1974

Ғарипов Рәми. Әҫәрҙәр. Өс томда, I том. Шиғырҙар, поэмалар. Төҙ. Н.В. Ғарипова. – Өфө, 1996. – 448 бит.

Мәңгелек моң
«Мөмкинлегем булһа, бөгөндән...
«Һөйөү үтте. Дуҫтар китте...»
Стәрлетамаҡ
Йондоҙ ҡашҡа
Ҡала-тауҙар
Ут илауы
«Тормошоңда иң татлыһы...»



МӘҢГЕЛЕК МОҢ

Эҙләнергә кәрәк ғүмер буйы,
Табырға ла – эҙләп бер киткәс,
Мәңгелек моң тап һин туй уйыңда,
Ығы-зығыларҙан ваз кискәс.

Ғүмер буйы эҙлә бәхетеңде,
Бәхетлеһең, әгәр эҙләһәң...
Бәхетһеҙҙәр күпме был донъяла —
Аҙым һайын улар, йөҙләгән.

Үлем менән йәшәү сигендә лә
Мәңгелек моң торһон саҡырып.
Тама-тама тамсы ташты тишер —
Моң шишмәһе йырлар аҡ йырын.


Ҡоштарҙа – ҡул, беҙҙә ҡанат
Ниңә булмаған икән?..

Мөмкинлегем булһа, бөгөндән
Сығып китер инем өңөмдән
Ер табанлап илдәр гиҙергә,
Илдәр буйлап маяҡ теҙергә —
Тик туҡталып ҡалам хәҙергә!..
Күрер инем төрлө илдәрҙе,
Илдәрендә үҫкән гөлдәрҙе,
Гөл иркәләп иҫкән елдәрҙе,
Гөл үҫтергән йылға, күлдәрҙе,
Тик күрмәйем мин ул көндәрҙе!
Ишетер инем төрлө телдәрҙе,
Телдәрендә тыуған һүҙҙәрҙе,
Һүҙҙәрендә тыуған өндәрҙе,
Ауаздарын сихри төндәрҙең...
Тик ҡосаҡлап ятам мендәрҙе.
Йөрөп сығыр инем тауҙарын,
Йөҙөп сығыр инем һыуҙарын,
Күрер инем әләм-тыуҙарын,
Ғәҙәттәрен, йола, туйҙарын.
Белер инем ғәзиз уйҙарын,
Тик һаман да ҡулым бығаулы,
Аяҡтарым һаман тышаулы.
Сығып китер инем сәфәргә
Түл йыйырға яҙыр әҫәргә,
Юҡ, бер дәрүиш булып түгел,
Бер уҡыусы булып йөрөргә,
Бөтәһен дә үҙем белергә,
Үҙ күҙҙәрем менән күрергә,
Ҡолаҡҡа алҡа итеп элергә,
Матур бер йәр итеп һөйөргә,
Һаҡлар өсөн уны ғүмергә,
Рәхмәт әйтер өсөн һәр ергә,
Йырҙарыма моңон теҙергә,
Теҙеп, йөрәктәрҙе өҙөргә...


Һөйөү үтте. Дуҫтар китте.
Ҡалды һағыш һәм яра.
Тормош шулай яҙмыш менән
Аяу белмәй шаяра.

Ҡайтарырға, яңыртырға —
Нимәгә һуң был уйын?
Килгән һәр ни китә тағы,
Үткәргәс тә үҙ туйын...
Ярай әле шиғриәт бар —
Тик ул ғына тоғ(о)ро.
Ә ҡалғаны – алдай, урлай —
Барыһы ялған, уғ(ы)ры!..

СТӘРЛЕТАМАҠ

Башҡорт моңо менән уйылып аҡҡан
Бөтә йәмде йыйған Ашҡаҙар.
Әлмисаҡтан көмөш нурҙар атҡан
Сихри ҡосаҡтарың тарталар.

Дауыт Юлтый

Бик һағынһаң, һыпырт Стәрлегә:
Унда һине һүҙһеҙ аңларҙар.
Унда һине дуҫтар көтөп торор,
Елгә осор бөтә моң-зарҙар.

Торатауҡай менән Йөрәктауҡай
Ҡыҙ түшкәйе кеүек ҡалҡынып,
Ҡосағына алһа, һыпырып ташлар
Ҡыҙған башҡайыңдың ялҡынын.

