II. Рецензиялар

Рәми Ғарипов. Әҫәрҙәр (өс томда). 3-сө том. Төҙ. Надежда Ғарипова. – Өфө, Китап, 2001. – 640 бит.

РЕЦЕНЗИЯЛАР

«Эҙләп тапҡан бәхет – иң татлы!..»
(Әсхәл Әхмәтҡужип шиғырҙары)
Һуңғы йылдар эсендә генә поэзиябыҙҙа бер-береһенә һис тә оҡшамаған күпме тауыштар яңғырай.
Рәшит Назаров, Мөхәммәт Илбаев, Венер Йәнбәков, Нур Хәбиров, Тимер Йосопов, Ирек Кинйәбулатов, Самат Ғәбиҙуллин, Әнисә Таһирова, Вафа Әхмәҙиев, Зөлфәт Шаһбазов, Рим Идиәтуллин, Хәсән Назаров... Өмөт менән һөйөндөргән йәштәр күп, бик күп улар. Ошо исемдәр араһында Әбйәлил егете Әсхәл Әхмәтҡужин да бар.
Үҙенең юғары шиғыр культураһы, көр һәм баҙыҡ тауышы, донъяға актив мөнәсәбәте, киң ҡоласлы булыуы һәм тынғыһыҙ эҙләнеүҙәре менән Әсхәл Әхмәтҡужин иң ҡыйыуҙарҙың береһе, һәм шуның менән бергә йәш поэзиябыҙҙың ҡайһы бер етди кәмселектәрен дә асыҡ сағылдырған шағирҙарҙың береһе ул.
Эйе, икеләнмәйенсә әйтергә була: Әсхәл – бөтә тәбиғәте менән шағир. Был һүҙҙе беҙ ҡайһы саҡта поэзияла бик осраҡлы кешеләргә лә, шиғыр китаптары сығарып та, бөтөнләй шағир булмағандарға ла әйтеп ҡуябыҙ. Ләкин Әсхәлгә килгәндә, был һүҙҙе уға иң ҙур баһа итеп әйтергә мин һис тә тартынмайым.
Әсхәл һис шикһеҙ талантлы, шуның өҫтәүенә ғәжәп тырыш һәм егәрле егет. Уның шиғырҙарында йәшлеккә хас бөтә сифаттарҙы: тынғыһыҙ рухты ла, оло хыялдар менән йәшәүҙе лә, халҡы өсөн әллә ниндәй подвигтарға барырға әҙер тороуҙы ла, романтика ҡоласын да – бөтәһен дә тойорға мөмкин. Әсхәл хаҡында уйлағанда, ирекһеҙҙән Сәләм тәбиғәтен, Сәләм пафосын һәм Сәләмдең:
Ун ғүмергә бөтмәҫ йәшәү дәртен
Йөрөтәм мин йөрәк түрендә! —
тигән юлдарын иҫкә төшөрәһең.
Рәшит Назаров шиғырҙарын тәү башлап ишеткәндән һуң мин әле бындай ашҡыныулы йөрәк ҡағышын ишеткәнем юҡ ине. Әсхәл ярһыу күңелле, киң ҡоласлы, трибун шағир булырға вәғәҙә итә.
Шулай уҡ ул халҡының үткәненә – героик тарихына ла ентекләп ҡарарға ымһынып ҡарай. Ләкин был эшкә ул һуңыраҡ, бер аҙ тарихи материалдар менән ентекләберәк танышҡас, халыҡ яҙмышы хаҡында төптәнерәк уйланғандан һуң, ҙурыраҡ тәжрибә туплағас тотонор тип уйлайым.
Хәҙергә әле уның тарихи төшөнсәләре дөйөм хәҡиҡәттәргә генә ҡайтып ҡала. Быға уның ҡабаланыуы, хатта сәбәләнеүе, бер атҡанда ике-өс ҡуянды атып йығырға ашығыуы ҡамасаулай.
Был ашығыуҙан уның башҡа етешһеҙлектәре лә килеп сыға. Ул үҙе күп уйланып, йөрөмәйенсә, ҡапыл ғына килеп тыуған хис тулҡынында үҙенә тиклем асылған ҡапҡаларҙы тибеп «асып» ебәрә, һәм бик йыш ҡына бер ни ҙә асмай ҡуя. Был бигерәк тә үҙе яратҡан шағирҙарҙы ҡабатлауға, улар тапҡанды үҙ «поэтик трансформаторы» аша үткәреүгә ҡайтып ҡала. Шунлыҡтан Әсхәлдең ҡайһы бер иң яҡшы шиғырҙары ла («Юлға сыҡтым», «Ҡайтыу») үҙ аллы булып бөтмәй. Шиғри интонацияһында ла Таҡташ, Сәләм тауыштары һиҙелеп ҡала. Был, әлбиттә, үҫеш, эҙләнеү сире, ашығыу бәләһе. Пушкинса әйткәндә, ул «и жить торопиться, и чувствовать спешит...»
Был әле студентлыҡ ғәҙәте: үҙеңдең костюмың булмаһа, һабаҡташыңдың костюмын кейәһең дә йүгерәһең! Студентҡа ул ярай, әлбиттә. Ләкин поэзияла «Кеше аты тирсән, кеше кейеме керсән» тигән мәҡәлде оноторға ярамай. Был хәлде, бер Әсхәл генә түгел, барыбыҙ ҙа кисергәнбеҙ. Шуның өсөн үҙеңдең оло быуындың хатаһын ҡабатлау мотлаҡ түгел.
Мин Әсхәлдең ижадына айырыуса бер талап менән киләм, сөнки талантына ҡарап талабы! Ул быны күтәрә алыр тип уйлайым.
Әсхәл Әхмәтҡужиндың әле асылмаған мөмкинлектәре бик киң, уның күҙәтеүсән, күпте күрә торған үткер күҙе, бай һәм тапҡыр теле, ә иң мөһиме – шағирҙың үҙе, донъяға әйтер һүҙе бар.
Арғымағың арымаһын, Әсхәл! Уны төрлө әҙәби тышауҙарҙан тиҙерәк сисергә һәм, әлбиттә, тормош даръяһын кисергә кәрәк.
16 декабрь 1965 йыл.
Ҡәләмдәштәр төҫө
(Тимер Йосопов шиғырҙары)
Тимер Йосопов минең күҙ алдымда үҫкән, күптән күҙәтеп килгән шағирым, яҡташым һәм ҡәләмдәшем.
Тимерҙең үҙенә генә хас тауышы бар, мине айырыуса уның һуңғы шиғырҙары ҡыуандырҙы. Юҡһа ул аҙ эшләй, аҡрыныраҡ үҫә, вағыраҡ нәмәләр менән мауыға һымаҡ ине. Баҡһаң, ул аҫтыртын ғына байтаҡ нәмәләр хаҡында уйлап йөрөгән икән. Күптән түгел уның йәш яҙыусылар семинарында тикшерелгән шиғырҙар йыйынтығы ошо хаҡта һөйләй.
Тормоштоң әсе-сөсөһөн байтаҡ татыған Тимер. Шуға күрә ул тормош, йәшәү мәғәнәһе хаҡында ла, хатта үлем хаҡында ла ныҡлап уйлап ҡараған. Мәҫәлән, тормош хаҡында ул шундай фекергә килгән:
Әй ҡыҙыҡ был тормош:
Йә йомарт, йә ҡормош.
Һул ҡулға – боҙ һона,
Уң ҡулға – ҡуҙ һона.
Тормош ул ғәләмәт һүҙ икән,
Ни тимә, күңелгә үҙ икән!
Был ирҙәрсә күркәм, тормошсан һәм тимерсә ныҡ! Ул тимер һымаҡ ябай һәм ҡойоп ҡуйылған. Артыҡ бер генә һүҙ ҙә юҡ буғай бында. Һүҙгә һаран, мәғәнәгә йомарт юлдар был. Йәш шағирҙың һүҙ бәҫен, тел ҡәҙерен белеүе был шиғырҙа айырыуса күҙгә ташлана; һәм интонацияһы ла нәҡ тимерсә, үҙ тауышы менән яңғырай, күҙен-тешен ялтыратып көлөп тә тора. Ғөмүмән, Тимерҙең үҙенә генә хас бер юморға ла «пропускы»һы бар. Юмор донъяһына уға ҡыйыуыраҡ атларға ла булыр ине. Әле ул бер аҙ тартыныбыраҡ һөйләшә, буғай.
Йәш булһа ла, әйткәнемсә, күпте күргән Тимер. Етем үҫкән. Аттарҙан да тибелгән. Бәлки, кешеләрҙән дә байтаҡ тибелгәндер. һатҡы заводтарында цемент саңын да, сүкеш сыңын да, кирбес онон да йотҡан ул. Хәҙер килеп, «студент өйрәһен» дә ихлас ауыҙ итеп йөрөй. Бына шулай бөтәһен дә үҙ елкәһендә татыған, донъя ауырлығын шиғырындағыса «Йөксө» булып күтәргән һәм апай-еңгәләренең һуғыштан һуңғы хәтәр яҙмышын ер битенә салғы менән яҙған Тимерҙең үлем хаҡында етди уйланыуҙан тыуған «Ашығыс ярҙам» тигән шиғырын уҡығас, мин һис тә ғәжәпләнмәнем. Сөнки ул бик тәбиғи, бик тормошсан һәм ирҙәрсә үлем күҙенә тура ҡарап әйтелгән һүҙ. Шиғыр ритмик яҡтан саҡ ҡына ҡытыршыраҡ булһа ла, кеше йөрәгенең тибешен һәм кешелеклек хисен бик яҡшы тояһың унан.
«Ашығыс ярҙам» машинаһының үҙәкте өҙөп ҡысҡырып үтеп киткәнен күбебеҙҙең шулай ҡарап ҡалғаны барҙыр. Ләкин ошо хаҡта бындай уйсан шиғыр яҙғаныбыҙ юҡ әле. Бының осон бик һиҙгер йөрәк, бик зирәк зиһен кәрәк.
Тимерҙең шиғырҙарынан уның ғәжәп кеше йәнле, кешегә бик эҫе кеше икәнлеген тояһың. Бындай күңел хаҡында Хәсән Туфан һүҙҙәре менән: «Металл хисле Баттал что ли!..» тип әйтеп буламы һуң?! Ә бит арабыҙҙа шиғыр шымартыусыларҙың металл хислеһе лә була. Ә Тимер бик туған йәнле. Мин уның апаһы менән йырлашып ултырған бер мәлен күргәнем бар.
Тимергә әсәй урынына ла, атай урынына ла ҡалған, уның үҙе кеүек һаман да һатҡы заводында ҡара эшсе булып эшләгән Фәниә апаһы ғәжәп шиғри күңелле кеше.
«Каруанһарай» йырының ике юлын ғына үҙгәртеп, апаһына арнап яҙған бер шиғырын мин, мәҫәлән, һис тә тыныс ҡына уҡый алманым.
Йүгерә-йүгерә кирбес ташыйһың һин,
Талмай микән, апай, беләгең?
Ҡосаҡлайһың утлы кирбестәрҙе,
Янмай микән һинең йөрәгең?..
Бәлки, ҡайһы бер юлдар үтә ябай ҙа яңғырайҙыр. Ләкин был юлдарҙан һиңә ысын тормош үҙе ҡарай һымаҡ. Мин унда эшсе башҡорт ҡыҙының тотош бер яҙмышын күрәм. Ғөмүмән, ябай кешенең оло хеҙмәтен күреү, хеҙмәтте шиғрилаштырыу тимер поэзияһының бик яҡшы бер сифаты, тиер инем мин.
Тағы ла бер бик мөһим нәмә. Ғәҙәттә, беҙ милли колоритты тышҡы биҙәктәрҙә йәки ауыл тормошонан булған картиналарҙа ғына күрергә күнеккәнбеҙ. Ә Тимер уны эшсе ҡыҙ образында ла күрһәтә алған. Был Тимерҙең башҡорт халыҡ ижадына, бигерәк тә уның йыр, ҡобайырҙарына яҡын булыуынандыр. Милли колорит бит ниндәйҙер милли кейемдәрҙә – селтәр, ҡашмауҙарҙа, беләҙек, сулпыларҙа, төлкө бүрек, ҡамалы тундарҙа түгел, ә халыҡтың рухында, эске донъяһында. Ә был рухты иң элек уның ауыҙ-тел ижадында күрмәй, ҡайҙа күрмәк кәрәк? Был рухты Тимерҙең байтаҡ шиғырҙарынан тоҫмалларға була.
Тик был тәңгәлдә халыҡ ижадына туранан-тура эйәреп, стилизация яһауҙан һаҡ булырға кәрәк. Реаль тормошто үтә экиәтләштереп, бөгөнгө заман кешеһен мифик Алпамыша итеп ебәрергә лә ярамай. Милли колорит «Әбйәлил» әкиәтендәге хандың һыңар мөгөҙө һымаҡ бик һерәйеп тә тормаһын. Бында, әлбиттә, сама тойғоһо кәрәк. Бының архаикаға, анахронизмға илтеүе лә бар.
Ә дөйөм алғанда, Тимер Йосопов бик тәбиғи үҫә торған, лириканан эпик киңлектәргә юл тотҡан, инде үҙ тауышын тапҡан шағир. Үҙе әйтмешләй, «тишек кәмәләргә» ултыртмаҫ ул беҙҙе.
2 февраль 1966 йыл, «Совет Башҡортостаны»
Йыр дауам итер
(Композитор Рафиҡ Сәлмәновҡа – 50 йәш)
Рафиҡ ағай менән бер аҙ пианино эргәһендә һөйләшеп ултырҙыҡ та урманға сығып киттек.
— Әйҙәле, беҙҙең баҡсаға барып ҡайтайыҡ, – тине Рафиҡ ағай, – Рауза еңгәң трамвай менән, ә беҙ һинең менән атлап ҡына барырбыҙ.
