1969
Аманат
«Һәнәк менән һыуға яҙылһа ла...»
«Беҙ киләбеҙ дүртәүләп...»
Анар
«Ҡорбанына ташланырға торған...»
«Кетер-кетер боҙ селтәргә баҫып...»
«Иҫтә әле: көндө төнгә ялғап...»
«Бер ҡасан да шағир булғаным юҡ...»
«Булһын һүҙең ҡыҙмаса ла...»
Бурыл бейәне һуйғас
Яҙ көтөү
«Бала әгәр бала булмаһа...»
Яуаплылыҡ
«Һандуғасҡай балаларын...»
«Ямғыр ебе арҡау ебе кеүек...»
«Таң алдынан беҙҙе аталар...»
«Тыуғанмын. Уҡығанмын. Яҙам...»
«Әллә мин бик иртә тыуғанмынмы...»
«Үлтермәсе минең шиғырҙарҙы...»
«Хәтерләмә ул йондоҙло төндө...»
«Минең уйым...»
«Минең донъям, минең ғазаптарым...»
«Серәкәйҙәр сумды ҡаныңа...»
«Башҡа донъянан килһәм дә...»
Ҡом арҡан
АМАНАТ
(Ҡобайыр)
Һаҡлай белһә халыҡ үҙ телен,
Һис иркенән яҙмаҫ илендә:
Ул күктәге бөркөт шикелле —
Кем тота ала уны күгендә!..
Хосе Рисаль
Башҡорттоң аҫыл ире, ҡобайырсыһы,
яҙыусыһы һәм бөйөк телсеһе Жәлил
ағай Кейекбаев ҡәберенә – бер ус
тупрағым
Телең барҙа илең бар,
Илең барҙа иркең бар,
Иркен барҙа күркең бар,
Ерең, күгең – икең бар,
Утың, һыуың – дүртең бар.
Шул дүртәүҙән башҡа заттан
Кешегә һуң ни кәрәк?
Шул дүртәүҙең дүртеһендә
Ул таянған дүрт терәк:
Дүрт күҙ менән бағып торған
Байлығы ла дүртәүҙә;
Дүрт яғын да ҡибла иткән
Барлығы ла дүртәүҙә;
Дүрт терәктең дүртеһен дә
Тыуып үҫкән ил бәйләй;
Ил яҙмышын ир муйынына
Ҡылды ярыр тел бәйләй,
Ҡырҡҡа ярыр тел бәйләй!..
Бәпләп-әрләп тел менән
Кеше иткән инәбеҙ,
Эшле иткән инәбеҙ;
Һөйләп-көйләп тел менән
Хисле иткән инәбеҙ,
Көслө иткән инәбеҙ;
Күҙебеҙҙе тел менән
Нурлы иткән инәбеҙ,
Үҙебеҙҙе тел менән
Йырлы иткән инәбеҙ!..
Терелткән дә тел шуға,
Үлтерткән дә тел шуға;
Тел әйткән һүҙ ел түгел,
Ҡәҙер-хөрмәт бел уға,
Ҡәҙер-хөрмәт бел уға!..
Тел асҡысы – ил асҡысы.
Күҙ өҫтөндә ҡаш һымаҡ,
Ҡаштан яҙған күҙҙән яҙып,
Ҡатып ҡалыр таш һымаҡ,
Ятып ҡалыр таш һымаҡ...
Һай, таш булма, таш булма,
Аң ғына бул телеңә,
Аң булмайса, туң булһаң,
Бер имгәк һин илеңә,
Бер түңгәк һин илеңә!
Тел төпкәйе – тал төпкәйе,
Тал төпкәйе – тамыр ул,
Тамырына балта сапһаң,
Талың ҡороп ҡалыр ул;
Тарбағынан ҡан-йәш һарҡып,
Тып-тып итеп тамыр ул;
Туп-туп итеп ҡош ҡундырмай,
Түңгәк булып ҡалыр ул,
Түңгәк булып ҡалыр ул!..
Түңгәгендә ни үҫер?
Ни иркәләп ел иҫер? —
Оял үлән, күл үҫер,
Ҡорт ҡуҙғытып, ел иҫер;
Күлең саҡ-саҡ сайҡалыр,
Саң туҙғытып, сай ҡалыр...
Тал төбөндә ни үҫер?
