Хеҙмәт юлы башланғанда /1956 – 1958/

Ғарипов Рәми. 2-се том. Көндәлектәр, хаттар, мәҡәләләр. Төҙөүсеһе Н.В. Ғарипова. – Өфө, Китап, 1998. – 592 бит.

1956

Хеҙмәт юлы башланғанда...

3 февраль.
Шулай итеп, минең газетала эшлэй башлауыма биш ай ҙа үтеп китте!
Бөгөн мин әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегенең мөдире! Газетала мин иң йәш мөдир. Ә эшләйһе эш муйындан! Ауыр буласаҡ. Ләкин мин үҙемдең көсөмә ышанам. Унан һуң был эште мин бөтә күңелемдән яратам. Сөнки әҙәбиәтте, сәнғәтте яратам.
Минең эшемдә был күренергә тейеш. Тырышасаҡмын!
Бына партияның XX съезы етә. Был минең съезым!.. Йөрәк ашҡына – мин партияға инергә уйлайым. Был уйымды тик Надя ғына белә. Ләкин мин үҙемде һаман да әле партияға инерлек итеп тоймайым. Мин әле бер ниндәй ҙә эш күрһәтә алманым.
Мин был юлдарҙы яҙғанда Надя Горькийҙы уҡып ята. Мин уны Горький менән тамам ағыуланым. Был минең бәхетем! Торған һайын мин уны нығыраҡ яратам. Тиҙҙән беҙҙең балабыҙ буласаҡ!.. Йә ул, йә ҡыҙ тыуырға тейеш. Мин, әлбиттә, ул тыуыуын теләйем.
Исеме лә әҙер – Салауат!
Әгәр ҙә ҡыҙ тыуһа – Тамара.
Был хаҡта Надя менән килешеп ҡуйҙыҡ.
— Нимә яҙҙың? Уҡы! – ти Надя. Ә мин бер ни ҙә йүнләп яҙа алмайым. Көндәлек алып бармағанға инде бик күп ваҡыттар үтеп китте. Нисектер онотолған. Яҙыуы ҡыйын. Эстәге бөтә кисергәндәрҙе, уйланғандарҙы бер нисек тә ҡағыҙға төшөрөп булмай.
Бынан һуң көндәлекте тәртипле алып барырға кәрәк. Юҡһа, эшкә сумып, бөтөнләй яҙырға ла онотоуым мөмкин. Шиғырҙарға ла ҡул тейгән юҡ. Ғөмүмән, был биш ай эсендәге баштан үткәндәр бик ҡыҙыҡлы булды. Мин бөтөнләй үҙгәрҙем булһа кәрәк...
Ниндәйҙер бик ҡоро кешегә әйләндем кеүек. Кисерергә ваҡыт та юҡ. Бик аҙ уҡыйым. Горькийҙың хаттарынан башҡа
күҙгә күренерлек бер ни ҙә уҡыманым. Ә Надя уҡый. Баштан башлап Горькийға тотондо. Уның уҡыуы менән үҙем етәкселек итәм. Уға уҡырға өйрәнергә кәрәк. Уҡыу культураһын үҙләштереү хәҙер уға иң, иң кәрәклеһе.
Бөтә нәмәне Горькийҙан башларға булдыҡ.
һәр нәмәгә Горькийҙан сығып ҡарарға! – Был, минеңсә, үҙ өҫтөңдә эшләүҙең иң яҡшы методы!
Горький!..
Унан да яҡыныраҡ кешем юҡ минең. Надяға ла ул шулай булырға тейеш. Горький – беҙҙең ғаиләбеҙҙең нигеҙе. Был нигеҙҙе ғүмерлеккә һалып ҡалдырыу - был хәҙер минең иң, иң изге уйҙарымдың береһе. Үҙем аҫтыртын ғына быны уға һеңдерәм. Мин – хәйләкәр уҡытыусы!..
Надя быны тоя. Бөгөн төндә был хаҡта бик оҙаҡ һөйләштек. Ни бары өс сәғәт кенә йоҡлай алдыҡ.
Беҙ бик бәхетле. Шуның өсөн был хаҡта яҙыу ҙа бик ауыр. Сөнки ҡайғы, һағыш тураһында кешеләр мәңге яҙып өйрәнгәндәр. Ә бәхет, шатлыҡ ул әле яңы ғына башлана. Шуның өсөн уны яҙыуы ла ауыр. Был яңылыҡты һүрәтләп биреү өсөн бөтөнләй яңы бөйөк художник булырға кәрәк. Бындай художниктың тыуыр көнө бик алыҫ әле. Сөнки донъяның ҡайғылары яҙып бөтөлмәгән әле. Хәҙер шатлыҡты бик ҙур ҡыйынлыҡтар менән яулап алыу заманы.
Нишләптер дөйөм һүҙҙәр яҙам. Ә бит бөгөн ҡот осҡос күренеште күреп, иҫем китте.
Редакцияға Батыр Вәлидтең яҙмышы тураһында хат килгәйне. Бөгөн көнө буйы шул хат өҫтөндә ултырҙым. Эшләй-эшләй торғас, шундай хат килеп сыҡты.
Киләсәктә быны онотмаҫ өсөн, күсереп ҡуям. Бик сәйер һәм ҡатмарлы мәсьәлә. Был мине бик ныҡ борсой һәм мин уны яҙмайынса булдыра алмайым...
Редакцияға хат
Шағирҙың яҙмышы хаҡында
Шағир үҙе онотолһа ла, халыҡ уның йырын онотмай. Ул уны үҙ йыры итеп, яратып йырлай һәм ҡәҙер итә. Шуның өсөн дә республикабыҙҙың китап уҡыусылары шағир Батыр Вәлидтең «Бүләгем» исемле кескәй генә китабын ҙур шатлыҡ һәм ҡәнәғәтләнеү менән ҡабул итте.
Был йырҙар һәм шиғырҙар йыйынтығы шағир Ғәйнан Әмири тарафынан төҙөлөп, уның ҙур булмаған, ләкин тулҡынландырғыс инеш мәҡәләһе менән асыла. Беҙ, китап уҡыусылар, Ғәйнан Әмиригә уның һуҡыр шағирға күрһәткән был намыҫлы хәстәрлеге, ярҙамы өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ.
Мин, уҡыусы булараҡ, Батыр Вэлид ижадына анализ яһарға йыйынмайым. Был – тәнҡитселәрҙең, әҙәбиәт белгестәренең эше. Ләкин был китаптың донъяға сығыуы бик мөһим факт, һәм уның авторы хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшергә кәрәк.
Батыр Вәлид – башҡорт эшселәре араһынан сыҡҡан беренсе пролетар шағир. Ул үҙе тыуған Баймаҡ районының Түбә руднигынан – шахталарҙан әҙәбиәткә килде. Һәм үҙенең тәүге шиғырҙарында уҡ эшселәр синыфы темаһын күтәреп сыҡты, Бөйөк Октябрь революцияһын һәм коммунистар партияһын данлап йырланы. Киҫкен синфи көрәш йылдарында уның поэмалары, шиғырҙары һәм йырҙары барлыҡҡа килде... Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Батыр Вәлид күп йылдар буйына райондарҙа уҡытыусы булып эшләне, һәм шулай итеп ул, башҡорт совет әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, әҙәбиәттән ситтә тороп ҡалды.
Ләкин башҡорт әҙәбиәтенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеү тарихын белмәгән кеше генә Батыр Вәлидте оноторға һәм белмәҫкә мөмкин. Шулай ҙа уны үҙенең ҡәләмдәштәре, әҙәбиәт белгестәре, башҡорт әҙәби телен тикшереүселәр һуңғы ваҡытҡа тиклем «онотоп» килделәр.
Мәҫәлән, 1953 йылда сығарылған «Башҡорт поэзияһы» китабында Батыр Вәлид тураһында бер генә һүҙ ҙә әйтелмәне. 1955 йылда сығарылған «Башҡорт халыҡ йырҙары» китабында ла шағирҙың исемен оноторға тырыштылар. Шулай уҡ СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан әҙерләнеп, филология фәндәре кандидаты Ә. Харисовтың инеш мәҡәләһе менән сығарылған «Башҡорт халыҡ ижады» китабында ла ул телгә алынмай. Ә бит был китаптарҙың барыһында ла уның һәр кемгә билгеле булған «Ҡуңыр буға» йыры урынлаштырылған.
Был китаптарҙың төҙөүселәре, редакторҙары һәм комментаторҙары донъяла уның авторы – Батыр Вәлид барлығын беләләр инеме һуң?
Әлбиттә, беләләр ине!
Был ғына ла түгел, улар шағирҙың бөгөнгө көнгә тиклем ижад итеп килеүен дә күрәләр ине.
Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың береһе, филология фәндәре кандидаты Ә. Харисов был йырҙың авторын юҡҡа һанап, был «Ҡуңыр буға» йырының «һүҙҙәре 1938 йылда Белорет районы Исмаҡай ауылы Ноғман Тайбановтан яҙып алынған», тип яңы «асыш» яһай («Башҡорт халыҡ ижады», I том, 291-се бит)!
Ләкин Ә. Харисов был йырҙы ҡайҙан ғына яҙҙырып алһа ла, йырҙың авторы Батыр Вәлид булып ҡала.
Ә был йырҙың халыҡ йырына әйләнеп китеүе һәм республикабыҙҙың профессиональ йырсылары репертуарынан төшмәй килеүе шағир ижадының ни тиклем халыҡсан булыуын ғына күрһәтә. Был шағирҙың ысын бәхете! Батыр Вәлид, инде 30 йылдан артыҡ халыҡ тарафынан йырланып килгән, ошо «Ҡуңыр буға», «Салауат маршы» һәм «Күк Ирәндек буйында» йырҙары менән генә лә башҡорт әҙәбиәтендә онотолорға хаҡһыҙ шағир.
Ә уның ижады был йырҙар менән генә сикләнәме һуң? Юҡ, әлбиттә, – быны Батыр Вәлидтең «Бүләгем» китабына ингән шиғырҙары ғына ла әйтеп тора. Ә уның был йыйынтыҡҡа инмәй ҡалған күпме әҫәрҙәре бар! Тик уларҙы йыйырға ғына кәрәк. Әгәр ҙә уға ҡәләмдәштәре, бигерәк тә йәштәр, үҙҙәренең ярҙам ҡулдарын һуҙһалар, шағирҙың 1935–1939 йылдарҙа шиғыр менән яҙылған романын һәм шиғырҙарын, йырҙарын, поэмаларын эҙләп табырҙар ине. Ләкин уның «Бүләгем» китабына ингән әҫәрҙәрен дә әле библиотекаларҙан, иҫке газета һәм журналдарҙан эҙләп, күсереп алыуҙа әҙәбиәткә бөтөнләй ҡатнашы булмаған кешеләр ярҙам итте. Ә беҙҙең яҙыусыларыбыҙ шағирға шундай ярҙамды күрһәтергә лә теләмәнеләр.
Бөйөк Ватан һуғышынан тома һуҡыр булып ҡайтҡан Батыр Вәлидтең трагик хәле бөтәһенә лә асыҡ. Ул дуҫтарса ижади ярҙамға мохтаж. Етмәһә, шағир, ижад итер өсөн иң кәрәкле тормош шарттарынан да мәхрүм булып, бик ҡыйын шарттарҙа йәшәй. Уның ярҙам итер кешеһе лә, торор урыны ла юҡ. Был хаҡта Өфө ҡала Советы исполкомына күптән уйларға ваҡыт инде.
Беҙ, китап уҡыусылар, Батыр Вәлид йырҙарын яратабыҙ һәм уның тағын да яҡшыраҡ әҫәрҙәр ижад итеүенә лә ышанабыҙ. Уның «Бүләге» беҙҙең был ышанысты тулыһынса раҫлай. Тик уға тейешле ижади шарттар тыуҙырырға һәм ярҙам итергә генә кәрәк.
Шағирҙың яҙмышы хаҡында Башҡортостан Совет яҙыусылары союзы һәм Өфө ҡала Советы ысынлап уйларға һәм тейешле сара күрергә бурыслылар.
Бына шул Г. Әхмәтовтың хатын мин Батыр Вәлидтең үҙенә уҡырға булдым.

10 апрель.
Минең күптән инде, Мәскәүҙән ҡайтҡандан бирле, көндәлек алып барғаным юҡ. Бик насар иттем, әлбиттә. Сөнки был ваҡыт эсендә уйланылған күпме уйҙар, күпме хистәр, күпме күҙәтеүҙәр яҙылмайса ҡалды. Ә был ваҡыт эсендә бит бөтөнләй яңы, бөтөнләй башҡаса тормошом башланды!.. Мин инде студент та, уҡыусы ла түгел. Мин инде үҙ аллы эшләй башланым, үҙ аллы йәшәй башланым, өйләндем, ғаилә ҡорҙом, бала атаһы ла булып киттем. Йөрәктә бығаса кисерелмәгән яңы хистәр тыуҙы, ә башыма яңы уйҙар килде, яңы ҡайғылар, яңы шатлыҡтар өҫтәлде. Тормош миңә бығаса күрелмәгән бөтөнләй яңы яҡтарын күрһәтте. Минең яҙмышыма ғәжәп ҡатмарлы булған бик күп кешеләрҙең яҙмышы килеп бәйләнде. Мин беренсе ҡабат шулай тормоштоң иҫ киткес ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡ күренештәре менән йөҙгә-йөҙ килеп осраштым. Быларҙың бөтәһен дә яҙып барыу ни тиклем яҡшы булған булыр ине!.. Хәҙер ул көндәрҙе нисек булған, шул көйөнсә кире ҡайтарып булмай инде. Сөнки һәр бер көн үҙенсә ҡыҙыҡлы, үҙенсә матур, үҙенсә ғәжәп. Иртәгә инде ул кисәнгесә булмаясаҡ. Хатта үткән көндөң һалҡыны ла бөгөнгө көндөң һалҡынына оҡшамаған. Хатта ҡар еҫтәре лә бөгөн башҡаса аңҡый, ҡояш та кисәнгесә йылытмай, ә нисектер икенсерәк. Кисәге ишеткән бер генә һүҙ ҙә бит бөгөн икенсе төрлөрәк ишетелә. Бер кеше тураһында кисәнге фекергә бөгөн ниндәй ҙә булһа бер яңылыҡ өҫтәлә. Бергә эшләгән, бергә йәшәгән кешеләр һәр көн һайын ниндәй ҙә булһа бер яңы яғы менән асыла төшә. Кисәге бына Ғата Имаев менән «Отелло»ны ҡарап сыҡҡандан һуң, бик оҙаҡ һөйләшеп йөрөнөк һәм миңә уның үткәндәре, эске донъяһы, уйҙары асылды. Быға тиклем ул минең өсөн тик бер бүлмәлә эшләп ултырған ауыл хужалығы бүлегенең мөдире генә булһа, бөгөн миңә уның үткәндәре, тәүге мөхәббәте, ғаиләгә, тормошҡа булған ҡарашы ла билгеле. Һәм был кеше миңә ни өсөндөр ҡапыл яҡынайып, матурайып китте. Ә бөгөн бына Яҙыусылар союзында Динис Исламовтың яңы ҙур әҫәре тураһында бик ҡыҙыҡлы һөйләшеү булды. Миндә уға ҡарата ниндәйҙер бер ҡыҙыҡһыныу тыуҙы. Ғәжәп бер үҙенсәлекле кеше. Ә быға тиклем минең өсөн тик эскесе генә ине. Әгәр ҙә ул бынан һәләк булып ҡалмаһа, бик оригиналь яҙыусы буласаҡ кеше. Тормошто, кешеләрҙе үҙенсә күрә, үҙенсә аңлай белә һәм үҙ эшенә ысын күңелдән ғашиҡ булған кеше. Тик уны беҙҙең тәнҡитселәр боҙмаһа ғына ярар ине. Юҡһа, үҙҙәренә аҡыл етмәгән кешеләр бик аҡыл бирергә яраталар. Был сифаттың бер күренешен мин бына әле генә күреп, бик һыҙланған килеш ошо юлдарҙы яҙырға булдым...
Ярай, яҙмышҡа бының өсөн дә рәхмәт. Юҡһа, мин милләтсе булған кешенең ниндәй меҫкен, ниндәй бысраҡ һәм түбән икәнлеген күрә алмаған булыр инем. Үҙ халҡындан башҡа бүтән халыҡтарҙы күрә алмау – иң әшәке хис икәнлеген мин бөгөн ахырғаса аңлап еттем буғай. Бына Надя менән был квартираға килеп йәшәй башлағандан бирле мин һәр көн һайын тиерлек ошо өй хужаһының бысраҡ һүҙҙәрен тыңлайым. Был өйҙә ялғанлыҡ, ҡурҡаҡлыҡ һәм һөрһөгән милләтселек еҫе сыға. Был өйҙәге еҫкә түҙеп йәшәү ҡыйын миңә. Ләкин – нишләйһең – йәшәргә тура килә... Урамда тороп булмай. Етмәһә, хәҙер бала бар. Шул баланың ғүмере өсөн, уны һаҡлап ҡалыу өсөн был өйҙә мин яңғыҙ тороп ҡалдым. Бушлыҡ был өйҙә... Күңелһеҙ. Әгәр ҙә бында минең китаптарым булмаһа, Горький булмаһа, мин йәшәй алмаҫ инем... Мин төндәр буйы уҡыйым, яҙам һәм донъялағы иң яратҡан, иң яҡын кешем – Горький менән һөйләшәм – миңә еңелерәк... Нисек кенә Толстой бөйөк художник булмаһын, мин уны Горькийға алмаштыра алмайым!!! Был, әлбиттә, минең бер ҡатлы, балаларса ҡысҡырыуым. Аңлайым быны. Ләкин бына минең шулай ҡысҡыраһым килә был минутта. Һәм миңә нисектер рәхәт, яҡты, иркен!..
Бына ул, Бөйөк Дөрөҫлөк Кешеһе, минең алдымда ниндәйҙер мин белмәгән бер скульптор ҡулы эшләгән ябай бюста «Дауыл ҡошо» булып ултыра. Юҡ, яңылыш яҙам, бюст түгел, бюст һүҙлектә – кешенең баш яҡ ярты кәүҙәһенең скульптураһы, тиелгән; статуэтка был – кеше фигураһын бөтә буйы менән һүрәтләндергән һын – бәләкәй статуя. Уны беҙҙең туйыбыҙға бүләк итеп, Надя менән бер фабрикала эшләгән егет – Дмитрий килтергәйне. (Надя уны ҡалын иренле булған өсөн Митя-Губошлеп тип йөрөтә). Туй бүләктәренән миңә иң оҡшаған, иң ҡәҙерле бүләк шул ине. Мин уны ғүмер буйынса ватмайынса һаҡлағым килә. Бына, нишләптер, күҙгә йәш тула. Бына ул минең аллам бер ағас төбөнә ултырған да ниндәйҙер ғорур ҡараш менән башын юғары күтәреп, күҙҙәрен ҡайҙалыр алыҫҡа-алыҫҡа төбәп, бер тубығын ике ҡулы менән дә ҡаушырып ултыра. Ә уның бер аяғына һөйәлеп ҡуйылған фотокарточкала Надя менән мин өй алдында үҫеп ултырған аҡ ҡайынға һөйәлеп торабыҙ. Донъялағы иң матур, иң ҡәҙерле аҡ ҡайын был миңә, ул әле яңы ғына япраҡтар ярып килә. Был япраҡтар шундай наҙлы, шундай кескәйҙәр әле, улар кисә генә бөрөләрен ярып сыҡҡандар ҙа май ҡояшының йылы нурҙары менән ҡойоноп, балланып, йылтырашып торалар. Уларҙы мин хәҙер сыйырсыҡ йөрәктәре кеүек кенә итеп күҙ алдыма килтерәм. Ләкин был ҡайындың башына мин элеп ҡуйған ояға бер ниндәй сыйырсыҡ та ояламаны, ә мин уны элгән саҡта: «Әгәр ҙә беҙ Надя менән пар була алһаҡ, был ояға ла пар сыйырсыҡ килер», – тип уйлағайным. Ләкин был юрау бушҡа сыҡты, сыйырсыҡтар был ояла бала сығарырға, бергәләп йәшәргә, бергәләп һайрарға теләмәнеләр. Ә беҙ... был яҙҙа бергә ҡауышмайынса булдыра алманыҡ. Муйылдар ап-аҡ булып сәскә атҡайнылар инде. Шул сәскәләр араһында, уларҙың хуш еҫенә иҫереп, шатлыҡтан иҫереп, бәхеттән иҫереп, беҙ туй үткәрҙек... Студенттар туйы ине был, иң матур, иң ғәҙел, иң шатлыҡлы туй!.. Был миңә кисәге генә булған кеүек. Ләкин ул көнгә инде тиҙҙән бына йыл да туласаҡ! Беҙҙең мөхәббәттең тәүге емеше булып улыбыҙ Салауат та тыуҙы. Был исемде беҙ уға тыумағанда уҡ ҡушҡайнык инде. Әсәһенең йөрәк аҫтында ҡыймылдаған саҡта уҡ мин уға:
— Салауат! – тип өндәшә инем. Ә ҡыҙ тыуырына мин нисектер күңелем менән ышанманым. Бына инде ул хәҙер Мәскәүҙә. Беҙҙең иң яратҡан аҡ ҡайыныбыҙ янында.
Надя уның тормошо тураһында телефондан тик бер-ике һүҙ менән генә хәбәр итте:
— Имә лә йоҡлай, йоҡлай ҙа имә!
Ғәжәп кеше был, атаһы тураһында уйлап та бирмәй. Ә мин?.. Һағынам уны, төрлөсә итеп күҙ алдыма килтерәм, илаған тауышын ишетәм, әсәһе менән бергәләп ҡойондораһым килә уны, йырҙар йырлап ҡосаҡлап йөрөтәһем килә, донъяға аҙашып ҡараған күгелйем ҡара күҙҙәрен күрәһем килә, уртаға ярылған сейә кеүек кенә ирендәренән үбәһем килә...
Был, моғайын, аталыҡ тойғолары була торғандыр инде. Ҡыҙыҡ был тойғо. Мин әле уны тойоп өлгөрә лә алманым, һәм мин ҡайһы саҡта уны ла, әсәһен дә иҫтән сығарам... Ләкин был эшкә сумғанда ғына. Эш ваҡытында ла әле ул кескәй генә йоҙроҡтарын сығарып:
— Онотма беҙҙе, атай! – тип янай һәм тағы ла үҙ эшенә керешеп, әсәһенең күкрәгенә тотона. Имә-имә лә тағы йоҡлап китә... Ярай, миңә лә йоҡларға ваҡыт!..

15 апрель.
Туҡтағыҙсы, зинһар, туҡтағыҙсы, уйҙарым!.. Юҡ, туҡтамайҙар улар! Ә баш ауырта. Бына төн уртаһында уянып киттем дә йоҡлай алмайым. Бүлмәм буш һәм һалҡын. Улым да юҡ, улымдан әсәһе лә юҡ янымда. Улар булһа, башым да былай ауыртмаҫ ине. Белмәйем, әллә һыуыҡ тейҙе, әллә йоҡламауҙан был. Кисәге дежурствонан һуң өйгә ҡайтып тормайынса, редакцияла ҡалдым. Бер мәртәбә типографияға төшөп мендем дә Горькийға тотондом. Ләкин оҙаҡ ултыра алманым шикелле, диванға тәгәрәнем. Иртән тороуға – баш таш кеүек ҡатҡан. Ғәжәпләндем. Был нилектән шулай? Сөнки мин редакцияла ҡунғанда һәр саҡ яҡшы, саф баш менән килеп тора торғайным. Һыуыҡ ҡына теймәгән булһа ярар ине. Көндәр һыуыҡ, ә мин апрель башынан бирле яланбаш йөрөйөм. Бер һалғас, яңынан кейгем килмәй. Ниңә һуң инде бындай фанатизм!.. Әллә бик күп тартыуҙан ауыртамы? Бөтәһе лә бергәлер инде, ахыры. «Отелло»ны ҡарап сыҡҡандан бирле ауырта.
Отелло! «Черный я..!» Ни тиклем көс, ни тиклем дөрөҫлөк һәм ни тиклем кешеләргә ышаныс! Ә был ышанысты алдайҙар! Яуыз Яго!.. Ялған, ялағай, яланғас «Я»!.. Ялған донъя!.. Бөйөк Ышаныстың алданыу трагедияһы! Пушкин ни тиклем тәрән аңлаған Шекспирҙы! Пушкиндан һуң хатта Горький ҙа Отеллоны көнсөллөк тибы тип яңылыш яҙған. Ә Отеллола ысынлап та кешегә Горькийса ышаныу!
Фильмда тик Дездемона ғына матур түгел. Отеллоны ғазаптары өсөн яратҡан сабый күңелле тиң булырлыҡ матур ҡыҙ юҡ. Шундай ғәжәп трагедияның был иң үкенесле кәмселеге!.. Дездемонаны йөрәк менән яратып булмай.
«Она меня за муки полюбила,
А я ее за состраданье к ним».
Сострадание – аяу, йәлләү, ҡыҙғаныу, ҡайғыһын уртаҡлашыу, Отеллоның ауыр ғазаптар менән үткән тормошон, уның кешелекле, саф матурлығы һәм уның шундай ҡаҡшау белмәҫ ихтыяр көсө, батырлыҡтар менән нығытылған тәүәккәллеге алдында баш эйеүсән мөхәббәт юҡ был Дездемонала.
Мин быны хатта бына хәҙер генә төшөмдә күреп уяндым... Әйтерһең, мин уйҙар ғазабын кисергән Отелло һәм минең шундай яғымлы, шундай нескә күңелле, шундай матур йөрәкле Дездемонам минең күҙҙәремдән, ирендәремдән үбә!.. Мин үҙемдең был ғазаптарымды аңлай белгән, уларҙы бөтә тәрәнлеге менән күреп, үҙенең мөхәббәте менән баһалай белгән ҡатын-ҡыҙ тойғолары алдында баш эйәм!..
Юҡ, юҡ ул мин уянып киткәс!.. Ул ҡайҙалыр алыҫ Мәскәүҙә минең улымды, кескәй генә Салауатымды тирбәтә, имеҙә, иркәләй... Ә мин яңғыҙ, бүлмәм буш һәм һалҡын. Мин тик ошо юлдарҙы яҙып ҡына йыуанам, йылынам һәм был һалҡын бушлыҡ ниндәйҙер бер йәнлелек менән тулған кеүек. Мин һаман да әле хат яҙа алмайым һиңә, Надя! Кисер мине, ҡәҙерлем!.. Быға һин үҙең дә ғәйепле. Мин яҙмаһам, һин үҙең яҙырға тейеш инең. Ә һин минең яҙыуымды ғына көтәһең!.. Ә, бәлки, көтмәйһеңдер ҙә? Сөнки минең менән йәшәү, минең ҡатыным булыу бик еңел эш түгел, дуҫҡай! Ни тиклем мин һине бәхетһеҙ итеүемдән ҡурҡҡанлығымды белһәң ине!.. Был минең берҙән-бер ҡурҡынысым. Мин үҙем өсөн ҡурҡмайым. Мин үҙемдең йәшәү маҡсатымды, был маҡсатҡа барыр юлымды һәм был маҡсатҡа юл күрһәтеүсе кешемде тапҡанмын инде...
Бына ул кеше минең эргәмдә ултыра. Мин ул ҡушҡанса эшләйем, уҡыйым, яҙам. Һинең өсөн уның һуңғы китабы тураһында яҙған уйҙарымды хәҙер үҙ телемә тәржемә итәм. Тиҙҙән был эш бөтәсәк. Һәм мин иркенләп тын аласаҡмын. Сөнки был – Еңеү! Белһәң ине һин Еңеү шатлығын, Надя!
Был иң матур шатлыҡ донъяла – эшең менән еңеү шатлығы! Беләм, уның минең өсөн күпмегә тороуын аңлай белмәгән кешеләр ҙә булыр, улар бар ҙа инде... Ләкин күп кешеләр уны йылдар үткәс тә баһалай белерҙәр. Мин быға ышанам! Шул ышаныс ҡына мине көслө итә. Бәлки, мин эшләгән эш үҙем теләгәнсә көслө лә булып сыҡмаҫ. Ләкин ул минең бөтә күңелемде һалып эшләгән эшем! Һин быны беләһең, Надя. Уны баҫып сығарыу тураһында бөгөн журнал редакторы менән һөйләштем. Ыңғай фекер әйттеләр. Мәҡәләнең русса тексын Әхнәф Харисҡа уҡырға биргәндәр. Яҡшы! Был кешегә мин бик ҙур хөрмәт менән ҡарайым. Кешегә иғтибарлы кеше. Мин әле малай ғына саҡта ул мине Мәскәүгә, Әҙәбиәт институтына уҡырға ебәргән кеше. Мин уның байтаҡ ҡына ярҙамдарын күрҙем. Минең эшем уға оҡшаясаҡ. Нисектер ышанам. Кешегә, уның яҡшылығына ышаныу күңелле.
Бына бөгөн Ихсан менән һыра эсеп ултырҙыҡ. Байтаҡ нәмәләр тураһында һөйләштек. Мин уны юҡҡа ғына артыҡ түбәнһетеп күргәнмен. Бергә эшләй башлағандан бирле ул миңә оҡшай башланы. Эшен яратып эшләй. Тик нимәлер етмәй уға. Артыҡ тарҡау булһа кәрәк. Уйлап еткермәй. Һәр саҡ иғтибар итеп тороуҙы талап итә. Әлбиттә, был кәрәк. Бөгөн уға Горькийҙың утыҙынсы томын алдырҙым. Уҡыһын әйҙә. Был уға тәүге тәжрибә!..

22 апрель.
Надяға хат яҙып бөттөм дә, баш аҫтыма костюмды йәйеп, диванға яттым... Һәм шунда уҡ йоҡлап киткәнмен. Иртән, нисек ятҡан булһам, шулай килеп торҙом. Үлек кеүек йоҡлағанмын. Редакциялағы шул диванда ятып йоҡлауҙан да тәмле йоҡо юҡ. Баш саф, күңелгә яҡшы. Тышта ҡояш. Радионы борҙом – Ленин тыуған көн!..

27 апрель.
Надя менән телефон аша һөйләштек. Тауышы насар ишетелә, ул нисектер бойоҡ. Ә Салауат үҫә, бик яҡшы, ти. Шулай ҙа был һөйләшеүҙән нисектер күңелгә ауыр булып ҡалды. Ниңә ебәрҙем инде уларҙы!.. Ахмаҡтың ахмағы мин!..
Дипломды көҙгә ҡалдырғандар. Ә госэкзаменға май аҙағында килергә. Тағын да бер ай көтөргә!.. Күңелһеҙ хәбәр.
— Тиҙерәк кил, Рәми!.. – ти Надя. Үҙе саҡ-саҡ ҡына иламай. Уға бигерәк тә ҡыйын, ахыры. Май байрамын үткәрергә Рафаэлдәр үҙҙәренә саҡырғандар. Рафаэль ҡарап ҡына йөрөтһә ине инде.

28 апрель.
«Әҙәби Башҡортостан»ға «Клим Самгиндың тормошо»н илтеп бирҙем. Хәким ағай ҙа, Әхнәф Харис та ыңғай фекерҙәләр. Июнь номерына биреләсәк. Хәким ағай һуңғы шиғырҙы уҡып:
— Көслө шиғыр бит был! – тине һәм үҙенә алып ҡалды. Бәлки, май номерында «Таш сәскә», «Ҡайтыу» һәм «Кәмәлә» менән бергә баҫылыр.
Хәким ағай менән квартира тураһында, Плеханов һәм Луначарский тураһында һөйләшеп ултырҙыҡ. Уның ҡатыны ла ул тапҡан. Исеме – Азамат.
— Беҙҙең дә икенсе ул тыуһа – Азамат буласаҡ! – тинем мин. Ул көлдө.
Кис аҡса бирҙеләр. Ихсан менән салбар эҙләргә сығып киттек. 632 һумға бер салбар кейеп алғас, Миәссәр, Ихсан һәм мин – өсәүләп «йыуырға» киттек тә бәләгә ҡаптыҡ. Ресторандан сыҡҡанда инде беҙ иҫерек инек. Ихсан бер иҫереккә бәйләнде:
— «Мин һине котлетҡа өйләндерәм!»
Һүҙҙән-һүҙ, йоҙроҡтан-йоҙроҡ китте. Мин айырырға ла өлгөрмәнем, милиционерҙар эләктереп тә алдылар. Ә мине машинаға ултыртманылар.
Урамда кисәге күргән һатыусы ҡатын осрап:
— Минең ирем бик көнсөл бит, – тип әйтергә лә өлгөрмәне, ире килеп сыҡты. Иҫерек булһа кәрәк.
— Ниңә һин минең ҡатын артынан йөрөйһөң! – тип яҡанан бөрөп алды ла һуғышырға саҡырҙы. Ә минең ҡулда әйберҙәр, китаптар.
— Мин һиңә ҡулымды бысратмайым, – тинем. Һәм ул ҡатынын елтерәтеп алып ҡайтып китте. Бик тупаҫ әҙәм, үҙе артист! Ҡатынына көн күрһәтмәй, ахыры. Уныһы бер меҫкен ҡол кеүек. Беҙ Надя менән Өфөгә ҡайтҡанда поезда бергә килгәйнек. Надя менән күрешеп-һөйләшеп йөрөйҙәр ине. Бала тапмай – аборт яһатҡан ҡатын. Үҙе бик йәш кенә. Бик ҡыҙғаныс хәлдә.
Был күренештән һуң мин баҡсаға барып ултырҙым. Юлда Назар Нәжми, Ғилемдар ағай һәм Муса Ғәли йондоҙҙарға ҡарап торалар ине, уларға күренмәй генә уҙып киттем һәм мин дә йондоҙҙар ҡарап ултырҙым.
Төн йылы, ағастар япраҡ ярырға әҙерләнәләр. Кеҫәнән бер лимон килеп сыҡты – ҡайҙан килеп эләккәндер!.. Ашағас, бөтөнләй айныным буғай, трамвайға ултырҙым да ҡайтып киттем. Ишекте Хәлил ағай асты. Йоҡо килмәй – альбомдар аҡтарып, Надяның һүрәттәрен ҡарап яттым. Тиҙҙән инде беҙҙең өйләнешеүгә бер йыл да тула!.. Ә ваҡыт иҫ киткес тиҙ үтә. Бөтәһе лә кисәге генә булған кеүек...
Ресторанда беҙҙең менән бергә Баязит Бикбай ҙа бергә ултырҙы. Мине үлтерҙе ул:
— Һинән, Рәми, шағир сыҡмай. Һин ғалим булырға мөмкинһең, ә шағир була алмайһың. Һин бик аҡыллы егет, ике кәмәнең ҡойроғон тотоп булмай ул. Шағирҙар бит чудаковатый була. Янырға кәрәк. Янмайынса шиғыр яҙып булмай. Ғәфү ит мине, ләкин мин һиңә, ҡустым, дөрөҫөн әйттем, – тине ул. Был һүҙҙәрҙе ишетеү бик ауыр булды миңә. Бәлки, ысынлап та, шулайҙыр? Ә мин яҙам. Китап та баҫтырып сығарҙым. Ә ул үҙе бик йылы рецензия ла яҙып сыҡты. Бөгөн килеп миңә: «Һинән, Рәми, шағир сыҡмай», – ти! Ғәжәп! Ниңәлер мине аҡыллы итеп ҡарайҙар. Ләкин минән дә ахмағыраҡ кешеләр бармы икән һуң? Тик мин шул тиклем үҙемдең ахмаҡлыҡты йүгәнләп тотам ғына!.. Бөтәһе лә эстә яна, кешеләргә үҙемдең ҡайғыларымды, ғазаптарымды күрһәткем килмәй. Ә минән дә буталсыҡ кеше юҡ кеүек...
Маркс шағирҙарҙы йүләрерәк була тигән. Ә мин, тимәк, йүләр түгел!.. Үҙемде-үҙем генә йүләр тип йөрөгәнмен, ахыры. Ғәжәп, ғәжәп. Ғөмүмән, кешеләр бик ҡатмарлы!..
Ләкин мин яҙмайынса булдыра алырмынмы икән һуң? Белмәйем. Хәҙергә был хәлемдән килмәй минең. Мин үҙемде бер кемдең дә ҡулы теймәгән ҡыҙ кеүек итеп тоям. Һәм мин үҙемдең ҡыҙлығымды нисек итеп инде яратмаған бер кешемә бирәйем ти? Булмай! Бер нисек тә булдыра алмайым. Үлермен, ләкин намыҫымды бер кем дә таптай алмай. Поэзия ул минең намыҫым!.. Мин уны тик бер кешегә генә – халҡыма ғына, туған телемә генә бирә алам.
Был, әлбиттә, ҙур һүҙҙәр!.. Ләкин мин уларҙы үҙем өсөн иң ауыр саҡта ғына әйтә алам. Был һүҙҙәр ни тиклем ҙур булһа ла, мин уларҙы йөрәгемә һыйҙыра алам.
Шулай ҙа ауыр миңә!.. Бязит ағайға үҙемдең намыҫымды яҡлап ҙур хат яҙаһым килә. Дөрөҫ аңлай белмәй ул мине. Юҡ, яҙмайым. Бәлки, берәй ваҡыт һөйләшеп ултырырбыҙ әле. Киләсәк күрһәтер. Мин нишләптер үҙемдең киләсәгемә бик ныҡ ышанам.
Кешеләр яңылыша, ләкин ваҡыт үҙенекен итә. Бөтә фекерҙәр ҙә, бөтә хистәр ҙә ваҡыт менән генә һынала!..

29 апрель.
Иртән Миәссәр менән Ихсан килеп керҙе. Эштәр хөрт. Ихсан милиция бүлегендә ятып сыҡҡан. Редакцияла ла белгәндәр. Ҙур ғына тауыш ҡубасаҡ. Барыһына ла мин ғәйепле: ҡарап тороп һуғыштырҙым бит! Айырманым. Мин Ихсанды аҡылға ултыртырҙар аҙыраҡ, тип уйлағайным. Ә ул һуғышҡан егетенең күҙенә ултыртҡан – күҙе күренмәй, ҡап-ҡара янып сыҡҡан, ти Ихсан. Үҙенең костюмы ҡанға буялып бөткән. Ҡан йыуылыр, ләкин был араҡының әҙенән байтаҡ ҡына ҡыҙарып йөрөргә тура киләсәк.
Ҡалаға киттек. Майҙы бергә үткәрергә булдыҡ. Тик, нишләптер, күңел тартмай. Мунса инеп сыҡҡас, «Родина» кинотеатрында «Девушка из Бомбея» картинаһын ҡараным. Икенсе ҡабат күрҙем инде. Бик матур музыка! Шамала Надя менән ниндәйҙер уртаҡлыҡ бар!..

12 октябрь.
Нимә эшләргә?
Йыйылыштан сыҡҡандан һуң, өйгә ҡайтып еткәнсе шул хаҡта уйланым. Был һорау хәҙер миңә бер минутҡа ла тынғы бирмәйәсәк.
Ысынлап та, нимә эшләргә миңә?
Мин бит бөгөндән алып «Совет Башҡортостаны» газетаһының комсомол ойошмаһы секретары!..
Эште нисек итеп, нимәнән башларға?
Минең быға тиклем был эштә эшләгәнем юҡ, тимәк, тәжрибә лә юҡ тигән һүҙ. Етмәһә, мин бик ҡыйыуһыҙ, яй һәм «шым» кеше... Үҙ тәбиғәтем – үҙемә дошман. Өҫтәүенә, йыйылыш-фәләндәрҙә һөйләй ҙә белмәйем, бик тулҡынланам, һәм, нисектер, үҙ тауышымды ишетеүҙән үҙем ҡурҡҡан кеүекмен. Ә миңә хәҙер һәр бер йыйылыш, һәр бер ултырыш һайын сығыш яһарға тура киләсәк. Иң ҡурҡытҡаны – шул инде.
Ә йәнһеҙ, ҡоро, бушты-бушҡа ауҙарып һөйләнеүҙәрҙе мин йәнем-тәнем менән күралмайым.
һүҙ әйткәс – һүҙең кешеләрҙең күңеленә инерлек, яндырырлыҡ, уйландырырлыҡ булһын!
Кешеләр менән эшләүҙән дә ауыр эш юҡ. Һәр бер кешенең үҙ тәбиғәте, үҙ донъяһы, үҙ тормошо бар. Уларҙың һәр береһенә төрлөсә яҡын килә белергә, эсенә үтеп инә белергә, уртаҡ тел таба белергә кәрәк. Шунһыҙ бер эш тә сыҡмаясаҡ. Ә эш ҙур, ҡатмарлы һәм ҡыйын. Нисек кенә булмаһын, һиңә кешеләр яҙмышы бәйләнгән. Ысын етәксене мин башҡаса күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Миңә нәҡ бына шундай ысын етәксе булырға кәрәк. Был – минең теләгем, уйым һәм кешелек бурысым.
Был бурысты түләй алырмынмы һуң мин? Был ышанысты аҡлай алырлыҡмы һуң мин? Бының өсөн мин нишләргә, эште нимәнән башларға тейешмен? Үҙемдән! Башҡа бер кемдән дә түгел. Үҙемдең эштән, үҙебеҙҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегенән... Ә бүлектә эштәр шәптән түгел.
Икенсе иң кәрәкле эш – стенгәзиткә иң ҙур иғтибарҙы бирергә һәм уны ысын ҡоралға әйләндерергә.
Өсөнсө – ойошмалағы ун бер комсомолецтың һәр береһенә үҙенең ҡулынан килерҙәй, яратып башҡарырлыҡ эш бирергә.
Бөгөнгә етеп торор, йыйылыш тураһында иртәгә яҙырмын. Башҡа бик күп фекерҙәр килде. Былай ғына яҙып бөтөрөрлөк түгел.
Иртәгәнән эшкә башларға кәрәк.
Иң беренсе эш – редакция йорто уртаһында баҡса булдырырға, эште ағастар ултыртыуҙан башларға кәрәк. Йыйылышта мин шундай тәҡдим индерҙем. Бөтәһенә лә был тәҡдим оҡшаны. Бигерәк тә үҙемә. Был минең күптәнге хыял.
Ҡайҙа ғына булма, ҡайҙа ғына эшләмә, Горький әйткәнсә, үҙ артыңдан йәшел эҙ – йәшлек эҙе ҡалдыр!..

13 октябрь.
БЮРОКРАТ I
Эшләү ауыр буласаҡ. Беренсе аҙымда уҡ ҡаршылыҡ!..
Иртән редакцияға килгәс тә үк, редакция йортона сығып, йорт уртаһында өйөлөп ятҡан ике ҙур сүп-сар тауына ҡарап торҙом. Ҡайҙан сыҡҡан был тиклем ер!.. Был ике тауҙы ҡул көсө менән генә юҡ итеү мөмкин түгел. Машина менән сығарғанда ла бер йөҙ йөктән кәм булмаҫ. Көрәктәр менән дә эш сыҡмаясаҡ. Экскаватор кәрәк. Майҙанды һуңынан кирбес-таштарҙан таҙартырға кәрәк. Шунан һуң ғына ағастар ултыртыу мөмкин.
Эште нисек башлап ебәрергә? Кәңәшләшергә кәрәк. Ғүмәргә керҙем. Ғүмәрҙә минең иң ҙур таяныс. Унан һуң, әлбиттә, Флюра. Ул элекке секретарь, хәҙер – минең ярҙамсым. Дәртле ҡыҙ. Ләкин үҙе: «Мин инде хәҙер эт ҡайышына әйләнеп бөткәнмен инде», – ти. Кисәге йыйылыштан һуң беҙ уның менән тәүге ҡабат асыҡтан-асыҡ бөтә күңелдән һөйләшеп ҡайттыҡ. Быға тиклем... һөйләшмәү хатта бик ғәжәп һәм сәйер булып тойолдо миңә. Үҙенең бөтә зарҙарын һөйләп ташланы. Мин уйлағанса, фекерҙәр – уртаҡ. Ә Ғүмәр менән инде мин күптән бирле таныш, ул художник булғас, уның менән редакцияла эшләй башлағандан бирле бер-беребеҙгә яҡынбыҙ. Ә башҡаларҙы тик эш буйынса ғына беләм.
— Ну, Ғүмәр, нишләйбеҙ? Эште нимәнән башлайбыҙ?
— Баҡсанан башлау кәрәк булыр, – тине ул. Икәүләп Флюраға индек тә коридорға сығып ҡына тәүге кәңәшмәне үткәрҙек һәм нәшриәт директоры Зәки Фәттәхов менән һөйләшергә булдыҡ.
Беҙҙең бер юлы өсәүләп килеп инеүгә ул бер аҙ аптырап ҡалды булһа кәрәк. (Ҙур бер конвертҡа «Москва, ЦК КПСС»
тип яҙып ултыра ине. Мин уның бөтә хәрәкәттәрен күҙәтеп торҙом.)
— Беҙ һеҙгә ҙур йомош менән керҙек, – тине Ғүмәр уға. Директор өҫтәл өҫтөндәге быялаға бармаҡтарын бер-береһенә ҡаушырып ҡуйҙы ла, башын артҡараҡ ташлай биреп:
— Йә, ниндәй йомош? – тип өҫөбөҙгә лә сәйерһенеп кенә ҡарап алды һәм йөҙөндә йылмайыу билдәләре яһаны. Мин уның ҡаушырылған бармаҡтарының быяла өҫтөндә бейеүен ҡарап торҙом.
Ғүмәр бик ҡыйыу ғына итеп бөтә эште аңлатып бирергә кереште. Директор бармаҡтарын бер-береһенән ысҡындырып, өҫтәл өҫтөндә ятҡан шырпы ҡабынан теш таҙартҡыс ярып алып, үҙенең иң төп эшенә күскән һымаҡ, тәмләп-тәмләп, тештәрен соҡой башланы. Һәм йөҙөнә төрлөсә ҡиәфәттәр сығарып, һәр бер һүҙгә үҙенең ғүмер буйы ятланған һүҙҙәрен бүләк итә торҙо. Беҙҙең был инициатива, уныңса, әлбиттә, бик яҡшы... Ләкин... бөтә нәмә Ағиҙел күперенә барып бәйләнгән һәм йортто сүп-сарҙан таҙартып, баҡса ултыртыу райком һәм горком ҡөҙрәтенән башҡа бер нисек тә мөмкин булмаған хәл. Ул үҙенең бөтә дәлилдәре менән был фекерҙе раҫлап, райком һәм горком етәкселәренең телефон номерҙарын бер карточкаға яҙып бирҙе. Ләкин был номерҙар барып сыҡманы. Сөнки Өфө менән Черниковск ҡалаларының бергә ҡушылыуына бер нисә ай үтеп китеү сәбәпле, телефон номерҙары ла алмашынып бөткән икән!.. Шулай ҙа ул телефон номерҙарын табып бирҙе. Күп һорауҙар менән беҙ телефон хужаһын борсоп торманыҡ. Уның ике сүп-сар тауы араһында аптырап ултырыуы беҙгә асыҡ ине инде. Мин уның Яңы йылға ҡаршы яҙылған бер мәҡәләһен дә иҫкә төшөргәс, был ағайҙың ижади эшмәкәрлеге лә уның хужалыҡ эшмәкәрлегенә ярашлы икәнлегенә бер ниндәй ҙә шик-шөбһә ҡалманы.
Беҙ парторг Зөлҡәрнәев ағай менән генә кәңәшләшергә булдыҡ, ул беҙҙең инициативаны хупланы, һәм беҙ BJIKCM-дың район комитеты менән һөйләштек. Эште дүшәмбе ҡарарға булдылар.
Был тәүге ҡаршылыҡ беҙҙе нисектер дәртләндереп ебәрҙе. Мин Ғүмәр менән Флюраның миңә бик ҙур таяныс буласаҡтарына ла ышандым. Тик был ялҡын һүрелеп кенә ҡалмаһа ине.
— Фәттәховтан да бюрократ кеше юҡ, – тине Флюра.
— Бюрократ I булды улайһа, – тинем мин. Көлөштөк тә был эште Ғүмәргә тапшырҙыҡ. Йәшеллек өсөн ул яуаплы. Кейгән костюмы ла йәшел, әйҙә, йәшеллек эшен дә ул алып барһын. Был – беҙҙең ойошма алдында тәүге крепость, тәүге ҡаршылыҡ. Коллективты туплауҙа был эш тәүге һынау буласаҡ.

