IV. Хаттар
ХАТТАР
Шағирҙың замандаштарына төрлө йылдарҙа яҙған ҡайһы бер хат-сәләмдәре
Мәрйәм апа!
Хатығыҙ өсөн бик ҙур рәхмәт. Мин ауылға ҡайтҡас уҡ һеҙҙән хат көтә инем.
Бына мин урманға һал ағыҙырға барып ҡайтыу менән, ҡустылар:
— Мәрйәм апанан хат килде, – тинеләр.
— Ниндәй Мәрйәм апа?
— Өфөләге.
Әйтерһең, беҙҙең семья кешеһенән!
Бик күңелле булды.
Ауылға ҡайтыу менән режимды һаҡларға тырыштым. Иртән, торғас уҡ, Йүрүҙәнгә һыу инергә йүгерәм. Рәхәт һәм күңелле, әйтерһең дә, бында ҡайтҡас, ҙур баҫымлы диңгеҙ аҫтынан атылып килеп сыҡҡан кеше кеүекмен.
Ҡайтыу менән «хужаның ишәгенә» әйләндем (ҡунаҡ). Ауыл халҡы бөтөнләй ҡыҙыҡ тойола. Мин уны әле ни тиклем белмәгәнмен! һәр бер кешегә, уның һүҙенә ҡомһоҙланып бөтә иғтибарҙы бирәм. Кешеләр, быяла аша күренгән һыу кеүек, асыҡтар һәм ябайҙар. Уларҙың бөтә эске донъяһын рәхәтләнеп уҡып сығаһың. Горькийҙың кешеләрҙе ни тиклем ныҡ өйрәнгәнлеген мин көндән-көн асығыраҡ күрә барам. Минеңсә, яҙыусыға барыһынан элек кәрәклеһе: тормошто күҙәтә белеү һәләтлеге.
Философия етте.
Ике ҡабат Ҡаратауға һалға барып ҡайтыу минең өсөн М. Кәримдең шиғырҙарын уҡығандағы кеүек тәьҫир итте.
Был эштә лә мин ни тиклем һуҡыр булғанмын! Һалдың бөтә өлөштәренә тиклем төпсөшәм. Был ағайҙарға ҡыҙыҡ тойола. Улар белмәгәнде үҙемсә атайым. Һалды таралмаҫҡа бәйләп рифмалаштыралар. «Сөнки рифма фекерҙе бер-береһенэ бәйләй. Рифмаһыҙ шиғыр тарҡала» (Маяковский).
Ҡояшта янып бешеүгә генә лә бында хаҡ түләрлек. Ә Йүрүҙән таң ҡалдырғыс бер ҡат күреүҙән! Урмандың төнөн, ундағы мәк кеүек алланып, таң атыуын, ҡояш сығып, бер-береһенә күңелле әкиәт һөйләшеп ултырған ҡарағайҙарҙы, «уҫаҡ-егеттәрҙе», «ҡайын-ҡыҙҙарҙы» ҡыҙыл күлдәк кейҙергән һәм иркәләгән көмөш ысыҡлы иртәләрен күҙәтеү – үҙе бер ғүмер. Әйтерһең, кешеләрҙе таң ҡалдырырлыҡ шиғыр яҙғандан һуң булған рәхәтлек!
Ҡыҙыл сәкмән кеүек йәйелеп ятҡан еләклек, ҡыҙыл муйыл, телеңде йоторлоҡ татлы сейә урмандары! һулап туймаҫлыҡ саф һауала сәскәләрҙең хуш еҫтәре, сәскәләр араһында тәгәрәп, энә осондай ҙа болото булмаған зәңгәрһыу күккә ҡарап ятыу...
Юҡ, Мәрйәм апа, көнләшә башларһығыҙ. Яҙмайым.
Сәләмәтлек үпкәләрлек түгел. Баш бөтөнләй ауыртмай. Артыҡ яҙырға тура килмәй. Тик һуңғы көндәрҙә (экзамендарҙа) булып үткән ваҡиғаларҙы ғына «Йәшенле йәшлек»кә теркәй барам. Бында бер ҙә тыныс урын тапманым. Аҙаҡтан үҙемә бик оҡшаған «кабинет» эҙләп таптым: бөтөнләйгә «юғары этажға» – өй башына күсендем. Шунда уҡыйым, шунда әҙәбиәт яратҡан иптәштәр ҙә киләләр. Шунда уҡ «йоҡо бүлмәһе». Ҡайһы саҡта йоҡларға ла өлгөрөп булмай, ауылдың уҫал әтәстәре ҡысҡырыша башлайҙар. Тиҙерәк ятырға ашығам.
Иптәштәр миңә бөтөнләй икенсе төрлө кеше итеп ҡарайҙар. Мин уларға «Пилот яҙмалары»н уҡырға бирәм.
Минең һәр көндә була торған тормошом уларға әллә нисек тойола. Миңә уларҙың ғәжәпләнеүе бөтөнләй көлкө генә.
— Ысынлап та, осҡанһың бит! Нисек итеп осоп төшмәгәнһең!
— Ҡурҡыныстыр, әй?
— Нимәләр уҡыйһың?
«Абай»ҙы дауам итәм. Бик әкрен уҡыйым. Бөтә ваҡлыҡтарына тиклем ентекләп уҡып ҡарайһым килә. Унан һуң – Сталиндың тел белеме тураһындағы мәҡәләләре. Аңлашылмаған нәмәләр бик күп. Уларҙы миңә «Толковый словарь» менән уҡырға кәрәк ине. Ләкин бында «Русса-башҡортса» һүҙлек тә табыу мөмкин түгел. Газеталар ҙа бик һуңлап килә.
Миңә бөтөнләй ғәжәп:
«Күккә күтәрелгән Марр
Бөтөнләйгә тар-мар...»
Тел тураһында мин ҡайһы бер мәҡәләләр уҡыған инем: бына хәҙер үҙемдең дә «идеалист» булғанымды һиҙҙем.
Ярай, тағын мин икенсе яҡҡа шыуып барам. (Әйтерһең дә мин һеҙҙең менән һөйләшкәндәге кеүек.)
Мәрйәм апа, һеҙ был яңылыҡ тураһында ныҡлап ҡына белеп барһағыҙ, яҡшы булыр ине.
Айһылыу тураһында бер ни ҙә белмәйем. Тик уның тураһында хыялдар һәм хыялдар... һәм уның, бәхеткә ҡаршы, өс рәсеме... Урманға барғанда, мин уларҙы һыуға ла төшөрөп бөттөм. Ләкин улар иҫән әле.
«Өсөгөҙ ҙә миңә
бигерәк матур,
Әйт, ҡайһына,
иркәм, булайым?..
Мәрйәм апа, Пушкин һәм «Абай» өсөн мең-мең рәхмәт. Бигерәк тә Сафинға ла биреп яҡшы эшләнегеҙ. Мин бының өсөн уның үҙенән дә күберәк шатландым. Бит был китаптан да ҡәҙерле, матур һәм ҙур, юғалмай торған ниндәй бүләк булырға мөмкин һуң?
Мәрйәм апа!
Уҡыусығыҙҙан күп сәләм!
Был хатты мин һеҙгә Волга буйындағы Горький өлкәһендәге бер ауылдан, Горькийҙың үҙе кеүек сәйәхәт итеп йөрөгән ерҙән яҙам.
Һаманға тиклем яҙмай тороуым өсөн ғәфү итегеҙ, Мәрйәм апа.
Мәскәүҙә ун көн йәшәнем. Ошо ун көн эсендә (һеҙгә, әлбиттә, маҡтанырға мөмкин) мин бөтә фәндәрҙән дә, немец теленән башҡа, экзамендарҙы отличноға тапшырҙым. Немец теле «4» булды. Экзамендар алты көн рәттән барҙы, әҙерләнергә мөмкинлек бирмәнеләр. Мин бик ныҡ ҡурҡҡан инем. Бигерәк тә әҙәбиәттән тапшырыр алдынан ғүмеремдә бер ҡасан да булмаған ғәҙәттән тыш тулҡынланыу менән яндым. Сөнки бында минең тормош юлым хәл ителәсәк ине. Бик ныҡ тикшерҙеләр. Ләкин мин нисек кенә булһа ла, Башҡортостан исеменә, үҙемде әҙәбиәттән уҡытҡан уҡытыусыларым исеменә тап төшөрмәҫкә тырыштым һәм, әҙәбиәттән экзамен тапшырып, ғүмеремдә беренсе тапҡыр ҡәнәғәт булдым. Сөнки быға тиклем мин үҙемде нисектер алдашҡан кеше кеүек тоя инем. Ә үҙеңде шулай тойоу ни тиклем ауыр. Миңә хәҙер, быға тиклем бер ҡасан да яҙа алмаған шиғырҙы яҙғандан һуң булған рәхәтлек кеүек, нисектер күңелле ине. Был ун көн эсендә мин бик күп нәмәләрҙе күрергә өлгөрҙөм. Болгарҙың да, карелдың да, молдовандың да, төркмәндең дә шиғырҙарын тыңланым.
Барған көндә үк мин бер Григорий исемле болгар менән бергә йоҡланым. Был минең өсөн онотолмаҫ төн ине. Сөнки, уйлап ҡарағыҙ, Мәрйәм апа, Уралдың бер башҡорто менән Карпат артының болгары бергә, бер туған кеүек, бер койкала йоҡлап яталар.
— Һыйырбыҙмы һуң? – тине болгар.
— Беҙҙә бер мәҡәл бар, – тинем мин уға, – күңел тар булмаһа, урын тар булмай.
— Яҡшы мәҡәл! – тине ул. Иртә менән, йыуынған саҡта, ул быны үҙе ҡабатланы.
14 августа Чайковский исемендәге консерваторияның Ҙур залында Корея яҙыусылары менән осрашыу булды. Фадеевтан башҡа мин бөтә яҙыусыларҙы хәҙер үҙ күҙем менән күреп, үҙ ҡолағым менән ишеттем. Һәм шул уҡ кисәлә Рамазановты осраттым! Ни тиклем ҙур байрам ине был көн минең өсөн. Башҡорт телендә рәхәтләнеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Икенсе көндә ул минең «Йәшлек»те уҡыны һәм беҙ бик ныҡ дуҫлашып киттек.
Шул уҡ ун көн эсендә мин Островский музейын да ҡараным.
Шулай итеп, минең һәр бер көнөм онотолмаҫ көндәргә әйләнә башланы.
Һуңғы экзаменды биргәс, комиссияға саҡырҙылар. Ун икеләп кеше уртала торған башҡортто тишерҙәй итеп ҡарай.
— Отметкалары нисек? – ти директор секретарға.
— Беҙҙең отличник, – ти секретарь.
— Беҙҙә уҡырға бик теләйһеңме? – тине директор ентекләп. Мин оҙаҡларға теләмәнем.
— Башҡаса юл юҡ миңә, – тинем. Көлөштөләр.
— Хәҙер ҡайтаһыңмы?
— Юҡ, минең ҡайтырға аҡсам да юҡ, детдом да ябыҡ миңә. Берәй совхозға эшкә китәм.
Ләкин эш миңә бында ла таптылар. Маляр! Мин тамаҡ өсөн шатланып риза булдым.
Ә Мәскәүҙән 30 км. алыҫлыҡта булған, урман араһында булған Тренев дачаһына ҡайтҡас, мин, тик үҙемдең генә тороп ҡалыуҙы күреп, бик күңелһеҙләндем. Кистән үк йоҡларға ятып, икенсе кистә генә уянып киттем. Экзамендар, көнөнә бер генә ҡапҡылап, ураҙа тотоп йөрөүҙәр бөтөнләй миңә хыянат итергә теләгәндәр.
Ярай, мин был турала яҙырға яратмайым.
Һуңғы ваҡытта, теге вечерҙан һуң, Ю.М. мине бөтөнләй сит кеше күрҙе. «Уҡытыусы» һәм «Тәрбиәсе» шиғырҙары өсөн ул бигерәк тә ҡырағайланды. Ләкин мин «Директор» шиғырын яҙырға булдыра алмай инем. Мин ел өргәнгә хәрәкәт итеүсе болот түгел һәм тейешһеҙ урынға ул ямғыр ҙа яумай. Һәм мин 371 һум менән Мәскәүгә йәшәргә сығып киттем. Ул, әлбиттә, юлға етте...
Ә донъяла, Мәрйәм апа, ниндәй яҡшы кешеләр ҙә бар.
Йоҡлап торған кистә янға бер рус шағиры килде лә:
— Ниңә былай күңелһеҙ? – тине. Мин һөйләп бирҙем.
— Һин ҡурҡма, – тине ул, минең экзаменационный листы күреп. — Һин бит барыһын да яҡшы биргәнһең. Уҡырһың. Бына өҫтөңә пальто ла, башыңа бүрек тә алырбыҙ. Барыһы ла булыр. Бергәләп йәшәрбеҙ.
Был бер балаға әйтелгән кеүек булһа ла, миңә бөтөнләй рәхәт һәм ҡараңғы болотло көндә, ҡапыл ғына ҡояш сығып, яҡтырып киткән кеүек ине.
— Мин һине өс көн инде күҙәттем... — тине ул. — Әйҙә, сығып йөрөп керәбеҙ. Яратам мин яҡшы кешеләрҙе.
Беҙ урман араһындағы юл буйлап киттек. Төн ине инде. Ул үҙе бында 3-сө курста уҡый, әле Ҡырымдан ижади командировканан ҡайтып бара ине. Федор Сухов.
Ул минең менән бик ныҡ ҡыҙыҡһынды. Минән башҡортса шиғырҙарымды уҡыуҙы һораны, бик ныҡ Горькийҙы яратыуымды ла белде. Уның хикәйәләрен яттан һөйләне.
— Әйҙә, мин һине Горькийҙың тыуған еренә алып ҡайтам. Горькийҙа музейҙарға, Каширин йортона барырбыҙ, – тине ул. — Уҡыу башланғансы, беҙҙең ауылда торорһоң, – тине ул. — Яҙырға, уҡырға рәхәт унда. Алма ла күп беҙҙә!
Горькийҙың тыуған ере!
Мин бөтә йөрәктән шатланып риза булдым.
Киттек. Горькийҙа Владимир Половинкин тигән шағир менән таныштым.
Горький, Маяковский, Есенин, Блок тураһында Федор миңә бөтөнләй яңы нәмәләр һөйләне. Һәм мин үҙемдең әле ни тиклем һуҡыр икәнлегемде күрҙем. Һәм мин бындай кешеләр менән булған өсөн үҙемде ни тиклем бәхетле лә һиҙҙем.
Каширин өйө өсөн пароходтан тороп ҡалып, икенсе көндә Волга буйлап үҙем генә киттем.
Һәм бына мин Федорҙарҙың ауылында Владимир булып йөрөйөм.
«Йәшлек»те яңынан күсереп яҙҙым, күп кенә урындарын ҡыҫҡарттым, яңынан эшләнем.
Мәрйәм апа! Был хатымды мин һеҙгә Волга оҙонлоғо итеп яҙҙым. Көлмәгеҙ. Сөнки башҡаса миңә улай яҙырға тура килмәйәсәк, икенсенән, минең һеҙҙе шул тиклем күрәһе килә һәм һағындырҙы. Һеҙҙең һөйләгәндәрҙе яңынан ҡат-ҡат тыңлайһым килә. Уҡытыусыларҙан миңә бер кем дә шулай яҡын булманы. Һеҙ миңә яратҡан уҡытыусым да, бөтә нәмә тураһында һөйләшә алырлыҡ дуҫ та һәм ниндәйҙер иң яҡын күргән бер туған апа ла инегеҙ. Һәм мин һеҙгә яҙмаҫҡа хаҡһыҙмын.
Мәрйәм апа, был хатты алғас та күп итеп хат яҙығыҙ.
Нисек ял иттегеҙ? Ниндәй китаптар уҡынығыҙ? Быйыл нисәнсе кластарҙы уҡытаһығыҙ? Ғәйбәт күпме?
Әгәр ҙә быйыл X «а» класты алһағыҙ, миңә был бик ҙур шатлыҡ булыр ине. Сөнки һеҙ Айһылыуға бик ныҡ тәьҫир итә алған булыр инегеҙ. Унан уны яҡшылап өйрәнер ҙә, уның менән һөйләшә лә алған булыр инегеҙ.
Әҙәбиәттән дә Айһылыуҙы һеҙҙең уҡытыуығыҙ кәрәкле. Ни өсөн? Быны һеҙ минән яҡшы беләһегеҙ.
Юҡ, мин уның тураһында уйламайынса булдыра алмайым. Ул берәү генә һәм башҡаса булмаясаҡ. Уға булған тойғолар башҡаса бер ҡасан да кире ҡайтмаҫтар. Хатта мин ни тиклем ғазапланыуҙарҙы ла һағынам. Мин тик уның өсөн генә Өфөлә ҡалырға уйлаған инем. Ләкин мин уға ғына түгел. Ә тик ул ғына минең йөрәгемә тәрәндән тәрәнерәк инә бара. Ул мине ни тиклем көсһөҙ итһә, шул тиклем көслө лә итә. Минең бында инеүгә лә ул уҡ ярҙам итте.
Мәрйәм апа, «Сигнал» нисек тә сығып барһын ине, һәм уның оформлениеһын яҡшыртыуҙы талап итергә кәрәк (дирекциянан).
Мәрйәм апа, миңә Сәләмдең, М. Кәримдең, Р. Ниғмәтиҙең йыйынтыҡтары һулар һауа кеүек кәрәкле ине. һеҙ уларҙы таба алмаҫһығыҙмы?
Ярай, хушығыҙ, Миҙхәт ағайға һәм Гүзәлгә күп сәләм. Эшегеҙҙә ҙур Уңышлыҡтар теләп, һеҙҙең Рәми һәм Володя.
25/VIII—50.
Мәрйәм апа! һеҙҙең хатығыҙҙы күптән көтә инем инде. һәм уны алыу миңә байрам булды. Барыһын да яҙғанығыҙ өсөн бик ҙур рәхмәт. Ләкин мин һаман да яуап яҙырға ваҡыт таба алғаным юҡ. Үҙемдең тормош тураһында һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Сөнки студент тормошон һеҙ үҙегеҙ ҙә аҙ кисермәгәнһегеҙ. Тик өҫтәүенә шул: иртән торғас, поезға 2 километр йүгерергә кәрәк. Унан һуң поезда ҡалаға тиклем 30 километр һ. б.
