Ваҡыт, йыр һәм ер

Ғарипов Рәми. 2-се том. Көндәлектәр, хаттар, мәҡәләләр. Төҙөүсеһе Н.В. Ғарипова. – Өфө, Китап, 1998. – 592 бит.

Ваҡыт, йыр һәм ер
(Поэзиябыҙ хаҡында уйҙар)

Оса ваҡыт,
оса йыр,
оса ер!..
Н. Нәжми

Әйтер һүҙ хаҡында
Поэзиябыҙ хаҡында мин дә бер-ике ауыҙ һүҙ әйтергә тейешмен. Тәүҙә һүҙ сәнғәтенең үҙе хаҡында. Уйлап тормаһаң, һүҙ әйтеүҙән дә анһат нәмә юҡ кеүек донъяла!.. Тел һөйәкһеҙ бит – ни генә һөйләмәҫкә мөмкин ул?
Ә бына һүҙеңдең кем өсөн, ни өсөн булыуы, уның мәғәнәһе хаҡында уйлаһаң, уны әйтеү бик еңел дә түгел. Бит әйткәнең инде һинеке булмай, ишеткәндеке була. Телең ни әйткәнде ҡолағың ишетмәһә, халыҡ «туҙға яҙмағанды һөйләйһең» йәки, «һүҙеңдең бер ҙә инә-атаһы юҡ» ти.
Ғөмүмән, һүҙ көсө, тел ҡеүәһе, сәсәнлек хаҡында халыҡ үҙенең меңәр йыллыҡ тормош тәжрибәһенән сығып, әллә ни саҡлы мәҡәлдәр әйтеп ҡалдырған, ҡобайырҙарҙа һөйләгән, йырҙарҙа йырлаған.
Уй-тойғоларыңды һүҙ менән асып биреү ни тиклем ҡыйын булыуы, ошо «һүҙ ғазабы» тураһында хатта иң ҙур һүҙ оҫталары ла иң әрнеүле һүҙ әйткәндәр бит. Иң нескә хистәр йырсыһы булған Феттың һүҙҙәренә генә ҡолаҡ һалайыҡ. Был ғазаптан үрһәләнеп, ул хатта башын ташҡа ороп, сәстәрен йолҡоп үкһегән кеүек бит:
Как беден наш язык:
Хочу и – не могу!
Не передать того ни другу, ни врагу,
Что буйствует в груди прозрачною волною!
Башҡаларға үҙ хистәрен һүҙһеҙ әйтеп биреү мөмкинлеге хаҡында хыялланып ул: «О, если без слова сказаться душой
было можно!» тип аһ орғанда, уның маңлайынан бөрсөк-бөрсөк һалҡын тир бәреп сыҡҡан һымаҡ. Ә иң тәрән фекер эйәләренән булған Тютчев унан да сәйерерәк, хатта ҡот осҡос бер уйға килгән. «Әйтелгән фекер ул торғаны ялған» тип, хатта өндәшмәҫкә, һис бер һүҙ әйтмәҫкә кәңәш биргән.
Как сердцу высказать себя?
Другому как понять тебя?
Поймет ли он, чем ты живешь?
Мысль изреченная есть ложь;
Взрывая, возмутишь ключи:
Питайся ими – и молчи!
Ләкин, нисек кенә булмаһын, фекер әйтелгән бит бына! Беҙгә Тютчевтың фекере көндәй асыҡ, тел төбөнәсә аңлашылып тора.
Кеше донъяға яралғандан бирле шулай ғазапланып, үҙенең иң көслө ҡоралы булған тылсымлы телен яратып, үҙенең иң тәьҫирле сәнғәтен – һүҙ сәнғәтен, поэзияны – бар иткән. Бөтә сәнғәттәрҙең, хатта донъяны танып-белеү фәндәренең дә башы булған был сәнғәт иң борон замандарҙан алып бөгөнгәсә кешелек үткән һикәлтәле һәм ҡатмарлы тарих юлында кешенең айырылмаҫ юлдашы, кеше рухының иң юғары ҡаҙанышы булып танылған. Үҙе үткән урау юлда ул кеше даһийының ғорурлығы булған Гомер, Данте, Шекспир, Низами, Гете һәм Пушкин ише гиганттарҙы ҡалдырып, һәр халыҡтың үҙ Абайҙарын, Туҡайҙарын, Бабичтарын бар итеп, кешеләрҙе бер-береһенә ҡан-ҡәрҙәш яһауҙа, тырым-тыраҡай ырыу-ҡәбиләләрҙең бергә уҡмашып, халыҡтарҙың милләт булып ойошоуында, уларҙың милли үҙаңы уяныуҙа баһалап бөткөһөҙ тарихи эште эшләгән. Һәм әле лә ул, иң оло социаль революцияны яһашҡандың һуңында, яңы кешенең рухи донъяһын ҡорошоп, халыҡтарҙың бер-береһенә зиһен хазинаһын, күңел күркәмлеген асып, уларҙы бер-береһенә яҡынайтып, туғанлаштырып һәммә телдә йәшәй, үҫә, байыға бара, һәм һәр халыҡтың теле йәшәй икән, уның ошо һүҙ сәнғәте лә йәшәйәсәк. Ул сәнғәт замандарҙы замандарға олғаштырып, халыҡтарҙы халыҡтарға бәйләп, үҙенең мәргән һүҙе менән кеше күңелен, еребеҙҙең әле күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән бәхетле киләсәген биҙәтеп, ер йөҙөндәге иң ғәҙел йәмғиәтте, уның инде сағыу һыҙаттарын үҙ күҙебеҙ менән күргән йәмғиәтте төҙөшәсәк. Сөнки был йәмғиәт – поэзия яралғандан бирле уның иң бөйөк вәкилдәре хыялланған йәмғиәт.
Кеше аҡылы матдәнең иң нескә серҙәренә төшөнөп, уның иң ваҡ өлөшсәләрен тарҡатҡан атом быуатында; иң ҡатмарлы һан-хисаптарҙы хисаплап, төрлө телдәрҙе береһенән икенсеһенә тәржемә итеп, һәр сирҙең дауалау әмәлен әйтеп бирә торған әүлиә машиналар уйлап сығарған кибернетика заманында, кеше инде әкиәт балаҫтарында түгел, ә ысын ғәләм караптарында йыһанды айҡаған космос осоронда, оло химияның тылсымлы ҡулы тереклектең нигеҙе булған аҡһымды яһалма аҡһым менән алыштырыу дәрәжәһенә күтәрелгән мең-мең мөғжизәләр дәүерендә поэзияның инде кәрәге ҡалманы, тип, шиғриәткә үлем юраған күрәҙәселәрҙән ваҡыт, йыр һәм ер үҙе көлдө.
Сөнки ваҡыт, йыр һәм ер бер-береһенән башҡа йәшәй алмай икән шул. Ваҡытһыҙ йыр ҙа, йырһыҙ ер ҙә юҡ. Заман йырға үҙе ҡанат ҡуя, ә тик ҡанатлы йыр ғына осорға мөмкин һәм осоп китер, осоп ҡайтыр өсөн, әлбиттә, ер кәрәк. Ғәләмдә лә әҙәм балаһы ер һүҙҙәре менән үҙенең яратып туймаҫ ерен йырлай. Бәй, ул бит күккә лә ерем тип, ғәләм серҙәрен асып, ошо еремде биҙәйем тип оса лаһа!.. Шуның өсөн бит ул ваҡытты – заман атын эйәрләп, илаһи бәйгегә сыҡҡан. Һүҙҙәр донъяның үҙе һымаҡ иҫке, ләкин кеше уға һәр сәғәт һайын яңы мәғәнә һала һәм хатта үлеме хаҡында уйлағанда ла йәшәү хаҡына:
Ауһам ине шул саҡ, бәйгеләрҙә Йөрәге ярылып үлгән ат һымаҡ, – ти.
Сөнки киләсәк кешеһе ул һәр яҡтан да камил матурлыҡ кешеһе. Ә йыр иң камил матурлыҡ хаҡында, иң матур кешене тыуҙырып, ерҙе бөтә нәжестән, бөтә ялғандан, бөтә яуызлыҡтан азат итеп биҙәү өсөн йырлана.
Әйе, шағирса әйткәндә, оса ваҡыт, оса йыр, оса ер!..

  1. Ҡайҙан ҡайҙа оса йыр?
    Ысынлап та, ҡайҙан ҡайҙарға оса һуң йырыбыҙ? Поэзиябыҙ хаҡында һүҙ әйтер булғас, мин ошо хаҡта байтаҡ уйланып йөрөнөм. Үҙ-үҙемә ҡат-ҡат ошо һорауҙарҙы бирҙем.
    Нисек һуң әле бөгөнгө поэзиябыҙ?
    Уның үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге ниндәй? Халҡыбыҙ тормошонда тотҡан урыны, тормошҡа мөнәсәбәте башҡаларҙан айырмаһы, үҙенсәлеге, барған юлы нисек? Был юлда ниндәй ҡыйынлыҡтар, кәртәләр, кәмселектәр бар? Һәм, ахыр килеп, бурысыбыҙ ниҙә һуң әле?
    Башта бөтәһе лә анһат, көн кеүек асыҡ һәм билдәле һымаҡ ине. Тик бына поэзиябыҙҙы осҡан ваҡыт, осҡан йыр, осҡан ер менән күҙләштереп, һуңғы йылдарҙа ғына сыҡҡан шиғыр йыйынтыҡтары, газета-журналдарҙа баҫылған мәҡәләләр менән өҫтән-өҫтән генә танышып сыҡҡас та, бик яйһыҙ хәлдә тороп ҡалдым.