1957

16 февраль.
Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләй башланым. Бөгөндән алып мин – редактор. Хәйерле булһын!..
Редакция мөдире Фәрит Иҫәнғолов:
— Аяғың еңел булһын әйҙә! – тип, эш планы менән таныштырып сыҡты.
Эш ҡыҙыҡ, минең үҙ эшем был.
Шәйехзада Бабичтың, Дауыт Юлтыйҙың һайланмаларын, Крыловтың басняларын, «Йәш көстәр» альманахын, Рабиндранат Тагорҙың хикәйәләрен һәм Горькийҙың «Фома Гордеев» китабын сығарырға кәрәк.
Эште ҡайҙан, нимәнән башларға?
Горькийға тотондом! Күңелгә иң яҡын эш шул кеүек. Тәржемә – Хәсән Мохтарҙыҡы. Редакторлауҙы Әкрәм Биишев башлаған – мин уны дауам иттерергә тейешмен. Сөнки мин уның урынына күстем. Ә ул филиалдың президиумына китте.
Эш еңелдән булмаһа ла, ҡыҙыҡлы буласаҡ. Сөнки үҙеңә үҙең хужа! Бер кем дә һине тартҡыламай, бер кем дә һиңә ҡысҡырмай. Үҙ алдыңа эшләйһең, һәм бөтәһенә лә үҙең яуап бирәһең. Ә газетала бит редакторҙан алып корректорға тиклем эте лә, бете лә йәнеңде кимерә. Секретариат та тартҡылай, авторҙар ҙа йөҙәтә. Газета көн һайын сыға – көн һайын уға сейле-бешле әйберҙәрҙе бешереп биреп кенә өлгөрт!.. Мин эште минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе тип эшләй белмәйем. Ҡулдарым да бармай, намыҫым да ҡушмай. Үҙ эшемә теләһә кемдең ҡулын да тыҡтыраһым килмәй. Эште еренә еткереп, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килмәҫлек итеп эшләйһем килә. Сөнки газетаны халыҡ уҡый, уның ҡулына буш нәмәләр тоттороу – енәйәт!.. Уға биргән нәмәләр уҡырлыҡ булһын...
Ләкин редакцияла минең был ҡараштарым һәм минең был тәбиғәтем менән иҫәпләшеп тормайҙар.
— Давай оперативность! – тип ҡысҡыра ғына беләләр. Ә ҡулынан эш килерҙәй кешеләр бик аҙ. Күбеһе наҙан һәм ҡурҡаҡ. Телде лә белмәйҙәр. Редакцияла корректорҙан редакторға тиклем (күбеһе) татар... Һәм шул кешеләр башҡортса газета сығарырға тейеш! Үҙҙәре белмәгән һүҙ булһа (ә улар бик күп), был һүҙ башҡорт телендә юҡ, тип ҡысҡырырға ғына торалар. Дежурный булған көндәрҙә һуғыша-һуғыша нервыларың ҡалмай, төҙәтә-төҙәтә күҙҙәрең сыға. Етмәһә, корректорҙары ла, редакторҙары ла:
— Баш китмәҫлек хата булмаһа, ниңә уны төҙәтеп ултыраһың! – тип ҡысҡыралар, типографияға төшһәң дә – шул уҡ «философия». Дежурный булған көндәрҙә бөтә йәнең-тәнең иҙелеп ҡайта. Ғәҙәттәге көндәрҙә лә эшем бөтмәй тороп, башҡалар кеүек ваҡыт етеү менән үк ҡайтып китә алмайым.
Эшләйһең, эшләйһең – эшеңде күргән кеше лә юҡ. Бына бер йыл мин әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеген бер үҙем тиерлек алып барҙым. Йылдар буйы өйөлөп килгән материалдарҙы хәл итергә – хаттар яҙырға, бүлекте таҙартырға тура килде. Шул арала экзамендарға әҙерләнергә, диплом да яҡларға кәрәк ине. Етмәһә – комсомол ойошмаһына секретарь ҙа итеп ҡуйҙылар...
Тел буйынса дискуссия материалдарын һәм Бабич менән Юлтый шиғырҙарын баҫтырыу өсөн редакторат менән дә, секретариат менән дә һуғышырға тура килде. Бабич һүрәтһеҙ сыҡты, ә Дауыт Юл тыйҙың һүрәтен художник Мөхәмәтшин менән цинкографтарҙан ялбара-ялбара, секретариатҡа әйтмәйенсә эшләтеп, подпольно сығарып ебәрҙек.
Тел һәм әҙәбиәт уҡытыу, башҡорт культураһының яҙмышы тураһындағы дискуссия материалдары өсөн редактор Рамазанов менән дә, урынбаҫары Вахитов менән дә бик ныҡ бәрелешеп алырға тура килде.
Мине милләтселек юлына баҫыуҙа ғәйепләргә һәм, коммунист булараҡ, миңә, комсомолецҡа, аҡыл өйрәтергә тырыштылар. Юҡ, мин бынан тамсы ла «аҡылға» ултырманым! Тик күңелдә бик ауыр тойғолар ғына тороп ҡалды.
Дискуссия барып сыҡманы, уны төрлөсә юлдар менән баҫып, томалап ҡалдырҙылар. Материалдарҙы бик ныҡ ҡыҫҡартып, «бестереп» һәм бер-береһенән бик ныҡ айырып, бер нисә көндәр үткәс кенә, сығарҙылар. Бик күп материалдар баҫылмайынса, «обзорға» ғына тороп ҡалды. Бына һиңә матбуғат ирке!.. Бына һиңә милли культура тураһында ҡайғырыу!..
Ҡайғыңдан, теләһәң, аҫылынып үл! Ә көрәшер өсөн яңғыҙ булмаҫҡа кәрәк! Бер нисә генә кеше был эште эшләй алмай. Бөтә урында юғарыға ҡарап табыналар. Бөтәһе лә үҙ урыны өсөн ҡурҡа, ҡалтырай. Йөрәгендә халҡы булған кешеләр беҙҙә бик аҙ шул әле. Уларҙы ултыртып, төрмәләрҙә ҡырып бөткәндәр. Ә тороп ҡалғандарҙың ҡото осоп бөткән. Йәштәр уйларға, ҡайғырырға, янырға белмәйҙәр. Түргә ултырған һәр береһе сабатаһын түргә элә, кабинетҡа, яҡшы квартираға инеп алғас, халҡын да онота... Хатта туған телен дә онота!.. Шулай итеп, кешеләр кеше булырға ла онота...
Ә эш эшләрҙәй егеттәр эш тураһында түгел, ҡайтып йоҡларлыҡ бер мөйөш тураһында уйларға мәжбүр була. Торорға уларҙың квартиралары юҡ, бурыстарын түләргә аҡсалары юҡ, ижад утында янаһы урынға донъя ваҡлыҡтары тураһында уйлап, меҫкен хистәр менән быҫҡырға мәжбүрһең...
Өйгә ҡайтыуыңа ҡатының:
— Утын бөтә, аҡса юҡ, – тип ҡаршы ала. Балаң һалҡында күгәреп илап ултыра. Күңелһеҙ булып китә, йөрәгең әрней, ҡайғыларҙан башың ҡата.
Ни тиклем фәҡир беҙ – китаптарыбыҙҙан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ.
Был хаҡта уйламаҫҡа тырышаһың, был хаҡта яҙыуы ла оят, ләкин уйламай сараң юҡ, был уйҙар һинең кешелегеңде иҙә, йәберләй һәм кәмһетә.
Ни тиклем бирешмәҫкә тырышһаң да, бирешәһең. Юҡ ҡына нәмәләр өсөн дә яратҡан ҡатыныңа ауыр һүҙҙәр әйтәһең, шул һүҙҙәрең өсөн һуңынан выжданың ғазаплай. Ҡайһы саҡтарҙа өйгә ҡайтаһың килмәгән көндәр ҙә була. Ҡайҙа барырға ла белмәйһең.
Күптәр әсәләр, ә мин хатта быны ла булдыра алмайым бит. Кешеләр менән һөйләшеп ултырыр инең, һөйләшерлек һүҙең дә юҡ. Ҡайғыларың ғына бар. Уларҙы тештәрең араһына ғына ҡыҫаһың да өндәшмәйһең. Был хаҡта һөйләшеү миңә кәмһеткес булып тойола. Был хаҡта башҡаларҙы ла тыңлайһың килмәй. Юмористарға – еңелерәк, ләкин, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, мин юморист та түгел, исмаһам!.. Ә ғүмер үтә, йәшлек үтә, иң ҡәҙерле алтын ваҡыттарың үтә!.. Эшләнгән эш бик аҙ. Күңелдә ҡәнәғәтһеҙлек. Донъя менән дә, үҙең менән дә риза түгелһең. Тәбиғәткә, балаларға ҡарайһың – бер аҙ еңелерәк булып ҡала. Ләкин һуңынан тағы ла ауырыраҡ. Тәбиғәт үҙенең сафлығы, матурлығы, бөйөклөгө менән һинең тормошоңдоң ни тиклем тәбиғи булмауын күрһәтә. Ә балалар һинең ни тиклем уларҙан алыҫайған булыуыңды әйтә. Ни тиклем саф уларҙың ҡараштары, ни тиклем ғәмһеҙ һәм хәйләһеҙ...
Ауыр миңә, ҡайһы саҡта бик, бик ауыр. Кешеләргә хатта ышанысың ҡаҡшаған кеүек. Был – иң ҡурҡынысы!.. Ҡайҙалыр юғалаһың, онотолаһың килә. Ләкин онотолоп та, юғалып та булмай. Күңелдә өмөт бар. Үтер, барыһы ла үтер әле, тип йыуанған булаһың. Былар бөтәһе лә ваҡытлыса, тиһең.
Тарихҡа ҡара! – тиһең. Шундай ауыр саҡтарҙа мин үткәндәргә ҡарайым һәм күңелгә яҡты, матур, аҡсаһыҙ киләсәк бик яҡын булып тойола. Шул киләсәкте яҡынайтыу өсөн нимәлер эшләргә, файҙалыраҡ булырға тырышаһың.
Һәм бына мин яңы эшкә килдем.
Ә кешеләр ҡайҙа ла кеше!..

17 февраль.
Әйе, кешеләр ҡайҙа ла кеше... Мин үҙемдән дә, кешеләрҙән дә ҡәнәғәт түгел. Кешеләрҙең күбеһе еңел генә йәшәргә яраҡлашҡан, үҙенең тормошон бер төрлө юлға һалып алһа, күптәргә шул еткән. Уйларға ла, тойорға ла, һөйөргә лә, нәфрәтләнергә лә ҡурҡа улар. Үҙ-үҙҙәре менән ҡәнәғәттәр, тыныстар!..
... Хатта дуҫым Әсғәт тә шул юлға төшөп бара, шикелле. Элекке Әсғәт түгел. Бик нығытып һөйләштек. Үҙен аҡларлыҡ бер һүҙ ҙә әйтә алманы һәм аҡланманы ла.
Мин уға, бер көн кис ултырып, һуңынан үҙен Ағиҙел күперенә алып барып, бөтә ҡараштарымды, бөтә уйҙарымды һөйләп бирҙем. Башҡорт теле, әҙәбиәте һәм сәнғәте, уларҙың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында үҙемде ғазаплаған бөтә мәсьәләләргә лә ҡағылдым.
— Айырылдың һин, Әсғәт. Башҡортостан һиңә хәҙер ҡунаҡҡа ҡайтыу урыны ғына, ә беҙгә... бына үҙең күреп тораһың, хат яҙырға ла ваҡыт юҡ.
— Нишләйһең инде, – ти Әсғәтем, – фотограф булып ҡайтайыммы?
— Юҡ, кинооператор булып!..
— Давай, ас әйҙә студияңды!
— Бергәләп асырға кәрәк. Башҡортостанда бының өсөн бөтә мөмкинлек бар, минеңсә...
һүҙ бына шул хаҡта – Башҡортостанда киностудия асыу мәсьәләһен күтәрергә кәрәклек тураһында.
Артистар һәм режиссерҙар буласаҡ. ГИТИС бына тигәндәрҙе сығарырға мөмкин. Бер ҙә булмаһа, Татарстан менән уртаҡ бер студия төҙөргә мөмкин.
Беҙҙең бөгөнгө артистарҙың да ҡулдарынан байтаҡ нәмә килергә мөмкин. Тик уларҙың ҡулдары ғына бәйле. Хатта рәхәтләнеп уйнарлыҡ театр ҙа юҡ бит. Булғанын да һаман ремонтлап бөтмәйҙәр. Йәй буйы, ҡыш буйы маташалар. Беҙҙең Культура министерствоһы башҡорт культураһы өсөн эшләмәй, минеңсә. Юҡһа, булыр ине беҙҙең редакциялар ҙа, типографиялар ҙа...
Татарҙарҙың театрҙары ла, китап фабрикаһы ла, матбуғат йорто ла бар. Ә беҙҙең иҫ киткес ғәмһеҙлегебеҙ генә бар. Был бик күңелһеҙ булмаһа, әлбиттә, бик көлкө булыр ине...
«Наше чувство родины складывается из любви к тому месту, где родился, и устремлением вдаль, путешествием, расширяющим и обогащающим нашу родину».
М. Пришвин
В очерке своем «В Сирийской пустыне за Ефратом» Ник. Тихонов приводит старую китайскую поговорку: «Лучше один раз увидеть, чем сто раз услышать».
«Смотрите, слушайте, ощущайте, пользуйтесь всеми своими чувствами и неиссякаемой жаждой новых впечатлений. Пусть ваши юные головы и руки не знают усталости в работе и отдыхе, пусть ваши сильные ноги не устанут карабкаться на горы и танцевать, ищите себе друзей и подруг, слушайте и создавайте музыку, отвергайте жестокость во всех ее проявлениях, откройте ваши сердца, как этого требует ваша человеческая природа, и боритесь со всем, что мешает братским отношениям между людьми.
Если молодые люди повсюду будут следовать этому наказу, мы, наконец, увидим мир столь же прекрасным внутри, как и снаружи, мы будем жить жизнью такой же увлекательной и величественной, как и сама земля, на которой мы живем, – чудесный дворец, в котором не должно быть грязи».
Эдисон Маршалл, американский писатель-путешественник.
«Вокруг света», 1, 1957.
«Польша» журналының редакторы Дориан Плонскийға Вас. Захарченконың бик ҡыҙыҡ хаты баҫылғайны. Бөгөн шуға Плонскийҙың яуабын уҡыным. Ҡыҙыҡ. Бер нәмәһен дә ҡабул итмәгән. Үҙем менән бергә уҡыған Ричард Донецкий иҫкә килеп төштө. Нишләй икән ул? Беләһе килә. Шул Плонский менән ниндәйҙер уртаҡлығы бар ине.
Лозунг «Пусть расцветают все цветы, пусть соперничают все ученые» направлен против чертополоха. Китайские товарищи любят аромат разнообразных цветов, за исключением, однако, тех, чей «аромат» ядовит и лишь отравляет, а не освежает воздух.
Ә был «шайтан таяғына» күптәр таяна!..

26 февраль.
Өс көн, өс төн Рабиндранат Тагор хикәйәләренең корректураһы өҫтөндә ултырҙым. Бөгөнгө көнгә әҙер булырға тейеш ине. Ләкин титул битен өлгөртмәгәндәр икән. Иртәгә типографияға!
Ә хикәйәләр иҫ киткес! Был минең тәү башлап һиндостанды асыуым! Шулай уҡ кешеләр яҙмышы асыла миңә. Был яҙмыш мауыҡтырғыс һәм фажиғәле, матур һәм ҡот осҡос!.. Бөтәһенән дә бигерәк үҙенең ҙур йөрәге һәм тәбиғи аҡылы менән Тагор үҙе матур.
Быға тиклем мин уның тик:
— Никакому идолу не поклоняйся, ничьей веры не оскорбляй! – тигән һүҙҙәрен генә һәм уның тураһында Илья Эренбургтың фекерҙәрен генә белә инем.
Бына хәҙер мин уның үҙе менән күрештем, һәм мин өс көн, өс төн буйы уның менән ғорурланып һәм үҙемдең уға бик яҡын булыуыма ҡәнәғәтләнеп йөрөнөм. Был минең өсөн ысын тормош ине. Мин бөтөнләй был донъянан ситкә киттем. Миңә өндәшкәндәрен дә ишетмәйем һәм ишетергә лә теләмәйем.
— Өйгә алып ҡайтып эшләһәң дә, нәшриәттең эше бөтмәҫ ул! – тип көлдө егеттәр.
Бөгөн Зөфәр менән Йәдгәр шахмат уйнап ултырғанда:
— Исмаһам, обед ваҡытында ял итер инең, – тинеләр.
Ләкин мин Тагорҙан айырыла алманым. Уҡып сығырға ете бит ҡалғас ҡына йыйылышҡа саҡырҙылар. Йомағужин ҡарт Верховный Советтың сессияһы тураһында һөйләне, Рәис Ғабдрахманов серем итеп ултырҙы!.. Ә мин кешеләр, яңы ҡылыҡтар менән танышып, күҙем күргән бөтә нәмәне күҙәтеп ултырҙым.
Тагорҙы уҡыған корректор ҡыҙ (К. Г. Шәрипова булһа кәрәк, китапҡа шулай яҙылған) минән ҡапыл ғына:
— Урал ҡайҙа? – тип һораны.
— Урман киҫә, – тинем үҙенә.
Был ҡыҙыҡай минең ҡустым менән бергә уҡыған икән. Уның эргәһендә Резеда Солтанова ултыра. Мин нәшриәткә килгәне бирле, осрашҡан һайын ул миңә тура ла ҡарай алмай, ҡолаҡ остарына хәтле ҡыҙара, иҫәнләшә лә алмай... Күргән һайын, минең дә күңел ҡытыҡланып тора. Ҡыҙыҡ ҡыҙыҡай. Уның тарихы бар. Берәй буш ваҡытта яҙып ҡуйырмын әле. Кешеләр көн һайын бер-береһен белә күреп тә, һөйләшә алмай йөрөгәс, был тарих ҡыҙыҡлы ғыналыр, әлбиттә...

27 февраль.
Был хаҡта яҙырға ваҡыт юҡ. Уҡырға, уҡырға кәрәк. Баштан хәҙер аспирантураға инеү уйы сыҡмай. Немец теленә тотонорға кәрәк. Иң ауыры шул. Бына инде тел өйрәнмәүҙең бәләһе!.. Гейнены немец теленән тәржемә итергә кәрәк булыр. Тәржемә – тел өйрәнеү өсөн иң яҡшыһы.
Аҙнабаевтың шиғырҙары тураһында доклад яһарға тейешмен. Яҙа башланым да, ташланым. Башта йөрөткән уйҙарҙы яҙырға кәрәк, фекер әйтергә кәрәк. Буш һүҙ генә һөйләгем килмәй.
Ләкин Тагорға сумып киттем дә, был эште ҡуйып торҙом. Бөгөн кис ултырырға иткәйнем, Надя менән һүҙгә керешеп киттек. Кәйеф боҙолдо, кис бушҡа үтте. Надяны урамға алып сығып, йыйылып килгән бөтә үпкәләремде әйттем.
— Һиңә яраҡлашырға булдыра алмайым, – тигән һүҙҙәре бик күңелгә тейҙе.
— Миңә яраҡлашыу кәрәкмәй, һинең аңлауың кәрәк! – тинем.
— Я не могу быть чутким человеком, – ти.
— Не надо быть чутким, надо раз навсегда понять: «чуть-чуть» для меня – все!.. Шунһыҙ беҙ бергә йәшәй алмаясаҡбыҙ. Мин һинән артыҡ бер ни ҙә талап итмәйем, мөмкин булғанды ғына талап итәм. Был талап та түгел, үтенес. Йә, әйт, Надя: нимәнән һин ҡәнәғәт түгел? Нимә хаҡында уйлайһың бына хәҙер? Бөтәһен дә әйт, – тим ярһый-ярһый.
— Иң ҡыйыны – өйҙә эшһеҙ ултырып, буш йәшәү, – ти.
— Ә уҡыуың? Эш түгелме?
— Уҡыу – мин теләгән эш түгел шул.
— Уҡымағас, нисек эшләрһең? Барыбер үҙең теләгән, үҙеңде ҡәнәғәтләндергән эш таба алмаҫһың бит, Надя?..
Өндәшмәй. Килештек буғай. Байтаҡ нәмәләр иҫкә алынды. Өшөнөк. Төндәр һалҡын әле. Минең күңел өшөй...

28 февраль.
Кисәге Тагор хикәйәләренең корректураһын Фәрит ағай менән бергәләп ҡарап сыҡтыҡ та баҫырға бирҙек. Баш редактор Ҡеүәтов ҡарап та торманы. Был мине бик ғәжәпкә ҡалдырҙы... Юҡ, был кеше редактор түгел!.. Минең был тәүге эш – уға шундай ҡараш!.. Ҡыҙыҡ! Бик сәйер мөғәмәлә.
Корректураны бик ентекләп уҡыным, бөтә күңелемде биреп эшләнем. Эшемдән ҡәнәғәт. Тик тәүге биттәрҙәге инеш һүҙҙә киткән рус һүҙҙәре генә күңелде ҡырып тора. Синыф – класс, эшмәкәр – деятель булып китте. Ҡайһы бер килешмәгән һөйләмдәр ҙә төҙәтелмәй ҡалды.
— Хәҙер инде һуң, – ти Фәрит ағай. – Үҙең редактировать иткәндәрҙе рәхәтләнеп төҙәтерһең.
Ғөмүмән алғанда – тәржемә бик матур, руссаһынан да яҡшыраҡ кеүек. Әлбиттә, Әкрәм быға күп көс һалған. Тәржемәсе Найманов та иренмәй эшләгән. Миндә уға бик ҙур хөрмәт тыуҙы. Шәп егеттәр бар беҙҙә! Нисектер ғорурланаһым килә. Тик Фәрит ағайҙың китеүе генә үкенеслерәк. Ғәжәп, матур кеше! Бөгөн ул эшен Василий Андреевич Трубицынға тапшырҙы. Ул да миңә оҡшай. Ләкин башҡорт әҙәбиәте тураһында русса һөйләшеү ҡыйынға тура киләсәк. Тиҙерәк Кулибай килһен ине инде.
Тағы ла военкоматҡа барҙым. Мине һаман да әле учетҡа алмайҙар. Йөрөй-йөрөй ялҡтым инде. Комиссарға ғариза яҙҙым.
Иртәгә иртән рентгенға барырға ҡуштылар. Военкоматтан милиция бүлегенә индем – унда ла минең эштәр яҡшынан түгел: һаман да мин пропискаһыҙ йөрөйөм. Ғәйеп, әлбиттә, үҙемдең ығышлыҡта. Нишләптер мин был тәртиптәргә һыя алмайым, юҡ ҡына нәмәләр өсөн дә үҙемә-үҙем ҡайғы арттырып ҡуям. Ҡасан бөтөр икән был формальностар?!
Ҡайҙа ғына кермә – формализм. Ҡайҙа ғына ҡарама – формализм. Нәшриәт эшселәре иртән эшкә килгәс, секретарға инеп ҡул ҡуялар! Был минең өсөн шул тиклем түбәнһеткес бер күренеш. Был дисциплина түгел инде: май булмағанға маргарин... «Сквозь строй» менән кешелә аңлы эш дисциплинаһы булмаясаҡ.
Магазинда Цвейгты күреп ҡалып – күҙҙәрем дүрт булды. Аҡса юҡ, ә иртәгә китап та булмаясаҡ. «Ленинсы»ға йүгерҙем. Марат командировкала икән. Сәйфуллиндән 15 һум алып, китапты ҡулға эләктерҙем.
— Китапҡа аҡса тапҡанһың, ә Салауатҡа һөт алырға – тапмағанһың!.. – ти Надя. Дөрөҫ әйтә!.. Ләкин:
— Иртәгә был китап булмаясаҡ ине. Һуңғыһын алып ҡалдым, – тим. Ышанмай. Минеңсә, ялғанлаған булһам да – ышанырға кәрәк ине.
«Литературная газета» менән «Комсомольская правда»ны редакциянан өй адресына күсерттем. (С. Ҡудаш, 8, кв. 4. – көндәлеккә әле был адресты яҙғаным юҡ. Ғүмеремдәге иң ауыр адрес был! Хужаға хәҙер ике меңгә яҡын бирәсәк бар. Шуны түләү өсөн хәҙер И. Франконың хикәйәләрен тәржемә итергә издательство менән договор төҙөштөм. Белмәйем, был бурыстарҙан нисек кенә ҡотолормон инде? Уйлаһаң – баш ҡата, уйламаҫҡа тырышам. Өй һыуыҡ, утын бөттө, бала өшөй, ашарға юҡ, ҡатын ауырлы, ә үҙемдең эстә – донъяға асыу ғына ҡайнай...)
Надя мәктәптән асығып ҡайтҡан. Мин дә ул ҡайтҡансы газеталар ҡарап Цвейгты уҡып, бик асығып ултырғанмын икән. Ҡапҡылап алырға бер ни ҙә юҡ. Надяны бәрәңге бешерергә күндерҙем.
— Давай, тәмле итеп бәрәңге бешереп тороп ашайыҡ әле!
Ул теләр-теләмәҫ кенә бәрәңге әрсергә тотондо. Мин кухняла уға Цвейгтың Горький тураһындағы портретын уҡыйым. Ғәжәп ҡанатлы һүҙҙәр!..
Горькийҙың башынан кискән бөтә нужалары, бөтә ғазаптары иҫ киткес шиғыр итеп яҙылған.
— Бына, – тим мин, – Горький беҙҙең ише генә интеккәнме? Мин уның тормошон үҙебеҙҙеке менән сағыштырып ҡараһам, мин бит дворян?!.
Надя рәхәтләнеп көлә.
— Ә һин просто королева! Бына, һинең ҡулыңда әле, әрсерлек бәрәңгебеҙ ҙә бар!
— Әйтмә инде һинең дворянлығыңды!
— Ниңә һин уға (бәрәңгегә) улай ирония менән ҡарайһың әле, – тим мин, – көлмә, был бәрәңге бит Бөйөк Ватан һуғышында еңеп сыҡҡан бәрәңге ул!.. – һ. б.

1 март!
Бына 1957 йылдың яҙы ла башланды!.. Үтә ғүмер!.. Әйләнергә лә өлгөрмәйһең, ҡышы үтә, яҙы ла килеп етә. Йыл бик яҡшы килә быйыл. Ҡар күп булды. Яҙ ҙа иртә килергә самалай...
Март!..
«Март айының нескә билле еле
Һуҙылып ятып ергә ҡар ашай!..»
Ә тамсылар февралдә үк тыпылдаша башланы быйыл. Иртән туңдыра, көндөҙ бөтөнләй яҙ һулышын тояһың: ҡояш яҡтылығы ҡарға бәреп, күҙҙе ҡамаштыра, хатта күҙҙәр ауыртып китә, ҡыҫып ҡына йөрөйһөң. Ҡар тамсылар менән тишкеләнә һәм аяҡ аҫтында тоҙ кеүек ярмаланып ята. Сыпсыҡтар серелдәшә, күп тә үтмәҫ, ҡарғалар яҙҙы ла башлап ебәрер...
Яҙ!.. Ләкин бер ни ҙә яҙып булмай әле. Күптән инде минең шиғыр яҙғаным юҡ. Мостай Кәримдең хаттарынан һуң яҙыу ҙа ҡурҡыныс. Ҡапыл үҙемде бик ҙур йөк күтәргән кеүек тоя башланым.
Башҡортостан тыуған көн етә. Тиҙҙән бына Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына дүрт йөҙ йыл тулыу байрамын да үткәрербеҙ.
Ә циклды һаман да бер төҫкә индереп булмай әле. Яҡшы итеп яҙаһы ине!..
Китапхананы таҙарталар. Нәшриәткә барғас та һағалап йөрөй башланым. Элекке китаптарҙы алып ҡалырға кәрәк. Бер ҡосаҡ китаптар алып ҡайтып киттем! Ләкин иҙәндә ятҡан шағирҙарҙы күреү күңелгә ауыр...
Эш хаҡы бирҙеләр. «Совет Башҡортостаны»ндағы кеүек сират юҡ бында. Хатта бухгалтериянан үҙҙәре саҡырып йөрөйҙәр. Тик минең эш хаҡым бик бәләкәй бында. 360 һум (ярты айға).
Надя Салауат менән килеп ҡаршылап торғандар. Малай ас, Надя тиҙ генә печенье һатып алып сыҡты ла магазиндарға йүгерҙе. Мин, Салауаттың арбаһын һөйрәп, өйгә ҡайтып киттем. Юлда малайҙы ла, үҙемде лә печенье менән һыйлайым. Ҡулымда сеткаға тултырылған бер ҡосаҡ китаптар.
Хәким ағай осрап, көлөп китте.
Төшкә тиклем военкоматта йөрөнөм. 7 мартта комиссия буласаҡ. Учетҡа алындым. Секретарь ҡыҙ менән ҡыҙыҡ булды. Салауаттың тыуған йылын әйтә алмайынса, ҡыҙарып ҡуйҙым.
— Бар, ҡатыныңдан һорап кил, – ти ҡыҙыҡай. – Бына һиңә атай!..
Дауыт Юлтыйҙы әҙерләргә тотондом.

2 март.
Юлтый өҫтөндә ултырам. Ниңәлер бөтә күңелемде биреп эшләй алмайым. Ҡайһы берәүҙәрҙең Юлтый ҙа Юлтый тип ауыҙ һыуҙары ҡойолоуын аңлап етә алмайым... Бәлки, күңелдә ҡалған «халыҡ дошманы» тигән һүҙҙәрҙең ҡанға һеңгән нахаҡ таптары шулай итәләр? Белмәйем...
Сәләм, Ниғмәти, Мостай Кәрим уларҙы ни тиклем артта ҡалдырғандар инде!.. Тик уларҙы беҙ баһалап бөтә генә белмәйбеҙ әле.
Ә бына Бабич, исмаһам, шағир!..
Йыйынтыҡҡа Юлтыйҙың бик примитив шиғырҙары ла индерелгән. Ғөмүмән, шиғыр культураһы түбән. Хистәр, уйҙар бар, ниндәйҙер талпыныу бар, ләкин бөтә тәне менән, оҫталығы менән оло шағир йөрәген күреп булмай.
Әҙәби факт булараҡ, әлбиттә, ҡыҙыҡлы. Шулай ҙа шағирҙы заманы шулай булған бит тип үлсәп булмай...
Кис коллектив менән «Муса Йәлил»де ҡарарға барҙыҡ. Мин ниндәйҙер ашҡыныу менән көткәйнем уны.
Шулай ҙа... Муса Йәлил сәхнәлә юҡ, Вәли Ғәлимов ҡына бар. Ут-ялҡын, мөхәббәт һәм нәфрәт менән тулған шағир рухын, Муса Йәлилдең иҫ киткес бай эске донъяһын, кешелек сифаттарын, уның үҙенә генә хас булған тәбиғәтен күрә алманым мин.
Уңышлы ғына характерҙар бар, ләкин улар бик тарҡау, бергә бер бөтөн булып тупланмаған һәм Муса шулар эсендә юғалып ҡалған.
Ғөмүмән, Муса Йәлилде әле генә табып булмаҫ кеүек. Ул әле дан эсендә, маҡтау эсендә. Уның ысын образын тыуҙырыу өсөн ысын художник кәрәк. Һәм ул художник геройлыҡ данына һәм шул данды файҙаланып ҡалыу өсөн мауыҡмаҫҡа тейеш!
Муса Йәлил беҙҙән алыҫлашҡас ҡына яҡын буласаҡ. Ә хәҙергә әле ул аңлайышһыҙ һәм герой кеше генә. Әҙәби герой һуңлап тыуа.
Нәҡи Иҫәнбәт бик ашыҡҡан.
Театр ҙа әле быны аңлап етмәгән.

3 март.
Һайлау көнө. Ҡояш. Иретә. Баланы күтәреп, Надя менән һайлауға киттек. Надя һайланы, мине һайлатманылар. Пропискала тормағас, исемлеккә лә индермәгәндәр. Бөтә кәйеф боҙолдо. Үҙемде нисектер донъяла юҡ кеүек итеп тойҙом. Бына һиңә гражданин-обыватель!..
Кешегә әйтһәң, кеше ышанмаҫ...

4 март.
Квартира хужаһына хат яҙҙым.
«Хөрмәтле Ғаян ағай!
Хатығыҙҙы алдым, уҡыным. Бөтәһе лә аңлашыла. Тик бер нәмә генә күңелгә аңлайышһыҙ, ауыр тойолдо. Ул – һеҙҙең хатығыҙҙың тоны:
«Нисек тора теге һеҙҙең ғинуар аҙағында түләп бөтөрәм тип өсәүләшеп торжественно әйткән вәғәҙәгеҙ?» – тигәнһегеҙ.
Әлбиттә, квартира хужаһы булараҡ, был хаҡта борсолорға һеҙҙең хаҡығыҙ бар, ләкин, кеше булараҡ, етмәһә, оло кеше булараҡ, бындай мыҫҡыллы тонда ирония менән өндәшеү урынһыҙ. Берҙән, беҙ һеҙҙең алда былай ҙа кәмһеткес хәлдә. Икенсенән, бер кем дә һеҙгә «торжественно» вәғәҙә биргәне юҡ. Аптыраған көндән әйтелгән һүҙҙәр генә бар.
Ярай, эш һүҙҙә лә, һеҙҙә лә түгел, беҙҙә! Ә беҙҙең хәл, билгеле, еңелдән түгел әле. Тик һеҙҙең кешегә кешеләрсә ышаныуығыҙ, кеше хәленә керә белеүегеҙ генә кәрәк, Ғаян ағай.
Хәлдәр шулай: бурысты һеҙ ҡайтыуға тотош түләрмен. Бының өсөн мин Иван Франконың хикәйәләрен тәржемә итергә нәшриәт менән договор төҙөштөм. (Шуны хәл итмәйенсә тороп, һеҙгә яуап яҙыуҙы ла бер аҙ һуңлаттым буғай.) Хәҙер бына төндәрен шул хикәйәләр өҫтөндә ултырам. Июль айында мин был ауыр бурыстан да, был йәһәннәм тишегендәге квартиранан да ҡотолормон тип уйлайым. Еңелгә тура килмәне был ҡыш беҙгә! Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙ тишек кәмәгә ултырҙыҡ инде, Ғаян ағай... Бына ун кубометр утын елгә лә осто! Сөнки өйҙә ел уйнай, тамсы ла йылы тормай. Балаға һыуыҡ тейеп бара, ауырый. Шулай итеп, һеҙгә түләйәсәк аҡсаның яртыһы утынға-утҡа ғына китеп тора. Ә газетала аҡса эшләп алырлыҡ ваҡыт булманы миңә. Ҡулым да бармай, намыҫым да ҡушмай. Шуның өсөн издательствоға китергә мәжбүр булдым. Редактор булып эшләйем хәҙер. Көҙгә аспирантураға китергә әҙерләнәм. Бына шулай хәлдәр. Онотҡанмын: әсәй ҡайтып китте.
Быларҙы мин һеҙгә бик яҙаһым килеп торғандан яҙманым, тик һеҙҙе хәл менән таныштырып ҡуйыу өсөн генә яҙҙым. Борсолмағыҙ! Хәҙергә йонсоп килеп йөрөмәһәгеҙ ҙә ярай тигән һүҙем инде был. Ә налог-фәләнде түләйәсәк бурыс иҫәбенән үҙем түләп ҡуйырмын.
Бына шул ғына. Сәләм менән Рәми».
4/III-57.
Бына шул ғына!.. Эйе, донъяла бына шул ғына нәмәләр өсөн дә ярты ғүмерең әрәм була!.. Күпме түбәнлектәр, күпме хурлыҡтар бына шул ғына нәмә өсөн һинең йәшлегеңдән, намыҫыңдан, аҡылыңдан көлә. Ә бит ғүмер бер генә ҡабат бирелгән кешегә... Шул ғүмерең һинең мәғәнәһеҙ бер нәмә өсөн әрәм була.
Ҡайһы саҡта мин: «Три карты, три карты!..» тип аҡылынан яҙған Герман кеүек: «Квартира, квартира, квартира!» – тип үҙемә үҙем әсенеп ҡысҡырам.
Бәләкәй генә Салауатымдың ҡулдары ҡыҙарып, йөҙө күгәреп илап ултырыу йөрәккә үтә! Яратҡан ҡатыныңдың ауырға ҡалған сағында йыртыҡ күлдәк кейеп, ауырыу баланы ҡарап, ас көйөнсә ултырған көндәрен кисереү йөрәкте телгеләй.
Ҡайҙан аҡса табырға?
Бурыстарҙан нисек ҡотолорға? – тигән уйҙан ҡайһы саҡта баш ҡатып китә.
Эштән арып ҡайтаһың, һин ҡайтыуға ҡатының киске мәктәпкә уҡырға китә. Икегеҙгә кейеп йөрөр өсөн бер студент вельветкаһы булған була. Һин уны өҫтөндән сисеп биргән булаһың да бала ҡарап ултырып ҡалаһың. Бала бер төрлө ашатыуҙан ябыҡ, ҡаҡса, мыжыҡ. Уны үҙең ашаған аш менән көсләп-көсләп ашатаһың да, ул йоҡлап киткәнсе үҙең асығып, хәлдән тайып бөтәһең. Шунан һуң уҡырға, шиғырҙар яҙырға кәрәк!.. Күңел төшмәй, илһам ҡаса һинән. Ләкин һин үҙеңде көсләп булһа ла эшкә, өҫтәл артына ултыртаһың. «Мин бәхетле» тип яҙыу ҡыйын. Нисек кенә һин оптимист булма, нисек кенә тормошҡа һин тарих күҙлегенән сығып ҡарама, үҙеңдең ошо фәҡирлегеңде тоймау мөмкин түгел. Сөнки берәүҙәр үҙҙәренең йылы, яҡты өйҙәрендә ванналарында тәгәрәп ятып ҡорһаҡ үҫтерәләр һәм шул «кешеләр» һинең яҙмышың, йәшлегең, иң матур хыялдарың, иң саф хистәрең менән һатыу итеп ултыралар.
Донъя, әлбиттә, һинең эт ояһындай мөйөшөң менән генә сикләнмәгән. Донъя киң ул, матур ул. Ләкин донъя киңлегенән ни мәғәнә, аяҡ кейемдәрең тар булғас, тигәндәй, һинең донъяла йәшәүең иҫ киткес ҡыйын.
Һин ижад итәһе урынға үҙеңде үҙең кәмһетәһең, ваҡлайһың, донъяның ниндәйҙер бер квартираһы тураһында уйлап зиһенең ҡайта, тойғоларың тупаҫлана һәм һөйөп туя алмам тигән иң яҡын кешеңә иң ауыр һүҙҙәр әйтергә мәжбүр булаһың!..
Юҡ ҡына нәмәләр өсөн дә тауыш сыға. Юҡ ҡына нәмәләр өсөн кешелегең юҡҡа сыға.
Бына шул юҡлыҡтан сыҡҡан нәмәләр һинең выжданыңды кимерә. Һин шул тиклем ваҡ бер меҫкен әҙәмгә әйләнәһең. Шундай саҡтарҙа һинең ҡәләм тоторға намыҫың ҡушмай. Сөнки һин инде шағирҙың кем икәнлеген, уҡыусылар һинән нимә көткәнлеген яҡшы беләһең!..
Бына инде шул нәҡ үҙе аҡыллылыҡ бәләһе!.. Их, һин тормош!.. Бының һайын һин ҡәҙерлерәк, тормош!..
Тормошто артыҡ яратҡан, уға артыҡ мөхәббәт менән янған һайын – ул һиңә мәрхәмәтһеҙерәк һәм үгәйерәк...
Бына ниндәй ҡаршылыҡ килеп тыуа! Был ҡаршылыҡ өйөңдә, эшеңдә, йөрәгеңдә!.. Һәр аҙымың һайын...
Ярай әле йөрәк бөтәһен дә һыйҙыра ала!.. Бөтәһенә лә түҙә. Шартлап ярылырҙай булғанда ла, ярылмай ҡала бит...
Бөгөн эштән ҡайтып килгәндә Сәриә осраны.
— Йылмайып китеп бара үҙе, ә күрмәй ҙә, исмаһам, – ти.
Ғәжәп: мин хатта йылмая ла беләм икән әле!.. Күрәһең, мин донъяны яратам. Яҙ тураһында уйлап килә инем:
— Март айының нескә билле еле һуҙылып ятып ергә ҡар ашай!..
— Һине Мостай Кәримдең хаты менән ҡотлайым тип, бер көн редакцияға шылтыратҡайным, ә һине издательствола эшләй, тинеләр. Унда ла юҡ инең. Мин ул хаттарҙы рәхәтләнеп уҡыным, – ти Сәриә. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп торҙоҡ та:
— Ярай, минең танау өшөй, – тип хушлашып, китеп барҙым. Ә ул көлөп-йылмайып институтҡа инеп китте.
Зөфәр Ғәбсәләмовтың С. Ҡудаш тураһындағы мәҡәләһе тураһында минең фекерҙе һорағас, мин уға:
— Бик урынлы, бик кәрәк сығыш, – тинем. – Ә уны хулиган сығышы тип әйтәләр.
— Кем әйтә?
— Сәйфи Ҡудаштың ҡатыны журналға шылтыратҡан. Бына нишләй ҡатындар әҙәбиәттә!..
Көлөштөк.
Ләкин Зөфәр көлмәй, шыртлабыраҡ йөрөй егетең. Ничего! Был бөтә йәштәрҙең фекере. Ул яңғыҙ түгел. С. Ҡудаш үҙенең ниндәй шағир икәнлеген белеп үлергә тейеш.
Һәр ялтыраған нәмә алтын түгел.
С. Ҡудаш алтын менән ялатылған. Үҙен хөрмәт итә белмәһә лә, әҙәбиәтте хөрмәт итә белергә тейеш инде кеше. Ә беҙҙә әле үҙҙәрендә әҙәбиәтте түгел, ә әҙәбиәттә үҙҙәрен яраталар.
Мостай Кәримдең Сәйфи Ҡудашты ҡанат аҫтына тығып, һаҡлап килеүе һис тә тәбиғи түгел. Был мине бик ныҡ ғәжәпләндерә. Был бик сәйер күренеш уға булған хөрмәтемде кәмһетеп торған кеүек. Ғәжәп инде кеше?!

5 март.
Көн боҙолоп тора. Ямғыр ҡатыш ҡар яуа. Күңелһеҙ.
Дауыт Юлтый менән ултырам.
Исмаһам, шиғырҙар ҙа күңелде йылытмай. Ғайсаға асыу килә. Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе тип кенә эшләгән. Оригиналды сағыштырып, машинканан һуң уҡып та сыҡмаған.
Институтҡа шылтыраттым. Юҡ. Һуңынан үҙе хәбәр итте.
— Хөрт эшләгәнһең, – тим. – Оригинал менән сағыштырып уҡып та сыҡмағанһың, шикелле? Бит һайын хата тулып ята. Һинән быны көтмәгәйнем, Ғайса.
— Һин бит редактор, Рәми, үҙең шунда ҡара инде. Бик ашығыс булды бит.
— Шуның менән бында эш шәбәйеп китер тиһеңме? Һин бит инде китапты төҙөүсе, Ғайса, эшен бөтөрөп бирергә кәрәк ине!..
— Уның өсөн гонорар түләмәйҙәр бит миңә, – ти Ғайса. Мин хатта уңайһыҙланып, оялып киттем был һүҙҙән. Аптырағас:
— Ярай, Ғайса, берҙексәгә мин ҡалдырып торам, эшләрмен инде үҙем. Тик былай ҡарау эш түгел инде.
Гонорар – аҡса!.. Эх, егеттәр! Шундай егеттәр ҙә аҡса ғына тип торғас инде... Төшкөгә ҡайтҡанда Ғайсаның үҙен осраттым. Һөйләшеп торманыҡ. Ниңәлер, үҙем дә һиҙмәҫтән, көлөп кенә үтеп киттем. Ғалим Ғайса!..
Филиал эргәһендә янымдан Сабир Ваһапов үтеп китте. Йәйәүләп йөрөй ағайың. Артыма боролоп ҡараным. Ҡараһам, миңә лә артына боролоп, Ваһапов түгел, бер ҡыҙ ҡараны ла шәп атлап китеп барҙы. Резеда икән!.. Ҡыҙыҡ ҡына күренеш булып тойолдо был миңә. Мин издательствоға килгәне бирле беҙҙең эле һаман да һөйләшә алғаныбыҙ юҡ. Бер көндө, МПВО-нан зачет тапшырған көндө, ул минең алда ғына ултыра ине. Ҡапыл артына боролоп, миңә топ-томалдан атом бомбаһының шартлауын күрһәткән бер таблицаны бирҙе. Мин дә үҙемдең ҡулдағы таблицаны тотторған булдым:
— Мә, һиңә лә булһын!
Кисәге ул Найман менән телефондан һөйләште. Мин ирекһеҙҙән ҡолаҡ һалдым. Әллә быларҙың бер-бер эше бармы? Тегеһе ниҙер үтенә. Быныһы:
— Театрға бараһы бар бит әле. «Зимагорҙар»ҙы ҡарарға, – ти.
Мин аҙаҡтан һорап ҡуйҙым:
— Нимә, «Зимагорҙар»ҙы ҡарарға итәһеңме?
— Әйе, әйҙә, һин бармайһыңмы?
— Юҡ, минең бит ҡатын уҡып йөрөй. Бала ҡарарға кәрәк.
— Ә, улай икән. Нимә, киске мәктәптә уҡыймы?
— Әйе. Ә һин ҡыҙың менән бараһыңмы?
— Эйе, шунда бергә-бергә...
— Шәпме ҡыҙың? – тип шаярыу ҡатыш һорашҡан булдым.
— Шәп тип ни – үҙемә яраған инде, – тип Найман, уны-быны һиҙмәйенсә, ҡыҙы менән дә таныштырып ташланы. Пединститутта уҡый икән. Литфакта. Ҡыйғы районынан Йыланлы ҡыҙы икән... һ. б.
Тимәк, Резеда түгел!.. Күңел тынысланып ҡалды. Юҡһа, нишләптер бик ҡытыҡланып тора инем. Бына инде йүләрлек! Резеданы үҙебеҙҙең егеттәр менән күрәһе килмәй. Ә егеттәр уны йыш ҡына телгә алалар. Мин өндәшмәй генә, иғтибар итмәгән кеше булып ултырам. Ә башта уның менән булған бөтә тарих йөрөй. Шуның өсөн дә егеттәрҙән был үткәндәрҙе көнләшеп ҡуям. Сөнки ҡыҙыҡайға булған ҡыҙыҡһыныу һаман да әле бөтмәгән. Был ниндәйҙер бер сер булып йөрөй. Ләкин бер ҙә уға сер бирмәҫкә тырышам. Шуның өсөн беҙҙең күрешеүҙәр бик сәйер генә килеп сыға, ҡайһы саҡта иҫәнләшергә лә тура килмәй...

Ай-һай ҙа ғына сайҡай керҙәр йыуа,
Талмай микән уның беләкәйҙәре.
Күрше лә генә тороп, күрә йөрөп,
Янмай микән уның йөрәкәйҙәре?..

