..
Берҙән-берем, ҡырыҫ ҡоралайым,
Һин дә киткәс мине ҡалдырып,
Яңынан мин кемгә ышанайым,
Аҡтыҡ сарсауымды ҡандырып?..
Алыҫтағы алғыр шишмәм тигән —
Далалағы ялған сағыммы?
Сағым булһаң да һин, һағынғанда,
Көҫәп барыр тыуған яғыммы?
Бала саҡтың сәмле уйыны
Асмаһа ла инде ҡуйынын,
Ғүмер буйы сәмле шул уйын
Туйлап килә миңә үҙ туйын.
Бирмәм генә тигән еремдән
Тороп ҡалдым һөйгән йәремдән,
Кем уйлаһын яңғыҙ ҡалырын?
Алырымҡош алды алырын.
Бирмәм тигән инем баламды,
Дошмандарға ул дуҫ инде,
Кем уйлаһын яңғыҙ ҡалырын?
Алырымҡош алды алырын.
Алырымҡош менән Бирмәмҡош
Икән дәһә, ай-һай, был тормош.
Ни ҡалдырҙың миңә, йә инде,
Тик бирмәнем һиңә йәнемде!
Яҙмам тигән инем атайҙан,
Яуға китте атам Алтайҙан.
Алырымҡош алды атамды,
Алалманы ләкин Ватанды.
Бирмәм тигән инем баламды,
Алырымҡош алды баламды.
Һин алырһың бер көн әсәмде,
Ағыуларһың күңел кәсәмде,
Алырымҡош мәңге көсөңдөң.
Тик бирмәм мин телен сәсәндең!
Иң башта
Тартып алды бала сағымды,
Йыланынан уның сағылды.
Тик бирмәнем уның сафлығын,
Күңел күктәремдә
Яҙғы йәйғор булып сағылды.
ҠЫШ ҠЫЛДАРЫ
Шығыр-шығыр ҡыш та үтеп бара,
Тик урманды ҡылау һырыған.
Үҙәгемә сасҡау үтмәһен, тип,
Ҡарағайға ҡайын һырыға...
Ә ҡыҙҙарҙың унда эше лә юҡ,
Елдерәләр йылғыр саңғыла.
Бәҫ-томанға сумып юғалғанда,
Туҙып ҡала көмөш саң ғына.
Хыял-ҡыҙҙың эҙҙәренә төшөп,
Елдереү ҙә түгел еңелдән.
Шуға, ахыры, өҙөлөрҙәй булып,
Ҡыш ҡылдары үкһей күңелдә!..
ӘСӘЛЕК
Үҙе саҡлы ҡурсаҡ ҡосаҡлап,
Уйнап ята ҡыҙым арбала.
Албырғата, бәпләй ҡурсағын —
Әйтерһең, ул йәнле бер бала!
Ҡайҙан сабый бөтмәҫ наҙ таба
Иркәләргә шулай ҡурсаҡты?
Үҙ телендә ниҙер ләпелдәп,
Төнәп китә үҙе бер саҡты.
Тик атаһы һаман йылмая,
Серен сисеп сабый уйының,
Шулай тыуа, ахыры, Әсәлек,
Уйнай-уйнай ҡурсаҡ уйынын?..
Юлда төшөп ҡалған ҡамсы һымаҡ,
Ҡара йылан ята һуҙылып.
Һырт буйынан уның буй-буй булып
Һоро таптар киткән һыҙылып.
Ә күҙҙәре, ут күҙҙәре уның,
Арбап ҡарай һинең күҙеңә.
Тик, ыҫылдап башын ҡалҡытҡас та,
Юҡ итәһең донъя йөҙөнән...
Шундай анһат күреү, хөкөм итеү
Юл өҫтөндә мәкер ҡылғанды!
Ҡыйыныраҡ икән күреүе тик
Ҡуйыныңда ятҡан йыланды...
Күҙе уйнай, күҙе яна башлай,
Күктә осҡос күрһә, малайҙың.
Моғайын да шулай күҙе баҙлап,
Урағына баҫыр ул айҙың.
Ниндәй һалҡынайҙыҡ, тиһең. Эйе!..
Һалҡынайҙыҡ – боҙға әйләндек.
Күңелдә тик үкенестәр генә:
«Беҙ, моғайын, юҡҡа өйләндек...»
Тау башынан уйнап тәгәрәткән
Бер йомғаҡ ҡар тауға әйләнде.
Ул ҡар тауын нисек иретергә?
Ут яғырға ҡулдар бәйләнде...
Ул ҡар тауын урап үтеп булмай,
Артылып та булмай ул тауҙы.
