Музыкаль ижадтың яңы бейеклектәренә

Ғарипов Рәми. 2-се том. Көндәлектәр, хаттар, мәҡәләләр. Төҙөүсеһе Н.В. Ғарипова. – Өфө, Китап, 1998. – 592 бит.

УЙЛАНЫУҘАР

Музыкаль ижадтың бейеклектәренә
(Башҡорт композиторҙарының беренсе съезынан.)
Үҙ иленең яу һәм көрәштәр, ҡан һәм дан менән һуғарылған яҙмышы хаҡында, үҙенең тыуған Уралы кеүек үк, шундай киң, шундай мөһабәт һәм матур йыр йырланы башҡорт халҡы, һәм быуаттар буйынса был мөһабәт йырға уның сикһеҙ бай күңеленең иң тәрән еренән урғып сыҡҡан ҡурай моңо ҡушылды.
Был йырҙарҙа, был моңдарҙа меңәрләгән Ғилмиязаларҙың «илкәйемә лә шул ҡайтыр инем, аяҡтарым талһа, имгәкләп», тип тамған ҡанлы күҙ йәштәре, меңәрләгән Зөлхизәләрҙең, төн уртаһы еткәс, «йәш ғүмерем заяға, ай, үтә» тип илауҙары, меңәрләгән Көнһылыуҙарҙың «Таштуғайҡай, һинең кәкүгең юҡ, кире Уралҡайыма ҡайтайым» тип тыуған-үҫкән ерен һағыныуҙары һәм был ерҙең азатлығы өсөн яуға күтәрелгән Салауат кеүек ил батырҙарының тәүәккәллеге, тапҡырлығы, сәсәнлеге бар.
Был йырҙарҙа башҡорт халҡы үҙенең Буранбай, Бейеш кеүек ил эше һәм халыҡ өсөн һөргөндәргә киткән ирҙәренә мәңгелек хөрмәте, Тәфкилев, Ҡолой кантон кеүек яуыз түрәләргә аяуһыҙ нәфрәте тураһында бөтөн бер тарих яҙып ҡалдырған.
Ул үҙенең, йыртыҡ тирмәләрҙә йәшәп тә, ҙур-ҙур каруанһарайҙар һалыуын, бөйөк рус халҡы менән бергә үткәргән боевой походтарын йырлай һәм был походтарҙа ир-егеттең тоғро юлдашы булған төрлө төҫтәге аттарын маҡтай; үҙенең тирә-яғын уратып алған тәбиғәттең күркәмлеге, уның ҡош-ҡорттары, йәнлектәре, Ирәмәле һәм Ағиҙеле, Ирәндеге һәм һаҡмары менән һоҡлана; һәм ул ошо бай тәбиғәт ҡосағында ҡайғы-хәсрәт менән үткән ғүмере хаҡында ғәжәп тәрән философик фекерҙәр йөрөтә; үҙенең ауыр тормошон уйын-көлкө менән еңеләйтеү өсөн, ул бик тапҡыр шаян йырҙар уйлап сығара. Бәхетле киләсәк тураһындағы өмөт һәм хыялдарын, уй-тойғоларын, бай фантазияһын – бөтә эске донъһын ул иҫ киткес поэтик оҫталыҡ менән йырға һалған.
Ләкин шундай үлемһеҙ ҡомартҡылары булған был халыҡтың яҙмышы тураһында күрәҙәлек итеүсе уның дошмандары – иҙеүсе синыф вәкилдәре, ҡайһы бер буржуаз культура «белгестәре» башҡорт халҡын ижадҡа, хеҙмәткә һәләтһеҙ булыуҙа ғәйепләп, уға яла яғырға тырыштылар.
...Ул замандар үтте. Бына бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында элекке ҡурайсы Заһир Исмәғилев яҙған «Салауат Юлаев» операһының увертюраһы яңғырай.
