1973

Ғарипов Рәми. Әҫәрҙәр. Өс томда, I том. Шиғырҙар, поэмалар. Төҙ. Н.В. Ғарипова. – Өфө, 1996. – 448 бит.

Улыма
«Ирлек булһын шағирлыҡта...»
Саптар
«Ил инәһе була тороп...»
«Башҡа өсөн хаж ҡылған...»
«Һин бит, улым, мине йөрөтәһең...»
«Туған тауҙар! Туған ҡаяларым!..»
«Ә ҡауырый ҡәләмем...»
«Туйҙым да мин ялған, яуыздарҙан...»
«Уралып ятҡан Урал буйҙарынан...»



УЛЫМА
Ата аҡылын тотмаған,
Инә аҡылы йоҡмаған,
Ил ағаһын күрмәгән,
Ил инәһен белмәгән,
Илдең ғәмен ғәм күрмәй,
Илдең йәмен йәм күрмәй,
Беләгендә ғәр булмай,
Аҙғын булып йөрөр ул,
Ҡоҙғон булып үлер ул!..
Ҡоҙғон һымаҡ ҡорҡолдап,
Сусҡа һымаҡ мырҡылдап,
Үҙ яҙғанын күрер ул,
Күҙ яҙғанын тирер ул...


Ирлек булһын шағирлыҡта.
Шағирлыҡта ирлек булмаһа,
Ни мәғәнә дөрөҫ һүҙ әйтеүҙән,
Дөрөҫ һүҙең инде һуңлаһа?

САПТАР
Муйынында ята ай хәнйәре
Ялбыр яллы болот атының.
Шуға, ахыры, киске шәфәҡ ҡаны
Күк йөҙөнә сыҡҡан атылып.
Ел, саптарым,
Елдәй ел тиҙерәк,
Ел тиҙерәк, ҡайтып етәйек:
Күк йөҙөндә ҡанһыраған атты
Күрмәй генә үтеп китәйек...
Бәйге алдың бөгөн һабантуйҙа,
Ә иртәгә яуға китәһең.
Ир башҡайы менән ат башҡайы
Ниҙәр күрмәй —
ни хәл итәһең...
Атай өсөн ул саҡ ҡайғырманым,
Атым өсөн бары ҡайғырҙым.
Һаман иҫтә ҡосоп илағаным
Муйынынан саптар айғырҙың.
...Һабан туйы ине ул көн беҙҙә:
Бөтә халыҡ – һабан туйында.
Шул көн илгә афәт киләсәге
Юҡ ине бит бер кем уйында!
Ай хәнйәре, гүйә, муйынында —
Менеп ҡайттым шул саҡ саптарҙы.
Саптар яуға китә, тигән хәбәр
Йөрәгемде минең аҡтарҙы.
Күк йөҙөндә ҡанһыраған аттан
Мәңге ҡайтмаҫ бала сағымды.
Күҙҙәремә уттар сағылды.
Саптар менән бергә оҙаттым мин
Мәңге ҡайтмаҫ бала сағымды.


З. Б.-ға
Ил инәһе була тороп,
Ялған тулы китапты,
Ниндәй генә уйҙар ҡороп,
Ҡайҙан ғына һин таптың?

Һәр юлында ул китаптың,
Ил ҡаны бит уҡмашҡан!..
Шул уҡмашҡан ҡара...
Тиңләнеңме ҡояшҡа?

Ниңә икән ул китапҡа
Әйҙең ғорур башыңды?
Шул китапта кем һуң һатҡан
Изге ҡәбер ташыңды?..


Башҡа өсөн хаж ҡылған
Бәҙәлсе лә түгел мин.
Ят илдәрҙә таж алған
Бер мәмлүк тә түгел мин.
Башҡа телде белер өсөн
Үҙ телен дә онотҡан,
Башҡа илде күрер өсөн
Үҙ илендә ут тотҡан
Бер мәхлүк тә түгел мин.
Йәншишмәне йәшереп,
Быуып ятҡан мин түгел.
Үҙ тигәнсә эш күреп
Быуын ҡатҡан мин түгел.


Һин бит, улым, мине йөрөтәһең,
Йөрөтәһең мине үҙеңдә.
Минең төҫөм, минең күҙ ҡарашым,
Мин ҡабыҙған нур бит күҙеңдә.

Ниңә бушҡа мине йәберләнең?
Бер аңларһың һин ул хатаңды.
Һин дә бер көн, атай булғас ҡына,
Бер аңларһың йәнен атаңдың!..

Атайымдан мин ун йәшкә оло...
Әле һаман атай ул!..
Ә һин минең бары улым ғына...
Үҙ улыңа һин дә атай бул...


Туған тауҙар! Туған ҡаяларым!
Туған һыуҙар, туған күлдәрем,
Һеҙ бит үҙ күҙегеҙ менән күреп
Белгәнһегеҙ батыр ирҙәрҙе.

