Сарланғанда ҡәләм осҡайы /1962 – 1976/
1962
Сарланғанда ҡәләм осҡайы
1 ғинуар.
Яңы яуған ҡарға баҫып,
Тағы яңы йыл килә!...
Сыҡһам уны ҡаршыларға,
Йә моңаям, йә көләм.
Ябалаҡлап яуа ҡарҙар,
Битемә ҡунып ирей.
Иҫке йылдан яңы йылға
Улар ҙа күсеп йөрөй.
Әллә нисек сәйер миңә
Үткәндәрҙе оҙатыу.
Мөмкинме һуң был йылдарҙы
Тик бер аҙға оҙайтыу?..
Ябалаҡлап яуа ҡарҙар,
Үтте тағы бер йылым.
Эшләнмәгән күпме эш бар,
Ә ҡыҫҡа ғүмер юлым...
Бушҡа үткән көндәрең бит
Томанлы бер төш кенә.
Ашыҡ яҡшы эш эшләргә,
Бәхетле өн – эш кенә!
Ҡар һарыған аҡ ботаҡтар,
Әйтерһең, сабый ҡулы!
Юҡ, моңайма, шатлан, тиеп
Ҡул һуҙа һымаҡ улым...
Яңы йылды бына ошо иҫке йыр менән ҡаршыланым... Инде икенсе улым, бер йәшлек Азаматым, ҡул һуҙа. Уға яңы йыл көнөндә бер йәш тулды!.. Хәҙер инде ул да ауа-түнә алпан-толпан килеп йөрөгән бер малай. Бәләкәй генә ҡулдары менән ике ҡолағына баҫып, ул да донъяның бер тынып, бер шаулап тороуын тыңлай башланы. Иртәле-кисле ҡулдарын болғап оҙатып ҡала, ҡаршы ала. Төш ваҡытында әсәһе менән минең эштән ҡайтҡанды ҡарап көтөп тора ла, ишектән килеп кереү менән аяҡтарыма килеп йәбешә, күтәреп алып, үҙен һикертеүҙе талап итә... Ә Салауат ағаһы инде саңғыла йөрөй, утын ташый, минең менән бергәләп, әгәр йүкә сөйҙө нығыраҡ ҡаҡһаң, бик дәртләнеп, утын быса, хәҙер хәрефтәрҙе лә яҡшы яҙа башланы. Йәренгә, бәлки, мәктәпкә лә китер...
Бына бит нисек үтә ғүмер!
Ә мин әле һаман күңел ҡәнәғәтләнерлек бер эш тә эшләй алғаным юҡ. Редакцияла эшләү бөтә ваҡытты ала. Арып ҡайтаһың эштән. Эшенән бигерәк кешеләрҙең ваҡлығына йәнең көйөп арыйһың, ә теләгән нәмәңде эшләп тә булмай. Өйгә ҡайтһаң, өйҙә лә эшләргә мөмкинлек юҡ, тәртипһеҙлек, донъя мәшәҡәттәре, ығы-зығы йәнде иҙә. Бала-сағаларҙың йоҡлағанын көтөп, төндө көтәһең. Берәй нәмә яҙырға ултырыу менән төнө лә үтеп китә... Һәр төндө йоҡоһоҙ үткәреү ҙә мөмкин түгел. Бына шулай итеп, һәр бер яҙған юлың донъя ваҡлыҡтары менән, үҙ-үҙең менән бер өҙлөкһөҙ көрәшеү нәтижәһендә генә яулап алына...
Иң яҡшы йылдар шулай бушҡа әрәм була! Үҙеңдең донъяла йәшәүеңде аҡларлыҡ та эшләй алмағас, көн һайын йыйылып килгән йөрәк әрнеүҙәрең һәр бер яңы йылды ҡаршылаған һайын бына шундай моңһоу уйҙар уйларға мәжбүр итә. Күңелде хатта ҡурҡыу тойғоһо биләй башлай...
Ә илдә ниндәй үҙгәреш! Күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән яңылыҡтар!.. Донъя ҙур бер һикереш алдында тора.
Шуларҙы үҙең бөтә йәнең-тәнең менән тоя тороп, бөтә хыялдарың менән киләсәктә йәшәп тә, үҙеңдең ошо бөгөнгөңә ҡарауҙан тағы ла күңелһеҙерәк булып китә.
Бәлки, мин үҙ тормошомдо ҡора белмәгәнмендер инде. Эшләгән эштәрҙе генә лә күрһәтә белмәү мине һаман да ошо ҡыйын хәлдә ҡалдырып килә.
Бына Өфөләге һуңғы сығыш хаҡында бөтә газеталарҙа ла маҡтап яҙған булдылар. Ә минең ниндәй шарттарҙа эшләүем, нисек йәшәүем хаҡында кем генә белә инде. Ә ул шиғырҙар бит эш араһында ғына, эйәр өҫтөндә генә, өҙөп-йолҡоп тапҡан ваҡыт эсендә генә яҙылған нәмәләр. Әллә ни яҡшы ла булмаһын, ләкин йөрәк ҡаны менән яҙылған бит улар.
Әгәр ҙә миндә талант тигән нәмә бар икән, мин уны бындай шарттарҙа үҫтереү өсөн түгел, ә тик һаҡлап ҡалыу өсөн генә, үлтермәү өсөн генә һуғыша алам...
Күптәр шулай һәләк булғандарҙыр инде. Минеңсә, донъяға күренгән таланттарҙан күренмәй ҡалғандары күберәк булғандыр.
Бына япон шағиры Исикава Такубоку әйткәнсә, тормошта икенсе ҡабатланмай торған шундай айырым бер мәлдәр була, уларҙы ҡулдан ысҡындырмай, шунда уҡ бөтә нәмәне онотоп яҙырға ултырырға кәрәк. Был һинең иң бәхетле сәғәттәрең!.. Ләкин уларҙың күбеһе һәләк булып ҡала. Ни тиклем уларҙы күберәк юғалтһаң, шул тиклем үк үҙеңдең киләсәгеңде лә юғалтаһың.
Ул сәғәттәрҙе тормоштоң рәхимһеҙлеге, үҙ тирәңдәге кешеләрҙең тупаҫ ғәмһеҙлеге һәләк итә. Ә улар үҙҙәре һин эшләгәндең бөртөгөн генә эшләргә лә һәләтһеҙ була...
Ниндәй ғәҙелһеҙлек!
Иҫ киткес нескә шағир Исикаваны ғүмер буйы ошо шәфҡәтһеҙ бер ғәмһеҙлек, мохтажлыҡ эҙәрләй... Ә үҙе ул ниндәй ынйылар һибә донъяға!..
Вдруг безотчетно вспомнилось мне,
Как падали капли дождя
На светло-лиловые цветы
Картофеля на полях...
Льет на камни в столице дождь!
Үҙе аслыҡты татымаған кеше, әлбиттә, шулай яҙа алмаҫ ине. Ас ҡәҙерен туҡ беләме ни!..
Был шиғырҙы бөтә нескәлеге, бөтә тәрәнлеге менән тик уның тормошон белгән һәм был тормошто үҙе татыған кеше генә тойорға, аңларға мөмкин.
Ғәҙәти бер шиғыр кеүек уны уйламайынса уҡып та, аңлап та, тойоп та булмай.
Унда ни тиклем нескә поэзия булыуын тойоу өсөн үҙеңә лә ижад итергә кәрәк. Шағир һине шул ижадҡа әҙерләй.
Әҙерәк кенә беҙҙең Даяндар шундай шиғырҙарҙы уҡыһалар ине икән!..
Иҫ киткес поэзия был!
Һәм шул поэзияны тыуҙырыусы ғүмер буйы бер... ой хаҡында хыялланып үлһен, имеш.
Ул үлгәс, иптәше Есано Тэккан шиғыр яҙа:
Да, ты рано угас,
Но имя твое, Такубоку,
В грядущих веках не умрет,
Как счастлив такой удел
И как бесконечно печален!
Миңә һәр саҡ ауыр булғанда, шул ауырлыҡты ултырып шиғыр яҙырлыҡ бер бүлмәм булмауҙа күреп, мин уның «Өй»өн уҡыйым.
Едва открыв глаза сегодня утром,
Опять – который раз! —
Я вдруг подумал:
«Как хочется иметь мне дом,
Который я бы мог назвать своим!»
Я, умываясь, все о нем мечтал,
Мечтал и после трудового дня,
Прихлебывая свой вечерний чай,
Покуривая папиросу...
Лиловый дым плыл в воздухе тихонько,
И передо мной
Плыла моя мечта,
Напрасная и грустная мечта!
Я с толком выбрал место для него:
От станции не слишком далеко,
С деревней тихой по соседству.
Уютный домик в европейском стиле.
Без лишних украшений, невысокий,
Но лестница широкая,
Балкон
И светлый кабинет!
Да – не забыть бы! —
Такие стулья, чтоб сидеть удобно.
О, много, много раз за эти годы
Во всех подробностях,
Меняя каждый раз
Расположенье комнат понемногу,
Я все отчетливее рисовал
В своем воображении этот дом!
Уставившись рассеянно глазами
На ярко-белый абажур над лампой,
Я живо представлять себе люблю,
Как будет в этом доме жить чудесно!
И в тесной комнатушке, где жена
Ребенка плачущего кормит грудью,
Я в угол отворачиваюсь вдруг,
Чтоб спрятать беспричинную улыбку.
Пусть перед домом будет двор широкий,
И пусть трава растет на нем привольно.
С приходом лета
Звонкий летний дождь
Польется на ее густые листья,
А там, в углу двора,
Сосну я посажу,
Под ней поставлю белую скамейку,
Дождь отшумит, и буду я в тени
Покуривать египетский табак,
С таким густым, таким приятным дымом!
Я буду разрезать неторопливо
Страницы новых книг,
Которые мне будут посылать
От «Мурудзэна» чуть не ежедневно.
Так я смогу блаженно отдыхать,
Пока меня не позовут к обеду,
Там на свободе я смогу созвать
К себе всех деревенских ребятишек...
О, сколько я историй расскажу!
Какие будут круглые глаза!
Заслушавшись, дышать забудут дети...
Напрасная и грустная мечта!
Я разлучился с юностью моей,
Устал я каждый день с нуждой бороться,
Но если ты, и сам не знаю как,
Меня, измученного, посетила
Здесь в сутолоке городской,
Напрасная, и грустная моя,
И бесконечно милая мечта,
Мне было б жалко потерять тебя!
О да, я знаю, что тебе не сбыться.
Я столько раз Тобою был обманут,
Но ничего не говоря жене,
Я все гляжу на белый абажур.
Таким же взглядом, как, бывало,
В дни юности на девушку глядел,
Когда в нее я тайно был влюблен,
И думаю в молчанье одиноко
Все о тебе, любимая мечта!..
Яңы йыл кисенән алда культура йортонда уҡыусы балаларҙың маскарадын ҡарап, күңелдәге моңһоу уйҙар тағы ла артып ҡайтты. Был маскарадта, әлбиттә, моңһоу булған бер ни ҙә юҡ ине. Шулай ҙа бик моңһоу булды.
Бөтөнләй яңы балалыҡ, яңы йәшлек!.. Бөтәһе лә яҡшы кейемдәләр – донъя халыҡтарының төрлө костюмдарын кейеп, шыршы тирәләй әйләнәләр, бейейҙәр, йырлайҙар, көлөшәләр, фотоға төшәләр. Бөтәһе лә шат, бөтәһе лә бәхетле.
Ҡапыл шул саҡ бер бәләкәй генә нәмә минең күңелде өтөп алды: бер малай ҡайҙандыр табып алып, хәҙер инде бөтөнләй кейелмәй торған кейем кейеп килгән. Ул да булһа сабата!..
Шунда шул сабатаны күреп, бөтә үткәндәр – сабата кейеп үткән балалыҡ, сабата кейеп килгән тәүге мөхәббәт, сабата кейеп татыған бөтә ыҙалар күҙ алдыма килеп баҫты ла... хыялым менән бөтөнләй икенсе бер маскарадты кисереп ултырҙым...
Яҙырға ине был хаҡта! Яҙам тип өйгә ашҡынып ҡайтһам, яҙыр мөмкинлек булмауын күреп, бик ныҡ кисерергә тура килде.
Башланым да ташланым.
Уйлаған эш, икенсе бер илһам килгәнен көтөп, ятып ҡалды. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк тә бит ни, булмай – ҡулдарың бәйле...
Газетаның Яңы йыл номерын бөтөнләй әҙерлекһеҙ сығарҙыҡ. Минең Яңы йыл номерына тип әҙерләгән Зоя Космодемьянская тураһындағы очеркты редактор төшөрөп ҡалдырҙы.
— Темаһы менән йәбешеп етмәй, – тине. Мин дә:
— Йәбешеп етмәһә, йәбештереп тороп булмай инде, – тип, ныҡышып торманым, карикатуралар аҫтына шиғыр текстары яҙып булһа ла номерҙа ҡатнашырға булдым. Шунда уҡ улар наборға китте.
Бынан алда карикатуралар ҡарап ултырғанда, редактор бүлеккә инеп:
— Карикатуралар ҡарап ултырып ҡына эш бармаҫ бит әле, – тип сыҡҡайны, хәҙер, кәмә ҡомға килеп терәлгәс, бер ни ҙә өндәшмәне, хатта руссаға тәржемә итеү өсөн үҙе лә рифмалар табырға маташып ҡараны. Ләкин поэзия яғы самалы булып сыҡҡас, өҫтәл тирәһендә уранҡылап йөрөүҙән башҡа, был тәңгәлдә үҙенән бер өлөш тә «йәбештерә» алманы. Шулай ҙа төрлө әрәмтамаҡ, ялҡауҙар тураһындағы:
«Һәр урында табылыр,
Йөҙө шунан танылыр:
Аш янында ат кеүек,
Эш янында ят кеүек»
тигән куплеттағы «һәр урында» һүҙенә бәйләнеп:
— Былай дөрөҫ булып бөтмәҫ бит әле, – тине. – Былай эш ҙурға китмәйме? Һәр урында, һәр урында... Юҡ, быны ҡайһы урында тип алыштырырға кәрәк булыр.
— Бәй, әрәмтамаҡтарҙы һәр урын табырға була инде...
— Булыуын була ла, был бит дөйөмләштереү булып килеп сыға түгелме?
— Бәлки, әҙәбиәттә бит дөйөмләштереү тигән нәмә бар. Бер-ике бөртөк әрәмтамаҡ өсөн шиғыр ҙа яҙып торорға кәрәкмәй ул саҡта.
— Яҙырға кәрәк, шулай ҙа «бөтә урында» тип әйтеү хата булыр.
— Ярай, «әле беҙҙә табылыр» булһын. Страхованиеһыҙ булмайҙыр инде, – тип, мин артыҡ һүҙ көрәштереп торманым.
Шулай итеп, текстар әҙер булды. «Яңы йылда бындайҙарға урын булмаһын».
Күҙ буяусыға
Күҙ буяусы ҡырҡ алдарҙың
Һүҙҙә эше ал да гөл:
Тауығын да тауис итер,
Тик тауыҡ тауис түгел.
Иҫереп һуғышыусыға
Бар аҡылы йоҙроҡта,
Аҡ-ҡара күрмәҫ күҙе,
Теле һыймаҫ ауыҙына,
Эт тә ашамаҫ һүҙен.
Волокитасыға
— Ашарға ҡайт, – тиеп уға
Килгән икән ҡатыны:
— Ғариза яҙ, – тигән ти ул, –
Берҙе түгел, алтыны.
һуңғыһы ярайһы ғына сыҡты буғай. Руссаһын:
Встретить можно его везде,
В бумажном сидит он гнезде,
Зовет жена его на обед,
А он? Без заявления – нет! —
тип тәржемә иткән булдым. Ә «Күҙ буяусыға»:
Втирать очки мастер он:
У него и муха – слон! —
тинем. Ҡалғандарының русса текстары бар ине:
Для работы нет у него охоты.
За один же присест
Он барана съест.
Сенька Хамов бьет баклуши,
Слово скажет – вянут уши.
Шуларҙан да әҙерәк дүртенсе биткә йән кереп ҡалғандай булды.
2 ғинуар.
Иртән газетаны уҡып:
— Шәп сыҡҡан бит, – тинеләр.
3 ғинуар.
Редакцияға килгән материалдарҙың иҫәбен алып барыу өсөн, яңы йылға яңы кенәгә төҙөнөм. Элекке форманы бер аҙ үҙгәртергә тура килде.
«Һәнәк»тә минең тәүге шиғыр «Ғәҙәт» баҫылып сыҡҡан. Ғабдулхаҡ Ғәйнуллин уҡып:
— Үткер бит әй, – тигән булды.
Минең үҙемә лә яңы жанрҙа яҙылған шиғырҙар араһынан быныһы ярайһы ғына кеүек. Шул шиғырҙан башлап минең, бәлки, сатирик булыуым да ғәҙәткә инеп китер. Көлмәйенсә лә булмай был донъяла!..
Ғәҙәт
Яратты ул түрәлекте,
Белде түрәлек тәмен.
Түрә булыуҙа күрҙе ул
Йәшәүҙең бөтә йәмен.
Көн һайын ул кешеләргә
Әмер яҙҙы ҡоромдан:
Берһен алды, берһен ҡуйҙы
Алыштырып урындан.
Бер көн килеп ул үҙе лә
Төшөрөлдө түбәнгә.
Тик ғәҙәте тороп ҡалды...
Нишләһен һуң? Өйрәнгән!..
Бүлмәһендә яңғыҙ ҡалһа,
Әмер яҙа ҡоромдан:
Ултырғыстарын булһа ла
Алыштыра урындан!..
Минең сатирик булып киткәнде Башгосиздатҡа ла илтеп еткергәндәр, ахырыһы. Директор Миңнеғәлиевтан плакаттар аҫтына шиғыр-текстар ебәреүҙе һорап яҙған ҡош телендәй хат та килеп төштө. Ебәрергә кәрәк! Маяковский тиклем Маяковский ҙа быны ҡара эшкә һанамаған бит. Йәнгә тейгән бөтә нәмәләрҙән көлөргә кәрәк хәҙер. Көлмәгәндәрҙең, әйҙә, ауыҙы ҡыйыш булһын! Гоголь күҙ йәш аралаш та көлә белгән. Көлөү – ҙур көс. Тик көлә белеп көл, үҙеңдән көлөрлөк булмаһын.
Был хаҡта Сергей Михалков бик дөрөҫ әйткән:
«Сатирика, если сравнивать с рядом войск, можно сравнить с сапером. И тот, и другой должны ставить мины, на которых будет подрываться противник. И сатирик, и сапер обязаны хорошо понимать всю ответственность своей профессии, умело владеть своим оружием и минировать только там, где положено, иначе можно и подорваться на собственной мине».
Ә дошмандар шуны ғына көтөп тора. Идеологик кәңәшмәлә Евтушенконың «Бабий яр» шиғырын тағы телгә алдылар. Чаковскийҙың телмәрендә: «В частности, они использовали политически вредное стихотворение Евг. Евтушенко «Бабий яр» и недостойный писателя-интернационалиста ответ ему А. Маркова», – тиелгән.
С. И. Павловтың «Готовить краснозвездную гвардию» тигән сығышында был идеологик көрәш тураһында бик ҡыҙыҡлы һүҙҙәр бар.
В. Аксенов, А. Кузнецов һәм С. Рассадиндың Тулала студент-йәштәр менән осрашыуҙа үҙҙәрен бик насар тотоуы һәм К. Паустовский кеүек оло яҙыусының бындай пижондарға килешеп ҡарауы тураһында Павлов бик үкенеп һөйләй.
Беҙҙең Үҙәк комитетта булған кәңәшмәне лә телгә алған.
«Совсем недавно ЦК комсомола собирал совещание молодых поэтов. Мы, откровенно говоря, немного волновались, о чем будет разговор на этом совещании. Разговор был очень хороший. Собрались представители нашей молодой поэзии, поэты из всех союзных республик. Они дали хороший бой вредным тенденциям в литературе. Наши молодые литераторы единодушно отвергли попытки выдавать скептиков, всякого рода молодых неврастеников или бездельников за современное поколение молодежи.
Я хочу прочесть стихотворение Егора Полянского из Курска, адресованное тем, кто проповедует нигилизм и нытье всяких «хлюпиков», – тип Павлов шиғыр ҙа уҡыған икән. Яҡшы! Комсомолдың шиғырға тотоноуы бик шатландыра.
Я так скажу твоим знакомым —
Пустое видя шутовство.
Вам, кроме собственных дипломов,
Не защищавших ничего.
Эй, вы, с походочкой утиной,
Глаза ухмылкой не мозоль!
В России хватит нафталина,
Чтоб навсегда исчезла моль!
Был кәңәшмә тураһында мин һаман да яҙа алмайым әле. Бик ныҡлап бер яҙып сығырға ине!
Был кәңәшмә беҙҙең обком вәкиленең күҙен асып ҡайтарҙы, ләкин ни өсөндөр бергә һөйләшкән эштәр эшләнмәй әле. Йәш яҙыусылар кәңәшмәһе булмағанға күпме ваҡыт үтеп китте инде хәҙер!..
14 ғинуар.
Рая Носратуллина тураһындағы зарисовкам баҫылып сыҡты. Ләкин шатлығы әҙ булды. Был яҙма ла өҙөп-йолҡоп урынлаштырылды: башы клише менән 2-се биттә, аҙағы – 4-се биттә. Һаман да шул секретарҙың мәғәнәһеҙлеге. Үҙе иртән бүлеккә ингән дә:
— Их, әрәм иттек! – тип торған була.
Мин шулай тип әйткән һүҙенә лә риза булдым.
Ярай, был материалды яңынан эшләп радиоға ебәрермен инде. Бәлки, «Ленинсы»ла ла баҫырҙар. Беҙҙә «Районда беренсе» исемендә сыҡты. «Көндәштәр» итергә кәрәк булыр.
15 ғинуар.
«Районда беренсе» «Көндәштәр»гә әйләнде. Руссаға тәржемә итеп бөтөрмәнем. Башҡортсаһы әҙер.
Көндәштәр
Районда беренсе!..
Әйтеүе генә анһат! Ә райондағы өс йөҙләп һауынсы араһында беренсе булыу уйын эш түгел.
Бының өсөн Раяға күпме тырышырға, күпме көс һалырға тура килгәйне, белһә, ул тик үҙе генә беләлер...
Етмәһә, уның «Һарғамыш» совхозында ғына түгел, ә бөтә Салауат районында иң алдынғы һауынсы булып, сая көндәше бар!
Клава менән ярышыу хәтәрерәк. Ни тиһәң дә, Клава туғыҙ йыл эшләгән тәжрибәле һауынсы. Ә Рая әле дүртенсе йыл ғына эшләй. Уҙған йылдарҙа Клава беренселекте тотоп килгәндә, Рая Носратуллина унан байтаҡ ҡалыша ине.
Элекке йыл Клава һәр һауын һыйырҙан уртаса 3114-әр кг һөт һауып алһа, Рая – 2476-шарҙы алды. Әлбиттә, ярышҡас, шундайҙар менән ярышырға кәрәк! «Аҫылынһаң да аҫылын ағастың аҫылына» тигәндәр бит боронғолар...
Ә ярыш ярыш инде ул: бына быйыл районда Рая беренсе! Клаванан ул һикһән дүрт килограмға артығыраҡ һауҙы. Йөкләмәләрен икеһе лә арттырып үтәнеләр: Клава йөкләмәне 2700 алып, уны 2837 килограмға, ә Рая – 2800 алып, 2921 килограмға үтәне.
— Тағы әҙерәк тырышҡанда, өс меңгә еткерергә булыр ине лә, үҙем ялға киткәндә, һөт кәмеберәк ҡуйҙы шул, – ти Рая, үкенеп. Әйтерһең, ял итергә лә ярамай! Ләкин унһыҙ ҙа булмай бит: батырға ла ял кәрәк.
Хәйер, Клава ла бер аҙ ваҡыт һыйырҙарын үҙе һаумай торҙо. Ул да шул ике арала байтаҡ һөтөн юғалтып ҡуйҙы.
Тимәк, һөт, ысынлап та, һыйырҙың телендә генә түгел, ә һауынсының ҡулында ла икән шул.
Күпме эшләргә тура килә уларға! Ә Рая бик иртә эшләй башланы.
Ҡәниф ағай менән Ғәйникамал апайҙың балалары итәк тулы булды. Рая бишенсе бала ине. Атаһы ауырыу булып, әсәһе лә эшләп ялсыта алмағас, алты кластан ары ул уҡый ҙа алманы. Тотто ла совхозда эшләй башланы. Тәүҙә төрлө эштә йөрөнө. Аҙаҡ мал ҡараусы Әнис ағаһы янына фермаға барып, бер йыл быҙау ҡарағас, малсылыҡҡа бөтә ил буйынса йәштәр тотонғанда, ул да һауынсы булып китте. Уның артынан һеңлеһе Венера ла эйәрҙе. Бер өйҙән өсәүләп эшләй башланылар.
Ул көндәрҙе хәтерләп:
— Башта эшләй алмам тип ҡурҡтым, – тип һөйләй Рая. – Ике көн эшләгәс тә, был эштән ваз кисергә булдым. Эштән сығарыуҙарын һорап, контораға килдем. Бик ҡулдар һыҙлай ине шул, кис йоҡларға ятҡанда түҙер әмәл дә юҡ. Бер юлы ун һигеҙ һыйыр бирҙеләр бит... Зоотехник өгөтләп тә, үртәп тә, йүкә сөй ҡағып та күндерҙе тәки. Ярай, өйрәнеп китерһең әле, тине. Аҙаҡ, бер биш көн эшләгәс, ысынлап та, өйрәнеп киттем. Ул йылды 2450-шәр килограмм һауҙым, тик йөкләмәмде үтәп булманы. Группала ҡарт һыйырҙар бар ине шул...
— Ә хәҙер нисек әле?
— Хәҙер яҡшы. Тик бер генә оло һыйыр бар – бынау Маковка. Тиле һөт ваҡытында ла һөтө биш литрҙан артмай. Һөтмө инде ул? Ә үҙе әллә ниндәй холоҡһоҙ тағы: быҙаулаһа, яҡын барырлыҡ та түгел, тибешә...
— Ә Клава менән нишләп боҙолошоп тораһығыҙ әле?
— Шул бер анау Актриса тигән һыйыр арҡаһында инде... Игеҙ быҙау быҙауланы ла, ябығыраҡ булғас, өҫтәлмә аҙыҡ биреүҙәрен һораным. Управляющий көнөнә дүртәр кило ондо артыҡ бирергә ҡушты. Бына шуға инде Клава һүҙ итә. Имеш, яҡлашалар... Улайға ҡалһа, үҙенең Фиалкаһына ул да ала ла бит ни...
Күрәһең, эш барышында бындай ғына ҡаршылыҡтар булмай булмайҙыр инде...
— Шулай ҙа тыныс, һыйышып йәшәү еңәсәк, – ти гурт бригадиры Мөхәмәтнур Хәбибуллин. – Ә эш яғынан икеһе лә ут кеүек улар. Һыйырҙары өсөн үлеп баралар. Әҙ генә етмәй торһа, һүҙҙәрен күтәреү еңел түгел... Юҡты ла таптырырҙар. Тик быйыл аҙыҡ етерлек. Әнә, силосы ла бешкән балан кеүек аңҡып ята бит... Һыйырҙары ла яҡшы. Икеһенең дә быҙаулай торған һыйырҙар. Ярышырға мөмкин!..
— Өс меңде бирәсәкмен! – тип ҡуйҙы Клава, һәнәген ныҡ ҡаҙап һәм йылт итеп һырмаһын кейеп алды.
— Ҡара, Клава, был һүҙеңде бөтә район ишетәсәк бит? – тигәс, ул бер ҙә иҫе китмәй генә:
— Ничего, һүҙҙе елгә осорған юҡ әле, – тип, ишекте шар асып, сығып та китте. Асыҡ ишектән тышҡа йылы быу бөркөлөп, ферма нисектер тәрән һулап ҡуйғандай булды. Тышта Клаваның артынан «тиҙерәк, тиҙерәк» тигән кеүек, ҡар ғына шығырлап ҡалды...
Тик Рая Носратуллина ла һүҙен һәнәк менән һыуға яҙа торғандарҙан түгел. Тимәк, ярыш ҡаты буласаҡ быйыл!..
— Өс меңде ни мин дә алам! – тип, ул да «көндәшенең» йөкләмәһен артмаҡлап, төшкөгә ҡайтып китте. Уның аяҡ аҫтынан да «тиҙерәк, тиҙерәк» тип ҡар шығырлап ҡалды.
Сәмләнделәр ҡыҙҙар!
Һауынсыларын оҙатҡас:
— Ҡыштырлаймы ҡыш та ҡомалаҡтар? – тип ҡуйҙы Мөхәмәтнур ҙа, күҙен ҡыҫып.
Эйе, Раяның һүҙҙәре лә ныҡлы, ысын комсомолка һүҙҙәре ине шул. Бригадир менән хушлашып, мин дә ҡайтыу яғына ыңғайланым. Юҡһа, буран көсәйергә тора. Һепертмә ҡар ҡыҙҙарҙың эҙен күмеп тә өлгөргән...
Шәп ҡыҙҙар!
Уҡытаһы ине уларҙы! Саҡ ҡына булһа ла эштәрен еңеләйтәһе ине.
Ләкин беҙ был хаҡта аҙ уйлайбыҙ шул. «Ит, һөт!» – тибеҙ, ә шуларҙы биргән кешеләр тураһында ҡайғыртыу етмәй әле.
Был тәңгәлдә райкомдар ҙа шул ҡыҙҙар кеүек ярышып эшләһәләр, совхоз идараһында ла һүҙҙе аҙыраҡ һөйләһәләр, был ҡыҙҙарҙың ҡулдарына аппараттар тоттороп, китап уҡырға ла, киске мәктәпкә йөрөргә лә, сәхнәгә күтәрелергә лә күберәк ваҡыт тейер ине бит...
Ләкин әлеге шул «ләкин» йәнгә тейә. Булған агрегаттар ҙа тутлап ята һарғамышта. «Елочка»ны урынлаштырырға ла нигеҙ генә ҡаҙып ҡуйылған да, ҡалған эшкә ҡар яуып ҡуйған...
«Ә киске мәктәп быйыл да асылманы», – ти бит Рая. Ул уны дүрт күҙ менән көтә ине.
Былтыр уның тормошонда ҙур ваҡиға булды: уны комсомол сафына алдыҡ. Егерме икенсе съезды Рая комсомолка булып ҡаршыланы.
Ә район конференцияһында уны комсомолдың өлкә конференцияһына делегат итеп һайланылар. Һәм дөрөҫ эшләнеләр.
Ул быға лайыҡлы. Күҙгә күренеп яңы кеше үҫә! Бына инде ул районда беренсе!.. Бындайҙарҙы тик күрә белергә генә кәрәк.
... Ә ҡар шығырлай. Шул ҡар шығырлауында ла заман тауышы бар бит:
— Тиҙерәк!
— Тиҙерәк!
— Тиҙерәк!
11 июль.
Мең-мең бәләләр менән ете йыл буйы хыялланған квартираға ордер алып ҡайттым!
Күпме ғүмер, күпме көс шул квартира арҡаһында бушҡа һәләк булды!..
Һигеҙ йыл буйы бергә йәшәп тә, ҡатынға бөгөнгө кеүек ҙур бүләк биргәнем булманы. Ул бүләк – ошо квартираның асҡыстары (ике асҡыс) инде.
Бөтә күргәндәр, бөтә кисергәндәр артта инде. Ҡалған ғүмерҙе иҫән-һау ғына эшләп үткәрергә яҙһын!
Хәҙер минең төн ултырып шиғыр яҙырға үҙ мөйөшөм бар. Ике бүлмә, кухня айырым, бөтә уңайлыҡтары менән. Тыныс буласаҡ кеүек. Тәҙрәләр эргәһенән генә урман башлана. Иң яҡшыһы шул.
Ярай, ғүмерҙе яңынан башлап ҡарайыҡ.
1963
3 ғинуар.
«Ағиҙел» редколлегияһында «Аманат»ты тикшерҙеләр. Рафаэль уҡып бөткәс, береһе лә һүҙ башлай алмай, ауыр тынлыҡ урынлашты. Бөтәһенең дә йөҙө етди, бөтәһе лә үҙ эсенән генә һөйләшә ине. Хәким ағай, ахырҙа, Әхнәф Харисовҡа һүҙ бирҙе. Харис ағай ғәҙәтенсә «ҡапаҡ» тимәне.
— Шиғыр ҡобайырҙың бөтә мөмкинлектәрен файҙаланып, до предела эшләгән. Һәр бер юлы ҡойоп ҡуйылған. Уйландыра ла, тағы ла икенсе уйҙар тыуҙыра.
«Теле юҡтың иле юҡ,
Иле юҡтың ирке юҡ», –
тигән категорически формулировка менән килешеп булмай, – ти.
Ғөмүмән, бик йомшаҡ түшәп, ҡатыға ултыртты. Был түшәген Әсғәт Мирзаһитов күтәреп алды. Шиғыр эшләнеше яғынан, уныңса, классически эшләнгән. Ләкин идея йәһәтенән партия программаһына тура килмәй. Йәнәһе, хәҙер, ассимиляцияға юл тотҡанда, бөтә телдәрҙең берләшеүенә барғанда, был шиғыр төрлө толкованиеларға юл ҡуясаҡ.
Унан алда Хәниф Кәрим: «Мин Әхнәф Ибраһимовичтың фекеренә ҡушылам», – тине. Ә быныһы политик ғәйепләү менән Харис фекерен йөпләп ҡуйҙы. Шиғырҙы берҙән-бер кеше – Ғайса Хөсәйенов ҡына яҡлап сыҡты, баҫырға тәҡдим итеп:
— Мин алда әйтелгән фекерҙәр менән килешә алмайым. Шиғыр ғәжәп көслө. Бында бер башҡорт теле хаҡында ғына һүҙ бармай, ә бөтә туған телдәр хаҡында һүҙ бара. Телһеҙ халыҡ булырға мөмкинме һуң? – тине.
Ҡайһы яҡҡа ауырға белмәй аптырап торған Фәрит Иҫәнғолов Ғайсаның фекеренә ҡушылды ла аҙаҡтан, берәй хәл булып ҡуймағайы тигәндәй, Харис фекеренә яраҡлашырға булды.
Был позиция бик уңайлы ине шул: ике яҡҡа ла ярай, шул уҡ ваҡытта авторҙың да күңеле ҡырылмай ҡалырға тейеш булалыр инде.
Ә Рафаэль бик наивный бала кеүек, Ғамзатовҡа, Туфанға һылтанып, шиғырҙы яҡламаҡсы булғайны ла, үҙ фекеренә үҙе уралып, ауҙағы балыҡ кеүек булып ҡалды.
Ике яҡтың позициялары асыҡланғас, үҙенең хәл иткес хөкөмөн сығарырға Хәким ағай һүҙ алды. Марксизм-ленинизм положениеларынан сығып, тарихҡа ҡаршы барып булмай, мин, мөхәррир булараҡ, был яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә ала алмайым, тине. Онотҡанмын: унан алда Назар ағай бер-ике һүҙ әйтеп, бер һүҙ ҙә әйтмәне.
Нишләйһең инде, беҙ был хаҡта һүҙ күтәрә алмайбыҙ. Ваҡиғалар барышына буйһонорға тура килә. Йә уны баҫтырыр өсөн Ғамзатов булырға кәрәктер, тигән фекерҙе уйын-көлкө менән алмаштырҙы. Ауырғазы районында бер татар ағайҙың «туған тел менән леспромхозға ла барып булмай, балаларҙы тик русса ғына уҡытырға кәрәк, татар дәреслектәрен сығармағыҙ» тигән фекерен әйтеп, үҙенең кисә әйткән һүҙҙәрен ташланы:
— Ә ниңә һуң әле Рәми бер үҙен туған телдең поборнигы итеп ҡуя, беҙ һуң туған телде һаҡламайбыҙмы? Унан һуң ниңә ул һәр ҡайҙа шул шиғырын уҡырға тырыша, телевизорҙан да ике ҡабат шул шиғырын уҡыны, – тип, уларҙы ҡасан, ҡайҙа уҡыуҙың даталарын килтерҙе. Аҙаҡ, ни өсөн яҙа һуң әле, тигән һорауҙы ҡуйҙы.
Мин һалҡын ҡанлыраҡ булырға тырышып, үҙемсә яуап биргән булдым.
— Улай булғас, туған телде һанға һуҡмаған обывателдәргә арнап яҙырға ине уны йә берәй мәҡәлә менән генә сикләнергә ине, – тип ҡуйҙы.
Хәким ағай бәхәсте йомғаҡлап, үҙен тиҙерәк ҡотҡарып ҡалырға тырышты.
Ә кисә генә «икенсе номерҙа баҫырбыҙ», тигәйне.
О времена, о нравы!
4 ғинуар.
Ғ. Байбуриндың «Йырҙа осрашыу»ы
Йырҙа осрашыу өсөн, әлбиттә, йыр кәрәк.
Бармы улар? Бик аҙ. Ләкин бар. Бары менән байрам.
Донъяға ниндәйҙер йылы, үҙ итеп ҡарау, кешеләрҙе үҙ итеп күреү, уларға үҙ серҙәрен ышаныу, ысын күңелдән сер һөйләү бар шиғырҙарҙа. Йылы юмор.
Әсә күңеле – иң яҡшынан. Ләкин донъя киң түгел. Үтә бер төрлө. Бик осраҡлы деталдәр бар. Бөтөнләй әһәмиәте булмаған нәмәләр күп. Иң етди етешһеҙлек хәбәр һөйләүҙә һәм фекер әйтмәүҙә. Традиция йөҙәтә.
Артыҡ бала булып китә Ғабдулла, ә ололарға был кескәй Апуш булып күренеү ҡыҙыҡ түгел.
Мәҫәлдәр һәм Петефи тәржемәләре арыу ғына. Ләкин оригиналь шиғырҙарҙы яҡшы итеү өсөн ашығырға кәрәк.
Автор үҙен-үҙе сикләй, бәләкәйтә кеүек. Тематика ла бик сикле, ә үҙе бит оло ғына тормош юлын үткән кеүек.
Унан һуң автор ни өсөндөр сағыу, яҡты буяуҙарҙан, хистәр ташҡынынан ҡурҡа кеүек. Әйтерһең, яңы туңған боҙ өҫтөнән атлай. Ә бит уның күкрәк киреп иркен атларлыҡ мөмкинлеге бар.
Менор, акварель – һәм һаран ғына юмор – бына уның бар ҡоралы. Тоноғораҡ. Унан һуң ябайлыҡтың бер ҡатлылыҡҡа күсеп киткән саҡтары ла күп.
Һай урында тәрән фәлсәфә соҡоу ҙа бик тотҡарлай. Ниндәйҙер динамика, хәрәкәт, киңлек һәм фекер киңлеге етмәй.
Бәлки, тәбиғәте шулайҙыр. Улай булһа, тәрәнерәк булырға кәрәк ине. Ниндәйҙер бик баҙау тауыш. Бәлки, проза хаҡында ла уйларға кәрәктер?.. Шағир хатта таш затынан булған скрипкасы ҡыҙға ғашиҡ булып та, ғәйбәттән ҡурҡа. Ниңә ул тиклем аскет монах кеүек булырға?
Ғашиҡ булғас, булыр кәрәк, исмаһам, тере ер ҡыҙҙарына.
Исмаһам, йыр ҡалыр.
Былай һоро донъяла йәшәү шағир өсөн артыҡ ҡыҙыҡтан түгелдер. Бушҡа атыуҙары күп.
20 ноябрь.
Поэзия йылымы быйыл? Ҡайһы берәүҙәр поэзияның быйыл ҡытлыҡ йылы булды, тиҙәр. Белмәйем. Мин игенде ботлап үлсәгән кеүек, поэзияны бизмәнгә һалып һандар менән үлсәү яғында түгелмен.
Биш-алты уртаса китап сығыуға ҡарағанда биш-алты яҡшы шиғыр сығыу мөһимерәк. Ул күп булмаһа ла, бер авторҙыҡы булһа ла, бары бер поэзияны билдәләй.
Сөнки юҡтан бар булмай. Ул бөтә поэзия үҫешенән.
Поэзия – үткән юл. Халыҡ ижады ерлегендә тыуған һәм бөтә тамырҙары менән ошо ергә ереккән поэзиябыҙ үҙенә күрә үҙенсәлекле, әле ныҡлап тикшерелмәгән, фәнни яҡтан дөйөмләштерелеп тә бөтмәгән үҙенсәлекле тарихы бар.
Халыҡтың ауыҙ-тел ижадында бөгөнгө профессиональ поэзияның бөтә башланғыстары ята. Был икеһе бер-береһенә үҙ-ара йоғонто яһап үҫкән поэзия.
Салауаттың ялҡынлы, һуғышсан поэзияһынан башланған поэзиябыҙ суфыйсылыҡ томандары, М. Өмөтбаев һәм Аҡмуллаларҙың өгөт-нәсихәткә ҡоролған мәғрифәтселек дидактикаһы, Бабич һәм Юлтый романтикаһы, Ғафури реализмы менән аҙыҡланып, Октябрь революцияһынан һуң үҙенең яңы дәүерен башлап, революцион-космик символизм аша үтеп, күмер – кейәү, таштар – кәләш булып йөрөгән саҡтарын артҡа ҡалдырып, Сәләм, Ниғмәти, Хәй поэзиялары менән өлгөрөп, Бөйөк Ватан һуғышы һынауын үтеп сығып, Мостай лирикаһында үҙенең иң юғары баҫҡысына күтәрелде һәм Бөтә Союз аренаһына сыҡты. Культ һәләкәтен еңеп сыҡты. Күптәр физик һәм мораль яҡтан был осорҙоң ҡорбаны булды, күп юғалтыуҙар күрелде.