    Иң тәү белгән нәмәм – үҙ әҙәбиәтемде йүнләп белмәгәнлегемде белеү булды. Твардовский әйткәнсә, Пушкинды ла шулай тәү ҡарашта бик яҡшы белгән кеүекһең, ә уның ижад донъяһына ингән һайын, ул икһеҙ-сикһеҙ бер диңгеҙгә әйләнә башлай. Шуның шикелле үҙеңә иң таныш, бала саҡтан уҡ яҡын поэзия ла, ентекләп ҡарай башлаһаң, үҙ юлы, үҙ тәбиғәте булған оло бер даръя булып күҙ алдыңа килеп баҫа. Беҙ әҙәбиәтебеҙҙең үткәнен генә түгел, бөгөнгөһөн дә, хатта бер йыл эсендә бер-беребеҙҙең ни ижад иткәнен дә бик ҡойто беләбеҙ буғай? Әлбиттә, ҡайһы бер китаптарҙы уҡымауҙан ҙур зыян да юҡтыр, ләкин уларға ҡарата үҙ фекерең булыу өсөн, ғибрәт алыу өсөн булһа ла, барыбер уҡырға кәрәктер. Брюсов, «рустың иң культуралы шағиры, мәҫәлән»: «Яҙыусылар үҙҙәренә тиклем нимә яҙылғанды, нимәне яҙып тормаҫты белеү өсөн уҡыйҙар», – тигән бит. Ә беҙ бик йыш ҡына асылған ҡапҡаларҙы асып ғүмер уҙғарабыҙ. Мәҫәлән, ҡайһы бер шағирҙарҙың ҡайһы яҡтарын үҙем өсөн тәү башлап асып, мин үҙемдән-үҙем оялдым. Сөнки беҙ, бигерәк тә йәштәр, тауыш-тынһыҙ ғына эшләп ятҡан ҡайһы бер оло быуын шағирҙарына нисектер ҡул һелтәп кенә ҡарарға күнеккәнбеҙ. Йәнәһе, беҙ әҙәбиәткә килгәнсә, улар йырларын йырлаған, әйтәһен әйткән дә, хәҙер инде уларҙан яңы һүҙ көтәһе лә ҡалмаған!.. Ә, баҡтиһәң, ысын шағир ҡартаймай ҙа, үҙ урынын бер ниндәй йәш талантҡа бирмәй ҙә икән. Сөнки әҙәбиәттә «зам»дар юҡ, ә «сам»дар ғына бар. Һәр шағирҙың – ҙурмы, бәләкәйерәкме, барыбер! – үҙ урыны бар, урынбаҫарға ул мохтаж түгел. «Шағирҙың үлеменә» тигән мәшһүр шиғыр яҙып, бөтә Рәсәйҙе тетрәткән Лермонтов Пушкинды алыштырғанмы һуң? Ә үҙ һыны менән Маяковский Блокты, Таҡташ Туҡайҙы, Сәләм Бабичты ҡаплай алғанмы һуң? Юҡ, әлбиттә. Тауҙар янында тау, йондоҙ янында йондоҙ ғына артҡан, улар бер-береһенең үлемһеҙлеген һәм шиғриәт донъяһының сикһеҙлеген генә раҫлаған. Бер телдең күркен икенсе телдең матурлығы алыштыра алмаған һымаҡ, төрлө телдәрҙә ижад иткән төрлө яҡшы шағирҙарҙы ла башҡалар алыштыра алмай. Бит шиғриәт баҙар ҡыҫырыҡлау өсөн конкуренция ла, рекорд ҡуйыу өсөн мотогонка ярышы ла түгел. Ер йөҙөндә батшалар, шаһтар алмашынған, ә шағирҙар ҡалған, үҙҙәрен тыуҙырған халыҡтары хаҡына ғына түгел, ә бөтә кешелек өсөн тороп ҡалған. Һәр талантҡа әҙәбиәттә урын етерлек.
    Бәлки, был күптән билдәле хәҡиҡәттәрҙе әйтеү булыр, ләкин, Мостай Кәрим әйтмешләй, доғаны ҡабатлауҙан доға иҫкермәй. Ә кеше хәтере, ни тиһәң дә, онотоусан шул.
    Бөгөнгө әҙәби процеста борсолдорған ҡайһы бер күренештәр хаҡында бәхәсләшер, кәңәшләшер, фекер уртаҡлашыр һүҙҙәр ҙә бар һымаҡ булғас, мин үҙем аңлаған хәҡиҡәттәрҙе иҫкә алмай булдыра алмайым, тик бүтәндәр ҙә үҙҙәренең ысын уйлағанын әйтһен ине. Партия беҙгә ҡайһы бер хәҡиҡәттәрҙе ҡат-ҡат иҫкә төшөрөүҙән бер ҙә тартынмай бит. Унан һуң поэзиябыҙ ҙа бынан ун йыл элек кенә булған поэзия түгел инде хәҙер. Заман башҡа, заң башҡа. Күп нәмәгә ваҡыт үҙенең төҙәтмәләрен индерә бара.
    Башҡорт халҡының бөйөк ауыҙ-тел ижады ерлегендә тыуып, үҙенең бөтә тамырҙары менән ошо бәрәкәтле ергә ереккән шиғриәтебеҙҙең үҙенә күрә бик үҙенсәлекле, әле бар яҡтан тәфсирләп тикшерелеп тә, фәнни яҡтан дөйөмләштерелеп тә бөтмәгән оло тарихы бар. Был тарихҡа тарихи ҡараш кәрәк хәҙер. Ә. Харис, Ғ. Хөсәйенов хеҙмәттәре был йәһәттән әҙәбиәтебеҙ ғилеменә ҙур өлөш!
    Салауаттың ялҡынлы, һуғышсан сәсәнлегенән башланған поэзиябыҙ оҙаҡҡа һуҙылған колониаль һәм милли иҙеү арҡаһында ысын гражданлыҡ хоҡуғын ала алмайынса, төрлө дини суфыйсылыҡ романдары аша үтеп, һуңынан Рәсәйҙәге дөйөм уяныу йоғонтоһонда иҫкә килгән Өмөтбаев һәм Аҡмуллаларҙың өгөт-нәсихәткә ҡоролған мәғрифәтселек идеяларын алып, буласаҡ ҡанлы көндәрҙең таңы алдынан Бабичтың болоҡһоу романтикаһы һәм зәһәрле көлөүе, ҡойоп ҡуйған шиғри мәктәбе менән байып, яңынан һуғышсан поэзия төҫөн алып, Ғафури һәм Юлтый реализмына аяҡ баҫты, баҫты ла үҙенең ысын байрағын – быуаттар буйы үҙ халҡының ҡанына мансылған «Ҡыҙыл байраҡ»ты күтәрҙе. Октябрь революцияһынан һуң иң ҡан ҡойошло көндәрҙә үҙенең яңы «Ғәйет»ен әйтеп, яңы осорон башлап, яңы юлдар эҙләп, төрлө абстракт символика, комик образдар ташҡыны аша үтеп, «Күмер – кейәү, таштар – кәләш» булып йөрөгән саҡтарын да артҡа ҡалдырып, йәш Сәләм, Бикбай, Ниғмәти һәм Хәй ижадтары менән өлгөрөп, Бөйөк Ватан һуғышына ташланды, был оло һынауҙы үткәндең һуңында Мостай Кәрим лирикаһында үҙенең иң юғары баҫҡысына күтәрелде һәм Бөтә Союз киңлегенә сығып, сит илдәр менән дә күрешә башланы был поэзиябыҙ. Ул бөтәһенән элек яңы тормош йыры, халыҡ күңеле булып, иң алдынғы фекер, заман фекере менән йәшәне. Был хәҡиҡәтте лә онотмайыҡ әле.
    Башҡорт совет поэзияһы, бөтәһенән элек, «Дауылдар тыуҙырған ғүмер» поэзияһы булып, үҙенең ҡанлы-данлы тарихи «Ер»ен раҫлап, шул ерҙә балҡып тыуған яңы «Республика иртәһе»нә гимн йырланы; үҙ еренең аҙашҡан «Шоңҡар»ҙарын дөрөҫ йәшәү юлына сығарышып, иҫке аҙымдарға үҙенең яңы «Баҫыу хөкөмөн» әйтте; яңы йәмғиәт кешеһенең мораль-этик нормаларын билдәләшеп, киләсәк быуын яҙмышын – «Бала» яҙмышын хәл итеште һәм яңы мөхәббәтте раҫланы; үҙенең философик «Өлгөрөү» дәүерен танып, үҙен һәр ваҡыт ошо барлыҡ ҡаҙаныштар һағында «Мин постамын» тип тойҙо. Шуға күрә лә был поэзия Бөйөк Ватан һуғышы көндәрендә, халҡыбыҙҙың киләсәге хәл ителгән иң ауыр һынау көндәрендә «Үлтер, улым, фашисты!» тип үҙенең иң көслө һүҙен әйтергә әҙер ине инде. Шулай уҡ ул оло яу алдынан киләсәктә «Үлмәҫбай» булып таныласаҡ әлегә бик «Таныш булмаған ҡунағын» да күрһәтеп ҡуйҙы. Һәм бына ул ҡунаҡ Европаны һәләкәттән ҡотҡарып, байтаҡ «Сит уттар»ҙы күреп ҡайтҡандан һуң харабаларҙан өр-яңы ташбулаттар күтәреп, тормоштоң асы-сөсөһөн татыған, ләкин тормош тантанаһына сая ышаныс, күңеле тулы өмөт менән яңы осор нигеҙен һалыусы, киләсәккә «бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ» сапҡан, үҙен «мин түгелмен ерҙең ҡунағы», ә уның улы, хужаһы тип белдереп, йыһан ағасының олонон ҡулына тотоп дер һелкеткән кеше булып сыҡты һәм «Һаумы, иртәгә!» тип киләсәккә ҡул бирҙе. Әлбиттә, хәтер хөкөмөнә ҡуйыр өсөн яулы-даулы «Ҡара һыуҙар»ҙы хәтерләргә лә кәрәк ине. Сөнки әлегә йән яралары ғына түгел, тән яраларының һыҙлауы ла баҫылмаған. Ләкин иртәгәне тыуҙырған бөгөнгө кеше, донъяның яҙмышы өсөн яуаплы кеше беҙҙең поэзияның төп геройы булып күтәрелде. Ошо кеше донъяға дуҫлыҡ ҡулын һуҙып, яңы «Ҡапҡалар» асты, алыҫ Вьетнамдарҙы ла яҡын итте. Ләкин беҙҙең юлдарҙа шомло Ҡытай стеналары ла ҡалҡып тора. Тимәк, киләсәккә, бейеклеккә, киңлеккә осҡан йырға үтә һиҙгер, һәр нәмәгә әҙер торорға, килешмәүсән булырға кәрәк!
  2. Бейеклектәр бүләге
    Бөгөнгө поэзиябыҙ хаҡында фекер йөрөткәндә, бына ошо яуланған бейеклектәрҙән сығып ҡарарға кәрәктер.
    Ҡайһы берәүҙәр уҙған йылды – ҡытлыҡ йыл, шиғырға наҡыҫыраҡ йыл булды, тиҙәр. Белмәйем, мин игенде миллион боттар менән үлсәгән һымаҡ, поэзияны ла был үлсәүгә һалып, һандар менән үлсәү яғында түгелмен. Әгәр ҙә шулай иткән хәлдә лә был үлсәүес беҙҙе бик һаташтырыр ине. Сөнки бөгөнгө әҙәбиәттең үҫеше, уның бөгөнгө талаптары алдында беҙҙең китап нәшриәте боронғоларҙан ҡалған бизмәнде хәтерләтеп ҡуя шул. Һәр хәлдә, беҙҙә китап сығарыуға ҡарағанда таштан май һығып сығарыу еңелерәктер?
    Ә былай, әлбиттә, тиҫтәләгән уртаса китап сығыуға ҡарағанда, биш-ялты яҡшы китап сығыу поэзия өсөн мөһимерәк.
    Улар барыбер бөгөнгө поэзияның төҫөн билдәләй, сөнки уның иң яҡшы өлгөләре дөйөм ҡаҙаныштан килеп сыға. Ә уртаса-лыҡ йәки халтура ул иҫ китерҙәй нәмә түгел, уның ижад менән уртаҡлығы ла юҡ. Пушкин заманында ла булған ул, ләкин урыҫ поэзияһының кимәле Пушкин даһилығы менән үлсәнгән. Поэзия бар ерҙә уның шәүләһе лә булмай булмайҙыр. Тик шуныһы: «Күтәрелгән ҡояшҡа ҡарап» барған кеше үҙ шәүләһе артынан түгел, ә шәүләһе уның артынан йөрөй. Ҡояштан боролһаң, әлбиттә, шәүләң алға сыға. Был да хәҡиҡәт.
