III. Публицистика
ПУБЛИЦИСТИКА
ҮЛЕМҺЕҘ ҠЫҘ
(Очерк)
Төн. Күк йөҙө һанһыҙ йондоҙҙар емелдәүе менән яҡтырған. Саңғыларым аҫтында ҡоро ҡар шығырлауы ғәҙәттәгесә түгел һымаҡ. Петрищевоға ашығам мин. Телефон сыбығы һуҙылған юлдың ике яғындағы мәғрүр ҡарағайҙар нисектер серле һәм тантаналы тауыш менән шаулашалар. Улар миңә үтелгән ҙур ваҡиғаларҙы һөйләгән кеүектәр. Тик урман эсенә бөтөнләй ингәс кенә улар бер аҙ тына төштөләр. Мәңге йәшел шыршыларҙың баш осонан йөҙгән тулы ай үҙенең һөт төҫлө нурҙарын ҡоя. Артымдан ҡалмай килгән күләгәмдән башҡа бер кем дә юҡ. Ләкин урманда бер кеше йөрөйҙөр һымаҡ. Бына ҡапыл ғына ҡуйы ағастар араһынан өҫтөнә йылы тун, ҡыҫҡа ғына ҡара сәстәре өҫтөнән ҡолаҡлы бүрек кейгән, янып торған күҙле, һылыу һынлы, ныҡ һәм көслө, бит алмалары һалҡындан алланып торған Зоя килеп сығыр төҫлө...
Һирәк-һаяҡ ҡына эттәр өргән тауыш ишетелә. Ана инде ауыл хыялый кеүек татлы йоҡо менән йоҡлай. Тик бер өйҙә генә ут яна.
Бына шундай төндә ҡыйыу партизанканы фашистар тотоп алғандар. Ҡыҙ үҙен уларға Таня тип исемләгән.
Йылдар үткәс, бына ул үҙенең һуңғы минуттарын уҙғарған өйҙөң ишеген шаҡыйым...
— Кем бар?
— Мин, студент. Мәскәүҙән...
Ворониналарға барғанда бик иртә ине әле. 77 йәшлек сал сәсле, тәрән йыйырсыҡтар менән ҡапланған йөҙлө әбей, Евдокия Петровна, үҙенең һүҙен нисектер ауырһыныу менән башланы. Үҙе тамырҙары беленеп торған ярылып бөткән ҡулы менән ҡуйы итеп башҡортса сәй яһай һәм һөт менән һыйлай. Йомарт әбей. Ләкин һөйләгәндә, ул һүҙгә бик һаран кеүек. Әйтерһең, ул булып үткән ҡот осҡос ваҡиғаларҙы яңынан кисерә. Шулай ҙа үҙенең күргәндәрен кешеләргә һөйләгеһе килә.
— Беҙҙең өйҙә немецтар штабы урынлашҡан ине, – тип ул, минең тормош, хәл-әхүәл тураһында һорашыуымдан һуң, аҡрын ғына һөйләй башланы. — Кис шулай, ғәҙәттәгесә, мейескә яҡтым. Мөрйәне ябып, кухняға сыҡҡанда ишектән фашистар бер ҡыҙҙы индерҙеләр. Сисендергәндәр. Бер һалдат миңә «русь партизанин» тине һәм килбәтһеҙ бармағы менән ишара яһап, ҡыҙҙың 3 өйҙө яндырғанлығын әйтте. Тентей башланылар. Кеҫәһенән ике шаҡмаҡ шәкәрҙе һәм тоҙ семтемен иҙәнгә ырғыттылар. Ә беҙҙе мейес башына ҡыуҙылар. Шул саҡ офицер килде. Үгеҙ кеүек һимеҙ. Ерән сәсле. Бүлмә ишеген нығытып яптылар.
Ҡыҙҙан партизандар тураһында һораштылар. Ул һәр бер һорауға «юҡ», «белмәйем» тип яуап ҡайтарҙы, йә өндәшмәне. Бынан һуң уны ҡайыш менән һуҡтыра башланылар. Мин тәүҙә иҫәпләнем: дүрт ҡайыш менән 30 тапҡыр һуҡтырҙылар. Ул өндәшмәне, тик ҡайыштар ғына һыҙғырышты. Дүртенсе ҡабат һуҡтырғанда ғына ул:
— Туҡмамағыҙ мине, барыбер бер ни ҙә әйтмәйәсәкмен! – тип ҡысҡырҙы. Ҡулын артҡа ҡайырып бәйләгән килеш, уны кухняға алып сыҡтылар. Унан бер һалдат ҡулындағы бауынан тотоп, ҡыҙҙы ишеккә төртөп ебәрҙе. Сәғәт иртәнге 9-ға тиклем уның тураһында бер ни белмәнек, йоҡлай ҙа алманыҡ. Иртән дар ағасы янына ҡыуып йөрөнөләр. Мин барманым. Тик тәҙрәнән генә дар ағасын һырып алған ғәскәрҙе, кешеләрҙе, яланғас ҡылыс менән һыбай йөрөгән һалдаттарҙы күрҙек. Ай ярым беҙгә ҡот осҡос булды. Зояның кәүҙәһен алманылар. Яңы йылға ҡаршы төндә миндәге һалдаттар иҫерек көйөнсә, дар ағасы янына барып, хәнйәрҙәре менән уның туңған тәнен телгеләп, көлөштөләр...
Әбейҙең күҙҙәре шул саҡ бер аҙ ҡыҫыла төштөләр һәм уларҙа осҡондар күренеп китте. Уның йөҙөндәге йыйырсыҡтарға яңылары өҫтәлгәндәй булды.
Бит әле лә ул, дошман, күпме йәш ҡыҙҙарҙы шулай ғазаплай, мыҫҡыл итә, балаларҙы һәм әсәләрҙе тереләй ергә күмә. Беренсе ҡат ҡояш күргән һис бер ғәйепһеҙ сабыйҙарҙың яҡты йылмайыуын да тартып ала ул. Уларҙы өйһөҙ һәм әсәһеҙ итә.
— Йә хоҙай, – ти әбей, – инде был көндәрҙе күрергә яҙмаһын...
Эйе, һыу, һауа һәм ҡояш яҡтыһындай, тыныслыҡ кәрәк беҙгә.
Зоя Космодемьянскаянан партизандарҙың ҡайҙа икәнлеген, үҙенең нимә эшләүен күрһәткән мәғлүмәттәр ала алмағас, уны штабтан, Евдокия Петровналарҙан, ҡаршы урамдағы Просковья Куликтарҙың өйөнә алып китәләр. Зоя бында ҡыҫҡа ғына ғүмеренең аҡтыҡ сәғәттәрен үткәрә.
Урта йәштәрҙәге асыҡ йөҙлө белорус ҡатыны Просковья Кулик былай һөйләй:
— Миңә Зояны Ворониналарҙан килтергәндә, беҙ әле уның ҡораллы һәм аттар торған һарайҙы яндырырға йыйынған саҡта тотолоуы тураһында бер ни ҙә белмәй инек. Аҙыраҡ торғас:
— Эсергә бирегеҙ әле, – тине ул аҡрын ғына. Ләкин мин ҡуҙғалыу менән үк, һалдат мине этеп ебәрҙе һәм аяғы менән тибеп ҡысҡырынды. Мин ҡурҡып Зояға ҡараным. Әйтерһең, уға был минутта һыуҙан башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй ине. Йөрәгем ҡыҫылып әрнене. Ә шул саҡ теге немец һалдаты төтөнләп янып ултырған һуҡыр шәмдең утын уның ирененә килтереп терәне... Ләкин Зоя, исмаһам, ҡыбырламаны ла. Тик һалдатҡа шундай итеп ҡараны – ул, Зояның ҡарашына сыҙамайынса, шәмде ҡалтыранған ҡулдары менән өҫтәлгә ултыртты, ығы-зығы ҡупты. Шунан файҙаланып, мин эсергә бирҙем. Ул йотлоғоп-йотлоғоп эсте һәм аҡрын ғына: «Рәхмәт», – тине. Шул саҡ берәүһе килеп, уның ҡулдарына бәйләнгән бауҙы кинәт тартып, Зояны яланғас аяҡ һәм ҡыҫҡа ғына эске күлдәктән көйөнсә ҡарға алып сыҡты. Ишектәр бәҫләнеп, асҡан саҡта сыйылдап торалар. Һалдат Зояны 20–30 минутлап урамда ҡарҙа йөрөттө һәм, үҙе арығас, кире индереп йылынырға кереште. Башҡалары йоҡлай. Һалдат йылынып алғас, тағы ла уны штыгы менән төрткөләп ҡарҙа йөрөттө. Һалҡын һәм аяҙ төндә барыһы ла күренеп тора. Төндә был йөрөтөү биш-алты тапҡыр ҡабатланды. Зоянан бер һүҙ ҙә ала алманылар. Фашисҡа уны ҡарҙа йөрөтөү ялыҡтырҙы: ул уның ҡулдарын ишек тотҡаһына бау менән бәйләне лә, үҙ урынына икенсеһен ултыртып, йоҡларға ятты. Ваҡыт-ваҡыт Зоя иҫен юғалтып алға табан йығыла, һәм шул саҡта ишек тотҡаһына бәйләнгән бау тартылып, уның ҡулдарын киҫә башлай. Ауыртыуҙан ул ҡапыл һиҫкәнеп китә һәм яңынан турая... Төнгө сәғәт 3-тәрҙә уның ҡулдарын систеләр. Бынан һуң ул иртәнгә тиклем һис бер хәрәкәтһеҙ һәм ыңғырашыуһыҙ ятты. Йоҡлағандырмы ул, белмәйем.
«Бәлки, уны һуңынан эҙләүселәр булыр», тип мин уның кем икәнлеген белергә тырыштым. Таң атҡас янына килеп:
— Ҡайҙан һуң һин үҙең? – тип һораным. Ул миңә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла, аҡрын ғына:
— Мәскәүҙән, – тине.
— Ә нисек бында эләктең һуң?
— Мин фашистарҙы юҡ итер өсөн задание буйынса килдем.
— Ә кисә беҙҙәге өс өйҙө кем яндырҙы?
— Мин, – тине ул һәм бик етди итеп һораны, – ә ҡорбандар бармы?
— Ҡоралдар һәм 20 ат янған, – тинем мин.
— Ҡыҙғаныс, – тип үкенде ул асыу менән һәм бер аҙ уйланып, өндәшмәй торғандан һуң: – Мин беләм – мине йә атасаҡтар, йә аҫасаҡтар, тик мин ҡурҡмайым, беҙ бик күп – аҫып бөтә алмаҫтар, – тине. Бер аҙ туҡтап торғандан һуң, ул ҡапыл ғына һөйләшергә теләп: – Минең өсөн үс алырҙар, – тип башын аҫҡа эйҙе. Мин бер һүҙ ҙә әйтергә өлгөрмәнем, ул әрнеү менән:
— Ә һеҙ ниңә бында ҡалдығыҙ? – тип һораны. — Китергә, китергә кәрәк ине һеҙгә! Бит...
Шул саҡ уның янына теге, төндә уны төрткөләп йөрөткән һалдат килеп, итеге менән тибеп ебәрҙе.
— Йә, Сталин ҡайҙа? Уралдамы? – тине ул. Зоя етеҙ һәм асыҡ итеп:
— Сталин үҙенең посында! – тигәс, һалдат бар көсөнә киҙәнеп, уның яңағына һуҡты һәм торорға ҡушып ҡысҡырҙы. Ләкин Зояны туңған аяҡтары тота алманылар, ул тубыҡтарына сүкте. Ә ауыртыныуҙан онөн дә сығарманы. «Ҡайҙан бындай көс?» – тип аптыраным мин һәм уны ҡотҡарғым килде. Беҙҙе ҡыуып сығарҙылар ҙа, ике офицер һәм бер тәржемәсе уға һуңғы допрос үткәреп, «юҡ» һүҙен дә ишетә алмағас, беҙ ингәндә инде уға ниндәйҙер бер еүеш салбар кейергә биргәйнеләр. Ләкин уны ул асыу менән ситкә ырғытты: «МИН – КЕШЕ!» – тип ҡысҡырҙы. Уға салбарҙы көсләп кейҙерҙеләр. Аяғына ойоҡбаштарын кейҙерергә мин ярҙамлаштым. Уны ҡултыҡлап, муйынына «Поджигатель» тип яҙылған таҡта аҫып, урамдағы ҡаршыла ғына торған дарға алып барғанда, ике яҡтан килгән һалдаттарҙы ул ике яҡҡа төртөп ебәрҙе лә, алға үҙе атланы...
Йәш инең әле һин, Зоя! Бик йәш инең. Күпме ине әле уҡыйһы китаптар! Күпме ине әле күрәһе кешеләр! Күпме йөрөйһө ерҙәр, йырлайһы йырҙар, ултыртаһы ағастар!.. Һин бит әле үҙеңдең йөрәгеңдә сәскә атҡан иң саф, ҙур һәм гүзәл мөхәббәтеңде лә уртаҡлашырға өлгөрмәгәйнең, Зоя! һинең әле күпме эшләйһе эштәрең бар ине! Күпме әле матур яҙҙарға, башта ҡурҡыныс булып тойолған, ләкин һуңынан әйтеп бөтмәҫлек шатлыҡ килтерә торған экзамендарға ашҡына инең һин. Әсәйеңде ҡыуандыра торған күпме хыялдарың бар ине! Үҙең дә матур әсә булып, аҡыллы балалар үҫтереү тураһында уйлағанһыңдыр һин...
Кешенең иң ҙур матурлығы – үҙ яҙмышын халҡының ҙур яҙмышына айырылмаҫлыҡ итеп бәйләүҙә, уның бәхете өсөн көрәшеүҙә. Кешенең иң ҙур көс бирә торған һөйөүе – ул халыҡҡа булған һөйөү. Был һөйөү үҙенә булған яуапты таба ала. Сөнки халыҡ хәтере – мәңгелек, һәм уның һөйөүе иң ҙур бәхет. Кеше бәхетле булып йәшәргә тейеш. Бит тормошта кешеләр бер-береһе өсөн бәхет булып йәшәүгә ашығалар. Намыҫлы йәшәргә кәрәк!..
Әле мәктәп парталарында саҡта уҡ шулай уйланың һин, Зоя. Һәм ҡыҫҡа ғына ғүмерең эсендә лә шулай йәшәргә өлгөрҙөң һин.
Уҡыған мәктәбең эргәһендә башҡа бик күп йүкә ағастары араһында һин ултыртҡан йүкә хәҙер инде бик ҙур үҫкән. Ҡасандыр һин уны уңған ҡулдарың менән һөйөнә-һөйөнә ултыртып йөрөгәндә ул бейек, ҡуйы япраҡлы булып күҙ алдыңа килгәндер. Баҡсалағы алмағасың да хәҙер яртылаш ҡарға күмелеп, яҙын ап-аҡ сәскәгә төрөнгәндәй, һалҡындан бәҫләнеп, көмөшләнеп ултыра. Пионерҙар уны айырыуса хөрмәт итәләр. Улар ҙа һинең кеүек йәшәргә теләйҙәр, йәшеллек һөйәләр. Алдынғы баҡсасы булған өсөн улар өсөнсө йыл инде күсмә ҡыҙыл байраҡты үҙҙәренән ебәрмәйҙәр. Пионерҙар менән Башҡортостан детдомында үҫкән өлкән пионервожатый Анна Ефремовна Каменская етәкселек итә.
— Зояның алмағасы быйыл ҙур уңыш бирҙе, – ти ул.
Тик был уңышты Зоя үҙе генә күрә алмай. Ләкин ул бөтәһенең дә йөрәгендә. Зоя үҙ класында суҡлы күлдәген кейеп, стенанан бөтәһенэ лә мөләйем ҡарап тора. Зоя ултырған партала уҡыу отличниктары ултыра. VIII «Г» һәм X «В» класы һәр саҡ алдынғы булыу өсөн ярыша. Төшкә тиклем Зоя партаһында Нина Часовникова һәм Валя Артемьева, ә төштән һуң Валя Литвинова һәм Галя Монахова ултыра.
Мәктәпкә Ер шарының һәм Советтар Союзының бөтә мөйөшөнән төрлө телдәрҙә хаттар килә. Ҡытай һәм Кореянан килгән хаттарҙы тиҙ генә уҡып та булмай. Ләкин улар аңлашыла – донъяла мөхәббәт теле берәү. Был телде бөтә яҡшы ниәтле, тыныслыҡ һәм ирек һөйөүсе кешеләр совет халҡының үлемһеҙ ҡыҙы менән һөйләшәләр. Немец пионерҙары, Артектан ҡайтышлай, дуҫлыҡ билдәһе итеп, үҙҙәренең байрағын пионер бүлмәһенә ҡалдырғандар. Унда Зоя исеменә яҙылған башҡа бик күп бүләктәр килгән.
Мәскәү тарихының бай музейында Зояның кейемдәре менән бергә уның конькиҙары ла һаҡлана. Бына Зоя килеп инер ҙә, уларҙы алып, Горький паркына йәки Сокольникиға катокка сығып китер һымаҡ тойола. Бөтә кешеләр йөрәгендә ул һәр саҡ 18 йәшлек үлемһеҙ ҡыҙ булып ҡалған...
Петрищевоның киң урамы уртаһында, Ленин-Сталин эшенә, Ватанына, халҡына тоғро булып, Зоя үҙенең һуңғы секундтарын үткәргән урында, мәрмәр таштан һәйкәл ҡалҡҡан. Уны кешеләрҙең ҙур ихтирамы биҙәй.
Бына Мәскәүҙән үҙенең мәктәбендә уҡыған пионерҙар ауыл китапханаһына бик күп китаптар йыйып килтергәндәр.
Һәйкәлдән тирә-яҡҡа һуҡмаҡтар, саңғы эҙҙәре таралған. Мәрмәргә уйып яҙылған Зояның һуңғы һүҙҙәре, әйтерһең дә, ҡолағыңа ысын тауыш булып ишетелә:
— Үлеү миңә ҡурҡыныс түгел, иптәштәр! Үҙ халҡың өсөн үлеү – бәхет ул! Хушығыҙ, иптәштәр! Беҙҙең менән Сталин! Сталин килер!..
Беҙҙең комсомолка Зоя үҙенең һоҡландырғыс был тормош юлы менән кешелек бәхете өсөн көрәшкән бөтә кешеләрҙең йөрәгендә йәшәй. Ул Корея ҡыҙы булып, Ҡытай ҡыҙы булып тыныслыҡ өсөн көрәшеүсе партизан отрядтарында, окоптарҙа, дошман тылында уттар кисеп йөрөй. Яралы батырҙарҙы үҙ арҡаһында йөкмәп ут эсенән алып сыға...
Йәшәй, көрәшә һәм үлемһеҙ ул беҙҙең Зоя.
15 март 1953 йыл, «Совет Башҡортостаны»
Тәүге ҡарлуғас
— Марс Сиражев ҡайҙа? – тигәс, мәктәптән ҡайтыусы балалар магазин эргәһендә бәләкәй генә бер өйҙө күрһәттеләр.
«Күреп сыҡмай булмай, мин әйтәм, ниндәй икән һуң ул Сиражев тигәндәре?»
Ҡапҡанан кереүгә ҡыҙыҡ ҡына бер күренеш күҙгә ташланды: бәләкәй генә бер ҡара һыйыр эргәһендә донъяһын онотоп йәш кенә бер егет баҫып тора. Хатта малай тиһәң дә яҙыҡ булмаҫ. Башына ҡолаҡтары ҡарпайып торған бүрек эләктереп, аяҡтарына калуш ҡына ҡатып алған да, һыйырының арҡаһынан һөйә-һыйпай, ниндәйҙер уйға батҡан. Йөҙө ниңәлер моңһоу күренә, хатта борсоулы һымаҡ. Ул күҙ төбәп торған яҡта былай борсолорлоҡ бер ни ҙә юҡ: яңы яуған ҡырпаҡ ҡарҙан ауыл осондағы ферма яғына һалам эҫкерте һөйрәтеп трактор ғына китеп бара... Ә арыраҡ тәүге ҡар аралаш ҡыҙырым сауҡа менән ҡапланған тулҡын-тулҡын Әлкә тауҙары, э уларға ҡапланып торған зәп-зәңгәр күк көмбәҙендә төшлөккә еткән ҡышҡы ҡояш... Уның инде һүрән нурҙарын тойһа тик бер ҡара һыйыр ғына тоялыр – шул һаран ғына йылылыҡҡа ла рәхәтләнеп, ойоп китеп үҙенең һағыҙын көйшәй малҡайың...
— Марс Сиражев шунда торамы? – тиеүгә егет һиҫкәнеп китте. Ҡулын тиҙ генә һыйыр арҡаһынан ала һалып:
— Шунда, – тине ул, ғәйепле кеше һымаҡ.
— Өйҙәме һуң үҙе?
— Өйҙә... мин булам инде...
Ул, юғалып ҡалған килеш, ҡыйыуһыҙ ғына ҡулын һондо. Ҡыҙҙар кеүек оялсан, баҫалҡы был егетте Марс Сиражев шул икән тип уйламаҫһың да! Уның менән тәүге күрешеүҙә үк нисектер шаярып ҡына һөйләшәһе килә – башҡаса мөмкин дә түгел, ауыҙынан һүҙен дә ала алмаҫһың кеүек...
— Әйҙә, инәйек – һиңә ҡунаҡҡа килдем бит, – тигәс кенә ул, батырланып китеп:
— Әйҙә, керәйек, – тигән булды.
Өй эсендә ҡулдан яһалған китап кәштәһе, фотоһүрәттәр теҙелгән рам һәм стенаға кнопкалар менән ҡаҙаҡлап ҡуйылған маҡтау ҡағыҙынан башҡа күҙгә ташланырҙай артыҡ бер ни ҙә юҡ ине.
Октябрь революцияһының ҡырҡ дүрт йыллығы айҡанлы яңы ғына бирелгән был маҡтау ҡағыҙына: «... Малсылыҡ әлкәһендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн Салауат исемендәге колхоз идараһы Сиражев Марсты ошо маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләй» тигән ғәҙәти һүҙҙәр яҙылған.
Ләкин Марс эшләгән эш ғәҙәтиме һуң? Бик ғәҙәти ҙә түгел шул уның эше: беҙҙең Салауат районында тәү башлап һыйыр һауған егет ул, Марс Сиражев, тәүге ҡарлуғас!..
Шундай оялсан ғына был егеттең быға тиклем ғүмер буйы ҡатын-ҡыҙҙар эше булып килгән эшкә баҙнат итеп тотоноуы үҙе бер егетлек булһа, был эшкә уның районда беренсе булып тәүәккәллек итеүе икеләтә батырлыҡ түгелме?! Эштә башлаусы ғына булһын, ҡушлаусылар табыла. Улар беҙҙә хәҙер аҙ түгел инде.
Ләкин туң ҡарҙа, көрт ярып, юл башлап ебәреүе бик еңелдән түгел ине. Маҡтау һүҙҙәре менән бергә Марсҡа ауыҙ йырып көлөү ҡараштарын күрергә лә, сәнскеле мыҫҡыл һүҙҙәрен ишетергә лә тура килде. Хатта бергә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уға башта ышанмайыраҡ көлөп ҡаранылар.
— Егет кешенең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр ятһа, былай итеп һыйыр аҫтына кереп йөрөү эш түгел инде!
— Ҡатын-ҡыҙ эшенә ҡыҫылып йөрөгән ир ир була тиһеңме! Ташҡа үлсәйем инде ирлеген – торғаны бер әҙәм мәсхәрәһе...
— Булмаҫ, булмаҫ! Бына күр ҙә тор – бер-ике аҙна тартҡыслар ҙа, һыйырҙарҙы боҙоп ҡасыр әле.
— Уларҙың елкәһе йоҡа була ул, түҙмәҫ малайың, – тиештеләр.
Ләкин малайың ундай-бындайҙарҙан түгел ине шул. Бик үҙ һүҙле, ныҡыш, уңған егет булып сыҡты Марс. Әйҙә, көлһәгеҙ көлә бирегеҙ, тип төрлө йор һүҙҙәрҙе ҡолағына ла элмәй, шым ғына эшләй бирҙе ул.
«Һыйырҙың һөтө – телендә, һауынсының ҡулында. Тәрбиәләһәң генә мал мал була». Был ҡағиҙәне ул яҡшы аңлап эшләне. Ваҡытында ашатты, эсерҙе, ихлас күңелдән тәрбиә итте малдарын. Күп тә үтмәй, байтаҡ ҡатын-ҡыҙҙың танауына сиртеп, уларҙы уҙып та китте. Фермалағы ҡыйын шарттарға ҡарамаҫтан, уҙған йылда ул һәр һыйырҙан 1788-әр литр һөт һауып, беренсе урынды алды.
— Былтыр шулай ине лә, быйыл бер ай эшләмәй тороп, мин военкоматтан курсҡа китәм тип йөрөгәндә, бер ҡыҙ арттараҡ ҡалдырып ҡуйҙы шул, – тине Марс һәм үҙҙәренең ферма хәлдәренә көйөнөп алды. — Быйыл фураж да булманы, булмаҫ та тип торалар әле. Көҙ бер әҙерәк биреп алдылар ҙа туҡтаттылар. һыйырҙарҙың хәҙер болғау күргәндәре лә юҡ. Йә, исмаһам, бесәне менән ялсытмайҙар, өҙөк-йолоҡ ҡына ашатабыҙ.