Трамвай туҡталышынан уҡ урман башлана. Йомарт йәй ахыры менән сыуаҡ көҙ башы. Япраҡтарҙы ара-тирә тимгел-тимгел һары алған. Ни тиһәң дә, көҙ үҙенекен итә!.. Ана, Рафиҡ ағайҙың да сикә сәстәрен ҡырау ялмап алған бит. Уның бөтә ҡиәфәтендә тәбиғәттең ошо миҙгеле менән ниндәйҙер оҡшашлыҡ бар. Ул да бит йомарт йәйен оҙатып, сыуаҡ көҙөн ҡаршылай: ғүмеренең илленсе көҙөн!
Алма баҡсаһына килеп етеп, уттай янып бешкән алмаларға һоҡланып торҙоҡ. Ергә тыпылдап алмалар өҙөлөп төшә. Тып-туп, тып-туп, тып-туп!..
— Алма ағасында тәмле була ул, – тип Рафиҡ ағай бер янып торған алма өҙөп бирҙе. Шундай тәмле – телеңде йоторлоҡ – ерҙең бөтә һутын, ҡояштың бөтә нурын һеңдергән алма! Әлбиттә, баҡсасының тоҙло тире таммайынса ла булмағандыр.
Халыҡ күңеленең төпкөлөнән һирпеп алған моң шишмәһе лә бит ул, иң ҡояшлы нурҙары менән ҡушылған хәлдә лә, тир-көс түкмәйенсә, ысын ижад емеше булып өлгөрә алмай. Ғалимдың фәнни асышы менән шағирҙың яңы шиғыры кеүек үк, композиторҙың күңел емеше булған яңы көй ҙә бына ошо өлгөрөп еткән алма булып, үҙенән-үҙе өҙөлөп төшкәнсе, күпме ижад ғазабы кисерергә кәрәк!
Өҙөлөп төшкән бына ошо ябай ғына алмаға ла кем нисек ҡарай бит? Ньютон ошо өҙөлөп төшкән алмаға ҡарап, үҙенең оҙаҡ йылдар баш ватҡан бөйөк асышын – Ерҙең тартыу көсөн асҡан. Хәҡиҡәт ғәжәп ябай ҙа була шул. Әле тын ҡалып үҙенең йөрәген тыңлағандай, алма тыпылдауын тыңлап торған композиторға ла, бәлки, алма тауышы ғына түгел, ә фортепьяно телдәре өҫтөнә төшкән бармаҡтары аҫтынан үҙенең иң ҙур симфонияһының – әйтәйек, кеше ғүмере хаҡындағы «Алтын көҙ» поэмаһының – әле нотаға төшмәгән тәүге аккордтары ишетеләлер?..
— Бына шулай итеп иллегә лә аяҡ баҫылды, малай, – тип ҡуйҙы Рафиҡ ағай.
Эйе, был илле йыллыҡ ғүмер юлын байҡап ҡарағанда, уның һәр ҡарышын тормоштоң бөткөһөҙ ҡаршылыҡтары һәм нур ҡанатлы моң оҙатып барғанлығын күреү ҡыйын түгел.
Рафиҡ ағайҙың һәр саҡ алсаҡ, көләс йөҙөнә ҡарап, тормош баҫҡан билдәләрҙе күрмәһәң дә, композитор Сәлмәнов булып танылғансы уға тормош михнәттәрен аяуһыҙ күп татырға тура килә.
Урал аръяғындағы Әбйәлил районының Асҡар ауылында ул тыуған йылды донъяның аҫтын-өҫкә килтергән Бөйөк Октябрь революцияһы ашлана. Унан – инә ҡыҙҙы, ата улды белмәгән утлы өйөрмәләр заманы – граждандар һуғышы. Унан – ярты ауылды һыпырып алып киткән йотлоҡ йылы. Унан – мир башына төшкән бәлә өҫтөнә ир башына төшкән бәлә: йәш ярымлыҡ Рафиҡтың әсәһе үлеп, атаһы Вафа ағай ишле бала менән тороп ҡала. Байҙың ҡатыны үлһә, түшәк яңыра ла ул, ярлыныҡы үлһә, ҡайғыһы ғына яңыра шул. Рафиҡ етем менән шығырым тулы өйҙә әсә наҙын күрмәй үҫә. Тишек ҡайҙа – ел шунда, етем ҡайҙа – һүҙ шунда. Ул да булмай, өҙөп-йолҡоп ете класты бөткәндән һуң, Өфө педтехникумында уҡый башлағас ҡына, атаһынан да яҙып ҡала: уны Билән ҡайын яланында кулак бандиттары үлтереп китәләр. Апай-һеңлеләренә атай ҙа, әсәй ҙә булып ҡалған Рафиҡ техникумды ташлап ҡайтып китергә һәм бик йәшләй генә эш ҡамытын кейергә мәжбүр була. Ниндәй эштәрҙә генә эшләргә тура килмәй уға: иҫәпсе лә, управдел да, инструктор ҙа, комсомол райкомының пионерҙар бүлеге мөдире лә, агитбригада етәксеһе лә, артист та... Унан «Ишембайҙа тынлы оркестрҙа кларнетист, художестволы үҙешмәкәр түңәрәк етәксеһе. Унан – армия, Алыҫ Көнсығыш, сопкалар араһындағы хәрби тормош, унан – Бөйөк Ватан һуғышы – эшелондарҙа үткән ғүмер...
Ярай әле, бөтә юлдарҙа йыр-моң юлдаш булған. Әллә бөтә юлдарҙан йыр-моң үҙе йөрөтәме икән? Тәүҙә – ауылда саҡта – ағай-эне һыҙҙырған ҡурай моңдары, ялан-йәйләүҙәрҙә, арба-санала, туй-табында ишеткән йырҙар: тауҙарҙан тауҙарға, мәңгелектән мәңгелеккә яңғыраған мөһабәт «Урал» көйө, сикһеҙ билдәһеҙлеккә талпынған серле «Сыңрау торна» моңо, Урал арҡаһын уя баҫып үткән «Ҡуңыр буға» һамағы, «Тыуған илкәйемә лә ҡайтыр инем, аяҡҡайым талһа, имгәкләп» тип үкһегән Ғилмияза зары, йәнә – «Етем ҡыҙ меҫкен Хәтирә», Себер киткән «Шаһибәрәк», ҡанлы-данлы «Саңдыүҙәк», ғүмер буйы батша һалдатынан ирек көтөп ала алмаған әбейҙең «Орсоҡ» йырҙары... — улар бихисап! Әбйәлил яғы – бына шундай бөткөһөҙ аҫыл көйҙәр иле. Ошо ил моңо кескәйҙән үк моңло бала булып үҫкән Рафиҡтың тәүге күңел йыуаныстары була.
Булыр бала биләүҙән тигәндәй, ул үҙе лә сәхнәгә сығып, тальянда уйнап ебәрә, тап әбйәлилдәрсә күңел елкендереп бейеп төшә, тағы моңло ғына итеп йырлап ала, ахырҙа тағы сығып, Таҡташтың «Ғасырҙар һәм минуттар» поэмаһын яттан уҡып, ауыл халҡын таң ҡалдыра... Ҡыҫҡаһы, Рафиҡ утыҙынсы йылдар ауылының үҙешмәкәрлек күтәрелешендә йән атып йөрөгән «артист егет» булып үҫә.
Ярай әле, донъя яҡшы кешеләргә ярлы түгел. Рафиҡты бер мәл шулай башҡорттоң атаҡлы йырсыһы, халыҡ артисы Ғәзиз Әлмөхәмәтов күреп ҡала һәм уға уҡырға кәңәш бирә.
Уҡыу тигәндән, был уның үҙенең дә иң ҙур хыялы була ла бит, тик йәш тә арыу уҡ булып киткән: ун алтыға барып баҫҡан шул. Бала саҡтан уҡ музыка мәктәбендә уҡып, бармаҡтарың рояль телдәре өҫтөнән елберҙәп йөрөмәгәс ни... Бындай бәхет беҙҙең тәүге башҡорт композиторҙарының өлөшөнә төшмәгән. Улар был ҡоралға бик һуңлап тотондолар.
1933 йылда Асҡар мәктәбенә килтерелгән тәүге пианиноның асҡысын уҡытыусы Мөхәмәтнур ағай Бикташев шулай ҙа Рафиҡҡа ышанып тапшыра. Был уға ысын бәхет асҡысы була. Уның менән ул үҙе өсөн яңы бер донъяның – ҙур музыка донъяһының ишеген аса. Пианино мәктәп ансамблендә ул өргән торба ише генә түгел икән шул. Рафиҡ Ишембайҙағы нефтселәр клубына пианист булып эшкә инә, ә тынлы оркестр дирижеры И. Ғайтанов уны нота танырға өйрәтә. Был инде уның икенсе бәхет асҡысы була. Ә армияла ете йыл уйнаған хәрби оркестр уның өсон ысын тормош консерваторияһына әйләнә.
Һуғыштан һуң ул туп-тура үҙенең йәшлек ҡалаһы Ишембайға ҡайтып элекке эшенә – үҙешмәкәр түңәрәк менән етәкселек итергә тотона, һәм әлеге моң «Таң йыры» булып атылып сыға. Унан – «Еңеүселәр маршы». Был марш уның үҙенең дә ижади еңеү маршы булып яңғырай.
Башҡорт композиторҙары Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов һәм Рәүеф Мортазин Сәлмәновтың тәүге әҫәрҙәрен тыңлап, уны консерваторияға китергә димләйҙәр.
Инде утыҙ йәше артылған булыуына ҡарамаҫтан, Рафиҡ Сәлмәнов П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһының милли бүлегенә уҡырға инә.
— Хатта ҡулдарға массаж эшләтеп уйнарға тура килә торғайны, – ти Рафиҡ ағай көлөп. — «Ҡартайып ҡатҡас быуындар», шулай ул. Бына шунда уҡып йөрөгәндә танышҡайныҡ бит әле беҙ һинең менән. Ҡалған яғын һин үҙең дә беләһең.
Эйе, композитор Рафиҡ Сәлмәновтың артабанғы тормошо йыр-моң һөйөүселәргә яҡшы таныш. Ул тормош – уның бай һәм күп ҡырлы ижады – көн һайын радионан йәки концерт залдарынан, үҙешмәкәр хор түңәрәктәренең сығыштарынан, грампластинкаларҙан ишетелгән тиҫтәләгән йырҙар, романстар, марштар, инструменталь пьесалар, «Алтын дала» кеүек кантата, симфоник оркестр өсөн яҙылған увертюра. Ул ижад – партия хаҡындағы һәм Тыуған ил хаҡындағы тантаналы-патриотик йырҙар булып та, бөгөнгө заман кешеһенең ижади хеҙмәтен данлаусы «Хеҙмәт йыры» һәм «Төҙөүселәр йыры» булып та, «Колхозсылар маршы» һәм «Нефтселәр маршы» булып та яңғырай. Ул – яҡты «Таң йыры» ла һәм һағышлы «Киске йыр» ҙа. Ул – дәртле «Студенттар вальсы» ла һәм талғын «Бишек йыры» ла. Ул – «Тәүге мөхәббәт» тә, «Хушлашыу» ҙа; яҙғы «Сирень сәскәһе» лә, яңғыҙ япрағы ғына тороп ҡалған көҙгө «Саған» да; «Онотмайым» да, «Көнләмә» лә; «Аҡҡошом» да, «Ҡарасәс» тә; күктәге, хыялдағы «Минең йондоҙом» да, ерҙәге, реаль «Күрше ҡыҙы» ла...
Тағы әллә күпме халыҡ көйҙәре темаларына яҙылған «Салауат» һәм «Ҡара юрға» кеүек фортепьяно пьесалары, вариациялар, халыҡ көйҙәрен эшкәртеүҙәр, баян һәм аккордеон осон яҙылған әҫәрҙәр музыка мәктәптәренең эстрада концерттары репертуарын байытып тора.
Торло жанрҙағы йөҙҙән ашыу әҫәрҙең авторы Рафиҡ Сәлмәнов ижадына ентекле баһа биреү, әлбиттә, музыка белгестәренең эше. Мин тик уның ошо ижадҡа килгән юлын ғына төҫмөрләп, уға ҡарата үҙ мөнәсәбәтемде генә белдермәк булдым, сөнки миңә уның менән байтаҡ ҡына йырҙар яҙырға һәм Башҡортостан китап нәшриәтендә бергәләп эшләргә тура килде.
Ашаған белмәй, тураған белә, ти боронғо мәҡәл. Нәшриәттә музыкаль редактор булып эшләгән сағында уның башҡорт халыҡ йырҙарын һәм композиторҙарының вокаль әҫәрҙәрен редакторлап баҫтырып сығарыу эшенә ни тиклем ҙур көс һалғанлығын, уның еңел ҡулы менән башланған был эштең ни тиклем әһәмиәтле булыуын миңә үҙ күҙҙәрем менән күрергә тура килде.
— Әйҙә, сәйгә инегеҙ, – тип өйгә саҡыра беҙҙе Рауза еңгәм. Ул, баҡһаң, беҙҙе иркенләп һөйләшһендәр тип, күптән көтөп торған икән. Рафиҡ ағай үҙенең ижад баҡсаһының мул емештәре менән, моғайын, еңгәмә лә бик бурыслылыр, тип уйлайым мин. Сөнки тормоштоң ниндәй генә ауыр мәлдәре булмаһын, Рауза еңгә иң элек уның хаҡында хәстәрлек күреп, уның ижады осон янып йәшәне бит!.. Яҡты йөҙө, йылы һүҙе, хәстәрлеге менән ижад кешеһенең яҙмышын уртаҡлашҡан бындай ҡатындар күберәк булһа икән!..
Улар һаман да егет менән ҡыҙ кеүек бит. Күңелгә бер шиғыр юлы килә:
Мөхәббәт ул яҡшы йырға оҡшаш,
Еңел түгел йырҙы сығарыу.
— «Башҡорт ҡыҙына» тигән бер йыр яҙмайһығыҙ, исмаһам, – тип еңгәм беҙгә бер ижади заказ да биргәйне. Яҙмай булмаҫ, ахыры. Рафиҡ ағай күп кос һалған опереттаһын яҙып бөтөү менән йырға тотонорбоҙ әле. Йыр дауам итер...