Минең был яратҡан йырыма тағы ла бер мәғәнә өҫтәлде!.. Беҙ бергә эшләп, бер-беребеҙҙе күрә йөрөп, янмай микән уның йөрәкәйҙәре?
Күңел әле йәш, дәртле һаман. Кемделер яндыраһы килә, кем өсөндөр ғәмһеҙ генә янаһы килә!.. Бына һиңә өйләнгән кеше, бына һиңә бала атаһы!.. Ләкин былар өсөн үҙемде ғәйепле итеп һиҙмәйем. Миңә был хистәр нисектер яҡты, һәм уларҙың бер ниндәй ҙә күләгәһе-шәүләһе юҡ кеүек. Ә, бәлки, был аҙғынлыҡтыр? Тик мин быны тоймайым ғыналыр? Күңелем – күбәләкме әллә? Белмәйем.
Тик мин өйгә саф намыҫ менән ҡайтып керәм, саф намыҫ менән ҡатынымдың күҙҙәренән үбәм, саф намыҫ менән баламды ҡулға алам!.. Надяға булған тойғоларым ниндәйҙер тәрән, тормоштоң үҙе кеүек үк ҡатмарлы һәм ҙур. Ул тойғолар ниндәйҙер оло бер йылға кеүек. Ә башҡа хистәр ниндәйҙер ваҡ ҡына шишмәләр улар һәм ошо ҙур йылғаға килеп ҡоялар...

6 март.
Дауыт Юлтый менән ултырҙым. Кис Стефан Цвейгтың Эмиль Верхарн тураһында иҫтәлектәрен уҡыным һәм Сергей Городецкийҙың шиғырҙарына тотондом.
Үҙемдең шиғырҙарға һаман да ҡул тейгәне юҡ. Яңғыҙ ғына ҡалып булмай. Күңел дә төшмәй. Бер нигә лә ҡул бармай.
Эштән һуң тик бала менән йыуанам, уны йоҡлатҡас, ки-тап-газеталар уҡыйым. Художниктар съезы бик оҡшай миңә. Шепиловтың доклады ғәжәп матур.

7 март.
Көн буйы военкомат менән милиция бүлегендә ураландым. Арытты. Бына ҡайҙа икән бюрократтар ояһы!.. Хәрбиҙәрҙе яратмайым. Бер өтөк кенә писарына тиклем һинең йәнеңде үртәп ултыра. Хәрби билетҡа алып барған һүрәткә ҡараны ла мәғәнәһеҙ бер ирония менән:
— Как-будто деятель сидит какой-нибудь, – тип ҡуйҙы, өҫ-башыма ҡарап алды.
— Во всяком случае деятельнее вас, – тип әйтәһем килде лә, әйтмәнем инде. Эттәр менән эт булып булмай бит. Ҡойоп ҡуйған солдафон!..
Мең бәлә менән билет алдым. Ағайың, шулай итеп, запастағы һалдат...

8 март.
Йырҙар йыйынтығы менән баш редакторға керергә тура килде – бөтә йәнем, тәнем менән әрнеп сыҡтым. Баш редактор – үҙенең башы юҡ. Күҫәк бер!.. Әҙәбиәт-сәнғәт тураһында әлепте таяҡ та тип белмәй. Шул бәндә инде әҙәбиәттең яҙмышын хәл итеп ултыра!.. Әй алла!.. Ҡасан бөтөр былар? Нисек эшләргә кәрәк? Нишләргә? Ҡайһы ерҙәренән тотоп ырғытырға?
Ныҡ ултыралар бит улар. Теше-тырнаҡтары менән обкомға йәбешкәндәр бит! Нисек итеп обком үҙ тәнендә шундай һөлөктәрҙе тоймай икән.
Хәйер, обком үҙе бит был киҫекбашты баш редактор итеп ебәргән! Йәнәһе аппаратты нығыталар!..
Издательстволағы кешеләргә аптырайым: нисек итеп коммунист булған кешеләр шул хәлдәргә түҙеп йөрөйҙәр икән?
Юҡ, мин быны былай ғына ҡалдырмам! Йә мине иҙерҙәр, йә мин уларҙы. Тик мин бындай әҙәм көлкөләрен күтәрә алмам! Хурлыҡ! Ниндәй әйбәт егеттәр бар, шулар ҙа инде күнегеп бөткәндәр.
— Юҡҡа аптырайһың, Рәми. Һин әле беҙҙең директорҙы белмәйһең: тупица бит ул, – тип көлөшәләр...
Төштән һуң был баш редактор янына тағы ла индем. Минең менән Зөфәр ҙә керҙе. Икәүләп минең «Нимә ул мещанлыҡ?» тигән мәҡәләне кескәй генә бер брошюра итеп сығарырға, планға индерергә тәҡдим иттек. Уҡымаған көйөнсә һаман үҙенекен һөйләй. Имеш, беҙ план буйынса ғына, обком рөхсәте менән генә эшләйбеҙ. Имеш, бындай теоретик мәҡәләне кем уҡый? Унан башҡа ла етерлек эш күп һ. б. шуның кеүек лығырҙау!
— Ә һеҙ үҙегеҙ был мәҡәләне уҡыманығыҙмы һуң? – тинем мин.
— Юҡ, күргәнем дә юҡ.
— «Әҙәби Башҡортостан»ды уҡымайһығыҙмы ни?
— Ҡайҙан бөтә нәмәне уҡып бөтөрәһең, – тип ҡыҙарҙы «баш»ыбыҙ! – Мин бит Мәскәүҙә йөрөнөм.
— Бәй, һеҙ Мәскәүҙә йөрөгәндә, мин дә Мәскәүҙә булдым, – тим.
— Ярай, ҡалдырығыҙ. Уҡып сығырмын.
— Ҡасан уҡып сығырһығыҙ икән?
— Бына бер аҙ эштәр бөткәс...
— Улайһа, мин хәҙергә кире алып торайым. Ғәҙәттә, уны редакторҙар бер йыл уҡый торғандар, – тигәс, ул күҙҙәрен йылтыратып йылмайыу ғәләмәте сығарҙы ла:
— Ярай, уҡырмын, – тип ҡалды.
Бер аҙҙан һуң миңә шылтырата:
— Икенсе варианты юҡмы? Былай бик ҡыйынлыҡ менән уҡыла (машинкалағы өсөнсө экземпляр ине).
— Юҡ, ҡулъяҙмаһы ғына бар, – тинем.
Эштән ҡайтҡанда бүлмә асҡысын секретариатҡа ҡалдырырға инһәм, был редактор тигәнем әлеге башын ишектән сығарып стеналағы сәғәткә ҡарап тора. Мине күреү менән башын тиҙ генә кабинетына тыға һалды.
«Бик пунктуальный» тиҙәр, моғайын, артыҡ ултырып китмәнем микән, тип ҡарайҙыр.
Рәхәтләнеп көләһем килде. Тик әҙәп һаҡлап, үҙемде-үҙем тыйып ҡалдым.
Шулай итеп, был баш менән бәрелешеп алдыҡ.
Ә өйҙә ҡатын:
— Иртәгә яғырға утын юҡ, – ти.
— Давай, минең һыңар аяҡты ҡырҡайыҡ, – тинем дә өндәшмәнем.
Күңел өшөп китте тағы. Ул больницанан йөрөп ҡайтҡас, өндәшмәй, мыш-мыш килеп илай: тимәк, икенсе бала ла донъяға киләсәк!..
Их, донъя, донъя!.. Байрамға – бүләк!..

9 март.
Рафаэль Ҡыйғынан ял итеп килде. Бер аҙ таҙарған. Ауылдан бик ҡәнәғәт. Өс шиғыр яҙған. Уҡыныҡ, бәхәсләштек. Төндә ҡаланы урап килдек. Сөнки өйҙә Надя алдында башҡортса рәхәтләнеп һөйләшеп булмай. Пушкин буйлап, К. Маркстан Ленинға боролдоҡ та Луначарский баҡсаһына килдек. Төн һалҡын ғына, ҡар яуҙы. Рафаэль килһә, миңә байрам. Бөтә донъя тураһында һөйләшәһең.

10 март.
Ял көнө. Маратҡа барҙыҡ. Ауылға, аяҡ кейемдәрен тултырып, посылка ебәрергә әҙерләнеп яталар. Театрҙа бөгөн «Зимагорҙар». Бергәләп театрға барырға булдыҡ. Билет алғас, өсәүләп Мөбәрәковтарға барып ултырҙыҡ. Арыҫлан ағай Рафаэлде араҡыға ебәрҙе. Беҙ ҡарыша-ҡарыша эстек; һүҙ драматург һәм театр тураһында барҙы.
— Мостай Кәрим һеҙҙе бик маҡтап ташлаған бит әле, – ти Арыҫлан ағай. – Бик яҡшы хаттар яҙған. Тик маһайып китмәгеҙ.
— Рәхәтләнеп уҡыным ул хаттарҙы, – ти Рәғиҙә апай. Зәйни Иғдәүләтовты ла телгә алып, рәхәтләнеп көлөштөк. Арыҫлан ағай беҙҙе барған һайын пьеса яҙырға димләй. Бөгөн дә байтаҡ ҡына өгөт-нәсихәт уҡып ташланы. Бер яртынан дүрт кеше арыу уҡ ҡына кәйефләнеп алдыҡ. Ләкин оҙаҡ ултырырға тура килмәне – театрға ашыға инек. Рәғиҙә апайҙың «Ынйыҡай менән Юлдыҡай»ҙан өҙөктәр уҡыуын тыңланыҡ та, был пьесаны үҙемә алып, театрға йүгерҙек.
«Зимагорҙар» ҙа артыҡ ҡәнәғәтләндермәне. Ҡарарға ҡыҙыҡ, ләкин иҫкерәк инде – күңелгә ҙур шатлыҡ алып ҡайтмайһың. Артыҡ оҙон тойола, ялҡыта, ҡайһы бер картиналар
ышандырмай. Федор – резонер. Иғдәүләтов, Туҡаев яҡшы уйнайҙар.

11 март.
Надя менән бала тураһында ҙур һүҙ булып алды. Больницала булып ҡайтҡан. Баланы төшөртәм, ти. Минең инде әйтер һүҙем ҡалманы. Был хаҡта мин үҙемдең ҡарашты әйткәйнем инде. Мин ҡаршы, ә ул барыбер үҙенекен эшләйәсәк. Бала өс ай ярымлыҡ булған, хирург иртәгә килергә ҡушҡан.
Рафаэль менән был хаҡта һөйләшеп йөрөнөк. Уға ла был хәл оҡшамай. Ләкин башҡаса юл юҡ: Надя уҡырға тейеш, квартира юҡ, тормош ҡыйын. Салауаттың ни бары йәше тулған. Шулай итеп, уның ҡустыһынмы, һеңлеһенме юҡ итергә тура килә. Уйлай-уйлай инде баш ҡатты. Тик башҡаса сараң юҡ!..
Рафаэль Шакирҙарҙа ултырып ҡайтҡан. Улар бала көтәләр. Ә беҙ баланы үлтерергә әҙерләнәбеҙ!..
Күңелдә ҡара тап ҡалыр кеүек. Надяның сәләмәт ҡалыуы ла бик икеле.

12 март.
Көнө буйы бала тураһында уйлап, ҡайғырып йөрөнөм. Етмәһә, Шәриф Бикҡол килеп, йырҙары өсөн тауыш сығарҙы. Минең иҫкәртмәләр өсөн:
— Мин һуғышта ҡан ҡойоп йөрөгәндә һин әле маңҡа ғына инең! Хәҙер килеп миңә йыр яҙырға өйрәтеп ултыраһың! – тип ҡысҡырынды.
Мин унан бындай түбәнлекте көтмәгәйнем. Йырҙарын радио менән дә, премиялар менән дә страховать итә, маҡтай, һүгенә. Минең бөтә хөрмәтем юғалды, бөтә асыуым сыҡты, тик үҙемде ҡулға алырға тырыштым. Төштән һуң Композиторҙар союзында йыр текстарын тикшереп ҡарарға булдыҡ. Тик шағирҙарҙан Ғәйнан Әмири менән Хәким Ғиләжев ҡына килгәйне. Композиторҙарҙан Заһир Исмәғилев, Камил Рәхимов, Р. Сәлмәнов (музыкаль редактор) һәм йырсы Мәғәфүр Хисмәтуллин, издательствонан Василий Трубицын булды.
Мин текстарҙы уҡып, үҙемдең бөтә замечаниеларҙы әйтеп сыҡтым.
— Хөрт икән шул эштәр! – тине Исмәғилев. Ҡалғандар ҙа минең замечаниелар менән ризалаштылар.
— Бынан кире текстарҙы шағирҙар секцияһында тикшермәй тороп, композиторҙарға бирмәҫкә, – тигән фекергә килештек. Йыйынтыҡҡа инә торған байтаҡ текстарҙы авторҙарына кире биреп, яңынан эшләп сығартырға тинек.
Был минең тәүге ҡабат композиторҙар араһына кереүем ине.
— Рәхмәт, ҡустым, – тигән булды Заһир ағай. Рәшит Ниғмәтигә текстарын кире бирергә ҡушты. Ҡайтҡан ыңғайға мин Рәшит ағайға керҙем. Ул тәүҙә ризалашмай маташты.
— Быға тиклем һеҙҙең шундай әйберҙәрегеҙҙе уҡығаным юҡ ине, Рәшит ағай, – тинем. – Был йырҙар бик хөрт, һеҙҙең кеүек шағирҙан бындай йырҙар алып булмай.
— Ләкин, ҡустым, һинең фекерең миңә закон түгел бит әле. Һиңә оҡшамаҫҡа мөмкин, ә берәүгә ул оҡшарға мөмкин. Уларҙы бит йырлап йөрөтәләр...
— Йырлап йөрөтөү генә әле критерий түгел, Рәшит ағай. Был йыйынтыҡ бит руссаға ла тәржемә ителә, беҙҙә генә тороп ҡалмаясаҡ.
— Йә, нимәләре менән риза түгелһең? – тип Рәшит ағай тексҡа тотондо. – Минең әле Ҡадир Даяндан хөртөрәк яҙғаным юҡ.
— Даяндың бит яҡшы йырҙары ла бар?
— Юҡ Даяндың яҡшы йырҙары!
Ул «Туған партияға дан» йырын уҡый, ә мин тағын да бер әрләү ишетәм инде, ләкин бирешмәҫкә, бөтә әйтәһе һүҙҙәрҙе әйтеп сығып китергә кәрәк тип ултырам.
Туған партияға дан!.
Рәшит Ниғмәти шиғыры X. Әхмәтов музыкаһы.
Дан совет ерендә,
Салт аяҙ күгендә
Коммунизм уттары балҡыны.
Был сыуаҡ көндәргә,
Был яҡты төндәргә
Беҙ килдек дауылдар арҡыры.
Ҡушымта: Дан һиңә, партия,
Партия, дан һиңә,
Бөйөк Ленин байрағы ҡулыңда.
Ант итә халыҡ һиңә,
Халыҡ һиңә ант итә,
Шул байраҡҡа гел тоғро булырға.
Астылар яҡты юл,
Байлыҡтар асты мул
Партияның аҡыл нурҙары.
Шул нурҙа кешеләр
Үҫтеләр, үҫтеләр
Бар булған байлыҡтан юғары.
Үҫтерә баҡсалар,
Аттыра сәскәләр
Мең йыллыҡ ҡомлоҡтар бушлығы (?)
Ҡоростан ҡатыраҡ,
Ҡояштан яҡтыраҡ
Бер туған халыҡтар дуҫлығы.
«Был – партия тураһында яҡшы йыр түгел. Автор тексты яңынан ҡарап сыҡһын ине. Был көйөнсә бармай», – тип яҙылғайны аҫтан.
Рәшит ағай уны уҡып сыҡты ла ниндәйҙер бер ирония менән:
— Здорово сказано, крепко сказано! – тине. (Ә мин риза түгел) – һин, әлбиттә, редактор кеше, килешмәҫкә лә мөмкинһең.
— Килешеүе ҡыйын.
— Һин минән абстракт тип, нимә талап итәһең? Ниндәй конкретлыҡ?
— Һеҙ үҙегеҙ тойорға тейешһегеҙ инде, Рәшит ағай. Аҡылдың нуры буламы инде? Был бер ҙә матур түгел. Унан һуң:

«Астылар яҡты юл,
Байлыҡтар асты мул
Партияның аҡыл нурҙары», —
бер ҙә башҡортса түгел инде. Бигерәк буталсыҡ.
— Бер ҙә буталсыҡ түгел!
— Белмәйем, һеҙҙең үҙ иркегеҙ.
Бына шул тонда байтаҡ бәхәсләштек. Ахырҙа, ул:

«Яҡты юл астылар,
Байлыҡтар таптылар,» —
тип төҙәтте. Ләкин «аҡыл нурҙары»н ҡалдырҙы. Ә ҡушымтаны:

«Партия, дан һиңә,
Дан һиңә, партия,
Бөйөк Ленин байрағы ҡулыңда.
һин булдың яҡты нур,
Етәкләп илткән ҡул
Беҙ барған коммунизм юлында», —
тип ҡуйҙы.
— Дуҫлыҡ ҡоростан ҡатыраҡмы, нығыраҡмы? – тигәнгә:
— Уныһы дело вкуса: һин нығыраҡ, тиһәң, мин ҡатыраҡ, тим.
«...Аттыра сәскәләр
Мең йыллыҡ ҡомлоҡтар бушлығы».
Быныһы шулай ҡалды, төҙәтмәне.
Ә «Дан һиңә, Башҡортостан» йырын ул үҙендә ҡалдырҙы. Быныһын яҡлай алманы. Эшләп ҡарармын, тине.
Минең фекер: был йырҙы руссаға тәржемә иткәндә, Советтар Союзы гимны килеп сыға, тик уға механик рәүештә «Дан һиңә, дан, ирекле Башҡортостан» тигән припев ҡына тағып ҡуйылған. Башҡортостандың төҫө лә, еҫе лә юҡ. Шул уҡ Башҡортостанды Ҡазағстан менән дә, Татарстан менән дә алмаштырып ҡуйып була.
— Ә нимә һуң ул, һинеңсә, Башҡортостандың төҫө менән еҫе? – тип һораны Рәшит ағай.
Мин «Урал» йырын әйттем:
— Уралҡайым, һинән ҡырҡып алһам
Ат ҡыуырҙай яңғыҙ талдарың,
Тамып та ғына ҡала ҡырҡҡан саҡта
Яуҙа үлгән батыр ҙа ҡандары.
Бында мин тауҙарҙы ла, талдарҙы ла күрәм, шул талдарҙы ҡырҡҡандан тамып ҡалған ҡан еҫен дә тоям. Бында Башҡортостандың бөтә тарихы, географияһы, характеры бар.
Рәшит ағай оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырҙы ла:
— Ул йырҙы халыҡ быуаттар буйы эшләгән, – тип ҡуйҙы. Шулай тигәс мин:
— Урал! Боҙ диңгеҙҙең һыуын эсә,
Ә ҡойроғо ҡойона Аралда!
Быуаттарҙан баш өҫтөнән ҡарап,
Мәғрүр тора бында ҡаялар, —
тип уның үҙ шиғырын әйттем. – Был һуң быуаттар буйы яҙылғанмы? Ә мин уны халыҡ йыры менән тиң ҡуям.
Рәшит ағай менән һөйләшеү бер-береһен аңлаған яҡын кешеләрҙең һөйләшеүенә әйләнде.
— Уны Мәскәүҙә чудовищный образ, тинеләр бит?
— Русса, бәлки, шулайҙыр. Ләкин образдарҙы тәржемә менән генә баһалап та булмай. «Йәмле Ағиҙел буйҙары»н нисек итеп русса матур итәһең. «Үлтер, улым, фашисты!» ла, «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар» ҙа русса юғалып ҡалыр ине.
Мин үҙемдең был поэмаларға булған мөхәббәтемде әйттем:
— Юҡ хәҙер бындай әҫәрҙәр. Һеҙ ҙә яҙмайһығыҙ, башҡалар ҙа яҙа алмай.
Шунан һуң бөгөнгө поэзия тураһында һүҙ китте. Поэзия, минеңсә, хәҙер бер урында тапанып тора, күтәрелмәй. Башҡорт поэзияһын Сәләм, Ниғмәти һәм Мостай Кәрим күтәрҙе. Хәҙер ул Мостай Кәримдән ары күтәрелә алғаны юҡ.
— Бына һеҙ, йәштәр, күтәрергә тейешһегеҙ: һин, Марат Кәримов, Сафин, – тине Рәшит ағай.
— Белмәйем, беҙ һеҙҙең кеүек яҙа алырбыҙмы, юҡмы?
— Яҙырға кәрәк. Хәҙер һеҙҙең самый яҙа торған ваҡытығыҙ.
Унан һуң һүҙ Зөфәргә, Юлтыйға, редакцияға, телгә һәм сәйгә күсте...

16 март.
Бөтә был көндәр Рафаэль менән үтте. Бер ни ҙә эшләмәнем, бер ни ҙә яҙманым. Шиғырҙар уҡыныҡ та һөйләштек, һөйләштек тә шиғырҙар уҡыныҡ. Көндәрҙең үткәне лә һиҙелмәне. Бәхәсләштек, хатта үпкәләштек. Әлбиттә, мин үпкәләнем. Сөнки мин уны төбө-тамырынан аңлайым, ә ул мине һаман да аңлап бөтөрә алмай кеүек. Эш шунда: минең өсөн Башҡортостан тыуған ер генә түгел, Башҡортостан минең тарихи йөрәгем, Башҡортостан минең өсөн ул бөгөнгө көн генә түгел, ул минең халҡымдың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге. Мин бөгөн бер нисек тә уның үткәндәрен онота алмайым һәм уның киләсәге лә мине ғәҙәттән тыш борсой. Бигерәк тә тел мәсьәләһе менән ауырыйым мин. Башҡортостандың төҫө лә, еҫе лә юғалмаһын тигән уйҙар мине ғәҙәттән тыш ныҡ тулҡынландыра. Был мәсьәлә – шул тиклем ҡатмарлы һәм ауыр мәсьәлә. Шул хаҡта һүҙ сыҡтымы – мин бер нисек тә тыныс ҡына һөйләшә алмайым. Был минең иң ауыртҡан ерем, һәм был минең тормошомдоң йәне. Беҙҙең быуын ниҙер эшләп ҡалырға, ниҙер әйтергә тейеш. Беҙҙән һуң был кәрәк булмаясаҡ. Ул саҡта инде һуң буласаҡ. Ул саҡта инде милли культура тарихҡа ғына ҡаласаҡ. Сөнки беҙ эшләмәйбеҙ, ә татарҙар эшләй. Беҙ Бабичты газетала мең бәлә менән сығарғансы, улар күҙ асып күҙ йомғансы уның менән антология ла килтереп сығарғандар! Китабы ла беҙҙән алда сығасаҡ! Ә беҙҙә уның китабы әҙерләнеп бөтмәгән әле... Ултыралар шунда филиал тулып. Кисәге татар антологияһын алып иҫем китте: юҡ ҡына яҙыусыларына ла улар йәбешеп яталар, һаҡлап ҡалырға тырышалар. Ә беҙ Бабичыбыҙҙы ла ҡулда тота алмайбыҙ әле. Ғәлимйән Ибраһимовтың өс томын да баҫтырып өлгөргән улар, ә ул Башҡортостанда тыуып та, етмеш йәше тулыуға ҡарата уның тураһында беҙҙә бер-ике ауыҙ һүҙ яҙып сыҡҡан кеше юҡ! Әҙәм көлкөһө!.. Ибраһимов тураһында «Ҡыҙыл таң»да ғына бер мәҡәлә сыҡты. Ул да булһа – Халиттыҡы!
— Шәп эшләй татарҙар! – ти Рафаэль.
— Да, малай, улар беҙ түгел шул! – тим мин. Ә эс яна, йөрәк әрней. Сөнки беҙҙә лә бөтә эште татарҙар эшләй, тик улар беҙҙә Татарстандағы кеүек эшләмәйҙәр генә.
Башҡорт әҙәбиәтенең, башҡорт сәнғәтенең бөтә бәләһе лә шунда шул...
Татарстанда татарҙар ижад итә, ә беҙҙә уларҙың күбеһе кәсеп итә. Шулай булғас, әҙәбиәтеңдең яҙмышы кем ҡулында, шул ҡулдар уны хәл итәләр ҙә инде. Туған әҙәбиәт, туған тел, туған сәнғәт тип кем ҡайғырһын инде? Ҡайғырғандар һирәк. Шуларҙың бер меҫкене мин инде... Һәм мине Рафаэлдең аңлап етмәүе бик тәбиғи.
Минең өсөн Башҡортостан темаһы изге, был минең – тормошом, ҡайғым, шатлығым. Был минең ғорурлығым һәм кәмһенеүем. Был минең – йөрәгем.
Мостай Кәримгә ул – ҡайын япрағы; ел иҫкәндә шаулай, ел иҫмәһә, юҡ. Ел ҡайһы яҡтан иҫә, ҡайын япрағы ла шул яҡҡа елберҙәй. Шуның өсөн ул: «Мин башҡортмон» тимәй, ә «Россиян мин», ти. Әйтерһең, башҡорт булыу һаман да хурлыҡ. Ә бит революция һәр халыҡтың үҙ төҫө менән сәскә атыуы, үҙ төҫө менән бәхетле булыуы өсөн яһалған. Шуның өсөн бит беҙ: социалистик эстәлекле милли культура тибеҙ. Был эстәлектең формаһы тураһында беҙ «онотабыҙ». Минеңсә, форманы онотоу ҙа формализмдың бер формаһы. Сөнки формаһыҙ эстәлек түгелә, юҡҡа сыға, йәки икенсе бер яһалма формаға һалына. Яһалмалыҡ сәнғәттең юлдашы түгел. Һәр нәмәнең үҙ тәбиғәте, үҙ законы бар. Тәбиғәттең шул эске закондарын аңламау йә булмаһа уны бер формаға, бер ҡалыпҡа яраҡлаштырыу, руслаштырыу – ул инде әҙәбиәтте үҫтереү түгел. Тәбиғәтеңә ҡаршы килеү ул эш түгел. Природа умеет за себя мстить, тиҙәр. Был – дөрөҫ. Рустарҙан беҙгә өйрәнергә кәрәк, ә ярамһаҡланыуға улар мохтаж түгел. Рустар быны яратмайҙар. Уларға башҡа халыҡтар үҙ тәбиғәттәре, үҙ телдәре, үҙ моңдары менән ҡыҙыҡ.
Бер-береңдән өйрәнергә мөмкин һәм был кәрәк, ә бер-береңә маймыл кеүек оҡшарға тырышыу – түбәнлек.
Минең ауыҙ тултырып:
— Мин башҡорт! – тиәһем килә. Башҡорттарҙың кем икәнлеген күрһәтәһем килә.
Шуның өсөн тарихты ла оноторға ярамай.
Рафаэлгә был тема сәйер тойола. Сөнки уның үҙен был тема борсомай. Мостай Кәрим менән бер аҙ полемикаға кереү ҙә уға юҡ нәмә булып күренә. Мин «Йөрәгем»де уҡыным:
Урал күкрәгендә йөрәк кеүек
Йәйрәп ята тыуған еркәйем,
Шул йөрәктең ҡан тамыры булып
Күкһелләнә Ағиҙелкәйем...
Был образ уға бик дөйөм булып күренә. Ә минең өсөн был бик конкрет, бик яҡын. Был минең йөрәгем. Шул йөрәктә минең үҙ халҡым бар. Әгәр ҙә минең йөрәгемдә шул булмаһа, минең йәшәүемдең, шағир булыуымдың бер ниндәй мәғәнәһе лә юҡ.
Мин әҙәбиәтте һөйгән ҡыҙым йәки ҡатыным, йә булмаһа төрлө кендек әбейҙәре менән сикләй алмайым.
Рафаэль ауылдан кендек әбейе тураһында шиғыр яҙып килтергән һәм шуны конкретлыҡ, ти. Ә миңә был натурализм ғына булып күренә.
Рафаэль: «Мәжит Ғафури шағир түгел», – тип еңешә. Ә миңә ул шағир, халыҡ шағиры.
Рафаэль бер шағир менән мауыҡһа, башҡалар онотола, хатта Некрасов та юҡҡа сыға. Уға Лермонтов булған саҡта Пушкин юҡ.
Бына шулар хаҡында һөйләштек.
Кисәге уны Мәскәүгә оҙаттым.
— Бәләкәй генә булһа ла, хатҡа ҡаршы хат яҙ, малай, – ти.
Ҙур бер хат яҙаһы бар әле уға.
Надя больницала ята. Бөгөн барып, тәҙрә аша һөйләшеп ҡайттым. Әҙ генә айырылып торһаҡ та, ул әллә нисек яҡын, матур булып китә. Уға бик ныҡ асыуым килһә лә – барҙым. Был юлы роддомға инеү бик сәйер булды. Бынан бер йыл элек мин был йортҡа ниндәйҙер ғорур бер шатлыҡ менән килә инем. Мин медсестраға ни тип әйтергә лә белмәйем.
— Хәле нисекме?
— Эйе.
— Ҡасан кергәйне?
— Өсөнсө көн инде.
— Улай булғас, тыуҙырғандыр инде.
— Юҡ, ул тыуҙырырға тейеш түгел.
— Нисек инде?
— Шулай.
— Абортницамы?
«Абортница» тигән һүҙҙе эйтергэ телем бармай, башымды ғына ҡағам. Оят, хурлыҡ, түбәнлек!..
Надя бала ташламаған әле.
— Әйҙә, ҡайт та кит, – тим.
— Һуң инде хәҙер, – ти Надя, күҙҙәре йәшләнеп. – Иртәгә хәл ителәсәк. Бына инде дүртенсе укол ебәрҙеләр, хина эсерҙеләр. Һаман да юҡ әле. Маткаң бик юғары, тиҙәр. Организм да бик таҙа... Ныҡ...
«Ә баланы тыуҙырыуҙан ҡурҡтың», – тим мин эстән генә. Йәл дә, йәл дә түгел. Мин инде килешергә мәжбүр булдым. Ләкин эстән бер нисек тә был хәл менән килешеп булмай. Үҙ балабыҙҙы үҙебеҙ үлтерәбеҙ! Йәшәүҙән ҡурҡыу был, түбәнлек. Бының менән генә ауырлыҡтан ҡотолоп булмай икәнлеген мин йәнем-тәнем менән тоям. Был беҙҙең ғаиләбеҙҙә булған иң ҙур һәм иң мәғәнәһеҙ ҡаршылыҡ ине. Ә киләсәк? Белмәйем.
Бала менән, бәлки, мөхәббәт тә юғалыр? Был бит беҙҙең мөхәббәттең емеше ине. Нисектер, ҡурҡыныс... Надя минең күҙҙән төшөп ҡалыр кеүек. Киләсәктә уның әсә була алмау ҡурҡынысы ла бар. Ҡатын-ҡыҙ әсә була алмаһа, ҡатынмы инде ул?
— Бала – бәлә, – тинек беҙ.
— Бала – тормоштоң сәскәһе, – тимәнек. Ә бит уның тағы ла малай булыуы, Салауаттың ҡустыһы Азамат булыуы мөмкин ине. Юҡ ул хәҙер!..
Ә Салауат үҫә. Ғәжәп бер бала. Мин диванда Хафиз шиғырҙарын уҡып ятам. Ә ул иҙәндә йүгереп уйнап йөрөй ҙә миңә үрелә. Мин юрый ғына ҡулға алмай торам. Ул барыбер үҙенекен итә: тырышып-тырмашып өҫкә менеп ултыра ла минең китапты тартҡылай. Мин биргәс, уның тышындағы һүрәткә, яҙыуға ҡарап, аңлаған кешеләй булып, йылмайып торған була. Унан һуң бик килешле генә итеп биттәрен асҡылап, ирендәрен ҡыймылдатҡан була. Йәнәһе, ул да уҡый белә!.. Әле теле лә асылмаған бер йәшлек баланың шулай ҡыланыуы минең иҫте килтерә. Һин нимә эшләйһең, ул да шуны эшләй. Ул һинең көҙгөң. Ҡапыл уның китапҡа сумып ултырыр көндәре күҙ алдыма килеп, әллә нисек күңел яҡтырып китә. Бик зирәк бала булырға оҡшай, хәйерлегә булһын инде.
Юҡ, уны былай яңғыҙ ғына үҫтереү кеше итмәйәсәк. Уның ҡустылары – ҡайғылары булырға тейеш!..

17 март.
Салауатты йоҡлаттым да Жуковскийҙы уҡырға тотондом («Шағир китапханаһы», икенсе баҫма). Радионан ял концерты бирәләр.
Шамил Ибраһимовтың Мәхмүт Фәйзуллин һүҙҙәренә яҙылған «Яңғыҙ ҡайын» йыры ғәжәп матур! Һуңғы ваҡытта сыҡҡан йырҙарҙың иң яҡшылары шул «Яңғыҙ ҡайын» менән Шамил Ҡолбарисовтың Игебай һүҙҙәренә яҙған «Йәшермәсе, иркәм» йырҙары. Шуларҙы тыңлаған һайын көнләшәм дә, шатланам да. Үҙемдең шундай йырым булмаған өсөн көнләшәм, ә шундай йырҙар тыуыуы өсөн шатланмай мөмкин түгел. Икеһенең дә музыкаһы ғәжәп оригиналь һәм тәрән хисле. Һүҙҙәре аҙыраҡ музыкаға ярабыраҡ етмәһә лә, яҡшы текст...

Йәшермәсе, иркәм!

Күҙҙәреңдә – көҙгө ҡояш нуры;
Ниңә, иркәм, һалҡын ҡарайһың?
Телгеләнеп янған йөрәгемә
Тағы тәрән яра яһайһың.

Әллә уйҙарыбыҙ айрыламы
Айырсалы юлдар шикелле?
Әллә мөхәббәтең һүнеп ҡалды,
Яландағы усаҡ шикелле?

Йәшермәсе, бәғрем, әйт дөрөҫөн,
Бүтәндәме хәҙер күңелең?
Умырзая кеүек зая ғына
Булды мәллә һинең һөйөүең?..

Яңғыҙ ҡайын

Беҙҙең туғай уртаһында
Үҫә бер яңғыҙ ҡайын.
Әллә ниңә шул ҡайынды
Мин бер ҙә онотмайым.

Иҫеңдәме, үткән йәйҙең
Ямғырлы бер көнөндә
Ышыҡланып торҙоҡ икәү
Ошо ҡайын төбөндә.

Ниңәлер шунда күң(е)лемдә Серле хистәр уянды;
Ғүмеремдә беренсе ҡат
Йөрәгем тулҡынланды.
Хәҙер күңелем тыныс түгел:
Шул ваҡытты һағына,
Аяҙ көндә, ямғыр теләп,
Барам ҡайын янына.

Текст бер аҙ яһалма, әлбиттә. Ләкин музыкала икһеҙ-сикһеҙ киңлек уртаһында иҫ киткес моң менән бер яңғыҙ ҡайын шаулап тора. Был шауҙа ҡояш нурҙары ла, әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ яңғыҙлыҡ һағышы ла бар. Әйтерһең, ул ҡайын бик күп ҡайындар менән бергә үҫеп ултырған да ҡапыл ғына ул бөтә дуҫ-иштәренән айырылып тороп ҡалған; һәм ул хәҙер бөтә япраҡтары, бөтә ботаҡтары менән үҙенең яңғыҙлығын кисереп шаулай, йырлай, моңая. Уға хатта елдән башҡа ҡоштар ҙа килеп ҡағылмай кеүек. Уға көҙгө ҡояш нурҙары төшөп торһа ла, елдәре һалҡын кеүек. Япраҡтарым һарғайып, ҡойолоп бөтмәҫ борон йәшәп ҡалайым тигән кеүек шаулай ул ҡайын, сайҡала. Шул шаулы сайҡалыу «А» өнөнә ҡоролған ҡатын-ҡыҙ хоры тарафынан иҫ киткес моң менән башҡарыла.
Мин бөтөнләй ғашиҡ был ҡайынға!..
Ике йырҙы ла йыйынтыҡҡа индерҙем.
Тышта һуңғы буран йөрөй, ел олоуы күңелһеҙ. Тик был бурандарҙың көнө бөтә инде тигән уй ғына күңелде йыуатып тора. Өй нигеҙен буран ҡапшаһа ла, түбәнән тамсылар тама. Яҙ яҡынлай!.. Был ҡыш минең иң күңелһеҙ ҡышым булды. Саңғыға аяҡ та баҫманым. Тиҙерәк инде яҙ килһен, ер сәскәләргә күмелһен. Урманға сығып китеп, үләндә аунап шиғыр яҙғым килә. Юҡһа, мин көндәлекте лә яңғыҙ ғына ҡалып яҙа алмайым. Яңғыҙ булғанда ғына, үҙ-үҙең менән, үҙ уйҙарың менән тороп ҡалаһың. Ә бүлмәлә сәғәт тауышы ла ваҡытың әҙ тип ҡысҡыра, балаңдың йоҡлап ятҡандағы һулышы ла ниндәйҙер бурыстар тураһында уйлата, студентка Фәниәнең: «Абый, мейескә яғайыҡмы?» – тигән һүҙе лә утын бөткәнлекте хәтергә төшөрә, стенала элеүле торған ир менән ҡатын портреты ла ҡатыныңдың больницала ятыуын әйтеп тора, гөл төбөнә өҙөлөп төшкән япраҡ та күңелгә ниндәйҙер шомло хистәр һала!..
Һағынам мин яҙҙы, күңелемде яҙға әйҙәйем:

Әйҙә, күбәләк булып ос,
Нескә ҡанатлы күңел, —
Сәскәләрҙең хуш еҫенә,
Тормош шауына күмел!

Әйҙә, һабантурғай һымаҡ,
Күккә күтәрел, күңел, —
Зәңгәр бейеклектән ергә
Көмөш моң булып түгел!

Әйҙә, ысыҡ тамсыһылай,
Сафлыҡ менән тул, күңел, —
Тул һин ҡояш нуры менән,
Кит яҡтырып, бул еңел!..
«Литературка»ла Алексис Парнистың «Дезертирлыҡ философияһы» тураһындағы мәҡәләһен уҡыным. Анджей Браунға асыҡ хат итеп яҙылған. Горькийса үткер һәм горькийса матур. Был поляктарҙан шундай нәмәләр сығып ҡына тора. Ғәжәп!
Кис Әлтәф килде. Минең балалыҡ дуҫым минән ни тиклем алыҫ хәҙер!.. Һөйләшергә һүҙ ҙә юҡ кеүек. Минең мәҡәләне уҡыған икән. «Көслө яҙылған», – ти.
Киноға барып, Димитров тураһында «Тарих һабағы»н ҡараныҡ. Матур кеше! Бөтә кешеләр ҙә коммунист исемен шулай күтәрһендәр ине!..

18 март.
Төн инде. Бына 18 март та башланды. Париж коммунарҙарының көнө. Коммунист тураһында көслө бер әйбер яҙаһы ине! Юҡ, әлегә яҙа алмайым. Ләкин йөрәктә Зоя йөрөй, йәшәй. Димитровты ҡарағас, ул тағын да күҙ алдыма килеп баҫты. Яҙырға тейешмен мин: кеше, кеҫәһендә партбилет йөрөтмәһә лә, нисек коммунист була – бына шуны күрһәтергә, коммунистың ҙур йөрәген күрһәтергә кәрәк! Беҙҙең әҙәбиәттә әле коммунистар бик һирәк. Сөнки ысын коммунист булған яҙыусыларыбыҙ аҙ, улар Ватан һуғышынан ҡайтманылар... Йә төрмәлә сереттеләр уларҙы! «Халыҡ дошманы» тип атанылар. Башҡорт әҙәбиәте өсөн был иң ҙур удар булды, әлбиттә. Ә егерме йыл эсендә улар күпме әҫәрҙәр яҙған булырҙар ине! Уйлаһаң, иҫең-аҡылың китә!.. Ниндәй трагедия был!..
Был хаҡта өндәшмәйҙәр, яҙмайҙар. Ғәлимйән Ибраһимовтың ғазаптары тураһында ла «Һайланма әҫәрҙәре»ндә бер ни ҙә әйтелмәгән. Әйтерһең, ул да үҙ үлеме менән үлгән!..
Ярай, Благойҙың «Мастерство Пушкина» китабын уҡыйым.

18 март.
Бала менән булышып, эшләргә ваҡыт бик аҙ ҡала. Йоҡо туймай, арыта. Ҡатын-ҡыҙға түҙем бирһен!.. Юҡ, балалар баҡсалары күберәк булһын!.. Надя янына барҙым.
— Тимәк, һин ҡәбер? – тим.
— Эйе, ҡәбер! – ти Надя.
Бала үлгән, тик үле көйө лә тыуа алмаған әле. Надя тағын да:
— Иртәгә хәл ителәсәк, – ти.
— Бик оҙаҡ, – тим мин. Тимер селтәр кәпләнгән тәҙрә аша һөйләшәбеҙ. Тәҙрә туңған – Надя тырнаҡтары менән боҙҙо ҡыра. Бәләкәй генә уйым аша ғазаплы күҙҙәре ҡарай. Күҙ керпектәре тағы ла оҙонораҡ булып киткән кеүек, күҙ төптәре лә күгәреп тәрәнәйә төшкән.
— Йоҡлай алмайым, – ти Надя, – Бунинды килтер, Грузин әкиәттәрен дә, Хафизыңды ла уҡып сыҡтым.
— Ярай, ҡыҙҙар килтерер.
— Салауат нисек?
— Нисек булһын – йүгерә. Һине онотто булһа кәрәк: ишек тауышына ҡарап та бирмәй хәҙер. Ҡыҙҙарға эйәләшеп китте.
— Ҡыҙҙар ярҙам итәме?
— Ниндәй ярҙам? Үҙем бешерәм, үҙем төшөрәм. Тик Салауаттың йүргәктәрен йыуырға ғына ялҡау килә.
— Һин бысаҡ менән ҡыр, Рәми. Бысаҡ мейес аҫтында. Йыуырға әйбәтерәк булыр.
— Юҡ, тәүҙә мин, йүргәктәрҙе соланға ташлап, туңдырам – аҙаҡ инде йыуам.
— Яңы метод! – тип көлә Надя.
— Әлбиттә. Еҫе лә юҡ, анһатыраҡ та...
Бына донъяның иң нескә серҙәре тураһында шулай һөйләшәбеҙ. Ә бер йыл элек кенә былар төшкә лә инеп сыҡмай ине бит. Күрәһең, төшкә үҙеңдең күҙең күргәндәрең генә керә!..
Надя үҙе ятҡан палаталағы бер ҡыҙ тураһында һөйләп аптыратты. Ун биш йәшлек ҡыҙ балаға ҡалған. Шуға аборт яһайҙар. VII класта уҡый икән. Көсләнгән. Балаһы хәҙер дүрт айлыҡ булған.
— Кем ҡыҙы?
— «Ленинсы» газетаһының фоторепортеры Я.-ның ҡыҙы.
— Кем көсләгән?
— М.-ның улы! Байыҡтың туғаны. Хәҙер төрмәлә ултыра.
— Шуның өсөнмө?
— Юҡ, кемделер бысаҡ менән сәнскән.
Бына һиңә донъя яңылыҡтары!..
Надяға алма, шәкәр ҡалдырҙым. Грузин әкиәттәрен, Хафиз шиғырҙарын алып ҡайтып киттем. Надяның запискаһынан көләһем килә. «Аҙ ғына колбаса кәрәк, – тигән дә, – үбәм», – тигән! Ҡайтҡанда магазинға инеп колбаса, керәндил алдым. Өйҙә май ҙа бар. Тауиләне ебәрҙем. Үҙем Буниндың шиғырҙарын уҡыйым.
Ғәжәп оҫта шағир! Тәржемә итергә кәрәк! Франконың хикәйәләре лә көтөп ята. «Күтәрелгән сиҙәм»де лә очерк итеп бирәһе бар. Шиғырҙарға ла ҡул теймәй. Дауыт Юлтыйҙы ла, мартта эшен бөтөрөп, наборға бирергә тейешмен. Уҡырға ла күп. Аспирантура ла уйландыра. Нисек итеп өлгөрөргә, нисек итеп етешергә? Ҡырҡ ҡуллы булаһы ине!.. Ләкин ике ҡулды ла тулыһынса үҙ урынында ғына файҙаланып булмай. Их, бер биш йылға иртәрәк өйләнгәнмен!
Бына Салауат тауышын сығара башланы. Иҫнәй. Иларға самалай.
— Ш-ш-ш!!!
Тынды. Юҡ. Ярай, етер!..
(Тағы яҙам.)
Биләүен систем. Еүешләнгән. Балыҡты күп тота. Сәйҙе лә күп эскәйне шул... Ниндәй матур баланың йоҡонан уяныуы!.. Йүргәген асып ебәргәс тә ҡулдарын артҡа ташлап, аяҡтарын һоноп ебәреп рәхәтләнеп кирелә.
— Үҫ-үҫ-үҫ! – тип күкрәгенән аяҡ остарына тиклем һыпырып алғанда үҙеңә лә рәхәт булып китә.
Ул салҡан ятҡан еренән, бесәй кеүек йылп итеп, йөҙ түбән әйләнә лә башын мендәргә батырып туңҡайып ята. Аяҡтары эҫе, шундай йомшаҡ, бөтә тәне йылы бәрхәт кеүек. Һыҡырыҡ еҫе лә һиңә иң татлы хушбый еҫе кеүек. Бөтә тәнен үбеп бөтөрәһең, ҡабып йотаһың килә. Ә уның йоҡо аралаш шыңшып йылмайыуы, күҙҙәрен бер йомоп, бер асып һиңә текләп ҡарауы!.. Ырғып китеп, мендәргә үрмәләүе!.. Башын иң үргә һалып, бөтә нәмәгә күҙ йөрөтөп сығыуы!.. Телен лепер-лепер буталдырып, әллә ниндәй өндәр сығарыуы һәм ҡапыл ғына иҫнәп ҡуйыуы!..
Мин тиҙ генә, йоҡоһо осмаһын тип, уның тыңлауһыҙ тәнен, ярҙа тыпырсынып ятҡан балыҡты тотҡан кеүек, шәп-шәп кенә сепрәктәренә урай башлайым.
(Бына уның бөтә уяныуын яҙғансы инде ул йоҡлап та киткән!..)
Башта ул ҡарыша, ләкин бер уратып алғас, башҡаса инде көс түгеп тороуҙың кәрәге юҡ тигән һымаҡ, артабан һинең ихтыярыңа ғына буйһоноп ята.
Биләп бөткәс, мендәргә һалам.
Йоҡоһо янында ғына көтөп тора. Тик ниҙер етмәй. Асыҡҡандыр, күрәһең. Эйе, асыҡҡан. Бидон ҡапҡасы шылтырау менән:
— Эһе, – тип башын ырғытып ебәрә.
һөт һалғансы түҙемһеҙләнеп көтә, көтөп ала алмай.
Тәүҙә тын да алмай һемереп эсә лә тәрән итеп һулап ҡуя. Ниндәй тәмле был һөт тигәнең. Һалҡын ғына, йомшаҡ ҡына, үҙе шундай хуш еҫле!.. Уны бит атайың сиратта тороп алған, ярты төн уртаһында, тамсыһы ла түгелмәһен, көймәһен-янмаһын тип, плитка эргәһенән китмәйенсә тәмләп-татлап ҡына бешергән һәм бына икенсе көн инде шул һөт менән һыйлай һине. Һин ни тиклем яратып эсһәң, уға ла шул тиклем рәхәт, күңелле. Һин туҡ булһаң, ул да туҡ бит.
— Мә, тағы ла эс, Салауат!..
Ул эсә. Тик тәүҙәге һемереп эсеү түгел инде был. Аҙлап ҡына, тәмләп кенә, яйлап ҡына һыйланыу был.
— Тағын бер йотһаң ине, тағын бер, бөткәнсе!.. Атайыңдың бөтә иғтибары хәҙер һинең ауыҙыңда. Һинең ирендәрең аҙ ғына алға сығып ослайһа, уның ирендәре ҡолағына етерлек булып йәйелеп китә.
— Эх-х!.. Тәмле был һөт!..
Ләкин һин туйҙың, иренеп кенә йотаһың, ҡыҫтатып ҡына әсәһең, көрһөнөп алған булаһың, йән эйәһе!
Ҡапыл тәҙрәгә боролоп ҡарайһың. Селтәр аша туң тәҙрәгә төшкән әллә ниндәй семәрле, әллә ниндәй сихырлы абаға сәскәләре артында мамыҡ йомғағы һымаҡ йомшаҡ ай күренә.
Тик һин уның ай икәнен, ғашиҡтар ҡояшы икәнен белмәйһең әле, улым. Бына һиңә 17 йәш булыр, һин биләүҙәреңде онотоп, тормош биләүҙәренә уратылырһың, ниндәйҙер матур бер ҡыҙ йөрөр йөрәгеңдә, – бына шул саҡта һин айҙың да нимә икәнен тойорһоң!.. Ә хәҙергә тағын бер йотом ғына эс тә – йоҡла, әйҙә. Йоҡоң һине эҙләй, ауыҙыңды асып һигеҙ бөртөк кенә тешеңде һанай, – ниндәй матур һинең ул ваҡ ҡына ынйыларың!.. Тик береһе генә икегә айырылып, төптән бер тамыр булып тора. Юҡһа, һин ете тешле генә булыр инең.
Ҡапыл һин радиоға ҡарайһың. Радио өндәшмәй. Мәскәү дикторы ла инде һөйләп арыны. Кисәге Доктор Айболитты тыңлап, һин радиоға ғәжәпләнеп ҡарап тора инең. Радионың да ни икәнен белмәйһең шул әле һин. Ул да һиңә әле ай кеүек түңәрәк бер нәмә генә. «Эх, шуны һөйрәп төшөрөп булғанда, шәп уйынсыҡ булыр ине!» Хәҙергә һинең философияң шул ғына! Ә бөгөн унан Венгрия философияһы тураһында һөйләнеләр. Һиңә аҡыл теше сыҡҡанда инде һин был хәлдәрҙе тарихтан ғына уҡып белерһең, улым... Бәлки, ул саҡта инде «атом уйындары» тураһында түгел, бына әле генә һин ҡарап алған айға осоу тураһында һөйләрҙәр.
Һин дә атай булырһың. Ләкин һин, үҙ балаңды ҡулыңа алып ултырғанда, минең кеүек квартира, һөт, утын тураһында уйламаҫһың ул ваҡыт!..
Йә, йоҡла инде, улым, йоҡла. Мин һинең йомшаҡ ҡына сәстәреңдән һыйпайым, ирендәрем менән биттәреңде, муйыныңды ҡытыҡлайым. Һин йылмайып ҡына йоҡлап кит. Иртән оҙағыраҡ йоҡла. Миңә лә аҙыраҡ йоҡо тейһен. Миңә бит эшләргә кәрәк. Мин мәңге эшләргә тейешмен. Тик эш эшләгәндә генә мин һинең кеүек саф һәм матур, бәхетле!.. Һин инде йоҡлайһың...
Мин улым тураһында бер рәхәтләнеп яҙайым әле, тип ултырғайным, сәғәт инде дүртенсе ун биш минут булып киткән... Ә үҙем ни тиклем тиҙ яҙған кеүекмен!.. Тимәк, оҙаҡ яҙамын.
Берәй ваҡыт был төн тураһында Салауат был юлдарҙы үҙе уҡыһын ине. Мин уның бәхетле, матур, эшсән кеше булыуын теләйем.
Беҙ уны бик ауыр саҡтарҙы кисереп үҫтерәбеҙ. Ул быны онотмаһын ине. Әгәр ҙә онотоп ҡуйһа, был юлдарҙы уға уҡытып алырға кәрәк булыр. Бәлки, уның йөрәге атаһының иң изге теләктәрен аңлап, яңыса тибә башлар.
Кеше бул һин, улым. Бер ҡасан да үҙеңдең кешелек намыҫыңа тап төшөрмә! Мин үҙем шулай йәшәргә тырыштым, шулай йәшәнем һәм йәшәрмен.
Йөрәгендә иң ҡәҙерлеһе – халҡы булмаған кеше кеше түгел. Кескәй генә йөрәгеңә бөтә донъя һыйһын – шунда ғына һин донъяның дуҫы булырһың. Йөрәгенә донъяны һыйҙырған кеше бер ҡасан да үҙе өсөн генә йәшәй белмәҫ. Тик шул бер нәмәне генә белмәгән кеше – бәхетле кеше!..