Ноябрь
Яңыны төҙөү өсөн, бәлки, иҫкене ватырға кәрәктер? Ләкин, иҫке матур икән, ниңә уны ватырға, мыҫҡылларға? Иҫкенең йәмһеҙен, туҙғанын ғына ватырға кәрәктер. Был аҡыллыраҡтыр ҙа, арзанғараҡҡа ла төшәлер.
Ә ниңә дисгармония? Ниңә емереү ҡомары ғына булырға тейеш? Маяковский башта емерергә тотонған, аҙаҡ аңлаған. Фадеев та «долой Шиллер» тип сыҡҡан, ә аҙаҡ.
Ш. Мәхмүтов емерә генә, ә үҙенекен төҙөмәй әле. Инверсия – кире һөйләм төҙөлөшө лә йөҙәтә – арт менән йүгергән кеше кеүек булаһың. Инверсия юлы – конькиҙа оҫта йөрөгән фигуристың арты менән йылғыр әйләнеп шыуып китеүе булһын ине, ләззәт бирһен, ә ғазапламаһын.
Ритм да, үлсәүҙәре бер тигеҙ булмаһа ла, ритмлы аҙым кеүек булһын ине. Ш. Мәхмүтов шиғырҙары аҡылға күнегеү, физзарядка яһау маҡсатын ҡуйып яҙылған кеүек. Йә шиғырҙарын тәржемә итеп, йә проза килеш күреп уҡыйһы килә. Бер моңға төшә алмай, арып бөтәһең. Соҡор-саҡырлы арба юлы кеүек кешене йонсота башлай, был арбаға ултырмай йәйәү генә бараһы килә. Ниндәйҙер тәбиғи булмаған ҡылансыҡ форма. Тәҡәт бөтә.
Ш. Мәхмүтов тураһында.
һәр шағир үҙенсә яҙырға хаҡлы булған кеүек, Ш. Мәхмүтов та үҙенсә яҙырға хаҡлы. Ниңә кешене үҙенсә, һинең алымдарың менән яҙмаған өсөн әрләргә? Барыбыҙ ҙа бер төрлө яҙһаҡ, беҙ ниңә кәрәк һуң әле?
Ш. Мәхмүтовты башҡаларға оҡшамаған өсөн мин уны әрләй алмайым. Ниңә һуң әле ул Муса Ғәлигә йәки Назар Нәжмигә оҡшарға тейеш?
Эш бында түгел, башҡала. Мин үҙем, мәҫәлән, уның шиғырҙарын уҡығанда арып-йонсоп бөтәм. Уларҙа фекер бар, ләкин шул фекерҙе биреү формаһы юҡ. Рифмаларын алып ташлап, уларҙы сәсмә хәлендә уҡыйһы килә. Ә былай асыуыңдан, бер ҙә юҡҡа, һис бер ғәйепһеҙ ҡатыныңды әрләп ташларға мөмкин. Ниңә кешеләрҙе бисәләре менән талаштырырға? Киреһенсә, талашҡандарҙы яраштырырлыҡ булһын ул шиғыр.
Бит поэзияның бурысы кешелә, Пушкин әйткәнсә, яҡшы тойғолар уятыуҙа ла баһа?
Ш. Мәхмүтов фекер уята, әлбиттә. Ләкин был фекерҙе киңәйтмәй, тик үҙ тирәһенә туплап, тарайта. Был фекерҙән сығып, уны яңыса бирәһе килә. Уға әҙерәк хис һалаһы, йән өрәһе килә. Сөнки улар һалҡын аҡыллы, геометрик ҡағиҙәләр, иҫбатлауҙар һымаҡ.
Логик фекер һәр саҡ үҙе менән генә сикләнә, ә үҙенең квадрат, конус, түңәрәктәренән ситкә сығарып, фекереңә ҡанат ҡуя, ярһыта, тулҡынландыра алмай. Ә кеше фекере ҡанатлы булғанда ғына донъяны кешегә яҡын итә.
Унан һуң ул үҙ аллымы? Бик үҙ аллы түгел бит – Назым Хикмәт, Элюар, Незвалдар хәтергә төшә, уларҙың интонацияһын ишетәһең.
Бер яҡтан, беҙҙең поэзияға яңы интонациялар керетеү яғынан был файҙалы, ыңғай күренеш булһа, икенсе яҡтан, Ш. Мәхмүттең үҙе өсөн, оригиналь һәм тәьҫирле булыу өсөн бик ныҡ зыян да итә. Ул отмай, беҙ отабыҙ – шағирҙар.
Арығас, рәхәтләнеп Пушкинды, Есенинды, Блокты, Туҡай, Таҡташтарҙы, Мостайҙы алып уҡыйһы килә. Үҙеңдең дә тағы яҙғың килә. Ш. Мәхмүтте уҡығандан һуң шиғыр яҙғы килмәй, ә уның менән бәхәсләшеп мәҡәлә генә яҙғы килә. Ләкин ниңә бушҡа бәхәсләшергә, уныһы өсөн дә ваҡытыңды ҡыҙғанаһың. Яҙһын әйҙә, яҙа бирһен, тиһең. Ул бит һәләтһеҙ түгел. Уҡыусыларға булмаһа, шағирҙарға файҙаһы булыр, бәлки, тиһең.
Поэзияны алгебра менән дә тикшереп ҡарарға кәрәктер.
Поэзиябыҙҙың үҙенең тотороҡло традициялары, үҙ тәбиғәте бар ул, әлбиттә, Шамилдағы интеллект кимәлен үҙенә аласаҡ, ләкин был характерҙы алыуы шикле. Уның үҙ киләсәге бар. Ә төрлө тәжрибәләр уға кәрәк, тим мин.
1 декабрь.
Йәш, ләкин йәшел түгел.
Быларҙың бөтәһен дә мин Рәшит Назаровтың «Азатлыҡ йырын» уҡығас уйланым.
Тәүҙә һоҡландым тәүге строфаға – һүҙҙәр ни тиклем алыштырғыһыҙ, үҙ урынында, мәғәнәле.
Артыҡ бер һүҙ ҙә юҡ. Скульптор бөтә артыҡ материалды алып ташлай. Шулай ташлай белеү – ысын оҫталыҡ.
Был беҙҙең башҡорт халҡының образы, уның поэзияһының – рухының образы һәм шағирҙың үҙ образы ла.
Һуңғы боҙ – шәхес культының бөтә тере, ижади көскә ҡаршы образы.
Шаҡ ҡатырғыс түгел. Ләкин һоҡланаһың.
Хәтерләйһең Марат Кәримовтың «Ташҡын» шиғырын. Был яҙғы ташҡын образы – традицион образ.
Ләкин уға шағир тоғро ла, түгел дә – ул ары китә. Образ күп мәғәнәле, дөйөмләштереү дәрәжәһенә күтәрә. Азатлыҡ йырына әйләндерә. Ысынлап та, был ысын азатлыҡ. Тимәк, традицияға тоғро булыу – уны дауам итеү, үҫтереү азатлығы.
Поэзия – подтекст.
Талант – необъясним!
Рифмалар ҙа, һүрәтләү алымы ла – бөтәһе лә башҡорт поэзияһының иң яҡшы ҡаҙаныштарынан.
Етешһеҙлеге лә шул уҡ ҡаҙаныштан.
Рифма – «ишелә – кеше лә» – баҫымды боҙоу беҙҙә әле ныҡ таралған.
Ләкин шуныһы менән дә яҡын хатта был шиғыр.
Ш. Мәхмүтовтағы кешегә оҡшамаҫҡа тырышыу юҡ бында. Мәхмүтов – сыбар, ҡорама кеүек, ә Назаровта тәбиғи гармония, бөтөнлөк, тәбиғи стихия – бөтә уй-фекере менән үҙ тупрағына ереккән. Бында үҙ туған телеңдең интонацияһын, туғанлығын, яҡынлығын тояһың. Ә Шамилда ниндәйҙер бер сит телдең һүҙмә-һүҙ тәржемәһен тояһың. Был тойоу арыта.
Туған телдең тәбиғәтен, байлыҡ һаранлығын, күп мәғәнәлелеген, төҫмөрҙәр байлығын, уның һығылмалылығын шул тиклем яҡшы тоя белеүен күрһәтеү өсөн мин уның ҡыҫҡа ғына 6 юллыҡ шиғырын күрһәтер инем. Омоник рифмалы «Йәшен» шиғыры. Рифмалы ниндәй шиғри культура – был бөтә шиғри ҡаҙаныштан килә. (Бабич, Мостай, Назар, Р. Ниғмәти) ниндәйҙер тәбиғәт балаһы итеп күреү (М. Ғәлисә) мөмкин түгел, ул ғәжәп иғтибарлы, ғәжәп зирәк уҡыусы.
Традицион бер образды ул бөтөнләй үҙенсә асып бирә.
Шунда ла уның шағирлығы.
Был шиғырҙы, мәҫәлән, мин рус теленә тәржемә итеп булмай, тим. Ғөмүмән, яҡшы шиғырҙарҙы уның бөтә байлығында икенсе телгә тәржемә итеү мөмкин түгел. Шиғыр ни тиклем туған телдең үҙенсәлегенә нигеҙләнгән икән, уны тәржемә итеүе лә шул тиклем ауыр.
Ә Т. Арсланды рәхәтләнеп тәржемә итергә һәм бынан ул бик ныҡ оторға мөмкин. Ләкин поэзияға бынан отош булмаҫ ине. Тәржемә – проблема булып ҡала.
Беҙҙең ҡобайырҙарҙы нисек тәржемә итергә? Мостайҙы? Белмәйем. Тәржемәселәргә телде белергә кәрәк.
Подстрочник – шағирға ҙур һынау, тигәйне бер мәл Н. Хикмәт. Ләкин был балаҫтың тиҫкәре яғы. Йәки тәржемәсе, Герасимов кеүек, баш һөйәгенә ҡарап кешенең портретын тыуҙырырға тейеш. Бының өсөн ҙур Герасимов кеүек булырға кәрәк, әлбиттә. Ләкин Симоновтарҙы ҡайҙан табып бөтәһең?
Беҙҙә тәржемә культураһы бик түбән әле. Был хаҡта һүҙ ҙә булмауы бигерәк тә аяныс.
Был – ҙур культура мәктәбе. Беҙгә Пушкин, Лермонтов, Некрасов, Шевченко тәржемәләрен бөтөнләй яңынан ҡарап сығырға кәрәк. Йософ Гәрәй Лермонтовты, Мартынов кеүек, икенсе ҡабат үлтерергә генә мөмкин. Ә улар беҙҙең әҙәбиәттә лә йәшәргә тейеш.
Бер көн Әхиәрҙә был тәржемәләрҙе күреп иҫ-аҡылым китте. Юҡ, Лермонтовты Йософ Гәрәй һәләк итмәһен.
Ғөмүмән, классиктарҙы үҙе шиғыр яҙа белмәгән мөхәррирҙәрҙән дә ҡотҡарырға кәрәк.
Шағир тупраҡҡа бәйләнгән. Был тупраҡ та яңы түгел. Бикбай, Мостай еренең тупрағын алығыҙ. Ләкин ул тупраҡты үҙенсә услап алып ҡарай белә.
Уның тупрағы бик тос. Емкость, күҙ күләме күп һыйҙырышлы. Ярмалы, һәлмәк, һүрәтле, ул ер китабын уҡый белә. Һәм үҙенсә тос фекер әйтә белә:
Ергә йылы бирһә, үтелгән дә
Хәҙерге ул, эйе, хәҙерге!
«О» – шәп түгел. М. Ғәлиҙең насар йоғонтоһо! Ялған ауаз. Был да традициянан килә.
«0»-ны Некрасов әйткәндә, йәки «О, рус ере!» тип әйткәндә бик тәбиғи. «0»-ны ла әйтә белергә. Беҙҙең грек Муса Ғәли:
(О времена, о нравы)
Эй, замана, Эй, кешеләр! Шулай дөрөҫөрәк булыр ине.
Сәнғәттә «саҡ-саҡ» үҙе бер ғүмер ул. (В искусстве чуть-чуть это все.)
Бындай ваҡлыҡтарға бик ныҡ иғтибар итер кәрәк. Рәссамдың бер генә яңылыш сыйығы күҙгә ҡылау һалырға мөмкин. Әгәр ҙә Рәшит үҙ талантын кешеләр байлығы итеп ҡарап, уны юҡ-барға туҙҙырыу бик харам эш тип уйлаһа, поэзия алдында үҙен яуаплы итеп тойһа, үҙ-үҙенә аяуһыҙ булһа, эҙләнһә, табылған табыштары менән аҙыраҡ ҡәнәғәт булһа, киләсәктә тағын да һөйөндөрөр тип уйлайым.
Әлбиттә, ҡапҡан һайын ҡалъя булмай. Етешһеҙлектәр ҙә бар. Күҙ күремен киңәйтергә, бығаса күтәрелмәгән сиҙәмдәрҙе күтәрергә, кешеләр яҙмышына күберәк күҙ һалырға, тәбиғәттең дә тик үҙең генә аса торған серҙәрен асырға кәрәк. Традицион образдарға вариациялар тыуҙырыу меңән дә артыҡ мауыҡмаҫҡа кәрәк. Был бит Бабичса, Мостайса, Ниғмәтисә тиерлек булмаһын, Был бит Рәшитсә! – тиерлек булһын. Бының өсөн, әлбиттә, әҙәбиәткә генә ҡолаҡ һалырға түгел, тормошҡа ла бик ентекләп күҙ һалырға кәрәк. Тематика ла күберәк булһын. Үҙ темаңды ла күтәрергә кәрәк. Үҙ материалың булһын. Был, әлбиттә, улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла тигәндәй, бөтәбеҙгә лә ҡағыла.
Рәшиттең «Мин – үлтереүсе» тигән шиғыры бар ине. Шунда ул үҙенең насар шиғырҙарҙы үлтереүсе булыуын да әйтмәйме икән?
Ғүмере бөткәндең үлгәне яҡшы.
Рауил Бикбаев – бик ҡыҙыҡлы, бай донъялы шағир. Ләкин балиғлыҡ етешмәй әле. Быны ул үҙе лә аңлай булһа кәрәк. Образдар, ҡуйы буяуҙар йөҙәтә. Бик матур образдар мәғәнәне томалай. Ябайлыҡ етешмәй. «Не говори слишком красиво!» – тип әйтке килә Базаров һүҙҙәре менән! Луначарский Цвейг тураһында шулай ти. (Былтырғы шиғырҙары менән сағыштырырға.) Былар үҫеш сире. Бала үҫкәндә гел оса, ерҙе ташлап китә – ҡот осҡос, шаҡ ҡатырғыс төштәр күрә. Был тәбиғи. Ләкин уны һуҙырға кәрәкмәй. Инфантильность шиғриәткә насар юлдаш, ул балалыҡ түгел.
6 декабрь.
Йомағужа районынан Ғәлим Ильясов тигән егет бер дәфтәр шиғырҙар яҙып килтергән. Бик үҙенсәлекле, өмөтлө. Бөтә шиғырҙарын да тикшереп булманы. Үҙе лә ашыға, минең дә ваҡыт юҡ ине. Шулай ҙа әйткән һүҙҙәрҙе бик иғтибар менән, ышанып тыңланы.
Мостайҙың күҙ күреме ғәжәп киң: ул Европанан Азияға сығып барған ҡырмыҫҡаға ла иҫе китеп ҡарап тора, шулай уҡ Уралды Европа-Азияны пар ҡанаты итеп осҡан гигант ҡош итеп тә күрә белә. Шулай уҡ ул уны ҡайын япрағы итеп тә күрергә мөмкин.
Мостайға теләк – бәпестең йомарланған ҡулы ла бар икәнен онотмаһын ине.
Был донъяла ул да бик кәрәк. «Сабырлыҡҡа күнмә, күңел».
Таш төшкән ерендә ауыр, ти. Һүҙҙең дә ваҡытында әйтелгәне яҡшы. Һуңлап әйтелгән фекер, хатта ул бөйөк булһа ла, рухи аҙыҡ була алмай. Шағир һүҙҙе ваҡытында әйтә белһен.
Ямғыр үткәс бөркәнсек кәрәкмәй. Ә беҙҙә яу үткәсерәк батыр күбәйә.
Рәшит Назаровтың йөрәк хаҡындағы был шиғырын һәр кем белә, шулай ҙа уны тағы бер, ҡат-ҡат уҡыйһы килә. (Ғөмүмән, шиғырҙы гел уҡыйһы килеп кенә торғанда ниндәй шәп.)
Мин Мостайға, М. Ғәли кеүек, Шамил өсөн «Мин Мостайҙы не прощу!» тип әйтә алмайым, ләкин, Шамил үҙенсә яҙырға хоҡуҡлы булған кеүек, мин дә үҙемсә уның яҙғандары хаҡында үҙ фекеремде әйтергә хаҡлы. Ләкин был фекерҙе бер кемгә лә бәйләргә тырышмайым – тик үҙ алдыма уйланым ғына.
Башҡорт поэзияһының географияһы киң. Был бик яҡшы сифат. Башҡорт башҡа ерҙән барыбер йыр алып ҡайта. (Халыҡ поэзияһында ла был шулай: 1812 йыл, Һырдаръя – Перовский – Аҡ мәсет – 1905 – Порт-Артур. 1914 – Сувалкин бәйете.)
Вьетнам алыҫ түгел – шағирҙар яҡынайта халыҡтарҙы.
Н. Нәжми ҡапҡалар асты. Бындай ҡапҡалар күп булһын ине. Ҡапҡа асыусы малайҙар ҙа.
Ғөмүмән, башҡа халыҡтарҙы асыу ниндәй ҡыҙыҡ. Яҡшыны күреү бәхете – үҙеңде лә тәрәнерәк тойоу бәхете.
Кавказ – диңгеҙ генә лә күпме гәрәбә бирә! (Мостай белә быны.)
Ғөмүмән, халыҡтар ниндәй ҡыҙыҡ – туғандар. Поэзия был туғанлыҡты тәрбиәләүсе. «Европа уртаһына» барып репортаж биреү ҙә насар түгел.
Был барыуҙан Мәхмүтов тәржемәсенән шағир булып ҡайтты.
Күберәк барырға ине лә – бигерәк тә йәштәргә – юҡ. Был күҙ күремен ифрат киңәйтә. Ә бына Тажи ағай 25 йыл буйы хатта Кәртәлеһенә лә ҡайта алмай. Ғәжәп хәл бит. Ә ул күпте табыр ине.
Даян
Минең үҙемә лә ул бик ҡыҙыҡ күренеш. Дөрөҫөн әйткәндә, мин Даян ағайҙан ҡәнәғәт түгелмен. Ләкин мин ҡәнәғәт булмау Даян юҡ тигән һүҙ түгел.
Күптәр Даян инде ул юҡ, тип уйлайҙар. Даян бар, нисек кенә ҡайһы берәүҙәргә был хәбәр күңел ҡайтарғыс, фәлән-төгән булмаһын – Даян бар. Уның бар булыуына мин бына үҙем эстән генә шатланам. Бик күп ауыр һүҙ әйтерем булһа ла, шатланам. Сөнки Даян ағай үҙе алданырға мөмкин, ләкин ул беҙҙе алдамай. Сөнки ул, ни тиһәгеҙ ҙә, шағир һәм уның шағирлығы башҡаларға ғына түгел, үҙенә лә бер сер! Әгәр ҙә ул ошо серҙе үҙе лә белгән булһа, ул үҙенең ауыр яҙмышында бик күп тәнҡиткә осрамаған булыр ине.
Ләкин был серҙе белеү уның үҙенә генә түгел, беҙгә лә ауыр.
Мин шул серҙе үҙем өсөн бына яңы ғына, шул докладҡа әҙерләнгәндә генә астым. Шуға ла мин уның хаҡында һөйләгәндә доклад өсөн һөйләгән өсөн һөйләй алмайым. Беҙ инде Даян ағай примитив шағир тип ғәҙәтләнгәнбеҙ.
Сер ниҙә? Сер уның ғәжәп яланғас, бер ҡатлылыҡ менән бер ҡатар торған ябайлығында. Ул шул тиклем ябай, хатта беҙҙең кеүек шиғриәттең шаҡ ҡатырғыс образдары, тел төптәре, кинәйәләре, ҡайһы саҡта үҙебеҙ ҙә аңлап етмәгән, ләкин аңлағанға һалышып ҡабул иткән метафора томандары менән аҙған кешеләргә бик примитив күренгән ябайлығында.
Был ябайлыҡты беҙ уның иң яҡшы йырҙарын тыңлағанда үҙебеҙ тойған кеүек тә булабыҙ, ләкин төрлө тәнҡит, традицияһы буйынса (ә тәнҡиттең йоғонтоһо беҙгә юҡ тиһәк тә, ул бар – ул йылдар буйы, беҙҙең лепкәләр ҡатҡанға тиклем, тамсылап тамып торған тамсы һымаҡ бик ныҡ тәьҫир итә!..) бына шул тәнҡиттең артыҡ меркантильный, хатта үҙ заманында артыҡ вульгар булыуы арҡаһында Даянды бер әҙәби, оригиналь күренеш итеп күрмәҫкә өйрәнгәнбеҙ.
Быны тик берҙән-бер, беҙ юҡ тип һанаған, беҙгә ҡағылышы бөтөнләй юҡ тип һанаған – беҙ меҫкен, «наҙан» уҡыусы тип иҫәпләгән уҡыусылар – композиторҙар тойоп алған һәм Даянды улар үҙҙәренсә күрә белгәндәр. Мәҫәлән, «Башҡорттар китте һуғышҡа, оҙатып ҡалды күк Урал» (киң Урал түгел) тип йырлағанда беҙ Даянды нисек бар, шулай ҡабул иткәнбеҙ.
Бөгөн Даян ғына шул Даян ул. Һүҙем бер күҙ бәйләү өсөн генә булмаһын өсөн Даяндың иң һуңғы, әле яңы ғына сыҡҡан «Таң алдынан» тигән китабына мөрәжәғәт итәйек. («Таң алдынан» тигән исем дә Даян тәбиғәте өсөн бик хас сифат. Даян ағай бик оптимист, халыҡ ижадындағы оптимизм унда ла бар.)
(Мин үҙем, шағир булараҡ, бик оптимист, ә фекерҙәрем менән бик пессимист.)
Мин китаптың тәүге шиғырына туҡталмай (ул бик яңы күренеш хаҡында булһа ла, бик иҫке), икенсе «Тыуған ер» тигән шиғырға туҡталмаҡсымын. Бындағы һәр һүҙҙе ни аңлата, ниндәй йөкмәткеле, нисек бар шулай булғанса ҡабул итегеҙ – алдан әҙерләнгән атакаларҙы аҙ ғына кисектереп тороғоҙ, шул һүҙҙәрҙе тәүге күркәмлегендә, уларҙы бөтә тулылығында, бөтә сафлығында, бөтә ғиффәтлегендә ҡабул итергә тырышығыҙ.
Тулыһынса уҡып сығам.
(Миҫал)
Беренсе класс балаларына яҙған кеүек ҡабул итерһегеҙ. Бәхәсләшмәйем. Ләкин күңелегеҙҙән тағы бер ҡат шиғырҙы барлап сығығыҙ һәм күңелегеҙгә шартлы рәүештә генә булһа ла яҙғы таң атыуы темаһына берәй көй килтереп ҡарағыҙ – һәр һүҙ үҙенсә терелер, һәр кем күңеленең бөтә күҙәтеү тәжрибәһен һалыр уларға – үҙенең күңелендә ҡалған иң мөһим деталдәрҙе терелтер һәм, валлаһи тип әйтәм, бында иң төп нәмәне – күңелегеҙгә иң тәрән һеңеп ҡалған бер образды, үҙегеҙ аҡыл менән баһалап та бөтмәгән, ләкин бөтә йән-тәнегеҙ менән тойған тәрән бер тойғоно – ер тойғоһон, нәҡ бына тыуған ер тойғоһон кисерерһегеҙ. Әгәр ҙә инде үҙегеҙҙә саҡ-саҡ ҡына көй сығарыу ҡеүәһе булһа, шул һүҙҙәр үҙҙәре үк саҡырып торған берәй моңдо шәйләп алырһығыҙ.
Композиторҙар беҙҙең шиғырҙарҙы бик аҙ уҡый торған булһа ла, бына шул тере бер этәргесте, моң орлоғон тоя, таба беләләр. Шул бөрө уларҙың фантазияһы аша үтеп асыла, терелә, япраҡ яра башлай. Ә һәр япраҡ ул таң еле килеп ҡағылыу менән үҙенсә бер моң, көй сығара башлай. Минеңсә, сер бына шунда: яланғас йәш бер ҡыҙ һынының кейемһеҙ ҙә матур булыуында. Быны мәжүси гректар бик яҡшы тойған, һәм уларҙың Алкей, Сафо Анакреондатында Вознесенскийҙарҙың кеше аҡылы аңламаҫ романдарын күрмәҫһең.
Пушкин быны «нагая простота» тип прозаның иң төп закондарының береһе тип иҫәпләгән. Һәм был прозала беҙ әле лә поэзия табабыҙ. Арыһаҡ, шул саф шишмәгә килеп, шул «шишмәләргә ятып», ябай, бик яҡын, бик таныш, теште ҡамаштырғыс һыуҙар әсәбеҙ.
Блок символизм кинәйәләре аша үтеп, ә Есенин төрлө имажинизм шаҡ ҡатырғыстары аша үтеп, бик ябай, бик әҙәмсә тел менән һуңғы шиғырын ҡаны менән яҙған: «До свиданья...».
Бының менән мин, әлбиттә, Даян ағайҙы һис тә Блок, Есенин дәрәжәһенә ҡуйырға теләмәйем. Быға ул үҙе лә риза булмаҫ ине, моғайын. Ләкин бынан Даян поэзияһына асҡыс эҙләп ҡарарға мөмкиндер тип уйлайым.
Бәлки, арттырамдыр.
Һәр кешегә мауығыу хас – мин дә кеше, һәм бала саҡтан бирле «Ас бүре хаҡындағы әкиәт»те онота алмай йөрөйөм. («Ҡыҙыл букет хаҡындағы баллада», «Диңгеҙ һыуы ниңә тоҙло булған», «Өйрәнде нисек өрөргә көсөк?», «Эт үҙенә нисек хужа тапты?» әкиәттәре кеүек үк.)
Шуға ла мин һәр позиция күренешенә ас бүре кеүек ҡарайым, ә уға туйынған, хатта йөрәктәрен май үрә башлаған, бер телем икмәктең ни ҡиммәт икәнен онотҡандар кеүек ғәмһеҙ, вайымһыҙ, бариндарса ҡарай алмайым.
Сөнки шул телем икмәк өсөн мин үҙемдең бөтә булмышым менән бурыслы. Ул икмәк беҙҙең балалыҡҡа һирәк тейҙе, ләкин тоноҡ ҡына ай яҡтыһы аҫтында ла мин уны бөйөк кинәнес менән йоттом. Алабута күмәсе түгел ине улар минең өсөн. Бәлки, хәҙер әлеге байлыҡ менән шул телемдәрҙән кәйлегеп китһәм, ҡулымдағы, тәнемдәге, ҡанымдағы икмәк мине ғәфү итһен.
Сөнки беҙ, бигерәк тә йәштәр, әҙәбиәтебеҙҙең нисек тамыр йәйеп, ниндәй ел-дауылда, ниндәй афәттар килгәндә үҫеп етеүен – уның тарихына күҙ һалмайынса, уның әҙер, бешеп еткән емештәре менән генә туйынып, ҡайһы саҡта әҙәбиәтебеҙҙең ҡаһармандарса һәм фажиғәле ҡаҙаныштарын бик йыш онотоп ебәрәбеҙ. Ләкин бөгөн беҙгә Ҡ. Даян, Б. Бикбай ағайҙар менән бергәләп шарап эсә алыу улар кискән йылғаларҙы кисә алыу түгел әле ул. Бер кескәй йылғаны икенсе ҡабат кисеү мөмкин түгел. Быны борон Гераклит ҡарт та әйткән – «Все меняется, все течет», тигән.
Бәс, шулай булғас, беҙгә хәҙер йылғаның үткәнен көтөп тороу үҙе бер туҙға яҙмаған хәл, анахронизм булыр ине. Әйтәйек беҙ бөгөн «юҡтырһың да аллам» тип һөрән һалһаҡ, беҙҙе совбольница яғына оҙатһалар ҙа ғәжәп булмаҫ ине. Ләкин таш төшкән ерендә ауыр. Ул ваҡытта М. Ғафуриға бөтә мосолман донъяһы ҡәһәр уҡырлыҡ шундай бер шиғыр яҙыу ҙа әҙәбиәттең генә түгел, ә фекер үҫешенең оло бер һикереш осоро булған.
Ә беҙгә хәҙер Ғафури ҙа бер ҡатлылыҡ кеүек. Ләкин был беҙҙең тарихи ҡарашыбыҙҙың бер ҡатлылығы.
(«Диплом»)
Ғөмүмән, беҙ ижади мираҫҡа тарихи күҙлектән ҡарай белмәһәк, башҡорт, татар донъяһында бөйөк кешеләр булмаған тигән ахмаҡ ҡарашта ҡалырбыҙ.
Туҡайға, Бабичҡа, Ғафуриға ла скептик булып ҡарарбыҙ. Ә улар – революция.
Кисеү бирмәҫ йылға юҡ. Кискәндәрҙең бөтә ҡыйыулығын иҫкә алып, беҙ тормош кисеүенең һаман киңәйә, тәрәнәйә барған кисеүҙәрен кисергә тейешбеҙ. Ҡыйыулыҡ – тәжрибә. Уны алырға кәрәк. Хатта уларҙың тормошҡа булған мөнәсәбәтен генә лә... Улар тормошто, милли культураны төҙөшкән. Ә беҙҙең алда күберәк буш шешәләр теҙелешкән.
Ә тормош беҙҙе утрау кеүек урап үтә.
Даянды аңларға, ә ҡабатламаҫҡа кәрәк.
Декабрь.
Тормош-шағир
Тормошҡа биреү өсөн тормоштан алырға ла кәрәк.
Ләкин мәктәп-вуз ғына бөтөргән кешелә, тормош университетын – иң юғары уҡыу йортон бөтмәй тороп, ниндәй тормош, ниндәй фекер-позиция, ниндәй ныҡлы ҡараш булырға мөмкин?
Тимәк, раҫларлыҡ нәмә лә, кире ҡағырлыҡ нәмә лә, дуҫ та, дошман да юҡ. Раҫламай тороп кире ҡағып та, кире ҡаҡмай тороп раҫлау ҙа юҡ. Тормошҡа актив үҙ мөнәсәбәтең, үҙ һүҙең юҡ. Шуға ла шиғырҙар бик һай, ялҡынһыҙ. Шуның өсөн беҙҙә бик күптәрҙең үҙ материалы, үҙ сюжеты, үҙ фәлсәфәһе бик аморф, шәкелһеҙ, ҡалыпһыҙ хәлдә йәки ул бөтөнләй юҡ.
Ҡайҙан булһын – юҡтан бар булмай бит.
Һәр көн тултырып тормаған белем кәмей бара, ти ҡытай мәҡәле. Элекке запас, түл дә кәмей бара. Сөнки тормош бер урында туҡтап көтөп тормай беҙҙе. Замандың тиҙлеге лә башҡаса хәҙер. Көндән-көн яңылыҡ килә. Әле генә оло химия килде. Ә ул кеше аңын бик ныҡ үҙгәртәсәк.
Ваҡыт, заман толпары беҙҙе үҙ эйәренән ситкә ырғытып китә. Ҡоро йүгән теҙгене тотоп, уның артынан ике аяғың менән генә елеү бер ни ҙә бирмәй. Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ йөрәгең ярылып үлерлек ашҡыныу, йөрәкһеү, дәрт ҡомары, тәүәккәллек, саялыҡ ҡайҙа беҙҙә? Ниндәйҙер һүлпән беҙ, тормош ағымы беҙҙе, утрау кеүек, уратып үтә. Ә ағымға ҡаршы йөҙөү ҡеүәте шиғырҙарҙа аҙ.
Унан һуң беҙ ғәжәп ныҡ сикләнгәнбеҙ. Туристик сәйәхәттәрҙе иҫкә алмаһаҡ (өҫтәүенә, улар ҙа бик сикле – улар ҙа шағирға донъя ҡапҡаһын аса! (Н. Н.) Улар ҙа донъяны сағыштырып күрергә ярҙам итә), беҙ тик Өфө тирәһендә генә, Өфөнөң дә тик «Өфө»һө, «Башкирия»һы, «Алтын балығы» тирәһендә генә уранҡылайбыҙ.
Ә беҙҙең егет-ҡыҙҙар сит илдәрҙә нефть сығарыша. Кубаларҙа яңы техникаға өйрәтә, Бохара – Урал газопроводтарын үткәрә, алыҫ Себер тайгаларын ярып яңы юлдар, ГЭС-тар һалыша, яңы ҡалалар төҙөй, сиҙәм күтәрә, ил сиген һаҡлай, ә ҡайһылары, бәлки, ғәләмгә осорға ла әҙерләнеп яталыр.
Ә беҙ белмәйбеҙ уларҙы. Газеталар аша ғына беләбеҙ белһәк тә. Беҙ тик Башҡортостан сигендә генә сикләнәбеҙ. Ә бит беҙҙең халыҡ күрше өлкәләрҙә лә йәшәй. Улар ҙа совет кешеләре. Ләкин улар беҙҙең әҙәбиәттә сағыламы?
Уларҙың үҙ ҡайғылары, ҡыйынлыҡтары бар. Ә беҙ хатта публицистика менән дә ярҙам итә алмайбыҙ. Мәктәптәр хәле. Дин.
Әҙәбиәткә әҙәбиәттән килеү, литературщина, әҙер ҡалыптар менән яҙыу, асылғанды асыу, сәйнәлгәнде тылҡыу – шаблон беҙҙә иң йөҙәткән нәмә.
Ә тормошта – заводтан килгән Ләүи Сафаровтарға беҙҙә иғтибар юҡ, улар үҙ мөмкинлектәрен күрһәтә алмай, Нур Хәбиров кеүек бер балҡыйҙар ҙа юғалалар. Рәшит Назаровтың да яҙмышы бик борсолдора. Ә был иптәштәрҙең иҫ киткес мөмкинлектәре бар. Ләкин әҙәби тәнҡит уларға бер ҙә ҡолаҡ һалырға уйламай, сабыр рәүештә ниҙер көтә, Чеховтың футлярҙағы кешеһе кеүек, «Как бы чего не вышло» тип бик һаҡ ҡылана. Сөнки әҙәби тәнҡит әҙәбиәттең бөгөнгөһө, киләсәге менән йәшәмәй, үткәндәрҙә ҡаҙына, хатта йәштәр ҙә Аҡмулланың ҡәбер таштары тирәһендә урала, уға Кирәй Мәргән етмәгәнме? Соҡоройҙарҙы Әхнәф Харистар соҡоғаны етмәйме? Ғөмүмән, ҙур әҙәби тәнҡитселәрҙең докторлыҡ хеҙмәттәре менән генә мауығып, бөгөнгө әҙәби күренештәргә һүҙ ыңғайы йәки юбилейҙарҙа ғына бер-ике һүҙ әйтеү менән генә сикләнеүе бик үкенесле хәл. Йәки бөгөнгө әҙәби процесс съезд докладтарында ғына ҡуҙғатыла. Ул да булһа өҫтән-мөҫтән генә.
Әлбиттә, үткәндәргә лә әйләнеп ҡарарға кәрәк. Ләкин үткәнгә әйләнеп ҡарау бөгөнгө көнгә айнығыраҡ, иртәгәһе көнгә ентекләп ҡарау өсөн кәрәк. Юҡһа, фән өсөн фән тыуҙырыуҙың мәғәнәһе юҡ. Алмағасты беҙ алмаһы өсөн үҫтерергә тейешбеҙ. Ә декорация өсөн генә түгел. Декорацияға америка сағаны ла ярай. Ул да әле саң йотор өсөн үҫтерелә! Файҙаһыҙ матурлыҡтың мәғәнәһе аҙ. Беҙгә актив, һуғышсан, эшсән матурлыҡ кәрәк. Халыҡтың яҙылмаған эстетикаһы бына ошо хаҡта һөйләй бит.
Әҙәбиәттә, ҡыҫҡаһы, егерме кандидат булғансы ике тормошсан, һуғышсан, етеҙ тәнҡитсе булһа, был эшкә ҙур ярҙам итер ине. Монографияларҙан беҙгә оло дөйөмләштереүҙәргә күсергә, әҙәбиәттең дөйөм процесын асыҡлауға, уның характерлы һыҙаттарын асыҡлауға күсергә ваҡыттыр инде. Әҙәби тәнҡит үҙе лә тормоштан айырылмаһын ине.
Һәр бер тойғо ялған булһа, ул меҫкен тойғо рухи ғәриплек, фәҡирлек тойғоһо. Ләкин ул мөхәббәттә лә ялған булһа, был тойғо меҫкен генә түгел, ә ерәнгес бер әшәкелек.
«Шағир иптәштәр, беҙҙе бар иткән, кеше иткән был әсәлек тойғоһон йәберләмәйек, рәнйетмәйек, әшәке һүҙҙәр менән күммәйек. Кеше мөхәббәттә һынала». (К. Маркс һүҙҙәре.)
9 декабрь.
Төрлө уйҙар
Шағир
«Мин – шағир һәм шуның менән мин ҡыҙыҡ та», – тигән Маяковский.
Был ҙур фекер.
Был фекер шағирҙың йәмғиәттә тотҡан урыны хаҡында.
Шағир – донъя яңғырағы. Әйе, быны Горький әйткән.
Шағир хаҡында Гейне әйткән һүҙҙәрҙе лә хәтерләмәй булмай. Әгәр ҙә ер ярыла икән, уның ярығы шағир йөрәге аша үтә!..
Бөгөн генә беҙ шағирҙы ниндәйҙер бер подручный, төп эш эшләгән кешенең бер ярҙамсыһы итеп ҡуйҙыҡ.
Ә киләсәк менән ғалимдар һәм шағирҙар етәкселек итәсәк!
Быға мин ышанам.
Сөнки «киләсәк ул тотош ижад иле, киләсәк ул миңә йыр, шиғыр. Бына шуның өсөн мин – коммунист, революционер һәм шағир!..»
Киләсәк ул – минең көн һайын ҡайтып килә торған өйөм.
Шуға ла мин уның хаҡында башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ уйлайым, нығыраҡ борсолам, нығыраҡ янам.
Мин – ул киләсәктең хәбәрсеһе. Минең ниндәй хәбәр алып ҡайтыуым бөгөнгө кеше – минең замандашым өсөн бик мөһим.
Һәм мин бөтә нәмәне мотлаҡ бөтә кешеләр күргәнсә күрергә тейеш түгелмен.
Минең үҙ күҙем, үҙ һүҙем бар һәм мин үҙемсә күрергә, үҙемсә әйтергә хаҡлы. Тик мин уны насар әйтергә генә хаҡһыҙмын. Ә һеҙ мине ваҡытлы бығауҙар менән бығауларға тырышмағыҙ. Фекеремде бығаулатмам! Шағир фекере фәхишә түгел.
Батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға шағир баш эймәҫ. Уны сабып өҙөү йәки сит илдә серетеү уныһы һеҙҙең эш. Был сәнғәттә тарихтың үҙе кеүек оло тәжрибәһе бар.
Ләкин тарихтың иҫ киткес хәтере лә бар: ул онота белмәй онотмаҫты...
Ә бөгөн мин шуның өсөн дә «ике икең дүрт» тигән фәҡирлек фәлсәфәһе менән йәшәй алмайым.
Минең үҙ фекерем үҙемә мөҡәддәс һәм изге. Әгәр ҙә мин бөгөн:
Теле юҡтың иле юҡ,
Иле юҡтың ирке юҡ,
Ирке юҡтың күрке юҡ, –
тип эйтәм икән, ни әйткәнемде үҙем беләм. Сөнки йәшәйем мин, фекерләйем, ә ханжа булғым килмәй.
Йөрәк ярып сыҡмаған һүҙ булһа, мин уны әйтмәй ҙә түҙә алыр инем.
Мин ғазапланып яуап эҙләйем. Сөнки поэзия ул «вся езда в незнаемое».
Мин арифметик логика кешеһе түгел.
Ил менән тел төшөнсәһе миңә бер бөтөн. Мин әсәмдең телен уның үҙенән йолҡоп алып ҡарай алмайым. Ул тел минең үҙ телем һәм ул минең иң тура ата торған ҡоралым. Кеше ҡоралы менән атыу ҡыйын, ә ҡайһы бер мәргәндәргә был мөмкин дә түгел.
Быны әле әкиәттәрҙә үк аңлағандар, батырҙы ҡылысы менән данлағандар, ҡылысын ул үҙ әсәһенең һөтө менән йыуған – шуға ла уны дошман ҡаны үткерләгән.
Шағир ул иң элек үҙ халҡының улы.
Шуға күрә лә Хосе Рисаль (филлипин шағиры):
Һаҡлай белһә халыҡ үҙ телен,
Һис иркенән яҙмаҫ илендә:
Ул күктәге бөркөт шикелле —
Кем тота ала уны күгендә?..
(Когда народ умеет сохранять
Язык, дарованный его стране,
То никогда его свободу не отнять,
Как не поймать орлицу в вышине), –
тигән.
Нимә: ил менән тел уға бер бөтөн булмағанмы?
Некрасов Добролюбов хаҡында «Он родину как женщину любил» тип тыуған илдән көлгән булып сығамы?
Ә Блок «О Русь моя, жена моя!» тип үкһегәндә, һинең «идентичность»ыңды уйлап торғанмы!