Ләкин барыһынан да бигерәк йөрәк шуға әрней: ваҡыт наҡыҫ, аҙ уҡыйым. Был минең өсөн ғәҙәттән тыш ҡурҡыныс: бит мин бындағы иптәштәргә ҡарағанда ни тиклем аҙ беләм, ни тиклем һаймын, ни тиклем һуҡырмын әле. һәм улар менән һөйләшеү өсөн ни тиклем ярлы минең телем. Бынан да ауыр ғазап юҡ.
Мәрйәм апа, быйыл ғына парталарҙан айырылып, бер үҙем был уҡыу йортона мин иртәрәк килеп ингәнмен кеүек. Бында уҡыр өсөн миңә пединституттың бер-ике курсын бөтөрөргә кәрәк булған. Ләкин һәр бер тыңлаған лекция миңә быға тиклем бөтә белгәндәрҙе – бер көндә генә бирә, һәм мин үҙемдең шатлығымды бер ҡайҙа ҡуйырға белмәйем. Яңыны һәм яңыны белеүең, быға тиклем һинең йөрәгеңде ғазаплап килгән һорауҙарға яуап табыуың бейек һәм текә таш ҡаялар кейенгән тауға менеүең һәм үтелгән юлыңа ҡарап, уның үкенескә үтелмәгәнен күреү – ни тиклем рәхәт йөрәгеңә. Тау бейек, менгән һайын, ул тағы ла бейегерәк. Уның башына менеп бөтөү мөмкин түгел.
Һәм юлдың сикһеҙ булыуы ни тиклем шатлыҡ...
Бына тел белеменән профессор Реформатскийҙың лекцияһы. Минең өсөн иң ҡыҙыҡлы лекция. Мин уны, урынымдан ҡуҙғалмайынса, аҙналар буйы тыңлап ултырырға әҙер. Минең алдымда ниндәйҙер бөтөнләй яңы донъя асылған кеүек. Мин уның ауыҙынан сыҡҡан һәр бер һүҙҙе, уның һәр бер хәрәкәтен йөрәгем менән йотам. Профессор үҙенең төҫө, бөтә хәрәкәттәре менән Ленинға оҡшаған (Ленинды мин Горькийса күрәм). Осло ғына ерән һаҡаллы һәм ялтыр башлы, танауы һәм күҙҙәре нәҡ Ленин. Был баш миңә, әйтерһең дә, ҡояш һәм мин – көнбағыш.
Был «ҡояш» ниндәй хәрәкәт яһаһа, «көнбағыш» та уның артынан башын бора.
Лекциянан бөтөнләй яңырып, еңеләйеп һәм ҡайҙалыр осаһың, осаһың килеп сыға. Шул минутта һинән дә бәхетле кеше юҡ кеүек донъяла. Һиңә шундай хазиналарҙы биргән өсөн был кешеләргә ниндәйҙер матур, ғүмер буйына онотолмаҫлыҡ бер эш эшләйһең килә. Ләкин һиңә әле үҙеңде был эште башҡара алырлыҡ дәрәжәлә түгел итеп һиҙеү күңелһеҙ була.
Тел менән ҡыҙыҡһыныу тураһында, Мәрйәм апа, мин һеҙгә ауылдан да яҙған инем. Нәмә ул тел? Нисек һуң кешеләр һөйләшә башлағандар? Был турала күп кенә мәҡәләләрҙе, Энгельстың брошюраһын, Горькийҙың, А. Толстойҙың тел тураһында фекерҙәрен уҡыу миндә ғәҙәттән тыш ҡыҙыҡһыныу уятҡан ине.
Телде фәнни яҡтан белергә теләп, Маррҙы уҡырға әҙерләнгәндә, «Правда» Сталиндың бөтөнләй яңы һүҙҙәрен ишеттерҙе.
Һәм бына мин тел белеменең яңы осоро башланған саҡта уҡый башланым.
Реформатский – электән үк Маррҙы танымаған һәм аракчеевсылыҡ режимы аҫтында ауыр осорҙо кисергән кеше. Хәҙерге вуздарҙа берҙән-бер ҡулланыла торған китап уныҡы. Һәм миңә шундай кешенең хеҙмәттәрен тыңлау – бәхет. Уны һәм уның уҡыусыһы Левинды Маррҙы танымаған өсөн институттан ҡыуырға һәм партиянан сығарырға иткәндәр һ. б.
Мәрйәм апа, мин тик бер профессор тураһында ғына яҙҙым. Бөтәһе лә уларҙың миңә шулай уҡ яҡын. Әҙәбиәт теорияһынан Поспелов (автор) үҙе лекция уҡый. Ләкин миңә Харис* та кәрәк әле. Кистәрен уның менән һөйләшәбеҙ.
Мәрйәм апа, минең әле ашҡыныр көндәр алда тора: тиҙҙән Фадеев, үҙенең тәжрибәләрен йәш яҙыусылар менән уртаҡлашып, спецкурс буйынса лекциялар уҡыясаҡ.
Мин поэзия бүлегендә. Ләкин проза ла, критика ла, балалар әҙәбиәте лә бик ныҡ ҡыҙыҡһындыра мине. Барыһына ла беҙҙең әҙәбиәт һыуһаған. Ә барыһына ла булып булмай. Тиҙерәк, тиҙерәк минең янға иптәштәр, ең һыҙғанып эшләргә ашҡынған иптәштәр килһен ине!
Мәрйәм апа, минең хәҙер иң ныҡ уйланған саҡ. Ҡайҙа һуң атларға, нәмәнән һуң башларға? Минең башта шиғыр менән яҙылған роман да йөрөй; проза менән яҙылған «Йәшенле йәшлек» тә ҡайнай? Дәүли һәм Сафин* музыкалары менән ҡушылған музыкаль драма ла күҙ алдында; Сәләм, Ниғмәти һәм Кәрим ижадтарын тикшереү буйынса ҙур хеҙмәт тә; балалар өсөн яҙылған (туризм темаһына) «Дивизия әҙенән» повесы ла!..
Мәрйәм апа, бәлки, һеҙ, ниндәй тиле хыялсы беҙҙең был Рәми, тип көлөп тә бөтә алмаҫһығыҙ. Ләкин миңә был хыялдар ғына түгел – ғазап: уларҙың һәр бер геройҙары ҡайһы саҡта, төндәр буйы йоҡларға ирек бирмәйенсә, бөтөн бер тормошто үтеп сығалар. Улар мине, урамдан ашығып китеп барғанда, саҡ ҡына машина аҫтына илтеп тыҡмайҙар... Мин үҙемде алйот кеше кеүек итеп тоя башлайым. Әгәр ҙә мин уларҙы тыуҙыра алмаһам, ни тиклем ҡурҡыныс! Мин донъяға, әйтерһең дә, тик уларҙы тыуҙырыр өсөн генә тыуғанмын... Минән уларҙы күпме кешеләр һыуһап көтә төҫлө. Мин уларҙы тиҙерәк аҡсаһыҙ заманды яҡынайтыу өсөн эшкә егәһем килә...
Мәрйәм апа! һеҙ «ҡәләм»дәге «телһеҙ аң» тураһында хаҡлыһығыҙ. «Һуҡыр» шиғырҙағы фекерҙең дөрөҫлөгөн күрә. Ләкин минең беренсе һайлап алған һүҙҙәр үҙемә ғәҙәттән тыш яҡын булалар. Бит мин уларҙы фекерем менән генә түгел, ә йөрәгем менән дә һайлайым. Был бәләкәй генә «телһеҙ» һүҙен алыштырыу миңә, әйтерһең дә, беренсе мөхәббәте ниндәйҙер башҡа нәмәгә алыштырыу кеүек тойола. Әлбиттә, был закон түгел. Һәм мин уҡыусыларымдың дөрөҫ фекерен тыңларға тейешмен.
Беренсе мөхәббәт тә телгә алынды бит әле. Ни тиклем ул ғазаплы булғанда ла йөрәккә яҡын. Бер ваҡытта ла кире ҡайтмай һәм ҡабатланмай торған кисерештәр...
Мәрйәм апа, миңә «Абай»ҙы уҡығас, «Бабайҙы» тағын да нығыраҡ аңланым. «Абай» өсөн, апа, мин һеҙгә тағын да рәхмәт әйтәм.
Ни тиклем гүзәл китап! Һәм уның тураһындағы һеҙҙең фекерҙәрегеҙ ҙә – минеке. Ҡаҙаҡ халҡының иң дөрөҫ тарихы һәм энциклопедияһы! һәм ниндәй гүзәллек менән яҙылған эпилог! Кеше аҡылының шундай еңеүен, таланттың шундай көсөн кисереүҙән минең шатлығымдан илағым килә. Мин «Абай»ҙы оҙаҡ уҡыным. Ләкин был уҡыу Маниловтың уҡыуы тип уйламаҫһығыҙ. Был уҡыу – ҙур уҡыу йортон бөтөрөү һәм ҡәләмеңә күп аҙыҡ биргән гүзәллек шишмәһе.
(Гүзәл һүҙе булғанда, Гүзәлгә лә, уның атаһына ла күп сәләм!). «Абай»ҙы уҡыу, миндә ҡаҙаҡ телен өйрәнеүгә бик ныҡ ҡыҙыҡһыныу уятты. Абайҙың шиғырҙарын тәржемә иткәндә, ни тиклем яҡшы булыр ине!.. Мин уның шиғырҙарын татарса уҡығаным бар. Айһылыу ҙа уны минән алып уҡыған ине.
Күп ваҡыт үтте инде уға.
Айһылыу! Мин уның беренсе хатын, беренсе һүҙҙәрен алып аҡылдан шашып шатландым. Һүҙҙәре менән ул рәсем дә ебәргән. Ләкин ул йөрәген дә ебәргәнме, юҡмы? – белмәйем. Шулай ҙа мин уның йөрәген алған кеүек булдым. Үҙенә бөтөн бер том яҙып ебәрҙем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеҙ уны уҡытмайһығыҙ икән.
Мәрйәм апа, бында мин институттан башҡа күп кенә Мәскәү халҡы менән таныштым. Әсғәттең бында элек эвакуация ваҡытында Башҡортостанда торған таныш уҡытыусыһы бар – Нина Акимовна, ҡыҙы Галя (минең менән йәштәш). Ял һайын улар үҙҙәренә саҡыралар. Уларҙың таныштары – беҙҙең дә таныштар: Ева Абрамовналар, сығыштары яғынан еврей, үҙҙәре инглиз телендә һөйләшәләр. Сөнки еврей погромдары ваҡытында улар Америкаға эмиграцияға киткәндәр. Подпольный эш алып барғандар. Е. А. үҙе востоковед, уның иптәше Боря Персидский, Мәскәү фабрикаларының береһендә директор. Бик юғары белемле. Кешеләр һәм бик ныҡ искусствоны яраталар, уларға артистар ҙа килеп йөрөй (Пушкин театрынан). Галя минең йырҙарҙы роялдә уйнай (нота буйынса). Яңыраҡ ҡына күмәкләп Коломенскоелағы музейға барҙыҡ, Горкала булдыҡ. Уларға тағын да йәштәр килә: Рәм, Юра, Тамара һ. б. Ләкин миңә ҡыйын: улар араһында үҙемде мин ғәҙәттән тыш тупаҫ итеп тоям. Улар мине шағир, литинституттың студенты итеп күрәләр.
Мәрйәм апа, һеҙгә Мәскәүгә килгәс төшөлгән рәсемде ебәрәм.
Хушығыҙ! Күп итеп хатығыҙҙы көтөп, Рәми.
Мәскәү, 20/X – 50
Мәрйәм апа!
Бына һеҙҙең переводты алдым.
Һәм донъяла һинең турала әсә кеүек ҡайғыртҡан кешенең барлығын тойоу, йөрәккә ни тиклем рәхәт! Ни тиклем күңелле!
Мәрйәм апа, мин аҡса өсөн түгел, ә бына шул сәғәттә бөтә йөрәгем менән ерҙә шундай яҡты күңелле кешеләрҙең барлығына шатланып бөтә алмайым. Рәхмәт. Аҡса миңә тормош күгендә ҡояш булып янмай. Һеҙ быны бөтә йөрәктән беләһегеҙ, апа.
Ә кешенең кешелеклегенән дә ҡиммәтле нәмә юҡ. Ул ҡағыҙҙарҙы мин бына хәҙер үк бер минутта юҡ итә алам. Ә һинең йөрәгеңдә ғүмер буйы һыуынмай торған йылы Уҡытыусы образының һәр ваҡыт һағынып иҫкә ала торған иҫтәлеген юҡ итеү мөмкин түгел.
Яңы ғына Айһылыуҙың хатын алып тиле кеүек шатландым. «Рәми! Ебәр һин миңә «Йәшенле йәшлек!»те» – тигән. Үҙенә бөтөн бер повесть яҙҙым. Ошо көндәрҙә Маршак, Твардовский, Асеев һәм Фадеевтар менән осрашыу булды. Һәм минең менән бергә Мәрйәм апаның, дуҫтарымдың бында булмауы ни тиклем үкенесле. Бөгөн Колонный залда тағын осрашабыҙ. Миңә парторганизациянан саҡырыу билеты бирҙеләр.
Үҙеңде һаҡла! Был һүҙҙәрҙең аҫтына кеше күңеленең йылылығы һыҙылған. Минең шатлығымдан күңелем тула...
Мәрйәм апа, кисәге (19 октябрь, 1950) минең тормошомдоң онотолмаҫ бер көнө булды. Мостай Кәрим менән беренсе мәртәбә осраштым, ғүмеремдең һуңғы көнөндә лә онотмай торған Кешене таптым!
Һеҙ, әлбиттә, 19 октябрҙең минең өсөн нәмә икәнлеген аңларһығыҙ.
Осрашыу «Европа» гостиницаһының 307-се номерында булды. Һәм мин уның ни өсөн Мостай Кәрим икәнлеген аңланым.
Ул минең шиғырҙарҙы ҡат-ҡат уҡыны. Ниндәй иғтибар, ниндәй йылылыҡ, ниндәй һөйөү был Кешенең йөрәгендә!..
Минең бик күп етешһеҙ яҡтар күрһәтелде. Был бөтә йөрәктән (искренно) һөйләшеүҙе мин беренсе мәртәбә осраттым. Һәм көнләштем уға.
Мәрйәм апа, минең рәхмәтем генә аҙ уға. Күп рәхмәт әйтегеҙ һәм ҡулын ҡыҫығыҙ уның. «Ниндәй гүзәл бер көн булғанда ла кеше булып ерҙә йәшәүең!..»
Һеҙҙең Рәми.
Мәрйәм апа!
Хатығыҙҙы алып, шатланып бөтә алманым. Әлбиттә, һеҙ миңә ҡарата метафора ҡулланаһығыҙ.
Шулай ҙа мин һеҙҙең хатты алыу менән, шатланып, дәртләнеп, көслөләнеп, активыраҡ булып китәм.
Бына хәҙер Илья Эренбургтың сығышы башлана... «Психология творчества».
Мәрйәм апа! һеҙ ҙә булһағыҙ ине бында! Ни тиклем гүзәл кеше был Эренбург! Мин уны Фадеевҡа ҡарағанда ла тулҡынланыбыраҡ тыңланым. Ғәҙәттән тыш тәрән белемле, төрлө яҡлы юғары культуралы кеше. Беҙҙең менән осрашҡан бер яҙыусыны ла әле мин былай күрмәнем.
Ләкин был осрашыуҙан һуң мин бөтөнләй күңелһеҙләнеп ҡалдым. Нисектер үҙемде тамырынан йолҡоп алынған үҫемлек кеүек итеп һиҙҙем. Мин нисектер яңылышҡан кеүекмен. Был институтты мин дөрөҫ һайланыммы һуң? Сөнки мин, тормошто әле бөтөнләй күрмәйенсә, профессиональ средаға килеп индем. Ә яҙыусы өсөн иң ҙур мәктәп – тормош һәм үҙ өҫтөңдә бик күп эшләү. Әгәр ҙә Горький үҙенең тормош университеттарын бөтмәһә, ул Горький була алмаҫ ине. Әгәр ҙә Толстой үҙе Севастополь ваҡиғаларының шаһиты булмаһа, донъяла «В. и М.» ҙа булмаған булыр ине.
Бөтә нәмә тормошта, уның ҡосағында йәшәү. Ә хәҙер мин үҙемде бер ситлектә кеүек һиҙәм. Бит минең аэроклубта уҡыу ғына ла миңә ни тиклем ҙур тормош мәктәбе ине. Ә 48-се йылдағы сәйәхәт миңә ни тиклем байлыҡ килтерҙе!
Мин ғәҙәттән тыш икеләнәм. Хатта минең баҫылған беренсе шиғырҙар өсөн дә үкендерә. Н. Нәжмиҙең минең турала иғтибарға алыуы өсөн шатланһам да башта, хәҙер мин быға ла риза түгел. Сөнки ул миңә ысын кеүек түгел. Был – минең Мәскәүҙә уҡыған өсөн генә әйтелгән фекер кеүек. Әгәр ҙә мин Өфөлә булғанда, был турала әйтелмәҫ ине. Нисектер был – дөрөҫ булмаған баһа.
Белмәйем, ҡайҙалыр барамын... Ә ҡапыл бер ни ҙә сыҡмаһа, әгәр ҙә мин файҙалы була алмаһам, белмәйем... ҡурҡыта. Хәҙер миндә әллә ниндәй ижади трагедия башлана кеүек. Әлбиттә, мин мастерство яғынан үҙемсә алға атлаған кеүекмен. Ләкин миңә ябай уҡыусылар: «Рәхмәт һиңә, Рәми, һин беҙҙә яңы матур тойғолар уятаһың, көрәшкә, йәшәүгә ҡанатландыраһың», – тип әйтә алырҙамы? Бит минең иң теләгәнем, үҙемдең матур бәхетем, тип ҡараған ҡояшым шул! Башҡаса миңә матур шиғыр нәмәгә? Мин ҙур тормоштоң бөйөк һарайын төҙөүҙә тик бер кирбесте һала алыу бәхетенә ирешә аламмы? Кешеләр матур булһындар ине. Улар бер-береһе өсөн бәхет булһындар, бер-береһенә һоҡланып һәм ғорурланып ҡараһындар, бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуҙа ярҙам итһендәр. Матур, ҙур, тәрән мөхәббәт менән һөйә белһендәр. Был мөхәббәтте тормошҡа булған мөхәббәт мәғәнәһендә аңлаһындар. Шул теләк менән яҙам мин. Әгәр ҙә был теләгемдең тормошҡа ашыуын күрә алмаһам, ни тиклем ҡурҡыныс, Мәрйәм апа! Әлбиттә, был теләктәр тормошҡа әйләнәләр һәм әйләнәсәктәр. «Я знаю, – будет время, когда люди станут любоваться друг-другом, когда каждый будет как звезда перед другим... Велики будут люди этой жизни...»
