Шиғриәт – йәшлек иле
Шиғриәт – йәшлек иле
(Йәш яҙыусылар кәңәшмәһе алдынан)
-
Быуындар эстафетаһы
Ғүмер ҡалай тиҙ үтә!..
Ирекһеҙҙән ярым шаян, ярым моңһоу шундай бер йыр иҫкә төшә:
Йәш ғүмерҙе үтә тиҙәр,
Үткәнен күрһәң ине:
Үткән саҡта тотоп алып,
Кәрәген бирһәң ине!..
Ләкин бөтә бәлә лә шундай шул: йәшлектең үткәнен дә күреп булмай, үткән саҡта уны тотоп алып та, кәрәген дә биреп булмай.
Йәшлек һине үҙенең хыял ҡанаттары менән осороп йөрөткәндә, һин уның ҡәҙерен дә белмәйһең. Йәшлек ҡәҙере уның менән хушлашҡанда ғына беленә, йөрәкте өтөп ала.
Шуға күрә лә:
Йәшлек ваҡыт ике килмәй,
Белегеҙ ҡәҙерҙәрен, –
тип тиккә генә йырламағандарҙыр.
Ғөмүмән, иң ҙур шағир булған халҡыбыҙ берәй генә йырын булһа ла тиккә генә йырлай микән һуң?.. Тигән йоҫоҡҡа ғына йырланған йырҙарҙың ғүмере бик ҡыҫҡа. Улар халыҡ ижадында юҡ дәрәжәһендә. Сөнки халыҡ бөйөк шағир ғына түгел, бөйөк мөхәррир ҙә бит. Үҙенең күңеленә ятмағанын ул «йырҙың йыртығы юҡ» тип һыҙа ла ырғыта. Ә ысын йырҙарҙы ул быуаттар аша, төрлө батшалар, төрлө дәүләттәр, төрлө цензураларҙан ҡурсалап, үҙенең күңел дәфтәрендә һаҡлап килә.
Әйтәйек, бөгөн Бабичты яңынан үлтерһендәр икән, ти. Ләкин кем уны йөрәгенән йолҡоп ырғытһын!?
Поэзияның көсө лә шундалыр. Ысын шағир йәшлеге менән күпме генә хушлашмаһын, ул барыбер үҙенең рухы менән йәш булып ҡала. Бөйөк Туҡай әйткәнсә, «Шағир күңелендә көҙ булмай ҙа ҡыш булмай». Шағирҙың ялы ла юҡ, ул пенсияға ла сыҡмай. Сөнки шиғриәт үҙе үк йәшлек бит ул, эйе, ул – хыял, тойғо, фекер йәшлеге. Шиғриәт – йәшлек иле һәм уны асылда йәштәр йәшәтергә тейеш!
Ләкин рухың менән нисек кенә йәш булма, йәшлек менән хушлашыу тойғоһон кисермәгән шағир юҡтыр ул донъяла. Миңә, мәҫәлән, Есениндың бөтә поэзияһы йәшлек менән хушлашыу йыры булып тойола. Ә бит ҡанына мансып һуңғы шиғырын яҙғанда уға ни бары утыҙ йәш була! Пушкин егерме бер йәшендә үк:
Где прежний жар и слезы вдохновенья?..
Придите вновь, года моей весны! –
тип йәшлеген саҡыра.
Ғөмүмән, шағирҙарға был тойғо иртә килә. Был тойғо ғына түгел, бөтә тойғолар ҙа иртәрәк киләлер. (Әлбиттә, «Бөтәһе лә һуңлап килде миңә» тиеүсе шағирҙар ҙа юҡ түгел...).
Шулай итеп, беҙҙең быуын да йәшлек менән хушлаша. Университетта, институттарҙа, ҡала һәм ауыл йәштәре менән осрашҡанда был тойғоно үтә үткер кисерәһең.
Был яңы быуын менән осрашыу күңелле лә, бер аҙ моңһоу ҙа.
Күңелле – сөнки үҙ йәшлегеңдең дауамын, уның бик күп матур яҡтарын, шул уҡ тынғыһыҙ рухты, шул уҡ оло хыялдар менән йәшәүҙе, шул ҙур эштәр эшләргә, яңылыҡҡа, романтикаға ынтылыуҙы, бөтә юлдарҙың башланғыс һуҡмаҡтарына баҫыу дәртен күреп ҡыуанаһың.
Бер аҙ моңһоу ҙа – сөнки был быуын ни яғы менәндер беҙҙән бер аҙ айырылып та тора. Ул үҙен иркенерәк тә, ҡыйыуыраҡ та тота. Фекерләүе лә яңысараҡ. Белемлерәк тә, культуралыраҡ та. Ҡыҙыҡһыныуҙары ла төрлө яҡлы. Уларҙың балалығы асылда ҡот осҡос үткән һуғыш ауырлыҡтары менән йәберһетелмәгән. Хатта ҡыҙҙар ҙа матурыраҡ кеүек. Был быуындың йәшлегенән көнләшеп тә ҡуяһың.
Шул уҡ ваҡытта был быуын ҡайһы бер яҡтары менән күңелдә ниндәйҙер болоҡһоу ҙа уята. Ниҙелер ул баһалап еткермәй, ҡайһы бер нәмәләргә еңелерәк, хатта ҡайһы бер бик изге нәмәләргә ҡул һелтәп ҡарай кеүек. Күңел күҙе менән күреүгә ҡарағанда, маңлай күҙе менән күреүҙе артығыраҡ күрә кеүек.
Был хәл һағайта төшә. Бәлки, уларҙың беҙҙән дә көнләшерлек яҡтары барҙыр. Беҙ ҙә үҙ быуыныбыҙ менән ғорурланырға хаҡлыбыҙҙыр. (Ғәләмгә тәү башлап юл һалыусылар беҙҙең тоҡомдан бит...)
