Йәнтөйәккә йән тартҡас /1959 – 1961/

Ғарипов Рәми. 2-се том. Көндәлектәр, хаттар, мәҡәләләр. Төҙөүсеһе Н.В. Ғарипова. – Өфө, Китап, 1998. – 592 бит.

1959

Йәнтөйәккә йән тартҡас...

15 апрель.
Бына тағы – онотҡанда бер – көндәлек яҙырға ултырҙым. Исмаһам, бөгөнгө көндө генә булһа ла ҡағыҙға төшөрөп ҡуяйым тип. Хәҙер элекке кеүек көндәлек яҙып ултырып булмай. Кисәме шулай – элеккегөн икән – эштән ҡайтҡас (Надя өйҙә юҡ, мәктәптә ине), нишләптер, эс бошоп китеп, элекке – мәктәптә, институтта уҡыған йылдарҙың көндәлектәрен аҡтарып ҡарай башланым. Күңел әллә нишләп нескәреп китте. Ҡасандыр бик яҡын булған, хәҙер инде күптән юғалған бер кешемдең тормошо күҙ алдыма килеп баҫты... Ул кеше, әлбиттә, мин үҙем булғанмын икән!..
Ирекһеҙҙән «Ватерлоо күпере»ндә Рой әйткән Лонгфеллоның һүҙҙәре иҫкә килеп төштө:
«Мысль о юности – далекая, далекая мысль». (Был һүҙҙәрҙең бөтә мәғәнәһен донъяла бер мин генә тоямдыр кеүек!..) Эйе, йәшлек тураһындағы уйҙар алыҫ, бик алыҫ уйҙар!.. Үкһеп, үкһеп илағы килә – илап булмай, йөрәктән сығырлыҡ күҙ йәштәре лә ҡалмаған!.. Минең бөтә иң матур тойғоларым «Таш сәскә»мә һеңеп ҡалды, шикелле. Шул таш сәскәгә бөтә күңелемде сүкеп-сүкеп яҙып бөттөм дә, хәҙер мәғәнәһеҙ бер бушлыҡ эсендә тороп ҡалдым. Бер йылға яҡын инде – минең йүнле шиғыр ғына түгел, әҙәм рәтле бер генә шиғыр юлы ла яҙғаным юҡ бит! Бына әле генә – февралдә генә – мине Яҙыусылар союзына алдылар, китап тураһында мәҡәләләр, рецензиялар, хатта өс-дүрт шиғыр ҙа яҙҙылар, минең исем телгә алынған хәбәрҙәр ҙә баҫыла, осрашҡан бер таныш-белештән йылы ғына һүҙҙәр ҙә ишетәм, ләкин мин үҙем күптән инде шағир түгел... Күптәр минән: «Ниндәй яңы нәмәләр яҙып ятаһың?» – тип һорайҙар, мин: «Яҙмайым», – тим. Ләкин был дөрөҫ һүҙгә ышанмайҙар. «Һин шым ғына әллә нимәләр яҙып ятаһыңдыр әле», – тип ҡуялар. Көлөрһөңмө, иларһыңмы? Аптырағас, «Франконың хикәйәләрен тәржемә итеп ятам», – тип, үҙемде лә шул һүҙгә ышандырырға тырышам.
Ләкин... ләкин инде: һаман шул бер балыҡ башы – яҙа алмайым; ваҡыт та юҡ, ваҡыт булһа, кәйеф булмай, уныһы булһа, көтөлмәгән ғәҙәттәге хәлдәр килеп сығып тора: ҡатын менән тормоштоң иң түбән стилдәге, иң кәмһеткес, иң мәғәнәһеҙ, иң көлкө... трагедияһын уйнайбыҙ!.. Был «трагедия»ның төп ролен шағирҙарҙың мәңгелек иҙеүсеһе, мәңгелек дошманы – Аҡса-батша уйнай. Ә беҙ, ҡатын менән мин, тик уның ҡолдары ғына – ғәҙәттәге хәйерсе ролдәрен башҡарабыҙ. Бер көн килеп, яҙғы матур апрель иртәһендә, бик күп илдәр гиҙгән сыйырсыҡтар ҡайтып, мең-мең телдә донъялағы иң саф моңдарын түккән бер мәлдә, мин әле йоҡонан айнып, был яҡты донъяға күҙҙәремде асырға ла өлгөрмәҫ борон минән алдараҡ тороп өлгөргән һөйөклө ҡатынымдың иркә, яғымлы тауышын ишетәм:
— Рәми, беҙҙең аҡса бөттө. Икмәк алырға аҡса юҡ...
Юҡ?.. Аҡса?.. Тағы бурысҡа инергә! Тағы кемдән булһа ла аҡса һорарға! Кемгә булһа хәйерселәнеп, теләнеп барырға? Тағы, тағы, тағы... Ай һайын, ун биш, ун көн һайын – йылдар буйына!.. Ниңә минең ҡатыным был аҡсаны әҙерәк тота белмәй икән? Эш хаҡы алғансы, айҙың 16-сы көнөнә хәтле, ай ахырына саҡлы аҙ ғына булһа ла ҡыҫып тоторға мөмкин түгелме икән ни? Кешегә аҡса теләнселәп барыуҙың ни тиклем ауыр икәнлеген саҡ ҡына ла тоймаймы ни минең был Надя?..
Ә ул, бер ни булмағандай:
— Ой, какой хороший день сегодня! – тип көн менән һоҡлана. Бик ярата шул минең ҡатын тәбиғәтте!.. Нисек итеп уға ауыр һүҙ әйтмәк кәрәк? Бындай сыуаҡ, энә осондай ҙа болотһоҙ, иҫ киткес ҡояшлы көн уға, минең 25 йәшлек кенә «балама», шундай матур, шундай һоҡланғыс бер уйынсыҡ бит! Нисек итеп, ниндәй ҡулдарың менән уны тартып алмаҡ кәрәк? Иртәнсәк, яңы көн башланғанда, ҡалай итеп был баланың уйнатып йөрөгән уйынсығын юҡҡа сығараһың?
— Ниндәй яҡшы көн! – тип тешеңде ҡыҫып, йылмайырға ғына кәрәк бындай саҡта, йәғни 24 сәғәтлек көндөң был изге минутында инде!..
Етмәһә, боронғо ата-бабайҙарҙан ҡалып, был көндөң ошо минуттарына тиклем килеп еткән бик аҡыллы һүҙҙәре бар:

  1. Һәр көн, һәр кеше үҙ ризығы менән!
  2. Иртән ыҙғышырға ярамай!
  3. Ҡул яраһы уңала, һүҙ яраһы уңалмай!
  4. Юҡ талаштыра, бар яраштыра.
    Һуң, шулай икәнен белә тороп, нисек инде ата-бабай һүҙен тотмайһың? Тоторға кәрәк. Кеше хәтерен, бигерәк тә үҙ ҡатыныңдың хәтерен һаҡлай белергә кәрәк. Хатта һүҙең көмөш булһа ла, әйтмәй ҡалғаны – алтын...
    Минең, 16 йыл уҡып, 4 йыл эшлэп, айына 780 һум аҡса алып, редакция эшен өйгә лә алып ҡайтып, төрлө наҙандарҙың хәреф хаталарын уҡып ултырыуыма, алдаша, хәйләләй белмәүемә, «үҙ әҙәбиәтем» тип йәнем сығырҙай булып йөрөүемә әллә ҡайҙағы Мәскәүҙән, әсәһенән, эшенән айырып алып ҡайтҡан ҡатыным ғәйеплеме ни?
    Бөтәһенә лә бит үҙем ғәйепле!..
    — Ярай, Надя, мин бөгөн, бәлки, аҡса алырмын, – тим ҡатынға.
    Эшкә, редакцияға китәм.
    Эйе, бәлки, аҡса ла булыр. Культура министерствоһында минең аласаҡ бар. Хатта меңләп аласаҡмын. Мәскәүҙән йыр текстарым өсөн бухгалтерияға лимит ҡына килеп етһен. Договор төҙөлгән. Көн матур – кешеләрҙең кәйефтәре лә яҡшылыр. Өс йырға бишәр йөҙ түләргә тейештәр. Бына бит «бирәһе килгән ҡолона – сығарып ҡуйған юлына» тигәндәй, мөхәббәт, иң саф тәүге мөхәббәт менән хушлашып яҙған йырҙарҙы ла аҡсаға әйләндерергә мөмкин донъяла! Бына шулай, исмаһам, мөхәббәттән тамағыңды туйҙырырлыҡ йыр булһа ла ҡалһын!..

Хыялымда, яңғыҙ елкән булып,
Сайҡалаһың йылдар буйына.
Йә һис юғалмайһың үҙең унан,
Йә бирмәйһең тынғы уйыма.

Әллә индең һин аҙашып уға,
Әллә индең мәңге ҡалырға?
Ниңә шулай онотмайым һине?
Ниңә шулай һаман янырға?

Әрнеүле лә миңә һәм татлы ла
Тәүге хистәремде ҡуҙғатыу.
Ҡурҡыныс та миңә һине уйлау,
Ҡыҙғаныс та һине юғалтыу...

Эйе, йәшлек тураһындағы уйҙар алыҫ, бик алыҫ уйҙар... Ләкин онотолмай.
Ә унан һуң «һуңғы осрашыу». Әллә булған, әллә булмаған осрашыу был. Командировканан, Баймаҡ районындағы Йылайыр совхозынан, сиҙәм ерҙән ҡайтып килә инем. Силәбе вокзалында, поезд көтөп, диванда серем итеп ултырам. Ҡапыл касса алдынан бер бик таныш ҡыҙҙың, ҡасандыр минең бөтә тормошомдо, бөтә йөрәгемде дер һелкеткән, саҡ ҡына мине поезд тәгәрмәстәре аҫтында иҙмәй ҡалдырған «фәрештә»мдең шәүләһе үтеп китте һәм күҙ асып йомғансы юҡ та булды. Мин үҙ-үҙемде белмәй, ҡапыл иләүһетеп тороп, дауыл ырғытҡан бер юнысҡы һымаҡ, ултырған еремдән перронға атылып сыҡтым...
Ләкин шау-шыу, шығрым тулы кешеләр араһынан йырып сыҡҡансы поезд ҡуҙғалып та китте. Иң остағы вагон подножкаһында тороп, ниҙер ҡысҡырған, ҡул болғаған бер ҡыҙҙың артынан йүгереп барһам да, бер һүҙен дә асыҡ ишетеп, уның үҙен дә асыҡ төҫмөрләп ҡала алманым. Күҙгә тик артҡы вагондың ҡыҙыл уттары ғына бик оҙаҡ күренеп барғандай булды...
Бына ошо тиле төн ҡараңғылығында күренеп ҡалған бер яҡтылыҡ менән хушлашыу тураһындағы йыр ғына тороп ҡалды үҙем менән: ә ул яҡтылыҡ китте, мәңгегә киткәндер инде, күрәһең!.. Эйе, һуңғы осрашыу ине был. Мин уны романс тип атаным.

Юлдар буйлап, уйҙар уйлап,
Алыҫ китеп барғанда,
Көтмәгәндә осраштыҡ беҙ,
Йылдар уҙғас, бер таңда.

Күрешмәнек, һөйләшмәнек —
Поезд ҡуҙғалып китте.
Тик йөрәккә яҡын тауыш
Утлы ҡуҙ һалып китте!..

Мәңге ҡайтмаҫ, ҡабатланмаҫ
Тауышың ғына ҡалды.
Ғүмергә мин онотмамын,
Һағынырмын был таңды.

Хуш бул инде, хуш, һөйөклөм,
Хуш бул, минең бәхетем,
Хуш, хыялым, хуш өмөтөм,
Хуш, тәүге мөхәббәтем!..

Ә хәҙер бына «кеҫәләге финанстар йырлағас романстар» – мин был йырҙы һатырға барам булып сыға инде. Мине был хатта ғәжәпләндермәй ҙә. Ҡасандыр мин, донъяға гел ғәжәпләнеп ҡараған бер егет, хәҙер инде бер нәмәгә лә шул тиклем иҫем китеп барған кеше түгелмен. Хәҙер мин тормош трагикомедияһының талантһыҙ бер актеры!.. Хатта суфлерҙар һүҙен дә ишетмәй уйнайым кеүек. Ә был кәрәк ине. Сөнки суфлерҙар аҙ яңылыша бит. Китап биттәрендә аҡҡа ҡара менән ни тип яҙылған – шуны уҡып йәшәйҙәр улар. «Эй, кеше, хәҙер һин ят та үл», тип яҙылған булһа, улар һиңә шуны тутыйғош кеүек әйтер ҙә торор. Сөнки уларға баш тигән нәмә уйлар өсөн, фекер йөрөтөр өсөн бирелмәгән. Уларҙың эше юҡ һиндә. Ләкин һинең эшең уларға бәйләнгән...
Сәнғәт бүлегенә индем. Бер ҙә ашыҡмайҙар. Ә мин ашығам. Ләкин астың хәлен туҡ белмәй шул. Йыр текстарын цензураға ебәрмәгәндәр икән.
— Ниңә уны ҡырҡ ҡабат цензуранан үткәреп йөрөтөргә, китапта баҫылып сыҡҡан бит инде улар, – тинем мин.
— Шулаймы ни? – тине Сатира.
— Эйе, – тинем мин Юмор булып. Өҫкә ҡаттан «Таш сәскә»не йүгереп алып төштөм.
Һәм китте эштәр!..
Ҡайҙан әйткән көнгә төштөм: бухгалтер булмай, министр булһын! Улар һиңә шиғыр уҡып ултырамы инде! Үҙем әйтеп һалмаһам – бөтә эш майлаған кеүек китер ине. Ләкин бухгалтер ҙа, министр ҙа минең йырҙар китапта баҫылғас, артыҡ аҡса минең күҙҙе сығарыр тигән ҡарарға килгәндәр.
Быға тиклем һәр бер йырға түләнгән, ләкин, тартай теленән таба тигәндәй, миңә генә сират килеп еткәйне, бөтә эште бөлдөрҙөм дә ҡуйҙым! «Юғалған иллюзиялар» ғына ҡалды. Хәйерсегә ел ҡаршы шул: мин аҡса алайым тигәйнем, министры ла алышынған – Ғүмәров урынына Вахитов, имеш!
Минең бөтә асыу әлеге шул меҫкен ҡатын башына төштө. Исмаһам, бер хикәйәһе булыр тип, яҙып ҡуйырға булдым...

10 май.
Күптән инде шиғыр яҙғаным юҡ, әйтерһең мин һис тә уларҙы яҙмағанмын!..
Яҙмағанмын!..
Ә бит күпме төндәр
Шиғыр яҙып ғүмер уҙғарҙым.
Кешеләрҙе әллә алданыммы,
Алданыммы әллә үҙемде?
Әллә берәй башҡа сәбәптәнме,
Әйтеп бөттөм шиғри һүҙемде?
Ә бит белә инем
Шағир шатлығының
Күҙ йәш менән ташып барғанын...
Ә хәҙер һуң?..
Ҡайҙа юғалттым мин
Йөрәктәге хистәр байрамын?..
Бер йыл үтеп китте инде бына —
Бер генә юл яҙһам исмаһам!
Юҡ!..
Ҡанатын йәйеп, илһам ҡошо
Һис тә осмай икән осмаһа...
Ҡайҙан осһон,
Ҡайҙа осһон инде?
Киңлек кәрәк уға осорға!
Ә беҙ,
Күкәй баҫҡан тауыҡ кеүек,
Ултырабыҙ шундай осорҙа,
Өйҙә, тар бүлмәлә,
Ғәйбәт тыңлап,
Ләстит һатып, төтөн эсендә...
Ҡайҙан бында Шиғыр тыуһын инде? —
Үлеп бөтөр булған хисең дә!
Ә бит һиңә эшләр, яныр кәрәк,
Көлөр кәрәк,
Кәрәк иларға!..
Тик шул саҡта ғына
Һин – Кешеһең
Һәм хаҡлыһың
йыр ҙа йырларға!
Шағир – ел ул,
иркен, күңелле ел,
Ҡайҙа булһа,
Нигә ҡағылһа,
Йырын шунан ала,
Шунан таба,
Шунда ғына тыуа йыр, илһам...
Был минең йә һуңғы шиғырым, йә – тәүгеһе... Йөрәктәге туң бер шеш шартлап һытылырға тора. Башҡаса мин былай йәшәй алмайым. Был – йәшәү түгел! Мин ниндәйҙер бер обывателгә әйләнеп барам. Тимәк, мин үҙ-үҙемә дошман булыр сиккә килеп еткәнмен!..
Юҡ, был минең маҡсатым, хыялым, ынтылышым түгел ине. Яҙырға хаҡым юҡ минең. Шуға күрә лә яҙа алмайым мин. Сөнки алдаша белмәйем һәм теләмәйем дә бындай ахмаҡлыҡты! Әҙәбиәтте, яҙыусы эшен мин яратам. Үҙемсә уны бик тәрән итеп аңлайым да, тоя ла беләм кеүек. Был эштә алдашып булмай. Чехов әйткәнсә, ул эш шуныһы менән изге лә... Мөхәббәттә, политикала, медицинала ла алдашырға мөмкин, кешеләрҙе, хатта «алланың үҙен» алдарға мөмкин... ләкин был эштә алдашыу мөмкин булмаған эш. Бында тик дөрөҫлөк, иң ҙур дөрөҫлөк кенә булырға тейеш. Һәм яҙыусының эше шул дөрөҫлөккә ниндәй дәрәжәлә уның тоғро була белеүе менән үлсәнә. Шунда уның матурлығы, шунда уның ҡиммәте, кәрәклеге.
Был хаҡта мең-мең ҡабат әйтелгән, был мең-мең ҡабат һыналған. Ә мин үҙемде шул хәҡиҡәтте реаль тормошҡа, конкрет ысынбарлыҡҡа әйләндерел күрергә һаман да күндереп етә алмайым. Һаман да һуҙам, һаман да киләсәккә ҡалдыра киләм. Һаман да шул бер ҡыҫыр өмөт менән йыуанам...
Көлкө!.. Билләһи, ахмаҡ бер көлкө! Ҡурҡаҡлыҡ был, эшләргә, бөтәһен дә яңынан башлап эшләргә, янып йәшәргә кәрәклектән ҡурҡыу. Ҡойоп ҡуйған мещан ҡурҡаҡлығы! Урынымды, ҡатынды, квартираны юғалтырмын тип ҡурҡыу... Ә былай бит мин үҙемде юғалтам тип ҡурҡыу, изге ҡурҡыу, кешесә ҡурҡыу юҡ. Ә һин үҙең юғала барғанда быларҙың бар булыуы нимәгә кәрәк! Тфү!.. тип бер төкөрәһе лә ҡалмай бит. Ә бөтәһен дә бит яңынан башларға, ҡара ерҙе аҡтара һөрөп, үҙ ҡулыңдың көсө, йылыһы, яҡтыһы кергән емеште күреп ҡыуаныуҙан, шул емештең иң аҡыллы, иң ябай бәхетен татып белеүҙән башларға кәрәк. Шунда ғына һин кеше үҫтергән емештең тәмен үҙең белеп татырһың. Шунда ғына һин кешенең уйын, фекерен, хисен, тойғоһон, өмөтөн, хыялын – кешенең иң матур эске донъяһын беләм тигән бер һүҙ менән хаҡлы булырһың. Үҙеңде шул эш эшләп, яңы донъя ҡорған кешеләрҙең яҙмыштары менән байыҡтырмай тороп, үҙеңдең шул тормоштан сыҡҡан тормош тәжрибәң булмай тороп, нисек итеп һуң ҡулыңа ҡәләм алырға хаҡың булһын. Был бит һинең хаҡың юҡ тигән һүҙ! Күкрәп үҫер ерең булмағас, һин ниндәй үҫемлек һуң? Ереңә, яралған тупрағыңа, асылыңа ҡайтыр кәрәк. Шул тупраҡҡа бер-ике бөртөк булһа ла таҙа орлоҡ сәсеп, эшеңдең емешен күрергә кәрәк! Шулай итеп кенә һин кешеләрҙе лә шуға өйрәтергә – яҙырға хаҡлы буласаҡһың. Яҙ, рәхәтләнеп яҙ, көлөп, илап яҙ – рәхәтләнеп, көлөп, илап уҡырҙар.

1 июнь.
Бөтә был фекерҙәремде бына бөгөн, ауылға ҡайтып килгәндән һуң, асыҡлап яҙҙым. Ялға ҡаршы төнгө поезд менән Салауатҡа барып төштөм дә сельпо машинаһы менән ауылға ҡайтып еттем.
Бөтә күргәндәрҙе яҙып тормайым. Ҡайтып, малай менән бер аҙ шаярып, инәйем менән ултырып сәй эскәс тә, колхоз идараһына киттем. Ҡыҙыҡ – хатта правлениеның ҡайһы йортта икәнен дә белмәйем – элекке МТС биналары колхоз ҡарамағына күскән. Правление ике ҡатлы йортта, беҙҙең баҡса артында. Элек бынан баҫыу башлана ине. Ә хәҙер бынан егерме ауылды берләштергән колхоз заводы башлана. Минең күҙгә ташланып торған нәмә – ағастар, йәшеллек юҡ һымаҡ. Был урынды шаулап үҫеп ултырған ҡайындар менән ҡаплағы килә!.. Ауылдың баҡсалар эсендә күмелеп ултырғанын күрге килә.
Председатель бүлмәһенә инерҙән элек секретарь-машинистка бүлмәһе аша үтергә кәрәк. Ғүмерҙә күрелмәгән хәл...
— Председателгә инергә мөмкинме? – тип һорағы килә. Бәлки, мин тәүге кеше булып һорағанмындыр быны.
Инәм – өҫтәл башында счет төймәһен үҙе тартып ултырған председатель Кинзин. Эргәһендәге диванда партия ойошмаһы секретары Яруллин, икенсе яҡтағы ултырғыстарҙа минең элекке класташым Ким – хәҙерге колхоз агрономы Шәйхисламов, уның менән бергә минең туғаным – колхоздың инженер-механизаторы Камил Булатов. Ниҙер кәңәшләшәләр, сәсеү тураһында һөйләшәләр. Өҫтәлдә телефон шылтырай, стенала барометр эленеп тора, ә тышта ямғыр яуа. Кешеләр арыған булһалар ҙа, йөҙҙәре бик шат күренә. Ямғырҙы тындары менән тартып алырҙай булып көткәндәр.
— Бына һеҙгә ямғыр алып килдем, – тип һөйләшеп киттем.

11 июнь.
Правление ултырышы булды. Ҡадир Даяндың ижады тикшерелде, журналдың планын ҡаранылар, яҙыусыларға йәйгелеккә аҡса өләштеләр.
Бик ҡыҙыҡ булды. Ләкин был хаҡта яҙып тормайым. Минең өсөн хәҙергә иң мөһиме шул: был ултырышта минең яҙмыш та хәл ителде! Колхоздан Яҙыусылар союзына Кинзин менән Яруллиндың хаты килеп тә еткән. Хатты уҡынылар, минең ғаризаны ла ҡаранылар. Бөтәһе лә минең колхозға китеүемде бик хуп күрҙе. Ике айға командировка ла бирергә булдылар. Тәүҙә юлға инеп киткәнсе һәм бер аҙ өҫ-башын бөтәйтергә ярап торор, тинеләр.
Ғөмүмән, бындай мөнәсәбәтте күреп, мин бик шатландым, төрлө шик-шөбһәләргә урын ҡалманы, дәртләнеп, ҡанатланып ҡайтып киттем. Тик өйҙә генә конфликт булып алды. Ҡатынға мин һаман да хыялый бер еңел баш. Ә башта минең әллә күпме ауыр уйҙар, әллә күпме тарих, әллә күпме философия! Башта ғына түгел, минең ышанысым, донъяға ҡарашым, ынтылышым бөтә тәнемдә, йөрәгемдә! Ләкин быларҙың бөтәһен дә нисек итеп һуң уның башына һалаһың? Булмай! Бына шунан юҡ ҡына нәмәләр өсөн дә ҡаршылыҡ тыуа. Юҡ ҡына нәмә өсөн дә һүҙ көрәштерәбеҙ, ғазапланып баш ватабыҙ, бөтә тормошто аҡтарып сығабыҙ, хатта айырылышыуға тиклем барып етәбеҙ!.. Белеп тораһың: иртән былар барыһы ла юҡҡа сығасаҡ. Ләкин тамсы тама-тама ташты ла тишә бит. Таш булып ҡалырға теләһәм дә – сабырлығым етмәй – тоҡанып китәм...
Ә быны кисереүе бик ауыр. Ярай эле ул йоҡлап китә, ә мин төнө буйы дулап сығам, уҡшығансы тәмәке көйрәтәм. Ниҙәр генә килеп, ниҙәр генә үтеп китмәй баштан!.. Күпме көс бушҡа түгелә! Рәхәтләнеп эшләй торған сәғәттәрең шундай мәғәнәһеҙ, шундай буш нәмәләргә әрәм була! Ғәжәп был тормош...
Ләкин минең сыҡҡан юлымдан боролоп ҡайтаһым юҡ. Был юлдан мин саҡ ҡына ла тайпыла алмайым. Бөтәһе лә шул юлда! Бөтәһе лә!..

12 июль.
Колхоздан килгән хат тураһында кисәге ултырышта Мостай Кәрим:
— Бик шәп! Был председателде Яҙыусылар союзына консультант итеп ҡуйырлыҡ! – тине. Бөтәһе лә көлөштө. Хатта, хатты яҙған кеше, мин үҙем дә көлдөм. Мин яҙғанға бер һүҙ ҙә өҫтәмәгәндәр, баҫтырғандар ҙа ебәргәндәр. Ҡултамға, мисәт һәм амин!..
Ярай ҙа һуң мин әйткәндең һәр һүҙенә мисәт һуғып ҡына торһалар!.. Ләкин тормош – ҡағыҙ яҙыу түгел шул. Беләм: күп көс кәрәк буласаҡ. Ләкин инде тәүәккәлләйем: ни булһа ла булыр, үҙемде һынап ҡарарға, белергә кәрәк. Бәлки, үҙ артымдан кешеләрҙе эйәртеү түгел, тракторға ултырып, сәүкәләр ҙә эйәртә алмаҫлыҡ кешемендер?
Нисектер ҡурҡыныс та, шатлыҡлы ла. Ҙур бер һынау – тормош көтә алда!.. Боҙҙай һалҡын һыуға һикереп төшөргә торған кеүекмен. Был тойғоно һәр бер һынау алдынан күп мәртәбә кисерҙем. Ләкин үҙемде һынатҡаным юҡ шикелле... Бел: «Һыуға кермәйенсә, йөҙөргә өйрәнеп булмай».

13 июль.
Нужа ҡалас ашата, ти. Эйе, төрлө ауырлыҡтар, төрлө ҡыйынлыҡтар ғына уларҙы күтәрергә, еңергә өйрәтәлер инде. Уҡый белһәң, тормош – ҙур мәктәп, белмәһәң, ул һине баҫырға ла мөмкин. Тормош баҫҡан уны, тиҙәр халыҡта. Әгәр ҙә тормошто төҙөшмәһәң, уға тик аҫтан ғына ҡарап, ҡул ҡаушырып ҡына торһаң, әлбиттә, ул баҫасаҡ һине. Ләкин уның ни өсөн баҫҡанын, уның сәбәптәрен белгән кешегә, йөрәгендә – дәрте, ҡулдарында – көсө, башында аҡылы булған кешегә бынан ҡурҡырға ярамай. Мин йәш әле, һәм быларҙың миндә бөтәһе лә бар кеүек.
Минең тормоштағы яңылыҡ әллә ҡайҙан таралып та өлгөргән. Төрлө кеше төрлө фекер әйтә. Ләкин минең үҙ фекерем күптән уйланған инде. Уның ике төрлө булыуы мөмкин түгел! Тик шуныһы ғәжәп: ҡарттар йәштәрсә ҡарай, ә йәштәр нисек-
тер уғата ҡарт булып китәләр, иртә ҡартайыу бар беҙҙең йәштәрҙә. Был ниңә шулай?.. Сәбәбе ниҙә бының?..

14 июль.
Ауылдан Ахун ағай килгән. Надя менән Мәймүнә апаларға барып күрештек. Күптән инде уларға барған юҡ ине. Хәҙер инде оноттоғоҙ, килеп тә сыҡмайһығыҙ, ти. Эйе, ул ваҡытты оноторға яҙһын!.. Юлда Надяға бынан ун өс йыл элек булған хәлдәрҙе һөйләп барҙым. Мәймүнә апа бынан ун өс йыл элек, мин ғүмеремдә тәүге мәртәбә ҡалаға килгәндә, ун дүрт йәшлек малайҙы «Хәйерсе» тип ҡаршы алды. Ашағанда «бисмилла» итеп ашарға ҡушҡан «коммунист» апай ине ул. Бынан һуң ул төрмәлә ултырып, еҙнәмдең сәстәрен ағартып сыҡты. Ләкин һаман да йөҙөндә, яһалма йылмайып тороуҙан башҡа, бер ниндәй ҙә яңы сифаттар күренмәй... Балалары уҡып бөтөп, квартиралары яңырыуҙан башҡа, бер нәмәһе лә үҙгәрмәгән. Минең ауылға китеү тураһында һүҙ сыҡҡас, үҙенең бөтә булған донъяға ҡарашын билдәләп: «Бындай квартираны ауылға алыштырып буламы һуң?» – тине. Ҡасандыр яҙмыш мине шул кеше ҡулына килтереп индергәндән һуң ун өс йыл үтте. Кеше ғүмере өсөн аҙ ваҡыт түгел был. Ләкин был апайҙың ҡулынан ҡотолғанға ун өс көн дә үтмәгән кеүек... Ҡыҙыҡ та инде кешеләр!.. Ә Ахун ағай – шул апайҙың йөрәк әрнеткес ҡорбаны хәҙер. Ул уның аслыҡ менән мейеһен киптергән – һәм уға хәҙер был йылдар өсөн бик ҡиммәт түләргә тура килә. «Баш эшләмәй, туғанҡай, баш», – ти. «Донъяла сәләмәтлеккә ни етә, һаҡла үҙеңде, туйғансы аша, туйғансы йоҡла!» тигән һүҙҙәрҙе ул миңә әллә нисә ҡабат үтенеп, ялбарып, васыят һымаҡ итеп әйтте. Уның был һүҙҙәре миңә иҫ киткес ныҡ аңлашыла. Был уның һүҙе түгел – үҙе!.. Ә ул үҙе иҫ киткес яҡшы күңелле, ҙур йөрәкле бер кеше ине. Ләкин тормош уны иҙгән, ватҡан, баҫып ҡалдырған. Уның тик балаларса саф, балаларса яҡты булған күҙҙәре генә ҡалған... Әлбиттә, ҡатыны, өйө бар, өйөндә биш балаһы бар. Ләкин ҡатыны ла, өйө лә үҙенеке түгел. Хатта эшләгән тракторы ла үҙенеке түгел: «Списать ителгән тракторға ултырттылар», – ти. «Тура әйткән туғанына ярамай, тигәндәй, председатель Камалов менән һүҙгә килешкәйнек», ти...

15 июль.
Кис Ахун ағай балаһын етәкләп беҙгә килде. Малайы Рафиз исемле, теремек, матур, бик «үҙ һүҙле» малай. Ҡулына уйынсыҡ та тотоп өйрәнмәгән. Салауаттың тишек башлы ҡурсағын тотҡас, бөтә донъяны онотто...
Ахун ағай килеүгә яртыны алып ҡуйғайныҡ. Ләкин ул бик эсмәй ҙә икән. Ярай әле, Марат килеп керҙе, бергәләп эстек. Һүҙ... мөхәббәт тураһында барҙы! Ахун ағайҙың бында бик күптән яратып йөрөгән Рауза исемле ҡыҙы бар икән. Әле шуның менән осрашырға һүҙ ҡуйышҡандар ҙа, шуға ашыға.
— Ниндәй ҡыҙ һуң ул? – тинек. Ә ул ҡыҙҙы ире бер балаһы менән ташлап киткән булып сыҡты. Ләкин был ғына мөхәббәтте юҡ итә алмай икән... Ләкин беҙ Ахун ағайға:
— Биш бала – биш ғүмер тураһында уйла, – тинек. Һәм был хаҡта бик етди итеп һөйләштек. Ғәжәп ҡыҙыҡ бер тарих ине был!..
Марат тороп ҡалды, ә беҙ, малайҙы етәкләп, «ҡыҙ» менән күрешергә киттек. «Ҡыҙ», балаһын етәкләп, беҙгә ҡаршы килә ине. Баҡсаға индек. Ә балалар бер ни белмәй, беҙҙең тирәлә оҙаҡ ҡына уйнап йөрөнө...

16 июль.
Надя менән магазиндарға йөрөп, өҫ-башҡа яңы костюмдар һатып алдыҡ. Ауылға яланғас ҡайтырға ярамай. Өҫ-башың әҙерәк кенә «әҙәм рәтле» булырға тейеш. Магазиндарҙа хәҙер йәнең ни теләй, шул бар. Ләкин беҙ йән теләгән нәмәләр тирәһендә оҙаҡ туҡтап тормайынса, кеҫә теләгәндәрен генә ҡараныҡ. Шулай ҙа хәҙер кеше күҙенә күренерлек булдыҡ шикелле... Юҡһа, «үҙе яҙыусы, үҙенең бер йүнле салбар ғынаһы ла юҡ» тип әйтеүсе кешеләр бер Мәймүнә апа ғына булмағандыр. Уларға барғанда, мин ни тиклем генә тубығымдағы ямауҙы ҡаплап ултырырға тырышһам да, ямауҙы йәшереп ҡала алмағанмын икән... Күргән тәки!.. Үҙемә әйтмәһә лә, Ахун ағайға әйткән. Кеше күңелеңде күрмәһә күрмәҫ, ә кейемеңде күрмәй ҡалмаҫ инде ул...
Ә Ахун ағай Чеховтың матурлыҡ тураһындағы фекерен иҫкә төшөрөп:
— Кейемеңде лә ҡарап йөрө, һин бит ауылға йәштәр араһында эшләргә ҡайтаһың, – тине. Дөрөҫ, хаҡ һүҙҙәр!..

1960

21 февраль.
Әҙәбиәттең бурысы.
Әҙәбиәттең бурысы – кешене кешелекле итеү, кешелә иң матур кешелек хистәрен уятыу, шул хистәрҙе тәрбиәләү һәм, шундай кешеләрҙе тыуҙырышып, иң бай, иң ғәҙел һәм матур кешелек йәмғиәтен төҙөшөү...
Кешене кешегә ярҙамсы, дуҫ һәм туған итергә теләү – шағирҙың иң ҙур теләге шул.
Шағирҙың төп бурысын Пушкин күптән әйткән: «И чувства добрые я лирой пробуждал».
Яңылыҡ тойғоһо. Һәр көн – яңылыҡ. Һәр көн – яңы асыш. Һәр көн – яңылыҡ өсөн көрәш. Мин артҡа ҡалам кеүек: яңылыҡты аҙ ишетәм, аҙ күрәм, аҙ беләм. Нисектер мин яй ҡуҙғалам...
Ә мине ашығыуҙа ғәйепләйҙәр! Район партконференцияһына килгән обком вәкиле Ғәйнуллин Миҙхәткә: «Ул былай бар нәмәгә тиҙ үтеп инә, ләкин бигерәк ҡайнар баш – бөтә нәмәне бер көндә төҙөмәксе була», – тигәндәр райкомда.
Был мине бер аҙ шатландыра ла һәм бик аптырата ла. Сөнки кешеләрҙең алға атлауын тотоп торған иң зарарлы нәмә – ул кешеләрҙең элеккесә, нисек күнегелгән, шулай уйлауҙары, шулай йәшәүҙәре, боронғо ғәҙәткә һуҡыр рәүештә буйһоноу.
Был – яңылыҡ тойғоһо етешмәү.
Быны кешеләрҙән йәшереү өсөн, аҡланыу өсөн улар: «Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ» йәки «Мәскәү ҙә тиҙ төҙөлмәгән» тигән мәҡәлгә ышыҡланалар. Мин Мәскәүҙә биш йыл йәшәнем, шунда Мәскәүҙең ни тиклем тиҙ үҙгәреүен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем: Мәскәү көн һайын йәшәрә. Кисен булмаған ағастар иртән инде әкиәттәге һымаҡ япраҡ ярырға бөрөләнеп ултыра!..
Шундай ваҡытта нисек итеп инде юрғаныңа ҡарап ҡына аяҡ һуҙырға кәрәк? Мәҡәлдәр контекста төрлө мәғәнә ала. Яңы контекста улар иҫкергән булып сыға. «Мәскәү ҙә тиҙ төҙөлмәгән» тигән мәҡәл бөгөн Мәскәү өсөн үткән заман тарихы ғына. Ә бөгөн уны «тиҙ төҙөлмәй» тип, хәҙерге заман ҡылымда әйтергә мин булдыра алмайым. Хәҙер ул йыл үҫәһен ай үҫә, ай үҫәһен көн үҫә!.. Һәм бөтә үҫештә лә – әлбиттә, бөтә яҡшы үҫештә – Мәскәү үҙе үк шуны талап итә бит.
Нисек итеп быны тоймаҫҡа?
Был минең күптән уйлап йөрөгән уйым. Һәм бына бөгөн «Комсомольская правда» газетаһында был уйҙы нығытып ҡуйыр, шуны башҡаларға еткерер өсөн, бик ҡыҙыҡлы миҫал:
«Мәскәү әкиәттәге кеүек тиҙ төҙөлә!» тигән миҫалды табып шатландым.
Хрущевтың Бхилай металлургия заводында совет һәм һинд белгестәре менән бик матур һөйләшеүе баҫылған.
Беҙҙәге төҙөлөш темпы хаҡында һөйләп, Хрущев уҙған 1959 йылда ғына Мәскәүҙә 2 млн 700 мең квадрат метр торлаҡ майҙаны төҙөлгәнен әйтә.
Был һандар теге мәҡәлде бөтөнләй юҡҡа сығара. Сөнки быйыл был һан 3 миллионға күтәреләсәк.
Ә революцияға тиклемге Мәскәүҙә бөтә торлаҡ майҙаны 11 миллион кв. м булған. Был төҙөлөш 800 йәшлек Мәскәү тарихының һигеҙ быуаты буйынса барған. Был өйҙәрҙең дә күбеһе ағастан булып, канализация-водопровод кеүек нәмәләр төшкә лә инеп сыҡмаған бит.
Шулай итеп, Мәскәүҙә һигеҙ быуат буйына 11 млн кв. метрлыҡ өй булһа, был хәҙер инде өс-дүрт йылда төҙөлә!..

10 март.
Яҙыусының тормош менән бәйләнеше тураһында уйлайым. Бөтәһе лә тормошсан яҙыусы булыу тураһында уйлай, бөтәһе лә тормошто белергә кәрәк, ти, бөтәһе лә был фекер менән риза. Бер кем дә тормоштан ситтә булырға, тимәй.
Был – һүҙҙәр! Әлбиттә, һүҙҙәр!
Һүҙ һөйләргә беҙ өйрәнгәнбеҙ.
Ә эшкә килгәндә инде – эш менән һүҙ араһында тәрән упҡын ята... Һүҙҙең эштән айырмаһы – ер менән күк айырмаһы...
Был айырманы, был упҡынды күрмәү өсөн төрлө-төрлө «бәйләнеш» теориялары уйлап сығаралар. Телдең һөйәге юҡ, был «бәйләнеште» төрлөсә «бәйләп» йыуанабыҙ. Ә тормошҡа килгән кеше юҡ. Бөтәһе лә үтелгәндәр тураһында иҫтәлектәр яҙа, бөтәһе лә үҙенең үткәне тураһында һоҡлана.
Йәштәр ҙә бала саҡтары тураһында мемуар яҙа... Ә иң ҙур бәхәстәре – рифма, ритм тураһында.
Юҡ, был тормош менән бәйләнеш түгел. Был бәйләнеш ҡатын-ҡыҙ менән өндә түгел, ә төштәге бәйләнеш кеүек кенә...
Ижади командировкалар, минеңсә, шул төштәге бәйләнеш өндәгеһенә оҡшағанмы, юҡмы икәнлеген белеү өсөн генә. Был тик күренеп торған нәмәләрҙе күреү өсөн генә... Ә күренеп торғандарҙы күреү, әлбиттә, еңел. Ә бына күренмәй торғанды күреү өсөн бер кешене көн һайын, төрлө хәлдә күрергә кәрәк. Шунда ла әле күреп бөтә алмайһың, күргән һайын әле уның бөтөнләй күренмәгән яҡтары асыла. Уның бөтә асылын асыу өсөн уның менән йәшәргә, эшләргә, хатта әрләшергә лә кәрәк бит.
Төҙөлгән тормоштоң бөтә тәрәнлеген, бөтә киңлеген, бөтә ауырлығын һәм шатлығын тойоу өсөн, уны үҙ ҡулдарың менән төҙөшөргә кәрәктер.
Бына был «ҡара эш» беҙҙең яҙыусыларға оҡшап етмәй. Шуның өсөн тормош менән бәйләнеш тураһында төрлө теориялар уйлап сығаралар ҙа инде. Бына шуның өсөн дә төрлө рифмалар, ритм һәм үлсәүҙәр тураһында бәхәсләшәләр ҙә.
Ә бит һин әгәр ҙә ысынлап та яҙыусы икәнһең, яҙмайынса булдыра алмайһың икән, үҙең яҙа торған дөрөҫлөктән – яңылыҡтан ситтә йәшәй алмайһың. Был яңылыҡты тик тормош үҙе генә бирә ала. Һәм ул уны шуға һыуһаған кешегә генә бирә... Рифмаларын да, ритмды ла ул үҙе бирә...
Әлбиттә, бында яҙыусының шул тормошҡа булған актив мөнәсәбәте лә бик мөһим. Һыу эсендә муйыныңдан кисеп тороп та, һыуһап тороуың мөмкин... Тап тал һымаҡ!
Быныһы инде – икенсе мәсьәлә.
Быныһы тормош эсендә булып та, унда тик күҙәтеүсе генә булып ҡалыу. Утрау кеүек бер урында ғына ла ҡуҙғалмай ятырға мөмкин. Был саҡта һин дөйөм ағышҡа тик тотҡарлыҡ ҡына булып ятаһың...
Бынан бер кемгә лә, зыяндан башҡа, файҙа юҡ.
Кешеләрҙең ҡайғыһы һинең үҙ ҡайғың, үҙ тормошоң булһын. Уларҙың шатлығы ла үҙеңдекенә әйләнһен. Бына шул саҡта ғына һин улар исеменән һөйләргә хаҡлыһың.
Ә кешелә һинең эшең булмаһа, ул саҡта ниндәй кеше һуң һин? Обыватель, мещан ғына һин!..