(Андрей Находканың һүҙҙәре)
Бына ул теләгән тормош башланды инде. Ләкин бына шул тормоштан ситтә кеүек күрәм мин үҙемде.
Был барыһынан да ауыр.
Быға тағы минең үҙемдең мәңге юйылмаҫ яраның һыҙлауы ҡушыла. Мин был турала нисек тә уйламаҫҡа тырышам. Ләкин мөмкинме һуң? Бит Рәми үҙе лә:
«Тауҙар емерелеп,
таштар баҫһын,
Мөхәббәтһеҙ үтһә,
ғүмерҙе...» —
тип яҙа ине.
«Но ему же нет ответа!..
Таков и ты, поэт!» (П.).
Мин ниңә шул тиклем кешеләрҙә яңылышам! Ниңә һуң шул тиклем һуҡыр ул дауыллы тойғолар.
Сәләм менән, һеҙҙең Рәми.
9/ХII—50.
Мәрйәм апа!
Хатығыҙ өсөн бик ҙур рәхмәт. Мин күптән үк көтә инем инде уны. Бына әле Ленин библиотекаһында яуап яҙып ултырам. «Батырҙар тураһында эпос», Йософ Гәрәйҙең шиғырҙарына заказ бирҙем. Миңә уларҙы тикшереп уҡырға кәрәк. Дошман да яҡшы уҡытыусы, ти Горький. Ә мин бигерәк тә ҡаҙынырға яратам.
Был миңә иң ҙур ҡәнәғәтлек бирә. Бит ата-әсәһе тартыуҙы тыйған балаға ла тәмәке ниндәйҙер татлы, серле нәмә булып күренә. Ниндәйҙер бер көлкө нәмә бар, һәр тыйылған нәмә ҡыҙыҡһыныу уята. Мин бәләкәй саҡта әсәйҙән һәр ваҡыт:
— Мин нисек тыуғанмын? – тип һорап ҡанғыртып бөтә торған инем.
— Мәүзифа әбейең менән Ахил ҡарсығы ҡойонан алып сыҡҡандар, – тигән яуап мине бик шикләндерә һәм ҡәнәғәтләндермәй. Минең бөтә серҙе беләһем килә. Бында ла шуның кеүек.
Әле яңы ғына «Хыялдан – тормошҡа» тигән циклды бөттөм. Шиғырҙарҙың ҡайһылары менән һеҙ таныш. Ләкин мин яңынан эшләнем. Циклға «Экзамендан һуң» («Пушкин урамы буйлап»), «Һуңғы төн», «Ҡалдың, Өфөм», «Баш ҡала тураһында уйҙар», «Студент көҙө», һәм «Мин – Хужа» тигән алты шиғыр инә. Төп герой – Мин. Унан һуң Зоя тураһында «Ленинсы» газе-таһына мәҡәлә яҙырға йыйынам. Был газета тураһында ишетеү миңә ҙур байрам булды.
Мостай Кәрим менән осрашыуға мин бик шат. Әле мин уның шиғырҙарын ҡат-ҡат уҡып ҡарайым да һоҡланып бөтә алмайым. Ул – теле менән халыҡҡа иң яҡын кеше.
Мәрйәм апа, һеҙ «Әҙәби газета»нан Сергей Смирнов тураһында уҡығанһығыҙҙыр. Һәм уның «О самом сокровенном» йыйынтығын да уҡығыҙ! Гүзәл шағир! Етмәһә, минең мастерство буйынса уҡытыусым. Газеталағы статьяны уҡығас, мин шатлығымдан ни эшләргә лә белмәнем. Үҙеңдең уҡытыусың тураһында яҡшы фекер ишетеү – ҙур бәхет ул! Мин уның менән ғорур. Унан һуң мин бөтә йөрәктән К. Чуковский ҡартты яратам. Ул – Некрасов өҫтөндә 40 йыл (!) эшләгән специалист! һәм ул минең йөрәккә ни тиклем матур эҙҙәр һалып ҡалдыра. Ул Некрасов тураһында матур китап яҙып бөттө – уҡырһығыҙ.
— Миңә инде һеҙҙең менән хушлашырға күп ҡалманы, – тип, ул, бер көн уның янында тороп ҡалған бер нисә кешегә һәм миңә йылмайып: – Ә һуң һин үҙ әҙәбиәтеңдә был эште дауам итерһеңме? – тине. Мин өндәшмәнем. Ләкин миндә һәр көн һайын әҙәбиәттә бик күп эшләр өсөн сикһеҙ дәрт тыуа!
Был кешенең уҡыусыһы булыу менән, апа, мин һис шикһеҙ бәхетле. Ләкин мин теләгән бәхет ҡайҙалыр алыҫ һәм юҡ кеүек тойола.
«Тамсылар»ҙы уҡыным. Унда бик һәйбәт шиғырҙар бар. Мин шатландым бының өсөн. Ләкин бында Мостай Кәримдең теле юҡ. һәм мин уға булған ниндәйҙер матур бер ышанысты ла юғалттым. Кешеләр күк кешеһе булмаған, тиелә. Мин уның хатын алғас, китабын һорап хат яҙғайным. Ләкин минең тауыш ишетелмәне. Мин бының өсөн бик үкендем һәм үҙемде тиргәп бөтә алманым. Шулай уҡ ғәрләндем дә...
Кеше ни тиклем ябай булһа, шул тиклем ул үҙенә булған ихтирам менән бай була. Ни тиклем кеше үҙенең белеме һәм культураһы менән юғары булһа, шул тиклем ул – был байлыҡтың хужаһы, минеңсә. Ләкин беҙҙә ҡай берәүҙәр бынан мәхрүм булып, үҙҙәрен ерәнгес ебәк эсенә төрөп йәшәй башлайҙар. Был бик бейек түбәнлек һәм түбәнлек.
Был түбәнлек – әҙәбиәтсе өсөн һалҡын ҡәбер. Минең был иң ҡурҡҡан нәмәм булыр ине!
Ә Ғилемдар ағайҙы мин яратам. Ул кешегә бик иғтибарлы һәм ихлас күңелле. Әлбиттә, мин уның менән бөтә нәмәлә лә риза түгел, ләкин уны мин бик ныҡ ололайым.
Ә Ғәйнан ағай «Дуҫтарға»нан минең үҙем теләгән, нәҡ дуҫтарға әйтергә теләгән фекерҙе киҫеп ташлаған. Мин аптырайым: нисек һуң әҙәбиәтсе намыҫы быға рөхсәт итә. Яҡшыһы, баҫмаһалар, миңә рәхәтерәк булыр ине.
— Не умничай, молокосос! – тигән кеүек был миңә. Тупаҫлыҡ! Әгәр ундағы фекер артыҡ йәки килешмәй икән, ниңә һуң миңә бер-ике һүҙҙән генә торған хат яҙмаҫҡа. Мин Әмиригә өс хат яҙҙым, ләкин ул өндәшмәне.
Һәм бына шул саҡ мин Горькийҙы уҡыйым да, күҙҙәргә йәштәр тула. Бәлки, мин иғтибар итерлек кеше түгелмендер? – тип уйлайым һәм уның миңә бүләк иткән «Ҙур баҡсаһынан»: «Рәмигә ҙур ышаныс һәм өмөт менән» тигән юлдарҙы уҡыйым. Аңламайым.
Ләкин минең хәтер – халыҡ хәтере кеүек...
Уларға һис тә минең псевдоним оҡшаманы булһа кәрәк. Нимәгә һуң уларға һинең Салауатың! Мәрйәм апа, ысынлап та, был минең еңеллек булды. Үкендем мин быға, бик ныҡ үкендем.
Бының өсөн мин, Кәрим ағай әйткәс кенә, үкендем. Ләкин ул дуҫтарса кәңәш итеп әйтте.
— Мин үҙемдең тәжрибәнән сығып әйтәм, Рәми. һуңынан был шағир булып етешкәс, бик ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Бына миңә Мостай Кәрим дә һәм Мостафа Кәримов та булып йөрөргә кәрәк. Ҡыйын. Әлбиттә, ул йәш саҡта шулай ҡыҙығаһың. Ләкин ҡыҙығы юҡ.
һәм мин риза булдым.
Ә Зөфәр тураһында, апа, һеҙ нисектер риза булмай әйтәһегеҙ. Ләкин миңә минең бөтә иптәштәр араһында иң бай эске донъя менән йәшәгән булып күренде ул. Ул бит тик тыштан ғына шундай аҡылһыҙлыҡҡа һалына. Ә ни тиклем ул Лермонтовты, Пушкинды һәм Маяковскийҙы яратып уҡый ине! Ә уның сочинениелары!
Ярай, мин уға яҙырмын әле был турала. Әле ул миңә, хат яҙмайһың, тип үпкәләп яҙа. Мин уны әллә нисек яратам. Ул миңә бик искренно була торған ине. Тик һәр кешегә яраҡлы асҡыс таба белергә кәрәк – был шулай. Һеҙ, апа, берәй саҡ уның менән һөйләшеп ҡарағыҙ әле.
Мәрйәм апа, һеҙ минең тик һеҙгә генә яҙған хаттарҙы уҡыусыларға уҡымағыҙ. Нәмәләр генә яҙып бөтмәйем инде мин һеҙгә! Бына был хаттың уҡыусылар өсөн ни ҡыҙығы булһын!
Мин әҙәбиәтселәр тураһында әйтәм икән, был минең бөгөнгө фекерем һәм үҙемә генә ҡағылған ерҙә генә әйтелгән. Һәм мин уларҙы тик һеҙгә генә әйтәм.
Барыһына ла күп сәләм!
Яҡшылыҡ теләп, һеҙҙең Рәми.
Циклды ебәрермен.
Мәскәү, 1951.
Мәрйәм апа!
Һеҙҙең шиғырҙар тураһындағы фекерҙәр барыһы ла дөрөҫ. Быны миңә Рафаэль дә, Хәниф тә әйттеләр. Рауил да әйтте. Ләкин һеҙ әйткәндәрҙең ҡайһыларын улар ҙа, Кәрим ағай ҙа әйтмәне. Һәм мин үҙемдең уҡытыусым менән ғорурланам. Рәхмәт апа! Мин уларҙы үҙем һыҙып ташлаған инем инде. һеҙҙең подтверждение ла килеп, үҙемдең фекерҙәрҙе тағын да бер ҡат нығытҡас, мин фекерҙәрҙең уртаҡ булыуына шатландым. Хәҙер мин уларҙы яңынан әллә нисә ҡат эшләнем инде. Инде һуңғы варианттыр тип уйлайһың, аккуратно ғына яҙып ҡуяһың, ләкин аҙ ғына торғас, эштән айырылып, был турала уйлап йөрөһәм, инде яҙғандар иҫкерә башлайҙар. Улар инде икенсе ултырыуҙа уҡ танымаҫлыҡ хәлгә киләләр. Тағы, тағы... Бына инде 12 ҡабат чистовикка күсерәм, һаман да улар черновикка әйләнә. Һәм мин шиғырҙың эшләнеп бөтә торған сиге юҡ! – тигән фекергә киләм. Һаман да насар, һаман да насар сығалар. Көндән көн миңә был эш ауырыраҡ. Ләкин мин тик был эштән генә үҙем теләгән ләззәтте таба алам. Шиғырҙы ни тиклем яратһаң, ул да шул тиклем һиңә тәрәнерәк, ҙур эске донъя менән һөйгән, һинең үҙең, үҙ ҡаның булған ҡыҙ кеүек күренә.
һеҙ, апа, был сағыштырыуға, әлбиттә, көлөрһөгөҙ. «Һәр сағыштырыу аҡһай» тиҙәр бит. Ләкин минең нәҡ шулай әйтәһем килә. Сөнки минең ҡатын-ҡыҙға үҙем әле быға тиклем бер кемдә лә күрмәгән ниндәйҙер юғары, романтик ышаныуым бар ине. Быларҙы миндә Чернышевскийҙың көндәлектәре тыуҙырҙы. Һәм миңә шулай ышанып йәшәү ниндәйҙер бик ҙур эстәлекле, ҙур һәм матур күренә ине.
Ләкин бына быйыл миндә бик ҙур переворот булды. Нисектер мин уларға өмөтһөҙ ҡарай башланым. Был әлбиттә, минең бик аҙ күреүҙәндер. Ә Айһылыу һаман да йәшәй төҫлө. Нисек мин уны һағынам! Ҡайҙа ул? Ҡайҙа уҡый? Белмәйем. Мин уны тик үҙем генә тыуҙырғанмын. Һәм уның менән йәшәйем. Бына яҙ уның менән тағы ла күңеллерәк.
Был турала Кәрим ағай менән һөйләштек. Ул койкала бер аҙ ял итеп ята. Миңә лә:
— Әйҙә, ятайыҡ, – тине. Ләкин мин уның баш осонда ултырып, уның һәр бер балаларса сафлылыҡ менән бөтә йөрәктән әйткән һүҙҙәрен тыңлап ултырам. Һәм ул миңә ҙур аҡыллы кескәй генә матур Йәмил булып күренә. Минең ҡосоп алаһым килә уны. Әйтерһең дә, Йәмил «Башмаҡтарым аҡты ла китте!..» тигән кеүек, миңә ул күҙҙәрен төбәп, йылмайҙы ла:
— Беҙ бит шундай кешеләр: үҙебеҙ тыуҙырабыҙ ҙа үҙебеҙ һөйәбеҙ, – тине.
һәм мин үҙемдең генә был урында яңғыҙ булмауымды беренсе тапҡыр аңланым.
Ул шиғырҙарға иҫ киткес иғтибарлылыҡ менән, ниндәйҙер, балаларын бик ныҡ яратҡан ата кеше кеүек, һөйөү менән ҡарай. Ул һөйләгәндә, минең инде үҙем яратып туйған, насар күренгән шиғырҙар ҙа матурайып киткән кеүек тойола. Һәм мин әле үҙемдә әҙәбиәткә был тиклем мөхәббәт булмағанын һиҙәм. Йөрәк ҡыҫыла. Кеше! Ни тиклем үҙ эшен бөйөк һөйөү менән ярата! Минең менән әҙәбиәт тураһында һөйләшкәндә лә, шиғыр яҙғандағы кеүек, ижад итә! Миңә үҙемдең эшем алдында хатта оят! Үҙемде дилетант кеүек һиҙәм. Ләкин миңә был һөйләшеүҙән һуң ниндәйҙер рәхәтлек тә килә. Был, киләсәккә ышаныу рәхәтлеге! Минеңсә, быны һор кем татый алмай кеүек. Был һөйләшеүҙә мин үҙемдә көс уянғанын тоям. Мин файҙалы, матур шиғырҙар яҙа алырмын кеүек. Өҫтән, әйтерһең дә, ҙур тау шыуып төшә. Тамаҡ төбөндә ойошоп торған ҡом киҫәге ҡаймаҡ кеүек йомшарып иреп Бик көтөлөп алынған мунсанан таҙарып, рәхәтләнеп сыҡҡан кеүекһең. «Инде кеше күҙенә күренергә мөмкин» тип уйлау һине ҡанатландыра. Йүгерәһең, осаһың, әллә нисек осаһың килә!..
«Мәскәү» гостиницаһынан сыҡҡас та әле мин, яңы донъяға сыҡҡан кеше кеүек, тирә-яҡҡа таң ҡалып ҡарап торам. Әйтерһең, мин беренсе ҡат яҡтылыҡты күрәм! Яҡында ғына Кремль, ҙур рубин йондоҙо тағы ла асығыраҡ! Ҡыҙыл стеналар тағы ла ҡыҙылыраҡ, мөһабәтерәк күренә. Кешеләр миңә ҡарайҙар ҙа йылмаялар, ҡыҙҙар көлөшөп китәләр. Мин ҡапыл ғына үҙемде һиҙеп алам һәм тиҙерәк Ленин библиотекаһына ашығам. Ләкин мин бер минутҡа ла был ҙур һәм бала кешенең йылмайыуын, Горький йылылығы менән ҡыҫҡан ҡулдарының ҡыҙыуын ҡулдарымда, тәрән йылылыҡ менән әйтелгән һүҙҙәрҙе йөрәгемдә тере итеп тоям... Был 30 мартта ине...
Кәрим ағай миңә Йәмил тураһында ла, Оксана* тураһында ла, үҙенең беренсе шиғырҙары тураһында ла, һөйөүе тураһында ла һөйләне. Һәм миңә һөйләй...
Юҡ, мин уны аңлата белмәйем, апа. Ул маҡтауға һаран. Ғәйепләүсе һүҙҙәргә лә һаран. Ләкин үҙеңдең бик күп етешһеҙлегеңде һәм артабан нимә эшләргә кәрәк икәнлекте асыҡ күрәһең. Ул бының менән тамсы ғына ла үҙенең аҡылын, юғарылығын күрһәтергә тырышмай. Бөтә хәрәкәт тәбиғи. Ул ни тиклем ябай булған һайын, миндә уға булған ихтирам арта ғына бара.
Тик мин бер нәмәнән ҡурҡам. Ул мине Мәскәүҙәге кеше булған өсөнмө, әллә шиғырҙар өсөнмө яҡын күрә? һуңғыһы булғанда, әлбиттә, миңә күңелле...
Ярай, апа, әллә ҡайҙа инеп киттем. Һеҙ Кәримде мин аңлағанса яраттыра алып уҡытһағыҙ ине!
-
Йәмил һәм Оксана – «Беҙҙең ойҙоң йәме» повесының геройҙары.
Әлбиттә, минең фекерҙәрҙең аҙ ғына файҙаһы була икән, мин шатмын.
Лауреаттар тураһында мин дә һеҙҙең фекерҙә. Ләкин 51 йылға ышанам. Тик оригиналға яуап бирерлек тәржемә кәрәк. Союздың да етешһеҙлеге бар бында. «Намыҫ» һәм «Яҙғы елдәр» өсөн мин шатландым. Бында поезда бик күп кешеләрҙең уҡып йөрөүҙәрен күрәм дә, рәхәт булып китә. һатып алып, рустарға уҡытам. Бындағы сторож Сережа ағайға ла уҡыттым. Бик оҡшаны. «Салауат»ты (3 л.), «Абай»ҙы ла уҡыттым.