    Поэзияның ҡаҙанышы, әлбиттә, бер нисә шағирҙың ижады менән сикләнмәй. Ҙур шағирҙың ижады ла төрлө ижад солғанышы эсендә үҫә. Шулай ҙа уның ижады дөйөм әҙәби үҫештең төп күрһәткесе-эталоны, әлбиттә.
    Әгәр ҙә бөгөнгө поэзияның йөҙө ниндәй тиһәк, беҙ уны беренсе сиратта башҡорт поэзияһының бөтә ҡаҙанышын үҙенә туплаған һәм башҡорт шиғыр культураһын яңы бер баҫҡысҡа күтәргән Мостай Кәрим ижады менән билдәләр инек.
    Уҙған йылдың башында Мостай Кәримгә Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелеп, шиғри календарь ҙа уның «Ҡабарды-Балкар дәфтәре»нән асылып китте. Ҡышҡы селлә булыуға ҡарамаҫтан, күңелдәргә «Алыҫ ҡояш, бейек йондоҙ аҫтындағы» тау иленең йәйге еләҫ еле бәреп ингәндәй булды. Тау иленең зирәк аҡылын, ҡунаҡсыл киң күңелен, кисергән фәжиғәләрен һәм мөһабәт тәбиғәтен күрҙек беҙ был дәфтәрҙән.
    Иң мөһиме шулдыр: шағир был шиғырҙары менән үҙ Уралынан Кавказға йәйғор төҫлө бер күпер – халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ күперен ташлай. Был, ике ҡая араһындағы илгиҙәр болот һымаҡ, ышанысһыҙ күпер түгел, ә күрер күҙгә күренмәҫ ҡылдан нескә, булаттан ныҡ күңел күпере. Был Мостай ағайҙың алпан-толпан баҫып, шиғриәттең тау яғалап менгән хәтәр һуҡмаҡтары буйлап, яңы бейеклектәргә, сал зыңҡыйҙарға үрләүе тиер инем мин. Был үрҙәр, әлбиттә, уның үҙенә генә хас киң ҡоласлы, ләкин «мин киң!» тип ҡысҡырып тормаҫ алғыр образдары, бәрәкәтле, тос һәм теүәл, ләкин тәбиғәттең үҙе кеүек үк ябай һүҙҙәр туҡымаһы, уйсан тауҙар һымаҡ сабыр һәм серле упҡындар һымаҡ тәрән фекер ағышы менән яулап алына. Беҙҙән әллә ҡайҙа ситтә булған Ҡафтау донъяһын шағир үҙ илендәй эҫе күргән оло хөрмәт тойғоһо, ысын туғанлыҡ хистәре менән уратып ала. Был тойғо упҡындарға ҡапланып барып төшкән шарлауыҡ һымаҡ шаулап та тормай шиғырҙа, ләкин үҙ Ағиҙелеңдең талғын ағышы шикелле бөтә күңелеңде арбап ала. Ҙур һыу үҙенә эскә тарта, ә ҙур бейеклектән донъя киңерәк күренә, тиҙәр шул. Дөрөҫтөр, күрәһең. Был бейеклектең ҡәҙерен белә шағир:
    Ҡәҙерен беләм. Бейеккә
    Көн бит иртәрәк ҡарай.
    Йыраҡ түбәләр ҡояштың
    Алтын толомон тарай,
    Шунан ғына балҡый йыһан —
    Беҙҙең мәңгелек һарай, –
    ти шағир үҙенең «Тау һуҡмағы»нда һәм бөркөт күҙ, әлбиттә, бөркөт күрә:
    Иртәнге мәл. Тарлауыҡтар
    Яталар томан бөркөп.
    Болот менән ике арала
    Эленеп тора бөркөт...
    Бөркөт, әлбиттә, тау пейзажын тулыландырыу өсөн генә эленеп тормай бында. Яҡшы бер деталь, Паустовский әйтмешләй, үҙе бер образға тора. Тауҙа күрер нәмә күптер ул, әммә рәссам күҙе тик үҙенә кәрәкте генә күрә. Уның өсөн бит был тауҙарҙа иң мөһиме «бөркөттән дә, болоттан да юғары» менеп, йырлай-йырлай бесән сапҡан кешеләр. Күп фажиғәләр кисергән халыҡтың ҡураһына «Гүйә, шом һис ҡағылмаған» кеүек йәшәүе, йырлауы таң ҡалдыра шағирҙы. Шул йыр булмаһа, халыҡтың сикһеҙ бейеклеккә талпынған ҡанатлы күңеле булмаһа, был тауҙар тик бер таш өйөмө генә булыр ине. Горький, матурлыҡ ул ғәрәптең сүлендә түгел, ә күңелендә, тигәндәй, тауҙар күрке лә таулылар күңелендә. Шағир күҙе бала күҙе кеүек, донъяны шулай тәү күргәндәй һәр саҡ йәнле, сағыу итеп күрә. Беҙ ҙә бөркөт халыҡты уның күҙе менән үҙебеҙ кеүек күреп:
    Дуҫым! Һинең халҡыңда бит
    Ҡуш йөрәк һәм пар ҡанат.
    Аҙмы хәтәр юл үтте ул,
    Упҡын күҙенә ҡарап.
    Абынһа – ҡоламаны,
    Ыңғырашһа – иламаны, –
    тибеҙ.
    Үҙ халҡының ҡанатлы күңелен тоя белгән шағир ғына башҡаны шулай үҙ итә белә. Тауға тау ғына килмәй, ә кеше кешегә килә һәм уға үҙенең күңел күҙе менән ҡарай белә. Шуға ла тау иле шағирҙы донъялағы иң ҡиммәтле бүләк менән бүләкләй.
    Мин был «Ҡабарды-Балкар дәфтәре»нән шиғырҙарҙың тажы итеп «Дуҫтар бүләген» алыр инем. Бында тәрән фәлсәфи фекерҙең шундай йыйнаҡ, композицион теүәллек һәм тапҡыр һаранлыҡ менән бирелеүе һүҙ сәнғәтенең көсөн тоя белгән һәр кемде көнләштерерлек, минеңсә. Был шиғырҙы уҡығанда, нисектер, шиғриәтебеҙ менән ғорурланғы килә. Уны мин тулыһынса килтерәм:
    Чегем шарлауығын бүләк итте
    Миңә Ҡайсын.
    Шарлауыҡһыҙ Чегем бойоғор бит,
    Шунда ҡалһын.
    — Һиңә булһын беҙҙең тәрән Күккүл, –
    Тине Адам.
    Күлен алһам, тауҙар һүҙһеҙ ҡалыр,
    Нисек алам?
    Алим әйтте: – Ҡушбаш Эльбрустың
    Ал бер тажын.
    Юҡ. Батшатау кем иңенә һалыр
    Яңғыҙ башын?
    Бирегеҙ һеҙ миңә шарлауыҡтай
    Мәңгелек йыр.
    Тәрән күлдәй, тыныс аҡылығыҙ
    Серҙәш булыр.
    Ҡуш түбәле тауҙай дуҫлығыбыҙ
    Таянысым.
    Һеҙҙең кеүектәргә таянғандар
    Таямы һуң?
    Ут үрсемле – янһа. Йылға тере —
    Аҡһа ғына.
    Йыр, аҡыл һәм дуҫлыҡ
    Бүлешкәндән
    Арта ғына.
    Был шиғырҙың шиғриәте ниҙә һуң?
    Минеңсә, уның бөтә тамырҙары менән бөйөк, тарихи аҡыллы халыҡ ижадына ереккән булыу ында. Уны уҡығанда аҡыл менән көс һынашҡан аҡ һаҡаллы сәсәндәр әйтеше күҙ алдына килеп баҫа.
    Бында борон-борондан – әкиәттәрҙән үк килгән, һәр халыҡта була торған бик матур йола – яҡшылыҡ өсөн бүләк биреү, бүләк алыу йолаһы хаҡында һүҙ бара. Дуҫтар дуҫлыҡ хаҡына хатта илдәрен бүләк итергә лә әҙер. Ләкин ысын дуҫ дуҫының илен алмай. Ер-һыу ул һәр халыҡтың, һәр кешенең үҙенеке. Илен алып дуҫыңды ирекһеҙ итергә мөмкин. Башҡаны ирекһеҙ иткән үҙе бер ҡасан да ирекле булмай. Ә бына йыр, аҡыл һәм дуҫлыҡ үҙ-ара бүлешкәндән кәмемәй, киреһенсә, арта ғына. Ысын аҡыл эйәһе дуҫын йәберһетмәй торған, ә байыҡтыра торған бүләкте генә ҡабул итә. Шундай дуҫлыҡ ҡына кеше күңелен биҙәй, кешене кешегә йондоҙ итә, табындыра.
    Халыҡтарҙы ла бына шундай ғәҙел дуҫлыҡ ҡына бер ҡорға йыя, туплай һәм туғанлаштыра. Был һәр халыҡтың үҙ мәнфәғәтенән сыҡҡан һәм бөтәһе өсөн дә уртаҡ булған иң тәбиғи, иң тере, иң тормошсан фәлсәфә. Сөнки «ут үрсеме – янһа ғына, йылға тере – аҡһа ғына».
    Беҙҙә халыҡтар дуҫлығы хаҡында бик күп шиғырҙар, йырҙар яҙылды. Бик яҡшылары ла бар уларҙың. Ләкин ҡайһы бер ғәмһеҙ әҫәрҙәр был оло теманы ваҡлай ғына. Уларҙы уҡый башлаһаң, нисектер үҙ халҡыңды кәм итеп, бер ниндәй ижадҡа ла булдыҡһыҙ, үҙ яҙмышын үҙе хәл итергә лә һәләтһеҙ булған бер йәнһеҙ, төҫһөҙ шәүлә итеп кенә тойорға тейеш булаһың.
    Был яңғырауыҡлы һүҙҙәрҙән генә торған мәғәнәһеҙ риторика оло дуҫлыҡ тойғоһо урынына күңелдә бер меҫкен йәберһенеү хисе генә ҡалдыра. Ә бит донъяла ундай меҫкен «ваҡ халыҡтар юҡ!.. Кешенең бөйөклөгө уның буйы менән үлсәнмәгән шикелле, халыҡтың бөйөклөгө лә һис тә уның һан-күләме менән үлсәнмәй», – тигән Гюго. Әгәр ҙә инде беҙ, ысынлап та, тарихи материалистар булһаҡ, халыҡтарҙы һәләкәткә, меҫкенлеккә дусар иткән сәбәптәрҙе уларҙың ниндәйҙер айырым сифаттарынан түгел, ә уларҙы шул хәлгә ҡуйған тарихи шарттарҙан сығып күрергә тейеш түгелбеҙме ни? Айырым бер халыҡтың ғәҙәттән тыш көскә эйә итеп күреү, культлаштырыу – был халыҡтар араһындағы мөнәсәбәттә ленинсы интернациональ принциптарҙы тупаҫ рәүештә боҙоп, ҡайһы бер халыҡтарҙың яҙмышы менән уйнаған шәхес культының зарарлы эҙемтәләренән килеп сыҡҡан хәл.