10 март.
Ниңә беҙҙең етәкселәр халыҡҡа ҡысҡыралар? Нимәне аңлата һуң был ҡысҡырыу? Ни бирә һуң был? Үҙенең кире яғын ғына бирә бит был. Шулай түгелме?
Халыҡ – күп кеше. Һин әгәр ҙә халыҡҡа төкөрөп ҡараһаң, ул да һиңә төкөрөп ҡараясаҡ. Һин бер төкөрһәң, күп кеше бер төкөргәндә генә лә күл төкөрөр, һәм һин күлдә батып ҡалырһың.
Шулай булғас, нисек итеп һин эскән ҡойоңа төкөрә алаһың?
Халыҡ күңеле ул күк йөҙө кеүек киң, сикһеҙ. Ә һин улай күккә ҡарап төкөрһәң, төкөрөгөң үҙеңдең йөҙөңә генә төшөр... Ә күк йөҙөн һин үҙеңдең төкөрөгөң менән ҡаплай алмаҫһың.
Көлкө был ҡысҡырыу, көсһөҙлөктән генә килә ул. Тәрән итеп уйламауҙан, тәрән итеп тоймауҙан килә. Балалыҡ был. Бала ауыртынһа, ҡысҡыра. Ә оло кеше ауыр булғанда ла түҙә, сабыр була. Сөнки ҡысҡырыуҙан бер ниндәй ҙә мәғәнә юҡ.
Халыҡ менән иҫәпләшмәйһең икән, ул да һинең менән иҫәпләшеп тормай. Һин уның алдында хаҡты эшлә, хаҡ эште халыҡ яҡлай.
Халыҡтан айырылдыңмы, тимәк, хаҡлыҡтан айырылдың тигән һүҙ.
Бына шуны беҙҙең етәкселәр бик ныҡ онотоп китәләр. Әйтерһең улар – халыҡ өсөн түгел, ә халыҡ улар өсөн йәшәй.
Юҡ, былай баш түбән уйлауҙан, ултырған ерең менән генә уйлауҙан бер ниндәй ҙә эш барып сыҡмай. Бындай етәкселәрҙең кәрәге лә юҡ. Был тик етәксе исемен бысрата ғына...
Тағын бер мәсьәлә борсой. Был уҡытыусылар мәсьәләһе – ни өсөн уҡытыусыларҙың күбеһе уҡытыусы түгел? Тәбиғәте менән уҡытыусы булмаған кешеләр хәҙер сусҡа тубығынан, ә ысын күңелдән бөтә йөрәген биреп эшләгән уҡытыусылар аҙыраҡ.
Мәктәптә балаларҙы уҡыталар, ә уларҙың ата-әсәләрен уҡытмайҙар. Ә был ата-әсәләр бит – халыҡ! Ниңә улар халыҡ араһында эшләмәйҙәр? Уҡытыу эше бит дөйөм халыҡ эше!
Әгәр ҙә уҡытыу дөйөм халыҡ эше түгел икән, был бит мәғәнәһеҙ эш... Иләк менән һыу ташыу...
Сөнки бала мәктәптә бер һүҙ ишетә, ә өйҙә икенсе төрлө эшләй. Был бит һүҙҙең эштән айырылыуы, уҡыуҙың тормоштан айырылыуы.
Әгәр ҙә уҡытыусы мәктәптән тыш та эшләмәй икән, ул уҡытыусы түгел. Уҡытыусы түгел икән, ниңә уларҙың ҡулына киләсәктең яҙмышын тапшырып ҡуйырға? Был енәйәт бит, уйлаһаң... Балаларҙы боҙоу ғына. Сөнки бала күҙе, бала күңеле иң элек уҡытыусының үҙенән өйрәнә, унан үрнәк ала. Ә ул ҡойоп ҡуйған мещан икән, ниңә ул шундай яуаплы эштә ҡалдырыла?..
Ҡыҙыҡ хәл. Бик ҡыҙыҡ!..
Беҙҙә бит хәҙер күп уҡытыусылар хосуси милексегә әйләнгән. Дәүләттән аҡса ла ала, үҙендә лә бөтөн бер хужалыҡ алып бара... Үҙ өҫтөндә эшләргә, үҙенең эше тураһында уйларға ваҡыт та ҡалмай уға. Ул мал аҫрап, әйбер йыйып, мал һәм әйберҙәр ҡоло булып йәшәй. Шуның өсөн уның авторитеты ла юҡ.

11 март.
Ултыра торғас, төнгө сәғәт 3-сө ярты ла булып китте. Тышҡа сыҡтым. Көндөҙгө ел баҫылған. Ап-аяҙ айлы төн... Шундай матур айлы төндәрҙе күпме күргәнем бар инде – ләкин һәр бер төн үҙенсә матур. Йондоҙҙар шундай бейек бөгөн – шундай яҡтылыҡ артында хатта уларҙың барлығы ла тойолмай. Йондоҙҙар бар инеме, юҡмы, хатта иҫләмәнем дә. Күк йөҙө бик юғары күтәрелеп киткән кеүек. Тик ай ғына үҙ урынында. Ап-аҡ ҡар һәм ап-аҡ күгелйем төҫлө. Айҙың һул яғынан йомшаҡ ҡына, татлы, еңел генә серем иткән кеүек, шыйыҡ аҡ томан булып бер болот һалынып төшкән. Әйтерһең муйыл сәскәһенән бер генә тәлгәш... аҫылынып, елберҙәп тора...
Ғәжәп бер шатлыҡлы яҡтылыҡ. Күңелдә лә шул яҡтылыҡ. Овечкиндың «Үҙ ҡулдары менән» тигәнен дә уҡып сыҡтым... Шәп!..

12 март.
Көҫәпәйҙән Ғиниәт ағай үҙен «Крокодил»ға төшөргәнде ишетеп килеп тә етте.
— Ҡара әле, Ғарипов ҡустым, – ти. – Яҙыуын яҙғанһың да, политик яҡтан бик дөрөҫ түгел бит әле. Мин ҡарт ҡына көйөмә наҙан ғына башым менән бөтә эште алып барам, ә бына шул «Крокодил» хәҙер бөтөн ауылға таралған, халыҡ төрлөсә һөйләй. «Ғиниәт ағай, һине анда үтергәндәр», тиҙәр. Шулай итеп, нисек инде бригадирҙың авторитеты булһын, күҙҙән төшә бит кеше. Ә мин яманмы-яҡшымы шул колхоз тип һөрәләнеп йөрөп ятҡан булам...
— Бына шул һөйрәлеү тураһында әйтелгән дә инде, Ғиниәт ағай, – тим. – Бер ҙә һине тәнҡитләйһе килмәй ҙә бит ни, тәнҡитләргә тура килә. Фермаңда эш шәптән түгел бит. Иғтибар итеп еткермәйһең. Былтыр өс йөҙҙән ашыу сусҡа үлгән, ә быйыл ун алты... Әле бөгөн төндә тағы бер сусҡағыҙ үлгән. Фактмы?
— Әй, ул ауырыу бер сусҡа балаһы ине лә...
— Ниңә ауырыу? Тыуғанда ауырып тыумағандыр бит, ә үлгәндә – ауырып үлгән...
— Мин барып үтермәгән дә аны.
— Һин бит бригадир – үлтертмә! Мин бит һин үтергәнһең тип яҙманым, һеҙҙең ферма тип яҙғанмын.
— Ә әнэ кунный дувырҙа «сусҡам быйыл ун алты баштан да артыҡ үлмәһә, исемем Ғиниәт булмаһын» тип әйткән тип һөйҙәйҙәр бит.
— Нишләп улай булһын, киреһенсә, шул «ун алты баштан да артһа...» тиелгән дә инде. Бына шунан артыҡ үлтертмә!.. Әйҙә, сығып уҡып ҡарайыҡ.
— Әйҙә...
Парткомдан сығып стенала элеүле торған «Крокодил»дың «Көҫәпәй ҡайғылары»н уҡып күрһәттем.
— Шулаймы?
— Шулай инде лә...
— Шулай булғас, бына быныһын да тыңлап ҡара, тәнҡит тураһында ла әйтелгән. Файҙалы быныһы ла, – тип «Тәнҡиткә – тәнҡит» шиғырын да уҡып сыҡтым. – Бына шулай, Ғиниәт ағай, ауыҙың әҙерәк ҡыйыш икән, көҙгөгә үпкәләмә...
Ҡарт бер һүҙ ҙә әйтә алманы – бирелде. Ләкин һүҙҙе бик ауырға алды. Газета тирәһенә йыйылған халыҡтан тиҙ генә ситкә китеп, Ғөбәй ағайҙың бүлмәһенә кереп китте.
Шунда торған Ғәббәсова Ира:
— Ҡайҙа, берәйегеҙҙә ҡәләм юҡмы? – тип, минән ҡәләм алды ла «Көҫәпәй ҡайғылары»н күсереп яҙырға тотондо...
Мин Күҙәгә киттем. Ләкин йыйылыш тағы тороп ҡалды. Арҡауылға уйынға сыҡҡандар. Юлай менән һөйләшеп ултырҙыҡ. Күҙә бригадирында ла шул уҡ хәл. Эш көсө етешмәй, ҡатын-ҡыҙ эшләмәй. Хеҙмәт көнөнә иген дә, аҡса ла юҡ.
— Бына үҙем инде 6 айға 50 һум аҡса алдым ни бары, – ти Юлай. – Шунан нисек эшләгең килһен инде. Талпынып-талпынып ҡараным да, булмай инде...
Бөтә бригадаларҙағы кеүек үк шул уҡ һүҙҙәр, шул уҡ мәсьәләләр.
Орлоҡ юҡ. Туңға ни бары 300 га ер һөрөлгән. Яңынан 500 га һөрөп сәсәһе бар. Ә бөтәһе 125 эш көсө бар (63 ир, 62 ҡатын). Уларҙың да күбеһе штатлы эштә – фермала һәм башҡа урындарҙа. Ә бригадала эшләүсе ҡыҙҙарҙан ни бары бер генә ҡыҙ ҡалған!.. Бигерәк тә орлоҡ аяҡтан йыға. Орлоҡ алыштырыуҙа көҙ машиналар буш ҡайтһа, хәҙер тракторҙар буш бара. Иҫәпләп ҡараныҡ: был «эшкә» Күҙә фермаһының ике айлыҡ һөтө бушҡа түгелә...
Ат һарайында ла шул хаҡта һөйләшеп ултырҙыҡ. Бөтәһе лә бушҡа эшләйбеҙ тип зарлана. Совхоз булыуы-булмауы тураһында һорашалар.
— Шул совхоз ғына ҡотҡармаһа, бүтәнсә ышаныс ҡалманы, – тиҙәр.
— Сабитов директор була, имеш, тип һөйләйҙәр, шул дөрөҫмө икән?
— Кинзин кем булып ҡалыр икән?
Бына шундай һорауҙарҙы бирәләр. Аптырайһың – был хәбәрҙе ҡайҙан ишетеп өлгөргәндәр, ҡайҙан белгәндәр тиң әле... Өйөңдәген күршеңдән барып һора тигәндәй, идаралағы яңылыҡтарҙы бригадаға сығып ҡына бел. Ә идарала был хаҡта теләр-теләмәҫ кенә, сер һаҡлап ҡына, быш-быш теле менән генә һөйләшәләр.
Ләкин бригадаларҙа бөтәһен дә белеп торалар! Күрәһең, бөтә көткән нәмәләре шул булғас, белмәй мөмкин дә түгелдер... Совхоз булыуын совет власын көткән кеүек көтәләр!..
Бынан һығымта шул: беҙҙең замандың әйҙәүсе сәғәте Мәскәүҙә икән, үҙеңдең ғүмер сәғәтеңде шул сәғәт менән дөрөҫлә!.. Сөнки ул сәғәт һәр кемдең сәғәтенә бәйләнгән.
Быны хатта биш йәшлек балалар ҙа белә: улым Салауаттың дүрт йәше тулып бишкә китте.
— Салауат, һиңә нисә йәш? – тиһәң, ул ҡулын юғары күтәреп, биш бармағын тарбайтып ебәргән була.
Бына был бала ла «Кремль сәғәте» тип шиғыр һөйләй. Был уның ятҡа белгән тәүге шиғыры. Быйыл ул, дүрт йәше тулғанда, көн һайын тиерлек балалар баҡсаһынан яңы шиғырҙар отоп ҡайта башланы. Ләкин уның ата-әсәһен шатландырған тәүге шиғыры бына ошо сәғәт тураһында:
Кремль сәғәте
Тора бейектә.
Ул әйтә беҙгә:
«Хәйерле иртә!..»
Был юлдарға мин әллә күпме тарихи мәғәнә һалам һәм улым миңә донъялағы иң бөйөк шиғырҙы һөйләгән кеүек. Белмәйем, был шиғырҙың авторы кем? Хәйер, был әллә ни мөһим дә түгел. Ул үҙе бер баланың атаһы был хаҡта уйланып, әллә ниндәй фәлсәфәләр аҡтарып ултырыр тип башына ла килтермәгәндер.
Яҡшы шиғыр!
Бына Салауат әсәһе менән кино ҡарап ҡайтты.
— Салауат, – тим һалҡында бите, танауы ҡыҙарып ҡайтҡан малайға, – йә, «Кремль сәғәтен» һөйлә әле.
— Ниңә? – ти әсәһе, аптырап.
— Мин шул хаҡта яҙып ултырам.
— Йә, һөйлә улайһа.
Улым һөйләй ҙә бирә:
Кремль сәғәте
Һуға бейектә.
Ул әйтә беҙгә:
«Хәйерле иртә!..»
Мин яңылышҡанмын икән әле: «Кремль сәғәте тора бейектә» түгел, ә «һуға бейектә» икән... Ысынлап та, ул бит тормай, ә һуға!..
Сәғәттең эленеп тороуы ғына етмәй, һуғыуы кәрәк уның!
Улым атаһын төҙәтә!
Һәм бына ул яныма килде лә янып торған (ҡара янып торған) ике йондоҙҡайы менән бик талапсан итеп, ләкин бышылдап ҡына:
— Ҡағыҙ бир, атай, – ти.
Мин ишетмәгән кеше булам, ә ул һаман:
— Ҡағыҙ, ҡағыҙ... – тип бышылдай.
Ниндәй саф уның был һорауы! Аҡ ҡағыҙ ул – бала күңеле, тип тиккә генә әйтмәгәндәр. Был ҡағыҙға ни яҙһаң, шуны уҡырһың...
— Ике ҡағыҙ бирҙең дә, – ти улым.
— Ә һиңә берәү генә кәрәкме?
— Берәү... ә юҡ... икәү кәрәк.
— Бына икәүҙе бирҙем инде.
— Ә мин бына ҡәләмдәрҙе юғалтманым, – тип ҡысҡырып, шатланып китте ул. Һәм ултырғыста ултырған яҙыу машинкаһының төймәһенә бәләкәй генә ҡыҙыл бармағы менән ҡағылып алды ла икенсе ултырғысҡа ҡағыҙҙарын, ҡәләмдәрен илтеп һалды. Буяу ҡәләмдәре менән ҡатлап-ҡатлап ул хәҙер үҙе белгән иң тәүге ике хәреф менән иң тәүге һүҙен яҙа: МАМА.
Был әҫәрен яҙыу өҫтөндә инде ул бер нисә көн ижад ғазабы кисерә – ҡәләме бик буйһоноп етмәй уның фантазияһына. Баҫып та яҙып ҡарай, сүгеп тә яҙып ҡарай, ләкин үҙенең эше менән һис тә ҡәнәғәт булып етмәй. Ижад оҫталығы бына шул ижади ҡәнәғәтһеҙлектән башланалыр ҙа инде. Ике хәрефте кире лә төшөрөп ҡуя.
— Быныһы насар... – ти улым.
— Ә бына шул дөрөҫ, – ти әсәһе.
Мин дә барып ҡарайым: дөрөҫ!
— Һин буталманыңмы? – тим.
— Юҡ, үҙе яҙҙы! – ти әсәһе.
Ысынлап та, әсәһе ябай ҡәләм менән һыҙып биргән ике буй һыҙыҡ араһында йәшел ҡәләм менән ярайһы уҡ төҙөк ташҡа баҫмалы хәрефтәр менән «Мама» тип яҙылған. Тик бәләкәй генә яңылышлыҡ килеп сыҡҡан: һуңғы «А»ның өҫтөнә – «А» тип тағы бер бәләкәйерәк бала «а» өҫтәлгән. Ни әйтһәң дә, бала инде. Шунда уның бөтә матурлығы. Әсәһе лә һөйөнөп йылмайып ҡарап тора. Ышаныс ҙур: тиҙҙән ул «атай» тигән әҫәрен дә ижад итәсәк.
Бына ғүмер!..
Әле генә мин үҙем шулай яҙа инем. Төрлө ҡәләмдәр менән яҙылған лозунгылар менән бөтә стеналарҙы йәбештереп бөтөрә торғайным. Бының өсөн инәйҙән эләккәне лә бар.
Бына хәҙер үҙ балаң үҙеңде ҡабатлай, ләкин унда яңылыҡ тойғоһо күберәк. Уның телендә инде «ракета» һүҙе лә бар...
Ләкин оло кешеләргә ниңә бына ошо яңылыҡ тойғоһо, заман тойғоһо етешмәй икән? Иң ғазаплаған нәмә ошо...
Кисә Мәхмүткә «Нимә ул мещанлыҡ?» тигән темаға лекция яһарға киттем. Үткән көн генә Зарипова килгәйне. Уға, бик оҙаҡ һөйләшеп, бәхәсләшеп ултырғандан һуң, Мәхмүткә барып йыйылыш үткәрергә һүҙ биреп ҡалғайным. Ләкин бик ҡаты буран сығып китте. Етмәһә, ат та юҡ. Сәйфуллин ҡунаҡҡа тип атты Таймыйға егеп китте. Ат хәҙер минең ҡулға күскәс, мин үҙе кеүек түрә булып торманым, кеше һиңә таш менән орһа ла, һин уға аш менән ор, тигәндәй, үҙемә ат кәрәк булһа ла, бирҙем дә ебәрҙем. Көн кискә табан ине инде. Буран һаман нығыраҡ ҡотора башланы. Шулай ҙа әйткән һүҙҙе боҙоп булмай – киттем. Барғансы йырлап барҙым... Был – яҡшы түгелме? Шул буранды еңеү ҙә шатлыҡ кешегә. Ә берәүгә был бик сәйер тойола. Үҙемдең кейәүем – Урал, a/с председателе:
— Ниңә шундай буранда йәйәүләп Мәхмүткә барып йөрөгән була? – тип, Надяға үҙенең өҫтөнлөгөн белдергән. Ҡатын аңлатып биргән, ләкин ул аңламаған.
Мин, әлбиттә, председатель кейәүҙең минең арттан аты менән барып етеүен теләмәйем, ләкин уның минең уйға теләктәш булыуын теләр инем. Ә ул көлгән дә ҡуйған. Бер ул ғына түгел, башҡалар ҙа шулай мыҫҡыллы бер көлөү менән ҡарай. Был, нисектер, бик обывателдәрсә килеп сыға.
Лекция бик ауыр, киң темаға булһа ла, яҡшы үтте, буғай. Оҙаҡ һөйләйем, ләкин һөйләп бөткәс тә бик оҙаҡ һөйләшергә, бик күп һорауҙарға яуап ҡайтарырға тура килде. Нисек китап уҡыу тураһында ла, Клим Самгин тураһында ла, тел, әҙәбиәт, яҙыусыларҙың нисек яҙыуы тураһында ла, Маленков һәм Молотовтар, колхоз эштәре, хатта... тауыҡтар тураһында ла һөйләштек.
Ә һорауға яуап биреү ҡыҙыҡлыраҡ та, күңеллерәк тә. Ҡыҫҡаһы – был эштән ҡәнәғәт булып ҡалдым.
Был лекцияны тыңлағанда уларҙа яҙған лекцияның да эҙе ҡалған кеүек. Тик Ҡаҙыев Тимербай ағай – бригадир үҙе килмәне.
Иртән буран баҫылғайны инде. Көн ҡатырып һыуытып ебәргән – салт аяҙ һыуыҡ. Ҡайтҡанда юл ыңғайына Арҡауыл фермаһына кереп сыҡтым.
Эштәр хөрт. Ҙур бер ата сусҡаны келәт араһында ҡыҫтырып үлтергәндәр. Завферма Искәндәр ағай сусҡа ҡараусыларға он таратып ята ине. Ҡыҙҙар ҙур-ҙур тоҡтарҙы күтәреп он ташыйҙар. Бөтөнләй ҡыҙҙар эше.
— Шунан, хәлдәр нисек? – тим Искәндәр ағайға.
— Насар, – ти Искәндәр ағай, – сусҡаларға бына тик он ғына болғап ашатабыҙ. Был Хөснуллин менән аптырап бөттө инде кеше. Бесән килтертмәй, бәрәңге юҡ, дробилкаға кеше лә бүлмәй. Әллә нишләп йөрөй... Аптыраш инде был бригада менән.
Сусҡа аҙбарына индем.
Һәр бағанала тиерлек ҡыҙыл плакаттар эленеп тора. Йөкләмәләр яҙылған. Шул йөкләмәләр аҫтында теге ҙур сусҡаны тунап яталар. Ярҙай ҙур бер сусҡа! Ике центнер самаһы булыр...
Созин Петр менән Ҡәнзәфәр Хафизов тунай, Ҡәүи Хафизов тотоп тора. Созин ҡарауылсы Таһир ҡарттың фермала булмауына һылтана.
— Төндә дүрт ҡабат эҙләп барҙым, юҡ ине, һуйырға бысаҡ та үткерләп ҡуйҙым, начальство булмағас, нисек итеп һуяһың? Сәғәт төнгө 12-ләрҙә үлде, – ти. Ә Ҡәүи бөтөнләй икенсе төрлө һөйләй.
— Ул сусҡаны көндөҙ үк тартып сығарҙыҡ – вис ҡанға туҙып бөткәйне, – ти.
Ҡыҙыҡ килеп сыға!..
Быны асыҡларға кәрәк булыр. Кем ғәйепле – шул үҙе күтәрһен.
Ҡыҙыл мөйөшкә индем.
Рәмилә Ғәниева менән Әхмәрова Мәрйәм йылынып ултыралар. Бүлмәлә бысраҡ, иҙән сүп-сар менән тулған. Дежурный юҡ. Газета подшивкалары йолҡоноп бөткән. Бына һиңә ҡыҙыл мөйөш!
Ҡыҙҙарҙы ныҡ ҡына оялтып алдым. Үҙҙәренә лә уңайһыҙ булып китте. Быҙауҙар янына сыҡтыҡ.
Быҙау аҙбары тишек-тошоҡ. Бер яҡҡа ҡыйшайып тора. Бысраҡ. Алдарында ашарҙарына ла юҡ малдарҙың. Өшөп, дуға кеүек кәкрәйеп, дер-дер ҡалтырап торалар.
— Ашарға һалдығыҙмы? – тим.
— Һалғайныҡ, – тиҙәр.
— Һалғас, ҡайҙа? Ас торалар бит?..
— Ашап бөтөргәндәр.
— Эсерҙегеҙме һуң?
— Юҡ эле...
— Нисек эсерәһегеҙ? Йылғананмы?
— Әлегә йылғанан эсерә инек...
— Юҡ, бындай һыуыҡта йылғанан эсерһәгеҙ, быҙауһыҙ ҡалырһығыҙ. Давай, йылытып эсерегеҙ. Өйҙә бит үҙегеҙ йылытып эсерәһегеҙ!..
Өндәшмәйҙәр комсомолкаларым.
— Нимә ашатаһығыҙ? – тим.
— Бесәндән башҡа бер ни ҙә юҡ быйыл. Концентрат бирмәйҙәр. Сусҡаларға ғына, – тип зарлана ҡыҙҙар.
— Улай булғас, нисек итеп привесығыҙ булһын?
— Привес юҡ инде, үлмәйенсә ҡыш сыҡһалар, шул инде.
— Ә ниңә шул хаҡта давайлашып парткомға, председателгә бармайһығыҙ?
— Улар беҙҙең менән һөйләшеп торалар ти ҙә... Барһаң, баҡырталар ҙа сығаралар инде.
— Ә ниңә комскомитетҡа килмәйһегеҙ? Һеҙгә бит һуғышырға кәрәк малдарығыҙ өсөн! Ниңә әйткәнде генә көтөп тораһығыҙ? Ә үҙегеҙ ана ете йыллыҡты дүрт йылда эшләйбеҙ, тип яҙып ҡуйғанһығыҙ. Былай бит ун дүрт йылда ла эш сыҡмаҫ...
— Сыҡмай инде.
— Ә ниңә малдарығыҙҙың йөнө ҡойолоп бөткән?
— Лишай...
— Фельдшер килмәйме?
— Килһә лә – дарыуы булмағас ни... Бер көн килеп һөртөп киткәйне лә...
— Ә үҙегеҙ һөртмәйһегеҙме?
— Беҙ ни фиршел түгел дә...
— Ниңә, тимерәү-ҡорсаңғыға дарыу һөртөү өсөн фельдшер булыр кәрәкме? Һорашығыҙ, белегеҙ, үҙегеҙ эшләгеҙ. Юҡ, былай эш барып сыҡмай.
Бына шундай хәлдәр фермала.

13 март.
Клубта уҡытыусыларҙың концерты булды. Надя ла ҡатнашты. Гоголдең «Май төнө»нән бер өҙөк һәм Г. Молодцовтың «Салауат йыры»н һөйләне. Фәниә менән бергә ҡушлап йыр ҙа йырланы. Яҡшы!.. Мин эстән генә борсолоп та, ғорурланып та ултырҙым.
Ҡайтҡанда ут тураһында һөйләштек. Надяның ут тураһында мәҡәләһе стенгазетала сыҡҡас, ут нормаль яна башланы.
— Шулай ҙа беҙҙең һүҙгә ҡолаҡ һалалар, – тип ҡуйҙы Надя.
Сәй эстек тә, Салауатты йоҡларға һалып, Надя Овечкинды уҡырға, э мин көндәлек яҙырға – уйланырға ултырҙым. Бөгөн төшкә тиклем Овечкиндың «Бер колхозда» тигән очеркын уҡып сыҡтым. Ғәжәп, ни өсөн һуң мин элек уҡымағанмын икән уны?! Һәр бер бригадир, һәр бер председатель, һәр бер райком секретары белһен ине был хаҡта...
Ни өсөн совхоз?
Был хаҡта Мартынов һорай.
Етмеш йәшлек Тихон Андроныч Ступаков ҡарт уға:
«— Һуң унда яҡшыраҡ бит, иптәш Мартынов. Билдәле хеҙмәт хаҡы. Ә колхозда хеҙмәт көнөнә ни нәмә алырыңды алдан белмәйһең», – ти... «Колхоз насар председателдән күргән зарарға ҡарағанда, совхоз насар директорҙан аҙыраҡ зарар күрә. Унда ни генә булһа ла эшсе үҙенең хеҙмәт хаҡын ала. Фәлән ҡәҙәре эшләгәнһең икән, фәлән ҡәҙәре аҡса ал да магазинға бар, шул аҡсаға икмәк ал, ярма, май – үҙеңә ни кәрәкһә, шуны ал. Контора хеҙмәт хаҡын тота икән – суд бар, профсоюз бар, эшсе халыҡты яҡлайҙар. Ә колхозда – ни сәсһәң, шуны ураһың. Председателлеккә бер йүнһеҙ, ахмаҡ килеп эләгә икән, ул хужалыҡты ла бөлгөнлөккә алып бара, кешеләрҙе лә икмәкһеҙ ҡалдыра. Етмәһә, бергә сәсһәң, әллә ни эш тә ҡыра алмаҫһың, тип йыуатам үҙемде. Нимә эшләргә кәрәк икәнен минән башҡа ла беләләр, тимен. Унан һуң был Таймый халҡының бик һауалы, маҡтансығыраҡ, башҡорттарҙы нисектер кәм күреп, түбәнһетеп, уларға көлөп ҡараған булыуын тойоуҙан нисектер күңел дә тартмай. Нишләптер был Атау татарҙарын башҡорттар ҙа бик һөйөп етмәй кеүек. Мәхмүттән Таймыйға киткән юлды Мәхмүт халҡы ниндәйҙер бер түбәнһеткес интонация менән «Татар юлы» тип атай. Һәр ике араның тел төбөндә бер-береһен ек күреү кеүек нәмә ята. Таймый халҡы үҙен бик егәрле, уңған, тырыш һәм башҡорттарға ҡарағанда байтаҡ өҫтөн итеп күрә, үҙе тирәһендәге ауылдарҙағы халыҡты ялҡау, эшкә булдыҡһыҙ һәм ғәмһеҙ башҡорт итеп, мыҫҡыллы бер көлөү менән ҡарай. Ҡыҫҡаһы, борон-борондан килгән ниндәйҙер ҡаршылыҡ, хәл ителмәгән мәсьәлә бар. Атау татарҙарынан башҡорт ауылдарына килен булып төшкән ҡатын-ҡыҙ һәр бер ауылда ла тиерлек бар, ләкин Таймыйға килен булып төшкәндәрҙе мин белмәйем. Ни өсөн был шулайҙыр, белмәйем. Унан һуң был килендәрҙең күбеһе, Атау телен ташлап, башҡортса ғына һөйләшәләр һәм Таймый халҡын яратып та бөтмәйҙәр кеүек. Мин бәләкәй саҡта уҡ әле беҙҙең күршеләге Атауҙан төшкән Сәмсинур әбей үҙҙәренә Таймый кешеләре килһә, беҙгә йомош-фәләнгә кереп сыҡҡанда: «Татарҙар килеп төштө әле», – ти торғайны. Әйтерһең, үҙе шул ауылдың ҡыҙы булмаған... Хәҙер шуларҙы уйлап ҡараһаң – бик ҡыҙыҡ. Был күренеш хәҙер ҙә бар, тик хәҙерге килендәр бик ныҡ башҡортлашып китмәйҙәр, телдәрен ныҡ тоталар, ә инде ирҙәре менән бик ныҡ әрләшеп китһәләр, ирҙәрен «башҡорт» тип әрләйҙәр.
Бына шул ниндәйҙер «бүленмәй ҡалған мал» кеүек, ике арала ҡаршылыҡ тыуҙырып килгән бик боронғо бер нәмә минең күңелгә бәләкәй саҡтан уҡ һеңеп ҡалған да, хатта Таймый ауылына барып инеүе хәҙер ҙә әле бына ошо сана табанын тотоп ятҡан ҡоро, үткер һыҡы ҡар һалҡынлығы булып тойола миңә... Был тойғоно хатта яҙып аңлатыуы ла ҡыйын. Ләкин башҡа яҡтарҙағы татар ауылдарында булғанда, мин быны тоймайым.
Радио индерелде – радио ватылып та өлгөргән – саҡ-саҡ ҡына ишетелеп тора. Шырпы эсендәге себен һымаҡ.
Ут та индерелде – кемдер лампочканы бороп алып сыҡҡан.
«Совет Башҡортостаны», «Октябрь юлы» газеталары килеп тора, ләкин уларҙы тәмәке төрөргә өҙөп-йолҡоп бөтөрәләр.
Бер ниндәй ҙә агитмассовый, аңлатыу-тәрбиә эше алып барылмай.
Бында мин дә ғәйепле, әлбиттә.
Ләкин бында комсомолдарҙан башҡа, ферма мөдире коммунист Искәндәр ағай бар. Ул ни ҡарай?
Фермала комсомол группоргы бар. Ә ул ни эшләй? Билгеһеҙ.
Арҡауыл комсомол ойошмаһының секретары – партия членлығына кандидат иптәш Фәйзуллин бар. Ул да телмәр һөйләү, зарланыу менән генә сикләнә. Ә бригадирҙар өсөн комсомол бөтөнләй юҡ.

16 март.
Фән һәм поэзия
Был темаға ярһып-ярһып, әрнеп-әрнеп бәхәсләшәләр. Был бәхәскә мин дә ҡолаҡ һалам, уҡыйым, әсемдән генә үҙ-үҙем менән бәхәсләшәм.
Был бәхәстә фән өҫтөнлөк алырға тырыша. Замандың талабы шулай тиҙәр. Ләкин нығытып уйлап ҡараһаң, бер ҙә көйөнөр урын юҡ. Ҡайһы берәүҙәрҙең поэзияны кешелек тормошонан ырғытып ташлауҙары миңә хатта көлкө булып тойола.
Ниңә йөрәкте баштан айырырға?
Фән һәм поэзия – бер-береһенән башҡа йәшәй алмай, минеңсә. Тәү ҡарашҡа, улар араһында ер менән күк айырмаһы бар кеүек. Уйлаһаң, улай түгел. Хыял, шиғыр, йыр – фәнгә ҡанат ҡуя. Фән тик шул ҡанаттары менән генә айға оса. Сөнки кеше хыялы айға күптән менгән. Ракета әле барып та етмәй, ә кеше хыялы күптән инде айҙы яулап алған була. Ракета әле юлда, ә халыҡ телендә инде анекдоттар, йырҙар, мәҡәлдәр... Шағирҙар айҙы бынан әллә нисә мең йылдар элек яулағандар, ә ғалимдар уға яңы ғына барып етте. Бөтә фәнни ҡаҙаныштар, хәҙерге фән еңеүҙәре халыҡтың әкиәттәрендә күптән инде тормошҡа ашҡан булған бит... Был поэзия түгелме һуң?
Сәнғәт – гармония.
Фәндең әле бындай гармонияға ирешә алғаны юҡ. Фән әле үҙе ҡапма-ҡаршылыҡлы. Фәнгә әгәр ҙә гармония ҡатышмаһа, ул үҙен-үҙе юҡ итергә лә мөмкин. Фән атом бомбаһын уйлап сығарҙы, ләкин бөтә атом бомбаларын юҡ итерлек нәмә уйлап сығарғаны юҡ әле... Бының менән политика, поэзия, сәнғәт, кешенең һүҙе көрәшә. Әгәр ҙә шул көрәш булмаһа, фән үҙ-үҙен юҡ итеү ахмаҡлығына барып етергә мөмкин!
Фән Марксҡа тиклем донъяны аңлатып ҡына килде, ләкин донъяны үҙгәртеп ҡороу фәне тәбиғәт фәне түгел, ә кешелек фәне (гуманитар) фән булды һәм бөтә фәндәрҙең фәненә әйләнде. Был фән бөтә фәндәрҙе күҙле итте, уларға үҙҙәренең тәбиғәтен, ҡаршылығын асып бирҙе.
Ҡыҙыҡ – ни өсөн һуң был бәхәсте бәхәс фәненән башҡа – диалектиканан тыш суфыйҙар бәхәсе кеүек алып баралар? Аптырарһың!
Тәбиғәт фәндәренең үҫеше менән кеше ғорурланырға хаҡлы бөгөн. Ләкин мин, тере кеше була тороп, күктә осҡан ер юлдашына һоҡланам икән, нисек итеп тротуар боҙон тумырып йөрөгән тимер ломға күҙ йомайым ти? Шул ломды ҡатын-ҡыҙ ҡулында күреп, нисек итеп йөрәгең һыҙланмаһын?..
Тәбиғәт фәне ғәләм киңлектәренә оса икән, ул әгәр ҙә ер өҫтөндәге шул таш быуаттан ҡалған ломдарҙы күрмәһә, мин әле уны һуҡыр тип иҫәпләр инем. Ә уны бына кешелек фәне күрә һәм был ҡаршылыҡты төҙәтеү өсөн тәбиғәт фәненән уның аҡыллы булыуын, күңел күҙле булыуын талап итә. Сөнки сәнғәт өсөн сәнғәт мәғәнәһеҙ булған кеүек, фәндең фән өсөн булыуы ла мәғәнәһеҙ.
Йондоҙҙарға ынтылыу беҙҙең өсөн үҙмаҡсат (самоцель) түгел, Айға беҙ Еребеҙ өсөн, ерҙәге кеше бәхете өсөн, бөтә яҡтан да азат, матур, ғорур кеше өсөн, уның гармониялы киләсәге өсөн менәсәкбеҙ.
Фән – поэзияның ялсыһы ғына ул. Әлбиттә, мин был төшөнсәләрҙе артыҡ ябайлаштырып әйтәм, ләкин, нигеҙҙә, был фәнни ҡараш. Сөнки тиккә генә айға кешелектең иң матур шиғри символы ебәрелмәгән...
Бер фән икенсе фәнде тыуҙыра. Киләсәктә фәндәр бер-береһенән айырылып сығып, тағын да нығыраҡ үҫәсәк. Бына шул үҫешкә таянып, кеше иң ҙур шағир буласаҡ та инде. Шулай булғас, бөтә кешеләргә лә уртаҡ фән ул кешелек фәне, гуманитар фән буласаҡ тип уйларға кәрәк.
Математик символдар бөтә кешегә аңлайышлы ураҡ-сүкеш символына хеҙмәт итәләр.

25 март.
Кем иҫерек?
Ысынлап та, кем иҫерек һуң?
Әле генә күргән күренештән һуң, күңелде ошо һорау ғазаплай. Күңел өшөткөс күренеш был.
Әйтерһең дә, мин иҫерек!.. Бик ҡаты эсеп иҫергәнмен дә, бер аҙ айный төшкәс, үҙемдең бик күп енәйәттәр эшләп ташлағанымды тойған кеше хәлендәмен кеүек. Оят та, ҡурҡыныс та, көлкө лә... Бындай хәлде тиҙерәк күҙ алдынан ҡыуып ебәреү өсөн, тиҙерәк онотолорға теләүҙән кешегә тағы ла иҫерергә кәрәк була.
Ләкин мин эсмәйем – бүлмәгә бикләнеп яҙырға ултырам. Тик был хәлде яҙып та килештереп булмаҫ инде. Шулай ҙа, ихтыярһыҙҙан, яҙырға, ҡағыҙға булһа ла эс сереңде бушатырға мәжбүр булаһың!.. Әйҙә, яҙғанда ҡалһын!
Хәл шулай бик күңелһеҙ булмаһа, бик көлкө булыр ине, әлбиттә. Ләкин көлкө түгел.
Партком секретары парткомға килгән трактористы ишектән төрткөсләп сығарып ебәрҙе. Ә кеше уға бик ҙур мәсьәлә менән, үҙенең йөрәк әрнеткес мәсьәләһе менән килгән. Һәм ул эшлекһеҙ бер ялҡау ҙа, рвач та, бушбоғаҙ бер әрәм тамаҡ та түгел, ә колхоздың иң алдынғы механизаторҙарынан булған, йылдың-йылы бер туҡтауһыҙ эшләп йөрөгән тракторист егет.
— Бөтәһе лә минең кеүек эшләһендәр ине әле!.. – тип әйтергә ул тулыһынса хаҡлы. Ул быны һис бер маҡтаныуһыҙ, һис бер биҙәкһеҙ, эскерһеҙ бер ғорурлыҡ менән әйтә. Ул быны тик янып торған күҙҙәре һәм ер менән майға ҡатып бөткән ҡулдары менән генә әйтә. Уның председатель һәм партком секретарына табан һуҙылып, аптырауҙан ни эшләргә белмәйенсә ҡатып ҡалған ауыр һәм көслө ҡулдары артында аҡтарылып ятып ҡалған әллә күпме ерҙе, әллә күпме игенде күреп тораһың... Был ҡулдар ишелеп ятҡан бураҙна кеүек ҡара, алтын кеүек тос орлоҡто умырып алған көрәк һымаҡ ауыр һәм һәлмәк. Был ҡулдар бер ҙә партком секретары һәм председателдең еңел һәм телмәр һөйләгәндә буш һауаны киҫеп тора торған йылғыр ҡулдарына оҡшамаған. Әйтерһең, улар ерҙән яралып, ер өсөн генә барлыҡҡа килгән һымаҡ. Был ҡулдар яҙыу яҙғанда, дөрөҫ һәм матур хәрефтәр менән яҙмаһа ла, һәр саҡ дөрөҫ һәм йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәрҙе генә яҙа белә. Сөнки ул һүҙгә ярлы, бер ауыҙ һүҙенә әллә күпме мәғәнә һалып әйтә. Шуның өсөн мин уның һүҙҙәренә ышанам. Ул үҙенең тормошо тураһында ғына әйтһә лә, бөтә колхозсыларҙың хәлен әйтеп биргән һымаҡ:
— Рәшит ағай, кешене күпме алдарға мөмкин?
— Кем алданы? – тип председатель урынынан һикереп торҙо.
— Һеҙ алданығыҙ! Һеҙгә әйтеп торам бит, – ти тракторист Камил. – Былтыр быҙау бирҙем – былтыр алданығыҙ. Түләмәнегеҙ – бушҡа китте.
— Ашлыҡ алдың бит?!.
— Алдым – серегән ашлыҡты.
— Алма ине, ниңә алдың?
— Бирмәгеҙ ине серегәнен... Бүрәнә кәрәк, тинем, бирмәнегеҙ. Өй бит емерелергә тора, терәү терәтеп кенә ҡуйғам, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, Рәшит ағай. Эшләмәгәндәр өй һалып керә, эшләгәнгә – юҡ. Быйыл ҡышлауҙы бирҙем, аҡтыҡ малды. Ҡайҙа түләү?
— Сабыр ит, бер-ике көндән.
— Күпме сабыр итергә мөмкин?
— Итмәһәң, быҙауыңды ал да ҡайт, һинән башҡа колхоз бөтмәгән.
— Ҡайтырмын...
— Ҡайт бар, мешать итмә!..
— Юҡ, мин һөйләшергә килдем.
— Һинең менән һөйләшеп ултырырға ваҡыт артып тормай.
— Һөйләшерһегеҙ. Һеҙҙән дә олораҡ кешеләр бар.
— Һин иҫереп килдеңме әллә? Бузить итергә килдеңме? Сығып кит бар!
Ләкин трактористың тиҙ генә сығып китергә ниәте юҡ ине. Күрәһең, бер аҙ төшөрөп тә алған. Һүҙ хәҙер уның иҫереп килеүенә күсеп китте – йомшаҡ урын табылды. Ҡыҙҙырырға тотондолар.
— Мин иҫерек түгел, иҫерек булып ниндәй яман һүҙ әйттем, ни эшләнем һеҙгә?..
Председатель сығып китте. Партком секретары ырғып тороп, уны етәкләп ҡыуа башланы. Теге ҡарышҡан һайын быныһы ҡыҙа төштө һәм бөтә көсөн ҡулланып, төрткөсләп ҡыуып сығарҙы.
Ләкин эш бының менән бөтәме?
Кем иҫерек?
Нишләп шул хәлгә килеп етте колхоз?
Март.
Дини байрамдар урынына яңы байрамдар булдырыу тураһында ла бик ҡыҙыҡ фекер бар. Уны ҡарт колхозсы Пелагея Ильинична әйтә:
— ...Мин былай уйлайым, иптәш Мартынов, – ти ҡарсыҡ, – дин тотҡанлыҡтан түгел ул, кешеләр байрам итергә теләй, шунлыҡтан. Һеҙ шуны иҫәпкә алмайһығыҙ. Эш талап итәһегеҙ, кешеләр нисек итеп яҡшылап ял итергә, күңел асырға тейеш – ул хаҡта борсолмайһығыҙ!..
Һәм ҡарсыҡ яңы байрамдар менән иҫке байрамдарҙы ҡыҫып сығарырға тәҡдим итә: «Һәр бер колхозда кешеләргә үҙҙәренең колхоз байрамдарын булдырырға кәрәк!» – ти.
— Ул бик ҙур мәсьәлә күтәрҙе бит! – тип уйлай Мартынов, Суконцева, әлеге ҡарсыҡ киткәс. – Сөйҙө сөй менән бәреп сығарырға!
Иҫке сиркәү байрамдарының үҙенсә матурлығы, поэзияһы күп булған. Дини байрамдарҙың бөтәһе лә, престол һымаҡ, мәғәнәһеҙ, иҫерек байрам түгел... Иҫке байрамдарҙы бер нәмә менән дә алыштырмайынса ғына бөтөрөүе ҡыйын. Яңы, матур, поэтик байрамдар булдырырға кәрәк. Бында комсомолға ла эш бар. Уңыш көнө, тракторист көнө, йыр байрамы – бына шундай колхоз байрамдары булдырырға кәрәк. Ә инде мәктәптәрҙә имтихандар тамамланған көндәрҙә егеттәргә һәм ҡыҙҙарға өлгөрөү аттестаттары тапшыралар бит? Быны ла йәштәр көнө итепме, халыҡ байрамы яһарға мөмкин. Һуң шундай бик күп нәмә уйлап табырға мөмкин бит инде! Тик уны ысын күңелдән ойошторорға ғына кәрәк!..
Ысын күңелдән! Бөтә эш тә шунда шул. Ә беҙ бына тигән халыҡ байрамдарын, һабантуйҙарын да байрам итеп ойоштора белмәйбеҙ бит?
Рәшит ағай:
— Кирбес заводы төҙөйәсәкбеҙ! – ти. – Бөтә нәмәне үҙебеҙҙә етештерәсәкбеҙ, – ти.
Ләкин колхоз бит промкомбинат, йәки берәй кустарь хужалыҡ түгел. Көстө төрлө тармаҡҡа бүлгеләүҙән ниндәй мәғәнә? Икенсе бер күрше колхозда ла шул уҡ хәл булһа?..
Ә ниңә урындағы промышленносты үҫтермәҫкә? Әйтәйек, ниңә колхоз-ара предприятиелар булдырмаҫҡа? Кирбес менән бөтә районды тәьмин итеп торорҙай завод төҙөү насар булыр инеме ни?
Был хаҡта ла уйланырға кәрәк.

