1968

Ғарипов Рәми. Әҫәрҙәр. Өс томда, I том. Шиғырҙар, поэмалар. Төҙ. Н.В. Ғарипова. – Өфө, 1996. – 448 бит.

Ғүмер
«Донъя ҡалай ҡыҙыҡ һиңә, ҡыҙым...»
Төшөм
«Их, йәшәйһе килә ел уйнатып...»
«Йүрүҙәнкәй – һылыуҡай...»
«Шағир – бер тамсыһы икән...»
«Яҙ еттеме, туңған ҡарт имән...»
Дон-Кихот
«Еңелсә быу ҡалҡа сей кәбәндән...»
«Мин барыбер һиңә...»
«Алырымҡош менән Бирмәмҡош...»
«Һин бит үҙең обком миңә...»
«Ай нурымы йыуа тулҡындарҙы...»
«Ҡояшҡайым – атҡайым...»
«Ҡара ҡанаттарым ҡағып ҡунып...»
«Үткәүелкәйҙәрҙе үтербеҙ...»
«Көтмәгәндә миңә үҙ исемем...»
«Яҙ еттеме – урын табалмайым...»
«Ете төн уртаһы...»
«Берәү йөрөй ил булһын тип...»



ҒҮМЕР
Ер еләккәйҙәре беште инде,
Өҙөлөп тә төшмәҫ, тимәгеҙ, —
Ир-егеткәйҙәрҙе, йәше үтһә,
Бөгөлөп тә төшмәҫ, тимәгеҙ.

Япраҡтарҙы һары алды инде,
Ел шаулатып түкмәҫ, тимәгеҙ, —
Ут-йәшендәй йәшлек ғүмерҙәрҙе
Йәшнәп-күкрәп үтмәҫ, тимәгеҙ.

Бурай-бурай ҡарҙар яуҙы инде,
Аҡ япмалай ятмаҫ, тимәгеҙ, —
Ғәзиз йәне сыҡҡан тәнең-һының
Таяҡ булып ҡатмаҫ, тимәгеҙ.

Ҡар һыуҙары шаулап аҡты инде,
Гөл сәскәләр атмаҫ, тимәгеҙ, –
Бишектәге бала, биш төрләнеп,
Ат атланып сапмаҫ, тимәгеҙ!


Донъя ҡалай ҡыҙыҡ һиңә,
ҡыҙым,
Донъя һиңә ал да гөл генә.
Бер ниндәй ҙә әле ғәм заты юҡ,
Йүгер ҙә һин, уйна, көл генә.

Килер бер көн...
һин һиҫкәнеп китеп,
Тәү күргәндәй ошо донъяны,
Күҙ бағырһың уға...

ТӨШӨМ
Ҡанатына һалып ҡыҙымды
Алып китте торналар.
Алып китте,
Алып китте,
Алып китте торналар.
Тик үҙемә, яңғыҙыма
Тороп ҡалды донъялар,
Тороп ҡалды,
Тороп ҡалды,
Тороп ҡалды донъялар...


Их, йәшәйһе килә ел уйнатып,
Йоҡоһонан ҡыҙҙар уятып,
Көҙ һағышын бары айға буяп,
Тальяныңда дәртең уйнатып...
Юҡ, булмай шул, дуҫтар, булмай,
булмай!..
һыҙғырһаң да, сыҡмай үткәндәр.
Ни ҡалды һуң? – Бары иҫтәлектәр...
Ни йыуата? – Бары үпкәндәр...

Япа-яңғыҙ тороп ҡалыр инем,
Ярай әле бар һеҙ – үткәндәр!


Йүрүҙәнкәй – һылыуҡай,
Ҡосағыңа ал мине.
Һине һағынып, үлеп барам,
Ҡурсып алып ҡал мине!

Йүрүҙәнкәй – һылыуҡай,
Түшкенәйең бүлкәт тау.
Түшкенәңдә ятайым,
(Башым булһын) иҫән-һау.
Йүрүҙәнкәй – һылыуҡай,
Ебәрмә миңә төтөн.
Күп эсерҙе миңә донъя
Таш имсәктән ҡом һөтөн.
йүрүҙәнкәй – һылыуҡай!..


Шағир – бер тамсыһы икән
үҙ халҡының,
Тамсы һөйләр диңгеҙ
хаҡында.
Шағир – шаңдағы ул
заманының
Һәм көсө лә уның
халҡында.


Яҙ еттеме, туңған ҡарт имән
Айбарланып, уйға ҡала.
Ярырғамы япраҡ, юҡмы, тип,
Уйлай-уйлай уйға ҡала —
Япраҡ ярырға ла
һуңға ҡала...