    Шуның өсөн был теманы зирәк аҡыл менән уйлап, байрағыбыҙға оло хәрефтәр менән яҙылған «тиңлек», «туғанлыҡ» һүҙҙәренең ысын тарихи мәғәнәһенә төшөнөп хәл итергә кәрәк. Әҙәбиәттә был оло тойғоно ваҡларға ярамай.
    Минеңсә, «Ҡабарды-Балкар дәфтәре»н уҡыған Ҡайсын Кулиев та, Адам Шогенцоков та, Алим Кешоков та Мостай Кәримдең был яуап бүләгенән бик ҡәнәғәт булғандарҙыр. Улар ҙа Рәсүл Ғамзатов һымаҡ уға:
    Ярай әле, Мостай, һин эргәлә —
    Тоғро дуҫ та, ысын шағир ҙа, –
    тип әйтә алырҙар ине. Ә беҙҙең башҡорт поэзияһы өсөн, халыҡтар дуҫлығы темаһын яңыса хәл итеү яғынан, был бүләк оло бер ижад ҡаҙанышы, тиһәм, яңылышмам кеүек. Был беҙҙең шиғриәтебеҙҙең бәлиғ аҡылы, кешелеклелеге хаҡында һөйләй.
    Ғөмүмән, Мостай Кәрим кешеһенең күңеле кешеләргә ниндәйҙер оло мәрхәмәт, кеше йәнле булыу, миһырбанлыҡ менән тулы һәм шуның менән ул көслө лә, шуның менән ул иртәгәне тыуҙырған бөгөнгө кеше лә.
    Бына «аҡ ҡайынды ҡосоп илаған Мәрйәмгә» генә ҡарағыҙ. «Ҡыҙ үҙе лә ҡайын кеүек кенә». Әле бер ниндәй ғазапты ла татып ҡарамаған ҡыҙҙың күңел елкенеүен, иләҫләнеп, аҡ ҡайынға барып һарылыуын шағир ниндәй нескә буяуҙар менән һүрәтләй. Бында саманы белеү ғәжәп мөһим. Буяуҙы саҡ-саҡ ҡына ҡуйырттыңмы, яңы япраҡ ярып килгән ҡайындың йәшкелт томаны һымаҡ был наҙлылыҡты, ғиффәтлекте «һә» тигәнсе һәләк итергә мөмкин. Сәнғәттә «саҡ-саҡ» тигән нәмә, ысынлап та, бөтә нәмәне хәл итә. Бында һәр һүҙ урынлы, һаҡ һәм һиҙгер.
    Аҡ ҡайынды ҡосоп илай Мәрйәм.
    Ниндәй ғазап, ниндәй әрнеүҙәр?
    Юҡ, юҡ... Әле генә: «Һөйәм...» – тине
    Ун һигеҙе тулған Әнүәр.
    ...Һәм беҙ ҙә, үҙебеҙҙең тәүге татлы әрнеүҙәрҙе хәтерләп, шағир менән бергә: «Әйҙә илаһын!..» тип һүҙебеҙҙе өҙәбеҙ. Ләкин шағир тәьҫире күңелдән өҙөлмәй, ул онотолмаҫҡа ҡала. Ғөмүмән, Мостай Кәрим образдары, улар ҡалдырған тәьҫир онотолмай. Мин, мәҫәлән, берәй бәпесте күргән һайын, уның йоҙроҡтарын шиғыр юлдары аша күрәм: «Күкрәгендә ята йомолоп, ике төймә – ике йоҙроҡ». Һәм ирекһеҙҙән: «Дөрөҫ, улым, улар бик кәрәк – оноторға быны иртәрәк», тип йылмайып ҡуям. Хатта ҡырмыҫҡа күрһәң дә, Европанан Азияға сығып барған ҡырмыҫҡа күҙ алдыңа килә. Шағир шулай донъяның хатта иң ваҡ нәмәләрен дә үҙ итеп күрергә мәжбүр итә.
    «Ҡабарды-Балкар дәфтәре»нән башҡа Мостай Кәримдең былтыр «Ағиҙел» журналында баҫылған «ҡышҡы юлдан Аҡбуҙ килә» (№ 3) кеүек «замандың ярһыу аты» хаҡындағы, халҡыбыҙҙың иң ауыр һынау кисергән көндәрендә «халыҡ күңеленә өмөт сәсеп, йыр игеүсе сәсән» (№ 5) хаҡындағы шиғырҙарҙы; сәнғәттең халыҡ тормошонда тотҡан урыны һәм уның бурыстарына арналған «Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа», «Сәсемдә сал – йылдар туҙаны», «Дуҫыма», «Йырым менән бәхәс» кеүек шиғырҙар шәлкеме (№ 7) һәм шәхес культының ауыр йөгөн үҙ елкәһендә татыған ҡарт коммунистың данлы ғүмер юлын, уның йәшәү мәғәнәһен асып биргән «Торналар ҡайтҡанда» (№ 11) тигән ғәжәп бай йөкмәткеле, тәрән уйланыуҙар менән тулы шиғырҙарына ла бик ентекләп туҡталырға булыр ине. Шулай уҡ шағирҙың ижад лабораторияһына ла күҙ ташлап, ҡайһы бер фекерҙәр менән уртаҡлашҡы килһә лә, былай ҙа уның менән мауығып киткәнгә күрә, һүҙемде ҡыҫҡартып, уның тик теле хаҡында ғына бер-ике һүҙ әйтеп китмәксе булам.
    Сөнки беҙҙең поэзия хәҙер ниндәйҙер һүҙҙәр ҡытлығы, бер үк һүҙҙәрҙе тылҡып, уларҙы хәлһеҙләндереп бөтөп, һүҙ инфляцияһын кисергән бер мәлдә Мостай Кәримдең был тәңгәлдәге мичуринсылыҡ эше лә бик фәһем алырлыҡ.
    Мәҫәлән, «йыһан» һүҙен генә алайыҡ. Ул һүҙ хәҙер беҙҙең һәр шиғырҙа тиерлек бар. Ләкин «Ләйсән» кеүек тәүге матурлығында беҙ уны Мостай Кәримдә күрҙек. Тик был һүҙ унда һаман да яңыса, тәүге күркәмлегендә яңғырай. «Һарай» тигән һүҙҙе лә беҙ хәҙер «ат һарайы» тигәндәге иң тар мәғәнәһендә ҡабул итәбеҙ. Ә Мостай Кәримдә ул тағы үҙенең киң мәғәнәһен – «Баҡсаһарай», «Каруанһарай» тигәндәге мәғәнәһен ала. Ниндәйҙер әкиәт донъяһында ғына була торған серле бер тылсым көсө терелтә был һүҙҙәрҙе. Ҡайһы саҡта шағир миңә бер сихырсы булып күренә башлай хатта. Тик был сихыр томанландырмай, күңелде баҫмай, ә тик «Дауыл ҡарҙарҙы өйөрә, томалап күкте ҡаплай, йә ул йыртҡыстай үкерә, йә бала төҫлө илай» тигәндәге һымаҡ, мең-мең ҡабат ишеткән, ләкин һәр сак яңы булып тойолған әүрәткес бер һүҙ моңо менән арбап тора. Был моң күңелде яҡты нур менән тултырып, ябай ғына нәмәләрҙе лә мәғәнәле итә, йәнһеҙ нәмәләргә лә йән өрә башлай.
    Мостай Кәримдең был үҙенсәлеген тәржемәлә биреү, хатта татар телендә биреү ҙә мөмкин түгел һымаҡ. Һүҙҙең бөтә бәҫе, төҫө, еҫе юғала. Русса иң яҡшы тәржемәләрҙе уҡығанда ла, иләктә тороп ҡалған он эреһен генә күреп, күңел ризалашмай быға. Тәржемәлә бөтә һүҙ моңо, образдар ярашлығы, фекерләү үҙенсәлеге юғалып, яланғас ағас һымаҡ ҡоро фекер – логика ғына тороп ҡала ла, тойғо ағышы бик һайыға. Быны мин бигерәк тә уның Елена Николаевская тәржемә иткән «Сер»ен уҡығас, асыҡ тойҙом. «Сер»ҙең бер ниндәй ҙә серлелеге тороп ҡалмаған. Ә был сер ниҙә һуң? Был сер, минеңсә, һәр телдең бөйөк серелер ул. Һәр телдең бөтмәҫ-төкәнмәҫ аҫыл хазинаһы бар. Был хазинаға ҙур оҫтаның ҡулы тейеү менән ул, тылсымлы бер шишмә шикелле, йәнләнә, терелә, моңлана башлай. Был тылсым шишмәһе һәр халыҡҡа үҙ һыуһынын ҡандырыу өсөн бирелгәндер ҙә инде. Шағир үҙ теленең бына ошо ҡул теймәгән тәүге күркәмлеге, йондоҙ һымаҡ баҙрап, йылҡылдап торған һүҙҙәрҙең бөтә мәғәнәүи нескәлеге, теүәллеге, буяуҙары менән эш итә. Һәр һүҙ шуға күрә лә икенсе һүҙҙе терелтеп, уның урынын, күркен әҙерләп тора. Үҙ халҡыңдың күңел күҙе менән күреп, уның тел төбө менән һөйләүҙә – халыҡтың психик склады, күңел төҙөлөшө тип аталған нәмәлер был сер.
    Ләкин Мостай Кәрим һүҙгә бик һаҡҡолаҡ, үтә тәмсел булһа ла, ул һүҙҙәргә әүрәп китмәй, һүҙ уға үҙмаҡсат түгел; һүҙ уға бик мәргән тоҫҡап сәпкә тейҙерә торған уҡ ҡына; йәғни шағир һүҙҙәр ҡоло түгел, уның хужаһы.
    Һәр шағир, әлбиттә, һүҙгә үҙенсә йән өрә. Донъяны үҙенсә аса. Һәр яҡшы шағирҙың үҙ тауышы бар, һәм шағирҙарҙың шулай төрлө булғаны яҡшы ла инде поэзиябыҙ өсөн.
  3. Шағирҙарҙың төрлө һәм яҡшы булғаны яҡшы
    Әгәр ҙә бөгөнгө поэзиябыҙҙы уның бынан ун йыл ғына элек булған хәле менән сағыштырып ҡараһаҡ, ғәжәп бер оло һикереш күрер инек. Үҙҙәренең сағыу үҙенсәлеге менән бер-береһенән ныҡ айырылып торған Р. Ниғмәти, М. Кәрим, Н. Нәжми һәм X. Ғиләжев ижадын иҫкә алмағанда, оло быуын, урта быуын һәм йәш быуын шағирҙарыбыҙ ҙа бер-береһенән айырып алғыһыҙ оҡшаш, ниндәйҙер бер төрлө инеләр. Тормошта һәр береһенең үҙ ҡылыҡ-холҡо, үҙ тәжрибәһе булған был кешеләр поэзияла ни өсөн һуң шулай бер төрлө инеләр?