Эйе, әҙәбиәт юлы, ысынлап та, ауыр юл. «Был юлға кемдәр генә сыҡмаған да, кемдәр генә ятып ҡалмаған!» Ә тәнҡитселәр, нисек кенә тимә, һаман да әле әҙәби процестан артта ҡалалар. Бынан ун йыл элек йәш шағир тип иҫәпләнгән беҙҙең быуын шағирҙарынан Әнғәм Атнабаев, Рафаэль Сафин, Марат Кәримов күптән инде үҙ тауыштарын тапҡан, инде формалашып өлгөрөп еткән шағирҙар. Ләкин был быуындың поэзияға нимә алып килеүҙәре һәм ниндәй шарттарҙа килеүҙәре, уңыштары һәм етешһеҙлектәре хаҡында Мостай Кәримдең хаттарынан башҡа, уларҙың китаптарына сыҡҡан бер нисә рецензиянан башҡа бер ниндәй тәнҡитсе лә әле иркенләп фекер йөрөткәне юҡ.
Шул уҡ быуын вәкиле А. Игебаев та, Сәләм миҙалы тағыуға ҡарамаҫтан, етди тәнҡиткә һәм эшлекле кәңәшкә мохтаж. Ә уның китаптары сығып тора, йырҙары ла радионан иң күп йырланған йырҙарҙан. Бәлки, автор өсөн был рәхәттер ҙә, ләкин әҙәбиәт өсөн уларҙың һәр береһе берҙәй ҡиммәтле түгелдер.
Әҙәбиәт – һуғыш майҙаны, кешеләр йөрәге өсөн һуғыш майҙаны икән, бындай майҙанда нейтраль зона юҡ һәм булырға ла тейеш түгел. Шул уҡ быуынға яҡын торған Шакир Бикҡолов та үҙенсә көн күрә. Нәшриәттә эшләгән өсөн генә ул да өндәшмәү заговорында тороп ҡалырға тейеш түгелдер. Ә Карам Бакиров ҡайҙа икән? Һәләтһеҙ кеше түгел ине ул. Балалар өсөн матур ғына китабы ла сыҡҡайны бит. Оҙаҡ көттөргәндән һуң «Мин һинеке, тормош» тигән китабы менән Миәссәр Басыров үҙ тауышын раҫлаһа, «Бөркөт күтәрелер үргенәм» китабында ярайһы уҡ шиғри бейеклеккә өлгәште. Уның ҡорҙашы булған ғәжәп үҙенсәлекле Рәшит Әхтәров та шулай бер балҡып килеп сығыр әле. Ауылдан ебәргән һуңғы шиғырҙары ошо хаҡта изге хәбәр итә һымаҡ. Ә Зәйни Рафиҡов нишләй? Шулай уҡ ул беҙҙе алыҫ Венгр илендәге ҡәрҙәштәребеҙ менән бер иркенләп таныштырмаҫ микән ни? Йылдар, бәлки, айныҡ прозаға тарталыр уны? Әнүр Вахитов бит ана беҙҙең ҡырҙан ҡалай арыу прозаик та, ғалим да булып китте. Ә Нур Хәбиров йәшен кеүек бер балҡыны ла, күк күкрәүе алыҫҡа китеп тынғайны, тиһәк, «Ышанам» тигән китабы менән нәжәғәй һымаҡ балҡып ҡуйҙы. Уҡымай ҡалыу, күрәһең, беҙҙең заманда Кольцовтар тыуҙыра алмай. Шакир Ғәлин да шул арҡала ыҙа сигә бит. Был иптәштәр хаҡында ла ныҡлап уйланырға ине. Бына тигән ике таланттың юғалып ҡалыу ҡурҡынысы ла бар.
Талант тигәндән, талант бит ул тәбиғи һәләтлек кенә түгел, ә, Горький әйткәнсә, ныҡышмалы хеҙмәт тә һәм, моғайын, көслө ихтыярҙыр ҙа. Үҙ өҫтәңдә ныҡышмалы эшләмәй тороп, уҡымай һәм тормош тәьҫирҙәре менән байымай тороп, көслө ихтыяры булмаған бик һәләтле кешеләр ҙә әҙәбиәттән ситтә тороп ҡалырға мөмкин. Китаптар сығарыу ғына ла әле был фажиғәнән сығыу тигән һүҙ түгел. Юҡ, донъяла китап сығарған кешеләр күп, ә ысын мәғәнәһендә шағир булып ҡалған кешеләр һирәк.
Шуның өсөн ихтыяр ҙа, эйе, бик, бик кәрәк нәмә! Шиғри эстафетаны ҡулға алғанһың икән, уны алға илтергә кәрәк. Сөнки талант ул һинең үҙ шәхси ҡаҙанышың ғына түгел, ә бөтә халыҡ байлығы, ил байлығы. -
һәр кемдең үҙ «Шәжәрә»һе булһын!
Көтмәгәндә-нитмәгәндә генә берәү ишек шаҡыны. Әле бер кем үтмәгән ерҙән үҙ һуҡмағын ярып, үҙ алдына ғына үҙенсә бер моң көйләп, тормоштоң асы-сөсөһөн күп татыған, кемдәр тарафынандыр байтаҡ ҡына рәнйетелгән, ләкин үҙенең ғәжәп саф күңелен, кешелек бәҫен һаҡлап ҡалған бер юлсы ишек шаҡыны. Был шаҡыуҙа һауалы талап та, әрһеҙ һөмһөҙлөк тә юҡ. Был шаҡыу кешегә ниндәйҙер сикһеҙ ышаныусан, ғәжәп кешелекле, хатта кеселекле, үҙенең ҡуҙҙары баҙлап ятҡан күңел төбөнән сыҡҡан ихлас һүҙҙәренә ихлас яуап табырына бер ниндәй ҙә шик-шөбһәһе булмаған, тыйнаҡ өмөт менән килгән кешенең ишек шаҡыуы.
