Рауил Ғарипов. Ағайымдың бала сағы һәм үҫмер йылдары
АҒАЙЫМДЫҢ БАЛА САҒЫ ҺӘМ ҮҪМЕР ЙЫЛДАРЫ
Рәми. Ул хәҙер беҙҙең арала юҡ инде. Берәүҙәргә ул — Рәми, һабаҡташтарына — «бабай», әҙәбиәт һөйөүселәргә шағир булһа, минең өсөн ағай ҙа, Рәми ҙә, шағир ҙа, беренсе уҡытыусы ла ине.
Рәми, Өфөгә килеп, 9-сы интернат-мәктәптә (хәҙер 1-се интернат-мәктәп) уҡый башлағандан алып ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем көндәлек яҙмаларын бик ентекле алып барҙы. Уның 1946-1976 йылдарҙағы уй-тойғолары, хыялдары — шул дәфтәрҙәрҙә, шиғырҙарында. Ә бына уның балалыҡ йылдары, ҡасан «халҡының сәскә күңеленән бал ҡортондай ынйылар йыя» башлауы тураһында күп нәмә билдәһеҙҙер. Мин Рәмиҙең балалыҡ йылдарын, уның хыялдарын, иҫтә ҡалғанса яҙып, уҡыусыларға еткерергә уйлайым.
Беҙҙең тормош юлдары күпселек бергә үтте: балалыҡ йылдары, мәктәп осоро, интернат йылдары, Мәскәүҙәге осрашыуҙар, тыуған Башҡортостаныбыҙға ҡайтып, алған белемдәребеҙҙең емештәрен үҫтергән дәүер. Был йылдар тураһында ул:
Ә шулай ҙа шәп нәмә һин, тормош!
Беҙҙең ҡул да һине төҙөшкән.
Шундай бөйөк дәүер бәхете бит
Төшкән бына беҙҙең өлөшкә!
Тормош беҙҙе артыҡ шаяртманы:
Балалыҡты иртә ҡыуҙырҙы,
Ҡайһы саҡта, күҙҙән ут сығарып,
Уңлы-һуллы биткә һыҙырҙы, —
тип иҫкә алыр булды.
Беҙҙең тыуған ауыл Арҡауыл һыртына урынлашҡан. Ауылдаштарымдың һөйләүенә ҡарағанда, Йүрүҙәндең бер ҙур яҙғы ташыуынан һуң, Монай ауылының бер өлөшө тау башына күсеп ултырған. Беҙ бала саҡта Монай ауылы бар ине әле. Хәҙер унда һуғарыулы көтөүлек, «Йүрүҙән» совхозының ерҙәре.
Ауылыбыҙҙы икегә бүлеп, Шар исемле йылға аға. Был йылға буйлап Габовка, Тимәкә (Тимкино) тип йөрөтөлгән урамдар һуҙылған. Йүрүҙән ярында, тау башында башҡорттар урам һалған. Офоҡта күгәреп Ҡаратау күренә. Ҡутҡантау, Ҡыҙҙар тауы, Сейәле тау, Сиған ҡулы, Өскүл, Буралы шишмә, Гөлбәғиҙә ҡыуағы, Йәмилә тауы, Шар башы, Асы һаҙлығы, Мәғмүрйә буйы — былар беҙҙең еләк-емеш йыйған, бесән сапҡан, ашлыҡ сәсеп-урып үҫкән ерҙәр. Күп йылдар үткәс, Рәми, уларҙы һағынып:
Бына минең тыуған ер был
Ҡарт Ҡаратау, йүгерек Йүрүҙән...
Тыуып-үҫкән, һыуын эскән
Ерем минең, —
тип, тәүге шиғырҙарын шул ерҙәргә, шунда йәшәгән яҡташтарына арнаны.
Һуңғы ваҡытта Рәмиҙең башҡортмо, татармы, русмы булыуын асыҡларға тырышҡан «дуҫтары» күбәйҙе. Был һорауға Рәми үҙе тулыраҡ итеп, еренә еткереп әйтер ине. Беҙ үҫкәндә лә, уҡығанда ла рус, татар, башҡорт балалары менән аралаштыҡ, бергә уйнаныҡ, бергә эшләнек. Шуға күрә беҙҙең рус дуҫтарыбыҙ ҙа, татар иптәштәребеҙ ҙә, башҡорт туғандарыбыҙ ҙа күп.
Беҙҙең ҡан туғандар ҙа байтаҡ ҡына булған, Рәми йылдар буйы эҙләнде, ситтәге туғандарыбыҙҙы тапты. Миндә Рәми ҡулы менән яҙылған шәжәрә һаҡлана. Был шәжәрәлә бер нәмә лә йәшерелмәгән, бөтәһе лә асыҡ, аңлайышлы.
Һин барыбер еңдең,
Үлемһеҙлектәргә юл һалдың!
Тик бәхетте күрмәй,
Күҙ-ҡаш араһынан юғалдың.
(«Һуңғы хәбәр»)
Етемлекте үҙем күп татыным,
Мираҫ булып ҡалмаҫ ул алтыным,
Булһам да мин үҙем көл-күмер,
Башығыҙҙан һыйпау — бер ғүмер!..
(«Атай алтыны»)
Шиғыр яҙҙы шағир аслы-туҡлы,
Туйындырҙы илһам баҡсаһы!..
Тик бурысын түләргә лә уның
Етмәне шул тапҡан аҡсаһы!..
(«Шағир»)
Был шиғри юлдар бөтәһе лә үҙенә ҡағылған кеүектәр...