Булмай үрмәләп тә һәм төшөп тә,
Өҫтөбөҙгә, гүйә, ул ауҙы...
Мөмкин түгел уны ауҙарырға,
Ул ҡар тауы – беҙҙең хаталар.
Барыр юлға инде бағып булмай,
Тик үткәнгә уйҙар ҡайталар.
Нисек әле былай булды тормош?
Ниңә сыҡтыҡ әле беҙ юлға?
Бер йылғаның ике яры булһаҡ,
Ниндәй йылға икән ул йылға?
Минең маҡсат – шиғыр уты ине,
Шул ут өсөн үттем ут-һыуҙы.
Һин дә уны уртаҡлаштың башта,
Хәтереңде аҙаҡ тут йыуҙы.
Ҡапыл һин маҡсатһыҙ тороп ҡалдың,
Ҡояш итеп күрҙең бер айҙы.
Минең өсөн ул ут юғалманы,
Барған һайын бары ҙурайҙы.
Һин арбаның. Һин хыялый, тинең миңә,
Хыялымдан көлә башланың.
Хыялымда үҫкән сәскәләргә
Һин бит хатта таш та ташланың.
Шулай ҙа мин һине ташламаным,
Етәкләнем һине ҡулыңдан.
Еңелерәк юлға ҡайырһаң да,
Тайпылманым барыр юлымдан.
Эйе, ул юл еңел түгел ине,
Мин үҙемә үҙем юл ярҙым.
Юлдарыма баҫҡан таш-тауҙы ла
Үҙ күкрәгем менән ауҙарҙым.
Миңә ғәйрәт инде, һинән – сикте,
Ғәйрәт һөйләй ситтә торғанды.
Һин юрғанға ҡарап аяҡ һуҙҙың,
Ә мин һуҙҙым үҙен юрғандың...
ҺЫУҺЫЛЫУ
Һыу алырға төшкән баҫмаға,
Баҫмаға ул, гүйә, баҫмаған,
Һыуҙа уйнай ана кәүҙәһе...
Әйттермәһә хоҙай тәүбәһен,
Һыу батшаһы булыр инем дә,
Эргәһенә сығыр инем дә,
Толомонан алып һылыуҙы,
Ярып китер инем был һыуҙы...
Ниндәй һын был һыуҙа тирбәлә,
Мөхәббәтме тула биҙрәлә?
Кемдең һуң ул яҡты өмөтө,
Ниңә килмәй һаман егете?
Шәфҡәт тә юҡ миңә, юҡ аяу.
Йөрәгемә ҡаҙай уҡ ҡаяу...
Ниңә шулай һыуға йылмая?..
Һаумы, һаумы, ҡайынҡайым,
Йылмай, йылмай, көл, айым.
Яҡтырт беҙҙе был төндә,
Йондоҙ янһын күгеңдә.
Иҫерек мин, бик, бик иҫерек,
Мөхәббәтем менән иҫерек.
Түгелеп ҡуйма, мөхәббәтем,
Айнып, башҡа иҫ кереп.
Иҫ, талғын ел, иҫ, әйҙә,
Шаула, япраҡ, үҫ, әйҙә,
Ҡайынымды һинән көнләшәм,
Япраҡ теле менән һөйләшә.
Ҡосаҡланым шуға ҡайынды,
Һүндер, күгем, һүндер айыңды.
Һинең яндан үткән саҡта,
Атламайым, юртамын.
Күҙем ҡаты, буй-һыныңа
Күҙ тейер тип ҡурҡамын.
Яратмай тип уйлап ҡуйма,
Бик яратам, алтыным:
Кейемемде өтөп бара
Йөрәктәге ялҡыным.
Донъяла тик икәү тороп ҡалдыҡ:
Мин аллаң һәм һин – табынған.
Емерәһем килде һинең был аллаңды,
Саҡыраһым килде табынға.
Минең бары кеше булғым килде...
Кеше булып, һине наҙлағым.
Ә алланың һиндә ни эше бар? —
Күрәме һуң беҙҙең алдағын?
ШОКОЛАД
Беҙҙең Туҡал быҙауланы
Йондоҙ тигән быҙауын.
Һөтөкәй булғас, ҡустым да
Бөтөрөр бит буҙлауын.
Бик һөйөнә әсәйем дә,
Яҙмағас өмөтөнән.
Бешерербеҙ бәрәмәс, ти,
Тағы ыуыҙ һөтөнән.
Әллә Туҡал да ҡыуана —
Ялай ҙа ялай ҡыҙын.
Көрән булғанға, ахыры,
Шоколад, ти, йондоҙон?..