21 апрель.
Мине иң ныҡ ғәжәпләндергән нәмә – етәкселәрҙең етәксе булмауы. Етәксе булмағас, ниңә етәксе булырға? Хатта был ябай бер хәҡиҡәт көлкө, бик көлкө тойола. Көлкө, ләкин хәҡиҡәт!..
Бөгөн яңы парткомдың эшен күреп, тағы ла шул хаҡта уйландым. Барый ағай үҙ урынында, Бәҙертдин Шәйхисламов ағай яңынан парткомға кире ҡайтты.
Мин Өфөнән ҡайтыуға – бөтә булған яңылыҡ шул. Парткомдан Сәйфуллин киткән, ә башҡа үҙгәреш юҡ.
Шәйхисламов ағай взнос йыя, беренсе майға лозунгылар, флагтар әҙерләй, плакаттар ҡаға, элекке белдереү таҡталарындағы, стена газеталарындағы «колхоз» тигән һүҙҙе «совхоз» һүҙе менән алыштырыу идеяһы менән яна, мине лә был бөйөк үҙгәрештәр ағымына тыҡмаҡсы була.
— Бына был яҙыуҙарҙағы ике хәрефте генә алыштырып ҡуйырға кәрәк: «к» урынына «с», «л» урынына «в»ны яҙырға ла «совхоз» килә лә сыға. Бер ҙә баш ватып тораһы юҡ, – ти Бәҙертдин ағай.
— Ну, баш та инде үҙеңдә, Бәҙертдин ағай, – тигән булам мин.
— Һеҙ, Рәми Йәғәфәрович, бына был плакаттарҙы урындарын табып йәбештереп сығығыҙ инде, минең бил ауыртып тора, Фәриткә төшөп, банка ултыртайым булмаһа.
Беренсе ҡабат мин үҙемде атайымдың исеме менән хөрмәтләгәндәрен ишетәм һәм эстән генә «һинең бил ауыртыу ҙарың да минең елкәгә төшмәҫме икән» тип уйлайым. Сөнки был абзыйҙың мине Сәйфуллин урынына егеп ҡуйырға бер ҙә иҫәбе юҡ түгел. Ләкин мин бер ҙә был бөйөк үҙгәреш эштәренә ялҡынланып тотонғом килмәй. Минең яландарға, кешеләр янына киткем килә... Шулай ҙа яңы начальниктың тәүге көндән үк күңелен китәһем килмәне, лозунгы яҙылған ҡағыҙҙарҙы, клей, кнопкаларҙы алып, проходнойҙа ултырған Афзал менән уларҙы ҡапҡа таҡталарына беркетеп сыҡтым.
Бөгөн төндә яуып ҡуйған ҡар бөтә аяҡ аҫтын бутҡаға әйләндергән, өҫтән һаман да ямғыр ҡатыш ҡар һибәләп тора, төньяҡтан үҙәккә үткес һалҡын ел иҫә – күшегеп, өшөп бөттөм.
— Был ҡағыҙҙар хәҙер үк елгә йолҡоноп, һыуға сыланып бөтә бит, Бәҙертдин ағай, – тигәс, ағайым был эштең бөтә серен асып бирҙе:
— Лучше ҡағыҙ ҡуйыр кәрәк, райондан килһәләр, иң элек шундайға күҙҙәре төшөп, бәйләнеп бара торғандар, әйҙә, йолҡонһа йолҡонһон, тик беҙҙе йолҡмаһындар!..
Ни тиклем кеше район кешеләренән ҡурҡырға мөмкин! Был да бер етәкселек ҡорбаны!..
Барый ағай: «Мин хужалыҡ эштәре менән булырмын, ә һеҙ шуларҙы эшләгеҙ инде», – тип директор бүлмәһенә һыҙҙы.
Аҙаҡ мин тағы ла магнитофон һәм башҡортса яҙыу машинкаһы тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, уларҙың хаҡтарын яҙып алды, осһоҙораҡтары юҡмы икәнлеген һорашты. Миңә был һаҡсыллыҡ оҡшай, хужаларса хәл итеү бит был мәсьәләне. Ләкин мин Өфөгә киткән көндө уға яландарҙағы янған ашлыҡ-һалам-дарҙың ялҡынына күрһәтеп:
— Бына, Барый ағай, күреп ҡалығыҙ был уттарҙы, күпме кеше көсө, күпме аҡса, фураж яна. Быны тик колхоздар ойошҡан саҡта тик кулактар ғына эшләй алған, ә коммунист кешегә был оят, – тигән һүҙҙәремде һис тә онотмайым...
Декабрь.
Үтте лә китте ғүмер,
Үткәнен дә тойманым.
Йә үтмә тип, йә китмә тип,
Үҙен бер ҙә тыйманым.
Иҫте елдәр, аҡты һыуҙар,
Япраҡ, тулҡын шауланы...
Марат Мостай ағайҙың костюмын алып ҡайтырға тейеш булған да, вокзалға ҡаршыларға төшә.
— Костюмығыҙҙы ҡаршыларға төшкән булғанһығыҙҙыр әле. Алып ҡайтманым бит инде, – ти Марат.
— Уның өсөн генә төшмәнем инде. Һин мине ул ҡәҙәре меркантильный тип уйлама, – ти.
Мостай ағай һүҙҙәре
Рафаэль квартира тураһында шылтыратҡас:
— Башҡа был мәсьәлә менән мине борсома, – тигән. – Даже Атнабайға обещать итмәнем бит әле мин...
— Нисек инде улай сағыштыраһығыҙ Атнабай менән? Атнабай үҙ урынында, мин үҙ урынымда, – тигәс:
— Даже тип ни... улай түгел инде, Атнабайға ла әйткәйнем мин, булыр, тип...
— Ғәфү итегеҙ, Мостай ағай, башҡа борсомам инде, – тип Рафаэль башҡа борсомай.
Яңыраҡ шул хаҡта һүҙ сыҡҡанда, Нәжибәккә берәй бүлмә тураһында әйткәс, Мостай ағай:
— Һиңә, Рафаэль, шул сират менән булыр инде, – тип ғәмһеҙ генә әйтеп ҡуя (Союздағы өҫтәл артында).
Мәскәүҙән Рафаэль отпускыға ҡайтҡас, шиғырҙарын Мостайға килтергәс, урамда:
— Ниңә бөтәгеҙ ҙә миңә киләһегеҙ әле, егеттәр, минән башҡа шағир бөткәнме, ана Бикбайға, Ғәйнанға уҡығыҙ, – тип китә.

1961

3 март.
Мин эле тормошто күп күрмәгәнмен, ләкин уның мин генә күргән урындары ла бар.
Тәнҡитселәр уйланырға бер ни ҙә ҡалдырмайҙар, бөтәһе өсөн дә үҙҙәре уйларға тырышалар. Йөҙәһең был йылғанан, ләкин аяҡтарың ташҡа тейеп тора.
Мин, бәлки, беҙҙең ғалимдар әйткән фекерҙәрҙе әйтә алмам, ләкин беҙҙең ғалимдар яратып уҡырлыҡ шиғырҙар яҙа алырмын.
Фән менән поэзияны ҡапма-ҡаршы ҡуйыу – фән менән поэзияның үҙҙәрен аңламай, бер-береһе менән бутау ғына. Фән менән поэзияның дошман булғаны юҡ һәм улар киләсәктә лә дуҫ буласаҡ. Сөнки улар бер әсәнең – ерҙең балалары. Улар икеһе лә үҙҙәренсә бер эште эшләй, ә бер-береһен алыштырмай. Был мөмкин дә түгел. Был яңынан фән һәм поэзияның балалығына ҡайтыу булыр ине. Балалыҡ ул үҙенең балалығы менән матур. Ир уртаһы кешегә бала булыу килешмәҫ ине. Поэзия һәм фәнгә тарихи күҙлектән ҡарар кәрәк.
Шиғыр яратмайым, тиһең. Яратмаһаң, һине бер кем дә көсләп шиғыр яратырға ҡушмай. Ләкин һин ҡояш яратмауҙан башҡалар ҙа нурһыҙ йәшәргә тейешме һуң? Бөтәһенә лә тиҙәк йәки серек ағас төбөн яратҡан бәшмәк булырға тимәгән бит. Әйҙә ултыра бир – ләкин бәшмәк көнө бер-ике сәғәт, унан уға тейергә лә ярамай. Үҙеңдең бөкөрөң менән маҡтанма.

12 апрель.
Надя конторанан:
— Человек из космоса возвратился! – тип ҡайтып керҙе.
Ләкин мин бер ҙә ғәжәпләнә алманым. Әйтерһең, был бер ҙә тарихтың бер бөйөк көнө түгел!.. Ә бит, уйлап ҡараһаң, был иҫ киткес һикереш! Ләкин инде был хәлгә бер ҙә иҫ китмәй. Өйрәнелгән. Ғәҙәти. Ышанып бөтөлгән. Ҡулымдағы улым Азаматтың геүелдәүе мине нығыраҡ ғәжәпләндерә.
Үҫеп буйға етер ул,
Осоп айға китер ул! —
тип таҡмаҡлайым, һикертәм улымды.
Шулай ҙа эленеп торған радионы ҡулға алып тыңларға керештем: донъя шаулай... Шиғырҙар ҙа өлгөргән! Юрий Гагарин – яңы герой – яңы шиғырҙар тыуҙыра. Белеп торам – иртәгә бөтә газеталарҙа ла уның тураһында шиғырҙар буласаҡ! Кисәге генә бер кемгә лә билгеһеҙ бер кеше бөгөн донъяның һәр бер мөйөшөндә билгеле, һәр бер кеше уның исемен телгә ала. Бөгөн ул – тарих кешеһе. Дан кешегә бик ҡыҙыҡ килә бит! Ә уның урынында теләһә ниндәй икенсе бер кеше шуны уҡ эшләй алыр ине. Бөтә эш – беренсе булыуҙа! Кемдер беренсе булырға тейеш. Был бик осраҡлы булырға ла мөмкин. Ләкин беренсе кешене ғәләмгә осороуҙа беҙҙең илдең беренсе булыуы – был инде осраҡлы түгел... Тарихи еңеү был! Кеше, тәбиғәттең ҡоло булыуҙан ҡотолоп, уның хужаһына әйләнеп бара. Кеше үҙенең тыуған ерен үҙе теләгәнсә күреү өсөн күк серҙәрен аса. Күкте ул үҙенең Ере өсөн яулай. Тиҙҙән ул Ергә тулыһынса хужа булып, үҙе теләгәнсә уның менән идара итә аласаҡ: теләгәндә көндө йылытып, теләгәндә ямғыр яуҙырыр көн алыҫ түгел инде?..
Мин был көндө күреремә ышанам!.. Гагариндың, ғәләмгә осоп, Ерҙе уратып ҡайтып төшөүенән һуң быға ышанмау мөмкин дә түгел.
Бик ҡыҙыҡ заманда йәшәйбеҙ!
Ғорурланғы, маҡтанғы килә...

13 апрель.
Кисә лә, бөгөн дә көн комитет ҡағыҙҙары менән үтте. Учет карточкаларын тәртипкә килтерҙем, архивҡа бирер өсөн элекке протокол, учет, отчет ҡағыҙҙарын рәтләп ултырҙым.
Райкомдан Дистанов шылтыратты. Ул Сочиҙа ятҡан икән, ниңә минең янға кермәй киттең, ти. Митингылар тураһында отчет һорай. Һәр кемгә – отчет!.. Гагарин бюрократтарға ла, шағирҙарға ла күп аҙыҡ бирҙе. Шәйхисламов та баҡа яллап һыу эсергә йөрөй. Радионан белдереү өсөн мин иғландар яҙҙым. Почтала Фая аҡса һорай. Миәшәгәрҙән Абдрахманов ағай менән һөйләштек. Кискә табан Мансур Әхмәтйәнов килеп инде. Һаман ел ҡыуып йөрөй, вазифаһы ғына башҡа!..
Кис. Клубта митинг үткәрҙек. Халыҡты көсләп индерҙек. Йәштәр волейбол уйнай. Керәһеләре килмәй һис тә. Былтыр ултыртҡан акацияларҙы кәзәләр кимерә. Быйыл тағы ултыртырға кәрәк. Митинг алдынан Камил Булатов Чехословакия тәьҫирҙәрен һөйләне. Бик ҡыҙыҡһынып тыңланылар. Ләкин һорау биреүсе тик Шәрип абый ғына булды. Яуабын үҙе белеп тора.
— Кеше әйберенә ҡул тейҙермәүҙәре тураһында һөйлә, – тине.
Ләкин бөтәһе лә кино башланғанын көтә, һорау бирергә ҡурҡалар. Шул саҡ Шәйхисламов, тороп, Гагариндың Ергә әйләнеп ҡайтыуы, совет фәненең ҡаҙаныштары, тыныслыҡ һәм беҙҙең совхоздың производство хәле тураһында бик оҙон телмәр уҡып сыҡты ла, бөтә кеше иркенләп тын алайым ғына тигәндә, күҙлеген ҡағыҙҙарынан айырып:
— Тантаналы митингыны асыҡ тип иғлан итәм! – тине.
Залда теләр-теләмәҫ кенә ҡул саптылар ҙа берәм-берәм генә ишек яғын ҡарай башланылар. Сөнки тантаналы митингыны ябыҡ тип һанайым тигән ваҡыт еткәйне инде. Бының өҫтәүенә, етмәһә, киномеханик Динисламов, Шәйхисламовтың «инеш һүҙе» дауам иткән саҡта, сәхнәгә менде лә, ни өсөндөр утты һүндереп алғас, экран эргәһенә килеп:
— Бөгөн кино булмай! – тип ҡысҡырҙы. Халыҡ ни тип әйтергә лә белмәй, тынысһыҙланып, ҡыймылдашып алды ла икенсе ораторҙы тыңларға мәжбүр булды. Тарих уҡытыусыһы Ғимал Әминев донъяла беренсе булып совет космос карабында Юрий Гагариндың ергә әйләнеп ҡайтыуы һәм уның политик әһәмиәте тураһында балаларса яңғырауыҡлы тауыш менән бик оло һүҙҙәрҙе уҡыны һәм үҙенә бер ҙә тәбиғи булмаған пафос менән йәшелле-күкле итеп бер нисә «дан» һүҙен ҡысҡырҙы.
Унан һуң Шәйхисламов үтә тантаналы тауыш менән:
— Совхоздың комсомол ойошмаһы секретары иптәш Ғариповҡа һүҙ бирелә! – тип белдерҙе. Әйтерһең, мин иң хәл иткес телмәрҙе һөйләргә тейеш инем. Залдағылар хатта мин һөйләмәҫ элек үк ҡул сабып ебәрҙеләр. Әйтерһең, комсомол секретары бик мөһим бер фекерҙе аҡтарып һаласаҡ!..
— Телмәр һөйләп тормайым мин, иптәштәр, тик үҙемдең кисә был хәбәрҙе ишетеп, ни уйлауымды ғына һеҙҙең менән уртаҡлашҡым килә, – тинем һәм бер ниндәй пафосһыҙ, бер ниндәй лозунгыһыҙ кешенең тәбиғәткә хужа була барыуы, кешенең үҙ ихтыяры менән тиҙҙән теләгәндә ямғыр яуҙырып, теләгәндә уны ҡыуҙырып ебәрәсәге тураһында һөйләнем һәм һүҙемде «Һөйөнсө» шиғыры менән бөтөрҙөм. Нисек ҡабул иткәндәрҙер – быныһын белмәйем, бик тулҡынландым...
Бәҙертдин ағай, митингынан сыҡҡас, ни өсөндөр:
— Әйҙә, ҡайттыҡмы? – тине.
— Юҡ әле, – тинем мин, үҙем ҡайтырға сыҡһам да. Сөнки беҙҙең юлдар бит ҡапма-ҡаршы яҡҡа. Бының менән ни әйтергә теләгәндер – билгеһеҙ. Һүҙ юҡта һүҙ булһын, ата ҡаҙың күкәй һаламы, тигән кеүек булып сыҡты был.
Ҡайтҡанда арттан Абзалдың тауышы ишетелде:
— Постой, сука! Постой!
Туҡтаным да көтөп торҙом.
— Ә, Рәми ағай, был һин икәнһең дә, ғәфү ит инде, мин Билал тип уйланым, – ти минең комсомолецым!..