Һалам менән силос бар ярай. Ҡышҡа насар керҙек инде. Йылынып сығыр урын да юҡ бит. Ҡарауылсыбыҙ ҙа база эсендә кормушка араһында ятып йөрөй. Элек көндәлек һөт яҙып барыла торғайны, хәҙер үҙең бармаһаң, көндәлек һауымды ла белеп булмай. Беҙгә иғтибар иткәндәре юҡ инде ул, тейешле шарттары булғанда, былай ғына эшләмәҫ инек тә беҙ... Эшләһәң, эш ҡарышмай бит?
Ә эшләргә ул бәләкәйҙән яратты. Атаһы өйҙәге алты баланы ярты етем итеп ташлап киткәс, ишле балалар бер әсә ҡулында ҡалып, бәләкәйҙән эшләп үҫтеләр. Марсҡа ары уҡырға ла тура килмәне. Тәүҙә фермала апаһына ярҙам итешеп йөрөнө лә аҙаҡ, ете класты бөткәс үк, фермаға үҙе килде. Партия ҡайҙа саҡырһа, комсомол шунда бара бит.
Бына әле муйынына ҡыҙыл галстук таҡҡан иң бәләкәй Марат та аҙ һүҙле ағаһына оҡшарға итә, ахыры: баяғынан бирле китаптан баш та ҡалҡытмай, һабағын әҙерләй.
— Донъя көтөү мин ҡайтҡансы уға ҡала, миңә армияға китергә повестка бар, кисә эште тапшырып ҡайттым, – тип ҡуйҙы Марс.
— Күңелһеҙерәкме әллә?
— Эйе лә, бөгөн әллә ҡалай эс бошоп тора...
Марс өҫтәл өҫтөндә ниндәйҙер бер төйөрҙө бармағы менән тәгәрәтеп ултыра. Күрәһең, тик торорға күнекмәгән уның ҡулдары. Мин уның ярғыланып бөткән ҡулдарына ҡарап: «Һары таңдан ҡара төнгә тиклем алһыҙ-ялһыҙ эшләгән был ҡулдар хәрби хеҙмәттә лә һынатмаҫ, матур киләсәкте төҙөшкән миллион ҡулдар менән бергә әле бик күп эштәр эшләр», – тип уйланым. Шундай уңған аҡыллы ҡулдар ғына киләсәкте яҡынайта бит.
— Йә, башҡаса күрешмәһәк, хәҙергә хуш булып тор, Марс. Тик ҡара унда: дошман йоҡламағанда, уяу тор! Ил сигендә лә үҙеңдең Салауат егете икәнеңде онотма, – тип мин уның ярғыланып бөткән ҡулын ҡыҫам. — Хәйерле юл һиңә, дуҫҡай!
«Октябрь юлы»
«Урал» – маяҡ
-
Аҡһаҡалдар ни һөйләй?
Май сүлмәге тышынан билдәле, тиҙәр. Был мәҡәл менән бәхәсләшергә лә мөмкин, әлбиттә. Күп нәмәнең тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап торғаны ла бар бит?..
Әммә «Урал» колхозының нилектән бер Салауат районында ғына түгел, ә бөтә Әй–Йүрүҙән буйында дан тотоп килеүен уның Малаяҙ бригадаһындағы ырҙын табағынан да күрергә була.
... Теңкәгә тейгән ямғыр баҫылып, күк йөҙө бер аҙ асылғандай булды. Көн кискә һарҡып, ҡояш та байырға йыйына ине.
Оло юл өҫтөндәге ырҙын табағы тынып ҡалған. Тирәһе таҡта ҡойма менән уратылып, башы шифер менән ябылған ҙур япма аҫтындағы бойҙай өйөмө лә, уның янында, оҙон муйынын һуҙып, аптырап ҡалған торна кеүек, иген тейәгес тә, киптергес тә, елгәргестәр ҙә үҙ-ара: «Эй, эшләнек тә һуң бөгөн, ай-һай эшләнек!» – тип һөйләшкән һымаҡ. Әле тире ҡатып та, туҙаны ултырып та өлгөрмәгән бөтә нәмә бында ҡотороноп-янып, дәрт менән дәррәү эшләгәндән һуң ғына килә торған рәхәт бер тынлыҡҡа сумған.
Тик ҡулына селек һепертке тотҡан ап-аҡ һаҡаллы бер бабайҙың ғына эше бөтмәгән икән. Бындай көҙгө бысраҡта, рәхәтләнеп мейес башында ғына ятмай, һаман эшләп йөрөргә ни ҡалған икән уға?
Башына кейеҙ эшләпә, өҫтөнә бишмәт кейеп, аяҡтарына калуш ҡына эләктереп алған да, бил дә балсыҡ киҫәктәрен, ҡый-кәбәктәрен һепереп йөрөй, балсыҡтарын сүпләп алып ситкә ырғыта. Һәр бер хәрәкәте шул тиклем ихлас, шул саҡлым таҫыллы, һаҡ уның – әйтерһең, ул һепертке менән түгел, ә сәғәт оҫтаһы кеүек, бик нескә ҡорал менән эш итә! Ә ҡый-кәбәктәр был тылсымлы һеперткегә үҙҙәре эйәреп сыға кеүек. Байып барған ҡояш нурын ҡыҙарып ятҡан бойҙай тауы эргәһендә ул, ысынлап та, ниндәйҙер бер мөғжизәле әкиәт ҡартына оҡшаған.
— Нихәл, бабай? – тиеүгә ул, һиҫкәнеп китеп, башын ҡалҡытты ла, уңайһыҙланған, ләкин бик мөләйем сырай менән килеп күреште. Ғүмер буйы эш эшләп, тубырсыҡ һымаҡ, һөйәлләнеп бөткән ҡаты, ныҡ игенсе ҡулы ине был.
Ҡарт ырҙын ҡарауылсыһы Сафин Шакирьян бабай булып сыҡты. Ул кемделер шелтәләгән һәм нимәнәндер аҡланған һымаҡ итеп:
яҙмай, бойҙай көшөлө өҫтөнән ул — Һикһән йәш миңә – бына эшлә! Эшләмәһәм, йән түҙмәй! – тип һөйләп алып китте. — Ашлыҡты исраф итәләр бит, ат тиҙәге урынына ла күрмәй бәғзе кеше. Күҙ-ҡолаҡ булып йөрөйөм тим, исмаһам...
— Ҡартайырға ваҡыт та юҡ инде улай булғас, бабай?
— Ҡартайып була ла ул. Тик бына рәхәтен күреп булманы. Хәҙер тыуһаң ине бына. Ашарына бар, эсәренә бар, кейеренә бар. Беҙ бит киндер ыштан кейеп, сыра яндырып, аслы-туҡлы ғүмер иттек... Биҙа бит, улым, биҙа хәҙер тормош! Хәҙер әнә әйтмәйерәк торһаң, теге транспуртына (транспортерҙы әйтә инде бабай) аяғын тибеп кенә ята бит! Беҙ һыҙғырып корәк менән генә елгәрә торғайныҡ. Бындай машиналарҙы беҙ хатта диствительный хеҙмәттә лә күрмәнек. Бындай тормошта һикереп-һикереп эшләргә кәрәк ине лә, юҡ, бик һикереп китмәй хәҙерге бәғзе бер йәштәр. Етмәһә, ҡайһы береһе әйтә – имеш, коммунизмда бараһың да теләһә ниндәй күлдәк кейәһең. Мин әйтәм, юҡ товарищтар, коммунизм ул шутһыҙ булмаҫ. Унда ла эшләгәнеңә ҡарарҙар. Ҡалай көтөп ятмаҡсы булалар, ҡырын ятып ҡына икмәк үҫәме ул?..
Шакирьян бабай, үҙе һөйләгәндәргә үҙе лә ғәжәп итеп, кеткелдәп көлөп ҡуйҙы. Ғәжәп тә шул. Бер кешенең ғүмер юлында ғына күпме үҙгәреш! Ошо ерҙә тыуып, ботә ғүмерен, көсөн, мөхәббәтен ошо ергә биргән был намыҫлы ҡарт игенсенең һүҙҙәренә бөтөн бер тарих һыйған бит?
— Эшләнем мин! – ти Шакирьян бабай, һәм уның был һүҙҙәрендә күпме ғорурлыҡ бар!..
— Бына бит, шөкөрәнә, әйтһәң, тау булып ята, – тип ул бойҙай өйөмөнә күрһәтә. — Бөгөн ямғыр яумаһа, әллә нисә тау булыр әле, иртәнге сәғәт алтығаса урғандар бит кисә...
Будканан шул саҡ Сафин Йәғәфәр ағай килеп сыҡты. Ул – ырҙын табағының мөдире. Үҙе весовщик та, механик та, электрик та, агитатор ҙа. Ураҡ башында уҡ колхоз идараһы был тынғыһыҙ коммунисты үҙәк ырҙын табағына беркетеп ҡуйҙы.
Йәғәфәр ағайҙың йонсоған, бер аҙ һурылып киткән йөҙөнән эштең бик еңелдән булмағаны күренеп тора. Ләкин ул шат: үҙенә тапшырылған бурысты ул намыҫ менән, коммунистарса үтәп сыҡты.
— Бригадир ҡыр эшендә эшләй алмаған балалы 6–7 ҡатынды биреп ҡуйҙы ла, бына шулар менән һаман да эшләп йөрөгән көнөбөҙ, – ти Йәғәфәр ағай. — Һүҙ әйтерлек түгел, яҡшы эшләнеләр. Бигерәк тә Сәлимә Садиҡйәнова, Тәлиғә Халиҡова, Йөҙөм, Миңнегөл, Бибинур Садиҡовалар тырышты. Ашлыҡ ҡыҙып, боҙолоп ятырлыҡ булманы. 7–8 комбайн урғанда ла, өлгөрөп торҙолар. Эш бик тығыҙ булып киткәндә. Өфөнән килгән эшсе ҡыҙҙар ярҙам итте.
Йәғәфәр ағай Өфө (АТК № 1222) автоколоннаһынан килгән шоферҙар: Мөнир Хәмәдиев, Иван Савельев, Миндеяр Килдейәровтарҙы ла маҡтап һөйләй.
— Уларҙың ярҙамы ҙур булды, маладис инде ул шуфирҙарға, – тип ҡуйҙы Шакирьян бабай ҙа.
Ғөмүмән, ырҙын табағында эштең бик яҡшы ойошторолғанлығы күренеп тора. Иген киптергестәрҙән башҡа бөтә машиналар ҙа электр менән эшләй. Бөтә нәмәлә тәртип, ысын хужа ҡулы булғанын тояһың.
Күп тә үтмәй ырҙын табағында таяғына таянып:
— Йөкләмә үтәлгән бит, егеттәр! Арттырып үтәлгән хатта. 103 мең бот иген тапшырғанбыҙ, әй! – тип, колхоздың икенсе бер аҡһаҡалы Фәйзуллин Йосоп бабай ҙа килеп етте.
Боронғо ҡарт һалдаттар, ҡыуанышып, шаяра-колә постарын алмаштырҙылар:
— Тәүәккәллек итһәң, йөкләмә лә йөк нәмә түгел икән ул, — тиештеләр ҡарттар. -
Йөкләмә – йок нәмә түгел
— Эйе, өҫтән тау төшкән кеүек булды инде, – ти председатель Яруллин Барый ағай ҙа. — Пожалуй, тәмәкене лә ташларға тура килер хәҙер. Юҡһа, был уборка тип, бик ҡаты тарта башлағайным.
Йөҙ миллион бот Башҡортостан игене өсөн быйылғы тәбиғәт менән көрәш хатта кешеләрҙең тәбиғәтенә лә үҙгәреш индергән, күрәһең. Хатта Шакирьян бабайға тиклем тәмәке тарта башлаған:
— Ҡайҙа, улым, күстәнәсеңдән ауыҙ итәйек, – тип ултыра.
Эйе, быйылғы ураҡта күптәрҙең йоҡоһо йоҡо, ашы аш түгел. Тәбиғәт әле үҙенекен итә, кешегә буйһоноп бөтмәй.
Әллә күктең төбө төштөмө? – тип комбайнерҙар ҙа, шоферҙар ҙа, агроном Степан Дмитриевич Милюков та, парторг Вәлиев Мөғәллим ағай ҙа, комсорг Рәүф Зарипов та, председатель Барый ағай ҙа – бөтәһе лә күккә ҡарай. Ләкин күктә – болот та болот, ямғыр ҙа ямғыр!.. Әгәр райком секретары Әнүәр Миһранов инде телефондан:
— Иртәгә яҡшы көн буласаҡ, егеттәр, – тип хәбәр итһә, бынан да шатлыҡлы хәбәр юҡ. Был инде тәүлектең 24 сәғәтен дә ҡайырып алырға әҙер булығыҙ, тигән һүҙ.
Һәм бөтәһе лә, атакаға ташланырға торғандай, быға әҙер тора: комбайндар төҙөк, майланған, көйләнгән. Яғыулыҡ ташыусы Хәйретдинов Хыялетдин, Ниғәмәтов Хөжжәт менән Воробьев Егор ҡарттар ҙа, комсомолец Халиҡов Рәис тә машиналарҙы яғыулыҡһыҙ ултыртмаясаҡ. Комбайн-фәлән ватыла ҡалғанда, колхоздың Ғимранов Зәғәфуран, Сафин Имай, Сәфиғуллин Әғҙәм кеүек оҫта тимерселәре бар.
Комбайндар бер ерҙә төркөмләп эшләй – был яҡтан да бик уңайлы. Шунлыҡтан, Франгиз Зиннуров, Иван Гусев, Павел Губин, Вәис Сәйфуллин, Зауыр Солтанов кеүек колхоздың уңған шоферҙары бер нисә комбайнды хеҙмәтләндереп, көндөҙ ырҙын табаҡтарына ашлыҡ ташыһалар, иртәле-кисле 30 километр алыҫлыҡтағы Кропачево элеваторына елдерәләр. Шулай итеп, колхоздың үҙ машиналары ла дәүләткә иген ташыуҙа яҡшы файҙаланыла, комбайнерҙар ҙа ер башында һыҙғырышып ултырмай.
Унан һуң һәр бер механизаторҙың үҙ эшенә яуаплы ҡарауы, эште еренә еткереп, намыҫ менән эшләүе алған йөкләмәне үтәүҙә хәл иткес роль уйнаны. Был тәңгәлдә бигерәк тә колхоздың Павел Милюков, Вәрис Ғибадуллин, Латифьян Хәсәнов, Фәрүәз Сәлихов, Рәүф Халиҡов, Ишхужа Баймурзин, Риф Янмурзин, Рәшит Әхмәтйәнов кеүек намыҫлы комбайнерҙары үҙ-үҙҙәрен аямай эшләй. Улар ямғырһыҙ ваҡыттың һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша. Аяҙ көндәрҙә һәр бер комбайнер 18–20-шәр гектарҙың игенен урып һуға.
«Урал» колхозының районда йөкләмәне, ә Салауат районының бөтә Төньяҡ-көнсығыш идаралығында планды беренсе булып үтәүендә был механизаторҙарҙың ҙур хеҙмәте бар. Оло йәштәге ҡарттарҙан алып бала-сағаға тиклем бөтә кеше тырышып эшләне.
Был – бер булһа, икенсенән, «Урал» колхозы районда ерҙе рациональ файҙалана белеүе, иген игеүҙең юғары культураһына эйә булыуы менән дә дан тотоп килә. «Урал» баҫыуҙарында ҡый үләндәрҙе күрмәҫһең, игенде бында гөлдәй итеп үҫтерәләр.
Ә түбән уңышлы культуралар һәм үлән сәсеү менән мауығыу «Урал» колхозында электән үк юҡ ине.
Шуның өсөн дә колхоз йылдың-йылы яҡшы, тотороҡло уңыш алып килә. Мәҫәлән, быйыл 824 гектар арыш уртаса 19,7-шәр центнер бирҙе. Ә Малаяҙ менән Гусевка бригадаларында ул 25– 30-ар центнерға барып баҫты. Шулай уҡ, йыл ауырға ҡарамаҫтан, 180 гектар борсаҡтан да арыу ғына – 17-шәр центнер уңыш алынды. Борсаҡты сабыуҙа колхозға район үҙәгенең хеҙмәтсәндәре бик ҙур ярҙам итте. Йыйып һуҡҡанда комбайнерҙар, көн асылғанын көтөп, борсаҡ төбөнән китмәй, «дежурҙа ултырҙылар». Шул тырышлыҡ менән колхоз дәүләткә алты мең боттан ашыу борсаҡ тапшырып, үҙенә лә бына тигән етерлек орлоҡ һалып ҡалдырҙы. Шулай уҡ бойҙай ҙа яҡшы уңыш бирә. 1311 гектар бойҙайҙың һәр гектарынан әлегә уртаса 12-шәр центнер уңыш алына. Хәҙер уның һуңғы гектарҙары өсөн алыш бара.
Бөтә был уңыштарҙа колхоздың арыу-талыуҙы белмәҫ, тынғыһыҙ, ныҡыш, ерҙе йәне-тәне менән, уның ысын хужаһы булып һөйгән агрономы Степан Дмитриевич Милюковтың хеҙмәтен дә күрергә кәрәк, әлбиттә. Ул – ысын мәғәнәһендә ерҙә тәртип урынлаштырыусы агроном.
— Беҙҙең Степан Дмитриевич үҙ эшен яратып, намыҫ менән эшләй торған белгес ул, – ти председатель Барый ағай.
Председатель уның менән хаҡлы ғорурлана. Степан Дмитриевич уйлап табыусы, эҙләнеүсән, ғалим агроном да ул. Шакирьян бабай кеүек ҡарт игенселәрҙең ергә булған мөхәббәтен ул фән менән дә ҡуша белгән ижад кешеһе.
Ул уйлап сығарған загон урғысын файҙаланып ҡына ла колхоз 3600 бот игенде юғалтыуҙан һаҡлап алып ҡалған.
Бына шундай ер хужалары, бына шундай намыҫлы кешеләр булыу, колхоз идараһының партия һәм комсомол ойошмаларының эште дөроҫ ойоштороуы, ерҙе, техниканы хужаларса файҙалана белеүе арҡаһында «Урал» колхозы үҙ йөкләмәһен беренсе булып үтәне лә инде.
— Әле эшләйһе эштәр бик күп, тынысланырға урын юҡ, – ти Степан Дмитриевич. — Тир түгеп үҫтерелгән бөтә игенде юғалтмай йыйып алырға, яҡшы сифатлы орлоҡ туплап, ерҙе таҙартып, туңға һөрөп бөтөрөргә, киләһе йыл өсөн хәстәрлек күрергә, ҡышҡа әҙерләнергә кәрәк. Бөтәһе лә ал да гөл түгел әле...
Эйе, колхозда эш бөтмәй. Уны бөтә яҡтан да етеш, ныҡ хужалыҡ итер өсөн, бик күпте эшләргә кәрәк әле. «Урал»дан да бейек маяҡтар бар. Уларға тиңләшәһе бар. Ир намыҫы – ат бәҫе менән бер, ти бит. Тиңләшелер. Быға ышаныс ҙур.
Сөнки «Урал» колхозы аша үткән оло юл буйлап барғанда, бер рәткә теҙеп, ыҡсым итеп, тәҫемләп һалынған алтын эҫкерттәргә, ҡара бәрхәт кеүек күпертеп һөрөлгән ерҙәргә, күҙҙең яуын алып ятҡан келәм кеүек уттай йәшел ужым баҫыуҙарына, шул баҫыуҙарҙағы кешеләргә ҡарайһың да бөтә күңелдән ҡыуанаһың:
— Бына ҡайҙа, исмаһам, ерҙең ысын аҫабалары! һынатмаҫ ул салауаттар! – тиһең.
1962 йыл, «Совет Башҡортостаны»
Күтәрелгән сиҙәм
Урау булһа ла юл яҡшы, тигән боронғолар. Бик үк яҡшы булып етмәһә лә, Урал артылып, Силәбе, Магниттар аша үтеп, тап өс көн тигәндә – яңынан Башҡортостан еренә килеп төшәһең.
Ә Сибайҙан тағы ла илле саҡрымдан да ашыуыраҡ ерҙе бындай сатнап торған һыуыҡта, көрт йырып та юл ярып барырға кәрәк. Юлсыға янсыҡ та ауыр тип, толоп-быйма ла алмай сыҡһаң, юл йөрөү хәтәрерәк был яҡта!..
Күңелде тик бер генә нәмә йылытып тора. Ул да булһа – сиҙәм ер! Телдән төшмәй был һүҙ хәҙер. Ер түгел был – ә ниндәйҙер сер. Мин бына тап шул ергә, Башҡортостандың иң алдынғы – быйыл ике миллион ярым боттан да ашыу иген тапшырған Йылайыр совхозына барам.
Уң яҡтан күм-күк булып Ирәндек һуҙыла. Һулда – икһеҙ-сикһеҙ ҡар далаһы йәйелеп ята. Күҙ күреме еткән был ап-аҡ киңлектә ҡарға сумған эҫкерттәренән башҡа бер ни ҙә күрмәҫһең. Тик ҡояш нурына ялтырап, диңгеҙ тулҡындары кеүек алҡаланып ятҡан ҡар балаҫы ғына беҙ барған ыңғайға күҙҙе сағылдырып эйәреп килә. Осо-ҡырыйы юҡ был ерҙең! Күпме сиҙәм күтәрелгән!.. Иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем эшләп арыған ер, ҡалын ҡар юрғанын ябынып, иҙерәп йоҡлай хәҙер, хәл йыя...
Тик кешеләр генә йоҡламай. Совхозға барып ингәндә ут алғайнылар инде. һәр бер өйҙә электр балҡый. Урамда радио һөйләп тора. Йәштәр көлөшә-һөйләшә клубҡа ашыға. Ҡайҙандыр гармун тауышы килә. Танауға яңы ғына бешкән икмәк еҫе килеп һуғыла. Бөтә йәнең-тәнең менән йылынып киткән кеүекһең. Күңелгә рәхәт.
Ҡайһы өйгә инергә тип торғанда, ҡапыл автомашиналар колоннаһы араһынан ишетелгән таныш тауышҡа һиҫкәнеп киттем. Мине өс егет уратып алды. Беренсе мәктәптәшем Салауат Монасипов булып сыҡты.
— Ниндәй ел ташланы былай?
— Ә һин нисек бында?
— Мин ни – уҡытам инде был совхозда... Бына әле ҡоҙа булышып йөрөйбеҙ.
— Нисек, өйләндеңме әллә?
— Юҡсы! Бына кейәү үҙе. Таныш булығыҙ – Яхия Яҡупов булыр...
Салауат быйыл ғына пединститутты тамамлап эшкә килгән икән. Әле генә бер мәктәптә уҡып йөрөгән башҡорт егете инде рус, украин, татар балаларына немец теле уҡыта! Йәйен сиҙәм совхозында төҙөүселәр бригадаһында эшләгән дә был яҡта уҡытырға тороп ҡалған. Ә Яхия совхоздың маҡтаулы тракторисы булып сыҡты. Тракторын ремонтлап бөткән дә кәләш йәрәшеп йөрөй. Килен кеше – Йылайыр мәктәбенең интернат тәрбиәсеһе Фәрихә Идрисова. Иҫке йылдың иҫтәлеге итеп яңы йыл алдынан яңы ғаилә ҡорорға булғандар. Күрәһең, был иҫке йылдың онотолмаҫ иҫтәлектәре бер сиҙәм күтәреүҙә генә түгел икән шул...
— Маҡтап килгәнһең икән, әйҙә, маҡтап та кит, – тигәндәй, егеттәр мине туйға саҡырҙылар. Шулай итеп, сиҙәм туйында булырға ла яҙған икән...
Туйға егет яғынан совхозға терәлеп кенә ултырған «Яңы тормош» колхозсыларын саҡырғандар. Былар Куйбышев әлкәһенән күсеп килгән Ырғыҙ буйы башҡорттары, тиҙҙән баҫылып сығасаҡ «Ырғыҙ» романын яҙыусы һәҙиә Дәүләтшинаның туғандары, Рәшит Ниғмәтиҙең «Дауылдар тыуҙырған ғүмер» поэмаһында һүрәтләнгән геройҙарҙың яҡташтары. Яңы тормош ҡорған яҡташтар үҙҙәренең яҙыусы һәм шағирҙары, сиҙәм күтәргән Яхия кеүек уңған улдары менән ғорурланалар. Һәм хаҡлы ғорурланалар.
Йыйылып бөткән ҡунаҡтар тик бер кешене генә – баш ҡоҙаны ғына көтәләр: «Ҡоҙа эште боҙа бит». Был – Хәҡим ағай Байназаров, мәктәптең иң өлкән уҡытыусыһы, халыҡ-ара хәл тураһында Венгрия мәсьәләһе буйынса совхоз эшселәренә лекция уҡып, һунлабыраҡ килеп инде. Тәүге һүҙ уныҡы, әлбиттә. Ул туйҙа ла быйылғы уңыштар тураһында бәләкәй генә бер лекция уҡып ташланы. Йәшкә инде оло ғына булһа ла, Хәким ағайҙа әле элекке комсомол ялҡыны һүнмәгән.
Мәжлес күркәм. Сиҙәм күтәргән кешеләрҙең күңелдәре лә көр. Йырҙы ла улар берҙәм күтәреп ебәрҙеләр...
— Халыҡ хәҙер мул йәшәй ҙә ул!..
— Иген аҡтарылып уңды быйыл, аллаға шөкөр!
— Бындай йылдың ғүмерҙә булғаны юҡ ине, – тип шаулаша ҡарттар...
Бының сере ниҙә һуң?
— Бының сереме – халыҡтың үҙендә, – ти совхоздың партия ойошмаһы секретары Андрей Родионович. — Егерменсе съезд ҡуҙғатып ебәрҙе халыҡты. Ә халыҡ ҡуҙғалғас, ер ҡуҙғалмай булмай...