Был ағай менән бик дуҫбыҙ. Ләкин ул эсә. Бер көн бысраҡтан, канау эсенән, алып ҡайттым. Ҡайтҡас, ҡатынын туҡмарға тотонған.
— Роман! – тигән тауышҡа һиҫкәнеп китеп, китапты ҡалдырып атылып сыҡтым.
Ҡатынының муйынынан һығып алған да, тегеһе ҡысҡыра ла алмай. Мин айырып алып, койкаға ырғыттым. Ҡатындарҙы бындай хәлдә күреү миңә әллә ниндәй онотолмаҫ тәьҫир ҡалдырҙы.
Йәштәрҙе нисек тә шундай сифаттан һаҡларға тырышаһың. Көслө итеп яҙаһы килә.
Яңы ғына әсәйҙең йырҙар менән яҙған хатын алдым. Мин уны үҙ ҡулы менән яҙырға мәжбүр иттем. Әллә нисек мин һаман да бала кеүек яратам уны! Ә йырҙары уның миңә бик ныҡ тәьҫир ҡалдырғандар.
Гүзәлгә яҡшы әсә булып, уға дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышығыҙ, апа. Әсә мөхәббәте артыҡ та, кәм дә булмаһын. Кешеләрҙе яратып үҫһен. Быйыл инде ул детсадҡа йөрөй башлар. Ә өләсәһе ҡулында уны тәрбиәләргә ярамай. Коллективта тәрбиәләнһен ул. (Нимәгә һуң «аҡыл» өйрәтергә керештем мин? һеҙгә былар күптән билдәле һәм көлкөлө, нисектер наивно, шулаймы, апа? Был тик һеҙҙең менән күп итеп һөйләшәһе килгәндән).
Йырҙар яҙа алырмынмы, белмәйем. Сөнки улар халҡына яҙыу өсөн бик нескә психолог һәм белгес булырға кәрәк. Мин уларҙы бик аҙ беләм. Ләкин ныҡ яратам. Мине лә ауылда кескәйҙәр бик ярата торған инеләр. «Ҡартайып бөткән башыңа шул бала булып йөрөйһөң» – тип әсәй улар менән уйнап йөрөгән өсөн асыулана торғайны. Әле лекциянан ҡайтҡанда, бульварҙа уларҙы күрер өсөн генә үтеп йөрөйөм. Әсәләргә рәхмәт әйтәһе килә. Ни тиклем идеаль әҫәрҙәр тыуҙыралар!
Хәҙер мин бик ҙур семья тураһында уйлай ҙа башланым инде. Бер 20 штук сталинецты үҫтерергә план бар! Кризис булыр, тиһегеҙме, апа? Булмаҫ! Мин уларҙы иң беренсе баҡсала эшләтергә, ағастар үҫтерергә өйрәтер инем!.. Бөтөн бер дивизия, һәм һин – командарм!..
Һеҙ ҡаршы түгелме, апа?
Хәҙер бына мине В. О. Перцов группаһына күсерҙеләр. Башта ул миңә оҡшаманы. Ҡоро кеүек тойолдо. Ләкин ул ни тиклем тәрән кеше булып сыҡты! Бик файҙалы. Маяковскийҙың дуҫы һәм уның тураһында китап яҙған кеше. һеҙгә, апа, барыһын да һөйләйһе килә. Ә мин ҡайтҡансы инде онотоласаҡ. Беҙҙең бергә булмау ҡыҙғаныс. Етмәһә, һеҙҙең хатығыҙ ҙа бик һирәк килә.
Бына бөгөн асыуланып, ялҡытҡансы яҙҙым. Ваҡытығыҙҙы алһам, үҙегеҙ ғәйепле, апа. Хушығыҙ!
Яҡшылыҡ теләп, сәләм менән, һеҙҙең Рәми.
Миҙхәт ағай минең был хаттарға аптырайҙыр әле?
Мәскәү. 6/IV—51. -
-
-
Мәрйәм апа!
Һеҙ миңә үҙегеҙҙең беренсе яратыуығыҙ тураһында ваҡыт табып яҙа алырһығыҙмы? Бик үтенәм, әгәр мөмкин булһа. (Бөтә психология менән дөрөҫ итеп).
Мәрйәм апа, һеҙгә бер кәңәш: хатты, бик ҡыҫҡа булһа ла, алғас уҡ яҙырға өйрәнегеҙ. Юҡһа, мин быны кешегә булған ғәҙелһеҙлек тип ҡараясаҡмын. Бына мин, лекцияла уҡ яҙып ебәрәм. Нимә яҙып ултыраһың, тиергә, Мәрйәм апа юҡ бында. Хөрриәт!..
Иркәмә
Һөймә мине, иркәм,
әгәр ҙә һин
Матурлыҡҡа ғына ҡараһаң.
Кеше матур һәр саҡ эше менән.
Был ҡулдарым эшкә яраһа,
Мин үҙемде тулы кеше итеп,
Бәхетле лә итеп тоямын.
Тормош кеүек
һүнмәҫ маҡсатым бар,
Мин эшемдән
бәхет ҡоямын.
Тик байрам да түгел
үтер юлым, —
Яныу,
уйлау,
кисереү.
Мөмкин түгел
күңел бушлығынан
Ҡыҙҙар күҙләп
миңә кис йөрөү.
Яратма һис, әгәр мине, иркәм,
Егет кенә итеп күрһәң һин,
Сөнки
мин һөйөргә хаҡһыҙ һине,
Тик ҡыҙ ғына булып йөрөһәң һин:
Уң ҡулым бул,
ярты йөрәгем бул,
Көсөм бул һин,
һәр көн,
һәр эштә.
Бул уҡыусым,
бул һин уҡытыусым,
һин дуҫым бул
минең көрәштә.
Беҙҙең бәхет
илем бәхете булһын,
Шул саҡ һөйөү
гүзәл,
бик әйбәт.
Бит мөхәббәт өсөн
йәшәмәйҙәр,
Йәшәү өсөн
кәрәк
мөхәббәт.
(«Мөхәббәт яҙып, сәсе ағарыр инде был Рәмиҙең», – тиерһегеҙ, апа. Ағара бирһен. Тик мөхәббәт йәшәгән ерҙә генә – йәшлек!)
Рәми.
-
-
-
-
-
13/IV—51.
Мәрйәм апа!
Хатығыҙҙы алдым.
Кисә университетҡа барып, Рамазанов ағайҙан «Литературная Башкирия» һәм «Поэты Башкирии» тигән китаптарҙы алып ҡайттым. Шамил исемле бер татар аспирантынан Туҡайҙы таптым. Бик, бик һағынған инем. Ләкин уҡый башлағас, был һағыныуҙы ҡыҙыҡһыныу ғына түгел, ә ни тиклем миңә унан өйрәнергә кәрәклекте күрҙем. Мин әле быға тиклем һуҡыр уҡығанмын!
Төнө буйы ятҡан көйөнсә уҡыным. Әҙәбиәтте мин бөгөн, бөгөн генә аңлайым. «Милли моңдар» һәм «Эштән сығарылған татар ҡыҙы»н уҡыйым да, Тукайҙың ни тиклем үҙ халҡының тауышы һәм ҡолағы булған икәнлегенә һоҡланам. «Татар ҡыҙы»н һәм «Әллүки»ҙе көндөҙ генә бер татар шағиры (Ноғман) йырланы. Минең тиҙерәк, тиҙерәк Башҡортостанға ҡайтып, халыҡ көйҙәрен йөрәгем менән тыңлағым килде.
Шамил Назым Хикмәтте төрөк телендә уҡый. Бик көслө.
Һәм мин үҙемдең Востоковедческий институтҡа инмәүгә бик үкенәм. Был, Шамил, бик тәрән егет. Кисә көнө буйы бәхәсләштек. Бик киҫкен тәнҡитсе. Ләкин уға минең әйберҙәр оҡшаны. Һәм шиғырҙарҙы оҙаҡ тикшерҙек. Миңә, бәхәсләшеүҙән һуң, рәхәт һәм донъя иркенәйеп киткәндәй булды. «Упрямый башҡорт син!» – ти ул. Миңә бик файҙалы фекерҙәр әйтте.
Сәләм менән, һеҙҙең РӘМИ.
-
-
-
-
-
11/XII—51.
Үҙемдең хәл яҡшы. Былтырғы ауырыу үтте. Хәҙер үҙемдең өҫтән бер тауҙы ырғытып ташлаған кеүек йөрөйөм! Хәҙер бөтә ҡайғырған нәмә шиғыр.
Был арала күп кенә нәмәләр уҡып ташланым. (Балалар әҙәбиәте тураһында). Зачеттар өсөн ике доклад әҙерләйем. Совет әҙәбиәте семинарынан Н. Носовтың «Витя Малеев в школе и дома» повесына анализ. Ә фольклор буйынса Л. Кумачтың йырҙары тураһында һөйләргә бирелгәйне. Ләкин был турала бик күп һөйләнелгән, икенсенән, минең башҡорт фольклоры тураһында һөйләйһем килә. Профессорға «Башҡорт фольклоры һәм рус яҙыусылары» тигән тема тәҡдим иттем. Ул бик шатланды. Был яңы һәм эшләнелмәгән. Миңә күп тырышырға тура киләсәк. Бигерәк тә материалдар өҫтөндә.
Мәрйәм апа, бәлки, һеҙ миңә үҙегеҙ белгән әҙәбиәт күрһәтерһегеҙ. Был бик ярҙам буласаҡ. Үҙем хәҙер Игнатьев, Крашенинников, Даль тураһында уйлап йөрөйөм. Усмановтың мәҡәләһен уҡыным, ләкин тәрән түгел.
Унан һуң Горькийҙың «Телһеҙ» легендаһы тураһында бер ни ҙә белмәйем. Был турала минең ишеткән дә юҡ. Был турала ла әйтәһе килә. Ярҙамығыҙға ышанам, апа.
Үҙегеҙҙең эшегеҙ, пландарығыҙ тураһында күп итеп яҙығыҙ. М. Ауэзов 13 декабрҙә Абай тураһында һөйләй. Бик көтәм.
Мин конькиҙар алғайным, бында ямғыр яуа ла ямғыр яуа. Боҙ юҡ. Спортзалда баскетбол уйнайбыҙ. Зоя мәктәбенә барып йөрөйөм. «Йәшлек»кә яҙырға уйлайым. Хушығыҙ!
Сәләм менән, һеҙҙең РӘМИ.
-
-
-
-
-
1/VI—51.
Мәрйәм апа!
Кисәге һуңғы семинарҙар булды. Катаевта булдым (Прозаны тыңлап ҡарайым, бер ҙә булмағас!). Ә кис, сәғәт 6-ла Симонов мастерство тураһында һөйләне (беренсе ҡат). Яңы ғына Бразилия яҙыусыһы Джорж Амадо менән бик тулҡынландырғыс осрашыу булды. Һәм шул көндә үк Мариэтта Шагинянды тыңланыҡ (очерктар тураһында). Һәм миңә бөтә яҙыусыларҙан бигерәк шул ут ҡарсыҡ оҡшаны.
— Миңә газетала эшләргә кәрәк. Өйрәнергә, йөрөргә, бик күп кешеләрҙең яҙмышы менән йәшәргә! – тип ҡарар иттем.
Бик тәжрибәһеҙ мин һәм бик тәжрибәле кешеләр араһындамын. Шартлар дәрәжәгә етешәм. Ярай, сабырға рәхмәт һәм мине тәрбиәләгән мәктәпкә, уҡытыусыларға рәхмәт. Экзамен 26-һында бөтә. 29-ындағы рус телен досрочно тапшырҙым. Хәҙергә «5». Ләкин был иң еңеле ине. Ә алда Поспелов, Реформатский, Сидельников!..
«Совет Башҡортостаны»н дүрт ҡабат ҡараным. Ләкин ҡурай тауышы ишетелмәй, бик ҡыҙғаныс. Бик матур башлана. «Әллиләү генәйем, бәлилләү генәйем» тип йырлап бейегән балалар иҫ киткес. Ҡымыҙ менән һыйлаған әбейҙең йылмайыуы – башҡорт күңеленең йылмайыуы. Мәктәп өсөн шатланып бөтә алманым. Марият та насар түгел. Ләкин бик тиҙ юғала. Ғөмүмән, бик уңышлы картина.
-
-
-
-
-
18/VI—51.
Мәрйәм апа!
Һеҙҙең тиргәп-тиргәп яҙған хатығыҙҙы көткән инем. һәм был миңә рәхәтерэк булыр ине. Ләкин һеҙ миңә һаман элеккесә ҡарайһығыҙ. Хәҙер үҙемдең турала бик ныҡ хөкөм итеп, көслө әйтелгән һүҙҙәр ишетәһем килә. Теләһә нисек булһалар ҙа, мин уларҙы күтәрер инем.
Ярай инде, нисектер тулы түгел мин, ниҙер етешмәй, нимәгәлер йөрәк ҡыҫыла.
Бына бөгөн марксизм-ленинизм нигеҙҙәре буйынса экзамен тапшырҙым. «4»! Современный русский язык буйынса ла «4» булды. Был минең артҡа китеүҙе күрһәтә. Беренсеһе ғәфү ителерлек, ә икенсеһе инде... Крыловтың сиңерткәһе кеүек булдым. Һуңғы өс көн эсендә миңә ҡот осҡос эшләргә тура килде. Үҙем дә хәҙер аптырап ултырам. Первоисточниктарҙан 10 эш буйынса, ВКП(б) тарихы буйынса 7 глава конспект яҙырға тура килде. Иртәгә экзамен, ә минең 4 глава эшләнелмәгән! Төнө буйы ултырҙым. Турникта тартылып, йә гер күтәреп керәм дә тағы ултырам. Арытмай ҙа. Шайтан кеүекһең. Ағастар артына аҙыраҡ ял итеп алырға сыҡҡанда, инде яп-яҡты, ҡоштар һайрай, өҙөп-өҙөп кәкүк саҡыра. Туймаҫлыҡ һәм һоҡланғыс таң һалҡыны. Әтәстәр ҡысҡыра. Әкиәт кеүек... Төшкә тиклем өҙөп-йолҡоп эшләнем дә поезға йүгерҙем. Вагонда ла, метрола уҡыйым. Һаман осона сыҡмайым. Тверь бульварына сыҡҡас, һуңғы битте яптым да – эште хоҙайға һуҙҙым. Билет еңел ине. Ләкин өҫтәлмә һорау харап итте: экзаменға әҙерләнеп, газетаға күҙ ҙә һалмағанмын, тормоштан артҡа ҡалғанмын.
Алдағы бөтә көндәргә һабаҡ был.
Әлбиттә, тапшыра алмағандар ҙа бар. Ләкин улар маяҡмы ни? Инде Поспелов менән Грек-Рим әҙәбиәте ҡалды.
Насип булһа, унан инде – Өфө! Бик һағындырҙы. Тыуған ауылды ла ныҡ һағындым. Сөнки детдом һәм интернаттағы йылдар – иң яҡты йылдарым минең. Ә ауылдағы бала саҡ хәтерләргә лә ҡурҡыныс. Ләкин уның эҙҙәрен дә һағынам. Әллә нисек мин: һәр бер булған ерҙә ярты йөрәгемде ҡалдырҙым, ләкин ул кәмемәне. Быныһына шатмын. Был кәрәк.
Өфөлә инде ҡыйынһынмай ғына барып керерлек ишек тә юҡ. Ләкин шул тиклем күрәһе килә уны. һәр бер урам буйлап атлап үтәһе килә, һәр бер Өфө кешеһенә туйғансы ҡарайһым, туйғансы үҙ телемдә һөйләшәһем, һағышым ҡанғансы үҙ ҡаныма һеңешкән көйҙәрҙе тыңлайһым килә. Үҙем – Мәскәүҙә, ә йөрәгем – Өфөмдә. Мәскәүҙән дә айырылышыу инде ҡыйын буласаҡ.
Бына, бейек шыршылар аҫтында яҡтырып килгән күккә ҡарап, һанап бөткөһөҙ нәмәләр уйларға өлгөрҙөм. Әсә теле дәресе, әҙәбиәт дәрестәре күҙ алдына килә. Нилектәндер шул тиклем йөрәккә яҡын булып ҡалған уҡытыусым да... Бына уның, дәресте һөйләй башлағас, һәр ваҡыт нилектәндер миңә ҡарап йылмайып алыуы. Был йылмайыуҙа мин аңлап етмәгән әллә ниндәй сер ҙә, һорау ҙа, әмер ҙә, ниндәйҙер мөһим генә бер фекергә килеү ҙә һәм ниндәйҙер бер ҡәтғилек тә бар. (Әгәр мин берәй шиғыр менән йәки берәй эш менән мәшғүл булмаған саҡта). Кешенең шундай йылмайыуын бөтөн бер әңгәмәгә алмаштырмаҫһың. Һүҙҙәр онотола, ә кешенең бер һүҙһеҙ бик күп фекер әйткән күҙ ҡарашы бер ҡасан да онотолмай. Ишеткәнде, яҙмаһаң, онотаһың, ә күргәнде күҙ хәтере ебәрмәй. (Миңә генә шулайҙыр, бәлки).
Шул уҡытыусы хаҡында уйлағанда, миңә нисектер күңелле, иркен һәм рәхәт булып китә. Ҡанымда ниндәйҙер көс һәм дәрт уяна. Күрә торған нәмәләр асығыраҡ булып күренә. Ниндәйҙер осороп алып китерлек еңеллек килә. Нисектер һиңә ауыр тойолған саҡта шул уҡытыусы тураһында уйлайһы килә.
Һәм бына уның хаты! Бер секунд эсендә уның ҡулында үткән тормош килеп баҫа. Уҡытыусы! Ниндәй яҡшы тойғо кисерә кеше уның менән һөйләшкән саҡта!
Ләкин, апа, һеҙ икенсе бер ҡасан да миңә «күп беләһең» тип әйтмәгеҙ. Миңә иң күңелһеҙ фекер шул. Кешегә үҙе тураһында дөрөҫ булмаған баһаны ишетеү – иң күңелһеҙе. Сөнки, аҙым һайын үҙеңдең белмәгәнеңде белеп торғанда, урынһыҙ был.
Нисек күберәк белергә? Бына шул хаҡта үҙегеҙҙең тәжрибәгеҙ, фекерегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ – миңә иң ҡәҙерлеһе һәм кәрәклеһе шул.