Ә Маяковский негрҙы кешегә һанамаған булып сығамы?
Ә Симонов аҡ ҡайынды үҙенең аҡ иле итеп күргәндә, күҙенә ҡылау һалғанмы, һеҙҙеңсә?
Шағир үҙенсә күрергә хаҡлы, тик был күреүе уның йәшәргә, тойорға, күрергә ярҙам итһен.
Мин дә үҙ илемдең йәшәүен, башҡа илдәр менән тиң булып йәшәүен күрергә теләйем. «Оло, ирекле ғаиләлә» тиң булыуын теләйем. Сөнки беҙҙең байраҡҡа әлегә «дуҫлыҡ, туғанлыҡ, тиңлек, азатлыҡ» тигән һүҙҙәр ҙә яҙылған.
Ә бының өсөн минең халҡым аҙ ҡан түкмәгән тарихта, аҙ фажиғә кисермәгән...
Тарих онотмаған быны, халыҡ уны онотасаҡ та түгел.
Ташҡайҙарға яҙҙым ҡарғыш,
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта, –
тип тиккә генә йырламай ул.
Ә һеҙ бөтә йондоҙҙарҙан бер яһалма ай яһарға ултыраһығыҙ!..
Йондоҙҙарҙың үҙ ғүмере бар. Ғүмере бөтһә, улар үҙҙәре лә атылып һүнә. Ләкин яҡтылыҡ үҙҙәре һүнгәс тә килә. Яҡтылыҡҡа урын етерлек. Ярғанатҡа ғына унда урын юҡ. Шағир йондоҙ телен белергә, һаҡларға тейеш!..
Һәр йондоҙҙоң үҙ яҡтыһы үҙ ғүмеренә етерлек.
Йондоҙҙарҙың айҙан ҙурҙары ла бар. Тик әле беҙ асып етмәгәнгә генә улар бәләкәй күренә. Ләкин улар бер-береһен яҡшы күрәләр. Яҡшы аңлашалар ҙа.
(Звезда с звездою говорит.)
Йәшәһен мәңгелек йондоҙҙар дуҫлығы!
Әгәр ҙә беҙ ҙә бер-беребеҙҙе аңларға өйрәнһәк, бер-беребеҙ өсөн йондоҙ булып балҡырбыҙ. Әгәр йондоҙҙо ғүмерҙә күрә алмаған сусҡа кеүек булһаҡ, бер-беребеҙҙе сәйнәшеп данһыҙ үлем менән үлербеҙ.
«Бейек йондоҙҙар» булырға кәрәк. Дағстан тауҙарынан донъяға баҡҡан Рәсүл быны яҡшы аңлаған. Бейектәгенең күҙ күреме лә бөйөк шул.
Шағир шағирҙар тыуҙыра.
Үҙ халҡыңдың, үҙ заманыңдың улы бул, башҡа халыҡтар ҙа, киләсәк заман да һине үгәйһетмәҫ. Халыҡ – халыҡты, заман заманды аңлай ул. Һәр хәлдә, тамыр – тамырҙы, япраҡ япраҡты аңлай ул. Улар бергә генә йәшәй ала, ә бер-береһенән башҡа йәшәй алмай.
10 декабрь.
Әҙәби юғалтыуҙар
Әҙәбиәт ул аҫтыртын, күҙгә күренмәгән, ләкин аяуһыҙ бер яу. Кешеләр йөрәген яулау өсөн көрәш. Ә кеше йөрәгенә үтеп инеү крепостарҙы ватып инеүҙән ауырыраҡ. Бының өсөн бер көнлөк йәки бер-ике йыллыҡ ҡына подвиг етмәй. Ә йөрәккә ингәндән һуң унда һаҡланып ҡалыу йәки алынған йөрәкте һаҡлап ҡалыу тағын да ауырыраҡ. Был, моғайын, Брест крепосын һаҡлау менән берҙер?
Был хаҡта Василий Федоров бик дөрөҫ әйткән:
Сердца, не занятые нами,
Немедленно займет наш враг.
Он их займет не за красоты —
Займет, засядет, нас разя,
Сердца – ведь это же высоты,
Которых отдавать нельзя.
Был бейеклеккә төрлө дошман үрмәләй. Был дошман тәү ҡарашҡа Антанта кеүек ҙур ҙа, фашизм кеүек ҡурҡыныс та, атом бомбалары кеүек һәләкәтле лә түгел һымаҡ. Ләкин был дошмандар – кешелектең күптәнге әшәке юлдаштары, иҫке тормоштоң ерәнгес ҡалдыҡтары кеше күңеленә ғәжәп тиҙ үрмәләп менә һәм кешенең иң яҡшы сифаттарын юҡҡа сығара, уны рухи яҡтан ғәрипләндерә, беҙҙән шулай итеп кеше йөрәген тартып ала.
Был дошман хатта кеше йөрәге, кеше күңеленең сафлығы өсөн көрәшеүселәрҙең үҙҙәрен дә һәләк итә.
Әҙәби юғалтыуҙар әҙәбиәт тарихында байтаҡ. Һәм, минеңсә, был ҙур юғалтыу.
Фәйзи Сиражетдиновты ғына алып ҡарағыҙ – әҙәбиәткә индем генә тигәндә юҡ булды бит. Уның матбуғатта күптән күренгәне юҡ. Быйыл, әлбиттә, ул күҙгә күренеп ҡалды, ләкин был ниндәй аяныс күренеш!..
Алғушаев менән дә шулай булды. Сафаров та юғалды.
Унан һуң үҙеңдең һәләтлегеңә, талантыңа яуапһыҙ ҡараш та ҙур юғалтыу. Сөнки ғүмер үтә, кеше һаман сәстәре ағарғансы йәш яҙыусы булып йөрөй, йәш шағир булып йөрөй, үҙе ең һыҙғанып эшләмәй, әҙәбиәт тирәһендә ураланып, хатта әҙәбиәткә килеүсе башҡаларға ла тотҡарлыҡ яһай. Беренсенән, сөнки улар әҙәби йәштәргә насар үрнәк күрһәтәләр, икенсенән, үҙҙәренең төрлө дәғүәләре, претензиялары менән эшләгән кешеләр тирәһендә ниндәйҙер әҙәбиәтселәргә хас булмаған үҙҙәренсә бер «әҙәби фекер» тыуҙыралар. Ә ысын ижади фекер, ысын ижади яныу уларҙа булмай башлай. Ижад менән халтура араһында тороп, дөйөм әҙәби процесҡа улар файҙа түгел, ә ниндәйҙер дәрәжәлә зыян ғына яһай. Кемдер берәү әйтмешләй, улар, әлбиттә, погода яһай алмай, шулай ҙа арыу ғына погоданы ярайһы уҡ боҙорға мөмкин улар. Өсөнсөнән, улар беҙҙең әҙәбиәт өсөн ҡағыҙға бик ҡыҫаныс ваҡытта, китаптар сығарыуға ҡарағанда таштан май һығып сығарыу еңелерәк булған саҡта, үҙҙәренең ара-тирә яҙған ижадтары менән башҡа ижади өлгөләрҙең өлөшөнә инәләр.
Ләкин беҙҙә был хәл менән бер кем дә ҡыҙыҡһынмай. Бындайҙар менән бер кем дә эш алып бармай: Яҙыусылар союзы ла, Комсомол өлкә комитеты ла бындайҙарҙы күҙ уңында тотмай.
Ә был бик аяныс хәл!
Ғөмүмән, беҙҙә һәр кем үҙенсә йәшәй, үҙенсә хөрриәттә. Ләкин был хөрриәт, был «ижади ирек» бик ҡиммәткә төшә. Был бик ауыр «ирек».
Әҙәби көстәрҙе бергә тупламау – ул уны барыбер тарҡатыу, кәмәне үҙ ағышына ҡуйыу тигән һүҙ. Был барыбер күҙгә куренмәгән анархия түгелме? (Яңы, йәш, күп афәттәр кисергән әҙәбиәтебеҙҙә.)
Был тәңгәлдә Союз ҙур эш, көн һайын өҙлөкһөҙ эш алып барырға тейеш.
Онотҡанда бер семинар үткәреү, онотҡанда бер секция ултырышы үткәреү йәки үҙ йүнегеҙҙе, әйҙә, үҙегеҙ күрегеҙ тигән һымаҡ әҙәби кисәләргә ебәреү генә был әле әҙәбиәт менән етәкселек итеү түгел.
Мәскәү һ. б. үҙәктәге кәңәшмәләргә кеше ебәрмәү ҙә беҙҙе бик сикләй, милли рамка эсендә генә бикләп ҡалдыра.
Унан һуң әҙәби көстәрҙе ойоштороуҙа административ метод бөтә эште һәләк итергә лә мөмкин. Яҙыусылар менән эшләү ҡысҡырыныу-екеренеү, протоколдар яҙыу, ярлыҡ тағыуҙарға, алдан әҙерләнгән фекерҙәргә нигеҙләнергә тейеш түгел.
Тәнҡитләнмәҫ бер кем дә юҡ, ләкин беҙҙә айырым бер тәнҡит ҡаҡтырмай торған айырым каста кешеләре лә бар. Уларға инде ҡыйып бер һүҙ әйтеү үҙе бер әҙәби ваҡиға. Юҡ, әҙәбиәттә былай эшләп булмай. Әҙәбиәт алдында беҙ барыбыҙ ҙә бер тигеҙ.
Бында Станиславскийҙың бер этик ҡағиҙәһен хәтерләмәй булмай: сәнғәт һинең өсөн түгел, ә һин сәнғәт өсөн булырға тейешһең. Сәнғәттә үҙеңде түгел, ә үҙеңдә сәнғәтте ярат. Был ҡағиҙә туранан-тура әҙәбиәткә лә ҡағыла. Горькийҙың да кәңәшен иҫтә тоторға кәрәк. Берең-береңә командалыҡ итергә түгел, берең-береңә уҡытыусы булырға, тигән һүҙҙе онотмаһаҡ ине. Быны ҙур әҙәби тормош тәжрибәһе үткән кеше әйткән.
Юҡһа, беҙҙә берәүҙәр ҡылыс, пистолет таҡҡан кеүек йөрөйҙәр. Әҙәбиәттә бындай регалиялар артыҡ, әҙәбиәттә тик ҡәләм тигән ҡорал ғына хөрмәт ителергә тейеш. Унан һуң беҙ, яңы кешене тәрбиәләшеүсе кешеләр, әҙерәк үҙ-үҙебеҙҙе тәрбиәләү хаҡында ла уйлап ҡараһаҡ ине. Ҡәләмдәшеңә хөрмәт менән ҡарарға кәрәктер ул.
13 декабрь.
Тарих һәм хәҙерге заман
Хәҙерге заман геройы тип, беҙгә тарихты, халыҡ тормошонда булған тарихи шәхестәрҙе, халыҡ тарихының күренекле ваҡиғаларын оноторға ярамай.
Ҡайһы бер шәхестәр беҙгә бөгөнгө геройҙан да бөгөнгөрәк. Тарихтың бер кеҫкен моменттарында улар беҙҙең иң яҡын замандаштырыбыҙға әйләнәләр. Үткәндәге шәхестәр ҡайһы бер беҙҙең бөгөнгө замандаштарыбыҙға ҡарағанда терерәк, байыраҡ. Улар киләсәк быуындарҙың да замандаштары. Әҙәбиәт бына шундай замандаштарҙы оноторға тейеш түгел. Үткәндәр бөгөнгөнө тыуҙырған, ә бөгөнгө киләсәкте әҙерләй. Һәм был берлекте күрмәй ҡалыу мөмкин түгел.
Эш тик шунда: замандаштарға ниндәй күҙ менән ҡарайһың. Бөгөнгө көнгә лә үткән заман күҙе менән ҡарарға мөмкин, үткәнде лә бөгөнгө көн яҡтылығында күрергә мөмкин.
Минеңсә, үҙенең үткәненә ҡарай алмаған әҙәбиәт ул әле бик сабый әҙәбиәт. Был тәңгәлдә беҙгә әле бик күп эшләйһе бар. Ҙур эпопеялар тыуҙырырлыҡ материал халҡыбыҙ тарихында етерлек.
1812 йылда башҡорттарҙың Ватан һуғышында ҡатнашыуы, әгәр ҙә үҙ яҙыусыһы тыуһа, «Война и мир» эпопеяһына торорлоҡ ваҡиға бит ул.
Кешелектең ижад донъяһында рус әҙәбиәтенең гигант аҙым яһауы бына ошо эпопеяға бурыслы. Был әҫәрҙән башҡа рус әҙәбиәтен күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел.
Йәки ҡаҙаҡ әҙәбиәтендә «Абай» кеүек әҫәрҙең тыуыуы үҙе бер тарихи ваҡиға.
Бындай миҫалдар күп.
Һәм бына был бик мөһим нәмәгә – халыҡтың тарихи үткәненә күҙ йомоп ҡалыу һәм тарихи темалар өҫтөндә эшләгән әҙиптәрҙе үткән заман менән мауығыуҙа ғәйепләү иҫ киткес ҙур әҙәпһеҙлек. Бының әҙәбиәт өсөн зарары һәләкәтле.
Һәҙиә Дәүләтшинаның башҡорт әҙәбиәтенә «Ырғыҙ» романын ҡалдырып китеүе баһалап бөткөһөҙ тарихи подвиг ул.
Шулай уҡ Баязит Бикбайҙың тарихи темалар өҫтөндә эшләүе лә башҡорт совет әҙәбиәтенең иң ҙур ҡаҙаныштарынан. Ләкин ни өсөндөр беҙ был оло ижадты күрмәмешкә һалышабыҙ.
Беҙҙең йәштәр араһынан да бындай эшмәкәрҙәр табылһа, беҙ бик үкенесле, бик аяныслы хәлде булдырмаҫ инек.
Беҙ ҡайһы саҡта уйлап ҡарарға ҡурҡабыҙ. Ни өсөн рус ижад донъяһында «Могучая кучка» кеүек эшмәкәрҙәр барлыҡҡа килгән дә ни өсөн улар рустың бөтә үткәнен яҡтыртырға тырышҡан?..
Кәти
Ә шулай ҙа ул шағирә! Яҙыусы-Кәтиб кенә түгел, ә үҙ донъяһы, үҙенә генә хас моңо, теле булған нескә шағирә.
Һуңғы йылдарҙа, бигерәк тә әҙәбиәт институтынан һуңғы йылдарҙа, ул үҙенең данын арыу уҡ төҫмөрләтеп килә. Төҫмөрләтеп, тим, сөнки ҡайһы бер ҡыйыуыраҡ әйтә торған фекерҙәрен ул баҙауыраҡ әйтә, бик үҙенсәлекле сифаттарын бөтөнләй асып һалырға уға ниҙер тотҡарлай әле. Шунлыҡтан ҡайһы бер уй-тойғоһон ул ымлыҡтар, ишаралар менән генә әйтергә мәжбүр була.
15 декабрь.
Беҙҙә үҙенең, тик үҙенә генә хас философияһы, үҙ донъяһы булған шағир, яҙыусы юҡ. Бөтәһе лә дөйөм фекер ҡоло, бөтәһе лә алдан әҙерләнгән бер фекер буйынса яҙа, бөтәһе лә дөйөм ағымға яраҡлашырға тырыша.
Бер халыҡтың яҙмышына ҡарата әйтелгән иң тарихи, иң дөрөҫ фекер ҙә хәҙер икенсе бер халыҡтың яҙмышына ҡарата булған дөйөм фекер алдында иң реакцион фекер булып ҡалырға мөмкин.
Һәр халыҡтың үҙ тарихы бар, ләкин ул ҙур халыҡ тарихының ҡорбаны ғына, уның тарихы менән бер кем дә иҫәпләшмәй. Ғөмүмән, бәләкәй халыҡтар ҙур халыҡтың тарихи ҡорбандары. Был тәнгәлдә тарихи ғәҙеллектең булғаны ла юҡ, булмаясаҡ та.
Бәләкәй халыҡтарға бирелгән ваҡытлыса ирек ул ҙур халыҡтың позицияһын тамам нығытыу өсөн генә. Был тик тарихи процестың интенсив үҫеше өсөн ваҡытлыса (бер ярты быуатлыҡ) сигенеше генә. Был сигенеү нығыраҡ алға китеү өсөн генәлер ул?
Билдәле бер тарихи дәүерҙә ваҡ халыҡтарға ирек бирмәй тороп, ҙур халыҡ үҙе теләгән иректе яулап ала алмаған булыр ине. Сөнки һәр ваҡ халыҡ, үҙ теләген ҡуйып, ошо дәүерҙә ҙур халыҡ алдында көслө булыр ине.
Ә һуңынан һәр ваҡ социаль һәм иҡтисади яҡтан оло халыҡтың хакимлығында тороп ҡалғас, оло халыҡҡа уларҙы бер-бер артлы йотоу һәм үҙенә нығыныу бер ни ҙә түгел. Был үҙенән үҙе эшләнә. Бының өсөн хатта көс ҡулланыу ҙа кәрәкмәй. Был тарихи ҡотолғоһоҙ хәл.
17 декабрь.
Кисә лә, бөгөн дә Шамил Мәхмүтовты күрҙем. Китабын нисек тә яҡларға тырышып йөрөй. Халыҡҡа оҡшай, ти. Ә мин бына бер ҙә әле оҡшатҡан кешене күргәнем юҡ. Редакцияға бер ниндәй ҙә был хаҡта хаттар ҙа юҡ. Ә Шамил ниңә йәшерәләр ул хаттарҙы, ниңә миңә күрһәтмәйҙәр, тип редакцияларҙы әрләй.
Минең доклад яһаясағымды ишеткәс, Әбдрәшиттән килеп еткән. Ҡыҙык та инде – арҡаһына ҡалҡан тағып килгән, ләкин был ҡалҡан бер ҙә мин һуға торған урында түгел... Мине формаға бәйләнер тип уйлаған, халыҡ йырҙарының ритм-үлсәүҙәрен барлап сығып, әллә ниндәй иҫәпләүҙәр, схемалар төҙөп бөткән, ә мин бөтөнләй был хаҡта һөйләргә лә уйламайым.
Күрәһең, был хаҡта ла әйтергә кәрәктер.
Ләкин эш формаламы ни? Эш шағирҙың үҙе менән ниндәй донъя алып килеүендә, ниндәй яңылыҡ асыуында, нимә өсөн көрәшеүендә, нимәне раҫларға тырышыуында.
Ә бына был тәңгәлдә инде мин бер ниндәй ҙә әҙәби яңылыҡ күрмәйем. Бөтә был фекерҙәр асылған, күптән әйтелгән фекерҙәр бит. Уларҙың береһе лә Шамил фекере түгел.
Иң үкенеслеһе шул: шағирҙың үҙ донъяһы, тормошо юҡ, шул тормошто тик үҙенсә генә күрә торған күҙе юҡ, иң аяныслыһы ла шул – оригиналь шиғир юҡ. Бысағымамы форма? Ни килтерә ул форма? Нимә өсөн был форма?
Был һорауға яуап биреү юҡ. Тимәк, форма форма өсөн булып ҡала асылда.
Ә бөтә фекерҙәре (улар дөрөҫ, бәхәсһеҙ) – әҙәбиәттән, ә тормоштан түгел.
Ә тел инде бөтә башҡорт, татар тел үҙенсәлеген емереү, төрки теленең грамматик закондарын аҙым һайын боҙоу, бер ҙә кәрәкмәгәнгә тел өйрәнмәҫ инверсиялар йәки рифмаланған проза.
Бөтә обороттар, һүҙбәйләнештәр русса. Тот та машинистка эргәһенә ултырып туп-тура руссаға ауҙар ҙа сыҡ инде шиғырҙарын. Хатта һүҙлек тә кәрәкмәй.
Кемде руссаға тәржемә итеү еңел тиһәләр, мин иң беренсе сиратта Ш. Мәхмүтовты күрһәтер инем. Бөтә фекер ағышы, һөйләм конструкциялары русса эшләнгән.
Юҡ, исключенияларҙан грамматика төҙөп булмай инде!..
Былай яҙғанда телде эске яҡтан тарҡатыу ғына булыр ине. Беҙҙә әлегә быны иң шаблон рифмач та эшләй алмай.
Ә Шамил эшләй. Быны аҡлау өсөн әллә ниндәй теориялар уйлап сығара, үлә яҙып бәхәсләшә, ләкин был бәхәс мәғәнәһеҙ – сөнки ул һинең фекереңде, һүҙеңде бар тип тә белмәй, һинең һүҙең уның мең һүҙенә бәхәсләшеү аҙығы ғына. Уның менән бәхәсләшкәндә үҙеңде ахмаҡ итеп тоя башлайһың.
Унаң алдында һинең бөтә уй-фекерең консерватив, иҫке ҡалыплы, ә яңы фекер, яңыса ижад итеү ул тик Мәхмүтов ғали йәнәптәрендә генә. Ни даулай ул! Нимә эшләргә тырыша? Һәм ни өсөн? Мин хатта аңлай ҙа алманым. Әгәр ҙә былар ысын-ысындан әҙәбиәт өсөн, уның киләсәге өсөн икән, ниңә ул саҡта ала ҡарға булып ҡыланырға? Неужели Шамилдан башҡа башҡорттоң үҙ әҙәбиәте өсөн янған үҙ шағирҙары юҡ? Неужели улар бөтәһе лә шул тиклем аңра һәм артта ҡалған?
Ғәжәп бер тип был Шамил! Ғәжәп һәм сәйер. Әгәр ҙә инде ул шағир икән, ниңә ул шул тиклем үҙенең шағирлығын көсәнеп, шул тиклем тиреһенән сығырҙай булып иҫбат итергә тырыша? Был бит бер ҙә уның файҙаһына түгел!..
Форма ул үҙе менән ниндәйҙер яңылыҡ килтермәһә, ул тик форма ғына. Нимәгә беҙ Рәсүл Ғамзатовты ҡабул иттек шулай? Форма өсөнмө? Һигеҙ юллыҡ шиғырҙар ул борон-борондан килгән форма Шәреҡтә. Ә ул ошо һигеҙаяҡтары менән бөтә донъяны атлап сыҡты. Һәм беҙ һәр бер шиғырын уның көтөп алабыҙ.
Сөнки ул беҙҙең уй-тойғоларыбыҙҙы, беҙҙең күңелдә ятҡанды, беҙҙең аһтарҙы әйтеп бирә. Ниңә беҙ уны, Вознесенскийҙан өйрәнмәгән өсөн, ят күрергә тейешбеҙ?
Шекспирҙың был хаҡта бер сонеты быға бик яҡшы яуап бирә. (Маршак тәржемәһе.)
14 декабрь.
Иң мөһиме – тормош сумып йөрөп йөҙһөн ине беҙҙең йөрәктәрҙә. Һүҙҙәребеҙ ҡыу ҡалҡыуыс кеүек өҫтән генә дерелдәп йөрөмәһен ине. Күҙҙе йома-йома уҡыуҙан да, йәки шиғырҙы йылмайып, ҡулды һелтәй-һелтәй уҡыуҙан да уның фекере тәрәнәймәй. Танау менән уҡығанда шул уҡ һөҙөмтә шикелле. Йәки быйыл мин күберәк ғилми эштәр менән мәшғүл булдым тип, уҡығанда ла ул тәрәнәйеп китмәй. Шулай уҡ бик оло бас та ярҙам итмәй. Таҡыр башыңды бер-ике бөртөк сәсең менән ҡаплап ҡуйып уҡығанда ла шағирҙың риторикаһын ҡаплап булмай.
Әммә ләкин уҡыусы шиғыр көтә, түҙемһеҙлек менән көтә. Төрлө-төрлө шиғырҙар көтә. Моңһоуын да, шаянын да, тупаҫырағын да, нескәһен дә.
Ҡояшты социаль яҡтан «дурак һин» тип иғлан итеү менән, поэзияла юмор артып китмәй. Даян ағайҙың ҡайһы бер ҡыҫҡа шиғырҙары шул тиклем оҙон, уларҙы һис тә ҡурҡмайынса бер юлы ла ҡалмаҫлыҡ итеп ҡыҫҡартырға мөмкин!
Уларҙа ғәжәп көслө фекерһеҙлек. Яҙ булһа, ҡар ирей, ҡояш булһа, көн аяҙ, көҙ булһа, япраҡтар һарғая тип шатландырмағанда ла, был яҡты донъяла шатлыҡ тигән нәмә арыу уҡ бит. Ул үҙе ошо дүрт юллыҡ бик оҙон шиғырҙарын шул тиклем бирелеп уҡый, хатта әллә уларҙа бик шиғри, минең зиһенем асып еткермәгән фекерҙәр бар микән тип ғәжәпкә ҡалаһың. Артыҡ ныҡ ғәжәпләндермәһен ине Даян ағай. Юҡһа, үҙеңде нисектер ҡәбер ҡаҙып ҡайтҡан, таланған, меҫкен кеше кеүек итеп тояһың. Һинең зиһен-аҡылыңдан кемдер көлгән кеүек тойола башлай, донъя арыу уҡ төҫһөҙләнеп киткәндәй була.
Донъя беҙҙең шиғырҙарҙа үҙенең барлыҡ буяуҙары менән йәшәһен, көлһөн, илаһын, үҙенең бөтә серҙәрен, мәғәнәһен кешегә асып бирергә тырышһын ине.
Юҡһа, беҙ уны мәктәптәге ятланып бөткән ер шары кеүек зыр итеп әйләндерәбеҙ ҙә һә тигәнсе бына Мәскәү тибеҙ.
Бына Европа, бына Азия йәки бына Америка тип, яңы донъя асабыҙ.
Поэзияла аҙыраҡ уйланырға ла кәрәктер. Юҡһа беҙҙең ҡайһы бер ағайҙар поэзияға аҡыл кәрәкмәй тип, беҙҙе һаман тал сыбыҡҡа атландырып йөрөтмәксе булалар.
Пушкин һүҙенә аңлатма:
Әҙәмдәрҙән әҙәм кәм түгел,
Тик бәхете генә тиң түгел...
Тезистар:
«Яңы заман
яңы йыр һорай».
Нисек итеп яңыны яҙырға! Яңыһыҙ үҫеш юҡ. Ә яңыны асыу иҫ киткес ауыр, яуаплы. Ул ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек, ижади тәүәккәллек һорай. Быны һәр кем үҙе генә эшләргә тейеш. Бер кем дә был өлкәлә ярҙам итә алмай.
Тик тормош, үҙеңдең тормош тәжрибәң һәм үҙеңдең шул заманың тормошона булған мөнәсәбәтең.
Ләкин бер-береңдең мөмкинлектәрен, үҙенсәлеген таныу өсөн бергәләп һөйләшеү, әгәр ҙә ул һөйләшеү ихлас булһа, бик кәрәк.
Яңыны тоҫмаллау өсөн, киләсәккә ҡарау өсөн бөгөнгөгә, үткәнеңә әйләнеп ҡарайһың.
Бына беҙ бында шуның өсөн йыйылғанбыҙ ҙа инде.
Беҙҙең күптән инде һөйләшкәнебеҙ юҡ. Һәм бында һөйләшеүҙәр хаҡында ла һөйләшергә кәрәк.
- Заман-тормош (етмәй! Тормош!). Элеккеләр менән сағыштырып ҡарарға).
- Ҡыйыулыҡ етмәй. Ғамзатов. (Рус поэзияһы менән сағыштырып ҡарарға.) Баҫыуҙа тормоз ғәжәп ҙур тотҡарлыҡ яһай.
- Ваҡытында һүҙ әйтергә. (Таш төшкән урынында ауыр.) Башҡаларҙан һуңламаҫҡа.
- Йәштәргә – башлап сығыш яһағанда ғына иғтибар итәбеҙ, ә аҙаҡ ул үҙ алдына япа-яңғыҙ тороп ҡала. Был зарарлы.
- Ижади тарҡаулыҡ – көстәрҙе бер маҡсатҡа тупламау ҙа бик зыян итә.
- Тәнҡиттәге бер тауыш – дөрөҫмө, юҡмы ул – һуңғы һүҙ булып ҡала. Шуға һүҙ ҡушырға, бер фекергә килергә активлыҡ етмәй.
- Китап сығарыуҙағы тәртипһеҙлек. Бөтөнләй кәрәкһеҙ китаптар сығарыу кәрәклеләрен сығарыуҙы сикләй.
Мөхәррирҙәр менән булған мөнәсәбәт бик хөрт. - Монографиялар манияһы. Яңы антология. Теория. Дәреслектәр. Мөхәррир йәштәр юҡ.
- Поэзияны пропагандалау, китаптар һатыу, яҡшы лирика үрнәктәрен сығарыу, уҡыусылар менән осрашыу.
Образ – ағастың йәшлеге, үҫеүҙә – ос һабаҡтар, һиҙгерлек. Тамырҙарҙың, төп олондоң ныҡлығы. - Яуаплылыҡ – һәр нәмәлә.
- Башҡа туғандар менән аралашыу.
- Бер-берең өсөн яныу, һаҡсыллыҡ хаҡында. Бик эгоисбыҙ! Ә үҙебеҙ коммунистик әхләҡ, этиканы раҫлаусы кешеләрбеҙ.
- Халыҡ яҙмышы хаҡында уйланырлыҡ нәмәләр аҙмы ни. Башҡортостандан ситтә аҙмы башҡорт, татар йәшәй. Уларҙың культураһы тураһында кем уйларға тейеш? Дини фанатизм. Артталыҡ. Ә бит бында бөтөн бер халыҡ йәшәй. Эскелек.
- Әҫәрҙең теле ифрат ярлы. Ә беҙ бит әҙәби телде лә үҫтерергә саҡырылған кешеләр. Яҙ. Телде ҡулланыусы ғына түгел, тыуҙырыусы ла. Борсолоу күренмәй. Ә урыҫтар борсола. Тел һағында ниндәй гиганттар тора – Шолохов, Твардовский, Чуковскийҙар. Ә беҙҙә кем?
Телһеҙ поэзия юҡ. Әлеге ул беҙҙең төп ҡоралабыҙ һәм ул киләсәкте яулашырлыҡ тел булырға тейеш. Ғамзатов шуның өсөн дә халыҡ шағиры. Уртаҡ шағирға әйләнде ул. - Йыр текстары тураһында. Йыр – рухи байлығыбыҙ. Ә йөк һаман да бер урында. Союз хужа булырға тейеш. Халтура хужа булмаһын.
- Теоретиктар ниңә бик яй ҡуҙғала? Ниңә улар үткәнгә генә ҡарай.
Оҫталыҡ тураһында - Формализм тураһында Н. Хикмәт формулировкаһы.
Шамил Мәхмүтов эҙләнергә хаҡлы, ләкин ҡатындарға асыу килерлек булмаһын. - Аҡыл һәм тойғо. Пушкин һәм Бикбай.
- Халыҡ ижадына иғтибар йыйырға, ижади үҙләштерергә.
- Тәржемә – руссанан һәм руссаға. Хоҡуҡ. Татарса иң яҡшыларҙан бер йыйынтыҡ сығарғанда бик шәп булыр ине (башҡорт шағирҙары, әҙәби бәйләнеш тураһында баш һүҙ яҙып).
- Балалар өсөн шиғырҙар инфантильный булмаһын ине. Бик анһат яҙыла. Марат та Айрат. Күпме шаблон. Балалар өсөн был шиғырҙар күпме балаларҙа шиғырға нәфрәт тәрбиәләй (Әлфинур Вахитова, К. Кинйәбулатова, Ф. Рәхимғолова, Ф. Мөхәмәтйәнов, Әфғ. Ғиҙҙәтов) – яҡшы үрнәк. Ә халтура күп. Тематика тар. Белинский һүҙе.
Төрлө уйын текстары, таҡмаҡ, йырҙар кәрәк. Бының бик күп тармаҡтары бар. Әкиәттәр! (Шиғри, балладалар – «Ҡыҙыл букет», «Диңгеҙ һыуы ниңә тоҙло булған?», «Өйрәнде нисек өрөргә көсөк».) - Сатира һәм юмор. Марат Кәримов, Т. Арслан һ. б. «Һәнәк». Ҙур үҫеш, ләкин социаль сатира юҡ дәрәжәһендә.
«Башҡорт көлөүе» тигән бер йыйынтыҡ әҙерләргә кәрәк ине. Был үҙе бер ҙур таяныс буласаҡ.
Баштан башлап бөгөнгө көнгә тиклем. Ғәжәп бай ҡорал буласаҡ. Кәтүк менән Бағанай аҡылдан шашыр ине. - Нәҫерҙәр. (Ш. Фидаи – И. Абдуллин.) Уртаса шағир булыуҙан уртаса прозаик булыу яҡшыраҡ. Уны, исмаһам, уҡыйҙар. Ул яҡшы прозаик тыуҙырышырға ярҙам итә. Ә уртаса шағир поэзияны үлтерешә.
Поэзияла яҡшы өлгө генә яҡшыны тыуҙыра.
Шуның өсөн шиғыр яҙып та шағир була алмағандар прозаға күсеү хаҡында иртәрәк уйларға тейештәр. Ә яҡшы шағир ҡасан да яҡшы прозаик була ала. Яҙылғанда ул шиғыр яҙһын.
Ижади ғүмерҙе йәлләй белергә кәрәк.
Ғүмер буйы шиғыр яҙып та, шағир булмай үлеү – бик ҙур фажиғә.
Әкрәм Вәли ағай, ауыр тупрағы еңел булһын мәрхүмдең, шулай күп ғүмерен әрәм итте. Уға һуғыштан ҡайтҡас уҡ прозаға тотонорға кәрәк ине – юҡһа, ул бер шәп шағирҙың урынын алып йәшәне, ә үҙенән ни бары ике юллыҡ шиғыр ҡалды. Мин йырымды ҡайҙан башлаһам да,
Һиңә ҡайтып ҡала, Ватаным.
Сәйфи Ҡудаш ритмы тураһында.
Ритм боҙола, ә үлсәм дөрөҫ. Ләкин ритм – үлсәм генә түгел. Прозала ижектәр һаны юҡ, ләкин ритм бар. С. Ҡудаш ритмды шулай аңлы рәүештә эшләйем ти. Ләкин бынан поэзия өсөн отош күрмәйем мин. Ә ҡарт шағир өсөн уңайһыҙланырға тура килә.
Был үҙенсәлек түгел, сир.
Дауаларға кәрәк сирҙе, ә беҙгә был сир менән ауырырға ярамай.
Ритмик быуын бар, ул быуын тоторға тейеш, шылҡылдап тормаһын. Бабичта ул юҡ.
Ләкин беҙҙә ҙур пост, етәкселек урынын алып торған кеше генә коммунисҡа, партия вәкиленә иҫәпләнә, ә партия эше өсөн йәнен биргән, уның өсөн бөтә көсөн аямаған ысын кеше быға ярамай.
Рангыһы түбән...
Ә бит ысын партия вәкиле пьесала Чекмарев. Унан һуң авторҙың үҙ маҡсаты бар. Ул тарих яҙмай, уны даталарға сынйырлап ҡуйырға ул этме ни?
Беҙҙә туҡмалғандарҙы туҡмау модала. Ш. Мәхмүтов, Азат Абдуллинды туҡмайҙар. Һәм был туҡмаҡты ҡыҙылға төрәләр. Ләкин нисек кенә төрмә, бының эсендә кешегә иҫ киткес ғәмһеҙ, оятһыҙ, әшәке бер күҫәк ята.
«Онотма мине, ҡояш!» – минең өсөн һуңғы йылдарҙа иң тулҡынланып, кисереп ҡараған сәхнә әҫәре.
Был кеше рухы тураһында поэма ине. Һәм кеше 30-сы йылдарҙағы иң яҡшы, иң ысын коммунист Сергей Чекмарев ине.
17 декабрь.
Поэзияла илебеҙҙең төҫө ниндәй?
Беҙ уның тарихи, рухи, тәбиғи йөҙөн тулыһынса күрһәтә алдыҡмы?
Башҡортостан ниндәй ил бөгөн?
Әгәр ҙә беҙҙең поэзиянан сит ил уҡыусыһы уның төҫөн күрергә, халыҡтың характерын күрергә теләһә, нимәләр таба алыр ине?
Ә бит халыҡтарҙы уның әҙәбиәтенән, халыҡтың рухи тормошон уның поэзияһынан танып беләләр.
Ләкин беҙҙең поэзияның ни биреүен әйтеүе бик ауыр.
Нишләптер беҙҙә Сәләмдән һуң яңы «Республика иртәһе»нең булғаны юҡ әле. Ә бит унан һуң Башҡортостан иртәләре ни тиклем үҙгәрҙе, ни тиклем байыҡты!..
Ләкин бына хәтерҙә ҡалырлыҡ шундай уҡ көскә эйә булған шиғри иртәнең булғаны юҡ әле.
Бәлки, тормоштағы был иртәләр ғәҙәти бер иртәгә әйләнгәнгәлер?
Ләкин поэзияның бурысы ошо күнегелгән ғәҙәти иртәләрҙе ғәҙәттән тыш хәл итеп күрһәтә белеүҙә түгелме?
Беҙ артыҡ ғәмһеҙ һәм хуш күңеллегә әйләндек түгелме?
Ә башҡа илдәрҙең төҫөн күрһәтеү?
М. Кәримдең Вьетнам, Н. Нәжмиҙең һиндостан тураһындағы шиғырҙарынан был илдәрҙе төҫмөрләргә мөмкин. Ә Рамазановтың ғәрәп циклынан ниндәй Ғәрәбстанды күрергә мөмкин?
Щ. Мәхмүтов та Праганың һәм Чехтарҙың алтын булыуы тураһында, беҙ белгәндәрҙән уҙып, әллә ни әйтә алмаған. Нисектер былар бик дөйөм.
Ә бит Есениндың «Персидские мотивы» циклынан, ул Персияла үҙе булмаһа ла, Персияны күрәһең, тояһың. Ул ышандыра һине.
23 декабрь.
Төнгө сәғәт 4-тә йөрәккә приступ. Нитроглицериндан баш тубал һымаҡ. Врач Хәбибуллин тиҙ ярҙам машинаһы менән килеп ике укол яһаны.
Врач Ғафури районынан, 18-се больницала эшләй.
Укол: атропин, водород морфийы.
24 декабрь.
Шамил Мәхмүтов «яңы»лығына ниңә иҫегеҙ китә? Новатормы ул? Минеңсә, ул бер кемгә лә оҡшамаҫҡа тырыша ғына.
Ләкин үҙе төрөккә лә, французға ла, испанға ла оҡшап тора. Чехҡа ла.
Төрөк Назым Хикмәт хатта уны бөтөнләй ҡаплап китә. Артур Рембо ла, Луи Арагон да, Неруда ла, Незвал да, хатта Солоухин да Шамилды күрһәтмәҫкә тырышалар. Ә ул был тауҙарға менеп үҙен күрһәтергә тырыша. Йөк башындағы ҡырмыҫҡа һымаҡ. Ә һин күренергә теләһәң, улар кеүек үҙең тау бул. Ә тауҙар һәр береһе үҙ илдәрендә, үҙ милли тупрағында, үҙ географик һәм тарихи киңлектәрендә үҫеп сыға.
Маяковский, мәҫәлән, шундай яңы тауҙарҙан. Уитмен да шулай уҡ. Лонгфелло ла үҙенең Гаявата хаҡындағы йыры менән шулай үҫеп сыҡҡан тау.
Бигерәк тә беҙгә Маяковский яҡыныраҡ. Ул әле һары кофта кейеп йөрөгәндә үк һары эсендәге оло йөрәге менән бығаса донъялағы тел-әҙәбиәт тарихы белмәгән әҙәби революция яһай. «Тринадцатый апостол» йәки «Облако в штанах» поэмаһында бит ул бөтөнләй яңы фекерҙәр, бығаса күренмәгән бөтөнләй яңы сюжет, бығаса күрелмәгән яңы ритмика, яңы рифмалар системаһы, яңы синтаксис, яңы һүҙлек алып килә рус әҙәбиәтенә.
Ә Шамил ни алып килә? Бығаса ишетелмәгән яңы фекерҙәрме? Юҡ. Яңы сюжеттармы? Юҡ. Яңы ритмикамы? Юҡ.
(Уны беҙ Пушкиндың Балда тураһындағы әкиәтендә үк күргәйнек инде.)
Яңы рифмалармы? Юҡ. Уның рифмалары барыһы ла Ба-бичтан башлап Назаровҡа тиклем барыһы ла беҙҙә бар.
Яңы синтаксисмы? Ул да, йәғни русса обороттар, беҙҙә башҡортса уйлай белмәгән шағирҙарҙа байтаҡ бар.
Һәм беҙ быны әлегә, башҡорт теленең быуаттар буйы нығынып, ҡалыплашып килгән синтаксисы бар ваҡытта, әҙәби телебеҙгә индерер өсөн бер ниндәй ҙә мохтажлыҡ күрмәйбеҙ.
Ә яңы һүҙҙәр?
Улар ҙа юҡ Мәхмүтовта. Булһа ла, улар ғәрәп-фарсы һүҙҙәре генә. Ә башҡорт теленән ингән берәй яңы һүҙҙе мин унда күргәнем юҡ әле.
Ғөмүмән, ни һуң бар унда новаторлыҡ затынан. Ҡобайыр алымын шиғырға һалып, шиғырҙар үлсәүен халыҡ йырҙарының үлсәүенә тарттырып ҡына новатор булып булмайҙыр ул?
Стиль ул, кемдер әйтеүенсә, ул кешенең үҙе, характеры. Форма ла йөкмәткенең кәүҙәләнеше, шиғри фекерҙең мотлаҡ бер шәкеле генә.
Ҡайнар ҡурғашты һирпеп ебәрһәң, ул төрлө шәкелгә кереп һынлана. Шиғыр ялҡыны ла, минеңсә, шундай шәкелгә керергә тейеш.