14 апрель.
Донъя Гагарин тураһында шаулай. Радио иң тантаналы көйҙәрҙе бирә. Мәскәүҙең Внуково аэродромында ғәләмдән ҡайтҡан Гагаринды ҡаршылайҙар. Мәктәптәр, урамдар, совхоздар уның исеме менән аталған.
Бына самолет ергә ултырҙы. Тантаналы марш уйнала. Мин, радио эргәһендә ултырып, ғәләм кешеһенең тәүге һүҙен көтәм.
Самолет ишеге асылды. Баҫҡыстан Гагарин төшә, трибунаға йүнәлә. Алҡыштар.
— Товарищ Первый секретарь, – тип һүҙ башлай ул, – рапорт бирә майор Гагарин. – Хрущев уны ҡосаҡлап алды. Гимн уйнап ебәрҙе. Ниндәй көслө беҙҙең гимн. Был минутта ул яңыса яңғырай, яңыса тантана итә. Бөтә донъя тыңлай уны.
Ә тышта ваҡ ҡына ҡар бөртөктәре төшә. Гагарин ҡулын козырегына ҡуйып тыңлай уны. Бына ул ата-әсәһе, ҡатыны менән иҫәнләшә. Йә үлемгә, йә мәңгелек данға оҙатҡан ҡатыны Валя Гагарина минең күҙ алдымда. Уның бөркөтөнә бөтә донъя ҡарап тора!.. Ҡосаҡлашыу, үбешеү, ҡул ҡыҫышыуҙар:
— Рус һүҙе «спутник» халыҡ-ара һүҙгә әйләнде, – тип һөйләй диктор.
Бына ул ниндәй Юрий Гагарин!.. – тип мин дә уның һүрәтен «Совет Башҡортостаны»нан ҡарап ултырам. Ябай ғына, колхозда тыуған, 27 йәшлек егет бөгөн XX быуат КОЛУМБЫ! XX быуат тиҙлеге шундай – кеше бер көн эсендә Колумбҡа әйләнә!.. Ә Колумб бының өсөн нисә айҙар буйы йөҙгән?.. Ғәжәп! Иҫ киткес! Хатта ышаныуы ла ҡыйын. Ләкин был хәҡиҡәт: Юрий Гагарин – космос Колумбы!
Бына ул, машинаға ултырып, Никита Сергеевич менән аэродромдан Мәскәүгә, Кремлгә йүнәлә... Шул саҡ өйгә ашығып ҡына райком шоферы килеп инде лә Мәсетлегә барырға, тине. Митинг үткәрергә инде, моғайын. Ярай, киттем. Райкомдың өсөнсө секретары Хәкимов килгән икән. Әгәр митингы-фәлән була ҡалһа тип, Гагариндың биографияһы яҙылған «Совет Башҡортостаны»н да кеҫәгә тығып алдым.
Мәсетле. Контораға индем. Хәкимов та, Рәис тә юҡ. Рәистең килеүе тураһында юлда шофер әйтте:
— «Башҡортостан» газетаһынан собкор Низамов килгән, – тине.
Хәкимовтың саҡыртыуы бер аҙ күңелде ҡырып тора ине, Рәистең килеүен ишеткәс, шатланып киттем. Уға һөйләйһе бик күп нәмәләр бар, ләкин икебеҙ, ике күҙ кеүек, күрше райондарҙа йәшәһәк тә, бер ҙә иркенләп кенә һөйләшеп ултырған юҡ. Бик ашығыс ҡына, төрлө кәңәшмәләрҙә генә күрешәбеҙ ҙә, һөйләшеп тә булмай! Беҙҙең Салауат районына ул бик һирәк йөрөй.
— Улар төшкө ашҡа киттеләр, шикелле, – тине Рәйсә Хамматова. Мин клубҡа индем. Кәрт һуғалар, бильярд уйнайҙар. Кәртте йәшерҙеләр... Мәктәпкә индем. Рәис менән Хәкимов та килеп еттеләр. Күрештек. Эш шунда: редакцияға Рәйсә Хамматовалар хат яҙған да шуны тикшерәләр икән... Бына Рәйсә һөйләй:
— Миңә инде эш тә юҡ. 5 йыл агроном булып эшләнем, хәҙер эш бирмәйҙәр. Булатов тураһында хат яҙҙыҡ. Шуға асыу итеп, Ғайнановтар минән үс ала. Мин йыйылышта тороп һөйләнем... Минән йә партбилетымды алһындар, йә эш бирһендәр. Былай ятыу миңә оят, – ти.
— Һоло өсөн һеҙ Булатовты партиянан сығарыуға барып етәһегеҙ, ул электән бер ниндәй ҙә шелтә алмаған!.. Һеҙ уны бөтөрөп ташларға иткәнһегеҙ. Ул ҡарарҙы беҙ отказ иттек. Шелтә бирҙек, – ти Хәкимов. Һоло өсөн ул понес наказание, хәҙер бер грамм да һолоһо юҡ.
— Бер атҡа 50 центнер һоло кәрәкме ни? Мин әҙерәк кенә беләм дә инде – агроном булып эшләнем бит, – ти Рәйсә. Ныҡыша. Ҡыйыу ғына. (Дыуан ауыл хужалығы техникумын бөткән, ваҡытында ауыл хужалығы күргәҙмәһендә лә ҡатнашҡан ул.)
Яруллина Зифа, Ниғмәтуллина Айлита килеп инделәр. Икеһе лә комсомолка. Тәүге йыл уҡыталар. Мәсәғүт техникумын бөткәндәр...
— Ну, нисек һеҙҙең коллективта берҙәмлек? – ти Хәкимов.
— Беҙгә ни бер ҙә оҡшамай бында коллектив, – ти Ниғмәтуллина.
— Һеҙҙең дәрестәргә кергәндәре бармы?
— Бар. Булатов кергәндә яҡшы анализ яһай, завуч йөкмәткеһен генә һөйләп сыға. Үҙҙәренең дәрестәренә беҙҙе, йәш уҡытыусыларҙы, кертмәйҙәр ҙә, вообще әллә нисек...
Зифа Жәмиғә Нуриеваның ярҙамы, Фәниә Рәхмәтуллинанан өйрәнеүе тураһында һөйләне.
Айлита 6-сы класта булған бер хәлде хәтерләй. Бер телсәр малай иптәше менән дәрестә тауыш сығарғандар ҙа, уҡытыусы уларҙы сығарып ебәргән. Завуч Солтанов:
— Һинән уҡытыусы сыҡмай, баштан уҡ әйттем мин һиңә, – тигән.
— Хәҙер шундай настроение менән нисек эшләмәк кәрәк инде? Балалар ҙа күҙеңә ҡарап шулай тиҙәр, – ти Айлита.
— Минең бер һорау бар. Һеҙ бишенсе класс уҡыусыһы Агишевты берәй төрлө ҡыйнанығыҙмы? – тине Рәис уға.
Айлита көлөп ебәрҙе лә һөйләргә тотондо. Әйтерһең, бер ни ҙә булмаған. Малай тыңламаған. Циркуль менән тейҙергән, ә малай башын үҙе тыҡҡан!.. (Агишевтың әсәһе – Ғиззи апай.)
— Мин үҙемде ғәйепле һанайым инде – ҡыҙыулыҡ менән ҡәләменә һуҡтым инде. Башына тейеп, сыйып алды циркуль, – ти Айлита.
— Бына, Яруллина, һеҙ милли мәсьәләгә нисек ҡарайһығыҙ? – ти Рәис. – Берәй төрлө ҡушаматтар тағып, балаларҙы башҡорт тип кәмһетеү кеүек нәмәләр булмаймы?
Зифа үҙенең башҡорт телен бик яратыуы, уҡығанда уҡ уны яҡшы белеүе тураһында һөйләне.
— Тау башына балалар менән уйнарға барғанда, бер көн, Салауат булып: «Башҡорттарым, әйҙәгеҙ минең арттан!» – тип йүгереп төшкәйнек. Шуны ғына әйтмәһәләр... – ти Зифа, аптырай.
Радик Исмәғилев керҙе. Секретарь: «Ҡайҙа эшләйһегеҙ?» – тигәс:
— Клубты ремонтлайбыҙ, – тине. Шунан һүҙ һолоға күсеп китте.
— Юҡ, ул кешенән дә көлөп ебәрмәһен бик, ул бит коммунист. Кешегә сопляк тимәһен, – ти Радик. – Булатов известе берәр һум менән һатты. Юҡ өсөн төрлө документтар төҙә... – тине Радик.
Рәхимова Роза – тел уҡытыусыһы, коллектив тураһында һорағас:
— Хәҙер һуң инде, беҙ һеҙгә мөрәжәғәт иткәс үк килергә кәрәк ине, – тип һөйләй.
Уның әйтеүенсә, балаларҙы ҡыуып сығаралар, ҡушамат тағалар. Мәҫәлән, Айлита Ниғмәтуллина. Балаларҙы яҡлап сыҡһаң, һин балаларҙы ҡотортоп ҡуяһың, тиҙәр. Балаларҙы улай ҡотортһаң, уларҙың ауыҙында һүҙ торамы? Улар бит бик тере кешеләр!.. Ата-әсәләр йыйылышы үткәрелмәй. Балаларға ҡул көсө лә ҡулланып ебәрелә. Директор класҡа керергә рөхсәт итмәй, һинең ниндәй эшең бар, ти. Дуҫлыҡ юҡ инде, әллә ни ғәләмәт беҙҙең коллектив. Әйтһәң, жалобщиктар, тиҙәр. Әллә ҡайҙа илтеп еткерерҙәр, бүтән инде бер һүҙ ҙә әйтмәҫкә булдыҡ. Телеңдән әллә нигә тарырһың. Әҙерәк әйтте ниһәң, эшеңә яла яғып бара. Шулай булғас, етәкселәр юҡтыр инде беҙҙә. Был мәктәптең эшенә хайранмын мин, беренсе йыл эшләүҙән үк инде.
Балаларҙы «башҡорт» тип кенә ҡуялар. Башҡорттар тип милләт айырыу ул тулып ята.
Бик ҡыйын бына шулай эшләүе, бергә йыйылып һөйләшкән юҡ, айырым алып саҡырып ҡына допрос ала директор. Шул саҡ директор кереп шуны әйтте:
— Бер тапҡыр эштән сығарылған был Рәхимова, уҡытыусы булмаған өсөн генә алдыҡ уны эшкә. Уның тураһында «Мачеха с дипломом» тигән фельетон сыҡты, – ти.
— Ҡәйнәһе араларына кереп, улымдың быуыны һайын бер ҡатын, тигәс, мин ташлап ҡайтып киткәйнем, – тип аңлатты Рәхимова был фельетон хаҡында.
— Эштән сығарыу менән ҡурҡыталар, әйтһәң, какое твое дельце, тип кенә ебәрә директор. Ауыҙ асып һүҙ әйтер хәл юҡ. Дөрөҫлөк юҡтыр инде беҙҙә, – ти Рәхимова.
Исмәғилева Фирҙәүес (Нәҡи ағайҙың ҡатыны).
— Коллективта хәлдәр нисек? – тигәс, Фирҙәүес, көрһөнөп алды ла:
— Нисек булған, шул көйөнсә ҡалды. Директор «бына һеҙ жалоба бирҙегеҙ, барыбер һүҙегеҙ һүҙ булманы», тип үс кенә ала хәҙер. Мин Ниғмәтуллинаның етешһеҙлеген әйткәйнем, Солтановҡа директор был хаҡта тотҡан да:
— Ҡатының белер-белмәҫ көйө баш ҡатырып йөрөмәһен инде, – тигән.
Мин-минлеге бик көслө. Элек әйбәт кенә егет ине. Бергә уҡыныҡ – уҡығанда яҡшы уҡыны. Белеме бар, теле лә бар инде...
Завучты ла уҡытыусының дәрестәренә кертмәй.
Аҡса тураһында һүҙ сыҡҡас: «Мин директор, бер кемдең дә эше юҡ», – тип кенә ҡуйҙы. Ревизия ҡарарын районға илтеп бирмәне. Мин әйткәс, дәрестәрҙән ғәйеп табырға тырыша башланы.
Шәйхисламов менән Ғайнанов килгәндән һуң һөйләшерлек тә мөмкинлек ҡалманы.
— Бер йөк һоло Зиязетдиновҡа, бер йөк машина һоло Мамалимовҡа һуғым ашатырға киткән, мин үҙемдең начальниктарыма акт яҙмайым, – тине ревизор. Был һоло үлсәнмәне, тоҡтарға тейәп кенә оҙатылды. Тейәгән кешеләре белеп тора.
Кашапов Памир, Минһажев Рәдис уҡыуҙан баш тарттылар, бер аҙна буйы Нуриева Жәмиғә дәрескә кертмәне уларҙы.
Бына шулар тураһында йыйылып һөйләшәйек әле, тип әйтһәң, «үҙем хәл итермен әле» ти ҙә ҡуя. Бер үҙгәреш тә юҡ. Булырҙай ҙа түгел. Беҙ райкомға бик ышанғайныҡ, ләкин беҙҙең өмөт юҡҡа сығып тора, быны мин үҙемдең исемдән генә әйттем инде. Әллә беҙҙең фекерҙе аңламанылар, әллә аңларға теләмәнеләр райкомда...
Миңә ышанығыҙ тип әйтмәйем, тик әсемдә булғанды һөйләп ҡалаһым килде һеҙ килгәс. Мин барыбер икенсе йылға беҙҙе сығарырҙар, тип уйлайым. Директор чистка үткәрәм, ти. Минең бик насар ғәҙәтем бар – хәтерем яҡшы, бер ҙә күргән нәмәне онотмай, шуны әйтеп барам. Тура әйткән туғанына ярамай инде. Бәлки, дөрөҫлөк берәй ваҡыт булыр. Эш эшләргә, план төҙөргә яратмаған кешеләр подхалим була бит – улар директорға ярап китте, шунлыҡтан коллектив икегә бүленде. Мин, бәлки, үҙемде яҡшылар категорияһына индергән кеүек булғанмындыр инде, ғәфү итегеҙ, – тип ҡуйҙы Фирҙәүес апа.
Булатова Рауза (күҙлекле):
— Мин Булатова булам, – тип таныштырҙы Булатовтың ҡатыны. – Минең бер һорауым ғына бар: нимә бар икән — күңелдә әллә ниндәй борсолоу. Ауылды ташлап ҡасырҙай булдым инде. Китер инек!.. Күпме беҙ шул тиклем хәүефле булып йәшәрбеҙ икән? Нимәлә икән бының асылы? Шуны һорайһы килә һеҙҙән.
— Булатовтың үҙендә лә бер аҙ ғәйеп бар, бюроға тиклем ул тейешһеҙ һүҙҙәр ҙә ысҡындырғылай ине, ә хәҙер ул ыңғай яҡҡа китте, – ти Хәкимов Булатов тураһында.
Шулай тигәс, Роза асылып китте:
— Нәҡи ағай бит уға: «Ғәйепле көйө һыуҙан ҡоро сыҡтың», – ти бит. Уларҙың ялыуҙарын һанап бөтөргөһөҙ. Ҡайҙа ғына яҙманылар инде!.. Егерме дүрт бит. Парткомда, районола, райсоветта, обкомда ялыуҙары бар, – ти Хәкимов. – Тик Булатов үҙе лә әҙерәк ҡырын һуға бит?
— Их, шул теле! Әйттем мин уға! Шул Рәхимова килеү менән бөтә коллектив боҙолдо... Ә мин Ғамирға мөмкин тиклем әйтермен. Ә ул үҙе миңә ҡайтып һөйләмәй. Хәҙер йөрәгем ҡалтырап тора бына...
Хисамова Ғәлиә (алдағы өҫкө теше төшкән). Башҡорт теле уҡытыусыһы икән. Оло ғына йәштәрҙә.
Рәхмәтуллиндың яҡшы булыуы, ләкин әсеүе менән генә китеүе тураһында һөйләй. (Үлгән һыйыр һөтлөрәк инде.)
— Миңә ҡарата уның бер ниндәй ҙә ҡарашы үҙгәреп киткәне юҡ. Уборный ҡаҙытып беҙҙән, түләмәне лә аҡсаһын. Нуриеваға өҫтәл һуғып ҡысҡырғанда шәм торбаһы төшөп китте. Райкомға яҙҙыҡ, яуап та булманы. Уҡытыусылар көнөндә барлығы ла күренмәне. «Бер ҡосаҡ жалоба яҙып, эш ҡырҙығыҙмы, һеҙҙең һүҙегеҙ һүҙ буламы?» – ти Булатов. Хәҙер оторо уҫаллана төштө. Бармағын янап ҡына тора. (Ғәлиә апай Булатовтың бармаҡ янауын һүрәтләп күрһәтә.) (Тәҙрә аҫтынан ҙур бер үрмәксе килеп сыҡты ла улай ҙа былай йүгереп йөрөй башланы. Ҡапыл Булатов миңә шул үрмәксе булып күренде!..)
Ҡарауылсы Сәлимә апай Ғәйнуллина Булатовтың, ҡунаҡтан ҡайтҡас, атына бесән килтертеүе тураһында һөйләй. Шул саҡ Булатов уға:
— Апай, һин ҡыҙһыңдыр инде... – тигән. Шуға минең бик асыуым килде, хәтерем ҡалды, 51 йәшлек кешегә шундай һүҙ әйтәме кеше? – тип әбей ҡыҙып китте.
— Шул һүҙҙе генә әйттеме?
— Шул етмәгәнме? Шул һүҙ бысраҡ түгелме? Ниңә яҡлашаһығыҙ? Яҡлаш та яҡлаш инде кругом. Һуғыш ваҡытында ла беҙ бик иҙелгәнбеҙ. Хәҙер ҙә кәмһетмәһендәр. Әле зарплатаны тотам, ти, әле эштән ҡыуам, ти...
Ғайсина Ғәрифә апа, 21 йыл химиянан уҡыта. Андижанда учительский институт бөткән. Уны директор яғында тип ғәйепләйҙәр. Балаларҙы туҡмап, китап менән һуғып эш итә, тиҙәр уның хаҡында. Ләкин ул үҙе быларҙың барыһынан да тана. Ҡарап торғанда, былай ул бер ҙә уҫал түгел кеүек. Шулай ҙа күҙҙәре хәйләкәр күренә. Меҫкенлек аҫтында ниҙер бар... Иң ғәжәпләндергәне – ауыл хужалығы машиналарының айырым частарын да белмәгән был апайҙың балаларға хеҙмәт дәресен... уҡытыу... Был хәл анекдот ҡына булһа, көлөр ҙә ҡуйыр инең. Ләкин был хәл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ысын хәл икән шул!..
Кискә мәктәптә ата-әсәләр йыйылышы башланды. Бер ҙур класс халыҡ менән шығырым тулы!..
Бына ата-әсәләр йыйылышы. Рәис хатты уҡый. Хатты кемдәр яҙғанын әйтә. Фамилияларын уҡый. Халыҡ исемдәрен дә теүәлләп һорай. Унан Хәкимов һөйләп, бөтә эште һылап-һыйпап сыҡты.
һоло тураһында, «начальник ҡушҡас, ебәргәндер инде», – ти. Ә 12 тинлек известь һаттырыуына «добрая душа, күрәһең», ти. Һәләтле, уҡыған, эште алып китер, ти. Әле йәш, энергиялы, йәнәһе. Шыр тиле лә түгел (шыр алйот түгел)?!
Уҡытыусыларға туҡтала. Уҡытыусылар саф башҡорт телендә һөйләшәләр, ти. Ә һөйләшкәндә яртыһы русса килеп сыға.
— Бында уларҙың ҡайһы бер яңылышлыҡтарын төҙәтергә генә кәрәк ине. Директорға ла, завучҡа ла. Ләкин бөтә уҡытыусылар ҙа достойный, полноценный. Йәш уҡытыусыларға ярҙам итергә кәрәк ине.
Хәҙер нимәгә генә туҡталырға? Коллективта икегә бүленеп йәшәйҙәр. Был ярамай. Беҙ бит коммунизм төҙөүселәрҙе, Гагариндарҙы тәрбиәләйбеҙ. Башҡа теге ауыл хужалығында эшләгән геройҙарҙы.
Ә күберәк беҙҙең мыслдәр ваҡ нәмәләргә тарҡала, какой-то мелочный нәмәләргә. Бар, әлбиттә, Булатовтың етешһеҙ яҡтары. Ләкин кешене ярҙан төртөп төшөрөргә ярамай, тәрбиәләр кәрәк. Ул үҙенең мин-минлеген бөтөрһөн. Хәҙер иң яуаплы ваҡыт – һынауҙар етә. Ҡулға-ҡул тотоношоп эшләр кәрәк. Ә ҡул менән яҙғанды юйып булмай. Дөрөҫ яҙмағандар судҡа тиклем барып етергә мөмкин.
Хәкимов һөйләп бөткәс:
— Һүҙең бөттөмө? – тине Нуретдин ағай (төшөрөп алған, күрәһең).
— Ә ниңә йыйылыш председателһеҙ бара? Ниңә протоколһыҙ эшләйһегеҙ? Күҙ буяр өсөн генәме? – тип шаулаша халыҡ.
— Был бит колхоз йыйылышы түгел, – ти Хәкимов. Шулай ҙа председатель һәм секретарь һайланды. Һәм Булатов һүҙ башланы.
— Ағай-энене чистартып алыу бик кәрәк. Мин ҡайһы бер хаталарымды таныйым. Эшләмәй мейес башында ултырған кеше генә яңылышмаҫҡа мөмкин. Ул да осоп төшөп үлергә мөмкин. Ә беҙҙең ҙур коллектив – уның менән эшләргә кәрәк. Яңылышаһың да, РК тартҡылап алһа, бик яҡшы. Беҙҙең мәктәпте артҡа ҡалған икән тип һис уйларға ярамай. Беҙҙең электричество, машина, уҡыу әсбаптары, спорт инвентарҙары – бөтәһе лә бар. Беҙ был яҡтан Арҡауылдан бер секундҡа ғына ҡалышабыҙ. Китаптар алдыҡ. Физкабинет, химкабинет булдырҙыҡ. Алған әйберҙе ҡуллана ла белер кәрәк. Беҙ беләбеҙ. Сигеү-ҡайыу эшенә өйрәтәбеҙ. Токарь станогында эшләйҙәр. Шатланып китәһең – һин һалған зерно бит! Труд эше беҙҙең мәктәптә по-крайней мере эшләнә. Рус теленән – мин үҙем уҡытҡан кластарҙы алам – балаларҙың үҫеше күҙгә күренеп тора. Бына тигән һөйләшәләр. Эстетик тәрбиә, то есть матурлыҡты танырға өйрәтеү буйынса ла күп эшләнек. Бына тигән концерттар ҡуялар. Тимер йыялар, көл йыялар, тауыҡ фермаһын шефҡа алдылар, общественный эштә актив ҡатнашалар. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ бит. Ҡуян клеткалары эшләп бирҙеләр совхозға. Һеҙҙең балалар бит былар! Әлбиттә, эштә хатаһыҙ булмай. Хат яҙылмаған да булыр ине. Әлбиттә, хат төрлөсә яҙыла. Ләкин мин бер ҡасан да башҡорттарҙан агрономдар, врачтар сыҡмай, тип әйткәнем юҡ. Ә Ниғмәтуллина минең ниндәй яҡыным булһын, ҡайһы ере менән миңә оҡшаған? Туғандың бит төҫө булмаһа, сәсе булһа ла оҡшарға тейеш... (?!!)
Тауыш китте залда. Ике иҫерек бар. Булатов анекдот һөйләп алды – һоло тураһында анекдот. «Көлкөгә һабыштырма!» – тип ҡысҡырҙылар уға залдан.
— Уҡытыусыларҙың недостаткалары буйынса. Һәр кемдең етешһеҙлеге бар. Етешле булһаң, бөтә яҡтан да фәрештә булыр кәрәк. Лично Кочергин минең өйҙә эсеп ятманы. Проверять иттеләр, һолоно ла үлсәнеләр, аҡса ҡайҙа киткәнен дә белделәр. Бөтәһенең дә документы бар, – ти Булатов. (Ҡайһы аҡса ҡайҙа киткән?) – Известь мәсьәләһе. Ҡәһәр известь булды инде. Икенсе мәртәбә бер грамм да известь һатмам! Хата миндә булды. Аҡса юҡ ине. Түтәйләр өй тирәһендә ҡараңғылап йөрөйҙәр ине, һаттырҙым – биҙрәһен унар һумдан. 240 һум минең сығып киткән. Нужда тигән нәмә заставила, икенсе һатмабыҙ, мәктәп торгующая организация түгел. Шулай ҙа беҙ совхоздан осһоҙораҡ һатҡанбыҙ әле... Ниғмәтуллина тураһында. Чистейший белем алып ҡайтҡан. Ләкин опыт тигән нәмә етмәй. Хата килеп сыҡҡандыр, сыҡмаһа, уның циркуле Агишевтың башына килеп ҡунмаҫ ине. Хата ул есть хата. В некоторой степени мин дә упущение эшләгәнмен тип һанайым. Ярҙам итмәгәнмен ваҡытында. Быныһын таныйым.
Ғайсина иптәш, әлбиттә, с/х машиналарҙы белмәй, тәүге йыл эшләй бит!.. Хатаһыҙ, конечно, булмай. Унан һуң районо тарафына әйтер кәрәк: уҡытыусылар етмәй! Иң беренсе бурыс – булған уҡытыусыларҙы тәрбиәләргә кәрәк...
— Йә, етәр инде, ҡыҫҡартығыҙ! – тип ҡысҡыралар Булатовҡа.
(Һорау бирәләр, Булатов приказчик кеүек «пожалыста» тип кенә тора. Ну, тел! Адвокат та һуң!)
— Һоло менән разбираться иттек. Күмәкләп урлағанһығыҙ икән. Ә теге һуҡыр ҡарттың утынын урлауың нисек? – тип һорау бирә Шәихов Муллахмәт ағай.
— Мин һуҡыр ҡарттың утынын урлағаным юҡ, ә ул урлаған – мәктәп утынын киҫкән – шулай ҙа мин уға бер машина утын бирҙем, – ти Булатов... Минең эргәлә ултырған Нуриев ағай шаулай:
— Биш балам уҡый минең! Шул балаларҙың береһенә пальто биргәндәр икән, күҙҙәренә кереп бара. Кире килтереп бирермен – кейелмәгән. Рәүилә кейһен әйҙә, кейем күрмәгән икән, – ти. Тауыш китә залда:
— Вис аталыларҙы кейендерергә икән, ә йәтим балалар йөрөһөн әйҙә шыр яланғас!..
— Ниңә, һинең балаңа ла бирҙеләр ҙә инде, – ти кемдер.
— Бирҙеләр атаң башын!..
— Аталыларға әйбер бирәләр, ә беҙҙекеләрҙең башын тишәләр!..
— Минең балам һинең улың кеүек бандит булып, тәмәке тартып йөрөмәй әле, – ти Нуриев ағай.
— Һин ниңә ул циркуль менән һуҡҡанды яҡлайһың? Иҫкелекте яҡлайһыңмы? Етәр инде иҫкелек!.. Был колхоз собраниеһы түгел, ҡысҡырышмағыҙ, – ти Хәкимов.
— Әйтһәң, минауат булаһың инде...
— Тәүге ҡабат йыйылыш булған икән, унда ла һөйләтмәйҙәр.
— Миңәргә башҡа һорауҙарығыҙ юҡмы, һыуһаным, һыу эсеп керәм, – ти Булатов.
— Беҙҙең мәктәптә Гагариндар үҫергә тейеш, тиһегеҙ. Үҫә һиңә улар!.. Минең малайҙы иҫтән яҙғансы күкрәгенә менеп тапағандар – бына һиңә Гагариндар!..
— Ул Раяндың малайы бит!..
Фәизов ағай:
Кәнишнә, иптәштәр, әллә нимә әйтмәм инде, мин агитатор түгел. Шуны әйтәм: балалар түгел, ололар ҙа бына бер нәмә булһа, геү итеп ҡалабыҙ. Некоторыйҙар балаларын өйрәтеп ҡуялар, нарушнай. Уҡытыусылар шундай хат яҙып ултырғансы, Уфанан тиклем кешене бындай бысраҡта йөрөтөп ятҡансы, үҙҙәре йыйылышып һөйләшһендәр ине. Шул һүҙем!..
Алкин:
— Был тәүге йыйылыш, ләкин хат буйынса һүҙ бармай. Һеҙ, Хәкимов иптәш, һүҙҙе икенсе яҡҡа борҙоғоҙ ҙа ебәрҙегеҙ. Ата-әсәләргә башта һүҙ бирмәй, заблуждениеға керттегеҙ ҙә ҡуйҙығыҙ. Алай булғас, ниңә беҙҙе саҡырҙығыҙ? Ҡыуығыҙ ҙа ҡайтарығыҙ. Ваҡыт әрәм итеп йөрөмәбеҙ.
Ишбирҙин:
— Ысынлап та, ниңә һеҙ, Хәкимов иптәш, алдан сығарған ҡарар менән киләһегеҙ? Һеҙ беҙҙең фекерҙе белергә килдегеҙме, әллә беҙҙе Булатовҡа ышандырырға килдегеҙме? Ул ниндәй защита?..
Китте тауыш! Бер ҡатын түбән яҡҡа төшөп китте. (Инәң..., фәлән-төгән-фәсмәтән...)
Рәйсә Хамматова һөйләй:
— Булатов бөтә нәмәне үҙ өйөндә тота, – ти.
Вара Ғималов:
— Хатта яҙылған факттар дөрөҫ. 29 центнер, 76 килограмм һоло ине. Комиссия иҫәпләне. Өс гектар илле ете сутый ине. Хәҙер ниңә ул алты гектарға барып еткән? Кем Булатовҡа фиктивный документты биргән? Яҡупов килгәйне обкомдан. Проверка үткәрҙе. Сельсоветҡа һоло һатҡан Булатов егерме бишенсе августа. Ә һолоно мәктәп ун бишенсе сентябрҙә урып ала!.. Нишләп былай килеп сыға? Нишләп ул урылмаҫ борон һатыла һоло? Һоло документы шаҡмаҡ дәфтәр битендә ине. Райком был эштә бик ҙур хата эшләне. Мин хатты лично Сабитовтың үҙенә илтеп бирҙем, халыҡ шаулаша башлағас.
Ләкин ул хаттың әҙенән бер ниндәй проверка килмәне. Буталыш килеп сыҡты. Булатов выговор менән генә ҡотолоп ҡалды. Мин тәүге йыл партияла һәм был мине бик ғәжәпләндерә. Комсорг Исмәғилев Радикты «сопляк, синең белән сөйләшмим дә» тип, уны тиргәп сығып китте, шуның менән эште срывать итеүгә булышлыҡ ҡына итте. Тракторҙы туҡтатты эшенән. Шундай ҡыҙыу эш ваҡытында. Мәктәпкә күп әйбер алдыҡ, тип маҡтана Булатов. Ләкин был бит мертвый капитал! Зал юҡ, ә козел, брустар тик ултыра. Ә йәй улар кәрәкмәй. Ә һарғамыштағы кеүек эшләһәгеҙ, ул булыр ине заслуга!..
Илле кубометр утынығыҙ ята, ә мәктәптә һалҡын булыуҙан балаларҙы уҡытмай ҡайтараһығыҙ. Балаларҙың тәртибе ифрат насар. Балалар ташлаған окурканы эләктереп алып тарталар. Ата-әсәләр ҙә бик ғәйепле, уҡытыусылар ҙа ҡарамай. Төндә йөрөйҙәр. Ә уҡытыусылар беҙҙең халыҡтан да айырым йәшәй. Лекция, доклад тигән нәмә юҡ. Булатов, үҙеңдең дә бер лекция уҡығаның юҡ ике йыл эсендә. Ялған авторитет менән генә йәшәйһең! Партия ойошмаһы бюроға саҡырҙы, ә һеҙ барманығыҙ. Бюроны ла ташлап сығып китәһегеҙ. Сессияға ҡуйҙыҡ һеҙҙең отчетты. «Мин сельсовет алдында отчитаться итергә не должен» тип кенә ҡуйҙың. Нишләп һуң һеҙ сельсоветты ла танымаҫҡа итәһегеҙ?..
Ишбирҙин:
— Булатов, алай итеп тә, былай итеп тә алдыҡ, ти. Был һуғыш ваҡыты түгел бит инде. Ул самообложениеға, үҙебеҙҙең аҡсаға алынған әйберҙәр. Бер директорҙың ғына заслугаһы түгел был. Беҙ уның тәртибен партбюроға ҡуйҙыҡ, ә ул килеп аяҡ та баҫманы. Ә йыйылышта уның тәртибен бер генә коммунист та яҡламаны бит. Партияла ҡалырға недостойный ине и беҙ сығарҙыҡ уны партиянан. Ә райком беҙҙең решениены отменять итте. Ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ бар шул. Ҡул ҡулды йыуа. Ә ул Булатов властвует рәхәтләнеп. Йәшәй бирә помещик һымаҡ. Мәктәп аты үҙенә генә эшләп йөрөй. Үҙенә, етмәһә, ялсы тота – завхоз, имеш. Батрак ул Вальшин, директорҙың тиҙәген дә түгә, һыуын да ташый, йомошона ла йүгерә. Кеше көсөнән файҙаланырға уның ни хаҡы бар? Эксплуатация заманы үтте бит инде. Валынин бына үҙе әйтер, үлмәгән! Канса да консов беҙ Валынинды эштән бушатыуҙы һораныҡ. Был һорау ҡәнәғәтләндерелмәне. Булатов явно башҡорттарҙан көлә. Әйт, көлмәйһеңме һин? Ана теге...
— Ҡыҫҡараҡ һөйләгеҙ. Был колхоз йыйылышы түгел, – ти тағы Хәкимов. (Ғәжәп, нисә ҡабат инде ул колхоз йыйылышы түгел был, ти. Әйтерһең колхоз йыйылышы иң түбән бер әшәке нәмә. Ҡайҙан ағыуланып бөткән был етәкселәр – ахыры, колхоз йыйылыштары уларҙың үҙәктәренә үткән!..)
Бер апай тороп мәктәптә балаларға ҡарата көс ҡулланыуҙың түбәнлеге тураһында һөйләй. Элекке иҫке мәҙрәсә методы тип атай.
— Беҙ яңы тәрбиә, коммунистик тәрбиә тураһында һөйләйбеҙ. Ә уҡытыусылар үҙҙәре һуғышып, мәхшәр булып яталар. Бер бала үлем хәлендә – уның хәлен белгән кеше лә юҡ. Ул методты һеҙ, уҡытыусылар, ташлағыҙ инде, – ти был апай. (Исемен ишетмәй ҡалдым.)
Нуриев ағай баянан бирле һүҙ һорай – халыҡ һүҙ бирмәй кире ултырта.
— Ҡайтып, бар, төҙәтеп кил башыңды! – тиҙәр. Ләкин Хәкимов уның Булатовты яҡларға теләүен белеп:
— Бер-ике һүҙ һөйлә, – тип иҫерек кешегә һүҙ бирҙе.
Быныһы торҙо ла:
— Биш балама мин гордюсь! – тип күкрәк ҡағырға кереште. – Минең һымаҡ воспитать итегеҙ әле балаларығыҙҙы, шунан һөйләшерһегеҙ минең менән! Ә бала араһына кермәгеҙ. Не позволю. Бала-сағаны воспитать надо. Бисмиллаһыҙ һүҙ әйттеме, ауыҙына һуғыр кәрәк. Понимать надо. Булатовҡа ҡаҙалдығыҙ. Ул дөрөҫ эшләй...
— Етәр, әллә Булатовтың яртыһына һатылдыңмы?
— Директорҙың первый защитнигымы әллә һин?
— Айныҡ саҡта ауыҙынан һүҙе сыҡмай, бында килеп ҡыҫтыбый булып ултырған була!..
Нуриевтың ауыҙын япҡас, Муллахмәт ағай тороп һөйләй башланы.
— Директор килеү менән үҙен бик грубый тотто. Мин университет бөткән, йәнәһе. Ул ғына уҡыған кеше. Халыҡ тома наҙан инде. Баһауға ул «һин кешегә оҡшамағанһың, маймылға оҡшағанһың» тине. Мәктәп баҡсаһына төшкән бала-сағаның муйынына шалҡан аҫып ҡуйып мыҫҡыл итте. Элек муллалар ғына эшләгән шулай. Муйынына спектаклдәге кеүек тимер-томор тағып йөрөткәндәр!..
(Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, минең бар тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Кеше шул тиклем дә садист булырға мөмкин икән!..)
Шул саҡ Хәкимов тороп:
— Булатов бит партияның дошманы түгел, халыҡтың дошманы түгел. Ҡыҙмай ғына һөйләгеҙ. Кешегә дөрөҫ юл күрһәтегеҙ. Ниңә шулай юҡты өйөргә, ярҙан төртөп төшөрөргә?! – тине.
Ләкин уны тыңламанылар.
— Директор шулай икән, мәктәптә коллективтың булмауы ғәжәп түгел, – тине Басыров ағай. – Шуға күрә коллективтың авторитеты ла юҡ. Улар нисек итеп балалар тәрбиәләһен? Директор коллективты туплау түгел, уны тарҡата ғына. Бала-сағаға шуның өсөн ҡул көсө ҡулланалар ҙа, тыңлата алмағас...
Гаттарова апай:
— Төштән һуң ҡараңғыла уҡып, балам һәләк булды. Шул ҡарамағанлыҡ арҡаһында тракторға тапалды. Әнә шул Малаяҙҙан килгән татар уҡытыусы һәләк итте баламды. Ниә башҡорт балаларын татар уҡытыусылары уҡыта? Әллә үҙебеҙҙә уҡытыусылар бөткәнме?
— Милләт айырмағыҙ улай! – тип ҡысҡырҙы Хәкимов. – Беҙ нисә йыл инде бөтә халыҡтар менән татыу йәшәйбеҙ!
— Уларға айырырға ярай, беҙгә ярамай икән!
— Көлмәһендәр улар үҙҙәре балаларҙан. Ҡушамат таҡмаһындар! Ташбатыр, күҙле бүкәндәр, сусҡалар... Шулай яраймы?
Залда тағы тауыш китте.
Парторг, мәктәп завучы Солтанов торҙо.
— Тынысланығыҙ, иптәштәр! Бына һеҙ халыҡҡа ҡарағыҙ, иптәш Хәкимов, тағын да мине ҡотортоп ҡуйған тигән фекер ҡалмаһын, – тине ул Хәкимовҡа ҡарап. – Халыҡ үҙенсә аңлай, үҙенсә ҡарай. Булатовтың бөтә хаталары үҙен генә белеп, «Я», «Я» тиеүҙән ҡала. Әле һеҙҙең алда сәғәттән артыҡ пропел, ауыҙҙы асып ҡарап ултырҙыҡ. Булатов булдыҡһыҙ кеше тип әйтмәйем мин, ләкин ул коллектив фекеренә ҡолаҡ һалманы. Бөтә был мәсьәләләр бер бөгөн генә килеп сыҡманы бит. Ул, үҙенә яраҡлы кадрҙар һайлап, коллективты икегә бүлде, йәштәрҙе ололарға ҡаршы ҡуйҙы. Юҡһа, ниңә беҙҙең һигеҙ йыллыҡ мәктәптә ете класлыҡ белеме генә булған кешеләр ҙә уҡыта. Дөрөҫмө был? Ҡул көсө ҡулланыу тураһында әйттеләр. Булатов әйтте, Агишев циркулде үҙе килеп һөҙөп ебәргән булып сыҡты! Булатов маҡтанды – имеш, беҙ бына ул эшләгәндә грамоталар, маҡтау ҡағыҙҙары алдыҡ. Уларҙы беҙ элек тә күп алдыҡ. Бер Булатов килгәс кенә түгел. Беҙҙең мәктәпте художественный эшмәкәрлек өсөн газетаға ла маҡтап та яҙҙылар...
Унан Солтанов Ниғмәтуллинаның дәрестәренә анализ бирҙе, коллектив тураһында һөйләне, ләкин Булатовтың махинацияларына туҡтап торманы.
Йыйылыш төнгө сәғәт берҙәрҙә генә бөткәндер. Хәкимовты тыңларға мәжбүр иттеләр. Рәистең был хаҡта газетаға яҙып сығыуын һоранылар, талап иттеләр. Райком, партком һәм Кинзин адресына ҡарата ла бик ҡаты һүҙҙәр әйтелде. Булатовтың башҡа мәктәптәрҙә эшләп ҡыуылғанлығы ла, ике балаһын ташлап китеүе лә, тағын әллә күпме бысраҡлыҡтары телгә алынды.
Минең бер ҡасан да әле был тиклем шаулы йыйылышты күргәнем юҡ ине. Күрәһең, бындағы хәлдәр ғәҙәттән тыш хәлдәр. Халыҡтың күңеленә, үҙәгенә үтеп, сығырынан сығып киткән. Ошо яҙғы ташҡында райком секретарының үҙе баҫып торған бик йоҡа боҙ киҫәгенән башҡа бер ниҙе лә күрә алмай, үҙен шундай ташҡынға ҡаршы ҡуйыуы, бер бушбоғаҙ үткенсене, ерәнгес бер шарлатанды яҡлап ҡалыуы бик ҡыҙғаныс булып күренде...
Әҙер фекер, әҙер күрһәтмә буйынса эш итеп, ҡараны аҡ итеп күрергә тырышыуы, бындай бик ҙур мәсьәләгә формализм ҡоло булып ҡарауы мине бик ныҡ ғәжәпләндерҙе.
Тимәк, район етәкселегендә әле мин белмәгән бик ҙур нәмәләр йәшеренеп ята. Хәҙергә миңә бер генә нәмә асыҡ: был етәкселек халыҡҡа ят, уның аһ-зарына һаңғырау бер машина. Хәкимов уның механик рәүештә бер урында әйләнеп торған бер тәгәрмәсе генә. Бәләкәй тәгәрмәс, ләкин башҡа бик күп тәгәрмәстәр менән бергә был да бик күп нәмәне иҙергә мөмкин. Иң ҡурҡынысы шул – был тәгәрмәстәр бөтәһенән элек халыҡтың күңелен иҙә. Халыҡта үҙенең нисә йылдар буйына ышанып килгән партияһына ышанмау тойғоһо тыуҙыра. Сөнки халыҡ бит уларға партияның урындағы иң авторитетлы органы итеп ҡарай. Райкомға ҡарата уның йылдар буйы тәрбиәләнгән иң ҙур ышанысы бар. Һәм бына шундай етәкселәр был ышанысты емерәләр, ваталар...
Быны төҙәтеү бик ауырға төшәсәк. Теләһә ниндәй емерек хужалыҡты бер нисә йыл эсендә аяҡҡа баҫтырырға мөмкин, ләкин кеше күңелен төҙәтеү, кешенең ышанысын яулап алыу – был инде бер нисә йылдың ғына эше түгел.
Был ни тиклем ҙурыраҡ масштабта булһа, шул тиклем ҡурҡынысыраҡ, уның эҙе лә шул тиклем тәрәнерәк һәм зарарлыраҡ (һуҙымлыраҡ).
Һәр кешелә асылмаған ҙур бер көс ята. Кеше үҙенең тәбиғәте менән ғөмүмән яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтыла. Ләкин бына шундай иғтибарһыҙлыҡ, оятһыҙ бер ғәмһеҙлек, формализм машинаһы аҫтында бик күп көс баҫылып, йәберһетелеп ҡалырға мөмкин...
Йыйылыштан ҡайтҡас, Нәҡи ағай менән шул хаҡта һөйләшеп яттыҡ. Ләкин был күренеште үҙем тойғанса бөтә үткерлеге, бөтә тәрәнлеге менән аңлатып бирә алманым шикелле. Унан һуң быны тойоуы ла ауыр, күрәһең. Кешеләрҙең күбеһе тормош күренештәрен бик конкрет рәүештә, бер ниндәй фекерләүһеҙ, дөйөмләштереүһеҙ күрергә өйрәнгән. Шунлыҡтан һинең бик ғазаплы уйлаған уйың күп кешеләргә аңлашылмай ҙа. Сөнки күнегелгән. Иң ауыртҡан ергә тейһәң генә, ауыртыу ныҡ тойола. Таш төшкән ерендә ауыр шул. Һәр кешенең үҙ шеше!.. Ә мин нисектер ҙурыраҡ шеш тураһында уйлайым. Фекер өсөн факттан аҙ ғына өҫкәрәк ҡалҡыр кәрәк һәм шул фекер менән, тағы ла үткерерәк күҙ менән, шул уҡ фактҡа кире килә белергә кәрәк. Юҡһа, факт үҙе генә күҙеңде терәп ҡарағанда бөтә ҡырҙары менән күренмәй. Бальзак «глуп как факт» тип бик тапҡыр әйткән!..
Ә шулай ҙа халыҡ – көслө! Был көслө ышаныу ғына һине көслө итә, ҙурыраҡ, тулыраҡ итә...

15 апрель.
Яландарҙа ап-аҡ ҡар ята. Иртән Мәсетленән машина менән ҡайттым. Надяға ҡайҙа булғанды әйттем дә, өйгә лә кереп тормай, Һарғамышҡа киттем. Бәҙертдин ағай ҙа ултырҙы. Мәсетле хәле тураһында әйткәс, үҙенең был мәсьәләне көҙҙән үк белеүен һөйләне.
— Ниңә, Бәҙертдин ағай, шул хәлде белә тороп, дөрөҫлөктө яҡлап сығырға булмай инеме? – тип һорауыма ул үҙенең бөтә философияһын асып бирҙе.
Ҡасандыр ул да йәш булған, ҡыйыу фекерҙәр ҙә әйткән, һуғышҡан да. Ләкин дөрөҫлөк ул – кем көслөрәк, шуның ҡулында. Бер ауыҙың бешкәс, һалҡын һыуҙы ла өрөп әсәһең. Тура әйткән туғанына ярамай. Дөрөҫлөктө әйтеп, үҙеңдең барыр юлыңды ла кәртәләп ҡуйырға мөмкин. Начальствоға ярамайһың икән, эшһеҙ ҙә тороп ҡалырға була. Унан һуң һин бер үҙең генә йәшәмәйһең бит, ғаилә – ҡатын, бала-саға ла бар... Уларҙы бит аҫрар кәрәк... Артыҡ тура булыуҙың файҙаһы юҡ. Әкрен генә эшләп тик йөрө. Башыңды бик күтәреп ҡарама. Ә эйелгән башты ҡылыс та киҫмәй. Бөтәһенә лә яра, бөтәһен дә яраштыр. Алдың-артың ҡарап йөрө. Миңә теймәгән йылан әйҙә йөҙ йыл йәшәһен!..
Был философияны нығытып әллә күпме мәҡәлдәр килтерергә мөмкин. Күрәһең, тормош һабағын ныҡ уҡыған Бәҙертдин ағай.
Юл бик бысраҡ ине. Бәҙертдин ағай йөрәген ус төбөндә генә тотоп килә.
— Ҡурҡма, Бәҙертдин ағай, йәшәгәнһең бит инде, – тип көләм.
— Әһе-һе, балалар бар бит! – ти ҡарт философ...
Кис.
Юрий Гагаринға
Һинең хаҡта
Иң, иң көслө һүҙҙе
Әйтке килә...
Булмай, юҡ һүҙем.
Батырлығың —
Иң көслө йыр
Бөгөн һин – үҙең!..
Ҡайтҡанда Марстың атына атланып ҡайттым. Юл бысраҡ булғас, тау арҡаһынан юрттырҙым. Марстың аты яҡшы ғына. Ниндәй күңелһеҙ саҡта ла атта йөрөү күңелле – йырлағы, шиғыр яҙғы килә. Гагарин тураһында уйланым, Һарғамыштағы хәлдәр тураһында ла. Халыҡтың эше – батырлыҡ. Тик күҙгә генә ғәҙәти булып күренә.

19 апрель.
Тағы Мәсетлеләмен.

  1. «Әхтәрова Тәнзилә – һауынсы. Йыйылышҡа йөрөмәй, тормошта, балалары – берәү», – ти Радик.
  2. Валынин Әнис – тракторист, ләкин трактор бирелмәгән, төҙөлөштә эшләй, ҡайҙа ҡушалар, шунда йөрөй.
  3. Ғатауллин Әҙһәм, 1934 йылғы, шофер, ҡатын алғаны бирле аяғын да баҫҡаны юҡ. Яңы йылдан бирле взносын да түләмәй. Һөйләшергә.
  4. Ғәниева Әнүҙә, эшләмәй, иптәше сығып киткән, йыйылышҡа йөрөмәй. Яңы йылдан бирле взносын түләмәгән. Һөйләштек.
  5. Дусыев Тельман, киномеханик, күптән бирле взносын түләмәй. Йыйылыш ваҡытында кино күрһәтеп, ярты халыҡты йыйылыштан сығартҡан. Әйткәс, минең маршрут шулай, ти. Ә суббота көн кино ҡуймаҫҡа ине.
  6. Исламғолова Йәүһәрә, совхоз башланғаны бирле эшләмәй, взносын да түләмәй. Бер балаһы бар.
  7. Исламғолов Рәүис, механизаторҙар курсында уҡыған, трактор бирелмәгән. Эшһеҙ.
  8. Нәсибуллина Рима, эшләмәй, ике балаһы бар, йыйылышҡа йөрөмәй, взносын түләмәй.
  9. Садиҡов Әхәт, армиянан сокращениеға эләгеп ҡайтҡан, хәҙер ҡайҙа эшләргә теләй – билгеһеҙ.
  10. Сәфәрғәлина Роза – ике балалы, йыйылышҡа йөрөмәй, түләмәй взносын.
  11. Фәхретдинов Ҡазыйхан, учетта түгел, кермәҫкә лә уйы бар.
  12. Ханова Талия – йәше үтә, ни уйлай?
  13. Яппарова Әнгиҙә – элеккесә.
  14. Ғәлимов Радик, учеттан төшмәй йөрөй, һуғыша. Билетын тикшерергә.
  15. Ғиззәтуллина Әнүҙә, учетҡа кермәгән.
    Бына шул иптәштәрҙең өйҙәренә кереп, нисек йәшәүҙәрен, ни уйлауҙарын белергә булдыҡ.
    Башта Радиктың үҙе менән ауыл артына сығып, ҡыш юл һаҙлығында һөйләшеп йөрөнөк. Комсомол эшен һыуындыра башлаған. Күңеле төшөнкө. Эш етмәй халыҡҡа, ти Радик.
    — Совхоз булғас, эше лә, ашы ла юҡ, – тип зарлана. Ысындан да, Яппаров ағайҙың район газетаһына яҙған мәҡәләһе бик дөрөҫ. Бик ҙур мәсьәләне күтәргән. Ләкин мәҡәләне баҫмайынса, парткомға тикшерергә ебәргәндәр. Район газетаһы, күрәһең, РК секретарының кеҫә газетаһы булыуҙан ары китә алмай. РК-ға барып тейә торған нәмәләр тураһында һүҙ ҡуҙғатырлыҡ та түгел. Ә бик күп мәсьәләләр шуның арҡаһында баҫылып ҡала.
    Кисә Мәсетле мәктәбендә профсоюз йыйылышынан һуң Айлитаның ағыуланып үлеүе тураһында бөтә район шаулай. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ауыҙында шул ғына. Уксус эссенцияһы эсеп үлгән, тиҙәр.
    Бөгөн беҙ барған машина Айлитаны ла килтерергә тейеш ине, ләкин уны Таймый машинаһы алып ҡайтҡан икән. Булатов партком машинаһында юлда осраны. Кинзин биреп ебәргән. Булатов үлекте ҡалдырып үҙе генә ҡайтып килә!..
    Бына һиңә финал!
    Мәсетлегә Сабитов та килеп еткән, протоколдарҙы аҡтара, ти.
    — Үҙенең дә ҡойроғо таҙа түгел шул, – ти Алкин ағай...

20 апрель.
Совхоздың партия йыйылышы. Совхозда 207 коммунист, 14 кандидат.
Көн тәртибе: «Совхоз партия ойошмаһының партия Үҙәк комитеты пленумы ҡарарҙары яҡтылығындағы бурыстары».
Докладсыға – егерме минутлыҡ һүҙ.
Шәйхисламов яңылыштан, элекке ғәҙәте буйынса:
— Яруллинға һүҙ бирелә, – тип ебәрҙе лә хатаһын тиҙ үк төҙәтә һалды. – Иптәш Ғайнановҡа һүҙ бирелә, – тине.
Ғайнанов партия Үҙәк комитетының ғинуар пленумы тураһында һөйләй, совхоз хәленә күсә. 1953 йыл менән 1960 йыл сағыштырыла. Проценттар, күрһәткестәр үҫешен күрһәтә. Етешһеҙлектәр тураһында һөйләй. Карьеристар, күҙ буяусы етәкселәр тураһында әйтеп китә.
Совхоз 730 гектар яңы ерҙе үҙләштерергә тейеш. Ике меңдән артыҡ һаҙамыҡ ерҙәр киптереләсәк (1961 йылда). Ҡырмыҫҡалы, Шишмә райондары һәр гектар ерҙән 14,5–15 центнер иген ала. Беҙҙә Ворошилов исемендәге колхоз да шулай ала. Ләкин башҡа колхоз, совхоздар был тәңгәлдә бик артта ҡала. 7–8 центнерҙан уҙҙыра алмайҙар. Бурыс – 11,5 центнер алыу!.. – ти Ғайнанов.
Беҙҙә арыш сәсеүҙе арттырыр кәрәк. 5100 гектар арыш сәселергә тейеш совхозда. Һоло сәсеүҙе ҡыҫҡартырға кәрәк. Һолоно таҙа көйө бесәнгә сәсеүҙән бер ниндәй ҙә файҙа юҡ. Вика, борсаҡ менән ҡатнаштырып ҡына сәсергә кәрәк. Беҙҙә орлоҡҡа һоло сәсеү 30 процент тәшкил итә.
Ҡарабойҙайға вәхшиҙәрсә ҡарайбыҙ. Ә был бик файҙалы культура беҙҙә яҡшы үҫә. Ғайнанов ҡарабойҙай сәсеү агротехникаһын һөйләп китә. «Беҙгә, игенселәргә, ҡарабойҙайҙан насар уңыш алыу хурлыҡ!» – тип ебәрә. Нисектер был көлкөлө булып яңғырай. Үҙе бит был хаҡта яҡшылап белмәй ҙә!.. Әйтерһең үҙе иген игеп ҡараған!
Малсылыҡҡа туҡтала. Аҙыҡ базаһын нығытыу, кукуруз тураһында һөйләй. Һарыҡтар, быҙау-сусҡаларҙың үлеүе кеүек хурлыҡлы күренеште бөтөрөр кәрәк инде, ти. Һыйырҙарҙы ҡасырыуға иғтибарһыҙлыҡ тураһында әйтә. Перинды ҡыҙҙырырға тотона, тоҡомло һыйырҙарҙы әрләй, ә һыйырҙар һарғамышта ас тора!.. Бына был хаҡта ныҡлап уйланырлыҡ.
һөттө әсетеү бик күп. Һарғамыштың зоотехнигы Марс Закировтың, управляющий Периндың кустарь май тапшырыуын тәнҡитләй. Һандар бирә.
Маяҡ-һауынсылар тураһында: улар яңғыҙаҡ булырға тейеш түгел, ти.
Сусҡа ите етештереүҙең үҙҡиммәте бик юғары. Сусҡа балалары күп үлә. Тыуғандың үлгәне 23 процент. Миәшәгәр һәм Мәсетлелә 30 процент. Совхоз буйынса быйыл бөтәһе ...* баш сусҡа бәрәсе үлгән. Беренсе кварталда 900 центнер ит алып еткерелмәгән. Миәшәгәрҙә сусҡа балаларын ашатыу насар.

  • Һан ҡуйылмаған.

