VI. Уйланыуҙар
УЙЛАНЫУҘАР
Халҡым юлын үҙенә уратҡан
Ут йомғағы минең йөрәгем
Уға үтер, уны һүтер өсөн
Күп юл үтер кәрәк, күрәһең.
Халҡым юлы ғына шул йомғаҡтың
Серен асып бирер, теләһәң.
Теләмәһәң, ул таш булып ҡатыр,
Асмайынса сер һәм тел, әһәң...
АҠКҮЛ
Бер сәғәткә поезд һуңлай икән,
Ҡайғырма һин, бер ҙә бошонма.
Сығып ят та вокзал аръяғына,
Бәхет юҡ тигәнгә ышанма.
Тыңла, ана, йәп-йәш аҡҡайындың
Ҡарағайға ниҙер һөйләүен,
Ҡарағайҙың уға башын терәп
Мәңгелектең көйөн көйләүен.
Һәм хәтерлә: үткән төндә генә
Ҡосағында ятҡан-ҡайындыр.
Бер ҡасан да ул төн ҡайтмаҫ, булһа,
Ҡул болғауы ниндәй ҡыйындыр...
Мин бәхетле итә алмаһам да,
Мин бәғерһеҙ һиңә булалмам.
Күҙҙәреңә һинең баҡҡан саҡта,
Керпек үртәп, яныр күҙ алмам.
Сығып китер инем сәфәргә
Түл йыйырға яҙыр әҫәргә,
Юҡ, бер дәрүиш булып түгел,
Тере уҡыусы булып йөрөргә,
Бөтәһен дә үҙем белергә,
Үҙ күҙҙәрем менән күрергә.
Ҡолаҡҡа алҡа итеп элергә,
Матур бер йәр итеп һөйөргә,
Һаҡлар өсөн уны ғүмергә,
Рәхмәт әйтер өсөн һәр ергә,
Йырҙарыма моңон теҙергә,
Теҙеп йөрәктәрҙе өҙөргә,
Арттырырға йәндәй дуҫтарҙы!
Япраҡтар ҙа шаулай әҙәм һымаҡ:
Ҡайындыҡы, ҡайын телендә,
Имәндеке имән теле менән,
Уҫаҡтыҡы уҫаҡ телендә.
Яҡтылыҡты, ҡояш яҡтылығын
Яулай улар күктең йөҙөнән.
Тамырҙарға олон
ҡаҡшамаһын өсөн
Яҡты бүлә улар үҙенән.
Шулай үҫә заман елдәрендә
Мәңге йәшел тормош ағасы...
10.XI.63.
Төн ҡараңғы. Ел иҫә.
Сайҡала ныҡ ағас баштары.
Шундай ныҡ сайҡала ағас баштары...
Аҡыллы уй уйлай хатта ахмаҡ баштарың...
Һәр елгә бик һиҙгер ағас баштары,
Сайҡала шул ағас баштары,
Сайҡалмаһын, ныҡ булһын өсөн тик олоно.
Һәр үҫкән – һиҙгер...
- X 1.63.
БЕСӘЙ
Азаматҡа
Бесәй, бесәй, бес кенәм,
Һин бит әле кескенә,
Юҡ та әле кескенәң,
Һөткенәңде эс кенә.
Һөтөң эскәс, дәү булғас,
Сысҡан еҫен тойорһоң,
Сысҡан тотҡас, ныҡ туйғас,
Мыр-мыр килеп ойорһоң.
Йоҡоң туйғас, торорһоң,
Биткәйеңде йыуырһың,
Мин битемде йыумаһам,
Хөрт малай, тип ҡуйырһың.
7.V.66.
Был донъяла мине аптыратҡан,
Хайран ҡалдырғаны шул ғына:
Нисек ике йөҙлө була кеше,
Әйләнеп бер сәхнә шутына?
Һул яҡ түш кеҫәһе тәңгәлендә
Типмәйме һуң тере йөрәге?
Күҙгә тура ҡарап, һүҙ әйтергә
Өркөтәме берәй өрәге?
Үҙ намыҫы менән һатыу итеү
Иң ғәмһеткес ирҙең йөрәген.
Япа-яңғыҙ тороп ҡалғанда ла,
Саф намыҫым булыр терәгем!
7.11.68.
КАРАУАНҺАРАЙ
Р. Бикбайға
Мин ҡарайым тауҙарға
Тауҙар ҙа ҡарай миңә.
Оҙаҡ-оҙаҡ ҡарашабыҙ, —
Ялҡытмай икән ниңә?
(Ли Бо)
Хайран-вайран ҡалып һиңә, һиңә ҡарай,
Һиңә ҡарай ике күҙем, карауан-һарай,
Әйтерһең дә һәр тәҙрәңдән миңә тарих ҡарай,
Тарих ҡарай, тағы ҡорбан һорай.
Карауан, карауан уйҙар килә башҡа
Баҡҡан саҡта һинең аҫыл ташҡа...
Әйтерһең дә һиңә Ленин ҡарай,
Ленин ҡарай һиңә, карауан-һарай.
Күпме генә ҡараһаң да ярай
Күҙҙәренә һинең, карауан-һарай.
Күҙ йәшемде йәшермәйем, аҡһын, ярай,
Йәшермәйем һис тә һинән, карауан-һарай...
Һәр тәҙрәңдән, әйтерһең дә, карауан-һарай,
Бабич ҡарай, Баһау ҡарай, Шәһит ҡарай.
Карауан, карауан йылдар ҡарай, моңдар ҡарай,
Күҙ йәштәрен мөлдөрәтеп һағыш ҡарай.
Күтәреп тә һине алып ҡайтыр инем —
Таш нигеҙҙә ултыраһың, карауан-һарай.
Һәр ташыңа башҡорт ҡаны, башҡорт даны,
Күҙ йәштәре, маңлай тире һеңгән һарай.
Күпме генә ҡараһаң да, күҙең талмаҫ,
Ҡарап туймаҫ ялҡын ҡарай алтын һарай,
ялҡын һарай,
Әйтерһең дә
Мәңгелектән мәңгелеккә
Бөйөк ҡуллы, бөйөк уйлы халҡым ҡарай...
Карауан-карауан
Йылдар ҡарай,
Йырҙар ҡарай,
Моңдар ҡарай,
Ер ҡарай,
Ир ҡарай,
Ил ҡарай...
Һорай, юрай, ялуара...
Әйтерһең дә һаман яу бара,
дау бара...
Мин ҡарайым,
Ул да ҡарай,
Карауан-карауан һорау биреп, күҙгә текләп,
Күҙҙәремә текләп ул ҡарай.
Ҡурҡа-ҡурҡа
Губернатор ҡарай,
Ҡурҡа-ҡурҡа һуңғы хан ҡарай...
Халҡын ташлап
Илдән ҡасҡан
ханы ҡарай,
Даръя булып
аҡҡан ҡаны ҡарай.
3—4.1.09.
СТИХИЯ
Аяҡ осҡа баҫып үләндәр
— тип миңә ҡысҡырҙы.
Терелделәр бөтә үлгәндәр,
Баш осомда шундай көс торҙо.
Ай ҙа миңә һуҙып ҡулдарын
Таң-йондоҙҙан ғәфү үтенде.
Тик һин генә ғәфү итмәҫ һүҙҙе
Әйттең миңә, һылыу, ул көндө.
Ғәфү итмәҫ һине болоттар,
Ғәфү итмәҫ һине йондоҙҙар,
Ғәфү итмәҫ һине үләндәр,
Ғәфү итмәҫ һине йөрәгем...