Ни иркәләп ел иҫер? —
Иҫ китерҙәй гөл үҫер,
Гөл иркәләп, ел иҫер;
Гөлдәр нурын таратыр;
Елдәр йырын таратыр,
Телдәр менән тел булып,
Тиңдәр менән тиң булып,
Хөр күңеле киң булып,
Һандуғастай һайрашып,
Ғөрөф-ғәҙәт алмашып,
Халҡың ырыҫ ҡаратыр,
Үҙенә дуҫ ҡаратыр,
Үҙенә дуҫ ҡаратыр!
Әсә теле барында,
Сәсән теле барында,
Кәм-хур булмаҫ табында,
Йөҙ ҡыҙартмаҫ табында,
Дуҫ-ишең ҡоронда,
Ғәҙәтенсә борондан,
Йырлар моңло йырын да,
Түрҙә булыр урын да...
Телең барҙа илең бар,
Илең барҙа иркең бар,
Иркең барҙа күркең бар,
Ил биҙәргә дәртең бар,
Ерең, күгең – икең бар,
Утың, һыуың – дүртең бар!..
Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем,
Һүҙем әйтеп бөтәйем:
Ни һуң икән киләсәк?
Кемдәр унда киләсәк? —
Яуап биреп үтәйем:
Төрлө гөлдәр үҫәсәк,
Һутлы емеш бирәсәк,
Һәр гөлгә ер етәсәк.
Бер баҡса ул – Киләсәк,
Хөр баҡса ул – Киләсәк!
Шуның өсөн һуғыштыҡ,
Бергәләп ҡан ҡойоштоҡ,
Шул ҡан менән дан алып,
Бер ҡор булып ойоштоҡ;
Яулап алған тел менән,
Һаҡлап ҡалған тел менән
Һәр кем шунда киләсәк,
Сабый булып көләсәк, —
Шул баҡса ул – Киләсәк,
Мул баҡса ул – Киләсәк!
Бар халыҡтың ҡоро ул,
Көйлө, татыу йыры ул!
Ата-бабаң ҡалдырған һүҙ —
Аманатым шул һиңә.
Аманатҡа хыянатһыҙ,
Аҡыҡтан аҡ юл һиңә,
Аҡыҡтан аҡ юл һиңә!..
Һәнәк менән һыуға яҙылһа ла,
Саҡырырмын, тинең, туйыңа.
Саҡырыуың саҡрымдар аша
Инеп ятты бына уйыма.
Юҡ, ул туйға барып етә алмам,
Өндә түгел, хатта төшөмдә.
Туй күлдәге кәфен булып балҡыр
Бәхет итеп күргән кешемдә.
Ҡулдарыңдан тотҡан ҡулдар миңә
Таяғылай булыр ләхеттең.
Үҙ күҙҙәрем менән күргем килмәй
Ерләнеүен тере бәхеттең!..
Беҙ киләбеҙ дүртәүләп,
Өҫтөбөҙгә ҡар яуа,
Ҡар ҙа яумай өҫтөбөҙгә,
Ваҡ-ваҡ йондоҙҙар ауа,
Ваҡ-ваҡ йондоҙҙар ауа,
Баш әйләнгес саф һауа.
Туҡай йыры һымаҡ яҡын,
Янған йөрәккә дауа...
Беҙ йырлайбыҙ туған телде,
Өҙөлгән өмөттәрҙе...
Күрһә икән Туҡай үҙе
Бөркөттәй егеттәрҙе!..
(Әсхәл, Тимер, Рауил, мин,
иҫ киткес бер матур төн.)
АНАР
Ниндәй һуң мин?
Белгең киләме бик?
Бүлгең киләме бик өлөшкә?
Бәлки, етмеш яҙмыш һыйынғандыр
Өлөшөмә төшкән көмөшкә?
Тик мин бер йән:
Барыһы үҙемдеке,
Береһе лә түгел ят ҡунаҡ:
Яғымлы ла,
Ҡыйыу, уҫал да мин,
Ҡыҙ алдында хатта мин ҡурҡаҡ...
Тик беренән бер көн айырылмам:
Барыһы изге һәм үҙ емешем.
Етмеш емеш йомған көнбағыштай,
Бер донъя мин, бер йән, бер кеше!
Ҡорбанына ташланырға торған
Ярһыу юлбарыҫ та мин үҙем,
Сәскә тотоп, балауыҙҙар һыҡҡан
Унан бик алыҫ та мин үҙем.
Бер матурҙы күреп, ут арбанан
Һикереп төшөр ҙә мин бер һантый,
Ергә ятып, ҡояш нурҙарында
Туңып өшөр ҙә мин бер һантый.