Ни һуң яҡшы Шамилда? Эҙләнеү.
Ләкин был эҙләнеүҙә ни һуң насар?
Кешеләр эҙләнеп үткән ерҙән эҙләнеү насар.
Кеше инде еләген йыйып киткән аҡланда, әлбиттә, ҡайһы бер япраҡ аҫтына боҫоп ҡалған еләктәр ҙә, әле ваҡытында аҡый ғына булып бешеп етмәгән, ләкин ваҡыт үтеү менән инде бешеп еткән еләктәр ҙә табылырға мөмкин (ҡайһы бер бындай тәлгәштәр унда юҡ түгел).
Ләкин ни тиһәң дә үҙ аҡланыңды, үҙ еләгеңде эҙләргә кәрәк. Кеше аяғы баҫмаған урынды табырға ине.
Ҡасандыр донъялағы донъяны танып белеү фекере яҙылған юлдар бөтәһе лә шиғри юлдар менән яҙылған. Боронғо грек философтары, рим ғалимдары хатта фәнни фекерҙе лә шиғыр менән яҙғандар. Кар Лукреций «О природе вещей» китабында хатта атом төҙөлөшө тураһында һөйләгәндә лә шиғырҙан айный алмаған. «Илиада», «Одиссея»ларҙан алып Ҡөрьәнгә тиклем, хатта Буалоның шиғыр төҙөлөшө тураһындағы «Поэти-ка»һына, хатта Ломоносовтың быяла тураһындағы трактатына тиклем шиғыр менән яҙылған. Шәреҡ шағирҙары?!
Хәҙер фәндәр айырымланған, фәндәр эсендә фәндәр барлыҡҡа килгән ваҡыт. Шиғыр күп йөктән бушаны.
Ә бынан шиғырҙың бурысы кәменеме һуң? Шиғырҙан аҡыл китергә тейешме һуң? Юҡ, әлбиттә.
Шиғыр фекерҙең юлдашы. (Был хаҡта Виноградов бик яҡшы әйткән.)
Поэзия яңы осоштар алдында тора. Кеше аҡылы нескәргән фекерҙән синтезға, ҙур дөйөмләштереүҙәргә, ҙур һикерештәргә килә. Яңы поэзия ошо һикерештәрҙән яңы фекер аласаҡ. Ә беҙҙең культура министрынан түгел, әлбиттә.
Кеше күңеле үҫә. Ә поэзия – кеше күңеле.
Тимәк, беҙҙең поэзияға бөтә йәһәттән – нескәлек яғынан да, интеллектуаль яҡтан да – оло эҙләнеү юлына сығырға кәрәк!
Был тәңгәлдә эҙләнеү мотлаҡ нәмә. Ләкин Шамил кеүек эҙләнеү артҡа китеп эҙләнеү булыр ине.
Беҙгә артҡа китеп тороу кәрәкмәҫ. Былай ҙа беҙҙең поэзия 20 йыл буйы артта ҡалып килде. Шәхес культының был һәләкәтле ҡоршауҙары бигерәк тә иң милли әҙәбиәттәргә һәләкәтле булды. Беҙ әле лә уның шауҡымынан ҡотолоп етә алмайбыҙ. (X. Кәрим, Ғ. Рамазанов, М. Марат, Б. Вәлит...)
Йәштәр быны, әлбиттә, еңелерәк кисерҙе. Ләкин ҡайһы бер йәштәргә ул бигерәк тә һәләкәтле булды. (Игебай, Шакир Бикҡол һ. б.)
Күптәр был ҡырауҙы күтәрә лә алмаҫҡа мөмкин.
М. Кәрим публичное раздевание – бөтә халыҡ алдына сығып сисенеү тураһында бик дөрөҫ әйтә.
Эйе, был сисенеүҙә урам буйында хәйер һорап ултырғандарҙың ғәриплеген генә күрәһең (Евтушенко).
С. Ҡудаштың алма баҡсаһы бик бай, әлбиттә. Ләкин ул серек алмаһын сығармаһын ине. Ашлама ғына итһен ине.
Хәҙер химия бик яҡшы гербицидтар эшләп сығара, шуларҙы ул үҙ баҡсаһында файҙаланһын ине. Шулай уҡ, тәбиғәттән шәфҡәт көтмәй, уға ҡарт ағастарын әҙерәк яңыртыу, прививка үткәреү яғын да ҡарарға кәрәк. Алмаһының нәҫеле аҙмаһын. Юҡһа, бик күп алмаларынан бик күбеһе ашарға яраҡһыҙ булып сыға. Журналда, газеталарҙа аптырашып ултыралар. М. Кәрим, мәҫәлән, күп тә, яҡшы ла булһын – шул талант, ти, Рәсүл тураһында һөйләгәндә. Әлбиттә, мин йәштәрҙән өйрәнһен тимәйем. Тютчев, Фет кеүек, Гюго, Баранже, Гете кеүек талапсаныраҡ ҡарттарҙан өйрәнергә лә була.
Унан һуң шағирҙар тураһында иҫтәлектәр яҙғанда Корней Чуковский кеүек ҡарттарҙың иҫтәлегенә лә күҙ һалыштырғанда насар булмаҫ ине.
Беҙ, йәштәр, үҙебеҙҙең татар, башҡорт шағырҙарының сәй эсеү, ҡымыҙ эсеү оҫталығына артыҡ иғтибар итмәйенсә, уларҙың шиғыр яҙыу оҫталығына нығыраҡ иғтибар итер инек.
Юҡһа, беҙҙә М. Ғафуриҙы шағир итеп танымаған йәштәр ҙә юҡ түгел.
Беҙгә әҙәбиәтебеҙҙең әле яҙылмаған шиғри тарихы бик кәрәк. Миңә, мәҫәлән, Бабичтың оло ҡолағы булыуҙан бигерәк, уның оло оҫталығы тураһында белеү ҡыҙыҡлыраҡ.
Кулибай ағайға ла, башҡаларға ла ошо теләкте еткерәһе килә.
25 декабрь.
Атнабайҙың «Мин һиңә өндәшәм» йыйынтығын бер тын менән уҡып сыҡтым. Поэзия шырлығынан һуң хуш еҫле, йыйнаҡ, иркен, яҡты бер аҡланға барып сыҡҡан һымаҡ булдым.
«Замандашым» поэмаһынан башҡалар бөтәһе лә оҡшаны. («Замандашым»да замандаш юҡ, бик примитив урындары күп, дөйөм хәҡиҡәт һөйләп сығылған, ғөмүмән, был әҫәр поэма түгел.) Ә шиғырҙар шиғыр инде. Ни генә тимәһендәр, Атнабай шағир һәм бик оригиналь шағир. Тик һайыраҡ, тарыраҡ. Тәрәнәйергә, киңәйергә, тормош тураһында күберәк уйланырға кәрәк.
Унан һуң бик сәйер ғәҙәт бар Атнабайҙа: әгәр ҙә юлы кеше баҡсаһы тирәһенәнерәк үтһә, берәй деталь йәки образ йылмайыбыраҡ сәскә атып ултырһа, уны өҙмәйенсә йәне түҙмәй инде уның. Кеше баҡсаһына төшөүҙә, әлбиттә, поэзия ла барҙыр, ләкин поэзия баҡсаһына төшөүҙе китап маҡтап бөтмәй. Бында әҙерәк тәнҡитсе кесерткәне ҡулланыу бер ҙә яҙыҡ булмаҫ ине.
Кеше баҡсаһында, әлбиттә, гөлдәр ҙә матур, емеш тә тәмлерәк күренәлер. Шулай ҙа был сифат балаларға хас. Ә ололарға «түҙ, йөрәгем, түҙ» тип үтергә кәрәктер.
28 декабрь.
Нишләптер беҙҙең шиғырҙарҙа авторҙарҙың үҙҙәренә генә хас оло маҡсаты, йәне-тәне менән нимәнелер яҡлауы, ни өсөндөр һуғышыуы, ҡыҫҡаһы, үҙҙәренең актив философияһы юҡ.
Шиғырҙар һалҡыныраҡ, тулҡынландырмай, шыма, шыйғалаҡ, бер ҙә күңелгә һеңеп ҡалмай. Нишләптер барыһы ла үҙ-үҙҙәренән ҡәнәғәт, күңелдәре тымыҡ күлдәй тыныс, бер ниндәй ҙә борсолоу, болоҡһоу тигән нәмә юҡ. Нилектән был?
Бөгөнгө поэзиянан был һорауға яуап табалманым. Ә уҡыусы уны бик көтә ине.
Хәҙер халыҡ яңынан үҙенең халыҡлыҡ хоҡуғын шәхес ҡулынан тартып алды, яңынан уның үҙаңы (самосознаниеһы) кире ҡайтты, халыҡ үҙен яңынан тормоштоң хужаһы булыуын, тарихты ижад итеүсе берҙән-бер көс булыуын тойҙо.
Әлбиттә, шәхес культының йоғонтоһо, зарарлы эҙҙәре күп әле. Әле һаман атрофия алған нәмәләр бар. Бына шуның өсөн, халыҡта уның үҙ рухын нығытыу өсөн, халыҡ үҙен берҙән-бер хужа итеп тойһон өсөн, үҙ көсөн тойһон өсөн бик күп эшләргә кәрәк.
Халыҡ үҙен эш эшләүсе генә итеп түгел, ә үҙ яҙмышын үҙе хәл итеүсе итеп тойһон. Инициативаһыҙлыҡ, ҡул һелтәп ҡарау, күңел һүрәнлеге кеүек пассив тойғоларҙың тамсыһы ла тороп ҡалмаһын ине. Етәкселек тә үҙ мәнфәғәтен, үҙ карьераһын ғына ҡайғыртып йөрөүсе «тәжрибәле» тип танылған, ләкин асылда халыҡта бер ниндәй ҡайғыһы булмаған дежур етәкселәрҙән һаҡ булһын, формализмға юл ҡуймаһын ине.
Поэзияның бурыстарын киңәйтергә, уның үҙ хоҡуҡтарын тиҙерәк ҡайтарып бирергә кәрәк.
Поэзия тормошто биҙәкләү йәки әҙер фекерҙәргә иллюстрация ғына түгел, ә ул тормошто төҙөшөү, үҙгәртеү ҡоралы. Ул үҙе фекер бит. Ниңә ул әҙер фекерҙәргә генә тағылып йөрөргә тейеш һуң әле?
Ул тормошҡа һиҙгерерәк, ҡыйыуыраҡ ҡарашлы булһын. Шунда ғына ул беҙҙең иң матур идеалдарыбыҙға хеҙмәт итәсәк. Ә беҙ хатта әҙер фекерҙе лә ҡыйыуыраҡ әйтергә ҡурҡабыҙ.
Ә шул арҡала күпме рухи ҡиммәттәр юғала? Әйтәйек, шул тел мәсьәләһе. Һыу менән бергә баланы ла сайып ташламайбыҙмы? Бит халыҡтың бөтә быуаттар буйы тыуҙырған рухи культураһына ҡурҡыныс тыумаймы ни? Бер ниндәй халыҡ та рухи яҡтан хәйерсе булмаған. Дөйөм хазинаға һәр халыҡ үҙ өлөшөн индерә аласаҡ.
30 декабрь.
Бөгөнгө ҡаршылыҡлы, ҡатмарлы, героик тормошто хатта Мостай ҙа ситләтеп үтә, уҡыусыны ғазаплаған һорауҙарға төрлө «сер»ле йылмайыуҙары, кинәйәле «ҡара һыуҙары» менән генә яуап бирә. Пьесаһы ла алыҫ үткән замандарға – тағы кинәйәгә ҡоролған. Ә ниңә бөгөнгө көндөң үҙенә туп-тура ҡарап, туп-тура ҡыйыу һүҙ әйтмәҫкә? Әлеге дистанцияны һаҡларғамы? Ваҡиғалар һыуына төшкәнен көтөргәме? Һалҡын һыуҙы ла өрөп эсергәме? Ғөмүмән, әҙәби йүнәлеш шулмы әллә?
Назарҙың да һуңғы ижады мәңгелек темаһына – йыр һәм уның урынын асыҡлауға ҡайтып ҡала. Ул хатта конкрет шағир Мәлих Харис тураһында ла түгел һымаҡ.
Сәнғәтте сәнғәттә сағылдырыу тормошто төрлө көҙгөләр аша сағылдырыу түгелме?
Ғәжәп шартлылыҡ күп. Йәки «Ике йылға» кеүек примитив әҫәрҙәр.
X. Ғиләжев та курорт шиғырҙары менән үҙенең трибун тауышын томалап ҡалдырҙы.
Кемдән үрнәк алырға?
Мостайҙа ниндәйҙер морализация, ә мораль тема күтәреү түгел. Ә бөгөнгө тормош – «йырланмаған йыр» булып ҡала килә.
Ә нужа, промышленноста, кешеләр характерында күпме үҙгәреш. Интеллигенция тормошо ла ентекле күҙ һалыуҙы һорай. Ҡайҙа уның интеллектуаль йөҙө? Беҙҙең әҙәбиәттә ул хәҙер бөтөнләй күренмәй. Ә ҡайҙа хәҙерге, бөгөнгө көн йәшлеге? «Замандашым» поэмаһындамы? Юҡ, унда беҙҙең замандаш үтә фәҡир, үтә примитив. Беҙ ҡайһы заманда йәшәгәнебеҙҙе онотабыҙ шикелле?
Әҙәби тормошобоҙ, әгәр ҙә йәштәр менән үткәрелгән бер семинарҙы, традицион шиғыр кисәһен, бер нисә районға сығып әҙәбиәт һәм сәнғәт аҙналығын үткәреүҙе иҫәпкә алмағанда, бик бер төрлө, тоноҡ.
Партия йыйылыштары үткәрелә, ләкин унда ниндәй мәсьәләләр күтәрелгәне беҙгә мәғлүм түгел.
Юбилейҙар яһап ҡына әҙәби процесты йәнләндереп буламы икән?
Йәки Абдуллин һәм Ихсандарҙың судлашып йөрөүҙәре беҙҙең әҙәби хөкөмдән ниңә ситтә ҡала икән? Әллә тәнҡитселәр урынына беҙҙең әҙәбиәт торошо тураһында прокурор йәки следователдәр генә хөкөм йөрөтөргә тейешме икән?
31 декабрь.
Ихсан Әхтәмйәнов, Әхмәт Ғайсин, Абдулхаҡ Игебаев, Муса Сиражетдинов, Яҡуп Ҡолмой Яңы йыл шиғырҙарын уҡынылар. Ниндәй иҫкелек, ниндәй шаблон шиғырҙар!.. Утыҙ йыл артҡа, шиғырҙар шырлығына китеп аҙашаһың.
Ялтырауыҡ шыршы биҙәктәре генә бит был шиғырҙар.
Унан һуң яһалма тауыш менән, ялған пафос менән М. Кәрим шиғырҙарын уҡыйҙар. Бәлки, уҡыусы ла быға күнегеп бөткәндер?
1964
4 ғинуар.
Һәр аҙыҡты үҙе һеңдергән, эшкәрткән организм ғына көслө. Зарарлы, яраҡһыҙ матдәгә ул үҙенең уларға ҡаршы торорлоҡ антиматдәләрен эшләп сығара.
Әҙер сәйнәлгәнде йотоу организмға бик аҙ йоғонто яһай. Бында әле беҙ белмәгән әллә ниндәй химик реакциялар барҙыр әле?
Кеше лә бит колба эсендә тыумай. Тик тәбиғи үҫеш кенә сәләмәт.
Тәбиғәткә ҡаршы барыу барыбер үҙенең кире йоғонтоһон яһай, нәҫел боҙолоуға, вырождениеға килтерә.
Үҙе, үҙ көсө менән үҫкән матур. Әҙәбиәт тә шулай уҡ кеше тәбиғәтенең үҙ ҡаҙанышы. Уны беҙгә бер халыҡ та бирмәгән һәм бирмәйәсәк тә. Ул башҡа халыҡтарҙың ижад мираҫынан өйрәнергә мөмкин һәм өйрәнергә тейеш тә. (Ваҡытты ҡыҫҡартыу өсөн.) Ләкин ул үҙ аллы булғанда ғына көслө.
Өйрәнеү – ҙур мәктәп. Ә үҙең ижад итеү – бөйөк эш. Һәр бөйөк шағир үҙ уҡытыусыһынан юғары (үҙенсә).
Әгәр бер бөйөк шағирҙың иң тырыш уҡыусыһы булып та, үҙ бөйөклөгөң булмаһа, һин тик шәкерт кенә. Шулай уҡ халыҡтарҙа ла кеше тәбиғәте йәшәй. Һәр халыҡ ижадҡа һәләтле, һәр халыҡ бөйөк. Тик уның бөйөк шарттарға, тарихи шарттарға эләгеүе генә шарт.
Ә беҙ ни өсөндөр һәр милли әҙәбиәтте тик шәкерт итеп кенә күрергә күнеккәнбеҙ.
Ҡыйыу һүҙҙе әлегә бер билдәһеҙ кеше әйтһә, ҡолағыбыҙ ҡарпайып, күҙебеҙ дүрт була. Был бик зарарлы, үҫеү өсөн зарарлы.
Ғамзатов миҫалы – үрнәк миҫал поэзияла. Ул өйрәнгән, ләкин хәҙер күптәрҙе өйрәтә. Һәр әҙәбиәттә лә Ғамзатовтар булырға тейеш. Ә булғандарын быуырға ярамай.
Әҙерҙе генә йотмайыҡ.
Терешкова космоста әллә ниндәй ҡиммәтле пилюлдәр йотоп туҡланған, ә ергә төшкәс, иң ябай арыш икмәге менән йәшел һуған ашайһы килгән. Тимәк, был кәрәк организмға.
Беҙҙә мин һине үлеп яратам, мин һиңә ғашиҡ булдым, ғишыҡ тотам, мин һинең өсөн янам-көйәм, мин һиңә күңелемдә оло мөхәббәт йөрөтәм йәки һөйөү һаҡлайым, ғашиҡ булдым ҡара ла ҡашыңа, тип әйтмәһәң, үҙ хистәреңде саҡ ҡына башҡа һүҙҙәр менән әйтеп бирһәң йәки шул мөхәббәттең үҙен күрһәтеп бирһәң, ни өсөндөр һинең яратыуыңа, һөйөүеңә, ғашиҡ булыуыңа, мөхәббәтеңә ышанмайҙар.
Әтәс һүрәте аҫтына мотлаҡ әтәс тип яҙып ҡуйырға кәрәк булып сыға.
Ә бит халыҡ быны аңлай, ә беҙ уның тойоу ҡеүәһенә, зирәклегенә, нескәлегенә ышанмайбыҙ.
«Тыуған илкәйемә лә ҡайтыр инем, аяҡтарым талһа, имгәкләп», – тип бит халыҡ тыуған ерен яратыуы хаҡында әйткән.
«Таштуғайҡай, һинең ҡамышың юҡ, кире Уралҡайыма ҡайтайым», – тип тә халыҡ ошо хисен йырлаған.
«Үҙҙәренең ҡойоһо бар, беҙгә килеп һыу ала», – был да бит «ул мине ярата» тигән һүҙ.
Тик уның тәүгеһендә образ – шиғриәттең үҙе, ә икенсеһендә яланғас хәбәр, отчет йәки тоҙһоҙ сөсөлөк.
Ниңә әле беҙ ошо меңәр йылдар буйы килгән поэзиябыҙҙан баш тартырға тейешбеҙ? Шағирға – образ, ғалимға – төшөнсә. Был хаҡта Белинский бит бынан йөҙ йыл элек әйткән!.. Ҡайһы саҡта беҙҙең мөхәррирҙәребеҙ, хатта берҙән-бер журналыбыҙ «Ағиҙел» өсөн оят булып китә.
Ләкин X. Ғиләжев ҡасандыр бик матур шиғырҙар яҙған өсөн, үҙеңдең ҡасандыр бик аҡыллы уҡытыусың булған өсөн һәм мөхәрририәттәге иптәштәрҙең ҙур исемле – фән докторҙары булған өсөн, ҡайһы бер әҫәрҙәрен ҡасандыр бик яратып уҡыған өсөн – был хәҡиҡәтте әйтеп торғо килмәй. Сөнки:
«Һин минеке булып тыумаһаң да,
Һин минеке иттең донъяны», – тигән һүҙҙе уҡыусының уларҙан башҡа ла бик ныҡ аңлаясағына бөтә күңелдән ышанаһың. Ышанмаһаң бик күңелһеҙ булыр ине, әлбиттә.
4 ғинуар.
Химия бик наҙан булғанда, әле Менделеевтың элементтар таблицаһы тик тәбиғәттең үҙ сере булып ятҡанда, алхимиктарҙың төрлө матдәләрҙе бергә бутап, алтын-көмөш килтереп сығарырға баш ватыуҙарында ла мин бер оло мәғәнә күрәм. Әлеге яһалма алтын-көмөш юҡ шикелле, ләкин киләсәктә уларҙың булыуына бөгөнгө химияның тылсымлы ҡулдары, ниңәлер, бик ныҡ ышандыра. Сөнки оло тәжрибә тарихы ышандыра кешене, уны өмөтлө итә. Сәнғәттең дә үҙ тәжрибә тарихы бар. Уның киләсәгенә бик ныҡ ышандыра был тарих...
6 ғинуар.
Рафаэлдең «Ышаныс» поэмаһын уҡыйым.
Кеше партияға алыуҙы ҙур шатлыҡ менән көткән. Ләкин алмағандар. Әлбиттә, ауыр, күңелгә ниндәйҙер болғансыҡ юшҡын ултыра. Өлгөрмәгәнһең, әле тигәндәр. Ҡарт коммунист, етмәһә, «коллективты ла һанға һуҡмай» тип ҡуйған. Ояты ни тора, әлбиттә.
Ләкин бының менән донъя бөттө тигән һүҙ түгел бит әле. 25 йәшлек кешегә был бер ҙә башты ташҡа ороп, сәс йолҡоп иларлыҡ нәмә түгел бит?
Өлгөрмәгәнмен икән – өлгөрөрмөн, ышанысты аҡлап етмәйем икән хәҙергә – аҡлармын. Коллективты һанға һуҡмайым икән, был әле мин бөткән кеше тигән һүҙ түгел. Коллективтың да төрлөһө була. Унан һуң ҡарт коммунист быны әйтә икән, тимәк, ул үҙе ниндәйҙер бер көсһөҙ кеше, хатта уның ысын коммунист булыуы ла шикле. Тәжрибәле ҡарт коммунист икән ул, ниңә быны йыйылышҡа тиклем күрмәгән. Тимәк, коллектив үҙе лә ғәйепле.
Логика шулай.
Әгәр логиканан тыш икенсе бер хәл булһа, был инде осраҡлы хәл, характерлы түгел. Ә ниңә шуны белә тороп аһ орорға?
Өлгөрмәгән тигән һүҙ бит «халыҡ дошманы» тигән һүҙ түгел дә.
Тимәк, герой түгел был поэма өсөн. Истерик ҡына. Үҙенең шәхесен ғәҙәттән тыш өҫтөн күргән кеше генә үҙенең бер ғәҙәти ҡайғыһын донъя трагедияһы дәрәжәһенә күтәрергә мөмкин.
Унан һуң партияға инеүҙе кеше нишләп ул тиклем идеаллаштырырға тейеш әле. Бик күп, хатта бөйөк кешеләр ҙә партияһыҙ булған. Партияға инеүҙең маҡсаты сәләмәт икән, кеше уға үҙенең тик эске бер үҫеш баҫҡысы итеп ҡарай икән, үҙенең тәбиғәте ҡушҡанса керергә теләй икән, ул был хәлде бик нормаль кисерергә тейештер.
Ә бында бит трагедия, күпме «ах», күпме үрһәләнеү. Юҡ, сүтәки, был бик личный кисереш, хатта был «ох»тар арта барған һайын авторға ышанмай башлайһың.
Был инде – балаларса.
Кеше менән бындай ғына хәлдәр булмаймы инде. Унан да былайыраҡтары ла була бит әле уның!.. Көслө, нормаль кеше уны бик тәбиғи итеп ҡабул итә.
Унан һуң партияға алмауҙың да мотивтары бер ҙә ышаныслы түгел – сөнки ҡапма-ҡаршы көстәр, фекерҙәр көрәше юҡ. Бик мораль-психологик планда ғына хәл ителә мәсьәлә.
Конкрет тормош мотивтары етмәй.
Поэмала бик көслө юлдар, техник оҫталыҡ, һүҙҙәр динамикаһы бар, ләкин улар маҡсатһыҙ, бушҡа эшләй. Күбектәрен сәсеп зырлап әйләнгән тирмән ҡуласаһы бушҡа әйләнә. Ҡайһы заман хаҡында һүҙ барыуы ла томанлы.
Ғөмүмән, был поэма түгел, монолог ҡына. Турғайға туптан атыу килеп сыҡҡан. Ленинды риторика (бәхәс сәнғәтенең) уҡытыусыһы итеп алыу уны бик бәләкәйләтә бит. Үтә бәләкәйләтә.
Тыуған шишмә
Тау аҫтынан таш ярып,
Урғып сыға шишмәкәй.
Алыҫ-алыҫ китә...
Хыялымдай әллә ҡайҙарға.
Ә төндәрен
һөйләй серҙәрен
Йондоҙ-айҙарға.
Эсеп һыуһындарым ҡанмай...
«Бер ҡасан да...» шиғыры ла тик шәхси ҡаршылыҡтарға ҡайтып ҡала. Етмәһә, шәхси дошман менән бәхәсләшеү өсөн генә Ленинды һәм уның хеҙмәттәрен саҡыра шағир. Артығыраҡ түгелме был? Ленин бындай ҡаршылыҡты хәл итеүҙә түгел, ә социалерәк, тормош өсөн кәрәклерәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итһен ине. Ваҡлама!
7 ғинуар.
«Һабантурғай йырҙары»н нәшриәткә илтеп бирҙем. Асып ҡараусы ла булманы. Бер генә лә ысын әҙәбиәтсе ултырмай шул бында. Берҙән-бер ысын күңелдән ҡыҙыҡһынған нәмәләре – шахмат. Ҡасан ғына барма, мөкиббән китеп шул шахмат шаҡмаҡтарына сумған булалар. Әҙәбиәт тураһында берәй һүҙ ишетермен тип уйлама ла... Күпме ваҡыт – айҙар, йылдар буйына бушҡа әрәм ителә. Ә беҙҙең газета редакцияларында иртәнән алып кискә тиклем шашка уйнайҙар. Бер кемгә лә ваҡыт йәл түгел. Хатта был күренешкә ҡарап торһаң, күңелде ҡот осҡос бушлыҡ солғап ала. Ә уларға ҡатышмаған кеше, моғайын, бөйөк бер ләззәттән мәхрүм кеше булып тойолалыр инде.
Төштән һуң Союзда рус секцияһының йыйылышы булды. Сотников доклад яһаны. Мәғәнәһеҙ, шаблон, примитив фекер йөрөткән был бәндәне сәғәт ярым самаһы тыңлап ултырғандан һуң әҙәбиәт үҙе лә бер мәғәнәһеҙ нәмә булып тойола. Был, әҙәбиәтселәр йыйылышынан бигерәк, ниндәйҙер бер профсоюз йыйылышы ине.
Ғөмүмән, был хаҡта яҙып ултырыу ҙа мәғәнәһеҙ. Тик бына яңы дәфтәр тегеп алғас, ниҙер яҙып ҡарарға кәрәк. Хәҙер мин көндәлек яҙыуҙы ташланым, тик ҡайһы бер фекерҙе генә яҙып барасаҡмын.
Союзда Назар ағай ҙа, Шәриф ағай ҙа, Ғайса ла:
— Ҡасан инде һин докладыңды әҙерләп бөтәһең? – тип яғанан алдылар.
Ә минең бөтөнләй мөмкинлек юҡ. Эштән арып ҡайтаһың да, ҡулға ҡәләм алырлыҡ хәл дә ҡалмай.
Өйҙә балалар, ауырыу әсә, ығы-зығы. Фекерҙе туплап ултырып та булмай. Редакцияға барып ултырырға – алыҫ, сәғәт 12-нән һуңға ҡалһаң, ҡайтыуы үҙе бер проблема. Мөхәррирҙән бер 4–5 көн һорап, ҡунаҡханаға ҡасырға тура килер, ахырыһы. Ярай бөгөн китаптан ҡотолдом әле. Өҫтән бер тау төшкәндәй булды. Тик китап сығарыуҙың инде ҡыҙығы ла ҡалманы. Үҙең теләгәнсә сығарыу мөмкин түгел. Биш йыллыҡ эште 2 табаҡҡа һыйҙырырға кәрәк. Алдан уйлаған уй бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Бары менән байрам итәһе генә ҡалды инде. Китап сығарыуҙан хәҙер беҙҙә таштан май һығып сығарыу еңелерәктер. Планды торған һайын ҡыҫа баралар, ҡыҫа баралар... Әллә ниндәй яҙмышҡа юлыҡты инде был башҡорт...
1963 йылда «Ағиҙел» журналында сыҡҡан шиғырҙар.
1963 йыл Мостай Кәримдең «Ҡабарды-Балҡар дәфтәре»нән асылып китте. Һәм ҡыш уртаһында беҙҙең күңелдәргә «алыҫ ҡояш, бейек йондоҙ аҫтындағы» тау иленең еле бәреп ингәндәй булды. Тау иленең зирәк аҡылы кисергән фажиғәләрен, мөһабәт тәбиғәтен тойҙоҡ беҙ был шиғырҙарҙа. Һәм, иң мөһиме, шағир был шиғырҙарҙа үҙенең күңеле менән халыҡтар араһындағы күрер күҙгә күренмәҫ, ләкин бөтә нәмәләрҙән дә нығыраҡ һәм кәрәклерәк булған дуҫлыҡ күперен һала. Был ике ҡая араһындағы илгиҙәр болот кеүек ышанысһыҙ күпер түгел. Был ҡылдан нескә, ләкин бөтә суйын-таштарҙан нығыраҡ күпер.
Был Мостай Кәримдең яңы бейеклектәргә үрләүе. Был бейеклектәр Мостай ағайҙың үҙенә генә хас киң ҡоласлы, ләкин мин киң ҡоласлы тип ҡысҡырып тормай торған образдары, бәрәкәтле, тос һәм теүәл, ләкин шул тиклем ябай һүҙҙәр нағышы, тауҙар һымаҡ уйсан, тәрән, сабыр фекер ағышы (ләкин был тәрәнлек упҡындарға төшкән шарлауыҡ һымаҡ шаулап та тормай), донъяны, беҙҙән ситтә булған, әллә ҡайҙағы Ҡаф тауы булған донъяны, үҙ күреү тойғолары менән яулап алына.
Был ниндәйҙер бала күҙе менән генә күрә торған әкиәт донъяһы ла, шул уҡ ваҡытта кешеләр мөнәсәбәтен бик яҡын итеп һүрәтләгән реаль донъя ла.
Был шағирҙың донъяны үҙенсә аса белеү ҡеүәһе:
Йөрөгәнем бар, мин тауҙарҙың
Хәүеф-хәтәрен беләм,
Менгәнем бар бейектәргә,
Шуға ҡәҙерен беләм.
Ҡәҙерен беләм. Бейеккә
Көн бит иртәрәк ҡарай.
Тараҡ түбәләр ҡояштың
Алтын толомон тарай.
Шунан ғына балҡый Йыһан —
Беҙҙең мәңгелек һарай.
Йыһан һүҙе беҙҙә күп яңғырай, ләйсән кеүек тәүге матурлығында уны беҙ Мостай ағайҙа күрҙек, ләкин был һүҙ унда һаман да яңыса, тәүге күркәмлегендә яңғырай. Хатта беҙгә инде тик «ат һарайы» тип әйткәнде генә иң тар мәғәнәлә генә ҡабул ителә торған һүҙ үҙенең тағы күркәм «дворец» – «баҡсаһарай, Каруанһарай» мәғәнәһен ала. Ниндәйҙер әкиәт донъяһында ғына була торған серле тылсым көсө терелтә был һүҙҙәрҙе. Ниндәйҙер сихыр бар. Ләкин был сихыр ҡурҡытмай күңелде, ә яҡтырта, биҙәй, хатта ябай ғына нәмәләрҙе лә мәғәнәле, йәнле итә. Хатта был телдең бер заман булмауына күңел һис кенә лә ышана алмай.
Мостай Кәримдең был үҙенсәлеген тәржемәлә биреү, хатта татар телендә биреү ҙә мөмкин түгел кеүек.
Тәржемә – Мостай өсөн иләк төбөндә тороп ҡалған көрпә-он эреһе, һәр хәлдә уны подстрочниктан тәржемә итеү бик аяныс. Быға русса тәржемәләрен, хатта иң яҡшы тәржемәләрен уҡығанда ла күңел ризалашмай.
һүҙ моңо, музыкаһы, буяуҙар, фекерләү манераһы, бәрәкәт юғала. Ҡоро фекер генә ҡала. Ә бит оригиналда һәр һүҙ икенсе һүҙҙе терелтеп, уның урынын, күркен әҙерләп тора. Һүҙ гармонияһы.
Ләкин Мостай Кәрим һүҙҙәр менән әүрәмәй, һүҙ уға үҙмаҡсат түгел, ул һүҙҙең ҡоло түгел, ә хужаһы.
Нишләптер был юлдарҙы яҙғанда «Уйҙар» шиғырынан:
Бит Ватанһыҙ була ҡолдар ғына.
Ә мин улы. Уның хужаһы, –
тигән юлдар иҫкә төштө.
Бер мәл Мостай ағай менән һөйләшеп ултырғанда, ҡайҙандыр ҡыйыулыҡ килеп (күрәһең, ҡыйыу кеше башҡаларҙы ла
ҡыйыу итәлер инде), мин уны ритмды, фекер ағышының музыкаллеген боҙоуҙа ғәйепләнем. Ул ваҡытта юлдарҙы былай бүлгеләү миңә бик сәйер тойола ине. Ул аҙаҡ, үҙең аңларһың әле, тигән һымаҡ йылмайҙы ла ҡуйҙы. Бына хәҙер был һүҙҙәрҙең шулай ҡуйылышын үҙем бик тәбиғи итеп аңлайым.
Был шулай кәрәк булған икән.
Сөнки ул ер улы, уның хужаһы булған кеүек, телдең улы ла, уның атаһы ла. Ул ярата ла белә һүҙҙе, уға хужа ла була белә.
Рифмаларға бәйләнеүсе кеше «Ҡабарды-Балҡар дәфтәре»нән соҡсонһа, «Хәтәрен беләм – ҡәҙерен беләм», «Ҡарай – тарай (үҙең миңә ҡарайһың да сәстәреңде тарайһың)», «туған-буғай», «сабалар – һалалар», «аҡһа ғына – арта ғына» кеүек тәү ҡарашҡа бик примитив, бик тапалған, хатта бик самалы ассонанстарға йәки тик ҡылымдан ғына торған үтә ябай рифмаларҙы һөйрәп сығара алыр ине. Сөнки был факт. Ләкин шиғырҙың дөйөм туҡымаһынан тартып сығарһаң, айырым һүҙҙәр, рифмалар бер ни ҙә әйтмәй. Глуп как факт, тиер ине Бальзак бындай тәнҡитсене.
Хәҙер улар беҙҙә бөттө тиерлек инде.
Ләкин был хәл Мостай Кәрим яңы рифмалар тапмай, эҙләмәй, тик әҙер рифмаларҙы ғына терелтеү менән мәшғүл икән тигән һүҙ түгел. Традицион рифмалар ҙа, образдарҙы яңынан терелтеү менән бергә Мостай Кәрим ғәжәп бай образдар ҙа, рифмалар ҙа, яңы фразеологик әйтемдәр, һүҙ бәйләнештәре лә ижад итә. Шағир, тимәк, һүҙҙәрҙең дауасыһы ла, табыусыһы ла.
Беҙҙең поэзияла хәҙер һүҙҙәр ҡытлығы булған мәлдә, һүҙҙәр инфляцияһы барған ваҡытта Мостай Кәримдең был ҙур эше беҙгә бик ҙур һабаҡ әшкәртә. Бик күптәрҙән ғибрәт алып, был тәңгәлдә лә унан фәһем алырға булыр ине.
Мин был «Ҡабарды-Балҡар дәфтәре»ндәге шиғырҙарҙың тажы итеп «Дуҫтар бүләген» алыр инем. Дуҫтар иле ысындан да оло бүләк биргән шағирға.
Уны тулыһынса уҡып сығам. Бында бик ҙур һәм тапҡыр фекерҙең шундай йыйнаҡ, композицион теүәллек һәм афористик һаранлыҡ менән бирелеүе һүҙ сәнғәтенең көслөлөгөн тоя белгән һәр кемде көнләштерерлек, минеңсә. Шағир менән нисектер ғорурланаһың килә.
Дуҫтар бүләге
Чегем шарлауығын бүләк итте миңә Ҡайсын.
Шарлауыҡһыҙ Чегем бойоғор бит, шунда ҡалһын.
— Һиңә булһын беҙҙең тәрән Күккүл, – тине Адам.
Күлен алһам, тауҙар күҙһеҙ ҡалыр, нисек алам?
Алим әйтте: — Ҡушбаш Эльбрустың ал бер тажын.
Юҡ. Батша тау кем иңенә һалыр янғыҙ башын?
Бирегеҙ һеҙ миңә, шарлауыҡтай, мәңгелек йыр.
Тәрән күлдәй тыныс аҡылығыҙ серҙәш булыр,
Ҡуш түбәле тауҙай дуҫлығығыҙ – таянысым,
Һеҙҙең кеүектәргә таянғандар таямы һуң?
Ут янһа, үрсемле. Йылға тере, аҡһа ғына.
Йыр, аҡыл һәм дуҫлыҡ бүлешкәндәр арта ғына.
Был шиғырҙың күрке ниҙә һуң? Минеңсә, уның бөтә тамырҙары менән халыҡ ижадына ереккән булыуында.
Был борон-борондан – әкиәттәрҙән үк килгән яҡшылыҡ өсөн бүләк алыу, бүләк биреү йолаһы һәр халыҡта була торған иң матур традиция.
Дуҫтар дуҫлыҡҡа хатта илдәрен бүләк итә. Ләкин ысын дуҫ дуҫтың илен алмай – ил баҫмай, көслөк йәберен һалмай. Ер-һыу ул һәр халыҡтың, һәр кешенең үҙенеке.
Ә «йыр, аҡыл һәм дуҫлыҡ» бүлешкәндән арта ғына. Ысын аҡыл эйәһе дуҫты таламай, йәберһетмәй, кәмһетмәй торған бүләкте, дуҫты байыҡтыра торған бүләкте генә ҡабул итә. Шундай дуҫлыҡ ҡына кешеләр күңелен биҙәй, кешеләрҙе бер-береһенә йондоҙ итә, табындыра. Халыҡтарҙы ла бындай ғәҙел дуҫлыҡ ҡына бер ҡорға йыя, туплай һәм туғанлаштыра.
Был тәбиғилек, был тормошсан мөнәсәбәт кенә изге. Сөнки ут үрсемле – янһа ғына. Йылға тере – аҡһа ғына.
Ғәжәп бай һәм бөгөнгө халыҡсан фәлсәфә.
Был инде кешене йәки бер милләтте культлаштырыу түгел, был беҙҙең байрағыбыҙға яҙған ғәҙеллек һүҙен ысын шағирҙарса сәнғәт әҫәре аша асып биреү.
Беҙҙә халыҡтар дуҫлығы тураһында бик күп шиғырҙар яҙылды. Бик яҡшылары ла бар уларҙың. Ләкин күпселеге был оло теманы ваҡлай ғына. Уларҙы уҡый башлаһаң, үҙ халҡыңды бик кәм итеп, бер нәмәгә лә һәләтһеҙ итеп, бер халыҡтың артынан үрмәләгән, һөйрәлгән, бер йәнһеҙ, төҫһөҙ, шәкелһеҙ бер шәүлә генә итеп тоя башлайһың.
Был шиғырҙар хатта дуҫлыҡ тойғоһо урынына икенсе бер тойғо – меҫкенлек һәм йәберһенеү тойғоһо ғына уята.
Ә бит донъяла ундай меҫкен халыҡ юҡ, меҫкен кешеләр генә, үҙ халҡын шул меҫкенлеккә этәрешкән шәхестәр генә бар.
Дуҫ – дуҫтың көҙгөһө, ти рус мәҡәле. Тимәк, дуҫлыҡ ул беҙҙең байтаҡ шағирҙар аңлағанса ҡоллоҡ тойғоһо ғына түгел икән. Дуҫың булғас, үҙеңә иш булырлыҡ дуҫ булырға тейеш.
Дуҫ дуҫты биҙҙерерлек булмаһын.
Әҙәбиәттә лә был оло тойғоно ваҡларға ярамай.
Минеңсә, «Ҡабарды-Балҡар дәфтәре»н уҡыған булһалар, Ҡайсын Кулиев та, Адам Шогенцоков та, Алим Кешоков та Мостай Кәримдең уларға был яуап бүләгенән бик ҡәнәғәт булырҙар ине.
8 ғинуар.
Кәтибә Кинйәбулатованың «Минуттар» тигән шиғырҙары ғәжәп тәбиғи, нескә, интонацияға бай, тик ҡатын-ҡыҙға ғына хас тауышлы, яҡты тойғоло шиғырҙар.
Һуңғы йылдарҙа Кәтибә апай бик байыны, үҫте. Нескәлек яғынан ул танылған ғына рус шағирәләренән бер ҙә кәм түгел. Ниңәлер ҡайһы бер ҡәләмдәштәр уның хаҡында һүҙ сыҡһа, түбәнһетеп ҡарайҙар. Ә минеңсә, ул ҙур талант эйәһе һәм тел оҫтаһы.
