1972

Ғарипов Рәми. Әҫәрҙәр. Өс томда, I том. Шиғырҙар, поэмалар. Төҙ. Н.В. Ғарипова. – Өфө, 1996. – 448 бит.

«Ҡулымда таш
«Идеал юҡ. Бар тик бары...»
«Бер сәғәткә поезд һуңлай икән...»
Есенинға
Ваҡыт
«Һай, Салауат, Салауат!..»
«Һин донъяны танып белмәгәндә...»
«Еңел түгел ерҙә шағирҙарға...»
Урланған йыр
«Ул шағир бит!..»
Сүл йыры
Ай бәпкәләре
«Сәскәләрҙе буяу кәрәкмәй һис...»
«Алдыҡ менән кеше ни һуң ота?..»
«Алтын ҡойроҡ, көмөш яллы...»
«Ат эсерәм йылыуҙан...»
«Әсәләрҙең күкрәк һөтө менән...»
«Башҡаларҙан, башҡа ҡатын-ҡыҙҙан...»
Эллада
«Тик үҙенде наҙлап йәшәгәндә...»
Өфө вокзалы
Ил таяғы
Яндырылған хаттар
Яҙ күрке
«Яңы һүҙ әйтәйем тиһәң әгәр...»
«Япа-яңғыҙ тороп ҡалған саҡта...»
Яу яланы
Ямғыр йыры
«Ҡасандыр бер башҡорт иле...»
«Ҡоластарым ташлап, ятам ерҙә...»
«Әйтер һүҙең көмөш булһа ла...»
Әкиәт
«Эй, тәнҡитсем, эй, күләгәм минең...»
«Бөтә түбәнлектән бейек...»
Иәй башы
Йырҙарым
«Алтмыш йәшең менән һине, ағай...»
«Юҡ, был минең һантый ғүмеремдә...»
«Яратам мин алһыу таң атыуын...»
Чио-Чио-Сан
Ай-мыйыҡ
Бала саҡ ҡояшы
Бәйге
Бер ҡыл
Тел
«Түр башынан ишек төбөнәсә...»
Тәүге ҡар
«Тығыҙ, тынсыу был бүлмәлә...»
«Төнгө ергә ятып ерҙе тыңла...»
«Тел тыуҙырған халҡым...»
Ташҡын
Төҙөүсе дуҫҡа
Һуңғы хәбәр
«Үҙең нисек, һүҙең дә бит шулай...»
Иренмәгеҙ, ирҙәр
Бәләбәй һыраһы
Ауылым сәхнәһе
Ал ҡурай, ҡурайсым!
«Ҡасты минән донъя ерәнеп...»
Билдәһеҙ ҡатын
«Мин заманым менән ғорурланам...»
«Имән, ҡайын етәкләшеп...»
«Йүрүҙәндә берәү һыу төшә...»
«Эй хыялый, һантый ҡыҙ бала...»
«Яҙ елдәре тәнде иркәләһә...»
Сабый илауы
«Тәүге һөйөү ниндәй тетрәткес һуң...»
Ғәҙәтләнеү
Метаморфозалар
«Ялыҡтырҙы, буғай, һине минең...»
«Өмөтһөҙ һәм мөхәббәтһеҙ тормош...»
«Үтһә үтһен йәшлек, әйҙә...»
Интегралдар поэмаһы
Салауат батыр
«Эйе, һөйҙөм мин нығыраҡ...»
«Кешелектең бар илаһи моңо...»
«Халҡым теле – халҡым күңеле...»
Яңы донъя
«Көслөк менән тел булмаҫ...»
Ҡушҡайын
«Ҡындан һурҙы берәү ҡылысын...»
Ҡарғалар ҡайтыуы
«Көтмәгәндә ҡапыл күҙ алдыңдан...»
«Булыр бала бишектән...»
«Һинең менән һин дә мин булып...»
«Бер тыуа ла тик бер үлә кеше...»
«Ҡапҡалар»
«Мин яратҡан йырҙы иҫеректәр...»
«Ҡуңыр буға һымаҡ, аяғыма...»
Батырша
«Уян, һөйөү! Һинең хәнйәр өсөн...»
«Дошманыңдың яҡшылығы...»




Ҡулымда таш.
Ул сфинкс кеүек миңә.
Сылтыр шишмә
Шулай яһаған.
Минән әллә күпме
Яуап һорай –
Һәр һорауы хаҡлы баһаға.
Ул бер заман
бейек ҡая булған,
Хәҙер бына һыя усыма!..
Һыу ашаған,
елдәр киҫкән уны —
Ниндәй кәртә түҙһен
заман – юлсыма?..
Юҡ, һыу уны,
Ҡаҡмай-һуҡмай ғына,
Наҙлы ҡулы менән иркәләп,
Мең-мең йылдар буйы
йыуған уны,
Төштәй,
Һәр кис, һәр бер иртәлә...


Идеал юҡ. Бар тик бары
Уға булған ынтылыш.
Уға булған ынтылышты
Тыуҙырған тик был тормош.
Бик тоғро булғың килһә,
Уның әйткәнен эшлә,
Эшләмә тик эшләгәнен...


Бер сәғәткә поезд һуңлай икән,
Ҡайғырма һин, бер ҙә бошонма.
Сығып ят та вокзал аръяғына,
Бәхет юҡ тигәнгә ышанма.

Тыңла ана, йәп-йәш аҡ ҡайындың
Ҡарағайға ниҙер һөйләүен,
Ҡарағайҙың уға башын терәп,
Мәңгелектең көйөн көйләүен.

Һәм хәтерлә: үткән таңда ғына
Ҡуйыныңа ингән ҡайынды.
Ул таң мәңге ҡайтмаҫ булғанда ла
Алып ҡалды барлыҡ ҡайғыңды...

ЕСЕНИНҒА
Әҙерләнгән булған бөтәһе лә алдан
Был донъянан һиңә китергә.
Мөмкинме һуң нескә кешнәп сапҡан тайға
Заман атын ҡыуып етергә?
Бөтәһе лә әҙерләнгән булған
Был донъянан һиңә китергә.
Мөмкинме һуң саф һөйөүҙе ерҙә
Ғүмер буйы сарсап көтөргә?
Йөрәгеңә баҫып бейегәндә
Донъя бейеүҙәрен Дунканың,
Башына ла, бәлки, килмәгәндер
Атылырға торған вулканың...
Бөтәһе лә әҙерләнгән булған...
Был донъяға барыһын биргәнһең.
Алмашына бары ғазап, һағыш,
Бәғерһеҙлек кенә күрәһең.
Шуға ла шул һинең йөрәк менән
Илаған ер,
Һыу, күк, һауалар.
Үкһеп-үкһеп илаған бар донъя —
Күҙ йәштәрең,
Шифа ямғыр булып яуалар.

ВАҠЫТ
Ваҡытың юҡ һинең һәр ваҡытта —
Бушҡа үткән йәшлек ваҡытың.
Шуның өсөн ваҡыт урлайһың һин,
Бик күптәрҙе бушҡа ялҡытып.

Ваҡытың юҡ һинең һәр ваҡытта —
Гел сәғәткә ҡарап тораһың.
Сәғәтеңде алға борам, тиеп,
Гел ваҡытты артҡа бораһың.

Ваҡытың юҡ һинең һәр ваҡытта —
Ваҡыттан һин артҡа ҡалаһың.
Ваҡытында бик күп ваҡытыңды
Бик ваҡытһыҙ һыуға һалғанһың...


Һай, Салауат, Салауат!
Аҡһаҡалдар соғоллоғо – Салауат,
Ир-егеттәр оһоллоғо – Салауат,
Батырҙарҙың таҫыллығы – Салауат,
Матурҙарҙың аҫыллығы – Салауат!
Һай, Салауат, Салауат!
Тыуған илдең ҡото – Салауат,
Тыуған ерҙең ҡото – Салауат!
Башҡортомдоң ҡаны – Салауат,

Хөр халҡымдың даны – Салауат!
Һай, Салауат, Салауат!
Урыҫымдың дуҫы – Салауат,
Ырыҫымдың бәҫе – Салауат.
Сабыйҙарҙың сафлығы ул, Салауат,
Ағым һыуҙың паклығы ул, Салауат.
Һай, Салауат, Салауат!..


Һин донъяны танып белмәгәндә
Ул һинеке түгел – ят һиңә...
Ә таныһаң – ошо таныуың да
Мәңгелектән килгән хат һиңә.
Мәңгелектең бөйөк мөхәббәте
Бар иткән бит һине, эй кешем!
Һин замандар ағасынан тыуған
Шул ҡөҙрәттең ғәжәп емеше!

Һин һөйләшһен өсөн телең менән
Күпме елдәр, һыуҙар һөйләшкән!
Күпме йәшен ҡойған сал болоттар...
Күпме ҡурай көйөн көйләшкән...
Тел – мөғжизә!..


Р. Ғамзатовҡа
Еңел түгел ерҙә шағирҙарға,
Ә шулай ҙа улар булмаһа,
Иман һаҡланмаһа был донъяла,
Халыҡ ғәме – йырҙар тыумаһа,
Ҡылыс менән генә айбарланып,
Ни Һуң ҡылмаҫ ине хакимдар,
Ил сиктәрен белмәҫ хаҡ һүҙҙәрҙе,
Әйтер ине икән, йә, кемдәр?!
Кемдең теле данлар ине илен,
Ил ҡурсырлыҡ итеп ирҙәрҙе?
Илен хатта Шамил һаҡлай алмай,
Ә шағиры яулай илдәрҙе!

УРЛАНҒАН ЙЫР
Мөхәббәт ул яҡшы йырға оҡшаш,
Еңел түгел йырҙы сығарыу...
С. Щипачев

Һин миңә бер бөйөк асыш инең,
Урланылар минең асышты.
Хәйер, үҙең, үҙ-үҙеңде урлап,
Бурҙар менән бергә ҡасыштың!..

Ни мәғәнә хәҙер ул асыштан
Буш уйынсыҡ тотҡан бурҙарға?
Сер асҡысың миндә тороп ҡалғас,
Һин – йырланмаҫ бер йыр уларға.

Ырғытырҙар берәй юл сатында,
Кем йөрөтһөн артыҡ ҡазаһын?
Тик эҙләмәм инде мин ул йырҙы,
Һәр енәйәт табыр язаһын!..


Ул шағир бит! Бының өсөн уны
Бер ҡасан да ғәйеп итмәгеҙ.
Икеләтә йөктө тартып бара икән,
Өсөнсөһөн унан көтмәгеҙ.

СҮЛ ЙЫРЫ
Бородиндың «Урта Азияла»
тигән музыкаль картинаһынан
Икһеҙ-сикһеҙ ҡайнар ҡом сахраһын
Ярып бара сабыр дөйәләр.
Сүл елдәре тауҙай ҡом тулҡынын
Аяҡ аҫтарына өйәләр.

Ҡом да ҡом тик! Ҡом-йыландар
Табандарын сағып ҡалалар.
Тик дөйәләр ғорур, тыныс атлай,
Төшкән кеүек ергә аллалар.

Мәңгелекте ялғап мәңгелеккә,
Тартылғанда каруан сылбыры.
Төштәремдә сихри илдәр күреп,
Тыңлап барам мин дә сүл йырын.

АЙ БӘПКӘЛӘРЕ
Мәрйәм апайыма
Йөҙөп сыҡты ла Ай күк күленә,
Йондоҙ бәпкәләрен эйәртеп,
Һәр береһен таңдар һарғайғансы,
Һаҡлап йөрөй, ҡош-ҡорт тейәр, тип.

Ә мин һаман Ерем ҡыҙы менән
Көтәм ошо ғәләм көтөүен.
Тик ялҡытмай бала саҡтағыса
Таңдар түгел, йылдар үтеүе!..
Мин әҙермен мәңге көтөргә лә:
Йөрөһөн Ай бәпкә эйәртеп!
Тик шомланам бала саҡтағыса,
Аҡҡошома ҡош-ҡорт тейәр, тип...


Сәскәләрҙе буяу кәрәкмәй һис:
Буяуһыҙ ҙа улар матурҙар.
Шиғырҙарың нисек шытҡан булһа,
Улар шулай сәскә атырҙар.


Алдыҡ менән кеше ни һуң ота?
Күпме генә хәсрәт етмәһен,
Мин һаман да әҙер алданырға,
Тик ышаныс ҡына бөтмәһен.


Алтын ҡойроҡ, көмөш яллы
Заман аты,
Атланмаһам һине, сыҡһын
Яманатым!
Ҡалмаҫ өсөн һинән ҡолап,
Сат йәбешәм.
Һинең менән саба-саба
Тиргә төшәм.
Ирлекме һуң, һиңә ситтән
Ҡарап торһам,
Әйҙә сап, тип, ҡарттар һымаҡ,
Мыйыҡ борһам?..