Был хаҡта һөйләшер кәрәк.
Совхоз хәҙер тәжрибә-үрнәк совхозы тип аталды. Белгестәр тураһында ныҡлап уйланырға кәрәк. Күп управляющийҙар иҫкесә йәшәй, яңылыҡҡа ынтылмайҙар. Коммунист һәм иң яҡшы комсомолецтарҙы иң яуаплы участкаларға ҡуйырға кәрәк. Райкомға коммунист һәм комсомолецтар исеменән һүҙ бирә.
(Комсомол һүҙен Ғайнанов тәү башлап телгә алды. Ахыры, минең әйткәндәр ҡолағына кергән, буғай. Ғәжәп, шул һүҙҙе әйтһәләр ҙә күңел йылынып киткән була бит!..)
Фекер алышыуҙар башланды. Баш зоотехник Пендюрин һөйләй. Һыйырҙар быйыл 250 башҡа артырға тейеш. Ете йыл аҙағына – 4200 башҡа. Ләкин малды арттырыу ифрат насар бара. Тана һыйырҙарҙы иртә ҡасырыу эште һәләк итә. Ә 20 – 22 айлыҡта ҡасырырға кәрәк. Иҙелбайҙа иртә ҡасырып, хәҙер тана һыйырҙар һөттө әҙ бирә.
Сусҡасылыҡта бәрәстәр алыу менән эш ҡыйын. Таймый фермаһы ғына йөкләмәһен үтәне (I кварталда). Алынған бәрәстәрҙе һаҡлау насар бик. Хәҙер маткаларҙы һайлап алыр кәрәк – 400 баш матка булдырырға кәрәк.
Һарғамыш фермаһы һөт алыуҙы бик кәметте. Таймый фермаһы 45 центнер һөттө быҙауҙарға артыҡ тотҡан.
Һөттөң ҡуйылығын билдәләү менән дә эш насар. Контроль юҡ. Күҫәлә Зиннуров яҡшы эшләй. Ә һарғамышта был эште яҡшы белһәләр ҙә, быға иғтибар итмәйҙәр. Бишәүҙәрҙән Хәйрисламов, маслозавод эргәһендә йәшәп тә, һөттө әсетә. Вечканов та унан ҡалышмай.
Таймый, Иҙелбай, Йыланыш фермалары һөт һауып алыуҙы 100 литрға кәметкән.
Малдарҙы хәҙер көтөүгә сығарыр ваҡыт етә. Тәүлек әйләнәһенә көтөүҙе яҡшылап ойошторорға кәрәк. Былтыр Таймыйҙа бит йүнләп көтмәнеләр төндә. Шунлыҡтан улар артта ҡалып килде. Ҡыш яҡшы эшләнеләр, ләкин йәй тураһында ныҡлап уйлар кәрәк.
Мал ҡараусыларҙы һайлап алырға!
Йомортҡа алыу буйынса Миәшәгәр, Мәхмүт ҡошсолары яҡшы эшләй. Ә Мәсетлелә Ғәлимов 3000 тауыҡтан 400 йомортҡа ала. Себештәрҙе үлтерә. Былтыр мең баш себеште бер төн эсендә үлтерҙе.
Малдарҙы һаҡлауҙан уңманыҡ. Миәшәгәрҙә 104 баш сусҡа бәрәсе үлгән. Арҡауылда, Иҙелбайҙа күп үлә. Групповой методҡа күсеүгә консерватив ҡарашта тороусылар бар.
Тоҡомсолоҡ эше совхозда әле юҡ тиерлек. Һарғамыштан башҡа был эште башҡармайҙар. Был эш әле бәбәктә генә. Беҙ насар зоотехниктар, күрәһең. Зоотехучетты алып бармайбыҙ.
Яһалма ҡасырыу эше лә шәптән түгел. Һарғамышта Багаев – тәжрибәле кеше, ләкин учетты бутаған.
Контрактация үткәреүҙе башлар кәрәк. Йәйге лагерҙарҙы әҙерләп, япмаларҙы ябып ҡуйырға кәрәк.
Етешһеҙлектәргә түҙеп торғоһоҙ атмосфера булһын.
Борис Перин. Тәнҡит дөрөҫ булды, ти. Һөттө кәметтек (сағыштырма һандарын килтерә). Сәбәп ниҙә? Февраль-март айҙарында һыйырҙар һыуалды. Ләкин төп сәбәп – аҙыҡты дөрөҫ бүлмәүҙә. Мал башына (750 баш һыйырға) ер майҙаны аҙ тура килә. Миәшәгәрҙә һалам тулып ята, ә беҙҙә малдар ас тора. Ҡайҙан һөт булһын? Тоҡомло һыйырҙарға ла бит ашарға кәрәк. Ғайнановҡа быны белер кәрәк ине. Ләкин ул беҙгә һирәк килә. Ә беҙ бик ҡыйын хәлдә. Киләсәктә был етешһеҙлек бөтөрөлһөн. Быйыл 15 баш мал үлде. Багаев һыйырҙарҙы ҡасырыуҙа учетты бутаны. Журнал алып барманы.
Механик һауыуҙы башланыҡ. Бик яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Экономиялы, гигиена өсөн дә яҡшы. Механизацияға ныҡлап тотонор кәрәк. Сливпункттарҙы маслозавод ҡарамағына бирер кәрәк. 30 кешеһе бар. Ә беҙҙә бер кеше. Уның приборҙары ла етешмәй. (Кислотносты билдәләү өсөн.)
Сәсеү етте. 2 трактор әҙер түгел әле. А/х машиналары әҙер. Йыйылыш үткәрҙек. Агротехника буйынса дәрес үтте. Әҙербеҙ тиерлек.
Яруллин Әнис – Миәшәгәр ферманың йәш управляющийы. 13 центнер иген алырға тейешбеҙ, ти, һәр ганан. Быға шарттар нисек һуң? Беҙгә бойҙайҙы 500 гектар ғына сәсергә мөмкин. Ә беҙгә меңдән дә ашыу ер бирелә. Техника ла етешмәй. 7 көнгә һуҙыласаҡ сәсеү. Егерме көнгә лә һуҙылыу мөмкинлеге бар.
Механизаторҙар яҡшы, әгәр ҙә ярҙам булһа, беҙ сәсеүҙе үткәрә аласаҡбыҙ.
Малсылыҡ өсөн тәнҡитләнеләр. Һыйыр-һарыҡ өсөн йәйге лагерға көтөүлек етмәй. Сейәлетау яғынан ер бирелһен ине.
Торлаҡ мәсьәләһе борсоулы хәлдә. Торлаҡтар етмәй, һауынсылар, сусҡа ҡараусыларға өйҙәр кәрәк. Буралар биреүегеҙҙе һорайбыҙ. 100 башҡа сусҡа һарайы төҙөргә кәрәк. Овчарник та төҙөр кәрәк. Һарыҡ аҙбарҙары емерелеп бара.
Белов – прораб. Торлаҡтар төҙөү тураһында һөйләй. План былтыр арттырылып үтәлде, ти. Быйыл 47 мең һум бүленгән – хужалыҡ төҙөлөштәре өсөн.
Кирбес заводы өсөн 20 мең һум бүленгән. Киптереү хужалығы төҙөргә кәрәк. Ләкин управляющийҙар бик ыжлап бирмәйҙәр. Торлаҡ йорттары өсөн 125 мең һум бүленгән. Хәҙерге көндә 29 бура бар.
Яруллинға, «күпме төҙөй алаһығыҙ, төҙөгөҙ», ти. Сүбәк етмәй. Абдуллин уйламай эшләй. Шуның арҡаһында өйҙәр күтәрелмәй тора. Управляющийҙарҙың етен сәсеүен һорай Белов.
Мәсетлелә ике йыл буйы себештәр өсөн торлаҡ төҙөй алмайҙар. Уларға орлоҡ һалыу өсөн келәт төҙөргәме, юҡмы? (Ә халыҡҡа эш етмәй.)
Таш әҙерләнмәй. Гел ағас ҡына көтәбеҙ. Урындағы материал файҙаланылмай.
Совхозды электрификациялау өсөн бағаналар етешмәй. Биш меңләп бағана кәрәк. Ә бағаналарҙы Дыуанға йөрөтөп ыҫмалалау бик ҡиммәткә төшәсәк. РК бында эшләргә ярҙам итһен ине.
Һәр бер төҙөлөш бригадаһына транспорт кәрәк. Прицептар етешмәй. Һәр фермаға берәр генә булһа ла прицеп кәрәк.
МТМ төҙөлөш заказдарын бик ялындырып ҡына эшләй. Әйтерһең, сит хужалыҡ.
Совхозда тик бер генә ағас эшкәртеү станогы бар! Ҡайҙан алырға был станоктарҙы?
Абдуллин – рабкооп председателе. Бөтә был мәсьәләләрҙе тере кешеләр хәл итә. Бер кем дә дөйөм туҡланыу тураһында һүҙ ҡуҙғатмай. Ә был эш тейешле кимәлдә тормай. Поход кухнялары килгән станцияға. Уларҙы килтерер кәрәк. Заявкалар килмәй. Аҙыҡ-түлек менән совхоз тәьмин итергә тейеш. Бешекселәр билдәләнмәгән. 3-4 көнгә Лағыр совхозына уҡырға ебәрер кәрәк. Беҙгә бер автолавка бүлһендәр ине. Дефицит тауарҙар эшселәргә һатылһын.
Белов сүбәк һорай. Ниңә сүбәк көтөп торорға? Мендәр кеүек күпереп ятҡан мүкте һәнәк менән ҡайырып ал да һал әйҙә өйөңдө. Ғүмер буйы мүк менән һалдыҡ бит өйҙәрҙе. Ниңә сүбәк кенә көтөп ятырға?
Ҡазыханов – Иҙелбай управляющийы. Ер структураһын үҙгәртеү тураһында һөйләй. Осиновка ере 50 кг иген бирҙе. (һәр гектарынан.) Ниңә ундай бойҙай сәсергә? Арыш йәки үлән генә сәсергә мөмкин. Бындай ерҙәр Таймыйҙа ла күп. Сәсеү әйләнешен был яҡтан ҡарап сығырға кәрәк.
Зиннуров, Харисов яҡшы эшләйҙәр.
Управление должно быть управляемым. Ләкин беҙҙә управление бик тарҡау. Централизация үткәрергә кәрәк.
Латыпов – баш инженер. Механизация тураһында һөйләй. 110 тракторҙан 105 трактор сәсеүҙә ҡатнашасаҡ. Резина, бортшестернялар етешмәй. Тракторҙарҙы ремонтлауҙа ҙур етешһеҙлектәр булды. Эксплуатациялауҙа тәртипһеҙлек күп.
Сәскестәр етә. Етмәгәнен Гутаптан килтерергә мөмкин. Һабандар ҙа, культиваторҙар ҙа етә. Тырмалар ҙа етерлек.
Миәшәгәр, Һарғамыш, Йыланыш һәм Таймый фермалары сәсеүгә яҡшы әҙерләнделәр.
(Алты һуҡалы һабан биш һуҡалы һабандан бер ни менән дә айырылмай. Бишенсе һуҡаға көс күп төшә, алты һуҡа булғанда, тартыу көсө тигеҙ була.)
Перин, Ҡазыханов механизацияға ҡаршы киләләр. Бәрәңгене ҡул менән сәсеү яғындалар.
Техника етерлек, тик техниканы файҙалана белеү генә етмәй. Һәр механизатор яңы машина, яңы запчасть ҡына һорай. Былтыр эшләгән комбайндан да баш тарталар. Бик яман өйрәтәбеҙ былай беҙ механизаторҙарҙы.
Борханов үҙ белдеге менән рационализация үткәрә. Ләкин был бер нигә лә ярамай.
Әбйәлилов эсеп культиваторҙарҙы тапатҡан. Шоферҙар бик эсә.
Техуход насар. Техниканы һаҡлау насар. Запчастар тиҙ иҫкерә.
Переаттестация үткәрелде. Ләкин уны үтмәгәндәр ҙә бар. Уларға техниканы бирергә ярамай.
Янғындан һаҡланыу юҡ. Мәсетленең ауыл уртаһында нефтебаза урынлашҡан. (Техника безопасности.)
Б. Шәйхисламов ағай һорауҙарға яуап бирә. Агитмассовый эш тураһында һөйләй. Бөтә комсомол эшен үҙенә ала.
Кинзин. Былтырғы күрһәткестәрҙе онотмайыҡ. Иген һәр га-нан 8 ц 70 кг алынды. Йөкләмә үтәлмәне. Ер эшкәртеү культураһы түбән. Бәрәңге һәр га-нан 40 центнер ғына алынды, ә 20 центнер сәселде! Кукуруз да бик кинәндермәне.
80 мең центнер игенде хөкүмәткә тапшырыр кәрәк, 88 мең центнер фуражға китәсәк. Бының өсөн валовый уңыш 200 мең булырға тейеш. Һәр га-нан 12–12,5 центнерҙан да кәм алырға ярамай.
Яҙғы сәсеүҙе иң юғары сифатта үткәрергә кәрәк. Агротехниканы аҙ ғына боҙоусылар ҙа язаһыҙ ҡалмаясаҡ! Материаль яза буласаҡ.
Бер йыллыҡ үлән быйыл мең гектар сәселәсәк. Борсаҡ, викаға тотонасаҡбыҙ. Ә һолоно бесәнгә сабыуҙың бер ниндәй файҙаһы юҡ. Ул һалам менән барыбер. Беҙгә малды яҡшы сифатлы аҙыҡ менән тәьмин итеү тураһында уйларға кәрәк, күләмле аҙыҡтан файҙа юҡ. Шәкәр сөгөлдөрө, бәрәңге, кукуруз һәм ҡуҙаҡлы үҫемлектәр үҫтерәсәкбеҙ быйыл. Кукурузсыларға өҫтәмә түләү тураһында. Мәсетле, Күҫәләрҙән өйрәнергә кәрәк.
Дәүләткә 28 мең центнер һөт һатырға кәрәк быйыл. Бынан башҡа эске файҙаланыуға күпме һөт китә! Ләкин һөттө кәметәбеҙ.
Мәсетлелә кис һауалар, ә бригадир үҙ эше менән Ахунда йөрөй – Хурамшин Батырша. Шул һөт өсөн көрәш буламы? Һәр һыйырға ярты айҙа ун етешәр литр һөт кәмегән.
Зоотехниктар эшләмәй. Һарғамыш зоотехнигы Марс Закиров күпме һөт әсетеп йөрөгәнен дә белмәй. Быны маслозавод эшселәре хәбәр итә, ә зоотехник белмәй.
Бына Нуриев – обком секретары үҙе һөт кәмеүе тураһында телеграмма бирә. Эшкә бик ғәмһеҙ ҡарайбыҙ. Илья Иванович, вы и сами не работаете и люди не работают. Вы измените положение, или мы что-нибудь сделаем с вами! Придется с вами сегодня говорить по прямому проводу. Брагин, сколько вы можете пьянствовать? Вы не работаете. По улице пьяным ходите. Свиней губите, молока не даете! Работайте, если не хотите – уходите, найдем других.
Мәсетле фермаһының эшенән тауыҡтар ҙа көлөр. Ғәлимов эшләмәй. Инкубаторҙан алып ҡайтҡан себештәр бик ҡырыла.
Совхоз – бөлгөнлөктә, 1 млн 45 мең һум зарар булды! (иҫке аҡса менән.) Алдашыу күбәйҙе. Етәкселәр нисек теләй, шулай эш хаҡы түләйҙәр. Перин тракторҙа ике өйҙө емергән кешеләргә 9 мең түләгән! Иҫ китерлек бит, шунан да ғәмһеҙ хужалыҡ булырмы икән? Бер ҙә иҫәпләп тормайбыҙ, – ти Кинзин.
Тәнәфестән һуң РК секретары Сабитов һөйләй. (Халыҡ һирәгәйгәйне инде.) Ғинуар пленумында төп мәсьәләләрҙең береһе булып сәсеү майҙандарының структураһын үҙгәртеү торҙо. Шәкәр сөгөлдөрө, кукуруз, ҡуҙаҡлы культуралар үҙҙәренә киңерәк урын һорай хәҙер.
Иптәш Хрущев «Һарғамыш» совхозының сәсеү структураһы менән танышһа, арттырмайса әйтәм, моғайын: «Һеҙ – дурактар», – тип әйтер ине. Беҙ һоло менән ерҙе тултырҙыҡ. Был хәлде төҙәтергә кәрәк! Борсаҡты 300 га түгел, виканы 800 га түгел, ә күберәк сәсер кәрәк. Әле ваҡыт үтмәгән. Һолоно кәметеү иҫәбенә кукуруз сәсеүлеген арттырыр кәрәк. Был ете йыллыҡтың өсөнсө яҙы. Сәсеүҙе беҙ 7–8 көндә үткәрәбеҙ, тибеҙ. Дөрөҫ түгел, сәсеүҙә беҙ утыҙ көн булабыҙ.
Яҙ насар килмәй. Ләкин ерҙе тигеҙ ҡоротмай, – ти Сабитов.
(Залда ишек алдында Әнүк иҫереп ята ине, Сабитов һөйләй башлағас, ул геүелдәргә тотондо.)
22 апрелдән тырматыуға төшөр кәрәк. Шулай елләтһә, ер өлгөрәсәк. (Сабитовтың ҡул һелтәп һөйләүе нисектер һүҙҙәренә тура килмәй.)
Көнсығыш райондарҙы дымлы, тиҙәр. Дөрөҫ түгел. Мин бында ете йыл эшләйем. Май, июнь айҙары бында ҡоро була. Ямғырҙар августа башлана.
Тырматыуҙың сифатына иғтибар итергә кәрәк.
750 га яңы ерҙе үҙләштерер кәрәк. Ә һөрә башламағанһығыҙ. Хәҙерҙән үк төшөр кәрәк. Сиҙәм ерҙе һөрөп була хәҙер ҙә.
Иртәгәнән үк кукуруз, шәкәр сөгөлдөрө сәселәсәк ерҙәрҙе ашларға кәрәк. «Беларус»тарҙы егегеҙ. Серетмәһеҙ бер гектар ҙа булмаһын. Ялан эсенә кереп булмаһа, ситкә түгеп торор кәрәк. Аҙаҡ – таратырға.
Ерҙе эшкәртеүгә иғтибар! Былтыр Заһиҙуллин яланда вагон эсендә ултыра, ә эргәһендә брак һөрөлгән ер. Былай етәкселек итергә ярамай. Ысын крәҫтиән булырға кәрәк. Ерҙең ситенән баш ҡалҡытып ҡарарға түгел, ерҙең эсенә кереп ҡарарға кәрәк. Итектәрең батып торһон!..
Борсаҡ, вика, көнбағышты 27 апрелгә сәсеп бөтөргә кәрәк.
Мин сәсеү агротехникаһына туҡталып тормайым, рекомендациялар менән танышҡанһығыҙҙыр.
100 га ерҙе эшкәртеүгә 17 мең өҫтәлмә түләү буласаҡ. Кукуруз квадраттары – иң мөһиме. Бер квадрат та кукурузһыҙ булмаһын. Ун процент квадрат буш булһа, 100 га ерҙең ун га-һы буш ята тигән һүҙ бит.
Кукурузды нисә йыл үҫтерәбеҙ, өс йөҙ центнерҙан ары китә алмайбыҙ. Ә беҙҙә кукуруз 600 центнер бирә ала. Быйыл яҡшы сорт орлоҡ индерелде – «Стёрлинг». Миәшәгәрҙә бер йыл был сорт кукурузды балта менән киҫтеләр. Мин ниндәй оҙон кеше, мине күмерлек ине.
Сәсеү темпы тураһында. Кукурузды ярышып сәсергә, теүәл сәсергә кәрәк. Беҙ бер аҙна рәхәтләнеп сәсә алабыҙ, сәскестәр етерлек.
Шәкәр сөгөлдөрө – яңы культура, был беҙҙе бик тулҡынландыра. Былтыр хатта торнапистан 20 центнер ғына уңыш алдыҡ. Ҡурҡыта, бик ҡурҡыта был шәкәр сөгөлдөрө. Беҙ уны һәр га-нан 200 центнер алырға тейешбеҙ. Иртәгә беҙ семинар үткәрергә тейешбеҙ. Шәкәр заводынан минең менән бергә специалист килде. Көҙөн шәкәрҙе ул аласаҡ һеҙҙән.
Сәсеү ваҡытында ер-әсә йөҙөндә иң идеаль тәртип булдырыр кәрәк. Ҡарағуралар үҫмәһен. Бер метр ер ҙә һөрөлмәй ҡалмаһын. Был – агропромдар, механизаторҙар, бригадирҙар эше. Агрономия грекса – ерҙә тәртип булдырыу эше, был һүҙҙең мәғәнәһен онотмайыҡ, иптәштәр. (?) Беҙҙә бер бригада эш хаҡын бер төрлө ала, икенсеһе икенсе төрлө ала. Эшенә ҡарап эш хаҡы түләйһең. Ете йыл эшләп, йыл һайын 8 центнер иген алабыҙ. Әгәр түләүҙе үҙгәртмәһәк, был шулай ҡаласаҡ. Үҙгәртергә кәрәк. Гел юғарынан әйткәнде генә көтөп ултырмайыҡ.
«Трактор бригадаларында трактор отрядтары булһын», – тине иптәш Хрущев. Берәү баш эшсе булһын, уйларға кәрәк был турала ла.
Ергә бөтә күңелде биреп эшләр кәрәк. Контроль менән генә эшләһәләр, икмәк икмәҫһең. Һәр кем үҙен яуаплы тойһон. Бөтә секретарҙар, коммунистар аңлатыу эшен алып барһындар. Мәҙәни-көнкүреш хеҙмәтләндереү кешесә булһын. Күсмә библиотека ауылда, ә төп библиотека яланда булһын.
Кооператорҙар һөйләргә шәп, ә яланда йөрөгәндә, папирос сәлдереп йөрөргә мәжбүр булаһың. Трактористарҙан тәмәке һорап тартаһың. Абдуллин әллә ниндәй катапункттар тураһында һөйләй, ә тәмәке һатыуҙы ла ойоштормай. Был хаҡта ла ныҡлап уйларға кәрәк.
Н. С. Хрущев Гагаринды ҡаршылағанда крәҫтиән хеҙмәтен дә ҡотланы. Был бик дөрөҫ. Икмәкһеҙ космосҡа ла бик осоп китә алмаҫһың. Ас көйө аҡыл да эшләмәй. Космосҡа осоуҙа крәҫтиәндең дә хеҙмәте ҙур.
Трапезникова һөйләп китә:
— Һин председатель булғанда, ҡаҙаҡҡа ла, банкка ла, шиферға ла үҙең йүгерә инең. Ә хәҙер һин тик хужалыҡ менән генә идара итәһең. Ә эш бармай.
Бөтә малды завҡа тапшырған да, ә ул завы һаҡалын да ҡырып йөрөй белмәй!.. Былай беҙҙе һаҡал баҫып бөтөр. Управляющий эште ойошторорға тейеш. Һәр бригадала ком. ойошма бар. Һәр ике ауылға бер ауыл советы бар. Ниңә эшләмәйҙәр?
Йомортҡа буйынса бер хужалыҡ эсендә шундай ҙур контраст. Бер һөҙөмтәгә килер кәрәк бит! Бер үк директор, бер үк парторг. Ә эш төрлө урында төрлөсә. Был нормаль хәл түгел. Тимәк, етәкселек юҡ. Ярышты ойоштора белмәйҙәр. Һөт буйынса ла шундай уҡ контраст. Суркова һәм Ғәлләева араһында ер менән күк араһы. Бына партия ойошмаһының эше!
Мин Шәйхисламовтың сығышын бик ныҡлап тыңланым. Дөрөҫ һөйләнегеҙ. Ләкин ҡыш буйы коммунистар һеҙҙең етәкселек аҫтында уҡыманылар. «Кәрәк» тигән һүҙҙе әйтәһегеҙ, башлап эшләмәйһегеҙ. Шуның өсөн беҙҙә «стрекунистар» күбәйҙе. Ялыусылар күп. Сәйәси аңдары түбән. Солтанов һәм Булатов кеше туҡмау сәнғәтенә өйрәнгәндәр. Нормаль хәлме шул? Комсомолка үҙ-үҙен үлтергән. Мәжбүр иткәндәр уны. Хәкимов, был эште бөтөрөгөҙ, йәш уҡытыусыны үҙ ҡанатығыҙ аҫтына алығыҙ, тип РК исеменән әйтеп киткән. Ә икенсе көндә профсоюз йыйылышы йыйып, уны тағы ҡыҙҙыралар. Һәм ул йыйылыштан сығып китергә, үҙен-үҙе һәләк итергә мәжбүр була.
Был мәсьәлә менән Ғайнанов та, Шәйхисламов та ҡыҙыҡһынмаған. Коммунистар ғәйбәт, үҙ-ара ыҙғыш менән шөғөлләнгән. Идея-сәйәси кимәлдәре түбәнәйгән.
Тәрбиә мәсьәләһенә ныҡ иғтибар итер кәрәк. Партия-комсомол ойошмалары эшләһендәр, уяу булһындар, – тип һүҙен бөтөрҙө Сабитов.
Ғәжәп, ғәжәп хәл: бер фактты бына нисек бороп ебәрергә мөмкин икән! Берәү фәрештә кеүек, берәүҙәр бөтә бысраҡты йотһондар, имеш. Ә бит бындай хәл бөтөнләй булмаған булыр ине, әгәр...

10 май.
Бына көндәлектең май дәфтәрен яҙырға башланым. Бынан кире көндәлекте тәртиплерәк алып барырға кәрәк. Юҡһа, бик күп нәмәләр яҙылмай ҡала ла, аҙаҡ уларҙы яҙып ултырырға йә ваҡыт булмай, йә ирендерә, йә уларҙың әһәмиәте кәмегән кеүек булып күренә. Яңы көн яңы тәьҫирҙәр, яңы фекерҙәр килтерә, ә кисәге көндөң күренештәре тоноҡлана, үҙенең буяуҙарын юғалтып, әкрен-әкрен генә шулай күмелә башлай...
Ә һәр көн үҙенсә матур бит!.. Бер көн дә икенсе көн булып ҡабатланмай. Әгәр ҙә һәр бер кеше үҙенең һәр көнгө тормошон, үҙенең уй-кисерештәрен яҙып барһа, донъяла һәр бер кеше тураһында бик ҡыҙыҡ китаптар тыуған булыр ине!..
Ләкин был эшләнмәй. Хәйер, бының кәрәге лә юҡтыр? Әгәр ҙә һәр кем яҙа белһә, һәр кем үҙе теләгәнсә алдаған булыр ине... Сөнки кеше үҙенең тормошон үҙ күҙҙәре менән бөтә тулылығында күрә алмай. Был мөмкин дә түгел. Һәр кем үҙен теләгәнсә матурлаған, биҙәгән булыр ине. Йәки бының киреһенсә булыуы ла мөмкин. Кешенең эске донъяһы уның үҙе тураһында яҙғандарынан әллә күпме ҡатмарлыраҡ, ҡаршылыҡлыраҡ һәм байыраҡ. Тормошоңда ҡағыҙға яҙып ҡына аңлатыуы мөмкин булмаған күпме нәмәләр бар! Юҡ, бөтә дөрөҫлөктө яҙыу мөмкин түгел...
Хатта донъялағы иң асыҡ, иң эскерһеҙ, иң интим көндәлектәрҙән булған Добролюбовтың көндәлектәре лә уның үҙе тураһындағы бөтә дөрөҫлөктө әйтеп бирә алмай.
Ләкин көндәлек яҙыу нисек кенә субъектив булмаһын, миңә уны яҙырға кәрәк.
Беренсенән, мин үҙемдең хаҡта ғына яҙмайым. Был яҙмалар ниндәйҙер дәрәжәлә билдәле бер заман йәштәренең уй-тойғолары, тормошо тураһында һөйләүсе бәләкәй генә бер көҙгө булһа, икенсенән, мин башыма ни килә, күҙемә ни күренә, шуны ғына яҙмайым бит; ә тормош күренештәрен мөмкин тиклем дөйөмләштерергә, уға ҡарата үҙ мөнәсәбәтемде билдәләргә, үҙ ҡарашымды әйтергә һәм тормош материалдарын һайлап алырға тырышам.
Шулай булғас, был яҙмалар ниндәйҙер бер кешенең шәхси яҙмалары ғына түгел, ә әҙәбиәттә үҙенең бер урыны булған әҙәбиәтсе яҙмалары ла. Миңә, әлбиттә, мәҡәләләр, очерктар, зарисовкалар яҙырға ла мөмкин булыр ине. Ләкин мин быға «Комсомол секретарының көндәлектәре»н яҙам. Сөнки минең хәҙерге тормошом туранан-тура шул эшкә бәйләнгән, һәм мин үҙемдең эшем буйынса ла уны яҙмайынса булдыра алмайым. Һуңынан, әлбиттә, был яҙмалар бер әҙәби әҫәргә төп нигеҙ булырға тейештәр, тип уйлайым.
Унан һуң көндәлек яҙыу минең ғәҙәткә ингән. Бына ун биш йыл инде мин көндәлек алып барам. Был эш, билдәле бер тәртиптә булмаһа ла, һуңғы ваҡытҡа тиклем дауам итеп килә. Кем белә, бәлки, уны мин йәшәүҙән туҡтағансы дауам итермен...
Һәр кемдең үҙен мауыҡтырған бер эше була: берәү ғүмер буйы төрлө маркаларҙан коллекция йыя, берәүҙәр ғүмер буйы һирәк осрай торған иҫке китаптар эҙләй, ә мин бына – яҙам. Һәм шул эш миңә иң ҙур шатлыҡ килтерә. Мин үҙемдең дәфтәрҙәргә бөтә ғүмере буйы һандығына алтын йыйған кеше шул байлығына ғашиҡ булып ултырған кеүек ҡарамайым.
Әгәр ҙә улар юғалып ҡуйһа, әлбиттә, мин үҙем өсөн бик ҡәҙерле булған нәмәмде юғалтҡан булыр инем. Башҡалар өсөн уларҙың, бәлки, бер ниндәй ҙә ҡиммәте-ҡәҙере булмаҫҡа мөмкин. Ләкин минең өсөн улар – үткән тормош дәфтәремдең биттәренә әйләнгән...
Ә кеше олоғайған һайын үткән юлына әйләнеп ҡараусан, ҡарттар – йәшлектәрен хәтерләүсән.
Күп шиғырҙарҙың аңлатмалары ла ошо яҙмаларҙа, әлбиттә. Улар икегә бүленгән бер үк әйбер. Был яҙма шиғырға, Рабиндранат Тагорҙың ысыҡ тамсыһы күлгә әйткәне кеүек:
— Һин – лотос япрағы аҫтындағы ҙур тамсы булһаң, мин уның өҫкө яғындағы бәләкәй тамсы, – тигән булыр ине.
Мин был яҙмалар өҫтөндә ныҡлап эшләп ултырмаһам да, уларҙы ихлас күңелдән яҙам. Уларға бөтә күңелдән ғазапланып уйлаған уйҙарымды, бөтә күңелдән тулҡынланып кисергән тойғоларымды ышанып тапшырам.
Бәлки, был билдәһеҙ бер ябай сәскәне үҙенең туғаны тип уйлағанда, берәй көнбағыштың йөҙө ҡыҙарып китер. Ләкин, Тагор әйткәнсә, ҡояш сығыр ҙа, был сәскәгә лә йылмайып: «Һиңә яҡшымы, минең һөйөклөм?» тип һорар...
Ҡояш бит бөтә кешегә лә бер төрлө ҡарай, бөтә сәскәләргә лә үҙ нурҙарын бер тигеҙ өләшә. Тик һәр бер сәскә уларҙы, ҡояш нурҙарын, күпме ҡабул итә ала? Быныһы икенсе эш. Мәҫәлән, тәмәке сәскәһенә яҡтылыҡ бик аҙ кәрәк: ул йонсоу көндәрҙә лә сәскә ата, ә төндәрен ул үҙе яҡтылыҡ биреп ултыра, хатта төндәрен ул хуш еҫлерәк тә, матурыраҡ та.
Минең төнө буйы тәмәке төтөнө эсендә яҙған был яҙмаларым нәҡ ошо тәмәке сәскәләре кеүек. Көндөҙ ваҡыт та юҡ. Шуға ла төнгә ҡарата минең үҙ фәлсәфәм бар.
Мин уйланыр, яҙыр, уҡыр өсөн
Төндө көтәм, төндө һағынам.
Төндә минең серле илһам ҡошом
Уяна ла ҡанат ҡағына.
Тик ут ҡына булһын, янһын бергә,
Мин арымай тороп һүнмәһен.
Көндөҙгө эш, тауыш, ығы-зығы
Уйҙарымды кереп бүлмәһен...
Төндә мин ниндәйҙер башҡа кеше,
Башҡа уйлы, башҡа хыяллы.
Төн йөҙөндә тик бер төҫ булһа ла,
Донъям минең мең-мең буяулы.
Һәр бер тауыш, һәр бер һулыш төндә
Ниндәйҙер бер мәғәнә, моң ала.
Ә көндөҙ һин шул диңгеҙгә сумып,
Күҙ-ҡолағың шунда юғала...
Көн – кешенең ҡул-аяғы булһа,
Төн – кешегә аҡыл-йөрәктер?..
Күрәһең шул: көндө күрер өсөн
Төнгә китеп торор кәрәктер?..
Күптәр төндө әрләй. Меҫкен төн ул
Иң ҡараңғы төҫкә буяла.
Ә бит сәскә көнгә, төн булмаһа,
Сыҙар инеме һуң донъяла?..
Йоҡо яҫтыҡ һорамаған кеүек, минең илһамым да көндө генә көтөп ултырмай. Илһамды мин төндә эшләргә лә мәжбүр итәм. Сөнки яҙған кешегә көн һайын яҙырға кәрәк. Ҡул яҙырға күнеккән булһын. Яҙмайынса, яҙырға өйрәнеп булмай. Һыуға кермәйенсә, нисек итеп йөҙөргә өйрәнергә һуң?
Был хаҡта бөтә классиктар әйтеп тора миңә. Әҙ генә яҙмай йөрөһәм: «Яҙ, Рәми, яҙ, көн һайын яҙ!» – тиҙәр улар. Гоголь һүҙҙәре минең өсөн иң беренсе ҡағиҙә:
«Человек пишущий так же не должен оставлять пера, как живописец кисти. Пусть что-нибудь пишет непременно каждый день. Надобно, чтоб рука приучилась совершенно повиноваться мысли». (Гоголь.)

10 май.
Бына кис контораға управляющийҙар, агрономдар йыйылды. Сәсеү барышына арналған кәңәшмә буласаҡ. Райком секретары Сабитов та килгән. Әле Кинзиндың кабинетында ултыралар. Ә беҙ – партком бүлмәһендә. Совхоз тәжрибә-үрнәк совхозы тип иғлан ителгәс, беҙгә килгән яңы зоотехник Сафин да бар. Кисә беҙ райондан малсылар слетынан ҡайтҡанда, беҙҙең машинала ултырып килде. Тәүге ҡабат һөйләшеп танышып алдыҡ. Үҙе Нәсибаштыҡы икән. Мине күптән белә, тик мин генә уны белмәйем. Күрәһең, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына торғандыр инде...
Бына Сабитов Кинзин менән килеп керҙеләр. Тауыш тынып ҡалды. Кәңәшмә башланды...

13 май.
Төштәр...
Егерме йыл үткән,
егерме йыл
Атай өйҙән сығып киткәнгә.
Күпме кәкүк ғүмер һанап киткән
Алыҫ яҙҙа һуғыш бөткәнгә...
Тик инәйем һаман төштә күрә
Ҡайтып кермәҫ беҙҙең атайҙы.
— Ҡайтҡан, имеш... – тиеп,
һөйләй-һөйләй
Һарғайҙы ул, инде ҡартайҙы...
Бына бөгөн дә ул, сәйен яһап,
Төшөн һөйләй тағы...
Бер үк төш!..
— Хәс элекке төҫө,
кейеме лә
Үҙгәрмәгән, имеш, шул килеш.
Тере микән әллә?..
Йөрөй микән
Сит илдәрҙә әллә тилмереп?..
Әллә инде уйлап ҡуя микән,
Булһа ине, тиеп, бер күреп?..
Изге төштәр!..
һис бер юрау, яуап
Әйталмайһың һин был төштәргә...
Тик теш ҡыҫып,
тағы тотонаһың
Атайҙарҙан ҡалған эштәргә.
Надя менән Салауатты концертҡа ебәрҙем дә тиҙ генә шул шиғырҙы яҙып ташланым. Кисәге инәйемдең тағын шул төшөн һөйләүе көнө буйы баштан сыҡмай йөрөнө лә яҙмайынса булдыра алманым. Надяға шиғыр оҡшаны, тәржемә итеп тә, былай ҙа уҡып күрһәттем. Ул тик аҙағын икенсерәк бөтөрөргә тәҡдим итте. «Бындай төштәрҙе беҙҙең ҡатындарға күрергә яҙмаһын ине» тигән фекерҙе әйтергә кәрәк, ти. Ләкин мин был фекер менән килешһәм дә, үҙ фекеремдә ҡалдым. Сөнки Надя әйткән фекер әйтелгән инде, күп ҡабатланған, артыҡ трафарет булып китә. Минеңсә, уны былай ҙа аңларға мөмкин.
Шиғырҙар был арала байтаҡ яҙылды. Тик эшкәртеп ултырырға ваҡыт юҡ. Ат менән юлға сыҡһаң, тирә-яғың тулы шиғыр!..
Атты туҡтатып, һыҙғылап алам да тағы ары китәм, тағы яҙам. Йә эйәр өҫтөндә ултырған килеш, йә аттан төшөп яҙырға керешәм. Иң күңелле, иң бәхетле минуттар был!..
Ғәжәп, юл шиғыр, йыр килтерә. Тәбиғәт күренештәре кешене нисектер сафландыра, тулҡынландыра ла яҙырға йә йырлап ебәрергә мәжбүр итә. Шуның өсөн атты мин бер ниндәй машинаға ла алыштырмаҫ инем! Машина кешенең күңелен ҡорота, уйҙарын, хыялдарын томалай. Миңә бик күп начальниктар тап бына шул машинала елдереп йөрөү арҡаһында уй-хыялһыҙ, хисһеҙ-кисерешһеҙ туң кешеләр булып китәләр кеүек. Сөнки уларға уйланырға, хыялланырға, үҙ-үҙҙәре менән һөйләшергә ваҡыт та ҡалмай! Тиҙлек, хәҙерге машиналар тиҙлеге, уларҙы иң яҡшы кешелек сифаттарынан мәхрүм итә бит. Тимәк, тиҙлек кешене физик яҡтан алға илтеү менән бергә рухи, мораль яҡтан артҡа ла илтә булып сыға түгелме? Минеңсә, бында дөрөҫлөк бар! Бәлки, был миңә генә шулай тойолалыр? Шулай ҙа мин быға үҙем бик ышанам. Сөнки кешенең ниндәйҙер дәрәжәлә тәбиғәттән айырылыуы ул шул уҡ дәрәжәлә тәбиғилектән, үҙ-үҙенән айырылыуы ла бит... Кеше ул – тәбиғәт балаһы, тәбиғәт кешене яратҡан, кеше иткән, кешегә иң кешелекле сифаттарҙы биргән, был ғына ла түгел, тәбиғәт уға икенсе бер тәбиғәтте – кешенең үҙ ҡулы барлыҡҡа килтергән тәбиғәтте бүләк иткән. Был икенсе тәбиғәт – кешенең ҡоралы, ғәжәп бер көслө ҡоралы! Был ҡорал менән ул икһеҙ-сикһеҙ көслө, икһеҙ-сикһеҙ бай һәм ҡаршылыҡлы тәүтәбиғәтте, ысын тәбиғәтте яулай, уға хужа булып бара, уны үҙ ихтыярына буйһондороп, үҙ ихтыяры өсөн тырыша. Горький әйткәнсә, «аҡыллы ҡул» кешелектең үҙе өсөн бөйөк эштәр эшләй. Ләкин «аҡыллы ҡул»дың аҡылы башҡа аҡырыныраҡ менә шул. Кешенең көнкүреше, тормошо, йәшәйеше уның аңынан, аҡыл-белеменән алғараҡ сығып китә, ә аң-белеме арттараҡ ҡалып килә һәм ҡул менән баш араһында бик күп ҡаршылыҡтар тыуҙыра... Бының хаҡында күптән әйтелгән. «Бытие определяет сознание, сознание отстает от бытия» тигән һүҙҙе иң ҙур аҡыл эйәләре әйткән. Ләкин беҙ был хаҡта аҙ уйланабыҙ, аҙ эҙләнәбеҙ, үҙ алдыбыҙға ҙур һорауҙар ҡуйып, уға дөрөҫ яуаптар табыу ғазабынан ҡасырға тырышабыҙ кеүек. Уйланған хәлдә лә ҡайһы бер уйҙарыбыҙҙы асыҡтан-асыҡ әйтергә ҡурҡабыҙ. Уйҙарыбыҙ шуның өсөн дә йә тормоштан бик айырылған уйҙар була, йә, киреһенсә, бик тормош күренештәренән күтәрелеп етмәгән, ваҡ нәмәләр менән күмелеп ҡалған булып сыға... Һәр күренешкә ентекләп, иғтибар биреп, төптән ҡарап дөйөмләштереү етешмәй. Шунлыҡтан ваҡ нәмәне ваҡ, ҙур нәмәне ҙур итеп алдан күреп тә булмай, яңылышырға мәжбүр булаһың, һуңынан бик бәләкәй нәмәлә ҙур нәмә йәшеренеп ятҡан булып сыға, ә ҙур итеп күргәнең бик бәләкәй булып та ҡуя... Бер яңылышҡас, бер ауыҙың бешкәс, һалҡын һыуҙы ла өрөп әсәһең. Юғарынан әйткәнде көтөп йәшәү шул ҡурҡыуҙан да килә бит. Ә гел көтөп йәшәү кешенең кешелеген, эшмәкәрлеген, дәртен һүрелдереп, бик күптәрҙең эҙләнеү, уйлау һәләтлеген юғалтыуға, оятһыҙ бер ғәмһеҙлеккә – формализмға килтерә. Ә ул бөтә тере нәмәне юҡ итеү ҡоралы. Минеңсә, был иң ҡурҡыныслы ҡорал...
Был хаҡта һәр бер етәксегә ныҡлап уйланырға ине. Ләкин күп етәксенең уйланырлыҡ ваҡыты ла юҡ. Уға ашығырға кәрәк, машинала елдерергә кәрәк. Ваҡыт менән тиҙлек араһында бына шундай ҡаршылыҡ килеп сыға.
Минең атты елдереп уҙып киткән газиктарға ҡарап мин:
— Их, артҡа китте был түрә!.. – тип ҡалам. – Ваҡыт менән тиҙлекте яраштырырға ине һиңә!.. – тимен.
Ләкин ул ишетмәй кеше һүҙен...
Ул үҙ машинаһының геүләүен генә, үҙ телмәрҙәрендәге һүҙҙәрҙе генә ишетә. Ул халыҡтан, халыҡтың уй-хыялынан, моң-йырынан, уның тел-әҙәбиәтенән айырылған, уның киләсәгенән айырылған. Ә үҙе һәр бер телмәрен «йәшәһен кешелектең яҡты киләсәге!..» тигән һүҙҙәр менән бөтөрә. Ләкин ул кешелектең был яҡты киләсәгенә ниндәй юлдар, ниндәй сифаттар, ниндәй көстәр менән барыу тураһында уйлап та бирмәй. Сөнки ул киләсәккә барырға тейеш булған һәр бер кешенең уйын, теләктәрен, хис-тойғоларын белмәй, күберәк үҙе тирәһендәге үҙе кеүек үк бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлаған кешеләрҙе генә тыңлай. Әйтерһең ул халыҡ өсөн түгел, ә халыҡ уның өсөн йәшәй!.. Ләкин халыҡ уның өсөн йәшәй алмай, уның үҙ тормошо, үҙ эше бар. Бер түрә өсөн генә йәшәргә ул ғәҙәттән тыш ҙур, бөйөк: ул тарихты ижад итә!..