15 сентябрь 1967 йыл, «Совет Башҡортостаны»
Юлдағыларҙан берәү
(Нур Хәбировтың шиғырҙар йыйынтығы хаҡында бер-ике һуҙ)
Үткән юлға боролоп ҡараным да, ултырып уйға ҡалдым. Ниндәй ауыр юл был, шиғриәт юлы – асылмаған донъяны яулау юлы!.. Әле бер кем әйтмәгән яңы һүҙҙе әйтеү, үҙеңде, үҙ тауышыңды эҙләү һәм уны табыу ифрат ҡыйын икән шул. Үҙ тауышыңды тапҡан тәҡдирҙә лә, уны һаҡлап ҡалыу, үҫтереү, әҙәбиәттә үҙеңдең ныҡлы урыныңды биләү тағын да ҡыйыныраҡ, күрәһең.
Нур Хәбировтың тормош юлы һәм ижад яҙмышы ирекһеҙҙән ошо борсоулы уйҙарға һала, күңелдә әллә күпме үкенесле тойғолар уята.
Халыҡ үҙ йырында «Йөрәк баштарына ҡан һауҙырған, йөрәк ярып сыҡҡан бала икән» тип йырлаһа, был йырҙың зәһәрле аһын шиғырға ҡарата ла туранан-тура күсерергә булыр ине.
Күҙ асып күҙ йомғансы йылдар үтә лә китә. Йылдар һинең йәшлегеңде лә аяп тормай. Ә һәр кешегә бер генә ғүмер бирелгән. Шунан артығын алып булмай. Тәгәрәп ятып илаһаң да, ғүмерҙең бушҡа үткәрелгән көндәре кире әйләнеп ҡайтмай...
Былар бөтәһе лә күптән билдәле хәҡиҡәттәр. Ләкин бер яҡын ҡәләмдәшеңдең ауыр яҙмышы хаҡында етди уйланғанда, бөтә был хәҡиҡәттәрҙе үтә ҡырҡыу итеп яңынан кисереп сығаһың.
Нур Хәбировтың исеме бынан ун йылдар элек әҙәбиәтебеҙгә эркелешеп килеүсе бер төркөм йәштәр араһында иң сағыу, иң өмөтлө, иң бәхетле исемдәрҙең береһе ине. Уның матбуғатта тәү ҡат күренгән «Илемә», «Ғүмерлеккә ҡалған ҡайғым бар», «Ҡулдарым да эшкә бармай торҙо» һәм «Йырсы ҡыҙға» кеүек шиғырҙары ысын поэзияны аңлай белгән һәр кеше өсөн үҙе бер байрам булды. Шундай тәбиғи, үҙенсәлекле һәм тормошсан был тауыш поэзиябыҙға ысын талант эйәһе килеүен хәбәр итте. Баязит Бикбай ағай «Шатлыҡлы тауыштар» тигән бер мәҡәләһендә был талантҡа үҙенең атайҙарса фатихаһын да биреп сыҡты. Шулай уҡ йәштәрҙән мин дә «Юлдағылар» тигән мәҡәләмдә «поэзия юлындағыларҙың иң йәше булыуға ҡарамаҫтан, иң үҙенсәлекле ҡәләмдәштәрҙең береһе – Нур Хәбиров» тигән белдереү яһап, һүҙемде шағирҙың ижади үҙенсәлеген төҫмөрләү менән тамамлағайным.
«... был үҙенсәлек, уның кешелек сифаттары шиғырҙарынан айырылғыһыҙ, үҙе менән һүҙенең бер бөтөн һәм тәбиғи булыуында. Нур Хәбиров күңеленә үҙ еренең уйсан моңон һеңдергән. Был моң уның «Тыуған илемә» тигән шиғырында, тик үҙенә генә хас бер көй булып, ҡурайҙан сыҡҡан кеүек, урғылып сыға:
Тыуған илем һине һөймәһәм,
Һинең өсөн янып-көймәһәм,
Һинең өсөн йәлләп йөрәкте,
һыҙғанмаһам эшкә беләкте, —
Ни ҡыйыулыҡ менән, арыным тип,
Үләнеңә килеп ятырмын?
Ниндәй выждан менән һыуһаным, тип,
Һыуҙарыңдан тәмен татырмын?
Оялырмын сәскә-гөлөңдән,
Иркәләүсе талғын елеңдән...
Айырылһам тыуған илемдән,
Эскән һыуым, үҫкән еремдән, —
Ниндәй илдәр миңә ил булыр,
Тормошомдо ҡорор ер булыр?!
Нур Хәбиров һүҙҙең урынын, ҡәҙерен белә торған, уның көсөн тоя торған шағир.
Ә шағирҙың бурысы ла шунда; ул һүҙгә йән кертә, һүҙгә үҙенең әүәлге сафлығын ҡайтара, һәм һүҙ, үҙенең ысын мәғәнәһен алып, терелә, йәшәй, көрәшә башлай. Шул саҡта ғына шиғыр уйландыра, тойғо уята һәм тормошоңа юлдаш булып китә...»
Ысынлап та, Нур Хәбировтың үҙенән-үҙе хәтергә һеңеп, күңелгә яғылып ҡалған «Илемә» тигән был шиғыры нисәмә йылдар күңел түрендә яҡты бер нур булып йөрөй. Шулай уҡ уның Ленин үлеменә арнап яҙылған шиғырын да «иң кешелекле кешене» юҡһынған һайын иҫкә төшөрәһең:
Ғүмерлеккә ҡалған ҡайғым бар,
Онотолмай торған ҡайғым бар,
Минең менән бергә йөрөргә,
Йөрәгемдәй булып ғүмергә,
Килгән миңә ошо бер ҡайғы,
Онотолмай торған бер ҡайғы.
Ғүмерлеккә ҡалған ҡайғым бар.
Ҡалғандары – шундай ҡайғылар:
Былтырғыһын – быйыл онотам,
Быйылғыһын – бөгөн онотам.
Тик береһе генә ғүмерлек,
Ғүмер буйы бергә йөрөрлөк.
Ғүмерлеккә ҡалған ҡайғым бар,
Онотолмай торған ҡайғым бар —
Үҙем тыумаҫ элек туҡтаған
Даһи йөрәк өсөн ҡайғым бар.
Шишмә һыуы төҫлө саф, ҡурай моңо һымаҡ кешелекле һәм хәҡиҡәттең үҙе кеүек ябай был шиғырҙар күңелгә ниндәйҙер таңғы йыр булып бәреп инде лә, унда тәрән тойғолар уятып, шағирҙың киләсәгенә оло өмөттәр вәғәҙә итеп, һөйөндөрҙө.
Ысындан да, шағир үҙе «Йырсы ҡыҙға» тигән шиғырында әйткәнсә:
Тик йөрәктән сыҡҡан йырҙар ғына
Йырлата бит башҡа күңелде.
Аҙаҡ Нур Хәбиров, армияға киткәс, ошондай «йөрәктән сыҡҡан» бер нисә шиғыр шәлкеме ебәрҙе лә, шиғыр тематикаһының, шиғри күҙ күременең киңәйә барыуын күрһәтеп тә өлгөрмәне, ҡапыл бер урында тапана, үҙ-үҙен ҡабатлай һәм һүҙ моңо менән генә әүрәй башланы.
Архангель районының Тирәкле ауылынан Нур Хәбиров яҙған шиғырҙар «Ағиҙел» журналына ла, «Совет Башҡортостаны» газетаһына ла килә торҙо, ваҡыты-ваҡыты менән, шиғырҙарын күтәреп, ул үҙе лә килгеләп сыҡты, ижади семинарҙарҙа, әҙәби кисәләрҙә, дуҫтарса һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашты, ләкин шиғырҙарында инде тәүҙә вәғәҙә иткән бураҙналар аҡтарырҙай ғәйрәт тә, ил киңлеген иңләрҙәй киң ҡолас та, заман һулышы менән йәшәрҙәй һулыш та юҡ ине инде. Ул армияға тиклем йөрөткән тракторын да ташланы, уҡырға ла инмәне, бөтә көсөн һалып эшләрҙәй берәй ныҡлы ғына эшкә лә тотонманы. Ә шиғырҙарында тик тәбиғәт һәм тәүге мөхәббәт һағышы менән әүрәп, үтә интим тойғолар стихияһына бирелеп, тар һуҡмаҡтар буйлап китте һәм «йыр, моң, нур, сәскә, йондоҙ, ысыҡ, таң, күңел, йөрәк, хис, тойғо, шәфәҡ, япраҡ» кеүек һәм башҡа шуның ише «шиғри» һүҙҙәр шырлығына барып юлыҡты, тик әҙәбиәттән алған, башҡа шағирҙарҙы уҡып алған тәьҫирҙәр иҫәбенә генә йәшәй башланы. Ә шағир йөрәген ярып үтергә тейеш булған донъя шаңдауы, бөгөнгө ҡатмарлы тормош ҡаршылыҡтары, үҙен уратып алған кешеләр яҙмышы Нур Хәбировты, утрауҙы уратып аҡҡан һыу һымаҡ, уратып үтте.
Ә ғүмер тигәнең, уңы үҙең эйәрләп алмаһаң, үтә ҡырыҫ тәбиғәтле шул. Быны Нур Хәбиров үҙе лә бик яҡшы тоя.
Үтә ләһә ғүмер, үтә ләһә —
Туҡтатырға һис бер әмәл юҡ;
Йәшен ташы һымаҡ, тотҡарлыҡһыҙ
Үтеп китер микән шулай уҡ?
Эйе, ғүмер тигән нәмә аяуһыҙ:
Үтә генә бирә, күңелеңә,
Кемлегеңә һинең ҡарамай.
Юҡ, ышанып булмай ғүмергә, —
Ауасағың ҡасан? – билгеһеҙ;
Тауҙай эшең ҡалыу бик ихтимал,
Шуны уйлау – үтә күңелһеҙ.
Эштәреңде ҡыҙыуларға кәрәк,
Үҙ-үҙеңде хатта аямай.
Ғүмер үтә... уға ел-яуын юҡ,
Уның өсөн ҡояш байымай.
Әгәр шағир быны үҙе аңлаған икән, уға өгөт-нәсихәт уҡып тороу файҙаһыҙ. Тимәк, уға етди бер ҡарарға килергә һәм, һүҙҙәр шырлығынан сығып, яңынан үҙенең тәү башлап сыҡҡан юлына төшөргә, теше-тырнағы менән тормошҡа ташланып, актив рәүештә йәшәй, ижад итә башларға, уҡырға һәм үҫергә кәрәк. Әҙәбиәт ағасыбыҙҙың бер матур тәлгәше күләгәлә тороп ҡалырға тейеш түгел. Шағир, үҙе әйтмешләй, «ҡайындың да йәме, шауы кәмей, бер тәлгәше генә һынһа ла».
Ә һынырға уның хаҡы юҡ. Был йыйынтыҡҡа ингән бөтә шиғырҙар ҙа тип әйтерлек ошо хаҡта һөйләй. Йыйынтыҡты һис кисектергеһеҙ сығарырға кәрәк. Нур Хәбиров – шағир. Ул шиғырһыҙ йәшәй алмай, тимәк, ул да яҙырға тейеш!

27 октябрь 1967 йыл.
Шағирға бер һүҙ
(Вафа Әхмәҙиев тың тәүге йыйынтығы хаҡында)
Һүҙҙе йәш шағир менән бәхәстән башлағы килә. Был һүҙ юҡтан һүҙ булһын өсөн түгел. Сөнки һүҙ шиғриәттең йәмғиәт тормошонда тотҡан урыны, әһәмиәте һәм бурысы хаҡында бара.
Шиғриәт үҙе барлыҡҡа килгәндән бирле уның хаҡында үҙ фекерен әйтмәй ҡалған, уға үҙ мөнәсәбәтен белдермәгән йәки үҙенең ижад маҡсатын билдәләмәгән бер генә шағир ҙа юҡтыр, моғайын. Әлбиттә, донъяла күпме шағир бар, уларҙың һәр береһе уны үҙенсә аңлатырға тырышҡан. Ләкин, нисек кенә булмаһын, әгәр ҙә һүҙ ысын шиғриәт тураһында бара икән, уның асылы, нигеҙҙә, бер нәмәгә ҡайтып ҡала. Юғиһә, ул башҡаса йәшәй ҙә алмаҫ ине. Кеше тормошонда икмәктең әһәмиәтен аңлатыуҙа әллә ниндәй яңылыҡ әйтеп булмаған кеүек, шиғриәттең әһәмиәте тураһында ла берәй яңылыҡ әйтеү ҡыйындыр. Ләкин һәр шағир уға үҙ мөнәсәбәтен белдерергә хаҡлы, әлбиттә. Шулай уҡ быға йәш шағир Вафа Әхмәҙиев та хаҡлы.
Йыйынтыҡты асып ебәргән «Уҡыусыға бер һүҙ» тигән шиғырында ул, мәҫәлән, былай тип һүҙ башлай:
Күңелеңдә байрам булған саҡта,
Йырлап торған мәлдә бар донъя,
Һин тотонма шиғыр китабына,
Шиғыр юлдарына табынма.
Байрамдарҙа, шау-шыу мәжлестәрҙә,
Һөйгән йәрең барҙа ҡосаҡта,
Шиғри күҙҙәр һиңә баҡҡан саҡта,
Аҙыҡ эҙләү – яҙыҡ китаптан.
Был раҫлау менән, әлбиттә, һис кенә лә килешеп булмай. Йыр-шиғыр, кешенең ҡайғыһында юлдаш кеүек, уның шатлығында ла юлдаш. Нисек инде ул «күңелеңдә байрам булған саҡта»» шиғыр юлдарына табынма», имеш? Ни өсөн «шиғри күҙҙәр һиңә баҡҡан саҡта, аҙыҡ эҙләү – яҙыҡ китаптан»? Авторҙың раҫлауынса, ғашиҡтар ҡосаҡлашып ултырып, шиғыр ҙа уҡымаҫҡа тейеш булалар. Был язаға шағир үҙе үк риза булмаҫ ине, әлбиттә. Был – бер.