Дөрөҫ әйтә иптәш Кузнецов. Ер кешене күтәрә, кеше ерҙе күтәрә. Мөғжизәләр эшләй халыҡ ҡулы.
Йылайырлылар ең һыҙғанып эш эшләнеләр быйыл. Көҙөн бөтә ер туңға һөрөп ҡалдырылғайны. Ҡыш буйы баҫыуҙарҙа трактор менән һөрөп ҡар тоттолар. Ә яҙ етеү менән мең кеше бер кешеләй булып үҙ ваҡытында сәсеүгә төштө. Ерҙе ашлауҙа самолеттар ярҙамға килде. Шулай итеп, ямғыр ерҙән сығып яуҙы, ә ерҙе күктән эшкәрттеләр. Яҡшы орлоҡтар яҡшы эшкәртелгән дымлы ергә төшөү менән үк шытып сығып, күкрәп үҫеп китте. Шул иғен менән бергә яңы ғына институт бөтөрөп килгән агроном ҡыҙ Тамара Орехова үҙе лә үҫте.
— Эште яратып эшләһәң, эш һине лә ярата икән шул, – ти Тамара быйылғы эштәренең емештәре менән ғорурланып. — Мин ысын институтты тик бына шул совхозда ғына үттем...
Тамара кеүек кешеләрҙе үҫтереү иген игеүҙән байтаҡ ауырыраҡ һәм ҡатмарлыраҡ. Һәр бер кешенең үҙ тәбиғәте, үҙ донъяһы, үҙ холҡо бар. һәр кешенең яҡшы һәм кире яҡтары бар. Кешегә ғәжәп ҙур бер иғтибар һәм һаҡлыҡ менән килә белергә, уның нәҡ ана шул яҡшы яҡтарын күрә белергә кәрәк. Ә насарҙы кем дә күрә уны! Орлоҡто аҙ ғына һелкетеп ҡараһаң да уның сүп-сарҙары өҫкә ҡалҡып сығырға ғына тора. Бына ысын, тос орлоҡ – аҫтараҡ. Шундайҙарҙы табып алыу тураһында Андрей Родионовичҡа ла совхоздың тәжрибәле директоры Әғләм ағай Нәҡиевҡа ла байтаҡ төндәрҙе йоҡламай үткәрергә, уйланырға, эҙләнергә тура килде. Совхоздағы эш шарттарын үҙгәртеп ҡороу кәрәк ине. Ә унда элекке ғәҙәттәрҙе һаҡлап килеүсе «ҙур һаҡалдар» ҙа бар. Уларҙа авторитет та бәләкәй түгел. Һаҡалдарын улар совхоздың төрлө тармаҡтарына ла бик тәрән ебәргәндәр. Уларҙы йолҡоп алыу ҙур ихтыяр көсө талап итте.
— Мәҫәлән, шундай бер хәл килеп сыҡты, – тип һөйләй Андрей Родионович. — Сиҙәм совхозында үҙ аллы бүлексәләр кәрәкме, әллә бригадалар ғынамы? «Ҙур һаҡалдар» бригада яғында. Бындай система норма артынан ҡыуыуҙы килтереп сығара ине. Ә сифатҡа зыян килә. Ғәйепте лә бер кем үҙ өҫтөнә алырға теләмәй: бригадир – механикка, механик агрономға һылтана. Эшкә яуаплылыҡ етешмәй. Беҙ был «системаны» бөтөрҙөк. Бүлексәләр хәҙер үҙ аллы, һәм уның менән управляющий етәкселек итә. Был, яуаплылыҡты нығытып, эшкә яҡыныраҡ булыу мөмкинлеген бирҙе. Норма артынан ҡыуыу бөтөп, сифат та күтәрелде. Техникаға ла хужаларса ҡарай башланылар. Шулай итеп, эш тә ырап китте: управляющий ашыҡтыра, агроном сифатты һаҡлай, ә механик машиналарҙы ҡарай. Хәҙер эште артабан яҡшыртыу өсөн бүлексәләр менән етәкселек эшенә белгестәр ебәрергә кәрәк. Был эш менән ҡыйын беҙҙә. Етмәһә, беҙҙең управляющийҙарҙы специалист итеп башҡа райондарға ебәрәләр ҙә ҡуялар. Һеҙ үҙегеҙ үҫтерерһегеҙ әле, тиҙәр совхоздар управлениеһынан...
— Унан һуң вуздарға ерҙе, ер эшен, ауыл хужалығын белгән йәштәрҙе алырға кәрәк. Юҡһа, ҡаланан килгән агроном кишерҙе сөгөлдөр менән бутамаҫ өсөн генә ул! – тип ҡулын һелтәп ҡуйҙы секретарь.
— Бик киҫкен әйтелһә лә, был һүҙҙәрҙә ҙур дөрөҫлөк бар. Сөнки Башҡортостан ауыл хужалығы институтына бик осраҡлы кешеләр ҙә килеп инә. Ә ауылда үҫеп, ауыл эшендә ҡайнаған йәштәрҙең яртыһы тиерлек институтҡа инә алмай, кире ҡайтып китә. Мәҫәлән, быйыл агрономия факультеты менән шулай булды. Был факультетҡа килгән йәштәр араһында хатта техникум бөтөп бер нисә йыл эшләгән агрономдар ҙа бар ине!
Ә бына совхозда эште белгән, юғары белемле специалистар етешмәй. Йылайыр совхозының бары Покровка бүлексәһендә генә бер специалист бар.
Совхозда әле «күтәрелмәгән сиҙәмдәр» ҙә күп. Был бигерәк тә малсылыҡ эшендә күҙгә бәрелеп тора. Уңыштарҙан баш әйләнеп тынысланмау өсөн был хаҡта әйтмәү мөмкин түгел. Совхоз хужалығының үҫеше бер яҡлы икәнлеген хатта малдар үҙҙәре үк әйтеп тора.
Бына һыйырҙарҙы Уртаҙымға һыу эсергә төшөрҙөләр. Улар араһында һөт бирә торған эре һыйырҙарҙы күреү бик ҡыйын. Бөтәһе лә тиерлек ғүмер-ғүмергә «һауһалар – бер аҙ һөт бирермен, һуйһалар – бер аҙ ит бирермен» тип кенә йөрөгән иҫәпкә бар, һанға юҡ малҡайҙар. Улар араһында, һауынсылар үҙҙәре әйткәнсә, елендәре лә күренмәгән кәзә-һыйырҙар ҙа, көйшәргә тештәре лә төшөп бөткән йөҙйәшәр ҡарт һыйырҙар ҙа бар.
— Шуларҙан ниндәй һөт алаһың инде! – ти управляющий апай. — Ә бит уларға ла план бирәләр... Шул планды үтәйем тип күҙең сыға. һауһаң ине, исмаһам, һыйыр! Ә быларға бит ғүмерең генә әрәм!..
Ысынлап та – шул малдарҙы ҡарап күпме көс түгелә, күпме кеше эшләй, күпме эш хаҡы түләнә! Ә һөҙөмтәлә – совхоз тик быйыл ғына уларҙан миллион ярым һумға зыян күргән. Был тик иген менән генә ҡаплана. Әгәр ҙә шул зыян булмаһа, совхоздың бөтә тармаҡтан алған 18 миллион һумлыҡ килеменән саф көйөнсә генә 5 миллион аҡсаһы ҡалған булыр ине. Тимәк, хужалыҡты планлаштырыу планһыҙ йәки һуҡыр план менән алып барыла. Был хәлгә түҙеп тороу мөмкин түгел. Бының иң юғары типтағы ауыл хужалығы менән – совхоз менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Малдарҙың тоҡомон яҡшыртыу эшенә ең һыҙғанып тотонорға кәрәк. Бының өсөн совхоздың экономик мөмкинлеге бар.
— Һыйырҙың һөтө телендә, ашатһаң, һөт бирә инде һыйыр, – ти һауынсы Асия Хәйбуллина. Ләкин совхоз етәкселәре был хәҡиҡәтте күреп етмәйҙәр әле. Мал аҙығы ташып ҡуйылмаған. Шунлыҡтан бөтә бүлексәләрҙә лә, бигерәк тә Күлтабан бүлексәһендә, мал аҙығына өҙөклөктәр була. Малдарға тамыраҙыҡтар бөтөнләй эҙәрләнмәгән. Унан һуң мал торлаҡтарына бер ниндәй механизаторҙың да ҡулы теймәгән. Бөтә эш ҡул көсө менән эшләнә. Һауынсылар хатта силосты ла итәктәренә һалып ташыйҙар... Совхоз механизаторҙары улар алдында бик-бик бурыслы. Яңы йылда былай боронғоса эшләү бөтөр тип ышанаһы килә.
Сөнки йылайырлылар ошо үткән йылда үҙҙәренең ниндәй мөғжизәләр тыуҙырырға булдыҡлы икәнлектәрен күрһәттеләр инде.
Быйыл да һынатмаҫтар улар!
Совхоз менән хушлашҡанда, уның сиҙәм батырҙарын Яңы йыл менән ҡотлап, уларҙың уңышына ҡыуанып, етешһеҙлегенә көйөнөп, киләһе йылдарҙа Йылайырҙы бөтә яҡтан да етешле, юғары культуралы итеп, баҡсалар эсендә ултырған яңы мәктәбе, яңы стадион һәм яңы өйҙәре булған совхоз итеп күрәһе килә.
Был – халыҡтың үҙ теләге, үҙ хыялы һәм ул баҫҡанда ут сығарып эшләй ҙә белә, мең-мең йылдар буйы йыйырсыҡланып ятҡан сиҙәмдәр ҙә күтәрә. Сөнки эш өҫтөндә кешеләр үҙҙәре күтәрелә!
Баймаҡ районы
Яҡтылыҡ
(Очерк)
Бөтәһе лә бала саҡтан башлана: яҡшыһы ла, яманы ла. Тик балалыҡ үҙе, бөтәһенән элек, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтылыусан. Кеше, үҙенең йәйғор төҫлө сағыу балалыҡ иленә ҡайтып, ниндәйҙер мөғжизәләр, яңы асыштар яһарға хыялланыуҙарын хәтерләгәндә, үҙе лә һиҙмәҫтән, шағирға әйләнә. Ә күңелендә ошо ҡабатланмаҫ балалыҡ хистәрен ғүмергә һаҡлай алған кеше, бер генә юл шиғыр яҙмаған хәлдә лә, һәр саҡ шағир булып ҡала. Ундайҙар менән йәшәүе лә рәхәт, эшләүе лә күңелле, хатта танышып-һөйләшеп китеүе лә еңел...
Бына шундай йөҙө-күңеле яҡты кешеләрҙең береһе ул. Исеме лә есеменә тура килеп тора бит әле: Светлана! Сөндөковтар ғаиләһендә был яҡтылыҡ донъяға килгәс тә, Фатима апай менән Ғилман ағай, ҡыҙҙарының яҡты киләсәген юрап, уға шундай замана исемен ҡушҡандыр ҙа инде.
Тик Ғилман ағайға ҡыҙының үҫеп етеп, уҡып, ҙур ғалимә булып китеүен күрергә яҙманы. Ошо яҡты киләсәк, ил именлеге, халыҡ бәхете өсөн ғәзиз ғүмерен биреп, бик күптәребеҙҙең атайҙары һымаҡ, ул да Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайта алманы. Атаһы яуға киткәндә, Светланаға әле биш йәш тә тулмағайны. Уны ул күберәк һүрәттәре буйынса ғына төҫмөрләй. Ләкин Фатима апай ҡыҙын атаһының яҡты иҫтәлегенә тоғро, кешеләргә игелекле, алсаҡ күңелле итеп үҫтерҙе, нисек тә уҡытырға тырышты.
Света үҙе лә бәләкәйҙән үк яҡтылыҡҡа, белемгә ынтылды, бөтә фәндәрҙән дә яҡшы уҡыны, һәр саҡ йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып йөрөнө. Мәктәптә бер ниндәй кисәләр ҙә уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй торғайны. Әҙәбиәт һәм сәнғәт менән дә, теүәл фәндәр менән дә ул берҙәй мауыҡты.
Фатима апай ҡыҙын, моғайын, үҙ юлынан китер, үҙенә алмаш врач булыр, тип уйлағайны. Ләкин ҡыҙҙың үҙ хыялы, бөтә күңелен биләгән үҙ донъяһы бар ине инде. Мәктәптә уҡығанда уҡ уны «Фән һәм фән өсөн ғазап сиккән кешеләр» тигән китап тетрәтте. Ә боронғо рим шағиры Кар Лукрецийҙың атомдар ҡоролошо тураһында яҙған «Есемдәр тәбиғәте» тигән ҙур поэма-трактаты уны тылсымлы химия донъяһына алып инде, һәм ул «Гүзәл кешеләрҙең тормошо» серияһында сыҡҡан Ломоносов, Пастер, Менделеев һәм башҡа күренекле ғалимдар хаҡындағы китаптарҙы йотлоғоп уҡырға тотондо. Үҙенең иң яратҡан уҡытыусыһы Дора Ароновна Ройтр Светаның, химлабораториянан сыҡмай, төрлө реакциялар, дәрестән тыш тәжрибәләр менән мауығыуын күреп:
— Беләһеңме, Света, һин мотлаҡ химик буласаҡһың. Ә Башҡортостан – оло химия республикаһы. Шуның өсөн һиңә Зинин, Клаус, Бутлеров кеүек ғалимдары менән даны сыҡҡан Ҡазанда уҡып ҡайтырға кәрәк, – тип, уға Ҡазан университеты нигеҙендә асылған химия-технология институтына китергә кәңәш бирә.
Өфөнөң 12-се (хәҙерге 62-се) мәктәбен тамамлау менән, Светлана Сөндөкова ошо институттың технологик факультетына уҡырға инә һәм бәләкәйҙән үк хыялланған тылсым донъяһына сума.
— Иң һағынып иҫкә ала торған саҡ бит ул студент йылдары! – тип хәтерләй ул был йылдарҙы. Рус органик химияһының бишеге булған Ҡазан химия мәктәбенең данлы традицияларын дауам иткән күренекле ғалимдарҙың, бигерәк тә профессор Г. X. Камай лекцияларын тыңлау уға үҙе бер ғүмер була. Профессор Камай уға, институтты бөткәс, аспирантураға ҡалырға тәҡдим итә. Ләкин үҙ һүҙле, үҙ көсөн бөтә нәмәлә лә һынап ҡарарға яратҡан, ут бөрсәһе һымаҡ теремек, ныҡышмалы, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ғәйрәт йөрөткән ҡыҙ башта үҙ белемен практик эштә һынап ҡарарға теләй һәм, 1959 йылда Өфөгә ҡайтып, ике йыл синтезспирт заводында смена начальнигы булып эшләй. Унан 1964–1967 йылдарҙа Башнефтехим производствоһы ғилми-тикшеренеү институтында аспирантурала уҡып, шунда уҡ катализаторҙар бүлегенә фәнни эшкә ҡалдырыла.
— Ә ниндәй темаға диссертация яҡланығыҙ һуң? – тип һорағас, Светлана Ғилмановна көлөп ебәрҙе:
— Хәҙер тулыһынса үҙем дә хәтерләмәйем инде. Телеңде һындырырлыҡ исем.
— Ә шулай ҙа?
— Улайһа русса ғына әйтәйем инде: «Влияние металлов на коксообразование при каталитическом крекинге и регенерацию алюмоселикатных катализаторов». Хәтәрме?
— Хәтәр икән шул. Ысынлап та тел һындырырлыҡ!
Ләкин уның ҡарауы диссертацияның эшкә файҙаһы ла хәтәр икән шул: ундағы тәҡдимдәрҙе Өфө нефть эшкәртеү заводында ҡуллана башлағас, улар 600 мең һумлыҡ экономия биргән!
— Әлбиттә, был бер минең эшем генә түгел, бөтә завод эшселәренең, инженер-технологтарҙың ҡаҙанышы. Бигерәк тә мин үҙемдең етәкселәрем Ричард Иванович Черкасовҡа (ана уның портреты, аварияға эләгеп һәләк булды), унан һуң Рәфғәт Мажитович Мәсәғүтовҡа бурыслы. Хәҙер ул – институттың директоры, техник фәндәр докторы. Әле лә коллективтың ярҙамы ҙур миңә, – тип Светлана Ғилмановна үҙ коллегаларының ғилми эштәре хаҡында ғорурланып һөйләй.
Эйе, институт ғалимдары ҙур ижади тормош менән йәшәй. Химия промышленосы алдына партиябыҙҙың XXV съезы ҡуйған бурыстар, «химик реакцияларҙы байтаҡҡа тиҙләтерҙәй юғары эффектлы каталитик системалы яңы химик процестар булдырырға, күпселектә йомоҡ циклдарҙы файҙалана торған ғилми технология нигеҙҙәрен эшләргә» тигән күрһәтмә туранан-тура ошо институтҡа ҡағыла.
Мәктәп химияһынан белеүебеҙсә, катализатор реакцияларҙы тиҙләтеүсе тигән һүҙ. Беҙҙең хәҙерге тиҙлек заманында бөтә эштә лә ошондай тиҙләткестәр кәрәк. Бөйөк баҡсасы әйткәнсә, беҙҙең бурыс – тәбиғәттән шәфҡәт көтмәй, унан бөтә нәмәне ҡайырып алыу бит. Светлана Ғилмановнаның ғилми эҙләнеүҙәре бына ошо мәсьәләне хәл итеүгә арналған да инде. Уның ҡатнашлығында никель катализаторын әҙерләү технологияһы камиллаштырылып, Өфө нефть эшкәртеү заводында бер йыл инде хәҙер ошо технология ҡулланыла. Ново-Куйбышев нефтехимкомбинатында ла, Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводында ла ҡулланалар уны.
Ә был яңылыҡ нимә бирә һуң?
Был яңылыҡ хеҙмәт етештереүсәнлеген өс мәртәбәгә тиерлек күтәргән, продукцияның сифаты ла яҡшыра төшкән. Элекке ике операция урынына хәҙер бер генә операция башҡарыла.
Һеҙ магазиндан алған маргаринда ла Светлананың ҡыҫылышы бар. Эйе, эйе, һәр бер хужабикә ҡулланған был маргаринды ул тәҡдим иткән никель катализаторы ярҙамында алалар бит. Был катализатор, элеккеһенә ҡарағанда, активыраҡ та, оҙағыраҡ та ҡулланыла. Уны хәҙер Советтар Союзының 15 ҡалаһындағы торло май заводтарында – Мәскәүҙә, Ленинградта, Куйбышевта, Свердловскийҙа, Гомельда, Тбилисиҙа, Хабаровскийҙа һәм башҡа урындарҙа файҙаланалар.
Светлана Ғилмановна мине институт директоры Рәфғәт Мәжитовичҡа алып ингәс, ул коллективтың эше тураһында ентекләберәк һөйләп бирҙе. Әле улар тағы ла активыраҡ, эффектлыраҡ катализатор алыу өҫтөндә эшләйҙәр икән. Был баҡыр-хром-бари катализаторы аҙыҡ промышленносында – төрлө ҡушылмалары аҙыраҡ булған майҙар, нефть промышленносында синтетик каучук алыуҙа ҡулланыласаҡ.
Әлегә төрлө эске яныу двигателдәренә киткән яғыулыҡтар составында миркаптан тигән ҡатнашма бар икән. Бына шуны мөмкин тиклем кәметерҙәй яңы катализатор әҙерләйҙәр. Өфө нефть эшкәртеү заводында нефтте парафиндан таҙартыу буйынса ла, синтезспирт заводында фенол-ацетон яһауҙа ла институт ҙур эш алып бара. Завод хәҙер фенолды отлично билдәһе менән генә сығара.
Бөтә яңы технологик процестарҙы әҙерләүҙә институт төрлө завод коллективтары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Туғыҙынсы бишйыллыҡта был бәйләнешкә ныҡлы нигеҙ һалынһа, унынсы бишйыллыҡта инде ул тағы ла нығый төшәсәк. Яңы технологик процестарҙы производствоға индереү бер һум тотоноу иҫәбенә дүрт һумдан артығыраҡ экономик эффект бирә. Бөгөнгө көндә институтта 36 фән кандидаты бар. Светлана Ғилмановна бына шуларҙың береһе генә түгел, ә ошо ҙур коллективтың етәксеһе лә. Уны былтыр көҙ институт партия ойошмаһының секретары итеп һайлағандар. Ул үҙе лә хәҙер институт тормошоноң тиҙләткесе – катализаторы тиергә була.
... Беҙ яҡты, ҙур лабораторияға инәбеҙ. Был үҙе бер бәләкәй генә завод. Бында ғәҙәти көнбағыш майынан әле әйткән кизигурлы никель катализаторы ярҙамында юғары сифатлы маргарин алыу реакцияһы бара. Эсәк һымаҡ ҡырҡҡа бөгәрләнгән ҡыуыу аппараттары. Температура – 400°. Шунан арттырырға ла, кәметергә лә ярамай. Бөтә был заводтың эшенә ике лаборант ҡыҙ күҙәтеү алып бара.
Светлана Ғилмановна был реакцияның формулаһын яҙып күрһәтә. Химиянан алыҫ кешегә был, әлбиттә, һаҡалтай кәзәнең афиша уҡып тороуы менән бер!.. Шулай ҙа йөҙөңә белдекле ҡиәфәт сығарып, ҡараған булаһың. Водород тигән һүҙҙе ишетеп, «шартлап китһә, көлөң күккә оса инде», тигән уй тәнде сымырҙатып ҡуя... Ләкин шөрләүең бушҡа: бында иң тыныс хеҙмәт кешеләре эшләй. Ни бары һәр хужабикә табаға һалып шыжлата торған маргарин яһайҙар! Шулай ҙа уның да үҙ теле бар икән. Светлана Ғилмановна үҙенең лаборант ҡыҙҙары Инна Кузнецова, Наташа Клименко менән дә, бүлек мөдире Борис Федорович Морозов менән дә ошо телдә һөйләшә. Миңә ҡалһа, ул бер сихыр, магия теле кеүек...
Һәр бер яңылыҡ производствоға индерелгәнсе әллә күпме көндәр, айҙар, хатта йылдар буйы иң элек бына ошо сырмалсыҡ эсәктәргә, пробирка һәм колбаларҙа ентекләп тикшерелә, әллә күпме формулалар яҙыла, әллә күпме иҫәпләүҙәр яһала. Күпме тырышлыҡ, түҙем һәм мөхәббәт кәрәк бының өсөн. Светлана Ғилмановна бына шундай үҙ эшенең шағиры булған ғалимә лә инде. һәр кем уны маҡтап, хөрмәтләп телгә ала.
— Ут!..
— Ғәйрәтле!
— Тынғыһыҙ!
— Кеше йәнле, кешелекле!..— тиҙәр уның хаҡында.
Бөтәһенә лә өлгөрә ул: театрға ла, концертҡа ла, китап уҡырға ла; улы Рөстәм менән спорт хаҡында һөйләшергә лә... Рөстәм инде VIII класта уҡый. Йөҙөү буйынса республика чемпионы. Ә атаһы Владимир Виниаминович Тихановский – элекке хәрби летчик – хәҙер Өфө аэропортында штурман булып эшләй. Ул да йәмәғәт эшмәкәре – цехком председателе. Бәлки, уларҙы ошо тынғыһыҙлыҡ, тиҙлек ҡауыштырғандыр ҙа. Ул Татарстандың Аҡтаныш районында тыуып, Минзәлә балалар йортонда тәрбиәләнеп үҫкән. Ә яҙмыш уны башҡорт кейәүе итеп ҡуйған.
— Беҙҙең Тихановскийҙар ғаиләһе шундай интернационал инде, – ти Светлана Ғилмановна – ул минән телде яҡшыраҡ белә. Башҡорт-татар йырҙарын яратып йырлай. Миңә лә хәҙер, олоғайған һайын, туған тел яҡыныраҡ була бара. Әсәйем менән туйғансы һөйләшеп алабыҙ. Бигерәк тә миңә үҙебеҙҙең башҡорт театры оҡшай. Тик шуныһы йәл: алыҫыраҡ булғас, Черниковканан бик йыш йөрөп булмай. Ҡала уртаһына һалманылар бит шуны...
— Ә тағы нәмә яратаһығыҙ? – тигәс, уның ҙур һоро күҙҙәре сабыйҙарса балҡып китте.
— «Тэлаз» ҡушаматлы этебеҙ бар беҙҙең! Бына ҡайҙа ғалим, исмаһам! Торғаны бер философ инде. Тик һөйләшмәй генә. Күҙҙәре мөлдөрәп кенә тора. Хәҙер берәй афоризм әйтеп һалыр һымаҡ. Уның менән баҡсаға сығып, ял итеп йөрөүе үҙе бер тамаша. Ғөмүмән, тәбиғәтте яратам мин.
— Ә яҙыусыларҙан кемде яратаһығыҙ?
Шунда ул китап кәштәһенә күҙ һирпеп алды. Унда Шолоховтың 2-се томы ята ине. Яңынан уҡый, күрәһең.
— Яҙыусыларым күп минең. Әле 200 һумлыҡ китапҡа яҙылдым. Яңыраҡ Георгий Марковтың «Себер» трилогияһын уҡып сыҡтым. Бик оҡшаны. Унан Виль Липатов оҡшай. Ләкин мине иң ғәжәпләндергәне – шиғырҙар. Нисек яҙалар икән шулай? Мин, исмаһам, берәй юл ғына яҙһам икән!..
— Ә беҙҙең журнал уҡыусыларға, бигерәк тә унынсы класты бөтөрөүсе ҡыҙҙарға ниндәй теләк әйтер инегеҙ?