Атайыбыҙ бик иртә етем ҡалған. Олатайҙың (ҡартатай: ҙың) туғандарында тәрбиәләнгән. Үҫеп еткәс, Арҡауылдан өс-дүрт саҡрым самаһы алыҫлыҡта ятҡан Яубүләк ауылынан етем ҡыҙ Гөлмәрйәмгә өйләнгән. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, бригадир, колхоз председателе булып эшләй. 1935-1937 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә йөрөй. Шул йылдарҙа беҙгә Миәс ҡалаһында йәшәргә тура килә. Хеҙмәттән ҡайтҡас, Арҡауыл ауыл советы председателе булып эшләй, 1939-1941 йылдарҙа Салауат районының Осоавиахим (хәҙерге ДОСААФ) председателе була. Шул йылдарҙа беҙҙең ғаилә Ҡаратау ауылында йәшәгән. Хәҙер Малаяҙ (мал көтөүлеге) тип йөрөтәләр ул ауылды. Ҡаратау ауылы — Ҡаратауҙың башы. Тарихҡа ингән ауыл. 1941 йылдың март айында атайымды ауылдаштары яңынан колхоз председателе итеп һайлап ҡуя. Бына шулай, һуғыш башланырға өс ай ҡалғас, беҙ тыуған ауылыбыҙға ҡайтып йәшәй башланыҡ.
1941 йылдың 22 июне. Беҙҙең район үҙәгендә һабан туйы. Мин Урал менән ауылда ҡалғанмын. Беҙгә күҙ-ҡолаҡ булырға күрше Мәрйәм апайға әйтеп киткәндәр. Шул көндә
төшкә табан һуғыш башланыу тураһында йөрәк тетрәткес хәбәр килеп етте. Бәләкәй булһаҡ та (миңә ул саҡта 7 йәш тулып килгән), һуғыштың бик ҙур ҡайғы, ауырлыҡ икәнен аңлағанбыҙҙыр. Унан алда аҡ финдар менән булған бәрелеш, атайҙың: «Был һуғыш оҙаҡҡа һуҙылһа, миңә лә китергә тура килер», — тигән һүҙҙәре хәтерҙә ҡалған. Миңә көн ҡараңғыланып киткәндәй тойолдо. Кисләтеп, бер-бер артлы район үҙәгенән ҡайта башланылар. Ана, Саптар егелгән кырандас та күренде, ағай дилбегә тотҡан. Саптар, ҡайғылы көндәрҙең килеп еткәнен һиҙгәндәй, башын эйеп юрта. Ағайҙың Саптарға арналған шиғырын хәҙер ҙә күҙ йәшһеҙ уҡып булмай.
Йәғәфәр Ғарипов, күптән түгел генә Осоавиахим председателе булып эшләгән кеше, һуғыш хәбәре ишетелгәс тә, хәрби комиссариатҡа юл тота. Уны шунда уҡ мобилизация эштәренә йәлеп итәләр. Бер ай самаһы үткәс, эшен тапшырырға, беҙҙең менән хушлашырға бер аҙнаға ауылға ҡайтып китте. Атайҙың һуңғы китеүе булған икән. Ул әйләнеп ҡайта алманы.
1942 йылдың яҙына тиклем ул Читала һәм Абаканда (Хакасия) хеҙмәт итте. Ни эшләп ул яҡта булыуы хәҙер беҙгә аңлашыла. Р. Зоргеның «Япония беҙҙең илгә ҡаршы һуғыш башламаясаҡ» тигән хәбәренән һуң, айырым частар һуғышҡа ебәрелә. Шулай итеп, атай яҙ көнө Кропачево станцияһынан көнбайышҡа китә. Состав бер нисә сәғәткә туҡтап тора. Беҙ йортта уйнап йөрөй инек, кемдер: «Атайығыҙ телефонға саҡыра», — тип йүгереп килде. Телефондан атай менән ағайым ғына һөйләште. Һуңынан инәйгә: «Трубкала нәҡ атайҙың үҙ тауышы булып ишетелә», — тип һөйләгәне хәтерҙә. Ул көндө инәйем (әсәйем) Байыҡҡыуаҡ янындағы яланда сәсеү эшендә ине.
1943 йылдың февраль айында «Ҙур алышҡа керәбеҙ» тип яҙылған хаты һуңғыһы булды. Бына шунан һуң хәбәр-хәтер юҡ. Минең хәҙерге осорҙа, район хәрби комиссариатына барып, атайҙың яҙмышын белергә теләүем дә бер ниндәй һөҙөмтә бирмәне. «Хәбәрһеҙ юғалған», — тип кенә яуап бирҙеләр. Йылдар үткәс, был турала ағайҙың яҙылып бөтмәгән «Яндырылған хаттар» поэмаһын уҡып, йөрәк өҙгөләнде.
Атай. Ауылдаштар хәтерләүенсә, ул яғымлы, сая һүҙле, эшсән кеше булған. Иң яратмағаны — алдашыу, ялҡаулыҡ.
Ауылдың уҫал һүҙле апайҙары ла уның алдында һүҙһеҙ ҡала торған булған. Беҙҙе белмәгән кешеләргә «Йәғәфәр малайҙары» тип таныштыралар, ул кешенең ҡараштары яғымлыланып китеп, беҙҙе һөйөп ҡаршылауҙары иҫтә һаҡлана. Атайыбыҙ партия ағзаһы ине. Китаптарынан «Бәләкәй Совет энциклопедияһы» һәм «ВКП(б) тарихы» иҫтә. Уларҙың ҡайһы биттәре йыртылып алынған, ҡайһы бер рәсемдәрҙең күҙҙәре соҡолоп, буялып бөткән. Был турала Рәми үҙенең «Табыныу» поэмаһында бик әсенеп яҙа. Был поэманы беренсе булып тыңлаусылар исемлегенә мин дә яҙыла аламдыр.