Икенсенән, шиғриәттең асылын был рәүешле аңлатыу уны бөтөнләй бер яҡлы, тимәк, хата аңлатыуға килтерә, уның сиктәрен күрәләтә тороп тарайта, уның кеше рухының бай донъяһын танып белеүҙәге сикһеҙ мөмкинлектәрен тик ҡайғы, моң-һағыш тойғоһо менән генә сикләй. Ә бит донъяла, икенсе бер оло шағир әйтмешләй, ҡайғы менән шатлыҡ икеһе бергә ҡосаҡлашып йәшәй. Унан һуң, донъя поэзияһында «донъя ҡайғыһының быуаттар буйы йырланғанлығы, поэзияның кеше шатлығын, уның ижади хеҙмәт, тәбиғәтте еңеү, оло һөйөү шатлығын йырлауға мохтаж икәнлеге, шулай уҡ беҙҙең поэзияның тормошто раҫлаусы һуғышсан поэзия булыуы Вафа Әхмәҙиев кеүек ҙур әҙәби әҙерлеге, киң эрудицияһы булған йәш авторға кон кеүек асыҡ таһа!..
Бындай бер ҡатлы раҫлауға, үҙенең бөтә ижады менән үҙе үк кире ҡаҡҡан был буш фәлсәфәгә ул нисек итеп килгәндер – быныһы бик сәйер.
Поэзияға ҡарата бындай уйлап еткерелмәгән еңел-елпе раҫлауға туҡталып та тормаҫҡа булыр ине. Ләкин һуңғы ваҡытта, үҙҙәрен әле әҙәбиәттә йүнләп танытып та өлгөрмәҫтән, матбуғатта бер биш-алты шиғырын баҫтырыу менән үк, үҙ ижадтарына ниндәйҙер һөҙөмтә яһап, үҙҙәренә «ҡулдан килмәҫ» Пушкин «һәйкәл»ен һалырға ашығыусыларҙың ишәйеп китеүе һағайта тошә. Улар араһында, донъяға яңы фекер әйтәйем әле тип, поэзияны хатта тутығып бөткән иҫке йоҙаҡҡа сағыштырыусылар ҙа юҡ түгел. Әйтерһең, шағир йоҙаҡ ватып асыусы йәки биленә бер бәйләм асҡыс тағып йөрөүсе Плюшкин!.. Бындай плюшкиндарҙан поэзияны хоҙай үҙе һаҡлаһын инде!
Бәхеткә күрә, Вафа Әхмәҙиев ундай йоҙаҡ ватыусыларҙан түгел. Уның кешеләргә асып бирерлек үҙ донъяһы, әйтер һүҙе, был һүҙҙе башҡаларға еткерерлек үҙенә хас моңо – «Тауҙар моңо» – бар. Ул «тауҙарға йырҙар» вәғәҙә иткән. Уның ошо тауҙарға «ҡайтырға ашҡындырып» торған «торналар биргән ҡанаты» ла ышаныслы, ныҡлы ҡанат. Ул тормош тауына менеүҙең хозурлығын да, унан «түбән тәгәрләүҙең аяныс» хурлығын да белә. Шуға күрә уны ғүмер юлында быуаттар аша килгән соғоллоҡ – «Ата аҡылы» оҙатып бара, һәм ул, «нығыраҡ тот йүгәнеңде» тип, үҙен ваҡытында ҡулға алырға ла булдыра.
Эй, ир заты! Аҙарынма,
Нығыраҡ тот йүгәнеңде!
Һис онотма тай атланып
Ҡарт донъяла елгәнеңде.
Юлың оҙон, атың арып,
Ерле юҡҡа бышлыҡмаһын,
Өркөп-нитеп яртылыҡта,
Саң эсенә ырғытмаһын.
Был егеттә инде «Имән» ныҡлығы ла бар. Был ныҡлыҡты ул «имән кеүек ирҙәрҙән» мираҫ итеп алған.
Күргәнегеҙ бармы йөҙ йәшәгән
Ҡарт имәндең геүләп янғанын;
Һис иҫе лә китмәй аяҡ үрә
Ут эсендә баҙлап торғанын?..
... Имән янһа, баҙлап ҡуҙ ҡала,
Ир хаҡында яҡшы һүҙ ҡала.
Был имәндең тамырҙары тәрәнгә – үҙ халҡының данлы тарихына – «Уҡлы ҡая»ға – ереккән.
Ямғыр булып уҡтар яуған.
Дошман ауған. Ҡая торған.
Ир-егеттәр яуҙы борған,
Ҡалҡан булып ҡая торған.
Ҡая торған! Уҡтарын да,
Туптарын да ҡаҡҡан кире,
Торған уға ғәйрәт биреп,
Ут эсендә ятҡан ере,
Үҙе тамыр тартҡан ере...
Мин, әлбиттә, шиғырҙарҙан тик өҙөктәр генә килтерәм. Ләкин шул өҙөктәрҙән дә шағирҙың эске ғәйрәтен, һүҙ менән эш итә белеүен, шиғыр юлдарын ҡойоп ҡуйыуын яҡшы тойорға була.
Уҙған йәштәр семинарында Вафаның шиғырҙары хаҡында улар күберәк аҡыл шиғырҙары, тигән һымағыраҡ фекер ишетелеп ҡалғайны. Был тәү ҡарашта ғына шулай. Сөнки уның шиғырҙарында төрлө «аһ-ваһ»тар юҡ, ә ысын ирҙәргә хас тойғо бар, һәм ул тойғоһон йүгәнләп тота белә, шуға күрә улар тәрәндәрәк ята. Ә тәрән йылға, Дауыт Юлтый әйтмешләй, тауышһыҙ аға. һуңғы ваҡытта шиғырҙа аҡыл һәм тойғо нисбәте хаҡында ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәр бара. Күптәр «интеллект яғында». Әйтерһең, быға тиклем поэзия, әйтәйек, Пушкиндан башлап Блокка тиклем, интеллектһыҙ булған! Ә бит поэзия аҡылһыҙ ҙа, тойғоһоҙ ҙа йәшәй алмай. Улар уның ике ҡанаты. Тик тойғо – аҡыллы, аҡыл тойғоло булһын ғына.
Вафа Әхмәҙиев шиғырҙарында мин ошо аҡыллы тойғоно һәм тойғоло аҡылды күрәм. Был урында уның күпселек шиғырҙарына асҡыс булырлыҡ «Көндәштәр» тигән шиғырын телгә алыр инем.
Күңелемдә ике көндәш йәшәй,
Икеһе лә сәмле, тынғыһыҙ:
Береһе уның аҡыл, икенсеһе —
Тойғоларым, тотоп тыйғыһыҙ, —
ти шағир һәм, был ике «көндәштең» үҙ-ара ыҙғышын һүрәтләп, кеше күңеленең диалектикаһын асып бирә, ахыр сиктә улар икеһе лә бик гармониялы рәүештә «татыулаша»:
Күңелемдәге ике кондәштең
Береһен дә яҡлап өндәшмәм:
Ыҙғышһындар әйҙә талғансы,
Татыулашмай, үҙем ауғансы.
Һәм был «ыҙғыш» бик тәбиғи: кеше күңеле шунһыҙ йәшәй ҙә, үҫә лә алмай. Диалектиканың законы ла шул: үҫеш – ҡапма-ҡаршылыктар көрәше. Был көрәште Вафа икенсе бер шиғырында тағы ла ҡырҡыуыраҡ итеп, контрастар менән бик оҫта һүрәтләгән:
Яртым яна, яртым туңа,
Яртымда – боҙ, яртым – ут,
Яртым бында, яртым унда,
Яртым ярһыу, яртым шуҡ.
Яртым – ҡояш, яртым – болот,
Яртым шат, яртым бойоҡ.
Яртым – ағыу, яртым – дарыу,
Яртым – ҡалҡан, яртым – уҡ.
Яртым ярҙа, ярһыу һыуҙар
Яртымдан ярып үтә;
Яртым ерҙә, яртым күктә,
Яртымды яртым тетә!..
Бабичтың яҡшы йоғонтоһонда яҙылған был виртуоз шиғырға һоҡланмай мөмкин түгел. Бәлки, һүҙ уйнатыу менән автор үтә мауығып та киткәндер, ләкин һүҙ уйнатыу оло сәнғәт юғарылығына күтәрелгән икән, ул да поэзия күренеше.
Поэзия үрнәктәре булырҙай шиғырҙар рәтенә тағы «Ямғыр хаҡындағы йыр»ҙы, «Исмәғил йыры»н, «Үлем хаҡында уйланыу», «Ҡош телендәй генә хәбәр көтәм», «Аҡ сәскәлә ине был йүкәләр», «Аҡ сәскәләр», «Ҡыҙыма» кеүек шиғырҙарҙы индереп булыр ине.
Уларҙан яҡшы йыйынтыҡ төҙөп була. Иң мөһиме – китап кәштәһенә бер яңы китап ҡына өҫтәлмәй, ә үҫеп килеүсе шағирҙар сафына өмөтлө яңы бер шағир өҫтәлә.
Шуның өсөн йомшаҡ йәки үтә томанлы булған өйрәнсек шиғырҙарҙан: «Һүҙҙәрем елдән дә көсһөҙ», «Тыуған еремә», «Әллә нисек инде беҙҙең һөйөү», «Йөрәгем түрендә», «Мин йәшлекте шуға оҡшатам», «Һалдат таңы», «Ауылымда яна ул ут», «Ҡар бөртөгө», «Йәшлегемдең таңы атҡан мәлдә», «Аяҙ көндәй кәйеф яҡшы саҡта», «Тик яҙмаһын берүк», «Бәхет», «Ихласлыҡ», «Ваҡыт икән ғүмер үлсәме» кеүектәрен йыйынтыҡҡа индермәгәндә яҡшыраҡ булыр ине.
Һуңғы өс шиғырҙы ғына алайыҡ.
«Бәхет» – фекере яғынан яңы түгел, дөйөм хәҡиҡәткә ҡоролған. «Ихласлыҡ»ҡа, нисек кенә сәйер булмаһын, ихласлыҡ етеңкерәмәй, бөтә шиғыр өгөт-нәсихәттән тора. Ә «Ваҡыт икән ғүмер үлсәме» – үтә абстракт һәм дөйөм. Унан һуң ваҡытҡа ҡарата нисек инде:
Ишәк һымаҡ һис тә ишелеп,
Сама белмәй туҡтап тормай ул, —
тип әйтергә мөмкин? Ишәк ишелеп торорға, ҡом-тупраҡ затынан түгел дә?!
Бында сама тойғоһо авторға ла етеңкерәмәй. Унан һуң:
Әйтерһең ул гүзәл ерҙәрҙә
Хаким була бөтә донъяға.
Мәғрур ул, хыял уға – тормош,
Ә хыялдан уға нур аға, —
кеүек бөҙрә юлдар ҙа һүҙ ҡәҙерен белгән авторға бик ҡулай түгел.
Ҡайһы бер яҡшы тигән шиғырҙарҙа ла бер үк һүҙҙе күп ҡабатлауҙан тавтологияға күсеп киткән урындар, күп һүҙлелек, кәрәкһеҙгә шиғырҙы һуҙыу, ритмды боҙоу («Заманалар аҡҡан һыу икән»), «күңел», «йыр» һүҙҙәренең йыш ҡулланылыуы, «умырзая сәскә төрөнгән» кеүек килбәтһеҙ һүҙбәйләнештәр, «нурының – тауының» ише зәғиф рифмалар ҡулланыу күренештәре китаптан алған яҡшы тәьҫирҙе боҙоп ҡуя.
Былар, әлбиттә, ентекләп ҡарап сыҡҡанда, еңел төҙәтә торған кәмселектәр. Уларҙы мин һәр шиғырҙа күрһәтә барҙым.
Йомғаҡлап, йәнә һүҙҙең башына урап ҡайтам. «Уҡыусыға бер һүҙ» шиғырын ҡайтанан ҡарап сығырға кәрәк. Вафа Әхмәҙиев һынлы яҡшы шағир шиғриәт хаҡында хата фекерҙә ҡалырға тейеш түгел.
Шағирға әйтер һүҙем шул ине.
Аҫылғужа Баһумановтың «Күк томанлы иртәләр» йыйынтығы хаҡында бер-ике һүҙ
Һуңғы ун-ун биш йыл эсендә әҙәбиәтебеҙ, бигерәк тә шиғриәтебеҙ, дәррәү үҫеш дәүерен кисерә. Был үҫеш һан яғынан да, сифат яғынан да, тормоштоң сағылышы яғынан да тоҫмаллана. Тимәк, әҙәбиәтебеҙ бөгөнгө көндә киңлеккә лә, тәрәнлеккә лә, бейеклеккә лә үҫә тигән һүҙ. Бигерәк тә уға йылдан-йыл быуын-быуын йәш көстәр өҫтәлеп тороуы һөйөнөслө. Тағын да шуныһы ҡыуандыра: егеттәр менән бергә, уларҙан һис тә ҡалышмай, шиғриәт бәйгеһенә бик ҡыйыу рәүештә ҡыҙҙар ҙа ҡатнаша башланы. «Башҡортостан ҡыҙы» журналында ғына ла хәҙер йөҙҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ авторыбыҙ ҡатнаша, һәм уларҙың бик көслөләре, бик һәләтлеләре бар...
Һандуғасҡа ҡунып һайрар өсөн тал кәрәк булған кеүек, тимәк, ҡыҙҙарыбыҙға ла үҙҙәренең баҫма органы булған «Башҡортостан ҡыҙы» журналы мотлаҡ кәрәк булған икән.