Әнғәм Атнабаевтың үҙенсәлекле тауышы ла был номерға «бер семтем» йылмайыу өҫтәй. «Утыҙ йәш ул нишләп ҡарт булһын?!» тип, ысынлап та, Әнғәм бындай задорлы йәшлек дәртен ҡырҡта ла, иллелә лә юғалтмаһын ине. Һирәк талант. Йылмайыуы уның беҙгә бик яҡын, кешесә, бөгөнгөсә. Тик фекер тәрәнлеге лә, тематика киңлеге лә шатландырһын ине уның. Телгә иғтибар итергә кәрәк, әлбиттә.
Ә бына Ғ. Байбуриндың «Ҡашка»һы башҡа. Башың ҡашҡа булһа ла, авторҙың ни әйтергә теләүен билдәләү бик ауыр. Фекерен табып булмай, сөнки ул юҡ. Шундай уңыш менән ауылдың сыбар тауығын да, иң алда ҡысҡырған таң әтәсен дә, хатта колхоздың иң көслө һыйыры «Йондоҙҡай»ҙы ла хәтерләргә булыр ине.
Ләкин хәтерләү үҙе генә поэзия була алмай бит әле. Нимәләрҙе генә хәтерләмәҫкә мөмкин һуң!
«Бер дуҫҡа» – «ә» тигәнгә «мә» тиешһәк, булмаҫ та ине дуҫлыҡ» тигән хәҡиҡәтте әйтеү өсөн дә ир ҡашҡаһы булыу кәрәкмәйҙер.
«Сәскәйҙәрең толом-толом» тигән шиғыр ҙа был хаҡта элек яҙылған бик күп шиғырҙарға бер ни ҙә өҫтәй алмаған. Ни юмор, ни сатира түгел, автор үҙе әйтмешләй, «ике ут араһында» тороп ҡалған.
«Мин һине һәр көн күрәм, ул мине күрә микән?» Күрәбеҙ, күрәбеҙ: «мин сине күрми түзәлмим, ә син түзәләсеңме?» Шул тирәлә бит. Яҙмай ҙа түҙергә, баҫтырмай ҙа түҙергә мөмкин ине был иҫке йырҙы.
Милләт хаҡында
Социалистик милләттәрҙең барлыҡҡа килеүен һәм үҫешен өйрәнеүҙә милләттең дүрт билдәһенең үҙгәреүен асыҡлау бик мөһим. Әҙәбиәттә был мәсьәлә бик аҙ яҡтыртылған. Бының өсөн һәр халыҡтың совет власы йылдарында ҡаҙанған уңыштарын һанап сығыу ғына етмәй.
Һәр милләттең башҡа милләттәрҙән айырымлығын асыҡлауҙа һәр милләттең экономик тормош берлеген (общносын) тикшерергә кәрәк. Халыҡтың үҙ эсендәге, ауыл менән ҡала араһындағы бәйләнештең үҫеше, үҙгәрештәре был тәңгәлдә иң мөһиме. Был бәйләнеш формалары производство мөнәсәбәттәренә бәйле, әлбиттә. Һәм быны дөйөм ил иҡдисады шарттарында яҡтыртырға кәрәк.
Шулай уҡ милләттәрҙең психик складын яҡтыртыуҙа ла асыҡлыҡ юҡ. Ниҙән ғибәрәт һуң был үҙенсәлек? Был бик ҡатмарлы мәсьәлә йыш ҡына милләттәрҙең идея йөҙө менән алмаштырыла. Идея йөҙө бит психик склад менән бер нәмә түгел. Был хәл социалистик төҙөлөш осоронда психик склад тамырынан үҙгәрә тигән дөрөҫ булмаған һығымтаға килтерә түгелме? Ә бит психик склад ул базисҡа ла, өҫҡормаға ла ҡарамаған үҙенсәлек. Әгәр ҙә бер халыҡтың психик складын, йәғни «милли характер»ын уның идея йөҙө итеп кенә ҡараһаҡ, был саҡта беҙ өҫҡорма тураһында һөйләйбеҙ булып сыға лаһа? Өҫҡорма синфи нәмә, базисҡа бәйле төшөнсә, ә һәр халыҡтың милли характеры, психик склады ул бөтә халыҡҡа хас нәмә. Ул синыфтарға ҡарап йөрөмәй. Идея йөҙө, киреһенсә, милләт башында торған синыфҡа, уның партияһына ҡарап билдәләнә. Быны бер нисек тә милли характер менән бутарға ярамай. Әлбиттә, милли характер һәр синыфта төрлөсә кәүҙәләнгән. Был элекке культурала ике төрлө культура булыуы тураһында һөйләй (Ленин әйткәнсә).
Идея йөҙө (облик) милләттең үҙенсәлеге түгел, шулай ҙа ул милли характерға бик ҙур йоғонто яһай. Донъяға яңы ҡараш психик складты үҙгәртә бара, әлбиттә. Ләкин был әле һәр милләт үҙенең иң яҡшы традицияларын, үҙенең тарихи культура ҡаҙанышынан баш тарта тигән һүҙ түгел. Киреһенсә, яҡшы мираҫты беҙ үҙ байлығыбыҙ, ғорурлығыбыҙ итеп алырға һәм уны артабан үҫтерергә тейешбеҙ.
Милли характер үҙенсәлектәре коммунистик төҙөлөш осоронда яңы төҫ ала, үҙгәрә, уртаҡ сифаттар менән байый бара, иҫке ғәҙәттәр юйыла. Был шулай булырға тейеш тә. Ә яҡшы ғәҙәттәрҙе ниңә ташларға? Был бит баҫып торған ерлегеңде ташлау тигән һүҙ. Уларҙың уртаҡ, дөйөм һыҙаттарға ниндәй зыяны бар? Был тик уртаҡлыҡты байыта, биҙәй генә бит.
Халыҡтар үҙ иҙеүселәрен бергәләп алып ырғытҡан кеүек, үҙҙәренең киләсәктәге мөнәсәбәттәрен дә үҙҙәре билдәләргә, тигеҙлек, ғәҙеллек нигеҙендә нығытырға, үҙ-ара дуҫлыҡ нигеҙендә нығытырға, ә һәр төрлө шовинизмға һәм милләтселеккә юл ҡуймаҫҡа тейештәр. Бер милләткә ҡыҫым яһау ул революцияның бөйөк ҡаҙаныштарын мыҫҡыл итеү булыр ине. Шәхес культы был тәңгәлдә лә яман эҙ ҡалдырҙы. Милли сәйәсәтте үткәреүҙә бик күп закон боҙоуҙарға юл ҡуйылды, хатта айырым бер халыҡтарҙың яҙмышы бер шәхестең башбаштаҡлығы арҡаһында оло фажиғәләргә осраны.
Ғөмүмән, великодержавный шовинизм менән буржуаз милләтселектән дә ерәнгес нәмә юҡтыр.
Минеңсә, был мәсьәләгә ҡағылмаған, тығылмаған кеше иң тыныс кешелер. Был хаҡта уйлауы бик ауыр. Ҙур милләт барыбер өҫтөнлөк итәсәк, ысын ирек булмаясаҡ.
9 ғинуар.
Кис өйгә ҡайттым да, уйланырға, ҡағыҙ менән һөйләшергә ултырҙым.
Ауылдан инәйем килгән. Йөҙө борсоулы, йонсоған. Аяғы һаман да һыҙлай. Хәлдәре шәптән түгелдер инде. Ләкин бер нәмәне лә һиҙҙермәҫкә, ҡайғыртмаҫҡа тырыша. Тик мин күңелем менән бөтәһен дә белеп торам. Беребеҙ ҙә өйҙә юҡ, тормош еңелдән түгел. Күңелендә уй ҙа уй. Телкәйе әйтмәһә лә, күҙкәйҙәренән ни булғандарын мин бөтәһен дә аңлап торам – уйында тик беҙҙең ғәмһеҙлек кенә.
10 ғинуар.
Назар Нәжмиҙең «Ер һәм йыр» китабынан һуң ер ҙә, йыр ҙа тойолмай. Был китапта ер аҙыраҡ, йыр күберәк ине. Ғөмүмән, уның йырына конкрет беҙ баҫып торған һәм үҙ ҡулыбыҙ менән үҙгәрткән донъяның төрлө ҡаршылыҡтары, ҡайғы, һағыштары, социаль һәм мораль катастрофалары менән тулы ер етмәй. Һуҡмаҡ тарыраҡ. Орбитаһы тик үҙ йөрәге тирәһендә генә. Был уны бик сикләй, донъяның яңы ҡапҡаларын астырмай тора.
Унан һуң Назар Нәжмиҙең тик бер жанрҙа – телмәр һөйләү жанрына ғына күсеүе уҡыусыны, беҙҙе борсолдора төшә. Ярай ҙа һуң был дауыл алдынан була торған тынлыҡ ҡына булһа?
Унан һуң телмәрҙәре лә бик сикле. Ҡайһы бер сығыштарында фекер түгел, тик фраза ғына ишетеп бошонаһың.
Нишләптер тормош, әҙәбиәт тураһында ысын борсолоу тойолмай.
10 ғинуар.
Салауат бөгөн үҙ ғүмерендәге тәүге китабын уҡып сыҡты. Ул китап – «Аҡъял батыр» әкиәте (русса тәржемәлә). Ҡайһы бер биттәрен башҡортса ла уҡытып ҡараным. Уҡый, арыу ғына килеп сыға. Аҙаҡ белмәмеш кеше булып, әкиәттең дауамын һөйләтеп ҡараным. Үҙ күҙе менән күреп торған кеүек һөйләй. Хәҙер инде уҡып бөтөрмәйенсә туҡтамаҫ. Бына шулай бала китап та уҡый башланы.
11 ғинуар.
Рауил, Урал кейәү, инәйем килде.
Вл. Огнев – Книга про стихи. 1963.
Лучше стихи, чем книга о стихах. Әгәр ҙә шиғыр тураһында шағирҙар яҙмаһа, мин ниңәлер ышанып етә алмайым. Ашаған белмәй, тураған белә, тип уйлауҙан ғына түгел был.
Шиғыр үҙе бер оло сер. Күптән шул серҙе асабыҙ тигән булып, ошо сер юғарылығында булып күренергә тырыша. Ләкин бында бик күп нәмә ялған булып сыға.
Минеңсә, шағир шиғыр тураһында бик һирәк һөйләһә лә, күберәк белә, һәм был белемде ул бер кемгә лә бәйләргә тырышмай.
Ғөмүмән, шиғыр өлкәһе әле дөм ҡара урман ул.
12 ғинуар.
Тәнҡит хаҡында
Ниңә яҙыусы «мин» тип үҙ исеменән һөйләй ала ла, тәнҡитсе быны эшләй алмай?
Ул гел «беҙ Николай II» тип бөтә Рәсәй исеменән генә һөйләй. Бөтә халыҡ исеменән фекер әйтергә тырыша һәм шуның арҡаһында үҙенең ысын фекерен әйтә алмай. Ә уның да бит үҙ фекере булырға тейеш түгелме һуң? Уның да бит яңылышырға, бәхәсләшергә үҙ фекерен үткәрергә хаҡы бар. Ул да бит кеше! (Тәнҡитсе лә кеше!) Ә беҙҙә әйтерһең, уның үҙ төҫө, үҙ теле булмаҫҡа тейеш булып сыға.
Шиғыр барлыҡҡа килгәндән бирле поэзия донъяға ниҙер әйтергә, кешене нимәгәлер өйрәтергә, кешелә ниҙер тәрбиәләргә тырышҡан, донъяны танып-белеп, уны үҙгәртергә булышҡан.
Халыҡ хаҡында яҙыусыларына ҡарап та фекер йөрөтәләр.
Тапҡыр һүҙ әйтергә теләйһең икән, Даян ағай, әйт һин уны, тик тапҡыр итеп әйт.
Көнбайыш поэзияһында хәҙер, ғөмүмән, форма тарҡала, форма аморфлыҡ төҫөн ала, поэзия хаосҡа әйләнә бара. Бының тарихи-социаль сәбәптәре бар. Унда хәҙер шиғырҙың рифмаһы менән үлсәүе генә түгел, хатта шиғырҙы шиғыр иткән ритм да юҡҡа сыға. «Гаявата хаҡында йыр»ҙы хәҙер булһа Лонгфелло нисек яҙыр ине – хатта күҙ алдына килтереү ҙә ҡыйын. Шиғыр сөнки тураҡланған прозаға әйләнгән унда.
Хәҙерге Америка һәм Англия формалистары, Морозов әйткәнсә, ғөмүмән һәр төрлө формаға ҡаршы сығып, поэзияны анархия мәҙһәбенә этәрәләр.
Беҙҙең Шамил да бит быуаттар буйы кристаллашҡан формаларҙы һанға һуҡмай, формаһыҙлыҡты форма тип иғлан итте бит. Ә ул, әйтәйек, Шекспир сонеттарын, Петрарка сонеттарын йәки Дантенең «Илаһи комедия»һын ниндәй форма менән тәржемә итер ине икән?
Йәки үҙе сонеттар шәлкеме яҙырға тотонһа? Шамилса хәҙер сонет яҙырға мөмкин түгел. Ә япон танкаларын, хоккуҙарын нишләтергә?
11 ғинуар.
Коммунизм урмандарында ла үҫер әле Урал ҡурайы, шул көндә лә һинең шатлыҡ менән тулып, һайрауыңды, ҡурай, һорайым!..
17 ғинуар.
Йыһат Солтанов
Төнгө хәбәр
Төн. Көтмәгәндә-нитмәгәндә генә берәү ишек шаҡыны. Әле бер кем үтмәгән һуҡмаҡтан үҙ һуҡмағын ярып, үҙ алдына ғына үҙенсә моң көйләп, тормоштоң асыһын-сөсөһөн күп татыған, кемдер тарафынандыр байтаҡ ҡына рәнйетелгән, ләкин үҙенең ғәжәп саф күңелен, кешелеген, үҙенең кешелек бәҫен һаҡлап ҡалған бер юлсы ишек шаҡыны. Был шаҡыуҙа бер ниндәй тупһыҙлыҡ та, ҡысҡырынып-екеренеп торған талап та, бер һөмһөҙлөк тә юҡ. Был шаҡыу ниндәйҙер кешенең кешелегенә ышаныусан, ғәжәп кешелекле, хатта кеселекле, үҙенең йылы күңел төбөнән сыҡҡан ихлас һүҙенә ихлас яуап табырына шик-шөбһәһе булмаған тыйнаҡ өмөт менән ҡараған кешенең шаҡыуы.
Һис бер икеләнеүһеҙ ишек асаһың. Күңел күҙең алданмаған.
Бөтөнләй көтмәһәң дә, күптән көткән, күптән күңелең эҫенеп бөткән бер теләктәге үҙ кешең килеп инә. Өйөңә түгел, туп-тура күңелеңә инә.
— Йыһат Солтанов икән дәһә, нишләп былай күҙгә-башҡа күренмәй йөрөнөң? Һине бит беҙ күптән көткәйнек, әйҙә, рәхим ит, беҙ бит һин күреп белмәһәң дә тойоп белгән күмәк дуҫтарың. Һинең моңоң тураһында ла, кеше булыуың тураһында ла бер ултырып һөйләшке, кәңәш-төңәш итке килә. Йә, Ырымбур хәлдәрен аҡтарып һал, әйҙә!.. Ил ирҙән, ир илдән туямы – бик хуш килдең, төклө аяҡтарың менән, тип ҡаршылайһың уны. Һуңғы һанды уҡығас, беҙҙең әҙәби ҡор һаман ишәйә, түңәрәкләнә бара, тип ҡыуанаһың.
Мостай Кәрим әйтмешләй, яңы шиғыр ғына түгел, ә яңы шағир килде, тиергә мөмкин, Йыһат шиғырҙары менән танышҡас.
Киң кейем туҙмаҫ тигәндәй, Йыһат Солтановҡа ошондай кәңәште бирге килә.
Моңоң яҡтыраҡ булһын, дуҫҡай. Үҙеңдең шәхси тормошоңда төрлө күңелһеҙ хәлдәр булһа ла, үҙ яҙмышыңа ил күҙе, заман зирәклеге, конкрет тормош солғанышы менән ҡара. Үҙенсәлекле тауышың көрөрәк, баҙығыраҡ, ҡыйыуыраҡ булһын. Күҙ күремең дала киңлектәрен иңләрлек булһын. Үҙ моңоң менән әүрәмә, башҡаларҙың да йөрәк ҡағышын той – үҙ итеп күр. Ер-һыуыңдың сағыу буяуҙарын, йорт-аймағыңдың йор һүҙҙәрен, беҙ ишетмәгән мәҡәл-әйтемдәрен, ҡарт-ҡороларыңдың мәғәнәле тел төбөн, далалағы яңы тормош һыҙаттарын – бөтәһен-бөтәһен дә танһыҡ өсөн генә түгел, танһыҡ ҡанһын, күңел һоҡланһын өсөн алып кил.
Һеҙҙә лә бит XX быуаттың 64-се йылылыр, һеҙҙә лә Ер юлдаштарының осоуын күҙәтәләрҙер, һеҙҙә лә бала-саға космонавт булып уйнай торғандыр, һеҙҙә лә ҡайырып сиҙәм күтәрәләрҙер, дала буйлап юғары вольтлы ток ташыусы ҡорос бағаналар атлап уҙалыр, бына тигән коммунистик хеҙмәт кешеләре барҙыр, ҡарттарҙың да биш ваҡыт намаҙ ғына уҡымай, «Ырғыҙ», «Абай», «Йәш гвардия» китаптарын уҡығандары барҙыр. Кешеләр араһында яңы мөнәсәбәт, яңы заман ҡараштары ерегеп киләлер.
Бына шуларҙы ла күрергә, тойорға һәм моңоңа ҡушып йырларға кәрәк!
Шунһыҙ бөгөн әҙәбиәт була алмай.
Бына яҡташың Рауил Бикбаев Өфө тауҙарынан даланы башҡасараҡ күрә.
Был тәңгәлдә уның ижадына күҙ һалыу зыян итмәҫ ине.
Әлбиттә, кеше яҙмыштары төрлөсә. Ләкин әҙәбиәт яҙмышы бер. Мин бының менән һис тә Рауил Бикбаев тауышы менән йырла, тиергә йыйынмайым. Уның кешеләргә, тормошҡа, донъяға мөнәсәбәте бөгөнгөсә, яңы. Хатта уның шул уҡ далаға булған мөнәсәбәте лә башҡасараҡ.
18 ғинуар.
Бөйөк сер. Тәржемә
«Советская Башкирия»ла Елена Николаевская тәржемәһендә Мостай Кәримдең «Сер» исемле әкиәт-шиғыры баҫылып сыҡты.
Тәьҫир нисек һуң?
Был әҫәр Мостайҙыҡымы? Эйе, Мостайҙыҡы ла, түгел дә. Был беҙ башҡортса уҡыған «Сер» түгел һәр хәлдә.
Фекер, композиция, хатта әкиәт фоны ла бар, әкиәт донъяһы ла бар, реаль характер ҙа бар. Әммә Мостай Кәрим поэзияһы юҡ. Ә бит Елена Николаевская насар тәржемәсе түгел, был әҫәрҙе лә ул яратып, ихлас күңел менән тәржемә иткән. Ә ниңә һуң ул оригиналдағы кеүек яңғырамай, уның тәьҫир көсө оригинал менән сағыштырғанда бөтөнләй юҡ дәрәжәһендә.
Сер ниҙә һуң?
Сер шунда, иптәштәр, серҙең серлелеге ҡалмаған. Ә был сер һәр телдең бөйөк сере бит. Һәр телдең бөтмәҫ аҫыл хазинаһы бар. Ошо аҫыл хазина ҙур һүҙ оҫталарының тылсымлы ҡулдары тейеү менән, терелә, йәнләнә, моңлана башлай – һәм һин үҙең дә һиҙмәҫтән ниндәйҙер сихырлы хикмәт менән үҙеңдең бала саҡтан хыялланған ысын әкиәт донъяһына барып инәһең дә хайран-вайран булып, иҫең-аҡылың китеп, бығаса үҙең татып белмәгән әллә ниндәй һүҙ менән генә әйтеп бирә алмаҫлыҡ бер оло ләззәт кисерәһең. Сөнки оҫта рәссам һинең үҙ донъяңды һүҙҙәр менән әйтеп бирә.
Был тылсым көсө һәр бер телдә бар. Сөнки һәр бер тел һәр халыҡҡа шуның өсөн бирелгән дә.
Һәр оло шағир, тел оҫтаһы, сәсән йәнле кеше үҙ теленең (первозданный) тәү яралғы һүҙҙәре, уларҙың еҫе-төҫө юғалмаған буяуҙары, мәғәнәүи нескәлектәре, күп яҡлы байлығы һәм теүәллеге, һүҙҙәрҙең тәүге күркәмлеге, бәрәкәте менән эш итә.
Бына шуға күрә лә ошо баҙрап ятҡан, йондоҙ һымаҡ йылҡылдашып торған һүҙҙәр менән тәрән фекер әйткәндә, поэзияның тәьҫир көсө әсир иткес.
Ә рус теле, бөйөк рус теле – Пушкин, Гоголь, Герцен, Толстой, Лесков, Блок, Бунин, Есенин һәм Маяковский теле ошондай сихырлы түгелме ни? Ә Шолохов, Леонов?
Уларҙың һәр береһе бөйөк тел сихырсыһы бит. Уларҙың сихыры үҙ донъяларында. Ә Мостайҙың үҙ донъяһы бар.
Шуны ла иҫкә алырға кәрәк. Елена Николаевская ҡулланған телгә бер 30–40 йыл донъя әҙәбиәте күрмәгән нагрузка, баҫым төшкән. Ул ҡулланған һүҙҙәр сәғәт һайын 30–40 йыл буйы инде иләктән алып иләккә һалына. Улар алйып, йонсоп, туҙып, ҡырылып, әлһерәп бөткән. Уларҙың ниндәй көсө булһын?
Уларҙы хәҙер яңынан берәй яңы Пушкин ғына терелтергә мөмкин. Ғөмүмән, рус теленә иҫ киткес нагрузка төшә, бер егерме йылдан ул ниндәй хәлгә килер, белмәйем.
Миңә, мәҫәлән, был тәңгәлдә ҙур рус шағирҙарының, айырыуса Твардовскийҙың борсолоуы бик аңлашыла.
Шундай бөйөк телдең яҙмышы хаҡында рустар бик борсолоп, бик нервозно һөйләйҙәр. Күрәһең, ысын художник телдең бөйөк сере ниҙә икәнен бик яҡшы тоялыр.
18 ғинуар.
Быйылғы ысын поэзия әҫәрҙәренә мин сәсмә тел менән яҙылып та, халыҡ образын ғәжәп шиғри тел менән биҙәү юғарылығына күтәрелгән ике авторҙың әҫәрҙәрен индерер инем.
Беренсеһе – Әфғән Ғәззәтовтың «Ҡәйнә» хикәйәһе, икенсеһе – Әнүр Вахитовтың «Салауат күпере» тигән хикәйәттәр йыйынтығы.
Был әҫәрҙәр айырым бер тикшереүгә лайыҡ. Тик шуны әйтәм: поэзияла халыҡ образын бирә белеү өсөн был тәңгәлдә был ике авторҙан да байтаҡ нәмәгә өйрәнергә мөмкин.
Кис. Үҙ алдыңа ғына поэзия тураһында һөйләшкәндә, үҙеңә байтаҡ нәмәләр әйтәһең. Ә бына башҡаларға һөйләгәндә, бөтә үҙең тойғанды, бөтә үҙең уйлағанды шулай тулы һәм ихлас күңелдән әйтеп буламы?
Әгәр ҙә шулай әйтмәһәң, һин әйткәндең ни кәрәге бар. Мин, мәҫәлән, бөтә кешенең башҡалар хаҡында үҙе ни уйлай, тик шуны ғына әйтеүен теләр инем. Бәлки, был үтә бер ҡатлылыҡтыр ҙа... Ләкин башҡалар миңә шул үтә бер ҡатлы булыуын йәшермәһен ине. Шулай булғанда, беҙ бер-беребеҙҙе бик яҡшы аңлаған һәм поэзия тураһында бер һөйләшеү алып барған булыр инек. Бының хатта бик ҙур файҙаһы ла булыр ине.
Мин бына үҙебеҙҙең поэзия хаҡында һөйләү бурысы миңә тапшырылғас, был хаҡта бик күп уйланым.
Тәүҙә үҙебеҙҙең поэзия хаҡында һөйләүҙән дә еңел нәмә юҡ кеүек тойолдо. Тик был хаҡта уйланған һайын, үҙебеҙҙең шағирҙарҙы һәм улар тураһында яҙылғандарҙы уҡыған һайын бөтә нәмә икенсе төҫ алды.
Мине ашыҡтыралар, ҡыуалар, ҡайһы берәүҙәр мине ниндәйҙер бик ҡыйын хәлгә ҡуйырға, ҡайһы берәүҙәр минән ниндәйҙер бик кәрәкле һүҙ ишетергә сабырһыҙланған кеүек тойола башланы.
Ике төрлө мотив та мине бик һағайтты. Сөнки, берҙән, минең бөтөнләй был хаҡта уйланырлыҡ мөмкинлегем юҡ, икенсенән, был хаҡта мин уйламайынса ла булдыра алмайым.
Сөнки поэзия тураһында һүҙ әйтеү – кемдәрҙеңдер ижады тураһында һүҙ әйтеү генә түгел, ә үҙ халҡыңдың ғәжәп ҡатмарлы тарихи юл үткән, бик боронғо замандарҙан бөгөнгө көнгә тиклем дауам иткән рухи донъяһы, ижад ҡеүәһе, уның үҫеше – үткәне, киләсәге һәм бөгөнгөһө хаҡында фекер йөрөтөү бит ул.
Был хаҡта уйлай башлағас, мин был хаҡта хатта төшөмдә лә уйлайым, эшемдә лә уйлайым, хатта минең бөтә ғүмерем ошо хаҡта бер көн килеп бер һүҙ әйтеү өсөн генә үткән кеүек тойола башлай.
Был минең етешһеҙлегем дә, етеш яғым да. Сөнки бик күп кешеләргә һүҙ һөйләү һулыш алған кеүек бик еңел нәмә, ә икенсенән, беҙҙә бик күп һүҙ һөйләнә, ләкин уның бер кемгә лә кәрәге юҡ. Ул һүҙҙәрҙе тыңлап бик күп ваҡыт әрәм була. Минең үҙ ваҡытым бер ҡасан да артыҡ булмағас, ваҡыт миңә бик ҡиммәтле бер нәмә булғас, башҡаларҙың да ваҡытын бушҡа алғым килмәй. Уларҙы үҙем менән бергә уйландырғым, үҙебеҙҙең бөтә ғүмерҙе арнаған эш хаҡында ысын күңелдән һөйләшке килә.
Тимәк, мин үҙ алдыма үтә ауыр бурыс ҡуям булып сыға, ә бының, бәлки, башҡалар өсөн бер ниндәй ҙә кәрәге, әһәмиәте юҡ кеүек булып та тойола.
Бына шул икеләнеү тойғоһо мине бик ныҡ йәберһетә, иҙә башлай. Мин өҙгөләнәм, һорауҙар ҡуям да яуаптар бирергә тырышам, был өҙгөләнеү ни өсөндөр мәғәнәһеҙ тойола башлай. Мин үҙ фекеремде бик юғары баһалайым кеүек. Ә бит әҙәбиәт минән башҡа ла йәшәгән, минән башҡа ла йәшәйәсәк. Бер уйлаһаң, тағы минең ҡыҫылышым да кәрәк кеүек уға. Сөнки, минең дә, башҡаның да ҡыҫылышы булмаһа, ул нисек йәшәргә тейеш һуң әле! Башҡалар ҙа минең кеүек бит. Бөтәбеҙҙең һүҙе менән йәшәй ул. Минең һүҙҙән дә ниҙер күрергә теләй ҡәләмдәштәр. Миңә ышанып һүҙ бирәләр. Был ышанысты аҡларға ла кәрәк бит әле.
Кеше ҡыҙыҡ!..
Хатта мин дә үҙ-үҙемә ҡыҙыҡ булып тойола башлайым, шул уйҙарым менән хатта үҙ-үҙемә үҫә барған кеүекмен.
Нисек кенә өҙгөләнһәм дә – был өҙгөләнеү миңә рәхәт, татлы. Аҙ ғына берәй яңы һүҙ әйтһәм ине был сығышымда!..
19 ғинуар.
Оло фекер әйтәһе булмай тороп, беҙҙең заманда оло шағир булып булмай.
Блокты беҙ ҡойоп ҡуйған шағир итеп кенә белә инек, ә бына 8 томлығы сыҡҡас, Блок үҙенең бөтә гигант һыны менән күренә.
Блок шул уҡ дәрәжәлә философ та икән. Иң ҡатмарлы замандың ҙур фекер эйәһе лә ул. Үткер күҙле, тәрән, үҙенсәлекле, көслө философ.
19 ғинуар.
Мостайҙы ҡат-ҡат уҡыйһың да яңынан асаһың. Тимәк, ысын поэзия иҫкермәй, ә яңыра ғына бара. Поэзия өлгөләренән быға әллә күпме миҫал килтерергә мөмкин.
Поэзияла һәр яҡшы шағирҙың үҙ урыны бар, уны бер кем дә ала алмай. Сөнки поэзия – рекорд ҡуйыу, спорт түгел. Мотогонщиктар бик тиҙ алышына, Ф. Шейнуров урынына яңыһы килә, ә тегеһе спорт тарихында ғына ҡала. Ә шағир йәшәй, үҙе үлгәс тә. Һәр төрлө рекордтың сиге бар, ә поэзияла ул юҡ.
21 ғинуар.
Поэзия тураһында әйтә торған һүҙемдең саҡ ибенә төштөм. Инде һуҡмаҡ бар, фекерҙе генә төйнәп алып барырға кәрәк. Арыу сығырға оҡшай. Өйҙә эшләргә мөмкинлек булғанда, бик һәйбәтләп эшләргә булыр ине. Ләкин әбейҙең өйҙә булыуы, үлем алдында ятыуы минут һайын иғтибарҙы ситкә тайпылдырып тора.
Ғөмүмән, был һүҙ миңә бик ҡиммәткә төштө.
Ҡайһы бер обыватель минең был һүҙҙән байтаҡ сенсация көтә. Ләкин мин тик әйтергә теләгән һүҙҙе генә әйтәсәкмен. Шулай ҙа һаҡ булып булмаҫ инде... Дәрт шул тиклем таша башланы, яғалашҡы килә. Бынан поэзияға һис тә зыян килмәҫ тип. Тик позициялар ғына асыҡланасаҡ.
Үҙебеҙҙең һүҙҙе мин дә яҡлай белмәһәм, кем яҡлай белһен? Хәҙергә был шулай минең өҫтә. Мин бурысымды үтәргә тейешмен.
27 ғинуар.
Сәйфи Ҡудаш ғәжәп иҫкесә һәм казенно фекер йөрөтә кеүек, формаһы ла шул ижек вәзененән ғүмер буйы айнып бөтмәне, ритмды тоймай. Иҫкенән айырыла алмағас, исмаһам, бирһен ине ул шәреҡтең ҡойоп ҡуйған ғәжәп бай формаларын.
Юҡ, 8–7, 10–9, 11–11, 13–13 ижектән аша сығып, бер ҡайҙа ла китә алмай. Ә ритмик быуын менән бөтөнләй иҫәпләшеп тормай, прозаға тотона ла китә. Ә бит хатта проза ла үҙенсә ритмлы. Уның, нисектер, прозала ла ритмы юҡ.
Нилектән икән был?
Ә үҙе бит инде, ни әйтһәң дә, шағир, күп эшләгән шағир. Ләкин ғүмер буйы яҙып та әйберҙәрен эшләп еткермәй. Эшләп еткергәндәре тик осраҡлы ғына килеп сыға.
Үҙе фекер эйәһе кеүек, ләкин ҡайһы фекерҙәре һәр кемгә билдәле хәҡиҡәт кенә шул.
Был ныҡлы, яҡшы тәнҡит, кәңәш күрмәй ижад итеүҙәндер. Ә әйткән һүҙҙе һис тә яратмай булһа кәрәк. Тимәк, үҙ-үҙенә артыҡ ышана, тик был ышаныуҙан ул отмай, оттора ғына.
Шәхес булыу яғынан төрлө фекерҙәр йөрөй, интриган да, бик күптәрҙе һәләк иткән кеше лә, тиҙәр. Белмәйем.
Бәлки, был яғы дөрөҫ булһа, үҙенең кешелек намыҫы ла, выжданы ла бик тыныс түгелдер.
Элекке әҙәби тормошто ныҡ белгәнлектән, уның менән һөйләшеүе бик ҡыҙыҡ. Ләкин күп һүҙле, ялҡыта башлай. Бәлки, был ҡартлыҡтан да килә торғандыр.
Әгәр ҙә уның үткәне хаҡындағы һүҙҙәр дөрөҫ булһа, шул тиклем мөләйем, яғымлы йөҙ аҫтында нисек шундай мәкерле күңел ятырға мөмкин икән?
Был миңә үҙе бер серле донъя булып ҡала бирә. Ғөмүмән, был бик серле фигура, ҡартаймай ҙа бит үҙе. Бөтә йәйен баҡсала физик эш менән үткәрә, тартмай, бәлки, эсмәйҙер ҙә...
31 ғинуар.
Бар көсәнеп яҙғандар, бар ижад ғазабы кисереп, бөйөк хеҙмәт ләззәте татып, эшкә йәнен-тәнен биргәндәр, эшкә көс һалғандар, ғүмерҙәрен һалғандар.
Көсәнеү менән көс һалыу бер нәмә түгел. Шундай көс һалып эшлә, хатта уның эшләнгәне лә тойолмаһын, әйберең үҙенән-үҙе тыуған кеүек булһын.
(Делай раз по сто, будет просто, – тип Лев Толстой кеүек гигант тиккә әйтмәгәндер.)
Беҙгә бына ошо эшләү етмәй. Эшләгән кешеләр бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Төн йоҡоларын йоҡламай, «йәшерен эш» эшләгәндәр бик-бик һирәк шул.
6 февраль.
Сәйфи Ҡудаш:
— Һеҙ, йәштәр, мине яратмайһығыҙ инде, – ти. Был дөрөҫ түгел, Сәйфи ағай. Беҙ һеҙҙе түгел, ә һеҙҙең ҡайһы бер тәнҡитселәрегеҙҙе, һеҙҙең ижади юлығыҙҙы ал да гөл итеп күреүселәрҙе генә яратмайбыҙ.
Сөнки әҙәбиәт юлын боҙоп йәки биҙәп күрһәтергә ярамай. Был башҡаларҙы шулай дөрөҫ күрмәҫкә өйрәтә. Сөнки әҙәбиәттәге факт ул юйылмай торған нәмә. Аҡҡа ҡара менән яҙған юйылмай.
Әгәр ҙә һеҙ һәр ваҡыт халыҡ мәнфәғәттәренән сыҡмаған китаптар ҙа яҙғанһығыҙ икән, ниңә уны йәшереп, суфый булып ҡыланырға?
Әҙәбиәттә һәр күренеш, һәр дәүер үҙ исеме менән аталырға тейеш.
Һәр кем китә был донъянан, ләкин һәр кем үҙе менән дөрөҫлөктө алып китә алмай.
28 февраль.
Беҙ бөгөнгө Башҡортостанға бик ғәҙәти бер ил тип ҡарайбыҙ, уның яҙмышы хаҡында аҙ уйлайбыҙ. Әгәр ҙә бөтә донъя тарихының бейеклегенән ҡараһаң, ул бит донъяның бөтә иҙелгән халыҡтары араһынан кешелек тарихында беренсе булып милли ирек алған ил.
Һәм был илдең барлыҡҡа килеүен раҫлап, донъя пролетариатының юлбашсыһы Вл. Ильич Ленин үҙе ҡул ҡуйған уның тыуыу танытмаһына.
Ә беҙгә был хәҙер бик ғәҙәти күренә. Ғәжәп, бер уйлап ҡараһаң. Ә ни өсөн ул беренсе ил булған? Был хаҡта бик уйланырлыҡ. Юҡ, был бөйөк ҡултамғаны һис кем, һис ҡасан, һис ҡайҙа ла юя алмаҫ!
Ул юйылыр өсөн ҡуйылмаған, һәм башҡорт ҡаны уны юйҙырыр өсөн ҡойолмаған. Рәсәйҙәге бөтә һуғыштарҙа уның даны бар, ҡаны бар.
Диңгеҙ арттарында өрмәһендәр был бөркөткә, уны һис кем булмаҫ өркөткән.
Батшаларға башын эймәгәнде,
Башҡаларға башҡорт баш эймәҫ!
Бөйөк әсәй – Рәсәйҙең билкәйенә
Сиселмәҫкә ул бит уралды.
Ҡәмәре бит Өфөм Уралдың.
Ныҡ тотабыҙ ҡында ҡоралды.
11 март.
Сәғәт иртәнге биш инде. Һаман йоҡо алмай. Көндөҙгө күренештәр күҙ алдынан китмәй.
Өлкә комитетында минең «Милләтселек» мәсьәләһен тикшерҙеләр.
Доклад өсөн һәм нәшриәттәге редсовет ултырышында һөйләгән һүҙ өсөн, әлбиттә. Әсғәт Мирзаһитов, Назар Нәжми, Шәриф Бикҡол минең тәртип тураһында информация яһаны.
һуңынан Ғайса Хөсәйенов менән Мостай ағай ҙа килеп етте.
Өлкә комитет яғынан секретарь Солтанов һәм Розанов менән Урал Бакиров бар ине. Әлбиттә, Чуроваһы ла ҡалмағайны. Ул ҡаламы һуң?
Минең доклад та, редсоветта яһаған сығыш та Мирзаһитовтың информацияһы һәм нәшриәт директоры Ҡыуатовтың Яҙыусылар союзына яҙған хаты буйынса бөтөнләй кире төҫ алған, һәм, уларҙың фекеренсә, мин бер анархист-милләтсе, бер кемде лә танымай торған һауалы, маҡтансыҡ әҙәм затынан.
Йәнәһе, мин партияның пленумдарына ҡаршы сығыусы, ҙур халыҡтың бәләкәй халыҡтарҙы иҙеүен, бер халыҡтың культын раҫлаусы, татар менән башҡортто ҡаршы ҡуйыусы, донъяға буталсыҡ ҡарашлы һәм Сәйфи Ҡудаш кеүек намыҫлы ҡарт шағирға яла яғыусы, ә Әнғәм Атнабаев кеүек ҡәләмдәшемдең талантынан көнләшеп йөрөүсе!.. Ниндәй чепуха!!.
Кешене аңламаһаң йәки аңларға ла теләмәһәң, нимәнең нимә икәнен, ни өсөн һәм ниндәй шартта булыуын белмәһәң, уны ғәйепләүҙән дә еңел нәмә юҡ икән. Әгәр ҙә хәҙер 1937 йыл ҡабатланһа, мин күптән тегендә ултырған булыр инем...
Ғәжәп был донъя! Иң ғәжәбе бигерәк тә кешеләр!.. Үҙен ахмаҡ урынға ҡуйһа, хатта иң аҡыллы кеше лә ахмаҡ ҡарашта булырға мөмкин икән.
Унан һуң кешеләргә ни тиклем үҙ тиреһе яҡын, ни тиклем үҙ ултырғыстары, исемдәре ҡәҙерле!..
Ә намыҫ? Ундай нәмә бик самалы. Ваҡ маҡсатлы кешеләрҙә ул ҙур булмай.
Ниндәй ауыр был кешеләрҙе аңлауы!.. Бигерәк тә бынан һуң иң ышанған кешеңә ышаныуы ауыр.
Мостай ағай ҙа инде үҙ исеме өсөн тырышҡас, ҡалғандарҙан ни көтәһең?
Ә бына Ғайсаны күпме генә «ҡойроҡ болғай» тиһәк тә, шулай ҙа ул оло йөрәкле – берҙән-бер ысын яҡлаусы, үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған ул булды. Минеңсә, уға әҙәбиәт – ашар икмәге, алып торған урыны ғына түгел, ә намыҫ эше, ғүмер маҡсаты. Ул әҙәбиәттә үҙе өсөн түгел, ә әҙәбиәт үҙе йәшәй унда.
Станиславскийҙың бөйөк һүҙҙәре хәтергә килә: сәнғәттә үҙеңде түгел, ә үҙеңдә сәнғәтте һөй.
Был еңел эш түгел. Ә әҙәбиәтең, культураң, халҡың менән һатыу итеү – был, күрәһең, еңелерәктер?..
Ә Солтанов аҡыллы кешегә оҡшай, уның урынында мин дә үҙемде шулай әрләр инем. Эштең айышына төшөнөп етмәһә лә (мин башҡортса һөйләнем), Розанов та объектив кеше, буғай. Тик Мостай ағай ғына уны бер аҙ һаташтырып ҡуйҙы. Йәнәһе, мине кемдәрҙер, ниндәйҙер милләтселәр төркөмө файҙаланырға тырыша!.. Тимәк, үҙендә лә бер төркөм бар тигән һүҙ. Төркөм бер яҡлы булмай. Ә причем бында мин? Минең халҡым бар, уның ауыр, ҡатмарлы тарихы бар, уның яулап алған хоҡуҡтары, киләсәге бар. Мин тик уның Октябрь биргән ошо хоҡуҡтарынан тулыһынса файҙаланыуын, бер кемдең дә уға бысраҡ ҡулын һуҙмауын, бер кемдең дә уны мыҫҡылламауын, уның исеме менән һатыу итмәүен генә һәм уның үҙ шағирҙарының 5 йылда 2 табаҡлыҡ китап сығарырға зар-интизар булып йөрөмәүен генә теләйем. Һәм ул китап үҙ халҡыма барып етһен ине, иң ғәҙел хөкөмдө мин уның ауыҙынан ишетһәм ине. Минең бөтә теләгәнем шул ғына. Шул теләгем изге булған өсөн генә мин бөгөн ямаулы салбар кейеп, аслы-туҡлы йөрөйөм, балаларҙы, ҡатынды интектерәм... Шуның өсөн генә мин бер баламды шул уҡ нәшриәт бүлмәһендә туңдырып үлтерҙем. Шул маҡсат өсөн генә 8 йыл төрлө кешеләрҙең утын һарайында, тамуҡ бүлмәләрендә, тауар складтарында, юлаусылар йортонда, гостиницаларҙа йәшәп, ярты эш хаҡымды, ҡан-йәшемде түгеп йәшәнем, эшләнем һәм бер генә юл да выжданыма, намыҫыма ҡаршы төшөп, аҡса өсөн яҙа алманым. Башҡа халыҡтарҙы үҙ халҡым кеүек үк күргән өсөн мин уларҙың шағирҙарын – тауыштарын үҙ телемә тәржемә иттем.