1964 йылдың бер көнөндә, беҙҙә бик матур итеп ял иткәндә, ағай ҡоҙағыйының йырлауын үтенде. Килененең магнитофоны ла әҙер булған. Шул кистә Туҡайҙың «Туған тел»е, Рәмиҙең «Туған тел»е яңғыраны. Һуңынан: «Әле бер ҡайҙа ла баҫылмаған, бәлки, баҫылмаҫ та», — тип ул беҙгә «Табыныу»ын уҡыны. Бына шулай беҙҙә ағайҙың тауышы һаҡланып ҡалған. Радио тыңлаусылар яҙманың етешһеҙлектәре өсөн беҙҙе ғәфү итер инде, шау-шыуы бар. Ләкин был — тик ҡатыным Фәриҙәнең тырышлығы. Радиокомитетта яҙылһа, яҡшыраҡ булыр ине лә бит... Тик, үкенескә ҡаршы, ағайҙың «дуҫтары» уның барлыҡ яҙмаларын юҡҡа сығара барған икән шул. Ваҡытында бит Рәмиҙең тауышы радио тулҡындары аша ишетелеп тора ине, зәңгәр экранда үҙе лә күренгеләштерә торғайны. Тик улар һаҡланмаған.
Беҙҙе үҫтереп кеше итеүҙә, Рәми ағайға шиғриәткә, ҙур әҙәбиәткә юл асыуҙа инәйебеҙҙең өлөшө бик ҙур. Ҡайҙа ғына эшләмәне ул. Урманын да киҫте, бесәнен дә сапты, кәбәнен дә ҡойҙо, урағын да урҙы, халыҡҡа ашын да, икмәген дә бешерҙе, көтөүен дә көттө, аттар ҙа ҡараны. Айлы төндәрен урманға барып; таң атыуға, саналарын шығырлатып, утын тейәп ҡайтып кереүҙәре бер ҙә иҫтән сыҡмай. (Беҙ ул саҡта бер-бер артлы дүрт бәләкәй бала инек. Урманға Ҡаратауға, 8-10 саҡрымға, йөрөйҙәр ине.) Ирҙәр эшләргә ҡурҡып торған эштәрҙе эшләне ул. Бер ваҡыт Йоматауҙа ял иткәндә минең янға таҙа кәүҙәле бер ағай килеп ултырҙы ла: «Һин Ғарипов булаһыңмы? Беҙҙең Гөлмәрйәмдең улымы?» — тип һораштыра башланы. Мин аптырап ҡалдым. Был ағай оҙаҡ йылдар Салауат район советы башҡарма
комитеты председателе булып эшләгән Рафиҡов ағай булып сыҡты. «Гөлмәрйәмде беҙ, икенсе комбайн, тип йөрөтә инек. Көнөнә 0,5-0,6 гектар арыш урып ҡуйыр ине. Бер йыл ҡул менән 20 гектар ерҙән ашлыҡ урып алды. Бесән сапһа, бер гектарын һелтәй ҙә ҡуя ине», — тип һөйләп ултырҙы ул. Был турала ваҡытында «Совет Башҡортостаны» гәзитендә мәҡәләһе лә баҫылып сыҡҡан икән.
Әсәйебеҙ 1913 йылдың апрель айында Яубүләк ауылында тыуған. Атаһы Хизбулла Ғәйфуллин 1911 йылдарҙа хеҙмәттән ҡайта. Яубүләккә Йүрүҙән аша паром менән сығып йөрөгәндәр. Инәйем хәтерләүенә ҡарағанда, паромсы булып Щадрин ҡарт эшләгән. Ҡайһы ваҡыт паромды ике ҡыҙы йөрөткән. Беҙҙең олатай шунда үҙенең тормош юлдашын осрата. Туғандарының ҡаршылыҡтарын үтеп, Өфөгә килеп, буласаҡ ҡартинәйҙе мосолман диненә күсереп, никах уҡытып ҡайталар. Өләсәйебеҙ башҡортса таҙа һөйләшкән, дин тотҡан, башҡорт йырҙарын йырлаған.
Ике ҡыҙ тыуа: Гөлмәрйәм, Миңзифа. 1914 йылғы һуғыш башлана, Хизбулла олатайҙы һуғышҡа оҙаталар. Мөхлисә өләсәйебеҙ ике бала менән Яубүләктә ҡала. Ата-әсәһеҙ, туғандарһыҙ йәшәүе ауыр була (туғандары менән ара өҙөлгән). Йәберһетеүҙәргә түҙә алмай, ике баланы олатайҙың туғандарына ҡалдырып, ул Яубүләкте ташлап китергә мәжбүр була.
Хизбулла олатай исән-һау әйләнеп ҡайта, әйләнә. Үгәй инәйҙәре бик уҫал булып сыға. Бәләкәй һеңлеһен инәйгә ҡарарға, тәрбиәләргә тура килә. Йүрүҙәндә һыу ингәндә, ағып китеп, һыуға бата Миңзифа. Бала-саға кәрәкле ярҙам күрһәтә алмай, ул бала үлеп ҡала. Хизбулла олатай ҙа оҙаҡ йәшәмәй — тиф ауырыуы эләгеп, вафат була. Шулай итеп, инәйебеҙ бер үҙе тороп ҡала, был ваҡытта уға 9 йәштәр самаһы була. Инәйҙе Хизбулла олатайҙың ағаһының ғаиләһе ҡарарға ала. Мин белә башлағанда, Ғәрифә әбей иҫән ине әле. Әбейебеҙ уҡымышлы ғына ҡарсыҡ булған. Ауыр йылдарҙа инәйем өс класты өҙөп-йыртып ҡына уҡып ҡалған.