Ә һеҙ әйткән бәхет, апа, ул тик сағыштырмаса ғына, мин үҙем тоймайынса, минең өсөн ул юҡ: бәхет үҫә торған нәмә. Бәхет үҙең өсөн генә булғанда, әле ул бәхет түгел. Уны кешеләр менән уртаҡлаша алырлыҡ булғанда ғына, ул ҙур. Материаль яҡ яҡшы. Рәхмәт, апа. Был турала уйламағыҙ ҙа.
Әсә теленән нисек яҙҙылар? Ниндәй темалар бар? Марият нисек яҙҙы? Ә выпускной вечер ҡасан була? Бер 3-тәрендә булһа, ашығырға тырышыр инем, әлбиттә.
Сәләм менән, һеҙҙең РӘМИ.
-
-
Бына, апа, һеҙҙең хатты алғас уҡ яуап яҙһам, һәр саҡ әллә нәмәләр яҙып бөтәм. Ә һуңынан үкенеп тик йөрөйөм. Хәҙер бына бер-ике көн үткәс кенә ебәрәм. Вечерға өлгөрөп булмай, һуңғы экзамен – 29-ында.
8/IV— 52.
Мәрйәм апа!
Бик күп сәләм һеҙгә Ленинградтан! Бына бер аҙна инде мин – Ленинград кешеһе. Мораҙына етте малайығыҙ. Күрелмәгән нәмә, кермәгән ер ҡалманы инде. Бик ҡәнәғәтмен. Быйылғы каникул бушҡа китмәне. Бик һағындырҙы. Ҡайтҡас уҡ Ҡыҙыл майҙанды йөрөп сығаһым килә. Уҡыу ҙа, иптәштәр ҙә һағындырҙы. Дачала минең күгәрсен дә бар – ул да һағындырҙы. Рәхәтләнеп урманда саңғыла йөрөйһөм, катокка сығаһым килә.
Күрелгән нәмәләрҙе һеҙгә яҙып бөтөү мөмкин түгел, апа. Бер аҙна эсендә әллә күпме аҡылланып киткәнмен кеүек үҙемә. Эрмитажда көн буйы тик бер бүлекте генә ҡарай алһам да, Возрождение эпохаһын хәҙер тулыраҡ аңлайым. Был миңә бик кәрәк ине. Ҡалғандарҙы күрергә әле ғүмер бөтмәгән, әллә күпме йәшәрмен әле мин. Сөнки бик күп йөрөйһөм, бик күп күрәһем, беләһем, үкенес ҡалдырмай йәшәйһем килә минең. Ашығырға, ашығырға кәрәк. Ысынлап та, ниндәй яҡшы нәмә йәшәү, апа! Бик күп ауырлыҡ тура килһә лә, яҡшы! Шулай ҡыҙығыраҡ та, хатта.
Рус музейында 18–19 быуаттар сәнғэтен ҡараным. Ломоносовтың эштәрен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Репинға, Шишкинға, Суриковҡа һоҡландым. Быға тиклем мин скульптураға бик иғтибар итмәй инем, хәҙер аңлай башланым инде. Бик матур скульптуралар бар. Киров музейы бик ҙур тәьҫир ҡалдырҙы. Зоологическийҙа булыу – үҙе бер университет үтеү. Пушкин һәм Некрасов музейҙарында ла күп кенә яңылыҡтар белдем. Белгәндәр нығый, беләсәк нәмәләр күбәйә, белмәгәндәрең асығыраҡ күренә. Үҙ-үҙеңдән оялаһың, үҙ-үҙеңдән ғәрләнәһең... һәм шатланаһың. Пушкин музейында иланым. Китаптарына: «Прощайте, друзья!» тип үлеүе күҙ алдыма үҙем күргән кеүек килеп баҫты. Ганнибалдар, Пушкиндар алтын һалып йөрөткән имән һандыҡта Пушкиндың бер тине лә булмаған. Ул уға шиғырҙарын һалып ҡуя торған булған.
Йөрәккә әрнеүле лә, рәхәт тә.
Бөгөн Петропавловский крепоста булдым. Онотолмаҫ көн! Бында «сәйәхәте» өсөн Радищев ташланған, декабристар язаланған, Чернышевский бында, шундай ҡот осҡос ерҙә, үҙенең әллә күпме кешеләрҙең фекерен яҡтырта торған романын яҙған, Горький еүеш, һалҡын, ҡараңғы 60-сы камерала, үҙенең үпкәһен ҡан менән төкөрә-төкөрә, бер ай эсендә «Ҡояш балалары»н яҙған.
Бик күп ғүмерҙәр серегән был төрмәләрҙә. Ләкин кешеләргә һөйөү, яҡты фекерҙәр, үлемһеҙ эштәр саф ҡалғандар.
Бында булыу 19 быуат әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн ҙур әҙерлек. Минең яҡшы итеп өйрәнәһем килә. Декабристар менән беренсе ҡабат шулай ныҡ ҡыҙыҡһындым. Әгәр мин быларҙы күрмәһәм, бик күп нәмәне юғалтҡан булыр инем. Ә миңә юғалтырға кәрәкмәй. Ашығырға. Был йылдар миңә кире әйләнеп ҡайтмаясаҡтар, апа.
Һеҙгә һәм Ғилемдар ағайға ҙур сәләм! Хәҙергә хушығыҙ!
Сәләм менән, һеҙҙең РӘМИ.
Ленинград.
Сәләмдең ҡәберен таба алманым. Иң ҙур үкенес шул. Союзда белмәйҙәр ҡәберен. Минең күңел тулып китте.
Мәрйәм апай (тим инде).
Күп сәләм беҙҙән.
Уҡыуҙар башланып китте. Хәҙер инде үҙебеҙ бер ойошма булырлыҡ башҡорттарбыҙ. Тик Ғабдулла ағай ғына килмәгән. Шакир, Рафаэль, Рәис беренсе курста уҡый башланылар. Мин библиотекала ҡаҙынырға тотондом. Салауат хаҡындағы бөтә материалдар һәм фольклор материалдары менән ныҡлап танышыу, башҡорттар тураһында этнографик яҙмаларҙы уҡыу – быйылғы уҡыу йылымдың төп маҡсаты. Уҡылғандарҙың үҙемә иң кәрәклеләрен күсереп алам. Әле Нефедов һәм Игнатьевтарҙы уҡыйым. Ф. Нефедовтың «Русское богатство» (октябрь, 1880) журналында «Салауат – башҡорт батыры» тигән бик матур әйбере бар. Салауаттың халыҡтан яҙып алынған йыр, шиғырҙары прозала яҙылған. Игнатьевтың «Башкир Салават Юлаев, пугачевский бригадир, певец и импровизатор» (Казань, 1894) китабынан Дәүләтшин яһаған тәржемәләрен күсереп алдым.
Уҡыйым да, ниңә быларҙы башҡортса баҫып сығармайҙар икән, тип уйлайым. Бөтә первоисточниктар шунда бит, бик яҡшы итеп яҙылғандар.
Кисәге Руденконың «Башҡорттар» китабын уҡый башланым. Этнографик яҡтан был бик ҙур хазина. Бик күп нәмәләрҙе белергә була. Ҡыуанып бөтә алмайым. Тик ваҡыт ҡына шул тиклем тар.
Һеҙ «Абай» тураһында һөйләгәндән бирле, баштан бер уй китмәй – Салауат тураһында, Башҡортостандың шул замандағы тормошон күрһәтеп, ҙур бер әйбер (шиғыр менән) яҙырға ине. Был турала һис тә кешегә һөйләйһем килмәһә лә, һеҙгә әйтәм инде. Шул эш тураһында уйлаһам, бөтә йөрәк ҡалтырап тора. Әгәр шуны үҙем теләгәнсә башҡарып сыҡһам, үҙемдең йәшәгән тормош юлыма үкенмәҫ инем. Үлһәм дә, рәхәтләнеп үлер инем. Алда шундай эш торғанлыҡҡа йөрәк шатлана, аҡыл ҡурҡа.
Был эш минең теләгем генә түгел, үҙем менән бер йылғаның – Йүрүҙән һыуын эсеп үҫкән Салауат алдындағы бурысым да.
... Хәҙер иң беренсе бурыс: ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған әйберҙәрҙе уҡырға өйрәнеү. Ҡәҙимсәһен, йәҙитсәһен, яңысаһын белергә кәрәк. Ленин библиотекаһында бик ҡыҙыҡлы яҙмалар бар. Мин шул кәкре-бөкрө хәрефтәр менән яҙылған һүҙҙәрҙең эсендә нимә бар икәнен тилмереп ҡарап торам. Тиҙ генә белеп уҡы ла ебәр ине, тип ултырам. Юҡ, бер нәмә лә аңлай алмайым шул. «Записки Оренбургского отдела императорского Русского географического общества» журналында Батыршин тигән кешенең башҡорт йырҙарын яҙған күп биттәр бар; русса подстрочник менән. Башҡортсаға әйләндереп йыр итеп ҡарайым да, ҡайһылары бик матур йыр булып килеп сыға! Ҡайһылары мин яҙып алғанға ла оҡшаған. Ләкин былай ултырыу момкин түгел.
Мәрйәм апай! Һеҙ минең был хәлде Хәлимә апайға һөйләп бирегеҙ, әгәр ул мине үҙенең заочно уҡыусыһы итеп әлифба өйрәтергә ваҡыт тапһа, мин бик, бик шат булыр инем. Үҙенә күп сәләм менән уға бик үтенеп ҡалам. Айырым хат яҙманым инде. Һеҙ был турала яҡшыраҡ әйтә ала алаһығыҙ. Хәлимә апа шул ғәрәп әлифбаһының элеккеһен һәм яңыһын яҡшылап өйрәтеп, төрлө үҙенсәлектәрен әйтеп яҙһын ине.
Ышанып көтәм.
Ҡайтҡанда үҙе менән һөйләшеп ултырырға һис тә ваҡыт булманы.
Хатта Өфөнө рәтләп күрә лә алманым. Ләкин был үткән йәй өсөн үкенмәйем. Башҡортостан буйынса был тәүге аҙымдар миңә байтаҡ байлыҡ өҫтәне. Хәҙер минең күҙ алдымда әллә нисә тиҫтәләгән ҡарттар, ҡурайсылар, йырсылар тора... Хәҙер бөтә күрелгәндәрҙе, ишеткәндәрҙе, тыңлағандарҙы тәртипкә килтерәһе, яҡшылап яҙаһы бар. «Халыҡ йөрәге» тип атайһым килә.
Был тәүге аҙым бик күп йөрөргә кәрәклекте әйтте. Институтты бөткәс, бер нисә йыл шул халыҡ ижадын йыйыу, тормошто ныҡлап өйрәнеү өсөн, телде яҡшылап белеү өсөн көньяҡ район газеталарында йәки Стәрлетамаҡ газетаһында эшләргә тип уйлайым әле (баш һау булһа).
Кәйеф һәйбәт. Бүлмәлә дүртәү торабыҙ: Леонид Соловьев (Воронеж шағиры), Михаил Чебодаев (хаккас элекке), Руслан Прохоров – Смоленскиҙан килгән художник егет. Былтырғы Маршак дачаһында торған үҙ кешеләр. Бүлмә ятаҡтағы иң һәйбәте.
Үҙемдең өҫтәл (тартмалы, ҙур) һәм лампа. Теләгәнсә яҙ, уҡы. Китаптарҙы теҙеп ҡуйҙым. Дача ҡарағайлыҡ араһында. Иртән зарядка яһарға уңайлы. Илья Сельвинский дачаһы. Миҙхәт ағайға, Гүзәлгә, әбейгә лә күп сәләм. Барығыҙға ла таҙалыҡ теләп, РӘМИ.
Мәскәү.
Рәсемдәр әле эшләнмәгән. Ебәрермен. Таңға ла сәләм. Беҙ уға хәбәр итә алманыҡ инде, үпкәләмәһен.
Бухгалтер менән әллә эш бешмәнеме икән, апай? Көткән инек. Хәлдәр ул яҡтан шулайыраҡ. Сөнки бер ниһеҙ кителде.
11 май, 53.
Мәрйәм апа!
Күп-күп сәләм һеҙгә! Юғалдыммы? Үҙем өсөн дә юғалыбыраҡ торҙом шул. Ярай, был турала һөйләп тораһы ла юҡ инде. Хәҙер яңынан йәшәй башланым! В. Ждановтың Добролюбов тураһындағы китабын уҡып сығыу менән үҙ-үҙемде ҡулға алдым. Тургеневтың мәҡәләләрен уҡып сыҡтым да хәҙер романдарына тотондом. Әле «Накануне»һын яратып уҡып, тәржемә итеү тураһында ла уйлап ҡуйҙым. Тик мин өлгөрә алмам инде. Хәҙер «Рудин»ды башланым. Добролюбовтың мәҡәләләре менән бәйләп, өйрәнеп, әкрен генә уҡыйым. Поспеловтың лекцияларын да яратып тыңлайым. Инде Гончаровҡа күстек. Уны ла ныҡлап уҡыйһы бар. Тиҙҙән экзамендар ҙа етә инде. Эш быйыл ғәҙәттән тыш күп буласаҡ. Сөнки Көнбайыш әҙәбиәтенән бер ни ҙә уҡымағанмын. Бер Бальзак ҡына әле ҡот осҡос! Ләкин шатланып көтәм. Әҙерләнәм. Шулай ҙа ваҡыт бик аҙ ҡалды. Практиканан килгәс, бик күп көндәрҙе бушҡа үткәрҙем. Күңелһеҙләнеп тик йороном. Иптәштәрҙе лә үҙемдән биҙҙереп бөтөрҙөм булһа кәрәк. Өфөнән хәҙер Рифғәт тә, Хәниф тә, башҡалар ҙа хат яҙмайҙар. Бында Ғабдулла ағайға ла, Даһиға ла, Шакирға ла асыу килеп йөрөй. Рәис менән дә үпкәләшеп алдыҡ. Ләкин Рафаэль менән Рәис минең өсөн юғалмаҫтар кеүек. Үҙ-ара төрлө ҡаршылыҡтар булып ала, ләкин бынан һуң беҙ нығыраҡ яҡынаябыҙ. Бөтә сифаттар, бергә йәшәгәндә, бергә булғанда, ауырлыҡтар осрағанда ғына, һынала икән. Ғөмүмән, тормош бик ҡыҙыҡ. Ә экзамендарҙан һуң бер-ике көнгә Ленинградҡа барып килергә, унан һуң Рәис менән бергәләп пароходта Ҡазан аша донъя күреп ҡайтырға ниәт бар. Тик материаль яҡ нисегерәк булыр әле. Шулай ҙа теләк бик ҙур. Был ял да итеү буласаҡ әҙерәк. Унан һуң пароходта кешеләрҙе тыңлау уңайлыраҡ буласаҡ. Юл оҙаҡ ҡына, яҙырға ла мөмкин. Ә Рәис быйылғы йәйҙе тағы ла пароходта эшләп үткәрергә уйлай. Сөнки был тормошто хәҙер яҡшы күҙ менән күреү өсөн иң яҡшы, иң уңайлы урын. Берәй ҙурыраҡ әйбер яҙыу өсөн бында яңынан эшләү бик кәрәкле. Ә мин яңынан сығып китәсәкмен үҙемдең сәйәхәткә. Бәлки, газетанан эш бирерҙәр. Йәйге практиканы ла үтергә кәрәк бит. Редакцияла ултыраһы килмәй хәҙер. Белдем инде, етер.
Ҡалдырған шиғырҙарҙы һаман да баҫмайҙар. Үҙҙәре шул тиклем ышандырып ҡалған булдылар. Был минең эште лә туҡтатып тора.
Майҙы күңелле үткәрҙем. Рәғиҙәнең туйы булды. Райондаштың башын да ашаныҡ! Кейәү кеше юрист булып ҡайтасаҡ, ә Рәғиҙә педты бөттө инде. Студенттар туйы тураһында бер әйбер яҙасаҡмын әле.
Кемдәр ҡайҙа китеү тураһында уйлай?
Мәрйәм апа, һеҙ Дилара тураһында, ғөмүмән, шул хаҡта нимәлер әйтергә иткәйнегеҙ, яҙығыҙ. Ҡазанда мин уны күрергә тейешмен. Һеҙҙең аҡылдың да кәрәк булыуы бар. Мәктәп тураһында яҙығыҙ. Әминә, Сажиҙә апаларға, бөтә уҡытыусыларға күп сәләм. Шулай уҡ класығыҙға, Миҙхәт ағайға, Гүзәлгә, әбейгә. Хушығыҙ!
Һеҙҙең РӘМИ.
7 ғинуар, 1955.
Иптәш Муллабаев!
Һеҙҙең «Яңы йыл тостары», «Яңы клуб», «Партия» һәм «Саҡсауыл» тигән шиғырҙарығыҙ менән танышып сыҡтым.
«Саҡсауыл» үҙенең фекере менән дә, формаһы менән дә йәнле, матур. Баҫыласаҡ! Тик уның һуңғы строфаһын көслөрәк, тапҡырыраҡ итеп эшләргә лә мөмкин булыр ине. Ә башҡа шиғырҙарығыҙ шатландырмай, хатта – борсолдора. Сөнки һеҙ шағир күңелле, әҙәбиәтте ысынлап яратҡан кеше. Көсөгөҙ ҙә бар. Ләкин эҙләнмәйһегеҙ, күрәһең. «Яңы йыл тостары»нда яңылыҡ юҡ. «Яңы клуб» та бик иҫке. Ә партия тураһындағы шиғырығыҙ башынан аҙағына тиклем дөйөм риторик һүҙҙәр менән биҙәлгән. Бер ниндәй ҙә яңы поэтик табыш күренмәй.
Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта һеҙ бик пассивлаштығыҙ булһа кәрәк? Тауышығыҙ ишетелмәй. Йәш яҙыусыларҙың һуңғы кәңәшмәһендә ҡатнашмауығыҙҙың сәбәбе лә, минеңсә, шунда булырға тейеш.
Яҙыусылар союзына үпкәләп кенә эш сыҡмаясаҡ. Иң яҡшыһы – үҙеңә үпкәләү, эшләү.
Яңы йылда яңы шиғырҙарығыҙҙы көтәбеҙ. Эшегеҙҙә уңыш теләп, сәләм менән Рәми Ғарипов.
25/II—56.
Хөрмәтле Сөнәғәтов ағай!
Конкурсҡа ебәргән очеркығыҙ тураһында яуап яҙмай, һеҙҙе бик интектергән булһаҡ, ғәфү итегеҙ. Беҙҙе лә бит был очеркығыҙ аҙ интектермәне.