Әгәр ҙә кәрәк икән, шул халҡымдың киләсәге өсөн ҡорбан булыу миңә бер ни ҙә түгел.
Ләкин ҡорбандар биреү етте буғай, инде ижад итергә, әҙәмсә йәшәргә, әҙәмсә мөнәсәбәт булдырырға ине!..
27 апрель.
Тәүге ҡабат күк күкрәне. Бик сәйер күк күкрәү булды был. Рәхәтләнеп ҡар яуып тора. Киске сәғәт 11-ҙәр булғандыр. Мин редакцияла күк күкрәү тураһында «Һынау» тигән шиғырҙы яңынан эшләп ултыра инем, ҡапыл төндө яҡтыртып йәшен йәшнәне лә бик ҡаты итеп күк күкрәп ебәрҙе. Хатта һиҫкәнеп киттем, унан хат яҙырға тотондом.
Бик сәйер килә был яҙ. Хәйерлегә булһын инде.
Кисә урманға сығып, ҡар аҫтынан тәүге сәскәләр йыйып алып индек. Быға тиклем ҡар аҫтында сәскә үҫеп ултырғанын күргәнем юҡ ине әле. Ғәжәп: ҡалын ҡар аҫтында яҙ күрке (подснежники) рәхәтләнеп сәскә атып ултыра. Тәбиғәт үҙенекен итә. Минең шиғырҙар ҙа шулай уҡ түгелме һуң әле?
Ниндәй генә һалҡын булмаһын, йәшен йәшнәп күк күкрәй. Нисек кенә ҡар ҡалын булмаһын, ҡар аҫтында яҙ күрке сәскә атып ултыра. Был апрелдә ниндәй генә әшәкелектәр башҡа ҡойолмаһын, барыбер минең рухты һындыра, өмөттө һүндерә алмайҙар.
Тик алданма арзан
дан-шөһрәткә
Осҡан саҡта ғүмер юлынан.
Йәшен балҡый тәүҙә,
Күк күкрәүе
Ишетелә бары һуңынан.
Кисә Шакир Галин миндә ҡунды. Төнгө сәғәт 4-кә тиклем шиғыр уҡыныҡ, һөйләштек. Ә иртән Рауил Бикбаев ҡатыны менән килеп сыҡты. Ә кискә табан ҡустым Рауил килде. Ағиҙел буйына барып ултырып ҡайттыҡ.
Көн эске менән үтте. Ә аҡса юҡ. Килгән ҡунаҡтар үҙҙәре ҡунаҡ итеп китте.
Китап һаман шул көйө ҡуҙғалмай ята. Нәшриәттән дә һорамайҙар, мин дә ҡул һелтәп ҡуйҙым. Шулай ҙа берәй төрлө хәл итергә кәрәк булыр инде.
1 май.
Әхмәт минең портретты яҙа башланы. Бик илһамланып тотондо. Шәп портрет сығасаҡ, ти. Үҙе йырлай, үҙе эшләй, үҙе:
— Беҙгә үҙебеҙҙең Фучиктарыбыҙ, Хикмәттәребеҙ, бөгөнгө Салауатыбыҙ кәрәк, – тип декламировать итә. Яланғас төшөрөргә иткәйне, мин ҡарышҡас, эске күлдәктән ҡалдым.
Партиялылыҡ ул миҙал түгел, уны әҫәрҙең муйынына тағып ҡуймайҙар: ул әҫәрҙең бөтә тәнендә, ҡанында, рухында булырға тейеш.
1965
7 апрель.
Завет Льва Толстого, данный им самому себе еще в молодости, не только не лгать прямо, но не лгать и отрицательно – умалчивая.
Киске шәфәҡ пәрҙәһе төшкәс,
Күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән
Әллә ниндәй илдәр күренә.
Һәйбәт китап уҡығанда
Тиҙ таң ата.
— Ну, бөгөн шәп бер шиғырыңды уҡыным, әй!..
— Ниндәй шиғырҙы әйтәһең?
— Теге ни... яҙылмағанын.
8 апрель.
X. Ғәлимовтың 60 йәшенә арналған кисә. «Һабантурғай йырҙары». Концерт. Банкет.
З. Исмәғилев:
— Салауаттарҙың башҡорт булыуы сомнительно.
— Ләкин шуны бел, ағай: салауаттарҙан башҡорт сыҡһа, ул инде ҡурҡаҡ башҡорт булмай.
Арыҫлан ағай, генерал Күсимов бейеүе.
9 апрель.
Нияз. Археология. Ғилми совет. Зәйнулла, Мөхтәр Сәғитовтың диссертацияһы – Күҫәк. Берләшеү идеяһы. – Сайран – ҡыҫтайҙар һөтимәрҙәр – Ира – Салауат, Азамат. Нияздың балалары: Әлфиә, Ирек. Ҡатыны – Лена. Буран. Йәшәйһе килмәү. Ҡулдан бер эш тә килмәй. Билдәһеҙлек.
Ниңә тормошто мин
үтә ҡатмарлы бер,
Үтә сеймәлгән бер
төйөн итәмен?
Ә бит бөтәһе лә ябайыраҡ,
Тик мин уны
ҡыйын һүтәмен...
Еңеү ҡайтты
Хәтеремдә ул көн,
тарих онотмаҫ көн:
Еңеү ҡайтты,
атай ҡайтманы.
Дүрт күҙ менән көткән
дүрт балаһын
Баштарынан һыйпап
әйтмәне,
Балаларым, тимәне...
Германия ере,
Польша ере,
Венгрия ере,
Америка ере!
Ер-әсәкәй, әйтсе миңә,
Ҡайһы ерҙә атай һөйәге?
Ҡайһы ерҙә һуңғы төйәге?
Ҡайҙа атайым?
Ҡайһы ерҙе
Атай ҡәбере тип атайым?
Әйтсе, Ер!
Ҡайҙа атайым?
Бер ус тупраҡҡайын
һалып ҡайтайым.
Ҡайҙа атайым?
Ул коммунист ине,
Данһыҙ үлем менән
үлмәгәндер?
Кеше күрмәһә,
Ҡайын күргәндер,
Таштар илағандыр,
Йондоҙҙар күҙләгәндер?..
Ниҙәр күререңде
Алдан белеп торһаң,
Йәшәүҙең бер ҡыҙығы ла
Ҡалмаҫ ине!..
Тыңлап таңға ҡалған тел,
Йәнгә рәхәт алған тел,
Яулап-ҡурсып алған тел,
Ҡан-йәш түгеп алған тел,
Күреп ирек емеше,
Күреп бәхет өлөшө,
Һаҡлар һине һәр кеше,
Яҡлар һине һәр кеше...
Телһеҙ инек, тел алдыҡ,
Илһеҙ инек, ил алдыҡ,
Һинең менән тәйән гелән
Яҡты таңға ҡуҙғалдыҡ,
Үткәнгә үрт, ҡуҙ һалдыҡ...
Үткәнгә үрт һалмағыҙ,
Тик үрелеп ҡарағыҙ,
Яҡын булыр арағыҙ,
Уңалып та бөтмәгән
Йөрәктәге ярабыҙ,
Тағы ярып барабыҙ.
Бөтә даһи һөйләшерлек,
Бөтә ғашиҡ серләшерлек,
Аңлаған тел көнләшерлек,
Ырыҫ-бәхет өләшерлек,
Һәр телгә лә тиңләшерлек,
Аңлашырлыҡ уртаҡ тел
Бөтә илдә табылыр.
Телде телдәр хушһынмаһа,
Артылмаҫлыҡ тау булыр,
Булмаҫ дуҫлыҡ, дау булыр.
Көслөк менән тел булмаҫ,
Үслек менән тел булмаҫ,
Көс үҙенә көс табыр,
Үс үҙенә үс табыр,
Ҡыҙыл ҡандар түгелгән,
Күп ҡорбандар бирелгән.
Ошо тыуған ил өсөн.
Бар донъяны айҡап сыҡ,
Күҙең менән байҡап сыҡ,
Бай һынын да табырһың,
Юҡһылын да табырһың.
Дуҫыңды ла табырһың,
Дошманға ла тарырһың,
Йөрөй-йөрөй арырһың,
Илең һағынып янырһың.
24 апрель.
Шиғыр ул логика түгел, ә логиканы боҙоу, дөйөм логикалағы эмоциональ баҫым. Әгәр шулай булмаһа, бер бөтөндөң айырым өлөшөнә айырыуса баҫым яһамаһаң, шиғыр ҙа тыумаҫ ине.
Шуның өсөн иң мөһим тип иҫәпләгән, үҙеңде иң ныҡ борсоған нәмә хаҡында ғына яҙырға кәрәк.
Ә башҡаса яҙыу – ул тик алдашыу ғына.
Һинең өсөн үлер инем,
Мин үлгәс һин нишләрһең?
Ярай инде үлмәйем,
Мине, бәлки, ишләрһең.
1 июнь.
Мостай ағай менән өйҙәрендә һөйләшеү. Ул йә иҫ киткес бер мудрец, йә иҫ киткес бер «хәйләкәр». Теләгәнем – тәүгеһе. Уға ауыр һүҙҙәр әйтеүемә эс боша. Ә бит шағирҙар күңеле йәйғор һымаҡ кәрәк була.
Тормоштоң бөтә ҡаршылыҡтарына күҙ йоммаҫҡа, сәнғәт тип икенсе бер тормош уйлап сығармаҫҡа, халыҡтың намыҫы булырға ваҡыт инде. Һөйләшеү ошо хаҡта булды. Китапты бер биш-алты көндән берәй аулаҡҡа сығып уҡырға тигән һүҙгә килдек.
(Тик А. Н-ҙең дә бергә буласағына күңел шомлана.)
Университеттағы шиғыр кисәһе хаҡында бер бит кәрзинкә яҙҙы.
Борайға һайлауға барырға йыйына.
Хо-Ши-Минды бер нисә ҡабат күреп һөйләштем, ти. Бер вьетнам егетенең китабын уҡыны. Хо-Ши-Миндан шиғырҙар йыйып... бирҙе (француз телендә). Үҙенең «Торналар ҡайтҡанда»һын бүләк итте.
Проза яҙырға уйламайһыңмы, ти. Яҙырға кәрәк, шиғырҙың уҡыусыһы аҙ, халыҡ менән иркенләп һөйләшерлек, хатта үпкәләрҙе лә әйтерлек булһын, ти. («Ник йоҡлайһың, мужик?» тип Туҡай әйтә алған бит. Ә беҙгә халыҡ алдына ла ҡуя торған проблемалар аҙмы ни?)
Ҡанатһыҙ ҙа йөрәк
ник кәрәк,
Ҡанатлы ла йөрәк
бик кәрәк,
Ҡанатлы ла йөрәк
бик һирәк,
Ҡәҙеркәйен белеү
бик кәрәк.
Аҡ тирәккәй менән
күк тирәк...
23 июнь.
Детсад балалары алдында килгән тәрбиәсе ҡыҙ алыҫ балалыҡ уйынын хәтерләтте. «Алырымҡош менән Бирмәмҡош» уйыны ине ул!.. Ә тормош?..
Алырымҡош менән Бирмәмҡош Түгел икән, дуҫтар, был тормош.
Ҡойон икән, дуҫтар, был тормош,
Уйын ғына икән Бирмәмҡош.
Алырымҡош алһа аранан,
Бирмәмҡошо ала аралап.
Алырымҡош кейә ҡаранан,
Бирмәмҡоштан аҡ нур тарала.
30 июнь.
Беҙҙең сафтарға ла үлем ҡағылды. Әле генә Ренат Алтайскийҙы ерләшеп ҡайттым. Бергә интернатта уҡығандарҙан Диҡҡәт Бураҡаев менән икәү генә инек.
Ял көнө Димдә һыуға батып үлгән. Бөгөн иртән генә тапҡандар. Затонға барып сыҡҡан. Балыҡсылар күреп ҡалған. Яңы ғына Өфөгә ҡайтып, квартира алып, Башэнергола эшләй башлағайны Ренат. Һуңғы ҡабат театрҙа күрешкәндә:
— Һөйләшеп ултырайыҡ әле, Бабай, бер үткәндәрҙе иҫкә алып, – тигән булғайны.
— Ярай, ғүмер бар бит әле, ултырырбыҙ. Ҡайтып яҡшы иткәнһең, – тигән булдым мин, «ғүмер» һүҙен ҡыҫтырып...
Шунда уҡ Мариятты ла күрҙек... Уны ул да, мин дә яратып йөрөй инек. «Көндәш» тә, серҙәш тә инек. Ул минең ғазапланғанды күреп:
— Ярай инде, Бабай, третий лишний, мин артыҡмындыр, арағыҙға кермәйем, һин үҙең ҡара инде, – тигән булды. Ә ҡыҙ икебеҙгә лә ҡараманы... Һөйләшеп ултырыр һүҙҙәр күп ине лә, яҙмағандыр, күрәһең.
Ғүмере иҫ киткес ҡыҫҡа булды шул. Үтә хәйләһеҙ, үтә кеше йәнле, үтә эшенә бирелгән кеше ине.
Зыяраттан сыҡҡанда бер әбей, кем ине, тип һорағас:
— Электрик, яҡтылыҡ үткәреүсе ине, – тинем.
Ысынлап та, унан күңелдә тик яҡтылыҡ ҡына тороп ҡалды.
Хуш бул, дуҫҡай! Онотмам һине. Ауыр тупрағың еңел булһын инде. Үкенес, бик үкенес, мәғәнәһеҙ үлем һағалаған икән үҙеңде. Рәнйемә, һин, бәлки, уны нығыраҡ та яратҡанһыңдыр. Яҡтылыҡ!..
— Шулай, үлеп-нитеп китһәк, бер ус тупраҡ һалышырбыҙ инде, – тинем Диҡҡәткә хушлашҡан саҡта.
Ләлә апа, әсәһе, иҫ киткес сабыр, оло рухлы икән. Мин иҫтән яҙғандыр, аяҡтан йығылғандыр тигәйнем. Ә ул хатта күҙ йәше аша булһа ла элеккесә йылмая ла ала... Әсә... Ниҙәр генә кисермәне, күрмәне инде ул.
Берҙән-бер улы үлгәндә лә беҙгә һаман: «Балалар, минең балаларым», – ти.
Онотмаҫҡа ине, йышыраҡ кереп йөрөргә ине уға...
7 август.
Ярты-йорто һөйләшәбеҙ,
Ярты-йорто һөйәбеҙ,
Ярты-йорто һөйөнәбеҙ,
Ярты-йорто көйәбеҙ...
Тик яртыны ҡағып алһаҡ,
Беҙ тәүәккәл, беҙ бөтөн.
Ант бирәбеҙ халҡыбыҙға
Һаҡлашырға өмөтөн.
Ә айнығас, ҡан һыуынғас,
..........................................
8 август.
Мин дә дуҫлыҡ өсөн янам, ләкин дуҫлыҡ ғәҙел булһын. Ҡол менән хужа дуҫ була алмай. Мин дә халыҡтар дуҫлығын... Ул да ғәҙел булһын. Байҙар менән ярлылар дуҫлығы ғына кәрәкмәй. Барыбыҙ ҙа бай булайыҡ. Бер кем дә рәнйерлек, кәмһенерлек булмаһын.
26 август.
Ҡарт һәм диңгеҙ. Одесса.
Мин әлегә, юҡ, ҡарт түгел,
Һау-сәләмәт, бөтөн мин.
Сөнки туғыҙ йәшкә тиклем
Имдем әсә һөтөн мин.
Тешем үткер, күҙем күрә,
Тартам, әсәм, шаярам.
Ҡыҙҙарға ла күҙ һалам...
Етмәһә, шиғыр яҙам.
Ләкин күрһәм ҡарттарҙы мин,
Ауырыйым, һыҙланам.
Үҙемде шул төҫлө күрәм,
Ҡотом осоп ҡыҙғанам.
Бына әле минең янда диңгеҙгә төбәп күҙен,
Сал сәсле бер ҡарт ултыра,
.............................................
1966
Октябрь.
Тәнҡитселәр әҙәбиәттә погода яһай алмай, ләкин уны боҙоуҙары ихтимал. М. Буранғол.
Мин бер кем алдында ла баш эймәйем тиер инем, берҙән-бер кешем бар: ул – парикмахер. Р. Ниғмәти.
Яҡшы һүҙҙе һыуға һал – халыҡ белмәһә, балыҡ белер...
Әҙәби көләмәстәр
— Абдуллин яңы пьеса килтергән.
— Үҙенекеме? (С. Агиш.)
Ю. Фучик элмәктә көйө – репортаж, М. Йәлил палач балтаһы аҫтында – шиғыр, ә Абдуллин Ихсан менән судлашырға барғанда ла пьеса яҙған... (С. Агиш.)
— Талант ни ул?
— Талант – Ибр. Абдуллиндың берҙән-бер үтеп инә алмаған тишеге. (С. Агиш.)
— Игебайҙың таланты ниҙә?
— Композиторҙарҙың талапһыҙлығында, әлбиттә.
— Сәхнәгә тыпылдашып менгән ни? – И. Абдуллин пьесалары.
— Сәхнәнән тыпылдашып төшкән ни? – И. Абдуллин пьесалары...
— Телһеҙ көйө тел хаҡында һөйләргә һәр саҡ теле ҡысытып торған яҙыусы кем?
— Йософ Гәрәй.
1968
14 июнь.
Нәшриәткә 235 шиғырҙы илтеп һалдым. Исмаһам, 35-ен аңлай торған берәй әҙәм заты булһа икән – ниндәй бәхетле булыр инем... Күңелдә ниңәлер Чехов ҡына – бер шиғыр ҙа юҡ.
Йөрәк ауырта.
Миңә инде был донъянан тайырға ла ваҡыттыр инде.
Тик бынан берәй мәғәнә булһа!..
Халҡыңа!..
Юҡ шул...
Әле милли тойғо шул тиклем сабый тойғоһо ғына.
Ә шулай ҙа берәй эш эшләнем тип китке килә.
Иң аянысы – бушҡа ҡорбан булыу. 18 йыл!.. Бер кешенең ғүмере... Ә үҙемә ҡалһа – лириканы бар иттем тигән булам – һис бер ялғанһыҙ.
Хәйҙән һуң, Мәлих Харистан һуң... Ә Мостай ағай? Ул бит аҡыллы, милләттән өҫтөн булып ҡылана... Тимәк, уға ышанып булмай.
Минән дә бәхетһеҙерәк! Халҡы юҡ, ә үҙе ышанған кешеләре – барыһы ла һатлыҡ йән... Ә минең, исмаһам, Рауилдарым, Тимерҙәрем, Мөхәмәттәрем, Хәсәндәрем, тағы әллә күпме бөрөләрем бар... (Рәшит кенә ауырыу, зато – гений.) Юҡ, минең 18 йылым, бәлки, ул тиклем бушҡа ла үтмәгәндер.
Мин бит, күҙгә күренмәҫ булһам да, аҫтыртын ғына булһа ла – бөтәһен дә биргәнмен. Тик үҙемде табаһы ине. Ҡайҙа икән мин? Бәлки, мин юҡтыр ҙа. Тик намыҫым ғына бар, саф. Мин әҙәбиәтебеҙгә хыянатһыҙ. Ҡыҙыҡ: китап магазинында бер мәрйә апай һатыусыларҙың юҡлығына асыуланып, чегын кире килтергәндә:
— Убегают, как эти... – тине лә кире китте.
Аҙаҡ килеп:
— Как молодой месяц... – тип яңынан чек яҙҙырҙы.
Үҙенең сағыштырыу ынан шул тиклем ҡәнәғәт булып ҡайтып китте, шикелле. Ә ҡарт ай ҡасмай микән ни?.. Ай ҙа уйнашсы икән дә баһа. Йәше – бигерәк тә...
Ә шулай ҙа кешеләрҙә шағирлыҡ көслө.
Шуғалыр микән, йәшәйһе килә әле.
«Как молодой месяц...» Ә тышта туп-тулы ай һәм, һыуыҡ булһа ла, һандуғас һайрай.
Гөлнар мыршылдап йоҡлай. Тәҙрә төбөнән иҫерек малайҙарҙы «сығып иҙәм» тип ҡурҡытып ебәрҙем. «Спиртыбыҙ бар» тип береһе күрешеп китте. Әкәмәт донъя!..
19 июнь.
Таш имсәкле, ҡом һөтлө, имеҙһә лә, туймайҙыр. (Фәрит Иҫәнғоловҡа әнкәһе һөйләгән легенданан.)
Бөркөттәр килеп төшкәндә, уҡсыларҙың әйткән һүҙе бар. Ҙур бер эпостың өлөшө булырға тейеш. Ҡайҙа икән шуның дауамы? Сюжетын табырға! Бөркөт үҙенең балаһын тапҡанда ни ти?
1969
19 март.
Переделкино.
Мариэтта Шагинян бер режиссер менән һөйләшеп ултыра ине. Ҡалмыҡ шағиры Эрендженов менән фотоға төштөләр. Беҙ ҙә Игебай менән улар эргәһенә барып ултырҙыҡ. Беҙҙе лә бергә төшөрөүен һораныҡ.
Мариэтта Шагинян ниндәйҙер киносценарийының юғалып ҡалыуын һөйләне.
— Мин үлмәҫ борон табып бирһендәр ине. Бик үтенеп һорай Шагинян, тип әйтегеҙ, – ти.
Режиссер табышып бирергә булды.
— Страшно не люблю киношников, глаза бы их выцарапала, – ти.
ГДР-ға ғашиҡ. Бигерәк тә производстволарына һәм Брехт театрына.
— Бына тигән драматургия һәм иң яҡшы музыка! Музыка уларҙа бына тигән булды һәм булып ҡала. Германияның фашизацияһын бик ауыр кисерҙем, һуғыштан һуң барырға ла ҡурҡып йөрөнөм. Ләкин барғас, фашизмдың эҙен дә күрмәнем. Төбө-тамыры менән йолҡоп алғандар. Немецтарҙан да фашизмды ныҡ яратмаған кешеләр юҡтыр.
Гомулкалар Ульбрихттың ҡойроғона ла тормай. Гомулка еврейҙарҙы репрессиялап, үҙен бөтә Европаға хур итте. Бер ниндәй классовый позициянан сығып түгел, ә тик милләтселек позицияһынан сығып эш итте, – тип һөйләй.
— Немец теле – минең икенсе туған телем. Мин ГДР-ҙы бала сағымдан беләм. Вкус етенкерәмәй, ләкин бөтә нәмә халыҡ өсөн эшләнә.
Үҙенең сценарийы тураһында: «Ул бик ҡыйыу, ләкин большевиктарса (большевично) ине, хөкүмәткә оҡшаманы ла шул көйө тороп ҡалды», – ти. «Это была литература, а не драматургия Сафронова. Я сначала не придала этой вещи большого значения, т. к. писалась она легко. Ләкин сәхнәгә ҡуйғас, үҙем дә аптыраным. Бына нисек ҡуйырға мөмкин әйберҙе сәхнәлә!» тип һөйләп ултырҙы.
Бында 20 майға тиклем эшләйәсәк икән. Ҡулында ГДР тураһында ниндәйҙер немецса белешмә ине.
Унан тимер башлы таяғын тотоп, йөрөргә сығып китте. Яланбаш, аяғында йөнө ҡырылып бөткән ботик – «прощай, молодость». Өҫтөндә ябай ғына йоҡа йәшел пальто. Ҡолағына зарлана.
— Это мое несчастье, то контакт есть, то прерывается, – ти.
Ғәжәп бай рухлы ҡарсыҡ. Кешеләрҙе маҡтағанда «Это высокообразованный, начитанный человек» тип маҡтай.
10 март.
Иртәнге сәғәт 6-сы ярты. Төш күреп уяндым. Комсомолда эшләгән ваҡыттағы ҡара юрғамды – Летокты күрҙем. Аҡтарылып боҙҙар киткәндә Йүрүҙән аша Мәсетле тәңгәленән йөҙөп сыҡтыҡ та ул һыулауға төшкән йылҡы һуҡмағына аяҡ баҫыу менән күҙҙән юғалды. «В легенды ушел», – тигән шиғыр һүҙе генә яңғырап ҡалды. Ә мине Арҡауылда Фадеев тотоп тора, имеш. Йәнәһе, мин ниндәйҙер батырлыҡ күрһәткәнмен дә, ул минең хаҡта ниҙер яҙырға булған, имеш. Ә мин бер боҙға һикереп, ярға шул боҙ өҫтөнән йүгереп сыҡҡанмын да Мәсетле йәштәре араһында һөйләшеп торам, имеш. Яр башында кемдер бейей, яҙғы шатлыҡ тауыштары, көлөшөүҙәр. Ҡараһам, был күҙектереп йәш быҙауҙарҙы үлтерә торған Мөслимә, имеш.
— Минең иремә бармағыҙ, атыу тағы эсерәһегеҙ, – ти кемгәлер.
— Ниңә, Йонос ҡорҙашҡа барырға ла ярамаймы? – тигәнемә:
— Юҡ, мин һеҙгә әйтмәйем бит. Мынау тонғорҙарға ғына әйттем. Ә һеҙ барығыҙ, хотя һеҙ, журнал сығарыусы, яҙыусы кеше, беҙгә барып тораһығыҙмы тағы? – тигән була.
— Һыуҙан өшөп сыҡҡанда берәй ярты эсте тишмәҫ ине, – тигән булам мин.
— Килегеҙ, килегеҙ.
Ә мин һаман ҡара юрғамдың йүгәнен һыпырып алып ҡалмағанға үкенеп бөтә алмайым – йәнәһе, теҙгене аяғына уралыр ҙа сәсәп йығылыуы бар. Тере ҡалырмы, юҡмы был боҙло һыуҙан? Тирле килгәйне бит, тип ҡайғырам.
— Ҡайғырмағыҙ, ана ҡалай сабып китте бит! – тип тынысландыралар мине.
10 март.
Ҡара юрға
(Леток)
Таң алдынан төшкә керҙең дә һин
Өндәремдә әле уйҙа мин.
Ҡара ялҡын кеүек ҡара юрғам,
Ҡайҙа юғалдың һин,
Ҡайҙа һин?
Аҡтарылып боҙҙар киткәндә,
Йүрүҙәнкәй аша сыҡтыҡ та...
1 апрель.
1 апрель – алдаҡсы көн. Кәтибә апай ғәҙәтенсә Ҡәнифә апайҙы ебәрткән.
— Обкомдан килергә тейештәр, тиҙерәк килеп етә һалһын, – имеш.
Кешеләрҙең алдауы ла үҙенсә бит әле: редактор булмаһа, улай ебәрергә баҙнат итмәҫ ине. Кеше хәҙер үҙенә үҙе отчет та бирмәй.
Әнисәнең С. Садиҡованың: «Азат ҡатын»да баҫтырған йырына ҡаршы төшөүе.
— Кешеләр тапаған юлдан барырға ни...
— Йоҡлап ултырмаҫҡа ине, – тигән була бөтә сырайын һытып. Ҡәнифә апай әйтмешләй, «ҡолон һалғандай...»
Кешеләрҙең кешелеге иң ябай – бәләкәй кешеләргә булған мөнәсәбәтендә асыла. Кешене тулыһынса бергә эшләмәй тороп белеп булмай икән.
Исключительность, нетерпимость һәм гонор сифаттары нисек итеп аумаҡайлыҡ менән һыйыша?
Наҙанлыҡ һәр саҡ белемле булыуға дәғүә итә, ләкин был дәғүә һәр саҡ көлкө булып, «мин беләм»леккә генә ҡайтып ҡала.
Она у вас с фасоном (Лина).
2 апрель.
Илле йыллыҡ та үтеп китте. Оло һүҙҙәр яҙылған плакаттар, лозунгылар, символик һүрәттәр яҙғы бысраҡ һыуҙарға һөйрәп төшөрөлөп, тейешле урындарына инеп ятты...
Мин уларҙы, элгән саҡтағы һымаҡ уҡ, төшөргән саҡтарында ла ҡарап йөрөнөм.
Ләкин уларҙы элгәндәгегә ҡарағанда төшөргәндәге кешеләр ихласыраҡ ине. «Прошел сабантуй, их...» тигән һүҙҙәр ҡәнәғәтерәк яңғыраны. Әйтерһең, шуның менән минең илемдең – Башҡортостанымдың – өнө тығылды, алҡымы ябылды...
Әйтерһең, минең илем, шул илде ил итеп тотоп торған халҡым, бары шул шау-шыуға, ҡайһы бер предприятиеларға илле йыллыҡ исеме һәм ҡайһы бер булдыҡһыҙ әҙәбиәт ҡомаҡтарына «атҡаҙанған» исемдәр биреүгә генә мохтаж булып торған икән...
«Октябрь революцияһы ордены» ла тағылды...
Ә ҡайҙа уның халҡым теләгән емештәре? Көлкө хатта!..
Өфөлә – баш ҡаламда минең – хәҙер күпме башҡорт йәшәгән ҡалала, күпме татар йәшәгән шәһәрҙә – бер генә башҡорт урта мәктәбе, бер генә татар урта мәктәбе булмаһын, имеш... (Интернат-мәктәпте мин иҫкә алмайым, сөнки ул хәҙер сит ил делегаттарына күрһәтеү өсөн генә һаҡлана.)
Башҡортса Өфөлә ике класс бар ни бары. Шуларҙың тәүгеһендә минең улым – Азаматым уҡый.
Уға унда уҡырға йөрөү – мең бәлә. Рогервик!
Ҡаланың бер ситенән икенсе ситенә ул теләһә трамвайҙа эсәге сығып йөрөһөн, теләһә (атаһы теләй әлбиттә!) йәйәү йөрөһөн. Сөнки ара 7 саҡрым ғына, ә уға инде – 7 йәш!
Илле йыллыҡ алдынан күпме йөрөнөк обкомға, күпме йөрөнөк горсоветҡа, күпме йөрөнөк Министрҙар советына, Башҡорт АССР-ының аталған хөкүмәт етәкселәренә, ә бер-ике тәгәрмәсле автобус булһа ла яулап ала алманыҡ беҙ, мәхлүк, һантый, хыялый башҡорттар!..
Башҡорт балаларына берәй арба ише бер автобус – миңә иң ҙур бер хыял булып ҡалды.
Теләһә Исикава Такубоку һымаҡ, уның бер өй тураһындағы һымаҡ, ошо автобус хаҡында хыялый бер шиғыр яҙ!..
Ләкин уны кем баҫһын!..
Мин тантаналарҙа үҙ-үҙен, үҙенең балаларына бер мәктәп кәрәклеген дә онотҡан Мостай ағаймы ни?..
Мостафа ағай, һин үҙ телмәреңдә әллә ниндәй ҡара шәүләләрҙе телгә алаһың, ә шул уҡ автономияға Лениндан алда үҙ халҡы исеменән ҡул ҡуйған Мстислав Ҡулаевты – башҡортҡа тәүге әлифба төҙөп биргән (притом рус графикаһы нигеҙендә) ғалимды, табипты, илсене телгә алмайһың... Әйтерһең, башҡорт үлем түшәгенә ятҡан еренән әле «ИРЕК» һүҙе барын ишетеп, яңынан бар асылына тоғро булып, иң аҫыл ирҙәренең ғүмере хаҡына ҡалҡынып тормаған... әйтерһең, шул «ирек» һүҙен әйткән Питер ҡалаһын үҙ күкрәге менән ҡурсып ҡалырға яңынан Салауат булып тыумаған!..
Ә бит Рәсәйҙең – шул иң ҡараңғы төрмәнең иң төпкөлөнә ташланған Салауаттар бер һүҙҙә булмаһа, ирек өсөн йәнен күбәләк ғүмереләй ҙә күрмәҫкә әҙер тормаһа, Октябрь революцияһының бисәләр һуғышынан ниндәй айырмаһы булыр ине?
Бабич һымаҡ ир-шағирҙар шул ут эсенә барып ташланыр инеме һуң?
Ә бит Бабич – күңелендә беренсе ҡабат башҡорт төшөнсәһен йәне-тәне менән тойған шағир. Шуны тоймаһа, ул йәнен-тәнен дә биреп тормаҫ ине...
Ә уның тирәһендә нисә йылдар – Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы автономиялы булып танылғаны бирле – миллион ҡорттар мыжғый!..
Ләкин үҙ ғүмерен үҙ халҡы өсөн ҡорбан иткән ҡаһарман йөрәкте башҡорт ни хәл генә итеп онотһон. Онотһа башҡа халыҡтар онотор, ләкин донъяла бер башҡорт ҡала икән, ул ирек шағирын онотмаҫ... (Был көндәлекте лә иҫерек баш менән яҙған Бабич улы – Рәми булыр.)
Атайҙар һымаҡ үлә алһаҡ, минең өсөн иң оло бәхет шул булыр ине донъяла...
Әгәр иртәгә мин булмаһам, һау бул, Башҡортостан, тере булһам, кисер, Башҡортостан!.. КИСЕР!!! Рәми.
Халҡым! Мин барыбер зиһенле, оло йөрәкле, яугир улдарың тыуырына ышанам. Ышанам!!!
Ә Рауил – һуңғы ышанысым – талантым – һин нимәләрҙе артыҡ күрҙең...
23 апрель.
Ахмаҡтың ахмаҡлығын күреү өсөн күп аҡыл кәрәкмәй, ә бына аҡыллының аҡылын күреү өсөн байтаҡ аҡыл кәрәк.
Мы еще такие язычники
И верим в такие чудеса,
Что березка еще ничейная,
И ничейные – леса!
29 сентябрь.
Азат Таллин
Ҡайҙа ла бер беҙҙең халҡыбыҙ,
Йыллыҡтарҙы байрам итәләр,
Шатлыҡ йылғалары ташҡандай,
Майҙандарға байраҡ илтәләр.
Ҡайҙа ла бер беҙҙең малайҙар.
Ағас баштарына үрмәләп,
Һәр шатлыҡты, һәр бер байрамды
Тырышалар алдан күрмәгә.
Ҡайҙа ла бер беҙҙең ғашиҡтар,
Ҡосаҡлашып ҡарап торалар.
Ситтә торған ҡарттар...
мыйыҡ боралар...
Яңы йыл сәнскеләренә
1) «Ниңә, иркәм?» көйөнә
Ниңә, ниңә икән,
Шиғыр яҙмай икән,
Йырҙа ғына микән күңеле?
Әллә файҙалыраҡ микән
Күтәреүе йөктөң еңелен?
2) Әйләнгән һайын бер пьеса,
Хәҙер уның ҡаҙна бай...
Ниңә шиғыр яҙһын Атнабай?
3) һалдатмы ни һалдат погонһыҙ,
Поезмы ни поезд вагонһыҙ?
4) Шиғыр яҙған замандарҙа
Шағир инең, Назар Нәжми.
Хәҙер рәис булып ҡына
Шиғыр яҙмау насар, Нәжми.
5) Нисә йылдар буйы
Ҡосаҡлап бер ҡайының,
Ҡояшҡайың әллә байыны?
6) Иткәс иткәс «халыҡ шағиры»,
Халыҡ уҡырлыҡ та Булһын икән шиғыры!..
7) Мәскәүҙә лә Мостай,
Өфөлә лә Мостай,
Ҡазанда ла Мостай —
Бәйгеләме өс тай?
8) Ай, ҡояш та тотолор —
Мостай барҙа ҡотолор.
9) Тыңлап «Тормош ҡушыуы»н,
«Мин белмәйем тыныс һөйөүҙе»,
Тик «ышаныс» аҙыраҡ булһа,
Һин үҙеңде, әйҙә, һөй үҙең!..
10) «Кәмһетелгәндәр»енд е лә күрҙек,
Күрәйек кәмһетелмәгәнеңде.
Илап ҡына тыуһаң да һин,
Йырлап китерһең әле...
11) Булған, тиҙәр, Б. Дауыл,
Хәҙер инде быҙау ул...
10 декабрь.
Кешеләргә бирмәҫ йылың булһа,
Шул йылыңда үҙең туңырһың.
Дуҫың дошманыңа әйләнһә,
Мең дошмандан яман бер дуҫың.
Ялған дуҫтан мең артыҡ
Ысын ғына дошманың.
Ағай-эне талашыр,
Атҡа менһә ярашыр,
Дуҫ-иштәр бер талашһа,
Ғүмер баҡый талашыр.
1971
8 октябрь.
«Алтын көҙ» – шиғыр кисәһе.
А. Игебайға
Мин – Ер-әсә, мин өндәшәм,
оран һалам
Был залдағы
күңеленең күге байға,
иле байға,
теле байға.
Күсәреңдән ысҡынма, тип,
һүҙ бирәмен
Игебайға, Игебайға, Игебайға!
Ф. Рәхимғоловаға
Шып-шым баҫып, көҙ кеүек,
Апайым да килгәнсе.
Был кисәнең булырын
Ҡайҙан уҡып белгәнсе.
Белгәс, белгән – ул бит инде
«Яҙыу таныған кеше».
Һеҙҙе лә һөйөндөрөр,
Бик мул уның емеше...
Ирек Кинйәбулатовҡа
Ирек ирлеген итер,
Ирәндектәргә китер,
Ирәндеккә киткәнде
Ирәндек шағир итер.
«Баҫыу юлы» үтер, китер,
«Ферма юлдары»н килтер.
Шәриф Бикҡолға
Шәриф Бикҡол —
беҙгә бик ҡул,
Әйҙә, һүҙ һиңә хәҙер,
«Пионер»ға шиғыр илтһәк,
Һәр ваҡытта бул әҙер!
Ғәлим Дәүләтовҡа
Үҙе ғалим, үҙе дәүләт,
Сапһа, тау яра саба.
Тик аяғың сабып ҡуйма,
Балтаңа ла бел сама.
Ә. Сафуанға
Йырлай ҙа ул,
Шиғырлай ҙа,
Ауҙара ла Әлибай,
Ни ҡыланһа, шул килешә —
Көсө-дәрте әле бай.
Әйҙә, барынса ҡыуан,
Һүҙ һинеке, Сафуан!
23 июль.
Архив!..
Төнгө сәғәт 4. Бөтә архивты аҡтарып бөтөрөп, бөтә баҫылған, яҙылған яҙмаларҙы тәртипкә килтерҙем. Инде минән дә, мин анархистан да!.. идеаль архивариус юҡ!..
Был бөтә 20 йыллыҡ ижадты барлап сығыу, үҙемдең хаҡта бик етди уйланыу һәм ҡалған ғүмергә эш пландарына асыҡлау көндәре булды.
Бөтә ялым шуға китте.
15–16-шар сәғәт эшләнем. Күрәһең, әллә ни йәшәйһе ҡалмағандыр инде. Һәр хәлдә, йәшәгән тиклем йәшәп булмаҫтыр. Йөрәк шулай тоя...
В этой жизни умереть не ново,
Но и жить, конечно, не новей...
Әлбиттә, йәшәге килә. Тик мәғәнәле итеп, үҙең теләгәнсә, донъяны, тормошто, кешеләрҙе үҙ итеп, дуҫ-туған итеп, яратып йәшәге килә.
Ләкин донъя аҙым һайын, сәғәт һайын, хатта минут һайын хәшәрәт мәхлүктәр менән тула бара. Ә көрәшергә, еңергә мөмкин түгел. Минең кеүектәр үтә яңғыҙ булмай. Бары тик халҡың, был донъяла иң кәмһеткес тарихтың иң кәмһеткес фажиғәһен кисергән башҡортоң хаҡына, бәлки, ул да үҙ һүҙен әйтер тип йәшәргә кәрәк.
Аһ, әгәр ҙә был тиклем дә мөхәббәт булмаһа, тарих барышын аңламаһам, үҙ-үҙемдә шул тиклем яуаплылыҡ тоймаһам, минең ашар икмәгем дә, эсер һыуым да булыр ине!.. Хәсәндәр килмәне, шөрләнеләр, буғай.
Хәйер, бер уйлаһаң, яңғыҙлыҡ та үҙенсә бер тантана бит әле – ваҡлыҡтан, иҫәпселлектән, ғәмһеҙлектән... һ. б. нәмәләр өҫтөнән тантана.
Моғайын, Пастернак ҡарт шул тойғоно кисергәндер әле... Уға кешеләр иң ауыр мәлдәрендә генә килгәндәр. Ә ул, бөтәһе лә үтер, заман үҙ һүҙен әйтер, бәлки, беҙгә лә ҡояш көлөр, тип уйлағандыр инде. Иҫ киткес бала бөйөк булған шул ул!.. Ә мин?.. Мин бары тик үҙем теләгән кешеләргә яҡшылыҡ эшләүсе генә. Мин уның юғарылығына, уның культураһына – Шекспирҙы «һин дә мин – Мөхәммәт Әмин» кеүек күреү дәрәжәһенә күтәрелә алмайым шул. Минең бар булған уҡытыусым һуғыш та аслыҡ ҡына... Ваҡытында уҡый алманыҡ, башҡа телдәрҙе өйрәнеүҙең – тел асҡысының – кәрәклеген әйтер кеше булманы. Әгәр булһа, ай нуры аҫтында ла иң һәйбәт яҙыусыларҙы уҡып бөтөрөр инем. Юҡ, балтырғаным, һин генә минең иң бөйөк уҡытыусым булдың!..