Мин әсәйҙең (инәйҙең) бала сағына ентекләберәк туҡталам. Юғиһә, белер-белмәҫ көйө, ауыҙ күтәреп «Рәмиҙең әсәһе мәрйә булған икән» тип хәбәр тараталар. Мәрйә булһа ла, бер ниндәй ҙә ғәйеп булмаҫ ине. Тик ағайҙың үлеүенә ун беренсе йыл барғанда, әсәйҙе ерләгәнгә 5 йыл тулғанда,
уның ҡалған балалары иҫән саҡта, бындай хата ебәреү, минеңсә, ҙур әҙәпһеҙлек.
Инәйгә үҙ әсәһенең тәрбиәһен күрергә тура килмәй. Рус телен Арҡауылда ғына әҙ-мәҙ аңлай башлай. Үрҙә әйтеүемсә, ауылыбыҙҙың яртыһы рустар ине. Беҙҙең менән бергә аралашып йәшәгәндәре, бергә эшләгәндәре башҡортсаны һыу кеүек эсә торғайны. Хәҙер ауылға ҡайтып, рус йәштәштәр менән осрашһам, һаман да башҡортса һөйләшәбеҙ. Ә инәйгә килгәндә, ул үҙен һәр ваҡыт башҡорт ҡыҙы һананы. Беҙҙең туған тел — башҡорт теле. Өйҙә беҙ, беренсе булып, башҡорт көйҙәрен инәйҙән ишеттек. Ул йырсы булманы, әммә тормошоноң ауыр минуттарында, тәҙрә янына баҫып, әкрен генә көйләр ине. Инәйҙән беҙ беренсе тапҡыр Салауат тураһындағы йырҙар ҙа ишеттек. Халҡыбыҙҙың башҡа йырҙарын да ул еткерҙе беҙгә.
Рәми ағай минән ике йәш ярымға оло. Бала хәтеремдә ағай менән бергә үҫкән ваҡыт былай булып күҙ алдына килә. Йәйге иртә. Әсәйебеҙ эшкә киткән. Зараб ағай менән Рәми бергәләп мине колхоздың балалар баҡсаһына алып барырға тырыша. Мин ҡарышам, тыпырсынып илайым. Улар мине илтеп тапшыралар ҙа күҙҙән юғалалар. Был саҡта миңә өс йәштәр самаһы булғандыр.
Мин дә, уңайлы мәлде тура килтереп, баҡсаға күрше генә торған йортҡа һыҙам. Ул йортта беҙҙең туған әбей йәшәй ине. Мин килгәнсе, ағайҙарҙың эҙҙәре лә күренмәй. Тирә-яҡты ҡараштырам да тау аҫтына, Йүрүҙән буйына, сабам. Мин барып етеүгә, ағайҙарым Йүрүҙәндә рәхәтләнеп балыҡ ҡармаҡлай. Миңә эләгеп тә ҡуйғылағандыр инде, тик улар, миңә тотолған балыҡты ҡарап ултырырға ҡушып, үҙ эштәрен дауам итә.
Бына шулай Рәмиҙең Йүрүҙән буйында балыҡ ҡармаҡлап, һыу инеп йөрөгәндәре күҙ алдымда. Ул ҡайҙа булһа, мин дә шунда инем. Ниңәлер, ул күберәк үҙенән ҙурыраҡ малайҙар менән уйнаны.
Балалыҡ йылдарыбыҙ матур Йүрүҙән буйында үтте. Рәми Йүрүҙәнде бөтә күңеле менән яратты, шуғалыр ҙа тәүге шиғырҙары Йүрүҙән тураһында, беренсе китабы ла «Йүрүҙән» тип аталды.
Ҡайһы саҡта ат ашатыр өсөн үлән сабырға баралар. Ҡай саҡ мине лә алалар. Беҙҙең өйҙән йыраҡ түгел пожарка урынлашҡан ине. Хәҙер ул урында яңы мәктәп һалынған. Кистәрен шунда бала-саға әкиәт тыңларға йыйылабыҙ. Аждаһа йыландарын бишкә бөгөп, сәмреғоштарын ете ҡат ситлеккә ябып, әкиәттәрҙе оҫта һөйләр ине пожарниктар. Ә Рәми, әкиәтте тыңлап бөткәс, төрлө һорауҙар биреп аптырата торғайны уларҙы.
1939 йылдың көҙөндә ғаиләбеҙгә район үҙәге Ҡаратау ауылына күсеп килергә тура килде. Атайыбыҙ шунда эшләй ине. Юлға сығырға әҙерләнәбеҙ. Колхоз автомашинаһы алырға килгән. Ә беҙ малайҙар менән ауылдан йыраҡ түгел Сауыллыҡҡа «ҡасҡы» уйнарға сығып китәбеҙ. Мин күрше малайы Шәрифулла менән өйгә ҡайтҡанда, әйберҙәрҙе тейәп бөтөп, китергә йыйынғайнылар. Ағай юҡ, ул «ҡасҡы» уйнап тороп ҡала, беҙ китәбеҙ.