«Урал» көйөнөң мөһабәт киңлеген, тәрән моңон, бай фантазияһын һәм «Салауат» йырының тантаналы героик ынтылышын, азатлыҡ мотивын үҙ эсенә алған һәр кемгә аңлайышлы, яҡын был тулҡынландырғыс увертюраны тыңлағас:
— Беҙҙең музыкаль сәнғәтебеҙ бар! – тип ғорурланаһың.
Һәм был профессиональ сәнғәттең тик совет власы йылдарында ғына ҡурайҙан алып үҙ халҡыңдың милли характерын, уның бөйөк рус халҡы менән тарихи дуҫлығын, азатлыҡ өсөн героик көрәшен ысын музыка теле менән күрһәтеп бирә алырлыҡ операға тиклем күтәрелеүе өсөн шатланмау мөмкин түгел. Был беҙҙең ысын-ысындан социалистик йөкмәткеле, милли формалағы культурабыҙҙың ҙур ҡаҙанышы.
Был ҡаҙаныш башҡорт әҙәбиәтенең һәм сәнғәтенең Мәскәүҙә булып үткән декадаһында өлгөргәнлек һынауын тотто, һәм Башҡортостан композиторҙары үҙҙәренә беренсе ҡабат съезд үткәреү хоҡуғын алдылар.
Съезд, алты көн буйы башҡорт композиторҙарының ижадын тикшереп, уларҙың эше тураһында Башҡортостан совет композиторҙары союзының председателе Заһир Исмәғилевтың отчет докладын тыңланы.
Докладсы КПСС-тың XX съезы совет халҡы алдына хужалыҡты һәм мәҙәниәтте үҫтереүҙә ғәйәт ҙур бурыстар ҡуйыуы, шулай уҡ башҡорт композиторҙарының алдында ла яңы бурыстар тороуы тураһында һөйләне. Өлгәшелгән уңыштар менән генә сикләнеп ҡалыу мөмкин түгел. Күп етешһеҙлектәр бар.
Уларҙың иң ҙурыһы – беҙҙең бөгөнгө иҫ киткес ваҡиғалар менән бай тормошобоҙҙоң, был тормошто төҙөүсе яңы совет кешеһенең образы башҡорт композиторҙарының ижадында үҙенең тейешле кәүҙәләнешен таба алмауҙа. Әлегә тиклем хәҙерге көн темаларына яҙылған тулы ҡиммәтле ҙур музыкаль сәхнә әҫәре юҡ, тик кантата жанрында ғына бер нисә әйбер яҙылған. Уларға X. Заимовтың «Башҡортостан нефтселәре», «Башҡортостан», «Ялан киңлектәрендә», Н. Сабитовтың «Үлемһеҙлек», Р. Сәлмәновтың «Алтын туғай», «Сиҙәмгә», X. Әхмәтовтың «Ҡотлау», «Хат» һәм Ленин тураһында ике кантатаһын, З. Исмәғилевтың йәш нефтселәр тормошона арналған вокаль-хореографик сюитаһын индерергә мөмкин.
Уларҙың ҡайһы берҙэренең форма яғынан едти кәмселектәре бар һәм музыкаль драматургия ла тулыһынса камиллашып етмәгән.
Башҡорт композиторҙарының күп кенә симфоник әҫәрҙәрендә конфликтһыҙлыҡ теорияһының эҙе ята һәм уларҙың тормош менән яҡындан бәйләнеше юҡ.
— Беҙ әле милли симфоник стиль үҫешенең тәүге стадияһын ғына үттек, – тип билдәләй докладсы. – Был үҫеш юлындағы уңыштарҙан Р. Мортазиндың «Байрам симфониеттаһын», Н. Сабитовтың симфоник поэмаһын һәм скрипка концертын, X. Заимовтың увертюраһын, X. Әхмәтовтың лирик сюитаһын, М. Вәлиев һәм К. Рәхимовтың оркестр өсөн яҙылған ҡайһы бер миниатюраларын күрһәтергә мөмкин. Шулай ҙа был бик аҙ. Башҡорт симфонизмын булдырыу өсөн ҙур активлыҡ менән эшләргә кәрәк.