Сөнки, һеҙҙең үҙ һүҙегеҙ менән әйткәндә, – «был очеркта уйланылып яҙылған бер нәмә лә юҡ», дөрөҫөрәге – очерк уйланып еткерелмәгән. Һеҙгә уны, беҙҙең иғтибарһыҙлыҡтан файҙаланып, ике ай эсендә һәр бер һүҙенә тиклем уйлап еткерергә лә, яңынан эшләп сығырға ла мөмкин булыр ине. Матбуғат аша халыҡ менән һөйләшеүҙең ни тиклем яуаплы һәм уйланылған булыуын аңлаған кешеләр, үҙҙәренә ныҡ талапсан булған кешеләр шулай итәләр.
Әлбиттә, һеҙ «уйланылып» тигән һүҙҙе «уйҙырма» – булмаған нәмәне яҙыу мәғәнәһендә алаһығыҙ, очеркығыҙҙа тик «ысынбарлыҡтағы кешеләр һәм факттар» ғына булыуын әйтергә теләйһегеҙ.
Ләкин әҙәби әҫәр яҙаһығыҙ икән (ә очерк ул әҙәби әҫәр булырға тейеш тә), шуны аңларға кәрәк: ысынбарлыҡтағы һәр бер кешене, тормошта осраған һәр бер фактты түкмәй-сәсмәй ҡағыҙға күсереү очеркистың бурысы түгел. Һеҙ, әлбиттә, факттарҙы «бесән сабыу башланғандан уҡ» бик тырышып йыйғанһығыҙ. Ә уларҙың иң кәрәклеһен бөтөнләй кәрәкмәгәндәренән айырып ала белмәгәнһегеҙ. Бына шуның өсөн дә очеркығыҙ ғәҙәттән тыш күп һүҙле, тарҡау, һәм һеҙҙең ниндәй фекер әйтергә теләүегеҙ ҙә асыҡ түгел. Шулай итеп, һеҙ факттар аҫтында күмелеп ҡалғанһығыҙ. Ә очеркист өсөн улар эшкәртелмәгән сырье – руда ғына бит. Факт факт булып ҡала, ә художестволы әҫәр йәки очерк була алмай. Горький Бальзактың «Глуп как факт!» тигән әйтемен килтереп, фактҡа ҡарата ни тиклем талапсан булырға кәрәклекте һәр саҡ күрһәтеп килде.
Унан һуң очеркты документаль факттар менән генә эш итә тип аңлау дөрөҫ түгел. Очеркта «уйланылып» сығарылған образ һәм картиналар ҙа булырға мөмкин. Тургеневтың «Һунарсы яҙмалары»н ғына уҡып ҡарағыҙ. Уларҙа тик фактография ғынамы икән? Түгел, әлбиттә! Тургенев үҙе фантазияһыҙ, уйлап сығарыуһыҙ әҙәбиәт йәки сәнғәт булмай тигән фекерҙә. Тормошто дөрөҫөрәк, тәрәнерәк сағылдырыу өсөн, әҙәбиәттә «уйлап сығарыуһыҙ» (вымыселһыҙ), дөйөмләштереүһеҙ, типиклаштырыуһыҙ мөмкин дә түгел. Сәнғәттең был мотлаҡ законы очерк жанрына ла туранан-тура ҡағыла, әлбиттә. Мамин-Сибиряк, Николай Крашенинников кеүек Урал яҙыусылары, шулай уҡ Глеб Успенский, Короленко кеүек очерк оҫталары ла бынан һис тә ҡурҡмағандар. Тормошто, кешеләрҙе белмәгән кешенең фантазияһы ла юҡ. Сөнки фантазия нигеҙе ошо уҡ ысынбарлыҡта. Ә ысынбарлыҡтың асылына төшөнмәйенсә, уның төрлө күренештәрен түкмәй-сәсмәй теүәл күсереп алыу ғына дөрөҫлөк була алмай. Ғөмүмән, дөрөҫлөк теүәллек түгел, ә эштең асылы.
Эштең бына ошо асылы һеҙҙең очеркта юҡ.
Очеркығыҙ «Малсылыҡ хеҙмәтенең кешеләре һәм эш тәжрибәләре» тип аталһа ла, унда кешеләр ҙә һәм уларҙың эштәре лә күренмәй, ә уларҙың тик исемдәре, бер туҡтауһыҙ һөйләнеүҙәре генә бар.
һеҙҙең төп бурысығыҙ малдарҙы түгел, ә кешеләрҙе күрһәтеү, уларҙың уй-тойғоларын, характерҙарын асып биреү ине. Ләкин быларҙың береһе лә юҡ. Исмәғилдең төрлө темаға көн һайын докладтар һөйләүе яһалма һәм бик ваҡсыл. Уның һүҙҙәренә бер нисек тә ышанып булмай. Мал ҡараусы Исмәғилде һеҙ бер туҡтауһыҙ ошондай бер төрлө, ялыҡтырғыс ҡабарынҡы һүҙҙәр менән биҙәкләргә тырышаһығыҙ:
«Скотник С. Исмәғил (уның фамилияһы ла юҡ!) һыйырҙар артынан яҡшы күҙәтеү яһап тора. Малдарҙың тәртипле ашанып йөрөүҙәрен, айырылышып урман ағастары араһында инеп китмәүҙәрен, сабынлыҡҡа үрмәләмәүҙәрен ентекле күҙәтеп тора. Урал тауы арҡаларында малдарҙың бөтәһенең дә тигеҙлек өлөштә ашанып йөрөүҙәрен хәстәрләй... Малдарҙы нисек көтөү һәм тиҙерәк уларҙың көрләнеү – һимереүҙәренә диҡҡәт итә. С. Исмәғил Урал тауы итәктәрендә, морон йорт башында мал көтөп барыуын яҡшы аңлай һәм малдар көтөү тәртибенә ныҡ тәьҫир итә белә. С. Исмәғил ауылда эшләү һәм оҫталыҡ менән мал көтөү эшен ауылдың оло кешеләренән өйрәнгән. С. Исмәғил малдарҙың ашаныуы һәм уларҙың яҡшы тәрбиәләнеүҙәре, һимереүҙәре һәм көрәйә барыуҙары менән ҡыҙыҡһына, малдарҙы яҡшыраҡ тәрбиәләүҙе ҡайғырта».
Мал, мал, мал, малдарҙы, малдарҙан, малдарға! Был әле беренсе биттә генә, ә һеҙ бит ошо телдә ваҡ ҡына хәрефтәр менән яҙылған ҙур-ҙур табаҡ биттәрҙе ун алтыға еткергәнһегеҙ.
— Йәшәһен беҙҙең һыйырҙар! – тигән лозунг әйттереүгә тиклем барып етәһегеҙ.
Хөрмәтле Сөнәғәтов ағай, һеҙгә был урында «кеше ышанмаҫ һүҙҙе ысын булһа ла һөйләмә» тигән бик яҡшы һүҙҙе онотмаҫҡа кәрәк ине.
Очеркығыҙға башҡаса анализ яһап тороуҙың кәрәге юҡ. Сөнки уны яҡшы ғына бәләкәй бер мәҡәлә итеп тә булмай. Әгәр ҙә уны үҙегеҙ кәрәкле тип тапһағыҙ, яңынан йыйнаҡ ҡына бер хәбәр итеп эшләрһегеҙ.
Сәләм менян Р. Ғарипов.
4 ман, 1956.
Зәки!
Бына һинең «Туған партияма» тигән һуңғы шиғырыңды ла алдыҡ. Редакцияла бынан башҡа һинең егерменән артыҡ шиғырың ята. Күләме менән улар ҙур ғына бер йыйынтыҡ була алыр ине. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың береһе лә баҫып сығарырлыҡ түгел.
Сөнки улар бик примитив, бик дөйөм һәм беҙҙең поэзияла бик күп ҡабатланған иҫке шиғырҙар. Уларҙан авторҙың ниндәй ҙә булһа яңы фекер әйтеүен, үҙ тауышын, үҙ моңон ишетеп булмай. Уларҙы уҡығандың һуңында, автор өсөн уңайһыҙланыуҙан башҡа, күңелдә бер ни ҙә тороп ҡалмай. Бындай яңғырауыҡлы һүҙҙәр теҙмәһе, тапалып бөткән традицион образдар, сағыштырыуҙар кемде генә уйландыра һәм тулҡынландыра алһын? Кемгә генә һуң уларҙың кәрәге бар? Юҡ, әлбиттә!
Һиңә, Зәки, үҙеңдең яҙмышың хаҡында бик ныҡ уйлап ҡарарға ваҡыттыр инде. Сөнки һин ҡулыңа тәү башлап ҡына ҡәләм тотҡан кеше түгелһең, ә күптән бирле бик күп яҙышҡан, бик күптәргә үҙеңде көсәнеп-көсәнеп шағир итеп күрһәтергә тырышҡан кешеһең. Тураһын әйтергә кәрәк, Зәки, төрлө дистанцияларға ялыуҙар яҙып ҡына шағир булып булмай! Был әҙәбиәт тарихында күрелмәгән хәл! Шағирлыҡҡа бер генә юл бар – ул да булһа – яҡшы шиғыр яҙыу, үҙ өҫтөңдә бер туҡтауһыҙ эшләү, уҡыу, өйрәнеү. Ә һин уҡымайһың, иптәш, үҫмәйһең. Был хаҡта һинең һәр бер шиғырыңдың һәр бер юлы әйтеп тора. Юғиһә һин партия тураһында яҙып та бына шундай мәғәнәһеҙ һүҙҙәр әйтмәҫ инең:
Бала сағым, күбәләктәй осоп,
Һөт өҫтөндә үҫеп сыныҡты... (?!)
Ҡоралыбыҙ – белем алыу булды,
Фән тауынан алыҫ торманыҡ... (?!)
Былар барыһы – туған партиямдың
Тоғро юлдан атлау алымы! (?!)
Бына шундай буталсыҡ, нәмә һөйләгәнеңде үҙең дә белмәй яҙған юлдарыңды һин «Туған партияма» тип атайһың һәм иҫеңә ни килә – шуны теҙеп сығаһың. Бындай эшкә партия мохтаж түгел. Был партия исемен түбәнәйтеү, ҡәҙерһеҙләү һәм яуапһыҙлыҡтың да иң яуапһыҙлығы; партия һәм халыҡтың әҙәбиәтселәр алдына ҡуйған талаптарын аңламау был. Ә һин үҙең һәр бер хатың һайын ошо сейлебешле шиғырҙарыңды баҫып сығарыуҙы талап итәһең. Һиңә аҙ ғына булһа ла скромныйыраҡ булыу зарар итмәҫ ине, Зәки. Юҡһа һинең өсөн оялырға тура килә.
һүҙҙәр менән эш итә белмәйһең: телеңә абынып йығылырлыҡ. Ә тел бит, үҙеңә билдәле булыуынса, һинең төп материалың, ҡоралың! Әҙәбиәтсенең теле көрмәлеп торорға тейеш түгел инде.
Очеркың да, фельетоның да, Баймаҡ театры һәм Батыр Вәлид тураһындағы мәҡәләң баҫылып сығырлыҡ түгел. Был хаҡта газеталарҙа ла, журналда ла тейешле фекер әйтелде. Ғөмүмән, һин әҙәбиәттә һуңланың, Зәки. Мин тик һинең тормоштан һуңламауыңды теләйем. Тураһын әйткән өсөн ғәфү ит.
Сәләм менән, Рәми.
6/IX—56.
Иптәш Исмәғилов!
«Әгәр ҙә мөмкин булһа, ошо шиғырымды, хаталарын төҙәтеп, М. Мәжит псевдонимы аҫтында баҫып сығарыуығыҙҙы үтенәм» тигәнһегеҙ.
Был мөмкин түгел. Сөнки шиғырығыҙ әле бик йомшаҡ һәм тарҡау. Тәү башта һеҙгә шиғыр теорияһының иң ябай төшөнсәләре менән таныш булырға, әҙәбиәт теорияһын өйрәнергә кәрәк. Беҙ һеҙгә М. Горькийҙың «О литературе» тигән китабындағы мәҡәләләр менән бик ентекләп танышып сығырға, шулай уҡ «О писательском труде» тигән йыйынтыҡты уҡырға кәңәш итер инек. Шуларҙы уҡығандан һуң һеҙ «ошо шиғырымды, хаталарын төҙәтеп... баҫып сығарығыҙ» тип әйтеүҙең ни тиклем мәғәнәһеҙ һәм көлкө булыуын үҙегеҙ ҙә яҡшы аңлар инегеҙ.
Үҙ эшеңә шундай еңел ҡарашта булыуҙың әҙәбиәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Унан һуң һеҙ төрлө псевдонимдар менән мауыҡмағыҙ. Әгәр ҙә яҡшы әҫәрҙәр яҙһағыҙ, үҙ фамилияғыҙ ҙа бик матур яңғырар.
6/IX—56.
Иптәш Бикбулатов!
Кешене төрлө-төрлө бик күп эштәргә өйрәтергә мөмкин, ләкин шағир булырға өйрәтеү мөмкин түгел. Әгәр ҙә һеҙҙә шиғыр яҙыу һәләтлеге, шиғыр осҡоно бар икән, уны үҙегеҙ генә үҫтерә алаһығыҙ. Әлбиттә, һеҙгә ҡайһы бер кәңәш биреүселәр булыр, ләкин төп эш үҙегеҙҙә. Эшләргә, бик күп эшләргә, бер туҡтауһыҙ өйрәнергә, уҡырға кәрәк.
Редакцияға ебәргән «Тыуған ауыл» һәм «Тыуған ил» тигән шиғырҙарығыҙҙан ғына сығып, һеҙгә был эшкә ныҡлап тотонорға кәңәш итеү бик ситен. Сөнки шиғырҙарығыҙ әле бик йомшаҡ һәм бик дөйөм, һеҙгә тиклем бик күп ҡабатланған һүҙҙәр теҙмәһенән генә тора. Ә үҙегеҙ генә уйлаған уйҙар, үҙегеҙ генә кисергән хистәрҙе күреп булмай.
Маяковскийҙың «Как делать стихи?», Исаковскийҙың «О секрете поэзии», Маршактың «О хороших и плохих рифмах», Паустовскийҙың «Поэзия прозы» һәм Фадеевтың «Труд писателя» тигән мәҡәләләрен «О писательском труде» тигән китаптан табып уҡып сығыу һәм Горькийҙың әҙәбиәт тураһында яҙған мәҡәләләрен, хаттарын уҡыу бик яҡшы булыр ине һеҙгә.
Йәштәр ижады хаҡында фекерҙәр
Рәшит Назаров
1) Бәхет.
2) Бер һүҙ өҫтәр өсөн.
3) Төнгө уйланыуҙар.
4) Ерҙән.
5) Иртә һайын.
6) Йөрәк.
Киң ҡоласлы образдар, оригиналь фекер, сағыу, яңы, ҡуйы һүҙ буяуҙары, көтөлмәгән ҡыйыу сағыштырыуҙар, донъяны яңы күҙ менән ҡабул итеү, тормош тантанаһын раҫлау һәм йәшлек романтикаһы, ә тел бик башҡортса! Форма төрлөлөгө!
Ҙур поэзияның бөтә мөмкинлектәре бар унда. Шул шиғырҙары менән генә лә башҡорт поэзияһының сағыу, үҙенсәлекле бер битенә инәсәк. Мәлих Харис шул бер йыйынтығы менән генә лә йәшәй.
Самородок, тәбиғәт ҡосағында үҫкән бер болан балаһы, тинеләр.
Ләкин Рәшит Назаров һис тә самородок түгел, ә бөтә башҡорт әҙәбиәтенең ҡаҙанышынан тыуған талант. Бабич йоғонтоһон да, Р. Ниғмәти, М. Кәрим йоғонтоһон да тойорға мөмкин, ләкин үҙенсә талант. Буш ерҙә талант тыумай. Үҫештең сифатҡа әйләнеүе, һикереш.
1962 йыл.
Рәшит Әхтәров
Рәшиттә – талант. Үҙенсәлекле талант. Тел байлығы, оригиналь форма. Ләкин мауығып китеп, архаикаға ла барып төшә, тышҡы форма менән әүрәп, йөкмәткегә лә зыян килтерә. Һәм тематика тарлығы, тормош етмәүе һиҙелә. Үҙ ижадына ғәмһеҙ ҡарау, ҡайһы бер кешелек йомшаҡлығы үҫеүен сикләргә мөмкин.
Һаманғаса йыйынтығын сығармау ҙа быға булышлыҡ итергә, әҙәбиәт алдындағы яуаплылығын сикләргә мөмкин.
Тормошҡа, уҡытырға китеүе яҡшы, тик был тормошта үҙен яҙыусылар вәкиле итеп тота белһен, халыҡ араһында йөҙөп йөрөп эшләһен, ваҡытын буш нәмәләргә әрәм итмәй, ижадҡа ғына бирһен ине.
Ни өсөндөр, уның ҡайһы бер яҡтарын һиҙенеп, шул теләкте ысын күңелдән теләге килә.
1962 йыл.
Иптәш Таһирова!
Бына әле генә Сильва Капутикяндың һеҙ тәржемә иткән «Киттең» тигән шиғыры менән танышып сыҡтым да, һеҙгә тәржемәгеҙ хаҡында бер нисә һүҙ әйтергә булдым.
Был бик көслө, матур шиғыр! Күрәһең, ул һеҙгә бик оҡшаған булғандыр. Ләкин тәржемәлә уның ҡоро фекере генә тороп ҡалған, ә бөтә моңо, эске байлығы – шиғриәте юғалып ҡалған.
Нилектән? Беренсенән, һеҙ оригиналды һүҙмә-һүҙ тәржемә итергә тырышҡанһығыҙ. Ә һүҙмә-һүҙ тәржемәнең бер ҡасан да дөрөҫ булғаны юҡ. Пушкин был хаҡта бик тапҡыр әйткән: «ҡолдарса тоғролоҡ ҡолдарса хыянатҡа ла әйләнергә мөмкин». Теләһәгеҙ ҙә, теләмәһәгеҙ ҙә – был шулай килеп сыҡҡан да инде. Икенсенән, һеҙҙең шиғри техникағыҙ ҙа бик йомшаҡ әле. Рифмаларығыҙ бик ярлы, хатта һеҙ ритмды ла һаҡламағанһығыҙ. Ә был бит шиғырҙың иң элементар талабы!.. Тәржемә оригиналды алыштыра алмай әлбиттә, шулай ҙа тәржемәсе автор менән ярышырға хаҡлы. Шунда ғына ул уға яҡыная ала.