Светлана Ғилмановна, етдиләнеп, бер аҙ уйлап алғас, былай тине:
— Нимә әйтер инем? Профессия һайлағанда, тик үҙҙәре яратҡан һәнәрҙе генә һайлаһындар ине. Ғүмер буйы уға тоғро ҡалырлыҡ булһын. Минең, мәҫәлән, үҙ эшем – иң ҙур бәхетем. Өйҙә мин оҙаҡ ултыра алмайым. Ялҡа башлайым. Тиҙерәк эшкә, институтҡа йүгерәм. Беҙҙең коллектив бик яҡшы. Унан йәмәғәт эшен дә артыҡ йөк итеп күрергә ярамай. Унһыҙ тормош барыбер тулы булмаҫ ине. Тағы бер теләгем бар: беҙҙең ҡыҙҙар тормош юлында, бигерәк тә фәнгә ынтылғанда ҡыйыуыраҡ булһындар. Юҡһа, беҙҙең халыҡта ниндәйҙер тартыныу бар. Шуның арҡаһында бик күп таланттар юғалып ҡала. Яратаһың икән – ҡыйыу бул!
Әйе, был һүҙҙәрҙә ҙур хаҡлыҡ бар. Был һүҙҙәр ысын күңелдән әйтелгән, замандашымдың кешелек яҡтылығы балҡып торған һүҙҙәр бит. Күрәһең, һәр кем уның менән һөйләшеүҙән күңелендә йылы бер яҡтылыҡ алып китәлер.
Институттағы утыҙ кешенән, ә Өфөләге меңәрләгән кешеләрҙән Советтар Союзы гражданины тигән ғорур исемде раҫлаусы ураҡ-сүкешле яңы паспорттың иң башлап уға бирелеүе лә тикмәгә түгелдер. Ул бит киләсәккә ашыға, башҡаларҙы ла ашыҡтыра!..
13 май 1976 йыл
Бөрйән юлдары буйлап
(Юл яҙмалары)
I. Мөғжизәләр иле
Бөрйән...
Бөрйәнгә барып, Бөрйәнде күреп ҡайтҡан кеше үҙ тәьҫирҙәрен бер һүҙ менән генә әйтә алыр инеме икән?
Юҡтыр, моғайын!..
Әммә бер ауыҙ һүҙ әйтмәй ҙә булдыра алмаҫ ине.
Үҙ ғүмерендә бер генә шиғыр юлы яҙмаған кешенең дә бында шиғыр яҙғыһы, бер генә һүрәт төшөрмәгән кешенең дә рәссам булғыһы, бер генә моңо булмаған кешенең дә йырлап ебәргеһе килер ине.
Беҙ әллә ҡайҙарҙағы Ҡафтау арттарына, әллә ҡайҙарҙағы Ҡырым, Балтик буйҙарына барып, матурлыҡ эҙләйбеҙ; төрлө музейҙарға инеп, ауыҙ асып йөрөйбөҙ; төрлө сиркәү-соборҙарҙың хор һәм орган моңдарына иҫебеҙ китә.
Ә, баҡһаң, ул матурлыҡ, ул һүрәттәр, ул моңдар үҙебеҙҙең аяҡ аҫтында ғына, үҙ Башҡортостаныңдың ҡуйынында ғына ятҡан, самолет менән «һә» тигәнсе барып төшөрлөк Бөрйән илендә генә икән...
Эйе, матурлыҡ күрәйем тиһәгеҙ, Бөрйәнгә барығыҙ, дуҫтар! Донъялағы иң ҙур тулҡындарҙы күреп һоҡланырға теләһәгеҙ, бер ҙә әллә ҡайҙа, ете тау артындағы диңгеҙ ярҙарына путевка юллап, аҡса туҙҙырып, ғүмер уҙҙырып йөрөйһө юҡ – тотоғоҙ ҙа тулҡын-тулҡын булып, береһенә-береһе артылып ятҡан армыт-армыт Бөрйән тауҙарына, уның Мәсемхан, Атайсал, Ҡурыуҙы, Ыласынташ түбәләренә менегеҙ – күҙ алдығыҙҙа күк монар ҡаплаған мөһабәт Урал ҡалҡыр; иң ҡеүәтле тулҡын шауын ишетәһегеҙ килһә, һырғай шыршы, ҡарағай, ҡарағас урмандарының шомло тауыш сығарып, диңгеҙҙән дә хәтәрерәк геүләгәнен ишетерһегеҙ; ебәк кеүек йомшаҡ, таң ысығы һымаҡ саф һыу менән ҡойоноп, алтын төҫлө ҡомда ятайым тиһәгеҙ, рәхим итегеҙ, ҡолонсағын көмөш биләү менән биләгән наҙлы әсә шикелле, Урал итәктәрен уратып-уратып аҡҡан тилбер Ағиҙел алҡаланып ятыр. Ағиҙелдең бында һис бер мал-фәләнгә, бысраҡ-маҙарға ҡатышмаған, иркә ҡолон һымаҡ уйнаҡлап-борғалап аҡҡан, быяла ише үтә күренеп ятҡан тәңгәле. Уға берәй уҫал уй уйлап, яман ниәт менән килмәһәгеҙ (ә бит уға төрлө шартлатҡыстар тейәп килеүселәр ҙә бар!), ул һеҙгә ашарға – балығын, эсергә – тәмле һыуын, һуларға – ҡымыҙҙай иҫерткес, хуш еҫле һауаһын, ҡуналҡаға – ямғыр үтмәҫ таллы-тирәкле йәшел сатырын, аҫҡа түшәргә – билдән үҫкән бүтәгәләй үләнен, ябынырға – һанһыҙ йондоҙ менән ҡайылған күм-күк юрғанын бирер.
Ә инде емеш-еләгенән, шифалы үлән-көпшәләренән ауыҙ итәйем тиһәгеҙ, танһығың ҡанғанса аша әйҙә! Бында улар өсөн аҡса һорамайҙар, йомарт тәбиғәт көллөһөн дә гөлдәй итеп үҫтерә: арба юлына эйелеп, еләген өҙ; шишмә буйҙарындағы шырлыҡтарға инеп, ҡарағатын тир; үрелеп, муйылын һыпыр; күләгәлә ятһаң – бөрлөгәнен, бил яҙырға торһаң – ҡурай еләген һоғон; күңелеңә ятһа – балтырғаны, монар көпшәһе менән һыйлан; сөсө булып китһә, әсе ҡуҙғалағын, йыуаһын, ҡымыҙлығын өҙөп ҡап!.. Барыһы ла бар бында!
һунар ҡомарың ҡуҙғалһа, әйҙә, миҙгелен белеп кенә, ҡомһоҙланмай, тәбиғәттең дуҫы булып, һунарға сыҡ, – ниндәй генә ҡош-ҡортҡа, йәнлектәргә ылыҡмаҫһың бында! – исемдәрен генә һанап китһәң дә, тотош бер һүҙлек төҙөргә мөмкин.
Һунарсы хикәйәләрен тыңларға әүәҫ булһаң, айыу менән көрмәкләшеп һуғышҡан һунарсылар ҙа осрай (улар хаҡында һүҙ алдараҡ булыр әле).
Әгәр ҙә инде һин ысын мөғжизә күрергә теләһәң, туп-тура Бөрйәнгә ос! Мысыр пирамидаларын, аҫылмалы Вавилон баҡсаларын, Эфестағы Артемида храмын, Зевс статуяһын, Галикарнасе кәшәнәһен, Родос утрауы Колосын һәм Александрия маяғын күрергә өлгөрөрһөң әле. Улар хаҡында мең-мең китаптар яҙылған. Донъялағы бына ошо ете мөғжизәгә әле яңы килеп өҫтәлгән һигеҙенсе мөғжизә ул – Бөрйәндәге Шүлгәнташ мәмерйәһе. Күренекле рус шағиры Леонид Мартынов тәү башлап яҙған «Башҡорт мәмерйәһе» тигән шиғыр нәҡ шул Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында инде. Яңы ғына ике телдә – урыҫ һәм француз телдәрендә – баҫылып сыҡҡан О. Н. Бадерҙың «Каповая пещера» тигән китабы ла бөтә донъя ғалим-дарының, сәнғәт белгестәренең иғтибарын яулап алған ошо мөғжизә хаҡында һөйләй бит. Шүлгәнташ мәмерйәһендәге тәүтормош кешеләре яһаған боронғо януар – мамонт, носорог, ҡырағай ат һүрәттәре хаҡында донъя ғалимдары пыр туҙҙырып бәхәс алып барған саҡта, ус төбөндә ятҡан ошо мәмерйәгә инеп, ундағы серле һүрәттәрҙе үҙ күҙҙәрең менән күрмәйенсә, ҡалай түҙеп ятмаҡ кәрәк?
Дөрөҫөн генә әйткәндә, Шүлгәнташ мәмерйәһенә инеп сыҡмай тороп, йәш кешегә йәш тип әйтергә лә, ә ололарға – пенсияға китергә лә ярамайҙыр. Ә инде был донъянан уны күрмәй китеүең үкенес кенә түгел, гонаһтыр...
Юҡ, был һис тә, Бөрйәнгә әҙәбиәт аҙналығына барып, Шүлгәнташ мәмерйәһенең тайғаҡ һуҡмаҡтарында имгәкләп, шыуышып йөрөп, мәғәрә төпкөлөндә ятҡан күлдең һыуын уртлап сыҡҡан алты яҙыусының – Кәтибә Кинйәбулатова менән Фәрит Иҫәнғоловтың, Муса Ғәли менән Рафаэль Сафиндың йәки Әнүр Вахитов менән Рәми Ғариповтарҙың – шаштырыуы түгел, Бөрйән ҡыҙҙары бешкән ҡымыҙҙы эсеп, ҡыҙып китеүҙәренән дә түгел, шағир халҡының фантазия-гипербола яратыуынан да түгел.
Улай тиһәгеҙ, беҙҙең менән бергә бик айыҡ аҡыллы кеше, хатта поэзияға ҡапма-ҡаршы торған иҫәп-хисапты, теүәллекте яратҡан эштә эшләүсе – Башҡорт АССР-ының финанс министры урынбаҫары Латип ағай Бикбулатов та мәмерйәгә инеп сыҡты.
Сәстәре инде Мәсемтау ҡылғандары һымаҡ ағарған, таш ҡыуыштың ҡайһы бер тишектәренә ҡыйыныраҡ һыя торған олпат кәүҙәле был оло йәштәрҙәге кеше лә, йөрәге ауырыу булыуға ҡарамаҫтан, мәмерйәнән алтын тирәсле күҙлек кейгән етди финанс эшмәкәре булып түгел, ә һоҡланыуҙан ауыҙы ҡолағына етеп йылмайған шағир йәки күҙҙәрендә Шүлгән күленең саф зәңгәрлеге емелдәгән бер бала булып килеп сыҡты. Әйтерһең, ул ат башындай алтын тапҡан!.. Аҙаҡ, төнгә ҡалып, Кейекбай ауылында ҡунырға туҡталғас, ул хатта ҡымыҙ-фәлән эсмәйенсә лә, күңелендә йәшлек хәтирәләре булып ҡалған беҙ, шағирҙар, белмәгән шиғырҙарҙы уҡып ебәрҙе...
Бына ниндәй бит ул – Бөрйән мөғжизәһе – хатта кешенең министрлығын да оноттора!
Ә Бөрйәндең иң оло хазинаһы – ошо иҫ киткес тәбиғәт ҡосағында йәшәп, тәбиғәт менән бергә ҡушылып үҫкән шағир күңелле, сәсән телле, йыр-моң һөйөүсе, дәртле халҡылыр, моғайын. Сөнки бындай тәбиғәт ҡосағында йәшәп, шағир булмай булмайҙыр.
Матурлыҡ ғәрәптең сүлендә түгел, күңелендә, тиһәләр ҙә, матурлыҡты, талантты, ижад ҡеүәһен тәбиғәттән айырып алып булмаҫ. Һәр фантазияның, хатта иң ҡыйыу хыялдың да материаль нигеҙе бар.
Бай тәбиғәт серҙәрен асырға, үҙеңдең тирә-йүнендәге донъяны танып-белергә, аңдарға, аңлатырға, уны үҙләштерергә тырышыу теләге тәүтормош кешеһендә үк ижад фантазияһын уятҡан, уның ҡулына тылсымлы буяу тотторған һәм таш ҡыуыш ҡабырғаларына ул замандарҙа йәшәгән мамонт, ҡырағай ат һүрәттәрен төшөрөргә мәжбүр иткән. Кешенең һүҙ ҡеүәһе, һүҙ көсөнә изге ышанысы быуаттар буйынса төрлө мифтар, әкиәттәр, легендалар тыуҙырған, һәр халыҡтың бөйөк ижад ҡомартҡылары булған героик эпостарҙы барлыҡҡа килтергән.
Тимәк, сәнғәт һәм әҙәбиәт борон-борондан кешенең айырылғыһыҙ рухи юлдашы булған. Мәмерйәләге яҫы таштарға төшөрөлгән ҡырағай ат һүрәте менән башҡорт халыҡ фантазияһында ошо «керпек үтә йылмайған уҫал үгеҙҙәй һөҙөлөп, ҡамыш үтә ҡараған» Шүлгән күлен ярып сыҡҡан «Аҡбуҙат» ошо хаҡта һөйләй түгелме?
«Алтын-көмөш эйәрле, болғар тартҡы, айыллы, туҡымдары ынйылы, тибенгеһе сәмсәле, болан тире таралғы, өҙәңгеһе көмөштән, эйәр ҡашы алтындан, семәрләнгән аҡыҡтан; йылан ҡамсы ҡашында, ҡанъяғала ҡуржыны, ҡырпыуҙары сәхтиән; күмелдерек түшендә, арт һанында ҡойошҡан, ебәк сылбыр нуҡталы, ҡуш ауыҙлыҡ йүгәнле, теҙгенен ҡашҡа шаҡарған; ҡырас яллы, төк сәсә, суртан һыртлы, тар бөйөр, ҡубаға һебә, ҡуян бот, текә тояҡ, ас яңаҡ, ҡамыш ҡолаҡ, киң танау, ҡарсыға түш, баҡыр күҙ, әтәс муйын, ҡуш урай, суңҡа эйәк, ҡымты ирен Аҡбуҙ толпар янында»... «кәңәш биреп егеткә, тап әҙәмдәй һүҙ һөйләй»...
Бына ниндәй бит ул әүлиә «Аҡбуҙат»!..
Башҡорт халҡының донъя мәҙәниәте мираҫына инерҙәй эпик ҡомартҡылары булған «Урал батыр», халҡыбыҙҙың мәңгелек иреккә ынтылған ҡанатлы күңелен символлаштырған ошо «Аҡбуҙат» һәм был иреккә барыу юлында башҡорт ырыуҙарын бер ҡорға тупланырға, халыҡ булып ойошорға саҡырған «Күҫәкбей» эпостары ла бына ошо ерҙә – Урал, Ағиҙел, Мәсемтау, Шүлгән күле, Атайсал, Ҡурыуҙы тауҙары, Бапсаҡ ҡәбере менән сорналып тыуған бит. Был хаҡта алда ентекләберәк һөйләрбеҙ әле.
Бындағы һәр тау, һәр ҡая, һәр уба легенда һөйләй, йыр йырлай, тарих эшкәртә. Телдән телгә, быуындан быуынға күсеп, һаҡланып килгән был риүәйәттәрҙә, әкиәт ҡатыш хикәйәттәрҙә ҡасандыр булып үткән конкрет тормош, ырыу-ара низағтар, барымталар, ҡарымталар, халыҡтың ҡағыҙға яҙылмаған ҡанлы-данлы тарихы төҫмөрләнә.
Бөрйән юлдары буйлап уҙғанда, һабантуйҙарында, мәжлестәрҙә, аҡһаҡалдар менән осрашҡанда, йыр-моң тыңлағанда, был хаҡта онотма. Бөтәһен дә маңлай күҙең менән генә күрмәй, күңел күҙең менән күр...
Әйҙә, хәҙер тиҙерәк Бөрйәнгә осайыҡ!
-
Юҡ, был – айыу төйәге түгел!
— Ҡайҙа юл тоттоғоҙ? – тине аэропортта бер танышыбыҙ.
— Бөрйәнгә...
— Ай-һай-й, – тип, маңлайын йыйырып, елкәһен тырнаны ул. — Иҫән-һау ҡайта алырһығыҙмы икән?..
Беҙгә уйынлы-ысынлы был һүҙҙәрҙе ишетеү ғәжәп түгел ине. Сөнки күп йылдарҙан бирле инде Бөрйән хаҡында бер талай кешеләрҙә бигүк ыңғай булмаған бер ҡараш йәшәп килә. Өлкә гәзиттәрендә ай һайын айыуҙар хаҡында хәбәр ебәреп тороусыларҙың тырышлығы арҡаһындалырмы, Бөрйән хаҡында ҡайһы берәүҙәрҙең мейеһенә «Бөрйән ул – айыу төйәге» тигән төшөнсә ныҡ ҡына оялап алған да, өңөнән сыға алмаған ҡарт айыу һымаҡ, үлемен көтөп, һаман ята бирә.
Бәғзе берәүҙәрҙең, «Бөрйән» тигән һүҙҙе ишетеү менән, сәстәре үрә тора. Юғары уҡыу йорттарын тамамлаусы ҡайһы бер йәш егеткә, йәш ҡыҙға Бөрйәнгә эшкә китеү тәҡдим ителһә, ҡара ҡайғыға һабышыу хәлдәре лә һирәк түгел. Бындайҙар күберәген әле ул ерҙе барып-күреп белмәгән кешеләр араһынан икәне мәғлүм. Күрәһең, улар Бөрйәнгә эшкә барыуҙы ҡараңғы бер тэрэн соҡорға барып олағыу тип күҙ алдына килтерәләр. Әйтерһең, унда әле булһа бөгөнгө тормош яҡтылығы барып етмәгән, ә кешеләре ярым-ҡырағай хәлдә йәшәйҙәр. Имештер, унда көпә-көндөҙ урам араһында айыуҙар йөрөй!..
Беҙ яманаты сыҡҡан был айыуҙы, Бөрйәнгә барғанса уҡ «үлтереп» ҡайтырға булдыҡ. Башҡаса йөрөмәһен был «айыу» башты ҡатырып!..
Аэропортта осраған танышыбыҙға беҙ шулай тинек. Күрше ауылға атҡа ултырып барғандай, Бөрйәнгә, самолетҡа ултырып осоу ғына ла был «айыу»ҙың арып-алйып бөткәнлеген әйтмәйме һуң?.. Бөрйән халҡының теләген белдереп, КПСС район комитетының беҙҙе әҙәбиәт аҙналығына саҡырыуы, әҙәбиәт һәм сәнғәтте халыҡҡа яҡынайтыу, халыҡтың эстетик зауығын күтәреү өсөн яңы юлдар эҙләүе үҙе үк бер ҙә был «айыу» файҙаһына түгел буғай. Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм аҙналыҡҡа барыусы яҙыусылар – беҙ ҙә был саҡырыуҙы бик хуп күреп ҡаршы алдыҡ.
Юлыбыҙ баштан уҡ уң булырға оҡшап тора. Юлыбыҙға тулы күнәк тотҡан зат осраманы осрауын, әммә тәүге танышыбыҙҙан тыш, күңеле әҙәбиәткә, сәнғәткә ҡарата оло хөрмәт менән тулы, күҙҙәренән йылы нур бөркөлөп торған икенсе бер юлдаш дуҫыбыҙға тап булдыҡ. Ул – аэропорт начальнигының урынбаҫары Мостафин ине.
Икенсе көн инде, күкте болоттар ҡаплап алып, йәшнәп-күкрәп ямғыр яуғанлыҡтан, беҙҙең оса алмай йөрогәнде күреп, көн саҡ ҡына асылыу менән, ул самолетты үҙе алып барырға булды.
... Һәм бына беҙ күктә, бигерәк тә – шундай әҙәбиәт һөйөүсе летчик дуҫыбыҙ булыу өсөн – күңелебеҙ күктә. Юлдағы был бәләкәй генә бер деталь беҙҙең әҙәбиәтебеҙ юлындағы ҙур бер нәмә хаҡында һөйләй ине.
Юҡһа бынан бер нисә йылдар элек кенә башҡорт әҙәбиәте хаҡында һүҙ сыҡҡанда, һеҙҙең уҡырлыҡ нәмәгеҙ бар инде, тигәндәй, теге ҡарт айыу ише ыңғырашып, «Урал батыр» кеүек философик эпостарҙан, бынан мең йыл элек ғәрәп тарихсыһы ибн-Фаҙлан ишетеп иҫе киткән «Сыңрау торна» йырынан башлап, Салауат Юлаев шиғырҙарына тиклем тыңлап туйғыһыҙ ғәжәп бай йөкмәткеле ярты меңдән ашыу йырҙарыбыҙҙы эсенә алған рухи хазинабыҙҙы һәм Салауаттан һуң Шәйехзада Бабич менән Мәжит Ғафуриға тиклем булған әҙәби ҡомартҡыларыбыҙҙы юҡҡа һанаған һәм совет осоронда күкрәп сәскә атып, инде хәҙер бөтә союз аренаһына сығып, донъяның байтаҡ телдәренә тәржемә ителгән әҙәбиәтебеҙгә ҡул һелтәп ҡараған әҙәмдәрҙе лә осратырға була ине... Хәҙер бындай хәлдәр артта, аҫта ҡалды.
Ә беҙҙең көмөш ҡошобоҙ, ҡара болоттарҙы йырып, өҫкәрәк, ҡояшҡа яҡыныраҡ күтәрелеп, ғорур оса. Ә аҫта – һутлы тупраҡлы, яңы мул емеш бирергә әҙерләнеп, дәррәү сәскә атҡан, уңған әсәбеҙ ҡунаҡ көткәндәгеләй йыйыштырып ҡуйған йәм-йәшел һәм мәңге йәшәр еребеҙ ята. Бынау ҡара болоттар асыла төшкәндә, ниндәй киңлек, иркенлек йәйрәп ята! Бабич әйтмешләй, Хоҙай үҙе көнләшерлек, бындай ерең барҙа нисек йәшәйһең килмәҫ тә, нисек ижад итәһең, йырлайһың килмәҫ!.. Аҫта – халҡыбыҙ аҡылы һымаҡ уйсан Урал тауҙары һәм уларға уралып-уралып аҡҡан шул уҡ халҡыбыҙ күңелендәй ап-аҡ алғыр Ағиҙел!.. Бейектән Ағиҙелдең тауҙар араһында бормаланып ятҡан бөгәлдәре ниндәйҙер әкиәт батырының дөлдөл толпарынан төшөп ҡалған көмөш дағалары һымаҡ ялтырап ята. Туҡта, был Урал батырҙың, Шүлгән күлен ярып, ер аҫты һарайҙарынан өҫтөнә икһеҙ-сикһеҙ байлыҡ, мал эйәртеп сыҡҡан мал тарпаны, мал ҡото булған, ил хыялын ҡанат иңдәренә һалған Аҡбуҙат дағалары түгелме һуң?
Даға тапһаҡ, бәхеткә юрайбыҙ. Күккә менһәк тә, юғалтмайыҡ ул дағаларҙы, еребеҙҙә мәңге ятһын ул дағалар, мәңге аҡһын алғыр Ағиҙел!..
Бейеккә күтәрелгән һайын, күңелгә шундай ер образдары килә. Тимәк, Бөрйәнгә беҙ йыр-шиғырҙы үҙебеҙ генә илтмәй, унан да байтаҡ йыр-моң һеңдереп, әҙәби дағалар, ижад бәхете табып ҡайтырбыҙ!..
Бына, ҡайһы беребеҙ самолетта уҡ блокнотына ниҙер тимгетә лә башланы.
... Аҡбуҙатыбыҙ беҙҙе бейек тау өҫтөндәге аэродромға илтеп төшөрҙө. Иҫерткес хуш еҫе мейеләрҙе үтеп ингәндәй, ҡайҙа ҡарама – күҙҙең яуын алып торған сәскәләр, сәскәләр... Өҫтә – зәңгәр күк, ерҙә – зәңгәр күк кеүек асыҡ йөҙлө район етәкселәре, тирә-яҡта – урманлы тауҙар, беҙ үтәсәк бормалы-бормалы Бөрйән юлдары...
Машиналарға ултырышып, ялан юлдары буйлап киләбеҙ, һөйләшәбеҙ, көләбеҙ. Әйтерһең, һәр беребеҙ үҙебеҙҙең тыуып үҫкән ерҙәребеҙгә ҡайтып киләбеҙ. Тирә-яҡта ап-аҡ булып еләк сәскә атҡан. Баш ҡоҫҡан алһыу арыш тулҡынына ятып, июнь еле иркәләнә яландарҙа, ә зәңгәр күк йөҙөнән ҡояш нурҙары менән бергә һабантурғайҙарының көмөш моңо түгелә. Аҡбуҙат шөңгөрҙәре сыңғырлай, ахырыһы...