26 май.
Кәңәшмә.
1) һатыу-сауҙа ойошмалары менән төҙөшкән договорҙың үтәлеше тураһында.
Әҙерләүҙәр буйынса баш инспектор Шәмсетдинов һөйләй. Договор проекты менән таныштыра.
һыйыр малдары 250 килограмға, сусҡалар 80 килограмға еткерелеп, урта көрлөктән түбән булмаҫҡа тейеш.
Договорҙа килешелгән тәртипте боҙоу булһа, госинспекторҙың совхозға бирелгән кредитты туҡтатырға ла хаҡы бар.
905 меңлек продукция тапшырылырға тейеш.
10 сентябргә тиклем иген дә тапшырылып бөтөргә тейеш. Иген ташыу заготзерно өҫтөндә буласаҡ. Тейәтеү, ебәреү эше генә совхоз елкәһендә ҡала.
Малдарҙың көрлөгө түбән. Ашатыу норма буйынса бармай. Бәрәсләгән инә сусҡалар тәртипһеҙ рәүештә йөрөйҙәр, ноябргә – иң уңайһыҙ ваҡытҡа – бәрәсләйәсәктәр, ашатыуға ҡуйылмаған. Сусҡа һарайҙары Осиновкала, Арҡауылда бик бысраҡ, һауа етмәй; тынсыу һауала сусҡалар ябып тотола.
Бигерәк тә сәсеү ваҡытында малсылыҡҡа иғтибар бөтөнләй йомшарҙы. Концентрат етмәй. Ә кесерткән ашатыу юҡ. Был бит 50 процент концентратҡа экономия булыр ине. Малдарҙы төнгө көтөү бик насар ойошторолған. Иҙелбайҙа төнгө көтөү юҡ. Хурамшин малдарҙы кистән үк бикләтеп ҡуя.
500 тонна шәкәр сөгөлдөрө тапшырыу тураһында һүҙ сыҡҡас, тауыш китте.
— Сөгөлдөрҙө мин малдарға ашатыу өсөн генә тип торам тағы! – ти Заһиҙуллин.
— Быйыл ға үҫтереп кенә ҡарарға кәрәк ине, – ти Трапезников, Йыланыш управляющийы.
Һөт ташыу өсөн флягалар етмәй, Арҡауылда һөт әсей, ә рабкоопта флягалар буш көйө бал ваҡытын көтөп ултыра. Абдуллин быға мыйығын да бормай.
— Сусҡаларҙы Златоустҡа тапшырмайбыҙ, унда барып еткәнсе бөтә ит юғала. 20–30 центнер юлда ғына тороп ҡала, – ти баш зоотехник Пендюрин.
Ҡош ите Ҡыйғыға тапшырыласаҡ. Дөрөҫләнеләр: сусҡалар йә Сулеяға, йә Мөрсәлимгә китәсәк. Сулеяла скидка ташланмай, ә Мөрсәлимдә ташлана.
— Ниңә улай? – ти Даһи, Миәшәгәр зоотехнигы. – Был бит жульничество! Ниңә уны йәшерергә? Хатта шоферҙар ҙа баш тарта бит!..
— Май заводына тапшырылған продукцияға квитанциялар тәртипһеҙ төҙөлә. Һөттөң майлылығы күрһәтелмәй, был контроль яһап тороуға тотҡарлыҡ итә, – ти бухгалтер Тычкин.
— Бынан кире эшләрбеҙ, – ти яуап бирә Ғимранов, май заводы директоры.
— Ҡош ите менән нишләргә? – ти Кинзин.
— Яңы партия себештәр алырбыҙ, – ти Михаил Михайлович.
— Ул партия йомортҡа эсендә бит әле, – ти Кинзин, көлдөрөп.
— Ҡош ите урынына йылҡы ите тапшырып ҡотолорбоҙ әле, – ти Бәйтуллин Алмас. – Аттар һау булһын.
Биш мең центнер сортлы бойҙай тапшырылырға тейеш – орлоҡ бойҙайы. Был бик ҡиммәткә төшәсәк. Әгәр ҙә дымлылыҡ менән алһалар, тапшырырға мөмкин, әлбиттә. 40 процент өҫтәмә түләү буласаҡ бының өсөн.
— Борсаҡ тапшырғанда шәп булыр ине! – ти ҡайһы берәүҙәр.
— Юҡ, ҡарабойҙай.
— Борсаҡтың эше күп бит уның!
— Ниндәй эше булһын ти?..
— Сөгөлдөрҙө төшөрөр кәрәк тә, планды ҡабул итер кәрәк, – тиҙәр.
— Алай булмай инде... Был бит дәүләт планы буйынса билдәләнгән. Һатыулашып торор урын юҡ, – тип Шәмсетдинов ҡаршы төшә. Шулай ҙа договор ҡабул ителә.
— Һеҙҙең исемдән ҡул ҡуйырға мөмкин инде? – тип һорай Кинзин управляющийҙарҙан.
— Мөмкин! – тиҙәр тегеләр.
— Бик етди мәсьәлә был, – тип Пендюрин һөйләй башлай. – Һөт алыу бик түбән әле. Валовой һауым 110 центнерға тура килә һәр һыйырға. Ярты йыллыҡ планды үтәп еткереү өсөн яңынан ... центнер кәрәк.
Һөт тапшырыу былай барһа, эштәр хөрт. Изместьев менән Брагин Йыланышта һөттө түгеп-сәсеп ташыйҙар. Флягаларҙан түгелеп йөрөй.
Берәүҙәр өс ҡабат, берәүҙәр ике ҡабат ҡына һауалар. Хәйрисламов Бишәүҙәрҙә, майзауыт эргәһендә йәшәп тә, һөттө әсетеп тапшыра. Флягалар йыуылмай. Шул тиклем ғәмһеҙ булырға мөмкинме? Күпме һөт әрәм була!
Әле һуң түгел – эште юлға һалыр кәрәк. Ҡайтыу менән сусҡаларҙы көтөүгә сығарыр кәрәк. Концентрат етмәй. Инәләргә 1,5 килограмм, көтөлгәндәргә – 700 грамм, ә ашатҡандарға 2 килограмм аш-һыу бирергә кәрәк.
Йәш инә сусҡаларҙы һайлап алырға күптән әйтелгән, ләкин был эшләнмәй. Ә улар ҡасырыу ваҡытына 80 килограмға етергә тейеш.
Кесерткәнде әҙерләр кәрәк. Киптереп ҡуйыр кәрәк ҡышҡыға ла. Күләгәлә тотоп, елләтеп кенә киптерер кәрәк.
Зоотехник Марс Закиров һөйләшеп ултыра.
— Сығып кит, бар! – ти Кинзин.
— Туҡта, тыңла, Марс, тағы телефондан шылтыратып һорарһың юҡһа, – ти Пендюрин. – Мәсетлелә Ғәлимов ҡарт – йоҡлай, алыштырыр кәрәк уны. Алтын күкәй һала ул! Ә Мәхмүттә Зарипова тырышып эшләй, ләкин айыртылған һөттө майзауыттан ташымайҙар. Күкәй әҙәйеп китте. Ә майзауытта һөт шул килеш тороп ҡала бит!
Көткән малды бөтөнләй йәйге аҙбарҙа тоторға кәрәкмәй. Көнө-төнө көтөлһөн. Тәүлеккә 800 грамм артым булырға тейеш.
Һыйырҙарға һыу эсереүҙе механикалаштырыл, юлға һалыр кәрәк.
Тауыҡ себештәренең яңы партияһы киләсәк. Әҙер торорға кәрәк.
Һарыҡтарҙан йөн ҡырҡыу 1 июндән башланасаҡ. Һөт урланмаһын. Бәрәстәрҙе бер айҙан һуң ҡырҡтырырға, таҙартырға кәрәк.
Бейәләрҙе тороҡтороуҙа тәртип юҡ. Ҡыҫыр тороп ҡалмаһындар инде, яҡшы нәҫел айғырҙар булмаһа, ябай айғырҙар ҙа ярай, ҡолондар иткә китә бит... (!..) – ти Пендюрин.
Таймыйҙа 41 баш һарыҡ, 13 баш быҙау үлгән. Йыланышта 13 баш сусҡа, 6 баш быҙау үлгән.
— Өсөһөн бүре ашаған бит! – тип аҡлана Йыланыш малсыһы.
— Фермаларҙы тиҙәктән таҙартырға, сусҡа һарайҙарының бер яҡ тәҙрәләрен асып ҡуйырға кәрәк. Беҙҙең совхоз хәҙер тәжрибә-үрнәк совхозы, ләкин ғәмәлдә был тойолмай әле.
— Зоотехник Сафин фермаларға: «Сусҡа килтерегеҙ», – тип шылтырата, ә управляющийҙар бар тип тә белмәйҙәр. Арҡауылда мең баш сусҡа булырға тейеш бит. Уны бер механизатор ҡараясаҡ. Эшкә ең һыҙғанып тотонорға ваҡыт инде һеҙгә, – ти Сафин.
Сусҡаларҙы яһалма ҡасырыуға иғтибар юҡ һаман да. Был эштә тәртип булдырырға кәрәк инде.
Тиҙәктәр бер урынға өйөлөп, өҫтән тупраҡ менән күмелеп ҡуйырға тейеш.
Хурамшин тороп:
— Малды тәүлек әйләнәһенә көтөргә, тибеҙ, ике кеше нисек көтһөн? Тирә-яҡта ашлыҡ, мылтыҡ менән торһаң да көтә алмаҫһың! – тине. – Кеше бирегеҙ! Кешеләргә 7 сәғәтлек эш көнө тибеҙ бит! 18-әр сәғәт эшләй кешеләр...
— Һеҙҙе профсоюз аҙҙырып бөттө инде. Ул ниндәй ете сәғәт булһын көтөүҙә? Ете сәғәт менән һеҙ, месткомдарҙың, башы томаланып бөткән. Местком һөйләй бына! Ә эш хаҡы сдельно бит, привесҡа ҡарап түләнә. Теләһә нисә сәғәт эшләһен!
— Кешенең йәне бар бит! – ти Хурамшин.
Бәҙертдин ағай тороп, ете сәғәттең ни икәнлеген аңлата.
— Һеҙ профсоюз тип киҙәнмәгеҙ бик. Профсоюзды мин уйлап сығармағанмын бит. Ҡаршы булһағыҙ, партия, хөкүмәткә ҡаршы сығығыҙ улай булһа! – тип ҡыҙып китте Бәҙретдин ағай, түҙмәне ҡартың.
Хәниф Заһиҙуллин да профсоюзды әрләп алды.
— Һыйырҙарға мин расписание төҙөп ҡуйҙым инде шул ете сәғәт арҡаһында, – ти.
Ҡазыханов малсыларҙың күп эшләп тә аҙ эш хаҡы алыуы тураһында әйтә.
— Тракторист үҙенең сәғәтенән артыҡ эшләһә, уның материаль ҡыҙыҡһыныуы бар, өҫтәлмә эш хаҡы ала, ә малсыларға бит был юҡ. Эш ауыр, малсылар араһында ризаһыҙлыҡ килеп сыға. Нисектер быны министерство аша берәй төрлө хәл итер кәрәк ине, – ти Ҡазыханов.
— Элек һеҙ совхозды нисек тотоп килдегеҙ? Әллә расценкалар башҡа инеме, Михаил Михайлович? – тип һорай Кинзин зоотехниктан.
— Юҡ, шул уҡ тәртип ине! Ахунда быҙау көткән өсөн 4-әр мең, привес өсөн премия ала торғайнылар, көнө-төнө көтәләр ине, ә быйыл баш тарталар эштән.
— Ни өсөн? Тәртип юҡ унда! Привестары акт менән беркетелеп тапшырылмаған, премиялата түләймәгән. Кем, зоотехник Закиров инеме? – тип ҡысҡыра Кинзин.
— Ул саҡта мин бында ла юҡ инем, – ти Марс ултырған еренән.
— Минең бер һорау, – ти Ҡазыханов. – Айырым хужалыҡтарҙағы мал менән нишләргә? Осиновкала сусҡалар көтөүһеҙ йөрөп, ашлыҡҡа, бәрәңгегә төшәләр. Берәй төрлө хәл итер кәрәк ине быны.
— Акт төҙөргә, ауыл советы аша штраф түләтергә и все! – тиҙәр уға.
— Сусҡаларын ябырға ла, түләмәйенсә сығармаҫҡа кәрәк.
— Актты ике экземпляр төҙөп, береһен ауыл советына, икенсеһен үҙегеҙгә ҡалдырырға кәрәк, – ти Тычкин, Кинзин да шуны ҡабатлай. – Эш хаҡын тотоп ҡалыр кәрәк, совхозда эшләмәгәндәрҙекен аҡсаһын түләмәйенсә сығармаҫҡа кәрәк, – тип ҡуя.
— Беҙҙә, Йыланышта, һәр хужалыҡта икешәр инә сусҡа бар, бер ни ҙә эшләй алмай, Абдрахманов килде лә: «Райсоветтың ҡарары әле «сырой материал», мин бер ни ҙә эшләй алмайым, хаҡым юҡ», – тип китте лә барҙы, – ти Трапезников.
— Кәзәләр менән нишләргә? Көтөүселәр көтмәй уларҙы, үҙ юлдары менән тик йөрөйҙәр баҡса ҡоротоп, – ти Бәйтуллин.
— Һеҙ ниңә миңә зарланаһығыҙ, приказ-документ бар, Үҙәк комитеттың ҡарары бар, тотоғоҙ ҙа эшләгеҙ, тамашасы ғына булып йөрөмәгеҙ. Һеҙ бит үҙегеҙ ышанмайһығыҙ... Ә Лағырҙа быны эшләп тә бөтөрҙөләр, беҙ болтун ғына булып ҡалдыҡ. Йыйылышта үҙебеҙ һөйләшкән булдыҡ, ә эштә эшләмәнек. Бына шулай беҙ эшселәрҙе аҙҙырабыҙ ғына. Бына элек, 20-се йылдарҙа, раскулачивание үткәрҙек, колхоз төҙөнөк, ә хәҙер артыҡ мал тотоуҙы тыйырға ла ҡурҡабыҙ, – тип ҡыҙып китте Кинзин. – Бәҙертдин Саҙретдинович, һеҙгә шуны әйтер кәрәк: һеҙ ете сәғәт килеп сыҡҡас та, уны эшселәргә дөрөҫ аңлатманығыҙ. Нисек итеп көтөүсе сәғәтләп көтһөн? – ул бит эшенә ҡарап аҡса ала, күпме привес булдыра – шуныңса аҡса ала!..
— Ә беҙ бит 7 сәғәт итеп наряд яҙабыҙ, ә эшселәр – төҙөүселәр күпме сәғәт эшләгәнбеҙ, шуны яҙығыҙ, тиҙәр, – ти Ҡазыханов.
— Беҙ ете сәғәт эшләтергә лә мөмкин, өс смена ҡуйырға ла була, ләкин эш хаҡы бик аҙ буласаҡ! – ти Кинзин. – Ә һеҙ, иптәш Шәйхисламов, шул хаҡта аңлатманығыҙ яҡшылап.
— Бәй, приказды бит бергәләп яҙып, бергәләп ҡул ҡуйҙыҡ та?..
— Ҡул ҡуйыу ғына етмәй эшкә, ҡул да һалырға кәрәк, Бәҙертдин ағай. Ә һеҙ, Михаил Михайлович, зоотехниктарығыҙҙы тәртипкә килтерегеҙ, юҡһа улар фермаларҙа тәртипһеҙлек тыуҙырып ҡына йөрөйҙәр. Бына бит хатта кәңәшмәлә лә улар ҡыҙ менән уйнап ултыралар. Бына Закировтан ниндәй эш көтәһең? Уттай эш ваҡытында бәрәңге ултыртып йөрөй. Ниңә мин ултыртмайым? Мин дә кеше бит!
— Дөрөҫ түгел, Рәшит Кинзин! – ти Марс. Ләкин директор уға һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй.
— Һине Мәсетлегә зоотехник итеп күсерҙек, ни үҙгәрҙе? Һөтөң юҡ бит. Ҡайҙа һөтөң? Ә Йыланыштың зоотехникһыҙ ҙа һөтө бар. Бына бындай Булатов Ким, Закиров кеүек белгестәрҙән ҡотолор кәрәк беҙгә, Михаил Михайлович. Бына мин иртәгә үк ул Булатовты эшенән ҡыуам! Сүпле ергә кукуруз сәстереп йөрөй.
Иптәш Сәлиховҡа шундай дәғүә бар. Беҙҙең менән һөйләшеп тә тормай, күпме һөт бар, шуны Кропачевоға оҙата ла ебәрә. Ә беҙҙең быҙауҙарға, тауыҡтарға аҙыҡ етмәй. Арала контракт булырға тейеш. Беҙҙең һөт ташыусылар бер эштә эшләйҙәр, әҙерәк улар менән һөйләшергә, эшләргә кәрәк, әйтергә кәрәк. Һеҙ, майзауыт эшселәре, шул эштең белгесе бит. Ниңә эшләмәйһегеҙ шуны?
— Һүҙ ыңғайында бер һорау мөмкинме, Рәшит Кинзич, – ти Ҡазыханов.
— Подожди! – тип ҡуя уға Кинзин.
— Июнгә тиклем 250 баш малға контрактация үткәрер кәрәк! Ә кесерткән әҙерләүгә ҡул-аяҡ менән тотонорға кәрәк хәҙер. Биш килограмм кесерткән ашатып бер килограмм артым алығыҙ, зоотехниктар, ишетһен ҡолағығыҙ!
Бынан һуң Кинзин кесерткәндең мал аҙығы булыу яғынан ниндәй файҙаһы, өҫтөнлөгө булыуын һөйләп, уның составын тикшерергә тотоноп китте...

27 май.
Кәңәшмә ғәҙәттәгесә бик оҙаҡ барҙы. Тәнәфестән һуң тағы бер оло мәсьәлә тикшерелде. Иҫәп-хисап эшенең бик насар барыуы, артабан нисек итеп эште юлға һалып алып китеү тураһында баш бухгалтер Тычкин үҙе бер доклад һөйләне. Ул шундай йоҡлатҡыс итеп һөйләй, ҡайһы берәүҙәр рәхәтләнеп серем дә итә башланылар. Бигерәк тә яңы килгән йәш зоотехник Сафиндың түҙеме етмәне. Минең дә артабан яҙып ултырыр хәлем ҡалманы. Һаман да шул бер үк балыҡтың башы тылҡына: иҫәп-хисап эше ифрат насар бара, фермаларҙағы бухгалтерҙар бер ҡасан да отчетты ваҡытында ғына биргәндәре юҡ, эшләнгән эштең күпмегә төшөүен тикшергән кеше юҡ, управляющийҙар финанс-хужалыҡ эшенә анализ яһамайҙар, бригадирҙар наряд яҙыуҙы бик примитив рәүештә алып баралар, нарядтарҙа эш күләме билдәләнмәй, берәүҙәргә артыҡ, берәүҙәргә кәм яҙыла, ә ҡайһы берҙәренә бөтөнләй яҙылмай ҙа тороп ҡала. Ҡайһы бер ҡул эштәренең хаҡы ла билдәле түгел, сама менән генә ҡуйыла. Зоотехниктарҙың отчеттарында ла тәртип юҡ. Шуның арҡаһында үҙәк статистика идараһына (ЦСУ-ға) ла хатта отчет сама менән генә, бабайҙарса «ҡара иҫәп» менән генә бирелә. Сама саманы тартһа, шул етә. Иҫәпһеҙ малдың һаны теүәл, ти бит...
— Бер килтереп беҙҙе төп башына ултыртасаҡ был хәл, – ти Кинзин һәм иҫәп-хисап тураһында Ленин һүҙҙәрен хәтерләргә тырыша.
— Ҡасандыр бөйөк юлбашсы Ленин үҙе әйткән: иҫәп-хисапһыҙ йәшәп булмай, хужалыҡты алып барып булмай, тигән, – ти.
— Социализм ваҡытында, – тип өҫтәп ҡуя Тычкин. Ләкин ул да Лениндың «Социализм – это есть учет», тигән һүҙен иҫенә төшөрә алмай.
Шулай ҙа «Ленин үҙе әйткән» тигән һүҙ бик ышандырырлыҡ булып килеп сыҡты. «Ленинды ла уҡый бит был директор» тигән фекер ҡалыуы бик мөмкин ине... Сөнки был һүҙҙәрҙең ҡасан, ҡайҙа, ниндәй уңай менән әйтелгәнен кем генә белһен инде?.. Шулай булғас, беҙҙең директор хужалыҡҡа ғына бирелеп, башҡа яҡҡа, әйтәйек, теорияға әйләнеп тә ҡарамаған кеше түгел, ә хужалыҡҡа – практикаға теорияны ла бәйләп алып бара торған етәксе булып сыға. Әгәр ҙә уның ҡулынан килгән булһа, үҙ хөкөмө үҙ ҡулында булһа, профсоюз менән комсомол ойошмаһын да бөгөндән үк юҡҡа сығарып, уларҙы эшкә ҡамасаулаусы ойошма тип иғлан итер ине, әлбиттә.
Сөнки ул, кисәге колхоз председателе, бөгөн совхоз директоры булып алғас, бер нәмә булһа:
— Был һеҙгә колхоз түгел! – тип кенә ебәрә. «Колхоз» һүҙе хәҙер уның өсөн әрләшеү һүҙенә әйләнеп китте. Шулай уҡ «комсомол» һүҙе лә уға кәмһетеү һүҙе генә. Ғәжәп тә инде!..
Был хатта шундай көлкө хәлдәргә барып етә.
Ат ҡараусылар мин йөрөткән атты «Комсомолец» тип атағанға, директор уларҙы пыр туҙҙырып ташлаған. Трушков Николай бының өсөн ярай әле эшенән ҡыуылмайса, үлеп ҡотолдо!.. Ауыр тупрағы еңел булһын инде бахырҙың... Мин үҙем атты «Леток» тип йөрөтһәм дә, уның был ҡушаматын ҡамытына яҙып ҡуйһам да, Трушков ҡушҡан исем һаман да йөрөй бирә. Берәйһе ат һорап килһә:
— Әнә «Комсомол»ды ек, – тип кенә ебәрәләр ат ҡараусылар.
һәм «Комсомол» шулай итеп егелә генә – аҡса таратырға ла, дарыу килтерергә лә, һыу ташырға ла, һолоға барырға ла, туй-ҡунаҡҡа йөрөргә лә шуны егәләр, ә һоло менән һыйланыу, ваҡытында ашатыу-эсертеү тигән нәмә уға бик эләкмәй.
— Ярай ул «Комсомол»ға!.. Уның ҡәҙерен мин үҙем генә беләм. Совхоздың бөтә эшен эшләгән комсомол да бына шул ат хәлендә булмаһа, мин был ваҡиғаны иҫкә лә алып тормаҫ инем, әлбиттә. Шуға күрә был атты мин әрнеү ҡатыш яратам, бикләнеп ятҡан, ас торған еренән сығарып эсерәм, яланға ҡыуам, үләнле ерҙә йөрөргә ҡарышҡан саҡта ла баҡсалар артына илтеп ҡуям, хатта төндә килеп хәлен белеп китәм... Юҡһа, уның тураһында ҡайғыртҡан кеше лә юҡ. Мин алып ҡайтҡанда уҡ уның артҡы аяҡтары аҡһай ине, эҫеләй эсереп аяғына төшөргәндәр ҙә, хәҙер уны бик ҡарап ҡына йөрөтөр кәрәк – һаман төҙәлеп етмәй – тамам боҙғандар... Ә ниндәй матур, аҡыллы йәш ат был минең «Комсомол»!..
Тик шуныһы йәл – мин китермен – ул ҡалыр. Кем ҡулына ҡалыр – билгеһеҙ. Ярай ҙа уны минең кеүек яратҡан кеше ҡулына ҡалһа!.. Оҙаҡ онота алмам мин уны, күп шиғырҙар яҙылыр әле был ат хаҡында, күп уйҙар уйланыр... Ә һолола ғына тороп, майҙарына быуылып, йөрәге ярылып йә һейә алмай үлгән айғырҙар хаҡында кем йыр яҙыр? Ни ҡалыр уларҙан? Ат аунаған ерҙә ток ҡалыр, әлбиттә, ләкин ел уларҙы ла осороп алып китер... Улар бит һарайҙа ажғырып торғанда ғына мал, ә юлға егеп сыҡһаң – барыр ереңә барып етеүең дә шикле... Муйындарын бөгөп, ергә генә, аяҡ аҫтарына ғына ҡарап йөрөй улар – бына-бына берәй соҡорға барып тәсмәр!.. Күҙҙәренә аҡ-ҡара ла күренмәй. Ә минең туратҡайым хатта йондоҙҙарҙы ла күрә, умырзая сәскәләре араһында ла йөрөй, машина-тракторҙар янында ла теләгәнсә ҡунаҡ булып китә, бураҙналар буйлап та, алтын башаҡтар юлынан да елдерә, урман һуҡмаҡтарынан да юрғалай, сыйҙым китеп ятҡан кисеүҙәрҙе лә ярып сыға, таш-тау яғалап үткән юлдарҙан да күтәрелә, тау башындағы маяҡ янында ла үлән утлап китә, кәбәндәрҙең хуш еҫен дә еҫкәп тора... Һәм ул икәүҙән-икәү ҡалған саҡтарҙа, исмаһам, шиғри юлдар тыуғанын ишетеп, йыр ҙа тыңлай белә:
Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы?!.
...Һәм ул юлда осраған кескәй генә ҡолонда ла үҙ туғанын күреп, иҫәнлек-һаулыҡ һорашып, ысын күңелдән сәләм биреп, бер кешнәп ебәрә бит әле...
Айғырҙарға бындай бәхет тейәме һуң? Юҡ, әлбиттә! Уларҙың бар тапҡан бәхет-ләззәттәре йүгән аҫтынан сылбырлы нуҡта кейеп йөрөү ҙә берәй бейә күреү!.. Бына һиңә эш!
Шулмы тормош?!!
Йәшәгәс, турат кеүек йәшәр кәрәк! Атҡа ла бит ғүмер бер генә ҡабат бирелгән!.. Ысынлап та, һуңынан үкенерлек булмаһын!..

30 май.
Әле генә Күҫәлә, Көҫәпәйҙә, Мәсетлелә йөрөп ҡайттым. Күңелдә әллә күпме тәьҫирҙәр! Бөтә күргән-белгәндәрҙе яҡшылап яҙаһы ине, ләкин яҙып булмаҫтыр инде: арылған да, ваҡыт та һуң. Етмәһә бөгөн мин юҡта обкомдан килеп төшкәндәр. Мәсетлелә Ғайнанов ағай, мин конторала ултырғанда, Кинзиндар, Миһрановтар менән килеп инде лә:
— Рәми, тиҙ ҡайт, һине унда обкомдан килгән кешеләр көтә, – тине. Ләкин мин ашыҡманым, сөнки килгән кешеләрҙән берәй төрлө файҙа күреүҙән инде күңел төңөлөп бөткән. Бер кем дә үҙ теләге менән берәй төрлө эш эшләп китергә, ярҙам итергә, бындағы юлда арҡыры ятҡан нәмәне буйға һалышып китергә килмәй. Ебәргәс – киләләр, командировкаларына мисәт һуҡтыралар ҙа ары китәләр. Улар менән һөйләшеүҙән һуң йән көйөп, ғазаплы уйҙар ғына тороп ҡала. Ваҡытың да бушҡа әрәм була...
Ярай, был хаҡта яҙып тороуҙың да кәрәге юҡ. Иртәгә күреп һөйләшкәс яҙырмын.
Бынан кире шундай ҡарарға килдем: мөмкин тиклем фәлсәфәгә аҙыраҡ урын биреп, күберәк портреттар яҙыуға, кешеләрҙең үҙҙәрен күрһәтеүгә иғтибар итер кәрәк. Юҡһа бик характерлы деталдәр, һөйләшеүҙәр яҙылмайынса ҡала. Ә кешеләр иҫ киткес ҡыҙыҡлы!.. Эйе, улар минең үҙ фекерҙәремдән, үҙ уйҙарымдан мең мәртәбә ҡыҙыҡлыраҡ. Ә мин ни өсөндөр күберәк үҙемдең уйҙар, үҙемдең кисерештәр менән мауығам, күберәк фәлсәфә һатам... Бынан кире лирикаға – артҡы план! Һүрәтләргә кәрәк. Һүрәтләүе ауырыраҡ шул. Бында инде ижад башлана.
Бына бөгөнгө көндө нисек итеп һүрәтләргә? Бәлки, был мөмкин дә түгелдер... Кемдәр менән генә осрашманым һуң мин бөгөн. Исем-фамилияларын ғына теҙеп китһәң дә (... бына ут та һүнде, лампаға ут тоҡандырып алдым – бик йәнгә тейә был уттары!..) был исемлек нисә кешенән тора! Исмаһам исемдәрен булһа ла һанап сығайым.
Иртән тороп Азаматты инәйемә алып барғанда күргән кешеләрҙе яҙып тормайым. Эш буйынса сыҡҡанда осратҡан кешеләрҙе генә һанап ҡарайым әле.
Ат һарайында күргән кешеләр: 1) Закиров Риф – иҫәпсе,
2) Фәйзуллин Камил – нефтебаза мөдире. Улар мин ат һарайына барып ингәндә минең атты егеп маташалар ине.
Аҡса таратырға китергә йөрөй Рифе, ә Камил «яғыулыҡ мәсьәләһе» буйынсалыр инде.
— Беҙ атыңды ектек инде, һин ҡайһы яҡҡа бараһың? – ти Камил.
— Кире яҡҡа, – тим мин.
— Әҙерәк шунда конторала ултырһаң ни була инде.
— Етерлек ултырам мин конторала. Минән башҡа ла ултырыусылар күп унда. Атты туғарығыҙ.
— Ат юҡ бит башҡа... Беловтыҡы ғына ҡалған. Конюхтар бирмәй әнә.
— Бирерҙәр, минекен бирәләр бит... – Ат ҡараусылар янына инәм.
3) Гладких Николай менән 4) Томилин Михаил – ат ҡараусылар. Миша элек шофер булып эшләне, хәҙер, Трушков Николай һыуға батып үлгәндән һуң, уның урынына ат ҡарай.
— Дядя Коля (Гладкихҡа мин һәр саҡ шулай өндәшәм), ниңә Беловтың атын бирмәйһегеҙ?
— Әрләшә ул, бирҙертмәй.
— Ә мин әрләшмәгән өсөн минең атты теләһә кемгә бирергә ярай инде? Әрләшәйемме мин дә?..
— Әрләшегеҙ, нишләйһең инде, беҙ әрләштән башҡаны ишетмәйбеҙ бит? Өйрәнелгән.
— Әрләшеп тормайыҡ. Миңә лә китер кәрәк. Ә Беловтың аты буш тора. Екһендәр әйҙә.
— Миша! – тип ҡысҡыра Гладких ярҙамсыһына. – Давай, Беловтың атын сығар!
Тегеһе сығара атты. Туғарып, икенсе атты егәләр. Мин һыбай ғына китергә булдым. Атты эйәрләнем дә Күҫә паромына йүнәлдем.
Паром аръяҡта ултыра. Елгә ҡаршы паромсы бер үҙе генә сығара алмай, кешеләр килгәнен көтә. Ә был яҡта (5-се кеше) машинаһы менән шофер егет, комсомолец Рәхимов Марсель ултыра. Ул миңә үҙенең бөтә шоферҙар араһында эсмәй, тартмай торған булыуы менән ҡыҙыҡ. Мин атты теҙгенләп, эйәр ҡашына бәйләп ебәреүгә минең менән килеп күреште лә:
— Атың бик аҡыллы, ахыры, ҡасмаймы? – тине.
— Юҡ, аҡыллы ул, комсомол бит, – тип ҡуйҙым мин, атымды маҡтап.
Яр башында тырым-тырағай килеп туҙып ятҡан яңы һабан, культиватор, сәскестәр янына ултырып, хужаһыҙлыҡ тураһында һөйләшә башланыҡ.
— Тутығып та бөткән бит былар. Ниңә һаман йыйып алмайҙар?
— Әллә, механизаторҙарҙың эше лә юҡ инде хәҙер. Сәсеү ҙә бөттө тиерлек, сығып алмайҙар ҙа һаман. Шулай инде ул беҙҙә. Бына шулай ямғырға тутығып, частары юғалып бөтә лә, бер-ике сезон да эшләмәй списать ителә машиналар. Ҡайғыртҡан кеше юҡ. Хәҙер совхоз булғас, техника күп – ҡәҙере юҡ инде...
— Ә берәй айырым хужа ҡулында булғанда, был техниканы ул бер 25 йыл эшләтер ине. Шулай бит?
— Шулай, конечно!..
— Эш бөткәс, һүтеп алып, майлап, сепрәккә төрөп, һаламға ғына күмеп ҡуйыр ине, йә япма аҫтында ғына тотор инеме?
— Һу, белер ине ул!..
— Ә беҙ бына яҙын һаламды аҡса түләп яндырабыҙ ҙа, аҙаҡ япма ябырлыҡ та һалам булмай.
— Бәлә инде ул, халыҡтың малына ла юҡ, совхозға ла зыян...
Ҡыҙыҡ һөйләшеү бит?!.
Һәр кем бына шундай хәлдәрҙе күҙе менән күреп, күңеле менән тойоп йөрөй, улар хатта быға асыуҙары килеп ҡарай, коммунист та, комсомолец та була улар, ләкин... (ярай, тағы фәлсәфәгә күсәм!..) Бына (6-сы кеше) һөт ташыусы егет Зарипов Эдуард та килеп туҡтаны. Мин уны тау аҫтында уҙып киткәйнем. Ул да комсомолец. Уның да ҡыҙыҡ тарихы бар. Уның комсомолға кереүе өсөн мин райком ҡомаҡтары менән бик ныҡ һуғыштым.
Бюро бара ине. Комсомолға ҡабул итәбеҙ. Был Эдуард та ғаризаһы, анкетаһы менән килгән. Йыйылышта уны комсомолға алғайнылар. Үҙе 7-се класта уҡып йөрөй. Уҡыуы ла, тәртибе лә йомшағыраҡ. Ләкин көнө-төнө ферманан ҡайтмай. Әле һыйыр һауып ҡарай, әле йөк тейәшергә, әле тиҙәк түгешергә ярҙам итә, ә йәйен йә көтөү көтә, йә һөт ташый. Бик эшкә әүәҫ малай. Кистәрен клубҡа килеп комсомолдар тирәһендә уранҡый – йә репетицияға, йә йыйылышҡа кереп ултыра.
— Давай быны комсомолға алабыҙ! – тигән ҡарарға киләләр. Ә был үҙе шунда уҡ ғариза бирә, устав менән дә ныҡлап танышып сыға. Ә мәктәптә уны комсомолға алмай йөрөтәләр. Беҙ ҡайһы бер формальносте боҙоп, уны тоттоҡ та алдыҡ. Райкомсыларҙан Әхмәтьянов Мансур, донъяға тыуғанда уҡ ҡойоп ҡуйған формалист булып тыуған әҙәм балаһы, комсомолға керәм тип ашҡынып торған был егеткә теше-тырнағы менән ҡаршы тора, үҙе лә аңлап етмәгән һорауҙарҙы бирә, ә башҡаларҙан һорашып та тормай...
Мин Эдуардты ишек артына ҡуйып керҙем дә, эш принципҡа киткәс, бюро ағзаларына бөтөн бер лекция уҡып, бик ныҡ һуғышырға тотондом. Ахырҙа, был хаҡта бер фельетон яҙыу менән дә ҡурҡытып ҡарағас, егетте алырға булдылар һәм беҙ Эдуард менән еңдек. Үҙ өҫтөбөҙгә бик ҙур йөкләмәләр алдыҡ. Мин мәктәп ойошмаһы менән дә һөйләшеп-килешеп бөттөм.
Һәм бына 7-се класты яҡшы ғына тамамлағандан һуң, фермала ҡалып, бик яҡшы ғына эшләп йөрөй.
— Һөтөң әсемәйме, Эдуард? – тигәс, ул:
— Юҡ, ағай, һөт әсетеп йөрөп булмаҫ инде, – ти. Юҡ, был һөт әсетер егет түгел!.. Ә бит беҙҙә май заводы эргәһендә тороп та күпме һөттө әрәм иткәндәр бар...
Бына Риф менән Фәйзуллин дә килеп етте. Риф Эдуардҡа шунда уҡ аванс аҡсаһын да бирҙе.
Һыу ташыу, Йүрүҙән болғансыҡ, ҡап-ҡара булып тулҡынланып ята. Ахун ауылында тағы бер кеше һыуға батып үлгән бөгөн.
— Йүрүҙән быйыл кешене йота ғына, – тип һөйләшеп, беҙ паромға керҙек. Һыу ташҡанлыҡтан паром пристандән байтаҡ уҡ ҡалҡып тора. Эдуардтың флягалар тулы арбаһын күтәрә-этәрә генә мендерҙек.
— Ямғырҙан һуң һөт кәмеп китте әле, – ти Эдуард. – Зауытҡа 7–8 фляға алып бара торғайным, бөгөн алтыны ғына алып барҙым.
Паромсы ҡарт (7-се кеше) Трушков һыуға батҡандан бирле, паромын кәртәләп кенә йөрөтә. Бер ауыҙың бешкәс, һалҡын һыуҙы ла өрөп әсәһең шул. Ҡурҡҡан үҙе лә...
Паромда (8-се кеше!) Гөлзәбиғә әбей менән күрешеп, һөйләшеп сыҡтыҡ. Был үҙе бер хикәйәлек әбей! Ғүмер буйы – ҡыш та, йәй ҙә – ялан аяҡ йөрөп, үксәләре тубырсыҡ кеүек булып бөткән әбейем дә хәҙер сәләмәтлегенән зарлана. Ҡартайып киткән, күҙҙәре лә бирешә башлаған, ахыры – мине тик үҙем килеп күрешкәс кенә таныны.
— Кем икән тип торам даһа. Һин икәнһең дә, улым. Беҙ ҡартаймай кем ҡартайһын инде – ҡалай олоғайып киткән! — тигән булды. Күҫәгә ҡунаҡҡа сығып бара. Ахунда батып үлгән кешене телгә алып:
— Араҡы ғына һәләк итә был әҙәм балаһын, араҡы башты ашай, арыу нәмәләй итеп донъя тутырып сығаралар бит шул нәмәһен, йүнле әйбере килмәй, араҡы тиһәң, магазин тулы! – тип ҡуйҙы әбейем. – Эй халыҡ аҙҙы ла инде шул араҡы арҡаһында. Олоһо ла эсә, олонан күреп, кесеһе лә эсә... Бөтөр микән был бер заман? Элек бит был тиклем эсмәй торғайнылар...
Паромдан сыҡҡас уҡ медпунктҡа Гөлсирә Зиннәтуллина (9-сы кеше) янына йүнәлдем. Комсомол ойошмаһының секретары, фельдшер. Эшен бик яҡшы алып бара.
Ярай, ҡалғанын һуңынан яҙырмын инде. Әтәстәр ҙә ҡысҡыра башланы. Таң атып та килә!.. Сәғәт 20 минуттан өс тула.
Ай яҡтыһын таң яҡтыһы менән ҡушып һабан турғайҙары һайраша. Һандуғас тауышы ишетелмәй. Ул да арый, күрәһең...

16 июнь.
Обкомда пленум. Пленум иртәнге сәғәт 10-да башланды. Клара Төхвәтуллинаның докладынан һуң фекер алышыуҙар китте. Ләкин фекер алышыу тигән нәмә үҙе булманы. Бөтәһе лә ҡағыҙҙан уҡыйҙар, бөтәһе лә отчет бирәләр, йөкләмәләрен үтәүгә ышандыралар. Ләкин бер кем дә нисек эшләүе, ниндәй етешһеҙлектәр барлығы тураһында һөйләмәй.
Миңә тик Өфө химзаводының секретары Козлицкийҙың, Салауат ҡала комитеты секретарының һәм Шишмә районының йәш колхоз председателе (1937 йылғы) Мөхәмәҙиевтың һәм бер уҡыусы ҡыҙҙың сығыштары ғына оҡшаны. Мөхәмәҙиев һөйләгәндә көнләшеп ултырҙым. Шундай председатель беҙҙә булһа ине!.. Бөтә председателдәр ҙә шулай булғанда, комсомол әллә ниндәй тауҙарҙы күсереп ҡуйыр ине... Ләкин бик һирәк шул бындайҙар.
Салауаттың горком секретары һөйләгәндәрҙе тыңлап ултырғанда, әллә бер-ике йыл шунда барып эшләргәме, тигән һорау ҡытыҡлай башланы.
Илеш районынан сусҡа ҡараусы Гәрәева һөйләне. Һәр сусҡанан 25-әр сусҡа балаһы алырға уйлай. Хәҙер инде 20-шәр сусҡа балаһы алған да. Коммунистик хеҙмәт ударнигы исемен алыу өсөн көрәшәм, ти. Беҙ сусҡаларға сусҡаларса ҡарашты бөтөрөү бурысын ҡуйҙыҡ, тине. Үҙен ял йортона, иптәшен Чехословакияға ебәргәндәр.
Обком секретары Шафиҡов.
Бөтә сығыштар ҙа комсомолдың төрлө нәмәләр менән тәрәндән ҡыҙыҡһынып йәшәүен күрһәтә. Быны ҙур ҡәнәғәтләнеү тойғоһо менән ҡабул итергә кәрәк.
Промышленность мәсьәләһенә туҡталып, ауыл хужалығына күсә. Хәҙер совхоз-колхоздар бесәнгә, ураҡҡа ойошҡаныраҡ рәүештә әҙерләнәләр.
Мин доклад һәм сығыштар менән бөтә күңелдән килешәм. Ләкин...
106 завод һәм предприятиелар дәүләт планын үтәмәгәндәр. Был бит бик хәүефле хәл. XX съезға шундай ауыр йөк менән килергә мөмкинме? Урман хужалыҡтарының яртыһы тиерлек пландарын үтәмәгән. 8 трестың да эше шундай хәлдә. Төҙөлөш трестары былар. Бынһыҙ күп мәсьәләне хәл итеү мөмкин түгел. Урындағы пром. предприятиелары үҙ пландарын үтәй алмайҙар. Комсомол былар янынан үтеп китергә тейеш түгел.
Икенсе бик мөһим мәсьәлә. 95 предприятие (совнархоздыҡы) планын үтәмәй.
Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы йылдар буйы артта ҡалып килде. Хәҙер был заводта комсомол эшләй башланы. 7 сәғәтлек эш нормаһын 6 сәғәттә үтәргә тип ҡарар иттеләр. Был бик ҡатмарлы мәсьәлә. Биргән һүҙеңдә торорға кәрәк.
Ярышта һәр кешегә иғтибар итеү менән бергә бригада, смена һәм вахталарға ҙур иғтибар итер кәрәк. Бригада тотош яҡшы эшләһен. Бөтә эшселәрҙе лә тәртипкә, технологик дисциплинаға күндерергә кәрәк.
Ун класлыҡ белем менән эш урынына баралар, тибеҙ. Яҡшы. Ләкин артабан ни?
АҠШ белгестәре совет предприятиеларында бик күп халыҡ һәм бик күп ҡорамалдар тип бик дөрөҫ иҫкәртеү яһанылар. Ысынлап та шулай.
Беҙҙә уҡыған кешеләр күп эшләй производствола, ләкин улар бер төрлө профессияға ғына эйә булып ҡалалар. Күп һөнәргә өйрәнергә, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә, үҙҡиммәтте кәметергә кәрәк.
Хужаһыҙлыҡҡа ҡаршы комсомолға аяуһыҙ рәүештә көрәшергә, дәүләт тиндәре менән иҫәпләшә белергә кәрәк.
Стәрлетамаҡ төҙөлөштәрендә былтыр күпме цементты әрәм иттеләр!
Беҙ теккән кейемдәр менән сауҙа итеү бик ауыр. Насар тегәбеҙ әле. Комсомол яҡшы тегеү өсөн көрәшһен.
Беҙҙә бөтә промышленность тармаҡтары бик йылдам үҫә. Беҙ союзда ҙур урын тотабыҙ. Ләкин беҙҙең мөмкинлек бик ҙур.
Нефть-химия промышленносе был 7 йыллыҡта 16 мәртәбә күтәрелергә тейеш. Быға комсомол тотонорға тейеш. Беҙҙең Стәрлетамаҡ сода заводы, синтезспирт заводтары донъя әһәмиәтендәге заводтар. Улар беҙҙә артып торалар.
Нефтехимия – хәҙерге көндә беҙҙең икенсе сиҙәмебеҙ. Һәм был сиҙәмде комсомол күтәрергә тейеш. Был сиҙәмдең киләсәге ифрат дәрәжәлә ҙур. Пафос, төҙөү пафосы кәрәк комсомолға.
Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Орджоникидзе районына эшселәр етмәй. Комсомол өлкә комитеты йәш эшселәр менән тәьмин итеүҙе үтәй алмай әле.
Синтетик каучук, спирт, парафин эшенә комсомолды саҡырабыҙ.
Милли кадрҙар етешмәй. Әле XX съезда партия был мәсьәләне ҡуйҙы. Яңы квалификациялы эшселәр араһында башҡорттар бик аҙ, татарҙар ҙа аҙ. Был сәйәси яҡтан нисек килеп сыға? Уйлап ҡарағыҙ. Был хәл тураһында ҡайғыртырға һәм юлға һалыу кәрәк.
Башҡорт, татар кадрҙарының удельный весы бик түбән. Мин райком секретарҙарының быға бик ныҡ иғтибар итеүҙәрен һорар инем. Ебәрегеҙ башҡорт-татарҙарҙан уҡырға, ярҙам итегеҙ, квалификациялы милли кадрҙар әҙерләшеүҙә ҡатнашығыҙ.
XX съезды лайыҡлы ҡаршылау өсөн был пленум импульс бирһен, – тип һүҙен бөтөрҙө Шафиҡов.
Унан һуң Клара Төхфәтуллина һорауҙарға яуап биреп, йомғаҡлау һүҙен һөйләне.
Комсомолға ҡул һелтәп, комсомол эшен ҡоро тәнҡитләү менән генә шөғөлләнгән кешеләр күбәйҙе һуңғы ваҡытта.
Быға ҡаршы эш менән көрәшергә кәрәк. Иң яҡшылар үрнәгендә ил тойғоһо, патриотизм тойғоһо тәрбиәләргә кәрәк йәштәрҙә. Иң яҡшы иптәштәрҙе етәксе итеп һайларға кәрәк.
Ҡарар уҡыу башланғас, тағы залдан ҡысҡыралар:
— Только постановляющую часть!
— Постановляющую!
Председатель ҡулын күтәреп тауыштарҙы туҡтата.