19 март.
Салауат бөгөн рәтләп йоҡламаны. Ҡыҙҙар институттан иртә ҡайттылар ҙа, шырҡылдашып, уяттылар. Дауыт Юлтыйҙың һаман да осона сыға алмайым. Надя нисек уҡыйҙыр, мин эшләй алмайым өйҙә! Өй эше менән булашып, бөтөнләй ваҡыт ҡалмай. Көн үтә лә китә, үтә лә китә. Ҡыҙҙарға бик асыуым килә. Башҡа бер бәлә генә булдылар – ҡыуып сығарыр инең – хужа ҡыҙы!.. Етмәһә, студенткалар. Үҙҙәре йүнләп уҡымайҙар ҙа. Егеттәре килеп ялҡыта. Русса һөйләшеп маташҡан татар егеттәре. Белмәйем, былар нисек уҡытыусы булырҙар икән!.. Институттан бик күп буш баштар «уҡып» сыға. Шулар инде балаларға тәрбиә бирергә тейеш!.. Эх, донъя!.. Бөтә донъяны, үрмәкес ауы кеүек, формализм сорнап алған. Нисек итеп уларҙы йырып-йырып ташларға?.. Прозаға тотонмай булмаҫ. Үс алыр инем шул үрмәкес ауынан!.. Күпме нәфрәт йыйылған миндә хәҙер!..
Бына әле Буниндың «Һуңғы күрешеү» хикәйәһен уҡып ҡына бөгөнгө кәйефте алып ырғыттым. Йөрәккә әллә ниндәй кеше хистәре, ниндәйҙер һағыш тулды. Бер өс-дүрт битлек хикәйәлә лә күпме тормош, күпме тәбиғәт моңо һыйған!
Бер ҡулымда китап, бер ҡулымда ҡалаҡ, һөт бешерәм һәм уҡыйым...

30 март.
Төн. Скрипка өҙөлә...
Нисек ышанайым мин кешегә,
Кешеләрем мине алдаһа?
Кешеләргә аҡса ҡояш таһа,
Кешеләргә кеше мал даһа!..
Үкһеп-үкһеп иланым мин бөгөн,
Үкһеп-үкһеп тәү ҡат иланым.
Һулҡып, һулҡып һыҙлай йөрәккәйем,
Имә уны ҡайғы йыланы.
Күпме ялғанлыҡ бар кешеләрҙә,
Күпме бысраҡ, күпме хәйләлек!..
Мөмкин булһа, сәйнәп ырғытыр ҙа,
Бер ҡарамаҫ инем әйләнеп.
Күҙгә күҙлек кейә шул маймылдар,
Йөҙгә кейә кеше битлеге.
Ҡулдарынан бер эш килмәһә лә,
Ҡыла һиңә төрлө этлеген!..
Нимә уға һинең хыялдарың,
Нимә уға керһеҙ йөрәгең!..
Бысраҡ аҡса уның бар теләге,
Аҡса уның бөтә терәге.
Ул ҡандала булып ҡаның эсер,
Үрмәкестәй үрер ауҙарын.
Ниңә йәшәй шулар, ниңә баҫмай
Емерелеп бер көн тауҙары!..
Ярай, бөтәһен дә һуңынан яҙырмын әле. Ауыр миңә. Ир була тороп иланым...

31 март.
Рафаэлдән хат килде! Дипломдарын яҡлағандар. Рафаэль менән Рәис – яҡшыға, Шакир – уртасаға. Рафаэлдең дипломы отлично булыр тип көткәйнем мин. Шакирҙың да уртасаға яҡлауын күҙ алдыма килтермәй инем. Тимәк, бик объектив ҡарағандар.
Шулай ҙа диплом пустяк нәмә!..
Ижадты дипломға һыйҙырыу ауыр. Бөтәһен дә киләсәк күрһәтер әле. Рафаэль тар булһа ла, унда өмөт бар. Ә Рәис менән Шакирҙа ысын әҙәбиәтселәрҙе күрмәйем. Ваҡ кешеләрҙең ысын әҙәбиәтсе буласағына ышанғым килмәй. Шакир телде яҡшы белә, яҡшы тәржемәсе булырға мөмкин. Ә үҙенең ҡайғыһы, үҙенең кешеһе, үҙенең идеалы юҡ. Рәистә көнсөллөк кенә бар. Ләкин ул кешеләргә ярай белә. Журналист булырға йәки берәй урын биләп ултырырға мөмкин. Бындайҙар әҙәбиәтте түгел, әҙәбиәттә үҙҙәрен нығыраҡ яраталар, ә үҙҙәре менән риза булмаған кешеләрҙе яратмайҙар.
Диплом яҡлаған көндәрендә, дипломдарын йыуып, шул фекерҙе әйтәһе килгәйне. Ләкин мин улар янында түгел!..
Рафаэль бик ҡаты ауырып алған. Ауырыу уның артынан күләгәһе кеүек йөрөй. Бер ҙә айнығаны юҡ. Укол менән генә ҡотҡарып ҡалғандар.
Хатын уҡып көйөндөм дә, һөйөндөм дә. Яратам мин уны. Берҙән-бер ярата торған кешем бар, ләкин уның менән дә һәр саҡ риза ғына булып тора алмайым. Әҙәбиәткә ул ҡыҙҙарға ҡараған кеүек ҡарай. Ҡапыл ярата ла ҡапыл һыуына.
Гөлсәсәк менән дә эштәре бешмәй тора, күрәһең. Был турала икенсе хатта яҙырмын тигән.
Минеңсә, бөтә бәлә – икеһенең дә бик матур, бик ғорур булыуында. Икеһе лә бер-береһенә ал бирмәҫкә тырыша. Икеһе лә бер-береһен яндырырға ярата. Тәрән дуҫлыҡ юҡ, көнсөл яратыу ғына бар. Әгәр ҙә уларға бергә йәшәргә тура килһә, икеһенә лә бик ауырға тура киләсәк. Икеһе лә артистар! Әгәр ҙә Рафаэль ҡыҙ булһа, беҙҙән дә яҡшы пар булмаҫ ине донъяла!.. Беҙҙең дуҫлыҡ ниндәйҙер ҡыҙ менән егет араһындағы мөхәббәт кеүек. Был дуҫлыҡ оҙаҡҡа, ғүмергә булыр кеүек. Быны беҙ икебеҙҙә лә бик саф килеш һаҡларға тейешбеҙ!..

1 апрель.
Төнгө сәғәт 4. Дауыт Юлтыйҙың «Һайланма әҫәрҙәр»е, I том, баҫырға әҙер! Иртән барғас та документацияһының эшен бөтөрөп производствоға бирергә кәрәк. Намыҫ менән эшләнем. Минең Дауыт Юлтый алдында намыҫым саф. Эшемдән ҡәнәғәтмен. Өҫтән тау төшкәндәй булды. Инде миңә тыныс күңел менән дүрт сәғәт кенә булһа ла йоҡлап алырға мөмкин.
Минең эште өйгә алып ҡайтып эшләүемдән көләләр. Бәлки, мин ахмаҡтырмын да... Шулай ҙа мин башҡаса булдыра алмайым.
Ҡайҙа ла эш муйындан икән минең өсөн. Ҡайҙа ла тыныслыҡ юҡ. Сөнки мин үҙем тыныс түгел!..
Бөгөн бына шундай һөҙөмтәгә килдем. Иртәгә «Йәш көстәр»гә тотонорға кәрәк. Иртәгә Франконың хикәйәләрен дә тәржемә итә башларға кәрәк. Иртәгә түгел, бөгөн!..

2 апрель.
Юҡ, тәржемәгә тотона алманым. Баш тубал кеүек! Юлтый бик йонсотҡан икән. Бөгөн дә төшкә тиклем баш зыулап тик торҙо. Бер нәмә лә эшләй алманым.
Март айының планын үтәү буйынса отчет бирҙек. Василий Андреевич:
— 300 процентҡа үтәгәнһең! – тине.
Юҡ, башҡаса мин былай һыпырылмам. Тик Юлтый өсөн генә үҙ-үҙемдё аяманым. Ләкин, барыбер, эшеңде күрмәйҙәр. Кисәге баш бик ауыртҡас, директорға керҙем.
— Ағай, мин бөгөн ял итеп алайым инде?
— Шундай йәш ваҡытыңда ниндәй ял ти ул. Беҙ һеҙҙең кеүек саҡта көн буйы бесән сабып, төн буйы ҡыҙҙар артынан саба торғайныҡ!.. һ. б. төрлө мораль уҡыу!..
Ниңә әйткәнемә үкендем.
— Баш редакторға ин, минең бер ҙә...
— Кәйеф юҡмы?
— Эйе.
— Ярай, улай булғас...
Ләкин, теләнсе кеүек кәмһенеп, редакторға кереп торманым. Уныһы ла шул бер үк сыбыҡтан ҡыуылған нәмә.
Кис директор беҙҙең бүлмәгә инеп:
— Бәй, һин ҡайтманыңмы ни? – тигәйне, мин моменттан файҙаланып:
— Һеҙҙең кәйефегеҙ булмағас, ҡайтманым инде, ағай!.. – тип ҡаптырып ҡуйҙым тегегә. Бер ни ҙә әйтә алманы. Мин уның күҙ алдында эшләгән кеше булып ултыраһым килмәйенсә, тартаһым килмәһә лә, тартырға сығып киттем.
Был кеше миңә урта быуат инквизиторы булып күренә башланы. Һәр нәмәнән шикләнеүсе, үҙенән-үҙе ҡурҡа торған тупаҫ һәм бик сикләнгән кеше. Мәғәнәһеҙ ҙур күҙҙәрен тағы ла ҙурыраҡ асып, һиңә һарыҡ кеүек ҡарап тора-тора ла, тоҡтомалдан, бөтөнләй кәрәкмәгән, мәғәнәһеҙ бер һүҙ әйтеп ҡуя. Сысҡан менән бесәй булып уйнарға ярата, күрәһең! Ләкин барып сыҡмай. Нисектер хәле бөткән, йүне киткән меҫкен ҡарт бесәй кеүек килеп сыға. Хатта йәл булып китә. Хәҙергә бер ни ҙә әйтмәйем әле үҙенә. Тағы бер ҡабат аҡыл һатҡанда сдачаһыҙ ҡалдырмам әле үҙен.
Кисте саҡ көтөп алдым. Райкомға барып учеттан төштөм, учетҡа индем. «Совет Башҡортостаны»на инеп, Файыҡтан профсоюз билеты яҙҙырып алдым. Ул альманахҡа шиғырҙарын да биреп өлгөрҙө. Ләкин индерерлек түгелдәр. Редакцияға ингәндә нисектер күңелгә яманһыу булып китә. Бөтәһе лә:
— О, беҙҙең юғалған Рәми, оноттоң бит, ниңә килеп тә сыҡмайһың! – тип килеп күрешәләр, хәлде һорашалар, «онотма, онотма, килеп йоро», тиҙәр.
— Ваҡыт юҡ бит, – тигән булам, ә үҙем эстән генә һыҙланам. Әҙәбиәт бүлегендә күренмәйҙәр. Әхмәтшин психбольницаға ингән, ә Саръян минең кеүек эшкә батып ултырырға яратмай, ахыры, һәр саҡ сығып киткән була. Кире нәшриәткә барып, эш хаҡы алдым да, взностарҙы түләнем, учетҡа яҙылдым. Бында формализм иҫ киткес көслө күренә: профсоюзда ла, комсомолда ла. Йыйылыштар иҫ киткес ҡоро, йәнһеҙ үтә. Кешеләрҙе көсләп һөйләтәләр. Ғөмүмән, эштән башҡа миңә бер ни ҙә оҡшамай бында. Эште эшләү ҙә бик ҡыйын шарттарҙа. Күрше бүлмәлә суд, залда иртәнән кискә тиклем судҡа килгән халыҡ шаулай, бүлмәлә һалҡын һәм тәртипһеҙлек. Беҙҙең менән бергә техник обществоның бухгалтерияһы «эшләй». Күңелгә ауыр, һалҡын, ҡараңғы...
Шуларҙы уйлап, кисәге мин өйгә нисектер һул аяҡ менән ҡайтып керҙем. Керһәм, Салауат китаптарҙы иҙән буйлап туҙҙырып ташлаған, Надя ла күңел йыуатырлыҡ һүҙҙәр әйтмәй. Тиҙерәк эшкә ултырырға ашығам. Ләкин Надя мәктәпкә китергә ашыҡмай, һөткә барам тип, мәктәпкә бармаҫҡа булған. Кухняла ҡыҙҙар шырҡылдаша. Минең бөтә кәйеф боҙолдо. Етмәһә, Надя минең алға сәғәтте килтереп ултыртты ла:
— Сәғәт унда уятырһың, – тип бала янына йоҡларға ятты. Мин эстән генә әсенеп, бөтә был күренештән тыныслана алмайынса, сәғәт уңды саҡ еткерҙем. Тәржемәгә тотона алманым. Иҙән буйлап арлы-бирле йөрөй башлағас, Надя:
— Ни булды? – ти.
— Дежурю в этом вокзале!
Был һүҙҙәргә үҙемдең бөгөнгө бөтә асыуымды һалып әйттем. Тағы ла һүҙгә килеп тораһы килмәй. Өндәшмәүҙән башҡа бер ни эшләр ҙә сараң юҡ. Ә өндәшмәү икебеҙгә лә ауырыраҡ. Эх, был донъянан бер өс сәғәткә генә юғалып тороп, тыныс ҡына эшләйһе ине!..
Юҡ, Корней Чуковский тураһында Зелинскийҙың мәҡәләһенән башҡа бер ни ҙә уҡый алманым.
Төн бушҡа үтте.
Ә көн тағы ла әрәм булды. Кешеләр эшләй. Әнүәр Бикчәнтәев:
— Эшләргә кәрәк! – ти. – Бальзак кеүек эшләргә кәрәк. Все остальное – ерунда!..
Белмәйем, ул үҙе ҡасан эшләйҙер? Көн буйы уны урамда йә редакцияла, йә нәшриәттә күрәһең. Ә үҙе бөтәһенә ҡарағанда ла күберәк эшләй. Китаптарын русса ла, башҡортса ла сығара. Мәскәүҙән дә, бынан да аҡса ала. Тегегә лә, быға ла дуҫ. Бөтәһе лә уның өсөн «дуҫ кеше». Бөтәһенә лә яғымлы, бөтәһенә лә ярай, бөтәһе менән дә ризалаша. Бөтә урында ла уға ишек асыҡ. Бөтәһенә лә ул ҡулын бирә. Ул минең менән күрешкән һайын мин уға бирәсәк бурысым тураһында уйлайым. Һаман да ҡотола алмайым шунан. Уның менән һөйләшеүе уңайһыҙ, күҙгә ҡараған һайын ул да шул хаҡта уйлай кеүек. Ләкин уның: «Эшләргә кәрәк, кеше былай ҙа ярты ғүмерен йоҡлап үткәрә» тигән һүҙҙәре менән ул миңә оҡшай. Тик ул үҙе бер ҙә аҙ йоҡлаған, эш менән йонсоған кешегә оҡшамай. Бал менән майҙа йөҙгән кеүек һимеҙ, хәҙер генә бәлеш төбөн түңкәреп ҡуйған кеше кеүек туҡ һәм мөләйем!.. Аңлап етмәйем мин уны. Китаптарын башҡортса итеп редакторҙар эшләп сығара, ә русса сыҡҡандарына: «Перевод с башкирского автора» тип ҡуя!.. Һәм үҙен «Комсомольская правда»ла, «Литературная газета»ла маҡтай. Бөтә ерҙә лә «дуҫ кешеләре» бар шул уның!..
Рәхәт йәшәй кешеләр!.. Бер ҙә «башҡорт әҙәбиәте» тип ҡайғырып йөрөмәй, ә үҙе башҡорт әҙәбиәте кәмәһендә йөҙә генә бирә... Башҡортса бер һөйләм төҙөй белмәүенә лә бошоноп тормай.
Кис Ғәйнан ағай менән һөйләшеп ултырҙыҡ, шиғырҙарын уҡыны. Шатланып уҡырлыҡ шиғырҙары юҡ кеүек. Ләкин үҙе яҡшы, ти. Мин ышана алмайым. Нисектер һүнеп бара буғай ул. Бик арыған, бик йомшарған, кемдәрҙер үҙен бик ныҡ иҙгән.
Миңә лә: «Ергә төш, Рәми», – ти. Юҡ, мин әле башты эймәйәсәкмен!..
Кискә табаныраҡ Мәскәүҙән Рафаэль шылтыратты. Шиғырҙары тураһында һораша. Гөлсәсәк менән эштәр боҙолоп тора, ти.
— Әллә әйләнәйем дә ҡуяйыммы? – ти.
— Юҡ, юҡ, ауыҙыңды ла асма хәҙергә, – тим мин.
Ҙур итеп хат яҙырға кәрәк булыр.

3 апрель.
Беҙгә Мостай Кәрим килде, һәм миңә әллә ниндәй рәхәт булып китте.
— Кәйеф нисек?
— Хөрт, ағай.
— Үҙең китап сығармаһаң да, кешелэрҙекен сығарайым тип ултыраһыңмы?
— Эйе, – тим мин.
Рафаэлдэрҙең диплом яҡлауында булып ҡайтҡан. Нимә һөйләгәнен һөйләп ташланы.
Н. Задорновтың Латвияла баҫылған башҡорттар тураһындағы романын килтергән («Парус» журналы). Баҫырға кәрәк, ти.
Бер-ике һүҙ һөйләне, миңә әллә күпме һөйләшкән кеүек булды.
Камиль Сен-Санс 16 йәштән яҙа башлаған композитор. Ромэн Ролландың «Музыканты наших дней» тигән китабынан уҡырға! (Радионан әйттеләр.)

8 апрель.
Кисә Өфөгә яҙ килде. Иретә. Йылы. Быҫҡып ҡына ямғыр һибәләй. Яҙ, ахыры, ҡапыл килергә уйлай. Март һалҡын, буранлы булды. Ҡар күп быйыл: яҙ бик ярһыу буласаҡ.
Луначарский баҡсаһында һәм уның ҡаршыһындағы тирәктәрҙә ҡарғалар шаулаша. Төндә лә сәүкелдәшеп туймайҙар.
Сыйырсыҡтар булмағанда ҡарғалар ҙа яҡын күңелгә. Нисектер донъя йәнләнеп, тулыланып киткән кеүек. Нисек кенә булмаһын, яҙҙы ҡарғалар башлап ебәрә бит.
Әллә ниндәй быйылғы яҙ: моңһоу ҙа, ярһыу ҙа... Нимәлер етмәй, нимәлер юҡ кеүек.
Быйылғы ҡыш минең тәнде генә түгел, күңелде лә туңдырҙы буғай. Күңел ҡатҡан. Кешеләргә ҡарата ышанмау тойғоһо, һәр нәмәгә шикләнеп ҡарау тойғоһо көсәйгән миндә. Тормош миңә үҙенең иң әшәке яҡтарын асып бирҙе быйыл.
Көн Һайын шул тормоштан бер өс-дүрт сәғәткә генә булһа ла юғалып тораһым һәм бер кемде лә күрмәйенсә, бер кемде лә ишетмәйенсә туйғансы, хәлдән тайып йығылғансы яҙаһым, яҙаһым килә.
Ҡулға ҡәләм тотмай торһаң, ҡәләм алыҫая, тупаҫлана. Яҙыу эше һиңә нисектер ят, бөтөнләй таныш булмаған эш кеүек тойола башлай.
Эштән тик бер хыял, тик бер теләк менән ҡайтам: бер-ике сәғәт кенә булһа ла, яҙып ултырһаң ине!..
Яҙыу – иң көтөлгән, иң ҡәҙерле, иң матур сәғәт булып тойола.
Ҡайтһаң – бала! Надя мәктәпкә китә. Баланы йоҡлатҡансы үҙең дә йоҡлап китә яҙаһың. Етмәһә, ҡыҙҙар ҡамасаулай. Асыуҙың сигенә етеп, ҡысҡырып ебәрәһем килә. Шунда ла тешемде ҡыҫып ҡалам.
Бөгөн Салауатты йоҡлаттым да, егеттәре сығып киткәс:
— Ҡыҙҙар, һеҙгә әйтеп ҡуяһы бер һүҙ бар әле, – тинем. Тауыш шундай ҡалтырап сыҡты, хатта үҙем дә туҡтап ҡалдым. Ҡыҙҙар бер-береһенә ҡарашып алдылар ҙа:
— Нимә һуң? – тип бик мөһим нәмәне тыңларға торған кеүек, тынып ҡалдылар.
— Һеҙҙең бына иң теләгән, иң хыялланған нәмәгеҙ бармы?
— Әллә, нимә һуң?
— Бына мин көн һайын бер генә бит булһа ла яҙырға хыялланып ҡайтам. Ә ултырып булмай. Һеҙ сәғәт туғыҙға тиклем бөтә эшегеҙҙе лә бөтөрөп ҡуйһағыҙ ине. Салауатты йоҡлатып булмай, тауыш булмаһын ине, ҡыҙҙар. Һөйләштекме шулай?
— Ярар, – тиеште ҡыҙҙар.
һәм ҡапыл өй тынып ҡалды.
Мин улар алдында бик ғәйепле һәм шуның өсөн бик ныҡ ғәфү үтенгән кеше һымаҡ һөйләштем. Нисек кенә тырышһам да, үҙемдә йыйылып килгән бөтә асыуҙы йәшерә алманым кеүек һәм быны бик уңайһыҙланып, бик түбәнһенеп белдерҙем шикелле... Ләкин өҫтән бер йөк алып ташланған кеүек булды.
Үткән аҙнала Әнғәм Атнабаевтың шиғырҙары тураһында поэзия секцияһында доклад яһаным. Ололарҙан Ғәйнан ағай, Сәғит Агиш, Кулибай һәм Хәким Ғиләжев бар ине. Минең сығыш бик әҙерлекһеҙ булһа ла, бик оҡшаны, буғай.
— Секция исеменән рәхмәт әйтәһе килә, – тине Хәким ағай. – Быға тиклем бындай доклад булғаны юҡ ине әле. Рәми үҙенә бирелгән тәүге поручениены бик добросовестно, бик яҡшы итеп үтәне.
— Башҡа секцияларҙа ла бына шундай сығыштар булһын ине, – тип ҡуйҙы Сәғит Агиш.
— Ғәжәп искренно, тәрән, доброжелательно һөйләне Рәми, – тине Ғәйнан ағай.
Икенсе көндө издательствоға килгәндә ул:
— Кисәнге сығышың өсөн, – тип ҡулды ҡыҫҡан булды.
Белмәйем, был сығыш минең үҙем өсөн бер ҙә улай тойолманы. Мин бик ҡурҡа-ҡурҡа ғына барғайным. Докладтың яртыһын ғына яҙып өлгөргәйнем. Ҡыҙып китеп, ҡағыҙһыҙ ғына һөйләргә тура килде. Мин үҙемдең һөйләй белмәүемә зарланам, тотлоғам, һүҙҙәрҙе нисектер боҙоп, төҙәтә-төҙәтә әйтәм. Үҙемдең ҡағыҙға ҡарап һөйләүемә йәнем әрней. Шундай ҡағыҙҙан айырыла алмаған кешеләрҙе йәнем-тәнем менән күрә алмайым. Ә бер ҡыҙып китһәм, үҙ-үҙемде һиҙмәй һөйләп китәм дә һуңынан аптырап ҡуям: әллә ҡайҙан телгә һүҙҙәр килеп тора, әллә ҡайҙан фекер сығып тора!.. Әйтерһең, мин кем менәндер бик ныҡ бәхәсләшәм, һәм, нисек кенә булһа ла, үҙ фекеремә уны ышандырырға тырышам.
Мин иң юморһыҙ кеше булһам да, кешеләр көлә һәм мин көтмәгәнсә ниндәйҙер бик иғтибар менән тыңлайҙар. Әйтерһең, мин ниндәйҙер бер һүҙҙәр шаманы!..
Әллә ҡайҙан – «Игорь полкы тураһындағы һүҙ»ҙән башлап реализм хаҡындағы бөгөнгө бәхәстәргә килеп етәм. Йософ менән Зөләйха ла, Ромео менән Джульетта ла, Гейне менән Таҡташ та, натурализм менән формализм да ҡалмай – бөтәһе лә бер епкә килеп теҙелә һәм мин үҙем һөйләгәнгә үҙем дә ышанам, башҡаларҙы ла ышандырам...

9 апрель.
Надя больницанан үкереп илап ҡайтты.
— Ниңә, ни булды?
— Операция яһамайҙар.
— Ә бала нисек?
— Тыуҙырырға... – тине лә буҫлығып-буҫлығып илай башланы.
Бала үлмәгән – тере!.. Тыуһын инде әйҙә! Тик мине уның зәғиф булып ҡуйыуы ҡурҡыта. Ә врачтар, киреһенсә, уның бик теремек буласағын әйткәндәр.
Күрәһең, икегеҙҙең дә организмығыҙ бик ныҡ, – тигәндәр.
Был шатландыра. Ләкин минең өсөн хәҙер аспирантура ишеге ябыҡ булыр, ахырыһы. Эх, тормош!..
— Прощай теперь, аспирантура!..
Надя тағы ла йәштәрен субырлатып ағыҙып иларға тотондо.
Мин бер һүҙ ҙә өндәшмәй, уның башын күкрәгемә ҡыҫып алғас ҡына, илауҙан саҡ тымды. Күңелгә әллә нисек – өмөттәр өҙөлә, буғай...
— И, мөҡәддәс моңло сазым... – тип йырланым-йырланым да китапханаға барып, 1930 йылғы «Октябрь» журналын аҡтарырға тотондом.
Ҡыҙыҡ сыҡҡан журнал.
Бына ҡайҙа әҙәбиәттең ысын тарихы! Тик был тарихты эшкәртергә, бөгөнгө күҙлектән ҡарап, фәнни тәртипкә килтерергә, бик күп нәмәләрҙе асыҡларға кәрәк. Ләкин ҡайҙа кешеһе?! Кем тотонһон инде быға? Күпме эш, күпме эш! Ни тиклем ҡыҙыҡлы материалдар!.. Әгәр ҙә мөмкинлек булһа, баш-аяғым менән сумыр инем был эшкә. Юҡ, мөмкин түгел. Асҡа үлмәҫ өсөн юҡты бар итеп ултырырға тура килә. Донъяның бөтә шул ваҡлыҡтарынан азат булһаң ине лә, йәнең теләгән эште эшләһәң ине!.. Күпме ғүмер, күпме көс бушҡа әрәм була.
Шуларҙы уйлайһың-уйлайһың да йөрәк һулҡып-һулҡып һыҙлап китә. Китапхананан ҡайтҡанда ла Туҡайҙың «Өҙөлгән өмөттәр»ен йырлайым:
«Осто донъя ситлегенән
тарһынып күңелем ҡошо!..»
Юҡ, минең күңел әле бығаулы!..

10 апрель.
Зөфәрҙән Ғайса китабының корректураһын алып, Сәләм тураһындағы мәҡәләһен уҡыным. Яңыса фекерҙәр. Ғайсаға бик асыуҙарым күп булһа ла, хөрмәтем ҙур. Толковый егет, талант та бар, ләкин юҡ-бар авторитеттарға тотоноп үҙен әрәм итә! Ҡурҡаҡлыҡ көслө, бик дипломат кеше. Алдын-артын ҡарап ҡына йәшәй.
Бөгөн «Йәш көстәр» өҫтөндә ныҡ ҡына ултырырға тура килде. Яҡшы шиғырҙар бик аҙ. Бөтәһе лә бер төрлө, бөтәһе лә ваҡ. Йә бала саҡ, йә мөхәббәт тураһындағы шиғырҙар. Эҙләнеү юҡ, тематика тар, эшләнештәре йомшаҡ. Етмәһә, Зөфәр шуларын да һайлап ала белмәгән. Ихсан менән телефондан һөйләштек. Ә. Ғайсин менән Б. Рафиҡов үҙҙәре килде. Кисә Әнүр Вахитов килгәйне. Бөтәһенә лә шиғырҙарын яңынан ҡарап сығырға, яңынан эшләп килтерергә биреп ҡайтарҙым. Ризалашҡан булдылар.
Тик Нур Хәбировҡа килеп еткәс кенә күңелем яҡтырып китте. Ғәжәп үҙенсәлекле шағир! Эйе, был шағир, әгәр ҙә эҙләнһә, боҙоп ҡуймаһалар, был егеттән эш сығасаҡ. Шиғырҙарын ҡат-ҡат уҡып рәхәтләнеп ултырҙым. Үҙемә күсереп алып ҡуйыр өсөн өйгә алып ҡайттым, Надяға башҡортса уҡып, русса тәржемә итеп күрһәттем. Уға ла бик оҡшаны был шиғырҙар. Минең шатланыуым Надяға ла күсте булһа кәрәк, өй эсе яҡтырып, йылынып киткән кеүек булды. Мин был шиғырҙарҙың башҡорт поэзияһына ниндәй матур кеше алып килеүе, уларҙың, ни тиклем яңы һәм тәрән фекерле, ни тиклем халыҡсан булыуы тураһында һөйләнем. Йәштәр араһында әле бындай үҙ аллы, бындай үҙ тауышлы шағир юҡ.
Егет үҙе ауылда тракторист булып эшләгән, Яҙыусылар союзы уны ауылдан килтереп, беҙҙең мәктәптең интернатына урынлаштырған. Быныһы ла бик ҡыуандыра. Ә шиғырҙарын бына яҙып ҡуям.

Нур Хәбиров шиғырҙары

ТЫУҒАН ИЛЕМӘ
Илемде мин әгәр һөймәһәм,
Уның өсөн янып-көймәһәм,
Ҡыҙғанһам мин дәртле йөрәкте,
Ҡыҙғанһам мин эшкә беләкте, –
Ни ҡыйыулыҡ менән, арыным, тип,
Үләнеңә килеп ятырмын?!.
Ниндәй выждан менән, һыуһаным, тип,
Һыуҙарыңдың тәмен татырмын?
Оялырмын сәскә-гөлөңдән,
Иркәләүсе талғын елеңдән:
Ниндәй илдәр миңә ил булыр,
Тормошомдо ҡорор ер булыр?!.

ҒҮМЕРЛЕККӘ ҠАЛҒАН ҠАЙҒЫМ БАР
Ғүмерлеккә ҡалған ҡайғым бар,
Онотолмай торған ҡайғым бар.
Минең менән бергә йөрөргә,
Йөрәгемдәй булып ғүмергә
Килгән миңә ошо бер ҡайғы,
Онотолмай торған бер ҡайғы.
Онотолмай торған ҡайғым бар,
Ҡалғандары шундай ҡайғылар:
Былтырғыһын – быйыл онотам,
Быйылғыһын – бөгөн онотам.
Тик береһе генә ғүмерлек,
Ғүмер буйы бергә йөрөрлөк.
Ғүмерлеккә килгән ҡайғым бар,
Онотолмай торған ҡайғым бар:
Үҙем тыумаҫ элек туҡтаған
Батыр йөрәк өсөн ҡайғым бар.

ҠУЛДАРЫМ ДА ЭШКӘ БАРМАЙ ТОРҘО
Ҡулдарым да эшкә бармай торҙо
Һин киткәстен, иркәм-һөйөүем.
Тик иҫемдә ҡалды киткән саҡта:
«Сабыр итерһең бит?..» тиеүең.
Ҡыймай ғына, ләкин теләк менән
Әйттем шул саҡ: «Тимәк, китергә...
Ярай, – тинем, – тырыш, беҙ йәштәрҙән
Халыҡ хаҡлы уңыш көтөргә».
Һин уҡыуҙа хәҙер, минән ситтә,
Өйрәнәһең баҡса эштәрен.
Мин колхозда – эштән ҡайтҡан саҡта
Йөҙөм – ҡара, ап-аҡ тештәрем.
Ең һыҙғанып эшләр эшем бар,
Тир сығарып эшләр эшем бар.
Ялға туҡтар өсөн ҡайтып барһам,
Һөрөп бөткәс колхоз яланын,
«Ҡулдарым да ҡара...» тип тормайса,
Сәскәләрҙе өҙөп аламын.
Кәрәк булып торор һиңә, тим,
Баҡса эшен ул бит һөйә, тим.

Ҡулдарым да эшкә бармай торҙо
Һин киткәс тә, иркәм-һөйөүем.
Тик иҫемдә ҡалды киткән саҡта:
«Сабыр итерһең бит?..» тиеүең.

Һин ҡәҙерле миңә, халҡыма ла
Ҡәҙерлеһең бит, һөйгәнем.
Шуға ла мин: «Китмә..» – тимәнем,
«Үпкәм булыр һиңә...» – тимәнем.

Бына, исмаһам, шиғырҙар! Ни тиклем тәбиғи һәм аҡыллы тойғо был егеттә! Тел ниндәй яғымлы – башҡортса.
Бәлки, мин артыҡ ғашиҡтыр?..
Бына тағы ҡыҙҙарҙың егеттәре килде. Ну йөҙәтәләр!.. Лыбыр-лыбыр, лыбыр-лыбыр килеп альбом ҡарайҙар, мәғәнәһеҙ анекдоттар һөйләйҙәр. «Салауат уянмаһа ғына ярар ине», – тип ултырам. Ултырҙым-ултырҙым да түҙмәнем:
— Егеттәр! Ғәфү итегеҙ – мин эшләйем, әй, – тинем.
— Хәҙер, хәҙер, абый, беҙ китәбеҙ...
Абый, имеш! Тапҡандар абый кешене. Үҙҙәренә мыйыҡ-һаҡал сығып бөткән. Аулаҡ эҙләйҙәр...
Мин тәмәке тоҡандырып тышҡа сыҡтым. Ә тышта ғәжәп матур яҙ!.. Аяҡ аҫты туңһа ла, ҡар һыуҙары һаман да әле сылтырап ағып ята. Өфө, нисектер, тын да алмай, ошо тәүге ҡар һыуҙарының көмөш йырын тыңлай кеүек. Ай ҙа, туп-тулы булып, бөтә донъяға нурлы ҡоласын йәйгән дә ҡарағусҡыл яҙғы күк балаҫында, йәп-йәш бала кеүек, тәгәрәп ята... Яҙ һулышы күкрәккә дөрөп инә лә, бөтә тәнеңде еңеләйтеп, ниндәйҙер тығыҙ иркенлеккә осороп алып китер һымаҡ...
Мин шулай хыялланып тәмәке көйрәтеп бөткәнсе егеттәр ҙә сығып тайҙылар. Мин Гейненың «Лирик интермеццо»һына сумдым. Үҙемдең шиғырҙар өҫтөндә ултыра алмаһам, мин тәржемәгә тотона торғайным. Хәҙер ҙә шул элекке ғәҙәтте эшкә егергә булдым. Илһам эшкә тотонғас та килә... Ҙур шағирҙың донъяһына инеү һинең дә йоҡлап ятҡан хистәреңде уята. Мин үҙ шиғырҙарын яҙа алмаған саҡта һәр бер кешегә тәржемә итергә кәңәш бирер инем. Тик был, кәңәште һуңғы ваҡытта үҙем дә тотмай килдем. Ә ғүмер үтә!.. Ах, ғүмер!.. Һинең ебеп ятыуыңды көтөп тормай шул ул – бына шул төн мәлендә лә сылтырап аҡҡан яҙғы ҡар һыуҙары кеүек, аға ла аға. Нисек итеп уны тотоп тораһың инде. Ул һинең ихтыярыңда түгел – һин тик үҙ ихтыярыңды уға буйһондора ғына алаһың!.. Ә шулай ҙа һүлпәнлек көслө, күрә тороп эшләмәйһең.
Юҡ, былай эш сыҡмай. Көн һайын яҙырға, бер-ике юл ғына булһа ла яҙырға кәрәк!..

11 апрель.
Көн ҡояшлы булһа ла, нисектер һалҡынса әле көн. Шулай ҙа үҙенекен итә – иретә. Ҡоштар сутылдаша. Ҡолаҡҡа беснәк тауышы ла, һабан турғайының да, сыйырсыҡ тауыштары ла килгән кеүек. Ләкин береһен дә күрмәйем. Тирәктәрҙең яланғас ботаҡтарында уҡмашып торған ҡарға оялары тирәһендә ҡарғаларҙың зыҡ ҡубышып шаулауҙары ғына асыҡ ишетелә. Тауыштары көр, ҡарлыҡмағандар әле... Шуларҙы булһа ла тыңлап барыу өсөн автобусҡа ултырмайынса, нәшриәткә йәйәүләп йөрөйөм. Өйҙән ашығып сығам да, урамда иркенләп барам... Тиҙҙән инде ағастар ултырта башларҙар. Ә мин ҡайҙа, кем баҡсаһына ултыртайым?.. Кешеләр һаҡлап үҫтерәме һуң инде?... Интернат баҡсаһында мин ултыртҡан ағастарҙан ни бары бер ҡарама ғына тороп ҡалған. Ул да әле иҫән микән? Барып ҡарағаным юҡ әле. Минең рәхәтләнеп баҡсала эшләйһем килә. Ләкин был хәҙергә тик хыял ғына! Үҙемә түгел, сыйырсыҡҡа ла оя ҡороп булмай бит, исмаһам!..
Тиҙҙән сыйырсыҡтар ҙа килеп етер инде. Баштан бер шиғыр сыҡмай йөрөй:
Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ!
Ояңдан осоп сыҡ!
Ләкин ҡалған юлдары шәп түгел. Сыйырсыҡтың башҡа ҡоштар моңон ни тиклем оҫта башҡарыусы булыуын бик матур итеп һүрәтләргә ине. Күпме телдәрҙе белә сыйырсыҡ! Ә һуң уның үҙ теле бармы? Бына быныһы ғәжәп бер һорау!.. Быны нисек хәл итергә? Бөтә телдәрҙе белеүсе лингвист, ә үҙенең туған теле лә юҡ булып сыҡмай түгелме һуң әле был? Юҡ, сыйырсыҡ лингвист түгел, ул иң яҡшы музыкант – башҡарыусы!
Кисәге мин дә шул сыйырсыҡ кеүек, үҙ тауышым булмағас, Гейне теле менән һайрап ултырҙым. Ләкин мин яҡшы башҡарыусы түгел кеүек. Нисектер ябайлаштырам һәм бик үҙемсә килеп сыға. Тимәк, минең ҡайҙалыр төптә үҙ тауышым бар!..
Гейне Вейнберг тәржемәһендә былай:

В чудеснейшем месяце мае
Все почки раскрылись вновь,
И тут в молодом моем сердце
Впервые проснулась любовь.

В чудеснейшем месяце мае
Все птицы запели в лесах,
И тут я ей сделал признанье
В желаньях моих и мечтах.

Ә минең тәржемәлә ул бына нисек килеп сыҡты:

Ғәжәп матур май айында
Япраҡ ярҙы ҡарт тирәк.
Бына шул саҡ йоҡоһонан
Уянды минең йөрәк.

Ғәжәп матур май айында
Урман йырға төрөндө.
Бына шул саҡ астым уға
Бөтә йөрәк серемде.

Ләкин тәржемәнән ҡәнәғәт түгелмен. Бик ябай килеп сыҡты. Был Гейнены асыу түгел – үҙемде ҡабатлау. Бигерәк тә «ҡарт тирәк» кәрәкмәй. Был «йөрәк» өсөн генә рифма булды. Улай тиһәң, «вновь» менән «любовь» һәр бер рус шағирының рифмаһы бит? Моғайын, Гейненың үҙендә был юҡтыр? Немецса уҡыйһы ине. Жәлил Кейекбайға Гейнеһын һорап барырға тура килер, ахыры. Нисектер мин Вейнбергҡа ышанып етмәйем. Улар ҡол кеүек тоғро булһа ла, был тик тышҡы тоғролоҡ: ҡол тоғролоғо! Ә Лермонтов менән Блок, Гейненың көндәштәре булһа ла, улар шағирға эстән тоғрораҡ була. Жуковскийҙың был хаҡтағы фекере бик дөрөҫ! Шағир шағирға көндәш булһа ла, шағир шағир күңелен нығыраҡ тоя, нығыраҡ аңлай. Ә ҡол шағир өсөн алыҫ, ул тик уның һүҙҙәрен генә ишетә, ә һүҙҙең мәғәнәһен, эске фекерен бөтә йөрәге менән тоя белмәй. Сөнки ул көнләшмәй шағирҙан. Ә көнләшмәгәс, яратыу ҙа бик һалҡындыр ул!
Юҡ, Гейненың үҙен уҡып ҡарарға, белергә кәрәк был серҙе!
Бына инде илһам да тыуып килә, буғай. Ҡулың эшкә тотонһа, эштең илһамы – үҙеңдә!.. Бына был фекер Чайковскийса, исмаһам!..