Һис бер икеләнеүһеҙ тороп ишек асаһың. Күңел күҙең алданмаған. Бөтөнләй көтмәһәң дә, күптән күңелең көткән, күптән күңелең эҫенеп бөткән бер теләктәшең, үҙ кешең, ҡорҙашың килеп инә. Юҡ, өйөңә түгел, туп-тура күңелеңә, күңел түреңә килеп инә ул.
— Йыһат Солтанов икән дәһә! Нишләп былай күҙгә-башҡа күренмәй йөрөнөң. Һине бит, малай, беҙ күптән көткәйнек. Әйҙә рәхим ит. Беҙ бит һине күреп белмәһәк тә, тойоп белгән дуҫтарың. Һинең моңоң тураһында ла, «Кеше булыу»ың тураһында ла бер ултырып һөйләшке, кәңәш-төңәш итке килә. Йә, Ырымбур хәлдәрен аҡтарып һал әйҙә! Ил ирҙән, ир илдән туямы – бик хуш килдең, төклө аяҡтарың менән, – тип ҡаршылайһың уны.
Бынан бер нисә йыл элек мин Йыһат Солтановтың «Төнгө хәбәр» тигән ҡулъяҙма шиғырҙар йыйынтығы менән танышҡас, беҙҙең әҙәби ҡор һаман ишәйә бара, тип ҡыуанып, көндәлеккә ошо һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйғайным. Уның тәүге китабы сығыу менән был фекер көсәйә генә төштө. Мостай Кәрим әйтмешләй, әҙәбиәтебеҙгә яңы шиғыр китабы ғына түгел, ә яңы шағир килде, тиергә мөмкин.
Йыһаттың тормош юлы ла бик күптәр өсөн, айырыуса Нур Хәбиров менән Шакир Ғәлин өсөн, ғөмүмән, бөтәбеҙ өсөн дә бик фәһем алырлыҡ. Йыһат мәктәптә уҡып ни бары дүрт класс бөткән. Һуңынан аяҡтан яҙып, байтаҡ йылдар урынынан да ҡуҙғала алмай ятҡан. Тик үҙенең иҫ киткес ныҡышмалылығы, ихтыяр көсө менән әҙәбиәт өсөн аяҡҡа баҫып, – ҡайҙа тиһегеҙ? – Төньяҡ хәрби флотына киткән. Үҙ алдына уҡып, урта мәктәпте тамамлаған һәм бына хәҙерге көндә өс бала атаһы булып, эшләгән көйө Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, «Ағиҙел» журналында бүлек мөдире булып ултыра. Хикәйәләр ҙә, повестар ҙа яҙа. Ә иң мөһиме – ғәжәп оригиналь шағир ҙа. Шулай уҡ уның тел байлығы, фантазияһы, тәрән белемле булыуы, эш һөйөүсәнлеге, ихтыяр көсө мине хайран ҡалдыра. Йыһат универсаль талант эйәһе тиер инем мин. Бәлки, был үҙенсә бер ҡаһарманлыҡтыр ҙа әле. Был һүҙҙәрҙән уның һис тә башы әйләнеп китерлек йомшаҡлығы юҡ. Сөнки ул бик күп һынауҙарҙы үткән, үҙенең тамырҙары менән үҙ халҡының оло тарихына ерегеп үҫкән баҙыҡ нәҫел ағасы тамырҙары хаҡында йыр яҙған, үҙенең шиғри шәжәрәһен тапҡан кеше.
Тимәк, әҙәбиәткә килеү юлдары ла әҙәбиәттең үҙе кеүек төрлөсә һәм ҡыҙыҡ. Ысын талант үҙ быуынынан бер 15 йылға һуңлап килеп тә үҙ ҡорҙаштары араһында үҙ урынын табырға мөмкин икән.
Кәңәш итеп, Йыһатҡа шуны ла әйтке килә. Моңоң яҡтыраҡ булһын, ҡорҙаш. Үҙеңдең шәхси тормошоңда бик күп ауырлыҡтар кисерһәң дә, үҙ яҙмышыңа ил күҙе, заман зиһене, конкрет тормош солғанышы аша ла ҡара. Үҙенсәлекле тауышың көрөрәк, баҙығыраҡ, ҡыйыуыраҡ булһын. Күҙ күремең дала киңлектәрен айҡарлыҡ бөркөттөкө һымаҡ булһын. Үҙ моңоң менән генә әүрәмә, башҡаларҙың да йөрәк ҡағышын той. Ер-һыуыңдың сағыу буяуҙарын, йорт-аймағыңдың йор һүҙҙәрен, беҙ ишетмәгән мәҡәл һәм әйтемдәрен, ҡарт-ҡороларҙың мәғәнәле тел төбөн, далалағы яңы тормош һыҙаттарын – бөтәһен-бөтәһен дә танһыҡ өсөн генә түгел, танһыҡ ҡанһын, күңел һоҡланһын өсөн алып кил.