ДОН-КИХОТ
(XX быуат монологы)
Мин был донъяға
Килешмәҫ өсөн килдем.
М. Горький

Бөтәһенә ҡайсаҡ ҡулың һелтәп,
Киткең килә алыҫ төпкөлгә.
Киткең килә тормош мәхшәренән,
Һил һуҡмаҡтар эҙләп күңелгә.
Күпме ерҙә ялған һәм яуызлыҡ,
Күпме зиһен мәкер-хәйләле.
Ә һин һаман хаҡ ҡылысың менән
Ел-тирмәнгә ҡалдың бәйләнеп!..
Дуҫлыҡ төҫөн кейә дошманлыҡ,
Һәләтлекте иҙә булдыҡһыҙлыҡ,
Түрҙә йөрөй һаман ҡуштанлыҡ.
Фәлсәфәлә фекер фәҡирлеге,
Ысын тойғо суйын ҡалыпта.
Эше лә юҡ ерҙә хакимдарҙың
Ер тотҡаһы булған халыҡта.
Ниңә һаман кеше ер кәртәләй
Тартыу көсөн ерҙең еңгәндә,
Иыр-шиғырҙы тиндәр менән үлсәй,
Йыр-шиғыры айға елгәндә?
Һиңә өндәшәм мин, эй, һин донъя,
Ә һинең юҡ миңә яуабың...
Яратаһың бары дары еҫен,
Ҡан әсеүҙән табып-сауабың.
Өҫтөн итеү уйың ҡайһыларын
Бөтә халыҡтарҙың өҫтөнән.
Бар булмышың һинең был ер шарын
Буяуҙалыр ҡара төҫ менән.
Юҡ, мин һинең менән иҫәп өҙмәм,
Килешмәҫкә килдем мин һиңә:
Йә һин мине юҡ итерһең ерҙән,
Йә баш эйерһең үҙең һин миңә!
Кешелектең бөтә түккән ҡанын,
Балҡып янған бөтә аҡылын —
Мин һөжүмгә илтәм һиңә ҡаршы,
Мә, йот минең нәфрәт ялҡынын!
Юҡ, китмәйем һил һуҡмаҡтар эҙләп,
Һәр йөрәккә изге ут яғам.
Килешеү юҡ кеше күңелендә,
Килешмәҫкә килгәс донъяға.
Теләһәм, мин айға һикерәм бит —
Бөтәһе лә миңә килешә.
Бөтә Дон-Кихоттар минең арттан!
Эй, фекерем, булма фәхишә!..


Еңелсә быу ҡалҡа сей кәбәндән,
Ахыры, бик дымлы ҡойолған,
Арыған бер оло ҡош шикелле,
Нәҡ башында болот ойоған.

Ойомаған, кәбән башына ул
Күкәй һалырға тип эйелгән,
Ҡояш-күкәй һарыһын эсмәк булып
Ултыра бер көрән төйлөгән.

Һәм тәгәрәп барып ҡояш төштө
Ә төйлөгән күккә атылды.
Эләктеме, бәпкә ҡарағы! – тип,
Мин дә борҙом кире атымды.


Мин барыбер һиңә —
ярҙарыма ҡайтам,
Күпме генә ташып аҡһам да.
Хатта теләмәһәң дә мин ҡайтам,
Үҙгәрмәҫтәй булып ятһаң да.
Ҡайтам, ҡайтам,
теләмәгәндә лә,
Үҙем үҙгәртәм мин ярымды.

АЛЫРЫМҠОШ МЕНӘН БИРМӘМҠОШ
Алырымҡош менән Бирмәмҡош
Икән дәһә, ай-һай, был тормош:
Бала саҡтың сәмле уйыны
Оҙатып килә ғүмер буйына.

Алырымҡош икән аҡылым,
Бирмәмҡош ул – йөрәк ялҡыным.
Ғүмер буйы улар алыша,
Ғүмер буйы улар тартыша.

Алырымҡош ала алырын,
Бирмәмҡошо бирмәй ҡалырын.
Алырымҡош килһә шыҡыйып,
Бирмәмҡошҡа бигерәк эш ҡыйын.


Һин бит үҙең обком миңә,
Һин бит үҙең үҙәк комитет.
Башҡа иман миңә инмәгән дә,
Булмаған да, булмаҫ, нет!..

Ҡөрьән уҡып мин бит үҫмәгәнмен,
Әфтиәк тә миңә – әкиәт.
Әкиәттәр улы булһам да мин —
Барлығымда йөрөй бер ниәт.

Ул ниәтем – кеше, халҡым минең,
Үҙем һымаҡ ябай, хәйләһеҙ.
Бәлки, шунда бөтә фәжиғәлер,
(Аңлағыҙ ҙа – алға – әйҙә һеҙ).


Ай нурымы йыуа тулҡындарҙы,
Тулҡындармы әллә ай нурын?
Мин ҡабыҙҙым әллә ялҡындарҙы,
Әллә һинме – төнгө үҙ йырым?