Халҡым фажиғәһе – ул үҙемдең фажиғәм...
Йөрәгемдең һуңғы киҫәктәре һиңә булһын, һин һаҡлап алып ҡалғанһың мине – уны!..
Серле, хыялый, ҡырыҫ Ҡаратау... Йүрүҙәнкәй!.. Инәкәйем, ғәйепләмәгеҙ мине!..
11 ноябрь.
«Атай перед смертью» или «Атай слушает о Достоевском».
Первая работа Азамата с натуры.
Иҫ киткес күҙ һәм баланың атаһы хаҡындағы сабыйҙарса изге төшөнсәһе.
Тәүге ҡабат үҙемдең уҫаллығым үҙемә оҡшаны.
Был малай киләсәктә кем булыр? Шул тиклем дә тәбиғи юмор менән ул трагиканы бергә йөрөтә алырмы?
Бала күңеленә тейә торған ниндәй генә ауыр һүҙ булмаһын, шуны ул уйын-көлкөгә әйләндерә белә.
Күңелендә берәй тетрәткес ауыр хәл булмаһа, ул ғүмер буйы шулай бөтә бәхетһеҙлекте еңерлек юморист – башҡорт юморисы булып ҡаласаҡ... Аһ, әйтеүе генә анһат! Юмор минең өсөн трагедияның бер күренеше – ул үҙеңде еңә алыу! Ә еңеү – был донъяла анһат эшме ни?!
Шулай ҙа ирлек – еңеүҙә. Үҙ балалығыңдың, үҙ йәшлегеңдең, аңлы тормошоңдоң бөтә михнәттәрен үтә белеү ҙә ирлек!..
Илағың килгәндә лә көлөү – бөйөклөк!..
13 ноябрь.
Әсхәл менән Хәсән
Әсхәл, Хәсән —
ике көҙгө әтәс,
Айырышалар мәңге бер йәтәс,
Бер-береһен мәңге оталмай,
Ҡый-сыу килә, теҙген тоталмай.
Улар шулай мәңге талашыр,
Атҡа менһә генә ярашыр.
Шулай тинем.
Киттем. Вәт! Бәтәс,
Ярашҡан да икән ике әтәс...
Р. менән Т.
Күпме генә улар эсмәһен,
Күпме даръяларға кисмәһен,
Ниндәй генә хәлгә төшмәһен,
Ауыҙҙары күпме бешмәһен,
Шағир булып ҡалыр шағирҙар,
Булмаһа ла ҡайсаҡ шәп ирҙәр...
14 ноябрь.
Нимәгә һуң тәгәрмәс,
Булмағас үҙ күсәре?
Нимәгә һуң ул күсәр,
Тәгәрмәсе юҡ булғас,
Бушҡа түгә көстәрен...
Шулай бара тормош арбаһы...
Бер-береһен ни һуң арбаһын?..
Тәгәрмәсме – күсәрҙе,
Тәгәрмәстеме – күсәр?
Ә күсәр һуң тәгәрмәсһеҙ Нисек урынынан күсәр?
30 ноябрь.
Миндә татар хәйләһе бар, уҫаллығы – урыҫтың, башҡорт башы, башҡорт йәне – бәлки, шул да ырыҫтыр.
7 декабрь.
Бикбай, Хәсән менән Мәхмүткә барып «баш төҙәтеү» мажаралары.
Төнгө яңғыҙлыҡ.
1972
12 февраль.
Ҡырҡымды уҡыттым. Ихлас һүҙҙәр, ысын дуҫлыҡ, ихтирам хисен кисерҙем. Ләкин күңелдә ҡот осҡос ҡәнәғәтһеҙлек, үҙемде үҙем күралмау, яңғыҙлыҡ хисе өҫтөнөрәк булып сыҡты – эстем. Бер ҡасан да шулай шешә төбөнә төшкәнем юҡ ине. Бүләктәр ғәжәп заң... менән, мин теләгәнсә шиғри, мәғәнәле, оригиналь ине. Ғөмүмән, кисә бик шәп үтте.
Ғайса ағайҙың бынан 22 йыл элек, миңә 18 йәш булған саҡта, яҙған нотоҡ хатын уҡый башлағас, ул уны бик илһамланып үҙе уҡып бөтөрҙө.
Мәрйәм апай, Рауил Бикбаев, Хәсән Назаров, Сафуан Әлибаев, Тимер Йосопов, Йыһат Солтанов, Динис Бүләков – бөтәһе лә ысын әҙәбиәтселәр – ысын күңелдән элеккесә фамилияһыҙ үҙ кешеләрем булып ҡалды.
Ауылдан кейәүем Урал, Мөршиҙә һеңлем, ҡустым Урал менән Фәниә килен, инәйем менән балалыҡ юлдашым Ғәйниямал әбей килгәйнеләр. Тик бер генә нәмә күңелде ҡырҙы: инәйем һаман да беҙҙе ҡустым Рауил менән яраштырырға тырышып, миңә ете ят киленде – Фәриҙәне алып килеп бөтә мәжлесте боҙа яҙҙы.
Әгәр ҙә мин айнығыраҡ булһам, кисәлә оло ғауға сығыуы бар ине.
13 февраль.
Ғауға барыбер икенсе көнөн, мине көсләп-көсләп Рауилдарға алып барғас, сыҡты. Мин мәжлестә ултырыуҙан баш тартып, ҡайтып киттем. Инәйем оҙата барғанда, бик ҡаты һүҙҙәр әйтештек. Түҙә алманым, тәки – рәнйеттем инәйемде. Күрәһең, минең нервылар сүбәккә әйләнгән...
Исмаһам, Надя ла шунда тыйып ҡала алманы. Хәйер, ул да бит шул хәлдә.
Ҡунаҡтарҙы яҡшылап оҙата алманым.
14 февраль.
Өлкә комитетта мәғәнәһеҙ һөйләшеү. Урал Бакиров, Хазеев, Йосопов өс сәғәт буйы мине Кәтибә апай менән «яраштырырға» маташтылар.
Инквизиция һәм Галилей ҡарт ҡына ярашырға мөмкин!..
Китмәй сара ҡалманы...
13 март.
Гөлнарҙың алты шәме янып һүнде – ҡыҙыма алты йәш тулды.
Ә кисерелгән уйҙар күпме!..
Ҡыҙымдың тыуған көнөнә – 13 мартҡа – Есениндың «Фарсы моңдары»нан 13 шиғырын тәржемә итеп бөттөм.
Үҙе бер донъя, үҙе бер мәктәп. Ғүмеремдең яртыһын ниңә икән мин иләк менән һыу ташып үткәргәнмен. Шул шиғырҙарҙы тәржемә итеп кенә лә мин күпме файҙа эшләр инем!..
Юҡ, ҡырҡҡа еттем – аҡылға ултыра алманым.
Ҡыҙымдың 16 йәшенә тиклем йәшәйһе ине. Бүләк итер инем 16 шиғыр!..
14 март.
Балаларҙың өсөһө лә грипп менән ята. Гонконг грибы тиҙәр. Температуралары 39-ҙы уҙып китә. Төрлө һут-маҙар, хатта дарыу алырға ла аҡса юҡ.
Етмәһә – партбюро Стәрле ваҡиғаһы менән ҡыҙыҡһына. Ахунзянов Т. И. Стәрлегә үҙе барып ҡайтҡан икән.
Фәрит менән һөйләшеп йөрөнөк. Эште ҙурға ебәрмәгеҙ, ти. Көлкө! Ә бер уйлап ҡараһаң – беҙҙең трагедия.
Дөрөҫлөктө аңлатыу өсөн дөрөҫ атмосфера, дөрөҫ уйлы кешеләр, дөрөҫ замана кәрәк шул.
Ләкин был хәл ҡайҙа? Тоташ экспансия һәм меҫкенлек!
Әй, кешеләр!..
15 март.
Скрябиндең 15 йәштәге этюдтары хаҡында Л. Толстой һүҙе:
— Искренность! Этим-то дорога его музыка!
15 март.
Есенинса бер образ:
Кес итте лә китте бер эт алдан,
Пионерса салют биргәндәй.
Нигэ генә туҡталмай һуң фекер,
Эштән бушап, ялда йөргәндә.
Ниңә китте? Ни уйланы икән,
Бик беләһе ине уйҙарын.
Ниндәй ҡараш икән унда яҙған —
Һағынамы кәнтәй туйҙарын?
16 март.
Ай-һай, донъя, туйҙым һинән,
Һин дә туйҙыңмы минән?
Ҡырҡ йәштәремә етеп,
Ни рәхәт күрҙем һинән?..
1 апрель.
Мәрйәм апайҙарға барып, Есенинды уҡыным. Надя – русса, мин – башҡортсаһын. Тәржемәләр бик оҡшаны. Гүзәл менән егете Валерий ҙа тыңланы.
Ил хәлдәре тураһында һөйләштек. Стәрле ваҡиғаһын ҡайһы берәүҙәр минең үҙемә ҡарағанда ла ауырыраҡ ҡабул иткәндәр. Ләкин был хәлдән сығыр әмәл юҡ. Тупиктабыҙ. Берҙән-бер юл – эш. Эш менән генә беҙ көслөрәк!..
2 апрель.
Есенин һәм депрессия. Төнө буйы йөрәк сәнсеп сыҡты. Көндөҙ йүнләп бер ни ҙә эшләп булманы. Кискә табан ғына «Табун» шиғырын бер хәлгә килтереп ҡуйҙым. Унан «Отговорила роща золотая» һәм «Не бродить, не мять в кустах багряных» шиғырҙарын 1965 йылғы варианттарынан яңынан эшләп сыҡтым. Ул юҡта әле мин Есенинды бөгөнгәсә тойоп еткермәгәнмен икән, шулай ҙа төп һыҙаттары бар.
22 апрель.
Һәр бер ысын шағир, рәссам үҙ һүҙен әйтер өсөн үҙ ғүмерендә кешелектең бөтә үткән юлын, фажиғәһен кисереп сыға, үҙенсә яңылыша, эҙләй, таба һәм үҙ һүҙен әйтә.
30 апрель.
«Батыршаға». Батыршаның сыуаштарға әйткән һүҙе.
Батырша Иҙел буйына ҡасҡанда, сыуаш бурлактарын осрата, бурлактар йырын тыңлай.
Суҡындырыуға ҡаршы вәғәз һөйләй:
— Эй, мәғлүм халыҡ, һеҙ шулай дәжжәл алдында баш эйеп, ҡул ҡаушырып ҡалһағыҙ, тора-бара үҙегеҙҙең атай-олатай-
ҙарығыҙҙың, үҙегеҙҙең исемдэрегеҙҙе лә онотоп бөтөрһөгөҙ, аҙаҡ бала-сағаларығыҙ, киләсәк быуындар һеҙҙең өсөн оялып, һеҙгә ләғнәт уҡырҙар.
Аңығыҙға килегеҙ, әле һуң түгел, һеҙ бит ҡәрҙәш, туған халыҡ. Кафыр булғансы мәжүс булып ҡалығыҙ! һ. б.
Бер көн Әхмәт менән урманда һөйләшеп йөрөнөк тә, яҡут рәссамдары хаҡында һүҙ сығып, Әхмәт уларҙың хәҙерге үҙ исемдәренән риза булмауы, кәмһенеүе, хатта хурланыуы хаҡында әйтте.
Быны бигерәк тә рәссам һәм яҙыусы – шағирҙары ныҡ тоя икән.
Ошо тойғоно «Батырша»ла күрһәтергә кәрәк.
(Мазлум халыҡтар – тема.)
31 май.
Беҙҙә шулай: русса уйлайҙар,
татарса яҙалар,
башҡортса китап сығаралар!..
16 июнь.
Динис Бүләков, Рәшит Солтангәрәев, Венер Йәнбәков килеп, һәүетемсә һөйләшеп ултырҙыҡ.
Венер – Атайсал.
Барыбер миңә атай хаҡында поэма яҙырға кәрәктер. Исеме – «Атайым», «Атай, атаҡайым»? Атай, атаҡайым. (Гөлнар миңә атай, атаҡайым, матурҡайым, хатта яҡшыҡайым, ти бит.)
Аталар һәм балалар – үткән, бөгөнгө, киләсәк хаҡында – уйланыуҙарҙы иң конкрет деталдәр һәм донъя, тормош, һуғыштар – ғөмүмән, кешелек, милләттәр, хатта тәбиғәт яҙмышы хаҡында уйланыуҙар менән үреп бирергә кәрәк.
Беҙҙең атайҙар хаҡында изге уй киләсәктең дә уйы булып ҡалһын ине... Был фекергә тағы бер этәргес – кисә Яҡуп Ҡолмойҙоң (!) баш эйеп ҡалыуы, ултырғанда:
— Башҡорттоң бөйөк милли шағиры алдында баш эйәм! – тиеүе...
Бөйөгө – ерунда.
Тик – милли тигәне – миңә ҡарата дөрөҫтөр. Шунда ла – фәжиғәм.
19 июнь.
«Батырша». Батыр Иҫәнсурин килгәйне. Таңһылыуҙың «В мире мудрых мыслей», «Джамшидова чаша» китаптарын биреп ебәрҙем.
«Батырша»ның яҡынса планын һөйләнем.
«Батырша» полемик әҫәр буласаҡ, герой бөгөнгө көн менән, тарихсылар менән бәхәс алып барырға тейеш. Заман һәм киләсәк тоҡомдаштары, тарих алдында хаты менән үҙен үҙе аҡлаясаҡ.
Прологта – илдең болаларҙан йонсоған, миктәгән, ләкин тағы баш ҡалҡытырға торған хәле һүрәтләнә.
Иң төп сәбәп – социаль иҙеү, милли һәм дини иҙеүгә ҡаршы күтәрелеү.
Суҡындырыу күренеше бер вәхшәт итеп күрһәтелә. Сәхнә асылғанда мәсет айы, аҙан һәм халыҡтың таң йоҡоһон бүлдереп янғын башланыуы, мәсетте үртәү, һалдаттарҙың бәреп инеүе, ҡулына тәре тотҡан миссионер поптың күренеүе.
Ай өҫтөндә – тәре шәүләһе, ялҡын – төтөн эсендә зловещий шәүлә.
Торналар ҡайтыуы – сыңрау торна, ҡурай – илгә афәт килере хаҡында хәбәр.
Һәнәк, балта, уҡ-һаҙаҡ тотҡан халыҡ.
Батыршаға сапҡындар килеүе.
Батыршаның башта тыныслыҡҡа өндәүе, ләкин ваҡиғалар барышы уны бик төптән уйланырға һәм халыҡ башында торорға мәжбүр итә. Ил иңрәүе – уның күңел иңрәүе.
«Материалы по истории Башкирии», том III. Экономические и социалистические отношения в Башкирии в первой половине 18 века.
Социаль иҙеү,
Милли иҙеү,
Дини иҙеү – Батырша восстаниеһының төп таяуҙары, өс тағаны.
Батыршаның эволюцияһы – хатта дәһрилеккә барып етеүе, ике динде лә кире ҡағыуы. «Юҡтырһың да, алла, әгәр булһаң...» – төп мотив.
Батыршаның священник менән дискуссияһы. (Ай менән тәре.)
Батыршаның төп антиподы Йәнеш Абдуллин – Батыршаны батшаға һатҡаны өсөн күп бүләктәр ала, үҙе лә Петербурҙа үлеп ҡала.
Батыршаның Йәнеш менән Шлиссельбург крепосында осрашыуы – кульминация башы.
V 570. 1743 г. августа 12. Письмо мишарского старшины Сибирской дороги Яныша Абдуллина в Уфимскую провинциальную канцелярию о возвращении на прежние места жительства данных ему на службу башкирских детей.
П. Д. Аксаковҡа мөнәсәбәт, Елизаветаға Аксаков хаты.
(??) Капрал – Батыршаға ҡағыҙ, ҡәләм биреүсе, ыңғай көстәр.
Батыршаның икенсе антиподы – Сөләймән старшина.
15 ноябрь.
«Батырша»ның прологына тәүге монологын яҙып бөттөм.
17 ноябрь.
Шиғыр кисәһендә Батырша монологын уҡыным. Ләкин инеш һүҙҙә Шлиссельбург тәьҫирҙәрен бер ҙә йүнләп кенә һөйләй алманым. Бик күптән халыҡ араһына сыҡмағас, әллә ниңә ҡаушап төштөм. Мостай ағайҙың булыуы ла ҡаушатҡандыр. Уҡыйһы әйберҙең башҡаларҙыҡынан айырылып тороуы ла тулҡынландырҙы. Ләкин Әнүр, Йыһат, Хәсән, Динис:
— Шәп, ҡотлайбыҙ, – тигән булдылар. Әнүр:
— Есениндың Пугачев монологы һымаҡ, бик төптән уйланылған, киң ҡоласлы әйбер булмаҡсы. Яҙып бөтөр инде, – тип торҙо.
19 ноябрь.
«Батырша монологы»н яңынан ҡарап сыҡтым.
Эпиграфҡа «Урал» йырынан тал куплетын. Батырша менән Салауат хаҡындағы, Буранғол ҡарт яҙмаһынан ике строфаны бер строфаға ҡалдырып ҡуйҙым.
Показания Батырши
«В обширных показаниях вождя башкирского восстания Батырши, о котором я буду говорить в очерке о Шлиссельбургской крепости, где он был убит в 1762 году, прямо сказано, что башкиры видели в своем восстании единственное средство своего национального освобождения. Они были уверены, что местные начальники скрывают действительно тяжелое положение Башкирии. Не один раз Батырша возвращался в своих показаниях перед тайной экспедицией к жалобам на полное отсутствие правосудия в его стране. По его словам, «дьявол и зломысленный генерал», в руках которого находилась вся Башкирия, «воров правыми делает, а правых – ворами». Башкиры говорили: «Когда подданных рабов утесняют, никакого добра быть не может. Когда государынина милость до рабов не равна, и злодеи по винам их штрафованы не будут, а иноверным рабам милостивого презрения не будет, то впредь ожидать нам нечего и таким худым поступкам когда-нибудь конец да будет».
Таким концом должно было быть восстание башкир, подавленное с беспощадной свирепостью. Сенат 12 сентября 1755 г. постановил сечь кнутом и ссылать в Рогервик всех башкир, пойманных с оружием, а тех, которые годятся для военной службы, сечь плетьми и отдавать в солдаты, а от 12 до 18 лет – во флот, женщин с малолетними детьми до 12 лет отправлять в Москву для распределения по фабрикам внутри государства, малолетних того же возраста, не имеющих матерей, раздавать в собственность желающим. Кроме того, было приказано всех этих женщин и детей обратить в православие. Их было отправлено в Москву более тысячи. Можно себе представить страдания такого громадного числа женщин и детей, лишенных отцов, мужей, семей, родного крова, во время их далекого пути в Москву и потом превращенных в рабов на фабриках и у частных лиц. Так закончилось искание правды восставшим народом в Башкирии, а для вождя этого восстания настали годы заточения в Шлиссельбургской крепости и преждевременная смерть в ней».
Бөтә был мәхшәрҙе эпилогта бирергә кәрәк. Ә баш күтәргән халыҡ хәрәкәтен һәм Батыршаның эшмәкәрлеген – уның хатында һүрәтләгәнсә – төп сюжет итеп алырға, уны башҡа тарихи сығанаҡтар менән байытырға, Батырша үҙе күрһәткән персонаждарҙың характер үҫеше, бөтә интригалары һәм ҡаршылыҡтары менән үреп барырға кәрәк.
Былар барыһы ла Батыршаның крепоста батшаға хат яҙыу фонында күрһәтелергә тейеш. Был Батырша образын тулыраҡ та, тәьҫирлерәк, йыйнағыраҡ та итәсәк. Хат яҙыусының сәбәбе лә, уның үҙ кисерештәре лә сағыуыраҡ асыласаҡ.
Ә Батыршанан яуап алыуҙы һәм уның старшина Сөләймән менән осрашыуын – уларҙың диалогын – башта уҡ бирергә ине. Был һүрәтләнәсәк ваҡиғаларҙың ҡырҡыулығын һәм тарихи әһәмиәтен сәхнәлә күтәреү өсөн «драматик орлоҡ» та буласаҡ.
Был, берҙән, халыҡты, икенсенән, хөкөм әһелдәрен һәм хөкүмәт вәкилдәрен, өсөнсөнән, Батыршаның үҙ яҙмышын – трагедияһын – бөтәһен дә бер фокусҡа йыясаҡ. Ғөмүмән, трагедияның драматизмы хаҡында бик ныҡ уйларға кәрәк. Бөтәһен дә хронологик тәртиптә биреү сәхнә өсөн уңайһыҙ. Был монотонность тыуҙырасаҡ.
Сөләймән старшинаның йәшерелгән хазина хаҡында ҡайғыртыуы, был хаҡта Батыршаның суд процесында әйтеп һалыуынан ҡурҡыуы, фашланыуҙан һаҡланыуы, көмөш аҡсаларҙы ҡотҡарып ҡалырға тырышыуы, был хаҡта Батыршанан яҙмаҫҡа үтенеүҙәре – былар бөтәһе лә өҫтәлмә сюжет ебен нығыраҡ төйнәргә булышлыҡ итәсәк.
Был деталде бик ныҡ уйларға һәм уйнатырға кәрәк. Бында алтын-көмөш, байлыҡҡа халыҡ мәнфәғәтен һатыу темаһы ҡалҡып сығырға тейеш.
Ә Батыршаның яуап биреүе, уның үҙ-үҙен тотоуы – бөтәһен дә батшаның үҙенә генә яҙып аңлатырға дәғүәләшеүе – алдағы ваҡиғаларҙың серлелеген арттырыуға бер асҡыс хеҙмәтен үтәргә ярҙам итәсәк. Ҡыҫҡаһы, уҡыусыны, тамашасыны интриговать итеү булһын был, ә композицияның ул төйөнләнеүе лә булһын.
Гернет шул уҡ 102-се биттәге иҫкәрмәһендә былай ти:
«Показания и поведение Батырши отличаются большой смелостью. Он отказывался отвечать на все вопросы, заявляя, что даст ответы только самой царице. Впоследствии он согласился дать свои показания письменно с тем, чтобы запечатанный пакет был передан царице. Батырша передал этот пакет обер-секретарю Хрущеву, заставив его дать клятву, что пакет будет распечатан только самой Елизаветой.
Во время его заточения в каземате к нему по его просьбе был послан из собора Петропавловской крепости священник (ключарь) для диспута по вопросам веры».
Был пакет үҙе бер «ҡуян туны» түгелме һуң? Был «ҡуян туны»н Пушкин Гриневтан алып Пугачевка кейҙермәһә, Гринев та, беҙ ҙә Пугачевты яҡшылап күрә алмаған булыр инек бит! Ә был «ҡуян тун» бөтә сюжетты тотоп тора һәм ҡапма-ҡаршы ике яҡтың, ике лагерҙың эсенә үтеп инергә мөмкинлек бирә.
Был «ҡуян тун», әлбиттә, Пушкин фантазияһы. Ләкин – ышандыра. Ә бит бында, Батырша яҙмышында, пакеттың яҙмышы иҫ киткес ҙур роль уйнай бит.
Әгәр ҙә Батырша үҙенең хатын яҙмаған булһа, башҡорт бик күпте юғалтҡан булыр ине. Ул пакетты Батырша батшаның үҙ ҡулына бирергә ант иттереп тапшырмаһа, кем белә, бәлки, ул хат яҙылмаҫ та, яҙылып та, беҙҙең заманға килеп етә алмаҫ ине!..
Батыршаның бында ни тиклем тәрән аҡыл эйәһе булыуы, алдан күреүсәнлеге, зирәклеге күренә. Юҡһа, ниндәй тотҡонға һуң шундай крепость эсендә ҡағыҙ-ҡәләм тоттороп ҡуйырҙар ине?
Был үҙе бер подвиг!..
Хатты яҙыу процесы, хатты Елизаветаның уҡыу, уҡымауы хаҡында, тикшереү барышы хаҡында бик ентекләп танышырға кәрәк. Бының өсөн иң элек:
1) Батырша хатының оригиналын (төрки телендәгеһен) күсереп бөтөрөргә;
2) Батыршаның «Дело»һы менән ентекләп танышырға;
3) Батырша һәм уның заманы хаҡында бөтә әҙәбиәтте өйрәнергә кәрәк.
Әлегә мин белгән материалдар:
1) Башҡортостан тарихы буйынса очерктар.
2) С. Соловьев. История России с древнейших времен.
3) Н. Дубровин. Пугачев и его сообщники. Т. 1. СПб., 1884.
4) Реестр именным указом за 1762 г. ЦГАДА, VII, 1781, 1756 г.
5) Гернет әйтеүенсә: В этом же архиве имеются два очень обширных тома: «Дело о возмутителе в Башкирии мулле Абдулле Магзяльдине или Батырше».
6) Бөтә был эҙләнеүҙәргә этәргән Гернеттың «Батша төрмәһенең тарихы» (5 томы ла үҙемдә).
7) Батырша хатының русса тәржемәләренең күсермәһе һәм Мәһәҙиев Дәүләт ағай менән бергәләп күсерә башлаған төркисә оригинал күсермәһе...
Бынан тыш бөтә башҡорт болаларына ҡағылған фольклор материалдары менән танышып сығырға кәрәк.
Эш муйындан!
Бер 5–6 йылға ғына етерлек!.. Әгәр ҙә мөмкинлек булһа, бөгөндән Мәскәүгә сығып китер инем дә, Мәскәү түгел Өфөлә йәшәрлек тә әмәл ҡалманы...
Шулай ҙа ҡулдан килгәнде эшләй торорға кәрәк.
7 июнь.
Беҙ – шағирҙар.
Был донъяла
Бөтәһен дә күреп китәбеҙ.
Беҙгә баҡҡан
Бар үләндең
Баштарынан һыйпап үтәбеҙ.
Беҙ – бәхетле!..
Бәхетһеҙ тик
Белмәгәндәр
Беҙҙең
Бәхетте!!!
12 июнь.
Азаматты лагерға оҙаттым. Шул тиклем бараһы килмәй. Өйҙәге ирек уға бөтәһенән дә ҡиммәт. Һүрәттәренән, яратҡан китаптарынан, күрше малайҙарынан айырылып китеү уға донъянан айырылып китеү менән бер кеүек.
Өйҙән сыҡҡанда, ултырып алды ла «Грек мифтары»н рюкзагына һалып алды. Инде нисәнсе ҡат уҡый шул мифтарҙы, ялҡмай. Минең хатта күңел тулып китте...
17 июнь.
Төнгө 2. «Бер ҡыл»ды Хәсәнгә уҡыным. Командировкаға китер алдан Рауилға уҡығайным. Шәп, тиҙәр. Әммә үҙем өсөн – иң шәптәрҙең-шәбе.
Шағир һәм шәхес был шиғырҙа бер бөтөн. Шәхестең бәхетһеҙлеге – шағирҙың бәхете, ә уның бәхете – шәхестең бәхетһеҙлеге. Софистика, әлбиттә. Шулай ҙа был закон.
Хәсән менән Гетеға башҡорттарҙың уҡ-һаҙаҡ бүләк итеүе хаҡында, шағир һәм шәхес, М. Кәрим, Р. Ғамзатов, Ҡ. Кулиев, Д. Күгүлтинов, Н. Нәжми хаҡында һөйләшеү...
Бәләкәй шәхес һәр саҡ шағирҙы үлтерә – был мәңгелек фажиғә.
Бөгөнгө шиғриәткә шәхес етмәй – кеше етмәй.
3-4 август.
Герберт Кароян, Бетховендың 9-сы симфонияһы һәм күк күкрәп яуған киске ямғырҙан һуң тәүге томанлы төн!..
Оҙаҡ ҡоролоҡтан, ҡыуан елдәрҙән һәм ҡапыл килгән һалҡын көндәрҙән һуң ергә бәрәкәт, ҡот ҡайтыуы!.. Мин яңынан эшкә тотондом. «Алырымҡош менән Бирмәмҡош»...
8 август.
Ҡаратау башында усаҡ яғып йоҡлай алманым. Шулай ҙа Рауил менән Тимер шиғыр уҡый яҙып ултырҙылар. Ә миңә сиңерткәнең әҙәм ышанмаҫ һағышы ғына ҡалды... Мәңгелек төн! Йәй ҙә үтер, сыңрап, һайрап... Көҙ ҙә етер... Уйым, ҡалыр, төнөм ҡалыр – сиңерткәнең сикһеҙ сыңылай... Йөрәгемсе – ниңә ул йылай?..
29 август.
Була икән тормошоңдан разый булған һантый саҡтар ҙа...
Ниндәй йылы йәйҙең һуңғы хушлашыу көндәре.
Тиҙерәк, тиҙерәк Йүрүҙәнде ҡайтып күрге, ай яҡтыһында бөгөнгө төндө хәтерләп ултырғы килә.
«Ағиҙел»дә Рәис менән һөйләшеү. Тимер, Ғариф ағай, Сәғит ҡарт...
Туфан бында тиҙәр...
1973
10 февраль.
Нисәмә йыл йәшәп, һаман аҡылға ултырып булмай!.. Инде ике көндән ҡырҡ берем тула, буғай. Ә һаман да мин ахмаҡ!.. Бер ниндәй ҙә ипкә килеү юҡ. Йәшәүҙең дә, эштең дә, уй-фекерҙең дә, кешеләргә булған ҡараштың да ныҡлы бер тәртибе ҡалманы. Бөтә нәмә – стихияла, үҙ ағышында. Студент саҡта мин әүлиә булғанмын икән... Юҡ, артабан былай булмай. Ниндәйҙер контроль тигән бер «күҙәтсе» кәрәк. Бәлки, был дәфтәр шуның башы булыр...
Башлы-күҙле булып, күҙ сыҡҡаны бирле көндәлек тигән нәмәне лә оноттом. Ә уның миңә файҙаһы була торғайны һымаҡ. Күпме кисереш, күпме уй-фекер кеүек нәмәләр онотола ла ҡала, һәм хатта үҙ-үҙемә иҫәп-хисап та бирә алмай башланым инде. Ә бит бер мөтәшағир ғына булһаң да, иҫәп-хисап кәрәктер ул.
Был фекер Шевченконың көндәлектәрен уҡып ҡарағас, тағы ла нығый төштө. Шевченконы мин үҙем өсөн яңынан астым. Ә бөгөнгө хәл «век живи, век учись» тигән урыҫ мәҡәленең бөтә мәғәнәһен төшөндөргәндәй булды...
Рауил менән Риф Тойғонов килеп инде лә, өйҙә бола башланды. Былай ҙа ҡыл өҫтөндә генә торған шәхси тормош өҙөлөп китерҙәй хәлгә килде. Шулай ҙа сабырлыҡ бар икән әле. Юҡһа, был Тойғондо иҙеп сығара инем!.. Сәбәптәрен яҙып тормайым инде, ваҡыт булғанда бер тимгетеп ҡуйырмын әле. Был – Әбйәлилгә барып ҡайтыу «бүләктәре». Тик үҙем өсөн иң ҡиммәтле һөҙөмтә шул: юлға сыҡһаң, байып сыҡ, юлдашыңды танып сыҡ! Икенсеһе – юлдаштарҙы ғына түгел, Тимер кеүек дуҫыңды ла танып ҡуйырға онотма! Был һығымта, бәлки, ашығысыраҡтыр ҙа... Сөнки, ни тиһәң дә, Тимер талант инде. Шулай ҙа мин уға ҡарата үтә ыштанһыҙ булып киттем. Был – минең үтә ныҡ ышаныстан. Инде был Әбйәлил юлы күҙҙе байтаҡ ҡына асып ҡарарға һабаҡ булды шикелле. Ғөмүмән, был сәйәхәт байтаҡ нәмәгә яңысараҡ ҡарарға өйрәтте.
Өсөнсөһө – Рауилдың әүмәлеге. Иҫерегерэк булғанда ла, ул минән айнығыраҡ. Үҙе әйтмешләй, ике күҙе генә булһа ла, ҡарашы бер. Төплө, заманса, тәрән. Уның менән иҫерек килеш тә әҙәбиәт, маҡсат, тормош хаҡында әллә күпме һөйләшеп була, һәм һөйләшеп туймайһың. Ә күпме ағай-эне һинең күңелеңде талап йә иҙеп кенә китә. Ә унан байығып, өмөтләнеп, йәнеңде терелтеп ҡалаһың.
Әбйәлилгә әйтмәй киткәнгә үпкәләгән.
— Ҡунак ашы ҡара-ҡаршы, үҙең һуң Ҡаҙанға әйтеп киттеңме? – тип ҡотолдом.
— Ә шулай ҙа дуҫтарҙы юғалтмайыҡ әле, – тип ул да Ғамзат фекеренә яңы төшөнгәнен һөйләне.
Яңынан Ырымбур юлын урап ҡайтыу хаҡында һөйләштек. Мостай ағайҙы күндерергә булдыҡ. Бер подъезға кереп, бер ҡыҙылды йоттоҡ. Һүҙ Бабич хаҡында булды. Монографияһының II бүлеген бөткән. Шуға «еңеләйеп» йөрөй. Быныһында, әлбиттә, артыҡ зыян юҡ. Шулай ҙа Риф һымаҡтарға «компаньон» булып йөрөү ғәҙәте уның үҙен дә бер килеп «уҡытыр» әле...
Ә миңә бөгөндән һуң был хәл мәңгелек һабаҡ булһын: булырҙай талантҡа ваҡытыңды ҡыҙғанма, булмаҫтайына ҡурай менән өрһәң дә булмаҫ... Ниңә әле беҙгә Рәшит, Баязит ағайҙарға булған изге бер мөнәсәбәтте оноторға? Беҙ бит уларҙы «ләх» көйө һөйрәтеп алып ҡайтып йөрөһәк тә, изге итеп ҡараныҡ.
Хәтерләһәң, уйлап ҡараһаң, ҡыҙыҡ иҫтәлектәр, күренештәр бар. Әҙерәк, ошоларҙы уйлап, фәһем алыр ерҙән – фәһем, ғибрәт алыр нәмәләрҙән ғибрәт алып, үҙ-үҙеңде лә барлап сығып, һирәк-һаяҡ булһа ла ҡағыҙ битенә тимгетә барырға кәрәктер.
Был «Хәтер дәфтәре» шуның бер сағылышы. Сәғәт иртәнге 5. Төнәп алырға ла ваҡыттыр...
27 март.
Сер асылды. Беҙ ҡапсыҡта ятмай. Миңә ниңә алдашырға? Минән кеше тыуған икән, мин енәйәтсеме? Мин бит кеше үлтереүсе түгел!..
Ниңә һиңә үҙ бәхетеңде уйлағанда, башҡаларға үҙ бәхете хаҡында уйламаҫҡа?
Минән мең бөртөк күҙ йәше менән кеше бер тамсы бүләк һорағанда, ниңә әле мин уны йәлләргә тейеш! Мин был донъяға мәңгегә килмәгәнмен дә?.. Был бүләкте мин 70 йәшлек ҡарт булғас бирә алмаҫ инем бит. Ә хәҙергә бирә алғанда, ниңә бирмәҫкә?
Бәлки, был егет үҫеп, кеше булғас, һинән дә, минән дә мең ҡат аҡыллыраҡ булыр. Мине ул ғына хөкөм итә аласаҡ!..
Ниңә уны һиңә ғәйепләргә
Булған өсөн бала әсәһе?
Ни ере кәм уның һинән?
Уның да бит килгән эсәһе...
Мөхәббәте, күҙ йәштәре менән
Теләп алған минең тамсымды.
Ниңә ошо изге бүләк өсөн
Күтәрәһең миңә ҡамсыңды?
Гонаһымда минең ни эшең бар,
Язаһын бит үҙем күтәрәм.
Һиңә һалған күпме көсөм
Емешһеҙ бит шиңә, китә әрәм.
Аҡылынан яҙған
Шундай һүҙҙәр яҙған:
Имеш, миңә хоҙай яҙған...
Кеше булыу юлдан яҙған...
30 март.
Саҡмағош районында Шакир Янбаев, Рафаэль Ғәниев менән йөрөйбөҙ. Бөтә ерҙә төҙөк ауылдар, мул тормош, уйын-көлкө һәм айырым өйҙәрҙең үҙ трагедиялары...
Иң тәүге кисә Үрнәк ауылында «Авангард» колхозында. Ауылдың элекке исеме Ҡара Көсөк булған. Йәштәр, комсомолдар уға Үрнәк тигән исем биреп, «Авангард» колхозын ойошторғандар. Пропаганда бүлеге мөдире Низаев бөтә шаңҡып ултыра торғас, шул ауылды тәҡдим итте. Беҙҙе көтөп торған, ҡаршы алған кеше, әллә юҡ. Саҡмағошта бындай хәл булыр тип мин һис тә уйламағайным. Бөтәһе лә яҙғы сәсеүгә әҙерлекте тикшереү эше менән йөрөй, тәүге секретарь Дәүләтшин Өфөлә икән. Икенсеһе ошо тикшереүҙә йөрөй. Ә өсөнсөһө – ҡасандыр үҙе лә шиғыр яҙып маташҡан кеше – Рәҡипов үҙе лә юҡ. Низаевтың беҙгә машина табырға ла ҡулынан килмәне. Шакир, Рафаэль райсовет председателе Имамов Рәис менән һөйләшеп кенә машина таптылар.
31 март.
«Красный Октябрь», мәктәптә үткәрелгән тәүге кисә бик һәйбәт булды. Оло кластар шиғырҙы бик нескә тоялар. Тәрбиә эше буйынса завуч әҙәбиәткә бик ихтирамлы апай. Күрәһең, үҙе лә шиғыр яҙғандыр. Ғөмүмән, бында шиғыр яҙыусылар күп. Айһылыу Баҡыева үҙенең шиғырҙар яҙған блокнотын күрһәте. Тик уҡып кәңәш бирерлек хәл юҡ ине. Магазинға инеп, китаптар эҙләнек. Тик беҙҙең китаптар күренмәне. Ғөмүмән, китаптарҙы галантерея күмеп тора.
Шулай ҙа парторг та, председатель дә бик егәрле, эшлекле күренә. Парторг, әлбиттә, кисәге тикшереүҙән һуң бик шаңҡып ҡалғандай. Шулай ҙа үҙ эшен еренә еткереп эшләп ултырған көнө. Председатель бик аҡыллы буғай. Парторгка бик ихтирамлы, ләкин ҡыҙғаныу тойғоһо менән ҡарай. Шулай ҙа уларҙың эште бер төптән тороп эшләүҙәре, бер-береһенә тигеҙ ҡарашта булыуы әллә ҡайҙан уҡ тойолоп тора. Парторг бик тәжрибәле, үҙ аллы, халыҡ араһында абруйлы кеше. МТС замандарынан уҡ эшләй.
Ҡунаҡ йорттары бик йыйнаҡ, тәртипле. Хужабикә Рида ғәжәп алсаҡ, киң күңелле, ләкин ире үлеп, дүрт бала менән яңғыҙ ҡалған. Матур, аҡыллы, тәрбиәле балалар. Аталары Рифҡәт шофер булып эшләгән, председателде йөрөткән, үҙен-үҙе аямай эшләп, бик йонсоған булған һәм ҡапыл, хәле бөтөп, ҡан баҫымы күтәрелеп китеп, Шакирҙың диагнозы буйынса, лейкемия (ҡан рагы) ауырыуы менән ҡапыл ғына үлеп киткән.
— Өфөгә үлер өсөн генә китте инде, – тип Рида бик өҙгөләнеп һөйләй. Иренең үлгәненә бер йыл ғына. Яралы күңел менән йәшәй. Ләкин кешегә ҡарата кешелеген, күңел байлығын, яҡтылығын саҡ ҡына ла юғалтмаған – яғымлы.
Кисәнән ҡайтҡас, парторг менән ҡатыны һәм Рида беҙҙең менән бергәләп мәжлес үткәрҙе. Бик ихлас һөйләшеү булды. Йыр, шиғыр, уйын-көлкө лә етерлек ине. Һый ҙа мул, иркен, йомарт күңелдән.
Парторг ҡатыны менән ҡайтып киткәс, хужабикәне оҙатып барыу минең өлөшкә төштө. Ләкин ике ҡыҙы әсәләрен алып ҡайтырға килгәйнеләр. Шулай ҙа мин оҙатып барырға булдым. Был барыу үҙе бер хикәйә. Ҡыҙҙар алдан китте – беҙҙең һөйләшеүгә ҡамасауламаҫҡа булдылар, ахыры. Уларҙың күңелендә ниндәй тойғолар булғандыр – уныһын мин үҙемсә генә һиҙемләй алам...
Аяҡ аҫтында көндөҙ иреп туңған ҡар шығырҙай, йоҡа ғына боҙло быялалар селпәрәмә килә. Һауа иҫ киткес саф. Күңелдә – ҡанмаған хис билдәһеҙлеге. Кеше ҡайғыһын уртаҡлашыу ҙа, әҙәбиәтсе ҡыҙыҡһыныуы ла, ир нәфсеһе лә. Ғәжәп ҡатмарлы хис. Тик кешелек хисе еңергә тейеш. Ә бөтәһе лә бик мөмкин булып тойола. Аҡ мунса, таҙалыҡ, болоҡһоу, наҙ, яҙ, сәй һәм ҡасандыр эселгәндән һуң тороп ҡалған борослоҡай, шыбыр тир, хәстәрле ҡул килтереп биргән сигеүле таҫтамал һәм хатта үҙ ҡулдары һөртөп алған маңлай тирҙәре. Дарҫлап типкән ир йөрәге һәм үҙ-үҙеңде тыйыу.