Йүрүҙәнкәй, һинең тулҡыныңа
Салауаттың төшкән шәүләһе.
Әйтсе миңә, нисек ине күҙе,
Буйы-һыны, кәүҙәһе?
Ҡарт имәндәр! Ҡартлас ҡарағайҙар,
Ишетһәгеҙ уның тауышын,
Әйтегеҙсе, нисек йырланы ул,
Гөлбәзире менән ҡауышып?
Әй, һин, бөркөт, ғорур ҡош батшаһы,
Һиңә ҡарап шиғыр әйткәндә,
Күргәнһең бит Салауаттың күҙен,
Ниндәй осҡон ине күҙендә?
Әйт, Ҡорғаҙаҡ, уҡ-һаҙағын һалып,
Һиңә ятып һыуҙар эскәндә,
Ни тине ул, ирендәрен һыпырып,
Тәмең уның ҡанына күскәндә?
Юҡ, һеҙ әйтмәйһегеҙ!..
Һеҙ мәңгегә телһеҙ...
Тәбиғәттә бер ни ҡалмай эҙһеҙ:
Ҡаяларға елдәр эҙ һала,
Ташҡа һыу эҙ һала.
Атҡан уҡтар ҡала...
Тик кешенең төҫөн-һынын,
Тик кешенең тауышын
Һаҡлай алмай тәбиғәт...


(Зиндан түрә һе менән һөйләшеү)
Ә ҡауырый ҡәләмем,
Туҡтағыҙ, туҡтағыҙ,
Бер ҡылыс булмаҫмы,
Булғанда аҡ ҡағыҙ!..
Бар зарын, бар аһын
Башҡортом иленең
Батшаға яҙырға
Етмәҫме ғилемем?
Уҡыған китаптар,
Уйлаған уйҙарым
Бер ҡайтып күрмәҫме
Уралым буйҙарын?
Ҡәләмең ҡөҙрәте
Етмәҫме, Батырша?
Һүҙеңә илтифат
Итмәҫме аҡ батша?
Был донъя йөҙөндә —
Киң, хоҙай, ҡөҙрәтең,
Ярлыҡар, бәлки, бер
Аҡ батша хәҙрәтең.
Әй кем бар, кем унда?
Бирегеҙ аҡ ҡағыҙ,
Бирегеҙ ҡәләм дә —
Хат уҡыр батшағыҙ!..


(Монолог)
Туйҙым да мин ялған, яуыздарҙан
Бар донъяһын тиңләп өрәккә,
Бер көлдөм дә ер тетрәтеп,
Хәнйәр тыҡтым йөрәккә.
Әйтерһең дә, мин үҙемә түгел,
Ә донъяға һалдым ҡулымды.
Әйтерһең дә, бар ялғанды быуып,
Дөрөҫлөккә һалдым юлымды.
Әйтерһең дә, еңдем яуызлыҡты,
Ҡомһоҙлоҡтоң ҡарун ҡолдарын,
Азат иттем ерҙе һәләкәттән
Хәнйәр тотҡан саҡта ҡулдарым.
Миңә рәхәт ине бөйөк шатлыҡ,
Йөрәгемдә хистәр байрамы!
Әйтерһең дә, ҡулда хәнйәр түгел,
Дөрөҫлөктөң утлы байрағы.
Әйтерһең дә, еңдем кешелектең
Иң әшәке яуыз дошманын.
Һәм үтәнем намыҫ ҡушҡанын.
Ҡараңғы төн булған тормошом
Яҡты йондоҙ булып балҡыны.


Уралып ятҡан Урал буйҙарынан
Урап ҡайта алғыр уйҙарым.
Армыт-армыт тауҙар итәгендә
Күҙ алдымда һабан туйҙары.
Һыны һылыу, һомғол, тороҡ,
Һыу һөлөгө кеүек тайҙары.
Күҙ күреме етмәҫ далаһына
Ҡарап торам күҙем талғансы.
Усым менән һирпеп һыуын эсәм
һыуһындарым минең ҡанғансы.
Сылтыр-сылтыр серен сисә миңә
Телгә килеп йәнле шишмәһе.
Йән-тәнемде биреп тыңлағанда
Ғәмем бөтә, күңел нишләһен?
Күңелемде арбап сәскәләре
Күҙҙең яуын алып бағалар:
Әйтерһең дә, әйлән-бәйлән уйнай
Күҙ алдымда бала-сағалар.
Көтөү-көтөү йөрөгән болоттарын
Ҡарап ятыу үҙе йәннәттер.
Аҫтарыңа йәйгән күк үләне
Донъялағы иң бай зиннәттер.
Йоп ҡалдырып беҙҙең икебеҙҙе,
Йәнебеҙҙе ул бит бер иткән.
Ил инәһе булып тыуған еркәй
Һине – әсә, мине ир иткән.