Уның тик бер нисә көндән һуң район үҙәгенә килгән кешеләр менән бергә килеүе иҫтә. Рәми, Арҡауылда уҡый башлап, беренсе класты тамамлағайны. Район үҙәгендә икенсегә бара. Тик уҡытыусылары бик уҫал була, ниндәйҙер ғәйебе өсөн Рәмиҙең башына линейка эләгә. Был ваҡиғанан һуң, күпме өгөтләп ҡараһалар ҙа, ул класҡа башҡаса уҡырға бармай, яңынан беренсегә төшөп ултыра. Рәми беренсе класҡа алты йәшенән ингән була. Шуның өсөндөр инде, уның теләгенә ҡаршы килмәйҙәр.
Беҙ район үҙәгендә йәшәгән йылдар Салауатты иҫкә алыу кисәләре, «Салауат Юлаев» тигән кинофильмдың экранға сығыуы. Малаяҙ районының «Салауат районы» тип үҙгәртелеүе менән тура килә. Ул саҡ Салауат тураһында бик күп һөйләп, йырҙар йырлап, ҡурай уйнап йөрөгән ҡарттар күп ине. Беҙ йотлоғоп тыңлар булдыҡ. Бер ҡарттың: «Элегерәк Салауат тураһында һөйләгән, йырҙар йырлаған кешеләрҙе һөргөнгә ебәрәләр, йәберләйҙәр ине», — тип һөйләгәне иҫтә ҡалған. Беҙҙе олораҡ иптәштәребеҙ Ҡалмаҡ ауылына, Салауат мәмерйәһенә, алып барҙы.
Ҡаратау ауылында йәшәгәндә, Рәми менән бәйле тағы ике ваҡиға иҫтә. Шул йылдарҙа кейеменә ҡалайҙан яһалған төрлө әйберҙәр тағып, аҡылға зәғиф Нох Таһир исемле бер кеше урамда йөрөй ине. Уның артынан беҙ, бала-саға, йүгерәбеҙ. Уны асыуландырып, артынан юҡ-бар әйбер ырғытып ҡалабыҙ. Был хәл Рәмиҙең бик асыуына тейә. Шулай бер
көн ул үҙенән өлкәнерәк малай менән, тегеһе Нох Таһирҙың бер «миҙал»ын өҙөп алғаны өсөн, сәкәләшеп китте.
Рәми ағастан йәки башҡа әйберҙән төрлө уйынсыҡтар эшләп уйнарға ярата торғайны. Бер көн шулай өйҙә уйнап ултырғанда, мине ниндәйҙер тимерсыбыҡ алырға сығарып ебәрә. Өйгә инеп килгәндә генә, мине ата ҡаҙ эләктереп ала. Минең менән ата ҡаҙ араһында алыш башлана. Мин ҡаҙҙың суҡышынан эләктерәм, ә ул мине ҡанаттары менән биргеләй. Ике ҡаш ярыла, ҡанға туҙам. Был хәлде урамдан үтеп барған бер апай күреп ҡала ла өйҙәгеләргә әйтә. Әсәйем йүгереп сығып, мине ҡаҙҙан айырып ала.
Рәми әллә күпме ваҡыт үҙен ғәйепле һанап йөрөнө.
1941 йыл. Атайҙы һуғышҡа оҙатҡан иртә. Мин һуңлап уянам. Өйҙә тынлыҡ. Тышҡа сыҡһам, Рәми ишек алдында бәләкәй арба эшләп маташа. Был — уйынсыҡ түгел, үҙебеҙ тартып бесән, утын ташый торған арба ине. Күҙҙәренән мөлдөрәп йәш аға. Мин дә эштең нимәлә икәнен аңлап, иларға тотондом. Ул көндә ауылдың бер нисә кешеһен һуғышҡа оҙаттылар.
Ауыл советы йорто алдында митинг була. Рәми шул йыйылышты һәр ваҡыт иҫенә төшөрә ине. Был көндә Рәмиҙең үҫмерлек осоро башланыуы, әсәйҙең беренсе ярҙамсыһы булып ҡалған көнө тип иҫәпләргә кәрәк.
1941 йылдың беренсе сентябре. Ағайым уҡырға китергә әҙерләнә. Мин мәктәп ҡапҡаһына тиклем уны оҙата барам. Беренсе звонокты ишеткәс, Йүрүҙән буйына һыу инергә төшөп китәм. Унда арығансы йөрөйөм дә өйгә ҡайтам. Тәнәфес ваҡыты булғандыр инде. Беҙҙең күрше Шәрифулла менән Рәми, йүгереп килеп, мине мәктәпкә алып китә:
— Һин уҡырға йөрөргә тейешһең, һине уҡырға яҙғандар, тик беренсе һәм өсөнсө класс балаларын бер класҡа индерәләр.
Шулай итеп, беҙҙең өйҙә бер уҡыусы артты. Мине уҡырға-яҙырға өйрәтеү башланды. Күп эште һул ҡул менән эшләйем. Шуға күрә ҡәләмде лә һул ҡулға тотоп яҙа башланым. Мәктәптә — уҡытыусы, өйҙә Рәми ҡайһы ҡулым ҡәләмгә ынтылғанды ҡарап ҡына тора. Ҡайһы саҡта һул ҡулды бәйләп тә ҡуя. Бына шулай һуҡҡылап-тартҡылап, уң
ҡул менән яҙырға өйрәтте ул мине. Шунан аҙаҡ бер ҡасан да һул ҡул менән яҙғаным юҡ.
Мин беренсе, икенсе кластарҙа уҡығанда, Рәми өсөнсө, дүртенсе кластарҙа уҡыны. Беҙгә бер үк уҡытыусы белем бирҙе. Мин күберәк өлкәндәрҙең дәресен тыңлап ултырырға яраттым. Рәми үҙенең йыйнаҡлығы, зирәклеге һәм тапҡырлығы менән айырылып тора ине.