12 апрель.
Кәйеф шәп бөгөн! Әллә ни эш ҡырмаһам да, нисектер күтәренке күңел менән йөрөнөм. Иртән эшкә барғанда ҡырынып сыҡтым. Нәшриәткә барып инеүгә Василий Андреевич Гейненың «Йырҙар китабы»н килтереп ҡуйған. Мин үҙемдең бөгөн төндә Гейне менән ултырыуымды һөйләп, тәржемә тураһында һүҙ сығып китте.
Күп тә үтмәне, Нур Хәбиров килеп сыҡты. Уның менән тәүге ҡабат икәүҙән-икәү һөйләшеп, был егеттең үҙен дә бик оҡшаттым. Ғәжәп аҡыллы, тыйнаҡ егет. Беҙҙең мәктәптә уҡый. Минең «Йәшлек»те дауам итә икән унда. Яҙғы каникул ваҡытында ауылда булып, яңы шиғырҙар яҙып килгән. Шиғырҙары – үҙенсә, яҡшы! Тик «бында яҙып булмай», ти, математиканан зарлана. Шиғырҙарын уҡып, үҙенең шиғырға булған ҡараштары менән дә таныштым. Ғәжәп һиҙгер, шул уҡ ваҡытта бик талапсан да. Был егеттән эш сығасаҡ. Тик ярҙам итергә, ниндәй китаптар уҡырға кәрәклеген әйтергә, ғөмүмән, әҙәбиәт тураһында бик яҡшылап һөйләшеп ултырырға ине!
Ул быға бик риза булды. Журналдарҙы (элек мин сығарған ҡулъяҙма журналдарҙы, шулай уҡ минән һуң сыҡҡандарын да) алып килергә һөйләшһәк тә, нишләптер, ул килмәне. Мин уны көтөп, бәрәңге бешереп йөрөгәндә ҡыҙы Гүзәл менән Марат килеп керҙе. Салауат тәүҙә Гүзәлдән ятһынды, аҙаҡ өйрәнеп китте. Рәхәтләнеп уйнарға керештеләр. Бала бала кешегә ни тиклем эҫе!
Ә беҙ, ололар, һис тә уларға оҡшамағанбыҙ. Уйнап-көлөп ултыраһы урынға әллә ниндәй донъя ваҡлыҡтары тураһында, ялыҡтырғыс шиғырҙар тураһында, тормошто нисек итеп юлға һалыу тураһында теләр-теләмәҫ кенә һөйләшәбеҙ.
Ғәжәп: Маратҡа булған ҡарашым үҙгәрҙе. Бөтә йөрәктән һөйләшеп булмай. Быға иң беренсе сәбәп – уның ни өсөндөр татарса һөйләшә башлауы. Был мине һүрелдерҙе лә ҡуйҙы. Сөнки элек ул минең менән дә, башҡалар менән дә башҡортса һөйләшә ине. Һәм был бик тәбиғи булып, уның нисек һөйләшеүе тураһында уйлап та ҡарағаным булманы. Ә хәҙер күрешеп һөйләшкән һайын мин быға иғтибар итмәйенсә ҡала алмайым. Был хаҡта уның үҙенә әйтеү нисектер уңайһыҙ – хәтере ҡалып ҡуйыуы мөмкин. Шаярып та әйтеп булмай. Сөнки бер ҡабат Рафаэль, Марат, мин – өсәүләп – Матросов баҡсаһында һыра эсеп, бик яҡшылап ҡына һөйләшеп ултырғанда ул Рафаэлдең шаяртып әйткән бер һүҙенә ҡапыл хәтере ҡалып, беҙҙе ташлап сығып киткәйне. Беҙ бик аптырашта ҡалдыҡ, бына шунан бирле, бер ауыҙ бешкәс, һалҡын һыуҙы ла өрөп кенә эсергә тура килә!.. Рафаэль был хәлде бик ауыр кисерҙе. Ләкин ул да, мин дә бының сәбәбенә төшөнә алманыҡ. Ә был хәл миндә ниндәйҙер бер күңелһеҙ эҙ ҡалдырҙы. Шунан һуң беҙгә өсәүләп бик күп ваҡыт бергә булырға, тура килгәндә, уйнап һөйләшһәк тә, уйлап һис бер нәмәгә шикләнмәйенсә, асыҡтан-асыҡ, балаларса йәки дуҫтарса һөйләшеү түгел. Бөтә күңелеңде асып һөйләшеп булмай икән, кешеләр нисек кенә яҡын булмаһындар, барыбер үҙ-ара иң яҡын дуҫтар була алмайҙарҙыр. Ә беҙ – дуҫтар!
Маратҡа минең хөрмәтем ҙур, шиғырҙарына ла ҙур хөрмәт менән ҡарайым, уны йәштәр араһында иң талантлы шағирҙарҙан иҫәпләйем, ләкин... бөтә күңелдән яратып етә алмайым. Бының өсөн минең үҙемә лә уңайһыҙ. Әйтерһең, мин уның алдында ниндәйҙер бер ғәйепле кеше!.. Уның менән, Рафаэль кеүек, һуғыша яҙып бәхәсләшеп тә булмай. Тимәк, миңә һәр саҡ «аҡыллы кеше» генә булып ҡалырға тура килә. Ә һәр саҡ «аҡыллы» булыу ул үҙе бер ахмаҡлыҡ! (Бына һиңә бер афоризм!) һәр саҡ «аҡыллы» булыу ялҡыта. Шуның өсөн дә беҙҙең ҡайһы бер күрешеүҙәр бер-береһен яратмаған бер туған кешеләрҙең күрешеүе кеүек. Күрешмәҫ инек, бер туған булғас, һағынмағанда ла күрешергә кәрәк.
Беҙ бөгөн бына шулай ултырҙыҡ. Балаларҙы уйнаттыҡ, бәрәңге ашаныҡ, сәй эстек. Тамаҡ туйҙы, күңел туйманы. Күңелдә әйтелмәгән һүҙҙәр, уртаҡ ителмәгән хистәр... Ә үҙебеҙ бер әсәнән тыуған туғандар кеүекбеҙ. Кәрәк булғанда, бер-беребеҙгә ярҙам итешергә лә мөмкин, бер-беребеҙҙең йөгөн күтәрешергә лә мөмкин, бер кейемде кейергә лә мөмкин. Ә йөрәкте уртаҡ итеү мөмкин түгел! Ғәжәп күренеш!.. Беҙгәме һуң шулай булырға?!. Ләкин шулай булмайынса сараң да юҡ...
Сара тигәндәй, уның ҡатыны ла бер... Сара! Марат менән Сараны... бергә күҙ алдына килтереү ауыр булды. Был берәй төрлө махинациялыр, тип уйланыҡ. Юҡ, Марат өйләнмәгәндер, уны өйләндергәндәрҙер! Алғушай ахмаҡ башҡоҙа быларҙың бөтә эшен боҙа!.. Көлөрһөңмө, иларһыңмы? Беҙ көлә лә алманыҡ – көлөү мөмкин түгел ине.
Марат, шулай итеп, Сараға өйләнде, һәм улар бер-береһенә бала менән бәйләнде. Бер-береңә мөхәббәт менән бәйләнмәгән яҙмыштан да ауыр ни булырға мөмкин һуң?
Шағирҙың күңел ҡошо тар донъя ситлегенә шулай бикләнәлер инде? Был ситлектә берҙән-бер йыуаныс – бала! Мараттың бөтә яратыуы балаға күсте. Яңғыҙлыҡтан киләлер был артыҡ яратыу. Бер кем менән бүленмәгән хистәрҙе йөрәктә тотоп тороу мөмкин түгел бит. Уны кемгә булһа ла түгергә кәрәк. Бала күңеле иркен һәм уға бөтә хистәреңде бушатырға мөмкин. Ләкин бала ул хистәргә яуап бирә алмай. Тимәк, был хистәр күңелдәге бөтә хистәрҙе лә үҫтерә алмай. Был кешенең донъяһын тарайта, ҡыҫа, йәберләй. Тышҡы донъянан алған ҙур тойғолар был бәләкәй генә бер яҡлы эске донъяға һыймай. Кешенең эске донъяһы тышҡы донъя менән килешә алмай башлай. Ул үҙ-үҙе менән дә, тышҡы донъя менән дә ҡәнәғәтһеҙ булырға мәжбүр. Донъяның шатлыҡтары ла ҡайғыға әйләнә. Яҡтылыҡ та ҡараңғы булып күренә!..
Марат үҙе бөгөн:
— Стеналарҙы аҡлап ташланыҡ әле, – тигән була. Белмәйем, бының менән генә бүлмәлә яҡты булып китерме икән? Булмаҫтыр.
Уларға барып инһәң, нисектер тығыҙ, уңайһыҙ, бөркөү. Тиҙерәк тышҡа сығып китәһең килә. Был бүлмәлә мин шиғыр уҡығаным юҡ, шиғыр тураһында һөйләшә лә алмайым.
Сара йыш ҡына:
— Мараттың шиғырҙары нисек? – тип һорай. Мин ҡаушап ҡалам, ни тип әйтергә лә белмәйем. Ә уның, әлбиттә, «бик яҡшы» тигән һүҙҙе ишеткеһе килә. Мин беләм: ул үҙенең ирен гений итеп, ә үҙен гений ҡатыны итеп иҫәпләй...
Бына минең Надя ла мәктәптән ҡайтты. Күҙҙәре балҡый.
— Мин бөгөн физиканан яуап бирҙем! – ти.
— Нисек яуап бирҙең һуң?
— Яҡшылыр, белмәйем.
Ә үҙе шат һәм үҙенән яҙ еҫе аңҡый. Миңә уның яҙ һулышы менән ҡайтып кереүе рәхәт. Физиканан яҡшы билдәһен дә мин үҙем алған кеүекмен.
— Теге шағирың килмәнеме?
(Нур тураһында һорай инде.)
— Юҡ, Марат килде. Бына уның тураһында яҙып ултырам әле.
— Яҙаһың, ә минең турала яҙмайһыңмы ни? – тип шаярыу ҡатыш үпкәләгән була. Ә мин уға:
— Һинең турала йөрәккә генә яҙам, – тип әйткем килә.
Ләкин мин былай шаяра белмәйем. Марат үҙен «мин бит артист», ти. Ә мин, күрәһең, артист була алмайым...

13 апрель.
Әле генә «Октябрь»ҙә «Ике океандың сере» тигән картинаны ҡарап ҡайттым. Бөтөнләй икенсе төрлө донъя! Ҡайһы бер кешеләр «әбекәй әкиәте», тип ултырған булалар. Ә миңә был бик матур донъя! Нисектер бала саҡты, Жюль Вернды хәтерләтә. «Серле утрау», «Һикһән мең саҡрым һыу аҫтынан» китаптарының фантазияларына сумған кеүек булаһың.
Ә океан ғәжәп матур төшөрөлгән, шулай уҡ диңгеҙҙәге хайуан-үҫемлек донъяһы ла бик ҡыҙыҡ. Кеше характерҙары ла бик бай. Тиҙерәк икенсе серияһын ҡарайһы килә.
Бөгөн бер ни ҙә эшләп булманы. Нур Хәбировтың шиғырҙарын машинкала баҫтырып алдым да Зөфәр менән бер аҙ бәхәсләшеп алдыҡ.
— Бер тирәлә уранҡылай, – ти Зөфәр. Ә минеңсә, тирә-яҡҡа ташланыуҙан да мәғәнә юҡ. Ул бик тәбиғи үҫә. Тора-бара киңәйер. Бер кем дә тәүге шиғырҙары менән донъя проблемаларын хәл итмәгән.
Нурҙың шиғырҙарын Василий Андреевичҡа ла тәржемә итеп уҡыным. Уға ла был шиғырҙар бик оҡшай. Тәржемә итәсәкмен, ти. Мин подстрочниктар яһап бирергә булдым.
Бынан һуң Афзал Ҡудаш килде. Кисә лә бик күп ваҡытты алды ул.
Мәжит Ғафуриҙың ҡулъяҙмаларын һатырға йөрөй. Институттың аҡсаһы юҡлыҡтан беҙгә ебәргәндәр. Ә беҙҙә ундай «Һатып алыу законы» юҡ икән. Ләкин Ғафуриҙың VI томына был яҙмаларҙы индерергә кәрәк. Директор уларҙы миңә уҡытып, заключение яҙырға ҡушҡан. Кисәге Афзал Ҡудаш шуларҙы уҡып ултырҙы. Ғәлимйән Ибраһимов сығарған 1917 йылдың февраленән һуңғы «Ирек» газетаһында М. Ғафуриҙың «Тәүге аҙымдар» тигән мәҡәләһе бар. Ә газетаның был номеры бер ҡайҙа ла юҡ, Ҡудаш уны: «Миндә генә бар», – ти. Унан һуң Ғафуриҙың 1921 йылғы аслыҡ тураһында яҙған иҫтәлектәре лә бик ҡыҙыҡлы. Шулай уҡ Ҡазандағы бер профессор ҡатынына яҙған хаты ла кәрәкле буласаҡ. Бынан башҡа Афзал Ҡудашта М. Ғафуриҙың 1919 йылдарҙа яҙған һигеҙ шиғыры һаҡлана икән. Улар бер ҡайҙа ла баҫылмаған, М. Ғафуриҙың тулы йыйынтығына ла индерелмәй ҡалған. Ә Ҡудаш уларҙы, бесән өҫтөндәге эт кеүек, институтҡа ла бирмәй. Үҙе лә йүнен таба алмай йөрөй.
«Нисек итеп мин уларҙы егерме ике йыл һаҡлап, бушҡа бирәйем? Мин уларҙы тағы егерме ике йыл һаҡлармын, ләкин бер кемгә лә бирмәм! Ҡазанда Туҡай менән төп башына ултыртҡандары ла етер...»
Был һүҙҙәрен ул шундай оятһыҙ бер маҡтаныу менән һөйләй, мин хатта уның, һөйәгенә тире йәбешеп, архив ҡағыҙы кеүек һарғайып бөткән бысраҡ йөҙөнә күҙҙәренән ут сәсрәткәнсе һуғып ебәргем килә...
Ни тиклем меҫкен, ни тиклем түбән, ни тиклем намыҫһыҙ был кеше! Уның йөҙөнә ҡарау ҙа ҡурҡыныс: ул үҙенең кешелек намыҫын ғына түгел, хатта кеше йөҙөн дә юғалтҡан. Күҙҙәре эскә батып, ниндәйҙер йәнһеҙ бер ялҡын менән секерәйеп ҡарап торалар. Уң яҡ күҙенең ҡабаҡтары тартылып, күҙ ағы нисектер һыңар күҙен ағырайтып тора. Күҙ ҡарашы мәйеттеке кеүек ҡатып ҡалған – ауыр. Мин уның «бына һүнәм, бына һүнәм, аҡса бирһәгеҙ генә яҡтырып китермен» тип торған был меҫкен күҙҙәренә ҡарағанда бөтә тәнем сымырҙап китә. Ул тәүҙә миндә ҡыҙғаныу тыуҙырҙы, ә шул һүҙҙәрен ниндәйҙер таш йылмайыу менән һөйәк ҡулдарын һелтәй-һелтәй һөйләгәндән һуң, тик ерәнеү тойғоһо ғына ҡалдырҙы. Мин уға үҙемдә бер ҡасан да булмаған һалҡын бер нәфрәт менән ҡарап әйтәһе һүҙҙәремде әйттем:
— Һеҙ, ағай, нисек итеп Ғафуриҙы шулай һатырға йөрөйһөгөҙ? Һеҙ бит әҙәбиәтсе! Етмәһә, үҙегеҙҙе иҫкәрмәләрегеҙҙә филология фәндәре кандидаты тип атайһығыҙ. Һеҙҙә бит аҙ ғына булһа ла Ғафуриға, үҙегеҙгә, фәнгә хөрмәт булырға тейеш инде?
— Бына шуның өсөн дә мин уның яҙмаларын егерме ике йыл һаҡлап киләм бит!
— Юҡ, ағай, һеҙ уларҙы халыҡтан йәшереп кенә киләһегеҙ!
— Минән бит һорамайҙар?!.
— Һеҙҙән дә һорап тороу кәрәкме инде?
— Кәрәк шул. Мин все же Ғафури өҫтөндә байтаҡ ултырған кеше.
— Ярай, ултырыуығыҙ яҡшы. Әгәр ҙә берәй төрлө мөғжизә булып, Ғафури ҡәберенән бер минутҡа ғына сыға алһа, был күренеште күреп, рәхмәт әйтмәҫ ине һеҙгә!..
— Юҡ, Ғарипов туған, һеҙ йәштәр әле, бер ни ҙә белмәйһегеҙ.
— Бәлки, шулайҙыр ҙа. Тик бындай хәлде белмәү хәйерлерәк. Беҙ йәштәргә был бер ғибрәт булһын.
Ҡудаш һарғайып бөткән ҙур тештәрен ыржайтып, ҡара янған ирендәрен йыйырып ҡуя. Ләкин йылмайыу ҡиәфәте барып сыҡмай.
Миң уға Муса Йәлил шиғырҙарын үлем эсенән, ут-ҡылыс аҫтынан алып сығып, үҙенең был эше өсөн бер ни ҙә талап итмәгән белгиец Андре Тиммермане тураһында әйткәс, ул быға ла яуап тапты:
— Совет илендә ундай түләмәҫкә тигән закон юҡ.
— Закон һеҙҙең намыҫығыҙҙа! – тинем мин, һәм башҡаса һөйләп тороу урынһыҙ ине. Мин өндәшмәнем. Был күренеш минең күңелде таш кеүек итте. Иҫем-аҡылым китеп ултырҙым.
Был «эшкә» тығылмаҫҡа булып, бөтәһен дә Василий Андреевичҡа тапшырҙым.
Ул бухгалтерия менән, институт менән һөйләшеп, ҡулъяҙмаларҙың копияһын һатып алырға булдылар. Сөнки Ҡудаш оригиналдарын бирмәй. Уларын, күрәһең, Ҡазанға һатырға уйлайҙыр... Башы эшләй тәнҡитсенең!..
Ҡудаш сығып киткәс, Зөфәр уны тәүҙә яҡлап маташты.
— Кеше сараһыҙҙан йөрөй инде, – ти. Ләкин мин уның был фекерен пыр туҙҙырып ташланым.
— Ғафуриҙың ҡәбере өҫтөндә һатыу итеү – оят. Бының әҙәбиәтсе намыҫы менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ һ. б.
Коридорға сығып, Найман, Зөфәр, мин – өсәүләп, оҙаҡ ҡына һөйләштек. Һүҙ Сәйфи Ҡудашҡа күсеп китте. Зөфәр уның тураһында ҡот осҡос нәмәләр һөйләне. Әгәр ҙә былар ысын булһа, Сәйфи Ҡудаштың ҡулдары бик ҡанлы!.. Имай Насыри, Булат Ишемғолдарҙы ул һәләк иткән булып сыға. Ә хәҙер башҡорт әҙәбиәте, башҡорт теленең яҙмышы өсөн ҡайғырыусы кеше һүрәтенә инеп, бысраҡ эҙҙәрен юйырға маташа, үҙе һәләк иткән кешеләр тураһында мемуар китабы яҙа, партия һәм тыуған ил, халыҡтар дуҫлығы һәм шағирҙар дуҫлығы тураһында шиғырҙар рифмалай. Кешелек, намыҫ, тоғролоҡ тураһында матур һүҙҙәр һөйләй. Ә үҙе... Ярай инде, бәлки, былар дөрөҫ тә түгелдер. Ләкин уны яҡшы белгән кешеләрҙән уның тураһында яҡшы фекер ишетеп булмай.
Ғәжәп бер тип был! Ишетеп белгәндәрҙән ул Тартюф менән Иудушка Головлев кеүек һәм Клим Самгиндың бер игеҙәге булырға оҡшай. Тыуған ауылы Келәштә уны яратмайҙар, тиҙәр.
Был кеше мине бик ҡыҙыҡһындыра. Ә Мостай Кәримдең уға яҡын булыуы мине ғәжәпкә ҡалдыра.
Кешеләр иҫ киткес ҡатмарлы, иҫ киткес буталсыҡ. Юҡ, мин уларҙы аңлау, үҙ-үҙемә асыу өсөн проза яҙмайынса булдыра алмаҫмын, ахыры!..
Бына Ф. М.-да аптыратты мине бөгөн. «Йәш көстәр»гә егермеләп шиғырҙары араһынан алты шиғырын һайлап алдым да үҙе менән телефон аша һөйләштем.
Зөфәр уны альманахҡа индермәгән:
— Ҡартайып бөткәнсе яҙа алмағас, инде нисек уны йәштәр араһына ҡыҫтыраһың? – ти.
Ләкин мин ризалашманым. Кешегә былай ҡарау бик тупаҫ кеүек. Сөнки Ф. яҙа, көн һайын яҙа, яҙмайынса тора алмай. Бәлки, эш сығып ҡуйыу мөмкин. Әҙәбиәт тә бик ҡатмарлы бит. «Поэзия – езда в незнаемое!» – тигән Маяковский. Аксаков ҡартайып бөткәс яҙа башлаған. Шуның өсөн мин Ф.-ны индерергә булдым. Шиғырҙары йомшаҡ булһа ла, бәлки, дәртләнеп китер тип уйланым.
Һәм ул бына, мин эштән сығыуға, бик ашҡынып килеп инде. Мин Рафаэлгә бөгөн сыҡҡан шиғырҙарын һалып, ун көн буйы кеҫәлә йөрөткән хатты яҙып бөтөрөп, почтаға инеп сығырға йыйына инем.
Ф. мине һыра менән һыйларға итә. Ә миңә был нисектер уңайһыҙ. Ләкин кешенең һүҙен нисек йығаһың инде? Редакцияға киттек. Ә һыра бөткән. Ашханаға индек. Унда халыҡ күп. Ф. үҙҙәренә саҡыра. Мин бармай ҡарышам. Ул, берәй яртыны алайыҡ та һеҙгә барайыҡ улай булғас, ти. Мин юҡ тип торайыммы? Киттек. Ә үҙем эстән шул тиклем риза түгел. Эсәһем дә, Ф. менән ултыраһым да килмәй. Башҡа бер бәлә булды был. Үҙе редакция кешеләренә күренмәҫкә тырыша. Был да минең күңелде бутай. Теләр-теләмәҫ кенә ямғыр һибәләй, ә беҙ теләр-теләмәҫ кенә һөйләшеп киләбеҙ. Тәбиғәт тә кеше күңеленә яраҡлашып тора бит. Аяҡ аҫтындағы бысраҡ һыуҙар ҙа минең күңелгә тула кеүек. Күңелдә ниндәйҙер болғансыҡ.
Ф. миңә берәй тоҡ бәрәңге барып алырға тәҡдим итә:
— Һин әллә нимә уйлап ҡуйма тағын, мин һиңә ысын күңелдән әйтәм: ал әйҙә, минеке барыбер артып ҡала. Үҙем дә кис ҡорон килтерешеп ҡуйырмын, – ти. Мин үҙемде урлашып тотолған кеше кеүек хис итәм. Ләкин уның күңелен ҡырмаҫ өсөн, үҙемдең күңелде ҡырған нәмәне әйтә алмай ғазапланып киләм.
Шиғырҙар һәм бәрәңге!..
Ғәйнан Әмиригә бер ваҡыт Зәки Ишморатов шиғырҙарын баҫтырыу өсөн ҡаҙ тотоп килгән икән. Ғәйнан ағай уны ҡыуып сығарған. Ә миңә бына ни хәл итергә? Ф. мунса япрағы кеүек йәбеште бит!..
Магазинға инеп, вино алып сығыуға ҡатыны менән И. баҫып тора. Уны күреүгә минең күңел тағы ла болғанып китте. Сөнки И. алама ҡатын кеүек, ғәйбәтсе бер кеше. Бер көн минең Рафаэль менән телефон аша һөйләшкәнде М. уға ҡайтып һөйләгән дә, тегеһе уны Әхмәтшингә барып еткерә һалған. Ә Ғабдулла ағай миңә үпкәләй. Сөнки Рафаэль шиғырҙары тураһында һорашҡас, мин уға:
— Баҫылмай әле. Әхмәтшин психбольницала ята, унда эштең ата-инәһе юҡ бит, – тигәйнем. Шул һүҙ барып та еткән. М. менән бергә эшләйбеҙ. Ул бөгөн минең Зөфәр менән һөйләшкәнде лә ишетеп торҙо. «Әһә, Ф.-ның шиғырҙары бына ни өсөн яҡлана икән» тип, тағы ғәйбәт сығарыуҙары мөмкин. Сөнки И. һәр саҡ миңә үпкәләп йөрөй. «Һин үҙеңдең дуҫтарың булғанға Рафаэль менән Мараттың шиғырҙарын баҫтыраһың, ә минекен И. булған өсөн генә баҫтырмайһың». Хәҙер ул Ф.-ны ла минең дуҫым итеүе мөмкин. Унда ниндәйҙер сыщик сифаттары бар.
Ул Ф.-ны тотоп алды ла юҡ һүҙен бар итеп, бәйләнергә тотондо, ә тегеһе, нисектер аҡланырға тырышҡан һымаҡ:
— Һине столовыйҙа күрҙек. Бик шәп итеп ултыра инегеҙ, – ти.
Мин тамам йөҙәнем дә:
— Әйҙә инде, әйҙә, – тип алып китеп барҙым.
[...] Надя өйҙә юҡ ине. Ф. минең шиғырҙарҙы маҡтарға тотондо. Минең асыу килә, күңел болғана.
Ярай әле Надя ҡайтып керҙе. Салауат менән бергә мине ҡаршыларға барғандар икән.
Өсәүләп ултырҙыҡ. Ф. миңә элек һөйләгән нәмәләрен ҡабатлап һөйләй. Мин бер аҙ бүлдермәй ултырҙым да түҙмәнем:
— Һин һөйләгәйнең уларҙы, Ф., – тигәс, ул башҡа нәмәләргә күсте. Саҡ ҡотолдом... Фу, шуны яҙып күпме ваҡытты әрәм иттем инде... Сәғәт 4-се ярты!..
Тышта томан. Башта ла томан. Әтәстәр ҡысҡыра. Өй ҡыйыҡтарынан тамсы тама. Ҡар ирей. Гөрләүектәр шаулап ята. Тиҙерәк көндәр йылытып, май килеп етһә ине.
Иртән нәшриәт йортон ҡарҙан таҙартырға барыр кәрәк. Йоҡлап ҡалмаһам ярар ине!.. Оҙаҡ ултырылып ҡуйылған.

14 апрель.
Иртән бөтә ерҙе аҡһыл томан ҡаплап алған. Мин зарядка яһап алдым да сәй эсеп нәшриәткә киттем.
Бөтә Өфө ҡар көрәргә сыҡҡан. Мәктәптәр тирәһендә балалар, учреждениелар тирәһендә йәштәр, ҡарттар ең һыҙғанып эшкә тотонғандар. Урамдар күңелле, шау-шыу килеп тора.
Мин барып ингәндә завхоз менән сторож ғына көтөп ултыра.
— Әйҙә, көтөп ултырғансы, башлай торайыҡ, – тинем мин. Көрәк-лом алып тышҡа сыҡтыҡ. Башҡалар ҙа килеп етте. Байтаҡ боҙ аҡтарып ташланыҡ. Мин ҡара тиргә төштөм. Ләкин бөтә тән рәхәтләнеп ҡалды.
Бергә эшләү күңелле.
Эштән һуң Василий Андреевич менән китап магазинына инеп сыҡтыҡ. «Калевала» һатыла! В. А. һатып алды. Ә минең аҡса юҡ. Ул да ҡарайым тип кенә ҡулына алғайны, алмайынса булдыра алманы. Китап күрһә, ул да минең кеүек икән – икебеҙ ҙә бер ауырыу менән ауырыйбыҙ!
Надяға ҡайтып әйттем.
Ул миңә, матур уйынсыҡ күреп ҡайтҡан балаға ҡараған кеүек ҡарап, башын сайҡап йылмая. Ләкин аҡса юҡ икәнлеген икебеҙ ҙә беләбеҙ шул. Аҡса булғанда Надя миңә ҡаршы килә алмай.
Шулай ҙа кәйеф күтәренке, йөрәк ашҡынып, шиғырҙар өҫтөндә ултыраһы килеп тора. Надя мине яңғыҙ ғына ҡалдырырға ашығып, Салауат менән ҡалаға сығып китте.
Башҡортостан тураһындағы циклға – «Йөрәгем»ә тотондом. Ләкин, бик дәртләнеп кенә эшкә башлағанда, Марат килеп инде лә бөтә кәйеф ҡырылды, бөтә дәрт һүнде. Минең иң ҡәҙерле, иң яҡты минуттарым юҡҡа сыҡты. Был ваҡытты мин аҙналар буйы көтөп йөрөйөм бит. Бер һүҙ ҙә һөйләшкем, бер кемде лә күргем килмәй.
— Оһо, шиғырҙарға тотондоңмо?
— Эйе, шиғырҙарға...
Марат минең яҙған-һыҙған юлдарҙы уҡып сыҡты ла:
— Ҡайҙан алаһың шундай яҡшы дәфтәрҙәрҙе һин? – ти. Ә мин нишләргә лә белмәйенсә, шартлар сиккә етеп ултырам.
— Кәрәк булһа, табаһың инде уны, – тигән булам.
Уның артынса Сара ла килеп инде. Уларҙы Надя эйәртеп килтергән икән. Уға ла асыу килә.
Мәғәнәһеҙ, кәрәкһеҙ, буш нәмәләр тураһында һөйләшеү башланды.
— Беләһеңме, Рәми, Надя миңә нимә тине? – ти Сара.
— Нимә тине һуң?
Ул, бик ҙур сер әйтергә йыйынған кеүек, миңә ниндәйҙер мәғәнәһеҙ бер ҡараш менән ҡарап алды ла көлөп ебәрҙе:
— Әйтәйемме?
— Әйт әйҙә.
Ул тағы ла көлдө. Был көлөү минең йәнгә тейә – тоҙ һибә.
— Надя миңә: «Һинең әсең минекенән ҙурыраҡ», – ти!..
Бына һиңә бер һүҙ! Минең уға: «Ахмаҡ!» – тип ҡысҡырып ебәргем килде. Баш ауырта башланы хатта.
Улар ҡайтып киткәс, Надяға:
— Ниңә шуларҙы эйәртеп килдең инде? Белеп тораһың бит – мин яҙырға ултырып ҡалдым!.. – тинем.
— Нишләйһең инде, мин уларға әйттем, ләкин «килмәгеҙ» тип әйтеп булмай ҙа?..
— Их, булһа ине бер үҙем һыйырлыҡ ҡына бүлмә!.. Ахыры, мин йәйгә сыҡмайынса, иркенләп ултыра алмам, – тип койкаға барып яттым. Баш һыҙлай. Шул тиклем үкендергес, шул тиклем йәл миңә ваҡытым!.. Бөтә донъяға асыуым килә, бер дүрт-биш сәғәткә генә юғалып тораһым килә унан.
Яҙам ғына тигәндә – яҙып булмай бит! Етмәһә, ҡыҙҙары ла шунда, йомортҡа баҫҡан ҡаҙҙар кеүек, өйҙән сыҡмай ултыралар...
Нишләргә? Ҡайҙан берәй аулаҡ урын табырға? Нәшриәткә барып ултырһаң? Киттем. Ләкин кәйеф юҡ. Исмаһам, көндәлеккә шул ғазаптарҙы яҙып ҡуяйым тип, бына шуларҙы яҙып ҡуйҙым.
Әллә мин һуңғы ваҡытта бик арыным? Әллә яҙыу өсөн һыуһау миңә шулай яңғыҙ булырға ҡуша? Иң теләгән нәмәм, иң ҙур хыялым, иң көткән сәғәттәрем – яңғыҙ ҡалыу! Юҡ бит шунда бер бәләкәй генә бүлмәң!.. Нисек итеп бикләнеп, рәхәтләнеп яҙып ултырырға? Шунан да ҙур теләгем юҡ кеүек.
Был хәлде нисек итеп кисереүемде хатта яҙып аңлатыуы ла мөмкин түгел!.. Быны тик үҙ башынан үҙе шулай кисергән кеше генә аңларға мөмкин.
Мин Лев Толстойҙың, ҙур-ҙур бүлмәләре була тороп та, ни өсөн подвалдағы бер складта яҙып ултырыуын бик ныҡ аңлайым үҙем. Пушкин был эште «тайный труд» тип бик дөрөҫ әйткән. Башҡа һүҙ менән әйтеп тә булмай уны. Яҙыу, ысынлап та, иң йәшерен, иң серле, иң интим хеҙмәт.
Тик был үҙҙәре яҙмаған кешеләр өсөн генә билгеһеҙ.
Мин, өйҙәгеләр йоҡлап бөтмәйенсә, шиғыр түгел, хатта хат та яҙа алмайым. Ни тиклем ғазаплы был эш! Ләкин һинең өсөн шул яҙыу ғазабынан да ләззәтлерәк нәмә юҡ донъяла!..
Балалар өсөн тәүге шиғырым:

Сыйырсыҡ
Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ!
Ояңдан осоп сыҡ!
Оҡшаһа был өйөң,
Түгелһен моң-көйөң!
Ҡошсоғом сыҡты ла,
Ҡанатын ҡаҡты ла,
Һоҡланды ояға,
Таң ҡалды донъяға.
Йәм-йәшел болонда
Бер ғәмһеҙ ҡолондай,
Ул кешнәп ебәрҙе, –
Кәйефен күтәрҙе.
Инә ҡаҙ артынан
Сылбырҙай тартылған
Бәпкәләр шикелле
Субырҙай күңелле.
Ул һайрай мең телдә
Булғанға күп илдә.
Дәртләнә, һөйөнә
Ҡайтҡанға өйөнә!..
14/VI—57.

15 апрель.
Көнө буйы баш ауырта. Кисәңге күренеш миңә бик ныҡ тәьҫир иткән, ахыры. Ләкин нәшриәткә барып та кешеләрҙән ҡотола алманым. Бер аҙ ултырғас та, ҡарауылсы Хәмит кереп, аҡса һораны. Тик аҡсам булманы. Һуңынан ул, бер аҙ төшөрөп алған көйөнсә, шешә тотоп килеп инде. Ярты стакан вино һалып алды ла:
— Давай, әсәбеҙ, – ти. Мин баш тарттым. Ләкин ул минең ай-вайыма ҡараманы. Бик ҡыҫтағас, мин эстем. Бик ҡеүәтле булып сыҡты был – шунда уҡ башҡа китте.
Минең бөтә эш өҙөлдө. Шиғырҙар уҡырға тотондом үҙенә, ә ул баштан үткәндәрен һөйләп ташланы. Минзәлә яғынан килгән егет икән. 27-се йылғы. Тәүге ҡатыны менән балаһы үлгәс, уның дуҫ-әхирәтенә өйләнгән. Пристандә балта эшендә эшләп йөрөгәндән һуң нәшриәткә килеп кергән.
— Бер китап яҙаһы ине, – ти Хәмит. – Тик бына яҙа белмәйем.
— Ә элек шиғыр-фәлән яҙғанығыҙ юҡмы?
— Бәйеттәр сығара торғайным мин.
— Яҙып ҡарағыҙ. Бер кем дә бит яҙып тыумаған. Бәлки, сығып ҡуйыуы ла бар.
— Дәрт бар ҙа, дарман юғыраҡ шул...
Бына шулай оҙаҡ ҡына ултырҙыҡ.
Ваҡыт һуң ине инде. Мин ҡайтырға булдым. Ләкин уның папирос төпсөгөн пепельницаға һүндермәй һалыуын күреп ҡалдым да:
— Һүндерегеҙ, ағай, юҡһа бер көнгө кеүек янғын сығыуы бар, – тинем.
— Бәй ул шулай сыҡты бит! – ти Хәмит.
— Нисек? Әллә һеҙме?
— Эйе.
— Нисек булды һуң?
«Мин сәғәт дүрттэрҙә диванға кереп яттым. Арыу уҡ иҫерек булғанмын», – тип ул бер көнгө янғын тарихын һөйләй башланы.
Ул иҫерек көйөнсә, сисенеп, тәмәке тартып йоҡлап киткән. Ә тәмәке ҡулынан төшөп, телогрейкаһының мамығына, унан диван аҫтына эләккән дә мамыҡ-сүбәк быҫҡып яна башлаған. Төтөнгә сәсәп, утҡа бешеүҙән был уянып китһә, ни күҙе менән күрһен, ут сыҡҡан. Диван яна, бүлмәлә тын да алырлыҡ түгел – әсе төтөн. Ҡурҡыуынан айнып китеп, ырғып тора ла, ни эшләргә лә белмәйенсә, күлдәк-ыштанына ут ҡапҡан килеш бүлмә эсендә йүгереп йөрөй, диванды аҡтарып ташлай. Ялҡын өс метрға күтәрелеп яна. Кранға тотонһа – һыу юҡ. Бәҙрәфкә йүгереп сыға. Ундағы кран аҫтына биҙрә һыймай. Үҙ бүлмәһенә йүгереп барып, ҡатынын уята ла, һыу ташып, утты саҡ һүндерәләр...
Беҙ иртән эшкә килеүгә диван урынында көл-күмер генә. Бөтә бүлмә ыҫ еҫе менән тулған, иҙән ҡарайып ҡалған. Уборщицалар таҙартып йөрөйҙәр.
Шулай итеп, нәшриәт саҡ ҡына янмай ҡалған. Бөтә ҡулъяҙмалар юҡҡа сыға ине.
— Барыбер төрмәгә ултыртырҙар тип, аҫылынырға йөрөнөм, – ти Хәмит. – Әллә нисек аҡыл етеп, аҫылынмай ҡалғанмын. Ҡатын да бар ине шул...
Мин Хәмит янынан ҡайтҡанда, Надя йоҡламағайны әле. Ул арыған булһа ла, уға был хәлде һөйләнем дә бәрәңге ашаныҡ, сәй эстек.

16 апрель.
Миәссәр килеп китте. Миңә, Маратҡа эпиграммалар яҙған. Ярайһы ғына. Үҙенән күсертеп алып ҡалдым.
«Йүрүҙән» китабының авторына:

Йүрүҙәнгә сумаһың,
Сумаһың да сығаһың.
Бер ер тәрән, бер ере һай,
Бер ерендә ғәжәп йылы,
Бер ерендә туңаһың.

«Бәрәләр» китабының авторына:

«Бөрөләр»ең магазинда
Шиңеп бөтмәһен, Марат.
Йәһәтерәк һатып ал да
Дуҫ-иштәреңә тарат.

Бер аҙ ваҡыт үткәс...
«Бөрөләр»ең магазинда
Һатылып бөткән, Марат.
Дуҫ-ишеңдән йыйып ал да
Магазиндарға тарат. М. М. Б.
Көлөп рәхәтләндек. Миәссәр үҙенең тормошо тураһында ла һөйләне. Сатираға өйләнгән!..
Нур ҙа килде. Исеме генә түгел, үҙе лә нур! Ниндәй матур кеше үҫеп килә. Көн буйы шатланып йөрөнөм.
Кис Зөфәрҙән 25 һум аҡса алып, магазиндан Ашот Грашиҙың «Лирика» китабын алдым. Зөфәргә:
— Һин алмайһыңмы? – тигәс, ул:
— Юҡ, мин хәҙергә китап йыймайым әле. Барыбер улар һуңынан баҫылып сыға бит, – ти!
— Нисек һин улар баҫылып сыҡҡансы шиғырҙар уҡымай йәшәрһең? – тип ғәжәпләндем.
Ә минең күңелдә – оло бер байрам! Мин тағы ла бер матур шағирҙы астым үҙем өсөн.
Эштән ҡайтҡас, Ашот Грашиҙың шиғырҙарын Надяға уҡып, икебеҙ ҙә һоҡландыҡ. Ғәжәп көслө лирик.
— Юҡ, – тим мин, – поэзия Есениндан ғына тормай!
Мин был шиғырҙарҙы уҡып, дәртләнеп киттем дә үҙемдекеләргә тотондом. Надя уҡырға китте, ҡыҙҙар ҙа өйҙә юҡ ине. Салауатты йоҡлаттым да рәхәтләнеп ултырҙым.
«Күстәнәс» шиғырын яҙып бөттөм булһа кәрәк. Үҙемә оҡшай хәҙер. «Әсәйем ҡулдары»на өҫтәмә булырлыҡ.
Надя мәктәптән ҡайтҡас, уға тәржемә итеп күрһәттем. Оҡшаны.

Күстәнәс

Оло байрамдыр ул студент саҡта
Ауылыңдан алыу күстәнәс,
Танһыҡ өсөн, тиеп әсәң үҙе
Ҡош телендәй хат та өҫтәгәс.

Астым күстәнәсте: ни генә юҡ! –
Ҡаҙ, бауырһаҡ, йүкә балдары...
Тик күгәрсен һөтөн генә тапмай
Бала өсөн әсә ҡулдары!

Бына бит ул бейәләй ҙә һалған
Йәш бәрәндең мамыҡ йөнөнән.
Май төрөлгән «Район гәзите»нең
Һәр бер хәрефенә һөйөнәм.

Кескәй генә ошо бер ҡумтаға
Һыйған һымаҡ бөтә Уралым.
Гүйә, шул мәл елдәй Аҡбуҙатта
Тыуған ергә етеп ураным.

Әйҙә, дуҫтар, ауыҙ итәйек бер
Минең әсәй ҡойған ҡаҡтарҙы.
Уның ҡулы йыйып алып килгән
Еҫен-тәмен тыуған яҡтарҙың!..
4/III, 5/11–16/IV-1957.
Надя менән оҙаҡ ҡына шиғырҙар тураһында һөйләшеп яттыҡ.
— Беҙ бәхетле шулай ҙа, – ти ул.

17 апрель.
Зөфәрҙең Фәрит Иҫәнғолов тураһында «Ҡыҙыл таң»да мәҡәләһе баҫылған. «Йәш яҙыусының үҫеүе» тигән. Ә йәш тәнҡитсенең үҫеүе күренмәй. Зөфәр менән, шаярып булһа ла, көн һайын бәрелешеп алабыҙ.
— Һинең өҫтәлеңдән күсәйем әле, – тинем уға. – Юҡһа, миңә тәнҡитсе рухы керә башланы.
— Нисек? – тип көлә Зөфәр.
— Бына Сәйфи Ҡудашты ла туҙҙырып ташлайһы килә. Һәр газетала көн һайын мәҡәлә сығараһы ла килеп китте. Радиоға обзорҙар яҙаһы ла килә!..
— Көлмә, көлмә, – тигән була Зөфәр. – Бына хәҙер повесть яҙырға тотонам әле. Күрерһең унда!..
Эш хаҡы алдыҡ. Бик аҙ тейә, налогка ла тотола, лотореяһына ла түләр кәрәк, взностары ла күп. Бурыстар ҙа түләнмәй. Нишләмәк кәрәк? Айлыҡ эш хаҡы ашарға ла етмәй. Бына Зөфәр кеүек уңдан да, һулдан да алып торһаң ине. Ләкин ул да йәлсемәй. Ҡыҙыҡ был тормош. Уйлаһаң, эс бошоп, ҡанаттарың төшөп китә...
Кис Салауат менән боҙ киткәнен ҡарарға Ағиҙел күперенә барҙыҡ. Күпер халыҡ менән тулған. Ғәжәп матур кис! Тонйорап ҡояш байый. Иҙел өҫтөнә уның оҙон ҡыҙғылт таҫмаһы һуҙылған. Иҫке күпер аша геүләп электричкалар үтеп китә. Тау башында мөһабәт булып Өфө йәйелеп ята. Ә Иҫке Өфөнөң шәүләһе Иҙел өҫтөндә тағы бер ҡала үҫтергән. Ни тиклем һоҡланғыс киске Өфө! Күпер шундай бейек, яр ситендәге ҡуҙғалмай ятҡан боҙ майҙанына, болғансыҡ булып ташып ағып ятҡан Иҙел һыуына ҡараһаң, баш әйләнеп китә. Боҙҙар инде бер-береһен ватып-емереп, шаулап аҡмай, беҙ өлгөрмәй ҡалдыҡ. Һирәк-һаяҡ ҡына килеп сыҡҡан боҙ киҫәктәре хәҙер талғын ғына, иркенләп аға. Салауатты ҡулға алып, уға шул боҙҙарҙы күрһәткән булам. Ул ғәжәпләнеп, күҙен дә алмай ҡарай. Ҡайһы берәүҙәр инде кәмә менән балыҡ тоторға ла сыҡҡан.
Салауат шат – көлә, тауышлана, коляскаһында ҡулдарын болғап, осам-осам тигәндәй талпынып ултыра. Оҙаҡ ҡына сәйәхәт итеп ҡайттыҡ. Икебеҙ ҙә арыныҡ...

18 апрель.
Ниндәй ғәжәп картина был – «Ватерлоо күпере»!.. Бына, әллә етенсе ҡабат инде, мин шул бер картинаны ҡарайым. Күпме генә күрһәм дә ҡарап туймам кеүек. Кинофильмдарҙан был минең иң яратҡан картинам. Рой менән Майраның был бәхетһеҙ мөхәббәте бер ҡасан да минең күҙ алдымдан китә алмай. Улар минең тормошома инделәр. Быны тик Надя ғына белә. Мин уға был фильмдың «Хушлашыу вальсын» көйләп күрһәтәм, шул көйгә яҙған йырымды йырлайым. Ҡайһы саҡта Салауатты ла шул көйҙө көйләп йоҡлатам...
Ә бөгөн уны Ашот Грашиҙың шиғырҙарын уҡып йоҡлаттым да «Ватерлоо күпере»нә киттем. Әйтерһең дә, Рой ул – мин үҙем – Рәми!.. Әйтерһең, был минең үҙемдең мәңгегә юғалған тәүге мөхәббәтем!.. Мин уны бик һирәк иҫкә алам, ләкин уны иҫкә алғанда – мин үҙемдең иң саф, иң тәрән, иң яҡты тойғоларымды яңынан кисерәм. Был ниндәйҙер икһеҙ-сикһеҙ булған тәрән бер һағыш. Был һағыш йөрәктең иң тәрән төпкөлөнән һығылып сығып, мәңге-мәңге хушлашыу, мәңгегә-мәңгегә айырылышыу йыры булып түгелә:
Хуш бул инде, хуш, һөйөклөм,
Хуш бул, минең бәхетем,
Хуш, хыялым, хуш, өмөтөм,
Хуш, тәүге мөхәббәтем!..
Был минең таш кеүек ҡатҡан күңелемдең күҙгә күренмәй торған иң әсе, иң татлы күҙ йәштәре менән тын ғына үкһеп-үкһеп илауы:
Мәңге ҡайтмаҫ, ҡабатланмаҫ
Тауышың ғына ҡалды,
Ғүмергә мин онотмамын,
Һағынырмын был таңды!..
Өйгә ҡайтып еткәнсе мин инглиз көйөнә үҙемдең бына шул йырҙарымды йырлап ҡайттым.
Төн ҡараңғы, яҙғы Өфө төнө, ә бының һайын йондоҙҙар яҡтыраҡ һәм баҙығыраҡ балҡый. Арала берәүһе айырыуса
асыҡ һәм ҙур булып күренә. Яҡты йондоҙ ине ул ҡыҙ миңә. Ләкин инде быға хәҙер ун бер йыл!..
Рой менән бергә мин дә Лонгфеллоның йәшлек тураһындағы һүҙҙәрен ҡабатлайым: «Мысли о молодости – далекие-далекие мысли...» Эйе, йәшлек бик алыҫ!..

19 апрель.
Иртән эшкә килгәс, егеттәргә лә «Ватерлоо күпере» тураһында һөйләнем. Сәлмәнов ағайға теге йырҙың тыуыуы хаҡында һөйләгәс, ул миңә һүҙҙәрен яҙып бирергә ҡушты. Яҙҙым. Зөфәр ҙә уны минең арттан күсереп алды. Бөтәһенә лә йыр оҡшаны. Сәлмәнов ағай йырға көй яҙырға ла ҡанатланып китте. Көйҙөң характеры тураһында бәхәсләшеп, «Ватерлоо күперен» икәүләп ҡарарға булдыҡ. «Родина» кинотеатрына барғанда мин уға Гейненың үҙем тәржемә иткән шиғырҙарын уҡыным. Улар ҙа оҡшаны.
— Давай, беҙ дуҫлыҡты нығытып алайыҡ әле, бер цикл яҙайыҡ, – ти.
— Давай, – тип, мин дә шатланып риза булдым әлбиттә.
Минең, ысынлап та, үҙ йырҙарымдың йырланыуын ишетәһем килә. Рафаэль менән бергәләп яҙған йырҙар баҫылып ҡалғас, мин бынан өмөт өҙгәйнем, хәҙер тағы ла йырҙар яҙыу теләге ҙурая башланы.
Әгәр ҙә Сәлмәнов берәй яҡшы көй яҙһа, мин ең һыҙғанып эшләйәсәкмен!
Бына Ашот Грашиҙың «Һандуғас»ын тәржемә итеп ташланым. Нисектер йыр интонацияһындараҡ килеп сыҡты.
Баҡсаларға сығам таң алдынан —
Һандуғастың йырын тыңларға.
Һандуғастың моңло һайрауҙарын
Ел осора әллә ҡайҙарға!..
Һағайтышып йәшел ҡолаҡтарын,
Бар ағастар уны тыңлайҙар, –
Тыңлайҙар ҙа уға таң ҡалалар,
Серле моңон тыңлап туймайҙар.
Күҙгә күренмәгән таң йырсыһын
Күрмәйенсә күңел түҙалмай, –
Тик тапмайым уны ҡыуаҡтарҙан,
Эҙләһәм дә үҙен күҙ алмай.
Бул һин, йырсы, шул һандуғас һымаҡ,
Һандуғастың һүҙен ал әйҙә,
Кешеләргә – тик йырыңды йырла,
Күренмәй ҙә үҙең ҡал әйҙә!..

20–26 апрель.
«Йәш көстәр» менән ҡаңғырҙым. Бөтөнләй яңынан төҙөргә тура килә. Төрләндерергә, йәнләндерергә кәрәк. Иркенләп эшләп булмай. Нәшриәттә бер ниндәй ҙә эш шарты юҡ. Бер ҙә иғтибарҙы туплап ултырып булмай. Өйгә алып ҡайтып эшләү ҙә мөмкин түгел. Кистәрен, Салауатты йоҡлатҡас, үҙемдең әйберҙәр өҫтөндә ултырам. «Таш сәскә»не июнь айында тапшырырға кәрәк. Франконың хикәйәләрен дә шул уҡ ваҡытҡа өлгөртөргә тейешмен. Аспирантураға ла әҙерләнергә!..
Нишләргә инде? Теләһәң шартлап кит! Тиҙҙән хужалар ҙа ҡайтасаҡ. Квартира өсөн ике меңде теләһә ҡайҙан табып бир! Яңы квартира ла эҙләргә кәрәк. Ваҡыт аҙ ҡалды.
Надя менән шул хаҡта һөйләшәбеҙ ҙә башыбыҙ ҡата.
— Беҙ Мәскәүгә китәйек, ә һин иркенләп эшлә, – ти Надя.
Шулай итергә булдыҡ. Надя мәктәп директоры менән һөйләште – ризалашҡандар. Бөтә фәнд әрҙән дә отметкалары сығып бөткән.
Тик ҡайҙан аҡса табырға?
Алты шиғырҙы радиоға тапшырҙым. Ләкин улар май айында ғына уҡыласаҡ.
Бухгалтерия менән һөйләшеп ҡарарға кәрәк.