Тауҙан таш артмаҫ, тигәндәр боронғолар. Әҙәби Уралыбыҙ боронғо Башҡорт иленең бөтә аҫыл таштары, башҡорт әҙәби теле уның бөтә һөйләштәре менән байырға тейеш. Беҙҙең өлөшкә лә әҙәби телебеҙҙе үҫтереү, байытыу, уны иң ныҡ эшләнгән әҙәби телдәр рәтенә ҡуйыу бурысы төшкән. «Һин шағир булмаҫҡа ла мөмкин, ә гражданин булырға бурыслыһың, тигән рустың бөйөк шағиры Некрасов. Был тәңгәлдә беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ – бөйөк рус яҙыусыларының аҫыл үрнәге бар. Октябрь революцияһы биргән, быуаттар буйы хыялланып, көрәшеп, күп ҡорбандар биреп алған хоҡуғыбыҙ бар, ярты быуат йәшәгән Башҡорт совет дәүләтенең алтын китабы – Конституцияһы бар. Башҡорт әҙәби теле ул революцияның оло бер ҡаҙанышы, ленинсы милли политикаһының тантанаһы икән, беҙ, йәш әҙәбиәтселәр, уға изгеләрҙең изгеһе итеп ҡарарға тейешбеҙ. Тел – халыҡтың иң бөйөк байлығы. Һәр халыҡҡа ла үҙ теле изге, ҡәҙерле һәм матур. Киләсәктәге интернациональ культура өсөн телдәр кәртә була алмай, ә рухи хазина сығанағы ғына буласаҡ. Киләсәк быуындар 2269 йылда үҙҙәренә эсперанто телеме, башҡа телме кәрәклеген үҙҙәре хәл итерҙәр, улар беҙҙән байтаҡ аҡыллыраҡ булырҙар, теләһә Ер шарында, теләһә Айға, теләһә башҡа планетаға йыйылып, халыҡ-ара кәңәшмә үткәрерҙәр. Беҙ уларҙың эшенә ҡыҫылмайыҡ. Ерҙә беҙгә башҡа эштәр ҙә етерлек. Ерҙә иң ғәҙел, иң кешелекле, иң камил, иң бай йәмғиәт төҙөү, уның ғорур, матур, бөтә яҡтан азат кешеһен – коммунистик йәмғиәт кешеһен тәрбиәләү хаҡында уйлашайыҡ. Ә был хаҡта бөтә телдәрҙә лә уйларға мөмкин. Илебеҙ сиктәрендә үлем шәүләләре йөрөгәндә, дошмандар халыҡтар араһына ҡытай стеналарын күтәрергә тырышҡан заманда, Ер шарының именлеге хаҡында уйлайыҡ. Ул юҡҡа сыҡһа, бер тел дә кәрәк булмаҫ. Еребеҙҙе гөлдәй итеү хаҡында уйлайыҡ. Һәр телдә лә быны аңларҙар. Яуызлыҡ, ғәҙелһеҙлек, һуғыш теле генә булмаһын донъяла.
Ә донъя тыныс түгел. Уның төрлө мөйөшөндә кеше һуялар, ауылдарҙы яндыралар, ҡалаларҙы емертәләр, ер аҫтында әллә ниндәй шартлатҡыстар һынайҙар, ерҙең өҫтөндә лә – хатта ғәләм киңлегендә лә ерҙе юҡ иткес һуғышҡа әҙерләнәләр, хатта океан төптәрендә лә тыныс түгел. Бына был хаҡта шағирға уйланмай булмай, бөтә телдәргә тәржемә итерлек шиғыр яҙаһы ине. Уолт Уитмен һымаҡ, киң ҡолас менән, ҡитғалар аша яңғырарлыҡ итеп. Беҙҙең йәш поэзияға шундай масштаблы фекерләү, киң ҡолас етмәй.
Әлбиттә, быға ынтылыш яһауҙар юҡ түгел. Беҙҙең поэзияла ла был процесс күптән бара.
Әйтәйек, Рәшит Ниғмәтиҙең:
Урал!
Үҙе Боҙ диңгеҙҙең һыуын эсә,
Ә ҡойроғо ҡойона Аралда, –
тигән шиғри образын нисек онотмаҡ кәрәк? Йәки Мостай Кәримдең «Европа – Азия» циклын һәм йыһан ағасын, заман атын! Назар Нәжмиҙең «Ҡапҡалар»ы ла ошо киңлеккә асылды.
Йәштәр ижадында ла бындай киңлеккә ынтылыуҙы беҙҙең быуындан Рафаэль Сафиндың «Икмәк тауышы»нда, йәшерәк быуындан – Рәшит Назаровтың «Таңды ҡаршылау» йыйынтығында бик асыҡ күрергә була. Был киңлек бигерәк тә Рауил Бикбаевта, уның «Дала офоҡтары»нан алып «Ҡош юлы»на, «Автобиография»һына тиклемге ижадында, үҙенең заманса һәм шиғри яҡтан ғәжәп талантлы сағылышын таба бара. Был киңлек инде бөгөнгө дөйөм шиғриәтебеҙҙең төҫөн билдәләшә. Был киңлеккә ҡайһы бер үтә «новаторҙар»ҙа ынтылып ҡараны. Ләкин шаман ҡанаты менән шағир ҡанаты бер түгел шул. Шаман ана, Мәхмүт Эсамбаев бейеп күрһәткәнсә, күпме генә ҡыланып шашынмаһын, әллә ниндәй күктәргә ҡарап төкөрөнмәһен, барыбер хәле бөтөп, үҙен-үҙе өҙгөләп, ергә тәгәрәй. Ер гармонияһы булмағанды ер һөймәй.
Эҙләнеүһеҙ поэзия юҡ, әлбиттә. Үҫергә теләһәң, эҙләнергә, эҙләнгәс – табырға тейешһең. Ләкин алтынды ағас башынан эҙләмәйҙәр. Үҙ халҡыңдың культура традицияһына таянмаған эҙләнеү – ул барыбер, халыҡ әйтмешләй, иләк менән һыу ташыу йәки һәнәк менән һыуға яҙыу. Сара (средство) үҙмаҡсатҡа әйләнһә, ул инде сәнғәт түгел, ә формализм күренеше. Ә формализм әйтер һүҙе булмаған бушбоғаҙға ғына төҫ.
Форма, Назым Хикмәт әйтмешләй, ул ҡатын-ҡыҙ аяғындағы үтә күренмәле нәҙек ойоҡ кеүек тәбиғи, йөкмәтке менән ярашлы булырға тейеш.
Мин үҙем теләһә ниндәй аҡыллы баш шиғырҙарынан аҡыллы йөрәк шиғырҙарын өҫтөн ҡуям. Мәҫәлән, Рәшит Назаровтың «Йөрәк» шиғырында күпме хис һәм аҡыл! Хатта уның ҡыйыу эксперимент яһап яҙған «Йәшен» шиғырында ла күпме хис, динамика, утлы йәшен бар:
Мөхәббәт – ул, әйтерһең дә, утлы йәшен,
Һанап-һорап тормай һис бер кемдең йәшен,
Һүнмәҫ ялҡын менән ялмай ҡартын-йәшен;
Көйҙөрөр тип ҡурҡһаң әгәр, ҡас һин, йәшен,
Ҡоя күрмә тик аҙаҡтан күҙең йәшен!