    Әлбиттә, бер төрлө яҙмыш, бер төрлө һуғыш юлдары ла бында үҙ мөһөрөн баҫмай ҡалмағандыр. Һуғыш кешеләрҙән бик күп нәмәне тартып алды.
    Ләкин бында иң төп сәбәп кешеләрҙең зиһен һәм тойғоларын бер ҡорос ҡоршау менән ҡоршап ҡуйған шәхес культында икәнлеген йәшермәйек. Уның һәләкәтле йоғонтоһо яңы аяҡҡа баҫҡан йәш милли әҙәбиәттәр өсөн айырыуса ҙур булды. Был хәл беҙҙең ҙур тормош мәктәбен үтеп, тормоштоң нәҡ үҙенән күтәрелеп сыҡҡан тәүге әҙәби көстәребеҙҙе юҡ итеп кенә ҡалманы, уларҙан һуңғы быуындарҙың ижади үҫешенә лә үкенеп бөткөһөҙ зыяндар килтерҙе. Күпме ижади ғүмер бер шәхестең иҫәнлегенә мәғәнәһеҙ ода йырлау менән әрәм ителде!.. Шәхес культы фашланғас та, оло һәм урта быуынға был тарихи фажиғәнең бөтә асылын күреп, уны үҙ күңеленән үткәреп ебәрәү еңелдән булманы. Үҙеңдең ғүмер юлыңдан күп нәмәне һыҙып ташлау анһатмы ни! Кеше бит хатта оҙон юлда бергә килгән таяғынан да ауыр айырыла.
    Шуның өсөн ғәҙәтләнгән ҡараш-фекерҙәрҙән арынып, яңы шарттарҙа баш-күҙ алып китеү, үҙеңдең ижад мөмкинлектәреңде барлап, яңы заман талаптарынан сығып яңы йыр йырлау үҙе бер батырлыҡ булғандыр ул. Был сая бер тәүәккәллек менән ғүмер юлыңды яңынан башлау менән бер ҡатар ижади батырлыҡтыр. С. Кулибай, Баязит Бикбай, Ғәйнан Әмири, Хәниф Кәрим, Ҡадир Даян, М. Сөндөклө кеүек урта быуын шағирҙарының һуңғы йылдарҙағы ижады тураһында уйлағанда, был хәлде иҫкә алмай булмайҙыр. Бигерәк тә Сәләх Кулибайҙың «Ғүмер юлын» байҡап сыҡҡас, мин ошо хаҡта уйландым. Был бәләкәй генә китапты мин ике ҡабат уҡып сыҡтым. Тәүҙә, ошо хәлде иҫкә алмай уҡығанғамылыр, әллә ни артыҡ иҫ китмәне. Ләкин поэзиябыҙҙың башҡа үрнәктәре менән танышып сыҡҡас, мин был «Ғүмер юлы»на тағы әйләнеп ҡайттым. Һәм Сәләх Кулибай миңә бөтөнләй икенсе яғы менән асылды. Дөрөҫөрәге, мин үҙем өсөн яңы бер шағирҙы астым. Ә бит ул шағир элек тә булғандыр, нишләп әле мин уны бығаса, көн һайын күреп тә, күрмәй йөрөгәнмен?
    «Әкиәт түгел» тигән тәүге шиғырға күҙ һалғайным, унда яңы ғына яҙған үҙ юлдарымды таптым һәм әллә нисек уңайһыҙ булып китте. Сөнки Сәләх Кулибай уны 1961 йылда уҡ яҙған икән:
    Йәл түгел, тип, гүйә, күккә элгән
    һапһыҙ бер урағын игенсе,
    Ниңә үҙ сүкешен был ураҡҡа
    Сатраш һалмаған һуң тимерсе?..
    Был ғәжәп шиғри һәм заманса образды мин, үҙем дә һиҙмәй, үҙемдеке итеп алғанмын. Тимәк, шағир үҙе лә һиҙҙермәй генә үҙенең мәғәнәле баҙыҡ образдары менән йәштәргә йоғонто яһай. Сөнки үҙ сиратында ул да йәштәрҙән йәштәрсә күрергә өйрәнәлер, күрәһең.
    Мин Сәләх Кулибайҙың был «Ғүмер юлын» тауыш-тынһыҙ, ләкин тәрән бер йылға итеп күрәм. Заманында Юлиан Тувим был йылғаның шаулап сыҡҡан еренә тиккә генә күҙ һалмағандыр. Ләкин беҙ, йәштәр, нишләптер, тәүҙә шул йылғанан эсеп, шиғри һыуһыныбыҙ ҡанғанды онотоп китәбеҙ. Ә бит бер мәл
    Аяҙ себер төнө ине.
    Ер-һыу сатнай ине һыуыҡтан...
    Шул саҡ шағир һинең бала сағыңды йылытып, «Алтау һәйкәлен» ҡойоп киткәйне күңелгә. Кулибай бала саҡта таныш тәбиғәт төҫлө, эсер һыуың, һулар һауаң һымаҡ ҡабул ителгән. Ошо ергә олоғайып ҡайтып бер баҡҡас, әллә күпме яҡынлыҡ, туғанлыҡ, баҫалҡы бер шиғриәт күрәһең.
    Бәлки, был артыҡ сағыу ҙа, күҙҙең яуын алырлыҡ артыҡ биҙәкле лә түгелдер, хатта бер аҙ тынысыраҡтыр ҙа. Ләкин күпте күргән, күпте кисергән был «Ғүмер юлын»да өлгөргән оҫтаның ышаныслы ҡулын, үткер күҙле лирик-рәссамды, бик тәбиғи интонациялы, үҙенсә йылмайып һөйләй, ә ҡайһы саҡта әсе генә итеп көлә торған тапҡыр һүҙле юмористы күрәһең.
    Йыйынтыҡта «Дим ярында» тигән бер шиғыр бар. Унда шағирҙың үҙ ижад позицияһы бик асыҡ әйтеп бирелгән. Бында донъяға ике төрлө ҡараш, ике төрлө мөнәсәбәт. Берәү бөтә донъяһын онотоп, кәкре ҡайындың ороһон төшөрөү менән мәшғүл, ә икенсеһенә ошо кәкре ҡайын ышыҡлап торған донъя үҙенең бөтә тулылығы, күркәмлеге, кешелеклелеге менән ҡәҙерле. Был бик ғибрәтле картина. Шағир тормоштоң кәкреһенән генә илһам алып, уның зәғиф күренештәрендә генә соҡсонғандарҙан көлөп, тормоштоң оло тантанаһын раҫлай. Шуның өсөн шағирҙың ҙур фажиғәне һүрәтләгән «Ышанмайым» тигән шиғырындағы иң шәхси тойғолары ла беҙҙең уртаҡ тойғобоҙ булып ҡабул ителә.
    Минең өсөн шағирҙың тағы бер ҡиммәт яғы уның телендә. Кулибайҙың теле бай, тигән һүҙҙе әйтке килә. Ул әҙер фразалар менән кеше елкәһендә йәшәмәй. Тапҡаны – аҙмы-күпме хәләл көс менән табылған.
    Унан һуң Кулибай тәбиғәт телен дә ғәжәп яҡшы белә. Уның «Урман иртәһен»дә мин шундай күренеште күреп һоҡландым:
    Мөгөҙөнә һалып йәш балаһын,
    Болан килде шишмә ярына,
    Һис хәүефһеҙ кисеп, һыу эсте лә
    Үҙ яйына китте яңынан.
    Көмөш семәрҙәрен йылҡылдатып,
    Таш өҫтөндә төлкө уйнаны.
    Күҙҙе асып йомған бер арала
    Ҡарттың ҡоралайы, ҡуяны
    Һикереп үтте, ахыры, уянып...
    «Европа уртаһынан репортаж» тип аталған шиғырҙар шырлығынан, «Балҡы, ҡояшым» тигән ялтырауыҡ һүҙҙәр йыйынтығынан һәм һәр бите «Йөрәк», «Күңел», «Йыр», «Моң» һүҙҙәре менән сыбарланған «Һөйәм һине» тигән китаптан һуң, шиғри һүҙҙең ни тиклем ҡәҙере китеүен, ҡот осҡос бер инфляцияға тарыу ын күреп, арып-йонсоп, ниндәйҙер бер таланған кеше һымаҡ булып ҡалғанда, шағирҙың хатта бына ошо үҫемлек һәм йәнлектәр донъяһы ғына ла тарҡалған зиһенде йыйнап, болоҡһоған күңелгә йән рәхәте биргәндәй була.
    Тәнҡит «Ләкин»һеҙ булмай, тиҙәр. Әлбиттә, шағирҙың яңынан ҡайтҡан йәшлегендә етешһеҙлектәрҙе лә күрергә, элекке инерциянан зарланырға, ҡайһы бер тәржемәләре менән дә килешмәҫкә булыр ине, ләкин ижади «Ғүмер юлын» былар билдәләмәй. Тик был юлдың киңерәк, халыҡ тормошоноң бөгөнгө ҡайнап торған урта тәңгәленән ярып үтеүен, заман билдәләренә байыраҡ булыуын һәм, әлбиттә, тынғыһыҙыраҡ булыуын теләйһе килә. Сөнки быға шағирҙың көс-дарманы әле етерлек тойола.
    Ошондай уҡ йәшәреү һыҙаттарын, уй һәм тойғолар яңырыуын, үткән ғүмер юлын һәм асылмай ҡалған ғүмер хазиналарын яңы күҙ менән барлап сығыу ынтылышын мин уның Б. Бикбай һәм Ғ. Әмири, М. Сөндөклө ҡорҙаштарында ла тоям. Һәр шағир тик үҙенә генә хас алымы, үҙ тауышы менән уны үҙенсә хәл итергә тырыша. Ләкин элекке инерция бик көслө әле.
    Утыҙынсы йылдарҙа уҡ поэзиябыҙҙа үҙенең «Ҡыҙ» поэмаһы һәм Ильич һәйкәле хаҡындағы шиғыры менән балҡып ҡалған Хәниф Кәримде беҙ, мәҫәлән, байтаҡ йылдар буйы уның үҙенә генә хас төҫө, үҙенә генә хас һүҙе менән күрә алмайынса килдек. Байтаҡ поэма һәм шиғырҙар яҙып, әҙәбиәттә актив эшләп килһә лә, үҙе күҙ-ҡаш араһында була тороп, шағирҙың ысын «мине» ҡайҙалыр алыҫта, йөрәк ярып сығыр йыры ҡайҙалыр бик төпкә күмелгән ине. Һәр саҡ урыны түрҙә булып, тәнҡит тарафынан да ул ситкә ҡағылманы буғай! Әхнәф Харис ағай уның шиғырҙарын һәр докладында һәр саҡ дөрөҫ фекерле, «ҡапаҡ» тип баһалап килде, ә күңелгә ниҙер етмәй, юҡ, етмәй ине. Ильич һәйкәле янынан үткән саҡта, бала саҡтан хәтерҙә ҡалған таныш юлдарҙы ҡабатлап, һәр саҡ шағирҙың үҙенән дә:
    Иптәш скульптор, тартынмайса Йөрәк серҙәреңде әйт әле, –
    тип һорайһы килә торғайны... Күрәһең, башҡа һәйкәлдәр уны ла оҙаҡ йылдар «йөрәк серен» әйтмәй, баҫып ҡалырға мәжбүр иткәндер?..