Сәскә араһында сәскә тапмай
Илгиҙәр бер дәрүиш тә мин,
Әремдәрҙән хуш еҫ татып,
Сүлгиҙәр бер пәйғәмбәр ҙә мин.
Йылан күҙҙәренә ҡарап йылан арбар
Һын ҡатырғыс сихырсы ла мин.
Балаларҙың күҙҙәренә бағып илар
(Ытырғаныс) бер йырсы ла мин.
Кетер-кетер боҙ селтәргә баҫып,
Елә-атлап килә Яҙһылыу,
Өстән-дүрттән ишкән сәсе булып,
Ағып ҡала арттан яҙғы һыу.
Иҫтә әле: көндө төнгә ялғап,
Таң шәфәғен эскән мәлдәрем.
Арымасы, биртенмәсе, тиеп,
Сәстән һыйпап үткән елдәрем.
Тауҙы тауға һөйәп ҡуйыр ғәйрәт —
Килә бары халҡың хаҡына.
Халҡым, тиһәң, турғай йөрәгең дә
Тау бөркөтө булып талпына.
Көс-ғәйрәт тик кәрәгендә күркәм:
Көс кәрәкмәй икән, көс бөтә.
Кәрәк икән көсөң, халҡың өсөн
Көс-ғәйрәт тә ҡайта өсләтә!..
Күпме көстө бушҡа түгәбеҙ ҙә,
Баҫылдырып тәнде, кис етә...
Бер ҡасан да шағир булғаным юҡ,
Яҙғаным юҡ һис тә шиғырҙар.
Күк үләндәр кирелеп кереш тартһа,
Аҡыҡ ҡар тик йырын шыбырлар...
Мин бары тик тәржемәсе генә,
Тәбиғәттең телен белеүсе,
Ул ни һөйләй, ул ни көйләй, шуны
Әҙәм балаһына (түгеүсе).
Ерҙән шытып сыҡҡан үлән шауын
Һәм кирелеп кереш тартыуын —
Ғүмерҙәре бөткән япраҡтарға
Асырғанып уҡтар атыуын,
Ҡышын ҡарҙа әҙәм балаһының
Йондоҙҙарға баҫып йөрөүен,
Ярты төндә яңғыҙ бер ҡатындың
Шул йондоҙҙо алып өрөүен,
Күҙ йәштәре уның ҡарға төшөп,
Муйынсалар булып туңыуын,
Йым-йым килгән йондоҙҙарҙың
Сал сәсенә уның ҡуныуын
Мин бит бары тик тәржемә итәм,
Аңлайышлы әҙәм теленә...
Булһын һүҙең ҡыҙмаса ла,
Булһын һүҙең айныҡ та.
Һүҙ – әҙәмгә йыуаныс та,
Ҡыуаныс та, байлыҡ та.
Булһын һүҙең ғазаплы ла
Халҡың тарихы һымаҡ,
Булһын һүҙең башын эймәҫ
Батыр (ы)рухы һымаҡ.
Һирәк булһын – зирәк булһын,
Себен яҙа уҙмаһын,
Уйын-көлкө – барыһы булһын,
Тик ғәмһеҙлек булмаһын.
БУРЫЛ БЕЙӘНЕ ҺУЙҒАС...
Ҡарындыҡта ҡолонҡай,
Тояҡтары – һары май.
Ҡарындығы – боҙ селтәр —
Кем ҡайыған арымай?
Иҫ-аҡылың китерлек
Бәбәк кенә ҡолонға:
Сабып сығып китерҙәй
Бүтәгәләй болонға.
Уйнаҡламаҫ, ил күрмәҫ,
Тамаҡлағас инәһен.
Беләм бары ҡолондоң
Төштәремә инәһен...
ЯҘ КӨТӨҮ
Бала көткән әсә кеүек,
Үҙ-үҙенә сумған донъя.
Әйтерһең бер оло сер бар —
Уны бары үҙе тоя.
Үлемдә лә, тыуымда ла
Бер тантана бар ниндәйҙер.
Гүйә, ошо тантананы
Талсығып көтә ер...
Талсығыу бар талдарҙа ла,
Кешеләрҙә, малдарҙа ла,
Һуңғы көнөн көтөп ятҡан
Боҙҙарҙа ла, ҡарҙарҙа ла...
Бала әгәр бала булмаһа,
Уйнамаҫҡа тейеш донъяла.