27 апрель.
Эшкә килгәс тә Сәйфуллингә хәлде аңлатып бирҙем. Кеше хәленә керә торған бухгалтер икән. Үҙе кереп әйтте: аҡса бар. Кассаға төштөм. Тик иртәгәге поездарға билет ҡына юҡ. Вокзалға төшөп, поезд китер алдынан ғына алырға мөмкин. Надяға ҡайтып әйттем дә бөгөн үк хушлашырға булдыҡ. Надя инде керҙәрен йыуып бөтөрөп ҡуйған...
Кис Надя менән Салауатты Мәскәүгә оҙаттым. Әйберҙәрҙе чемоданға тултырғанда Салауат шул тиклем йөҙәтте, арып бөттөм. Күҙенә ни күренһә, шуны килтереп һала, йә үҙе чемоданға кереп ята. Надя минең Салауат менән көрәшеүҙән көлөп арып бөттө. Ә минең шул тиклем эс боша, шул тиклем күңел әрней – бер туҡтауһыҙ йырлайым, һыҙғырам... Хәҙер Салауатты күрмәйенсә нисек итеп йәшәрмен? Тыуған саҡта ул минең өсөн юҡ кеүек ине. Ә хәҙер ул минең бөтә тормошома ингән... Хәҙер мин баланың нимә икәнен йәнем-тәнем менән тоям. Үҙемдең яңғыҙ тороп ҡалыуымды күҙ алдына килтереү ҙә ҡыйын. Ләкин бына мин инде яңғыҙ!..

28 апрель.
Күңелдә әллә ниндәй бушлыҡ. Уянһам, китаптар туҙып ята – ҡыҙҙар тәҙрә пәрҙәләрен алып, кер йыуырға тотонғандар. Надя менән Салауаттың юҡлығы шул тиклем күҙгә ташланып тора, хатта мин был ялды нисек үткәрергә лә белмәйем. Тиҙерәк был хәлдән ҡотолоу өсөн китаптарҙы тәртипкә килтерергә тотондом – туҙандарын һөрттөм, шкафҡа, гардеробҡа яңынан рәтләп теҙҙем. Гөлдәрҙе тышҡа сығарып ҡуйҙым. Ә тышта шул тиклем йылы, ҡояшлы – ҡайҙалыр урманға, тауҙарға осоп китәһе килә. Ҡоштар һайрай.
Өфө – майҙы ҡаршыларға, ағастар бөрөләрен асырға әҙерләнде.
Мунсаға барырға булдым.
Юлда Лира осраны. Әсғәт тураһында һөйләне. Үҙе шат, таҙа. Салауаттың фотоларын Әсғәт тиҙ көндә ебәрермен тигән. Тиҙерәк ебәрһен ине инде! Исмаһам, өйҙә уның һүрәте торһон! Хушлашҡанда мин уны бер үбә лә алманым. Мунсанан һуң «Башҡортостан»да бик оҙаҡ итеп һыра эсеп ултырҙым.

29 апрель.
Күңелһеҙ! Эс бошоп тик тора. Үҙем кешеләр араһында, үҙем япа-яңғыҙмын. Тик кисен үҙебеҙҙең нәшриәт артистарының концертын ҡарап ҡына бер аҙ кәйеф күтәрелеп китте. Йырланылар, бейенеләр, шиғыр һөйләнеләр. Аҙаҡ буфетҡа инеп һыра эстек. Егеттәр аҡты ла алып ингәндәр икән, уны ла өҫтәл аҫтынан ғына йөрөтөп, байрам иттек. Былай ҙа ҡәнәғәтләнмәгәс, бүлмәгә инеп ултырҙыҡ: Сәлмәнов, Зөфәр, Ҡотошов, Игебай ҡатындары менән, Фәрит Иҫәнғолов, Найман һәм мин – үҙебеҙ генә. Фәрит ағай русса-башҡортса һүҙлекте эләктереп алған да бөтәһенә лә фал асып ултыра. Һуңынаныраҡ Шакир Насыров та килеп ҡушылды. Тик береһе лә йырламаны. Василий Андреевич бик кәйефләнеп алған. Ул килеп ингәс тә, мин унан Есенинды уҡыуын һораным. Ул «Әсәгә хат»ты уҡыны. Тик бының өсөн Найман мине шелтәләп алды. «Ниңә шул урыҫты һөйләндерәһең...» һ. б. Был миңә һис тә оҡшаманы. Һуңынан ҡыҙҙарҙы оҙатышҡанда уның менән тағы бер эске бәрелеш булып алды. Резеданы мин оҙатып ҡуйырға иткәйнем, Найман йөрөй икән уны оҙатырға! Бер аҡһаҡ егете миңә ҡаршы төштө: «Һин өйләнгән кеше, һиңә килешмәй, намыҫ кәрәк», фәлән-фәсмәтән... Миңә был бик сәйер тойолдо. Ул Резедаға:
— Һеҙ нисек, таныштармы? – тигәс, уныһы:
— Беҙ илле икенсе йылдан бирле дуҫтар, – тип ысҡындырҙы.
Ләкин, ҡыҙ минең менән китергә торһа ла, мин ҡаршылашып, ҡыҙ бүлешеп торманым. Заманында мин уны оҙатҡанмын – етер, тинем. Шулай ҙа күңел ҡытыҡланып ҡуйҙы, нисектер күңелһеҙләнеп киттем. Ҡайтырға тип сығып бара инем, Мәрйэм исемле ҡатын (ул бухгалтерияла эшләй) мине исемем менән саҡыра. Мин тәүҙә икенсе берәүҙе саҡыралыр тип уйланым. Ләкин ул миңә ҡул болғағас, янына барҙым. Теге аҡһаҡ егет уның янында ла ураланып йөрөй. Бергә сыҡтыҡ. Мәрйәм:
— Әйҙә, бергәләп йөрөп киләйек, – тигәс, мин нишләптер, үҙем дә һиҙмәҫтән, уны ҡултыҡлап алдым. Ниндәйҙер йылылыҡ һәм ныҡлыҡ бар был ҡатында. Уның менән бергәләп йөрөйһөм, һөйләшәһем килә. Тик теге егет бөтә эште боҙоп йөрөй. Бушты бушҡа ауҙарып, оҙаҡ ҡына кәләп һалдыҡ. Һуңынан мин уларҙы ҡалдырҙым да, иҫерек баш менән уйлап та тормай, машинистка Суфиялар яғына саптым. Урамда үҙ-үҙем менән япа-яңғыҙ ҡалыу нисектер бик ауыр ине. Минең ниндәй генә булһа ла ҡатын-ҡыҙ заты менән бергә булаһым, үҙемдең ҡот осҡос яңғыҙлыҡты онотоп тораһым килә. Ләкин Суфия ҡайтмаған. Ә сәғәт инде төнгө өс. Әсәй ҡарсығының ҡотон алып киттем шикелле. Һуңынан үҙем йондоҙҙарға ҡарап ҡысҡырып тороп көләм. Ни тиклем ахмаҡ бит мин!.. Әгәр ҙә был күренештәрҙе Надя күреп торһа, уға мин ни тиклем ҡыҙғаныс һәм түбән булып күренер инем! Мин үҙемде уның алдында ғәйепле итеп күрергә тырышам, ләкин үҙемде һис тә ғәйепле итеп тоймайым. Ә уйлап ҡараһаң, ир менән ҡатын араһында ни тиклем йәшерен тормош йәшәй, тик былар бергә булған саҡта бөтөнләй онотола йә бөтөнләй әһәмиәтһеҙ нәмә булып күренә. Бәлки, мин генә шулайҙыр? Белмәйем. Бәлки, мин бик аҙғын хисле, боҙоҡ тәбиғәтле кешелер? Белмәйем. Нисек кенә булмайым, мин шулай. Надяны ни тиклем генә яратһам да, тормошомдо уға ғүмерлеккә бәйләһәм дә, мин тик уға ғына ҡарап тора алмам кеүек. Матур ҡыҙҙар күрһәм, мин барыбер иғтибарһыҙ ҡала алмайым – миндә ниндәйҙер бер сәйер дәрт уяна. Мин мауығам, ярһыйым, хыялланам. Күп ҡыҙҙарҙың әле башын әйләндерәһем, уларҙың «яратам» тигән һүҙҙәрен ишетәһем, татлы ирендәренән үбәһем килә. Күрәһең, миндә Дон Жуан тәбиғәте йәшәй. Тик мин был тәбиғәтте аҡылым менән тыйып, үҙемдең төрлө нәфселәремде төрлө әхләҡ ҡанундары менән кәртәләп киләм генә. Әгәр ҙә шул әхләҡ ҡанундары булмаһа, бәлки, кешенең шундай йәшерен нәфселәре лә булмаҫ ине? Сөнки һәр бер тыйылған нәмә һиңә татлы, мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡ булып тойола. Ә был «тыйылған» нәмәне «асыу» менән үк уның бер ниндәй ҙә сере юҡ икәнлеген күрәһең. Уның ҡәҙере лә, тәме лә, ҡыҙығы ла бөтә. Һин инде икенсе ҡыҙыҡты, икенсе серҙәрҙе асырға теләйһең. Күңелең бер сәскәнән икенсе сәскәгә ҡунып йөрөгән күбәләк кеүек. Был – минең аҙғын күңелем, ахыры. Ләкин, улай тиһәң, ни өсөн һуң мин саф, ҙур, мәңгелек тойғо алдында баш эйәм?
Ни өсөн «Ватерлоо күпере» миңә шул тиклем ныҡ тәьҫир итә. Шундай ҙур тойғо өсөн мин үҙемде ҡорбан итергә лә әҙер кеүекмен. Был иҫ киткес тәрән кешелек тойғоһо минең өсөн үҙемдең хайуани хистәремдән мең-мең мәртәбә юғары тора. Шундай ҙур тойғо ҡуҙғалғанда ғына мин яҙа алам. Ғәжәп! Мин хатта үҙемде үҙем аңлай ҙа алмайым. Бына бөгөн төндә үҙемдең бер машинистка артынан сабыуым иҫ киткес көлкө! Үҙемдән үҙем илай-илай көләһем килә. Ә шулай ҙа үҙемдең яңғыҙлыҡ был күренештәрҙән һуң бер аҙ юғалып торған кеүек булды. Ҡайттым да иҙерәп йоҡлап киттем.

30 апрель.
Иртән тороп, зарядка яһап, йыуынып, сәй эсеп алғас, Дауыт Юлтыйҙың «Ҡарағол»она тотондом. Тел ғәжәп матур, бай!
Ҡыҙҙар ҡайтҡансы эшләнем дә, улар ҡайтҡас, ҡалаға сығып киттем. Ағастарҙан бөрө еҫе аңҡый, ҡояш ҡыҙҙыра – мин һаман да йылыға туя алмайым. Ҡыш буйы ҡатып ултырыуҙан һалҡын, ахыры, бөтә тәнгә һеңеп ҡалған!.. Шуның өсөн ҡояштың арҡаны нығыраҡ ҡыҙҙырыуын, бешереп алыуын тояһым килә. Ләкин ҡояш әлегә бик оялсан, бик йомшаҡ, бик мөләйем. Бөрөләр ҙә уның нурҙары ҡайнарыраҡ булыуҙы көтөп, ослайып сығып тора. Уларҙың да тиҙерәк, тиҙерәк эҫелә әлһерәп торған япраҡ булып елберҙәйһе килә кеүек. Талдар инде һарғылт йәшел алҡаларын таға башлаған. Сәпсектәр сыр-сыу килеп ем эҙләй уларҙан. Тал ботаҡтары һығылып китә лә йәшел алҡалар ергә ҡойола.
Ә Луначарский баҡсаһындағы ҡарт йүкәләр әле үҙҙәренең ҡарайып бөткән йөҙйәшәр ботаҡтарын йәйеп ебәреп, ҡояш нурҙарын тартып алырҙай булып, һаман да әле ҡатып ҡалған көйөнсә торалар. Яратам мин шул йүкәләрҙе!.. Аяҙ күк фонында уларҙың ҡара сатырҙары нисектер мөһабәт, серле булып күренә. Һәр көн улар янынан үткәндә мин тормоштоң ниндәйҙер ҡеүәтле бер көсөн, йәшәүгә булған ынтылыштың ғорур һәм ҡаҡшамаҫ булыуын тоям. Уларға ҡараған һайын мин ни өсөндөр Лев Толстойҙың бөйөк һынын күҙ алдыма килтерәм. Ах, был йүкәләрҙе Пришвин күрһә, әллә ниндәй бөйөк бер серҙе асыр ине! Ә мин тик һоҡланып үтеүҙән башҡа бер ни ҙә әйтә алмайым улар хаҡында. Бер матур шиғыр яҙаһы ине улар хаҡында! Ниндәй шиғыр, ниндәй һүҙҙәр? Белмәйем. Ләкин уларға ҡарағанда, күңелдә ниндәйҙер һүҙһеҙ генә шиғыр уянған кеүек. Мин уларға тере кешеләргә, иң тәрән аҡыллы сал һаҡаллы сәсән ҡарттарға ҡараған кеүек ҡарайым.
Урам буйлап йөрөп ҡайтҡас, диванға ятып Бунинды уҡырға тотондом һәм ҡапыл тоноҡ ҡына күк күкрәгән тауышты ишетеп, ырғып тороп, тышҡа сыҡтым.
Тәүге күкрәү!.. Хәйерлегә булһын! – һул ҡолағым менән ишеттем. (Был көлкө булһа ла, бала саҡтан ҡалған ғәҙәт буйынса, күк күкрәүен мин уң ҡолаҡ менән ишетергә яратам.) Ямғыр яуырға итә. Болоттар күгәрешеп, күк йөҙөндә үҙҙәренә эш тапмаған кеүек, йә бик мөһим эш эшләргә йөрөгән кеүек, йөрөй, өйөрөлә...
Тәбиғәттең һәр бер күренеше минең өсөн һәр саҡ яңы, һәр саҡ серле. Мин уның шулай булыуын яратам. Хәҙер йәшен ялтлап, минең йөрәкте ярып үтһен ине!.. Йомшаҡ ҡына йылы ел иҫә. Күңелгә рәхәт булып китте лә мин тағы урамға сыҡтым. Почтаға барып, Салауатҡа зәңгәр сәскәле хат яҙып ебәрҙем, ә Рафаэль менән Гөлсәсәккә «Пью за вашу весну» тигән телеграмма ебәрҙем. Ә үҙемдең кеҫәлә аҡса ла ҡалманы. Исмаһам, күңел тынысланып ҡалһын, тинем. Ысынлап та, күңелгә рәхәт булып ҡалды. Тик әсәй менән Әсғәткә генә бер һүҙ ҙә әйтә алмау үкендергес. Ни эшләйһең инде? Аҡса юҡ. Надянан илле һум менән тороп ҡалдым. Был май айын нисек үткәреп ебәрермен инде, белмәйем.
Маратҡа киттем. Юлда Шакир менән Хәҙисә осраны. Хәҙисә ауырлы. Бөгөн-иртәгә әсә булам тип тора. Төҫө үҙгәргән, тупаҫланған, күҙҙәре ҙур асылып, хәлһеҙ генә ҡарай.
Марат һаман донъяға, социалистик реализмға һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың ахмаҡлығына зарлана, пародиялар хаҡында һөйләй. Ләкин минең һис тә генә был темаға һөйләшкем килмәй. Мин бөрөл әрҙең еҫен еҫкәп, ағастар тураһында һөйләйем. Ә уның танауы еҫ тоймай!.. Миңә был бик йәл булып күренә.
— «Бөрөләр» тип китап сығараһың, ә үҙең бөрөләрҙең еҫен дә тоймайһың! – тим. Ул көлә...
Тормоштан мин ни тиклем риза булмағанда ла, миңә ул ҡәҙерле; мин уның еҫен дә, тәмен дә тоям, хатта бөрөләрҙең хәле лә миңә үҙ хәлем кеүек, ә бына Мараттың бөтә нәмәне лә кире ҡағыуы, бөтә нәмәнән туйыуы миңә оҡшамай.
— Мин бик асыҡтым, – тинем Маратҡа.
Бәрәңге ашап, сәй эстек тә мин ҡайтып киттем.
Тауилә аҡбур менән мейес ағартҡан – аҡбур еҫе менән өй тулған. Ә үҙе әйбер үтекләй. Фәниә ауылға ҡайтып киткән. Тимәк, беҙ бер бүлмәлә икәү. Ләкин был ҡыҙ менән бер бүлмәлә була тороп та, мин уны күрмәйем, тоймайым. Был ҡыҙ нимәләр уйлай, ниндәй эске донъя менән йәшәй, миңә нисек ҡарай – минең өсөн барыбер. Был да ҡыҙыҡ, уйлап ҡараһаң.
Бына ул иҙерәп йоҡлай... Бер кем ҡулы теймәгән, бер кем ҡулы ҡосмаған саф ҡыҙ. Ә мин күбәләк күңелле, аҙғын хисле бер ир... Ләкин был ҡыҙ минең өсөн бөтөнләй юҡ кеүек. Ниңә был шулай? Кеше ни тиклем аңлайышһыҙ!..
Ярай, бик тэрэнгэ кереп киттем. Иртәгә демонстрация, иртәгә байрам, иртәгә май. Май инде башланды ла. Әтәстәр ҡысҡыра. Электропоезд арҙың геүләп үткән тауыштары ишетелә. Тиҙҙән таң да атыр. Сәғәт инде дүртенсе ярты. Йоҡларға кәрәк.

1 май.
Бына беренсе май ҙа үтеп китте. Был иҫ киткес матур көн булды. Шундай йылы, шундай ҡояшлы ине был көн. Ләкин был көн, әгәр ҙә художник Ғүмәр Мөхәмәтшинды осратмаһам, барыбер бик күңелһеҙ булған булыр ине. Демонстрациянан һуң Мараттарҙа эс бошороп ултырҙым. Кис ҡала буйлап сығып киткәйнем, Ленин урамында ике малайы, ҡатыны менән Ғүмәрҙе осраттым. Һүҙҙән һүҙ сығып китеп, бик рәхәтләнеп һөйләштек. Ул үҙҙәренә саҡырҙы.
Мәжит Ғафуриҙың портретын яҙа. Ғәжәп оригиналь портрет! Бик эске кисерешле – психологик портрет. Ғафуриҙың бик матур образы. Шағирҙың һуңғы көндәре, һәм ул үҙенең һуңғы шиғырҙарын ижад итә. Бына шул ижад процесын Ғүмәр бик матур итеп тотоп алған. Шағир үҙенең эске донъяһына сумып, күҙҙәрен бер нөктәгә төбәгән дә бик көсөргәнешле хистәр кисерә. Был бер нөктәгә төбәлеп, үҙенең йөрәк ашҡыныуын тыңлаған күҙҙәр иҫ киткес тере һәм мәғәнәле. Быны һүҙ менән аңлатыуы ҡыйын – портреттың үҙен ҡарарға кәрәк. Был Ғафуриҙың иң яҡшы портреты буласаҡ кеүек. Тик миңә уның танауы ғына бер аҙ сығып етмәгән – тупаҫыраҡ булып күренә һәм ҡәләм тотҡан ҡулы һынып ҡалған кеүек тойола.
Ғүмәр үҙе лә шулай ти. Тимәк, мин дөрөҫ әйтәмдер. Портрет әле яҙылып бөтмәгән. Тик Ғафуриҙың образы инде бар! Кешеләргә ул бик оҡшаясаҡ. Ғүмәр ғәжәп талантлы егет, уйлай торған художник. Мин әллә нисек терелеп киттем. Күңелдә был егет менән ғорурланыу, уның шундай эше өсөн шатланыу хистәре уяна. Ә уның шундай ауыр тормошта йәшәүе, уға бер кемдең дә иғтибар итмәүе йөрәкте әрнетә. Эшләү, ижад итеү өсөн уның иң элементар эш шарттары ла юҡ, минең кеүек үк, кеше өйөндә, хәйерселектә йәшәй. Ике бәләкәй балалары (Урал менән Игорь) өҫтөнә өсөнсөһө булырға тора – ҡатыны ауырлы!.. Ә Ғүмәр үҙе хәҙер бер ҡайҙа ла эшләмәй – шул портретты яҙа. Бөтә мөхәббәте шул Ғафури! Ул миңә уның төрлө фотографияларын, Ғафуриға оҡшаған кешеләрҙең һүрәттәрен, Ғафуриҙың скульптураһын, эскиздарын күрһәтте. (Бер ваҡыт ул Ғафуриҙың скульптураһын да эшләгән икән.) Ғафуриҙы оҙаҡ өйрәнгән һәм уның хаҡында күп нәмәләрҙе белә, шағирҙы бөтә йәне-тәне менән ярата. Ғөмүмән, уның бөтә нәмә менән дә ҡыҙыҡһыныуы ҙур.
Ләкин ни өсөн һуң бына шундай бик ҡәҙерле, бик матур кешеләр шундай ҡот осҡос тормошта йәшәйҙәр? Ниңә уларға иң кәрәк саҡта ярҙам итеүселәр юҡ? Был яҙмыш күпме кешенең кешелеген кәмһетә? Ни өсөн кешене ул әле танылмаған саҡта таный белмәйҙәр?
Мин Рембрандттың тормошон күҙ алдыма килтерәм дә кеше үҙе үлгәс кенә уның бәхет табыуы тураһында уйлайым. Ни өсөн бәхет, дан һәм байлыҡ кешегә һуңлап килә?.. Был иҫ киткес мәғәнәһеҙлек бит! Күпме таланттар шулай һәләк булған!..
Ғүмәр өҫтәлгә бер сиреклекте алып ултыртты ла, һуғанды тоҙға манып, тамаҡ сылаттыҡ... Башҡа бер ни булмаһа ла, минең өсөн был иң яҡшы һый ине. Мин бөтә күңелем менән рәхәтләнеп эстем, һөйләштем, көлдөм.
— Рембрандт закускаһы! – тип көлөштөк, һәм донъяла был яҙмыш бер беҙҙең баштан ғына үтмәгән тип йыуандыҡ.
Беҙ, әлбиттә, Рембрандт та, Бетховен да, Горький ҙа була алмайбыҙ. Ләкин улар менән бергә булыу беҙҙе көслө итә һәм шатландыра!
Бик яҡшы кис булды был. Һүҙ әҙәбиәттән музыкаға, музыканан живописҡа, йәштәрҙән ҡарттарға, ҡарттарҙан балаларға, балаларҙан милли мәсьәләгә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға күсә, орнаменттар менән килеп бөтә. Ғүмәр халыҡ орнаменттары менән мауыға, төрлө иҫке ҡайыу-сигеү өлгөләрен, иҫке кейемдәрҙе йыя.
— Орнаментҡа бик ныҡ иғтибар итергә кәрәк ул, – ти Ғүмәр хушлашҡанда.
— Миңә байрам булды, – тим мин.
— Миңә лә булды. Давай, һин йышыраҡ килеп йөрө әле, малай.
— Ярай, һин дә барып сыҡ, Ғүмәр.
Өсөнсө ҡабат ҡул ҡыҫышабыҙ инде, һаман да һүҙ бөтмәй. Күңелгә яҡты...

2 май.
Эс боша. Иҙел буйына барып ултырҙым. Быйыл Ағиҙел шул тиклем ташҡан – хатта иге лә, сиге лә күренмәй.

24 май.
Төнгө сәғәт дүртенсе яртыла Виталий Бианкиҙың хикәйә һәм әкиәттәрен редакторлап бөттөм. Ғәжәп матур яҙыусы! Иртәнге сәғәт ундан алып, көнө буйы, төнө буйы ултырҙым. Үҙемдә лә сыҙамлыҡ бар икән!.. Әле эшләргә була! Баш бөтөнләй саф әле. Үҙемдең сәләмәтлегемә шатланам. Тик бына был айҙа көндәлекте яҙып бара алманым.
Иртәгә ултырырға тура килер.
Хәҙер Крылов мәҫәлдәренә тотонорға кәрәк!

31 май.
Бына май ҙа үтеп китте. Май айы минең быйыл яҡшы айым булды. Рәхәтләнеп эшләнем! Йыйынтыҡ (үҙемдең «Таш сәскә») инде әҙер тиерлек. Надяны, Салауатты һағыныу, яңғыҙлыҡ минең йөрәкте моңландырып, шиғыр уты яндырып торһа, уларҙың өйҙә булмауы шиғыр яҙып ултырыу өсөн ваҡыт та бирҙе. Бөтә иғтибарымды биреп, иркенләп ултырҙым. Тик аҡсаһыҙ интегеү генә бер аҙ күңелһеҙ булды. Шулай ҙа был көндәр минең өсөн иң яҡты, иң матур көндәрем ине.
Бына бөгөн инде мин ул көндәрем менән хушлаштым... Кемдер минең «үҙ эшем» менән дә булышҡанды «начальствоға» илтеп еткергән!.. Ни тиклем түбән йәнле кешеләр була! Ә был тегеләренә етә ҡалған. Баш редактор (башһыҙ бәндә!) иртәгә үк миңә нәшриәткә килеп эшләргә ҡушты. Мин әйтәһем килгән нәмәләрҙе ныҡ ҡына итеп әйтеп ташланым.
Ҡот осҡос формализм!
Ҡайҙа ғына барма, ҡайҙа ғына инмә – кешеләр шул формализм ауы менән сырмалып бөткән.
Һин теләһәң асҡа үл, урамда ятып йоҡла, теләһәң сәсрәп кит – унда уларҙың эше юҡ, тик һин графикка һый, планды үтә! Ә нисек үтәйһең, нисек эшләйһең, шул эшкә һин күпме көсөңдө һалаһың – был мөһим түгел. Сөнки һинең эшеңдең сифатына ҡарап тормайҙар.
— Мин әле бик йәш, тәжрибәһеҙ редактор. Ә минең кәңәш һорап керер кешем дә юҡ. Бына һеҙ минең эште уҡып та тормай, ҡул ҡуяһығыҙ ҙа наборға ебәрәһегеҙ. Ә ташҡа баҫҡанды бит ҡул менән юйып булмай аҙаҡ. Китаптарҙы халыҡ уҡый бит. Һеҙ миңә шундай эш тапшырғас, мин уны «минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе» тип кенә эшләй алмайым. Текст өҫтөндә лә ултырырға кәрәк, авторҙар менән дә эшләргә кәрәк. Етмәһә, шундай эш шарттары: бер яғыңда көнө буйы телефондан һөйләшәләр, бер яғыңда машинистка тыҡылдатып ултыра, коридорҙа судҡа килеүселәр шаулаша. Техник обществоға ла, беҙгә лә күпме кеше килә көнөнә. Бөтә иғтибарыңды туплап ултырып эшләргә ниндәй мөмкинселек бар һуң? – редакторға бына шуларҙы әйткәс, ул быға бер ҙә иҫе китмәй генә:
— Шулай ҙа, Ғарипов, графикты үтәргә кәрәк, – ти.
— Ниңә мин әллә үтәмәйемме? Шул шарттарҙа ла мин пландан артыҡ эшләнем бит? «Йәш көстәр» ҙә, «Ҡарағол» да, Бианки ҙа май айында бирелде лә баһа. Етмәһә, композиторҙарҙың йырҙар йыйынтығы планға ла индерелмәйенсә әҙерләнде.
— Яҡшы. Ә һеҙ бит май айында Крыловты ла бирергә булғайнығыҙ. Һүҙегеҙҙә торманығыҙ бит.
— Мин машина түгел, ағай. Әҙерәк башығыҙ менән уйлап ҡарағыҙ. Һеҙ үҙегеҙ шуларҙың бөтәһен дә эшләп ҡарағыҙ – шунан әйтерһегеҙ. Һеҙ әллә көләһегеҙме? Был тиклем формализмды мин бер ҡайҙа ла күргәнем юҡ ине. Ғәжәп кеше һеҙ...
— Бына һеҙ ғәжәберәк, Ғарипов. Һеҙҙе өйҙә үҙ эшегеҙ менән ултыра тигән сигналдар бар.
— Ниңә һеҙ ғәйбәт тыңлайһығыҙ? Һеҙ мин эшләгән эшкә ҡарағыҙ тәү башта. Унан мин үҙ эшемде үҙем беләм. Һеҙ әллә мине шиғыр яҙыуҙан да тыйыр инегеҙме?
Һәм башҡалар, һәм башҡалар...
Был Ҡыуатов бына шундай редактор. Ә директор бер ҙә унан ҡалышмай.
Был издательство түгел, издевательство!
Бына хәҙер мин тағы ла шунда ултырып эшләргә тейешмен! Был мөмкин түгел. Миңә яҙырға кәрәк, уҡырға кәрәк, асҡа ла үлмәҫкә кәрәк. Бына мин инде егерме биш йәшкә етеп, шул аслыҡ тураһында уйламаған ваҡытым юҡ! Ни тиклем туйҙырҙы мине был аслыҡ!.. Төрмәләге кешеләр ҙә бит минән туғыраҡ йәшәй. Намыҫлы булып йәшәү ни тиклем ауыр кешегә! Ә намыҫһыҙ йәшәү? Быны мин булдыра алмайым. Былай булыуҙан йәшәмәүең артыҡ! Ә йәшәйһе килә. Сөнки алда маҡсат бар, өмөт бар, үҙ көсөңә ниндәйҙер дыуамал бер ышаныс бар. Мин үҙемдең тормошҡа булған үпкәләремде нисек тә бәләкәйтеп күрергә, быларҙың бөтәһенә лә ваҡ нәмә, үтеп китә торған ваҡытлы нәмә тип ҡарарға тырышам. Үҙемдең киләсәккә булған ярһыу-ынтылышымды аңламаған, уның мәғәнәһен аңламаған кешеләрҙән ҡоторонҡо бер ғорурлыҡ менән көлөп, уларҙы һыта баҫып үтеп китәһем килә. Үҙемдән башҡа, үҙемдең бушҡа үткәргән ваҡыттарымдан башҡа бер нәмәнән дә, бер кемдән дә ҡурҡмайым. Сөнки минең юғалта торған бер нәмәм дә юҡ – бөтәһе лә үҙем менән, бөтәһе лә үҙ башымда, бөтәһе лә үҙ йөрәгемдә. Бөтәһен дә мин үҙ көсөм менән, уҙ тырышлығым менән тапҡанмын.
Мин донъяны, кешеләрҙе матурлап күрергә тырышһам да, барыбер уларҙы нисек бар шулай күреп өлгөрҙөм инде. Был минең тәүге аллы-гөллө хыялдарымды туҙҙырып ташлап, ысын ышаныс, ысын көс биреп, уларҙы әсе күҙ йәштәрем менән һуғарып үҫтерҙе һәм мин уларҙы бер кемдең дә бысраҡ аяғы аҫтына һалып тапата алмам. Көс етерҙәй ҡаршылыҡты мин ватып, онтап, селпәрәмә килтереп уҙасаҡмын, ә көс етмәҫтәйен хәҙергә урап үтермен. Ләкин мин ниндәй урында нимәләр барын, ниндәй урында ниндәй кешеләр барын – бөтәһен дә хәтергә алып, белеп, күреп китәсәкмен. Бер өс йыл уҡып алырға ла яңы көс менән мин уларға яңынан килергә уйлайым. Юҡһа, минең баш осомда төрлө-төрлө меҫкендәр төрлө-төрлө ҡағыҙҙарын, төрлө-төрлө дәрәжәлек билгеләрен, авторитеттарын болғарға тырышалар.
Уҡырға кәрәк миңә! Быйыл аспирантураға инә алмаһам, икенсе йылға мотлаҡ инергә кәрәк.
Надянан хат алдым бөгөн. Ул да минең уҡырға инеүемде теләй. Беҙҙең турала уйлама, ти!..
Нисек һуң уйламаҫҡа?
Салауат үҫә, йүгереп йөрөй, һөйләшә лә башлаған. Шуларҙы мин күрмәйем дә, ишетмәйем дә – тик һағынам ғына. Бик һығындыра был малай. Мин уны шул тиклем яратырмын тип уйламағайным... Ә ярҙам итә алмайым!..

1 июнь.
Йәй башланды! Бөгөн иртән хужаның ҡарсығы килеп төштө! Инде өйҙә лә ултырып булмаҫ. Мин ҡараңғы ғына элекке бәләкәй бүлмәгә күсендем. Китаптарҙы ҡуйырға урын да юҡ. Минең китаптарым торған шкафҡа һауыт-һабалар, рюмкалар, төрлө шундай мәғәнәһеҙ йыһаздар ҡуйылды. Минең хатта илайһым килеп китте...
Былар барыһы көлкө булыр ине,
Әгәр бик күңелһеҙ булмаһа!..
Шулай итеп, бөгөндән башлап мин кельялағы монах! Ә нәшриәттә – машина, китаптар сығарыусы машина.
«Прощай, свободная стихия!..»
Тиҙҙән хужа үҙе лә килеп етәсәк. Уға ике меңде теләһә ни ереңдән сығарып бир. Ә минең эш хаҡым бурыстарҙы түләргә лә етмәй. Надяға 150 һум ебәргән булдым – бигерәк тә шуныһы ғәрлек!
Надя унда бала менән интегә, үҙе, етмәһә, икенсеһенә ауырлы! Тыуасаҡ баланың яҙмышы бик ҡурҡыта мине. Уның берәй төрлө зәғиф булып тыуыуы ла мөмкин. Үлтерә алманылар, ә тыуҙырыу бынан да ауыр буласаҡ!.. Уйлаһаң – ҡот осҡос хәл бит был. Уйламау ҙа мөмкин түгел. Әллә нисек булды минең был тормош – бик ашыҡтым, күрәһең!.. Үкенеүҙән файҙа юҡ, һуң инде хәҙер. Тик бөтә ҙур тормоштан һуңламаҫҡа кәрәк! Башҡаса юл юҡ.
Мин Надя киткәс, уға хыянат итермен тип ҡурҡҡайным. Киреһенсә, ул минән алыҫыраҡ булған һайын, мин уға тоғрораҡ.
Кешеләр минең япа-яңғыҙ ике ҡыҙ менән бергә гонаһһыҙ ғына йәшәүемә шикләнеп ҡуялар. Ә мин улар менән бик матур йәшәйем – улар минең бер туған һеңлеләрем кеүек булып китте. Тормош ҡына түгел, хатта мин үҙем дә бик ҡыҙыҡлы тойолам. Ғәжәп!
Фәниә минең «кельям»ды йыуып бирҙе, китаптарымды рәтләтте, миңә хатта күңелле булып китте. Эстән генә мин: «Кеше ғәжәп матур бит!» – тип уйлайым. Кешеләр өсөн йәшәргә лә мөмкин! Кешеләргә тормош нисек кенә рәхимһеҙ булмаһын, кеше үҙенең матурлығы менән барыбер уның бөтә түбәнлектәренән өҫтөн тора!

2 июль.
Мәрйәм апа минең шиғырҙарҙы Заһир Исмәғилевҡа һөйләгән дә, ул уларҙы үҙенә һораған. Күрәһең, Мәрйәм апа шиғырҙарҙы бик маҡтағандыр инде!..
Кис, Баязит Бикбайҙың «Ҡаһым түрә»һен ҡарарға барғанда, мин үҙемдең «Туған тел»де, «Дан һиңә, дан, Башҡортостан» һәм «Әсәй-Рәсәй»ҙе күсереп алдым да уларҙы Мәрйәм апаға бирҙем.
Ишек алдында Заһир ағай үҙе осрап:
— Ғарипов ҡустым, килтер шиғырҙарыңды! – тине.
— Ярар, – тинем мин. – «Ҡаһым түрә»не ҡарағас бирермен.
Ә үҙем ҡыйманым, Мәрйәм апаға бирҙем дә ҡуйҙым – теләһә нишләһендәр! Заһир Исмәғилев ни тиклем ябай булһа ла, минең өсөн ул Башҡортостандың ғорурлығы, иң матур улдарының береһе. «Салауат» операһы менән ул башҡорт музыкаһында иң беренсе ысын башҡорт батшаһы!
Мин уны күргәндә – донъя яҡтырып, күңелгә рәхәт булып китә. Мин уның менән сикһеҙ ғорурланам, үҙемдең башҡорт булғаныма шатланам. Салауат увертюраһы минең өсөн һәр саҡ көтөп ала торған милли хистәр байрамы!
Шундай Кешемә мин нисек итеп үҙемдең шиғырҙарҙы килтереп тотторайым ти? Уның мин яҙған шиғырға музыка яҙып ултырыуы минең өсөн татлы бер хыял ғына! Күңелем ҡурҡа хатта. Әлбиттә, мин үҙемдең яҙғандарҙы башҡаларҙың йырҙары менән сағыштырып ҡараһам, был эшкә үҙемдең дә көсөм етер кеүек. Минең текстар, сағыштырып ҡарағанда, бер ҙә уларҙыҡынан кәм түгел, хатта яҡшыраҡ та. Ләкин миңә музыка – кеше хисенең иң юғары, иң матур гармонияһы. Музыканы миңә ниндәйҙер ғәҙәттән тыш кешеләр генә тыуҙыра кеүек тойола. Музыканы мин кеше ижадының, кеше фантазияһының иң юғары бер күренеше итеп тоям. Шуның өсөн дә миңә Чайковский Пушкиндан да юғары һәм бөйөгөрәк.
Бәлки, был тойоу минең музыкала тома наҙан булыуымдандыр? Белмәйем. Ниндәй генә насар композиторға ла мин донъяның иң нескә күңелле бер кешеһе итеп ҡарайым. Хатта ябай бер ауыл гармунсыһы ла минең өсөн тәбиғәттең ниндәйҙер бер серле мөғжизәһе! Мин уларҙы көнсөл бер яратыу менән яратам.
Лев Толстой композиторҙарҙы, ғөмүмән музыканттарҙы, аҡылға һайыраҡ кешеләр итеп күргән, «музыка притупляет ум» тигән. Бәлки, ул хаҡлылыр. Тик мин бөйөк Толстой менән дә килешә алмайым был урында. Минең өсөн музыканан да аҡыллыраҡ нәмә юҡ кеүек. Музыка тормоштоң иң матур күренеше бит! Ә миңә иң аҡыллы нәмә генә иң матур.
Бәлки, донъялағы бөтә халыҡтар ҙа берәй заман бер телдә һөйләшә башлар, ләкин шул ваҡытта ла һәр бер халыҡтың үҙ моңо һаҡланып ҡаласаҡ.
Ярай, музыка тураһындағы был философия миндә бик оҙон. Берәй саҡ был хаҡта бөтә уйлағандарымды ла яҙырмын, хәҙергә ваҡыт юҡ.

3 июль.
Рафаэль Мәскәүҙән шылтыратты: кисә минең ҡыҙым тыуған! Ләкин был хәбәр минең күңелдә бер ниндәй шатлыҡ та уятманы. Күрәһең, мин бөтөнләй таш йөрәкле кешегә әйләнгәнмен. Башҡа тик Надяның был баланан һау-сәләмәт ҡотолоуы яҡшы тигән фекер генә килде. Бала ла сәләмәт. Тимәк, мин инде ике баланың атаһы һәм миңә 25 йәш!.. Ә Надяға – 24!.. Уға уҡырға, ә миңә яҙырға кәрәк. Ә беҙҙең балаларҙың тыуған өйө лә, бер нәмәһе лә юҡ. Беҙ инде хәҙер дүрт кеше!..
Нисек йәшәргә?
Был хаҡта уйлаһаң, баш ҡата, ә уйламай мөмкин түгел!
Ҡоштарҙың да ояһы бар, ә кешеләрҙең аяҡ һонор мөйөшө лә юҡ. Ғәжәп был донъя!..
Бәлки, мин шул хаҡта уйлағанлыҡтан шатлана алмайымдыр?
Мин хатта һуңғы ваҡытта кисергәндәремде яҙа ла алмайым. Ә ни тиклем үҙгәреш минең тормошомда! Ни тиклем ҡыҙыҡлы һәм ҡайғылы ваҡиғалар! Ни тиклем шикләнеүҙәр! Ошо һуңғы ваҡыт эсендә генә минең хатта донъяға ҡарашым үҙгәрҙе. Ләкин был хаҡта яҙаһы ла килмәй, яҙып та булмай һәм ваҡыт та юҡ.

1958

21 август.
Традиция һәм новаторлыҡ
Был мәсьәләлә буталсыҡ күп. Йыш ҡына новаторлыҡ традицияға ҡаршы ҡуйыла. Был формализм!
Традицияһыҙ новаторлыҡтың булыуы мөмкин түгел. Үткән көн бөгөнгөнө әҙерләй. Бөгөнгө иртәгәне тыуҙыра.
Бөтә нәмәлә лә был шулай. Шулай уҡ – поэзияла ла.
Пушкинды уның үҙенә тиклем булған бөтә рус әҙәбиәте тыуҙырған. Карамзин, Державин, Батюшков һәм Жуковскийҙарһыҙ Пушкин да булмаған булыр ине. Пушкин өсөн Байрон да ижад итергә тейеш булған. Әҙәбиәттә бәләкәй генә урыны булған шағирҙар ҙа яңы ҙур шағир өсөн урын әҙерләшәләр. Был хаҡта Белинский бик дөрөҫ әйткән.
Ысын яңылыҡ, ысын новаторлыҡ бер ҡасан да үткәндең тәжрибәләрен, алдағы быуындың ҡаҙаныштарын кире ҡаҡмай. Был тик нигилистарға ғына кәрәк. Ысын новатор һәр саҡ традицияға бәйле, традицияға тоғро.
Эш тик шунда: ул традицияны ижади үҙләштереп, уны үҙ тәжрибәһе, үҙ ижады, үҙ тормошо менән байыҡтырып, уны артабан дауам итә һәм яңыны, үҙенең киңлеге һәм тәрәнлегенә ҡарап, үҙ заманының талабына ярашлы рәүештә, бөтөн бер эпоха булырлыҡ яңыны тыуҙыра.
Новаторлыҡтың формализм менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Новаторлыҡ яңы йөкмәтке иҫәбенә тыуа һәм был яңы йөкмәтке үҙенә ярашлы форманы ла килтерә, ә форма ғына бер ҡасан да новатор өсөн үҙмаҡсат була алмай. Әйтер фекере, әйтер һүҙе булмаған тормошһоҙ, йәнһеҙ фокусниктар өсөн генә форма үҙмаҡсат, сөнки формализм һәр ваҡыт үҙеңдең ысын асылыңды, бушлығыңды томалау өсөн кәрәк.
«Немногим избранным доступен язык поэтов и богов» тигән формула үҙе өсөн һәм үҙе кеүек бик аҙҙар өсөн генә ҡыҙыҡ булған графоманға кәрәк. Халыҡ өсөн был мәғәнәһеҙ бер уйын ғына. Халыҡ – бөйөк ижадсы һәм уға ысын ижадсылар ғына кәрәк.
Ялған һәр саҡ ялтырауыҡлы, ә ысын һүҙ һәр ваҡыт ябай һәм теүәл. Бөйөклөк һәр саҡ ябай, аңлайышлы, матур.
Шуның өсөн иң нескә лирик Блок төрлө эстеттар иң тупаҫ шағир тип иҫәпләгән Некрасовтан өйрәнә. Некрасовта – мең-мең төрлө тормош тауышы, шиғри интонация, ритм һәм тасуирлау байлығы тупланған.
Ысын шағир үҙ тауышын ҡайҙан таба алһа, шунан ала. Бал ҡорто балды төрлө-төрлө баллы сәскәләрҙән ала. Йүкәнән дә, сағандан да, алманан да, мең-мең төрлө ялан сәскәләренән дә, хатта шайтан таяғынан да!..
Ал әйҙә, бөтәһен ал, тик үҙеңдеке ит, «был уныҡы» тип һинән дә алырлыҡ булһын. «Ҡояш юҡ» тип торма, яҡтылыҡты, ҡояш булмаһа, айҙан ал, ай булмаһа, йондоҙҙарҙан ал, йондоҙҙар булмаһа, яҡтылыҡты хатта ҡуңыҙҙарҙа ла күрергә тырыш. Уларҙа ла яҡтылыҡ була. – Баҙлауыҡ тиҙәр ундай ҡуңыҙҙарҙы. – Ҡояш яҡтыһын һуҡыр ҙа тоя, ә бына ҡуңыҙҙар яҡтыһы һәр кемгә лә күренеп тормай. Ә шағир бөтәһен дә күрергә, бөтәһен дә белергә тейеш. Күргәндән күҙең һуҡыраймаҫ бер ҙә, ә күрмәһәң, һуҡырайырға ла мөмкин! Һәр нәмәне күңел күҙең менән күрергә тырыш.
«Тыңла, йөрәк, донъя бышылдауын. Һәр һүҙе менән ул һиңә «һөйәм һине» тип бышылдай» (Тагор).
Шағир бына шул донъяның һәр бер тауышына яуап ҡайтарырға тейеш. Сөнки «шағир үҙ күңелен генә тирбәтеүсе түгел, ә ул – донъя яңғырығы» —«Эхо мира» (Горький).
Тотоп ҡал һин донъя тауыштарын. Сөнки ул туҡтап тормай, донъя ул, аяғы талмаҫ юлсы кеүек, сәләм бирер ҙә – ишетмәһәң – күҙ асып күҙ йомғансы китеп тә барыр. Донъя сәләменә ҡаршы сәләм бирһәң, сәләмеңде ул киләсәккә илтер. Ул тик киләсәккә атлай бит, кире ҡайтмай, кире атламай.
Утыңды алдан тот, күләгәң артта ҡалһын, «кем утты арттан тотоп килә, күләгәһен алдан төшөрөп килә» (Тагор). Күләгәңдән алда йоро. Бының өсөн ҡояшҡа ҡарап барырға кәрәк.
Ел – шағир ул – үҙ тауышын табыр өсөн, урман-тауҙар, диңгеҙҙәр өҫтөнән оса (Тагор).
Блок үҙ тауышы өсөн Пушкин, Лермонтов һәм Некрасовтарға ғына түгел, хатта күҙгә күренеп тормаған Полонский, Григорьев кеүек шағирҙарға ла бурыслы, үҙ замандашы Брю-совҡа ла бурыслы.
Был хаҡта Блок Брюсовҡа яҙған бер хатында әйтә: «Вы знаете, что я издавна люблю Вашу поэзию, и многим обязан ей как ученик» (Блок, 2 том, 563-сө бит).
Икенсе бер хатында былай ти: «Спасибо Вам за книгу. Перелистываю стихи, давно запечатлевшиеся в памяти, и опять пленяюсь ими. Многое отсюда я узнал первым в новой русской литературе. Многое – всегда со мной...» (Блок, 2 том, 599-сы бит.)
Блок үҙ стилен («стиль, отвечающий теме») шулай тыуҙыра. Тик быны ябайлаштырып аңларға кәрәкмәй. Фекерҙе ябайлаштырыу – фекерҙе үлтереү менән бер!
Я. Полонскийҙың Бунинға булған йоғонтоһон да тикшерергә мөмкин. (Полонский – «Дорога» – Бунин.)
«Ир ирҙән быуаҙый» тигән мәҡәл дә бар бит. Был бик мәғәнәле мәҡәл! Ғөмүмән, мәҡәл мәғәнәһеҙ буламы? Мәғәнәһеҙҙәре лә була шул. Мәҫәлән, Кирәй мәҡәлдәре – «Туҡтатма фонтанды, бәрһен әйҙә!»... һ. б.
Бунин – һүҙ ювелиры! (Горький.)
Бунин – Пушкин традицияһын, бөтә поэзияны декаденттар, символистар, имажинистар һырып алғанда, иҫ киткес бер ҡыйыулыҡ менән яңы рус поэзияһына килтереп тапшырыусыларҙың береһе.
Новатор «мин новатор» тимәй, ә төрлө Бенедиктовтар, Игорь Северяниндар ғына шулай ти.
Новаторлыҡ – иң яҡшы традицияны үҙләштереү һәм уны, яңы баҫҡысҡа күтәреп, артабан дауам итеү. Традицияға, үҙ поэзияңдан тыш, донъя поэзияһы ла, халыҡ поэзияһы ла инә (Маяковский, Есенин, Демьян Бедный, Твардовский, Исаковский, Тихонов).
Халыҡ ижадына оҡшатырға тырышыу – стилизация – халыҡ ижадынан көлөү генә.
«Если молодой писатель не смеет ни на одну минуту забыть, что нет мастера без великого содержания, и должен поэтому постоянно учиться познанию жизни, то он также должен помнить, что параллельно с этим ему надо бороться за чистую, ясную, богатую форму, которая вовсе не дастся ему в качестве бесплатного приложения постольку, поскольку он изучает жизнь». (Луначарский, «Мысли о мастерстве».)
Традиция – для искания нового. (Н. Рыленко, «Традиции и новаторство». «Литература и жизнь» 57, 17.VIII.58.)