Ат эсерәм йылыуҙан,
Күҙ алмайым һылыуҙан,
Һыҙғырып та ебәрәм,
Әллә йөрәк ярһыуҙан.

Их, һыуға барыуҙарың,
Һыу һирпеп алыуҙарың,
Тик һүндермәй һыуҙарың
Йөрәгем ярһыуҙарын.

Һыҙылып таңдар атҡанда,
Һыуҙар алып ҡайтҡанда,
Түгелмәне һыуҙарың —
Түгелде күҙ нурҙарың,
Түгелде күңелемә.
Һыу ташымай, ут ташыйһың —
Әллә еңелме миңә?

Ал таңдың атыуҙары,
Аҡ томан ятыуҙары,
Ат эсереп, һыу күтәреп,
Аһ, бергә ҡайтыуҙары!..


Әсәләрҙең күкрәк һөтө менән
Йөрәктәргә ингән туған тел.
Ҡаныбыҙға һеңгән туған тел.
Бөтәбеҙгә беҙҙең иң ҡәҙерле,
Бөтмәҫ байлыҡ булып ҡалған тел.
Һин яҡшылап уйлап ҡара үҙең:
Нимәбеҙ бар унан нурлыраҡ?
Күкте иңләп алған йәйғорҙоң да
Буяуҙары унан ярлыраҡ.
Һис бер нигә уны тиңләйһе юҡ,
Тиңләйһе юҡ алтын-көмөшкә.
Үҙ байлығын үҙе йыйған хужа
Риза булмаҫ ине был эшкә.
Далалағы сасҡау һыуыҡтан да
Өткөсөрәк һүҙҙәр эҙләһәң,
Үҙ телеңдән эҙлә ундай һүҙҙе,
Кем ғәйепле таба белмәһәң?!


Башҡаларҙан, башҡа ҡатын-ҡыҙҙан
Юҡтыр, бәлки, артыҡ айырма,
Тик мин теләр инем бары һинең
Ҡойонорға күңел нурыңда.

ЭЛЛАДА
Тула дәүләт циркы артистары
Алла Козинова менән Михаил
Марковҡа
Грек ҡыҙы Элла – Эллада,
Һин миңә тик шиғри баллада,
Һин миңә тик алыҫ хыял ғына,
Минеке тип эстән тоям ғына.
Грек ҡыҙы Элла – Эллада,
Һин ысын да миңә, аллам да.
Был илаһи һын миңә хыял ғына,
Һулышыңды бары тоям ғына.
Грек ҡыҙы Элла – Эллада,
Һин ике төн бергә булһаң да,
Вагон купеһы тик юл өйө,
Айырылышыу көйө – был көйөм.
Грек ҡыҙы Элла – Эллада,
Һин сәйемә бальзам ҡойһаң да,
Тик Толстой мине Геродот, ти,
Геродот тиһә лә, не тот, ти.
Грек ҡыҙы Элла – Эллада,
Һин миңә тик шиғри баллада,
Афродита – ул да тыумаҫ беҙҙән,
Тик циркта уттар юймаҫ күҙҙән...
Мәскәү – Туймазы


Тик үҙеңде наҙлап йәшәгәндә,
Ҡояш һүнә, күк һәм ер үлә.
Саҡ ҡына һин, елләп, йәшнәгәндә,
Бөтә донъяң балҡып терелә.

ӨФӨ ВОКЗАЛЫ
Рауил Бикбаевҡа
Иҫтәлектәр менән йәшәмәйҙәр,
Иҫтәлектәр ят ул йәштәргә,
Улар бары тамсы һыу тип ҡарай
Тәгәрәп төшкән тоҙло йәштәргә.

Тоҙло йәштәй тәгәрәгән һайын,
Юлым төшөп вокзал яғына,
Мин ниңәлер, Өфөм, әрнеү ҡатыш
Иҫке вокзалыңды һағынам.

Юҡ һин хәҙер иҫке йәшел вокзал —
Ильич йәшлегенең шаһиты.
Яңы һалған бөтә вокзалдарға
Ҡуйыр инем һине шаһ итеп.

Һин үҙең бер тере һәйкәл инең
Үткән йылдар, үткән юлдарға.
Бик йыш ҡына иреп ҡуябыҙ шул
Емерергә төҙгән ҡулдарға...

Мин Ильич та, Чапаев та түгел —
Минең эҙҙәремде һаҡларға,
Тик миңә лә яҙмыш яҙған икән
Шул юлдарҙан бер көн атларға.

Көлтәләрҙе ҡыҫып бәйләгәндәй,
Бер үк бит ул юлдар төйөнө.
Минең дә бит әле тамағымда
Алабута тора төйөлөп...

Күҙ алдымда дөбөр-дөбөр килә
Вагон башындағы ҡалайҙар.
Арҡаһына юл тоҡсайы аҫҡан
Сабаталы сая малайҙар.

Берәҙәктең финка эҙҙәренән
Әле булһа ҡулдан ҡан аға...
Вагон баштарында алышып беҙ
Шулай килеп төштөк ҡалаға.

Берәҙәктәр – йылғыр, ә беҙҙә көс,
Улар – хәйлә, ә беҙ – таҫыллыҡ.
Һуғыш һалған беҙҙең ҡырҡ ямауҙар
Торбаларҙа ҡалды аҫылып.

Балалары хәтәр һуғыштың беҙ,
Беҙ ҙә китһәк яңы яуҙарға,
Иҫке вокзал яулыҡ болғап беҙгә
Тороп ҡалһа икән тауҙарҙа.

ИЛ ТАЯҒЫ
Илеңдәге һәр ни телгә килә,
Телгә килә, көлә, һөйләшә.
Бергә көйөнә лә, һөйөнә лә,
Ятҡа баҡһаң, хатта көнләшә.

Үҙ ҡоралың яйлы, яу килгәндә,
Яттыҡынан ҡайтыш булһа ла.
Үҙең менеп йөрөгән атың яҡшы,
Башҡа аттар уны уҙһа ла.

Үҙ ереңдә үҫкән таяҡ менән
Еңелерәк юлдар үтеүе.
Бер өйрәнгәс, аҙаҡ ауыр хатта
Таяғын да ташлап китеүе!..

ЯНДЫРЫЛҒАН ХАТТАР
Һеҙ был хатты минең уҡығанда,
Мин бик күптән үлгән
булырмын...
Таҡташ

  1. Инеш
    Хаттар, хаттар!..
    Дүрт күҙ менән көткән
    Кешеләрҙең күңел илсеһе!..
    Кем һуң һеҙҙе
    Башлап яҙҙы икән?
    Үҙең генә, хоҙай, белсе һин.
    Тик кемдер бит
    Башлап яҙған хаттар? —
    Бәлки – туҙға?
    Бәлки – тирегә?
    Был асышҡа уҙған күп быуаттар,
    Ә хат ҡалған —
    Мәңге йөрөргә!..
    Бөйөк булған тәүге хат яҙыусы,
    Яҙмаһа ла хатын ҡағыҙға.
    Бөйөк булған тәүге хат уҡыусы —
    Оло мәғәнә биргән ул туҙға.
    Туҙға яҙмағанды һөйләмә лә, тигән,
    Һәм әйтемгә һүҙе әйләнгән.
    Туҙға яҙған һүҙҙәр сәпкә тейгән,
    Йөрәктәргә йөрәк бәйләнгән.
    Ялҡау булһам да бик хат яҙырға,
    Яратам бик хаттар алырға —
    Күҙем төбәп төрлө яҙыуҙарға,
    Яңғыҙ ғына уйға ҡалырға.
    Яҡынайтып алыҫ араларҙы,
    Күңелдәрҙе бәйләп күңелгә,
    Шик-шөбһәле,
    Ауыр хис-уйҙарҙы
    Әйләндерә улар еңелгә.
    Хаттарҙың да була төрлөләре,
    Берәүҙәре ҡала ғүмергә.
    Кеше итһә һине берәүҙәре,
    Ҡалдыралыр ҡайһы күмергә.
    Була шаяндары,
    Етди эш хаттары,
    Була һағышлыһы, наҙлыһы.
    Була мәғәнәһеҙ һәм яттары,
    Була ҡышлыһы һәм яҙлыһы.
    Анттар биреп яҙған хаттар була,
    Була хаттар – йөрәк аһтары...
    Донъяларың хатта онотола,
    Ни һыйҙырмай әҙәм хаттары!
    Тапшырылмай ҡалған хаттар була,
    Яҙылмаған хаттар шикелле...
    Яндырылған хаттар була. Һүҙем
    Яндырылған хаттар хаҡында.
    «Хат башы» һәм «Яҙ ҡаршы»лар менән
    «Урал тауҙарындай сәләмдәр»
    Бәләкәйҙән минең күңелемә
    Тылсымлы һүҙ булып һеңгәндәр.
    Ул хаттарҙы атай яҙа ине,
    Яҙа ине һуғыш ҡырынан.
    Ҡош телендәй ошо өскөл хаттар
    Бөтә ине һәр саҡ йыр менән...
    Еңеп ҡайтырбыҙ тип дошмандарҙы
    Яҙа ине һәр бер хатында.
    Ул хаттарҙы ярты һандыҡ итеп,
    Һаҡлай ине әсәй алтындай.
    Иҫтә әле, иҫтә ошо ҡалай һандыҡ,
    Уны асһаң, атай һөйләшә.
    Алма еҫе унан аңҡып китә,
    Атай, гүйә, алма өләшә...
    Уны асһаң, келт-келт сәғәт тибә:
    Атайымдың тере йөрәге.
    Ярты төнгә саҡлы усҡа алып,
    Тыңлай ине әсәй, күрәһең...
    Иң ҡиммәте, эйе, хаттар ине,
    Хаттар, хаттар, атай хаттары.
    Ғәрәпсә, латинса, яңыса ла
    Аҡ ҡағыҙға түккән аһтары...
    Ай аҫтында, усаҡ яҡтыһында
    Уҡый әсәй, алып ҡулына.
    Йоҡлап ятҡан сабыйҙарын һөйөп
    Илай ине аҙаҡ тын ғына...
    Бер хат бигерәк иҫтә. Ул ғәрәпсә —
    Бик оло сер итеп яҙылған.
    Уны әсәй беҙгә уҡымағас,
    Урлап алып ҡуйҙым һандыҡтан.
    Оҙаҡ йөрөттөм бик мин йәшереп
    Уҡытырға тиеп ҡарттарҙан.
    Уның үҙ тарихы, үҙ яҙмышы
    Айырмалы башҡа хаттарҙан.
    Мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ икенсе йыл.
    Апрель ине – һаман хәтерҙә.
    Әсәйемдәр ҡамыл яндыралар
    Байыҡҡыуаҡ тигән бер ерҙә.
    Ер-һыу әле һурыҡмаған. Батҡыл.
    Йырлай бары һабан турғайы...
    Атайҙан хат көтөп, мин почтаға
    Сәғәт һайын барып урайым.
    Ҡапыл шунда телефондан хәбәр —
    Атай үҙе, үҙе өндәшә.
    Корпашауҙа!..
    Фронтҡа үтеп бара...
    (Атай менән һуңғы һөйләшеү.)
    Саптым әсәйемә.
    Байыҡҡыуаҡ...
    — Ни булды һуң? Әллә хат?..
    — Юҡ, атайым үҙе...
    — Ҡайҙа?
    — Корпашауҙа. Ҡайҙа ат?
    Беҙ ауылға тор ҙа сап!
    Ҡаршы йүгерешә бөтә ялан,
    Бөтә тауҙар, бөтә баҫыуҙар.
    Ҡаршы йүгерә бар Йүрүҙән беҙгә,
    Тын ҡыҫыла йөрәк ярһыуҙан.
    — Атайың һуң нимә тине, улым?
    Һорай минән әсәй
    йүгерә-атлай.
    — Яҡын булһа, саҡыр, тине атай.
    Хәс тә атайымдың үҙ тауышы.
    Бик асыҡмайһығыҙмы, ти...
    Яҡшы уҡы, улым, ти...
    Ярҙам итеш, инәйеңә, ти...
    — Тағы, тағы нимә ти?..
    — Тәмәке тартма, улым, ти!..
    — Тағы?..
    — Кешеләрҙең баҡсаһына төшмә, ти...
    — Ә һин ни тинең?
    — Немецтарҙы еңеп ҡайтығыҙ,
    Берлиндың иң бейек еренә —
    Пожар һарайының башына
    Байраҡ элеп ҡайтығыҙ, тинем.
    — Һантый.
    Пожарный ҙа булдымы бейек ер!
    Һиңә генә бейек ул...
    Йән-фарманға сабып килеп индек
    Силсәүиткә, почта йортона.
    — Йәғәфәр, был һинме?!!
    Йәғәфәр!!! – тим!..
    Тик атайым өндәшмәне...
    Трубка ғына торҙо аҫылынып,
    Сайҡалғандай елдә.
    Ә инәйем сәсе туҙған килеш
    Беренсе ҡат үкһеп иланы:
    — Эй, илаһым!!!
    Атай китте уҙып көнбайышҡа,
    Эшелондар көтөп торманы...
    Беҙгә бер хат менән кер һабыны
    Килтереп китте әллә кем берәү.
    Шул һабындың эсенә йәшереп атай
    Ҡул сәғәтен һалып ебәргән.
    Һуғыш бөттө. Еңеү көнө килде.
    Беҙҙең атай һаман ҡайтманы.
    Ҡайтҡан имеш, тиеп, төштә күрҙек,
    Ә өндә ул һаман ҡайтманы.
    Аслыҡ ине. Сәғәте генә ҡалды.
    Ул сәғәтте әсәй һатманы.
    Ул сәғәтте алып элеп ҡуйҙы
    Баш осона беҙҙең ятҡанда.
    Тек-тек, тек-тек типте йөрәк
    Кисе, төнөн, таңдар атҡанда...
    Ә һалдаттар ҡайтты...
    Ҡайһы ҡулһыҙ, ҡайһы аяҡһыҙ.
    Хатта бейештеләр ағас аяҡ менән
    Тыҡ-тыҡ килеп Еңеү туйында.
    Тик-тик,
    типте атай йөрәге,
    Тик йөрәге – беҙҙең йөрәктә.
    Типте йөрәк,
    Беҙ атайһыҙ үҫеп йөрөһәк тә...
    — Күрмәнеңме, ағай, атайымды?
    — Күрмәнеңме, быуай, атайымды?..
    — Күрмәнеңме, апай, атайымды?
    Мөхлисә апай, осоусы апай!
    — Күрмәнеңме, еҙнә, атайымды?
    — Юҡ, күрмәнем...
    — Ҡайтыр әле, ҡайтыр, – тинеләр,
    Тик һүҙҙәре шикле инеләр.
    Тик күҙҙәре йәшле инеләр.
    Ә үҙҙәре атай ҡайтмағанға
    Хас ғәйепле инеләр.
    — Ҡайтыр әле, ҡайтыр, – тинеләр...
    Йондоҙҙарын алып бирҙеләр,
    Баҡсабыҙҙы һөрөп бирҙеләр,
    Һыңар ҡулы менән һөйҙөләр...
    — Шәп кеше ине Йәғәфәр, – тинеләр.
    Һөйләнеләр
    Бергә колхоз төҙөгәндәрен,
    Комсомолға кергәндәрен,
    Партияға кергәндәрен,
    Бергә ерҙәр һөргәндәрен,
    Уйын-көлкөләрен,
    Монасипты үҙ һарығы менән
    Һыйлап көлгәндәрен...
    Таһир ағай ҙа,
    Хаммат быуай ҙа,
    Ғафур быуай ҙа,
    Хафиз быуай ҙа...
    Ярты ауыл ирҙәр ҡайтманы.
    Ҡарлуғастай осоп ҡайтҡан хаттар
    Йылдар буйы ятты һандыҡта.
    Илай-илай инәйҙәрҙең
    Һуҡырайҙы күҙҙәре.
    Әбейҙәр көтөп көмрәйҙе,
    Әсәйҙәр әбей булды. Көттө.
    Тик атайҙар ҡайтманы.
    Ҡарлуғастай осоп ҡайтҡан хаттар
    Йылдар буйы ятты һандыҡта.
    Булды ауыр һүҙҙәр ишеткән дә:
    — Атайың ул хәйлә белмәгән.
    — Үтә ҡыҙыл ине шул...
    — Минең ҡарғышым төштө... —
    тиеүселәр ҙә булды.
    Аталары ҡайтҡан малайҙар:
    — Тоҙ ҡаҙый ул һинең атайың, – тип,
    Йөрәккә ҡуҙ һалдылар.
    Ләкин беҙ үҫтек – һалдат
    малайҙары...
    Күрше Шәрип ағай – уҡытыусы,
    атайымдың дуҫы,
    Ғәлимә апай – уҡытыусым
    Вагон баштарында мине
    Өфөләргә алып киттеләр.
    Рәхмәт һиңә, Мәхмүт бабай.
    Үҙең туңып, беҙҙе уҡыттың!..
    Ә хаттарҙы аҙаҡ әсәйем
    Атайың үҙе ҡайтмағас... тип,
    Янып торған мейескә ырғытты.
    Сәғәт – һоло онона алышынды.
    Бер генә хат ҡалған ни бары...