Мөхәббәт – ул, әйтерһең дә, утлы йәшен...
Был бит иң иҫке форма, ә яңы йөкмәткенән ул бөтөнләй яңыса яңғырай. Бер амонимик рифмаға ҡоролған иң иҫке вәзен менән яҙылған бөтөнләй яңы шиғыр. Теләһә ниндәй олпат антологияға индерергә була, ләкин уны ҡалай итеп тәржемә итмәк кәрәк? Мөмкин түгел!..
Тимәк, поэзия ла мөхәббәт кеүек бик иҫке нәмә, тик Гейне һәм Таҡташ әйткәнсә, һәр бер йөрәк уны яңырта. Тик ул Шамил Мәхмүтов эксперименттары менән генә яңыра алмай. Поэзия өсөн эксперименттар ғына етмәй, уның өсөн шағир булып тыуырға кәрәк һәм – иң мөһиме, – үҙеңдең шәжәрәңде табырға тейешһең! -
Татлы йәшен түгеп, ҡайын илай...
Күренекле француз шағирәһе Марселина Деборд-Вальмор үҙе хаҡында: «Мин шундай белемһеҙ, минең белемем хатта һығылып-бөгөлөп, ни өсөн турайғанын да белмәй ултырған ағастарҙыҡынан бер ҙә артыҡ түгел», – тигән.
Донъялағы шундай сәйерерәк кешеләр хаҡында яҙырға яратҡан Стефан Цвейгтың әйтеүе буйынса, Марселинаның шиғырҙарында рифмалар ҙа бик ярлы; теле лә әллә ни байҙан түгел, образ-сағыштырыуҙары ла ел тирбәткән сәскәләр, сәскәләргә ҡунған күбәләктәр, оя эҙләп осҡан ҡарлуғастар, «аяҙ көндә йәшен атыу» ише үтә ғәҙәти, иң тапалған сағыштырыуҙар тирәһенән алыҫ китә алмаған. Ә шиғыр формаһының бер төрлөлөгө хаҡында әйтеп тә тораһы юк. Һүрәтләү саралары иҫ киткес ғәҙәти.
Ләкин уның күңеле илаһи бер музыка, моң, аһәң, иң нескә хис-кисерештәр менән тулы. Уға шундай бер көс бирелгән, ул үҙенең шул көсө менән тотош бер моң-тойғолар донъяһын тыуҙыра. Иң айныҡ, иң ғәҙәти һүҙҙәр ҙә үтә күренмәле, утлы ритм менән тулы тойғоға әйләнә. Хатта иң ярлы рифмалар ҙа терелеп, йәнләнеп китәләр. Уның поэзияһы – тотош бер музыка, иң ихлас, күңелдең иң төбөнән урғып сыҡҡан моң. Ихласлыҡ – уның бөтә йөрәк серен, ҡатын-ҡыҙ үҙе генә белгән серҙәрҙе асып һала. Был шундай саф һәм ғиффәтле, тап Пушкин әйткән «яланғас ябайлыҡ». Замандаштарын ул үҙенең шундай поэзияһы менән һоҡландыра. Уның моңон ишетеп, Сент-Бев: «Ул шағирә түгел, ә үҙе бер шиғриәт», ти. Уны ҡотларға ахылдап-бохолдап ҡарт Бальзак үҙе килеп етә. Ә Виктор Гюго бала сағынан уҡ уға таң ҡала. Ләкин Марселина үҙен шағирә тип тә белмәй. Замандаштарына ул:
Чтоб вверить ветру слова, мысль свою,
Поэту строгая необходима школа.
А я, дикарка, просто так пою,
Мои учителя – леса и долы, –
тип кенә яуап ҡайтара.
Исеме һуңғы биш-алты йыл эсендә генә күренә башлаған йәш шағирә Әнисә Таһированы Марселина менән бер рәткә ҡуйырға йыйынмайым, әлбиттә, ләкин уның шиғырҙарын уҡығанда (бигерәк тә тыңлағанда), ни өсөндөр, мин бер саҡ ошо шағирәне иҫкә төшөрәм. Улар араһында ниндәйҙер бер эске уртаҡлыҡ бар һымаҡ.
Әнисә үҙе йырлаған ҡайындары, ҡарлуғастары, ҡоралайҙары һәм, әлбиттә, сәскәләре кеүек үк, тәбиғәт балаһы. Уның барлыҡ шиғырҙарында ла ошо тәбиғәт моңо, тәбиғәт наҙы, тәбиғәт һағышы. Был һағыш, наҙ, моң «яҡты сауҡалыҡтай» яҡты, ғиффәтле, иркә болан балаһының күҙҙәре һымаҡ саф. Ул үҙенең бөтә барлығы менән ошо стихияла йәшәй һәм уның ҡул теймәгән күркәмлеген йырлай.
Минеңсә, был иң оло тойғоларҙың береһе – ил тойғоһо ул. Илде һөйөү тойғоһо ошо тәбиғәтте тойоуҙан башланалыр ҙа. Кешенең бөтә эшмәкәрлеге, ижады ошо үҙен солғап алған тәбиғәтте үҙләштереүҙән, уны танып белеүҙән, уның ҡара көстәре менән көрәшеүҙән һәм, уларҙы еңеп сығып, хужа була белеүҙән башланған. Кешенең бөтә барлығы тәбиғәттән, һәм шуның менән генә ул тәбиғи ҙә.
Марселина кеүек, «А я, дикарка, просто так пою», тимәһә лә, Әнисә лә, «Минең уҡытыусыларым – урман һәм туғайҙар», тип әйтә алыр ине һымаҡ. Әлбиттә, уның уҡытыусылары бер улар ғына түгел. Әнисә әҙәбиәт менән яҡшы таныш, был танышлыҡтың ул кире яҡтарын да үҙ иңенә күтәргән.