22 август.
Көн бушҡа үтте. Төш ваҡытында ғына килеп торҙом. Сәй эстем дә нәшриәткә киттем. Бөтәһе лә элеккесә: Сәләх Кулибай, Зөфәр Ғәбсәләмов, Ғ. Байбурин, Шакир Бикҡолов. Маһиҙә юҡ, Трубицын да күренмәй.
Эш бөткәнсе китап магазиндарын барлап сыҡтым да Туманян менән Багрицкийҙың йыйынтыҡтарын һорап алдым, Зөфәр менән «Башкирия»ла ултырҙыҡ. Ул һөйләмәне, күберәк мин һөйләнем. Тәүге мөхәббәт, Марият һәм әйләнеү тураһында. Күптән инде минең бер кем менән дә һөйләшкән юҡ. Нисектер – һөйләйһе килде.
Ете йылдан һуң Мәүлиҙә менән күрешеү. Ҡара ерҙә ятып ҡара айғырҙың аунауы. Һөйләшеү. Шиғырҙар һәм Мәүлиҙәнең аҫылынып үлеүе...
Зөфәр үҙе менән бергә уҡыған ҡыҙҙы яратып йөрөй. Ҡатыны менән бер ниндәй ҙә мөнәсәбәт юҡ. Балаһы ауырыу. Мәсьәлә бик ҡыйын хәлдә.
Бер ниндәй ҙә кәңәш бирмәнем. Тик, уйлап эшлә, тинем.
Ҡайтҡанда Биишевтарҙы осраттым. Фуат, Ләлә. Ләлә иренән айырылып ҡайтҡан. Нәшриәттә эшкә башлаған. Балаһы ауылда. Үҙе ағаһында – Әкрәм менән бергә тора. Конфликт. Был тағы үҙе бер повесть.
Бер ҙә яҡшы хәбәр ишетеп булмай. Һәр кемдең ҡайғыһы, үҙ ауырыуы, үҙенең бәхетһеҙлеге.
Донъя, ғөмүмән, ҡатмарлы һәм буталсыҡ. Хатта шундай уй килә башҡа: «Бәхетлеләр бармы икән һуң был донъяла?»
Минең әле үҙ күҙем менән күргән бәхетле кеше юҡ. Лира композитор Сабитовтарҙың тормошон идеал итеп һөйләгәйне, ләкин мин быға ла ышанмайым. Был бер мещан бәхете генәлер. Сабитов миңә шулай тойола. Үҙ-үҙенән ҡәнәғәт, үҙен бик юғары тотҡан бер бәндә. Музыкаһында ла мин бер ниндәй ҙә милли бер моң, яңылыҡ тоймайым. Тормош юҡ – формализм ғына бар. Унан һуң – музыка ла цитаталарҙан торорға мөмкин икән – Сабитовты радионан тыңлап шуны белдем. Был, күрәһең, халыҡ ижадын файҙаланыу тип аталалыр инде!..
Әкрәм төшөрөп, еңеләйеп, ҡанатланып ҡайтҡан. Фәриттәрҙә ултырғандар. Мин уның менән рефератты яҙып бөтмәйенсә күрешергә лә ҡурҡа инем. Ләкин – күрешергә тура килде. Әкрәм бик ҙур ғына нотоҡ һөйләп ташланы. Дөрөҫ, бөтәһе лә дөрөҫ. Ләкин минең бер нигә лә ҡул бармай. Күңел төшмәй, бөтә ишеткән был ҡара хәбәрҙәргә иҫем китеп, аптырап тик йөрөйөм. Әхнәф Кирәй минең турала хатта Йоматауға барып Фәриткә һөйләгән. Имеш, мин ҡаршы түгел, ә обком Сайранов, Ғәйнуллин һәм Әхнәф Харис ҡаршы. Ғәжәп, ниндәй кешеләр һуң былар? Нишләргә? Бер нигә лә ҡарамай, миңә ең һыҙғанып әҙерләнергә, уҡырға, шул аспирантураһына инергә, күҙгә күренерҙәй бер эш эшләргә ине.
Юҡ, күңел бармай, хатта был хаҡта уйлауы ла ауыр...
Бына быларҙы иҫерек баш менән ҡайтып яҙып ултырам. Ә күңелдә ниндәйҙер бушлыҡ – төпһөҙ бер бушлыҡ. Бер ниндәй ҙә дәрт юҡ, хатта теләк юҡ. Юҡ, былай ярамай. Иртәгәнән башлап эшкә тотонорға кәрәк. Рефератты яҙырға ла – өндәре тығылһын! – немец теленә йәбешергә кәрәк.
Бер аҙ йәшәрлек аҡса булды, көн-төн ултырып эшләргә мөмкин хәҙер. Тик ваҡыт бик аҙ ҡалды инде. Надя ла килеп етер. Уҡыуын ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Салауат ауылда тороп торор әле. Китапҡа аҡса алһам, инәйгә бер аҙ ебәрермен. Ярҙам итеп булмай. Надяның әсәһе лә ауыр хәлдә... Быйыл бер тин ярҙам итеп булманы. Эх, тормош, что за тормош был?
Аңламаҫһың, белмәҫһең... йә, ярай...

23 август.
Йоҡонан тороуға Марат килде. Төш еткәйне инде. «Әйҙә, Ҡыйғыға китәйек, Рафаэль саҡырҙы», – ти. Башта мин дәртләнеп киттем. Әллә йөрөп, елләп килергәме?..
Марат командировка алырға китте. Мин ике ут араһында тороп ҡалдым. Барырғамы, юҡмы? Барһаң, эш ҡала һаман. Ҡыйғыға барып еткәс, өйгә лә һуғылмай булмай. Өйгә, ҡайтҡас, Надяны ла алып килмәй булмай. Барыбер бер нисә көндән уға килергә кәрәк. Ә минең эш һаман ҡуҙғалмай... Юҡ, Надя Салауатты ҡалдырып үҙе генә килер. Бер аҙым да сығып йөрөмәҫкә кәрәк!..
Рафаэль көтәлер? Хәйер, ниңә көтөргә уға мине? Беҙҙең арала хәҙер ни бар? Тик үткәндәр генә. Йәшлек яҡынлығы ғына. Хәҙер инде аралар алыҫайҙы, дуҫлыҡ юғалды, уртаҡ фекерҙәр ҙә ҡалманы. Ул яңы дуҫтар тапты үҙенә. Беҙҙең яҡын булыуға бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ инде хәҙер. Әҙәбиәт? Әҙәбиәт уға үҙенсә кәрәк, миңә үҙемсә кәрәк. Мине ғазаплаған нәмәләр уға бер ни ҙә түгел. Ҡайғыларыбыҙ, маҡсатыбыҙ уртаҡ түгел беҙҙең. Ул – әҙәбиәттә, ә миндә – әҙәбиәт. Бөтә ҙурлығы, бөтә ваҡлығы менән! Әҙәбиәттең ҡара эштәре лә минеке. Миңә һәр бер корректура өсөн көрәшергә кәрәк, һәр бер һүҙҙе күтәрергә кәрәк. Башҡорт әҙәбиәте башҡортса булырға тейеш. Был миңә, минең өсөн – хәҡиҡәт. Бына шул иң ябай хәҡиҡәттә бөтә ҡаршылыҡтар килеп сыға ла беҙҙең. Ә ул, нисек кенә яҙмаһын – башҡорт әҙәбиәте тип янмаясаҡ. Был бер уның ғына бәләһе түгел. Беҙҙең әҙәбиәттең аристократтары байтаҡ. Ә эш эшләргә тиһәң, улар әҙәбиәт тураһында ҡайғыртып, ус аяһындай мәҡәлә лә яҙмаҫтар. Быны инде мин беләм. Яҙһалар, үҙҙәрен яҡлап ҡына яҙырҙар, йә яҙҙырырҙар. Яҙҙырырҙар ҙа «холуй» тип көлөрҙәр... Бына шул ғына. Ғөмүмән, был бик ҡатмарлы мәсьәлә.
Уҡырға кәрәк – шул ғына. Башҡаса көрәшеү мөмкин түгел. Киләсәк эш өсөн уҡырға кәрәк.
Ләкин бөгөн дә уҡып булманы. Марат урап килгәс, яртыны алып ултырҙыҡ. Туҡайҙы уҡыныҡ, Цвейгты уҡыныҡ та, ул урамда «тәртип һаҡларға», ә мин «тәртип боҙорға» киттем. «Октябрь»ҙә яңы картина ҡараным. «Когда чувства побеждают рассудок». Ярайһы ғына, бик тормошсан картина. Ҡайтҡанда тағы Маратты, Булатты осраттым да «Стилягалар донъяһын» ҡарарға киттем. Урамдан төрлө ҡыҙҙарҙы, иҫеректәрҙе, бала-сағаны тотоп индерәләр ҙә һорау алалар. Йәштәр араһындағы боҙоҡлоҡҡа комсомол походы! Яҡшы! Ләкин ысын көрәш юҡ, ысын яныу юҡ. Беҙҙең агитаторҙарҙан милиционер яҡшыраҡ эшләй. Матур ғына кейенгән ҡыҙҙарға Б.: «стиляга булыу оят түгелме?» – тип нотоҡ һөйләй. Үҙенең бөтә һын-ҡиәфәте, һөйләүе, өҫ-башы кире ҡаҡсытып тора. Исмаһам, аҙнаһына бер сәсен генә тарап йөрөһәсе! Ултырған өҫтәл эргәһендә («Родина» кинотеатрының уҡыу бүлмәһендә) үҙе бырлатып тәмәке тартып ултыра, үҙенең сәсе ялбырҙап тора, ботинкаһы батҡаҡҡа сумып ҡатып бөткән – үҙе нисек итеп ысын культуралы булырға өйрәтә. Күңел болғандырғыс, уҡшытҡыс бер демагогия! Әйе, бындай демагог йөҙ стиляганан да хәтәрерәк!
Аҙаҡ үҙе ҡайҙалыр Иҙел буйындағы өйҙәрҙең береһенә – аулаҡҡа китте. Икенсе ҡыҙҙарға!.. Улар ниндәй һүҙ һөйләйҙер – быныһы инде уның «шәхси эше» – ҡараңғы... Бөтә бысраҡлыҡ күберәк ҡараңғыла эшләнә бит?!.
Бына һиңә шағир, бына һиңә әҙәбиәтсе! Һинең дуҫың да булырға мөмкин, бер көн килеп, һине һатырға ла мөмкин. Уйлап ҡараһаң, ниндәй күңелһеҙ хәл!.. Ләкин беҙ быға күнеккәнбеҙ, ғәҙәти хәл итеп күрергә өйрәнгәнбеҙ. Етмәһә, теләктәшлек белдерәбеҙ. Был ниндәйҙер егетлек!.. Бына шундай егеттәр инде донъяны, тормошто, йәшлекте ҡап-ҡара дегеткә буяп йөрөйҙәр ҙә. Берәүҙәр асыҡтан-асыҡ, икенселәр төрлө романтика ҡатыштырып, хатта быға үҙҙәре лә ышаналар...
Тормоштоң бәләкәй генә картиналарынан был «тормош күренештәре»...

24 август.
Төндә И. Груздевтың Горький тураһындағы китабын ҡарап сыҡтым. Материалға бай, ҡыҙыҡлы китап, ләкин тәрән түгел. Тәрәнлек – тик Горькийҙың үҙендә, уның үҙ һүҙҙәрендә. Китаптың яртыһы Горькийҙың автобиографик әҫәрҙәренән, мәҡәләләренән, хаттарынан һәм төрлө кешеләрҙең Горький тураһындағы иҫтәлектәренән килтерелгән өҙөктәрҙән тора. Цитаталар йыйынтығы! Шулай ҙа ғалим йәки әҙип булырға мөмкин... Үҙ фекерең, үҙ фантазияң, үҙ тормошоң булмаһа ла йәшәп була, күрәһең. Әлбиттә, әҙәбиәт һәм сәнғәт тураһында Стефан Цвейг кеүек һөйләргә лә, янырға ла, эҙләнергә лә мөмкин. Ә һуңынан, үҙең теләгән дөрөҫлөктө, матурлыҡты тапмаһаң, үҙ-үҙеңде атып үлтерергә лә ярай. Тик туҡтап ҡына ҡалма. Ярһыған ат кеүек сабып бар, бар ҙа – сәсрәп барып төш! Йә һандуғас кеүек һайра, һайра ла – йөрәгең ярыл да үл! Был хатта матурыраҡ! Рухың һинең алға китә, ә үҙең — юғалаһың да ҡалаһың. Маяковский, Есенин, Фадеев – улар ҙа бар...
Төн менән көн буталды. Башҡа әллә ниндәй уйҙар килә. Күңелдә буталсыҡ хистәр. Ваҡыт аҙ ҡалды. Өлгөрөргә кәрәк. Кешеләр ҡамасаулай – эшләргә ултырам ғына тигәндә, Рауил килде, сәй эсте, газета уҡырға тотондо. Уға бөгөн ял. Кешеләрҙең ял көндәре була, һәм һине лә улар ял итә тип уйлай!.. Унан Диҡҡәт Бураҡаев килде – аҙыраҡ һөйләшер һүҙҙәр ҙә бар уның менән. Ләкин һөйләүҙән ни мәғәнә? Күпме ғүмер һүҙ һөйләп үтә! Етмәһә, шул бер балыҡ башы инде... Тағы сәй ҡуйҙым. Ярай әле – бөгөнгә аҡса бар – һый юҡ тип әйтерлек түгел. Унан һуң ашханаға киттек. Көнөнә бер ҡабат йылы аш та кәрәк бит ҡорһаҡҡа. Ашаныҡ. Рауил менән Диҡҡәт киноға китте. Мин ҡайтып эшкә ултырғайным, бөтә Биишевтар килеп инде – Әкрәм, Фуат, Фуаттың ҡатыны – Сажидә апа ике балаһы менән һәм Ләлә. Өйгә балалар тауышы тулды. Күңелле лә, күңелһеҙ ҙә; минең баламдың тауышы етмәй бында; минең ҡатыным юҡ янымда. Сәй яһауҙы Ләләгә ҡуштым. Ҡасандыр ул матур ғына бер ҡыҙ ине. Ҡайһы саҡта беҙ бер партала ултырып уҡый торғайныҡ. Хатта мин уны яратып та йөрөй торғайным булһа кәрәк. Үҙҙәренең йортонда, ҡасандыр бик йәш саҡта, ул миңә шәм яҡтыһында ҡыуыш эсенә урын йәйеп бирҙе. Әйтерһең дә ҡыуыш эсен шәм түгел, ул яҡтырта ине. Шундай матур ине ул төн!.. Һандуғастар һайрай, сиңерткәләр сырылдай, Эйек буйына томан ятҡан. Дала төнөнөң иҫ киткес үҙ матурлығы, үҙ моңо бар. Таң атҡансы мин ҡыуыш ауыҙынан башымды сығарып, күк йөҙөн ҡаплап алған йондоҙҙарға ҡарап яттым. Арала бер йондоҙ айырыуса балҡып емелдәй һәм мин шул йондоҙҙо сәскә кеүек үҙемә өҙөп алғым килә... Ләкин – теймәнем уға. Миңә түгелдер, тинем. Ләлә ҡалды, аҙаҡ уҡытырға китте, иргә сыҡты, ире менән, нишләптер, бергә йәшәй алманылар. Бер балаһы менән Ләлә Өфөгә ҡайтты. Нәшриәткә эшкә инде. Хәҙер ул ҡыҙ – яңғыҙ әсә – бына минең алда ултыра, сәй яһай. Үҙе ни уйлайҙыр, ләкин мин уның тураһында уйлайым. Был да тормош китабының бер бите бит! Тормош, тормош!
Күмәкләп урамға сыҡтыҡ. Көҙ һулышы килә. Һары япраҡтар күбәйгәндән-күбәйә бара. Ләкин тәбиғәттә әле матурлыҡ бөтмәгән. Ғөмүмән, тәбиғәттә ул бөтмәйҙер. Көҙҙөң яҙы бар, ҡыштың йәйе бар. Был – мәңгелек. Матурлыҡ – ғәрәп күңелендә, ти Горький. Ләкин бөтә ғәрәп тә ике йәшәмәй шул. Кеше ғүмере бер генә – матурлығы ла уның бер генә – йәшлек, кеше йәшлеге ҡабатланмай. Япраҡтар миңә шул хаҡта шыбырлай... Әкрәм менән хикәйәһе тураһында һөйләштек. Бөгөн уның тәүге әҫәре баҫылып сыҡты. Бөгөн ул бәхетле.
Аспирантураға ла саҡырыу ҡағыҙы алған. Ә хикәйәләр яҙасаҡ ул. Бик матур теле. Ысын башҡорт теле бар уның, фантазияһы ла етерлек. Әйтер һүҙе лә күп. Ә хикәйәләге характерҙар, ваҡыты еткәс, тыуасаҡ улар. Ғәжәп – бөтә Биишевтар ҙа яҙа торған кешеләр.
«Идиот»ты ҡарарға иткәйнек, билет булманы. Ҡайтып «Сурағол»ға тотондом. Иҫ киткес бай теле!..

25 август.
Көндәр гел ямғырға китте. Болот та болот. Һыу инеп булмай. Офицерҙар йортона барып ашандым да Ағиҙел буйына төшөп киттем. Көн кисләп килә. Ҡояш ҙур бер ҡыҙыл шар кеүек, Ағиҙел күперенә аҫылынып торҙо ла тау артына тәгәрәп төшөп тә китте. Бер аҙ Иҙел ситендә ултырҙым да мин дә һыуға сумып киттем. Һалҡын! Бөтә тән ҡатып, нығып китә. Рәхәт тә. Һыу һағындырып та өлгөргән. Тик һыуыҡ үтмәһә ярар ине. Бер ары, бер бире йөҙҙөм-йөҙҙөм дә, зарядка эшләп, баҫҡыстан йүгереп менә башланым. Тәнгә бер аҙ йылы йүгергәндәй булды. Һыу инеүселәр юҡ, тик кәмәлә йөҙөүселәр, балыҡсылар ғына бөгөн Иҙелдә.
Ҡайтҡас, Плехановтың «Адресһыҙ хаттар»ын ҡарап яттым. Ныҡлап, яңынан уҡып сығырға кәрәк булыр. Бөтәһе лә онотолған тиерлек.
Нисек кенә рефератҡа тотонорға? Бер ҙә ҡул бармай бит. Әллә нишләнем әле мин. Ни уҡып булмай, ни яҙып булмай. Кисәге төнө буйы татар мәҡәлдәрендә ултырҙым. Татар мәҡәлдәре биш йөҙгә лә тулмай. Минеке ике меңгә етеп килә! Ҡайһы бер мәҡәлдәрен күсереп алдым. Ләкин быларҙың күбеһе миндә бар. Китапта баҫылған мәҡәлдәрҙе уҡығанда, бер шик тыуа: беҙҙә лә, татарҙа ла «мәҡәл яһау һөнәре» бар. Ысын халыҡ мәҡәлдәрен йыйыу урынына фольклористар үҙҙәре «күт аҫтынан» мәҡәл сығарып ултыралар. Ярай ҙа әле мәҡәлдәре мәҡәл булһа, әллә ниндәй туҙға яҙмаған «афоризмдар» килеп сыға: «Йылан менән дуҫ булма – ағыуланырһың», имеш! Шул мәҡәл булдымы инде? Крылов басняһының морален тәржемә итеп алалар ҙа, бына һиңә мәҡәл килеп сыға. Крылов бындай кәсепте белгән булһа, моғайын, мәҫәл яҙыр ине был хаҡта! Ярай әле Крылов урынында Михалков ҡына! Юҡһа, беҙҙә шундай тапҡыр мәҡәл сығаралар – иҫ китә: яҙ етһә – ҡар ирер, көҙ етһә – ҡар яуыр! Асыҡһаң – ашарға кәрәк! «Ну и логика!» Кирәйҙең «мәҡәлдәре» ҡайҙан тиһәм, ул да, меҫкенең, татарҙан урлай икән!..
Бер көн үҙенә был хаҡта әйткәйнем, яратманы – хәҙер шуны эсендә һаҡлап йөрөй. «Был юл менән китһәң, ҡустым, бик ҡыйынға тура килер үҙеңә», – ти. Күрәһең, тура әйткән туғанына ярамай.
Мәҡәлдәр тураһында мәҡәлдәр рустарҙа күп: Пословица недаром молвится. Без пословицы не проживешь. Добрая пословица не в бровь, а прямо в глаз. На пословицу ни суда, ни расправы. Пословица несудима. Старая пословица век не сломится. Пословица плодуща и живуща. Не всякое слово пословица. На всякое слово есть пословица. Пословица не покорница, а с нею добро. На твою спесь пословица есть. Не всякая пословица при всяком молвится. Хороша пословица в лад да в масть... һ. б. Мәҡәлдең үҙе тураһында Далдән әллә күпме мәҡәлдәр табырға була.
Ләкин беҙҙә мәҡәлдәр ни тиклем генә күп булмаһын, мәҡәл тураһында мәҡәл юҡ, минеңсә. Сөнки «мәҡәл» һүҙе – беҙҙең һүҙ түгел. Мәҡәл ғәрәп һүҙе, беҙгә татарҙар аша ингән китап һүҙе бит. Халыҡта был һүҙ элек бөтөнләй ҡулланылмаған булырға тейеш. Сөнки ул һуңыраҡ килеп ингән беҙгә. Ә мәҡәлдәр быуаттар буйы тора, эшләнә, юныла, ҡойола. Шунлыҡтан «мәҡәл» һүҙенә мәҡәл дә юҡ тиерлек. Сөнки ул һүҙҙе берәй бабайға әйтһәң, аңламай ҙа тора әле ул. «Йә, бабай, берәй боронғолар һүҙе, ололар һүҙе әйтеп ташла әле», – тиһәң генә аңлай ул мәҡәлде. «Һүҙ ыңғайында ғына сыға бит ул, аны ҡалайтып әйтәһең инде, кәрәк саҡта иҫкә төшәме һуң ул», – тип ул үҙе лә һиҙмәҫтән берәй мәҡәл әйтеп ысҡындыра шунда.
Ә Кирәй мәҡәлде руссанан тәржемә итеп, йә үҙе сығарып «мәҡәл» төҙөй ҙә, бына мәҡәл, тип уҡыусыларға тәҡдим итә. Ләкин быны «халыҡ ижады» тип атаһаҡ, дөрөҫ булырмы һуң? Ниңә үҙебеҙҙең ижадты «Халыҡ ижады» тип атарға? Быға әллә халыҡ мохтажмы? Ниңә булмаған нәмәне бар тиергә? Бының менән беҙ халыҡ ижадын кәмһетәбеҙ генә, ә бер нисек тә байып тормайбыҙ. Алтынға ниңә баҡыр буярға? Руста мәҡәл тураһында мәҡәл бар икән, беҙҙә лә булған һүҙ түгел әле ул. Рустарҙа «самовар» булған, беҙ уны «самауыр» тип алғанбыҙ. «Горшок» «көршәк»кә әйләнгән. «Деготь» – «дегет»кә. «Арыш» – «рожь», «өҫтәл» – «стол»дан, «ҡуласа» – «коле-со»нан. Һәр нәмәнең тарихы бар. Һәр нәмәнең исеме тураһында ла уйлап ҡарарға кәрәк. Рустарҙа булмаған нәмә беҙҙә булырға мөмкин. Һәм ул шулай ҙа. Тик дөрөҫөн әйтергә кәрәк. Рустарҙа ла төрлө төрки телдәренән ингән һүҙҙәр күп.
Ә «пословица» бик боронғо рус һүҙе. Был хаҡта уларҙың мәҡәлдәре үк әйтеп тора. Был һүҙ Далдән әллә ҡасан элек булған. Даль уны «послову» тигән һүҙ эргәһенә (гнездоһына) индерә.
Пословье, пословка – присловье или поговорка, оборот речи и способ выраженья. Пословица – краткое изреченье, поученье, более в виде притчи, иносказанья, или в виде житейского приговора; пословица есть суть языка, народной речи, не сочиняется, рождается сама; это ходячий ум народа; она переходит в поговорку или простой оборот речи, а сама о себе говорит: «Пословица не даром молвится. Пословица не на ветер молвится!!!»
Кирәй журналға мәҡәлдәр тураһында мәҡәләһен килтергәндә бына шул хаҡта бәхәсләшкәйнек. Хәҙер ҙә мин үҙемде яңылышҡанмын тип иҫәпләмәйем. Тик мине Кирәйҙең тоны, һүҙҙәре ғәжәпләндерҙе. Ул миндә әллә ниндәй дошманын күрҙе. Хәҙер бына, уңайы тура килгәндә, нисек булһа ла миңә аяҡ салырға тырыша. Йәнәһе мин тәкәббер, нигилист, ә ул үҙе инде – был эштә теше сыҡҡан белгес! Уға ҡаршы минең кеүек малай-шалай һүҙ ҙә әйтергә тейеш түгел.
Ярай, ҡарап ҡарарбыҙ. Тик рефератҡа был хаҡта яҙыу ярармы икән? Бәхәсләшәһе нәмәләр байтаҡ. Йырҙар тураһында ла һүҙ әйтәһе бар.
Бына тураһын әйтһәң инде, рефераттың үтмәүе лә бар. Улар бит түрә!..

26 август.
Надя ҡайтты! Салауат ауылда ҡалған. Өйгә йән керҙе, тормош башланды. Күңелдәге бушлыҡ бөттө. Йәтим бала инәһен тапҡан кеүек булдым.
Ҡыҙыҡ. Тимәк, беҙ бер-беребеҙҙән башҡа йәшәй алмайбыҙ. Был яҡынлыҡ тик айырылып торғанда ғына беленә. Нисә ҡабат инде быға яңынан ышанырға тура килде.
Башта, нисектер, быларҙың бөтәһе лә сәйер төҫлө. Хатта бер-береңдән ятһынған кеүекһең, һуңынан – бөтәһе лә элеккесә үҙ урынына ҡайта. Тормош яңынан башлана. Мин һаҡлаған бөтә тәртип юҡҡа сыға һәм был тәртипһеҙлектә ниндәйҙер тәртип бар. Йылылыҡ тула өйгә, һәр нәмә терелә, йәшәй башлай, нурға сума.
Ләкин мин быға тиҙ генә күнегеп етмәйем шикелле. Һәр бер яңы хәрәкәткә эстән генә ҡаршы торола, ризаһыҙлыҡ белдерәһе килә. Яңғыҙлыҡ, күрәһең, кешенең бөтә кешелеген һыуыта.
Юҡ, һүҙҙәр дөрөҫ сыҡмай. Дөрөҫөрәге, был яңылыҡты яҙырға һүҙҙәрем юҡ минең.
Бергә ҡалаға сыҡтыҡ. Урамдан атлауы ла нисектер башҡаса: еңел һәм уңайһыҙ кеүек... Кис кенә бөтәһе лә үҙ урынына ултырып бөттө. Мунсаға барҙыҡ, Офицерҙар йортонда ашап сыҡтыҡ та өйгә ҡайттыҡ. Бер ҡайҙа ла бараһы килмәй. Уҡыйһы ла килмәй. Тиҙерәк бөтә донъяны онотоп бергә, бер тәнгә әйләнәһе генә килә һәм утты һүндерҙек...
Бик һағындырған. Тирлэнек, яндыҡ. Надя иҙерәп йоҡлап китте, мин утты яндырып, яңынан Далгә тотондом. Йоҡо килмәй, уҡыйһы ғына килә.
Бөтә был яңылыҡты шундай матур, шундай дөрөҫ итеп һүрәтләйһе килә. Ләкин минең һүҙҙәрем етмәй һәм был хаҡта яҙып та өйрәнелмәгән... Ғөмүмән, шатлыҡ һәм бәхет, тыныслыҡ һәм рәхәтлек тураһында беҙ яҙа ла белмәйбеҙ. Кеше ҡайғыға ғына күнеккән. Кешегә ҡайғы ғына шиғри. Был әҙәбиәттә лә, тормошта ла шулай. Ғәжәп күренеш был. Был хаҡта минең күп уйлағаным бар. Ләкин ни өсөн бының шулай булыуын һаман да төшөнөп етә алмайым. Бәхетте тойорға, күрергә генә мөмкин, ә күрһәтеү ауыр...

27 август.
Шул уҡ хистәр, шул уҡ уйҙар. Бергә ашау, бергә йөрөү, бергә йоҡлау. Тик көндөҙ генә мин бер үҙем. Надя, мин эшләһен өсөн, үҙ эштәре менән ҡалаға сығып китте. Библиотеканан «Йәш гвардия»ны алып ҡайтҡан, баҙарҙан – помидор, ә магазиндарҙа йөрөп әллә күпме «кәрәкле нәмәләр» күргән!.. Ләкин беҙҙең аҡса бик иҫәпле. Китап сыҡмайынса тороп, бер ҡайҙан да килер ере юҡ!..
Кис «Родина» театрында «Алтын симфония» тигән австрия картинаһын ҡараныҡ. Тик картинаны ҡарауҙан бигерәк билет табыу ҡыҙыҡлыраҡ булды. Билеттар һатылып бөткән. Ләкин бер картинаны күрәйем тигәс, күрмәйенсә ҡайтҡы килмәй. Һәр кешенән «артыҡ билетығыҙ юҡмы?» тип һорау алаһың. «Юҡ», тиҙәр. Шулай ярты, бер сәғәт буйы йөрөйһөң театр алдында. Был үҙе бер картинаға әйләнә! Өмөт, шатлыҡ, үкенеү, асыу килеү – бөтәһе лә кисерелә... Һәм бына – ике билет!.. Ләкин картинанан күңелдә бер ни ҙә ҡалмай.

28 август.
Ярай, рефератҡа тотонорға кәрәк. Нисек башларға? Нимәнән? Мөхтәр Сәғитов менән бергә яҙа башлаған мәҡәләне дауам итергәме, әллә бөтөнләй башҡаса яҙырғамы? Нисек яҙһаң да шул уҡ бер фекер, бер нәмә – «Йыяйыҡ башҡорт халыҡ ижадын, өйрәнәйек уны һәм үҙебеҙ ижад итәйек». Төп фекер шул. Шуны киңәйтеп, хәҙерге башҡорт фольклористикаһының торошо тураһында яҙырға кәрәк. Тәүҙә башҡорт халыҡ ижадының байлығын, күп төрлө булыуын, үҙенсәлеген, әһәмиәтен билдәләргә һәм уны йыйыуҙың, өйрәнә башлауҙың тарихына туҡталырға һәм хәҙерге эште асыҡларға, «Башҡорт халыҡ ижады»ның ике томына ҡарата ҡайһы бер фекерҙәр әйтергә һәм артабан эшләү өсөн үҙемдең тәҡдимде индерергә кәрәк. Ҡыҫҡаса план шулай тора. Ләкин ваҡыт бик аҙ ҡалды инде. Ярай, хәйерле булһын – башлайым.

26 сентябрь.
Бына бер ай инде мин бер туҡтауһыҙ фольклор менән һаташам. Башҡорт халыҡ ижады тураһында ни яҙылған – шуларҙы уҡыйым, ҡулға ни эләгә – шуларҙы аҡтарам. Китапханаларҙа, китап палатаһында иҫке каталогтарҙы, газета һәм журналдарҙы аҡтарам. Ләкин библиография, картотека эше беҙҙә ифрат насар тора икән, бөтә нәмә ташландыҡ хәлдә. Күп нәмәләр 1937 йылдан һуң юҡ ителгән, ә булғандарына бер ниндәй ҙә иғтибар юҡ. Китап палатаһында хатта газеталарҙың подшивкалары ла тулы түгел. Һуғыш ваҡытында методик кабинеттың директоры булып торған бер бәндә газета подшивкаларын урлап, һатып эскән, һәр газетаны спекулянттарҙан өсәр һумға һаттырып, тәмәке ҡағыҙы итеп яндыртҡан. Шулай итеп, был әҙәм аҡтығы тарихты яндырған!.. Хәҙер инде уларҙы башыңды ташҡа ороп илаһаң да таба алмаҫһың!.. Булһа тик Мәскәүҙә, Ленин библиотекаһында ғына булырға мөмкин. «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосының Мөхәмәтша Буранғол яҙып алған бер вариантын 1940 йылғы «Октябрь» журналынан күсереп алдым. Ә шул уҡ Буранғол тарафынан яҙып алынған икенсе бер варианты «Башҡортостан» газетаһында булған, ә уның башы шул яндырылған подшивкаларға эләккән. Был бик ҡыҙыҡлы вариант булырға тейеш. Ә Нәҡи Иҫәнбәт тарафынан яҙып алынған өсөнсө бер вариантын татарса «Коммуна» газетаһынан таптым. Ләкин был вариант бөтөнләй башҡаса, һәм ысын халыҡ эпосы булыуҙан алыҫ тора. Нәҡи Иҫәнбәт уны, Татарстанға киткәс, татар халыҡ эпосы итергә маташып ҡараған булһа кәрәк һәм бөтә эште һәләк иткән. Бының арҡаһында, Үҙәк комитеттың ҡарары буйынса башҡорт эпосы ла юҡҡа сыҡҡан. Был ҡарарҙан һуң эпостарҙы йыйыу һәм өйрәнеү эше бөтөнләй туҡтап ҡалған. Иҫ киткес ҡыҙғаныс хәл... Беҙҙең «ғалимдар» бынан һуң эпосҡа бөтөнләй ҡул һелтәгәндәр. Белмәйҙәр ҙә, күрмәйҙәр ҙә хәҙер. Белмәгәндең беләге тыныс бит. Ләкин фольклористикаға был бик ҙур зыян килтергән. Бынан тик беткә үсегеп тунды утҡа яғыу ғына килеп сыҡҡан. Кемдеңдер иҫ киткес ғәмһеҙ ҡулы менән ҡаш ҡуям тип күҙ сығарылған!
Бына бер ай инде мин шул эпостар менән һаташам. Уларға ҡағылышлы мәҡәләләрҙе аҡтарам. Ни тиклем уларҙа вульгар социология, демагогия тулып ята!..
Төп тонды бында Шәрҡи ҡарт биргән булһа кәрәк. Уға төрлө Зөлҡәрнәевтар, Мамлеевтар ҡушылған, хатта үҙенең аҡылы, фекере, халыҡ ижадын нормаль тойоуо булған Рәшит Ниғмәти ҙә ашаған табағына төкөргән! Ә Харис кеүек ҡурҡаҡ ғалимдарға был етә ҡалған – һаман да шул бер балыҡ башын сәйнәй. Бер ҡурҡҡан эт өс көн өрә, ти, ә ул ғүмер буйы өрәсәк. Үҙе лә ашамаҫ, кешегә лә ашатмаҫ.
Эпостарға бөтөнләй яңыса, эпостарҙың үҙҙәренән сығып ҡарарға кәрәк. Эпос тарих түгел, эпос геройҙарын тарихи шәхестәр менән бутарға ярамай. Тарихи шәхестәрҙе халыҡ ижадында булған герой менән бер итеп ҡарау тарихтың үҙен дә боҙоуға килтерә һәм халыҡ ижадының асылын да аңламауға йәки кире ҡағыуға килтерә.
Эпостың тыуыуы тарихи, ләкин эпостан ҡойоп ҡуйылған марксистик тарих төҙөү тарихта күрелмәгән хәл. Эпостарҙы ныҡлап өйрәнмәйенсә, уларҙың асылына, художество үҙенсәлегенә ныҡлап төшөнмәйенсә, был мәсьәләне хәл итеп булмаясаҡ.
Эпостың барлыҡҡа килеүе, уның үҫеш тарихы, уның ниндәй ерлектә, ниндәй ваҡытта тыуыуы һәм артабан ниндәй мотивтар менән үҙгәреүе һәм кемдәр ҡулынан үтеүе – бына быларҙың бөтәһен дә өйрәнергә, белергә, башҡа халыҡтарҙың эпостары менән сағыштырып, шулай уҡ бер үк эпостың бер нисә вариантын тикшереп ҡарарға кәрәк. Шунан һуң ғына дөйөм фекергә килергә мөмкин.
Башҡа республикаларҙа үҙ эпостарын өйрәнәләр, ә беҙ һаман да ҡул ҡаушырып ултырабыҙ. Ә ваҡыт үтә, үҙенекен итә, шулай итеп бик күп нәмәләрҙе беҙ юҡҡа сығарабыҙ.
Башҡа жанрҙарға ҡарата ла бик тар ҡараштан сығып киләбеҙ. Халыҡтың шундай ҙур, шундай бай, быуаттар буйына ижад иткән коллектив ижадын бер нисә кешенең монополияһына ғына тапшырып ҡуйыу мөмкин түгел. Был эшкә күмәкләп тотонорға кәрәк. Бер аҡыл яҡшы, ләкин ике аҡыл яҡшыраҡ. Ә ҡырҡ кешелә ҡырҡ төрлө аҡыл бит.
Бына бөгөн нәшриәт Кирәй Мәргәндең баҫырға тапшырған мәҡәлдәр, әйтемдәр һәм тапҡыр һүҙҙәр йыйынтығын, йыйынтыҡҡа ҡарата Баязит Бикбай менән Шакир Насыров яҙған рецензияларҙы ҡарап ултырҙым.
Йыйынтыҡты был килеш кенә сығарыу ярамаҫ ине. Рецензенттар әйткән фекерҙәр бик ҡиммәтле. Ә институттың был эште бер кешегә генә тапшырып ҡуйыуы ҡыҙғанысыраҡ.
Әлбиттә, бер кеше лә байтаҡ эш эшләргә мөмкин, кәрәкле генә фекерҙәр ҙә әйтергә мөмкин. Ләкин төҙөүсе лә, әҙерләүсе лә, редакторлаусы ла бер кеше булһа, йыйынтыҡты асып ебәргән мәҡәләне лә шул уҡ кеше яҙһа, был, әлбиттә, бер яҡлыраҡ килеп сыға.
Быны мин үҙем өсөн (хәҙергә) ныҡлап асыҡларға булдым.
Тәүҙә Кирәйҙең мәҡәләһе тураһында. Мәҡәләһен ул «Тапҡыр һүҙҙәр, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр хаҡында бер нисә һүҙ» тип атай. Хатта бына шул мәҡәләнең исемендә генә лә уйлап еткермәү бар. Йыйынтыҡ үҙе лә «Башҡорт телендә тапҡыр һүҙҙәр, мәҡәлдәр һәй әйтемдәр» тип атала. Был дөрөҫ түгел, минеңсә. Сөнки мәҡәлдәр йыйынтығы – һүҙлек түгел. Был исемде фольклорист түгел, лингвист ҡына ҡуйыр ине. Бында төп иғтибар мәҡәлдәргә бирелергә тейеш.
Мәҡәләнең башланып китеүе лә бик тоҡон ғына. Минеңсә, иң тәүҙә мәҡәлгә жанр булыу яғынан фәнни төшөнсә бирергә кәрәк ине. Нимә һуң ул мәҡәл? Бына шул һорауға яуап табаһы килә. Ә Кирәй тота ла һәр кемгә билдәле булған дөйөм хәҡиҡәтте әйтә: 1) «Мәҡәлдәр – халыҡ телендә быуаттан-быуатҡа күсеп килгән гүзәл хазиналарҙың береһе булып торалар». БыЛ асыҡ ишекте асыуҙан башлау кеүек. 2) «Тулы бер мәғәнә аңлатҡан фекерҙе йыйнаҡ, оҫта, тапҡыр итеп әйтеп биргән һәм телдән-телгә күсә килә шымара-шымара художество яҡтан теүәлләнгән афористик фразалар булып ойошҡан мәҡәлдәрҙә халыҡ үҙенең быуаттар буйына һуҙылған тормош тәжрибәһен, яҡшы идеалға булған ынтылышын сағылдыра». Бына һиңә һөйләм! Әллә ниндәй тавтология был.
Беренсе һөйләмгә бер ниндәй ҙә логик бәйләнеш юҡ. Бер атыуҙа ике ҡуянды үлтерә Кирәй Мәргән! Унан һуң һүҙҙәр, бүрек өҫтөнә бүрек кейгән кеүек, ҡат-ҡат эпитеттар менән өйөлгән. Һәм автор һөйләменең аҙағын уйлап та бөтөрмәгән:«Яҡшы идеал», ти. Идеал насар буламы һуң инде? Идеал бит үҙе үк иң яҡшы, яҡшының яҡшыһы, иң юғары камиллыҡ (совершенство) тигән һүҙ? Һәм өсөнсө һөйләм «Бөйөк яҙыусы А. М. Горький әйткәнсә, мәҡәлдәр «хеҙмәтсән халыҡтың тормош һәм социаль-тарихи тәжрибәһен өлгөлө рәүештә формалаштыралар» – бик хөрт тәржемә һөйләме.
Беренсе абзацты ғына шулай тикшереп ҡараһаң да әллә күпме мәғәнәһеҙлек! Икенсе абзац та шул уҡ стиль менән башланып китә: «Ғәҙәттә мәҡәлдәр тормошта осрай торған күренештәрҙе күҙәтеү йомғағы булып, ошо күренештәргә ҡарата кешеләрҙең аңында тыуған фекер һөҙөмтәһе булып барлыҡҡа киләләр». Әйтерһең, фекер кешеләрҙең аңында тыумай, башҡа ерендә тыуа!
Беҙҙең ғалимдарҙың яҙғанын уҡып ҡараһаң, иҫ китә: әйтерһең, улар үҙ баштары менән уйламай, әҙер формулалар, әҙер һүҙҙәр менән «уйлайҙар», бөтә фекерҙе шулай «ғәҙәттә»ге бер өлгөгә һалып, «өлгөлө рәүештә формалаштыралар». Ентекләберәк ҡараһаң, һәр юлда тавтология тулып ята.
Ҡыҙғаныс бер фекер фәҡирлеге был. Ә үҙҙәре шундай һауалы, шундай «күпте белгән» булып, «ғәҙәттә» тип кенә ебәргән булалар!..
Артабан мәҡәлдәрҙең тематикаһын, материалын аңлатыу китә. Бөтәһе лә дөрөҫ, бөтәһе лә үҙ урынында. Сөнки был турала күп яҙылған, был турала мәктәп балаһы ла белә.
Ләкин бына мин аҡса мәсьәләһен аңламайым. Аҡсаның килеп инеүе «Башҡортостан ерлегендә» капитализмдың, «капиталистик мөнәсәбәттәрҙең килеп инеүе һәм киңәйеүе» була аламы һуң?
Археологик ҡаҙылмаларға ҡарағанда, аҡса Башҡортостан еренә бик боронғо замандарҙа уҡ килеп ингән, ете ырыу ваҡыттарында ла аҡса булған, ләкин мин тирмәләр эсенә капиталистик мөнәсәбәттәр килеп инеүен төшөнөп етмәйем. Башҡортостан ерен талаған хандарҙың да аҡсаһы булған, ләкин улар капиталист булғанмы ни?
Бик күп халыҡтар, тарихта билдәле булыуынса, капитализмды, капиталистик мөнәсәбәттәрҙе ситләтеп үткәндәр. Хатта Россияға ла капитализм бик һуңлап инә бит.
Бына был мәсьәләне Кирәй нисектер аҡса аша ғына хәл итә: «Капитализм шарттарында аҡсаның көсөн һәм тотҡан урынын һәм шул арҡала халыҡтың тормошо тағы ла ауырлаша барыуын күрһәткән мәҡәлдәр тыуа. Был тәңгәлдә «Аҡсаны аҡса таба», «Аҡса таш аҫтында, таш аждаһа башы аҫтында» кеүек мәҡәлдәрҙе күрһәтергә мөмкин», тип яҙа ул һәм шул миҫалдар аша ғына Башҡортостан ерлегендә килеп тыуған «капиталистик мөнәсәбәттәрҙе» күрә.
Әбей батша һүрәте төшөрөлгән тәңкәләрҙе таҡҡан апайҙарҙың, килендәрҙең сәс толомона ла шулай капитализм сәсмәү булып үрелде микән ни? Йылҡы, һарыҡ көткән башҡорт ағайҙары пролетариат булдымы икән ни?
Бына был мәсьәлә бик еңел генә сиселә, һәм нисектер күңел ышанып етмәй.
Бәлки, миңә диалектика етешмәйҙер? Бәлки, патриархаль ырыу тормошонда ла капиталистик мөнәсәбәт булғанлығын күреп етмәйемдер мин?..
Тағын да бер томанлыраҡ мәсьәлә.
«Өҫтөнлөк итеүсе синыф вәкилдәре халыҡты ҡыҫып ҡоллоҡта, ҡараңғылыҡта тотоу һәм халыҡтың аңын томалау маҡсатында, халыҡ ижадын үҙенең синфи теләгенә ҡулайлаштырырға тырышалар. Мәҡәл һәм әйтем кеүек хәрәкәтсән ижад төрөнә лә йоғонто яһамай ҡалмайҙар. Шул юл менән мәҡәлдәргә халыҡты пассивлыҡҡа өндәү идеяларын сағылдырған мотивтар ҙа килеп инә. «Ашау – байҙан, үлем – хоҙайҙан», «Түрә барҙа түргә уҙма», «Ҡоро ҡалаҡ ауыҙ йырта», «Яҙмыштан уҙмыш юҡ», «Эйелгән башты ҡылыс сапмай», «Ырыуына күрә йолаһы, саҙаҡаһына күрә доғаһы» һәм башҡа шундай типтағы мәҡәлдәр, ана шул рәүешсә, халыҡ аңына иҙеүсе синыф тарафынан индерелгән күренештәр, иҫкергән йолаларҙы һәм кеше аңындағы иҫке ҡалдыҡтарҙы сағылдырған күренештәр булып торалар».
Эйе, килтерелгән миҫалдарҙың бөтәһе лә был фекергә ярашлы булып бөтмәһәләр ҙә, был фекер үҙе дөрөҫ.
«Ләкин был күренештәр халыҡ ижадында, ғөмүмән осраҡлы булған кеүек, мәҡәлдәрҙә лә, халыҡ йөрәге өсөн ят булған, халыҡ аңына ситтән килеп ингән яһалма, зарарлы ҡатлам булып торалар. Шуның өсөн дә халыҡ үҙе үк ул күренештәргә ҡаршы сыға һәм был хәл мәҡәлдәрҙең үҙендә үк сағыла. Халыҡ: «Байлыҡ – байлыҡ түгел, берлек – байлыҡ» тигән һөҙөмтә сығара».
Был фекер ҙә дөрөҫ! Тик был фекерҙе ҡәүәтләү өсөн килтерелгән миҫалдар нисектер мәҡәл булып бөтмәгәндәр. Был миҫалдарҙы ла бер нисек тә реакцион идеялы, халыҡ фекеренә көсләп тағылған мәҡәлдәргә ҡаршы торорлоҡ, протест мәҡәлдәре тип булмай. Мәҫәлән: «Пассивлыҡҡа өндәүгә буйһоноу идеяларына ҡаршы» халыҡ мәҡәлдәре итеп килтерелгән: «Дошманды ҡуй тип уйлама, ул – бүре», «Дуҫтан дошманды айыра бел», «Йыландың ағы ла йылан, ҡараһы ла йылан», «Йылан менән дуҫ булһаң, ағыуланырһың», «Йыландың ҡойроғона баҫма, башына баҫ» тигән мәҡәлдәрҙе бер нисек тә тапҡыр һәм мәғәнәле мәҡәлдәр тип булмай. Былар «яҙ булһа, ҡар ирей», «Басня яҙһаң, мораль ҡуй» тигән кеүек бик зәғиф мәҡәлдәр. Уларҙы автор ҡайҙан алғандыр – билгеһеҙ. Әгәр үҙең уйлап сығараһың икән, исмаһам ул афоризм һымағыраҡ тапҡырыраҡ булһын ине! Ә бындай бик йомшаҡ ҡына, мәғәнә яғына бик самалы булған басня моралдәренән мәҡәл яһауҙың халыҡ ижады менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ кеүек. Был «тейһә – тейенгә, теймәһә ботаҡҡа» тоҫҡау ғына. Ә автор уларҙы халыҡ мәҡәлдәре итеп, халыҡ бына шундай «активлыҡҡа, хәрәкәткә өндәүсе тәрән мәғәнәле мәҡәлдәр ижад итә һәм халыҡты уяу булырға, ысын дошманды күрә белергә, дошмандарға ҡаршы актив хәрәкәт итергә саҡыра», тип раҫлай, һәм был раҫлау һауала аҫылынып ҡала. Сөнки фекерҙе миҫалдар менән раҫлау юҡ. Минеңсә, был бик кәрәк ине.
Унан һуң беҙ халыҡ аңын артыҡ идеялаштырып та ҡуябыҙ кеүек. Әйтерһең дә, халыҡ аңына төрлө ваҡыттағы төрлө тарихи шарттарҙа ла һәр саҡ иң революцион идеялар ғына хас булған! Халыҡ аңының төрлө дәүер өсөн төрлө баҫҡыстары бар икәнлеген оноторға ярамай. Халыҡ аңының да, бөтә ижтимағи фекерҙең дә үҙ тарихы, үҫеш тарихы бар бит. Һәм мәҡәлдәрҙәге фекер ҡаршылығы синфи ҡаршылыҡтарҙа ғына түгел, ә халыҡтың үҙ аңындағы ҡаршылыҡтарҙан да килә. Был ҡаршылыҡ, берҙән, халыҡ аңына хакимлыҡ итеүсе синыфтарҙың быуаттар буйы дин-шәриғәт аша һәм башҡа төрлө юлдар менән баҫым яһап үткәрелһә, икенсенән, был ҡаршылыҡ уның үҙ аңының әле үҫеп етмәгән булыуынан да, ҡараңғылыҡта, ҡыҫынҡылыҡта йәшәүҙән дә, крәҫтиән тормошоноң бер урында ҡатып ҡалыуынан да һәм бөтә йәмғиәт тормошоноң оҙаҡ ваҡыттар буйы ҡанунлашып ҡатҡан ижтимағи мөнәсәбәттәрҙән дә килеп тыуған.
Унан һуң мәҡәлдәрҙең авторы халыҡ массаларының иң күп өлөшө булған крәҫтиәндәр икәнен дә оноторға ярамай. Ә крәҫтиән аңының бөйөк Толстой әҫәрҙәрендә һәм Толстойҙың донъяға ҡарашында сағылған ҡаршылыҡтарҙы беҙгә Ленин үҙенең Толстой тураһындағы мәҡәләләрендә бик яҡшы аңлатып биргәйне инде.
Фольклористар хәҙер был моментты иғтибарға алып еткермәйҙәр. Һәм шунлыҡтан мәсьәләнең был яғы һис тә өйрәнелмәй. Фольклорҙы йыйғанда был айырыуса әһәмиәтле момент. Әгәр ҙә беҙ халыҡ ижадында халыҡ тормошон бөтә яҡтан күрергә теләһәк, халыҡ аңындағы ҡаршылыҡтарҙы ла күрә белергә тейешбеҙ. Ә беҙ һәр саҡ йөҙ процентлы хәҙерге идеяны ғына күрергә тырышабыҙ. Был момент эпостарҙы, шулай уҡ халыҡ ижадының башҡа төр жанрҙарын өйрәнеүгә лә зыян итә. Әйтәйек, хан заманындағы халыҡ аңынан беҙ бөгөнгө пролетариат аңын, коммунистик аңды талап итһәк, эпостарҙан беҙгә үҙ аңыбыҙҙы табыу ҡыйын буласаҡ. Эпостағы халыҡсанлыҡ шул ваҡыттағы һәм унан һуң үҙгәрә, үҫә килгән халыҡ аңының сағылышы менән билдәләнә булһа кәрәк? Беҙ Пушкиндан да социалистик реализм әҙәбиәтендәге халыҡсанлыҡты талап итә алмайбыҙ. Пушкин беҙгә үҙ ваҡытындағы халыҡсанлығы менән ҡиммәт. Һәр бер төшөнсә тарихи һәм халыҡсанлыҡ проблемаһы тигән төшөнсә лә тарихи. Дворяндар әҙәбиәте уны үҙенсә аңлаған, разночинецтар уны артабан үҫтергәндәр, ә беҙ үҙебеҙсә ҡарайбыҙ уға. Һәр дәүерҙең, һәр осорҙоң үҙенең сағыштырмаса өҫтөнлөгө һәм тарихи сикләнгәнлеге бар.
Мәҡәлдәрҙә шулар юҡмы ни? Минеңсә, «халыҡта булған бөтә нәмә лә халыҡсан түгел», тигән фекерҙе иҫтә тотоп, халыҡта булған бөтә нәмәне лә өйрәнеү өсөн, заманды, халыҡтың үткән тормошон һәм тарихын наҡлап өйрәнеү өсөн, халыҡ телендәге бөтә нәмәне йыйып алыу мотлаҡ. Йыйыу, өйрәнеү – бер эш, ә халыҡҡа уның иң яҡшы үрнәктәрен, халыҡ ижадының иң матур ҡомартҡыларын ҡайтарып биреү — икенсе эш. Шуның өсөн мин халыҡта булған бөтә нәмәне һайламай йыйып алыу һәм һайлап сығарыу кәрәк тигән фекерҙәмен. Алтынды рудаһы менән эҙләргә кәрәк.