ЯҘ КҮРКЕ
Тәҙрәң аша ҡарай
Һоро урман...
Һоро урман – минең күңелем.
Тик онотма:
Унда,
Ҡар аҫтында,
Яҙ күрке бит ята күмелеп.


Яны һүҙ әйтәйем тиһәң әгәр,
Дөрөҫлөктө әйт һин тартынмай.
Һүҙең яңы булыр.
Яңылыҡ бит
Йөрөй дөрөҫлөктөң артынан.


Япа-яңғыҙ тороп ҡалған саҡта
Оло донъя менән бер үҙең,
Был донъяның бөтә йондоҙҙары
Аһын күрә кеүек берәүҙең.

Күрә, тоя, хатта ишетә кеүек
Сиңерткәнең ерҙә сыңлауын.
Ишетә кеүек оло серле донъя
Йөрәгемдең һүҙһеҙ йырлауын...
Тик һин генә мине ишетмәйһең...

ЯУ ЯЛАНЫ
Венер Йәнбәковҡа,
«Атайсалды сыҡҡас
Шиғриәткә саҡырып килтермәйҙәр,
Шиғриәткә яулап инәләр.
Китер өсөн килә уға бары
Ҡунаҡ булып килгән генәләр.
Ә шиғриәт – утлы яу яланы,
Кемдәр унда ятып ҡалмаған!..
Ятып ҡалғансы тик атып ҡалған,
Яу үткәнен көтөп ятмаған.
Һүндермәйек йәндә яу ҡомарын,
Яу ҡомарың йондоҙ итерлек.
Һәр яугирға урын еткән һымаҡ,
Һәр шағирға урын етерлек!..

ЯМҒЫР ЙЫРЫ
Шыптыр-шыптыр
Яуа ямғыр,
Ҡоя ямғыр силәкләп.
Күк күкрәй,
Ер тетрәй,
Хәс йәшенде әләкләп.
Тик талпынып,
Ҡанатланып,
Яна ярҙа усағың,
Ҡайнай сәйнүк,
Сәйгә, әйҙүк,
Етте сәй эсер сағың.
Ямғырҙа ла,
Яңғыҙҙа ла,
Бойоғорға ярамай.
Тап, әйҙә, көс,
Сәйеңде эс,
Бер нигә лә ҡарамай...
Ямғыр үтер,
Ҡояш өтөр,
Йәйғор дуғаһын тағыр.
Уға ҡунып,
Шөңгөр булып,
Һабантурғай йырлар йыр.


Ҡасандыр бер башҡорт иле
Диңгеҙҙәй йәйрәп ятҡан.
Уйҙым-уйҙым утрау уйып,
Ул хәҙер инде ҡайтҡан.

Ҡайтһа ла ул ярҙарына,
Ҡалған утрауҙары.
Ҡалған алтын һүҙкәйҙәре,
Ҡалған көмөш йырҙары...


Ҡоластарым ташлап, ятам ерҙә,
Аҡтамырҙар һеркә осора.
Күк карабы күкрәп үтһә үтһен,
Күк иңләргә инде юҡ сарам.

Иҫем китә бары бал ҡортоноң
Аҡ сәскәнән эскән балына.
Ниңә һуң мин һинең балың түгел,
Бал итсе, тип уға ялынам.

Юҡ шул икән, был донъяның миндә
Күберәк икән зәһәр ағыуы...
Күҙҙәремә нурын яғып китә
Күктән бары болот ағыуы...


Әйтер һүҙең көмөш булһа ла,
Өндәшмәүең ҡайсаҡ алтының.
Мин бигерәк һуңлап аңланым
Бөйөк аҡылын был халҡымдың.
Ауыҙ тулы ҡара ҡан булһа ла,
Төкөрмә, тип, дошман алдында
Нисә ҡабат әсәм әйткәне бар,
Онотам шул шуны ҡапылдан...

ӘКИӘТ
Әкиәтһеҙ бала – бала булмай,
Мөхәббәтһеҙ – шағир шиғырһыҙ.
Әкиәтемде тартып алмаһаңсы,
Ҡалдырмасы мине һин йырһыҙ.

Тик әкиәт кенә булһын һөйөү,
Мин барыбер уға табынам.
Әкиәтем әгәр юҡҡа сыҡһа,
Мин сығарам уны яңынан.

Гел ышанғым килә мөғжизәгә,
Ышанысһыҙ күңел – ул йырһыҙ.
Әкиәтһеҙ бала – бала булмай,
Мөхәббәтһеҙ – шағир шиғырһыҙ!..


Эй, тәнҡитсем, эй, күләгәм минең,
Уҡыйһың да йолҡоп юлымды,
Һин тутыҡҡан һүҙ сынйырың менән
Бәйләп ҡуймаҡсыһың ҡулымды...
Имеш, ниҙер әйтеп бөтөлмәгән,
Бик томанлы, имеш, был фекер,
Тимер логика юҡ бында, имеш,
Төшөп ҡалған, имеш, бер өтөр!..
Әйтерһең дә, минең ғүмер бөткән,
Бөтәһен дә әйтеп бөтөргә.
Логика ул – бар тормошом минең,
Абынмасы килеп өтөргә!..
Ҡапламасы мине үҙең менән,
Мин эҙләнәм. Юлда. Мин тере.
Алмалағы алма төшө кеүек
Үҫә бит ул кеше фекере!..


Бөтә түбәнлектән бейек,
Бөтә ваҡлыҡтарҙан бөйөк
Иң ҙур һөйөү менән
килә һөйәһем.

Ул һөйөүҙе миңә елдәр,
Ул һөйөүҙе миңә гөлдәр
көндәр,
төндәр буйы
Әйҙә, һөйләһен!..
Яратаһым килә,
Шундай яратаһым,
яратаһым килә,
шашып аҡылдан.
Бер көн генә,
Бер төн генә! —
Яна алһам ине
ошо ялҡында!
Кил һин,
Көл һин, изге һөйөү,
Ғазаплап кил,
әрнеү,
көйөү,
Боҙҙан алып,
утҡа һал һин,
утҡа һал!
Хис бир миңә,
Көс бир миңә,
нур бир миңә,
йыр бир миңә!
Һин Кешене миндә
Һаҡлап ҡал!
ҡал!
ҡал!..

ЙӘЙ БАШЫ
Ниңә ауыр былай күңелеңә,
Барыһын да белгән йоҫоҡҡа?..
Мәңге тормай яҙ – яҙ, наҙ наҙ көйө,
Көрһөнмәсе, ҡарап офоҡҡа.

Ваҡыт инде ҡыҫҡа был ғүмерҙә
Һәр миҙгелдең ҡәҙерен белергә.
Миләшкәйең ҡойһа сәскәләрен,
Гөлйемешкәй бағыр был ергә.

Тик тоғро ҡал барлыҡ тандарыңа,
Ялған шауҙа ҡалма аҙашып.
Тынмаҫ борон, һандуғасты тыңла,
Тыуған саҡта йомарт йәй башы!..

ЙЫРҘАРЫМ
Мөгөҙ эҙләп маташмағыҙ
Йырҙарымдан, баш ватып,
Атҡа ниңә мөгөҙ кәрәк?
Еккәнем бит – йөк аты!..

Йөк тейәгән арбаһы ла
Бик ябай арба юлға.
Таҡмағыҙсы биш тәгәрмәс,
Дүртеһе еткән уға!..

Бер ниндәй ҙә биҙәге юҡ,
Яланғас минең йырҙар —
Гүйә, ҡасып, һыу инәләр
Тейәлеп килгән ҡыҙҙар!..


Алтмыш йәшең менән һине, ағай,
Алтмыш йәшең менән ҡотлайбыҙ.
Алтмышыңдың ҡырҡын беҙгә бирҙең,
Шуға ла бит бергә атлайбыҙ.
Беҙ атлайбыҙ килер замандарға,
Беҙ атлайбыҙ илкәй хаҡына.
Ил яҙмышын иңгә һалған ирҙәр
Йәп-йәш ҡала туған халҡына.
Алтмышыңда арыҫландай булғас,
Етмештә лә егет булырһың.
Алтмышҡаса сәскәс тос емештәр,
Алтын ғына емеш урырһың!
Алтмыш йәшәр әгәр юлдан ҡайтһа,
Алты йәшәр – күрә барырбыҙ.
Һин түшәгән нигеҙ таштарына
Өп-өр яңы ниргә һалырбыҙ!..


Юҡ, был минең һантый ғүмеремдә
Һис әйтелмәй торған мөхәббәт!..
Һине дуҫым һөйә, тик шул ғына
Йыуандыра – миңә рәхәт.