Данилдың уяныуы, уның минең ҡулдар иркәләгән терпе сәнскеләре кеүек сәстәре һәм уның:
— Хәс минең әтей, минең әтейҙең урыны ул, – тигән йөрәк өҙгөс һүҙҙәре.
Аһ, был сабый йөрәкәйҙәре. Күҙгә йәштәр тулып, ләкин нәфсене еңгән яҡты кешелек тойғолары менән еңеләйеп ҡайтып киттем.
Хушлашҡанда – мөлдөрәмә тулы ике күҙ!
Бәлки, был күҙҙәр ғүмер буйы минең күҙ алдынан китмәҫ! Бөтәһе лә ниндәй ябай, тәбиғи – теләһә ни ҡылһаң да ҡулыңдан килә, ләкин ҡылмайһың. Шулай ҙа һис бер шаярыу һыҙ минән һуң мунсаға керәм тип торған ҡатынға:
— Үҙем генә ҡойондорор инем дә, ярамай. Үҙең беләһең, – тигән һүҙ әйтеү саялығы.
Ҡайтҡас, шиғыр. Ебәк яулыҡ һәм һыңар һырға. Ҡарғалар. Яңғыҙ ҡарғаның ҡарылдап ҡуйыуы.
— Ҡар-р-р, онотма, яңы ҡәбер бар-р-р... – тигән кеүек.
1 апрель.
Иҫке Ҡалмаш.
Ҡара ҡайғылар
Минең ҡайғым ғына
Ҡайғы тиеп
Уйлағайным мин был донъяла.
Ә ысынлап баҡһаң
Был донъяға,
Ҡайғы йәшәй һәр бер ояла...
— Ҡарррт! – тине лә төштә яңғыҙ ҡарға,
Уң яғына ятты әйләнеп.
«Ҡартым!» – тигәнлеген аңламайса,
Ҡарт өйәңке, башы әйләнеп,
Ыңғырашып ҡуйҙы... ыңғырашты...
Ыңғырашты бөтә тамыры.
Көтмәгәйне тәүге апрель генә
Йылы, яҡты көндө табырын.
Ә шулай ҙа
Ерҙә яҙ, яҙ ине,
Наҙ, наҙ ине һиңә кергәндә.
«Бер ҡәбер бар...» —
тип шығырҙай һуңғы ҡарҙар,
«Бер ҡәбер бар...» —
тип һөрәнләй
ҡара ҡарғалар.
Ышанмайым һеҙгә,
ҡар, ҡарғалар.
Беҙ йәшәрбеҙ,
йәшәтербеҙ,
йәшәһендәр, –
тине балалар,
Йәшәһен шул балаларҙың күҙе,
Күрһен улар,
Яҙа күрмәһен.
Емерһендәр улар
йәш бер әсәһенең
Аһ, яңғыҙлыҡ тигән
төрмәһен...
Был китап хаҡында
Йыр-шиғырҙа ниндәйҙер ҡөҙрәт көсө бар.
Ҡайһы бер шиғыр һине бишегеңдән алып ҡәбергәсә оҙатып бара. Уға һин бөтә ғүмерең менән бурыслы булып ҡалаһың.
Ғәжәп булһа ла, хаҡ: ҡайһы саҡта ҡалын-ҡалын китаптар ҙа аңлатып бирә алмаған нәмәне һиңә бәләкәй генә бер шиғыр әйтеп бирә. Уны һин күпме уҡыһаң да уҡып бөтөрә алмайһың. Шиғыр шунан тыуалыр ҙа инде...
Минеңсә, йөҙәрләгән телдәге совет поэзияһының бөгөнгө йөҙөн билдәләүсе Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев, Эдуардас Межелайтис, Хәсән Туфан, Мостай Кәрим, Давид Күгүлтинов кеүек шағирҙар араһында Михаил Дудин да ошондай тылсымлы һүҙ оҫталарының береһе.
Уның быйыл Мәскәүҙәге «Замандаш» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан «Шайтан таяғы» («Татарник») тигән яңы шиғырҙар китабы бер минең генә түгел, моғайын, бик күптәрҙең күңелен тетрәткәндер.
Башҡортостандың, башҡорт әҙәбиәтенең күптәнге дуҫы, беҙҙең шиғриәтте бөтә Союз киңлегенә сығарышыуға күп көс һалған күренекле рус шағирының китаптары беҙгә айырыуса ҡәҙерле. Ә уның был яңы китабындағы һәр шиғырҙы тиерлек «үҙеңдеке» итке килә. Мин уларҙың күбеһен «үҙемдеке» итмәйенсә, башҡорт теленә күсермәйенсә, «үҙ антологиям»а индермәйенсә булдыра алманым.
Заманабыҙ хаҡында, йәшәүҙең мәғәнәһе хаҡында, кешенең был донъялағы урыны хаҡында – бик күпте уйландыра был китап. Хәйер, был турала шағирҙың үҙенән дә хикмәтлерәк итеп әйтеп булмаҫ: «Шайтан таяғы!..»
«Үҙенең йәшәү һәләтлеге менән иҫ киткес әрһеҙ булған был сәнскеле үләндең орлоҡтары, бәлки, беҙҙең Рәсәй киңлектәренә күсмә сапҡынсылар яуы ябырылғанда, уларҙың ялбыр яллы төпөш аттарының ҡойроғона йәбешеп ингәндер. Уның ҡасандыр ҡан менән һуғарылып, һөйәк менән аҡбурланған ерҙе һайлап, бейек яр баштарында йәки яңғыҙ убаларҙа һерәйеп ултырыуы ла тикмәгә түгелдер, күрәһең.
Заманыбыҙҙың хәүефле-хафалы һәм үтә яуаплы булыуын иҫтә тотоп, үҙемдең был яңы шиғырҙар китабымды мин шулай – «Шайтан таяғы» тип атаным да инде.
Был йылдарҙа миңә донъяның теләһә ниндәй яҡҡа үҙгәреп китеү мөмкинлеге сикһеҙ булып тойолдо. Донъяның һәр нөктәһе уның үҙәгенә әйләнергә мөмкин, был донъяла әллә ниндәй афәттәр килеп сығыуы бар һәм ерҙә кешенең яуаплылығы уның үҫешендәге мөмкинлектәрҙе уҙып киткән кеүек ине. Мин үҙ Россиям аша, уның фажиғәләре, ҡыуаныстары аша үҙемде Ер йөҙөнөң улы итеп тойорға һәм алыҫыраҡ, киңерәк ҡараш ташларға тырыштым.
Бына хәҙер мин әллә ҡайҙа эстә, күңелем төпкөлөндә өлгөрөп еткән ошо орлоҡтарҙы услап алып һибеп ебәрмәксемен. Бәлки, ул орлоҡтар йән-фарманға елгән замана толпарының ялдарына сырмалып, үҙҙәренә бәрәкәтле тупраҡ табыр; бәлки, кемделер мин уйлаған шул уҡ уйҙарға һалыр. Мин дә бит замандашым ҡәбере өҫтөндә ләүкегән мәңгелек ут һымаҡ сәскә атҡан шайтан таяғының алһыу-күк ялҡынын күҙәтеп, нәҡ ошо уй-хистәргә сумып ултырҙым...»
Шағирҙың был сәсмә һүҙҙәре лә үҙе бер шиғри симфония булып яңғырай. Бигерәк тә донъяның төрлө мөйөштәрендә яңы афәт елдәре ҡоторғанда, күңелгә был уй-хистәрҙең ауаздаш булмауы мөмкин түгел. Тик мин уларҙы үҙемдең тәржемәлә ни саҡлы биреп еткерә алғанмындыр, – уныһы уҡыусы менән тәнҡитсе хөкөмөндә...
1974
30 апрель.
Үҙ балаларымдың башҡортса төш күреүе лә миңә оло бер бәхет...
Күҙгә йәштәр тула хатта. Ун туғыҙ йыллыҡ тырышлығым бушҡа китмәгән, тим. Быны әйтеүе генә анһат. Ә бит был ун туғыҙ йыл нисә көндән тора!.. Иртән – май. Гөлнар ҡыҙым төш күрә...
18 май – Динистың тыуған көнө. Үҙе юҡ.
19 май.
Барыбер тыуған көндө үткәрҙек. Сафуан – Фәрҙиә, Динис – Рәйлә һәм беҙ. Утыҙ йәш һәм Нәғимә апай хаҡында һүҙ.
Ике күҙемдәй ике өй хаҡында һүҙ.
Бисәкәйҙәрҙең ғәҙеллеге, үҙебеҙҙең дә шәплек булды, буғай.
20 май.
Институтҡа бөтә бурысымды эшләп бөтөрҙөм: «Шайтан себендәре» (Лоссиевский, Игнатьев), «Аждаһа йылан хаҡында башҡорттар һөйләүе» (Юлаев), «Асылыкүл» (И. Старков?) һәм «Бейеш төшө» (кемдеке?) хикәйәтен әҙерләп, күсереп яҙҙым.
21 май.
«Шайтан себендәре»н Нур Зарипов уҡып сыҡты. Бер һөйләмгә ҡәләм тығып ҡараны. Риза булдым. Күңеле булһын, тинем. Икенсе һөйләмгә тығылдырманым. Ярамай: стиль һәм маҡсатым боҙола. Кәрәкле тавтология ине.
Ким, Әнүр менән Роза Нафиҡованың сәйен дә эстек. Фәнүзә планын әҙерләп бирә алманы.
Ким стиль тураһында һөйләшкәндә:
— Әнүрселек, – тине.
Ә Әнүр:
— Кимселек, – тигәс, тегеһе ҡойроғон ҡыҫты.
Л. Атанова менән һөйөндөк Сәйетов музыка һәм театрҙа форма һәм йөкмәтке берлеге хаҡында семинар үткәрҙеләр.
Әнүр Атанова һөйләүе хаҡында:
— Бик ҡыҙыҡмы? – тип һорағас:
— Наҙандарға ҡыҙыҡ, – тинем.
Бәлки, быны үҙенә тип ҡабул иткәндер әле.
Ҡыҙығы миңә ине. Сөнки белгәнеңде лә яңыртып торор кәрәк, яңыртылмаған белгәнең дә юҡҡа сығырға әҙер генә тора.
Әлбиттә, Кабалевскийҙы ҡайҙан табаһың? Булғанына шөкөр. Һәр хәлдә, Верещагиндың үҙ күргәҙмәһен күрһәткәндә, Бородиндың «Урта Азияла»һын файҙаланыуы миңә билдәһеҙ ине. Минең өсөн был бик тәбиғи асыш.
Үҙем яҙған «Сүл йыры» яңынан күҙ алдымда яңғырағандай, күренгәндәй булды.
Кис пальтоны алырға барғанда, Тимерҙең «Алтын туҙаны»н алып ҡайттым.
Динис килде. Чеховтың «Аҡсарлағ»ын ҡарап ултыра инем.
Яйыҡбай тарихын теүәлләп, тирәктәр аҫтында бер яртыны ҡаҡтыҡ.
Аһ, был мәңгелек зар... Мин инде, аңлап ҡаныма һеңдергән, ә ул әле яңы тойған зар... Быны кем аңлаһын да, кем тойһон? Уны бары үҙен яҙыуға ҡорбан иткән кеше генә аңлай.
Бәлки, Чеховтың «Аҡсарлағ»ы ошо хаҡталыр ҙа әле?.. Ижад – ҡорбансылыҡ.
Ижад һәр саҡ емереү һәм емерелеү менән бергә күп ҡорбандар һәм ҡорбансылыҡ хаҡына ғына йәшәй ала. Ижадсы йәш булыуҙан туҡтаһа, ижад итә алмай. Ә һәр кем тойғоһо, уй-хыялы, бөтә булмышы менән йәш булып ҡала алмай. Ижадсы ғына йәш булырға, тәүәккәл булырға, ҡорбансыл булырға мөмкин.
Тормош тәжрибәһен, кешеләр яҙмышын, йәшәү асылын аңлауҙы ул бары тик үҙенең тормошон пыран-заран килтерергә әҙер торғаны, үҙенең йәшлек рухын юғалтмауы, ҡомһоҙлоғо ҙурлығы менән генә яулап ала. Быны кем аңлаһын.
Әлбиттә, әҙәби подлецтарға, ханжаларға, карьеристарға был төшөнсә бөтөнләй ят нәмә. Уларға йәшлек тойғоһо ла үҙҙәренең меркантилизмы өсөн генә кәрәк.
Берәүҙәргә алдаҡ – йәшәү сығанағы, ә берәүҙәргә сараһыҙҙан сара ғына.
Хетагуровтың ас балаларын таш ҡайнатып йоҡлатҡан әсә фажиғәһе иҫкә төшә...
Ә иң мөһиме шул: ваҡ ҡына ҡар яуа, усҡа төшөп ирей, беләктәге төккә ҡунып, ярма һымаҡ аҫылынып тора, шуға ҡарамаҫтан, урман ситендә, бер ни булмағандай, һандуғас һайрай. Тимәк, яҙ – яҙ булып ҡала, йәшлек йәшлеген итә, йәшәүҙе бер ни ҙә тыя алмай. Алмағастар сәскәһен ҡойҙо, ә миләш ҡотора...
24 май.
Ҡаратауым, күҙ ҡарам,
Мин һиңә ҡайтып барам...
30 май.
Таң ата.
«Ғәжәп итеп ҡарап торам ҡырмыҫҡаға». Сиктәр хаҡында уйланыу. Бер аҙымдан икенсе донъя, икенсе материк башлана.
«Урал». Ике ҡитғаны айырмай, ә тоташтырып тора. Урал һыуында һыу ингән балалар Европанан Азияға «һә» тигәнсе йөҙөп сығып йөрөйҙәр.
Башҡорт халҡы – азият та, европалы ла. Азияның башы беҙ, Европаның башы беҙ.
Ҡанат осо ғына Пиренейҙар, (ут яна).
Ҡанат осо ғына Сахалиндар.
Ҡанат осонан тамған тамсы һымаҡ – Курилдар...
Бер ҡанатын ай яҡтыртһа,
Бер ҡанатын ҡояш яҡтырта.
Ай-көн булмаһа ла, маҡсат яҡтырта.
Көн ҡуйырҙы, төн шыйығайҙы.
Көн оҙайҙы, төндәр ҡыҫҡарҙы.
Йәшәү артты, үлем сигенде.
Бер Баймағым бирә Эстон биргән игенде.
Башҡортостандан артта тороп ҡалған илдәр,
хушлығың.
Хәлегеҙҙән килһә, көсөгөҙҙө бергә ҡушығыҙ.
Тирмәләрҙән, төрмәләрҙән
Беҙ донъяға сыҡтыҡ, тик яҡты, күҙһеҙ
ҡалманыҡ.
Сөнки яҡтылыҡты мең йыл көттөк,
Мең йыл яуланыҡ.
Ярты Башҡортостан ҡорбан булды
Һаҡлап ҡалыр өсөн ирек иртәһен.
Порт-Артурҙан Парижғаса
Бүлешкәнбеҙ Рәсәй яҙмышын.
Аҡ диңгеҙҙән Ҡара диңгеҙгәсә
Башҡорт ҡәберҙәре уйылған...
Юҡ, белмәйбеҙ ерҙә сиктәрҙе,
Беҙ сиктәрҙе ситкә этәрҙек.
Башҡорт нефтсеһе Африкала,
Башҡорт инженеры Кубала.
Ул үҙенә эште күп ала!
Башҡорт космонавы осор Зөһрәгә,
Хыялдары (булмаҫ) китмәҫ зерәгә!
Һыу инәләр әле Уралда.
Бәхет әле алда, нур алда! Йыр алда.
«Беҙ йырлайһы йырҙар йырлап аға»,
Беҙ йырлайһы
Бәхет, йыр алда!
Байрамғолдоң балет һарайын
Ҡайын күҙе булып ҡарайым.
3 июнь.
Тарих – ул киләсәктең хәтәр уҡтарынан һаҡлар бөгөнгө ҡалҡан.
Тарих – ул бөгөнгөнән һоҫаһы арҡау ебен туҡыған үткәндән киләсәккә һуҙылған буй еп (?)
Үҙ халҡының үткән тарихына ғәмһеҙ булған халыҡ (кеше) иң ҡырағай халыҡ (кеше).
Ә беҙҙе ҡырағай итмәкселәр ҙә бар әле.
4 июнь.
Ҡояш сыҡҡан да Динискә. Ҡанға батып һаман ҡояш сыға, ҡанға ҡыуанып ҡоҙғон ҡорҡолдай... Ә мин һаман ниҙер өмөт итеп, йәшәп ятам, донъям, бер ҡолдай... Ҡот осҡос һин, донъям. Бөйөкһөң дә, бейекһең дә – ҡулым еткеһеҙ. Аҡ юлдарың астыҡ ине лә бит – ҡара урманын ярып үткеһеҙ... Ә шулай ҙа киләм сабыр...
15 июнь.
Гөлнар ҡыҙым бөгөн, тышта уйнап кергәс, минең өҫтәл янына килеп, алдыма менеп ултырҙы ла, бик ҙур мәсьәләне хәл итергә теләгәндәй, үҙенән дә ҙур бер һорау ҡуйҙы.
— Атай, – ти был.
— Әү, – тим мин.
— Кем яҡшыраҡ – рустармы, татарҙармы?
— Ә ниңә? – тим, аптырап.
— Юҡ, һин әйт, – ти, – кем яҡшыраҡ?
Нисек инде уны яуапһыҙ ҡалдыраһың? Күҙҙәрен күҙгә төбәгән, балҡып тора. Күрәһең, уға был мәсьәлә бик мөһим. Ә башҡорттоң яҡшылығы тураһында уның шиге лә юҡ:
— Бөтәһе лә яҡшы, бөтә халыҡтар ҙа яҡшы, – тим мин. – Халыҡтарҙан береһе лә насар булмай, тик насар кешеләр генә була, – тигәс, үҙ алдына ул бик етди уйланып ҡуйҙы. Күрәһең,
ул икенсе төрлөрәк яуап көткәндер. Бала уйында бер ниндәй ҙә шик ҡалмаһын өсөн, мин был фекерҙе ул нығыраҡ һеңдереп ҡуйһын, тип, русса ла ҡабатлап ҡуйҙым.
— Все хорошие: и русские, и татары, и узбеки, и чуваши...
Ә ҡыҙым тиҙерәк үҙ фекерен әйтергә тырышып:
— И башкиры, – тип өҫтәп ҡуйҙы. Ә мин:
— Все народы хорошие, плохих народов не бывают, а бывает только плохие люди, – тигәс, уға был формулировка бик оҡшаны, буғай. Минән «үзбәк» һүҙен дә ишеткәс, ҡапыл иҫенә бер нәмә төшкәндәй:
— Атай, мин үзбәксә лә уҡый беләм. Ҡайҙа ул китап? – тип Ғүмәр Хәйәмдең Ташкентта сыҡҡан фарсыса, үзбәксә, русса – өс телдәге «Рубаят» китабын эҙләргә тотондо. Ҡараһам, кәштәлә ул китап юҡ. Азамат түр яҡтан килтереп бирҙе. Күрәһең, былар икәүләп үзбәксә-русса уҡып маташҡандар. Минең машинкалағы ҡағыҙға беренсе робағиҙың беренсе юлын да баҫып ҡуйғандар:
«Где теперь эти люди мудрейшие нашей земли?»
Ҡалған юлдарын баҫырға түҙемдәре етмәгәндер инде. Күрәһең, Гөлнар баҫҡан!.. Тел хаҡында һорауҙар бирергә, һүҙҙәрҙе тәржемә итергә, үҙенең һүҙлегенә яңы һүҙҙәр яҙып ҡуйырға бик ярата был филолог ҡыҙыҡай. Әйткәнде һис онотмай. Әле һаман ул «мороженое»ны – «туңдырма», «пепельни-ца»ны «көлниса» тип йөрөтә!..
Ҡайһы саҡта уның тәржемә эшмәкәрлегендә бик ҡыҙыҡ атамалар килеп сыға. Мәҫәлән, бер көндө ҡайсы эҙләп йөрөгәндә, мин:
— Ниндәй ҡайсы? – тип һорағас:
— Ана теге, йәшел ҡулдары менән, – ти.
(Ручка булғас, уныңса, мотлаҡ ҡул булырға тейеш! Ә «йәшел һаплы ҡайсы» тиер өсөн әле уға бик ныҡ филология курсын үтергә кәрәк. Ул әле «тышҡа сыҡмай», ә «тышҡа бара», уның өсөн «ямғыр яумай», ә «ямғыр бара»...)
Уның тәржемә үрнәктәрен һәр саҡ яҙып барырға кәрәк ине лә, ҡайҙа инде ул!..
Тик уның һөйләшеүен тыңлауҙан да рәхәт нәмә юҡ минең өсөн. Бигерәк тә төшөндә башҡортса һөйләшеүе миңә бер оло бәхет була.
Ә Азамат күберәк русса күрә төштәрен. Был уның күберәк русса уҡыуҙан, русса уйлауынан килә. Ә Гөлнар, тәржемә итеп булһа ла, башҡортса уйлай әлегә!
Кисә институтта булдым. Ике айға иҫәпләнгән эштәрен бер айҙа (дөрөҫөрәге бер ун көндә) эшләп илтеп бирҙем.
Фәнүзә «Урал – земля золотая» тигән китаптан ҡайһы бер легендаларҙы тәржемә итергә һораны.
Hyp Зарипов Әхнәф Харисовтың 60 йәшенә мәҡәлә яҙып ултыра ине. Минән шиғыр яҙҙырырға ныҡыша. Ләкин мин өлгөрөп булмаҫ, бының өсөн Әхнәф ағайҙың үҙе кеүек импровизатор булырға кәрәк, тип ҡотолдом.
Эш тураһында һөйләштек. Үҙемдең темаларҙы әйттем. Ләкин элеккесә өмөтлөрәк һүҙ ишетә алманым.
— Урын юҡ бит, – тигән була. Ә ысынында ике урындары бар... Күрәһең, алмаҫҡа тип һөйләшкәндәрҙер инде...
Нәшриәттә эштәр хөрт. Агиш Ғирфанов: «Китабыңды төшөрөп ебәрҙек инде», – тип ултыра. Пландағы өс табаҡ урынына ике табаҡҡа ҡалдырғандар! Ә мин дүрт табаҡҡа даулашып йөрөгән булам...
Әгәр хәйерсе хәлендә булмаһам, был китаптан бөтөнләй баш тартыр инем дә, булмай. Һыҙып ырғытҡан ярты китапты Клара Төхфәтуллинаға илтеп биргәйнем, шылтыратҡас, бик томһа тауыш менән:
— Уҡыйым әле, уҡыйым, понедельник килерһең, – тигән булды.
Тимәк, бер ниндәй ҙә ышаныс юҡ. Урал Бакиров ҡына берәй нәмә эшләмәһә, таштан йүкә һуйылмаҫ, ахыры.
«Миләш-кәләш» шулай минең иң хөрт китап булып ҡалыр, ахыры. Бөтә яңы шиғырҙар һыҙып ырғытылған. Бөтәһе лә уҡып сығып, һәр береһе йолҡҡолаған. Хужа Насретдин тауығы итеп бөтөргәндәр.
Әмир ағай ҙа шул Нуретдинов, Байбуралар, Агиштар яғына ауған. Ә мөхәррирем кеше ышанмаҫ Шаммасов, флюгер менән бер. Етмәһә, Хөрмәт Бик-Ҡоло ла ҡыҫылып ултырған була. Үҙем бит шул ҡара йәнгә булышлыҡ итеп, тәүге тәржемә китабын – Бернсты сығарырға юллап йөрөнөм, ә хәҙер шул халтурщик та әҙәм булып ултыра.
Әҙәбиәт бүлегендә стенаға элеп ҡуйған йөкләмәләре өҫтөнә: «План выполнен... ура!..» тип яҙып ҡуйғандар. Минең китап иң һуңғы китап булып наборға төшкән...
— Һинең арҡала беҙ премияһыҙ ҡаласаҡбыҙ бит, – ти Әмир ағай.
— Кемгә – нимә...
Эй, замана!..
17 июнь.
өлкәлә булдым, ләкин бер ниндәй ҙә өмөт юҡ. Сөнки бөтә был ығы-зығы шул өлкәнең ҡыҫылышы менән килеп сыҡты бит инде.
Клара Төхфәтуллина, китапты уҡып сыҡтым, ти. Бер төрлө мотив, пессимизм, тәржемәләрең дә шул уҡ характерҙа. Шулай ҙа мин Нуретдиновҡа әйтеп ҡарармын, өс табаҡ итһендәр тип, тигән була.
Нәшриәткә барһам, Шаммасов:
— Наборға төшөрҙөк инде, бөтәһе лә уҡынылар, минең бер ниндәй ҙә ғәйебем юҡ, – тип ултыра.
Ә Ғирфанов:
— Һин беҙҙе оскорбить итеп сығып киттең. Беҙҙең үлемде теләйһең икән, – ти.
— Йәшәгеҙ, әйҙә, тик поэзияға, әҙәбиәткә ҡарата бындай ҡараш бер үлергә тейеш бит. Ниңә һүҙҙең мәғәнәһен аңламайһығыҙ? – тинем. – Бит Мәскәүҙән бер йыйынтыҡҡа егермешәр биттән торған ике рецензия яҙып ебәргәндәр. Бына был, исмаһам, кешесә ҡараш. Ә һеҙ хатта бер китапты өҙөп-йолҡоп рецензияға бирәһегеҙ, 20 йыл шиғыр яҙмаған бер эскесегә, етмәһә...
Һеҙгә бер һүҙ әйтеп тораһың, ә һеҙ бөтөнләй икенсе нәмә уйлап ултыраһығыҙ. Есенинды, ана, ҡасан килтереп бирҙем, ә ул һаман ята. Ә планда булмаған ҡайһы бер нәмәләр шунда уҡ сығып китә... һ. б.
Шунан һуң был Рифтән Есениндың тәржемәләрен һорап алды.
— Заключение бармы? – ти.
— Шунда уҡ яҙып биргәйнем бит, – тип Риф Мифтахов үҙенең заключениеһын килтереп сығарҙы.
Агиш уҡып ҡараны ла, заключение 1972 йылдың сентябрендә үк яҙылған булып сыҡты.
— Хәҙер һуң инде, 1975 йылдың планы обком тарафынан раҫланған. Уны бит беҙ үҙгәртә алмайбыҙ, – тип 1976 йылға планға индереп ҡуйған булды.
Шунан Есенин рус шағирымы, совет шағирымы, тип баш ватып ултырҙы. Ҡайҙа индерергә: рус классикаһынамы, совет классикаһынамы?
Мин:
— Рус совет классикаһына, – тигәс, шулай тип яҙып ҡуйҙы.
Алдағы йылды Есениндың 80 йыллығы буласаҡ, шуға күрә 75 йылға индерергә кәрәк ине. Таш төшкән ерендә ауыр бит, – тинем.
— Есенинды үткәреү бик еңел түгел, есенинщина булғанлығын беләһең бит, – ти был.
— Ул бит булған да үткән. 20-се йылдарҙа уҡ. Хәҙер Есенинға ундай ҡараш күптән үтте бит, – тим. – Булған заманы: Есенин шиғырын уҡыған өсөн генә лә комсомолдан сығарғандар. Ә хәҙер ул дәреслектәргә инеп бөткән һ. б.
Ләкин был әҙәмгә бер ниҙе лә йүнләп аңлатып булмай. Әллә ул, ысынлап та, наҙан, әллә белмәмешкә һалыша!.. Ғәжәп!.. Күрәһең, әҙәбиәткә «артҡы ишектән» килеп ингәндәрҙең тәбиғәте шулайҙыр инде... Шулай ҙа 1977 йылға «Минең антологиям»ды (6 табаҡ), 1978 йылға үҙемдең тотош һайланмаларҙы яҙҙырып сыҡтым (7 табаҡ).
18 июнь.
«Миләш-кәләш»тең редакция йолҡҡан өлөшөн Мостай ағайға илтеп бирҙем.
Башта шылтыратҡанда, трубканы ҡыҙы Әлфиә алды.
— Ул ҡайҙалыр сығыш яһарға китте, сәғәт 8-гә генә ҡайтыр. Унан дачаға китәсәк, – тине.
Икенсе шылтыратҡанда, килене Нәзифә һөйләште.
— Мин Илгиздең иптәше булам, мин һеҙҙе яҡшы беләм. Берәй ярты сәғәттән шылтыратығыҙ, – тине.
Ғәйниә менән «Башкирия» гостиницаһына килеп еткәс, ауылдаш милиционер, Зәйтүнә апайҙың улы, осраны. Унан Ким дуҫым килеп сыҡты. Өс ауылдаш булып киттек. Ким ағай директорҙар кәңәшмәһенә килгән икән. Һабантуй 22 июндә буласаҡ, тине. Бер аҙ ултырғас, Мостафа ағайҙың йортона аҡ машина инеп киткәнен күреп ҡалдым да гостиницаның милиция бүлегенән шылтыраттым.
— Һеҙҙе борсойом инде, Мостафа ағай. Бер нәмә хаҡында кәңәшләшеп алаһы ине, – тигәс:
— Мине әле борсоманың, ҡайҙан шылтыратаһың, кил әйҙә, – тип көлдө.
Ишекте Нәзифә асты. Асыҡ йөҙлө, алсаҡ. Унан йылмайып Мостафа ағай килеп сыҡты.
— Әйҙә, уҙ, – тип кабинетына алып сыҡты. Диванында Туҡайҙың академик баҫмаһының һәм унан һуңғы ике томлығының 1-се томдары ята ине. «Туҡайҙы уҡыштырып ала икән әле» тип ҡуйҙым. Минең һымаҡ, бысратып уҡымай икән.
Хәлде һөйләп бирҙем дә:
— Әллә мин ахмаҡ, әллә донъяһы шулай инде, – тинем.
— Бер һинең хаҡта шундай фекер таралғас, ул шулай булыр инде. Бер ҡара һаҡалың артыңдан ҡалмай ул. Ләкин һалҡыныраҡ аҡыл менән эш итергә кәрәк.
— Ниңә алданыраҡ килмәнең? – тигәс, мин:
— Һәр китап һайын һеҙҙе борсоп йөрөп булмай бит инде. Эш был тиклем хәлгә килеп етмәҫ тип уйлағайным, – тинем.
Китаптың йөкмәткеһе менән танышып сыҡҡас уҡ, Әмир Гәрәевтең телефоны юҡмы икән тип, өйөнә шылтыратмаҡсы булғайны ла, мин:
— Өйөндә телефоны юҡ, буғай, – тигәс, хат яҙырға булды.
Бер биттән ашыу хат яҙып, миңә уҡып сыҡты ла үҙенә илтеп бирергә ҡушты. Ахырында, төрөктәр әйтмешләй, аңлатып бирә белдемме икән, тигән һүҙенең яҙылышын һораны.
— Ҡайһыһы дөрөҫ? – «белдемме икән»ме, әллә «белдем микән»ме? – тигәс, мин:
— Ҡағиҙә буйынса, тәүгеһе дөрөҫ, ләкин мин, һөйләшкәнсә, «белдем микән» тип яҙам, – тинем. Килене Нәзифә лә:
— Тәүгеһе дөрөҫ! Шағирҙар ғына шулай яҙа, – тип көлдө.
Мостай ағай тағы: «резонный» тигән һүҙҙе нисек аңлатырға? – тигәс, мин:
— Контексҡа ҡарап инде, – тинем.
Бында китаптың мөхәррир тарафынан йолҡоноп, ярлыландырып, мөнтәҫләнеп бөтөүе, автор ихтыярын һанға һуҡмау һәм уның хаҡлы, нигеҙле таланттары хаҡында һүҙ бара ине.
Шуның өсөн Мостай ағай нәшриәттең автор теләктәрен дә иҫкә алырға тейешлеген әйтергә теләй ине.
— Автор теләктәренең хаҡлыһына, – тинем мин.
Мостафа ағай шулай тип яҙҙы ла. Унан минең әҙәбиәттә инде 25 йыл эшләп килеүем, минең һәр китапты күҙәтеп килеүе, рецензиялар ҙа яҙыуы, «Миләш-кәләш» китабының яҙмышы ла үҙенә яҡын булыуы хаҡында әйтеп, уны үҙе Мәскәүҙән ҡайтҡас, 24 июндәр тирәһендә бергәләп ҡарап сығырға, китапты наборға бирмәй торорға һораны.
Шулай итеп, хатты бергәләп һөйләшә-һөйләшә яҙып, уҡыны. Бына әле ул хат минең алда ята: «Әмир Гәрәевкә М. Кәрим».
Хаттың эшен бөтөргәс, Мостафа ағай:
— Ә китабың миндә ҡалһын, ҡайтҡас уҡ уҡып сығырмын да нәшриәттә бергә һөйләшеп алырбыҙ. Нисек тә планда билдәләнгән күләмде һаҡларға тырышырбыҙ.
Алдараҡ әйтәләр ул, китап бит һинең төп эшең, бер-ике сәғәт ваҡыт табыр инем әле, – тип был хаҡта һүҙен бөтөрҙө лә:
— Әйҙә, араҡы әсәһеңме? – тине. Үҙе көлә.
— Әсәм, – тинем.
Кухняға сығып, буфеттан латинса яҙылған экспорт «Водка»һын килтереп сығарҙы.
— Хәҙер ни үҙем эсмәгәс, өйҙә араҡы-фәлән дә ултырмай. Бына бәхетең бар икән, һиңә тигәне ҡалған, – тигән була. Үҙе бер ҡыярҙы уртаға ярып, тоҙлап, алға ҡуйҙы. Килене Нәзифә сыр, икмәк телеп һалды.
— Хәҙер дачала булғас, ашау яғы бында бик таҡы-тоҡо ғына, – тине Мостай ағай. – Әйҙә, эс.
— Һеҙ бар булған өсөн, – тип эстем. Нәзифә менән кейәүе Алик сухойҙы күтәрҙеләр.
— Осрашыу өсөн, – тине Мостафа ағай.
Унан һуң һүҙ бала-сағаларға күсте. Салауат менән булған хәлде һөйләгәс:
— Ҡайғырмағыҙ. Бөтәһе лә тәбиғи. Кеше бер тыуа донъяға. Яратҡас, ҡаршы килмәгеҙ. Яңылышһа, үҙе аңлар. 18 йәштә кешеләр, ана, колонияға ла барып эләгәләр, әллә ниндәй юлға баҫып ҡуялар. Киленгә әйт, юҡҡа борсолмаһын. Бер ҡасан да балалар атай-әсәй теләге менән генә үҙ яҙмыштарын ҡормай. Үҙебеҙҙең бөтә теләгәнде уларға бәйләп булмай. Кәрәкмәй ҙә был, – тип үҙенең Илгиз өсөн борсолғандарын һөйләп китте.
— Уға мин хәҙер консерватор ҡарт ҡына, – тип көлдө.
— Илгиз бөтөнләй икенсе егет тә ул, – тинем мин.
Нәзифә лә көлөп ултырҙы. Ул беҙҙе бер саҡ Әнғәм Атнабаев менән күргән дә, өйгә һуңлап ҡайтҡан, ниндәйҙер һүҙ булған икән...
— Һеҙҙең менән булғанда, донъяла ҡайғы ла юҡ һымаҡ, Мостафа ағай, – тигәс, ул:
— Һәр кемдең үҙ ҡайғыһы. Һин кисергәндәрҙе мин дә кисергәнмен. Бәлки, икенсе төрлөрәктер. Ләкин ағайыңдың хәҙер ҡайғыһы юҡ икән тип уйлама. Әлбиттә, улар икенсерәктәр. Беҙ донъяға үҙ донъябыҙҙы ҡаршы ҡуябыҙ. Ә ул үҙенсә. Ул ҡаршылыҡ булған һәм буласаҡ. Кеше шулай ҡоролған ул һ. б. тип һөйләп алып китте Мостафа ағай. – һин бер ваҡыт дыуамалланып бер аҙ бутылкаға кереп алдың, әнә шуны берәүҙәр эләктереп алды ла хәҙер һиңә шул ҡараш әле лә дауам итә. Ләкин быны үҙеңдең ижадың, тормош тәжрибәң менән һин емереп сығырға тейешһең. Иң мөһиме – ваҡланырға ярамай.
— Ярай, Мостафа ағай, һеҙгә юлға бит, бер иркенләп һөйләшербеҙ әле, – тип мин тиҙерәк ҡайтырға ашыҡтым.
15 июль.
Мостай ағай менән һөйләшеү.
— Китабыңды уҡып сыҡтым, яңы шиғырҙарыңдан бер-ике минорныйынан башҡаһы барырлыҡ. Тәржемәләреңде оригиналдары менән уҡыным. Ахуньянов ҡайтҡас, барып һөйләшербеҙ. Бер аҙна көтөп тор инде. Йөрөп кил әйҙә. Мин башта үҙем һөйләшеп сығырмын, – тине.
1976
22 июнь.
Хәйбулла районына остом. Хәйбулла яҡтарында тәүге ҡабат булыуым.
Аэропортта билет юҡ ине. Әлеге журналист әрһеҙлеге ярҙам итте. 8-се һанға яҙған «Стюардесса» очеркын аэропортта йөк ташыу бүлеге начальнигы Фәндит Ирғәлиевич Арыҫлановҡа уҡып сыҡтым да ҡайһы бер өҫтәлмә белешмәләр алғас:
— Ә хәҙер Аҡъярға нисек осорға? Минең билет юҡ бит әле, Фәндит Ирғәлиевич, – тинем. Ул һүҙ ҙә әйтеп тормай рацияға өндәште:
— Иптәш Ғариповҡа бер билет бирегеҙ, Аҡъярға.
Һәм бына бер сәғәт тә үтмәне, мин инде Аҡъярҙа.
Аэродромға килеп төшкәс тә башты әйләндергес саф дала еҫе танауға ярып керҙе. Бөтә дала үләндәренең сәскә атҡан ваҡыты. Зәп-зәңгәр күктән дала ҡояшы ҡыҙҙыра. Мотор тауышы тыныу менән, бөтә донъяны һабантурғайының йыры биләп ала. Тирә-яҡта икһеҙ-сикһеҙ киңлек һәм сиңерткәләр сырлауы... Иң беренсе теләк – ҡылғандары ап-аҡ булып тулҡынып ултырған дала төпкөлөнә инеп, ҡуйы үлән араһында салҡан төшөп ятаһың һәм бөтә барлығыңды онотаһың килә.
Ләкин, был рәхәтлекте алғараҡ ҡалдырып, тиҙерәк, тәүге автобус менән үк Аҡъярға ашыҡтым. Минең менән бергә осоп килгән Зәки Нафиҡов ағай менән Әминә апаның улы Фәритте лә көтөп торманым. Уларҙы ҡаршыларға машина килергә тейеш ине. Социологик экспедицияға килгәндәр. Халыҡтың миграцияһын, иҡдисадын өйрәнәләр. Фәритте бәләкәй сағында күтәреп йөрөткәндән бирле тиерлек күргәнем юҡ ине. Ир-егет булып, әйләнеп, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләп йөрөй. Мөсәлиә Ғәлиевна менән бергә торалар икән. Бер балалары бар. Күп һөйләй. Автовокзалда төшөп, райкомға индем. Ләкин секретарҙарҙың береһе лә юҡ ине. Комсомолдарға индем. Райкомдың икенсе секретары ғына ултыра ине. Комсомол билеттарын алыштыралар. Тирә-яҡ ауылдарҙан йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар йыйылған. Дала ҡояшына янған ап-аҡ тешле йәштәр. Ҡаҙаҡҡа тартҡандар.
18 ноябрь.
Камил ағай ғаиләһенең яҙмышы
Камил ағай инәйем менән бер туған, ата башҡа, инә бер. Ҡартинәйем Мөхлисә (Анна Шадрина), ҡартатайым Хизбулла Ғәйфуллин үлгәндән һуң, Ахун ауылының ҡыҙыл партизаны Ғәбитов Абдулла тигән кешегә сыға. Иртә үлә. Камил тигән улы ҡала. Инәйем менән һуғыш алдынан хат яҙышып торалар. Ләкин бер ҡасан да күрешмәйҙәр. Камил ағай һуғышҡа китерҙән алда, комбайнерҙар курсында уҡып йөрөгәндә, бер иптәше менән төшкән фотоһын ебәрә. Беҙ уны шул фотоһы буйынса ғына беләбеҙ. Камил ағай һуғышта үлеп ҡала.
Уның ғаиләһен 1970 йылда Әҙһәм ағай Шәрәфетдинов менән эҙләп йөрөһәк тә, осона сыға алмағайныҡ.
Быйыл көҙ Әсмә апай Мөслимова (ҡарт уҡытыусы, «Делегатка» тигән шиғырҙар йыйынтығының авторы) Учалыға барып, минең үтенесем буйынса, Ғәбитовтар ғаиләһенең яҙмышын асыҡлап ҡайтты.
Камил ағайҙың ғайләһе ҡалала йәшәй икән. Ҡатыны Фатима Ғәбитова (Күсәрбаева) Ахун ауылында. Төрлө эштә эшләп пенсияға сыҡҡан. Әле рудникта йәшәй. Камил ағайҙан ике бала ҡала. Әле иҫәндәр. Бер улы, бер ҡыҙы бар. Улы – Троицкиҙа шофер, ҡыҙы Учалы районында, Степнойҙа тора.
Камил ағайҙың атаһы – Абдулла Ғәбитов бынан ике йыл элек үлеп ҡалған. Шахтала эшләгән икән.
Адрестары: г. Учалы-1, ул. Ленина, 26, кв. 3(23?).
Ғәбитова Фатима.