Ялҡын яулыҡ болғап, һөйгән йәрҙәй,
Ҡаршы алыр һине Стәрле.
Ул, атайың һымаҡ, бик ябай ҙа,
Ул, әсәйең төҫлө, хәстәрле.

Аяҡ-торбаларын ҡырҡҡа бөкләп,
Төрөпкәнән төтөн бөркөтөп,
Ултырыр ул соғол олатайҙай —
Башҡорт илкәйенең бер ҡото.

Саң-төтөн дә әле етер бында,
Такси ҡатыш, күрсе, арбаны.
Тик үткәнең менән түгел мине,
Һин йәшлегең менән арбаның.

Йәшлек, йәшлек! Ниндәй генә эштә,
Ниндәй генә төҫтә күрмәнем —
Йәшен йәшнәп, күктәр күкрәгәндәй,
Дәртле һинең, күркәм бер мәлең;

Ҡулдарында осҡон уйнатҡан ҡыҙ —
Үлмәҫбикәң ниндәй дан алған.
Тимерҙе лә ҡамыр һымаҡ иҙеп,
Замандарҙы ялғай заманға.

Ә йорттарҙа, күрсе, һүрәттәрҙең
Күҙ иркәләр йәйғор нағышын.
Йәш килендәр, гүйә, сүпләп һуҡҡан
Йәшлек наҙын, йәшлек һағышын.

Сымдар буйлап елгән вагонға баҡ —
Әйтерһең дә, һомғол таң ҡыҙы,
Сайпылтмайса, шулай алдыр менән
Туй-табынға ташый ҡымыҙын.

Стәрлекәй ҡойоп Ашҡаҙарға,
Ҡойған һымаҡ уныһы Иҙелгә,
Һөйөү, бәхет һәм ышаныс бында
Бергә ҡойолғандай һиҙелә.

Шуға ла мин шатлығымдан шашып
Йыр йырлайым һәр бер ҡайынға.
Сөнки шул ҡайындар араһында
Йәшлек эҙкәйҙәрем ҡайылған.

Йәшлек, тип, бер ҡайынды ҡосһам,
Кем һуң инде башҡа таш ҡаҙар?
Йәнкәй-йәнеш булып батҡан ерҙән
Мин яңынан ҡалҡам, Ашҡаҙар!..

ЙОНДОҘ ҠАШҠА
Яу әкиәте
(Ҡарт һалдат Решетов һөйләүе буйынса)

Ерән ҡашҡа атҡайым да,
Башын сайҡай малҡайым,
Алдарында һолоһо бөтһә,
Һыҙыла йөрәк майҡайым...
(«Ерән ҡашҡа» йырынан)

Яу юлдарын, һалҡындарын
Онотмайым һаман да.
Бер саҡ, шулай, ерән бейә
Ҡолонланы яланда.
Ә яланда сасҡау һыуыҡ —
Үҙәккә үтеп бара.
Тик тимерсе Шаһбалыбыҙ
Ҡолон һаҡлап ултыра.
«Ҡана, сытыр ташлағыҙ, – ти, —
Өшөтмәйек ҡолондо.
Иҫән ҡалһа, ул да, бәлки,
Ҡыҙырыр бер болондо.
Дағалатып тояҡҡайын
Менеп сабырҙар әле.
Беҙ кендекәй булған сағын
Иҫкә алырҙар әле.
Мал булмаҫ! – ти үҙе тағы,
Ысынмы, әллә юрый? —
Уң яҡҡайын ялҡын өтһә,
Һул яғын бит бәҫ һырый...»
Шаһбал шунда өс урында
Ут үрләтеп ебәрҙе.
Йылынды, китте ҡолонҡай,
Үрле-ҡырлы һикерҙе.
Инәһе ҡушҡас, үҙен
Был имә лә башланы.
Комбат ҡына беҙҙең эшкә
Ҡырын ҡараш ташланы.
Аҡ тун кейеп килеп сыҡҡас,
Аҡ ҡарағай аҫтынан:
— Йылҡы үрсетергә, – тине, —
Заман башҡа саҡ ҡына...
Яңы яуҙар, ҡарлы тауҙар
Көтһә лә беҙҙе алда,
Әйтеп ҡуйҙы комбат аҙаҡ,
Күҙен алмай ҡолондан:
— Эй, сабыйҡай, һин дә йәл шул,
Ни ғәйебе бар малдың.
Әйҙә, тылға илтеп ҡуйһын,
Күңеле булһын Шаһбалдың.
Хәҙер машина китәсәк
Аҙыҡ өсөн колхозға....
Бына шулай ҡолонобоҙ
Ҡуҙғалды алыҫ юлға.
Яҡшыға юрап яҙмышын,
Юрап көндөң башҡаһын,
Оҙаттыҡ беҙ йылыҡайға
Ерәнсәйҙең ҡашҡаһын.
Бесән түшәп, биләп-сырмап,