Ирҙәр әгәр ирҙәр булмаһа,
Уйланмаҫҡа тейеш донъяла...
ЯУАПЛЫЛЫҠ
Ниңә яҡын миңә был кешеләр?..
Ниңә һуң мин улар хаҡында
Төнө буйы уйлап, хыялланып,
Үҙем тоҡандырған ялҡында
Үҙем янып сығам?..
Ә улар бит
Тағы торор, тағы йоҡларҙар...
Тағы эшкә китер, ҡайтыр, эсер.
Һәм ҡәнәғәт булыр юҡ-барҙан...
Ниндәй уртаҡлыҡ бар улар өсөн
Минең менән бергә янырға?
Тик, ниңәлер, мин яуаплы һымаҡ
Улар өсөн...
Яҙғы ямғырға
Саң-туҙанын йыуған сәскә төҫлө
Булһын өсөн кеше күңеле,
Ауыр болот йыя был уйҙарым,
Юҡ уларҙың шуға еңеле...
Бәлки, өҫкә шулай кешенең тик
Ҡый-кәбәге генә ҡалҡалыр?
Ә алтындай таҙа, тос орлоғо
Бер көс көтөп аҫта яталыр?
Әгәр күҙең күреп, күңел күҙең
Күрмәй үтһә ошо байлыҡты,
Ниндәй кеше һуң һин?
Кемгә кәрәк? —
Күңелеңдә ҡояш-ай юҡтыр?..
Йылмай!
Көл, ҡояш-ай!
Күкрә, күгем!
Янып сыҡһын һүҙем – йәшенем,
Һәм яҡтыртһын
бөтә яҡшылығын,
бөтә кешелеген
Кешенең!
Һандуғасҡай балаларын
Йырлап-йырлап сығара.
Балаларын таратҡанда,
Илап сәсе ағара...
Ямғыр ебе арҡау ебе кеүек,
Ялт-йолт килә йәшен һоҫаһы.
Тыйылғыһыҙ шатлыҡ ташыуынан,
Бар донъяны килә ҡыҫаһым.
Киндер һуға шулай ергә күгем,
Кейенергә йәшел кейемдән.
Әйтерһең дә әсәм киндер һуға
Бала сағым ҡалған өйөмдә!..
Яңы күлдәк кейеп, ялан аяҡ
Мин йүгерәм, гүйә, күлдәрҙән.
Ә күлдәрҙән баға Яҙһылыуҙың
Зәңгәр күҙе төпһөҙ күктәрҙән...
Дауыт Юлтыйҙың һуңғы хаты
Таң алдынан беҙҙе аталар,
Хуш, бәхил бул, Фатимам.
Йәшәһен тик тыуыр таңдар,
Йәшәһен тик саф иман!
Таң алдынан беҙҙе аталар,
Хуш, бәхил бул, Фатимам!
Мең-мең хаттар яҙһаң да һин,
Яуап яҙмам хатыңа...
Таң алдынан беҙҙе аталар,
Хуш, бәхил бул, Фатимам!..
Балаларҙы һаҡла, уҡыһындар,
Һүҙем ҡайтыр, үҙем ҡайталмам.
Соранҡайым сыҡҡан ерҙә
Тыуыр шағир аунап илаһын...
Тыуғанмын. Уҡығанмын. Яҙам.
Сөнки ата-бабам булған наҙан.
Уларға тик мәзин манаранан
әйткән аҙан.
Ышанғандар уға, инанғандар,
Йыуанғандар ауыр саҡтарҙа.
Ә былай бит атам ғүмер буйы
Сәскән орлоҡ, урған, һуҡҡан,
Һабантуйҙа сапҡан саптарҙа!
Ә мин яҙам. Хаҡмы йә нахаҡмы —
Хөкөм сығарырҙай хакимым —
Бары тик һеҙ...
Тик һеҙ – миңә тиңһеҙ...
хаҡ көнөм!
Әллә мин бик иртә тыуғанмынмы,
Әллә инде һуңлап тыуғанмын?
Бер килмешәк төҫлө был донъяла
Иманымды йәндән ҡыуғанмын.
Ниндәй заман?!
Ер менән күк төҫлө
Йәштәр менән ҡарттар араһы.
Тыңҡыш бер гитара тотоп,
Шул йәштәрҙең арттарынан
Миңә ләме әллә бараһы?
Ят та һәм яҡын да миңә ҡарттар,
Ят та һәм яҡын да йәштәре.
Әллә илдә ир уртаһы булып,
Йөкләгәнгә донъя эштәрен?