Әлбиттә, уның бөтә поэзияһы тәбиғәт һәм мөхәббәт менән генә сикләнеп ҡалмай. Һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың ҡаһарман рухлы ҡыҙы һәҙиә апай Дәүләтшина иҫтәлегенә арнап яҙған «Халыҡ ҡыҙына», «Башҡортостаным», шулай уҡ әсә ғүмере хаҡындағы һәм башҡа яңы шиғырҙары шағирәнең тематикаһы үҫә, киңәйә барыуы хаҡында һөйләй.
Әлегә уның ижадында бөҙрә образдар, тапалған эпитеттар, йыр, моң, сәскә-гөлдәр, сәскәләрҙең таждары, күңел, йөрәк гөлдәре, ынйы-ысыҡтар, көмөш ысыҡтар, ай-йондоҙҙар, хыял-һағыш, яҙ-наҙ, гүзәл таңдар, «матур өндәр», «серле, татлы моңдар» ише тәтәй һүҙҙәр, «зәңгәр ауырыу» менән иҫереү күренештәре бик күп әле.
Мөмкин тиклем был әҙәби шауҡымдарҙан тиҙерәк айнып, теүәл, ябай һәм тос һүҙҙәр эҙләргә, үҙең менән генә әүрәүҙән тыйылып, башҡаларҙың күңеленә лә ентекләп ҡарарға; төрлөрәк яңы формалар эҙләргә; бигерәк тә үҙ-үҙеңде ҡабатлауҙан һаҡланырға; ҡыйыуыраҡ темалар күтәрергә һәм киңерәк юлға сығырға кәрәк. «Шағир үҙ күңеленең бағыусыһы түгел, ә донъя шаңдауы», – тигән бит М. Горький. Ер-әсәнең бөтә һөйөнөсө, бөтә көйөнөсө, донъяның бөтә фажиғәләре шағир йөрәге аша үтергә тейеш. Был – поэзияның асылы, йәне, тәме.
Әнисә Таһирова артынан һуңғы ваҡытта йәш поэзиябыҙға уның Таңһылыу Ҡарамышева, Гөлфиә Юнысова, Рәмзилә Хисаметдинова, Факиһа Нафиҡова, Зилә Күсәрбаева, Суфия Яҡупова, Роза Моратова, Ғәлиә Кәримова, Әлмира Ғәйнетдинова, Фирҙәүес Ғәлиева, Миңзиә Шаһманова, Фәниә Абдуллина, Гөлнур Яҡупова кеүек ҡәләмдәштәренең ҙур өмөт уятып килеүҙәре бик шатлыҡлы күренеш! Уларҙың һәр береһенең үҙенсәлекле тауышы формалашып килә. Ләкин уларға иғтибар етмәй кеүек. Мәрхүм Жәлил ағай Кейекбаевтың васыятын үтәп, йәш шағирәләрҙең ижадына арналған бер йыйынтыҡ әҙерләп тә сығара алғаныбыҙ юҡ. Ә уларҙың ҡайһы берҙәре айырым йыйынтыҡ авторҙары булырға ла бик хаҡлы. Ошо иғтибар етмәү арҡаһында, улар үҙ ҡаҙандарында ғына ҡайнап, ижади яҡтан пассивлаша башланылар булһа кәрәк, үтә интим лирика менән үҙ таланттарын сикләп, бер урында тапанып тороусылар ҙа юҡ түгел. Бында, бәлки, уларҙың үҙ органы булған «Башҡортостан ҡыҙы»ның да ойоштороу ҡеүәһе етмәйҙер.
Ә иғтибар ҡыҙҙарға ғына түгел, егеттәргә лә етмәй, әлбиттә. Күптәр беҙҙә мәңгелек «һәм башҡалар» исемлегендә йөрөй. Был хаҡта мин бер ғибрәтле күренеште – Мәхмүт Уразаевтың әлегә баҫылып сыҡмаған тәүге шиғри йыйынтығының яҙмышын һөйләргә теләйем. -
Бейеклектәр әйҙәй
(Мәхмүт Уразаевтың әлегә баҫылып сыҡмаған тәүге шиғри йыйынтығы хаҡында)
Була бит шундай кешеләр: берәүҙе һин күптән-күптән белгән кеүекһең, тик уның менән уртаға һалып һөйләшерлек әллә ни һүҙең дә юҡ һымаҡ. «Һаумы?» «Арыу ғына»... «Хәлдәр нисек?» «Бер көйө шунда...» «Эштәр барамы һуң?» «Барғандай ҙа»... – һүҙ шунан ары китмәй.
Шул рәүешле генә күрә-белә йөрөп, хатта ғүмер ҙә үтеп китеүе мөмкин. Ә кешене, уның кем икәнен, ни даулап, ниндәй донъя менән йәшәүен ысынлап белмәүең дә бар. Бындайҙар үҙҙәре лә бик күҙгә ташланып бармай, ғәжәп баҫалҡы була, тауыш-тынһыҙ ғына үҙенсә эшләп йөрөй бирә.
Шиғриәттә лә шулай. Берәүҙәрҙе, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә, телдән дә төшөрмәйҙәр, ә берәүҙәр күнегеп бөтөлгән ҡәҙимге «һәм башҡалар» исемлегендә йөрөй бирә.
Күберәк «һәм башҡалар» исемлегендә йөрөгән Мәхмүт Уразаевты мин бына шундайҙарҙың береһе тип уйлайым. Уның исеме матбуғатта күренгәненә байтаҡ ваҡыт инде. Ләкин, йәш яҙыусылар семинарындағы бер һөйләшеүҙән башҡа, уның ижады хаҡында етди бер һүҙ ҙә булғаны юҡ. Унда ла әле ул, шағир булып түгел, ә прозаик булып ҡатнашты.