Шундай тын ул тойғо һәм өмөтһөҙ,
Бер ҡасан да көтмәй яуабын.
Һинең миңә йылы бер ҡарашың,
Йылмайыуың – үҙе бер ғүмер.

Һин тормошто йәмләп йәшә шулай,
Матур булмаһаң да, матурлыҡ.
Бәхетле ит минең йән дуҫымды,
Наҙлы булмаһаң да, наҙлылыҡ!..


Яратам мин алһыу таң атыуын,
Яратам мин шәфәҡ батыуын,
Яратам мин тәүге гөл ҡалҡыуын,
Яратам мин япраҡ яуыуын.
Яратам мин, иҫереп хуш еҫенә,
Ялан түшәгендә ятырға,
Ай эйелмәй тороп баш осома,
Ашыҡмайым һис тә ҡайтырға.
Сорнайһыҙ ҙа шулай, ҡурайһыҙ ҙа
Мин моңдарҙы тоя беләмен.
Шишмә буйҙарына ирекһеҙҙән
Юҡһа ниңә бик йыш киләмен?
Артыҡ бер ни кәрәк түгел миңә,
Ожмахтың да һис юҡ кәрәге.
Тик тауҙарға, ҡая битләүенә
Яҡыныраҡ типһен йөрәгем.

ЧИО-ЧИО-САН
Диңгеҙ шәфәғе
(Откега)
В сердце у каждого человека,
Если только вправду
Он человек,
Стонет тайный узник —
Глухая тоска!
Такубоку

Бында барыһы ҡомға ҡоролған, тип
Уйлай инем әле ул юҡта.
Уйлай инем, ҡомға ҡоролған, тип,
Мөхәббәт тә бында, дуҫлыҡ та.
Шундай ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар:
Кейенһә лә, улар яланғас,
Яланғас та – нурға кейенгәндәй,
Күңелдәре нурҙан яралғас!..
Бер нәмә лә осраҡлы түгел,
Үҙең осраҡлы булмаһаң.
Һәр кешенең йөрәгендә йәшәй
Сафлыҡ ҡошо булып ул илһам.
Һәр кешенең йөрәгендә йәшәй
Тотҡон булып ошо бер ҡошо.
Ул ҡош – һәр саҡ, һәр саҡ ирек һөйгән
Мөхәббәт һәм сафлыҡ һағышы.
Тотҡон бер ҡош йәшәй бикләнеп,
Тик ул үҙен азат итеүсегә
Ҡарай хатта башта шикләнеп.
Тик ниндәйҙер бер һүҙ генә,
Бер һүҙ генә етмәй бәйләргә.
Үҙең барҙа һүҙең табылыр ул,
Тик тартынма уны әйтергә...
Юҡтан ғына һүҙҙән һүҙ сығып,
Шундай туған булып сыға күңелдәр,
Ә һуңынан хатта йылдар, юлдар
Айырырлыҡ һеҙҙе түгелдәр.
Бына әйттем мин дә бер һүҙемде
Диңгеҙ буйлап барған бер ҡыҙға.
Ул да сыҡҡан икән, минең кеүек,
Оҙатырға диңгеҙ шәфәғен.
(Оҡшап тора ҡаҙаҡ-ҡырғыҙға.)
Баҡһаң, ул ҡыҙ алыҫ Чукотканан
Гәрәбәле диңгеҙ ярына
Ялға килеп, инде ҡайтыр өсөн
Бөгөн таңда юлға ярһына.
Ә күҙҙәре мөлдөрәмә тулы —
Болан балаһының күҙҙәре!..
Тәбиғәттең ҡырағай бер күркен
Нурҙар итеп йыйған үҙҙәре.
Иң һуңғы шәфәҡ булды был,
Ниңә булмаған һуң тәүгеһе?
Ниңә бер ай элек әйтелмәгән
Ябайҙарҙан-ябай тәүге һүҙ?
Йөрәгең бит үҙе диңгеҙ төҫлө
Шәфәҡ батҡан диңгеҙ ярында.
Пуччиниҙың Чио-Чио-Саны
Ҡалдырған моң, гүйә, бар унда!
Илтер ҙә бит, илтер ине беҙҙе
Был шәфҡәтле шәфәҡ диңгеҙе.
Илтер ҙә илтер етәкләп,
Сиктәренә диңгеҙҙең
Шәфҡәтле шәфәҡ һеҙҙе!
Ҡурҡмағыҙ шәфәҡ ҡаршыларға,
һис юғында
Ғүмер буйы хәтерләргә
Шәфҡәтле шәфәҡ ҡалыр.

АЙ-МЫЙЫҠ
Ҡыйылып ҡына ай сыҡҡан
Атнабай мыйығындай.
Ҡырын төшөп, ята рәхәт
«Әрхәрәй» ҡыйығында.

Айға рәхәт, иҫе китмәй
Беҙҙең ер яҙмышына.
Нурын да бит алып тора
Күршеһе – ҡояшынан.

Йылытмаһа ла нурҙары,
Ай ул белә үҙ яйын.
Тәңкәләре яуып тора
Мыйығын борған һайын!..

БАЛА САҠ ҠОЯШЫ
Мең ҡояшы булып бала саҡтың
Көнбағыштар яна баҡсала.
Күҙең ҡыҙһа, әйҙә, һикер ҙә төш,
Хикмәтеме уның аҡсала!
Эй шартлатып әҙәм табаҡтарын,
Йондоҙҙарын һыпырып төшөрәм.
Легиондар сафы Спартакты
Ҡамай мәллә, әллә төш күрәм?
Сыңғыҙ ғәскәреме саба әллә,
Ғәскәреме Аҡһаҡ Тимерҙең?
Әллә шулай Ҡырым сиреүеме
Ҡаплап алған алтын был ерҙе?
Уралымды урап алған яуҙай
Көнбағыштың һәр бер урайы.
Туҡтағыҙ! – тип, мин был ҡара яуҙы
Ҡуй һарыҡтай ҡырҡҡа турайым.
Сайыр еҫле аҡ мамығын уның
Үткер тештәремә килтерәм...
Эй, балалыҡ! Әллә китап битен,
Әллә көнбағышмы мин тирәм?..

БӘЙГЕ
Тормош – бәйге! Була шундай саҡтар:
Ярылырҙай була йөрәгең.
Ир намыҫлы булһаң был бәйгелә,
Ярһымай ҙа булмай, күрәһең.
Намыҫлыға йәшәү ауырыраҡ,
Хаҡлыҡ һөйөп, хәйлә белмәһәң.
Ҡан туғандар хатта ситкә тибер,
Халҡым тиеп янып елләнһәң.
Һуң нишләйһең, тештәреңде ҡыҫып,
Атлығаһың аҡбуҙ атыңда...

Тик ауыҙың тулы ҡан булһа ла,
Төкөрмәйһең дошман алдында.
Йыуанаһың оло өмөт менән,
Бәйгелә бит хаҡлыҡ еңәсәк.
Унда ир намыҫы, ат бәҫе бит,
Ә хакимы – уның – киләсәк.

БЕР ҠЫЛ
(«Илем — телем» триптихынан)
Бер көн килеп боронғо бер дуҫым
Бөрөп алды шулай алҡымдан:
«Паганини ҙа бит түгелһен, – ти, —
Тик уйнайһың һаман бер ҡылда!

Ил дә тел тип ылғый ҡаңғырмаҫы,
Ҡалдырсы шул иҫке бер ҡылды!» —
Тигән һүҙҙән бер дуҫым юҡ булды,
Ҡылым ҡылыс булып тартылды.

Иҫке бер ҡыл – изге бер ҡыл йәнгә!..
Ул тартылған сәсән халҡымдан.
Бер көн килеп ул ҡыл өҙөлгәндә,
Ни мәғәнә миңә ул ҡылдан?

Ҡалһын иҫке йәйғор-әҙернәмдә
Мең йыл киргән кереш – бер ҡылым.
Үтеп ингән ул ҡыл йөрәгемә
Бөйөк халҡым ҡулы арҡылы!

Пушкин, Кобзарь, Туҡай, Бабичҡа ла –
Һәр халыҡҡа изге бер ҡыл ул,
Йондоҙҙарға яңы уҡ сөйөргә
Зыңлап торған һиҙгер аҡыл ул.

Мәңге яңы яҡты был донъяла
Бер йөрәгем типкән сағында
Ике йөҙлө, ике һүҙле булмам,
Күҙ ҙә йоммам бер ҡыл һынғанда.

Бер тыуғанмын икән, бер үлермен,
Тәүге һөйөүем дә бер генә.
Бер генә тик изге туған телем,
Бер генә тик тыуған ер генәм!..

Харам миңә унһыҙ күкрәк һөтө,
Харам миңә бишек йырҙары,
Харам миңә һөйөү, күҙ йәштәре,
Ҡош һайрауы, ҡояш нурҙары!

Йөҙгә берәү тулмаҫ ҡылың менән
Бергә китһен кәңәш-аҡылың.
Туҡһан туғыҙ ялған ҡыл үргәнсе,
Торһон әйҙә ысын бер ҡылым!..

ТЕЛ
I
Тыңлап таңы ҡалған тел,
Йәнгә рәхәт һалған тел,
Яулап-ҡурсап ҡалған тел,
Ҡан-йәш түгеп алған тел.

Күреп ирек емеше,
Киреп бәхет өлөшө,
Һаҡлар һине һәр кеше,
Яҡлар һине һәр кеше.

Телһеҙ инек – тел алдыҡ,
Илһеҙ инек – ил алдыҡ,
Һинең менән тәйән беҙ,
Яҡты таңға ҡуҙғалдыҡ,
Үткәнгә үрт, ҡуҙ һалдыҡ...

II
Үткәнгә үрт һалмағыҙ,
Тик үрелеп ҡарағыҙ.
Яҡын булыр арағыҙ...
Йөрәктәге ярабыҙ
Уңалып та бөтмәгән,
Тағы ярып барабыҙ...
Бөтә даһи һөйләшерлек,
Бөтә ғашиҡ серләшерлек,
Тыңлап һүҙен көнләшерлек.
Аңлашырлыҡ уртаҡ тел
Бөтә телдә табылыр.

Телде телдәр хушһынмаһа,
Артылмаҫлыҡ тау булыр,
Булмаҫ дуҫлыҡ, дау булыр,
Дау артынан яу булыр.

III
Көслөк менән тел булмаҫ,
Үслек менән ил булмаҫ,
Көс үҙенә көс табыр,
Үс үҙенә үс табыр.
Ҡыҙыл ҡандар түгелгән,
Күп ҡорбандар бирелгән
Ошо ғәзиз тел өсөн.
Бар донъяны айҡап сыҡ,
Юҡһылын да табырһың,
Бай һынын да табырһың,
Дуҫыңды ла табырһың,
Дошманға ла барырһың...
Йөрөй-йөрөй арырһың,
Илең һағынып янырһың...


Түр башынан ишек төбөнәсә
Үткән юлың – үҙе бер ғүмер...
Дүрт мөйөшө өйҙөң – оло донъяла,
Әҙәм менән себен әле – бер!..
Оло ҡояш менән уйнар туп та,
Ҡояш нурындағы туҙан да
Һиңә мөһим, улым!..
Бесәй ҡойроғо ла, әсәй бойороғо ла,
Иҙәндәге тап та,
Йыртҡан китап та,
Күк күкрәүе менән
Сылт иткән тауыш та —
бөтәһе лә әле – бер һиңә!..

ТӘҮГЕ ҠАР
Ҡыш килеүен ергә хәбәр итеп,
Ойоҡһотоп яуа тәүге ҡар.
Ойоҡһотоп яуған ошо ҡарҙа
Күпме ғиффәтлек, тим, сафлыҡ бар!..

Ташлана ла шулай ҡара ергә —
Тәүге ҡарҙың тәүге бөртөгө,
Төшөп етмәҫ борон иреп бөтә,
Тере ҡалмайынса бер төгө.

Ләкин күктән уның артынса уҡ
Башҡалары ергә ташлана,
Һәм ҡара ер тотош аҡҡа сума,
Һәр үҙгәреш шулай башлана.


Тығыҙ, тынсыу был бүлмәлә
Быуып тора таңды ҡараңғы...
Тупыс бармаҡтары менән, көлөп,
Тәҙрәне ҡаға ямғыр.
Һүнгән хыялдарҙы терелтеп,
Ниндәйҙер бер көй моңая.
Ниңә һуң был алыҫ бушлыҡта
Һыҙылып ҡына һағыш уяна.
Күңелдең ул иң-иң нескә ҡылын
Ауырттырып һуҙа тын ғына.
Ниңә шулай йәшлек йәшнәгәнен
Беҙ тоябыҙ икән һуң ғына?..


Төнгө ергә ятып ерҙе тыңла,
Шаптыр-шоптор ямғыр яуамы?
Юҡ, был сабый үлән ҡалҡа шулай —
Тормоштоң был сабыр дауамы.