Мин ҡыҫаммы әллә ҡулдарыңды,
Ҡыҫыламы әллә үҙҙәре? —
Ниңә ҡапыл барыһы юҡҡа сыҡты,
Ҡапыл төҫөң китте үҙгәреп.

Иламһырап дерелдәгән кеүек нурҙар,
Дерелдәне хәлһеҙ иренең.
Үпкәләттем әллә үпмәйенсә,
Ниңә былай ҡапыл иренең?


Ҡояшҡайым – атҡайым
Йәйғор дуғалы.
Сабып үтә күк туғайын,
Йә болотта юғалып,
Дағаһынан ут балҡыта,
Дөбөр – шатыр күк.
Алтын ялыңды елпеп,
Көмөш ҡойроҡ түк!..
Көмөш ҡойроҡ, алтын ял,
Ял да итеп ал,
Ут сығарма, күкрәмә,
Инде кәрәк ял!..


Ҡара ҡанаттарым ҡағып ҡунып,
Ҡара төндә һиңә ҡараным.
Һин әле лә уны онотмайһың —
Шомло ҡараш һалған яраны.

Ҡарт Ҡарағош ҡаяһына ҡайтты,
Ҡара төндә башҡа ҡарамаҫ.
Тик ҡалдырған утлы ҡуҙын
Һүндерергә уны ярамаҫ.

Туйһа ла ул зәңгәр хыялдарҙан,
Хыянаты уның тоғ(о)ро.
Һин бәхеттән иҫерһәң дә...
Йөрәгеңдә – утлы бер оро...


Үткәүелкәйҙәрҙе үтербеҙ,
Үрттәр һалып китербеҙ.
Ир-егеттәр ил йөгөн
Иңгә һалып илтербеҙ.

Ир иңендә ил ятыр,
Ил ятмаһа, бил ҡатыр.
Биле ҡатҡан ир-егеттән
Гүргә илтер сир матур.

Бил биренмәҫ көрәштәрҙә,
Алыштарҙа нығыныр.
Алыштарҙа алыҫ торған
Бер һелтәүҙән йығылыр...


Көтмәгәндә миңә үҙ исемем
Бик, бик матур булып тойолдо.
Әйтерһең дә, мин яңынан тыуҙым.
Һәм яңынан ҡотом ҡойолдо.

Быға тиклем уға «ағай» һүҙен,
Иә фамилиям ҡушып әйттеләр.
Шул исемгә бик күп һүҙҙәр ялғап,
Маҡтанылар, йәки һүктеләр.

Ә һин уның бары үҙен әйттең
Моңға күмеп тирә-яғымды.
Исемемдең сере һиндә ятҡан,
Шул сер килеп бөгөн табылды.


Яҙ еттеме – урын табалмайым,
Китке килә алыҫ – ҡайҙалыр...
Хатта яҙ тамсыһы тартмай йәнде,
Кәйеф-сафалар ҙа файҙаһыҙ.

Бер ни йыуандырмай. Яҙын бары
Сорнап ала ауыр һорауҙар.
Бөрөләрен ыуам ағастарҙың...
Бер ни түгел һеҙгә ҡырауҙар,
Бөрөләргә – шундай эреләргә...
Япраҡ ярырһығыҙ ҡалай ҙа...
Ни юҡһынам, көтәм? Белмәйем дә!
Тик илайым үҫмер малайҙай...

(Илья Сельвинскийҙан үҙгәртеп.)


Ете төн уртаһы...
Сәғәт теленә – таңғаса —
Юртаһы ла
Юртаһы...
Ҡайҙалыр, алыҫта-алыҫта,
Һиҫкәнгән һандуғас һағышы.
Һауаға таралған
Нефтегаз томаны...
Ә мин, бер үҙем,
Шундай танылған һәм яңғыҙ,
Иҫ киткес яңғыҙым,
Мөңгөрләп мең көйҙө,
Ҡайтам төрмәмә...
Мин бөттөм иң ҙур эшемде!
Ярай әле донъяла
Ҡәнифә апай бар!..


Берәү йөрөй ил булһын тип,
Берәү йөрөй һил булһын тип,
Берәү йөрөй тиңлек тип,
Берәү йөрөй тинлек тип.

Бөркөттәргә көн яҡшы,
Ябалаҡҡа төн яҡшы.

Үлемде лә йыҡҡан әйтер,
Батыр әйтер намыҫ тип.
Ҡуй ҡойроғонан ҡурҡҡан әйтер
Мин намыҫтан алыҫ тип.

Булыр-булмаҫ йорт булһа,
Бөкрө билле ул тыуыр.
Бәрәкәтле булыр йортҡа
Батыр затлы ул тыуыр...