1 сентябрь.
Төн. Афиногеновты уҡыйым. Үҙебеҙҙең ғазаптарға яуап эҙләйем...
Ғазап – эш тағын да туҡтап ҡалыуҙа. Марат Мәскәүҙән ҡайтты ла беҙҙең яҙғанды юҡҡа сығарҙы, дөрөҫөрәге, мин яҙғанды юҡ итте. Сөнки Рафаэль менән бергәләп яҙғанда, Рафаэль минең яҡта булыр ине. Ләкин хәҙер мин яҙған Маратҡа оҡшамағас, уға ла оҡшамай башланы. Ә кисә генә бит икәү бергәләп шатланып йөрөнөк, бөгөн ул шатлыҡ юҡҡа сыҡты... Хатта Марат алып ҡайтҡан күстәнәсте эсергә лә хаҡыбыҙ юҡ. Әсәһе лә килмәй.
Аптырашып ултырҙыҡ-ултырҙыҡ та, мин үҙ бүлмәмә кереп, уҡырға яттым.
Афиногеновтың фекере беҙҙең эш бармауҙы бер аҙ асыҡлап биргән кеүек. Уның да туҡтап ҡалған саҡтары булған.
«...Сегодня опять застопорило, как всегда, и роковой вопрос: «А в чем мораль, дорогой товарищ?» – не дает двигаться дальше. Без морали получается прекрасно, а с моралью – нет.
...А может быть, и не надо так ставить вопрос, может быть, надо писать не о чем, а о ком... и тогда вопрос решается – пишешь о людях, и, если у тебя уже есть характеры, а они есть, то и пиши именно о них, а что они делают и зачем, будет видно из самой работы...» (173-сө бит.)
Беҙ ҙә кеше тураһында түгел, ә шиғыр тураһында яҙырға тотондоҡ түгелме икән?..
Как мне нравится жить, когда меня любят... Всем, наверное, нравится... (Афиногенов, 1941.)
Йоҡлап булмай, таң да аталыр инде. Ут яҡтыртып, тағы Афиногеновты ҡулға алам...
Кис. «Разбитые мечты» картинаһын ҡараныҡ. Көслө!
Көндөҙ бөтә ваҡыт бәхәс менән үтте. Был юлы мин яңғыҙ ғына ҡалдым. Күберәк Рафаэль менән мин бәхәсләштем.
— Рассуждение! – ти Рафаэль. Ә мин сәхнәлә публицистика ла кәрәк, тим. Сөнки Нур – шағир. Ул фекерләргә лә тейеш. Ә беҙ уны Шәрәфиҙән дә ярлы итеп күрһәтәбеҙ.
Пьесаның төп геройы – Нур. Ә уның әйтер һүҙе лә, маҡсаты ла, характеры ла юҡ.
Нур мөхәррир Айтуғановҡа әҙәбиәт тураһында өс һөйләмдән торған бер фекер әйтергә тейеш.
Беҙҙең бәхәстән һуң ул бер генә фекерҙе лә әйтә алмай. Имеш, Нурҙың, бөгөнгө уҡыусы тураһында, уның поэзиянан алыҫлашыуы тураһында әрнеүе – рассуждение!..
Миңә Горькийҙың «Кеше» поэмаһы һәм «На дне» пьесаһында Сатиндың кеше тураһындағы һүҙҙәре, Тарас Шевченко тураһындағы картинаны хәтерләтергә тура килде.
Рафаэль да, Марат та был мәсьәләлә хаҡлы түгел. Беҙ Нурҙы бик ярлы итәбеҙ – ул хатта фекерләй ҙә алмай. Әҙәбиәт тирәһендә уранҡылап йөрөгән Шәрәфи әҙәбиәт тураһында үҙ фекерен әйтә, ә Нур – юҡ. Көлкө!..
Шулай ҙа кискә табан ризалаштылар, һәм Нур менән редакторҙың әйбәт кенә һөйләшеүе килеп сыҡты. Шуның менән икенсе шаршауҙы тамамланыҡ. 13 көн буйына бер шаршау өҫтөндә эшләнек (33 бит шикелле).
Беҙ бик ябай һөйләшеүҙән ҡурҡабыҙ. Йәнәһе, был бик баналь һөйләшеү, сәхнә өсөн бармай. Чеховтың «Сейә баҡсаһы»н уҡып ҡараныҡ. Бик ябай һөйләшәләр, һәр кемдең үҙ донъяһы шул ябай ғына һөйләшеү аша бирелә. Ошо ябайлыҡта бөйөк бер ышандырыу көсө. Ә беҙ һәр бер диалогты шаҡ ҡатырғыс афоризм йәки күп мәғәнәле тапҡырлыҡ итергә тырышабыҙ – һәм ялған мәғәнәлелек кенә килеп сыға. Тормошсанлыҡ бөтөнләй юғала.

2 сентябрь.
Тәүге шаршауҙың беренсе күренешен яңынан яҙҙыҡ. Хәҙер пьеса бесәй менән түгел, кешеләр менән башлана. Пәрҙә асылғанда, йорт ҡараусы Ямал апай урам һепереп йөрөй, үҙ алдына моңло ғына итеп көйләй – уның бөтә ғүмере яңғыҙлыҡта үткән. Ул шулай йөрөгәндә өйҙән Ғәйшә әбей – Нурҙың әсәһе килеп сыға. Улына ҡунаҡҡа килгән әбей, был өйҙә үҙенә урын тапмай, тотҡон булып ултыра. Уның кешеләр менән кешеләрсә һөйләшәһе, кешеләрҙең ҡайғы-шатлыҡтары менән йәшәйһе килә. Ләкин был өй – мещан һаҙлығы. Был өйҙә ысын кешелек мөнәсәбәттәре, ысын кешелек шатлығы юҡ. Шуның өсөн ул йорт ҡараусы Ямал апай менән һөйләшеп ултырырға ярата. Сөнки улы менән дә ул ипләп һөйләшә алмай, Нур үҙенең эшенә сумған, өйҙәге трагедияны бик ныҡ кисереп, үҙ эсенә бикләнгән.
Шуның өсөн Ғәйшә әбейҙең Ямал апай менән һөйләшеүендә был өйҙөң ауыр тарихы, Ямалдың бәхетһеҙ яҙмышы асылырға тейеш. Ямал бик колоритлы фигура булып сыҡты.
Ғөмүмән, беҙҙең элекке сәхнә балалар уйыны ғына булып ҡалды. Ә хәҙер беҙ – драматургтар. Беҙҙең алда кешеләр яҙмышы, тере кеше характерҙары. Был күренеш алдағы бөтә күренештәргә асҡыс булып тора.
Ямал менән Ғәйшә образдары ғәжәп матур килеп сыҡты. Юлдаш та улар янында бөтөнләй терелеп китте. Ә тел!.. «Мостай ағай көнләшерлек» тинем мин егеттәргә. Халыҡ тураһында яҙғанда, уның теле лә аҫыл таштар кеүек йымылдап янып тора.
— Һин, әйтерһең, ҡарсыҡ булып ҡарағанһың, – тине Марат. Сөнки Ғәйшә әбейҙең телен мин яҡшы беләм – уның телендә минең бала саҡта уҡ бөтә күңелемә һеңеп ҡалған иң яратҡан әкиәтсе әбейҙәремдең аҡылы, тапҡыр, йәнле теле бар.
Рафаэль башта ҡатнашмай ултырҙы. Минең кәрәгем юҡ шикелле, тип, ул да бөгөн кәзәләнеп алды. Сиратлап кәзәләнәбеҙ шулай. Марат яҙа, ә мин әйтеп йөрөп, бергәләп диалогтар төҙөйбөҙ, Рафаэль йөҙөн һытып, ҡағыҙға ниҙер һыҙғылап ултыра. Ләкин аҙаҡ ул да ҡабынып китте. Көлөшә-көлөшә кискә тиклем бик яҡшы эшләнек, ә кис урман буйлап йөрөргә сығып киттек. Кис шундай йылы, тыныс һәм ҡараңғы. Күк йөҙө томанланып, йондоҙҙар һирәкләнеп ҡалған. Ай сыҡмаған әле. Һирәк-һаяҡ ҡына төн ҡоштары сутылдашып ҡуя. Аяҡ аҫтында юлға һибелгән ҡырсынташтар ҡыштырҙай. Күңелгә рәхәт, яҡты һәм иркен.
Юлда ҡыҙҙар осраны. Уларҙы кире бороп, үҙебеҙ менән алып киттек. Женяны мин, Катяны Рафаэль ҡултыҡлап алды.
— Бөгөн мин ҡыйыу буласаҡмын, – тинем егеттәргә һәм хәлдән килгән тиклем ҡыйыу булырға тырыштым. Ләкин быға бик күп көс һалырға тура килде. Быуындар ҡалтырап, бөтә тәнем дерелдәп торған кеүек, ә үҙем бик тыныс булып күренергә бөтә көсөмдө бирәм. Эстән үҙ-үҙемде әрләйем – сөнки кешеләр алдында ҡыҙҙар менән бөтөнләй һөйләшә алмайым, бөтә һүҙҙәр урынһыҙ һәм мәғәнәһеҙ килеп сыға кеүек. Ә Марат менән Рафаэлдең бөтә һүҙҙәре лә килешеп тора. Ҡыҙҙар көләләр, шаяралар, йырлайҙар.
— Кем роялдә уйнаны бөгөн? – тип һораны Женя.
— Ҡайһыбыҙ уйнағанын үҙегеҙ белегеҙ, – тине Рафаэль һәм аҙаҡ был эштә мине ғәйепләне.
Шулай итеп, мин музыкант булып сыҡтым. Был һөнәргә «эйә» булыуымды танманым. Сөнки ҡыҙҙар алдында мин исмаһам бер генә яғым менән булһа ла иғтибар итерлек кеше булып күренергә тейешмен бит!.. Юҡһа, минең тышҡы ҡиәфәтемә ҡарап, ниндәй генә ҡатын-ҡыҙ минең менән ҡыҙыҡһыныр ине!..
Рафаэлдең әйтеүе минең файҙаға булып сыҡты – ҡыҙ минең менән китте. Ә яңғыҙ ғына икәүҙән-икәү тороп ҡалғанда минең дә әйтер һүҙҙәрем була, ахмаҡлыҡ та поэзияға әйләнә... һәм мин берәй сәғәткә генә булһа ла бәхетле кеше булып йөрөйөм.
Ҡараңғы урман юлы буйлап төпкә кергән һайын, мин үҙемде ҡыйыуыраҡ, иркенерәк тотам. Берәй төрлө ҡурҡыныс хәл була ҡалғанда, мин әллә ниндәй батырлыҡтар эшләргә лә әҙер. Хатта берәй хәтәр күренешкә тап булаһың килә. Ләкин батырлыҡ күрһәтергә бер ниндәй ҙә мөмкинлек юҡ. Һөйләшеү, юҡ ҡына бер нәмәнән дә ысын күңелдән көлөү ошо өнһөҙ-тынһыҙ урман ҡосағында иҫерткес бер моңға, һүҙһеҙ генә йырлана торған йырға – балалыҡҡа әйләнә.
Кешегә ни тиклем аҙ ғына яҡтылыҡ та етә!.. Башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй. Эргәңдә ҡултыҡлап килгән ҡыҙыңа яҡшы булһа, һиңә лә бынан рәхәт...
Ағастар араһынан яңы ғына сыҡҡан ҡыҙғылт-һары ай күренә. Ярты ай ҡыйырсығы һаран ғына нур тарата. Ошо тоноҡ ҡына яҡтылыҡта йылмайып килгән йөҙҙө күреү үҙе бер оло шатлыҡ, һәм был шатлыҡ бөтә тәнеңде яндырған хайуанлыҡ хисен еңеп ҡала. Сөнки ниндәйҙер бер наҙлы тауыш һиңә:
— Мин һиңә ышанам, – ти...
Уға тыныс йоҡо теләгәс, Рафаэль янына керҙем.
— Һин нишләп йөрөйһөң? – тине ул, күҙҙәрен ыуып.
— Дипломатик мөнәсәбәтте урынлаштырҙыҡ, – тим мин.
Мин һөйләйем, ул да һөйләй. Ҡапма-ҡаршы тойғолар, ҡапма-ҡаршы тәьҫирҙәр.
— Әллә нисек бына сит ҡатындарҙың еҫен яратмайым, малай, – ҡайтып бына йыуынып яттым, – тип ул ҡатын-ҡыҙҙарҙа төрлө еҫ булыуын ерәнеп һөйләй.
— Ҡомалаҡ еҫеме? – тим мин.
— Түгел, әллә ниндәй тән еҫе, – тип йөҙөн һыта Рафаэль.
Ә мин бындай еҫтәрҙе белмәйем, ғәжәпләнәм. Хәйер минең еҫ тойорлоҡ тәжрибәм дә юҡ инде. Мараттан һорашырға Марат инде ҡайтып йоҡларға ла ятҡан.
Ә мин үҙемдең бүлмәгә күтәрелеп, бөгөнгө тәьҫирҙәрҙе яҙып ҡуйырға булдым: яҡшы тәьҫирҙәр. Бер ниндәй ҙә еҫ юҡ минең өсөн. Күрәһең, еҫ тойорлоҡ кеше түгелдер әле мин.
Мин тик урман, шыршы-ҡарағайҙарҙың сайыр еҫе менән дымлы ер һәм бәшмәктәр еҫен генә тоям. Йорт алдындағы сәскәләр еҫе тағы...
— Бында тәмәке сәскәләре юҡ икән, – тим мин.
— Улар бит матур түгел.
— Матур түгел, ә хуш еҫе көслө.
— Тонко сказано, – тигән яуапты ишетәм. Ысынлап та, матур сәскә түгел улар, ә хуш еҫтәре танауҙы ярып килә – татлы.
Мин ултыртҡан тәмәке сәскәләре хәҙер ап-аҡ булып ултыралыр инде...

3 сентябрь.
Беренсе шаршау менән икенсе шаршауҙы яҙып бөттөк тиергә мөмкин. Үҙебеҙсә, әлбиттә, был еңеү ине. Ләкин бик ҙур еңелеү ҙә ине был.
Владимир Федорович Пименов менән Инга Люсановна Вишневскаяға уҡып, үҙебеҙгә тәүге һынауҙы үткәрҙек бөгөн.
Пьеса тураһында Вл. Федорович тәүге һүҙҙе әйткән кеше булды һәм уның әйткәндәре беҙгә бөтөн бер мәктәп булып ҡаласаҡ, әлбиттә.
Был һөйләшеү беҙҙең бик томанлы ғына уйлап йөрөгән уйҙарға, бик аҫтан ғына тойған нәмәләргә ҙур бер таяныс.
Иң ҙур етешһеҙлек – сәхнә характерҙарының бер яҡлы бу-лыуында һәм һәр характерҙа ла драматик элементтың бик пассив булыуында.
Характерҙар үҫеш динамикаһында бирелмәй. Драматик элементҡа ҡарағанда комедия элементтары өҫтөнлөк ала. Был, әлбиттә, беҙҙең комиклыҡта түгел, ә еңеллектә.
Ғөмүмән, был һөйләшеүҙе бер-ике һүҙ менән генә яҙып бөтөрөү мөмкин түгел. Беҙ бик ҡаты тәнҡитләндек, ләкин был тәнҡит беҙгә иң кәрәкле тәнҡит булды, сөнки иң ихлас, иң киң күңелдән бирелгән кәңәштәрҙе ишетеп, беҙ үҙ көстәребеҙгә нығыраҡ ышандыҡ...

4 сентябрь.
Кисәге пьесаны уҡып, һөйләшеп ултырғанда, беҙҙең уңышһыҙлыҡ та үҙе бер бәхет ине. Ә иртән тороуға мин бөтөнләй ауырыуға әйләндем. Күңелдә шундай бушлыҡ, әйтерһең ундағы бөтә нәмәне талап, емереп, таптап сыҡҡандар. Бөтә нәмә ҡотһоҙ бер харабаға әйләнгән. Бер мөйөштә туҡмалған йөрәк кенә тороп ҡалған, әрнеп, һыҙланып ята...
Пьесаны бөтөнләй яңынан яҙырға кәрәк. Етмәһә, Марат: «Юлдашты бөтөнләй алып ташларға кәрәк», – ти. Әгәр Юлдаш менән Зөһрә булмаһа, пьесаны артабан яҙышыуҙың бер ниндәй ҙә ҡыҙығы ҡалмай. Улар тураһында мин үҙенә бер башҡа пьеса яҙырға теләр инем... Мин уларҙы тоям хәҙер, күреп торам, әгәр ҙә яҙһам, уларға мин үҙемдең бөтә хистәремде һалып, бөтә уйҙарымды биреп яҙыр инем. Ә хәҙер мин ирекле түгел, ике авторға буйһонорға тейешмен. Төп герой Нур өсөн Юлдаштың аҡылын да, хис-тойғоларын да сикләргә кәрәк. Ниндәй мәғәнәһеҙлек!.. Ә ниңә Юлдашты ла, Нурҙы ла бер тигеҙ дәрәжәлә бай һәм ҡыҙыҡлы характерҙар итмәҫкә? Ни өсөн һуң ул саҡта Нур менән Юлдашты дуҫтар итергә? Ниндәй нигеҙҙә? Ҡыҙыҡ хәл бик. Мин аңламайым.
Ғөмүмән, был пьеса өсөн мин күберәк ғазапланам, бәхәсләшәм. Бәлки, мин дөрөҫ позицияла ла тормайымдыр. Ләкин үҙеңде ғазаплаған мәсьәләләр күтәрелмәһә, ниңә һуң әле минең ҡыҫылышым булырға тейеш? Төрлө деталдәр, драматик орлоҡ эҙләп ултырыуҙың ниндәй мәғәнәһе бар?
Мине пьесаның ғәҙәти бер мещан драмаһы ғына булып сығыуы бик ҡурҡыта. Сөнки мещан донъяһына ҡаршы икенсе бер ҙур көс юҡ. Ул көс Юлдашта булырға тейеш ине, сөнки Нур үҙе шул донъя эсендә тороп ҡалған – шунда уның трагедияһы ла. Юҡһа беҙ ни өсөн драма яҙабыҙ? Иң драматик образдар Нур менән Гөлназ булырға тейеш бит. Уларҙы шул донъянан ҡотҡарырға, уларҙың мөхәббәтен, киләсәген һаҡлап ҡалырға кәрәк. Нур быны үҙе генә хәл итә алмай, үҙе генә хәл итә алғанда, драма ла булмаҫ ине.
Ә Зөһрәгә Юлдаштың бурыстарын биргәндә, Зөһрә уны күтәрә алмаясаҡ. Был яһалма килеп сығасаҡ һәм ул саҡта Нур Гөлназ менән түгел, ә Зөһрә менән булырға тейеш буласаҡ.
Ә Нур Гөлназды ярата... Гөлназ да үҙенсә Нурҙы ярата. Ләкин уның яратыуында бик ҙур ҡаршылыҡ.
Бына шул ҡаршылыҡтар әле беҙҙең образдарҙа юҡ.
Көн бөгөн пьесанан башҡа үтте. Рафаэль менән Марат финдың пьесаһын уҡынылар, ә мин шиғырҙар менән булыштым, подстрочниктар яһап, тәржемәсе Борис Лейтинға бирҙем. Бик ҡыҙыҡ ҡына ҡарт, тышҡы ҡиәфәте менән нисектер Бунинды хәтерләтә. Байрон, Шелли, Гейне шиғырҙарын тәржемә иткән ул. Шиғырҙарҙы биргәс, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Белмәйем, нисек тәржемә итер. Яҙыусылар союзына быйыл ғына алынған икән. Тәржемәселәргә, күрәһең, Союзға алыныу бик ҡыйын. Ә бөтә ғүмерен үҙе әҙәбиәткә биргән.
Чайковскийҙың Бишенсе симфонияһын тыңлағас, урманда йөрөнөм. Ләкин ҡыҙҙың күҙҙәрен бер ҙә күҙ алдыма килтерә алмайым. Ҡыҙ сәскә атты, хатта мин үҙем дә йәшәреп киттем. Төрлө юҡ-бар нәмәләр тураһында һөйләшеү ниндәйҙер бер мәғәнә алып, үҙе бер поэзияға, Чайковский симфонияһына әйләнде. Ғәжәп – бында бер ниндәй ҙә аҙғынлыҡ күрмәйем үҙем, ә бит аҙғынлыҡ был. Бер аҙналап ваҡыт өсөн роман яҙып маташам. Ләкин яҙаһы килә. Баҫылырмы, юҡмы – уныһында эш юҡ. Кеше булып йәшәйһе килә, әйтерһең башҡаса кеше булыу мөмкин түгел!..
Төн һыуыҡ ҡына, ләкин өшөтмәй, тимәк, мин йәш икән әле.
Күк йөҙө йондоҙҙар менән ҡапланған – улар йылы булып тойола. Ярты ай урағы ҡалҡҡан – ул да ярты бәхет булып күренә.

5 сентябрь.
Эш бармай. Марат менән Рафаэль Вишневскаяның килгәнен көтәләр. Әйтерһең Вишневская беҙгә пьеса яҙып бирәсәк. Әйтерһең уның өсөн беҙҙең пьесаның яҙмышы боғаҙға килеп тығылған бер мәсьәлә! Ниндәй малайлыҡ!..
Юлдашҡа заговор. Ә Юлдашһыҙ минең өсөн пьеса ла юҡ. Бер ай ваҡыт әрәмгә генә китте. Бөтә ваҡыт мәғәнәһеҙ биллиард һуғыу менән үтә. Ә һөйләшеү бер-береңде кәмһетеүҙән ары китә алмай. Йәнәһе, мин бер нәмәгә йәбешеп алғанмын да, үҙ һүҙемде һүҙ итер өсөн генә тырышам... Һәм мин килешергә тейешмен, имеш.
— Килеш инде һин, Рәми. Ике кешенең фекеренә нисек бер үҙең ҡаршы киләһең, – ти Рафаэль...

6 сентябрь.
Бына Вишневскаяның төп фекере.
— Һеҙ яҙғанда хәҙерге көндөң һулышы тойолмай. Был 50-се йылдарҙа ла булырға мөмкин. Тамашасы йәшәгән ваҡытты күрһәтергә кәрәк. Бына Евтушенконың шиғырҙары, уларға ниндәй генә ҡараш булмаһын, бөгөнгө көндөң шатлыҡтары, ҡайғылары менән тулҡынландыра бит. Бөгөнгө көндөң багажы һеҙҙең пьесала юҡ әле – философик, интеллектуаль, социаль яҡтан мөһим булған бер ваҡытты тотоп алырға кәрәк. Ә һеҙҙең геройҙар был хаҡта уйланмайҙар ҙа, ә бит тормошта кешеләр һәр саҡ тормош тураһында һөйләшәләр. Бөтәһе лә көнкүреш тирәһендә генә өйөрөләләр. Ә тормош бәреп кермәй был мещандар донъяһына. Ә бит һеҙҙең мещаниндар бөгөнгө көн мещаниндары. Улар үҙ файҙалары өсөн булһа ла бөгөнгө көн менән ниндәйҙер дәрәжәлә ҡыҙыҡһынырға тейештәр. Уларҙа бөгөнгө маска булырға тейеш.
Әйтәйек, XXII съезд етеп килә, көнбайыш Берлинда ниндәй хәлдәр бара һ. б. Бит бөтә халыҡ ҡыҙыҡһынып йәшәгән идеяларҙы, партияның ҡарарҙарын улар ҙа үҙҙәренсә ҡабул итәләр, үҙҙәренсә аңлайҙар.
Ленин һәм энтузиазм, тәүге коммунистик субботниктар...
Тәүҙә кешеләр быға ышанып йәшәнеләр, эшләнеләр. Ләкин хәҙер энтузиазм ғына етмәй, кешегә нормаль тормош менән йәшәү ҙә кәрәк. Партия материаль ҡыҙыҡһыныу мәсьәләһен ҡуйҙы. Быны обыватель үҙенсә ҡабул итә, бөтә нәмәне аҡса менән үлсәгән типтар барлыҡҡа килә. Түлә уға – эшләй. Ә түләмәйенсә эшләргә ул тамсы ла риза түгел. Улар газета ла уҡый, хәҙерге сәйәсәтте лә үҙҙәренсә ҡабул итәләр.
Ә ниңә шуны күрһәтмәҫкә?
Уларҙың үҙ философияһы булырға тейеш. Тормошҡа яраҡлашыу, унан бөтә нәмәне алыу теорияһы —хәҙерге мещанин-обывателдың теорияһы ул. Быны пьесала бирергә кәрәк.
Ыңғай герой мәсьәләһе. Ыңғай герой сәхнәгә сыҡһа, күңелһеҙ. Ни өсөн? Сөнки ыңғай герой кеше түгел. Бөтәһе лә унда дөрөҫ, бер ниндәй ҙә яңылышыу юҡ. Беҙ уны таяҡ кеүек итәбеҙ.
Бына һеҙҙең Нур – дөрөҫ, бөтәһе лә. Ҡалғандар яңылыш булып сыға. Ә ул ни эшләй? Бер ни ҙә эшләмәй. Сыға ла китә аҙаҡтан!
Ул бөтөнләй эшкә сумған, материаль яҡҡа бөтөнләй ҡул һелтәгән. Тора-бара ул идеалист, бушбоғаҙ ҙа булырға мөмкин.
Ниңә ундағы кешелек ҡаршылығын күрһәтмәҫкә?
Партия программаһы хәҙер кешеләр тарафынан икегә бүлеп ҡабул ителә. Уны тулыһынса ҡабул иткән кешеләр һирәк.
Всеволод Вишневский тик идея менән йәшәгән кеше ине, мещан ояһында үлде.
Д он Кихот ҡаршылығы ла шулай бит.
Хәҙер йәштәр араһында, беҙ тыныслыҡ яҡлы, тип, хәрби хеҙмәттән ҡасып йөрөгән Эдиктар ҙа бар бит.
Уларҙың барлыҡҡа килеүе ниҙән? Уларҙың тыуыуына идеалистар ҙа материалистар ҙа ғәйепле. Һәм ул үҙенә файҙалы программа төҙөп алған.
Юлдаш, Зөһрә ауылдан килгәндәр. Улар Нурҙан нимә менән айырылалар? Айырмалары күренмәй. Бер төрлөләр.
Ауылға китеү – сафланыу тигән фекер бар. Народниктар теорияһы. Хәҙер ҙә бар.
Шундай характерҙы Юлдашта бирергә лә мөмкин. Ләкин ул үҙенең «военный коммунизм»ы менән көлкө. Ә Эдик унан современныйыраҡ – үҙенең вкустары менән.
Ләкин Юлдаштың көлкөлө булыуы яҡын.
Зөһрә ауылса, эшмәкәр, ләкин эстән уның ҡатын-ҡыҙ булаһы килә, ә уның мөмкинлеге юҡ. Ул Нурҙы ярата, ә Гөлназды күрәалмай. Уның һөнәрен күрәалмай – йыр йырлап ҡына йөрөй.
Юлдаш – Полетаев фекерҙәрен яҡлай, хәҙерге атом заманында сәнғәттең кәрәге юҡ, тигән фекерҙе әйтергә тейеш.
Юлдаш Нурҙың ҡаршылығын көсәйтергә генә мөмкин. Әйҙә ауылға минең арттан! – тип ғаиләне айырырға мөмкин.
Ләкин Юлдаш, Нур, Зөһрә, Алмаларҙың сифаттарын алған, бөтә яҡшыны бергә йыйған тәжрибәле кеше кәрәк.
Хәҙерге мотив кәрәк. Һәр геройҙың үҙ етешһеҙлеге булһын.
Урмановтың да ғәйебе бар. Нур уның хатаһын ҡабатламаҫҡа тейеш.
Иҫерек Урмановтың хатаһын ҡабатлаған кеше – иҫереп йөрөй. Островскийҙың «Доходное место» пьесаһындағы алым.
Урманов барыбер бәхетһеҙ. Эдикты, Гөлназдарҙы тормошҡа яраҡһыҙ рәүештә ҡалдырып киткән.
Алешиндың «Одна» пьесаһы Алма ханым ҡуҙғатҡан мәсьәләне ҡуҙғата.
Пьесала заман һулышы, бөтә ил йәшәгән тормоштоң бер киҫәге булырға тейеш. Вишневскаяның был фекере менән мин килешәм. Мин дә шул хаҡта тылҡыйым бит, тик мин әйткән фекер мин әйткән өсөн генә иғтибарға алынмай. Был бит һәр кемгә билгеле хәҡиҡәт. Шунһыҙ ниндәй әҫәр булырға мөмкин? Көлкө хатта. Ләкин ундай ҙа әҫәр була икән шул.
Бөгөн мин Вишневская менән һөйләшерҙән алда Юлдаш менән Зөһрә диалогын яңынан ҡарап, бер аҙ өҫтәмәләр керетеп ултырҙым. Юлдаш ауыл хәлдәре тураһында һөйләгәндә, партияның яңы программаһын да телгә ала.
Марат кереп, минең төҙәтмәләрҙе ҡарап сыҡты ла:
— Программаны ла ҡыҫтырған, – тип көлөп ҡуйҙы.
Миңә ғәжәп: ни өсөн быға бер ирония менән ҡарарға? Бөтә ил хәҙер шул турала шаулай, артабанғы бөтә тормош шул программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн әллә күпме драмалар тыуҙыра торған бер көрәшкә әйләнәсәк. Бөтә киләсәк, халыҡтың бөтә тормошо шул программаға бәйләнгән... Әгәр беҙҙең геройҙар шуны тоймайынса, был хаҡта уйланмаһалар, хатта уны телгә алырға ла ҡурҡһалар, беҙ ниндәй яҙыусылар һуң? Беҙ үҙебеҙ ҙә шул уҡ мещан, обывателдәргә әйләнәбеҙ түгелме?
Ғәжәп, шул хәҡиҡәтте белер өсөн дә беҙ бер Вишневскаяның ауыҙына ҡарап ултырырға тейешбеҙ инде. Көлкө хатта!.. Етмәһә лә Вишневская беҙҙең пьеса менән таныш та түгел! Беҙ уларға тәүге күренеште көс-хәл менән генә тәржемә итеп уҡып сыҡтыҡ та, аҙаҡ Рафаэлдең бер яҡлы ғына итеп һөйләп биреүенән пьеса тураһында ул капитальный бер фекер әйтеп бирергә тейеш инде...
Был хаҡта әйткәс, Рафаэль туҙынып китте, мине ниндәй генә етешһеҙлектәрҙә ғәйепләмәне!..
— Һин генә беләһең дә, һин генә дөрөҫ!
— Һин, Рәми, әллә ниндәй бер яҡлы!
— Һин, әйтерһең, драматургияның бөтә закондарын белеп бөтөргәнһең.
— Һин вообще үҙ һүҙле кеше.
— Һинең менән бергә эшләһәм, мин бөтөнләй һинең менән эшләй алмаған булыр инем.
— Бел, Рәми, һинең бөтә етешһеҙлектәрең, бөтә трагедияң әнә шул үҙеңдең шундай характерыңдан!.. һ. б. һ. б.
Быларҙы миңә Рафаэль бармағын ултырғыс арҡаһына һуға-һуға һөйләй, һөйләмәй, ә ҡысҡыра. Хәленән килһә, бәреп тә йығыр ине!.. Минең бөтә мөхәррирҙәр менән булған ҡаршылыҡтарҙы ла ҡаҙып сығара. Өйҙәге хәлдәрҙе лә миңә бер ғәйепләү акты итеп ташлай. Минең ауылға ҡайтып китеү ҙә, унда комсомолдар менән эшләп йөрөү ҙә ниндәйҙер бер утыҙынсы йылдар хатаһы...
Кеше бер ҡыҙып алһа, нимәләр генә һөйләмәҫкә мөмкин!.. Минең хатта баш ауырта башланы.
Минең ҡаршы әйткән төп фекер шул булды.
— Һин, Рафаэль, көн һайын фекереңде алыштырып торма. Ел ҡайһы яҡҡа иҫһә, шул яҡҡа елберләп торған сепрәк булмаһын кеше фекере. Унан һуң кеше әйткәнде икенсегә борма, дөрөҫ аңла, ябайлаштырма.
Юҡһа миңә бергәләшеп эшләүҙең кәрәге лә ҡалмай. Ике вариантта яҙып ҡарайыҡ. Мин үҙ вариантымды үҙем яҙырмын. Мин үҙ фекеремде лә әйтмәһәм, нимәгә минең ҡатнашлығым кәрәк? Яҙығыҙ үҙегеҙ! Миңә мещан драмаһы кәрәкмәй. Юлдашты бер алйот итеп бирергә мин дә алйот түгел. Уның прототибы бар, әгәр тормошта Юлдаштар хәҙергә аҙ булһа, иртәгә улар күберәк булыр. Уның демагог Полетаевтың вульгар фекерҙәре менән бер ниндәй уртаҡлығы юҡ. Мин пьесаны Афиногеновтың «Страх» пьесаһы кеүек итергә йыйынмайым бер ҙә. Сәхнәлә характерҙар һәм шул характерҙың үҙҙәренән сыҡҡан хәрәкәте булырға тейешлеген мин дә беләм.
Юҡ, мин ауыл хужалығы тураһында пьеса яҙырға йыйынмайым, кешеләр тураһында, кешеләрҙең драмаһы тураһында яҙырға уйлайым мин.

7 сентябрь.
Пьеса тураһында һуңғы бәхәс иртәнән үк башланды. Марат менән беҙ беренсе күренешкә ҡайһы бер өҫтәмәләр кертә башлағайныҡ, Рафаэлгә был оҡшаманы, Марат пьесаны ташлап сығып китте.
Рафаэль төштән һуң кереп, Юлдашты Зөһрәгә әйләндерә башлауын әйтте. Миңә был һалҡын һыу һипкән кеүек булды. Был инде бәхәс кенә түгел, ә ниндәйҙер мыҫҡыллау – был бер ауырыуҙың циниктарса көлөүе.
Бер-беребеҙгә ҡаты-ҡаты бер нисә һүҙ әйтешеп алдыҡ та, мин Рафаэлгә үҙемдең һуңғы ышанысымды ла юғалттым.
— Әгәр ҙә һин һаман да шулай итәһең икән, Рафаэль, башҡаса минең был пьесаға ҡатышым юҡ, бынан һуң ғөмүмән беҙҙең арала бер ни ҙә булырға тейеш түгел – бөттө, – тинем мин, башҡаса пьеса менән кереп йөрөмәүен һораным.
Шуның менән беҙҙең ун өс йыллыҡ дуҫлыҡ та бөттө, буғай. Минең инде уға бер ҡабат күңелем ҡатып ҡалғайны, хәҙерге боҙҙо инде бер ни ҙә иретә алмай. Еңел түгел был, ләкин артабан беҙ дуҫтар булып ҡала алмайбыҙ. Был инде бер-береңде аңламау ғына түгел, ә аңларға ла теләмәү – башта һөйләшкән уртаҡ фекергә хыянат итеү. Мин быны бер нисек тә ижад характерынан килеп сыҡҡан ҡаршылыҡ тип уйлай алмайым.
Был – принципһыҙлыҡ, ирлек түгел был!.. Был ниндәйҙер үҙ-үҙенән һуңғы сиккәсә ҡәнәғәт булған, үҙ-үҙенә үлеп ғашиҡ булған әшәке бер ҡатындың ерәнгес холҡо... Үҙеңдең фекереңде теләһә ниндәй бер осраҡлы хәл алдында икенсегә бороп ебәреү – был инде проституция – фәхишәлек...
Башҡаса минең бындай хеҙмәттәшлеккә йоғонаһым да юҡ. Бер баланың өс атаһы булмай!

8 сентябрь.
Пьеса минең өсөн юҡ, ә ниндәй яҡшы пьеса булырға тора ине!.. Ғүмер булһа, мин үҙем берәй пьеса яҙып ҡарармын, ләкин башҡалар менән ҡатышып, инде бер юллыҡ әйбер ҙә яҙасаҡ түгелмен. Был драма миңә ғүмер буйы онотмай торған һабаҡ булһын!.. Бергәләп тик ысын дуҫлыҡ булғанда ғына, бер-береңдең фекерен тәрән аңлағанда ғына һәм бер-береңде сикһеҙ ихтирам иткәндә генә эшләргә мөмкин. Ә кейәүгә сыҡмай ҡалған ҡарт ҡыҙ шикелле, һәр бер һүҙгә ҡуҙғып барғанда, бер ниндәй ижадтың да булыуы мөмкин түгел. Кеше бер нәмәлә икенсе кеше менән килешә алмай икән, уларҙы көсләп килештереп булмай һәм бының кәрәге лә юҡ.
Мин, Рафаэлдең фекеренсә, утыҙ йылға артта ҡалған тар һәм бер яҡлы ҡарашты яҡлаусы булып сыҡтым. Имеш, мин ауыл менән ҡаланы ҡаршы ҡуям!..
Кешенең фекерен ниндәй дәрәжәлә ябайлаштырырға мөмкин!
Эйе, мин ауыл менән ҡала араһында ҙур айырма күрәм. Сөнки был шулай һәм был айырымлыҡты беҙҙең быуын ғына бөтөрә алмаҫ әле. Был тарихи бурыс. Ләкин мин ауылды ҡала кимәленә күтәреү тураһында уйлайым. Быны бер мин түгел, ә бөтә ил уйлай, бөтә ил шуның өсөн көрәшә. Был ауыр көрәш. Пьеса шул көрәште аҙ ғына ла сағылдырмағас, ул обыватель әҫәре буласаҡ.

9 сентябрь.
Рафаэль менән Марат бильярд уйнайҙар, ә мин шиғырҙар яҙам.
Пьеса тураһында һөйләшмәйбеҙ. Рафаэль менән һөйләшер һүҙ ҙә юҡ. Марат ҡына кереп йөрөй, иртән уятып сыға.

10 сентябрь.
Яҡуп Ҡолмой, Марат, мин Рафаэлдең бүлмәһенә кереп ике шешә ликер эстек. Марат ҡайҙандыр табып килтергән. Ненец яҙыусыһы Истоминдан аҡса алып торған, буғай... Был хушлашыу кисе булды. Мин тағы бер көнгә ҡалырға тейешмен. Сөнки яҙырға эш күп, унан һуң хәҙер беҙгә өсәүләп ҡайтыуҙың бер ҡыҙығы ла юк. Мәскәүҙә берәйһенән аҡса алып торормон да үҙем генә ҡайтырмын инде. Зәңгәр күҙле ҡыҙыҡай ысынлап та ҡыҙ булып сыҡты – теймәнем. Бик аҡыллы ҡыҙ, бер-беребеҙҙең фекерҙәрҙе яҡшы аңлаштыҡ, буғай. Сәғәт төнгө өскә тиклем һөйләштек.

11 сентябрь.
Рафаэль менән Марат ҡайтып киттеләр, мин бер үҙем генә тороп ҡалдым. Марат миңә тәмәкегә аҡса ҡалдырҙы ла, хушлаштыҡ. Рафаэль бер ни ҙә өндәшмәне. Ләкин йөҙөнә ҡарағанда, кәйефе шәптән түгел – бәлки, бөтә был хәлгә үкенәлер ҙә.
Яҡуп Ҡолмой кереп шиғырҙар уҡыны. Һаман да биҙәктәр, матур образдар артынан ҡыуа, үҙенең ысын уйҙарын, ахыры, ул бер ҡасан да әйтеп бирә алмаҫ. Мин үҙ фекеремде асыҡтан-асыҡ әйтеп бирҙем – аҙаҡ ул кермәне.
Кис ул ҡыҙ минең плащты ямап бирҙе.
Төндә хушлаштыҡ. Күҙҙәрендә тоҙло йәш. Әй, бала!..
Ниндәй ахмаҡ килеп сыҡты был танышыу – уйындан уймаҡ сыға шул. Нишләйһең – миңә ары китергә, уға ҡалырға кәрәк. Бәлки, бер ҡасан да күрешмәбеҙ. Ҡыҙыҡ был тормош: осрашып таныш та, бик яҡын кешеләр булғас, мәңгегә хушлаш имеш.
Ниндәй ахмаҡ хәл. Ә мин уйнап ҡына күрешеп йөрөнөм, ҡатындыр тип уйлағайным, яңылыштым. Бының менән уның хәтерен ҡалдырҙым буғай.
— Иң яратҡан ағасың нимә?
— Ҡайын.
— Ярай, мин һинең тыуған көнөңә берәй ҡайын ултыртырмын... Рус ҡайыны. Хуш бул, ғәйепләп иҫкә алма!