    ...Һәм бына, ниһәйәт, тоноҡ ҡына имәндәр шаулаған тауыш ишетелде. Ҡолаҡты һағайтыбыраҡ тыңлай башлағас, күптән күнегелгән ғәҙәти «Иртәнге уйҙар»ҙы ситкә таратып, Сәләм заманындағы «Йәшлекте хәтерләп» йырлаған ысын Кәримдең – көтөүсе һәм һалдат Кәримдең сәңгел һәм көр тауышы ҡолаҡҡа салынғандай булды. Йыр әллә яңынан «Шулай башланамы?» тиһең үҙ-үҙеңә. Был таныш тауышты «беләһең дә, белмәйһең»дә кеүек. Ул да, ул түгел дә кеүек «һуҡмаҡта». Тағы әҙерәк «Уйна әле», уйна, тиһең. «Тик шул саҡта ғына»... имән япрағындай ҡалын ҡаштар аҫтынан «һай, ҡайындар ҙа ҡайындар» тип йылмайған моңһоуыраҡ, ләкин йәшлек дәрте һүнмәгән күҙҙәрҙе күрәһең...
    Бер ҡараһаң, дуҫтар, сәйер кеүек, –
    Шағирҙың да яҙға тиң эше:
    Гүйә, ишетәмен бөрөләрҙең
    Леп-леп иткән йөрәк тибешен.
    Һаран, ләкин оҙаҡ көтөлгән яҙ йылыһы һөйөндөрә башлай һине. Юҡ, шағир күңелендә «көн һаман аяҙ – һаман да яҙ, шағир күңелендә ҡыш булмай ҙа, ҡар яумай» икән!.. «Онотҡандар мине туғандарым» тиһә лә, «Алйылғалы ҡырҙар яғына, Гөлйылғалы ҡырҙар яғына» юлдар барын ул онотмаған икән әле. «Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла» тип ҡыҙҙарға әйтер йор һүҙҙәре лә бөтмәгән икән уның. Әлбиттә, үҙ-үҙен ҡабатлауҙар ҙа, дөйөм хәҡиҡәттәр ҙә юҡ түгел. Шулай ҙа «Шиғри» имәндәр шаулағанда, шағирҙың имәндәй ир уртаһы булып етеүен, имән һымаҡ баҙыҡ олпатлығы, имәндәй ныҡ шиғри техникаһы тураһында уйлайһың. Ғөмүмән, Кәримдәр һүҙҙе тоя, шиғырҙы ҡоя белә. Ритм унда һалдат аҙымы һымаҡ ныҡ, теүәл һәм шиғырҙың йөкмәткеһенә ҡарап төрлө-төрлө. Был тәңгәлдә өлкән шағирыбыҙ Сәйфи Ҡудаш үҙенең Ғәлиә мәҙрәсәһенән үк Мәжит ағай һымаҡ аҡһап килгән «вәзенен» төҙәттереп ала алыр ине унан. Ә рифмаһы инде уның көтөүсе сыбыртҡыһы һымаҡ һыҙырып ебәрә!.. Был сыбыртҡының осо ғына булһа ла «Өйрәнде нисек өрөргә көсөк?» тип ғүмерендә бер теүәл рифма тапҡан шағирға (шаяртып әйтәм) эләгеп ҡалһа, кинәнесенән ул һикереп китер ине кеүек...
    Һүҙ ыңғайында уның тураһында ла әйтеп китәйек. Юҡһа, үпкәләүе бар Йософ Гәрәй ағайҙың. «Беҙҙең хәтер ҡалһа ҡалһын, һеҙҙең хәтер ҡалмаһын».
    Йософ Гәрәй үҙе башҡаларға ғәжәп талапсан, ғәжәп ҡыйыу һүҙле, абсолют тәртип яратҡан кеше. Шәреҡтең дә, мәғриптең дә бар классиктарын һыу кеүек эскән эрудит ул, тәржемәсе лә, тәнҡитсе лә, публицист та, телсе лә. Тел тураһында һүҙ сыҡһа, уның теле түҙеп торғанын мин белмәйем. «Шиғыр кемгә кәрәк?» тип поэзиябыҙҙың киләсәге өсөн дә, шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы өсөн дә ул берҙәй борсола. Йәштәргә лә ул ғәжәп иғтибарлы. Уның теләһә ниндәй яңы шиғырҙы уҡырға иренгәнен, уға вайымһыҙ, ғәмһеҙ ҡарағанын күргәнем булмаҫ. Ғөмүмән поэзия – уның бөтә булмышы, шатлығы, хәсрәте.
    Тик шуныһы – шул Йософ Гәрәй ағайымдың ғәжәп бер сәйер яғы бар. Уның башҡаларға булған талапсанлығы бер ҙә үҙенә тура килмәй. Ул әҙерәк үҙе өсөн дә йәшәһен ине.
    Бына уның «Ағиҙел»дәге «Дүшәнбе» циклын уҡый башлайһың да, йәкшәмбегә барып сығаһың. «Күренеш» тигән шиғырҙан Дүшәнбене күреү бик ҡыйын. Өҫтәүенә тел дә насар тәржемә теле кеүек:
    Мин һоҡланып торам: урам аша
    Бер-беренә чинар үрелгән;
    Быныһы, ярай, аңлашыла: һоҡланып тораһың икән ти. Ләкин бына:
    Ағас аҫтарынан машиналар
    Йөҙөп үтә йәшел туннелдән, –
    тигәнде ҡалай аңларға? Бәлки, «йәшел туннелдән үткәндәй» тип әйтергә теләйҙер автор. Теләйһең икән, шулай тиген, ниңә «тел көрмәлтеп» торорға?
    Бында индустрия тауға менә,
    Киловаттар төшә үҙәнгә.
    Мөһабәт һуң бында ҡарлы тауҙар,
    Әүерелгән ҡойған әҫәргә.
    «Үҙәк китапхана» шиғырында ла «бронза, гипс» «әүерелгән ҡойған әҫәргә». «Бер ҡарт тажикса уҡый Лев Толстойҙы, бер ҡыҙ русса уҡый Йәлилде...» Ләкин нисек кенә уҡыһалар ҙа шиғырҙың үҙәк фекере юҡ. Әҫәр менән әҫәрҙе, яҙыусы менән яҙыусыны сағыштырыуҙан ғына йәки «Элек, хәҙер, киләсәк» тигән шиғырҙағы һымаҡ «төрлө эштәрҙең алға барышын» хәбәр итеүҙән, фактты тимгетеп ҡуйыуҙан ғына шиғри әҫәр тыумайҙыр. Автор «Һоҡланып торам», «Маҡтар инем, телем көрмәлде», «Мең йыл аша ҡайтҡан Фирҙәүсиҙәр коммунизм өсөн йәшәргә», «коммунизм өсөн фиҙакәр эш аҡ тау итеп өйә мамыҡты», «килгән шағир бынан йырһыҙ китмәй, сөнки илһам китмәй күңелдән» тиһә лә, Дүшәнбегә һоҡландыра алмай, йырһыҙ китә. Башҡа автор яҙған булһа, Йософ Гәрәй үҙе үк: «Кемгә кәрәк был шиғырҙар? Был бит инде поэзияла үтелгән этап» тиер ине.
    Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: Йософ Гәрәй ағай әйткәнде эшлә лә, ул эшләгәнде эшләмә. Шағирҙар оригиналь, төрлө-төрлө булһын, ләкин яҡшы булһын.
    «Ағиҙел»дең шул уҡ һанында (№ 10) Тимер Арсландың Рәшит Ниғмәтигә арналған «Дуҫым иҫтәлеге» тигән оҙон шиғыры баҫылғайны. Әгәр Рәшит Ниғмәти үҙе иҫән булһа, был рифмалап яҙылған прозаны ғәфү итә алыр инеме икән? Моғайын, юҡ. Был Ағиҙел буйы иҫтәлектә, әлбиттә, ысын поэзия өлгөләре лә юҡ түгел. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар Р. Ниғмәтиҙең үҙ әҫәрҙәренән килтерелгән өҙөктәр генә шул. Ә тел тигән нәмә был Тимер ағайҙа нишләп шулай шау ағастан ғына тора икән? Бәлки, автор был иҫтәлеген проза менән яҙған булһа, байтаҡ отҡан булыр ине. Ни тиһәң дә, ул үҙе әйткәнсә, сирек быуат буйы шағир менән дуҫ булған кеше бит. Һәр хәлдә, халыҡ шағиры бындай «һәйкәлгә» мохтаж түгел.
    Тимер Арслан «Һәнәк»тәге шиғырҙарынан, поэзия кисәһендәге сығышынан күренеүенсә лә үҙен сатира, юмор тәңгәлендә арыу уҡ иркен тоя. Тик үҙенең лирикаһына ул саҡ ҡына сатирик күҙе менән дә ҡараһын ине. Бит унда шиғри орлоҡ бар. Шулай уҡ сатирик көлөүен дә ул обыватель зауҡынан юғарыраҡ күтәрһен ине. Минеңсә, был дөйөм белем, әҙәби әҙерлек етешмәүҙән. Юҡҡа ул Әҙәбиәт институтын күпһенеп, ташлап ҡайтты. Әлбиттә, бер ниндәй институт та шағир тыуҙырмай. Ләкин бер ниндәй шағир ҙа үҙ һөнәренең бөтә серҙәрен белмәй тороп, яҡшы әҫәр тыуҙыра алмайҙыр.
    Был тәңгәлдә Кәтибә Кинйәбулатованың ижады бик фәһем алырлыҡ. Ул Әҙәбиәт институтына тиклем дә талантлы шағирә ине. Ләкин институт уға бик күпте бирҙе, уның үҙ тауышын нығытырға, шиғри оҫталығын камиллаштырырға ярҙам итте. Уның «Һүнмәҫ мөхәббәт» китабы һәм «Ағиҙел»дә баҫылған «Минуттар» тигән шиғырҙар шәлкеме шағирәнең күҙгә күренеп үҫеүен әйтеп тора. Донъяны бала күҙе менән күреп, балалар менән ололарса һөйләшә белеүе лә уның ҙур байлығы тиер инем мин.
    Тик Кәтибә Кинйәбулатова үҙенең был байлығын, бөтә ижади мөмкинлектәрен асып һалырға ашыҡмай әле. Йәки үҙ тойғоһон ул ниндәйҙер ымлыҡтар, ишаралар менән генә белдереп, үтә йомоҡ образдарға бикләп бирә. Тормошҡа, кешеләр күңеленә киң ҡолас менән осоп китерлек ҡыйыулыҡ етмәй. Бәлки, был тормош тәьҫирҙәренең етмәүенән дә киләлер? Был хаҡта ла уйланырға ине. Талантҡа талап та кәрәк.