Һуғыштың тәүге йылдары беҙҙең ауыл халҡы өсөн үтә ауыр булмағандыр. Ул саҡта колхозда аттар бар ине. 1941 йыл ауыл хужалығы өсөн уңай килгән, игене лә уңған. Ә бына 1943 йылдың яҙы иҫкә төшһә, әле лә тәндәрем эҫеле-һыуыҡлы булып китә. Яҡшы аттарҙы һуғышҡа оҙаттыҡ. Ҡалғандары төрлө ауырыуҙан, аслыҡтан үлеп бөттө. Һәр бер бригадаһында йөҙәрләгән аты булған «Игенсе» колхозының эшкә егерлек унлаған аты ҡалғандыр. Уларҙың арыуыраҡтары колхоз идараһына, пожарныйға ҡуйылған, ә йөк ташырға үгеҙ, һыйыр, хатта быҙау егә башланыҡ. (Күптәрҙең, бәләкәй арбаға, санаға егелеп, утын, бесән ташыуҙарын мин ул саҡта, шулай булырға тейештер, тип кенә уйлай инем.)
Был йылдарҙа күрше-тирә малайҙар уҡыуҙан һуң Асы һаҙлығына, Шар башына, Өскүл һаҙлығына утынға китер инек. Беҙ күберәк Әлтәф, Әбделхай, Яхъя, Нил, Рәми йөрөнөк. Был малайҙар беҙгә ҡарағанда өлкән: 1930-1931 йылғылар. Рәми 1932 йылғы. Шуға ҡарамаҫтан, утын киҫкәндә, тегеләрҙән ҡалышмаҫҡа, йөктө улар йөгөнән бәләкәй итмәҫкә тырышып, намыҫланып эшләр ине. Мин өлгөрмәй, ялҡаулана башлаһам, «өлөш» тә эләгә.
Бер көн шулай ҡайтып киләбеҙ. Ҡараңғы төштө, һалҡынайтып ебәрҙе. Аяҡтарҙа — сабата. Һаҙлыҡта утын әҙерләгәндә, улар үтәнән-үтә һыуланған, хәҙер инде шаҡылдап туңған. Туҡтап ял итәбеҙ. Бүре олоған тауыш ишетелә. Ҡурҡыныс. Ҡурҡыу бөтөнләй хәлде алған. Беҙҙең иң өлкәнебеҙгә 13-14 йәш булғандыр. Ул саҡта берәм-һәрәм юлға сыҡҡан кешеләрҙең ас бүре өйөрөнә тура килеп, башҡа ҡош-ҡортҡа осрап юғалыуҙары тураһында бик күп хәбәр йөрөй ине. Бүре олоған тауыш бик яҡында ишетелгәнлектән, бүре утҡа яҡын килмәй, тигән әйтемде иҫкә алып, Яхъя ағай шырпыһын һыҙа ла һалам өйөмөнә ут һала.
Беҙҙең бик оҙаҡ ҡайтмауыбыҙға аптырап, эштә ныҡ арыуына ҡарамаҫтан, әсәйебеҙ ҡаршы килгән. Беҙгә йөк бөтөнләй еңеләйә.
Ял көндәрендә утынға, Йүрүҙән аша үтеп, Ҡаратау яғына китә инек. Шундай көндәрҙең береһендә беҙҙе, бәләкәй санаға егелгән утынсыларҙы, яҡшы аттар еккән иҫерек урмансылар ҡыуып етеп, йөктәрҙе бушаттырып, балталарҙы алып, ҡайһы берҙәребеҙгә һыйғыр сыбыртҡы эҙе ҡалдырып, ҡан илатып китте. Үкенескә ҡаршы, бындай хәлдәргә йыш осрай инек. Йәшәргә тырышып, үҙҙәренең кескәй туғандарына йылынырға утын алып ҡайтып килгән балаларҙы ул урман һаҡсылары ниндәй күңел менән йәберләгәндер?! Ә шул уҡ ваҡытта уларҙың ғәйебе менән йөҙәрләгән гектар урман янды. Бала саҡта йөрәкте әрнеткән ул «урман һаҡсылары»на һаман да күңелем иремәй.
Ағай эшен еренә еткереп эшләне: утын киҫһә лә, бесән сапһа ла, кәбән һалһа ла, Рәмиҙең һәр эштә үҙ почеркы бар ине. Хатта еләк йыйғанда ла Рәмиҙең йыйған еләге башҡаларҙыҡынан айырылып торор ине. Уға, баш бала булараҡ, ауырлыҡтың да, эштең дә ҙур өлөшө эләкте. Инәй менән бергәләп ат ҡараны. Ул ваҡыттағы аттарҙы егеп йөрөү түгел, үҙебеҙ егелеп, бесән ташып ашатырға тура килде. Әсәйебеҙгә ниндәй генә эш тапшырмаһындар, үҙебеҙсә уға ярҙам итергә тырыштыҡ. Ағайым, әсәй менән бергәләп, Габовкалағы ат һарайына ҡунырға йөрөй ине. Тай көтөүен дә көтөргә тура килде. Әсәйебеҙ менән бергәләп, 12-13 йәшлек малайҙың тай өйрәтеүҙәре хәтерҙә. Һарыҡ көтөүен дә, һыйыр көтөүен дә көтөргә тура килде. Идаралыҡта йомошсо малай ҙа, ҡарауылсы ла булдыҡ.