Шаһбал оҙата барҙы.
Бер ауылда илтеп ҡушҡан
Янына ҡолондарҙың.
Өйөргә ҡушҡас та, ҡолон
Һөт имгән имеҙлектән.
Шаһбал быны йыш һөйләне
Онотһаҡ та беҙ күптән.
Теленән һис төшөрмәне
Нисек йондоҙ ҡашҡаны
Ышаныслы ҡулға биреп,
Үҫтерергә ҡушҡанын.
Юлын да гел, онотмам, тип,
Һүҙҙе шуға ҡайырҙы:
«Һуғыш бөткәс, үҙем барып
Дағалармын айғырҙы...»
Шаһбал әйтһә, һүҙ – атҡан уҡ,
Улмы һуң бушҡа тоҫҡай?..
Тик һуғыш – һуғыш инде шул —
Ашыҡты беҙҙең дуҫҡай.
Һиҙмәй ҡалды ут аҫтында
Ҡаны ҡарҙы өткәнен —
Йәшәү өсөн йәнен биреп,
Был донъянан киткәнен.
...Бына алыҫ Карпат ере,
Бына уның ҡәбере,
Күпме ҡәбер һөйләй беҙгә
Был тормоштоң ҡәҙерен!..

Тормош шаулай ҡарағайҙың
Яҙғы һағыштарында,
Балта сыңы, тәгәрмәс һәм
Даға тауыштарында...

ҠАЛА-ТАУҘАР
Археолог дуҫҡа

Ҡала-тауҙар, ҡәлғә тауҙар булып,
Һаман ҡалған халҡым телендә.
Һундар, Сыңғыҙхандар, Батыйхандар
Күпме ҡан ағыҙған илемдә!

Тағы килгән яу өҫтөнә яуҙар —
Уралынан башҡорт китмәгән,
Илен түгел, хатта телен ташлап,
Европаға табан үтмәгән...

Ҡала-тауҙар ергә тигеҙләнгән,
Теҙләнмәгән бары башҡортом.
йәйләүҙәрҙән, тирмәләрҙән ҡайтып,
Тағы ҡорған ҡәлғә – таш йортон...

Бәркехандың таш ҡәбере ята
Әле булһа Әүеш тауында.
Ул, Урҙаның һуңғы ханы булып,
Ҡәбер тапҡан үҙенең яуында...

Археолог дуҫым – ҡәберлектә,
Бына йәнә ергә иңкәйҙе:
Ҡатын-ҡыҙҙың ынйыларын эҙләп,
Эҙләйҙер ул тыуған илкәйҙе.

УТ ИЛАУЫ
Әхиәр Хакимовҡа

Ут та илай.
Уттың күҙ йәштәре
Ергә таммай,
Оса күктәргә.
Тик ел әҙер тора
Күҙ йәштәрен
Төн һөлгөһө менән һөртөргә.

Ир ҙә илай.
Күҙ йәштәре ирҙең
Елгә осмай,
Һеңә еренә.
Тик күрһәтмәй ирҙәр
Күҙ йәштәрен,
Илгә түгел, хатта йәренә...


— Тормошоңда иң татлыһы
Нимә һуң? – тиһәң әгәр, —
Татлы нәмә юҡ донъяла
Йән һөйгән хеҙмәт ҡәҙәр.

Унан башҡа йәшәп булмай,
Һалҡын бушлыҡ – йөрәгең.
Үҙеңде һин ярҙа ятҡан
Балыҡ кеүек күрәһең.

Йөрәгемдең бөтә көсө
Халҡыма булһын ине.
Шунда ғына йәшәүемден
Бөтә мәғәнәһе минен.