12 сентябрь.
Малеевканы ҡалдырып, автобуста Дороховоға киттек. Минең автобусҡа ла, поезға ла аҡса юҡ. Билеттарҙы Ҡолмой алды.
Иртән торғас, урман юлы буйлап һуңғы ҡабат йөрөп килдем. Көн матур – йәйге иртә кеүек ҡояшлы, йылы, уйһыуҙарға ап-аҡ булып томан төшкән. Ағас япраҡтарынан тып-тып килеп тамсы тама. Быуанан пар сығып ята. Кәмәлә йөрөп булманы инде. Күңелдә әллә ниндәй ашҡыныу. Бындағы кешеләрҙе ҡалдырып китеү әллә нисек моңһоу. Женяны һуңғы ҡабат күреп китермен тигәйнем, ләкин улар мин урманда йөрөгәндә, бәрәңге ҡаҙырға китеп барғандар. Шулай, бәлки, яҡшыраҡ та булғандыр. Сөнки беҙ төндә бик яҡшы хушлаштыҡ, ә иртән ул ҡоро, һалҡын бер культурница ғына булған булыр ине. Шулай ҙа уның күҙҙәренә һуңғы ҡабат ҡарап китәһе килә. Ғәжәп – ниндәйҙер туғанлыҡ хисе тулған күңелгә. Бөтөнләй таныш булмаған кеше менән бер-ике аҙна эсендә бик яҡын булып туғанлаш та, уны бер ҡасан да күрмәҫ өсөн мәңгегә ташлап кит, имеш, ти!.. Ниндәй ахмаҡлыҡ! Тормош шундай бик сәйер осраҡлыҡтары, көтөлмәгән шатлыҡтары, ҡайғылары менән тулы, күрәһең.
Бына юлда барғанда тағы бер ҡыҙыҡ танышыу! Бер ай буйы бергә йәшәп тә сәләмләшеп кенә йөрөгән кеше менән ҡайтырға сыҡҡас ҡына яҡынайып киттек. Ул «Огонек» журналының фотокорреспонденты булып сыҡты. Үҙенең исем-фамилияһын да белмәйем, ләкин мин уны, бер утыҙ йыл үткәс тә онотасаҡ түгелмен – шундай яҡын дуҫтар булып айырылыштыҡ. Ә бер ай буйы бергә йәшәп тә ныҡлап танышырға тура килмәне!.. Минең был баҫалҡылыҡ, ҡыйыуһыҙлыҡ миңә кешеләр менән танышып китергә бик ҡамасаулай, шуның арҡаһында мин бик күп матур кешеләрҙе юғалтып ҡалам. Ә бер тапһам, мин уларҙы ғүмер буйы онота алмайым. Беҙҙең менән Мәскәүгә тағы йәш кенә бик һылыу бер ҡатын ҡайтты. Ире летчик, ике балалары бар, ләкин бәхетһеҙ ҡатын. Күҙҙәре зәңгәр күк кеүек асыҡ, ә ҡаштары ҡарлуғас ҡанаттары кеүек ҡап-ҡара булып һыҙылып киткән. Сөм ҡара оҙон керпектәре уның күм-күк күҙҙәрен тағы ла тәрәнәйтеп, матурлап тора. Беҙ бер-беребеҙгә бер һүҙ ҙә әйтешмәнек, ләкин бик күп нәмәләр тураһында һүҙһеҙ генә һөйләшеп килдек. Иҫ киткес матур был аңлашыу. Белорус вокзалында ул беҙҙән айырылды. Ҡул биреп хушлашты ла, мәңге күрешмәҫ өсөн, ул да Мәскәү шау-шыуына инеп юғалды. Үҙе Одессаныҡы, Мәскәүҙә йәшәйҙәр. Моғайын, йә атаһы, йә әсәһе грек булғандыр – мин уны гречанка итеп күрҙем. Ниндәй матур һәм ниндәй бәхетһеҙ ҡатын. Ниңә кеше үҙенең юлында осратҡан бөтә кешеләрҙе лә бәхетле итә алмай?.. Ә ниңә һуң мин кешеләрҙә, бөтөнләй ят, бөтөнләй таныш булмаған кешеләрҙә үҙемдең бик яҡын туғандарымды күрәм.
Хатта Яҡуп Ҡолмой ҙа был юлдан һуң миңә ниндәйҙер бер яғы менән яҡын булып ҡалды. Тупһыҙыраҡ, ләкин бынан һуң ул миңә яҡын кеше. Күңелдә ниндәйҙер килешеү; бөтә донъя менән туғанлыҡ хисен бәйләү бар миндә...
Кешелә беҙ матурлыҡты эҙләмәй, унда тик тышҡа сығып торған насар яҡтарҙы ғына күрергә өйрәнгәнбеҙ, уға артыҡ бер яҡлы, үҙебеҙҙең бик шәхси мөнәсәбәттән генә сығып ҡарарға күнеккәнбеҙ түгелме? Был үҙ-үҙеңде артыҡ баһалауҙан, тик үҙеңде генә яратыуҙан килеп сыҡҡан рухи фәҡирлек, минеңсә.
Рафаэль менән, бик күп йылдар буйы дуҫлашҡан кешем менән, хушлашҡандан һуң, мин үҙемдә ниндәйҙер яңы бер тойғоно астым. Һәм миңә был йөктән бушанғас, нисектер бик моңһоу ҙа, бик еңел дә. Мин ҡайҙалыр осоп барам, мин бик ирекле кеүек!..
Ни өсөн һуң мин уға мәңге бурыслы, мәңге бәйле кеше булып йөрөргә тейешмен һуң әле? Мин бит уға, бик күп булһа, бер нисә йөҙ аҡсаһын ғына ҡайтарып бирергә тейешмен бит?.. Беҙҙең арала тик шул ҡағыҙҙар менән металл бөртөктәре генә тороп ҡалды түгелме?
Үҙемдә булған байлыҡты мин уға йылдар буйы бүләк иттем, был уға кәрәк ине, үҙ ваҡытында хатта был бик кәрәк булғандыр, ә хәҙер минең хис-тойғоларым, фекерҙәрем уға ни өсөн кәрәк һуң? Бөтәһе лә аға, бөтәһе лә үҙгәрә, тигән бит Гераклит, ә мин ниңә шул үҙгәреште, ваҡыт дәүмәлен күрмәҫкә тырышам, башҡа кешеләргә лә үҙемдең кәрәкле икәнлегемде тойорға кәрәк. Үткәндәрҙән, үҙемдән уға биргән байлыҡтан мин бит ярлыланып ҡалманым, тимәк, йәлләп тораһы бер ни ҙә юҡ. Әйтәһе һүҙҙәр әйтелгән, әгәр ҙә ул аҡыллы булһа, аңлар, бөгөн аңлап еткермәһә, ҡасан да бер аңлар. Сөнки үҙ тормошоңда ваҡытында бик кәрәкле кешеләрҙе бер ҡасан да хәтереңдән сығарып ташлап булмай, уларҙың яҡты иҫтәлеген һин ғүмерең буйы ҡәҙерләп һаҡлайһың, иң ауыр һынау ваҡыттарында, тормошоңдоң иң киҫкен бер мәлендә ул кешеләр һинең өсөн яңынан терелеп, һиңә бөтөнләй яңы яҡтары менән асылалар. Һин кешеләрҙе ни тиклем тәрәнерәк аңлай һәм баһалай белгән һайын, уларҙың да шул тиклем үк ҡиммәте, ҡабатланмаҫ матурлыҡтары, уларҙың тик үҙҙәренә генә хас сифаттары һиңә бик ҡәҙерле булып күренә.
Ҙур йөрәкле, шағир күңелле кеше быны барыбер тоясаҡ.
Беҙ бит бөтәбеҙ ҙә үҙгәрәбеҙ.
Тормош шул үҙгәрештең үҙе бит, башҡаса ул тормош та булмаҫ ине.
Пушкин – кешелектең иң кешелекле шағиры – ниндәй дөрөҫ әйткән:
Асыуланма, ҡайғырма һин,
Алдаһа әгәр тормош.
Килмәй булмаҫ, килер шат көн,
Тик һин йәшәргә тырыш.
Йөрәк йәшәй киләсәктә,
Күңелһеҙ тик бөгөнгә.
Һәр ни китә, һәр ни үтә,
Ә үткән хуп күңелгә...
Ҡайғыңды бына шулай еңеләйтә белергә лә, кешеләргә ышана белергә лә бик кәрәк. Ә тормош ул, нисек кенә булмаһын, барыбер... яҡшы!..
Бына беҙҙең институт баҡсаһында мин ултыртҡан ағастар ниндәй матур булып үҫеп киткән... Шуларҙы күреү ҙә бәхет! Сирендәр бөтөнләй ҡыуаҡланып ултыра, ә тополдәр инде элекке ҡарт тирәктәрҙе алыштырырлыҡ булып килә. Миләштәр ҙә ҡып-ҡыҙыл тәлгәштәрен һалындырып, баҡсаны биҙәп ултыра. Һәр бер ағас менән күрешеп сыҡтым, тик шыршылар ғына ҡороған... Уларҙан тик шиғыр ғына тороп ҡалған. Бер заман килеп, тирәктәр ҙә ҡартайыр, сирендәрҙең дә яңыларын ултыртырҙар. Ләкин әле уларға ҡарап, әҙәбиәт институтының бик күп студенттары шиғыр яҙасаҡ, бик күп йәштәр шул тирәктәр төбөндә бер-береһенә мөхәббәттәрен әйтерҙәр, бик күп кешеләр шул тирәктәр төбөндә осрашырҙар, танышырҙар, айырылышырҙар. Ә йыр дауам итер...
Үҙең үткән юлда ниндәйҙер тормош ҡалдырыу ни тиклем яҡшы!.. Был хаҡта мин тәүге ҡабат Горькийҙың улы Максимға яҙған хатынан белгәйнем, ә хәҙер был хаҡта мин үҙем дә бик күп кешеләргә әйтә алам. Һәм шул һүҙҙе әйтә алыуым менән генә лә бәхетле мин...
Рафаэль менән Маратты институттың ятағында Нәжип Асанбаев бүлмәһендә осраттым. Нәжибәк Хафизов та бар ине.
Мин юлға аҡса юҡлығын әйткәс, Марат нәшриәттән аҡсаны бик аҙ алыуына зарланырға кереште, ә Рафаэль сырайын һытып, Ҡазан егете Аяздар бүлмәһенә сығып тайҙы. Кәтибә апайҙың да аҡсаһы юҡ. Асанбаевтан биш һум алып торҙом да Союзға киттем.
Николай Старшиновты Союз йортонда осраттым, ләкин ул яңы ғына отпусканан килгән икән, ярлыланып ҡалған, Игорь Сеньковҡа керергә кәңәш итте. Игорь – СССР Яҙыусылар союзы секретарының урынбаҫары булып киткән, ләкин ул да аҡсаһыҙ. Элекке курсташ студент кеүек. Шулай ҙа уның файҙаһы тейҙе. Литфонд директорының урынбаҫары Тараканов менән һөйләшеп, миңә бер яҙыу тотторҙо ла:
— Бар тиҙерәк барып ет, юҡһа һуңларһың, – тине. Ә мин, Пирем ҡул Ҡадыровҡа кереп, совхоздағы эштәр тураһында һөйләшеп ултыра инем.
Барлы-юҡлы аҡсаға такси алдым да Литфондҡа елдерҙем. Унан 25 һум юлға аҡса алып, Ҡазан вокзалына билетҡа киттем. Билетҡа сират бәләкәй генә ине – иртәнге Өфө поезына билет алдым да, Әкрәм Биишевты күрергә тип, I Черемушкинскаялағы аспиранттар ятағына йүнәлдем.
Ләкин Әкрәм өйҙә юҡ, Мөхтәр Сәғитовты күреп, уның менән бер ҡыҙылды бушатып, фольклор, Ырғыҙ буйы тураһында һөйләшеп ултырҙыҡ, Әкрәм ҡайтманы, мин Переделкиноға ашыҡтым.
Киев вокзалы... Бөтәһе лә таныш бында!.. Туңдырма һатыусылар, электричкаға ашыҡҡан кешеләр, шаулап ҡуҙғалып киткән электричкалар тимер юлдағы йәшел, ҡыҙыл светофорҙар... Вокзал сәғәте...
Вагондарҙа һаман да шул уҡ тормош дауам итә... Һөйләшәләр, йырлайҙар, көләләр, кәрт һуғалар, газета-журнал, китап уҡыйҙар, йоҡлайҙар... Ара-тирә иҫеректәр килеп сыға, ғашиҡтар ҙа әҙерәк... Һирәк-һаяҡ таныш йөҙҙәр осрай, ләкин таныш кешеләр генә юҡ. Студенттар хәҙер Мәскәүҙең үҙендә тороп уҡыйҙар. Шуның өсөн дә хәҙер ҡысҡырып шиғыр уҡып барған кешеләр күренмәй...
Был юлдан тәүге ҡабат студент булып йөрөгән көҙҙән һуң ун йыл үтеп киткән... Ун көҙ, ун яҙ, ун ҡыш, ун йәй... Әйтерһең мин хәҙер бер ҡасан да студент булмағанмын, был тормошто ниндәйҙер бер китаптан ғына уҡып беләм, ә бит шул юлдан минең бөтә киләсәгем, бөгөнгөм башланған, шул юлдан минең икенсе мөхәббәтем башланған...
Надя менән бынан ун йыл элек беҙ ошо юлда таныштыҡ. Шул юлда бынан ун йыл элек башына ҡуян мамығынан бәйләнгән аҡ башлыҡ кейгән, нәҙек кенә буйлы, ҡулдарын ҡанат кеүек һелтәп, тилбер атлап йөрөй торған, ҡара һөрөнкө йөҙөн ваҡ ҡына һипкелдәр ҡаплап алған ҙур ҡара күҙле ун ете йәшлек бер ҡыҙ һәр көн иртәле-кисле поезға ашыға торғайны...
Тәүге йылды мин уға бер һүҙ ҙә өндәшмәй, һәр саҡ ситтән генә күҙәтеп, һәр саҡ ул ултырған икенсе вагонға ултырып йөрөй торғайным.
Икенсе йыл да шулай үтте...
Нимәһе менәндер ул миңә бик яҡын, нимәһе менән икәнен мин үҙем дә белмәйем. Уның менән танышырға, һөйләшергә кәрәкме – уныһын да асыҡ ҡына тоймайым...
Ләкин ул бер генә көн дә минең күҙ уңымдан китмәй. Ул нисектер башҡа ҡыҙҙарға оҡшамаған, бер кем менән дә артыҡ һөйләшеп бармай, ҡысҡырып көлөп тә ебәрмәй. Ләкин бөтә тирә-яҡҡа иғтибарлы, һынсыл, күҙәтеүсән күҙ менән ҡарай. Иғтибарҙы иң ныҡ тартып торғаны – уның күҙҙәре, ҡап-ҡара оҙон керпектәр араһынан ниндәйҙер моңһоу һәм шул уҡ ваҡытта осҡонло бер тәрән ҡараш менән тулған ҙур күҙҙәр. Уға бик килешеп тә бөтмәй. Ғөмүмән, уның бөтә үҙ-үҙен тотошонда, буй-һынында ниндәйҙер бер ҡаршылыҡ бар: уның тәбиғәтенә йәшәгән тормошо бер ҙә тура килмәй кеүек.
Ҡайҙалыр ул эшләй ҙә, уҡый ҙа булһа кәрәк. Ләкин, эшләй тиһәң, ул әле бик йәш, уҡый тиһәң, бер ҙә мәктәп уҡыусыһына оҡшамаған. Үҙен бик ололарса, эшлекле тоторға тырыша, ә үҙе нисектер был тырышыуы менән бик балаларса, аҙашҡан кеүек күренә.
Миңә уның тормошо ла, сығышы ла, милләте лә бер йомаҡҡа әйләнгән. Ни менән йәшәй был ҡыҙ, ата-әсәһе кем уның, бармы улар, әллә берәй апаһында торамы, шулай уҡ милләте менән кем ул?.. Иң тәүҙә мин уны берәй ситтән килгән татар ҡыҙылыр тип уйланым, унан һуң, еврейка микән әллә, тип тә шикләндем, аҙаҡ нисектер сиған ҡыҙына оҡшата башланым... Ләкин һуңғы төҫмөрләү ҙә бик ҡаршылыҡлы булып сыҡты. Нишләп ул улай булһын? Ҡайҙан?..
Өҫ-башына ҡарағанда, ул ҡасандыр бик бөтөн генә йәшәгән, ләкин аҙаҡ бөлөп ҡалған бер интеллигент ғаиләһенән булырға тейеш. Һәр ваҡыт ҡулына китап тотоп йөрөүе лә, вагонға кергәс үк, ултырып китап уҡый башлауы ла шул хаҡта әйтеп торғандай бит. Унан һуң тағы бер сәйер күренеш – ул ниндәйҙер иҫке хәрефтәр менән яҙылған революцияға тиклем сыҡҡан ҡалын күн тышлы, тик букинистарҙа ғына йәки элекке бай китапханаларҙа ғына осрай торған китаптарҙы уҡый.
Тимэк, уларҙың үҙҙәренең бай ғына китапханалары бар, йәки шундай китапханалары булған берәй таныштары, китап һөйә торған, ғөмүмән әҙәбиәт йәки сәнғәткә бик яҡын булған кешеләре бар...
Был уй минең ҡыҙыҡһыныуымды тағы ла арттыра төштө. Берҙән-бер көндө, өсөнсө көҙ киткәндә буғай, мин бөтә ҡыйыулығымды туплап, уның менән иҫәнләшеп үттем. Ул быға бик кәрәкле һүҙҙе ишеткәндәй, ихлас күңелдән әҙәпле генә итеп яуап ҡайтарҙы.
Уның иҫәнләшеүендә лә минең өсөн ниндәйҙер бер сәйер айырымлыҡ күренде. Был иҫәнләшеү ауылса бик ябай ҙа түгел, шул уҡ ваҡытта ҡаласа бик ҡылансыҡ та түгел. Шулай тик ҡарт уҡытыусыларҙың бик тәрбиәле, әҙәпле үҫкән ҡыҙҙары ғына иҫәнләшергә мөмкин. Шул иҫәнләшеүҙән һуң беҙ һәр саҡ, һөйләшмәй генә, бик йылы итеп иҫәнләшеп йөрөй башланыҡ. Әйтерһең беҙ бик күптәнге таныштар, ләкин беҙҙең арала иркенләп һөйләшеп китергә мөмкинлек бирмәгән ниндәйҙер бер хәл булған да, шул хәлдән һуң беҙ бер-беребеҙгә элеккесә хөрмәт йөҙөнән, шулай һаман да элеккесә иҫәнләшеп кенә йөрөйбөҙ. Ләкин тора-бара мин уның күҙҙәрендә минең менән дә ҡыҙыҡһыныу, нисектер һөйләшәһе килеү теләген күрҙем. Мин уны күреү менән ирекһеҙҙән йылмайып ебәрәм, ул да бик йылы бер йылмайыу менән яуап ҡайтара. Ә бер кис шулай, лекциянан һуң, Горький паркында катокта коньки шыуып, һуңлабыраҡ ҡайтып килгәндә, уның ғәҙәттәгесә икенсе вагонға кереүен күрҙем дә, ул китабын алып уҡырға ултырғас уҡ, уның ҡаршыһына килеп ултырҙым. Уның ҡулында иҫке хәрефтәр менән баҫылған боронғо китап ине. Һәм мин был юлы инде өндәшмәй ҡала алманым, тәүге ҡабат ауыҙ асып, бик ҡыйыу ғына:
— Ниндәй китап уҡыйһығыҙ? – тинем. Ул да бик күптәнге танышына яуап биргәндәй:
— «Горе от ума», – тип яуап бирҙе... һәм беҙ бик иркен генә һөйләшеп киттек...
Шулай итеп, был юлда беҙҙе бөйөк рус драматургы илсе Грибоедов таныштырҙы...
Хәҙер инде ул ҡаҡса ғына буйлы, ҡара күҙле сәйер ҡыҙыҡай миңә ике ир бала, бер ҡыҙ бүләк иткән ҡатыным!.. Ғәжәп был тормош!.. Иҫ киткес ғәжәп!..
Бына мин беҙҙең тормош юлыбыҙ башланған өйгә, ҡәйнәм ҡарсыҡҡа китеп барам.
Иҫке таныш һуҡмаҡ, таныш тирәктәр, таныш баҡсалар, дачалар һәм бына Надяларҙың өйө... Ҡапҡа бикле, ҡапҡа төбөндә генә мин ултыртҡан һыуһар ағасы. Ул инде өй ҡыйығына тиклем булып үҫкән, ай яҡтыһында уның емештәре ҡарайып күренә. Ҡапҡа аша һикереп төшәм дә, сәскәләр, алма ағастары, сейә ҡыуаҡтары аша үтеп, өҫкө верандаға күтәрә торған иҫке баҫҡыс күтәрмәһенә баҫам. Ашыҡмай ғына күтәрелеп, ишек шаҡыйым. Эстән ҡәйнәм ҡарсыҡтың таныш тауышы ишетелә...

24 октябрь.
Шулай итеп, мин яңынан журналист! Кисәге үҙебеҙҙең район газетаһында эште башланым.
Эш редакцияға килгән материалдар менән танышыуҙан башланды. Байтаҡ материалдар бар – ҡайһыһын тотоп уҡырға ла белмәйем. Минең өсөн улар бөтәһе лә мөһим, бөтәһе лә ниндәйҙер сер туплаған, бөтәһенең дә артында тере кеше тора. Уларҙың һәр береһенә кеше яҙмышы бәйләнгән. Кеше яҙмышы – журналист өсөн иң мөһиме бына шул!
XXII съезд бара Мәскәүҙә һәм съездың бөтә эше бына ошо кеше өсөн, уның бөгөнгөһө, иртәгәһе өсөн. Тик быны кешесә аңлай белергә генә кәрәк. Бына ошо кеше яҙмыштары өсөн һуғышырға, үҙ һүҙең менән уларға ярҙам итергә, уларҙың тормошон төҙөшөргә кәрәк. Ә һуңынан, ғүмер булһа, улар хаҡында ҙурыраҡты ла яҙырға мөмкин. Бының өсөн кешеләрҙе, уларҙың тормошон, эшен, бөтә уй-хистәрен үҙеңде белгән кеүек белергә кәрәк.
Шул маҡсат менән мин редакция эшенә тотондом. Әле бына радионан Шолоховтың съезда яһаған телмәрен бирҙеләр. Бөтә йәнем-тәнем менән тыңланым. Минең телмәрем был, минең уйҙарым. Һәм мин үҙем өсөн шатланып бөтә алманым. Был миңә ҙур таяныс – мин яңылышмағанмын!.. Был хаҡта бөтә кешеләргә әйтәһе килә, ләкин быны эшең менән әйтергә кәрәк.
Кисәге районға килгәндә партком машинаһында Иван Кузьмич менән дә шул хаҡта бәхәсләшеп килдек. Ул минең совхозда комскомитет секретары булып эшләүемде лә, хәҙер район газетаһына эшкә күсеүемде лә көстө бушҡа әрәм итеү тип иҫәпләй.
— Кеше ҡайҙа файҙалыраҡ, шунда эшләргә тейеш, – ти ул. – Әгәр минең ҡулда булһа, мин һине Өфөгә саҡырып алыр ҙа, яҙырға ултыртыр инем.
Дөп-дөрөҫ фекер! Ләкин был өҫтән ҡарағанда ғына дөрөҫ, әлбиттә. Мин артабан бәхәсләшеп торманым. Ул минең үҙемде лә, минең эшемде лә аңлап етмәй, ә үҙе яңы ғына партия мәктәбен бөтөп ҡайтҡан төплө генә кеше.
Мин яҙыр өсөн үҙең яҙған тормошто үҙ ҡулдарың менән төҙөшөргә лә кәрәк тигән фекергә ышанғанмын һәм бынан бер кем дә дүндерә алмай. Ләкин был еңелдән түгел, бының өсөн байтаҡ йөҙ һыуыңды түгергә тура килә.
Бына әле юлаусылар йортонда ятам.
Бүлмәләр һалҡын, эшләргә бер ниндәй ҙә мөмкинлек юҡ, бына әле яҙып ултырам – кешеләргә йоҡларға ҡамасаулайым, ә улар миңә эшләп ҡайтҡандан һуң яҙырға, уҡырға ҡамасаулай. Ләкин мин бынан да файҙа табырға тырышам. Шул кешеләрҙең тормошон күҙәтәм, һөйләшеүҙәрен тыңлайым – төрлө кешеләр бар, төрлө типтар... Юлаусылар йортонда ла ҙур тормош бара.
Бына әле Шолоховтың телмәренән һуң әҙәбиәт, тормош тураһында һөйләшәләр, Шолоховты маҡтайҙар, Есенин һәм Маяковскийҙы үҙ-үҙҙәрен үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Зощенконы телгә алалар, беҙҙең Салауат районы етәкселәренең тетмә-кәйен тетәләр. Уларҙың береһе – райсоюзға килгән ревизор булһа кәрәк – татар ағай, икенсеһе – ДОСААФ эшмәкәре – рус кешеһе. Икеһе лә беҙҙең район хәлдәренән риза түгелдәр. Ә күрше бүлмәлә тағы ике кеше: МВД эшселәре, Өфөнән килгәндәр. Бер кис улар менән ҡунырға тура килде.
— Ниндәй эш менән килдегеҙ? – тигәс:
— Бандитизм менән көрәш буйынса, – тинеләр. Күберәк тимер юл буйындағы ауылдарҙа – Яхия яҡтарында йөрөйҙәр. Эштәренең ҡыйынлығы шунда: күп енәйәттәрҙең эҙе күрше Силәбе өлкәһенә илтеп сығара – был тикшеренеү эштәрен бик ҡыйынлаштыра, шунан зарланалар. Мин тәүҙә уларға бик иғтибар ҙа итмәгәйнем, ләкин ашхана ремонтҡа ябылғанлыҡ-тан, юлаусылар йортондағыларҙың бөтәһе лә күршелә генә төҙөлөп ятҡан интернат бинаһына – төҙөлөштә эшләгән эшселәр буфетына ашарға йөрөйҙәр, мин дә улар менән бергә шунда йөрөйөм һәм ирекһеҙҙән был чекистар менән танышып китергә тура килде. Буфеттағы ҡыҙҙар уларҙың икеһен дә ғариза яҙырға мәжбүр иттеләр. Шунда улар көлөшә-көлөшә икеһенә бер ғариза яҙып бирҙеләр. Юлда йөрөгәндә шундай етди кешеләр ҙә балаға әйләнә, күрәһең. Мин дә улар менән шунлыҡтан бик ҡыҙыҡһына башланым. Мин хатта улар менән бергә енәйәт эҙҙәре буйынса йөрөргә лә риза булыр инем. Ләкин был мөмкин түгел. Тик уларҙың мөмкин тиклем шул хаҡта һөйләүҙәрен ишетергә тырышам, ә улар үҙ эштәре хаҡында һөйләргә бик яратып та бөтмәйҙәр, бәлки, был ярамайҙыр ҙа, шуның өсөн бик төпсөнөп тә бармайым.
Ҡаршы бүлмәлә Өфөнән килеп тулған врач ҡатын-ҡыҙҙар, көлөшәләр, йырлайҙар. Ләкин уларҙың ниндәй эш башҡарып йөрөүҙәрен белмәйем әле. Өфөнән тағы, магнитофонын тотоп, радионың ауыл хужалығы бүлегенән Кучуков ағай килгән, уға кереп «маяҡтар», ауыл хәлдәре тураһында һөйләшеп ултырҙыҡ. Кис уны күрер алдынан ғына Жәлил Кейекбайға илле йәш тулыу айҡанлы радионан уның мәҡәләһен тапшырҙылар. Яҡшы мәҡәлә. Мин бик ҡыҙыҡһынып, Жәлил ағай өсөн ғорурланып тыңлап ултырҙым. Үҙебеҙҙең филология фәндәре докторы бит! Баҡһаң, мәҡәләнең авторы ла эргәлә генә булып сыҡты.
Юлаусылар йорто бына шул яҡтан яҡшы йорт. Көтөлмәгән осрашыуҙар, көтөлмәгән танышыуҙар, көтөлмәгән сюжет һыҙыҡтары – бөтәһен дә табырға мөмкин бында. Ятырға койка булмағанлыҡтан, диванда ятып йөрөһәм дә, мин был йорттан бик риза булып торам. Редакция ла ҡаршыла ғына, буфет та яҡын, киноға барып ҡайтыуы ла уңайлы. Тик бына яҙырға ғына ҡыйын. Кешеләрҙең йоҡлағанын көтөргә, утты таҫтамал менән ҡаплап ултырырға кәрәк. Ә яҙаһы нәмәләр күп, яҙаһы килә. Ғөмүмән, яҙыу, редакция эше бик һағындырған!..

9 ноябрь.
Сталинградтың исемен дә алыштырғандар!..
Сталинград һүҙе лә тарихҡа ҡала. Белмәйем, был, бәлки, дөрөҫ эшләнәлер. Аҡылың менән уйлап ҡараһаң, быға үҙең ризалашҡан да кеүекһең, ләкин бөтә үткәндәр, яҙылған йөрәк тә бар шул... Ауырта йөрәк, әрней – ҡысҡыраһы килә, йә йөрәкһеҙ генә ҡалаһы килә... Бөтә үткәндәрҙе нисек итеп унан ҡутарып алып ташламаҡ кәрәк? Указ артынан указ, ҡарар артынан ҡарар. Белмәйем, бының шул тиклем ҡотолғоһоҙ тарихи кәрәге бар микән ни һуң? Үҙе бер бөйөк тарих тыуҙырған Сталинград инде хәҙер тарихҡа ғына тороп ҡала... Тарихта ла быны яңылыш бер нәмә, осраҡлы ғына хәл тип танырҙар микән ни? «Сталинград» тип үлгән, тарихты – үткәндәрҙе, бөгөнгөнө, киләсәкте ҡотҡарып үлгән миллиондар шәхес культы арҡаһында һәләк булғандарҙан аҙыраҡ булды микән ни? Әгәр ҙә беҙ, бөгөнгө тере кешеләр, бөтә үткәндәрҙе ошо үлгәндәр исеме менән генә үлсәһәк, беҙҙең бизмәндең артыҡ ябай булыуын күреп, киләсәктә тыуыр кешеләр беҙгә ни әйтерҙәр? Уларҙың тарихи бизмәне бит беҙҙекенән теүәлерәк буласаҡ...
Эйе, мәңге онотолмаҫлыҡ, иң ауыр, иң тупаҫ хаталар эшләнгән беҙҙең тормошта. Ләкин был бит әле беҙҙең бөтә тормошобоҙ хата булған тигән һүҙ түгел бит. Юҡһа, беҙ нисек шул хаталарҙы асыу дәрәжәһенә тиклем күтәрелер инек? Бер нисә йыл эсендәме? Юҡ, был хәл миңә аңлашылмай. Былай булыу мөмкин түгел! Беҙҙең ил имәненең – ниндәй генә дауылдарҙы күрмәгән ил имәненең! – тамырҙары былай ғына булмағандыр...

10 ноябрь.
Кисәге редактор урынбаҫары Всеволод Кочев «Обком секретарым килтереп бирҙе. Эштән ҡайтҡас, иртәнге сәғәт 4-кә тиклем уҡып яттым. Был минең быйыл йыл башынан бирле уҡыған... икенсе романым!.. Был хаҡта яҙыуы ла оят хатта... Кешеләр аҙна һайын бер роман уҡығанда, мин, әҙәбиәтсе, үҙем китаптар яҙырға хыялланған кеше, йылына өс-дүрт роман уҡып, шуға ла үҙемде бәхетле әҙәмгә һанап йөрөйөм. Берҙән-бер йыуанысым, үҙ-үҙемде яҡлай торған берҙән-бер һүҙем шул: йөҙ китап уҡығансы бер китап уҡы ла йөҙ көн буйы уйлап, уны үҙеңдең бер тормош баҫҡысың ит!.. Әлбиттә, был бик анһат аҡланыу... Шулай ҙа китап уҡыу – онотолмаҫ бер оло байрам ул миңә. Мин ашағанда ла китап уҡып, уҡығандың бөтәһен дә ашҡаҙан юлына ебәреүселәрҙән түгел. Күп уҡый алмау үкендергес, әлбиттә, ләкин аҙ ғына уҡығандарым да үкенесһеҙ. Бәлки, мин ғүмер буйы бер генә китап та яҙа алмам, ләкин бер генә яҙыусы ла минең мәғәнәһеҙ уҡыуыма әрнемәҫ...
Шулай ҙа миңә хәҙер бик ныҡ уҡырға кәрәк. Ике йыл буйы күргәндәргә йомғаҡ яһарға, үҙемде ғазаплаған һорауҙарға яуаптар эҙләргә, тормош күренештәрен дөйөмләштерергә һәм ныҡлы бер фекергә килергә, үҙемә лә ҙурыраҡ бер әйбергә тотонорға кәрәк. Яҙырға, яҙырға, яҙырға! – юҡһа, мин шартлаясаҡмын.
Кешеләрҙең маңлай күҙе күреп тә, күңел күҙе күрмәй үткән бөтә нәмәне тәрәнәйтергә, күрерлек итергә, шуларҙы уларҙың үҙҙәренә үҙҙәренеке итеп ҡайтарып бирергә – бик күптәргә үҙҙәренең кешелеген ҡайтарып бирергә кәрәк. Бына әҙәбиәттең бурысы – минең ғүмерлек бурысым. Бөтә нәмә кеше өсөн икән, уның үҙе өсөн икәнен кеше үҙе күрһен, үҙе тойһон, үҙе аңлаһын. Бөтә нәмә кеше бәхете өсөн икән, һәр кеше үҙ бәхетен уртаҡ бәхет итер өсөн ни тиклем яуаплы икәнлеген дә йәне-тәне менән тойорлоҡ булһын. Кешегә уның кешелек бәхетен төҙөшөргә кәрәк. Ғүмер ҡәҙерле, бер кем дә уны бушҡа әрәм итмәһен. Шуны тоймау арҡаһында ғына тормошта күпме кешеләрҙең ғүмере әрәмгә үтә – йә ул асылған ишекте асып йөрөй, йә бушты бушҡа бушатып, иләк менән һыу ташыу, йә ҡомдан арҡан ишеп, донъяға үҙен ошо арҡан менән генә бәйләп ҡуя ла: «Мин донъяның кендеге, донъя минең тирәлә әйләнәсәк», – тип уйлай...
Кочевтың секретары кеүек, һәр кемгә үҙ эшенең мәғәнәһен аңлатып бирәһе ине...
«Завтракали вместе. Василий Антонович подробнейшим образом расспрашивал Лисицына о работе партийной организации, Лисицын рассказывал о собраниях нескольких последних месяцев, о тех вопросах, какие обсуждались, рассказывал о коммунистах, о том, как выполняют они поручения. Но было в его рассказах нечто такое, что настораживало Василия Антоновича. Получилось так, словно бы не парторг сидел перед Василием Антоновичем, не руководитель партийной организации колхоза, а кто-то вроде второго председателя правления, будто бы его двойник. О весеннем севе Лисицын рассказывал точно так же, как рассказывал вчера Сухин. О животноводстве – теми же словами. Одни и те же случаи называли и Сухин, и Лисицын, одни примеры, одни цифры.
— А вот вчера ваша молодежь предъявила счет на культуру. Серьезный счет. Культуры хотят люди. Что вы думаете об этом, товарищ Лисицын?
— Так видите ли, Василий Антонович, – начал было Лисицын, – культуру можно строить только на крепкой материальной базе. Прежде всего мы занимаемся хозяйством, ставим на ноги полеводство, животноводство...
— Это верно, это верно, – согласился В. А. – Но ведь у вас уже определенная – и не плохая – материальная база есть. Будет неправильно думать, что за культуру можно браться только тогда, когда материальные блага подымутся выше головы. – Он смерил ладонью над лбом. – Надо же вести работу параллельно. Чем больше материального, тем успешнее пойдет дело с культурой, и чем больше культуры, тем успешнее будут хозяйственные дела. Они друг друга станут подталкивать, тянуть, помогать одно другому. Разве не так?
— Да, оно конечно...
— С партийной учебой у вас, видите, неважно, с идейным воспитанием. А без этого какие мы коммунисты, без идейного вооружения! Так просто, хозяйственники. Вот я вам скажу, товарищ Лисицын. И вы, товарищ Сухин, послушайте. Наши противники, из капиталистического лагеря, обычно нажимают на то, что, вы, коммунисты, то есть мы с вами, не нашли такой, движущий прогресс, силы, которая была бы равна силе, действующей у них, силе частного предпринимательства, частной инициативы, когда есть конкуренция, которая заставляет-де напрягать творческую мысль и все время искать новое и новое, чтобы не отставать в этой борьбе частных инициатив и не слететь с круга, – словом, силе частной наживы, силе набивания кубышки. Человек, мол, так устроен, что дороже кубышки для него ничего на свете нет и быть не может. Сейчас они, между прочим, в связи с нашими успехами в ракетной, например, технике, в которой мы блестяще обогнали Америку, призадумываются: а нет ли у нас такой силы, которая не только равна их частничеству, но еще и превосходит его?
В. А. отставил пустой стакан, достал папиросу, закурил.
— И они в своем прозрении правы, такая сила есть у нас. Она возникла вместе с нашей марксистско-ленинской партией. Это сила идей, сила идейности. Почему же партия, выросшая из горстки людей, сумела стряхнуть с плеч народа и трехсотлетнюю династию Романовых, и авантюристическое правительство Керенского, сумела отбить контрреволюционный поход четырнадцати империалистических держав, разбила белогвардейщину Красновых, Деникиных, Врангеля, Юденичей, Колчаков, сумела неизмеримо поднять хозяйство страны, неизмеримо против того, что было при Николае Романове, то есть при частном предпринимательстве, сумела отбить нападение Гитлеровской Германии, отбить и разбить фашистские армии, уничтожить само государство Гитлера, сумела построить социализм и строит коммунизм? Почему? А потому, что сила кубышки, конечная, могучая сила, но сила идей, порождающая силу социалистического соревнования, выше нее. У нас есть такое ходячее изречение: на одном энтузиазме, дескать, ничего не построишь. Правильно, энтузиазм должен быть подкреплен материально. Но нельзя забывать и того, что поначалу-то советское государство строилось почти на одном энтузиазме. Ничего ведь не было – ни машин, ни оружия. Ничего, словом. А сейчас что уж тут говорить: «На одном энтузиазме!» Сейчас мы имеем мощную материальную базу, мы второе по экономической мощи государство в мире. Недалек тот день, будем первым государством. Мы с вами, во всяком случае, доживем до такого дня. Словом, сила у нас есть, сила идей, ее надо укреплять и наращивать, надо развертывать и развертывать социалистическое соревнование. Это наша первейшая обязанность, товарищ Лисицын. Они там, в капиталистическом мире, ошибаются – у нас тоже есть кубышка, но кубышка не частная, а общественная. Существует она, конечно, не как самоцель, а как средство для всестороннего, широкого развития человека, для удовлетворения его все растущих и растущих потребностей. Вот коммунизм – как вы его мыслите, товарищ председатель и товарищ парторг колхоза?
Сухин повертел на блюдце стакан с остывшим чаем, сказал:
— От каждого по способности, каждому по потребностям.
— А вы, товарищ Лисицын, как думаете?
— Да так же, как Иван Савельевич.
— Вы правильно оба думаете, но потребности ведь мыслятся для человека не только в материальном. Если бы человек был просто животное, ему бы нужна была только еда в изобилии, да поскольку он, в отличие от других животных, бесшерстный, то и одежда в изобилии, на все сезоны разная, а еще, поскольку он склонен к комфорту, разные предметы домашнего обихода, и так далее. Но он же существо разумное, существо не только материальной, а и духовной жизни. Поэтому потребность у него тоже не только в изобилии материального, но и в изобилии духовного. Мы вчера здесь это явственно слышали. Правда, товарищ Сухин? Ну вот, почему же мы не можем себе представить человека, духовная потребность которого заботиться о других, помогать другим, работать для других? Вы, товарищ Сухин, вы, товарищ Лисицын, неся свои нелегкие обязанности – председателя и парторга, работая для других, заботясь о других, вы много откладываете в свою кубышку?
Лисицын только засмеялся. Сухин сказал:
— Был бы я не председателем, а бригадиром, или даже рядовым колхозником, я бы заработал больше. Я работы не боюсь, люблю работу. У нас свинари каждый вдвое против председателя зарабатывают. Доярки есть – дай боже заработки!
— Ну вот, а доставляет вам хоть какое-нибудь удовлетворение ваша работа председателя?
— Так ведь когда дела идут хорошо...
— Ну, а если плохо? Бросить хочется?
— Бывает, и бросил бы. Но больше бывает иначе – сделать хочется, чтобы было хорошо. Ведь у каждого, как говорится, гордость своя есть. Что, думаешь, ты хуже других, что ли?
— И ночь спать не будешь, если дело требует, и про выходные забудешь, и про все другое? – расспрашивал Василий Антонович.
— А как же! Забудешь про все, это точно.
— Ну вот, а они думают, что только во имя кубышки можно забыть про все иное, только во имя нее не спать ночей, напрягать все силы – мускульные и умственные! Нет, наш двигатель сильнее их двигателя».
Шәхес культы поэзияла панегиризм стилен ҡанунлаштырҙы. Бер кешегә табыныу шулай уҡ бер төрлөлөк күренешен тыуҙырҙы. Ижади эш шаблонға әйләнде. Ә ҡайҙа шаблон, унда инде ижад юҡ тигән һүҙ. Бөтә кеше өсөн дә бер кеше уйлай икән, башҡа кешеләргә уйлап тораһы юҡ, ә бер кеше әйткәнде ятларға ғына кәрәк! Шағирҙар ниндәйҙер бер ҡот осҡос тутыйғошҡа әйләнделәр. Кешене хайуандан айырып торған аҡыл, фекер йөрөтөү ғәҙәттән тыш ғәрипләнде һәм бындай яһалмалыҡ беҙҙең иң тәбиғи хистәребеҙҙе лә яһалма кисерештәр менән алмаштырҙы һәм беҙ тәбиғи тормош дөрөҫлөгөнән ситкә киттек, әҙәбиәттең төп предметын – кешене оноттоҡ! – Был бик, бик үкенесле хәҡиҡәт!.. Бер кешенең ғәҙәттән тыш көсөнә табыныуҙың иң ҙур фажиғәһе бына шунда инде...
Хәҙер быны йәнең-тәнең менән аңлап тояһың... Башта ғазаплы уйҙар, йөрәктә ғазаплы кисерештәр. Нисек итеп быларҙан ҡотолорға? Нисек итеп уйлай башларға? Нисек итеп яҙырға?
Ысын күңелдән ышанып, алдандыҡ бит беҙ!.. Бөтә йөрәктән ышандыҡ!.. Шуның өсөн хәҙер дөрөҫлөккә ышаныуы ла бик ауыр!.. Ышаныу тойғоһо хәҙер бик ныҡ ҡаҡшаны. Алданмайынса ышаныу өсөн хәҙер бик ҙур белем, бик ҙур ихтыяр көсө һәм бик күп ваҡыт кәрәк...
Ләкин тормош беҙҙе көтөп тормай. Ваҡытты ҡыҫырға, бик ныҡ ашығырға кәрәк. Ә ашыҡҡанда абынып алмайынса булмай. Хаталар күп буласаҡ. Хәҙер дөрөҫлөктө аҙым һайын һуғышып алырға кәрәк. Сөнки кешеләрҙә күнегеү ғәҙәте, элеккесә «уйлау» ғәҙәте бик көслө. Күп көс түгергә тура килер!..
Принципиаль булырға өйрәнмәгәнбеҙ. Шуның өсөн бер яҡтан икенсе яҡҡа аумаҡайлап ҡысҡырыныусылар ҙа күп. Үҙеңдең хаталарыңды таныу ҡыйын, ә бөтә ғәйепте бер кеше өҫтөнә өйөү еңелерәк. Кешеләрҙең теле шундай сиселеп китте хәҙер, хатта улар нимә һөйләгәндәрен үҙҙәре лә белмәйҙәр, ҡысҡыралар, күбектәрен сәсеп бөтә үтелгәндәргә лә төкөрәләр...
Лермонтовтың һүҙҙәре хәтергә килә: былар барыһы көлкө генә булыр ине, әгәр бик күңелһеҙ булмаһа!.. Телһеҙ хәҙер болтунға әйләнде. Был хәҙер бөтә мещандарға, бөтә обывателдәргә бер һағыҙ булды инде – сәйнәйҙәр ҙә сәйнәйҙәр.
Был күренеште күреү бик ауыр!.. Нығытып уйлап ҡараһаң, беҙҙең көндәр бик ауыр заманға тура килде. Бер ҡараһаң – героика, бер ҡараһаң – трагедия (история и истерия!). Бир ҡулыңды миңә, тарих!..
Күҙ ҡараһы кеүек һаҡла, шағир,
Тарих дөрөҫлөгөн йырыңда.
Сөнки ул тарихты халҡың ҡорған
Хыялланып хаҡлыҡ турында!
Ҡан-йәш түгеп алған азатлыҡты
Алыштырма ғәйбәт иркенә.
Барыбер һин матур булалмаҫһың,
Ҡарамаһаң халҡың күркенә.
Бер генә юл ысын дөрөҫлөккә,
Ул да булһа – яҡын киләсәк.
Йөрөтһәң һин йөрәгеңдә уны,
Тик шул ғына емеш бирәсәк.
Тик шул ғына йөрәк йырҙарыңдың
Һаҡлап ҡалыр ысын ғүмерен.
Табынма һин төрлө атайҙарға,
Булған саҡта әсәң – үҙ ерең!..