Ҡыҙҙарҙың шулай күпләп әҙәбиәткә ынтылыуы, берҙән, халҡыбыҙҙың культура һәм үҙаң кимәленең ниндәй дәрәжәгә күтәрелеүен күрһәтһә, икенсе яҡтан, әҙәбиәттә бығаса төп ижади көс булып килгән ир-ат хаҡында бик ныҡ уйланырға ла мәжбүр итә. Сөнки, кемгә нисектер, миңә ҡалһа, әҙәбиәткә килеүсе йәштәр араһында ҡыҙҙар егеттәргә ҡарағанда ҡыйыуыраҡ, дәррәүерәк килгән кеүек. Ә бынан бер 5–6 йыл ҙур өмөт бағлаған егеттәребеҙ нилектәндер һүлпәнәйеп, баҙап ҡалған кеүектәр, хатта ижади яҡтан ниндәйҙер бер торғонлоҡ кисергән кеүектәр. Был хәл күңелде һағайта төшә. Тормошто актив ҡабул итеү һәләтлеге, шиғри тәьҫирләнеү ижади түлдең (отдачаның) кәмей төшөүе бик ныҡ уйланырға мәжбүр итә.
Шуның өсөн ижад бәйгеһенә килгән һәр бер яңы ир-ат исеменә бығаса күрелмәгән һаҡлыҡ менән, хатта ниндәйҙер бер шик менән ҡарайһың. Күңел нисектер һуңғы ваҡытта ир-ат тауышына һыуһаған, был һыуһын ҡанмаҫ тип эстән генә шомланып та ҡуяһың. Сөнки һуңғы ваҡытта беҙҙең ир-ат та ҡатын-ҡыҙҙарса яҙа башлаған төҫлө. Лирикала беҙ үтә «нескәләнеп», хатта сөсөләнеп киттек, буғай. Ысыҡ-сәскәләр, нур-йондоҙҙар, йыр-моңдар, эңер-таңдар үтә күбәйеп, ҡылыс сыңдарын, бөркөт саңҡыуҙарын, айғырҙар кешнәүен, бурандауылдарҙы баҫып, томалап ҡалған һымаҡ.
Лирика тигән һүҙгә төрөнөп төрлө шыңшыу, илау-һыҡтау, күҙ йәштәре урынына ысын ир һүҙен ишетке килә.
һәм бына Урал аръяғында, Ирәндек буйҙарында Ватан һуғышы бөткән йылда тыуып, Темәс интернат-мәктәбен тамамлап, 8 йыллыҡ мәктәптә уҡытып, унан һуң өс йыл һалдат хеҙмәтен үтәп, хәҙер инде 4-се йыл студент өйрәһен татып йөрөгән Баһуманов Аҫылғужа тигән егеттең «Күк томанлы иртәләр» тигән шиғырҙар йыйынтығы менән танышып сыҡҡас, ошо күптән көткән тауышты шәйләп ҡалғандай булдым.
Традицион бәйге образына ҡоролған «Ваҡыт етте. Бәйгеләргә сығам» тигән тәүге шиғырҙы уҡығас та, ҡолаҡҡа баҙыҡ, сәңгел, ғәйрәтле, хатта сая бер тауыш яңғырап китте.
Ваҡыт етте. Сығам бәйгеләргә.
Кирелеп тә тороп еләйем,
Елеүҙәрҙең тәмен беләйем.
Иң беренсе килеп, теҙгенемде
Бәхет ҡаҙығына эләйем! —
тигән егет ҡәһәтләнеүе бар был тауышта. Бәлки, һауалыраҡтыр ҙа? Ләкин шундай ниәт булыуы насар түгел. Маршал булырға дәрт итмәгән һалдат һалдатмы ни ул!
Эй, еремдең нурға сумған
Күк томанлы иртәләре!
Ысығында тәгәрәтеп,
Ҡосағында иркәләүе!
Ысыҡ, әлбиттә, бында ла бар. Ләкин был усҡа һалып тәсбих әйтеп, бышылдап ултыра торған ысыҡ түгел, ә үҙең тәгәрәп ятып аунай торған кешесә ысыҡ. һандуғастар һыу тип эсә торған тәбиғи ысыҡ.
Далаларҙың, һай, шул киңлеге —
Күкрәк киреп толпар сапмаға!
Саҡрымдарҙы аҙым итер ирҙәр
Юл сығалар бәхет тапмаға.
Таң һарынан ҡара кискәсә
Татырлы ла ерҙе шаңғытып,
Һыбайлылар елә, бар донъяға
Тир еҫе һәм ғәйрәт аңҡытып.
Ә һуң бәхет ҡошо табылғанмы,
Үтәлгәнме ирҙәр теләге? —
Мәгәр сос һыбайҙың ҡороғона
Ҡояш үҙе ҡайта эләгеп!..
Тир еҫе, бәлки, эститек яҡтан бик зауыҡлы уҡ түгелдер, ләкин был ғәжәп ҡояшлы һәм кешесә, ирҙәрсә шиғыр. Исмаһам, ғәйрәт, ныҡлыҡ, киңлек тояһың унан. Йыйынтыҡта бындай тормошто, йәшәүҙе, ҡаһарманлыҡты раҫлаусы, Аҫылғужаның үҙенсәлекле тауышын билдәләүсе, мускуллы шиғырҙар байтаҡ. Уларҙы мин айырыуса «Бер взвод һалдат яланда...» «Ялған булды бер саҡ һүҙем», «Дала иңләп», «Күләгәлә ҡымыҙ әсәбеҙ», «Ҡайғы ауырлығы ни сама», «Ауылым эргәһендә ҡара урман», «Көҙгө аҡлан», «Башҡортостан», «Салауат нисә йәшендә», «Ҡурайға йыр», «Ҡояшты тиңләп тәңрегә», «Яңы йыл тураһында һүҙ» тигән шиғырҙарҙы күрһәтер инем. Тартылған кереш кеүек юлдар уларҙа!
Һуңғы шиғырҙа мин хатта Лонгфеллоның «Гайавата хаҡындағы йыр» киңлеген тойғандай булдым.
Был шиғырҙар поэзия яралғандан бирле үҙләштерелгән традицион темаларға ҡоролған булһалар ҙа, уларҙың һәр береһендә был темалар яңыса яңғыраш ала. Уларҙа йәш шағирҙың шиғри образ менән, һүҙ материалы менән эш итә белеүен, ыҡсымлыҡҡа эйә булыуын күрәһең. Шулай уҡ эске динамика, фекер ағышының көтөлмәгәнсә яңы төҫ алыуы, афористик һаранлыҡ, сама тойғоһо – былар бөтәһе лә йәш авторҙың шиғыр культураһына ярайһы уҡ күтәрелеүен раҫлай. Унан һуң Аҫылғужа тәбиғәт донъяһына бик үҙенсә ҡарай белә: бер-ике штрих, бер-ике һыҙат менән сағыу, гравюра һымаҡ асыҡ картиналарҙы күҙ алдына килтереп баҫтыра.
Мәҫәлән, «Ауылым эргәһендә ҡара урман» шиғырындағы:
Бал ҡорттары һәр бер ағасына
Тәпән-тәпән итеп бал аҫҡан;
Муйылдарҙың көн көйҙөргән тәнен
Ҡомалаҡтар алған уратып, —
кеүек юлдар йәки «Көҙгө аҡлан» шиғырындағы:
Көҙгө аҡлан. Бер ситендә
Хужаһыҙ ҡалған ҡыуыш.
Күптән һүнгән торонбаштар.
Япраҡ ҡойолған тауыш.
Сеү! Мин аттар бышҡырыуын
Ишетәм түгелме шул?
Ишетәм дә ҡурпы еҫенә
Иҫерәм түгелме шул, —
кеүек строфалар ҙа ошо хаҡта һөйләй. Бында күҙ ҙә, ҡолаҡ та, еҫ тойоу органы ла – бөтәһе лә теүәл эшләй. Мин дә автор менән бергә:
Күргәндәймен күк томанда
Һырғый ҡарағайҙарҙы,
Усаҡ тирәләй ултырған
Терпе баш малайҙарҙы.
Аҫылғужа донъяға, тәбиғәткә, кешеләргә ниндәйҙер тәбиғи, алсаҡ, сәләмәт мөнәсәбәттә, ул бөтә нәмәгә көр күңел менән ҡарай белә, аҡ һырма кейгән урманда, ҡар ҡаплаған кәбәндә лә йәй йомартлығын, йәй хозурлығын, күңел көрлөгөн тоя.
«Салауат нисә йәшендә?»
Хаҡлыҡ өсөн көрәш йәшендә,
Бәхет өсөн көрәш йәшендә!» —
был ҙур табыш, эпиклыҡҡа юл.
«Яңы йыл тураһында һүҙ»ҙә Аҫылғужа эпик киңлектәргә әйҙәй төҫлө. Тәүҙә уны баллада, легенда кеүек эпик башланғыстар көтә кеүек.
Ләкин уға яҙылғаны менән генә ҡәнәғәт булмайынса, яҙасаҡтары менән йәшәргә кәрәк. Ҡаянан ҡубып төшкән таш ҡына етмәй, ҡаяның үҙен ҡуптарырға ине. Аҫылғужала был ғәйрәт етерлек. Уға бөркөттәр киңлеге кәрәк. Ә ҡанаттар тик осҡанда нығый. Ирлек, егетлек, ҡаһарманлыҡ ылығыр тигән өмөт нығый.
Аҫылғужаның ижад биографияһы әле башлана ғына. Шиғырға үҙеңдең бөтә яҙмышыңды, барлығыңды ышанып тапшырғанда ғына, ул һиңә ышана ала.
Етешһеҙлектәр: ҡабатлау, форма бер төрлөлөгө, өйрәнсеклек, ритм-рифмаға талапсан булмау, диалектизмдар, натурализм күренештәре. Быларҙы хәл итергә була.
Йыйынтыҡ бар. Иң мөһиме – шағир бар.
Павел Васильев тибындағы шағир килә!

25 февраль 1971 йыл.
Бөркөттәр төйәге
Хәсән Назаровтың тәүге шиғырҙарын әле ул Совет Армияһында хеҙмәт иткән сағында уҡ уҡығайным. Башта уның менән хаттары аша танышып, һуңынан үҙен күреп белеп, яңы яҙған һәр бер шиғырын уҡып, уның үҙ-үҙенә ғәжәп талапсан, тормош һәм шиғриәт хаҡында етди уйланыусан, әҙәби һүҙ сәнғәтенә табынып йәшәгән йәш шағирҙы күреп ҡыуандым. Сөнки йәш ҡәләмдең әле яҙғандарынан бигерәк яҙасаҡтары, бөгөнгөһөнән бигерәк иртәгәһе – әле тубырсыҡ эсендә йәшеренеп ятҡан ҡарағайҙан киләсәктә ҡоластарын йәйеп шаулар ҡарағай ҡәҙерлерәк.
Әҙәбиәткә кисә балҡып килеп инеп тә, бөгөн әйтер һүҙҙәрен әйтеп бөткән йәштәр ҙә аҙ булманы, шуның өсөн йәш кешенең потенциаль мөмкинлектәре – киргәненән кирер ҡоласы бик мөһим нәмә.
Йәшлек – үҙе үк шиғриәт, тиҙәр, ә бына йәшлекте ғүмер буйына һаҡлап алып ҡалыу һәләтлеге – был инде шағирҙың бәхете! Шағирлыҡ ул донъяға ғүмер буйы бала күҙе менән бағып, уның бөтә ҡайғы-хәсрәттәрен, бәхет-ҡыуаныстарын үҙ күреп ҡабул итерҙәй һиҙгер йәш йөрәк, ярһыу күңел аша үткәреп, уның хаҡында аҡһаҡалдар соғоллоғо менән сәсәндәрсә фекер йөрөтә беле үҙәлер. Был ҡәбилиәт һәр кемгә теймәй. Бының өсөн, тәбиғи һәләтлектән тыш, аяуһыҙ хеҙмәт менән бергә ошо һәләтлегеңде халҡың рухы өсөн бер маҡсатҡа тупларҙай ғүмерлек ихтыяр ҙа кәрәк.
Хәсән Назаров йөҙөндә мин бына ошо, егет йөрәгендә ятыр эйәрле-йүгәнле ат ише, аҫыл хазиналарҙың башланғысын күреп ҡыуанғайным. Хәҙер инде ул хазиналарҙың күҙгә күренеп асыла барыуына һөйөнәм. Ул һәр саҡ үҙ-үҙенән ҡәнәғәтһеҙ булып, һәр яҙған шиғырына бөгөнгө ҡаҙаныштар бейеклегенән ҡарап, ныҡышмалы рәүештә үҙ тауышын эҙләй. Һәм был тауыш – яңы шағир тауышы – уның үҙенә лә һиҙелмәҫтән, ярайһы уҡ төҫмөрләнеп тә килә. Бишектәге бала бишкә төрләнгәндәй, был тауыш та, әлбиттә, төрлө моңдар менән байығыр, заман тауышына аһәңдәш булып, яңы ауаздар менән тулыланыр, тормош һәм күңел тәжрибәһе менән ҡушылып, үҙенең көс-ҡеүәтен нығытыр; әммә уның төп моңо, асылы инде төҫмөрләнеп еткән, быуынға ултырған һәм Хәсәндең үҙ быуындаштарының тауышы булып яңғырарҙай тип әйтергә була. Уның «Бөркөттәр төйәге» тигән тәүге китабы асыҡ раҫлай быны.
Һәр сағыштырыу аҡһай, тиһәләр ҙә, һәр күренеште сағыуыраҡ күреү өсөн, уны башҡа күренештәр менән сағыштырып ҡарамай ҙа булмай.
Хәсән Назаров хаҡында һөйләгәндә, ирекһеҙҙән уның ҡәләмдәшен, шул уҡ һалдат юлын үткән Рәшит Назаровты иҫкә төшөрәһең. Фамилиялары менән аҙаш булһалар ҙа, бер-береһенән улар бөтөнләй айырылып торған икеһе ике характер. Хатта уларҙы шиғриәттәге бер-береһенә ҡапма-ҡаршы торған антиподтар итеп ҡарарға ла булыр ине.