Шофер саф башҡортса, хатта Бөрйән һөйләше менән көйләберәк һөйләшкән урыҫ егете Николай Быков булып сыҡты. Газигын елдереп килтерҙе килтерҙе лә, ҡапыл ғына тәрән упҡын ситендә туҡтатты. Аҫта, бик аҫта ятҡан Ағиҙелде, уның буйында йәйрәп ятҡан оло ауылды күреп, йөрәк жыу итеп китте. Ҡапланып барып төшһәң, китәһең инде!.. Был әлеге аэродром урынлашҡан тауҙың иң бейек түбәһе – зыңҡыйы икән. Николайҙың баш әйләнгес бейеклектән үҙ ауылын күрһәтеп, ҡунаҡтар алдында әҙерәк маһайып, ғорурланып алғыһы килгәндер, күрәһең. Маһайырлыҡ та шул – Ағиҙел аръяғында, ана, ниндәй мөһабәт ҡаялар баҫып тора. Район үҙәге – Иҫке Собханғол ауылы – шул ҡаяларҙы ҡаймалап ятҡан көмөш ҡәмәр билбау кеүек Ағиҙелгә нағышланған төҫлө. Уға Ағиҙел ҡәғбәһе ялғанып китә. Икеһен бергә ҡушҡанда, уның ауыл тип ауыҙ асыуҙан хәтере ҡалыр һымаҡ. Ҙурлығы, төҙөклөгө менән ул ыҡсым ғына бер матур ҡаланы хәтерләтә.
Йөрәктәрҙе ус төбөндә тотоп ҡына, хәтәр текә тау юлынан шунда төшәбеҙ. Тауҙың биленә еткәс, Николай машинаһын алдағы газикка төкөтә яҙып туҡтатты ла, тәҙрәнән башын сығарып, саф Бөрйәнсә:
— Ништәп туҡраның?! – тип һуҡранып алды.
— Юлға айыу сыҡҡанмы әллә? – тип шаяртты беребеҙ.
— Айыу! Уны табыр өсөн эҙҙәргә кәрәк әле. һәр эҙҙәгән кешегә лә бик осрап бармай, – тине Николай.
Бына һиңә «айыу төйәге»! Юҡ, был «айыу төйәге» түгел бер ҙә. Мәҙәниәт, төҙөклөк йәһәтенән бик күп район үҙәктәренә Бөрйәнгә тиңләшәһе бар әле.
Хас ҡалалағыса. Ҡаласа биҙәлгән. Урамдары ла ҡалалағыса гөж килеп ята. Ҡалалағыса моданың өр-яңы һүҙе менән ҡупшы кейенешеп йөрөйҙәр. Ҡап урталағы мәҙәниәт һарайында беҙ әле Өфөлә бер нисә көн элек кенә күреп киткән өр-яңы фильм бара. Бынан өс көн элек кенә филармония бригадаһы ла булып киткән икән. Әле яҙыусылар менән осрашыуҙы белдергән ҡупшы афиша эленеп тора. Ә иртәгә – медицина хеҙмәткәрҙәренең юбилей байрамы.
Ҡала ҡыҙҙары көнләшерлек сибәр ҡыҙҙар ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскә күтәреп, Ағиҙел буйынан ҡайтып килә. Мәктәптә синыф тамамлаусыларҙың хушлашыу кисәһе була икән. Ә унынсылар бик етди ҡиәфәттә йөрөп яталар. Уларҙың әле тарихтан «ҡотолаһылары бар...»
Бына өлкән генә йәштәге өс апай район китапханаһынан сығып килә. Ниндәй китаптар уҡыйҙар икән, тип ҡыҙыҡһындыҡ, ҡулдарында – Шекспир, Шолохов, Маяковский, М. Кәрим томдары.
Ә был мәлдә райком бюроһында ауылдарҙы тағы ла төҙөкләндереү, мәҙәниәт усаҡтарын арттырыу юлдарын эҙләйҙәр.
Бөрйән юлдарынан алғараҡ китеп әйтергә кәрәк: беҙ булған Байназар, Нәби, Ғәҙелгәрәй, Кейекбай һәм юл буйында үтеп киткән башҡа ауылдар үҙҙәренең төҙөклөктәре менән, ә кешеләре шаҡтай юғары аңлы мәҙәниәт эйәләре булып күҙгә ташланды.
Беҙ иң тәүҙә китап магазинына индек. Культмагтың оло яртыһында – бик матур һәм иркен итеп йыһазландырылған китап һатыу бүлеге. Яңы ғына сыҡҡан китаптар ҙа килеп еткән унда. Иҫкеләре бар, әлбиттә. Хәйер, был хаҡта алда айырым һүҙ булыр әле.
Башта китап уҡыусылар менән осрашайыҡ. Ә хәҙергә ял итеп алайыҡ, булмаһа.
Беҙҙе, ҡунаҡ йортонда ремонт булыу сәбәпле, интернатҡа урынлаштырҙылар. Шул уҡ ятаҡтың икенсе башында унынсылар һуңғы экзаменға әҙерләнә. Барыбыҙҙың да баштан үткән борсоулы, болоҡһоу ваҡыттың бик тығыҙ мәле.
Ә шулай ҙа ҡыҙҙар беҙ ҡайтыуға йыуынырға һыу, бүлмәләргә сәскәләр килтереп ҡуйырға ла өлгөргәндәр.
Күңелгә шундай яҡын ябай ялан сәскәләре!.. Баҡсаларҙа наҙлап, һыу һибеп үҫтергән ҡупшы ҡала сәскәләре һымаҡ, күҙгә кереп бармаһалар ҙа, уларҙы йүгерә-йүгерә йыйған ауыл ҡыҙҙары һымаҡ, был сәскәләр ниндәйҙер бер оялсан, тыйнаҡ һәм әҙәпле матурлыҡ менән арбай һине, ә үҙҙәренең иҫерткес хуш еҫе менән ғүмергә онотолмаҫ яҡты, йылы тойғолар уята. Сәскәләр шиңер, ләкин беҙҙе оҙатып ҡалғандағы кеүек һағыш сәскәләре лә, әле ҡаршы алған ҡыуаныс сәскәләре лә күңелдә шиңмәй ҡалыр. Сөнки был ялан, урман, тау сәскәләре инде йырға әйләнде.
Кешегә сәскә бүләк итеү – ниндәй яҡшы! Рәхмәт һеҙгә, Бөрйән ҡыҙҙары!
Әле беҙ һеҙҙең менән күңелле һабантуйҙарында, хушлашыу кисәһенән һуң ҡыҙҙар тауында, төнгө усаҡ яҡтыһында, ә һуңынан юғары уҡыу йорттарында, яҙыласаҡ китаптарҙа осрашасаҡбыҙ.
Иртәгә беҙҙе тағы юлдар көтә... -
Бабсаҡ менән Күҫәк
Әкиәттәрҙәге юл сатлығы! Әкиәт батырҙары, ярып сыҡҡыһыҙ шырлыҡтарҙы йырып, көҙгөләй күл-һыуҙарҙы кисеп, бейек-бейек тауҙарҙы артылып, дөм-ҡараңғы тараҡ-урмандарҙы үтеп, серле йомғаҡ артынан өс көн, өс төн бара торғас, ошо юл сатлығына барып сыҡҡандар. Сыҡҡандар ҙа яңғыҙ ҡәбер ташы һымаҡ суҡайып торған, серле яҙыу яҙылған бер таш алдында, уйға ҡалып, туҡтап ҡалғандар. Ары китһәң – арырһың, уңға китһәң – уңырһың, һулға китһәң – һулырһың, имеш...
Ә батырҙар, нигә генә юлығыр булһалар ҙа, ауырыраҡ, хәтәрерәк юлды һайлар булғандар. Сөнки улар әллә нисә башлы аждаһалар, дейеү пәрейҙәре йәки һаҡалы мең ҡарыш, үҙе бер ҡарыш ер аҫты залимдары, йәки Шүлгән ише һыу аҫты батшалары урлап, йәшереп ятҡан халыҡ бәхетен – Йәншишмәләрҙе, Аҡбуҙаттарҙы даулап һуғышҡандар. Ә яҡтылыҡҡа, азатлыҡҡа, бәхеткә барыу юлы әкиәттәрҙә лә, тормошта ла бик ҡыйын һәм урау-урау булған.
Бөрйәндең урау-урау юлдары буйлап, Шүлгәнташ мәмерйәһенә китеп барышлай, беҙ тап бына ошондай әкиәти бер юл сатлығына килеп юлыҡтыҡ.
... Николай дуҫыбыҙ, машинаһын ҡыҙҙыра төшөп, беҙҙән алда елдереп китеп, бер батҡылға барып төкәлгән алдағы газикты ҡыуып етте лә, саф бөрйәнсә башҡортсалап:
— Нишләп һин, Рауил, туҡрамайһың? Шыйҙатып үтәһең дә китәһең, әй. Мында бит Бабсаҡ ҡәбере!.. Мынау үҙәктә генә. Яҙыусыларға шуны ла күрһәтмәгәс, килешәме инде? Бер ҙә ошондай исторический урындарға вниманье обращать итмәйһең, – тип, иптәшен ҡыҙҙырып та алды.
Беҙ бик теләп юлды һулға ҡайырҙыҡ. Ярты саҡрымдай ҙа барманыҡ, күҙ алдыбыҙҙа таллы-ҡыуаҡлы һаҙмат ҡына үҙәктә түбәтәйгә оҡшаш ҙур бер уба ҡалҡты. Убаның типһенендә генә, аумаҫ борон ҡайнар ҡояш нурын нығыраҡ һеңдереп ҡалайым тигәндәй, йәшел сасаҡтарын ергә тейҙерә яҙып, үтә ҡартайған бер тәлгәш ҡайын ойоп ултыра. Олоно, туң ергә ҡырпаҡ ҡар яуған һымаҡ, суғырмаҡланып, бешегеп, ташҡа әйләнеп бөткән был уба һаҡсыһы беҙгә мең йәшәр бер әкиәтсе булып күренде. Ялтырап торған ҡарағусҡыл япраҡтары үҙәк еләҫенә ҡыштырлашып ҡуйғанда, ул сәсмәүҙәрендәге талир тәңкәләрен сылтыратып, серем иткән еренән һиҫкәнеп киткәндәй булды. Әйтерһең, «Әкиәт әбей» үҙе уянды...
— Бабсаҡ ҡәбере бына ошо була инде, – тине Николай, убаға үҙе башлап менеп. — Ҡарағыҙ бына, тупрағы ҡып-ҡыҙыл, археологтар Бабсаҡтың һөлдәһен ҡаҙып алғайны. Ә тирә-яғында ана ниндәй ҡап-ҡара тупраҡ. Ҡыҙыл тупраҡты ҡыпсаҡтар үҙ ерҙәренән ташып өйгән... Хәтәр бит – быны ойөргә хәҙер күпме самосвал кәрәк булыр ине!..
Ул үҙе ишеткән-белгән тиклем беҙҙең күбебеҙгә күптән таныш легенданан өҙөк-йолоҡ мәғлүмәттәр килтерҙе. Ә уба һаҡсыһы – тәлгәш ҡайын уны беҙгә түкмәй-сәсмәй тулыһынса һөйләгәндәй ине.
Беҙ, бөгөнгөнән бөтөнләй үткәндәргә китеп, боронғо хикәйәт донъяһына сумдыҡ.
... Имеш, бынан бик күп заман элек хәҙерге Мәсемтау тирәһендә Мәсем хан йәшәгән, бик күп ерҙәрҙе биләп, бөтә ырыуҙарҙы үҙ ҡулында тотҡан.
Мәсем хандың ҡырҡ улы менән һылыу бер ҡыҙы була.
Көндәрҙән бер көндө хандың ҡырҡ улы, ҡырҡ дөйәгә атланып, юлға сыҡҡан икән. Юлда уларға бер уҫал януар тап булып, ҡырҡ дөйәһе менән, хандың утыҙ биш улын ҡырып ташлай. Тик биш кенә егет был бәләнән ҡасып ҡотола алған. Былар аталарына хәбәр ебәрһә, хан быға аптырап ҡалған. Ат еткән ергә ат саптырып, хат еткән ергә хат ебәреп, бөтә ырыуға ла тарата. Быны ишетеп, батырҙар һөйәк һаплы һөңгөләрен, алмас ҡылыстарын, суҡмар-киҫтәндәрен алып, аттарына менәләр. Бөрйәндең ырыу башлығы Ҡарағоломбәт тә ике йөҙ илле батыры менән килгән. Тик иң алыҫ Ҡыпсаҡ ырыуының башлығы Бабсаҡ бей генә килеп етмәй. Уның яңыраҡ ҡына йәрәшкән Йәмилә исемле йәш кәләше, иренең юлға сығырын белеп, ебәрмәҫкә ялына башлай.
Йәмилә бик һылыу була. Бабсаҡ уны ҡырғыҙ яғынан алып ҡайтҡан икән. Кәләше бик инәлеп, күҙ йәше менән ялбара башлағас, Бабсаҡ уны янына ултырып өгөтләй башлай.
— Ҡайғырма, Йәмиләм, мин иҫән-һау әйләнеп ҡайтырмын, – ти. Йәмилә, ниҙер һиҙенеп, болоҡһой. Быны күргән Бабсаҡ:
— Өҙгөләнмә, илама, Йәмиләм, мин һине бер ваҡытта ла яңғыҙ ҡалдырмам. Әгәр мин ҡайталмаһам, һин бит яңғыҙ түгел, тиҙҙән һин ир бала табырһың, ул һиңә ярҙамсың булыр, – ти ҙә, хушлашып, Мәсем ханға ҡарай юл тота.
Мәсем ханға етмәҫ элек өс көн алда Бабсаҡ менгән ат тояҡтарының тауышы ишетелә. Бөтәһе лә, уны көтөп, ҡаршы сыға. Атаһының тыйыуына ҡарамай, хан ҡыҙы ла юлға сығып тора.
Батырҙар бөтәһе лә йыйылып бөткәс, хан уларға ҡот осҡос януарҙың ҡырҡ дөйәле каруанды ҡырып, улдарын үлтереүен әйтеп, ошо януарҙы тотоп үлтерергә әмер бирә, януарҙы үлтергән кешегә ярты байлығы менән ҡыҙын бирергә вәғәҙә итә.
Батырҙар юлға сыға.
Бабсаҡ бер үҙе көйө, әллә күпме ер-һыу үтеп йөрөй торғас, бик бейек бер тауға килеп сыға. Уҡ-һаҙаҡтарын һалып, бер аҙ тын ала ла, тауҙың нәҡ зыңҡына менеп, тирә-яҡҡа күҙ йөрөтөп сыға. Ҙур яландың ҡап уртаһында күбә дәүмәлендәй бер нәмәнең ятҡанын күреп ҡала. Эҙләй торған януарҙың шул икәнен белгәс, аяҡ аҫтында ятҡан баш ҙур ташты алып, уятырға итеп, йоҡлап ятҡан януарға ырғыта. Таш, януар алдына барып төшөп, тау аҡтарып инеп китә. Януар, һиҫкәнеп, башын ҡалҡыта ла тора башлай. Шуны ғына көткән Бабсаҡ, уғын тоҫҡап, керешен тартып ебәрә: уҡ януарҙың түшенә барып ҡаҙала. Януар ҡотороноп ерҙе тырнай, үҙәккә үткес итеп үкерә башлай. Тауышына тауҙар һелкенеп, урмандар шаулап ҡуя. Аҙаҡ хәлдән тайып йығыла.
Бабсаҡ тауҙан төшөп, януарҙың уң ҡолағын ҡырҡып ала – ҡолаҡ ҡанай. Уғын һурып алып, уртаға яра ла, яртыһын януарҙың ҡорһағына тығып ҡуя, яртыһын үҙе менән алып ҡайтып китә.
Кис булғас, януар янына Ҡарағоломбәт килеп сыға. Уҡ менән атһа, януар ҡыймылдамай ҙа икән. Яҡын килеп, һул ҡолаҡты ҡырҡып ала ла ҡайтып китә был. Тик ҡолаҡ ҡанамай. Ханға ҡайтып ҡолаҡты күрһәтә, үҙем үлтерҙем, ти. Хан батырҙы бик ныҡ ҡунаҡ итә, ҡыҙын биреп, туй ҙа үткәрмәк була.
Туй ҡыҙған мәлдә Бабсаҡ хан эргәһенә бара ла:
— Туйҙы яңылыш үткәрәһең, ханым, януарҙы Ҡарағоломбәт үлтермәне, мин үлтерҙем, – тип, ҡырҡып алған ҡолаҡ менән ярыҡ уғын күрһәтә. — Бына уң ҡолағы, ҡырҡып алғанда йәне лә сығып етмәгәйне, ҡаны аҡты. Ә бына был уҡтың яртыһын эсенә тығып киттем, – ти.
Мәсем хан аптырап ҡала. Дөрөҫлөктө белергә тип, кешеләр ебәртә. Улары Бабсаҡтың әйткәнен раҫ тип ҡайталар, уҡты ханға ҡоршап күрһәтәләр. Хан туйҙы хәҙер Бабсаҡҡа үткәреүҙе әйткәс, Ҡараҡоломбәт ғәрлегенән ташлап сығып китә. Кемдер шул саҡ, өйгә инеп, һамаҡлап ебәрә:
Бабсаҡ батыр аң торһон —
Ҡарағоломбәт күҙ һала,
Асыуынан, ғәрлегенән
Йөрәгендә ут яна.
Бабсаҡ аптырап ҡалмай, быға һамаҡлап яуап бирә:
Дошманымдан еңелгән —
Мин булмайым,
Унан ҡурҡып, муйынымды
Мин бормайым, – ти.
Быны ишеткән Ҡарағоломбәт ҡара янып килеп инә лә Бабсаҡты уғы менән ата.
— Ирлегең юҡ, ҡурҡаҡ йән, – тип көлә лә йығыла Бабсаҡ.
Ҡарағоломбәт ике йөҙ илле батыры менән ҡыпсаҡтарға яу сабырға әҙерләнә.
Бабсаҡ бейҙең кәүҙәһен үҙ кешеләре Ҡыпсаҡҡа алып ҡайтып күмергә итһәләр, Ҡарағоломбәт ҡаршы төшә. Үлгән ерендә күмергә ер ҙә бирҙертмәй.
Ҡыпсаҡ халҡы үҙ батырын ҡош-ҡортҡа ташларға ирек ҡуймай, Ҡыпсаҡҡа ҡайтып, үҙ ерҙәренән мәркеләр менән ер ташып, Бабсаҡты ҡәҙерләп күмәләр. Ҡәбер өҫтөндә ҙур тау үҫеп сыға. Ҡарағоломбәт, быға асыу итеп, Ҡыпсаҡ ырыуын ҡырып бөтөрөргә була, бөтә ғәскәре менән Ҡыпсаҡ еренә саба. Бабсаҡтың нәҫел-ырыуын ҡоротам тип, Йәмиләне лә үлтерергә килә. Йәмилә был саҡ өйҙә ултыра икән.
Ҡарағоломбәт Йәмиләнең һылыулығына таң ҡалып, ҡул һалырға баҙнат итмәй, үҙенә бисәлеккә алмаҡсы була.
Бөтә Ҡыпсаҡ ырыуын буйһондороп, Ҡарағоломбәт Йәмилә менән донъя көтә башлай. Үҙе күп ваҡытын һунарҙа үткәрә. Йәмилә яңғыҙы биктә ултыра. Ире Бабсаҡты уйлап, көн-төн ҡайғырып, һарыға һабышып бөтә, бер көнө лә илауһыҙ, күҙ йәшһеҙ үтмәй. Ҡарағоломбәттән ытырғанып, уны ек күрә.
Шулай, көндәрҙән бер көндө, киске эңер төшөп, күҙ бәйләнгәс, Ҡарағоломбәт, Йәмиләне аулаҡҡа алып, ҡыл арҡан менән ҡорһағынан быуа башлай. «Бабсаҡ бейҙән бала ҡалғандыр», тип уйлай. Йәмилә, башҡаса түҙер әмәле ҡалмағас, ни булһа ла булыр, тип былай ти:
— Һин мине ыҙалатма юҡҡа, миндә Бабсаҡ ҡаны юҡ. Ышанмаһаң, бәхәс итәм: әгәр анау тана быуаҙ булһа – минең балам булыр, тыу булһа – бер нәмәм дә булмаҫ – тип, хәлдән тайып йығыла. Ҡарағоломбәт шунда уҡ ҡара тананы һуйырға ҡуша – ҡара тана тыу булып сыға. Ҡарағоломбәт Мәмиләнең һүҙҙәренә ышанырға була.
Шулай көндәр, айҙар үтә. Йәмилә уны: «Һинән ауырлымын», – тип ышандыра.
Тиҙҙән ир бала тыуа. Бала тыуғандан уҡ бик теремек, йор була. Ун көн тигәндә, Ҡарағоломбәт һунарҙан ҡайтып инә лә ир бала булыуға бик ҡыуана. Күрәйем тип бишек янына килһә, ни күҙе менән күрһен, ун көнлөк сабый Ҡарағоломбәттең кәзә һаҡалына йәбешеп, һелкетә тартып ала. Баланың бармаҡтарында эйәк ите менән аҡтарып алған һаҡал йолҡондоһо тороп ҡала.
Йәмилә, батыр иренең төҫө итеп, улына Күҫәкбей тип исем ҡуштыра. Күҫәкбей ай үҫәһен көн үҫеп, бер йәшенә еткәс, ун йәшлек малайҙар менән ҡатышып уйнай башлай. Үҙе ат башынан төшмәй, сапҡанда аттаң ҡолауҙы ла белмәй. Буйһынға ла ун йәшлектәй мыҡты, баҙыҡ, сос була. Малайҙарҙың ул йә аяғын һындырып, йә ҡулын ҡаймыҡтырып, йә башын тишеп ҡайтара. Барыһы ла аптырашта ҡала.
Көндәрҙең береһендә шулай, уйнап йөрөгәндә, бер ҡартайып бөткән сал сәсле әбей Күҫәкбейҙе саҡырып ала ла:
— Һин, улым, бик көслө булһаң, былай бала-саға имгәтеп йөрөгәнсе, атайыңдың ҡонон алыр инең. Ҡарағоломбәттән халыҡтың ҡанлы күҙ йәшен түктермәҫ инең – тип, сәстәренән һыйпап, яурынынан тапап һөйә.
— Минең атайым бит, нишләп уның ҡонон алайым? – тигән икән Күҫәкбей, әбей шунда уға:
— Юҡ, балаҡайым, һинең үҙ атайың бындай яуыз түгел ине, ил батыры ине ул. Ҡарағоломбәт башына етте уның, нахаҡтан ҡанын ҡойҙо. Үҙ атайың Ҡарағоломбәт түгел шул, балаҡайым, – тигән дә илап ебәргән, бөтә хәлде баштан-аяҡ һөйләп биргән, әсәһенән һорашырға ҡушҡан, ти.
— Әгәр әсәйең әйтмәһә, ҡурмас ҡыҙҙырт та, эҫе ҡурмасты усына ҡыҫып һора, ул һиңә дөрөҫөн әйтмәй булмаҫ – тигән, ти, әбей.
Күҫәкбей йүгереп ҡайта ла әсәһенән:
— Әсәй, әйт әле ысынын ғына – ҡайҙа минең атайым? – тип һораған икән, әсәһе ауыр көрһөнөп ҡуйған да:
— Ана бит атайың, тағы һиңә ниндәй атай кәрәк? – тигән.
Күпме генә инәлеп һораһа ла, Йәмилә улына бер ни ҙә әйтмәйенсә, бер үк һүҙен тылҡыған. Кис булғас, Күҫәкбей әсәһенең муйынына һарылып, иркәләнә лә:
— Әсәй, минең бик ҡурмас ашағым килде, ҡурмас ҡыҙҙырып бирсе, – тигән, ти.
Әсәһе улының һүҙен йыҡмай, сүлмәк табала ҡурмас ҡыҙҙыра һалған... Күҫәкбей, ҡурмастың һыуынғанын да көтмәйенсә:
— Әсәй, тиҙерәк алып бир ҡурмасты! – тип мыжыған була. Әсәһе ҡалаҡ менән ҡурмас һоҫоп бирһә, Күҫәкбей кире этәрә, туҫтаҡҡа һалып бирһә – алмай, үпкәләй башлай.
— Һин бит услап ҡына алып бирә торғайның! – ти, Йәмилә, уттай ҡурмасты усына алып, улына һоноуы була, Күҫәкбей әсәһенең усын йомдороп ала ла:
— Әсәй, әйт, минең үҙ атайым ҡайҙа? – тип ныҡыша. Әсәһе усының янып барыуына сыҙамай, дөрөҫтө әйтергә була.
Ошо көндән башлап, Күҫәкбей Ҡарағоломбәтте ҡан дошманы күрә башлай, атаһының ҡонон алырға йыйына. Бер нисә йыл үткәс, ҡунаҡҡа киткән еренән ғәйеп була ла ҡайтмай. Ун йәшенә еткәс, үҙенә иш булырҙай батырҙар һайлап, Ҡыпсаҡ ерен Ҡарағоломбәттән ҡотҡарырға йыйына. Был ваҡыт эсендә ул ир-егет булып етә, шулай ҙа әсәһен бик һағына, уны бик күргеһе килә. Иҫке-моҫҡо кейенеп ала ла бер көн әсәһенә килеп инә. Йәмилә инде ҡайғынан ҡартайып, һағыштан һарғайып, ҡаңғырып ултырған була. Күҫәкбей килеп инә лә әсәһенән хәйер һорай. Әсәһе ойотҡан ҡойоп бирә.
Күҫәкбей ҡаты ойотҡанды өскә киҫеп бүлә лә, ике өлөшөн ашап, бер өлөшөн ҡалдырып сығып китә. Йәмилә хәйерсе булып килгән улын танымай ҙа. Ҡарағоломбәт ҡайтҡас, бөтәһен дә һөйләп бирә. Ҡарағоломбәт туҫтаҡтағы аҡты күреп, шомлана башлай. «Был ойотҡан менән булған хәл яҡшыға түгел», – тип юрай.