Тормоштоң был бөйөк тантанаһы,
Ул әҙерләй шулай үрсерен.
Ер тауышын ергә ятып тыңла,
Ерең сисер һиңә үҙ серен!..


Тел тыуҙырған халҡым —
бөйөк бер тел!
Теле үлмәҫ, үҙе үлмәһә.
Үҙе үлмәҫ, күрер киләсәкте,
Үҙен-үҙе ергә күммәһә!..

Тик ниңә һуң
Бик күп үҙ улдарың
Ғәмһеҙ ҡарай үткән юлыңа?
Шул гәмһеҙлек
Күҙгә күренмәгән
Көрәк тотмағанмы ҡулына?

Ниндәй хаҡыбыҙ бар оноторға
Ҡанлы-данлы урау юлдарҙы?
Ниңә ултырабыҙ
Кәмәбеҙҙе
Ағышына ҡуйып йылдарҙың?

Күпме ҡорбан биреп,
Ҡанды түгеп,
Яулап алдыҡ ошо телде беҙ?
Шул тел менән
«Ирек» һүҙен әйттек,
Гөлдәй иттек үлгән илде беҙ...

Әйтерһең дә, шулай донъя шаулай,
Шаулай йылдар, шаулай быуаттар.
Тау йылғаһы ташып килһә шулай
Быуа йырылыр бит, быуа тар...

Яҙғы шарлауыҡтай, ниҙер даулай —
Йоҡоһоҙ был көҙҙөң төнөндә.
Юҡ, йоҡоһоҙ шулай күңел дулай,
Һине уйлап, үкһеҙ өңөндә.

ТАШҠЫН
Бейек тауҙа тыуып, ирек өсөн,
Эшкә һыуһап,
Алға ынтылып,
Аға йылға!..
Ә ҡайҙалыр ситтә
Бер йәшкелт һаҙ ята,
Ыу тулып!..
Ҡаяларҙан
Ҡайнап аға ташҡын,
Көмөштәй саф —
Ни хәл итергә?
Күпме йылдар инде
Был гәлсәр моң
Тынғы бирмәй
Серек күтергә...
Ҡалай итер
Күтер?
Уйлай
Былай:
«Туҡтатырға? —
Килмәҫ көсөмдән.
Әммә уны
Мин ағыулай алам —
Тиккәме ҡорт
Мыжғый әсемдә?»
Күҙ күрмәгән
Шомло бер яу булып,
Ябырылды ҡорттар
Ташҡынға.
Тик уларҙы
Ташҡын
Иҙеп китте! —
Үҙ башына икән
Ашҡынған!..
Иҫке,
Сырхау күтер,
Ағыу сәсеп,
Күпме шулай
Беҙгә ташланды?
Әммә серек һаҙҙар
Сәскән ағыу
Бора алмаҫ
Тере Ташҡынды!

ТӨҘӨҮСЕ ДУҪҠА
Бер һүҙем бар, төҙөүсе дуҫ,
Тик белмәйем нисек әйтергә.
Был һүҙемде һин аңлаһаң ине,
Алһаң ине көн дә хәтергә.

Һинең кеүек, мин дә ер кешеһе,
Ҡатыным бар, ике балам бар.
Биш йыл уҡып, ярһып эшкә ҡайтҡан
Һин төҙөгән иркен ҡалам бар.

Тик юҡ минең ошо үҙ ҡаламда
Тар ғына бер ҡуныр урыным.
Өс йыл инде төрлө хужаларҙың
Ишектәрен шаҡып арыным.

Сабыйымдың күк ҡулдарын күреп,
Күңелем туңа һалҡын ҡыштарҙа...
Ҡоштоң да бар үҙ ояһы, тиеп,
Мин көнләшеп ҡуям ҡоштарҙан...

ҺУҢҒЫ ХӘБӘР
Әллә ниңә бик йөрәкһеп көттөм
Был тетрәткес һуңғы хәбәрҙе.
Иҫән-һаумы?
Ҡасан ергә төшөр?
Бөттө!
ТАСС хәбәре үлем ебәрҙе...
Яҙып бөтөлмәгән юлдар ҡала шулай,
Осланмаған юлдар ҡалалар.
Йәйләнмәгән йәйләүлектәр ҡала,
Төҙөп бөтөлмәгән ҡалалар...
Бүләк ителмәгән гөлдәр ҡала,
Әйтелмәгән һүҙҙәр ҡалалар.
Ебәрелмәй, хаттар тороп ҡала,
Тыумайынса ҡала балалар.
Ғүмер буйы көткән бәхет көнө ҡала,
Үкенестәр тороп ҡалалар,
Үбелмәгән алһыу ирендәр,
Бүләк ителмәгән сирендәр.
Ер һауаһы әллә етмәнеме,
Бәхет үтә оло булдымы?
Түҙемлектең әллә сиге етеп,
Әжәл үҙе килеп ҡундымы?
Илем бөркөттәре —
Өс бөркөтө,
Өс бөртөгө сикһеҙ йыһандың,
Кеше рухы!
Һин барыбер еңдең,
Үлемһеҙлектәргә юл һалдың!
Тик бәхетте күрмәй,
Күҙ-ҡаш араһынан юғалдың.
Яҙып бөтөлмәгән юлдар ҡала,
Юлдар ҡала ослап бөтөлмәй.
Ашыҡ, кешем,
Яҡшы эш эшләргә,
Үлем килә, үҙе көтөлмәй.
Дүрт күҙ менән көттөк һеҙҙең
Ергә, ергә, ергә ҡайтыуҙы.
Кем уйлаған ергә төшөп етмәй,
Өс тағандай, гүрҙә ятыуҙы...
Һөйөнөстәр менән көйөнөстәр,
Туй күлдәге менән кәфендәр —
Бөтәһе лә бергә йөрөй шул ул.

Алырымҡош менән Бирмәмҡош
Икән дәһә, ай-һай, был тормош.


Үҙең нисек, һүҙең дә бит шулай,
Шиғриәттә хәйлә файҙаһыҙ.
Ҡурҡаҡ һәм ваҡ
Ҡыйыу, ҙур һүҙ әйтмәҫ!..

Ышанмайым йомарт булырына
Бер һарандың йырҙа һис ҡасан.
Тарһынғандың кеше уңышына
Киң күңелле булырына.

Таштан йүкә әле һуйылмаған,
Үҙен бер кем аша һикермәҫ.
Шаҡшы әҙәм һеҙгә һис бер
ҡасан
Яҡшы шиғыр яҙып килтермәҫ.

ИРЕНМӘГЕҘ, ИРҘӘР
Аҙым һайын – йөкле ҡатындар.
Йөҙҙәрендә – таптар, алтындар.
Ирҙәр уңған, әллә – үҙҙәре:
Янып тора уяу күҙҙәре.

Йөклөләргә тулһын еребеҙ,
Йөклөләргә булһын түребеҙ.
Иренмәгеҙ, илдең ире – һеҙ:
Киләсәккә урын бирегеҙ.

БӘЛӘБӘЙ ҺЫРАҺЫ
Нимә инде һорап тораһы —
Тәмле Бәләбәйҙең һыраһы!..
Бер саҡ шулай елгә еленләп,
Йөрөгәндә боҙға быҙаулап,
Юҡты-барҙы шулай билендәп,
Ҡалған-боҫҡан ҡыҙ аулап,
Кеҫә төбө тишелгәс,
Бер үлерҙе биш үлгәс,
Баш төҙәтер әмәл ҡалмағас,
Йән дуҫтарым юлда алдағас,
Ҡырып-һепереп тиндәрҙе,
Хәтерләргә илдәрҙе
Алып эстем һыраһын —
Нимә һорап тораһың...

АУЫЛЫМ СӘХНӘҺЕ
Манараһы алып ырғытылған
Мәсеттәге ауыл сәхнәһе,
Сәхнә артындағы михрабында
Кескәй генә грим бүлмәһе
Хәтеремдә мәңге үлмәһен!
Бала саҡтан, йәйғор кеүек матур
Иң ҡәҙерле ошо бүләген
...изге иҫтәлеге итеп
Ғүмер буйы һаҡла, йөрәгем.
Был тылсымлы көҙгө күргән кеүек,
Ауыҙ асып баҡтыҡ экранға.
Донъялағы ни әүлиә кеше итеп
Күрҙек беҙ Хөсәин ағайҙы.
Төрлө әкәмәткә ҡулы оҫта,
Сәғәт, самокаттар яһаусы,
Тәүге радионы, киноаппаратты,
Төрлө антенналар ялғаусы.
Бүрек-түбәтәйҙе биреп уға,
Ялан аяҡ ҡара малайҙар
Бушлай керер өсөн киноға
«Телһеҙ кино» әйләндерҙек.
Хәтеремдә: тәүге телле кино килде,
Етмәһә, ул үҙе башҡортса,
Ул Салауат ине...
«Башҡорттарым, әйҙә алға!» – тиеп
Һаман саҡырғандай Салауат.
Тәүге һәүәҫкәрҙәр —
Йәмилә, Мәҙинә апайҙар,
Вәрис, Сибәғәт ағайҙар
Балалыҡ хыялдарымда
Иң ҙур артист булып ҡалғандар.
Улар ғишыҡтарын ҡыҙҙарына
Хәлил булып әйтте сәхнәлә,
Ғәлиәбаныу, Аҫылйәрҙәр булып
Үбешкәндер башлап сәхнәлә.
Матурлыҡты шулай һөйөргә,
Улар кеүек һөйә белергә
Өйрәндек беҙ ошо сәхнәнән.

Мәсет аша ай күренә.
Ай түгел ураҡ бит ул.
Бер ҙә юҡҡа ла елкенә —
Йәш йөрәк дурак бит ул.
Сылбыр менән уратылған
Комсомол ҡәберҙәре,
Йәшлек мәле ике килмәй,
Белегеҙ ҡәҙерҙәрен.

АЛ ҠУРАЙ, ҠУРАЙСЫМ!
Ишмулла Дилмөхәмәтовҡа
Бер йөрәк һыҡрай —
Бар йыһан ҡанһырай...
Тиҙерәк ал ҡурай,
ҡурайсым!
Йүгерһен бармағың,
Бар Улар тармағын
Тиҙерәк сорнаһын
берәй сың!..
Мөхәббәт, һин киттең —
Бәхетте юҡ иттең,
Көл иттең мәңгелек
өмөттө.
Күҙҙәрҙә ҡанлы йәш —
Хәс туңған пар миләш,
Уларҙы иретер
көн бөттө!..
Иретһә, иретер,
Ир итһә, ир итер
Илендә ирҙе тик
бер ҡурай.
Ал ҡурай, ҡурайсым,
Аҡ бәхет юрасы —
Ир янһа, ер яна,
ҡон һорай!..


Ҡасты минән донъя ерәнеп.
Ерәнеп ҡасты минән донъя...
Һин килдең...
Ҡайтарҙың миңә донъяны.
Донъяны һин миңә ҡайтарҙың.

Күҙҙәреңдән минең өсөн генә
Түгелгәндәй ҡурай моңдары...
Үҙ илемдә илһеҙ ҡалған кеүек,
Йөрөй инем ерҙә ҡаңғырып...

БИЛДӘҺЕҘ ҠАТЫН
Крамскойҙың «Билдәһеҙ ҡатын»
картинаһына ҡарап

Эй билдәһеҙ ҡатын! Был донъяға
Нисә быуат инде бағаһың?
Бағаһың да күпме күңелдәргә
Саф мөхәббәт утын яғаһың.

Һин тик билдәһеҙ бер ҡатын булып,
Үтеп китһәң, елдәй, көймәңдә,
Үҙең менән күпме хазинаны,
Күмер инең, аҡыҡ төймәңдәй...

Тик бер даһи рәссам ҡулы һине
Тотоп алып ҡалған мәңгегә.
Был илаһи күҙ ҡарашың менән
Һин билдәле хәҙер һәр кемгә.

Матурлыҡҡа ҡырыҫ был донъяла
Һаҡлап ҡалыу күркен кешенең
Һәм билдәле итеү билдәһеҙҙе —
Бәхетелер ижад эшенең?..


Мин заманым менән ғорурланам,
Юҡ, был түгел һуҡыр ғорурлыҡ.
Бөтә ҡаршылығы, фәжиғәһе
Йөрәгемдә алған урын ныҡ.

Мин үлемде түгел, был тормошто
Һәйкәл итеп ҡойҙом йырыма.
Йөрәгемде аҫыл киләсәктең
Ҡойондорҙом сағыу нурына.

Мин инандым ысын иманына,
Бар моңона бөтә телдәрҙең.
Миңә яҡын, ғәҙел, яҡты, ысын
Татыу ғаиләһе илдәрҙең.

Заманымдың бөтә тауыштарын
Заман улы булып һеңдерҙем.
Ул тауышты бөтә замандарҙың
Һөрәненән өҫкә мендерҙем.