Әйтәйек, тегеһе – Рәшите – ярһыу, ә быныһы сабырыраҡ тәбиғәтле. Тегеһе киң ҡоласлы образдар менән уйлаһа, быныһы тормош һәм тәбиғәттең бик ваҡ деталдәренә лә ентекләп ҡарай белә. Әйтерһең, береһенең ҡулында – телескоп, икенсеһенекендә – микроскоп. Тегеһе бер аҙ ҡырыҫыраҡ булһа, быныһы баҫалҡыраҡ. Рәшит ярһыу тойғоло, хатта космик образлы романтик булһа, Хәсән эске кисерештәр менән тулы сабыр моң шағиры – нескә лирик. Тәүгеһе шиғыр структураһын ҡороуҙа эре, сағыу мозаика менән эш итһә, баҙлап торған төҫтәр яратһа, икенсеһе йомшаҡ, яғымлы акварель менән эш итә, ярым күләгәле, береһенән икенсеһенә талғын ғына, һиҙҙермәй генә күскән төҫтәрҙе үҙ итә. Бөтә шиғыр туҡымаһында Рәшиттәге мажор урынына быныһында минор ноталары өҫтөнлөк ала. Быларҙың ҡайһыһы яҡшыраҡ һуң? Минеңсә, икеһе лә яҡшы – имәне лә, ҡайыны ла!.. Сөнки һәр рәссам, һәр музыкант үҙенең эске донъяһына, үҙ тәбиғәтенә, үҙ тауышына тоғро булырға тейеш. Шулай булмаһа, улар үҙҙәренә хыянат итер, береһе Левитан, береһе Врубель булайым йәки береһе Маяковский, береһе Есенин булайым тип, эклектикаға бирелер ине; ундайҙар эҙләнеүсән булмай, эйәреүсе генә булып ҡала. Стиль, почерк бит, Жюль Ренар әйтмешләй, кешенең үҙе, уның йөҙө, һүҙе. Ғәриплектән башҡа, донъяла һәр кем үҙен эҙләһен, шунда ғына ул әҙер әҙәби ҡалыптарҙан ҡотолоп, эклектикаға бирелмәйенсә, үҙенең шиғри һүҙен табасаҡ...
Хәсән Назаровтың тәүге шиғырҙарынан алып һуңғы ваҡытта яҙғандарына – «Бөркөттәр төйәге» китабына тиклем уның үҙ тауышын эҙләүҙә дөрөҫ юлдан барғанын, ул тауышты үҙ ерлегенән тапҡанын һәм уны үҙенсә нығыта барғанын асыҡ күрергә була.
Бына уның үҙ ғүмерендә һәр шағир яҙған тыуған ауыл һәм изгеләрҙең-изгеһе булған әсә хаҡындағы тәүге шиғырҙары.
«Ҡырҙарын бишек итеп», бүләккә моңдарын алған тыуған ауыл!..
Саң-саң иткән салғы сыңын
Тыңлай сауҡалыҡтары.
Уйнай шунда аҡланында
Сапсан ҡолонсаҡтары.
Һәр кем, ҡан-ҡәрҙәше күреп,
Йөрәк дарыуы бирә.
Татлы һүҙ, асыҡ йөҙ менән
Эс-бауырыңа керә.
Шул юлдарҙан уҡ йәш шағирҙың тел ҡәҙерен, һүҙ бәҫен яҡшы тойоуын, тыуған ергә, уның эшсән кешеләренә мөнәсәбәтен, уның үҙенең дә «сүкетеп, ер һиңкетеп», менгегә тайҙар өйрәтеп, ер улы булып үҫеүен, шуға күрә уның «Һәр ҡыуаҡлыҡ, таллыҡта һайрар ҡош» булыуын күрәһең. Шиғыр юлдарындағы хатта өндәр яңғырашына ла һоҡланмай булдыра алмайһың. Улар бик тәбиғи һәм тәбиғәттең үҙ өндәре булып яңғырай.
Иңбашыңда көйәнтәләп ташып,
Шишмәләрҙең тәмен татытҡан.
Миңә һаман йылы бирер өсөн
Тормошта ул аҙмы ут йотҡан...
«Әсәйем» шиғырындағы был юлдар ҙа тик әсәгә оло мөхәббәт молдорәмә тулы күңелдән генә түгелергә мөмкин. Ғөмүмән, Хәсәндең әсәгә арналған байтаҡ юлдарында был мөхәббәт тыуған ергә булған һөйөү дәрәжәһенә күтәрелә. Мәҫәлән, «Һалдатҡа оҙата ауыл» шиғырында әсә образы аша улын һалдатҡа оҙатҡан ил образы күҙ алдына баҫа. Беҙҙең күптәребеҙҙең яу яландарынан әйләнеп ҡайта алмаған атайҙарыбыҙҙы оҙатҡан әсәйҙәребеҙ инде улдарын ил сиктәренә осороп ебәргәндә, ил күңелен, ил сабырлығын һынландырған тере һәйкәл түгелме һуң?
Һәр кем ашыға әйтергә
Йылы һүҙ, изге кәңәш.
... Әсәкәйем баҫып тора
Сабырлыҡ менән йәнәш...
«Юл кейеме өҫкә кейелгән» тигән иң яҡшы шиғырҙарҙың береһендә лә әсә образы тыуған ил образы менән йәнәшә тора.
Юҡ, туҡтатма, әсәй, улыңды,
Минең өсөн кем һуң юл ярһын?
Өмөттәрем еккән аттарҙы
Бәхеттәрем генә туғарһын!
Шундай улына ил-әсә ҡалай инде үҙ фатихаһын бирмәҫ тә ҡалай итеп үҙ яҙмышын уның ҡулына ышанып тапшырмаҫ? Сөнки уның улы донъяның бөтә матурлыҡтарына ғашиҡ йөрәкле.
уның бөтә йән эйәләренә шәфҡәт һәм миһырбанлыҡ менән тулы бәғерле. Бер кем эргәһенән дә ғәмһеҙ үтеп китә алмай ул.
«Ҡояш-өләсәй ҡунаҡтан әле ҡайтмаған төҫлө» болотло, һалҡын көҙгө көндә «әллә ни ҙур эш итеп» япраҡтар йыйып йөрөгән бер сабыйҙы ла:
Аңлап уны, һөйөп үтәм
Ҡәҙерле моңдаш итеп, —
ти ул. Сөнки ошо япраҡ йыйған сабыйҙа ла ул үҙенең ҡәрҙәшен, моңдашын күрә.
Был донъяға һөйөп-һағынып килдем,
Һағыныуым ҡалыр киткәс тә...
Минеңсә, был юлдар Хәсән Назаровтың бөтә шиғырҙарына асҡыс булырлыҡ.
«Ир-атҡа төйәк, терәк булып күкрәп тыуған, сафлығын да һалҡын шишмә итеп эсергән» тауҙарҙа ла кешеләрҙең ҡәрҙәшен күргән шағирҙың был тәүге йыйынтығын бер һүҙ менән «Ҡәрҙәшлек» тип атарға ла булыр ине. Эйе, был шиғырҙар туған тәбиғәткә, тыуған ер-һыуға, тыуған тауҙарға, шул тауҙарҙы төйәк иткән бөркөт йөрәкле кешеләргә, шул тау-таштарға данлы тарих яҙған ҡаһарман халҡыбыҙға оло һөйөү, йөрәктән һыҙылып сыҡҡан ҡәрҙәшлек тойғоһо менән тулы. Был тойғо – кешеләрҙең ҡайғы-хәсрәтенә, уй-хыялдарына һәм уларҙың бөтә булмышына, яҡты киләсәгенә ҡәрҙәшлек тойғоһо. Был тойғоно йәш шағир үҙенсә баҙыҡ образдар, ихлас йөрәк һүҙе һәм философик фекерләүҙәр аша бирергә тырыша. Был ынтылыш шиғырҙан шиғырға киңәйә, тәрәнәйә, камиллаша бара. «Бөрйәндә», «Ир ҡанаты», «Атым, затым, заманым», «Туғайҙа», «Үҙе түгел, аты абынһа ла...», «Иҫендәме, күгүләндәр кисеп...», «Усаҡ яна...» ише шиғырҙарҙа – Хәсән Назаров шиғриәтенең төҫө, моңо, бөтә булмышы.
Әлбиттә, йәш шағирҙың был үҫеш юлында үҫеш сирҙәре лә юҡ түгел. Әйтәйек, телде нескә тойоу, һүҙ байлығына ынтылыу ҡайһы саҡта бик етди шиғырҙа ла үҙенең кире күренештәренә – саманы онотоп ебәреүгә алып килгеләй.
Хәсән Назаровҡа асылда теүәл һәм бай рифмалар эҙләү, яңы рифмалар ҡулланырға тырышыу хас. Әммә был тәңгәлдә матурлыҡты тоя белеү ҙә ҡайһы саҡта мауығыуға әйләнеп киткеләй.
Ә былай, тотош алғанда, һүҙ туҡымаһы, тел нескәлеге, буяуҙар баҙыҡлығы яғынан Хәсәндең был «Бөркөттәр төйәге» китабындағы шиғырҙары йәш шағир өсөн, йәштәр ижады өсөн күптәр күңеленә тик ҡыуаныс ҡына өҫтәр.
Буяуҙар баҙыҡлығы, образлылыҡ һәм һүҙ моңо тигәндән, уларҙың ерҙең, тормоштоң үҙенән үҫеп сығыуы, уҡыусы күңеленә һиҙҙермәҫтән инеүе ҡиммәт. «Туғайҙа» шиғырында, мәҫәлән, автор былай ти:
Салғым уйнай ҡулдарымда,
Бәреп йөҙгә ер тынын.
Оса ҡыйып, оса ҡайып,
Берсә йырлап, бер тынып.
Бакуй үрелә толомдай,
Сыжлап үткән ыңғайҙа.
Ә ни тора салҡан ятып
Ял итеүе туғайҙа!
Шул саҡ ҡапыл йәшен ялтлап,
Уйҙарҙы һүтеп китә,
Талда элеүле салғымды
Сыңлатып сүкеп китә.
Ер-күгебеҙгә ауаздаш был имен хеҙмәт картинаһын тик тәбиғәт балаһы ғына шулай күрә һәм кисерә алалыр.
Хәсән шулай уҡ афоризм булырҙай ҡанатлы һүҙҙәр ярата. Был йәһәттән уның иң яҡшы шиғырҙарынан «Уҡ» тигәнен үрнәк итеп алырға мөмкин:
Уҡ баһаһы – атылғандан һуң,
Һүҙ баһаһы – әйтелгәндән һуң.
Мәрәйлектә – мәргәнлек ирке,
Мәргәнлектә – егетлек күрке.
Уҡ ҡөҙрәте – ян керешендә,
Ир ғәйрәте – ил кәңәшендә.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны ғына әйткем килә: Хәсән Назаровтың был моң-хискә бай, бик тә кешелекле һәм талантлы йыйынтығы үҙ-үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан йәш шағирға ҡарата ҙур өмөттәр уята. Ә шағир юлы, уйлаһаң, башлана ғына әле. Авторға аҡ юл теләп, ахырҙа ул Рәсүл Ғамзатовтан бик матур тәржемә иткән «Йәш шағирға» тигән шиғри кәңәште генә ҡабатлайһы килә:
Ҡайғы, шатлыҡтарҙы тик үҙенсә
Тоя, күрә белһен йөрәгең.
Бер үк энә менән тегәләр бит
Аҡ кәфенде һәм туй күлдәген.
Бәхет хаҡында яҙ, бәхетһеҙҙе
Урап үтмә, уйың тар итмә,
Көмөш шишмәне бит һалҡын ҡар һәм
Яҙ йылыһы бергә бар итә.
Мөхәббәтте йырла илһам менән,
Тик тағы ла шуны онотма:
Ысын һалдат ниндәй осраҡта ла
Нәфрәт хисен һис бер онотмай...
1972 йыл, «Ағиҙел» журналы
Илле шиғыр хаҡында
(Мәүлит Ямалетдиновтың «Аттар саба» китабына)
Шағирҙың донъяһын йөҙләгән шиғырынан да белеп бөтөү мөмкин түгел. Ләкин уның шағирмы, түгелме икәнен бер генә шиғырынан да тоҫмалларға булалыр.
Мәүлит Я малетдиновтың «Аттар саба» тигән тәүге шиғырҙар китабын уҡып сыҡҡас, башҡорт поэзияһына яңы бер исем өҫтәлеүенә һөйөнөп, мин ошо хаҡта байтаҡ уйланып йөрөнөм.
Сөнки һуңғы йылдарҙа шиғриәткә килеүсе йәштәр араһында яңы исемдәрҙең бик һирәк күренеүе, күренгәндәренең дә дөйөм һүҙ ағымы эсендә юғалып ҡалыуы, ә инде бер-ике китап сығарғандарының, бик маһайып китеп, ижади яҡтан үҫмәйенсә, бер урында тапанып тороуҙары бик хәүефләндерә.
Был күренештә, әлбиттә, бөтәбеҙҙең дә ғәйеп барҙыр. Ҡайһы бер йәштәрҙе гражданлыҡ һәм ижади яҡтан етлекмәгән көйө ашығып Союзға алыу ҙа, нәшриәт һәм редакцияларҙа профессиональ талапсанлыҡтың етешмәүе лә һәм ысын поэзияны ялғандан айыра барырға тейеш булған әҙәби тәнҡиттең ғәмһеҙ булыуы ла ижади торғонлоҡҡа килтерә торғандыр.
Ә ижад булмағанда, һүҙ генә күбәйә.
Быны бигерәк тә шиғыр кисәләрендә ныҡ тояһың. Ҡайһы берәүҙәрҙең шиғыр тигәнен тыңлайһың да, ни хаҡында булды әле был, тип аптырайһың.
Һүҙҙәр, һүҙҙәр, һүҙҙәр!.. Ә күңелдә был һүҙҙәр шарламаһынан бер-ике ынйы бөртөгөнән башҡа бер ни ҙә тороп ҡалмай. Уларын да әле ҡасандыр, кемдеңдер китабынан уҡыған булғанға ғына ҡолаҡҡа элеп ҡалаһың.