Бына шулай ауырлыҡ күреп үҫкәнлектәндер инде, Рәми һуңынан да һәр бер эштә бик намыҫлы булып, күңелен биреп эшләне. Ауылға ялға-маҙар ҡайтҡанда, уның таңы Йүрүҙән буйында атыр ине. Ауылдаштарҙың бөтә башҡарған эшен өйрәнеп, ярҙамлашып йөрөр булды.
Рәмигә һуғыш йылдарында әсәйебеҙҙең беренсе ярҙамсыһы булырға тура килде. Әсәйебеҙ үҙебеҙ башҡарырлыҡ эштәрҙе беҙгә ҡалдырыр ине. Беҙ булдыра алмаҫлыҡ эште: «Уныһын мин ҡайтҡас эшләрбеҙ, теймәгеҙ», — тип әйтеп китә торғайны. Беҙгә эшһеҙлектән урамда «тиҙәк тибеп» йөрөргә ваҡыт ҡалмай ине. Рәми ағай етәкселегендә бесән йыйыу, бесән ташыу, утын килтереү, баҡсалағы хәлдән килерлек бөтә эш башҡарыла ине. Бынан башҡа, яҙын ҡар ирегәс үк, көҙҙән «йәшеренеп» ҡалған картуфты ҡаҙып алыу, кесерткән йыйыу. Ер-һыу кибә биреп, урман йәшел-
ләнә башлағас, ашарға яраҡлы үҫемлектәр эҙләп, көндәр буйы урманда юғала инек. Еләк-емеш етешә башлаһа, ялан ҡыҙырып, еләк йыйҙыҡ. Имән туйыраһын да ҡапсыҡлап-ҡапсыҡлап алып ҡайта торғайныҡ.
Рәми, әсәйҙән үрнәк алыптыр инде, беҙ бәләкәйҙәргә хәлебеҙҙән килерлек эштәрҙе бүлеп бирер ине. Шунан нисек эшләнеүен тикшереп, үҙенсә баһалай. Миңә, бәләкәйерәк булғанғалыр инде, ҡар аҫтынан ашлыҡ башағы йыйырға тура килмәне. Әсәй — көндөҙгө эштән, Рәми ағай мәктәптән ҡайтҡас, башаҡ йыйырға сығып китә. Ә миңә кескәй һеңлебеҙ Мөршиҙәне, энебеҙ Уралды ҡарау һәм башҡа өй эштәре йөкмәтелә.
Бөтә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Рәми уҡырға бик талапсан ине. Ас-яланғас булһа ла, мәктәпте ташламаны. Һәр ваҡыт булған кейемен рәтләп, ямаштырып, таҙа кейенеп уҡырға китер ине. Юҡ-барға һылтанып, дәрес ҡалдырғанын хәтерләмәйем.
Бына шулай бик ҙур ҡыйынлыҡтар менән беҙ Еңеү көнөн дә ҡаршылау бәхетенә ирештек. Тик атайыбыҙҙың яуҙан ҡайтыуын көтөп ала алманыҡ...
Ә хәҙер Рәмиҙең әҙәбиәткә ниндәй юлдарҙы үтеп аяҡ баҫыуын үҙ күҙлегемдән сығып һөйләргә уйлайым.
Әсәйебеҙҙең хәтерләүенсә, олатайыбыҙ Хизбулла Ғәйфуллин бик зирәк, шиғри күңелле кеше булған. Бәйеттәр сығарған. Тик уға оҙаҡ йәшәргә тура килмәй, һалдат хеҙмәтенән ҡайтып килгәндә, тиф ауырыуы менән сирләп, юлда үлеп ҡала.
Рәми бала саҡтан уҡ китапҡа бик ҙур хөрмәт менән ҡараны. Китапҡа һөйөүҙе унда, минеңсә, беҙҙең күрше Ким Саматов уятҡандыр. Әсәләре Ғәйниямал әбей пожарник булып та, кибет һаҡлаусы булып та эшләне. Ким ағай ҡунырға иптәшкә Рәмиҙе алып ҡайтыр ине. Ҡайһы саҡта беҙҙә ҡуна. Мин Ким ағайҙы белгәндән бирле уның ҡулында китап булды.
Ким ағай 1927 йылғы. Беҙ үҫкәндә, еткән егет ине инде. Уның беҙгә «Ҡорос нисек сыныҡты» китабынан өҙөктәр уҡығаны хәтерҙә. Һирәк булһа ла, китап уҡыу кистәренә
мине лә алғыланылар. Ким ағай, хәрби хеҙмәткә киткәндә, үҙенең бәләкәй генә китапханаһын Рәмигә бүләк итте.
Бынан тыш, беҙҙең өйгә ҡаршы ғына торған колхоз идаралығында һуғыш йылдарында китапхана бар ине. Унда китапханасы булып ауырыу сәбәпле Өфө художество училищеһын ҡалдырып ҡайтҡан йәш рәссам Адул Абдуллин эшләне. Рәми әҙерәк ваҡыты булһа, шул китапханала юғалыр ине. Уның В. Маяковский томдарын алып ҡайтып уҡып ултырыуҙары күҙ алдында.
Ул саҡта беҙгә дәфтәр тигән нәмә эләкмәне. Китап артындағы аҡ биттәрҙән блокноттар тегеп яҙырға тура килде. Шулай бер ваҡыт В. Маяковскийҙың, ҡағыҙҙы йәлләмәй «бик һирәк яҙғанына» асыуланып, китаптың бер нисә битен үҙемдең әлеге дәфтәремә тегеп ҡуйыуым онотолмай. Был эшем һиҙелмәй ҡалманы, тейешле «өлөш» эләкте. Адул менән бергәләп, Рәми төрлө рәсемдәр төшөрөр ине (уның ундай һәләте лә булды). Күберәк китап уҡыу менән мауыҡтылар.