    Ошо уҡ талапты икенсе бер үҙенсәлекле талант алдына – Ҡадир Даян таланты алдына ла ҡуйғы килә. Ҡадир Даян ым-ишаралар менән һөйләшмәй, ул ап-асыҡ шағир. Дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙем уның был асыҡлығынан бик ҡәнәғәт тә түгел. Ләкин мин ҡәнәғәт булмауҙан Даян юҡ тигән һүҙ түгел әле. Ҡайһы берәүҙәр уны юҡ тип тә уйлайҙар. Ләкин, нисек кенә булмаһын, Даян бар.
    Бына уның «Таң алдынан» тигән йыйынтығынан «Тыуған ер» шиғырын ғына алайыҡ. Тик бындағы һәр һүҙгә алдан әҙерләнгән фекер менән ҡарамай, уларҙы нисек бар шулай ҡабул итергә, бөтә тулылығында, бөтә сафлығында ҡабул итергә тырышайыҡ:
    Йәш ҡамышлы тыныс күлдә
    Аҡҡоштар йөҙә.
    Һандуғастар яр талында
    Йөрәкте өҙә.
    Күл өҫтәрен зәңгәрләтеп,
    Яҙғы таң ата.
    Туғайҙарҙа, нурҙан ҡурҡып,
    Аҡ томан ята.
    Мин ғашиҡмын туғайҙарға,
    Тыныс күлдәргә.
    Мин ғашиҡмын ҡот йырына,
    Йомшаҡ елдәргә.
    Эй, тыуған ер, тыуған ер!
    Матурлыҡҡа тулған ер!
    Беренсе синыф балалары өсөн, тиер, ҡайһы берәү. Бәхәсләшмәйем. Ләкин күңелегеҙҙән уны тағы бер ҡабат барлап, шартлы рәүештә булһа ла яҙғы таң атыуы темаһына берәй көй көйләп ҡарағыҙ – һәр һүҙ үҙенсә терелер, һәр кем быға үҙенең бөтә күҙәтеү тәжрибәһен һалыр, иҫендә ҡалған иң мөһим деталдәрҙе төҫмөрләр һәм күңелгә һеңеп ҡалған иң тәрән бер тойғоно – ер тойғоһон, нәҡ бына тыуған ер тойғоһон кисерерһегеҙ. Әгәр инде үҙегеҙҙә саҡ-саҡ ҡына көй сығарыу ҡеүәһе лә булһа, ошо һүҙҙәр үҙҙәре үк саҡырып торған берәй моңдо тотоп алыр инегеҙ.
    Был «досвиданья, друг мой, досвиданья» тигән кеүек яланғас ябайлыҡ. Шунда уның матурлығы ла. Ләкин бында саҡ-саҡ сикте уҙҙыңмы, примитивлыҡ та һағалап тора. «Таң алдынан» йыйынтығында «Ҡара бесәй» кеүек шиғырҙар ҙа аҙ түгел. Был «ҡара бесәй», ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шағир юлын һуңғы ваҡытта бик йыш ҡыйғылай. Быны бигерәк тә уның ҡыҫҡа шиғырҙарында күп күрергә мөмкин. Афоризм булып яңғырарҙай тапҡыр шиғырҙар менән бергә ғәжәп таҡырҙары ла бар. Был дүрт юллыҡ ҡына шиғырҙарҙың ҡайһылары бик оҙон, уларҙың дүрт юлын да шағир рәхәтләнеп ҡыҫҡарта алыр ине.
    Мәҫәлән:
    Эсемлектән ҡаты иҫереүсе Иртә менән айнып уяна.
    Ә мөхәббәт менән иҫереүсе Айный алмай йылдар буйына, –
    тигән юлдарҙағы хәҡиҡәтте бик яҡшы белгән бер һеҙ генә түгелдер, Даян ағай?
    Йәнә «һөймәгән эш ауыр була», «Еңел килгән мал ҡәҙерһеҙ, ләззәте лә аҙ була», «Ярһыу ике йылға ҡушылғанда, ярҙар тулы, ағым көслө була, ике ғашиҡ йөрәк тиң ярһыһа, ошо тәрән йылға төҫлө була» тигән хәҡиҡәттәр булмаған булһа, ни була?
    «Ике алдар» кеүек ҡойоп ҡуйған ысын сәнғәт әҫәре тыуҙырған һәм халыҡтың йыр стихияһына эйә булған шағир бындай арзан өгөт-нисәхәттәрҙе яҙмай ҙа булдыра алыр ине.
    Ләкин, Ҡадир Даян әйтмешләй, шуныһы «ҡыуаныслы: беҙҙә шиғыр-йыр хорында күп шағирҙар үҙ тауышлы һәр йырында».
  4. Ә хорҙа ни етешмәй һуң?
    Поэзиябыҙ күп тауышлы хор, тинек. Ә был хор бөгөнгө уҡыусының зауығын бөтә яҡтан да ҡәнәғәтләндерәме һуң?
    Ентекләберәк тыңлаһаң, был хорҙа ниҙер етешмәй бит. Ә был етешмәүҙең сәбәптәре тураһында уйлап ҡараһаң, хатта бик борсолдора. Ни өсөн был хорҙың төп көсө булған Назар Нәжми, Хәким Ғиләжев, Ғилемдар Рамазанов, Шәриф Бикҡол, Муса Ғәли кеүек шағирҙар һуңғы ваҡытта бик һирәк тауыш сығара йәки уҙған поэзия йылындағы кеүек бөтөнләй тиерлек тауышһыҙ ҙа тороп ҡала?
    Әлбиттә, ижад эше бик ҡатмарлы процесс. Яңы ҙур әҫәрҙәр өҫтөндә эшләп, бер йыл ғына түгел, бер нисә йыл да өндәшмәй торорға мөмкин. Шулай ҙа шағирҙың һуңғы йыйынтығы «Ер һәм йыр»ҙы тағы бер ҡабат уҡып сыҡҡас, уның хаҡында Ким Әхмәтйәновтың мәҡәләһе менән дә танышҡас, мин, мәҫәлән, нисектер һағайырға мәжбүр булдым. Һүҙ юҡ: Назар Нәжми бөгөнгө поэзиябыҙҙың иң көслө лириктарының береһе. Башҡа жанрҙарҙа ла ул ҙур эш эшләне. Был бәхәсһеҙ мәсьәлә. Ләкин шағирҙың һуңғы йыйынтығында ерҙең, төрлө социаль ҡаршылыҡтар менән тулы ерҙең, тормоштоң әҙерәк булып, йырҙың үҙе поэзия предметына әйләнеп китеүелер, минеңсә, тәнҡитсегә борсолорлоҡ урын бар ине.
    Поэзия ул бөтәһенән элек шиғри һүҙ менән тормошҡа, донъяға ҡарата үҙеңдең әүҙем позицияңды билдәләү, замандашыңды борсоған иң төп һорауҙарға яуап биреү, уның рухи тормошон төҙөшөү. Ләкин уҡыусы үҙен ғазаплаған, борсолдорған һорауҙарға был йыйынтыҡтан үҙе көткәнсә яуап таба алманы. Сөнки шағир күп осраҡта айырым шиғри образдар, табыштар менән генә сикләнеп, тормошҡа ниндәйҙер пассив мөнәсәбәттә тороп ҡала. Был һүрәнлек китаптың тәүге битендәге «Әсә теле» тигән шиғырҙан уҡ башлана. Әлбиттә, ул быға тиклем әйтелгән фекерҙәрҙе ҡабатламаҫҡа тырышҡан. Ләкин был оригиналлек тә (тәбиғәттең бөтә моң-тауышын, биҙәген әсә теле тип атау) ҡәнәғәтләндермәй, был әсә теле тигән төшөнсәне бик тарайта, түбәнәйтә, минеңсә. Туған тел тураһында борсоулы фекерҙәр менән илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә Ғамзатовтар, Рыльскийҙар, Ухсайҙар, Туфандар күтәрелеп сыҡҡанда, Назар Нәжмиҙең был шиғыры нисектер уйынсыҡ ҡылыс күтәреп сыҡҡан һымаҡ булды. Бәлки, мин был шиғырҙың фәлсәфәүи айышына төшөнөп етмәгәнмендер, улай булһа, мине ғәфү итерһегеҙ. Шулай ҙа мин быны поэзияла тар һуҡмаҡ тип аңлайым. Был һуҡмаҡ донъяның киң «ҡапҡаларына» илтмәй, ә «Шәмшәдин күлдәре», «Мөхәббәт утрауҙары» менән генә сикләй, «Алмалар бешкән саҡта» тигән арзаныраҡ эротикаға ғына килтерә. «Любви все возрасты покорны» ти Пушкин, ләкин кеше ғүмеренең һәр дәүере өсөн үҙ мөхәббәте бар. Пушкиндың лицей эротикаһы менән А. Кернға арнаған шиғыры араһында ҙур айырма ята. Ғиффәтлек тигән нәмәне оноторға ярамайҙыр.
    Һәр хәлдә, Назар Нәжмиҙең һәр саҡ оло хистәр шағиры, оло фекер, оло тормош шағиры булыуын күрге килә. Ә был шауҡымдарҙы киң ҡоласлы поэзия юлындағы бер шиғри туҡталҡа, шиғри пауза итеп кенә танырға, ә шағирҙан «Ауыр», «Ике салғы», «Тәбиғәттә күпме аҡыллылыҡ», «Йылан арбаусы», «Һиндостандан ҡайтышлай», «Йыр тураһында баллада» кеүегерәк шиғырҙарҙы һәм «Ҡапҡалар» кеүегерәк поэмаларҙы көтөргә кәрәк. Ә ваҡыт көтмәй, «оса ваҡыт...», «Шул йылдарҙы эйәрләһен шағир намыҫы», ти шағир шағирға:
    Һоҡланыр мәл түгел үҙ-үҙеңә,
    Ашыҡтырып юлдар саҡыра.
    Шөһрәт түгел, шиғриәтте наҙлап,
    Йән аямай эшләр саҡ тора.
    Ләкин тормош етмәй беҙгә. Мостай Кәрим үҙенең әле 1940 йылда һөйләгән докладында «Яҙыусы иптәштәрҙең күбеһендә бөгөнгөнө тойоу, уны тәрән кисерә алыу һәләтлеге етешмәй» тигәйне. Был һүҙҙе сирек быуат үткәс тә ҡабатларға мөмкин.
    Ә бит тормошҡа биреү өсөн тормоштан ала белергә лә кәрәк. Әгәр ҙә үҙеңдең тормош тәжрибәң юҡ икән, йәки ул бик иҫкергән икән, тимәк, һинең раҫларлыҡ нәмәң дә, кире ҡағыр нәмәң дә, дуҫың да, дошманың да юҡ. Тимәк, тормошҡа әүҙем үҙ мөнәсәбәтең юҡ тигән һүҙ. Нисек инде юҡтан бар булһын? Һәр көн тултырып тормаған белем көн һайын кәмей бара, та ҡытай мәҡәле. Элекке запас, түл дә кәмей бара. Сөнки тормош көтөп тормай беҙҙе.