Әлбиттә, былай һүҙ менән уйнаш итеүҙең шиғриәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Ә был һүҙҙәр йыйылмаһы китап булып сыға икән, был бары һүҙ менән кәсеп итеү генә. Анһат кәсеп, әлбиттә! Ә шиғриәткә бынан күпме зыян!.. Кәсепселәр бит һүҙҙең бәҫен ебәреп кенә ҡалмайҙар, ә үҙҙәренә саҡлым әйтелгән шиғри фекерҙәрҙең дә, башҡалар тапҡан шиғри табыштарҙың да тәүге сафлығын, күркен, йәмен мәсхәрә итәләр, уҡыусының күңелен биҙҙерәләр. Ундайҙар тик әҙергә хәҙер генә булып йәшәй. Әҙер темалар, әҙер формалар, әҙер образдар менән эш итәләр. Уларҙың кешеләргә әйтер һүҙҙәре лә, башҡаларҙан айырылып торған йөҙҙәре лә, үҙ донъялары ла юҡ. Ҡыҫҡаһы, үҙ шәхестәре юҡ. Ундайҙар үҙе ҡүрҡа, үҙе йолҡа тигәндәй, башта ҡыйыуһыҙыраҡ булһалар ҙа, үҙҙәренә һүҙ әйтеүсе-нитеүсе булмағанын күреп, тора-бара хатта көпә-көндөҙ, күҙгә ҡарап ҡараҡлыҡ ҡыла башлайҙар. Башҡаларҙың рухи милкенә законлы хужа булып алалар.
Ә ҡарауылсы – тәнҡит бабай – һөрән һалаһы урынға, үҙенең кандидатлыҡ толобона төрөнөп, докторлыҡ төштәрен күреп, йоҡлай бирә. Йоҡоһонан уянған хәлдә лә күрер нәмәне күрмәй үтә, ә күрмәҫтәйен ҡапшап таба, хатта тешһеҙ урты менән һурып сығара...
Ләкин тере фекер, ысын шиғриәт уның әҙер кәштәләренә, һүҙ-төшөнсәләр ҡыҫаһына ҡарап тормай, әлбиттә. Ул үҙ законы менән йәшәй, эҙләнә, таба. Ҡаулан балаҫты ярып сыҡҡан үлән кеүек, ҡалҡынып, яңы һүҙ әйтә. Яңы исемдәр шулай килә...
Шулай ҙа, бер ауыҙың бешкәс, һалҡын һыуҙы ла өрөп әсәһең.
Һәр яңы исемгә инде ниндәйҙер һынсыл һағайыу менән ҡарайһың, уның һәр яҙған юлына ҡаҙалыусаныраҡ булаһың һәм төрлө яҡтан төпсөп уҡырға тырышаһың. Ләкин бер-ике шиғырҙы уҡығас та, күңелде ҡыҫып торған был тойғо юҡҡа сыға. Үҙеңде әллә күпме шырлыҡтарҙы ярып үткәндән һуң сәскәләрҙең хуш еҫтәре аңҡып торған ҡояшлы иркен аҡланға килеп сыҡҡан кеүек хис итәһең.
Мәүлит Ямалетдиновтың «Аттар саба» китабын уҡый башлағас та, күңелде ошо сафлыҡ, яҡтылыҡ, иркенлек тойғоһо биләп ала. Әҙәбиәткә шундай үҙенсәлекле, үҙенең әйтер һүҙе һәм ҙурмы-бәләкәйме үҙ донъяһы булған яңы шағир килеүен күреү бик тә ҡыуаныслы, әлбиттә.
Илле шиғырҙан торған был китапты мин бер тында уҡып сыҡтым. Минең алда төрлө ваҡытта яҙылған төрлө шиғырҙар тупланған ғәҙәти бер йыйынтыҡ түгел, ә талантлы шағирҙың эске һиҙемләүе менән бик ентекләп һайланған, билдәле бер маҡсат ҡуйып, үҙенсә бер композицияға ҡоролған шиғырҙар ята ине. Бындай әҙерлек үткән тәүге китаптар һирәк була, әлбиттә.
Мәүлит Ямалетдиновтың шиғырҙары бынан бер йыл элек шағирҙар секцияһында тикшерелгәйне инде. Унда бөтәбеҙ ҙә авторҙың үҙенсәлекле һәм өмөтлө булыуын билдәләп, кәмселектәрен күрһәтеп, байтаҡ кәңәштәр ҙә биргәйнек.
Был һөйләшеү бушҡа китмәгән икән. Ошо ваҡыт эсендә ул үҙ ижады хаҡында күп уйланған, үҙ өҫтөндә күп эшләгән һәм бына килеп әҙер китап менән сығыш яһай.
Китапта өйрәнсек йәки күнекмә шиғырҙар юҡ дәрәжәһендә. Күпселек шиғырҙары шағирҙың үҙ тауышы, үҙ мине, үҙ холҡо барлығын әйтеп тора. Үҙенсәлекле шағирҙың кәмселектәре лә үҙенсә. Улар ижад процесында иҫкермәй ҡалған, еңел төҙәтерлек кәмселектәр (мин уларҙы текста күрһәтә барҙым). Иң мөһиме – шағир үҙе бар, эйе, шағир һәм талантлы шағир, тип мин икеләнмәй әйтә алам.
Шиғриәткә үҙенең бөтә тәбиғәте менән, уй-фекер йөрөтөү үҙенсәлеге менән башҡорт халыҡ ижадының бай хазинаһына ереккән, донъяны танып-белеү ҡеүәһе менән зирәк аҡыллы сәсәндәр традицияһына яҡын торған «һүҙгә һаран, фекергә йомарт» шағир килә.
«Тыуған яғым гүзәл яҡ булды» тигән тәүге шиғырҙан килтерелгән ике юл тәүге бүлеккә исем дә, эпиграф та булып тора:
Халҡым күңеле аҫыл таш булды,
Рухым аҙығына тат булды.
Был юлдар, шағирҙың ижад сығанаҡтарын асыҡлап, шиғырҙарҙың тәбиғәте менән халыҡ ижадына, халыҡ тарихына һәм халыҡ тормошона яҡынлығын да билдәләй. «Ҡайтыу» шиғырында әйтелгәнсә, авторҙы:
Һәр әкиәт үҙенсәләй
Балалыҡҡа алып ҡайта.
Сәйәхәттәр бушҡа түгел —
Ай үҫәһен көндә үҫеп,
Бөгөнгөгә байып ҡайта.
Халыҡ ижадына хас булғанса, шағирға афористик тел, тапҡырлыҡ һәм ябайлыҡ хас. Мәҫәлән, һигеҙ юллыҡ шиғырҙа ғына күпме мәғәнә ята:
Йәшлек бит ул – йүгәнһеҙ ат,
Алдын бирмәй ҙә ҡуя.
Шул дәүер була бер ҡабат,
Үтһә – килмәй ҙә ҡуя.
Ҡартлыҡ – ҡарт ат, туйҙа елмәй,
Елһә – үтмәй ҙә ҡуя.
Ҡартлыҡ һинән һорап килмәй,
Килһә – китмәй ҙә ҡуя.
Йәки ғәрәп-фарсы шиғриәтенән килеп ингән робағи формаһын ҡулланып яҙылған «Йәйғор» шиғырын ғына алайыҡ:
Күк күкрәне, йәшен йәшнәне,
Һарайҙағы айғыр кешнәне,
Күктән яман күкрәп, ерҙе сапсып,
Ауыҙлығын өҙә тешләне.
Менеп ошо ярһыу айғырға,
Ҡаршы саптым килгән ямғырға.
Бар ниәтем – алдан барып етеү
Ямғырҙан һуң ҡалҡыр йәйғорға.
Елдәй еләм йәйғор артынан,
Һыуҙар кисеп, тауҙар артылам.
Сапҡан һайын ара алыҫайып,
Аҡ күбеккә батты атҡынам.
Күл, йылғалар ташты ямғырҙан,
Йыуашланды аҫау айғыр ҙа.
Ат атланып шып-шып ҡайтып индем,
Өмөтөмдө өҙөп йәйғорҙан...
... Күк күкрәне, йәшен йәшнәне,
Һарайҙағы айғыр кешнәне.
Хыял ҡыуған малай иҫкә төшөп,
Иренемде ҡырҡа тешләнем.
Йөкмәткенең байлығы хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ: тотош бер тормош. Ниндәй генә аяныслы булмаһын, балалыҡ хыялдарының ҡырыҫ ысынбарлыҡ менән тәүге ҡаршылыҡтары тыйнаҡ һәм яҡты бер йылмайыу менән иҫкә алына. Ләкин йәйғор ҡыуған малай характерында эпос батырҙарына хас булған киң ҡолас, сая егетлек күрәһең. Уның әле был доньянан киткәнгәсә йәйғор ҡыуасағына ышанаһың. Тик инде ул уны башҡасараҡ ҡыуасаҡ!
Һүрәтләнгән трагик хәлгә ҡарата халыҡсан күңел күтәренкелеге, киләсәккә өмөт менән ҡарау шиғырҙың формаһында ла күренеп тора. Боронғо робағи формаһы үҙенсә бер яңы төҫ алып, халыҡ ижадындағы йәйғор төҫлө сағыу образдар менән ҡаймаланып, бик тәбиғи үрелеп бара. Йәш шағир ижадының иң сағыу үҙенсәлектәренең береһе – сәсәнлек ҡеүәһе – айырыуса уның «Йомаҡ» тигән шиғырында ярылып ята. Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсән әйтешен хәтерләткән был әҫәрҙе мин, әлбиттә, «Әйтеш» тип атар инем. Бында сәсәндәрҙең әйтеш традицияһы бик уңышлы файҙаланылған. Һәр һорауға ҡайтарып бирелгән яуап тапҡыр һәм тәбиғи (әйтеште тулыһынса килтерәм):
Ирәмәлдең ҡан тамыры
Нимә булыр икән ул?
Бер кителһә, ялғап булмай, —
Ул ни булыр икән ул?
Ирәмәлдең ҡан тамыры
Иҙел булмай, ни булһын!
Бер кителһә, ялғап булмай, —
Күңел булмай ни булһын!
Үҙе бөтһә, эҙе ҡалыр, —
Белһәң ине, ни икән?
Ташһа, аҡыл тыя алмаҫ,
Күрһәң ине, ни икән?
Үҙе бөтһә, эҙе ҡалыр, —
Йәшлек көсө түгелме?
Ташһа, аҡыл тыя алмаҫ –
Һөйөү хисе түгелме?
Илатҡан да, йыуатҡан да
Нимә булыр икән ул?
Һиңә дуҫ һәм дошман тапҡан —
Ул ни булыр икән ул?
Илатҡан да, йыуатҡан да
Йыр-моң булмай, ни булһын?
Һиңә дуҫ һәм дошман тапҡан —
Холҡоң булмай, ни булһын!
Күрәһегеҙ: автор телдең мәғәнәүи нескәлектәренә бик һиҙгер, һүҙҙең тослоғон, бәҫен белеп эш итә. Әгәр тәүге һәм һуңғы строфала ҡәтғи раҫлау бик тәбиғи булһа, уртансы строфала ул бик урынлы булып бөтмәҫ ине. Бында бик әҙәпле һорау-яуап бирелгән. Ниндәйҙер эске бер такт бында үҙенән-үҙе икенсерәк, йомшағыраҡ интонацияны талап иткән.
Белмәйем, бындай үҙенсәлектәрҙе башҡа телдә биреп булыр инеме икән – әйтеүе ҡыйын. Был урында беҙ һәр халыҡтың бик нескә психологик үҙенсәлеге, күңел ҡоролошоноң милли айырымлыҡтары менән эш итәбеҙ. Бәлки, бына ошо нескәлектәр милли колорит тигән төшөнсәне билдәләйҙер ҙә инде. Гоголь әйткәнсә, милли колорит халыҡтың кейемендә түгел, күңелендә. Ә күңелендәге – телендә. Телгә халыҡтың бөтә тарихы, бөтә характеры, көйө-моңо һеңгән. Шағир бына ошо нескәлектәрҙе тоймаһа, «Аттар саба» кеүек шиғыр ҙа тыумаҫ ине.
Аттар саба, аттар саба,
Эй, сабалар!
Әллә ҡайҙан шул аттарға
Көй табалар...
Башҡорт халыҡ йырҙарында йырланған Ҡаһым түрә менгән һор юрға ла, Салауат менгән Кир ат та, ҡыҙ алып ҡайтҡан Ҡара юрға ла, илдән киткән һыбай ҡашҡа ла яусан-даусан тотош халыҡ образын күҙ алдына килтереп баҫтыра. Милли колорит бында үҙенән-үҙе, үҙ ерлегендә ярылып сыҡҡан. Күңелде һағайтып ҡуйырҙай стилизация ла юҡ бында, бөтәһе лә тәбиғи.
Шулай уҡ автор үҙен уратып алған донъяға: был донъяның Ирәмәл кеүек тауына ла, пыр-пыр килеп осоп йөрөгән сәпсегенә лә халыҡтың осҡор күҙе менән ҡарай, йор һүҙе менән өндәшә белә:
Осҡан булһа, сәпсек уйлай ти бит,
Бөтәһенән бейек осам, тип;
Күҙ иңләмәҫ бейеклеккә етеп,
Зәңгәр болоттарҙы ҡосам, тип.
Күренәме ер тип аҫҡа баҡһа,
Урап оса ҡыйыҡ өҫтөн, ти;
Бахырҡайҙың болот тигәндәре
Мөрйәләрҙән сыҡҡан төтөн, ти.
Был еңелсә юмор һәм телдәге мәғәнә оттеноктарына һиҙгерлек тә шиғырҙы халыҡ ижадына яҡын итә. Төрлө-төрлө ҡабатлау алымдары, оҡшаш өндәр яңғырашынан торған аллитирациялар ҙа – эске, үтә һәм сатраш рифмалар ҙа – былар бөтәһе лә халыҡ ижадынан – йыр һәм ҡобайырҙарҙан, мәҡәл һәм әйтемдәрҙән килә:
Мин – Ирәмәл, ил бейеге,
Илгә әйтер һүҙем бар.
Мин – Ирәмәл, ир төйәге,
Иргә әйтер һүҙем бар.