27 сентябрь.
Һаман да – мәҡәлдәр!
Артабан мәҡәлдәрҙе йыйыу эше тураһында. Был эш ун туғыҙынсы быуаттың уртаһында башлана. Быға тиклем мәҡәлдәрҙең шәжәрәләрҙә яҙып ҡалдырылыуын Кирәй дөрөҫ әйтә: «Башҡорт халҡының яҙма әҙәбиәте тарихында гүзәл ҡомартҡы булып торған шәжәрәләр янында тәбиғәт күренештәрен күҙәтеү, малсылыҡ һәм игенселек эшенә бәйләнгән кәңәштәрҙе, тормош көтөү өсөн кәрәкле өгөт-нәсихәт бирә торған тапҡыр һүҙҙәрҙе, мәҡәлдәрҙе осратырға мөмкин. «Ай башында аяҙ булһа, ай буйы аяҙ була», «Ай кәртәләнһә, көн йонсоу була», «Ай кәртәләнһә, аяғыңды нығыт, көн ҡолаҡланһа, ҡолаҡсыныңды нығыт» кеүек мәҡәлдәрҙе башҡорт шәжәрәләренең исемһеҙ авторҙары яҙып ҡалдырғандар».
Ә башҡорт мәҡәлдәре баҫылған беренсе китап Ырымбурҙа Неплюев исемендәге башҡорт балалары өсөн асылған кадетский корпуста ғәрәп һәм фарсы телдәре уҡытыусыһы коллежский советник Сәлихйән Кукляшев тарафынан сығарылған. 1859 йылда Ҡазан университеты типографияһында баҫылған «Татарская хрестоматия» тип аталған был китапта күп кенә башҡорт мәҡәлдәре урынлаштырыла.
Шул уҡ типтағы китапты шул уҡ типографияла шул уҡ кадетский корпус уҡытыусыһы генерал Бикчурин Мирсәлих тигән бер мәғрифәтсе 1869 йылда баҫтырып сығара. (М. Бикчурин. «Начальное руководство к изучению арабского, персидского и татарского языков с наречиями бухарцев, башкир, киргизов и жителей Туркестана». Казань, 1869.)
Был китаптарҙағы материалдар төрки телендә бирелгән. «Ләкин башҡорт халыҡ ижады менән эш иткәндә, авторҙар фразеологик әйтелештәрҙең һәм мәҡәлдәрҙең тәбиғи хәлен, тел үҙенсәлектәрен һаҡларға тырышҡандар». Әлбиттә, китап теле йоғонтоһо юҡ түгел: «Зәр ҡәҙерен зәркән белер», «Заман башҡа, заң башҡа», «Атайым йорто һаламдыр – һарай булып күренә, ҡайным йорто ҡабыҡтыр – тамуҡ булып күренә» кеүек мәҡәлдәр ҙә бар.
Мәҡәлдәр дини-реакцион китаптарҙа ла үҙгәртелеп баҫылалар. Ләкин Кирәй быларҙың миҫалдарын килтермәй. Ә быны тикшереү бик ҡыҙыҡ булыр ине. Нисек һуң төрлө реакцион әҙәбиәт вәкилдәре халыҡ аҡылының тәьҫирле көсөн үҙҙәренсә файҙаланалар? Нисек уны үҙ идеялары менән буяғандар? Был бик ҡыҙыҡ бит? Ләкин беҙ быны өйрәнмәйбеҙ. «Бындай юл менән донъяға сыҡҡан мәҡәлдәрҙе тормош үҙе кире ҡаҡты. Халыҡ уларҙы үҙ ижады итеп ҡабул итмәне», – ти Кирәй. Ләкин бындай мәҡәлдәрҙе әле лә халыҡ араһында осратырға мөмкин. Тимәк, улар ҙа иғтибарға лайыҡлы. Белергә кәрәк: нимәһе менән һуң улар һаман да йәшәп килә? Уларҙы белмәй тороп, уларға ҡаршы көрәшеү ҡыйыныраҡ. Ә беҙҙең тормошта улар менән көрәшәһе бар бит әле. Быны мин үҙем күреп-ишетеп беләм.
Артабан, XIX быуат аҙаҡтарында башҡорт мәҡәлдәренең рус телендә баҫылып сыға башлауы тураһында. Был өлкәлә шағир һәм мәғрифәтсе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев менән Мөхәммәтғәлим Ҡыуатовтың эшмәкәрлеге ҙур булған.

  1. М. Өмөтбаев. Приметы, поверья, поговорки и изреченья магометан Уфимской губернии. (Справочная книга Уфимской губернии. Уфа, 1883.) 2. М. Ҡыуатов. Башкирские пословицы. (Известия Оренбургского отдела русского географического общества. Выпуск 6, Оренбург, 1895.)
    Улар башҡорт мәҡәлдәрен руссаға тәржемә итеп һәм рус графикаһы менән башҡорт телендә (Ҡыуатов) баҫтырып сығарғандар. Икеһе лә башҡорт мәҡәлдәренең үҙенсәлеген ныҡ һаҡларға тырышҡандар. «Был яҡтан уларҙың халыҡ ижадына булған ҡарашын һәм мөнәсәбәтен өлгө итеп ҡуйырға мөмкин», – ти Кирәй. Бына был сифат Кирәйҙең үҙендә етешмәйерәк кеүек.
    Революцияға тиклем башҡорт мәҡәлдәрен М. Ғафури, Ш. Бабич, С. Ҡудаш, Ф. Туйкин, 3. Өммәти кеүек яҙыусылар ҙа йыйып өйрәнгәндәр, тик уларҙы баҫтырып сығара алмағандар.
    Революциянан һуң был эш ғилми ойошмалар ҡулына күсә. Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте башлап ебәргән был эште артабан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты дауам итә. Һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күп кенә байлыҡты туплаған фонд барлыҡҡа килә.
    1923 йылда башҡорт мәҡәлдәренең Ғ. Вилданов, X. Ғәбитов тарафынан төҙөлгән айырым йыйынтығы баҫып сығарыла. («Боронғоларҙың һүҙҙәре». Өфө, 1923.) һәм юғары баһалана.
    Н. К. Дмитриев был тәүге китап тураһында «Книгоноша» журналында рецензия яҙа һәм ул йылдарҙа тыуып килгән башҡорт фольклористикаһы өсөн уның әһәмиәтен, ҡиммәтен билдәләй. Шул уҡ йылда был китап кесерәк күләмдә баҫып сығарыла, ә 1924 йылда Мәскәүҙә СССР халыҡтарының үҙәк нәшриәтендә баҫылып сыға.
    Кирәй әйтеүе буйынса, «диалектизм һәм натурализм элементтары» булыуға ҡарамаҫтан, был китаптарҙың өсөһө лә «нигеҙҙә башҡорт мәҡәлдәренең нәфислеген, халыҡса тәбиғи әйтелешен» һаҡлаған йыйынтыҡтар.
    1936 йылда Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты тарафынан «Башҡорт мәҡәлдәре» тигән йыйынтыҡ сығарыла. (Төҙөүсеһе Ғ. Амантай.) Был хеҙмәт быға тиклем сыҡҡандарҙан «иң ҙурыһы һәм күләмлеһе тип әйтергә мөмкин». Унда бөтәһе меңдән артыҡ мәҡәл урынлаштырылған. Беренсе ҡабат мәҡәлдәрҙе ғилми классификациялау, тематик яҡтан айырым бүлектәргә төркөмләп урынлаштырыу яғынан да был китап ғилми әһәмиәткә эйә булып тора. Баш һүҙ урынында «Башҡорт мәҡәлдәре тураһында» Ғ. Амантай мәҡәләһе бирелеп, мәҡәлдәрҙең тарихи-социаль ерлеге һәм ҡайһы бер художество үҙенсәлеге хаҡында ҡайһы бер әһәмиәтле күҙәтеүҙәр һәм фекерҙәр әйтелә.
    Быларҙан башҡа егерменсе һәм утыҙынсы йылдарҙа – Бөйөк Ватан һуғышына тиклем – газета һәм журнал биттәрендә ваҡыты-ваҡыты менән мәҡәлдәр йыйып баҫыла һәм халыҡ телендә йөрөгән тапҡыр һүҙҙәр, мәҡәл һәм әйтемдәр тураһында ғилми-популяр күҙәтеүҙәр урынлаштырыла (Ғ. Амантай, Ә. Харис, Ә. Усманов, Ғ. Әмири, Ғ. Идрис һәм башҡалар).
    Артабан Кирәй яңы мәҡәлдәргә күсә. «Антты бирә лә бел, үтәй ҙә бел», «Илдекен урлаған ҡазаға эләгер, ҡазаға эләкмәһә, язаға эләгер», «Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк», «Эшләмәһәң эш көнө, ни ашарһың ҡыш көнө?», «Колхозың алда булһа, ауыҙың балда булыр», «Байлығы булған келәткә ҡар ҡуна алмаҫ, колхозың туҡ булһа, нужа килә алмаҫ» (был да мәҡәл микән ни?..), «Ялҡауға эш ҡушһаң, ғариза килтерер», «Байрамда айран эскән, эшкә иҫереп килгән», «Иҫәпһеҙ колхоз – ишекһеҙ йорт», «Быҙау һайын бухгалтер, һарыҡ һайын секретарь».
    «Тапҡыр һүҙҙәр, мәҡәлдәрҙә Башҡортостан ерлегендә барлыҡҡа килгән хужалыҡ, промышленность үҫеше һәм шул нигеҙҙә килеп тыуған яңы мөнәсәбәттәр ҙә сағыла. Был яҡлап шул уҡ газета һәм журнал биттәрендә күренгән: «Туҡтатма фонтанды, бәрһен әйҙә!», «Нефть – лоторей түгел: өлөшкә сыҡмай, эшкә сыға». Быларҙың тапҡырлығы бик самалы, әлбиттә. Ярай әле «һ. б» бар!.. 1944 йылда (Әхнәф Кирәй) Мәргәндең үҙе йыйған «Һуғыш фольклоры» сыҡты. Ярайһы ғына йыйынтыҡ. Китаптың йөкмәткеһенән бигерәк уның йыйылыу факты ҡиммәтерәк, әлбиттә.
    Ләкин бына Кирәйҙең: «Һуғыштан һуңғы осорҙа халыҡ ижадын баҫтырып сығарыу эше киң ҡолас алып китте», тип белдереүе ғәжәберәк. Был раҫлау дөрөҫлөктән бик йыраҡ тора. Бушҡа ҡыуыҡ осороу ғына был! Хәҙер инде һуғыштан һуң 13 йыл үтеп китте. Ә революция булғанға 40 йыл тулды. Шуның 20 йылын беҙ әҙәбиәттә лә, фольклористикала ла «халыҡ дошмандарын» әрләп уҙҙырҙыҡ. Ә улар тарафынан һәм революцияға тиклем 1812 йылдан башлап рус ғалимдары, сәйәхәтселәре һәм рус музыка белгестәре тарафынан, шулай уҡ бик күп яҙыусылар, шағирҙар, әҙәбиәтселәр һәм халыҡ ижадын һөйөүселәр менән телселәр тарафынан йыйылған бай материалды һаман да әле ярты-йорто өс том итеп булһа ла сығарып бөткәнебеҙ юҡ. СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан әҙерләнгән «Башҡорт халыҡ ижады» китабының I томы сығыуға 4 йыл, ә III томы сығыуға 3 йыл үтте инде. Ә II том һаман да юҡ.
    Ләкин был баҫылып сыҡҡдн томдар ҙа әле башҡорт халыҡ ижадының күп төрлө жанрҙарын тулы, теүәл итеп биреп еткермәйҙәр. Был баҫмалағы томдар академик баҫма булыуҙы дәғүә итһәләр ҙә, улар ысын академик баҫма була алмайҙар әле.
    Был хаҡта аҙағыраҡ яҙырмын. Әле мәҡәлдәр тураһында ғына фекер йөрөтөп ҡарарға кәрәк.
    «Был күләмле эштең беренсе томында (Ә. Харисов редакцияһында) һәм башҡорт халҡының совет осорондағы ижадына арналған өсөнсө томда (К. Мәргәндең үҙ редакцияһында) тапҡыр һүҙ, мәҡәлдәр һәм әйтемдәргә лә киң урын бирелә», – ти Кирәй.
    Минеңсә был да дөрөҫ түгел. Мәҡәлдәр бында башҡа жанрҙарға өҫтәмә (приложение) кеүек кенә итеп бирелә. I томда бирелгән мәҡәлдәр 550-нән дә артмай, ә III томда ни барлығы 200-ләп кенә мәҡәл бирелгән. Һәм был мәҡәлдәрҙең дә күбеһе элек баҫып сығарылған мәҡәлдәрҙе ҡабатлау булып тора. Унан һуң был томдарҙағы мәҡәлдәргә ҡарағас, шундай уй тыуа: мәҡәлдәрҙе былай алфавит тәртибендә теҙеп сығарыуҙан ни мәғәнә? Был формализм ғына бит. Был методты әле Владимир Даль бынан йөҙ йыл элек үк тәнҡит итеп сыҡҡайны (Мәҡәл йыйынтыҡтары тураһында): «Обычно сборники эти издаются в азбучном порядке, по начальной букве пословицы. Этот способ самый отчаянный, придуманный потому, что не за что более ухватиться! Изречения нанизываются без всякого смысла и связи, по одной случайной и при том нередко изменчивой внешности. Читать такой книги нельзя: ум наш дробится и утомляется на первой странице пестротой и бессвязностью каждой строки; приискать, что понадобилось, нельзя; видеть, что говорит народ о той либо другой стороне житейского быта, нельзя; сделать какой-нибудь свод и вывод, общее заключение о духовной и нравственной особенности народа, о житейских отношениях его, высказавшихся в пословицах и поговорках, нельзя; относящиеся к одному и тому же делу, однородные, неразлучные по смыслу пословицы разнесены далеко врознь, а самые разнородные поставлены подряд...»
    «Словом, азбучный сборник может служить разве для одной только забавы; чтобы, заглянув в него, поискать, есть ли в нем пословица, которая мне взбрела на ум, или она пропущена... Но пословицу, которую я уже знаю, мне и отыскивать не для чего...» (Вл. Даль. «Пословицы русского народа», «Напутное», 26–27 стр.)
    Был бик аҡыллы фекерҙе бөтә мәҡәл йыйыусылар ҙа иҫтә тоторға тейеш. Сөнки беҙ мәҡәлдәрҙә халыҡтың ысын тарихын, тормошон, көрәшен, һәр бер нәмәгә уның мөнәсәбәтен, һәр бер күренешкә уның ҡарашын күрергә теләйбеҙ бит.
    Унан һуң мәҡәлдәрҙе дәүерҙәргә (революцияға тиклемге һәм унан һуңғы осорға) бүлеп йөрөтөү ҙә бик формаль ҡараш. Был мәҡәлдәрҙең тыуыуы, барлыҡҡа килеүе, үҫеү һәм үҙгәреүе, быуаттар буйынса үткерләнә, шымара һәм камиллаша килеү үҙенсәлеге менән иҫәпләшмәү тигән һүҙ. Әйтерһең, революциянан һуң үҙенә бер башҡа яңы мәҡәлдәр осоро башланған! Ә халыҡ телендә бит мәҡәлдәр яңыларын тыуҙыра, яңылары иҫкеләр ҡалыбында барлыҡҡа килә. Һүҙҙән һүҙ сыға бит инде! Мәҡәлдәрҙең тәбиғәте тураһында рус мәҡәлдәрендә бик яҡшы әйтелгән: «Пословица плодуща и живуща», «Хороша пословица в лад да в масть», «Старая пословица век не сломится».
    Ә мәҡәл тураһында башҡорт мәҡәлдәре бармы? Бына был мәсьәлә миңә бәхәслерәк тойола. Әлбиттә, тура һүҙ, тапҡыр һөйләү, ғөмүмән, ауыҙ-тел, сәсәндәр тураһында күп мәҡәлдәр бар. Мәҫәлән, «Тура һүҙ күҙ сығара», «Тура әйткән туғанына ярамаған», «Тура һүҙгә йән фиҙа», «Тел ҡылыстан үткер», «Тән яраһы төҙәлер, тел яраһы төҙәлмәҫ», «Ҡырын ултыр, тура һөйлә», «Һөйләй-һөйләй сәсән булырһың, йөрөй-йөрөй күсәм булырһың», «Һүҙең көмөш булһа ла, өндәшмәүең алтын», «Һөйләй белмәгән һуғып ҡасыр», «Һүҙең үлгәнсе үҙең үл», «Һүҙ – сәпсек, ысҡындырһаң – тотолмаҫ», «Һүҙенә күрә яуабы, саҙаҡаһына күрә сауабы», «Һөйҙөргән дә тел, биҙҙергән дә тел», «Һүҙ артынан һүҙ сыға, күп һөйләһәң күҙ сыға», «Һүҙҙе әйтмә, әйтһәң – һатма», «Әйткән һүҙ – атҡан уҡ», «Һүҙҙең башынан элек төбөн уйла», «Уйнап һөйләшһәң дә, уйлап һөйләш», «Бер олоноҡон, бер кесенекен тыңла», «Сәсән дауҙа, батыр яуҙа һыналыр», «Оҫта барҙа – ҡулың тый, сәсән барҙа – телең тый», «Сәсәндең һүҙе уртаҡ, һөнәрсенең ҡулы уртаҡ», «Сәсәнмен тип кем әйтмәй – дау килгәндә өнө юҡ, батырмын тип кем әйтмәй – яу килгәндә йүне юҡ», «Оло һүҙен тотмаған – оронған да бәренгән, оло һүҙен тыңлаған — ҡырын ятып йырлаған», «Оло һүҙен тыңламаған мәңге рәхәт күрмәгән» һ. б. шундай бик күп мәҡәлдәр табырға мөмкин. Ләкин бына мәҡәл тураһында мәҡәлдәрҙең халыҡ араһында ишетелгәне юҡ. «Мәҡәл» тигән һүҙҙең үҙен дә тик китап менән эш иткән кешеләр һәм йәштәрҙән, интеллигенция араһында ғына ишетергә мөмкин. Ә ҡарттар ул һүҙҙе ҡулланмайҙар ҙа. Ҡулланһалар ҙа бөтөнләй икенсе мәғәнәлә (боронғо берәй тарихты һөйләү, ғибрәтле берәй кинәйәле хикәйә, көләмәс һөйләү мәғәнәһендәрәк, күберәк дини нәмәләр тураһында һөйләгәндә) ҡулланалар. Сөнки «мәҡәл» һүҙе беҙҙең һүҙ түгел, беҙгә китап теле, татар әҙәбиәте аша ингән ғәрәп һүҙе. Халыҡта ул һүҙ элек бөтөнләй ҡулланылмаған булырға тейеш. Халыҡ ижадының үҙендә «мәҡәл» һүҙен осратып та булмай. Ул беҙгә китап теле аша һуңыраҡ ингән. Шунлыҡтан, «мәҡәл» һүҙенә мәҡәл дә юҡ тиерлек. Сөнки мәҡәлдәрҙең күпселек өлөшө бик боронғо ваҡыттарҙа тыуған һәм быуаттар буйынса эшләнә, юныла, ҡойола килгән. Шуның өсөн дә беҙҙә мәҡәлде «боронғолар һүҙе», «ололар һүҙе», «ҡара (ҡара-иҫке) һүҙ», «аҡыллылар һүҙе», «ҡарттар һүҙе» тип йөрөтәләр. Бының менән мин, әлбиттә, «мәҡәл» һүҙен кире ҡағырға теләмәйем – был бик уңайлы, был жанр төшөнсәһенә бик тап килә торған атама. Ләкин был атаманың халыҡ аңында нисек йәшәүен дә иҫкә алырға кәрәк. «Мәҡәл» һүҙенең этимологияһын да (килеп сығыу тарихын да) күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Ә беҙҙә бына шундай терминдар – атамалар мәсьәләһендә йыш ҡына буталсыҡтар килеп сыға. Шул уҡ буталсыҡ «әйтем» атамаһында ла йәшәп килә.
    • Нәмә ул «әйтем»? Кирәй хәҙер был атаманы башҡаса аңлата, ләкин аңлатып еткермәй (минеңсә, был мәсьәләлә бик уйлап эш итергә кәрәк, ҡаш ҡуям тип, күҙ сығарыу килеп сыҡмаһын ине). «Поговорка» мәғәнәһендә булған «әйтем» атамаһы тураһында ла уйлап ҡарарға кәрәк. Сөнки башҡа телдән алған, йәки руссанан һүҙмә-һүҙ тәржемә итеп алған (калька) атамалар, йәки ул атаманы туранан-тура күсереү башҡа ерлектә тыуған телдең һәм шул телдәге халыҡ ижадының үҙ тәбиғәтенә, уның үҙенсәлектәренә ярашлы булып бөтмәй. Был бик яһалма килеп сыға. Ә беҙ хатта бына мәҡәлдәрҙе лә яһайбыҙ, тәржемә итәбеҙ һәм үҙебеҙ уйлап сығарабыҙ. Уйлап сығарырға, ижад итергә, афоризмдар әйтергә һәр кемдең хаҡы бар, әлбиттә. Ләкин уны үҙ ижадыңда файҙаланырға, үҙ исемеңдән әйтергә кәрәк. Ә халыҡ ижадына быны бәйләргә, көсләп тағырға кәрәкмәй. Был халыҡ ижадын байытыу түгел, ә боҙоу, фальсификациялау ғына. Һәм халыҡ ижады бер ҙә быға мохтаж түгел. Ләкин бына Кирәй булмаған мәҡәлдәрҙе лә халыҡ ижады итергә тырыша: «Туҡтатма фонтанды, бәрһен әйҙә», – ти. Ләкин мәҡәл бындай мәғәнәһеҙ булмай. «Мәҡәл аҡыллы баштан сыға», – ти Кирәй. Ләкин был да мәҡәл түгел, сөнки мәҡәл йүләр баштан сыҡмай икәнен һәр кем белә. «Һүҙ башы – мәҡәлдә» тигәнгә лә ышанып булмай. Ә «Һүҙ сәнғәтенең башы – фольклорҙа» тигән Горький һүҙҙәренә ышанырға була. Сөнки был бер кем тарафынан да үҙгәртелмәй торған ҡанатлы һүҙ. Уны тәржемә итеп мәҡәл яһауҙың кәрәге лә юҡ. «Мәҡәлле һүҙ – аҡыллы һүҙ» тигән кеүек, һәр бер аҡыллы һүҙ ҙә мәҡәл була алмай әле. Рус мәҡәле әйткәнсә: «Һәр һүҙгә мәҡәл бар» («На каждое слово есть пословица»), «Тик һәр һүҙ мәҡәл түгел» («Не каждое слово пословица»). Халыҡ: «Йөҙ күрке – һаҡал, һүҙ күрке – мәҡәл» тигән гүзәл фекер әйтеп ҡалдырған», – ти Кирәй. Белмәйем, был оҫта ғына яһалған кеүек, һәр һүҙе эстән дә, тыштан да рифмаланған, ҡыҫҡа ла, еңел дә үҙе, ләкин шик тыуҙыра. Нисектер, был халыҡ телендә тыуған мәҡәл түгел һымаҡ. Бәлки, минең генә ишеткәнем юҡтыр. Бәлки, Кирәй бер алдағас, башҡа һүҙҙәре лә ялған булып күренәлер. «Бер ҡабат ауыҙың бешкәс, һалҡын һыуҙы ла өрөп әсәһең», ти бит мәҡәл!.. Ҡурҡҡанға, бәлки ҡуш та күренәлер? «Мәҡәл – һүҙ асҡысы, әйтем – күңел асҡысы», «Мәҡәл әйткән – юл өйрәткән, әйтем әйткән – күңел йыуатҡан» кеүек мәҡәлдәргә лә ышанып етмәйем. Былар мәҡәл тураһында мәҡәл булдырыу өсөн һәм Кирәйҙең «әйтем» атамаһын аңлатыуҙа миҫал менән нығытма булдырыу өсөн генә тыуҙырған мәҡәлдәре кеүек. Бәлки, яңылышамдыр. Уға ҡарата мин артыҡ асыу менән эш итәм булһа кәрәк? Ярай, «ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә», ти, хәҙергә мин был эҙәрләүҙе ҡуйып торайым. «Күп һүҙ китапҡа яҡшы!» (Бигерәк тә Әкрәм Вәли китаптарына!)
      Архаик мәҡәлдәр тураһында Кирәй дөрөҫ әйтә: «Алынған ваҡиға һәм күренештәр һәм уларҙың сағылышы булып күтәрелгән образ халыҡҡа барып етеү көсөн юғалтҡан булһа, ундай мәҡәлдәрҙә архаизм еҫе аңҡый башлай һәм улар әкренләп йәнле репертуарҙан төшөп ҡала баралар. Әлбиттә, халыҡтың художестволы фекерләү тарихын һәм үҫешен тикшергәндә, тел, стилистика ҡоролошоноң үҙенсәлектәрен тикшергәндә, бындай мәҡәлдәрҙең шулай уҡ әһәмиәте бар. Ләкин инде улар халыҡтың бөгөнгө йәнле аҡыл шишмәһенең көҙгөһө булып күтәрелә алмайҙар».
      Дөрөҫ, аҡты ҡара тип булмай. Тавтология теле менән әйткәндә: что верно, то верно!..
      Мәҡәлдәрҙең айырым шарттарҙа үҙгәрә барыуын бер үк күренеш йәки ваҡиғаны образлы сағылдырған мәҡәлдең бер нисә вариантта йәшәүе менән аңлатыу ҙа дөрөҫ. «Бындай хәлдә һәр бер вариант мәҡәлдең образлылығын үҙенсә тултыра».
      Дөрөҫөрәге – һәр бер вариант төп варианттағы фекерҙе мәҡәл әйтелгән ваҡыттағы төп шартҡа, хәл-ваҡиғаға ҡарата яраҡлаштыра: Мәҫәлән, «Арбам ватылды тип ылауҙан ҡалма, башым ауырта тип эштән ҡалма», – «Күсәрем һынды тип күстән ҡалма, ямғыр яуҙы тип яуҙан ҡалма», – «Һаҙағым һынды тип һунарҙан ҡалма, аяғым ауырта тип ауҙан ҡалма» һ. б.
      Халыҡ ижадына хас булған сатира, юмор, ирония, сарказм элементтарының мәҡәл жанрында сағылыуын Кирәй мәҡәлдәрҙең художество үҙенсәлегенә, һүрәтләү сараларына бәйләп тикшерә. Һәм был яҡшы. «Афористик жанрҙағы художество оҫталығы... тормошта осрай торған күренештәргә күсереп ҡабул итергә мөмкинлек тыуҙырған типик һәм конкрет образ таба белеүгә нигеҙләнгән».
      Мәҡәлдәрҙең төҙөлөшө (техникаһы), поэтикаһы, һөйләм төҙөлөштәрендәге үҙенсәлектәре, һүҙҙәрҙәге өндәр гармонияһы, ритм һәм рифма ҡоролошо тураһында яҙған өлөшөндә яңылыҡ юҡ. Мәҡәлдәрҙең поэтикаһы һәм ҡоролошо һаман да әле үҙенең тикшереүсеһен көтөп ҡала.
      Ә бына «әйтем» жанры буйынса бик ҡыҙыҡ һәм бәхәсле фекер ҡуҙғатыла. Хатта мәҡәләнең дүрттән бер өлөшө «әйтем» атамаһын асыҡлауға арналған. Әйтемдең элеккесә «поговорка» мәғәнәһендә йөрөүе юҡҡа сыға, һәм әйтем «тапҡыр һүҙ» тигән атама менән алыштырыла. Рецензенттарҙың икеһе лә – Баязит Бикбай ҙа, Шакир Насыров та – был атама менән килешәләр, Баязит ағай «Кирәй Мәргәндең әйтемдәр тураһындағы теоретик ҡарашы төплө фекер», ти.
      Был мәсьәләне ентекләберәк ҡарарға кәрәк. Шуның өсөн тәүҙә Кирәйҙең нимәгә «әйтем» тип әйтеүен асыҡлап китергә булдым (үҙем өсөн).

28 сентябрь.
Ул үҙенең «әйтем» тураһындағы фекерен мәҡәлдең формаль яғынан, саф техник яғынан башлай.
«Ритм һаҡлау, рифмалашыу һәм гармониялы һүҙ ағышын һаҡлау – ойошоу яғынан ҡатмарлыраҡ күренгән мәҡәлдәрҙә лә, йәғни дүртәр, бишәр, хатта алтышар синтаксик бер тиң киҫәктәрҙән ойошҡан мәҡәлдәрҙә лә киң урын алған. Мәҫәлән:
Эшең хаҡ булһа,
Ҡулың пак булыр;
Ҡулың пак булһа,
Йөҙөң аҡ булыр;
Йөҙөң аҡ булһа,
Семьяң шат булыр.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: бындай бер тиң киҫәктәрҙең тағы ла ишәйеү тенденцияһы бар. Йәғни бер мәғәнә тирәһендә бер үк художестволы алым менән (ғәҙәттә, антитеза йәки параллелизм) бик күп һанда оҡшаш бер тиң киҫәктәр ойошорға мөмкин. Был хәл инде мәҡәлде ауырлаштыра, ҡатмарлыраҡ күренешкә әйләндерә. Мәҡәл үҙенең тәбиғи төҫөн (мәҡәллеген) юғалта башлай һәм ҙурыраҡ, киңерәк жанр өсөн, иркенләберәк башҡарыла торған ижад төрө (әйтем) өсөн хас булған күренештәрҙе эсенә ала башлай. Был осраҡта һан үҫеше сифат үҙгәрешенә килтерә, ошо нигеҙҙә әйтем жанры барлыҡҡа килә», – ти Кирәй.
Әлбиттә, бер жанрҙың барлыҡҡа килеүен бындай механик юл менән аңлатыу формалерәк төҫ алған кеүек. Ләкин жанр менән жанр араһында үтеп сыға алмаҫлыҡ кәртә лә ҡуйып булмай бит. Был урында форма ла ҙур роль уйнай. Һәм Кирәй әйткән фекер үҙе ҡыҙыҡ, был фекер халыҡ ижадының төрлө жанрҙары араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе тикшереп ҡарау һәм билдәле бер күҙәтеүҙәр нәтижәһендә килеп сыҡҡан фекер. Әгәр ҙә халыҡта үҙенсәлекле бер жанрға ҡарата теүәл бер атама ла бар икән, уны шулай алырға ла кәрәктер. Әлбиттә, русса «поговорка» булып йөрөгән жанрҙы беҙ «әйтем» тип атарға күнегеп киткәс, был бик ыҡсым һәм, мәҡәлгә бик яҡын торғанлыҡтан, «мәҡәл һәм әйтемдәр» тип йөрөтөргә телебеҙ өйрәнеп бөткәнлектән, унан баш тартыу ҡыйыныраҡ. Ләкин, ни хәл итәһең, «дөрөҫ һүҙгә йән фиҙа» тигәндәй, ризалашырға ла тура килер. Сөнки был хәл Кирәйҙең үҙ белдегенән генә килеп сыҡҡан нәмә түгел. Был мәсьәлә уның үҙен дә ғазаплаған булырға тейеш. Халыҡ ижадында әйтемдең үҙ аллы жанр булып йөрөүе тураһында Ғ. Амантай ҙа һүҙ ҡуҙғатып ҡуйған. Кирәй уның 1935 йылда «Башҡортостан» гәзитендә баҫылып сыҡҡан «Башҡорт фольклоры тураһында» тигән мәҡәләһен күрһәтә. Амантай әйтем жанрын оҙонораҡ була, тигән. «Поговорка төшөнсәһен ул ҡара һүҙ тигән термин аша бирә», ти Кирәй һәм Баязит Бикбайҙың фольклор буйынса бер сығышында әйткән фекерен дә өҫтәп, ул «әйтем жанрын ҡобайырға яҡын торған ижад төрө итеп билдәләй», ти. Ләкин мин Амантайҙың да, Бикбайҙың да был сығыштарын гәзиттәрҙән тапманым. Тәүгеһе республика китапханаһында юҡ, гәзиттәрҙең подшивкалары тулы түгел, ә Бикбай мәҡәләһе баҫылған номерҙы Кирәй үҙе яңылыш күрһәткән. Был адрес буйынса мин тик (1950 йылғы «Совет Башҡортостаны», № 133) Бикбайҙың «Әҙәби Башҡортостан» журналының 5-се һанына яҙған рецензияһын ғына таптым. Унда Кирәйҙең таҡмаҡтар тураһындағы мәҡәләһе генә тикшерелә һәм, «әйтем» тигән бер һүҙенән башҡа, әйтем жанры тураһында бер ниндәй фекер ҙә әйтелмәгән. Тимәк, Кирәй уның икенсе берәй мәҡәләһен күҙ уңында тотҡан булһа кәрәк.
Ләкин Бикбайҙың әйтем тураһында әйткән фекере миңә билдәле: «Ул (әйтем) рус халҡының приговорки-прибаутки төрөнә керә», ти. Был дөрөҫ түгел. Даль «приговорка» һәм «прибаутка» мәғәнәһен бөтөнләй икенсе төрлө аңлата: «Приговорка или пустоговорка, которую также иногда зовут поговоркой – это изречение, иногда одно слово, часто повторяемое, приговариваемое, без большого толку и значения, а по местной или личной привычке говорит: взял, взямши; оченно хорошо это самое дело; тово-воно как-оно. В сказках таких условных поговорок много: «Скоро сказка сказывается, не скоро дело делается»; «Близко ли, далеко ли, низко ли, высоко ли»; «за тридевять земель, в тридесятом государстве» и пр. Как простые, так и сказочные пустоговорки иногда обращаются в пословицу, заключая в себе условный смысл; например: «Я бы и того, да, вишь, жена-то не тово; ну и я растово»; о пустом, грозном начальнике: «Проскакал выше лесу стоячего, ниже облака ходячего»; о строгости и непотачке кому: «Он тише воды, ниже травы стал» и пр. С другого конца, переходя в набор слов, приговорки сливаются с прибаутками».
«Прибаутка» ла әйтем төшөнсәһен бирмәй. Ул күберәк һүҙ уйнатыуға ҡайтып ҡала, еңел генә әйтелә торған уйын-көлкөлө тапҡыр һүҙҙәр улар. Улар мәҡәл төҫөнә лә инергә мөмкин, әлбиттә: «Тит, пойдем молотить! – Брюхо болит. – Тит, поди кисель есть! – А где моя большая ложка?» Ләкин был беҙ эҙләгән әйтем түгел. Баязит ағай быны бер аҙ бутаған. Ул үҙе үк был фекеренә ҡаршы сыға: «Әйтемдәр – ҡартыраҡ кешеләр өсөн хас, – ти. – Сөнки улар, йырларға дәрт бар ҙа, дарман булмағас, табындарҙа, йыйындарҙа ярым көйләп, әйтемләп ултырыусан булалар. Уларҙың әйтемдәре поэтик яҡтан төҙөгөрәк тә (ритмлы), мәғәнәлерәк тә килеп сыға. Ҡыҙғаныс, К. Мәргән әйтемдәрҙең үрнәген аҙыраҡ биргән!» – тип әйтем тураһындағы һүҙен шуның менән тамамлай.
Б. Бикбай әйтемдәрҙең башҡарылыу характерын һәм уларҙың тәрән мәғәнәле булыуын бик дөрөҫ билдәләй.
Был яҡтан Амантайҙың бөтөнләй икенсе бәйләнештә әйткән бер фекере бик характерлы. 1936 йылда сыҡҡан «Башҡорт мәҡәлдәре» тигән йыйынтығында «Башҡорт мәҡәлдәре тураһында»ғы баш һүҙендә былай тип яҙа: «...боронораҡ, башҡорттар араһында, ҡайһы бер сәсән ҡарттар бөтә һөйләмдәрен мәҡәлдәрҙән ойоштороп, оҙон телмәрҙәр һөйләгәндәр». Был турала Амантай үҙенең 1931 йылғы экспедиция яҙмаларынан Маҡар районы Иҫке һәйет ауылында 78 йәшлек Ғатаулла Мырҙабаев ҡарттың һөйләүен килтерә:
— Әле мин йәш саҡта, бала саҡта, йыйындарҙа, ярыш алып, кем уҙарҙан, икешәр-өсәр көн буйы табындан тормай, ҡара-ҡаршы әйтешеп, йырлашып, һүҙ көрәштереп ултырыуҙар була торғайны. Алға сыҡҡандарға тәкә йәки йүгерек бүләк ителә торғайны... Ҡайһы бер сәсән ҡарттар бер табын уҙғансы шау боронғолар һүҙенән (мәҡәлдәрҙән. – Ғ. А.) ҡороп, бата һөйләп ултыра торғайны.
Был бик ҡыҙыҡлы факт. Һүҙ көрәштереү, сәсәндәрҙең ҡара-ҡаршы һүҙ әйтешеүе ҡаҙаҡтарҙағы аҡындар импровизацияһы – әйтеш (айтыс) кеүек бит был.
Минеңсә, был әйтемгә тура килә. Сәсәндәрҙең ҡара-ҡаршы әйтешеүе формаһы яғынан ҡобайырға ла бик яҡын тора, ләкин был алдан әҙерлекһеҙ көйө, сәсәндең потенциаль әҙерлеге, байлығы, тапҡырлығы иҫәбенә, импровизация юлы менән башҡарыла. Ә ҡобайыр тотороҡлораҡ һәм ҡанунлашҡаныраҡ жанр, һәм үҙенең стиле, тематикаһы һәм тотҡан урыны менән юғарыраҡ баҫҡыста тора. Ҡобайыр ул тыуған ил, тыуған ер һәм батырҙар тураһында данлау, маҡтау йыры. Ҡобайыр ҡоласы киңерәк, мөһимерәк, эпигыраҡ. Был яҡтан уны ода тип атарға ла мөмкин. «Ҡобайыр» һүҙенең этимологияһы ла шуны әйтеп тора (телселәр әйткәнсә, «ҡоба» һүҙе – боронғо башҡорт һүҙе – данлау, маҡтау мәғәнәһендә. Монгол телендә лә был һүҙ шул мәғәнәлә ҡулланыла, тиҙәр...) Ә «әйтем» һүҙе һөйләүҙең моментын, процесын аңлатҡан хәҙерге заман ҡылымы булған «әйтеү» һүҙенән килә, дөйөмләштергән мәғәнәне аңлата. Шуның өсөн был жанр күберәк ваҡыт импровизация емеше тиергә мөмкин. «Әйтем»дәр үрнәгең Кирәйҙең аҙ килтереүе лә шунандыр, бәлки. Сөнки хәҙер импровизация һирәгерәк күренеш. Ҡыҫҡаһы – «әйтем» жанры үҙенә бер башҡа тәбиғәтле жанр һәм уны үҙ атамаһы менән йөрөтөү кәрәк булыр, моғайын.
Был фекерҙе ҡеүәтләү өсөн Шакир Насыровтың һүҙҙәренә лә бик ныҡ ҡолаҡ һалырға кәрәк. «Көйләп, моңлап әйтелгән һүҙҙәрҙе тау башҡорттары «ауаҙа» тип тә атайҙар, – ти ул үҙенең рецензияһында. – Ә инде «әйтем» термины таҡмаҡ, һамаҡ, таҡмаҙа кеүек төрлө һамаҡлауҙарҙы эсенә ала. Ҡайһы бер урындарҙа, хатта, сюжетлы тарихи йырҙарҙы ла әйтем рамкаһына индерәләр. Мәҫәлән, бына ошондай әйтем бар:
Ауаҙалы ҡыҙҙың ауыҙы тар,
Күрәҙәле илдең күҙе тар,
Уңышлы йылдың ҡары аҙ,
Уңышһыҙ йылдың яҙы ҡар.
Бында күренеүенсә, ауаҙа һүҙе – моң мәғәнәһен аңлата. Ләкин һүҙ йырлаусы, йырсы моңо тураһында түгел, һамаҡлаусы, көйләүсе моңо тураһында бара.
Әйтем әйткәндә халыҡ әйтемде йыш ҡына шул һүҙҙең үҙенән үк башлап алып китә. Мәҫәлән:
Әйтем әйтһәм талғышып,
Иретер яуыз ҡарғышын,
Яуызға яғын булмағыҙ,
Яуызлыҡты ҡылмағыҙ,
Тилмереп килгән етемдең
Өмөтөн ергә ормағыҙ...
Был инде әйтемдең ябай йырҙан да, ҡобайырҙан да айырылып тороуын, уның ниндәйҙер бер конкрет мәғәнә аңлатыу ын күрһәтә.
Йыйынтыҡта халыҡ һүҙҙәренә классификация яһағанда Кирәй Мәргән әйтем жанрына дөрөҫ баһа биргән, тип раҫлағы килә. Шулай ҙа әйтемдең тағы ла киңерәк мәғәнә аңлатыуын бер аҙ асыҡлай төшөргә кәрәк ине».
Тимәк, әйтемдең поговорка булмауында, уның үҙ аллы бер жанр булыуында шик ҡалманы буғай.
Ләкин «поговорка» мәғәнәһен бирә торған атаманы «тапҡыр һүҙ» тип алыу бик дөйөм булмаҫмы? Мәҡәлдәр ҙә, әйтемдәр ҙә – улар бөтәһе лә тапҡыр һүҙ инде ул. Ә поговорка өсөн бик конкрет бер атама кәрәк ине. Бәлки, был хәҙергә ҡолаҡ өйрәнмәгәнгә генә бик дөйөм (родовое понятие) төшөнсәһен бирәлер?