Артабан докладсы халыҡ ижадын йыйыу һәм уны өйрәнеү эшенә туҡтала. Был өлкәлә Әхмәтов, Рәхимов, Мортазин, шулай уҡ элек Башҡортостанда эшләгән рус композиторы Ключарев һәм музыковед Лебединскийҙың эшмәкәрлеге айырыуса иғтибарға лайыҡлы. Уларҙың эше һөҙөмтәһендә «Башҡорт халыҡ йырҙары» кеүек капиталь хеҙмәт баҫылып сыҡты.
Ләкин башҡорт халыҡ йырҙарын йыйыу эше һис тә ҡәнәғәтләнерлек түгел әле. Композиторҙар райондарға сығып йөрөмәйҙәр, халыҡ араһында булмайҙар. Күптән инде фонограф валиктарға яҙып алынған ярты меңләп халыҡ йыры СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында, ҡул да теймәгән килеш, эшкәртелмәйенсә ята. Музыкаль фольклор кабинетының эшен һис кисектергеһеҙ активлаштырырға кәрәк.
Республикабыҙҙа милли музыкаль кадрҙар әҙерләү эше бигерәк тә насар хәлдә тора. Хәҙер Өфөлә интернатлы музыка мәктәптәре булдырырға ваҡыт инде. Өфө музыкаль училищеһында теоретик бүлек һәм композиторҙар бүлеге асҡанда, йәш белгестәр әҙерләүгә был бик ҙур булышлыҡ итер ине. Шулай уҡ үҙешмәкәр композиторҙар менән эшләү үҙ ағышына тапшырылған. Уларға белемле консультанттар беркетелмәй.
Ижади һәм музыкаль-йәмғиәт эшмәкәрлегендә етешһеҙлектәрҙең төп сәбәбе – композиторҙар араһында уҡыу-тәрбиә эшенең насар ҡуйылыуында. Композиторҙарҙың күбеһенә эстетик, тарихи һәм теоретик белем етешмәй.
Шулай уҡ башҡорт композиторҙарының опера һәм балет театры менән дә, татар композиторҙары, башҡорт шағирҙары менән дә үҙ-ара ижади бәйләнештәре йомшаҡ.
Музыкаль әҫәрҙәрҙе баҫып сығарыу һәм башҡорт музыкаһын пропагандалау эше лә йомшаҡ ҡуйылған. Хатта иң күренекле ҡарт композиторҙарыбыҙҙың да айырым йыйынтыҡтары юҡ.
Доклад буйынса фекер алышыуҙарҙа ла был етешһеҙлектәр тураһында ныҡ әйтелде.
— Бөйөк Глинканың һүҙҙәрен ҡабатлайһы килә: «Музыканы халыҡ тыуҙыра, ә беҙ, композиторҙар, уны аранжировать итәбеҙ генә», – тине композитор Бәширов. Ләкин беҙ халыҡтың бай музыкаль теленән ситләшәбеҙ. Шунлыҡтан беҙҙең массовый йырҙарҙа бер төрлөлөк килеп сыға. Ә был етешһеҙлектәрҙе күреү өсөн беҙҙә теоретик әҙерлекле профессиональ музыка тәнҡитселәре юҡ. Композиторҙар үҙҙәре лә был эшкә иғтибар бирмәйҙәр.
Тәрбиәсе иптәш М. Бикбова балаларҙы эстетик тәрбиәләүҙә музыканың ғәйәт ҙур роле тураһындағы мәсьәләгә туҡталды.
Татарстан композиторҙары М. Мозафиров һәм А. Ключарев артабан ижади дуҫлыҡты нығытырға саҡырҙылар.
Художник Р. Ишбулатов үҙенең сығышында:
— Ҡайһы бер композиторҙар халыҡтың рухын тейешенсә аңламайынса, халыҡ традицияһынан ситкә китеп, формалистик әҫәрҙәр ҙә яҙалар, – тине. Был йәһәттән йәш композитор Н. Сабитовтың ҡоро техника өсөн генә яҙылған эстәлекһеҙ әҫәре бик ныҡ тәнҡит ителде.