Бына шул ине әйтер һүҙ. Ә һеҙ үҙегеҙ шиғырҙар яҙаһығыҙмы һуң? Яҙһағыҙ – ебәрегеҙ.
Сәләм менән Рәми Ғарипов.
15 октябрь, 1962 йыл.
Әҙәбиәтте өсәү тыуҙыра. Беренсеһе – мин, икенсеһе – һин, өсөнсөһө – ул. Мин – шағир, һин – уҡыусы, ул тәнҡитсе.
Беҙҙән башҡа әҙәбиәт юҡ һәм булмаясаҡ та. Шуның өсөн өсөбөҙгә лә яҡшы эшләргә кәрәк. Мин яҙыуымды, һин уҡыуыңды, ул үҙенең тәнҡитен генә белеп – бер ниндәй ҙә эш сығара алмаҫбыҙ.
Ә эш ауыр. Ләкин ул кәрәк! Һәм ул шатлыҡлы эш, кешегә тормош бирә торған, рухи аҙыҡ бирә торған һәм кешене кеше булырға өйрәтә торған эш.
Шул эш өҫтөндә беҙ үҫәбеҙ!
Шуға ла был эште туҡтатып тороу йәки уға өҫтән-өҫтән генә ҡарау – енәйәт.
Беҙ бер-беребеҙҙе яҡшы белергә тейешбеҙ. Юғиһә беҙҙең бер-беребеҙгә кәрәгебеҙ ҙә юҡ.
Был ғына ла етмәй. Беҙ тормошто белергә тейешбеҙ. Уның үткәнен, бөгөнгөһөн һәм иртәгеһен күрә белергә тейешбеҙ.
I2/XII—69.
Бөрйән районы, Байназар ауылы, Аралбаев Ҡәҙим Абдулғалим улына
Ҡәҙим!
Ни хәл генә? Сәләм! Үҙемдең эш тығыҙ булһа ла, шуны ғына белдереп ҡуймаҡсы булдым.
Әсә хаҡындағы ете шиғырыңды алдым, бик кәрәкле шиғырҙар! Инеш һүҙе-ние менән бер һүҙен дә үҙгәртәмәй, өсөнсө һанға бирергә тип планлаштырып ҡуйҙым. Шәп буласаҡ!
Тик һәр береһенә ваҡ ҡына һүрәттәр ҙә булһа, оторо китер ине. Юҡмы шунда Байназарҙа башҡортса ғына һүрәт эшләрҙәй кеше? Теге Сөләймәнов тигән БДУ егете ҡайҙа икән? Белмәйһеңме? Юғалды ла ҡуйҙы бит! Әнә ул ҡылып ҡуйыр ине, исмаһам.
Ярай, булмаһа, бында эҙләргә тырышырбыҙ. Бәлки, Әхмәт ағайың риза булыр.
Йә, хәлдәрең ҡалай?
Бик һирәк яҙаһың – эш күптер инде. Яҡшы ваҡыт булырын көтөп ятма. һинән мин бик күпте көтәм. Төрлө жанрҙа көсөңдө һынап ҡара. һин тормоштоң эсендә ҡайнап йөрөйһөң. Күберәк күреп, елегеңә һендереп ҡалырға тырыш! һәм, әлбиттә, бөтәһен дә ҡағыҙға тимгетә барырға тырыш!
Беҙҙең хаталарҙы ҡабатламағыҙ инде. Ғүмер үтә лә китә икән ул. Элек шулай тигәндәренә күңел ышанмай торғайны...
Ярай, һиңә өгөт-нәсихәт уҡып тораһы юҡ. һиндәй егеттәребеҙ күберәк булһын ине лә бит... Булғандары ла илке-һалҡы йөрөй шул.
Журналдың хәле бер көйө, әллә ни ҡолас киреп булмай, бисә-сәсә менән матбуғат эшендә эшләү үтә ҡыйын икән. Ҡатын-ҡыҙ, күрәһең, үҙ затына ғәмһеҙерәк булалыр. Бына һинең кеүек бер-ике егет менән бына тигән журнал сығарырға булыр ине!.. Эштәге ығы-зығы журналдың тиражына ла килтереп һуға. Сығып йөрөп булманы. Шуға бик эс боша. Урындарҙа ла журналдың әһәмиәтен бик аңлап еткермәйҙәр, бөтә нәмә үҙ ағышы менән генә эшләнә. Һеҙҙең Бөрйәндең Бөрйәне лә бит былтырғы кимәлгә еткерә алманы. Хәйбулла, Әбйәлил, Баймаҡ былай арыу ғына. Баймаҡ быйыл 2018-гә еткерҙе, Илеште уҙып, беренсе урынға сыҡты! Быныһы яҡшы, әлбиттә. Тик унда өс меңгә лә еткерергә булыр ине. Эш етмәй. Ситтән быйылға күп булмаҫ әле, каталогка инмәй ҡалыу бөлдөрҙө.
Әҙерәк конференция-фәләндәрҙә һүҙ ҡуҙғатҡыла әле. Байназарҙа күпме? Бөтә коллективығыҙға, киленгә сәләм әйт. Күберәк яҙышығыҙ! Тәрбиә, ғөрөф-ғәҙәт, яҡшы традициялар темаһын нығыраҡ күтәрергә ине...
Ярай, хатҡа яҙып һүҙ бөтмәҫ, хуш. Сәләм менән Рәми ағайың.
P. S. Тиҙҙән «Аманат» сыға – ебәрермен. Бәлки, яңы йылда барып та сығылыр әле, алла бирһә... Яңы йыл ҡотло булһын!.. Яҙ!
Хөрмәтле Вәлиев иптәш!
Йырҙарығыҙ менән таныштыҡ. Ләкин уларҙы йыр тип әйтеүе ҡыйыныраҡ. Сөнки улар шиғри яҡтан бик йомшаҡ эшләнгән. Бына, мәҫәлән, «Уф, яныма килһәң ине» тигән йырығыҙҙың тәүге куплеты:
Ҡасан әйләнеп ҡайтырһың,
Һағындым – күрер инем. (?)
Иртәнге елдәргә ҡуштым,
Сәләм әйтерһегеҙ, тип. (?)
Быны, әлбиттә, көйө менән йырларға булалыр. Ритм һаҡланған. Ә рифма тигән нәмә бөтөнләй юҡ. Ҡолаҡҡа бер ҙә йоғошло булып ишетелмәй. «Ағиҙелгә таш ырғыттым, шап итеп ҡалды» тигән һымағыраҡ килеп сыҡҡан. Туҡай әйтмешләй, уны «бешеп етмәгән» йырҙар дәфтәренә генә яҙып ҡуйырға мөмкин. Халыҡ ундай йырҙарҙы йырламай. Шуның өсөн дә халыҡта «йырҙың йыртығы юҡ», тигән бик тапҡыр һүҙ бар.
Ә һеҙҙең йыр йыртығыраҡ шул, туғанҡай. «Сәскәләр» тигән йырығыҙҙың тәүге куплеты төҙөк кенә. Ләкин ул үтә билдәле халыҡ йырҙарын хәтерләтә – үҙегеҙҙеке булып яңғырамай.
Унан һуң йырҙарҙың йөкмәткеһе лә бер төрлө. Икеһендә лә һөйгән йәр өсөн илау-һыҡтау ғына: «уф, яныма килһәң ине» лә хәлемде белһәң ине», «түштәреңде биҙәйем» дә «нисек итеп түҙәйем» кеүек үтә сөсө юлдарҙан ғына тора. Ә ысын, тәрән, оло тойғо юҡ.
Халыҡтың үҙ йырҙарын («Шәүрә килен», «Сәлимәкәй», «Һары ла сәс» һәм башҡа шундай мөхәббәт йырҙарына) иғтибарлап тыңлағыҙ әле: уларҙа ниндәй тәрән хистәр күмелгән, таш йөрәктәрҙе лә иретерлек бит!.. Халыҡ уларҙы, уҡый-яҙа белмәһә лә, теләһә ниндәй шағирыңа бирмәҫлек итеп гәүһәр-яҡуттарҙан ҡойоп ҡуйған. Ә шаян йырҙарын тыңлаһаң, исмаһам, рәхәтләнеп колөп була. Шундай йыр ғына күңелгә ҡанат ҡуя, дәрт өҫтәй, донъяны матурлаша. Үҙ халҡыңдың бына шундай бөйөк, бай ижадынан өйрәнергә кәрәк. Был иң ҙур мәктәп буласаҡ.
Ә көйҙәрегеҙҙе Композиторҙар союзына килеп, ишеттереп ҡайтһағыҙ яҡшы булыр ине.
Сәләм менән – Рәми Ғарипов.
17 октябрь, 1963 йым.
Хөрмәтле Насыров ағай!
«Хат» тигән хикәйәгеҙҙе алдыҡ һәм бына «хат»ҡа ҡаршы хат яҙырға ғына тура килә. Хикәйә килеп сыҡмаған. Уның бик ғәҙәти бер обыватель хатынан бер ниндәй ҙә айырмаһы юҡ шул, ағай. Әҙәбиәт, һәр хәлдә, бынан юғарыраҡ булырға тейеш инде. Ул тормош күренештәренең бер мөйөшөн генә фотоға төшөрөп алыу түгел. Факт ул үҙе генә әле бер ни ҙә әйтмәй. Бальзак хатта «факт һымаҡ ахмаҡ» («глуп, как факт») тигән һүҙҙе лә әйткән. Тимәк, фактты художник үҙенсә ҡабул итеп, уға ҡарата үҙенең сәнғәтсә ҡалыплаған бер фекерен әйтергә тейеш. Һин художник икән, тормош күренештәрен дөйөмләштереп, уны бер яңы шәкелдә ҡойоп бир!
Ләкин был яҡтан хикәйәгеҙ бик самалы. Унан һуң шул бер үк нәмәне бер үк кимәлдә күпме тылҡырға кәрәк инде? Яңы бер һүҙ әйтергә кәрәк тә баһа... Был хаҡта күп әйтелде инде. һеҙ быға бер ниндәй яңылыҡ та өҫтәмәйһегеҙ. Һеҙ арыу ғына журналист, ағай, ләкин был хикәйәгеҙҙән генә сығып, һеҙгә артабан хикәйә яҙыу хаҡында берәй кәңәш биреп булмай.
Сәләм менән Рәми Ғарипов.
24 ғинуар, 1964 йыл.
Ҡәҙерле Зилиә һылыуҡай!
Иң элек һине Әсә булыуың менән ҡотлайым, үҙеңә әсәлек бәхете, эшендә, тормошоңда ҙур уңыш теләйем, ғаиләгеҙ күркәм, татыу булһын!
Редакцияға ебәргән шиғырҙарыңды уҡып, мин бик уйға ҡалдым. Уларҙан, бығаса шиғыр яҙғаның булмаһа ла, һинең бик шиғри күңелле булыуың, донъяны үҙеңсә күрә белеүең, өмөт-хыялдар менән йәшәүең күренеп тора. Ләкин был эшкә ысынлап тотонор өсөн бик һуң түгелме икән? һигеҙ класты бөткәнеңә лә алты йыл үтеп киткән, тормоштаһың. Тимәк, һиңә артабан уҡыу мөмкинлеге бик икеле. «Ә шулай ҙа уйлайһың, хыялланаһың, өмөт итәһең, үҙеңдең йәшәүеңдән нимәлер эҙләйһең». Шуларҙың «саҡ ҡынаһын да» кешеләргә еткереү өсөн һинән бик күп нәмә талап ителә шул, һылыуҡай. Шиғриәт ул иҫ киткес ауыр эш, ул үҙе өсөн бөтә нәмәңде ҡорбан итеүҙе һорай. Бының өсөн һиңә бөтөнләй яңынан йәшәй башларға кәрәк булыр ине. Ләкин һин хәҙер һигеҙенсе класҡа әйләнеп ҡайта алмайһың бит?
Ярай, «Өмөт» кеүек бер-ике шиғырыңды бер аҙ төҙәткеләп баҫып та сығарҙыҡ, ти. («Өмөт» тигән шиғырың баҫып та сығарырлыҡ.) Ә унан һуң ни? Бөгөн бөтә ил кимәленә күтәрелгән башҡорт шиғырына һин ниндәй яңы фекерҙәр, ниндәй яңы образдар, бығаса күрелмәгән ниндәй яңы шиғри шәхес алып килә алаһың?
Поэзияның бына ошо төп талаптарынан сығып ҡарағанда, бер-ике шиғыр яҙған кеше генә түгел, хатта бер-ике китап сығарған әҙиптәребеҙ ҙә әле быға яуап бирә алғаны юҡ. Сөнки һәр ысын шағир үҙе бер донъя, үҙе бер дәүләт бит ул! Уның был дәүләтендә ул тик үҙе генә ҡорған тәртиптәр бар. Уға бер кем дә ҡыҫыла, тығыла алмай. Уны, әлбиттә, ҡайһы берәүҙәр танымаҫҡа ла мөмкин. Ләкин ул бар икән, ҡасан да бер таныясаҡтар. Ысын шиғриәт бер ҡасан да юғалып ҡалмай. Тик бындай шиғриәткә – үҙ дәүләтенә ысын талант тау-ташлы юлдарҙан ялан аяҡ ҡанлы эҙ ҡалдырып ҡына килә ала.
Ә мин һиңә, үҙеңә шундай юл ярып кил, тип әйтә аламмы һуң, Зилиә һылыуҡай? Был бик шәфҡәтһеҙлек булыр ине. Был юлда ниндәй генә таланттар балҡып һүнмәне!..
Әлбиттә, бер-ике шиғыры ғына йыр булып ҡалғандар ҙа бар. Ғилмияза үҙ йырын үҙе сығарған бит. Әгәр ҙә йөрәгеңә һандуғас оялаған икән, һайраһын, күңелеңде, тормошоңдо биҙәһен. Уй-хыял, шиғри хис менән йәшәү үҙе бер бәхет бит әле. Яҙмайынса булдыра алмайһың икән, яҙ, һылыуҡай, йырла. Тик башҡаларҙың йырына ла ҡолаҡ һал, күп уҡы, өйрән, шиғыр серҙәренә нығыраҡ төшөнөргә тырыш.
Яҙғандарыңды миңә ебәрергә теләһәң, Башҡортостан Яҙыусылар союзына ебәр.
Сәләм менән – Рәми Ғарипов.
Йылдар үткәс, был хатҡа «Ағиҙел» журналы аша түбәндәге баһа бирәләсәк. Әйтәйек, шағир, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Ҡәҙим Аралбаев ошолай яҙған:
«Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың был хаты – уның бай эпистоляр мираҫының кескәй генә бер өлөшө. Хат аныҡ бер кешегә, атап әйткәндә, ул саҡта башлап яҙышыусы ҡыҙыҡай Зилиә Ҡужабәковаға адресланып яҙылһа ла, асылда, йәш шағирҙарға һәм, ғөмүмән, әҙәбиәт донъяһына яңы аяҡ баҫыусы ҡәләмгирҙәргә тәғәйенләнгән булыуы менән әһәмиәтле. Унда Рәми Ғариповты йәш шағирәнең ижад яҙмышы ғына ҡыҙыҡһындырып ҡалмай, ә бөтә башҡорт әҙәбиәтенең хәл-торошо, үҫеше һәм киләсәге борсой. Ижад кешеһенә ниндәй ҙур яуаплылыҡ, һаҡлыҡ һәм ҡәҙер менән ҡарау ҙа унда («һәр ысын шағир – үҙе бер донъя, үҙе бер дәүләт бит ул!..»), өмөтлө әҙип шәхесен үҫтереү һәм тәрбиәләүгә ни тиклем тәрән уйланылған, төплө яҡын килеү ҙә бар!
Шағирҙың йәш ҡәләмдәше Зилиә Ҡужабәковаға яҙған был хаты бик уйландыра. Хатты ул үлерҙән бер ай элек кенә яҙған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул ни тиклем оло өмөт менән һуғарылған. Унда тамсы ла күңел төшөнкөлөгө һиҙелмәй, киреһенсә, шағир үҙен түгел, э туған әҙәбиәтен ҡайғырта. Ошо яғы менән хат йәш ҡәләм эйәһенә генә түгел, ә бөтә яҙыусыларға ла бер һабаҡ булып тора. Был һабаҡ бөгөн – бөтә мәҙәниәт һәм матбуғат баҙар экономикаһы менән быуылған бер мәлдә, рухи ҡиммәттәребеҙ арзанайып барған бер дәүерҙә – бигерәк тә мөһим яңғырай. Сөнки әҙәби ижад бөгөн бөтәбеҙҙән дә ҡаһарманлыҡ талап итә. «Шиғриәт ул – иҫ киткес ауыр эш, ул үҙе өсөн бөтә нәмәңде ҡорбан итеүҙе һорай...» – тип юҡҡа ғына иҫкәртмәй шағир.
Оло талант эйәһе, халҡы өсөн йөрәк утын аямаған Рәми Ғариповтың хаттары һәм яҙмалары, көндәлектәре – үҙе бер рухи байлыҡ, әҙәби тәжрибә һәм ижад мәктәбе. Уларҙы йыйыу, өйрәнеү һәм донъяға сығарыу – беҙҙең изге бурыс.
Ошо уңайҙа «Ағиҙел» журналы уҡыусыларына бер үтенес тә бар: әйҙәгеҙ, Рәми Ғариповтың хаттарын йыйыу эшен башлайыҡ. Кемдәрҙә уның хаттары йә бүтән яҙмалары һаҡлана, уларҙы Башҡортостан Яҙыусылар союзына ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ»*.
-
Журнал редакцияһынан:
Заманында Рәми Ғариповтың «яҙмайынса булдыра алмайһың икән, яҙ, һылыуҡай, йырла!» тигән фатихаһын алған Зилиә Ҡужабәкова Хәйбулла районының Иләс (Турат) ауылында тыуып үҫкән. Хәҙерге көндә Төмән әлкәһендә йәшәй, ос бала үҫтерә. Донъя мәшәҡәттәре күп булһа ла, шиғырҙар яҙыуын ташламаған.
Өфөгә быйыл йәй килеүендә ул Башҡортостан Яҙыусылар союзына Рәми ағайҙың үҙендә нисәмә йыл һаҡлап йөрөткән хатын һәм шиғырҙар менән тулы ҡалын дәфтәрен ҡалдырып китте.