Ә бит Мәхмүт Уразаев, шаулап-ярһып тормаһа ла, «Бейеклектәр әйҙәй» тигән йыйынтығынан күренеүенсә, ғәжәп үҙенсәлекле шағир. Уның үҙенә генә хас шиғри донъяһы бар, һәм ул үҙ донъяһының телен яҡшы белә. Бәлки, был донъяның офоҡтары әлегә күҙ күреме ерҙәр менән генә сикләнәлер, ләкин ул ошо күҙ күреме ерҙә лә шиғриәт таба белә һәм был ер тик шиғыр теле менән генә аңлатып була торған әкиәт серлелеге, моң-һағыш, хыял менән тулы һәм бөтә ваҡлыҡтары ла мәғәнәгә эйә булған бер донъяға әйләнә. Һәм – был иң мөһиме – шағирҙы бейеклектәр әйҙәй. Улар ниндәйҙер һынһыҙ-ҡиәфәтһеҙ абстракт бейеклектәр түгел, ә үҙҙәренең тарихи тамырҙары менән халыҡтың реаль тормошона ереккән, уның оло киләсәген байҡап, ошо киләсәккә сәмле өмөттәр бағлап торған, көс-ҡеүәт менән тулы, ҡыйыу ынтылышлы бейеклектәр. Шуға ла шағир уларҙы күп быуаттар һуҙымында үҙ халҡының тарихи ҡаһарманлығын һынландырған тере һәйкәлдәр итеп күрә:
Уралым байҡа: буйҙан-буйға
Һәр аҡланы уның шау сәскә.
Әллә Урал үҙе ҡыйыулыҡҡа
Һәйкәл булып ҡалҡҡан тау-сәскә?
Һәр аҡланы уның шау сәскә!..
Әлбиттә, шиғриәт донъяһында шиғырға инмәй тороп ҡалған бер генә күренеш тә юҡтыр, моғайын. Бигерәк тә тәбиғәт күренештәре, халыҡ ижадынан башлап бөгөнгө көн шағирҙарына тиклем, үҙенең бөтә энциклопедик тулылығында барлап сағылған.
Имән иргә лә, илгә лә, халыҡҡа ла хаҡлы сағыштырылды. Беҙҙең быуын, икенсе бөтә донъя һуғышының ҡәһәрле йөгөн йөкмәп үҫкән быуын, имәндең хатта бөрөләрен – туйраларын да онотманы...
Мәхмүттең дә үҙ имәне бар. Тәү ҡарағанда ул башҡаларҙан бер яғы менән дә айырылып тормаған һымаҡ: үҫкән, шаулаған, ҡороған... Ауыр һуғыш йылдарында «тәғәм ризыҡ ҡалмаһа», уның алма-туйраларына мең Мәхмүт «йүгереп килеп етер» булған. Ләкин шағир:
Ил иңенә төшкән ауырлыҡты
Күтәрештең һин дә ирҙәрҙәй, –
тигән дөйөмләштереү менән генә сикләнһә, имән хаҡында бығаса әйтелгән фекерҙәргә бер ниндәй ҙә шиғри яңылыҡ өҫтәй алмаҫ ине. Шиғриәттең бөтә сере лә шунда шул: һәр имәнде һәр шағир үҙенсә терелтә, уға үҙенсә йән өрә.
Шундай йылдарға ла сыҙағанды,
Ниңә былай, ниңә ҡороноң?
Ултыртайым әле бер йәш имән,
Йәш-төҫ ташламаһын урының.
Һәм шиғыр бөтөнләй яңыса яңғырап китә, сөнки шағир имәнгә яңыса, үҙенсә, бик кешесә ҡараған. Ул быуындар яҙмышы, аталар һәм балалар мөнәсәбәте, киләсәкте хәстәрләп үҫтереү хаҡындағы оло гуманистик фекерле шиғырға әйләнгән.
Бына ошо гуманистик фекер – донъяға, тәбиғәткә, кешеләргә кешесә ҡарау – Мәхмүт Уразаевтың «Бейеклектәр әйҙәй» йыйынтығының төп асылын билдәләй ҙә инде. Бик күптәргә хас булған шиғри эгоизм Мәхмүт өсөн ят нәмә. Тәбиғәттән алыу ғына етмәй, уға бирә лә белергә кәрәк, уға һоҡланып ҡына ҡалмай, уны һаҡлай ҙа белергә кәрәк бит. Тәбиғәтте кешегә яҡынайтыу, тәбиғәт күренештәрен кешеләштереп күреү ҙә бына шунан киләлер.
Мәҫәлән, «Ерем еҫе» тигән кескәй генә этюдта ла шағир тәбиғәттең уяныуын һүрәтләп, уны кешесә кешегә яҡын итә.
Икмәк бештеме ни! Танау ярғыс
Хуш еҫ алды ялан, төпкөлдө.
Ысынлап та, бөтә донъя, ялан-ҡыр әсәң бешергән икмәк еҫе, тыуған өй йылыһы менән тулған һымаҡ! Бәлки, ҡары яңы әрселгән ерҙән икмәк еҫе лә сыҡмайҙыр ҙа, шулай ҙа ышанаһың. Шиғриәттең ышандырыу көсө лә шунда.
Шулай уҡ эске рифмаларға һәм тышҡы ике рифмаға ғына ҡоролған «Яҙғыса» тигән виртуоз шиғырҙа ла бөтә нәмә йәнле – «яҙғыса», «яңыса» булып тойола.
Был шиғырҙағы тел эстетикаһы – телдең тәмен тойоу, һүҙ ҡәҙерен белеү, хатта һүҙ уйнатыу ҙа «яҙғыса», «яңыса».
Бер ҡарағанда, «Салауат» шиғырында әллә ни яңылыҡ та юҡ кеүек. Ләкин ул, боронғо халыҡ йыры һымаҡ, үҙенең кешесә ябайлығы, батырҙың иң аҫыл сифаттарын үҙ эсенә йыйған бай һаранлығы менән яңыса яңғырай. Хатта ябай ғына констатация ла динамикалы хәрәкәткә әйләнә.
Тимәк, тыуған тауҙарға булған мөхәббәтте ҡысҡырмай ғына ла әйтергә мөмкин икән.