Башҡорт композиторҙарының киң таралған йырҙары тураһында һөйләп, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Мәғәфүр Хисмәтуллин халыҡ ижадын фәнни яҡтан тикшереү, башҡорт музыкаһын пропагандалау, «Аҡбуҙат» кеүек ғәжәп бай операны, шулай уҡ «Азат» операһын яңынан сәхнәгә ҡуйыу мәсьәләләренә туҡталды.
Халыҡ ижадын механик файҙаланыу композиторҙарҙың халыҡ йырҙарын боҙоуға йәки стилләштереүгә килтерә. Был хәл уларҙың әҫәрҙәрен бер нисек тә халыҡсан итә алмай. Яҙыусы К. Мәргән композиторҙарға бына шул хаҡта иҫкәртте. Милли колорит, халыҡсанлыҡ һәм музыка теле тураһында шулай уҡ яҙыусы С. Агиш һәм шағир Ҡ. Даян ҡиммәтле фекерҙәр әйтте.
Съезд эшендә ҡатнашыусы СССР Композиторҙары союзы секретариаты вәкилдәре С. Аксюк һәм Солодухо иптәштәр башҡорт композиторҙарының ҙур уңыштарын күрһәтеүҙәре менән бергә, уларҙың әле профессиональ оҫталыҡты күтәреү өҫтөндә бик күп эшләйһеләре барлығын әйттеләр, уларҙы рус һәм Көнбайыш классик музыка культураһын, хәҙергә иң яҡшы совет һәм сит ил композиторҙарының ижад тәжрибәһен тәрәнерәк өйрәнергә саҡырҙылар.
Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ҡайһы бер танылған һәм йәш композиторҙарыбыҙ араһында үҙ-үҙҙәренән ҡәнәғәт булыу, һауаланыу кеүек, үҙҙәрендә сәнғәтте түгел, ә сәнғәттә үҙҙәрен яратыу күренештәре осрай.
Съезда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары иптәш X. Сайранов сығыш яһап, башҡорт композиторҙары алдында торған яңы ижади бурыстар тураһында һөйләне.
Беҙҙең музыка халыҡтың культура талабын ҡәнәғәтләндереп етмәй әле, тине ул. Хәҙер халыҡтың эстетик талабы ғәйәт юғары күтәрелде. Ә уның ижади хеҙмәт шатлығы, бай һәм тәрән тойғоһо, уның ҡыйыу хыялдары беҙҙең композиторҙарҙың әҫәрҙәрендә бөтә күркәмлеге һәм тулылығы менән яңғырай алмай әле. Беҙгә бөтә Союз киңлегенә ишетелерлек йырҙар кәрәк, кантаталар, симфониялар һәм опералар кәрәк.
Беҙҙең композиторҙар әле үҙ эштәре өсөн халыҡ алдында ни тиклем яуаплы булыуҙарын төшөнөп етмәйҙәр. Улар араһында партиялы тәнҡит һәм үҙ-үҙеңде тәнҡитләү рухы етешмәй.
Бының шулай булыуын съезда ла күрергә мөмкин ине. Башҡорт музыкаһы тураһында күберәк үҙҙәре композитор булмаған кешеләр борсолдо. Был – халыҡтың ни тиклем үҙ музыкаһын яратыуы, уның тураһында ҡайғыртыуы, уның композиторҙарға ни тиклем талапсан булыуын күрһәтеп тора. Сөнки халыҡ Башҡортостан композиторҙарының ижади көсөнә ышана, улар алдында ҙур һәм почетлы бурыстар ҡуя. Был ышанысты аҡлау һәм был бурыстарҙы үтәп сығыу өсөн Башҡортостан композиторҙары үҙҙәренең беренсе съезынан һуң ең һыҙғанып эшкә тотонорҙар, тип теләргә кәрәк. Был – халыҡтың теләге.
21 март, 1956 йыл.