Күҫәкбей, йөҙ илле батырҙан торған нөгәр-ғәскәр туплап, Ҡарағоломбәткә ҡаршы яу менән килә. «Ҡарағоломбәт нәҫеленән бер генә йәнде лә ҡалдырмай, ҡырып бөтөрәм», ти Күҫәкбей. Ахыр сиктә Ҡарағоломбәт яуҙы ҡайтара алмай, ҡасып ҡотола. Күҫәкбей уның затынан булған бөтәһен дә ҡырып бөтөрөп, Ҡарағоломбәт йәйләүенә килә, дошманын эҙләп табырға, тере килеш тотоп килтерергә ҡуша.
Ауылдан алыҫ түгел бер ырҙында ун өс йәшлек бер ҡыҙ бала тап була быларға. Күҫәкбейҙән ҡурҡып, ул:
— Батыр, үлтермә мине, зинһар. Мин уның көтөүен генә көтәм, – ти.
— Минең Ҡарағоломбәт нәҫеленән бер генә йәнде лә ҡалдырмай, ҡырып бөтөрәм тигән һүҙем бар. Ярай, мин һиндәй етем-еҫергә теймәйем. Тик һин миңә Ҡарағоломбәттең ҡайҙа ҡасҡанын әйтмәҫһеңме? – ти Күҫәкбей.
— Әйтәм, – тигән, ти, ҡыҙ, кинәнеп. — Ул, ана, анау ырҙын аҫтында боҫоп ята.
Күҫәкбей, ырҙынға барып:
— Ҡарағоломбәт, сыҡ! Хәҙер ырҙының-ниең менән үртәйем үҙеңде! – тип ҡысҡырған икән, ҡурҡыуынан ҡобараһы осҡан Карағоломбәт килеп сыҡҡан. Батыр уны шыр яланғас ҡалдырған да, танауын тишеп бау үткәргәс, әлеге ҡара һыйырға арты менән атландырып, Ҡыпсаҡ ырыуына ҡарай юл тотҡан. Уны Ҡыпсаҡ ауылдарында мәсхәрәләп йөрөтә. Бер йылға буйында кара һыйыр үлеп ҡала. Шунан бирле ҡыпсаҡтар был йылғаны Ҡара һыйыр үлгән йылға» тип йөрөтөр булалар.
Ҡара һыйырҙан һуң Күҫәкбей Ҡарағоломбәтте, ҡыҙыл һыйырға атландырып, Һарағыға килтерә. Йәйләүҙәге көллө кеше күрһен тип, Өмбәткә алып бара, Өмбәттән Ағиҙел аша Байназар ҡаршыһындағы бейек тауға мендереп, Ҡарағоломбәтте ҡоро ҡаҙанға ҡуя. Ҡурылғанда сыҡҡан тоҙлоғон бармағы менән ялап ҡарай ҙа: «Ҡон алынды!» – тип һөрәнләй, ти.
Ҡарағоломбәт ҡаҙанда ҡара янып, күмергә әйләнә. Шуға күрә был тауҙы хәҙер Ҡурыуҙы тауы тип йөрөтәләр. Ҡурыуҙы тауының башындағы имәнлек араһында һаман да әле Күҫәкбей ҡаҙан ултыртҡан таштар ята, имеш. Ә Ҡарағоломбәттең хурлыҡҡа сыҙай алмай, ҡара һыйыр арҡаһында ултырған еренән Күҫәкбейгә атай тип өндәшеп: «Мине былай ыҙалатҡансы, атай, сал шул урында!» – тип ҡысҡырған арҡаны хәҙер Атайсал яланы, тип атайҙар.
Күҫәкбей Ҡарағоломбәтте ҡыйратып бөттөм тигәндә, уның бер улы ҡасып барғанын күреп ҡалған, тик уныһын артынан ҡыуып тормаған. Ҡулын ғына һелтәп ҡуйған да: «Ярай инде, ҡалһын әйҙә бер йән!» – тигән, ти. Ана шул «бер йән» теге көтөүсе ҡыҙ менән урманға китеп, уларҙан шул хәҙерге бөрйән ырыуы таралған, ти, имеш!..
Бөрйән ырыуының барлыҡҡа килеүен хикәйәт бына шулай аңлата.
Үҙе бер легенда булып ултырған ҡарт ҡайынға ҡарап, уның япраҡтары ҡыштырлап ҡуйыуынан да боронғо тарих шауын ишетеп, Бабсаҡ ҡәберенә өйөлгән уба өҫтөндә беҙ оҙаҡ ҡына баҫып торҙоҡ.
Эйе, бындағы һәр тау, һәр ҡая, һәр уба үҙе бер легенда һөйләй шул. Тик уларҙы тыңлай бел генә. Бөгөнгөнөң матурлығын тойор өсөн, боронғо сәсәңдәрҙең был хикмәтле һүҙҙәрен онотмаҫҡа, йыйырға, уларға бәйле урындарҙы ла һаҡлай белергә кәрәк ине беҙгә.
Убанан төшөп, ҡарт ҡайын менән хушлаштыҡ та, юл сатлығынан Шүлгәнташ мәмерйәһенә ҡарай ыңғайланыҡ. Беҙҙең менән бергә хәҙер ошо хикәйәт тә бара ине...
Стюардесса
Ҡоштарҙа – ҡул, беҙҙә ҡанат
Ниңә булмаған икән?..
Кем генә һуң был йырҙы хәтерләмәй?
Зәңгәр күккә осоу теләген, ғөмүмән, осоу сәмен, осоу ҡомарын татымаған бер кем дә юҡтыр ул? Беҙҙең ҡайһыбыҙ ғына төштәрендә оса-оса үҫмәгән дә, кемебеҙ генә өндәрендә, ҡулдарын ҡош ҡанаттары һымаҡ йәйеп, арбаҙ, келәт йәки кәбән баштарынан осоп төшмәгән!..
Йөрәгең жыу итеп ҡалырҙай ниндәй татлы, рәхәт тойғо был... Бала саҡта гел генә йүгерәһең, тауҙан тауға һикереп, сикһеҙ зәңгәрлеккә осоп китәһең генә килеп торғанын һәр берегеҙ хәтерләйҙер. Берәүҙәрҙән был тойғо, бәлки, иртәрәк тә китәлер, ә ҡайһы берәүҙәрҙә ул ғүмер буйы һаҡлана.
Донъя зәңгәр, донъя шундай зәңгәр —
Ҡанатһыҙ ҙа осоп китерлек!
Был юлдарын тик бер үтер өсөн
Ғүмерҙәрең буйы көтөрлөк.
Был тойғо кешене шиғыр яҙырға, көйҙәр сығарырға, һүрәттәр яһарға мәжбүр итә. Мәҫәлән, мәшһүр композитор Скрябин үҙенең йүгереп барып күккә осоп китеренә ғүмер баҡый ышанған, тиҙәр. Шуға ла уның музыкаһы зәңгәр һауа, рәшә кеүек еңеллек һәм ҡанатлы хистәр менән тулы бит.
Ҡалай ғына булмаһын, кешелек донъяһы, үҙҙәренә ҡанат ҡуйып, Крит утрауынан Сицилияға осҡан аталы-уллы Дедал менән Икарҙан башлап, ерҙән күккә, сикһеҙ ғәләм киңлегенә, алыҫ йондоҙҙарға, икенсе планеталарға осоу хаҡында әллә күпме әкиәттәр, мифтар, йыр һәм легендалар ижад иткән... Батырҙы үҙ ҡанаттарында тыуған еренә алып ҡайтып еткергән сәмреғоштар, ҡанатлы толпарҙар – Бораҡтар һәм Аҡбуҙаттар хаҡындағы ундай хикәйәттәр беҙҙә лә етерлек.
Йәмле Дим буйҙарындағы башҡорт ауылдарының береһендә (Әлшәй районының Ҡыпсаҡ ауылында) тыуып, ошо әкиәттәрҙе тыңлап, йәки «осоп барып күрер инем, йәнем күбәләк түгел», тип йырлап үҫкән Розаға ла ошо «осоу ене» ҡағылмай булмағандыр. Сөнки уға ун йәш тулғанда инде – 1957 йылдың 4 октябрь иртәһендә – беренсе Ер юлдашын ғәләм киңлегенә осорған совет ракетаһы, ҡаҙаҡ далаһынан айырылып китеп, бөтә донъяны таң ҡалдырҙы, һәм кешелектең ғәләмгә осоуҙар осоро башланды. Ә инде 1961 йылдың 12 апрелендә планетабыҙҙың беренсе космонавы Юрий Гагарин ғәләмгә осто. Унан – Титов, Николаев. Унан – беренсе ҡатын-ҡыҙ Валентина Терешкова... Унан – һауа пираттары менән алышҡан ябай бортпроводница Надежда Гурченконың батырлығы...
Был хәлдән һуң «Стюардесса» тигән һүҙ ҡыҙҙарҙың башын әйләндереп бөтә күңелен биләп алды. Редакцияларға «Минең стюардесса булғым килә» тигән күпме хаттар яуҙы! Хатта «Стюардесса» тигән сигареттар ҙа сыға башланы бит... Шуның төтөнө генә лә был сит ил һүҙен йәшлеккә хас романтика менән солғап алды.
Әлбиттә, һәр эштең үҙ романтикаһы бар. М. Горький әйтмешләй, батырлыҡҡа һәр ҡайҙа урын етерлек. Моғайын, Роза Хәйретдинованы ла ошо романтика алып килгәндер авиацияға. Раевкала урта мәктәпте бөткәс, Өфө медицина училищеһына инһә лә, ярты йыл да уҡымай, ул үҙенең күңеле тартҡан һәнәрҙе һайлай. Куйбышев ҡалаһында УТО-ла (уҡыу-күнегеү отрядында) курс үткәндән һуң, ул Өфө аэропортында стюардесса булып эшләй башлай.
Өфө аэропорты илебеҙҙәге иң ҙур аэропорттарҙан иҫәпләнә. Көнө-төнө моторҙар күкрәүе тынмай бында. Тәүлек әйләнәһенә йөҙәрләгән һауа лайнерҙары күккә күтәрелә һәм ергә төшә. Аэропорт аша тәүлегенә меңәрләгән пассажир һәм меңәрләгән тонна йөк үтә. Бөтә был пассажирҙарҙы дүрт группаға бүленгән йөҙгә яҡын кеше хеҙмәтләндерә. Роза Хәйретдинова бына шуларҙың иң алдынғыларының, иң уңғандарының береһе. Ул коммунистик хеҙмәт ударнигы ла, аэропорттың партбюро ағзаһы ла һәм хеҙмәтсәндәрҙең Өфө ҡала Советы депутаты ла. Авиаотряд командиры Фуат Шәрипович Үтәшев та, йөк ташыу бүлеге начальнигы Фәндит Ирғалиевич Арсланов та, политбүлек начальнигы Владимир Николаевич Лебедев та Розаның эшенән бик ҡәнәғәт. Уның менән бергә эшләгән иптәштәре Валя Чачина, Тамара Ишморатова, Нәжиә Йәғәфәрова, Валя Маркова, Рәсимә Сабанчиналар ҙа Розаның кешелекле, ярҙамсыл, иғтибарлы булыуын маҡтап һөйләй. Әйткәндәй, шуныһы ҡыҙыҡлы: Нәжиә лә, Рәсимә лә Әлшәй районынан, Розаның яҡташтары икән.
Розаның үҙе менән мин бер ярты сәғәттәй генә һөйләшеп өлгөрҙөм. Ул Ленинград маршруты менән рейсҡа сығырға әҙерләнә ине.
— Күптәргә был эш башта романтика ғына булып күренһә лә, бик еңелдән түгел. Ул күҙгә күренмәй торған бик ваҡайлы, ғәҙәти хеҙмәттән тора, – тип һөйләй Роза. — Рейстар бик алыҫ маршрутлы. Ленинград менән Мәскәүгә лә, Сочи менән Семфирополгә лә, көнсығышҡа ла осорға тура килә. Йылына 500 сәғәттән ашыу осорға кәрәк. Тәүлек нагрузка – 8 сәғәт. Алыҫ маршруттарға ТУ-134, ә Башҡортостан буйынса АН-24 самолеттарында осабыҙ. Халыҡ ифрат күп йөрөй. Пассажирҙарҙың ниндәйе генә тура килмәй... Төрлө кешенең күңелен күрергә кәрәк. Бөтәһе лә Мостай Кәрим ағай һымаҡ йылмайып ҡына тормай бит...
— Ә Мостай ағай менән йыш осорға тура киләме?
— Бик йыш Мәскәүгә илтеп, Мәскәүҙән алып ҡайтабыҙ үҙен, – ти Роза йылмайып. Күрәһең, уға ла Мостай ағайҙың йылмайыуы йоғоп ҡалғандыр инде.
Эйе, Станиславский әйткәнсә, театр кейем элә торған буҫағанан башланһа, самолетта осоу стюардессаның бына ошо йылмайыуынан башланалыр. Кешеләр самолет креслоларына ниндәй генә кәйеф менән килеп ултырмай ҙа уларҙы ниндәй генә хәлдәр көтмәй. Берәүҙәр, ашығыс телеграмма алып, юлға сыға. Бына шундай саҡта яҡшы һүҙ – йән аҙығы. Кешене тынысландырырҙай һүҙ әйтеү, уның кәйефен күтәрерҙәй яғымлылыҡ ҡанатлы өй хужабикәһенә иң кәрәкле сифаттыр әле.
Һин самолеттың курсын, экипаж составын, һауа температураһын, сәғәтенә 800–850 км тиҙлек менән 10–11 км бейеклектә осҡанын әйтеп, ундағы тәртип-ҡағиҙәләр менән таныштырғас та, кеше үҙен өйҙәге һымаҡ тойһон, һин өләш-кән «ҡуян күстәнәсен» кинәнеп ауыҙ итһен, һин килтергән һыйҙы танһыҡ аш итеп ашаһын, бараһы еренә яҡшы кәйеф менән барып етһен, ә кире әйләнеп ҡайтҡанда, һине үҙ иленең бер төҫө, юл-сәфәренең күрке, йәне итеп күрһен. Шуның өсөн дә һин үҙ илеңдең әҙәп-холҡо, күңел күрке кимәлендә, үҙ Уралыңдың юғарылығында булырға тейешһең. Яратҡан шағирың Мостай ағай яҙғанса, һинең тыуған ерең – Башҡортостаның ниндәй оло, күркәм ил бит:
Ҡанат йәйгән самаһыҙ ҙур
Ҡошҡа оҡшай Урал тауы.
Ә Европа һәм Азия
Уның талмаҫ ҡанаттары!
Һис ни менән үлсәнелмәҫ
Мөһабәт ҡош үткән ара,
Сөнки ул бит мәңгелектән
Мәңгелеккә осоп бара...
Эйе, кешеләрҙең күңел байлығы ла, күңел күрке лә «Һис ни менән үлсәнелмәҫ» хазина. Уны бер ниндәй проценттар менән дә, бер ниндәй бизмәндәр менән дә үлсәп булмай. Уны тик тойорға мөмкин. Самолет иллюминаторы аша күренгән әкиәттәге кеүек ал шәфәҡ нурында ҡойонған болот тауҙарына ҡарап, уларҙың беренсеһенән икенсеһенә һикереп, осоп китәһе килгән кеүек, был матурлыҡты ла бары тик тойорға ғына була.
Һин дә үҙ эшеңдең мәғәнәһен тойоп, ғорур ос, һылыуҡай.
Һин быға хаҡлыһың. Һин инде Ҡарлуғас апайыңдар ише: «Ҡыҙ бала булғансы, булһам ирекле ҡош, тотҡон булмаҫ инем донъяла», – тип зарланмайһың. Һин яҙмышың менән дә, эшең менән дә бик бәхетле. Ана ниндәй гүзәл аҡҡош алып китте һине «Аврора»лы Ленин ҡалаһына... Иҫән-Һау йөрөп ҡайт сәфәреңдән! Был теләкте әсәйең Рәйсә апай ҙа, ирең Ренат та, ҡыҙың Света ла һәм беҙ ҙә теләйбеҙ һиңә. Ҡанаттар осҡанда нығый, тиҙәр. Хәйерле юл һиңә!
Тегенселәр
Туймазы тегеү фабрикаһының ятағына шиғыр кисәһе үткәрергә барғанда, яҡташым Рита Низаеваны осраттым.
— Ни хәл, ҡоҙаса? Тегенсе булып буламы? Ал киҫәме, гөл киҫәме тегенсе ҡайсылары? – тип һорағас, ул уңайһыҙланыбыраҡ:
— Бик «ал да гөл» түгел әле, ағай. Тегенсе урынына бына игенсе итеп ҡуйҙылар. Элеваторҙа эшләп йөрөйбөҙ, – тине.
— Быныһы танһыҡ эш кенә бит һеҙгә! Тыуған яҡтарҙы, ауылды һағынғанда, иген еҫен еҫкәп алыу ҙа бик килешә. Бындай иген уңған йылда ауылға ярҙам итешмәй ҙә булмай инде.
— Шулайын шулай ҙа ул, эш ҡала бит әле...
— Ҡалмаҫ, иң элек әпәкәй булһын илдә, – тигәс кенә, ҡоҙасам ризалашҡандай булды.
Ҡара һин уны – әле генә Йүрүҙән буйының Бишәүҙәр ауылында «бишташ» уйнатып ултырған ҡыҙыҡай ҡалайыраҡ һөйләшә?! Ни арала үҫеп еткән дә ни арала тегенсе булып киткән! Бөтөнләй эшсе синыф бит...
Хәҙер йәштәр төрлө СПТУ-ГПТУ-ларында уҡып сығалар ҙа теләгән бер һәнәргә эйә булып та алалар шул. Заманаһы шундай: ғүмер баҡый мал бағып, иген иккән ауыл балаһы бөгөн инде бына эшсе синыф вәкиле, шундай ҙур фабриканың тегенсе-мотористкаһы!..
... Неон яҡтылығы менән балҡып торған бейек, иркен залда урынлашҡан тегеү цехы үҙе бер аэродромды хәтерләтә. Моторҙарҙың тоноҡ ҡына геүләүе аша мин бала саҡта ҡолаҡҡа һеңеп ҡолған боронғо «Зингер» машинаһының зеңгерҙәүен шәйләгәндәй булам: «Зеңгер-зеңгер, зеңгер-зеңгер...» Миңә ул, әлбиттә, сабый саҡтың тылсымлы бер зәңгәрлеге булып тоҫмаллана. Хатта мин уның үҙенә генә хас еҫен дә тоям! һәм алыҫтағы зәңгәр томан аша бөләңгерт кенә күренгән бер шәүләне төҫмөрләйем: сал башына ап-аҡ яулығын артҡа ҡайтарып бәйләгән, уны тегәр еп ҡолаҡсыны менән быуып, күҙлек кейгән Шәкүрә ҡәртнәйем кемгәлер кейем тегә... Уны, 110 йәшкә етеп, тегенеп ултырған ерендә, энәһен һаплап үлгән, ти торғайнылар.
Ә инде шул уҡ ҡиәфәттәге Нәғимә дәүинәйҙе асығыраҡ хәтерләйем. Ғүмер баҡый кешеләргә кейем тегеп, уларҙың мең рәхмәтенә бер генә һүҙ ҡайтарып әйтер ине ул: «Нәйәт булды, йылы тәнеңдә туҙһын!» Күҙҙәре инде йәшкәҙәп бөтһә лә: «Ярлы яманып ҡыуаныр», тип, төрлө иҫке-моҫҡоларҙан беҙгә һаман күлдәк-ыштан, көпө-бишмәт тегер ине.
Ә көҙөн, ҡаҙ өмәләренән һуң, ҡул эшенә Мәүзифа кендекәйем дә килеп ҡушылғас, ҡышҡы оҙон төндәрҙә етеле шәм яҡтыһында юрған һырырға керешерҙәр ине. Мәүзифа кендекәй, аллы-гөллө төйөнсөгөн сисеп: «Итек, ситек, энә, беҙ, йөҙ!» – тип, төрлө кәрәк-яраҡтарын барлар ҙа, төргәгенән йөҙ шәкелдәге үрнәк-өлгөләрен сығарып, юрған йөҙлөгөнә аҡбур менән донъяла булмаған әллә ниндәй әүернә-сәскәләр, һөлөк-ҡусҡарҙар, әкәмәт кәкерсәктәр төшөрөр, унан, уймаҡ-энәһен алып, эшкә керешкәс, бихисап әкиәттәр, хикәйәттәр һөйләр, «Саҡ менән Суҡ», «Аҡмулла» бәйеттәрен, мөнәжәттәрен әйтер. «Хан ҡыҙы» ише ят йырҙар йырлап, ахырҙа сеңләп тә ебәрер ине: «Кейәүе кейәү икән дә муйыны оҙон икән...»
Мәүзифа кендекәй өйҙән өйгә, ауылдан ауылға бик күп йөрөгәс, йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тигәндәй, күпте белә шул: им-томға ла оҫта, аяҡ-ҡулың ҡаймыҡһа, быуынға ла ултырта, кәрәк икән, кендек әбей ҙә була. Ә инде ҡайыу-сигеүҙә, юрған-һырма һырыуҙа, балаҫ-келәм һуғыуҙа уға тиң кеше лә юҡ. Был бик ваҡайлы, йөҙәткес, тәфсирле эш булғанлыҡтан, уның уйын-көлкөләре, хикмәтле һүҙҙәре лә бик кәрәк булғандыр ине, күрәһең... Ул үҙенең күңел бөтөнлөгө, алсаҡлығы, сәсәнлеге менән ире-йәре, ағай-энеһе һуғышта йөрөгән бөтә бисә-сәсәнең күңелен күреп, олоһон да, кесеһен дә албырғатып, дәртләндереп ултыра. Кәрәк ерендә йәш-елкенсәккә: «Атанан күргән уҡ юныр, инәнән күргән тун бесер», «Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк», «Ете ҡабат үлсәп, бер ҡабат киҫ», – тигән хикмәтле һүҙҙәрен дә әйтеп ташлар. Уның менән ҡул эше эшләп, кис ултырыу етем-еҫергә үҙе бер йыуаныс...
Әҙәм балаһының үҙе һымаҡ боронғо был тегенсе һәнәрен үҙ иткән ҡоҙасамдың, уның дуҫ-иштәренең, әхирәттәренең бөгөн-гө эше, яҙмышы хаҡында уйлағанда, мин ирекһеҙҙән ошо бала саҡтың «аҡ әбейҙәрен» күҙ алдыма килтерҙем. Уларҙың яҙмышы менән бөгөнгө йәштәр – Риталар быуынының яҙмышы араһында ниндәй ҙур айырма ята! Был айырманы белһә бары оло быуын кешеләре, теген эшенә ауыр һуғыш йылдарында килгән оҫталарҙың береһе Заһира апай кеүектәр генә белә инде.
Хәҙер фабриканың партком секретары урынбаҫары булып эшләгән Заһира апай Чамбарисова, ул йылдарҙы хәтерләп:
— Ул саҡта күргәндәрҙе йәштәр башҡаса күрмәһендәр инде, – тип үҙҙәренең тәүге аҙымдары тураһында һөйләп китә.
Фабрика Бөйөк Ватан һуғышының тәүге йылында ойошторолған бәләкәй генә тегеү мастерскойы нигеҙендә үҫеп сыға. Мастерской эшелоны-эшелоны менән һуғышҡа киткән ҡыҙылармеецтарға кейем тегеп, ашығыс хәрби заказдар үтәй. Ул бер барак һымаҡ ҡына йортта урынлашҡан була. Йыһаз-дары ла ике тиҫтә ҡул һәм бер нисә аяҡ машинаһынан ғына тора. Туҡымаларҙы ҡәҙимге ҡул ҡайсыһы менән генә бесәләр. Яҡтылыҡ нефтселәрҙең бәләкәй генә электростанцияһынан алына. Энергия етешмәй. Аслы-туҡлы тегенселәр ҡараңғы, һыуыҡ баракка Туймазының бер осонан икенсе осона йәйәү йөрөп эшләйҙәр. Көҙгө ямғырҙа ла, ҡышҡы ыҙғыр буранда ла, үҙәккә үткес сасҡау һыуыҡта ла әлеге шул «пешком турат».
Кадрҙар мәсьәләһе лә бик ҡыйын хәлдә була. Бер ҡайҙа ла уҡымаған ҡыҙ-ҡырҡын килә лә эшкә башлай. Хәҙерге ише ул ваҡытта профтехучилищеларҙа уҡытып тормайҙар шул.
Шуға ҡарамаҫтан тегенселәр алды-ялды белмәй, берҙәм һәм дәррәү эшләй. Хатта ял көндәре менән дә иҫәпләшеп тормайҙар. Эшкә һуңлап килеү йәки прогул яһауҙың әҫәре лә булмай. Бөтә ихтыяр, бөтә дәрт-көс тик бер нәмәгә йүнәлтелгән:
— Бөтәһе лә фронт өсөн!
— Тиҙерәк дошманды еңеп ҡайтығыҙ!
— Кейгәнегеҙ йылы тәнегеҙҙә туҙһын!
Тегенсе ҡатын-ҡыҙҙар шулай, аҡ теләктәр теләп, төндө көнгә, көндө төнгә ялғап, яугирҙарға кейем тектеләр. Һәр береһе үҙенең машина энәһе һалған еп нағышына күҙен текләп, Аҡ диңгеҙҙән алып Ҡара диңгеҙгәсә һуҙылған окоптар сылбырын күҙ алдына килтерҙе. Һәр береһе үҙенең ғәзиз кешеһе – ире йә һөйгән йәре, ағаһы йә ҡустыһы, атаһы йә бабаһы тураһында уйланы. Һәр нағышта – үҙ ҡайғыһы, үҙ һағышы. Был һағышҡа түҙмәйенсә, йөрәк аһын тышҡа атып, кемдер шунда йырлап ебәрә:
Ҡара ғына ебәк күлдәгемә
Кәйтән тектем ҡыҙыл ебәктән.