Йәки:
Мүк ҡаплаған ҡая ташым
Батырға түшәк булды.
Ҡаҡ муйылым дошман башын
Ватырға күҫәк булды.
Йәки:
Теле һуңлап сығыр сабыйҡайҙы
Кәмһетмәгеҙ һаҡау бала, тип.
Шул баланан ил сәсәне сыҡһа,
Күпһенмәгеҙ даны ҡала, тип.
Традиция артабан дауам ителеп, үҫеп, яңырып тормаһа, ул традиция ла булмаҫ ине. Халыҡ ижадының боронғо формалары яңы йөкмәтке менән байытылмаһа, бөгөнгө көндә улар анахронизм ғына булып ҡалыр ине. Был хәҡиҡәт бөтә донъя әҙәбиәтенең тарихы менән дә, башҡорт поэзияһының Салауат Юлаевтан алып Р. Бикбаевҡа саҡлы булған үҙ тәжрибәһе менән дә раҫланған. Һәр яңы быуын, һәр яңы әҙип, иҫке һуҡмаҡтан юл башлап, үҙе үтер яңы юл яра, үҙ фекерен әйтер яңы саралар эҙләй. Шиғриәт юлына сыҡҡан Мәүлит Ямалетдинов кеүек йәш шағирға ла был юлда абайлыҡ, ныҡышмалыҡ һәм ҡыйыулыҡ юлдаш булһын. Был юлда инде ул ҡыйыу ғына тәүге аҙымдарын яһай. Китаптың тәүге бүлегендәге өс шиғырҙан торған «Уттар» циклы уның үҙе өсөн ысынлап та ҙур ҡыйыулыҡ тиер инем мин. Бында ул һөйөү утын, үткән һуғыш утын һәм, ут менән уйнаусыларға ирек ҡуйғанда, бөтә тереклекте һәләк итәсәк атом утын һүрәтләп, утты философик яҡтан барлап-фекерләп ҡарауға ынтылыш яһаған.
Сабыйлыҡтан донъя уҙған инде,
Уйынсыҡ тип утты белергә.
Тәүге кеше, беләм, уйламаған
Үҙе тапҡан уттан үлергә.
Ай, Хиросима! Вай, Нагасаки!
Һәр строфа ахырында ҡабатланып килгән «Ай, Хиросима! Вай, Нагасаки!» рефрены донъя тарихында тәүге атом утын татыған ике ҡаланың, ысынлап та, ҡан-йәш ҡойоп илауы булып ишетелә.
Әлбиттә, ут күп яҡлы. Ут алла ла булған.
Икенсе бүлектәге һигеҙ юллыҡтарҙа тәүге бүлектә билдәләнгән темалар үҫтерелә. Улар үҙҙәренең формаһы менән генә айырылып тора. Бында төрлө философик, лирик-интим характерҙағы һәм тәбиғәт күренештәрен һүрәтләгән шиғырҙар тупланған. Асылда улар тәүге бүлектең тәрәнәйә барған дауамы. Был һигеҙ юллыҡтарҙың күбеһе һүҙгә һаран, фекергә йомарт ижад өлгөһө булырлыҡ.
Имсәк бала ҡулы ни тотһа ла,
Ауыҙына ала.
Урта йәштә кеше сөй тапһа ла,
Кеҫәһенә һала.
Аҡһаҡалға инде ете яттыр
һанһыҙ донъя малы:
Таш күрһә лә ҡарай (бәлки, һуңғы ҡаттыр)
Устарына һалып.
Һәр шағир бындай ынйыларҙы үҙ усына һалыуҙан тартынмаҫ ине. Йәки бына был да ынйы бөртөгө түгелме?
Айһыҙ төн, аяҙ төн күгендә
Хисапһыҙ йондоҙҙар күренә.
Ай тыуып ун бише тулғанда,
Шуларҙың яртыһы һүрелә.
Асылда ошо бер ҡанунда
Ерҙәге күренеш сағыла:
Бер һылыу янында башҡалар,
Әйтерһең, бөркәнсек ябына.
Ә бына бындай күҙәтеүсәнлек көн һайын тауға баҡҡан тау балаһында ғына булырға мөкин:
— Таң яҡтырған саҡтарҙа тау сүккән һымаҡ ниңә?
— Ҡояш сыға тиҙҙән, эшең башла, – ти ул һиңә.
— Көн кисләгәс, тау тағы бер сүгә төҫлө ниңә?
— Ҡояш байыу ҡайҙа әле, эшлә, – ти ул һиңә.
Бына шундай һынсыл күҙ менән тотоп алынған күҙәтеүҙәр, шулай уҡ бик тәбиғи психологик деталдәр, тапҡыр фекерҙәр был һигеҙ юллыҡтарҙың йөҙөк ҡашы булып тора. Тик улар шиғырҙың тотош туҡымаһы менән бер бөтөн.
Китаптың өсөнсө бүлеге – «Дала моңдары»нда ҡаҙаҡ далаһында яҙылған хәл-күренештәр урын ала. Башҡа ерҙәр күркен данлау шатлығы («Дала моңдары»), ҡан-ҡәрҙәш халыҡтар менән дуҫлыҡ («Думбра»), һөйгән йәр һәм тыуған ерҙе һағыныу хистәре («Хат» һәм «Торналар»), ҡаҙаҡ аҡыны менән башҡорт сәсәненең халыҡ аңында тотҡан урыны («Булған борондан») мәңгелектең ярһыу бер мәлендә («Далалағы тәүге ямғыр») шағирҙың үҙ яҙмышы һәм кеше ғүмеренең мәғәнәһе хаҡындағы шиғри уйҙар әле генә фекер тәрәнлеге менән һөйөндөргән икенсе бүлектең географик яҡтан да киңәйә барған дауамы булып ҡабул ителә.
Дала, дала! Төштәремдә ҡалдың,
Ә төштәрем ҡалды үҙеңдә.
«Торналар» шиғырында ҡабатланған мотивтар ишетелһә лә, ул тотош бер тормош фәлсәфәһен үҙ эсенә алып, яңыса яңғырай. Бында боронғо башҡорттарҙың торнаға тотемистик табыныу замандарынан уҡ тороп ҡалған төрлө ырым-юрауҙары, торналарҙың сабый балаларға «аяҡ ташлап китеүҙәре» лә, «тел алып килеүҙәре» лә ғәжәп тәбиғи итеп һүрәтләнә:
Тел-аяҡтар тейәп, һорнай уйнап,
Яҙлы-көҙлө күккә үрләгеҙ.
Әй, кешеләр! Әсәләрҙең изге өмөтөнә —
Торналарға тейә күрмәгеҙ!
Һәм шағирҙың икенсе көҙ ситтә торналарҙың сыңрауына күмелеп ҡалыуы үҙенән-үҙе бала саҡ илен һағыныу хистәренә сумдыра:
Ҡарап ҡалдым оҙаҡ: берәйһенең
Ҡауырһыны төшөп ҡалмаҫмы?
Ергә төшкән ҡаурый араһында
Беҙҙә үҫкән үлән булмаҫмы?
Был, әлбиттә, йөрәкте өҙөп ала торған художество деталь. Автор уларҙы аңлы рәүештә һайлаймы, һиҙемләү аша киләме ул быға – ҡалай ғына булһа ла яҡшы. Уҡ сәпкә тейә. Ысынлап та, Паустовский әйткәнсә, уңышлы табылған деталь үҙе бер образға торошло... Майковтың «Емшән» хикәйәте бит тотошо менән ошо бер усма дала үләненә ҡоролған.
Ә замана – йыр башлауын көткән
Талапсан һәм ҡатҡыл дирижер.
Заман хаҡында уйланып, бәлки, үҙ ижадында заман һыҙаттарының етешеүен һиҙепме, автор был ике юлды китабының дүртенсе бүлегенә эпиграф итеп алған.
Эйе, заман – талапсан дирижер. Уның алдында йырсыбыҙҙың ниәттәре лә бик яҡшы: ялған өн сығармайынса йырлау. Бының өсөн, әлбиттә, тәбиғәт биргән тауышың ғына етмәй, ул тауышты тәрбиәләргә лә, уның өҫтөндә бик яҡшы оҫталар менән эшләргә, ә иң мөһиме – заман-дирижер һәм бөтә тормош оркестры менән бер һулышта булырға кәрәктер. Мәүлит Ямалетдинов шиғырҙарында бына ошо заман һулышының иркенерәк булыуын, бөгөнгө тормош һыҙаттарының сағыуыраҡ һәм мулыраҡ булыуын күрге килә.
Әлбиттә, китаптың был һуңғы бүлегендә лә «Тимерсе», «Ҡарҙарҙа сағылған зәңгәр нур», «Донъялыҡтың байтаҡ шартын үтәп», «Сәңгелдәк йыры», «Әсәйемә», «Иң аҡыллы кеше булмағандай», «Ҡарабаш турғай» кеүек табыштарға бай, тапҡыр, бик кешелекле һәм күңелдә ҡалырҙай шиғырҙар бар. Был бүлектәге шиғырҙарҙа үткәндәр ҙә, бөгөнгө лә, киләсәк тә бергә төйнәлеп, авторҙың заман хаҡындағы борсоулы һәм һағышлы, көр һәм хөр уй-тойғолары менән үрелгән, уның тормошҡа ғәмле мөнәсәбәтен билдәләйҙәр. Уларҙан шағирҙың яңы тематик киңлектәргә ынтылышын, яңы поэтик һикерештәргә әҙерлеген тоҫмаллайһың.
Шулай ҙа традиция инерцияһы был һикерештәрҙе уға тотҡарлыҡ яһамаһа ине, тигән һағайыу ҙа кәрәк. Был тәңгәлдә уға, әлбиттә, ҡыйыуыраҡ та, тәүәккәлерәк тә булырға тура килер. Үҙ милли ерлегендә ныҡ торған хәлдә, уға үҙ туған әҙәбиәтенең иң яҡшы өлгөләренән башҡа, рус классикаһынан да, донъя әҙәбиәтенең Уитмен, Назым Хикмәт кеүек гиганттарынан да һабаҡ алырға кәрәк булыр. Сөнки тынғыһыҙ йәшлек бер урында тапаныуҙы яратмай.
Мәүлит Ямалетдинов шиғыр техникаһына тамам эйә булған шағир тиһәм дә яңылышмамдыр.
Шулай ҙа шиғыр камиллығының сиге юҡ. Шиғыр техникаһы өҫтөндә эшләү һәр саҡ мотлаҡ нәмә. Тик был бер ҡасан да үҙмаҡсат түгел, ә йөкмәткене мөмкин тиклем нескәрәк биреү, шиғырҙы ахыр сиккәсә һығылмалы итеү сараһы. Төп фекер, йөкмәтке өсөн төҙөктө хатта ватырға ла, ҡайһы бер ритмик быуынды алып ташларға ла мөмкин. Ләкин урынһыҙға шиғыр төҙөклөгөн емереү кәрәкмәйҙер. Мәҫәлән, дүрт юллыҡ бынау афористик шиғырҙа һуңғы юлдағы ике ижекте төшөрөп ҡалдырыу бер ни менән дә аҡланмай:
(12) Тауистарҙың күркәм төҫө бар барлығын,
(10) Тик эштәре ҡупшылыҡтан китмәй.
(12) Бөркөт ҡоштоң яурындары тар тарлығын,
(10) Ҡанаттарын йәйһә, ҡолас етмәй.
Был юл «Ағиҙелкәйҙәргә таш ырғыттым, тып итеп ҡалды» тигән һымағыраҡ яңғырай, әлбиттә. «Думбыра» шиғырының тәүге һәм һуңғы строфаһындағы өсәр ижекле өс быуындан торған «Мин ҡаҙаҡ дуҫымдың өйөндә» тигән юлдан һуң «алдымда думбра» тип өҙә киҫеүҙең дә бер ниндәй кәрәге юҡ.
«В искусстве – чуть-чуть – все! тигән Лев Толстой. Йәғни сәнғәттә «саҡ-саҡ» бөтәһен дә хәл итә. Әгәр рәссам бер һылыуҙың һүрәтен яҙғанда күҙенә бәләкәй генә аҡ төшөрһә, ул йә ҡылый күҙгә, йә аҡ төшкән күҙгә әйләнеп, бөтә күҙ ҡарашы юҡҡа сығыр ине.
Бына ошо «саҡ-саҡ» тигән сәнғәт законын ҡулланып, саҡ-саҡ ҡына эшләгәндә, «Тимерсе» тигән шиғырға бөтөнләй икенсе мәғәнә бирергә булыр ине. Уралдағы тимерсе йола буйынса «үтә хөрмәтләнеүсе» кеше генә булып ҡалмайынса, был теманы үҫтерә төшкәндә, сүкеш тотҡан кеше – эшсе синыф-темаһына әүерелергә тора.
Шулай уҡ «Ҡышҡы төндәр» шиғырын трафарет эпитеттарҙан, шаблон сағыштырыуҙарҙан таҙартҡанда, бөгөнгө көндөң берәй реаль детале менән алыштырғанда (һис юғында, ҡышҡы күк йөҙөнән берәй ер юлдашы үтеп китһә лә), бөтөнләй яңыса балҡытып ебәрергә булыр ине бит! Юҡһа уның бер ниндәй паспорты ла юҡ. Ғүмәр Хәйәм күҙәткән төнмө ул, әллә Мәүлит Ямали тигән бөгөнгө башҡорт шағирының төнөмө? Айырма юҡ. Ә бит төндәр ҙә үҙгәрҙе хәҙер... Бына ошо заман һыҙаттарына һиҙгерерәк булаһы ине. Тормошҡа активыраҡ үтеп инергә, кеше һәм донъя яҙмышы хаҡында ҡыйыуыраҡ уйланырға, заман хаҡында заман юғарылығынан тороп йырларға ине беҙгә! «Шағир – донъя шаңдауы ул» тигән һүҙҙе иҫтән сығармайыҡ, йәш ҡәләмдәш.
Аҡ юл һиңә!
Атың сапһын, йәйғор ҡыу!
22 декабрь, 1974 йыл.