Үлтермәсе минең шиғырҙарҙы,
Үлтермәсе һуңғы китапты.
Күҙҙәреңдә таптым мин уларҙы,
Иренеңдә уны мин таптым.
Ике йондоҙ, ике телем ҡарбуз! —
Тик шуларҙы килә эсәһем.
Эсәйемсе аҡтыҡ тамсығаса
Яҙмышымдың әсе кәсәһен.
Алырымҡош булып алалмамын,
Булмаһаң һин үҙең Бирмәмҡош.
Алырымҡош менән Бирмәмҡош
Былай ҙа бит, ай-һай, был тормош!..
Не искушай меня без нужды
Возвратом нежности твоей...
Баратынский
Хәтерләмә ул йондоҙло төндө,
Ул йондоҙло төн ҡайтмаҫ һис ҡасан.
Нисә йылдар үткәс, ул төндөң бер,
Бөгөн килеп, серен мин асам.
Ул төндә мин сикһеҙ ғашиҡ инем,
Ғашиҡ инем айға, йондоҙға,
Тәүге ҡабат наҙлы ҡулы менән
Ҡалъя һоғондорған бер ҡыҙға.
Тик кемдеңдер һаҡһыҙ ҡулы минән
Барлыҡ йондоҙҙарҙы һүндерҙе.
Йәш аҡылым менән артыҡ күрҙем
Ҡауышыуҙан бигерәк мин гүрҙе...
Минең уйым —
Минең донъяла,
Ул балалар иле менән
типә-тиң,
Аҫты ғына ағыныраҡ,
Күге генә киң.
Мин балалар менән тиң...
Минең донъям, минең ғазаптарым,
Шикләнеүем, өмөт һәм аһтарым
Бөтәһе лә улар ят һиңә!..
Ят һиңә мин – яҡын бер ир генә,
Ғәҙәти бер шағир ғына...
Ә фиҙәҡәр йән һәм ҡаһарман,
Бер туҡтауһыҙ эҙләнеүсән ҡорбан
Икәнлегем – улар ят һиңә.
Күрәһең дә, тауҙың бер ташын,
Тауҙы күрмәй, шул, тип, юлдашым
Һин алдайһың ғына үҙеңде...
Бирһен генә хоҙай түҙемде!..
Миңә килгән дуҫтар – тик шешәләш,
Тик эскесе генә һиңә.
Ә мин табынам уларға,
Дошманыма хатта табынам.
Серәкәйҙәр сумды ҡаныңа,
Серәкәйҙән һине көнләнем.
Һин ышандың кескәй даныма,
Тәрәнгәрәк баға белмәнең...
Мин бары тик кеше инем бит,
Һәм хөрмәтләй инем үҙеңде.
Һөйә алмам, ахры, һине бик,
Һинән бигерәк ҡорос күҙеңде...
Башҡа донъянан килһәм дә,
Йәшәйем был донъяла!..
Ниңә килеп ҡайҙа барғанымды
Әйтергә лә хатта оялам...
Илһеҙ дәрүиш инде – ят бер кеше —
Был донъяға килдем ваҡытһыҙ.
Ярай әле ай бар, йондоҙҙар бар,
Ә ҡалғаны – моңһоҙ йә ҡотһоҙ.
Үләндәргә бары башым эйәм,
Шишмәләрҙе йәлләп йәш ҡоям.
Болоттарға бары ҡулым болғап,
Балаларға бары...
ҠОМ АРҠАН
Арғы яҡтан бирге яҡты
Бүлеп ята Йүрүҙән,
Ике ауыл зар илайсы
Урап-сурап йөрөүҙән.
Ике яҡта ике түрә
Тартҡылашып көн күрә.
— Паром төшөр, Зим, тиеп,
Үлмәҫбаев үкерә.
Үҙенә күрә Зим дә түрә,
Хужаларса уй ҡора:
— Был паромда эшем юҡ, – тип,
Сәстәре үрә тора!..
— Һиңә урман кәрәк бит?
— Ә һиңә кәрәк орлоҡ!
— Нисек оялмайһың, ҡустым?
— Ә һиңә, ағай, хурлыҡ!
— Мин трактор менән дә
Сығарырмын тарттырып!
— Ә мин ыштанды сисмәй ҙә
Кисеп сығам саптырып!..
Былар шулай бер паромға
Ҡом арҡан ишә икән.
Аһ, был арҡан совхоз өсөн
Күпмегә төшә икән?..