    Шуның өсөн беҙҙә бик күптәрҙең үҙ материалы, үҙ сюжеты, фәлсәфәһе юҡ, булһа ла бик аморф, шәкелһеҙ, ҡалыпһыҙ хәлдә. Ниндәйҙер һүлпән беҙ, тормош ағымы беҙҙе утрау кеүек уратып үтә. Ә ағымға ҡаршы йөҙөү ҡеүәте беҙҙең поэзияла бик аҙ.
    Бына «Ағиҙел»дең 2-се һанында иң өлкән шағирыбыҙ Сәйфи Ҡудаштың 18 шиғыры баҫылды. Туҡай, Ғафури, Бабичтарҙың замандашы булған, уларҙың ҙур мәктәбен үткән, оло тормош тәжрибәһе булған кешегә минең һүҙ әйтеп тороуым бик килешеп тә етмәйҙер, бәлки.
    Ләкин Сәйфи Ҡудаштың юлы бар икән, беҙҙең әҙәбиәттең оло бер күренеше икән, ул оҙон ғүмер буйы алды-ялды белмәй ижад итә икән, был ижадты ситләтеп үтеү үҙе бер әҙәпһеҙлек булыр ине.
    Был ижад етди һөйләшеүгә лайыҡ ижад. Мин тик ҡайһы бер үҙ фекеремде генә әйтеп китмәксемен.
    Сәйфи Ҡудаш һуңғы йылдарҙа үҙенең ижади алма баҡсаһынан мул уңыш йыйнай. Һуңғы ун йыл эсендәге яҡшы һауа уның тырыш хеҙмәтенә бик ныҡ булышлыҡ итә. Сәйфи Ҡудаш бынан ун йыл элек булған шағир түгел инде. Дөйөм фекерҙән ул үҙ фекеренә, риториканан гражданлыҡҡа, тематик сикләнгәнлектән ижади киңлеккә оло аҙымдар яһаны, ҡарт шағир рухы менән егеттәрсә йәшәрҙе. Мәҫәлән, «Мин түгелмен ярты кеше», «Һинең йөрәгеңдең келәһен», «Ул һорана», «Йәй», «Скрипка», «Арыш еҫе» ошондай ярты оригиналь шиғырҙарҙан.
    Ләкин әлеге элекке инерция көсө, ашығыу уға ҙур тотҡарлыҡ итә. Өлгөрөп етмәгән алмаларын да табынға ҡуя.
    Мәҫәлән, алмағасты терәтеп ҡуйған таяуҙан да шиғыр табырға тырыша. Ә шиғри таяу табылмаған.
    Ҡайһы бер бөтөнләй осраҡлы шиғырҙар ҙа урын ала. Мәҫәлән, «Яҙмаһын» тигән шиғырҙы яҙмаҫҡа ла, яҙғанда ла баҫтырмай түҙергә булыр ине.
    Шиғыр шулай:
    Бер көндө урамда йөрөгәндә,
    Осраны ла миңә бер бәндә,
    Юл һорап барырға төрмәгә,
    Ҡалдырҙы бик яйһыҙ бер хәлдә.
    Әллә нишләп китте йөрәгем,
    Үҙем кинәт хәтерһеҙләндем.
    Тотлоҡтом, абындым, көрмәлдем,
    Белмәнем адресын төрмәнең.
    һәм мораль:
    Яҙмаһын донъяла кемгә лә
    Өйрәтергә юлдар төрмәгә!
    Был хәл ысын булғанда ла, кеше ышанмаҫ һүҙҙе һөйләмә, тиҙәр.
    Ул берәй һантый булырға ла, Сәғит ағай кеүек шутник булырға ла мөмкин бит әле.
    Ниңә ҡойолоп төшөргә?
    «Белмәнем адресын төрмәнең» тип әйтеү ҙә ҙур ҡаҙаныш түгелдер. Кем-кем, ә Сәйфи Ҡудаш, күпме дуҫтарын юғалтҡан кеше, һәр хәлдә, төрмә юлын ғына беләлер инде...
    Был факт булырға ла, бик ныҡ тәьҫирләндерергә лә мөмкин. Ләкин факт әле үҙе генә мәғәнәһеҙ.
    Бальзак факт тураһында «глуп как факт» тигән. Шуның өсөн уны фекерләп тә ҡарарға кәрәктер. Ниндәй генә ахмаҡ хәлдәр булмаҫҡа мөмкин, шағирға шуларҙың һәр береһенән шиғыр яһарға тимәгән.
    «Пәрҙәһеҙ булһындар» ҙа – үтә шәхси шиғыр. Бер ниндәй ҙә шиғри яңылыҡ юҡ унда.
    Сәйфи Ҡудаш үҙ-үҙен бик йыш ҡабатлай. Был бигерәк тә өгөт-нәсихәт шиғырҙарында күп. Унан һуң дөйөм хәҡиҡәттәрҙе яңылыҡ итеп асыу ҙа үҙенең тапҡыр фекерҙәре булған шағирға иш түгел. Тел ҡытыршылығы, кәрәкһеҙ «һәм»дәр — таяу (протез) һүҙҙәр ҡулланыу йәки һүҙҙәрҙе теүәл мәғәнәһендә ҡулланмау, бигерәк тә ритмды, ритмик быуындарҙы боҙоп, итек үлсәүенә генә ҡороу ҙа Сәйфи Ҡудаш шиғырҙарының күптәнге етешһеҙлеге.
    Унан һуң Сәйфи Ҡудаш байтаҡ шиғырҙарында йөҙө-төҫө, социаль ерлеге асыҡ булмаған ниндәйҙер абстракт дуҫ-дошмандар тураһында фекер йөрөтә. Был дошман ниндәйҙер дәүерһеҙ, ерһеҙ, синыфһыҙ дошман. Шәхси дошмандар тураһында шулай күп яҙыу яраймы икән?
    Ғөмүмән, Сәйфи Ҡудаш таланты талапҡа, яҡшы иптәштәрсә тәнҡиткә бик мохтаж. Өлкән шағирҙың өлкән оҫта булыуын да беҙ, йәштәр, бик теләр инек.
  5. Яңы заман яңы йыр һорай
    Әҙәбиәткә һәр саҡ кемдер етмәй. Ул көн һайын кемделер көтә. Уның бер ҡасан да таланттан туйғаны юҡ. Унда, булдыҡһыҙ һөнәрселәрҙән башҡа, бөтә таланттарға ла урын етерлек.
    Был бик тәбиғи ҙә.
    Сөнки бер ниндәй әҙәбиәт тә әле үҙенең бөйөк Пушкины, Туҡайы, Бабичы менән генә йәшәй алмаған. Һәр дәүергә үҙенең революционер Маяковскийы, Таҡташы, Сәләмдәре кәрәк булған.
    Икһеҙ-сикһеҙ күк йөҙөн бер нисә йондоҙ ғына яҡтырта алмағандай, әҙәбиәтте лә бер нисә кеше генә тыуҙыра алмауы көн кеүек асыҡ. Улар эргәһенә йәки уларға алмашҡа әллә күпме таланттар кәрәк. Һәр ҡайһыһы үҙенең ижади ҡаҙанышы менән киләсәк быуынды ла әҙерләй.
    Тормошсан, ҙур әҙәбиәттең үҫеүе башҡаса мөмкин дә түгел. Беҙгә, ысынлап та, яҡшы һәм төрлө-төрлө күп шағирҙар, әҙиптәр кәрәк.
    Һуңғы осорҙа башҡорт әҙәбиәтенә яңынан-яңы йәш көстәр өҫтәлеүе, әҙәбиәтебеҙгә уларҙың яңы темалар, яңы образдар, яңы фекерҙәр алып килеүе, был хаҡта ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәрҙең йышая төшөүе лә бик ҡыуаныслы хәл.
    Тимәк, әҙәбиәтебеҙ интенсив үҫеш дәүерен кисерә, ижади көстәрен туплай һәм илебеҙ тормошонда башланған иҫ киткес ҙур тарихи үҙгәрештәргә һиҙгер булырға, ҡанатлы заманыбыҙ ҡуйған ҡатмарлы бурыстарға, ҡаһарман халҡыбыҙҙың ай үҫәһен көн үҫкән ҡомһоҙ рухи талаптарына яуап бирергә, үҙенең дөрөҫ, үткер, ҫағыу һүҙен ваҡытында әйтеп барырға тырыша. Эҙләнеүсән, тынғыһыҙ һәм ҡыйыуыраҡ була бара әҙәбиәтебеҙ. Шулай булмай мөмкин дә түгел.
    Был тәңгәлдә Ә. Атнабаев, Марат Кәримов, Рафаэль Сафиндарҙың быуыны байтаҡ эш эшләп өлгөрҙө тип әйтә алам.
    Мәңге йәшел әҙәбиәт ағасының иң йәш үҫентеләре, иң осҡо япраҡтары ваҡыт еленә һәр саҡ һиҙгерерәк, яуап биреүсәнерәк була.
    Ошо һиҙгерлекте, ихласлыҡты, йәш дәртте мин үҙ ҡәләмдәштәрем Атнабаевта, Кәримовта, Сафинда нығыраҡ күрәм.
    Донъя беҙҙең шиғырҙарҙа үҙенең барлыҡ буяуҙары менән йәшәһен, көлһөн, илаһын, үҙенең бөтә серҙәрен, мәғәнәһен кешегә асып бирергә тырышһын ине. Йөрәктә заман ҡысҡырһын.
    Поэзия уйланырға ла, уйландырырға ла тейеш.
    Киләсәк поэзияһы ул тәрән фекер, фәнни фекер поэзияһы. Синтез. Тойғо-фекер балаһы. Фекер ваҡытында әйтелһен ине. Таш төшкән ерендә ауыр. Һуңлап әйтелгән фекер ул бөйөк булһа ла рухи аҙыҡ була алмай.
    Ижади ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек, Р. Ғамзатовса ҡыйыулыҡ талап ителә.
    Бының өсөн, әлбиттә, ҙур тормош тәжрибәһе кәрәк. Юлтыйҙар кеүек тормошто төҙөшөргә кәрәк.
    Шунан башҡа ваҡ тойғоларыңды асып һалыу —ул тик публично сисенеп ташлау ғына.
    Уҡыусы өсөн, уның йөрәге өсөн көрәш. Аҫтыртын көрәш-поэзия.
    Василий Федорович:
    Сердца, не занятые нами,
    Немедленно займет наш враг.
    Он их займет не за красоты —
    Займет, засядет, нас разя,
    Серца – ведь это же высоты,
    Которых отдавать нельзя, –
    Поэзия һуғышҡанда ғына тере.
    «Открой мои книги: там сказано все, что свершится». Блок шулай тигән.
    10 февраль, 1964 йыл.