Беҙ Зилиәгә ихлас күңелдән ижад уңыштары һәм уның менән бергә йәшәгән нефтсе яҡташтарыбыҙға, әҙәбиәтебеҙҙе онотмауҙарын теләйбеҙ. -
-
-
13/1—77
Ҡәҙерле Флорида һеңлем!
Редакцияла һинең үтенес хатың менән бергә Иҫке Мөхәммәт ауылынан Йосопов Гәрәйҙең ҡулъяҙма шиғырҙар дәфтәре ятҡан икән. Шул дәфтәр минең ҡулға килеп юлыҡҡас, мин үҙемдең яҡташымдың күңел аманаты менән танышып сыҡтым да һиңә уны кире ҡайтарырға булдым. Сөнки үҙеңдең үтенесең шулай. Ҡулъяҙманың бик кәрәк булыуы ихтимал – Гәрәйҙең туғандарына, балаларына, тормош иптәше Минзирәгә ҡалдырған аманаты бит ул. һаҡлаһындар әйҙә, иҫкә алғанда – йыр, шиғырҙарын, көндәлектәрен асып уҡыһындар.
Гәрәй, минеңсә, бик шиғри, матур күңелле кеше булған. Уның яҙғандары күңел тетрәткес. Ләкин ул уҡымай ҡалғанлыҡтан, махсус рәүештә әҙәбиәт менән шөғөлләнмәгәнлектән, был яҙмалар шәхси документ – иҫтәлек кимәленән күтәрелә алмаған. Уларҙа әҙәби культура ла, шиғыр техникаһы ла бик самалы. Шуның өсөн уларҙы матбуғатта файҙаланып булмай. Унан һуң улар йәшәү менән үлем араһында ятҡан кешенең йөрәк аһы булып, баштан-аяҡ моң-зар менән тулған. Әлбиттә, бер-ике шиғырын эшләп бирергә лә булыр ине. Ләкин улар барыбер уның үҙ шиғырҙары булмаҫ ине. Бының Минзирәгә лә, ҡыҙы Зәлиәгә лә кәрәге булмаҫ, тип уйлайым. Уларға был шиғырҙар нисек яҙылһа, шул көйө ҡәҙерлерәк, шул көйө ғәзизерәк.
Ҡулъяҙма хаҡында әйтер һүҙем шул.
Әгәр ҙә бик кәрәк тиһәләр, мин Гәрәйҙең Зәлиәгә арналған бер-ике шиғырын эшләп бирермен. Ләкин уларҙы мин үҙемә күсереп алып торманым. Тик Гәрәйҙең инәһенә арналған юлдарын, ҡайһы бер төштәрен генә блокнотҡа күсерҙем. Берәй проза әҫәре яҙғанда, уларҙы файҙаланырға мөмкин. Сөнки беҙ, яҙыусылар, ундай тормошсан төштө күрә лә алмайбыҙ бит. Күп нәмәне үҙебеҙ уйлап сығарабыҙ...
Гәрәйҙен, көндәлектәрендә телгә алынған Рафаэль ағаһы – минең менән Өфө интернат-мәктәбендә уҡыған Рафаэль түгелме икән? Пединститутта уҡыны, ауыл Совете председателе лә булып эшләне.
Унан һуң Гәрәй үҙенең яҙмаларында Зәлиә тигән ҡыҙын ғына телдән төшөрмәй. Ике улы аҙаҡ тыуҙымы икән? Әле уның ғаиләһе ни хәлдә? Минзирә ҡайҙа эшләй? Әгәр мөмкин булһа, шуларҙы асыҡлабыраҡ яҙ әле, Флорида һеңлем. Ә һин үҙең уларға кем булаһың? 25 йәше тулғас, ул 1947 йылғы түгелдер, 41-се йылғы булырға тейеш. Минән уның ғаиләһенә, туғандарына күп сәләм тапшыр. Беҙ яҡташтар бит. Мин үҙем Йүрүҙән буйы, Арҡауыл ауылынанмын.
Ярай, Флорида һеңлем, хәҙергә хуш.
Сәләм менән – Рәми ағайың Ғарипов.
-
-
-
-
-
15/I—77.
Нихәл генә, Әсмә һылыуҡай!
Тыуған-үҫкән яҡтарыңдан, йәмле Дим, Ағиҙел буйҙарынан, бөтә Башҡортостаныңдан күптин-күп, суҡтин-суҡ сәләм!
һин, редакцияға ебәргән шиғырҙарың тураһында яуап көтә-көтә, төңөлөп тә бөткәнһеңдер инде. Байтаҡ ваҡыт үтеп китте – ғәфү итерһең инде, яҡташ. Хәлеңде аңлайым, әлбиттә: сит-ят ерҙәрҙә ҡош телендәй генә бер хат килеүе лә оло ҡыуаныс була. Шуның өсөн мин һиңә ҙурыраҡ, шиғырҙарың тураһында ентеклерәк бер хат яҙырмын тип, уларҙы башҡаларҙан айырыбыраҡ һалып ҡуйғайным да, редакцияның көндәлек мәшәҡәттәре менән ығы-зығы килеп, һаман ята бирҙе. Ә ҡалған эшкә ҡар яуа, тигән мәҡәлде һин яҡшы беләһеңдер инде. Бына, ял көнө килеп булһа ла, яҙырға булдым үҙеңә.
Шиғырҙарың ҡатын-ҡыҙ поэзияһы тураһында ла, үҙеңдең яҙмышың хаҡында ла бик уйландырҙы. Улар ысын йөрәк хисе, тыуған ерҙе өҙөлөп һағыныу тойғолары, ниндәйҙер күңел болоҡһоуы менән бер тындан яҙылған. Уйландыра ла, тулҡынландыра ла улар. Күрәһең, был һинең тәүге шиғырҙарың ғына түгелдер. Һәр хәлдә донъяны һин шиғри күрә беләһең. Уй-тойғоларыңды асып биреүҙә ниндәйҙер бер тамамланғанлыҡ, камиллыҡ, эске һиҙемләү, сама тойғоһо бар. Быны уй-тойғо культураһы тип атарға ла мөмкин. Был бик яҡшы.
Инде «ләкин»гә күсәйек: ә бына шиғри культура, шиғри техника тигән нәмә һиңә етешеп бөтмәй әле, Әсмә һылыуҡай. Былай ритмды һин яҡшы тояһың, ләкин рифмаларың бик самалы: гел яҡынса ғына яңғырашҡа ҡоролған. Мәҫәлән, «Төштәремдә булдым тыуған яҡта» шиғырында: «нараттар – яҡында», «һандуғас – ҡошсоҡҡай» кеүек үтә алыҫ рифмалар ҡулланаһың. «Хыялланған инем»дә «туғайҙы – турғайҙың» тигән рифма бар, әлбиттә. Ләкин ул күптән тылҡынған, традицион рифма. Һинең үҙең генә тапҡаны түгел. «Оҙаталар мине егеттәр»ҙә бөтә рифмалар ҙа йә шау ҡылымға, йә шау исемгә ҡоролған баналь рифмалар: «баралар – ҡағалар», «кистәрҙә – көндәрҙә», «килерһең – инерһең».
Унан һуң «һөйөү юҡ ул! – тинем үҙ-үҙемә» тигән шиғырың «Һөйөү ул юҡ, тинем, бар тик иртәне, э мөхәббәт мине утта үртәне» тигән таныш юлдарҙы хәтерләтә. Ә «ышандым – туланы» инде бөтөнләй рифма була алмай. «Көтәм һаман»да ла шул уҡ етешһеҙлектәр. Ә дөйөм алғанда, шиғырҙарың, тематик яҡтан тарыраҡ, бик интим булһалар ҙа, техник яҡтан ҡарап сыҡҡанда, шиғыр булырға ғына торалар.
Тимәк, һиңә, Әсмә һылыуҡай, шиғырҙарҙы (яҡшы шағирҙарҙы, әлбиттә) бик ентекләп, төпсөнөп, уларҙың серҙәренә төшөнөп уҡырға һәм үҙ-үҙеңә бик талапсан булырға кәрәк. Ә һиндә хоҙай биргән шиғри осҡондар бар. Уларҙы үрләтеп ебәреү, әлбиттә, үҙ ҡулыңда. Яңы шиғырҙарың булһа, ебәр, тартынма. Үҙеңдең яҙмышың хаҡында ла, артабан нишләргә уйлауың хаҡында ла хәбәр итһәң ине.
Яңы йылда һиңә яңы илһам теләп, сәләм менән Рәми ағайың.
-
-
-
-
-
Ғаризалар
В Башкирский Обком BЛKCM
15 апреля 1970 г.
Дорогие товарищи!
Я не успел выступить в печати по поводу выхода книги стихов Равиля Бикбаева «Автобиография», но как поэт и как бывший комсомольский работник должен сказать свое слово членам комиссии по присуждению премий комсомола имени Г. Саляма.
В лице Равиля Бикбаева в башкирскую литературу пришел большой самобытный поэт, талантливейший представитель молодого поколения нашей многоголосной поэзии 60-х годов.
Равиль Бикбаев прежде всего глубоконациональный поэт, но не ограниченный в своем национальном своеобразии, поэт широкого масштаба и высокого полета. Мир его поэзии многокрасочный, человечный и, я бы сказал, при этом тревожный, как само время. Он как поэт-гражданин очень чуток к голосу времени, самозабвенно верен героической и трагической истории своего народа и весь устремлен в светлое будущее его.
Глаза поэта зорки и видят не то, что лежит сверху, а то, что нужно и необходимо, поэтому он в своих творческих поисках больше находит, нежели ищет. В своем поэтическом мышлении, в образном видении мира он очень смелый, даже дерзкий, но он Поэт-новатор в лучшем смысле, весь опирающийся на лучшие традиции родной поэзии. При этом он поэт большой интеллектуальной культуры, хорошо усвоивший все достижения восточной и русской поэзии, значит, всей современной.
Поэтому-то его «Автобиография» вобрала в себя все лучшее прошлого и современного и так естественно сочетает личное с общим. И его личная автобиография превращается не только в художественное самоописание его поколения, но и своеобразную поэтическую историю своего народа, возрожденного революцией, при этом не теряя индивидуальный почерк, чисто бикбаевский голос его. И голосу этому не внимать нельзя, ибо голос этот чист, искренен и мудр, как сама молодость. Равиль Бикбаев – поэт молодости, ибо настоящая поэзия не может по своей сути жить без молодости. Поэтому поэзия близка и дорога молодежи, нашему комсомолу.
Р. Бикбаев быстро, энергично растущий поэт, поэт большого будущего. Тому порукой является его «Автобиография», потрясающее стихотворение «Сонгми» и великолепная поэма о Ленине, одна из лучших созданных о нем в башкирской поэзии.
Лично я считаю, что сам Салям достоин Бикбаевской премии!
Рами Гарипов.
-
-
-
-
-
Председателю
Совета Министров
Башкирской АССР
товарищу НАБИУЛЛИНУ В. Г.
от редактора
Башкирского книжного
издательства
Гарипова Рами Ягафаровича
Заявление
Убедительно прошу Вас, товарищ председатель, помочь нашей молодой семье, нашим детям и моей творческой работе.
Дело в том, что я – литератор и после окончания Литературного института имени М. Горького при Союзе писателей в Москве был направлен на работу в Башкирию. Но вот уже третий год я работаю в Уфе и мучаюсь без своего угла, скитаясь по частным квартирам, и на это уходит половина моей очень скромной зарплаты (800 руб.).
Родился сын, родилась дочка – с ними теперь и в частные квартиры не пускают. А дети совсем маленькие еще: сыну – полтора года, а дочке всего полтора месяца, и им негде жить. И жена, чтобы беречь их, вынуждена была уехать в Москву. Кроме того, она учится в вечерней школе, а я занимаюсь творчеством – работаю над второй книгой стихов и ночую в редакциях, потому что хозяин требует освободить чулан, где я живу...
Но дальше так жить невозможно: приближаются холода, и с первого сентября у жены начинается учеба, и мы в безвыходном положении.
Я, наконец, вынужден обратиться к Вам, товарищ Набиуллин, – помогите нашим детям.
16/VIII —1957. Рами Гарипов.
-
-
-
-
-
Председателю
Совета Министров
Башкирской АССР
товарищу АКНАЗАРОВУ З. Ш.
от поэта, члена ССП СССР
Рами Гарипова
-
-
Уважаемый товарищ Акназаров!
Я вынужден обратиться к Вам с этим письмом-заявлением и глубоко надеюсь, что Вы не оставите его без внимания.
Дело в том, что я после окончания в 1955 году Литературного института им. М. Горького в Москве, четыре года поработав в редакции республиканской газеты и в книжном издательстве, по призыву партии поехал работать в деревню и три года работал в новоорганизованном совхозе секретарем комитета ВЛКСМ, сотрудничал в райгазете, и вот теперь, после ликвидации районных газет, хочу вернуться в Уфу, заниматься творческой работой.
Но для этого у меня нет никакой возможности, т. к. уезжая в деревню, я по договоренности с правлением Союза писателей и исполкомом Кировского райсовета оставил свою квартиру (вернее – свой чердак) своему товарищу по работе, писателю Н. Мусину, а правление Союза обещало новую, как только приеду. Но правление не могло в этом году выделить мне квартиру, в результате чего я остался не только без квартиры, но и даже без полуразрушенного чердака, который я получил после долгих мытарств, когда уже в одной из редакционных комнат издательства умерла моя дочка от простуды... А претендовать теперь на этот чердак я не имею никакого морального права, т. к. товарищ Мусин тоже человек семейный, как и я, с двумя детьми, вдобавок к этому, самый плодотворно работающий из молодых башкирских писателей и в то же время учится на вечернем отделении Башгосуниверситета. Как я могу по отношению к своему собрату по перу поступить так не по-человечески? Как некоторые товарищи поступили по отношению ко мне, разделив трехкомнатную квартиру тому, который даже и детей-то не имеет?..
Значит – мне опять надо ждать, опять обивать пороги райсоветов, опять скитаться по частным квартирам с детьми!.. Но сколько уже можно терпеть? Я уже вот семь лет мучаюсь без нормального жилья, лишенный самых элементарных условий для творческой работы. За это время я выпустил четыре книги, теперь заканчиваю книгу стихов «Песни жаворонка», работаю над повестью о сегодняшней деревне и живу в шалаше в Салаватском районе, выслушивая разные выкрики критиков-демагогов и районного начальства, без никакой материальной и моральной поддержки...
И все-таки бесконечно обидно становится за судьбу башкирских писателей, которых не так-то уж много в республике и которые могли бы гораздо больше сделать, чем они делают сейчас, мечтая о каком-то гнезде для существования...
Очень прошу Вас, тов. Акназаров, и башкирское правительство помочь нам и мне выйти из такого положения.
С великой просьбой – Рами Гарипов.
5/VI—1962 г.
Председателю исполкома
Кировского райсовета г. Уфы
тов. КИЛЬДЕБЯКОВУ Б. Ш.
от члена Союза писателей БАССР
Гарипова Рами Ягафаровича
Заявление
Настоящим заявлением прошу Вас предоставить мне жилплощадь, т. к. я, по решению правления Союза писателей Башкирии, уезжая в длительную творческую командировку в Салаватский район, с согласия Кировского райсовета и Союза писателей свою квартиру (по ул. Фрунзе, 58, кв. 5) оставил писателю Н. Мусину и в настоящее время не имею никакого жилья, живу с семьей в дровяном сарае бывшей квартиры.
В составе семьи – жена и двое маленьких детей.
К заявлению прилагаю справку из Союза писателей.
Прошу не отказать в моей просьбе.
30/VII. 1962 г. Гарипов.
Правление
Союза писателей Башкирии
30 июля 1962 г.
СПРАВКА
Дана писателю Гарипову Р. Я. в том, что он действительно при отъезде в длительную творческую командировку по решению Правления Союза писателей БАССР от 20 июня 1959 года в Салаватский район свою жилую площадь по улице Фрунзе 58, кв. 5, с согласия Союза писателей, оставил стоявшему на очереди молодому писателю Нугману Мусину.
Справка дана для представления в Исполком Кировского райсовета.
Председатель правления Союза
писателей БАССР Назар Наджми.
В Правление СП БАССР
от члена Союза писателей
Гарипова Рами Ягафаровича
Заявление
Как вам известно, что наряду со своим творчеством я более двадцати лет работаю и над художественным переводом.
Мною за эти годы переведены и опубликованы на башкирском языке поэтические произведения классиков русской и мировой литературы: Ли Бо, Рудаки, Хафизы, Навои, Джами, Вийона. Байрона, Шелли, Гейне, Пушкина, Лермонтова, Тютчева, Майкова, Шевченко, Франко, Туманяна. Хосе Рисаля, Лонгфелло, Хетагурова. Абая, Туктагула, Райниса, Такубоку, Тагора, Бунина, Блока.
В моем переводе вышла и книга рассказов Ивана Франко «К свету», книга для детей А. Твардовского «Ленин и печник».
а также при моем участии издавался сборник стихов на башкирском языке Р. Гамзатова «Звезда Дагестана».
К 80-летию Сергея Есенина я подготовил первый сборник стихов поэта на башкирском языке.
Мною также переведены многие стихи советских поэтов М. Исаковского, Н. Тихонова, Н. Заболоцкого, И. Сильвинского, К. Симонова, Б. Ручьева, М. Светлова, А. Решетова, М. Дудина, В. Шефнера, А. Граши, С. Кагтутикян, А. Малышко, С. Рустама, Наби Хазри, Ризы Халида, В. Торопыгина и молодых русских поэтов, живущих в Башкирии.
Перевел я и пьесу Лаврентьева «Чти отца своего», которая ставилась Башкирским академическим театром.
В последние годы я работал над реставрацией первого башкирского народного романа «Кызбатыр и Кырбатыр», который печатался во 2-м томе «Башкирского народного творчества».
В настоящее время я работаю над переводом книги «Рубаят» Омара Хайяма. Детальное знакомство с узбекскими и русскими переводами рубаи Хайяма Ш. Жамухамедова, Румера, Тхоржевского, Некорой, Державина и Плисецкого настоятельно требует глубокого изучения оригинала. Поэтому мне необходимо поехать в гг. Душанбе, Ташкент, Бухара, поговорить с текстологами и хайямоведами.
Очень прошу помочь мне в этом деле, дать мне творческую командировку в Таджикскую и Узбекскую республики.
7/II—1975 г.
Рами Гарипов.