Күҙем күргән һәр нәмәлә күрҙем
Серле йырҙар боҫоп ятҡанын.
Серен астым шулай үҙ-үҙемә,
Матурлыҡты шулай яҡланым.


Имән, ҡайын етәкләшеп
Тауға менеп килә ине.
Ниңә тауға менгәндәрен
Тик үҙҙәре белә ине.

Беләйем тип эс серҙәрен
Йүгереп мендем арттарынан.
Ундай ғәҙәт таныш инде
Был донъяның ҡарттарына.

Улар, һиңә ни кәрәк, тип,
Ҡыуып еткәс, туҡтап ҡалды.
Икәү бәхетле булғанда
Өсөнсө бит һәр саҡ артыҡ.


Йүрүҙәндә берәү һыу төшә,
Һыу төшөүе сәйер тамаша.
Йылға өҫтөн елдәр һөрә,
Тулҡын менән тулҡын талаша.

Ә ул йөҙә, сума, салҡан ята,
Һыу сәсрәтеп уйнай, ҡысҡыра.
Әллә ниндәй тыйылғыһыҙ көлөү
Шашындыра уны, шаштыра.

Кем икән ул, йәшен йәшнәгәндә,
Күкрәгәндә бөтә күк йөҙө,
Көлә-көлә шулай ҡоторона?..
Моғайын, был һантый, мин үҙем?


Эй, хыялый, һантый ҡыҙ бала,
Төн йоҡоңдо һинең кем ала?
Белмәйһең шул ниҙәр көткәнен,
Уның ниҙәр өмөт иткәнен...
Һин бит изге тиеп табынған —
Бер иблес бит – елдән табылған!

Ул көткәнең килер – ҡағылыр...
Тик үткәнең һине һағыныр.
Төн йоҡоңдо һинең кем ала,
Эй, хыялый, һантый ҡыҙ бала?!.


Яҙ елдәре тәнде иркәләһә,
Яҙ гөлдәре йәнде иркәләй.
Ҡояш нуры, ҡоштар йыры менән
Үлеп тереләһең ошо иртәлә!..
Был донъяны ташлап китеү уйы
Башыңа ла хатта һыймаҫлыҡ.
Әй йәшәһе килә, мең йәшәге —
Мең йәшәп тә йәшәп туймаҫлыҡ!
Ҡанаттарын еңел генә елпеп,
Иләҫләнеп йөрөй күбәләк.
Әйтерһең дә, нур ҡылдарын сиртеп,
Талгын ғына бейей сүгәләп.
Күҙ ҡамаша шишмә көмөшөнә
Мен күҙе бар, гүйә, шишмәнең.
Мөлдөр-мөлдөр килгән ҡарашына
Иләҫләнмәй, күңел нишләһен?
Был мөхәббәт ҡарай бәғереңә,
Бәғереңдә – яуап ҡарашы.
Һин бер бөгөн. Ошо донъяң менән
Һәм мәңгелек һеңә ярашып!..

САБЫЙ ИЛАУЫ
Сабый илай – был йыр һымаҡ, хатта,
Был – үҙе бер оло тамаша.
Әле күҙҙәре лә күрмәй уның —
Күҙгә ҡарап тороп аҙаша.
Төҫөн дә һис танып булмай әле —
Күкһел яры менән ҡапланған.
Тик атаның хыялында инде —
Улы хәҙер атҡа атланған!..
Илай сабый – ҡыҙғаныс та шундай,
Һәм көлкө лә уның илауы...
Шундай кескәй тырнаҡҡыналары,
Шундай кескәй уның бармағы.
Тик тырпайып торған һәр быуыны
Шундай ныҡ – балыҡ ҡармағы...
Илайыммы әллә көләйемме
Тигән кеүек ҡарай был бала.
Тик илай ҙа һәм көлә лә белмәй,
Тик имергә белә донъяла!
Шул белеме сикһеҙ һөйөндөрә —
Иң ҙур шатлыҡ ата-әсәгә!
Нур йомғағы булып йоҡлағанда,
Тиккә оҡшатмайҙар сәскәгә.
Бишек – әле уға Тыуған иле,
Юлы – бары ҡулы атаның.
Һәм әсәнең йылы күкрәге —
Әлегә тик уның Ватаны...
Еңел генә итеп көрһөнә лә
Тала тағы тәрән йоҡоға.
Йоҡоһонда әсә күҙҙәренең
Наҙын ғына тойоп иҙрәй...
Үҫер...
Әсә һөтө менән һеңер уға
Тыуған ерҙең йылы яҡтыһы,
Йөрәк көлә, уны күреү менән,
Хистең тыуа иң-иң татлыһы.
Килер бер көн... Бишегенән төшөп,
Баҫыр ул да тәүге аҙымын.
Ер шары ла уға бик тар булыр,
Аҡбуҙатын тотоп бәйләр өсөн
Эҙләп китер Тимер ҡаҙығын...


Тәүге һөйөү ниндәй тетрәткес һуң,
Кәм түгелдер унан һуңғыһы?
Уҫаҡ япрағындай дерелдәй бит
Ҡосағыңда һинең һуңғы һын.
Ул һағайыр, аңға килер тиҙҙән,
Йәш килене булғас ауылдың.
Тик осрашһаҡ, тағы тертләп китер,
Хәтерләп был һуңғы дауылды.

Ул һарылмаҫ инде ҡосағыңа,
Сабыр була ауыл ҡыҙҙары.
Тик яныңдан өнһөҙ үтеп китер,
Ошо таңдай, йөҙө ҡыҙарып...

ҒӘҘӘТЛӘНЕҮ

Сәскә атҡан туғайлыҡҡа
Килеп сыҡҡас урмандан,
Иҫереп йығылырҙай булам,
Хуш еҫ аңҡып торғанда...

Аҙаҡ, күҙ күнегеп алғас,
Иҫ тә китмәй уларға.
Хуш еҫе лә әйләнә тик
Үпкә һулар һауаңа.

Киткәс кенә шул туғайҙан
Етмәй уның хуш еҫе.
Мөхәббәт тә шулай ҡайсаҡ;
Үткәс кенә бик эҫе.

МЕТАМОРФОЗАЛАР
Ҡасандыр һин бер фәрештә инең,
Мин дә һиңә аллаң булғанда.
Бөтәһе лә ал да зәңгәр ине,
Зәңгәр ине бөтә хыялдар...
Ергә төштөк. Һин, ҡоралай булып,
Йөрөгәндә бейек тауҙарҙа
Беҙ күрештек. Һәм мин бүре хәҙер —
Аҡыл менән Йөрәк яуҙарҙа.
Тағы түбәнерәк төштөк. Беҙ күрештек —
Аждаһаға инде әйләнһәм,
Һин әйләндең урам буйындағы
Һағыҙ сәйнәп ятҡан кәзәгә,
Хыянатсыл, ҡонсол, көнсөл йәнең
Үҙ-үҙеңде һинең алданы.
Тормош ғәжәп. Ләкин үкенмәйем:
Һиңә алла хәҙер ялғаның!...


Ялыҡтырҙы, буғай, һине минең
Был тынғыһыҙ күсмә тормошом.
Киттең!.. Бәлки, яҡшыраҡтыр шулай,
Ни күрһә лә күрер бер башым.
Мин донъяны, шундай ҙур донъяны,
Һинең менән генә сикләһәм,
Бөтә хыял, бөтә уйҙарымды
Һинең менән генә бикләһәм,
Нимәгә мин? Нимәгә был тормош?
Юҡ, артыңдан бормам юлымды!
Әгәр миңә юлдаш булалмаһаң,
һуҙалмаһаң тоғро ҡулыңды,
Ғәҙәт кенә булһа мөхәббәтең,
Онотһаң һин беҙҙең юл башын,
Ғәмһеҙ булһаң маҡсатыма минең, —
Яңғыҙлыҡ та миңә юлдашым!


Өмөтһөҙ һәм мөхәббәтһеҙ тормош
Шундай мәғәнәһеҙ бер нәмә:
Хыялдарҙан айнып, күҙем асһам,
Ҡайтҡан һымаҡ булам төрмәмә.

Тик һиҙмәйһең ығы-зығы менән
Унда үткән зая ғүмерҙе.
Күнегелгән шундай был төрмәгә,
Бөгөн килеп уны емерҙем.

Емерҙем дә етем булып ҡалдым,
Аңлайышһыҙ был хис күптәргә, —
Сөнки һәр кем ошо ауыр йөктө
Мәңге төшөрмәҫкә күтәргән...


Үтһә үтһен йәшлек, әйҙә,
Тик мөхәббәт кенә үтмәһен.
Бер үҙемде яңғыҙлыҡҡа
Мәңгелеккә ташлап китмәһен.

ИНТЕГРАЛДАР ПОЭМАҺЫ
Власть над Вселенной я считаю
Лишь попрошайкой у Любви.
Хафиз

Кәсер, һандар,
Интегралдар... —
Ниндәй алыҫ,
аңлайышһыҙ донъя аңыма!
Шул донъянан миңә ҡараның да
Мең-мең һорау ҡуйҙың алдыма.

Был донъяны
Мең-мең өлөшсәгә
Тураҡлаһа һинең кәсерҙәр,
Мин уларҙы,
Йыйған һымаҡ линза нурҙарҙы,
Күҙҙәреңә йыям,
Яныр өсөн,
Янып бағыр өсөн әсирҙәр!

Ә һындарың,
Интегралдың,
Һин ваҡлаған сикһеҙ кәсерҙәр —
Минең зиһен өсөн,
Гүйә, ерҙең тартыу көсө —
Мәңгелектән сикһеҙ мең серҙәр...

Миңә таныш бары һағыш,
Күңелдәге бушлыҡ —
Торичелли бушлығы.
Күҙ ҡарашың уны тултырҙы ла,
Сабырлығым бөтөп тамам,
Һиңә сабам,
Бәйгеләге аттай бышлығып.

Мин беләм тик Ерҙең тартыу көсөн.
Уның көсө
Минең өсөн —
Йөрәгеңдең тартыу көсөләй.
Әммә сәйер миңә:
Минең антиподым
Ер шарының башҡа яғында
Тартыламы хыялына шулай?
Ул ни уйлай?
Оҡшағанмы хисе хисемә?

Миңә сәйер,
Бик-бик сәйер уның
Эләгеүе тартыу көсөнә...
Нисек һуң ул осоп төшөп китмәй
Әллә ҡайҙа, күк төбөнә,
Болот эсенә?..

Упҡын ҡосағына,
Зөһрә-ҡыҙ янына?
Һәм тәғәрәи ятмай айҙарҙа?
Ул да беләме һуң
Шулай яна-һағына?
Һәм ынтыла әллә ҡайҙарға?
Лампочкаға ҡунған себен кеүек кенә
Ҡанатһыҙ был әҙәм бөрөһөн
Баҫып йөрөй тиҙәр Ер шарына...
Сәйер...
Хәйер, әйҙә йөрөһөн!..

Ә шулай ҙа мин табынам,
Мин инанам
Ерҙең ошо тартыу көсөнә.
Юҡһа мин бит
Бирелеп был яныу хисенә,
Осоп барып төшөр инем
Күҙендәге упҡын эсенә!..

Ҡыйылып хәс тә һинең ҡашың һымаҡ
Килгән саҡта ерҙә таң атып,
Мин белмәйем, –
Һин ни уйлайһың,

Атомдарҙы ваҡлап, тарҡатып!..
Атом төҙөлөшө миңә таныш бары
Кар Лукреций яҙған китаптан.
Мин тик Гераклитса, Демокритса
Уйлай алам,
Атҡан саҡта таң...

Шундай асыҡ болот шәкелдәре —
Ултыр ҙа кит ине уларға,
Болоттарға
Туҙған толомоңдо үреп,
Мәңгелектең рухын һуларға.

Мендәр итеп айҙы һалыр инем,
Ябыр инем йондоҙ юрғанын.
Етегәндең сүмесенән генә
Мин эсерер инем үҙеңә
Йәшлегемдең көмөш йырҙарын.

Ул болотҡа нисек ашмаҡ кәрәк?
Етерме һуң илһам ҡанатым?
Мин күтәреү көсөн бары беләм
Аэроклубта танау ҡанатып...

Уҡытыусым – ҡарт осоусым – бер мәл
«Война и мир»ҙы күреп ҡулымда,
Старт майҙанынан һөргәс,
Йөрөгәйнем
Аҙна буйы кухня юлында...

Тик барыбер остом,
Ҡостом күкте,
Һәм татыным осоу ҡомарын,
Штурвалдың әле,
Балыҡ һымаҡ,
Ҡыймылдауын тойҙо ҡулдарым.

Педалдәге аяҡтарым менән
Ҡаршылығын тойҙом елдәрҙең.
Бер саҡрым бейеклектән күрҙем
Ҡусҡар эҙен тоноҡ күлдәрҙең.