Шулай уҡ һөйгән ҡыҙыңа булған мөхәббәтте лә Мәхмүтсә, пластика саралары менән, традицион һүҙ буяуҙары, биҙәктәр гармонияһы менән һүрәтләп биреү яҙыҡ түгелдер.
Ә беҙҙә ҡайһы бер тәнҡитселәр хатта ҡурай хаҡында шиғыр яҙыуҙы ла ғәйепкә һанайҙар. Йәнәһе был традиционлыҡҡа, архаикаға, хатта милли сикләнгәнлеккә илтә, имеш!.. Ләкин, ни хәл итәһең, башҡорттоң ғүмерлек юлдашы булған ат менән ҡурай уның традицион поэтик символына әйләнеп, уның рухына, психологияһына һеңгән икән, уны бер киҙәнеү менән генә емерә һуғып булмайҙыр. Былай фекер йөрөтһәк, беҙ Рәсүл Ғамзатов менән Ҡайсын Кулиевтың да буркалар менән папахаларын һалдырып алып, һәр шиғырында йырланған тау-таштарын да аяҡ аҫтарынан ҡырып-һепереп ташларға тейеш булыр инек! Улайға китһә, ай менән ҡояш та бик иҫке нәмә бит, ә йылыта, яҡтырта беҙҙе. Шулай уҡ Урал да бик боронғо тау, ләкин илең шул булғас, нисек йырламаҫҡа уны. Беҙҙең һәр беребеҙ Америкаларҙа, Һиндостандарҙа йөрөй алмай бит әле. Мәхмүт Уразаев әйткәнсә:
Һәр бер ҡаяң, һәр ҡарышың, Урал,
Йырланып та бөтмәҫ йырҙыр ул!..
Тик ул йыр тәбиғи, ысын йөрәк йыры ғына булһын. Урал менән Ағиҙел, ҡурай менән Аҡбуҙаттар тураһында яҙып та, яһалма яңғыраған шиғырҙар аҙ түгел беҙҙә. Ағиҙел булып ағырға йәки ҡурай моңо булып ҡалырға теләк белдереү генә шағирҙы милли йөҙлө итмәй әле. Уның өсөн йәнең, рухың шул халыҡтың йәне, рухы булыу кәрәк. Милли колорит халыҡтың нәҡ ошо рухында икәнлеге Гоголь заманынан бирле билдәле хәҡиҡәт.
Ә бына «Ҡыуыш имән төбөндә», «Еҙ ҡурай» кеүек шиғырҙарҙы Мәхмүт кеүек шул ҡыуыш имәнгә ҡушылып, тәбиғәт балаһы булып үҫкән, шул ҡурай моңдарын йәне-тәне менән тыңлап рухланған шағир ғына яҙырға мөмкин. Уның хатта ҡурайсы әбей булыуына ла ышанаһың. Оло фажиғә һәм әсәлек мөхәббәте иңрәй был ҡурайҙа һәм был тәбиғи, рыяһыҙ, кешесә.
Бының менән мин, әлбиттә, Мәхмүт Уразаевҡа «һәйкәлтау» ҡуйырға ашыҡмайым. Был һәйкәлтауға шағир үҙе генә менергә тейеш. Ә унда менеп етер өсөн уға бик күп үткәүелдәрҙе үтергә, бик күп артылыштарҙы артылырға, бик күп бейеклектәргә үрләргә кәрәк әле. Бының өсөн уға иң беренсе сиратта ғәйрәтлерәк, сосораҡ, йылдамыраҡ булырға кәрәк, әлбиттә. Шундай шаулы-даулы заманда тау башындағы күҙәтеүсе булып ултырыу ғына ярамай. Шағир әҙерәк елләнеп-дауылланып алырға ла, дыуамалыраҡ, тәүәккәллерәк булырға ла тейештер. Кәрәк икән, илаһын да, көлһөн дә ул, үҙ тойғоларын бағыусы ғына булып ҡалмаһын, ә заманының күҙе-ҡолағы ла булһын. Әгәр һине бейеклектәр әйҙәй икән, тирә-яғыңа абайыраҡ та, айбарлыраҡ та ҡарарға кәрәк.
20–30-сы йылдарҙа радиоға гимн йырлау тәбиғи булһа, бөгөнгө поэзияла инде телевизорҙы ла – бәхет тотҡаһына һанау бер ҡатлыраҡ («Ырым һәм ырыҫ»). Шулай уҡ «Сергей Чекмаревҡа», «Тоҙтүбәнән үтешләй» кеүек шиғырҙар ҙа шул кимәлдә. «Йырын янындағы кисереш» тә бөгөнгө бейеклектәр кимәленән бик түбән. Ул ни поэма, ни монолог түгел, үтә примитив һәм оҙон. Күрәһең, өйрәнсек әйбер. Ҡайһы бер шиғырҙар үтә томанлы, ым-ишара менән тулы. Юҡ урында фәлсәфә эҙләү ҙә Мәхмүт Уразаев кеүек уйсан шағирға иш түгел.
Бөтә был кәмселектәрҙе мин текста күрһәтә барҙым; автор уларға етди иғтибар итеп, йыйынтығын тағы бер тапҡыр ҡарап сығыр һәм яңы шиғырҙары менән тулыландыра төшөр тип уйлайым. Ә тәржемләрҙе йыйынтыҡҡа индермәгәндә ла зыян юҡ, сөнки улар М. Уразаев өсөн характерлы түгел. Тәржемә сәнғәтендә лә поэзия бейеклектәренә ҡарап эш итергә кәрәк. Йәштәрҙең китаптары нәшриәттә бик оҙаҡ ятыусан. Был йыйынтыҡ тиҙерәк уҡыусы ҡулында булһа ине.
Йыйынтыҡтың исеме есеменә тап килгәнсә, бейеклектәр әйҙәһен шағирҙы. Бейеклектәргә күтәрелгән һайын офоҡтар ҙа киңәйә барһын.
19 июль, 1969 йыл