Иптәшемдең «хуш бул!» тигән һүҙе
Һис тә китмәй минең йөрәктән.
Ә икенсеһе уны күтәреп ала:
Итек кенә кейгән, шинель кейгән,
Һары ҡайыштары билендә;
Аҫыл һөйәккәйе ситтә ҡалды,
Ҡайтып торһа ине илендә.
Уларға тағы өсөнсөһө ҡушыла:
Яурындарына артып алған
Окоп ҡаҙа торған көрәген.
Дошман пулялары килеп тейгәс,
Баҫып ҡарағандыр йөрәген.
һәр береһендә уртаҡ ҡайғы – ил ҡайғыһы:
Урал тауҙарына менер инем,
Урал тауҡайҙары бик бейек;
Йән-тәндәрен биреп ҡорбан итте,
Тыныс йәшәһен дә ил, тиеп...
Яу яландарында ятып ҡалған егерме миллион ҡорбандың һәр өйгә ҡағылған йөрәк аһы ине был йырҙар. Фронттан көткән өс мөйөшлө һалдат хаттары урынына көн һайын усты көйҙөргөс ҡара ҡағыҙҙар яуып ҡына торҙо. Күптәрҙең: «Йылы тәнегеҙҙә туҙһын» тигән иң изге теләктәре лә ҡабул булманы. Гимнастерка түштәрен орден-миҙалдар менән тултырып, яуҙан ҡайтып килгәндәрҙең дә йә буш еңе, йә һыңар балағы елгә елберҙәгәнен асыҡ хәтерләй Заһира апай... Эйе,
«Туй күлдәге менән кәфенде лә
Бер үк энә менән тегәләр», —
тигән әсе хәҡиҡәтте яҡшы белә тегенсе. Егерме миллион ҡорбан яу яландарында ятып ҡалһа, шуға бәрәбәр күпме тол ҡатын, күпме етем-еҫер ҡалғанын да самалай ул. Был быуындың яҙмышына ниндәй хәтәр өлөш төшкәнен хәҙерге быуындар һис кенә лә оноторға тейеш түгел. Мәүзифа кендекәй сеңләп йырлаған кейәү ҙә насип булманы уларҙың күбеһенә...
Булмағанға һөйөр егеттәре
Күҙ йәштәре тамды тоҙ булып —
Ниңә тыуған улар ҡыҙ булып?..
Ләкин үлгән артынан үлеп булмай. Тормош үҙенекен итә. һуғыш йылдарында девон ҡатламдарын айҡаған нефтселәр ҡасабаһы ла бөтә илгә даны таралған ҡала булып китте. Ҡала менән бергә тегеү мастерскойы ла үҫте. Тора-бара ул күҙҙең яуын алып торған 1-се һанлы тегеү фабрикаһына әйләнде. Уның хәҙер фабрика булып эшләй башлауына ла ун һигеҙенсе йыл инде. Был үҙе бер быуындың ғүмере!
Был быуын тегенселәренең эше һәм тормошо тураһында фабриканың партком секретары Татьяна Ивановна Кузнецова ла, цех начальнигы Клавдия Петровна Егорова ла ғорурланып һөйләйҙәр.
Фабрикала бөтәһе 1180 кеше эшләй. Шул иҫәптән 66-һы инженер-техник персонал, 25-е хеҙмәткәр, 1089-ы ябай тегенсе. Сығарылған бөтә продукцияның йыллыҡ күләме – 6 миллион 562 мең һумлыҡ. Биш тегеү цехы минутына биш мең әйләнеш яһай торған юғары етештереүсәнле 350 универсаль машина менән йыһазландырылған. Уларҙың етештереүсәнлеге элекке машиналарҙыҡынан ике мәртәбәгә артыҡ. Ә махсус операция (йомғаҡ уратыу, төймә баҫыу, элмәк һалыу) машиналары йөҙҙән ашыу. Кейем бесеү цехында ғына ла егерме машина ҡулланыла. Бынан тыш эксперименталь-тәжрибә һәм әҙерлек цехтары бар әле. Кейем бесеү цехындағы бөтә операциялар ҙа механикалаштырылған. Туҡымалар электр машиналары менән беселә. Контроль нөктәләр төшөрөү өсөн дә махсус ҡулайлама эшләй.
1960 йылдан алып фабрика ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға кейемдәре тегеүгә махсуслаштырылған. Ә хәҙерге ваҡытта тегелгән әйберҙәрҙең төрө буйынса цехтарҙы һәм ағымдарҙы махсуслаштырыу эше алып барыла. Был эш производствоны ойоштороуҙы артабан камиллаштырырға, тегелгән әйберҙәрҙең сифатын күтәрергә һәм бөтә йыһаз-ҡорамалдарҙы яҡшыраҡ файҙаланырға мөмкинлек бирә.
Заһира апай Чамбарисова:
— Беҙҙең фабрика рекламацияһыҙ эшләй, – тигәс, мин бының мәғәнәһен асыҡлабыраҡ биреүҙәрен һораным.
Рекламацияһыҙ эшләү, тимәк, ведомствонан тыш контроль юҡ, йәғни бөтә эш беҙҙең үҙебеҙгә ышанып тапшырылған, тигән һүҙ.
— Ә бынан һәр эшсенең шәхси яуаплылығы ла артырға тейештер бит инде?
— Эйе, был – хәҙерге замандың иң мөһим талабы. Эштең сифатына һәм хеҙмәт етештереүсәнлегенә – эшсе гарантияһы, тигән һүҙ был. Беҙ шундай девиз менән эшләйбеҙ ҙә инде, – ти Заһира Сәлиғәскәровна. — Тимәк, эштең сифаты өсөн һәр эшсе, тотош коллектив яуаплы. Әгәр ҙә эшебеҙҙән берәй хилафлыҡ тапһалар, һатып алыусылар беҙгә туранан-тура үҙҙәре мөрәжәғәт итә ала. Шуның өсөн дә беҙ заказ биреүсе ойошмаларҙың теләк-тәҡдимдәрен иң элек производство бүлегендә тикшерәбеҙ, ә бында хәл ителгәнде эксперименталь цех ғәмәлгә ашыра. Бөтә өлгөләр энәһенән-ебенә тиклем ошо цехта хәл ителә. «Ете ҡабат үлсәп, бер ҡабат киҫеү» бына шул була инде. Унан һүң әҙер өлгөләр кейем бесеү цехына оҙатыла.
— Ә моделдәрҙе ҡайҙан алаһығыҙ һуң?
— Моделдәр беҙгә бөтә техник документацияһы менән Өфө моделдәр йортонан килә. Улар башта күргәҙмә йәрминкәһендә күрһәтелә. Һатып алыусы ойошмалар уларҙы һайлап алып, беҙгә заказ бирәләр һәм уның срогын билдәләйҙәр. Беҙ шул заказдарҙы ваҡытында үтәп сығырға тырышабыҙ.
— Ә бөгөнгө көндә фабрикала барлығы күпме модель тегелә?
— Барлығы Дәүләт сифат билдәһе алған 34 модель тегелә. Әлбиттә, һатып алыусыларҙың ихтыяжы ҙур. Беҙҙең фабрикаға Советтар Союзының төрлө мөйөштәренән бик күп хаттар килә. Күрәһең, беҙҙең моделдәр бик күптәргә оҡшай. Улар художество яғынан зауыҡлы итеп биҙәлгән, төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙың тәненә ултырып торорлоҡ, килешле итеп тегелгән була. Фасондары ла төрлө-төрлө, фурнитураһы ла (биҙәлеше) төҫкә-башҡа килеп тора.
— Шуның өсөн дә беҙҙең фабрикаға 1974 йылдың йомғаҡтары буйынса юғары производство предприятиеһы тигән исем бирелде, – тип өҫтәй Татьяна Ивановна. — Был исем 1975 йылда ла нығытылды. Әле лә беҙ был исемде һаҡлап киләбеҙ. Август айында беҙҙең фабрикаға производствоның сифаты һәм эффектлылығы өсөн партияның ҡала комитеты һәм ҡала советының ҡыҙыл байрағы тапшырылды.
Шулай итеп, 1-се Туймазы тегеү фабрикаһы ҡалала беренсе булып продукцияны Дәүләт сифат билдәһе менән сығара башлай. Уның Серафимовкалағы филиалы ла беренселәрҙән булып был юғары билдәгә лайыҡ була.
Әлбиттә, был үҙенән-үҙе генә килмәй. Уның нигеҙендә фабриканың партия, профсоюз һәм комсомол ойошмаларының ныҡышмалы көндәлек эше ята. Бракка ҡаршы көрәшеү һәм эштең сифатын күтәреү буйынса бригада һәм цехтарҙа халыҡ контроле группалары билдәләнгән. Уларға иң алдынғы эшсе ҡатын-ҡыҙҙар һайлап ҡуйылған. Мәҫәлән, 1-се цехта «Почет билдәһе» ордены кавалеры Таися Агеева, Мария Старцева, Фәрзәнә Имамова, 2-се цехта Рәзидә Райманова, Фәниә Сәғәҙиева бына шундайҙарҙан. Улар әхирәттәренең эш сифатын, хеҙмәт тәртибен, аҙна һайын рейд үткәреп, тикшереп торалар, эш шарттарын яҡшыртыу буйынса хәстәрлек күрәләр. Һәр кемгә уларҙың һүҙе үтә – сөнки һүҙҙәре эштән айырылмай. Улар шулай уҡ биш йыллыҡты өс йылда үтәү инициаторҙары ла.
Был тәңгәлдә йәш эшселәр советы ла, кәңәшсе-тәрбиәселәр өгөтө лә, шулай уҡ «иң яҡшы тегенсе» исеменә үткәрелеп торған конкурстар ҙа булышлыҡ итә.
Комсомол йәштәр бригадалары араһында үткәрелгән был бәйгеләрҙә беренсе урынды алып килгән Людмила Агапова, мәҫәлән, агрегат-ағым ысулы менән эшләп, продукцияһын «тәүге талаптан уҡ бер ниндәй дефектһыҙ» тик яҡшы билдәһе менән генә биреп килә. Йәштәрҙән 47 кеше бына шундай «Биш йыллыҡҡа – эшсе гарантияһы» тигән девиз менән эшләй. Уларға ВЛКСМ Үҙәк комитетының вымпелдары бирелгән.
Клавдия Петровна Егорова етәкселек иткән 1-се цех хаҡында айырыуса әйтеп китке килә. Күсмә ҡыҙыл байраҡ 300 кеше эшләгән ошо цех ҡулында. Ә цехтың мастеры Фазина Хафизова етәкселек иткән 3-сө агрегаты өс квартал буйынса ла «Юғары сифат бригадаһы» исемен раҫлаған. Агрегат тегенселәре фабрикала беренсе булып мәскәүлеләр башланғысын күтәреп сыҡҡан. Уларҙың девизы – «Бригадаларға – экономик иҫәп-хисап һәм инженерлыҡ ярҙамы!» Тимәк, бөтә экономик иҫәп-хисап алдан яһалып, инженер-техник персонал ошо иҫәп-хисапҡа нигеҙләнгән йөкләмәне үтәп сығыуҙа бөтә яҡлап ярҙам итә, тигән һүҙ. Бындай йөкләмәне тегенселәрҙән иң беренсе булып Анна Евгеньевна Кузьмина ҡабул иткән һәм ул үҙ йөкләмәһен байтаҡҡа арттырып үтәгән. Ул үҙе кәңәшсе-тәрбиәсе лә. Уның өлгөһөндә бригаданың бөтә ағзалары ла нормаларын 100 процентҡа һәм унан да арттырып үтәйҙәр. Фазина Хафизовна агрегатында артта ҡалыусылар юҡ. һәр кемгә һәләтлеге еткән эш һайлап бирелә. Әйтәйек, берәү тегеүгә өлгөрмәй икән, ул кейем үтекләүгә, төймә баҫыуға йәки башҡа эшкә ярай.
Цехтағы биш тегенсе 10-сы биш йыллыҡ заданиеһын өс йылда үтәргә иң юғары йөкләмә алған. Уларҙан Дьяконова Ираида һәм Васильева Вера Петровналар – бер туғандар.
(Әйткәндәй, уларҙың ҡыҙҙары Надя Дьяконова менән Люда Васильева ла, урта мәктәпте бөткәс, әсәләренең һәнәрен һайлап, теген эшенә килгән). Ә Фәүзиә Зорина, Мария Максимова һәм Рәйфә Гәрәева кеүек йәш тегенселәр «9-сы биш йыллыҡтың йәш гвардиясылары» тигән көмөш миҙал менән бүләкләнеп, 10-сы биш йыллыҡты 3 йылда үтәү өсөн дәртлә-неп эшләй. Был цехта бөтә кейемдәр тик сифат билдәһе менән тегелә. Балалар кейемен мастеры Фәниә Ризуанова булған 3-сө агрегат тегә. Шулай уҡ Любовь Ситникова, Анна Козяева бригадалары ла сифат билдәһе менән генә эшләй.
Фабриканың бөтә тегенселәре үҙҙәренең бына шундай егәрле әхирәттәре менән хаҡлы ғорурлана һәм эштә улар менән тигеҙләшергә тырыша.
... Яҡташым Рига Низаева ла шундай күркәм хеҙмәт йолалары булған, татыу, берҙәм коллективҡа эшкә килеүе, эшсе синыфының яңы бер вәкиле булыуы менән бик бәхетле.
Әсәй-өләсәйҙәрҙән ҡалған был боронғо һәм мәңге йәш һәнәрҙе һайлап, бик дөрөҫ иткәнһең, Рита! һынатма, яҡташ! Үҙеңдең Салауат тоҡомонан икәнеңде лә, әле мин телгә алған «аҡ әбейҙәреңдең» энәһен дә онотма. Улар кеүек ете үлсәп, бер киҫ! Улар кеүек үк һәр саҡ изге теләктә бул. Ал да киҫһен, гөл дә киҫһен тегенсе ҡайсыларың! Ә яҙмышың яҡты булыр һинең!..
Шиғыр кисәһендә һеҙҙең ҡыҙҙар бүләк иткән сәскәләрҙе, тегенсе булыуың менән ҡотлап, мин һиңә ҡалдырҙым. Һин теккән кейемдәрҙе киләсәк быуын гөлдәй итеп кейеп йөрөһөн әйҙә.
... Ҡолаҡта – зеңгер-зеңгер машина тауышы. Тик заман башҡа – заң башҡа. Ә күк йөҙө зәп-зәңгәр. Ана, теге реактив самолет та, алтын энә һымаҡ, бер һаплам көмөш ебе менән, замандарҙы замандарға ялғап, күктең зәңгәр ситсаһын тегә...
10 октябрь, 1976 йыл
Әбей батша заманының ҡомартҡыһы
Былтыр «Вокруг света» журналының 8-се һанында геология-минералогия фәндәре докторы А. А. Малаховтың «Малахит йылъяҙма?» тигән бик ҡыҙыҡлы мәҡәләһе баҫылып сыҡҡайны.
Унда Екатерина II заманында яһалған малахит ҡумта ҡапҡасындағы серле һүрәттәр хаҡында һүҙ бара.
Авторҙың раҫлауынса, улар араһында Пугачев етәкселегендәге крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы башҡорттарҙың да һүрәттәре бар. Мәҡәләлә Салауат Юлаев исеме лә телгә алынғанлыҡтан, уны беҙ «Башҡортостан ҡыҙы» журналында баҫырға әҙерләгән саҡта, Свердловскийға шылтыратып, авторҙың үҙе менән дә һөйләштек.
«Пугачевсылар араһында Салауат Юлаевтың да һүрәте бар, тиҙәр. Шул хәбәр дөрөҫмө?» – тигән һорауға Анатолий Алексеевич яңағына «Юлаев» тип яҙылған башҡорттоң барлығын әйтте һәм тиҙ көндәрҙә уның микроһүрәтен, ҙурайтып, «Башҡортостан ҡыҙы»на ебәрергә, уның хаҡында айырым мәҡәлә яҙырға вәғәҙә бирҙе. Беҙ, әлбиттә, был уникаль һүрәтте һәм был хаҡтағы ентекле һүҙҙе түҙемһеҙлек менән көтөп, уҡыусыларыбыҙ иғтибарына хәҙергә ошо мәҡәләне тәҡдим итергә булдыҡ.
Рәми Ғарипов.
Малахит йылъяҙма?
Минең был әле һөйләр һүҙем һеҙгә бер ғилми-фантастик мажара булып күренер. Шулай ҙа алдан уҡ әйтеп ҡуям: бында һөйләгәндәрҙең бөтәһе лә баштан-аяҡ ысын. Шик-шөбһәгеҙ булһа, һәр берегеҙгә мин теләһә ҡайһы ваҡытта ҡулыма килеп эләккән ғәжәйеп бер документты сығарып күрһәтә алам.
Бындай хәлдәр ғүмерҙә бер генә булалыр. Бөтөнләй осраҡлы бер хәл мине уйламаған-көтмәгән асыштың эҙенә килтереп төшөрҙө.
Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ әле: бөгөн килеп минең ҡулда бынан ике йөҙ йыл элек йәшәгән ике йөҙҙән ашыу кешенең һүрәттәре булһансы! Шулай итеп, мин көтмәгәндә генә хаҡы-баһаһы бихисап хазинаның эйәһенә әйләндем дә ҡуйҙым. Минең ҡулдағы был һүрәттәрҙә Әбей батша заманандағы йәғни Екатерина II батшалыҡ иткән саҡтағы ваҡиғалар кәүҙәләнә. Уларҙа, моғайын, XVIII быуаттағы крәҫтиән һуғыштарында ҡатнашыусыларҙың, шул иҫәптән, ихтимал, Пугачевтың да байтаҡ көрәштәренең йөҙө-төҫө һаҡланалыр.
Ҡайһы ваҡытта миңә шулай тойола: әйтерһең, мин, ҡулыма фотоаппарат тотоп, үткән заманға үтеп ингәнмен дә XVIII быуаттың алтмышынсы-етмешенсе йылдарында Уралда булып үткән ваҡиғалар хаҡында фоторепортаж яһап ҡайтҡан һымаҡмын!
Был «фотоаппарат» тигәнем төҫкә былай һис тә иҫ китерҙәй ере булмаған бер малахит таҡта киҫәге ине. Ҡасандыр ул кескәй генә малахит ҡумтаның ҡапҡасы булған. Иҫкә алып ҡуйығыҙ: уның иңе – 13,5, буйы 19,7 сантиметрлыҡ ҡына. Ошо ус битендәй генә ҡапҡастың шымартылған йөҙөнә Урал Оҫтаһы бығаса күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән алым менән һүрәт һәм панноларын төшөргән. Иң элек ошо ҡапҡасҡа күҙ һирпеп алыу менән тәү ҡарашҡа уның урта тәңгәлендә ғәжәйеп бер таш сәскә күҙгә салына. Был сәскә нимәһе менәндер сихри баҡсала үҫеп ултырған ҡыҙыл гөлдө хәтерләтә. Ләкин һүрәттә иң мөһиме был да түгел. Был ҡапҡас ниндәйҙер бер тылсымлы картина һымаҡ: рәссам-йылъяҙмасының бик оҫта ҡорамалап төшөргән йәшерен һүрәттәрен күрер өсөн, төрлө һыҙат һәм таптарҙың биҙәктәренән күҙеңде алмай, ҡулыңдағы ҡапҡасты төрлө яҡҡа борғолап ҡарарға кәрәк.
Ғәҙәттә беҙ, Урал оҫталары һүрәттәрҙе биҙәкле йәшел таш киҫәктәрен йәбештереп эшләй белгәндәр, тип иҫәпләргә күнеккәнбеҙ. Шулай уҡ малахит һырҙары буйынса юллап алынған нескә таҫмаларҙың ҡорамалап эшләнгән төрлө-төрлө дүңгәләктәр шәкеленә лә, кәкере-бөкөрө юлаҡтар төрлөлөгөнә лә күнегеп бөткәнбеҙ инде.
Бында ла асылда шул уҡ малахит нағышы. Әммә бында йәбештерелгән таштарға рәссам тарафынан кеше һүрәттәре һәм үҙ заманының хәл-ваҡиғалар күренештәре төшөрөлгән булып сыҡты! Юҡ, мине яңылыш әйтә тип улай күрмәгеҙ: ысынлап та, төшөрөлгән шул!
Үкенескә күрә, бындай һүрәттәрҙе эшләү сере һаҡланып ҡалмаған. Хәҙерге малахит эшкәртеү оҫталарынан бер кемдең дә бындай ысул хаҡында ишеткәне юҡ әле. Боронғо оҫта уны нисек итеп эшләне икән һуң? Бәлки, ул уны шпатель менән малахит саңын елемгә буяп йәбештергәндер. Күрәһең, был эш ҡыҙыу ут аҫтында башҡарылған булырға кәрәк. Мин, үҙемсә, бындай һүрәттәрҙе эшләү оҫталығының эҙенә кире төшөргә булалыр, тип уйлайым.
Шулай ҙа бының менән генә эш бөттө тигән һүҙ түгел әле. Бында шуныһы ғәжәп: рәссам йәшерен һүрәттәр төшөрөргә кәрәк булған ерҙә тағы ла серлерәк алым ҡулланған: «йәшерен» персонаждарҙың ҡиәфәтен ул малахит валсығы менән саңына елем ҡушып һынландырған. Уларҙың һынланышы ла шулай уҡ ғәҙәттәгесә түгел. Ул һүрәттәрҙе бары тик микроскоп ярҙамында йәки бик ныҡ ҙурайтып фотоға төшөргәндә генә төҫмөрләп була. Был бик кескәй һүрәттәр төшөрөү сәнғәте (микроживопись)!
Билдәһеҙ рәссам төшөргән был энә күҙендәй микроһүрәттәр үҙҙәренең ғәжәп «портретлы» булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡапҡас майҙанында бик тығыҙ урынлаштырылған. Улар миллиметрҙың унынсы, хатта йөҙөнсө өлөштәренә тиклем кесерәйтеп эшләнгән! Ошондай «йәшерен» һүрәттәр төркөмө, булавка башындай ғына урын алып тороуға ҡарамаҫтан, утыҙҙан ашыу кеше башын һыйҙырған!
Мин бөтә был портрет һәм панноларҙы үҙемдең байтаҡ ҡына дуҫ-иштәремә күрһәтеп ҡараным. Уларҙың төрлөһө төрлө тәьҫирҙә ҡалды. Шулай ҙа күбеһе шундай уҡ рәссам төшөргән һүрәттәр барлығын төҫмөрләй алды. Ә ҡайһы берҙәре хатта мин үҙем күрмәгән бик мөһим нәмәләргә лә иғтибар итте.
Уларҙан һәр нәмәгә шикләнеп ҡараусы ҡайһы берәүҙәре, ғәҙәттә, миңә тиҫтәләгән «сетерекле» һорауҙар биреп ҡараны. Бына ул һорауҙарҙың ҡайһыларын һәм уларға минең яуаптарымды ла тыңлап ҡарайыҡ әле.
— Ай-һай, былар тик һинең хыял емештәрең генә түгелме икән? Төрлө пейзаж таштары ла бар бит әле. Уларға тәбиғәт үҙ ҡулы менән төрлө ҡәлғә ҡоролмаларын, диңгеҙҙәрҙе лә, тауҙарҙы ла, хатта кеше һындарын да төшөрөп ҡуйған була. Ундай тәбиғәт күренештәрен төрлө төҫкә ингән ҡара болоттар шәкелендә лә, йыйылып ятҡан күләүектә лә сырамытып ҡуябыҙ ҙа инде. Бында шул берәй пейзаж малахитына юлыҡманыҡмы икән?
— Эйе, ундай таштар ҙа осрай. Минең үҙемдең дә йәшмә таштарындағы һүрәттәр хаҡында күп яҙғаным бар. Бер мәл шундай родонит та тапҡайным. Унда урман сите менән шунда ултырған бер аласыҡ та, хатта уға килеп туҡтаған юл да бик асыҡ күренә ине. Шуға ла мин тәүҙә малахит ҡапҡастағы был һүрәттәрҙе тәбиғәт уйынылыр тип уйлағайным. Тик был «пейзаждар» бик үҙенсәлекле булып сыҡты шул. Юҡ, был юлы беҙ бөтөнләй икенсе, бығаса бер кем, бер ҡасан да күрмәгән хәлгә юлыҡтыҡ. Бында бит йөҙәрләгән кеше менән төрлө хайуан һүрәттәре, бер-береһенә үҙ-ара бәйләнгән рәүештә, билдәле бер төркөмдәргә һайлап алынған булып сыҡты. Ә иң мөһиме шунда: быларҙың бит яҙыуҙары бар! Малахит ҡапҡастағы һүрәттәргә бик оҫта үреп яҙылған йөҙәрләгән һүҙҙәр барлығы асылды.
Һүрәттәр тәбиғи – малахит һүрәттәре һымаҡ булһа ла, бығаса әле бер ҡайҙа ла, бер ниндәй ташта ла бындай яҙыуҙар осрағаны юҡ тип ышандыра алам, – тигәс тә шикләнеүселәрҙең күңеле урынына ултырманы.
— Ярай, – тинеләр улар. — Ә һуң һүрәттәрҙең, айырым малахит төрҙәренән нағышланмайынса, ҡулдан яһалған икәнлеген нимә менән раҫлай алаһығыҙ?