Иҫтә әле һаман бер һылыуҙың
Ҡаш өҫтөнә ҡуйып һул ҡулын,
Уңы менән яулыҡ болғағаны,
Ә йөрәктең һыҙлап һулҡыуы...

Үҙебеҙҙең мәктәп башынан мин
Бер шыҡыйып төшөп бейектән,
«Үлем элмәгенә» үңәс һалдым,
Үс алам тип ошо кейектән.

Тик һөймәне мине ҡыҙ сағында,
Ҡосағында һөйҙө иренең.
Ул ҡыҙҙың да бына һинекеләй
Еләк кеүек ине ирене!..
Аҙаҡ мин османым.
Остом бары
Ҡанатында хыял, илһамдың,
Һәм бына мин ҡапыл туҡтап ҡалдым
Сере алдында
Интегралдың, кәсер һәм һандың...

Оло һорау һымаҡ
Күктә йәйғор!..
Ете төҫлө уның нурында
Ни күрәһең?
Тик спектр!..
Инспектор
Һеҙҙең ятаҡ торған урында
Мине еңдән тартты:
— Һеҙ иҫерек?
— Юҡ, тик былай ғына...
Һәм атланым,
Баш ҡаңғырып төрлө юрауҙан.

Ингән ерем көҙгө баҡса икән,
Ә баҡсала ҡәбер таштары,
Тыуған,
Йәшәгән һәм үлгәндәрҙең
Шунда ята ғәзиз баштары.

Һөймәйҙәр ҙә хәҙер,
Көймәйҙәр ҙә,
Тик тамырын тотоп тирәктең,
Һелкетә лә елгә ҡарт олонон,
Ҡоя ергә япраҡ-йөрәкте...

Ә йөрәге тереләрҙең һаман
Үлемһеҙлек эҙләй үҙенә.
Үлемһеҙлек – мөхәббәттә яныу,
Йыр ҡалдырыу донъя йөҙөнә.

Ә йыр —
Шиғыр, һүрәт, моң ғынамы?
Кисер, кәсер,
Һин дә йырмы ни?
Кисерегеҙ, һандар,
Интегралдар!..
Йәйғор төҫлө һеҙ ҙә нурмы ни?
Йәйғор төҫлө сағыу нур булһағыҙ,
Һеҙ бит күпер ике йөрәккә!
Әйтсе, тирәк,
Ҡайҙа башҡа йөрәк?
Әҙәм теле ят шул тирәккә...

Һөйәләм дә уға,
Яҡын ят донъяға —
Интегралға китәм, кәсергә.
Һәм уртаҡлыҡ эҙләп,
Мин тотонам
Ярҙан ярға,
Ҡарҙан ҡарға күсергә...
Ябалаҡлап яуа тәүге
саф ҡар,
Һинең телдә улар – кристалдар,
Минең телдә улар – күбәләк.
Күбәләктәй һинең керпектәрең,
Мин уларҙың ҡара бөртөктәрен
Һанар инем ергә сүгәләп.
«Ҡара ҡаршы ҡарашайыҡ,
Керпектәр һанашайыҡ.
Етмеш керпек – һәр күҙҙә,
Сабыр итсе бер көҙгә...
Ҡуйы ҡара керпегең,
Бирсе миңә бөртөгөн.
Үҙең миңә булмаһаң да,
Төҫөң итеп йөрөтөрмөн.
Өҫтәлемдә шәмдәр яналыр,
Тармаҡ-тармаҡ булып тамалыр.
Оҙон ғына керпек, һикһән бөртөк,
Күҙ нурыңды минән ябалыр.

Һикереп төштөм шишмәгә,
Шишмә һыуы һайҙыр, тип.
Ҡарашыңды хисем иттем,
Миндә күңелең барҙыр, тип.

Ҡоштар булып осор инем,
Ҡанат яһап булмай шул,
Һүрәтең яһап ҡосор инем,
Йәнең ҡушып булмай шул...»

Ишетмәнең минең йырымды ла,
Сыҡманың да йырсың янына.
Болоттарға һине ултырттым да
Әллә ҡайҙа остоҡ яңынан.

Остоҡ әллә ҡайҙа!
Әллә айға?
Эйнштейн етмәҫ алыҫҡа.
Сағыштырмаса бит бөтә нәмә,
Был донъяла
Юл оҙон да
Юл ҡыҫҡа!
Сағыштырмаса беҙ
Бер-беребеҙҙән
Бик тә бик-бик алыҫ булһаҡ та,
Үтәбеҙҙәр бер үк уйҙы уйлап,
Бер үк мәлдә
Бер үк һуҡмаҡтан.

Ҡасандыр бер
Иренемә ҡунған
Бер үк ҡар бөртөгө
Иренеңә төшөп ирейҙер.
Шул уҡ уйҙар,
Шул уҡ хис-тойғолар
Һинең күңелдә лә йөрөйҙөр.

Галактика сикһеҙлеге менән
Сағыштырған саҡта Ер шарын,
Йәшәйһеңдер минең ҡуйынымда.
(Былмы уйҙың эшкә ашыры!..)

Ихтималлыҡ ҡанундары булғас,
Бер-беребеҙҙән алыҫ булһаҡ та,
Ниндәйҙер бер теүәл меридианда
Ярай бергә-бергә ҡунһаҡ та
(Минең төштә хатта ҡунһаҡ та)...

Һинең донъяң, миңә ят булһа ла,
Барҙыр унда уртаҡ яҡтар ҙа.
Минең дуҫтың йәмәғәте –
Һинең әхирәтең!
Булыр әле бергә саҡтар ҙа.

Сәкәшерҙәр беҙҙең бокалдар ҙа
Беҙ эсербеҙ бер үк шарапты.
Шундай сикһеҙ диңгеҙ киңлеге лә
Төкәлдерә ике карапты!

Өмөтһөҙ тик – шайтан.
Өмөт өҙмәм,
Һин дә ен ҡыҙы бит түгелдер?
Күҙ ҡарашың шундай серле һинең,
Беҙҙә, бәлки, уртаҡ күңелдер?

Бер үк планетала йәшәйбеҙ бит,
Бергә йотоп төтөн, саңдарын.
Бергә оҙатып бер үк шәфәҡтәрен,
Ҡаршы алып бер үк таңдарын.

Тимәк, уртаҡ беҙҙең яҙмышыбыҙ,
Уртаҡ беҙҙең барыр юлыбыҙ,
Еребеҙ бер, илебеҙ бер беҙҙең,
Бер замандың ҡыҙы-улыбыҙ.
Кисер, кәсер,
Кисерегеҙ, һандар,
Интегралдар! –
Һинең улар —
Күҙең нурылыр! Һинең фәнең,
Тимәк, минең йәнем,
Бәлки, йырым – күңелең йырылыр!
Йәшәһен фән һәм йән дуҫлығы,
Кешене бит әллә ҡайҙарға
Ошо дуҫлыҡ ҡына күтәрәлер
Зөһрә-ҡыҙ йәшәгән айҙарға!

Мәсәғүт

САЛАУАТ БАТЫР
Сосланбәк Тавасиевҡа – яҡташтарым,
ер-һыуым, заманым исеменән

Сабып сығып сал быуаттар аша,
Сапсындырып суйын саптарын.
Оран һалып илгә, һай, Салауат
Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын.

Арыҫлан ир, яугир, шағир ҡото
Айбарланған батыр һынында.
Дошмандарын айҡар йәшен ише
Ай-ҡылысы ятыр ҡынында.

Үрткә тотҡан ауылдарҙың ҡуҙы
Дөрләп яныр бөркөт күҙендә.
Йолҡоп алған тотҡондарҙың теле
Ажар сәсер сәсән һүҙендә!..

Ҡоштар осоп етмәҫ утрауҙарға —
Ҡайҙа ғына батша һөрмәһен,
Утлы тамға өтөр киң маңлайын,
Тик бөгөлмәҫ бығау-төрмәһе...

Илкәйенең хөр-көндәрен даулап,
Ирек, ырыҫ, Хаҡлыҡ хаҡына,
Сал быуаттар аша сапты, сапты,
Сапты һаман ғәзиз халҡына.

Йөҙөп сыҡты етмеш даръяларҙы,
Ярып сыҡты етмеш тауҙарҙы,
Ҡуй һарыҡтай турай-турай сапты
Ҡаршы сыҡҡан етмеш яуҙарҙы.

Ят тупраҡта ятып ҡалғанда ла
Аҫыл һөйәк, изге исеме,
Үҙенән дә ғәййәр яугирҙарҙың
Тел осонда булды исеме.

Ҡаһым түрә утлы Париждарға
Алғасҡыла бәреп кергәндә,
Салауаттың һынын олатайҙар
Еңеү тауы итеп күргәндәр.

Питер эшселәре башҡортома
Әләм тотторғас та ҡыҙылдан,
Ҡылысындай сыңлап Салауаттың,
Пулковтарҙа ҡалды беҙҙең дан.

Ул Шаһиттай шыуҙы, ҡаны һарҡып,
Кронштадттың боҙо өҫтөнән,
Башлап таҡты «Ҡыҙыл Байраҡ»ты ла
Күкрәгенә ғорур төҫ менән.

Ҡайҙа ғына ул ҡурайын һыҙмаҫ,
Ат һуғармаҫ ҡайһы йылғанан, —
Ватан ҡушҡас, утлы өйөрмәһен
Ул Эльбаға илтте Волганан!..

Батыр данын йылдар юя алмай,
Ел-дауылға ул бит ҡарамай:
Әле булһа һаҡлай фармандарын
Ҡыуышында солоҡ-ҡарағай.

Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй,
Сүкмәгәндәй ергә Уралтау,
Салауаттың йыры тынмаҫ илдә,
Еңә алмай рухын ҡорал-дау.

Хас дошмандар әле сиктәр аша
Хөр халҡыма күпме таш сөймәҫ.
Батшаларға башын эймәгәнде
Башҡаларға башҡорт баш эймәҫ, —

Пугачевы менән Салауатым,
Сапсындырып суйын саптарын,
Сәсән теле менән сәмләндереп,
Мәңгелеккә әйҙәр сафтарын!..


Эйе, һөйҙөм мин нығыраҡ
Кешелекте кешенән.
Күрҙем бөтөндө ҙурыраҡ
Бер кескәй өлөшөнән.

Шулай итте кешеләр ҙә —
Мине урап үттеләр:
Эшем емеш төшө итеп,
Мине ҡабыҡ иттеләр.

Бәлки, яңылыш булғандыр?
Эште эшләй кешеләр.
Кешелектең ҡеүәте тик
Йәшәй бары кешелә.


Кешелектең бар илаһи моңо,
Аһ-зарҙары, табыш-хатаһы,
Мәңгелек был сикһеҙ күк аҫтында
Күпме заман күмелеп ятаһың?

Икһеҙ-сикһеҙ сағыу был йондоҙҙар
Икһеҙ-сикһеҙ тыуған кешенең
Һүнгән йәндәренең ҡәберенә
Теҙеп сыҡҡан (хоҙай) эшеме?

Күпме көрәш үткән был кешелек
Килеп етер өсөн был көнгә...


Халҡым теле – халҡым күңеле.
Ҡалырһыңхмы ерҙә күмелеп?
Нисә быуат йыйған байлыҡҡа,
Кем, ҡул һалып, әле байыҡҡан?

ЯҢЫ ДОНЪЯ
Ҡыҙым тыуҙы. Ҡыҙым менән бергә
Тыуҙы ҡыҙыҡ яңы бер донъя.
(Ул ҡыҙҙарҙы минән тартып алып)
Тик үҙенә мине арбаны.
Яңы донъя тыуҙы. Баштан-аяҡ
Алыштырып ҡуйҙы ул донъя.
Ул яратып мине, үҙен яраттырҙы,
Биләп алды бөтә барлыҡты.
Күрәһең, тик миңә кәрәк булған,
Сәскә кеүек сабый һөйөүе...
Керһеҙ, тоғро сабый һөйөүе...


Көслөк менән тел булмаҫ,
Үслек менән ил булмаҫ,
Көс үҙенә көс табыр,
Үс үҙенә үс табыр.
Ҡыҙыл ҡандар түгелгән,
Күп ҡорбандар бирелгән
Ошо ғәзиз тел өсөн —
Бар донъяны айҡап сыҡ,
Күҙең менән байҡап сыҡ,
Юҡһылын да табырһың,
Бай һыйын да табырһың,
Дуҫыңды ла табырһың,
Дошманға ла тарырһың...
Иөрөй-йөрөй арырһың,
Илең һағынып янырһың...

ҠУШҠАЙЫН
I
Яланғас яҙ ине ерҙә,
Һайрамай ҙа ине һандуғас,
Тик күңелдә мең һандуғас ине,
Ҡосағымда һинең һын булғас.

Сал сәстәрем буранында ҡалып,
Аҙашҡанда һәр бер бармағың.
Был донъяның сымылдығы булып,
Таң шаршауы япты бар яғың...