Был урында инде мин, ғәҙәттә, үҙ күҙҙәрем менән күргәнде раҫларға тырышып, нисек итеп үҙемдең криминалистарға барғанлығымды һөйләп бирәм. Мин уларҙан, ҡапҡасты ҡарап, уны инфраҡыҙыл һәм ультрафиолет нурҙар ярҙамында фотоға төшөрөп биреүҙәрен һорағайным. Ультрафиолет нурында төшөрөлгән фотоһүрәттәр хайран ҡалырлыҡ булып сыҡты. Был фотоларҙа өҫкө ҡатламдағы һүрәттәргә бөтөнләй оҡшамаған икенсе бер күренеш (һәм шундағы яҙыуҙар ҙа) асылды. Ультрафиолет нурҙарында ғына күҙгә күренә торған был һүрәттәрҙең ҡоролошо хаҡында мин һуңынан ентекләберәк һөйләрмен. Әле шуны ғына әйтеп ҡуям: ультрафиолет нурҙар ярҙамында күҙгә күренеп торған өҫкө ҡатламдан саҡ ҡына аҫтараҡ ятҡан нәмәләрҙе күрергә була икән. Баҡһаң, бөтә өҫкө һүрәттәр аҫтағыларына һуңынан ғына һалынған булып сыҡты.
Ә электрон микроскоп ярҙамында төшөрөлгән фотоһүрәттәр ҡапҡас йөҙөнөң микроструктураһы менән малахиттың үҙ структураһы араһында бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ икәнлеген күрһәтте. Тимәк, малахит нигеҙҙең өҫтө лак йәки эмаль кеүек нәмә менән буятылған да шуға һүрәттәр төшөрөлгән.
Ҡыҫҡа ғына бер мәҡәлә был табышты бөтә яҡтан тасуир итеп булмағанлыҡтан, мин тик уның ҡайһы бер өлөштәренә генә туҡталмаҡсымын.
Тик башта был малахит ҡапҡастың минең ҡулға нисек килеп эләгеүе хаҡында бер-ике һүҙ әйтеп китәйем.
Бынан ун биш йыл элек мин Урал малахитсыларының береһенән ҡара һауыты яһар өсөн берәй малахит киҫәге табып биреүен һорағайным. Күп тә үтмәй, ул минең ҡулға килеп тә керҙе... Ул элек Петербургта боронғо әйберҙәр магазины тотҡан бер ханымда һаҡланып ҡалған икән. 20-се йылдарҙа уҡ магазины дәүләт ҡарамағына бирелгән был ханым, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Свердловск ҡалаһына күсерелгән булған. Бына шунда ул теге малахит ҡапҡасты һатҡан да инде.
Шулай ҙа миңә ҡара һауытын эшләргә тура килмәне. Ә ҡапҡас мин йыйған башҡа таштар менән бергә ятҡан ерендә һаман ята бирҙе.
Бер мәл дуҫтарымдың береһе уны ҡараштырған ваҡытта ғәжәп бер нәмәгә иғтибар итеп ҡуйҙы. Ҡапҡасты төрлө яҡҡа борғолап ҡарағанда, уның йөҙөндә бик сәйер кеше һәм хайуан һыҙаттарын төҫмөрләп була икән.
Һүрәттәрҙе өйрәнеү шунан башланып китте лә инде. Аҡрын-аҡрын деталдәр артынан деталдәр асыла башланы. Малахит ҡумтаны яһаусы оҫта бына тигән психолог та булған, күрәһең. Төп һүрәттәрҙе ул бик оҫта итеп йәшерә белгән.
Шулай оҫта итеп йәшерә белеү сере мажаралы әҙәбиәттә йөҙ йылдан һуң ныҡ таралған күренеш. Эдгар По тигән яҙыусының бер хикәйәһендә иң яҡшы тикшеренеүселәрҙең бер документты эҙләп хәлдән тайыуҙары һүрәтләнә. Аҫтындағын алты ай эҙләгән, тигәндәй, эҙләнгән әйбер күҙ алдарында ғына ятҡан була. Күҙгә терәлеп ятҡанды тикшереп ҡарау бер кемдең дә башына килмәй.
Малахит ҡапҡастың сере лә нәҡ шуның шикелле булды. Ундағы сәскә һүрәте күҙҙе бәйләгәндәй. Бер арбалған күҙ уның аҫтында ни ятҡанын да абайламай. Бында инде «һунарсының эте ҡайҙа булған?» тигән табышмаҡлы һүрәттәрҙәге ише киң таралған бер алым ҡулланылған. Ундай һүрәттәр бөтәгеҙгә лә билдәле, әлбиттә. Буталсыҡ һыҙаттар менән яһалған бындай һүрәттең үҙен күрер өсөн, байтаҡ баш ватырға, уны тегеләй ҙә былай әйләндерел ҡарарға кәрәк. Ә һуңынан һүрәтте ҡапыл күреп ҡалғас, бығаса күҙең сыҡҡан инеме әллә! – тип аптырарға ғына тура килә.
Билдәһеҙ рәссамдың да был алымды шундай камиллыҡҡа еткереүенә таң ҡалаһың. Хатта бөтә ғүмерен малахит нағыштары йыйып үткәргән тәжрибәле оҫтаның да күҙе арбалған: үҙәктәге сәскәнән башҡа ул бер ниҙе лә күрмәй ҡалған.
Рәссам объекттарҙы йәшереп һүрәтләүҙең икенсе алымы күҙҙең осҡорлоғона бәйләгән. Ғәҙәттә, беҙҙең тәбиғи күҙҙәр бер минутта бер мөйөш аҫтында ятҡан ике нөктәне генә күрә ала. Әммә көндөҙ йондоҙ күрерҙәй ғәҙәттән тыш үткер күҙле кешеләр ҙә бар бит. һүрәттәрҙең иң серлеләре ошо кешеләргә иҫәп тотоп эшләнгән дә инде. һүрәттең айырым деталдәре бер секундта, хатта секундтың бер өлөшөндә ҡарала!
Хәҙер инде бик тәбиғи бер һорауға яуап бирәйек. Малахит ҡумта үҙе ҡасан, ҡайһы осорҙа эшләнгән һуң?
Малахит оҫтаһы миңә ҡумтаның ҡапҡасын биргәндә, малахиттың бында металға түгел, ә мәрмәргә йәбештерелгән булыуын әйтте. Былай итеп ҡумталарҙы тик XVIII быуатта ғына эшләгәндәр. Тимәк, был ҡапҡастың эшләнеүенә инде ике йөҙ йыл самаһы ваҡыт үткән!
Һуңынан уның йәшен билдәләй торған туранан-тура дәлилдәр ҙә табылды, тик уға тиклем айҙар буйы байтаҡ серҙәр сисергә тура килде. Был тәңгәлдә миңә Свердловскийҙағы иң яҡшы һәүәҫкәр фотографтарҙың береһе урта мәктәп уҡытыусыһы Михаил Филатов ярҙам итте. Ҡапҡасты һәм уның айырым өлөштәрен ул ҡайһы саҡта микроскоп та кәрәкмәҫлек итеп фотоға төшөрҙө. Ә икенсе бер ярҙамсым, Георгий Мельничук тигән бер студент, ҡапҡас менән уның фотоһүрәттәрен өйрәнгән саҡта «асыла» килгәндәрҙең бөтәһен дә ҡағыҙға сыймаҡлай барҙы.
Ҡапҡастың эшләнеү ваҡытын асыҡларға тырыша торғас, беҙ башта топ персонаждарҙың береһе булған адмирал мундирындағы кешенең, түшендә бер вензель барлығын күреп ҡалдыҡ. Адмирал һыны сәскәнең түбәнге өлөшөнә ҡушып эшләнгән һәм ҙур ғына урынды алып тора. Вензелле һүрәттә ап-асыҡ булып «Е», «К», «Т», «Р», «Н» хәрефтәре һәм «П» индексы күренә.
«Екатерина Икенсе»! – Әбей батша – бына кем заманы икән бында! Был инде рәссамдың бынан ике йөҙ элек булған хәл-ваҡиғаларҙың шаһиты булғанлығына шик ҡалдырмай! Тимәк, рәссамдың хатта Пугачев етәкселегендәге крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан булыуы ла бик ихтимал. Һәм, ысынлап та, бер нисэ мәртәбә ҡумта ҡапҡасында Пугачевтың иң, яҡын ярҙамсыларының береһе булған Салауат батырҙың, фамилияһы – «ЮЛАЕВЪ» ҡабатлана!!!
Ҡапҡастың, айырым өлөштәрендә рәссам ғәскәргә килеп ҡушылған кешеләр сафтарын да, урмандарҙа йәшеренеп ятҡан яңғыҙаҡ-партизандарҙы ла, тирә-яҡтан дошман яуын ҡағырға күтәрелгән ҡурғаусыларҙы ла һүрәтләгән. Һәм ул дошман яғыныҡыларҙы ла һүрәтләргә онотмаған. Улар араһында беҙ кивер һәм өсмөйөшлө кәпәс кейгән гренадер һалдаттарҙы ла, офицерҙарҙы ла, дворяндарҙы ла һәм, хатта, һәр төрлө дин әһелдәрен, шул иҫәптән, католик динендәгеләрен дә, күрәбеҙ.
Ҡапҡастың, бер өлөшөндәге һүрәттә крепостной крәҫтиәнде һуҡтырыу күренеше лә бар. Был яза сәхнәһе үҙенең мәғәнәле һаранлығы менән йәнде тетрәткес. Һүрәттә йөҙтүбән ятҡан кешене язалайҙар. Ҡамсы тотҡан ҡатил-палач һыны бирелгән. Ғазап сигеүсе бисараның аяҡ осонда офицер баҫып тора. Ә баш осонда дәү һаҡалтай, күрәһең, старосталыр инде. Стенаға ос изгенең һүрәте эленгән. Ә күктә – был вәхшәттән ытырғанып башын ситкә борған Алла инәһенең һыны. Бында ул заман кешеһенең ҡотолғоһоҙ һәләкәткә дусар ителгәнлеге үҙенән-үҙе аңлашылып тора: тимәк, ерҙә лә, күктә лә ғәҙеллек юҡ...
Бөтәһенән дә бигерәк атҡа атланып, дөйә һәм ишәккә менеп, каруан һымаҡ теҙелеп барған кешеләр төркөмө ҡатмарлы һүрәтләнгән. Алдан юл күрһәтеүсе бара. Ә уларға ҡапма-ҡаршы һалдаттар сығып баҫҡан. Каруансыларҙың береһенең башында (ул үҙе ҡаптырма башы хәтле генә!) тағы утыҙҙан ашыу кешенең башы төшөрөлгән!
Уларҙы күреүе һүрәтте 50 мәртәбә ҙурайтып ҡарағас ҡына мөмкин булды. Был портреттарҙың байтағын тарихи шәхестәрҙең билдәле портреттары менән сағыштырып ҡарау – киләсәк эше. Әммә, миңә ҡалһа, улар араһында Пугачев һәм уның иң яҡын ярҙамсыларының портреттары ла табылыр һымаҡ. Минең ҡулға ысын-ысындан «үткән замандар китабы» булған малахит йылъяҙма килеп эләкте!
Йәшерен һүрәттәрҙең күбеһе микрофотографияларҙы барлап сыҡҡанда табылды. Улар төрлө шәкелдәге малахит йәшеллеге ҡаплап торған серҙәрҙе асырға ярҙам итте. Фотографиялар төрлө-төрлө төҫтәрҙе уртаҡ бер төҫкә килтерҙе һәм шул арҡала уҡып булмай торған яҙыуҙарҙы уҡырға ла мөмкинлек тыуҙы. Ҡапҡастағы яҙыуҙарҙы беҙ тик шул юл менән генә уҡый алдыҡ. Ул яҙыуҙарҙың ҡайһы берҙәре бормалы-һырмалы вензель стиле менән яҙылған; хәрефтәр күп ҡабатланғанлыҡтан, айырым һүҙҙәрҙе уҡыуы ла ҡыйын; етмәһә был бик ваҡ яҙыуҙарҙы бары микроскоп ярҙамында ғына уҡып була. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре.
«Ермолай ирод» («әҙәм аҡтығы Ермолай») тигән һүҙҙәр генералдың эшләпәһенә яҙылған, ә «Скареда» («ҡарун») тигән һүҙ уның яңағына сыймаҡлап ҡуйылған. Һүрәттәрҙең береһенә һәйкәл дә төшөрөлгән. Һәйкәлдә «замана авторы» тигән яҙыуҙы ла уҡырға була. Шунда уҡ бөләңгерт кенә күренгән һандар ҙа күҙгә салына. Уларҙың береһе – «1784». һәйкәлдә ғәйрәтле бер кеше профиле лә бар. Уның аҫтында китап һүрәте төшөрөлгән һәм уға «Воль...» тигән һүҙ яҙылған. Ни икән һуң был? «Азатлыҡ» («Вольность») одаһы өсөн был һәйкәл Радищевҡамы әллә? Улай тиһәң, Радищев 1802 йылда вафат булған, ә уның «Азатлыҡ» одаһы 1783 йылда ижад ителгән. Был һүрәтте рәссамдың Радищев тере саҡта уҡ әле уның хеҙмәттәренә юғары баһа биреүе тип аңларға мөмкин.
Мәскәүҙә Тарих тыҡырығындағы Тарих музейына ҡаршы ғына йортта Радищевтың стенаға ырып эшләнгән барельефы тора. Был барельеф менән малахит ҡапҡастағы һүрәт араһында оҡшашлыҡ бик ҙур. Шуның өсөн дә был һүрәттең бик ныҡ йәшереп төшөрөлөүе тикмәгә түгел, әлбиттә. Әгәр ҙә быны һиҙеп ҡалғанда, был һүрәт өсөн рәссамдың башынан һыйпамаҫтар ине...
Беҙ таный алған яҙыуҙар әле күп түгел. Улар бөтә яҙыуҙарҙың ике процентынан да артмай. Әлегә малахит ҡапҡастағы бөтә һүрәттәрҙең ни һөйләүе хаҡында төҙөк кенә бер фекергә лә киленмәгән, шулай ҙа мин айырым фамилияларҙың һәм даталарҙың айышына ярайһы уҡ төшөнә башланым.
Унда кеше һүрәттәре генә түгел, ә тотош бер хайуандар «зоопаркы» менән әкиәт персонаждары ла бар икәнлеге асыҡланды. Шулай уҡ ен-пәрейҙәр донъяһы ла ҙур урын алған унда. Әкиәт ҡара көстәренән, иң беренсе урынды, әлбиттә, шайтан алып тора. Шайтан бында бер нисә урында, белгәнебеҙсә, үҙенә хас бөтә ҡойроҡ-мөгөҙҙәре, томшоғо-тояҡтары һәм башҡа имәнес ҡиәфәттәре менән һүрәтләнгән. Бер урында ул хатта таж кейгән дәрәжәле түрә менән дә ултыра...
Ә ультрафиолет нурҙар яҡтылығында төшөрөлгән махсус фотографияларҙа бына нәмәләр күреп булды. Уларҙы төшөрөүҙә миңә криминалист-эксперт В. В. Патрушев ярҙам итте. Тәүҙә алған фотоһүрәттәрҙә бер ҙә иҫ китерлек нәмәләр күренмәне. Уларҙа тик малахит киҫәктәренең бергә йәбештерелгән ектәре генә айырым-асыҡ күренә ине. Бынан шул асыҡланды: тимәк, яҡтыртып тороусы төп матдә булып ҡапҡастың үҙ материалы түгел (малахит үҙенән-үҙе баҙламай), ә малахит менән мәрмәр нигеҙ араһындағы ультрафиолет нурҙар яҡтыһында аҡһыл-йәшел төҫ менән баҙлап тороусы матдә ҡатышҡан йәймә хеҙмәт итә икән. Был йәймәнең берәй төрлө органик ҡушымталарҙан әҙерләнгән булыуы ла ихтимал.
Бары фотоһүрәттәрҙе махсус контраст ҡағыҙҙарға төшөргәс кенә, малахит ҡапҡас телгә килде. Ул бынан ике йөҙ йыл элек Уралда булып үткән фажиғәләр хаҡында һөйләп бирҙе. Бөтәһенән элек был фотоһүрәттәрҙә көн яҡтыһында күреп булмай торған бөтөнләй икенсе күренештәр асылды. Шундай уҡ юл менән реставрация мастерскойҙарында өҫтөнә һуңғы замандарҙа өҫтәлгән йәки үҙгәртелгән ҡатламдар аҫтынан элек эшләнгән боронғо һүрәттәрҙе килтереп сығаралар бит.
Бынан һуң, һис шикһеҙ, шул мәғлүм булды: малахиттағы ике ҡатлы һүрәт икеһе ике заманда – аҫтағыһы – (уныһын боронғоһо тип атайыҡ) элегерәк, өҫтәгеһе һуңынаныраҡ төшөрөлгән. Боронғоһонда хәл-ваҡиғаларҙың ваҡыты ла, урыны ла асығыраҡ бирелгән.
Ваҡиғаның урынын асыҡлау ҡыйын булманы. Ҡапҡастың аҫҡы ҡатында, композицияның урта тәңгәлендә тиерлек, ҙур бер баҙ төшөрөлгән. Баҙҙың өҫтөнән бейек манара күтәрелгән. Манара бер яҡҡа янтайып – «ауа яҙып» тора. Ә «ауа яҙып» торған манараларҙың Уралда берәү генә булғанлығы билдәле. Ул манара, Невьянскиҙа булып, 1725 йылда Демидов бойроғо менән төҙөлгән. Тәүге мәлдәрҙә ул тирә-яҡты күҙәтеп тороу өсөн хеҙмәт иткән. Яманаты сыҡҡан был манара хаҡында ҡолаҡтан ҡолаҡҡа халыҡ араһында, имеш, Демидов бында ялған аҡса һуғыусы ҡасҡандарҙы йәшереп ятҡыра икән, тигән төрлө хәбәрҙәр йөрөгән. Был аҡсаларҙы һуғыу өсөн алтын-көмөштө, имеш, Себерҙә сығарылған рудаларҙан алғандар.
Екатерина II Демидовтың был мутлыҡтары хаҡында ишеткәс, Уралға үҙенең ышаныслы кешеһен – князь Александр Алексеевич Вяземскийҙы ебәргән һәм уға ни ҡылһа ла сикһеҙ ирек ҡуйған, тиҙәр, тик Демидов, үҙенең енәйәт эҙҙәрен юйыр өсөн, был манараның баҙҙарын һыуға батырған. Был хәл, ысынлап та, 1763 йылда була.
Боронғо һүрәттә, моғайын, был фажиғәнең һуңғы күренеше. Невьян манараһының баҙындағы кешеләрҙең һыу аҫтында тонсоғоп үлеүҙәре күрһәтелгән булғандыр.
Эшселәрҙең шулай һәләк булыуына ике йөҙ йылдан ашыу ғүмер үтә. Демидовтың был йәшерен эше асылмай ҡала. Хәҙер килеп, ультрафиолет нурҙары ошо фажиғәнең нисек булғанын һөйләүсе художестволы документты асып бирмәйме һуң?!
Тәүге фрагменттарҙа беҙ ер аҫтындағы янып торған металл иретеүсе усаҡты күрәбеҙ. Иретмә көтөүсе кешеләр, әле бер ниндәй һәләкәт булырын да белмәй, вайымһыҙ ғына тора. Алғы планда ла шулай уҡ һәләкәттең яҡынлап килгәне тойолмай. Бында бары пар ҡаҙандары менән машиналар ғына күренә. Рәссам хатта һүрәтләгән нәмәләренең мәғәнәһен асыҡлау өсөн «Ф. Ф. К. Ҡаҙандары» тип яҙып та ҡуйған. Ҙур бер маховиктың өҫтөнә «1753 й.» тип уның эшләнеү ваҡыты ла күрһәтелгән. Ләкин И. И. Ползунов үҙенең тәүге машинаһын 1765 йылда эшләгән бит! Ул машина ун ике йыл алданыраҡ эшләнгәнме, әллә рәссам уның датаһын бутап ҡуйғанмы икән?
Бына панноның яңы бер фрагменты. Асыҡ шлюздар аша һыу ташҡыны шаулап килә. һәләкәткә дусар булғандарҙың ҡото осҡан: көтмәгәндә уларҙы һыу баҫып килә... Эшселәрҙең береһе, күрәһең, ташҡын өҫтөнә йөҙөп сыға алған. Ул быуа ситендә торған тәкәббер хужаға йоҙороғо менән янай.
Ҡапҡастағы был боронғо һүрәттә «1763» тигән дата бер нисә мәртәбә ҡабатланған. Фажиғәнең көнө менән айы ғына танылып етмәй. Бер ҡарағанда «11 /VI», икенсе ҡарағанда «15/111» һымаҡ күренә.
Һүҙ һәм хәрефтәрҙең яҙылышы урыны-урыны менән XVIII быуаттағы вензель сәйләнен хәтерләтә, бик ҡыйынлыҡ менән генә уҡыла. Шунлыҡтан был боронғо һүрәттә шулай уҡ уҡылмаған яҙыуҙар байтаҡ әле. Киләсәктә уларҙың байтағын, архив материалдары менән сағыштырып, ентекләп өйрәнеп сығаһы бар.
Был иҫке документ үҙенә күп серҙәр йәшергән. Ҡайһы саҡта мин үҙемде, ябыҡ камера менән күп күренештәрҙе төшөрөп тә, ҡасан ни нәмә төшөргәнен яҙып барырға онотҡан фотограф хәлендә һымаҡ тоям. «Фотографиялар»ҙы сағыштырып ҡарау, уларҙағы персонаждарҙы асыҡлау буйынса төрлө белгестәр алдында бик ҙур эштәр тора әле.
Һүҙ бит бында бик һирәк осрай торған художестволы әҫәр ижад иткән билдәһеҙ бер талант хаҡында бара. Шулай уҡ һүҙ XVIII быуат ахырындағы тетрәткес ваҡиғаларҙың художестволы йылъяҙмаһын уҡып сығыу хаҡында ла бара, әлбиттә.
Бынан тыш, бында һөйләгәндәрҙең бөтәһе лә артабанғы эҙләнеүҙәргә бер этәргес булыр тигән өмөт менән дә йыуанам мин. Шәхси йыйылмаларҙа байтаҡ малахит әйберҙәр һаҡланғанлығы мәғлүм: улар араһында шкатулкалар ҙа, өҫтәл йәймәләре лә, вазалар ҙа, ҡара һауыттары ла, тәмәке ҡумталары ла бар. Бәлки, ҡайһы берҙәрегеҙгә ошондай әйберҙәр тап булып ҡуйыуы мөмкин. Иҫкәртеп ҡуям: малахит әйберҙәрҙең боронғолоғон шунда уҡ танып алырға мөмкин – уларҙа малахит баҡыр йәки тимер нигеҙгә түгел, ә мәрмәрҙән юнылған ташҡа йәбештерелгән булыр.
XVIII быуатта яһалған әйберҙәрҙең мәрмәр нигеҙе ныҡ булмаған, шуға күрә лә боронғо оҫталарҙың күпселек әйберҙәре йә ватылған, йә юҡҡа сыҡҡан, йә юғында икенсе әҫәрҙәр итеп эшләнә торған булған.
Шулай ҙа был серле XVIII быуат оҫтаһының башҡа әҫәрҙәре һаҡланып ҡалманымы икән? Был ҙур талант эйәһе, күрәһең, хәтәр яҙмышлы кеше булғандыр. Кем булды икән һуң ул?
Ошондай сая һәм серле эшкә ул ниндәй ниәт менән тотондо икән?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минең ҡулға килеп эләккән малахит ҡапҡас был хаҡта бер ни ҙә әйтмәй. Бәлки, ул әле башҡа серҙәрҙе лә һаҡлайҙыр? Бөтәһе лә асыҡлап бөтөлмәгән бит әле. Был хазина тағы ниҙер хаҡында һөйләр икән?
А. А. Малахов, геология минералогия фәндәре докторы.
Салауат һәм Рәми Ғариповтар тәржемәһе.
Бабич
Башҡорт халҡының атаҡлы шағиры Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 70 йыл тулды. Шағирҙың яҡты исемен күңел түрендә һаҡлаған халҡыбыҙ уның ижадын бөгөн оло хөрмәт менән иҫкә ала.
Бабичтың ғүмер һәм ижад юлы иҫ киткес ҡыҫҡа, ҡатмарлы һәм фажиғәле булды. Ул 1895 йылдың (иҫкесә) 2 ғинуарында Өфө губернаһының Бөрө өйәҙендәге Әсән ауылында тыуа. Башланғыс белемде атаһы Мөхәммәтзакир уҡытҡан ауыл мәҙрәсәһендә ала. Ун биш йәшендә ҡаҙаҡ далаларында мулдәкә булып йөрөй, унан, 1911–1916 йылдарҙа Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡығандан һуң, Троицкиҙа уҡыта һәм матбуғат эшенә сумып китә. 1917 йылда Ырымбурҙа сыҡҡан «Ҡармаҡ» журналының секретары булып эшләй. Шунан һуңғы яҙмышы Башҡорт Автономиялы Совет республикаһының тыуыу тарихындағы иң драматик ваҡиғаларға бәйләнеп китә һәм, 1919 йылдың 28 мартында Башревкомдың типографияһын Темәстән Мораҡҡа күсереп алып килгән ваҡытта, революцияның яуыз енәйәтселәре ҡулынан һәләк була.
Ләкин 24 йәшлек революция шағирының 9 йыл эсендә яҙып өлгөргән ижад өлгөләрен йылдар ҙа, шәхес культы ла халыҡ күңеленән юя алманы. Сөнки ул халыҡ өсөн янды һәм халыҡ та үҙенең йондоҙло улы менән хаҡлы ғорурлана.
Етмешең менән, үлемһеҙ Бабич!