Мин ул таңдың иҫтәлеге итеп,
Һайлағайным юлда ҡушҡайын.
Был – һинеке, был – минеке, тиеп
Һәр береһенә исем ҡушҡайным.

— Күҙҙәреңә, – тинем, – баҡҡан саҡта
Керпек үртәп яныр күҙ алмам.
Һиңә бәхет илтә алмаһам да,
Тик бәғерһеҙ һиңә була алмам.

II
Йән өшөткөс хәбәр килде бөгөн:
Ул ҡайындар хәҙер юҡ инде.
— Шул тәңгәлдән үтеп киткән саҡта
Йомоп үтәм, – тиһең, – күҙемде.

— Япраҡ ярып бөткәс кенә, – тиһең,
Ҡырҡҡандар бит һинең ҡайынды.
Ә минеке, – тиһең, – ҡороп ҡалған.
Күтәрмәйсә ошо ҡайғымды.

Ни тиһәң дә, ҡайын ҡайғылы шул,
Тик аҡ ҡына уның ҡайғыһы.
Ҡайын башынан да йөрөй икән,
Ул ағыр ҙа китер ҡайғы – һыу.

Береһен ҡырҡҡан саҡта икенсеһе
Ҡорой торған ҡайын булыуы.
Ҡайғыларға ғәмһеҙ был донъяла
Бик насар ҙа түгел, һылыуым!

Инселәйек инде башҡа ағас:
Миңә – имән, һиңә – муйылды.
Япраҡтарын имән һуң ярһа ла,
Һуңғы йәме була ул йылдың.

Муйыл сыҙам, муйыл сабыр була,
Күпме өҙһәләр ҙә муйылды.
Өҙгән һайын, яҙын, үс иткәндәй,
Сәскә ата күкрәп һәр йылды.

Үҙ ҡайғыңдай күреп күңелеңә
Ҡабул итһәң минең ҡайғымды.
Ышанма һин төрлө юрауҙарға,
Йыр итербеҙ ул пар ҡайынды.

Төрлө ырым, төрлө юрауҙарға
Ышанһа ла, хатта, күңелең,
Ул ҡушҡайын бер йыр булып ҡалыр,
Тик үткән юл ҡалмаҫ күмелеп.

Юҡҡа өҙгәләмә үҙ-үҙеңде,
Ышан бары минең юрауға:
Ғүмер барҙа юлым һиңә илтер,
Ҡайғырмайыҡ урау юлдарға.


Ҡындан һурҙы берәү ҡылысын,
Хәтерләтеп Дамаск ҡоросон.
Үтәмәне ләкин бурысын —
Тик ҡатырға булған ҡылысы!..

ҠАРҒАЛАР ҠАЙТЫУЫ
Яҙ көтөүҙән әллә иләҫләнеп,
Белгән һымаҡ сәнғәт рәтен,
Алып ҡайтып элдем бүлмәмә мин
Бала саҡтың таныш һүрәтен.

Һәм һүрәттән ҡапыл яҙ бөркөлдө,
Һөрән һалды ҡара ҡарғалар,
Яҙ еҫтәре, гүйә, бәреп инде,
Боҙ аҡтарып, аҡты йылғалар.

Мәғәнә бар ҡарға йырында ла,
Һөрән һалған саҡта «ҡар ҙа ҡар!»
Алда әле, тиҙәр, һандуғаслы,
Ҡыуаныслы күпме яҙҙар бар!..


Көтмәгәндә ҡапыл күҙ алдындан
Сыңлап уҙа бөтә тормошоң.
Үкенестән торһа һәр сылбыры,
Үтенестән тора тотошо.

Хайран-вайран ҡалып бөгөнгөңә,
Үткәнеңдән яуап эҙләйһең.
Юҡ шул яуап! Хата – хата көйө,
Барыр юлды бары күҙләйһең.

Күп ҡалғанмы ул юл? Нисә йыл ул?
Бармы өмөт, бармы бер маяҡ?
Сеү, берәү бит шунда йылмайғандай,
Яҡтырғандай була тирә-яҡ...


Булыр бала бишектән,
Илгә сығыр ишектән.
Булырҙайға бер әйт тә,
Булмаҫтайға мең әйтмә.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы —
Таш сүлмәкте киңәйтмә.
Киңәйтергә кирге юҡ,
Арғы яҡта бирге юҡ —
Табалмабыҙ барһаҡ та.
Тигеҙ түгел бармаҡ та...


Һинең менән һин дә мин булып,
Халҡым үҙе уға ҡул ҡуйған.
Һәм донъяла тәүгеләрҙән булып
Үҙ бәҫен һәм илен ул тойған.
Һинең менән кәңәш итешмәгән,
Һөйләшмәгән көнөм юҡ, хатта.
Бар уйҙарым, өмөт-хыялдарым
Көнө-төнө минең шул хаҡта.
Ал йөрәктән тутыҡ хәнйәрҙе!


Бер тыуа ла тик бер үлә кеше.
Үлән кеүек тыумай яңынан.
Мәңгелектә ғүмер ниндәй ҡыҫҡа!
Был хаҡһыҙлыҡ һыймай аңыма.

Бер ҡасан да мин бит булмағанмын
Был донъяға тыуған ҡәҙәре.
Бер ҡасан да башҡа мин булмамын,
Ҡосағына алғас ҡәберем.

Үлән генә мәңге үҫер унда,
Мәңге йәйер унда тамырын.
Ә мин уға, һөлдәләрем сереп,
Тик ашлама булып ҡалырым.

«ҠАПҠАЛАР»
Ҡапҡа асыусы малай табылды!
Асылды ла ҡапҡа ябылды...
Һинән тағы нимә көтөргә?
Танауҙы бит ваҡыт һөртөргә!

Хәҙергә ул ғәфү итерҙәр,
Кәләш алыр саҡтар етерҙәр,
Шул саҡта бит һинән көтөрҙәр —
Яңы һүҙҙәр, яңы фекерҙәр...

Күп тапанма ҡапҡа төбөндә,
Беләһеңдер, малай, үҙең дә:
һинһеҙ ҙә ул ҡапҡа шығырлар,
Асыр кәрәк инде шиғырҙар...


Мин яратҡан йырҙы иҫеректәр
Боҙоп китһә үкереп урамда,
Минең өсөн ул йыр үлеп ҡала,
Үлеп ҡала туңып буранда.

Яҙмаһамсы
Иҫеректәр боҙор,
Иҫеректәр иңрәр йырымды!
Йырлай алмай улар ысын йырҙы —
Тик йырсылар ғына һуҙырҙы.


Ҡуңыр буға һымаҡ, аяғыма
Уйһыу ерҙең заты теймәне.
Ятһа – ятты тауҙар алдарымда,
Тик уларҙы үҙем өймәнем.

Тик барыбер үҙем ярып сыҡтым,
Һөрәнләмәй, өнһөҙ-тауышһыҙ.
Һөйгән егеткәйең ысын булһа,
Фатиха шул минән: ҡауыш, ҡыҙ!

Йәлләмә һин меҫкен ваҡ-төйәкте,
Алдарыңдан ғорур уҙалмаҫ,
Аҙашҡанда яҙмыш буранында
Һыңар бармағын да һуҙалмаҫ.

БАТЫРША
(Шлиссельбург тотҡоно)
Уралҡайым, һинән ҡырҡып алһам
Ат ҡыуырҙай яңғыҙ талдарың,
Тамып та ғына ҡала ҡырҡҡан саҡта
Яуҙа үлгән батыр ҡандары...
Батҡан айҙай булып, ай, төн ярып,
Батыршаның һүнгән төнө ине...
Ыласындай йылғыр ил батыры
Салауаттың тыуған көнө ине...
(Башҡорт халыҡ йырҙарынан)

Мин – тотҡон Батырша,
Башҡорттоң батыры,
Ултырам зинданда,
Башымды ҡатырып...

Ҡулымда – бығауҙар,
Аяҡта – бығауҙар,
Үрмәкес һырыған
Ау һымаҡ был ауҙар.

Нәҡ себен ише мин
Сырмалдым ауында,
Ә бөркөт инем бит
Илемдең яуында!..

Яҙғандыр, күрәһең,
Зинданда ҡатырға, —
Юҡ өмөт, юҡ сара,
Юл ябыҡ ҡайтырға.

Ҡәберем – утрау,
Кәфенем – таш зиндан,
Йыназа уҡый тик
Ыҙғыр ел – шималдан1.

1 Шимал – төньяҡ.

Нишләмәк, ни ҡылмаҡ
Был аҡтыҡ юлымда!
Хәл бөтә көндән-көн,
Көс китә ҡулымдан.

Ни ҡалыр, мин үлгәс,
Был меҫкен тәнемдән —
Илемде, ғилемде
Айырғас йәнемдән?

Йондоҙло булғандар
Олуғбәк ғалимдар —
Уратып уҙғандар
Уларҙы залимдар...

Сеү, ни был – тәндәктә?
Әллә был – буш хыял?!.
Хәс мәсет башында
Көмөштәй йәш һилал!2

Эй һилал, һин күктә
Битараф торғансы,
Алышып үлергә
Айбалта булһаңсы!

Эй һилал, һин бушҡа
Эленеп торғансы,
Ҡулымда ҡон алыр
Бер ҡылыс булһаңсы!

Аһ, болот ҡанаты,
Киҫмәсе һин айҙы,
Ҡалдырсы пак көйө
Бүләген хоҙайҙың!

Аһ, киҫте, киҫте бит —
Эш китер кирегә:
Инанған айым да
Әйләнде тәрегә!..

Эй хоҙай, юҡтыр һин,
Юҡтыр ҙа донъяла.

  • Һилал – яңы тыуған ай.

Булһаң, ник белмәйһең
Был хәлдән ояла?..

Юҡ ҡулда айбалтам,
Һынды ай-ҡылысым.
Ни ҡылһын, талпынып,
Ситлектә ыласын?..

Ә ҡаурый ҡәләмем —
Туҡтасы, туҡтағыҙ! —
Булмаҫмы бер ҡылыс,
Булғанда аҡ ҡағыҙ?..

Бар аһын, бар зарын
Таланған илеңдең
Батшаға яҙырға
Етмәҫме ғилемең?

Бит ҡәләм ҡеүәһе
Ҡеүәтле, Батырша –
Һүҙеңә илтифат
Итмәҫме аҡ батша?

Был донъя йөҙөндә
Киң хоҙай ҡөҙрәте:
Ярлыҡар, бәлки, тим,
Аҡ батша хәҙрәте.

Үҙемде булмаһа,
Һүҙемде ярлыҡар.
Аҡ ҡағыҙ битенә
Түгелһен барлыҡ зар!..

Ғәҙеллек хаҡында
Уйлаған уйҙарым
Бер ҡайтып күрмәҫме
Уралым буйҙарын?

Бер заман, бәлки, бер
Уҡырҙар хатымды.
Нәжескә ташлауҙан
Тут алмаҫ алтынды.

Мәңгелек бер ни юҡ,
Бөтәһе тик фани.
Бер хаким мәңге бит
Тотмаған донъяны.

Донъяға Искәндәр,
Батый ҙа Тимерҙәр
Килгәндәр – киткәндәр,
Килерҙәр, китерҙәр...

Тонйорап ай батһа,
Ергә көн тыумаҫмы?
Ҡара төн зәхмәтен
Таң нуры ҡыумаҫмы?

Ни булһа, шул булыр,
Яҙмыштан уҙмыш юҡ.
Тик ятып ҡалғансы,
Атып ҡал, юнып уҡ.

Ир китһә, ил ҡалыр,
һынмаһа (ы) рухы...
Ҡайтыр бер илемә
Иреге, ырыҫы!..

Эй, кем бар, кем унда?
Хат көтһөн батшабыҙ.
Бирегеҙ хаҡ ҡәләм,
Бирегеҙ аҡ ҡағыҙ!..

Шлиссельбург – Өфө


Уян, һөйөү! Һинең хәнйәр өсөн
Кәмме әллә аслыҡ, һыуһауҙан?
Нисек кенә мул булмаһын һыйың,
Бер ашауҙан мәңге туҡ итмәҫ.
Һөйөү ҙә бит шулай: ас күҙҙәре
Арығанса туйһа алҡымдан,
Ә иртәгә тағы һин янаһың
Яныр өсөн тыуған ялҡында.
Ҡәҙерлерәк булһын өсөн һөйөү,
Диңгеҙ булһын уның юлдары.
Икегеҙ ҙә ике ярға сығып,
Бер-береңә һуҙһын ҡулдарын.
Ҡоштар туңып төшөр көндө
Ҡыштай булһын әйҙә был сәғәт.
Килер яҙҙар нығыраҡ өтһөн өсөн
Эҫе булыуға бит был сәбәп...


Дошманыңдың яҡшылығы —
Тоғро дошманлыҡ.
Ә дуҫыңдың хыянаты —
Мәңге хыянат...