Беҙ дүрт бала үҫтек. Рәми ағай — баш бала. Дүртәүләп һирәк булһа ла осрашып, һөйләшеп ала инек. Тик 1977 йылдың феврале беҙҙең ағайҙы алып китте.
Мин — икенсе бала. Мәскәү төҙөүсе инженерҙар институтының һыу ҡоролмалары төҙөү бүлеген тамамланым. Ваҡытында ағайым:
Кил Мәскәүгә һин
Инженер булып,
Йүрүҙәндең юлын быуырһың,
Быуырһың да,
Уның һәр тулҡынын
Баҫыуҙарға эшкә ҡыуырһың, —
тип миңә юл күрһәтте.
Институттан һуң Ырымбур, Орск яҡтарында эшләп, тыуған Башҡортостаныбыҙға ҡайттым. Тәүҙә «Трансстрой» төҙөлөштәре министерствоһы системаһында, 1962-1967 йылдарҙа БАССР Министрҙар Советы аппаратында эшләнем, ә хәҙер — һыу хужалығы һәм мелиорация системаһында. Йүрүҙәндең юлын быумаһам да, республиканың байтаҡ колхоздарында, совхоздарында быуалар төҙөүҙә ҡатнашырға тура килде.
Урал ҡустым, Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтын тамамлап, республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш (Дыуан) электр селтәренең баш инженеры булып эшләне. Хәҙерге көндә «Башэнерго» системаһында. «Шыршылар шатлығы» шиғыры Уралға арналған.
...Ут ташыйҙар көн-төн илемдә.
Ут ҡынамы? Был — киләсәк килә,
Ҡустым, һинең һуҙған сымыңдан!
Шул шатлыҡтан, ахыры, шыршыларҙың
Сайырлы күҙ йәше йымылдай!..
Өс имәндең араһында үҫкән
Һылыу һынлы ҡайын шикелле,
Өс ир бала араһында үҫтең
Кинйә бала булып һин, һеңлем... —
тип һеңлебеҙ Мөршиҙәгә хаттар яҙыр ине. Ул Өфө китапхана техникумын тамамланы, хәҙер ауылыбыҙҙа эшләй.
Өсөбөҙҙөң дә уҡып, илебеҙ һәм халҡыбыҙ өсөн файҙалы белгестәр булып сығыуыбыҙҙа Рәми ағайҙың ҙур өлөшө бар.
Етенсе класты тамамлағансы, Рәми Арҡауыл урта мәктәбендә уҡыны. Был мәктәптә Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов уҡыта. Хәтерләүемсә, беҙҙән йыраҡ түгел спорт майҙаны бар ине. Шунда уҡытыусылар, ауыл йәштәре волейбол уйнай. Араларында Зөбәй ағай ҙа була торғайны. Ул беҙҙең яҡын ғына туғандарҙа фатирҙа йәшәне, беҙҙең өйҙә лә булғыланы.
Беҙгә Советтар Союзы Геройы Абдрахман Ғәйфуллин да килеп йөрөнө (әсәйебеҙҙең ике туған ағаһы). Ул Арҡауыл МТС-ында эшләне.
Рәми һәр ваҡыт яҡшы уҡыны. Класс һәм мәктәп стена гәзиттәрен сығарыуҙа актив ҡатнашты. Ҡайһы саҡтарҙа рәссамы ла, редакторы ла, яҙыусыһы ла үҙе була. Беренсе шиғырҙары 6-сы класта уҡығанда шул гәзиттәрҙә күренә башланы. Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә лә ҡатнашты.
Шулай бер ваҡыт пьеса ла яҙғайны. Һүҙ һуғыш тураһында, румын һалдаттарының өшөп-туңып, беҙҙең ғәскәргә әсиргә эләгеүҙәре тураһында бара ине. Шуны хәтерләйем: һуғыш башланғас та, ауылда радиоларҙы туҡтаттылар. Һуғыш хәлдәрен күберәк район гәзитенән уҡып ҡына белә инек. Рәми ҙә румын һалдаттары тураһында шул гәзиттән уҡып белгәндер инде.
Китап уҡырға бик яратты. Тик кәрәсин яғы хөртөрәк ине. Шуға күрә колхоз идараһын һаҡлаған Мәнзүмә һәм Ғиззиямал апайҙар эргәһенә барып йөрөнө. Ундағы шәмдәр яҡты, Рәми китап уҡып рәхәтләнә. Ғиззиямал апай әкиәттәр, бәйеттәрҙе күп белә. Тормошто ла байтаҡ күргән апай үҙе күргәндәрҙе лә ҡушып һөйләргә яратты. Идараның баҙында иҫке ҡағыҙҙар күп булды. Шуларҙың яҙылмай ҡалған биттәренән дәфтәр, блокнот тегеп ала инек.
Башланғыс мәктәптә тәүҙә Мөхлисә апай уҡытҡан, Рәми ағайҙы хәҙер ҙә иҫкә алып һөйләп ҡуя. Өсөнсө, дүртенсе кластарҙа Ғәлимә Абдуллина апай уҡытты.
Рәми бала саҡтан уҡ бик матур, таҙа итеп яҙыр ине. Үҙе Арҡауылдан киткәс тә, уның дәфтәрҙәрен беҙгә уҡытыусылар өлгө итеп күрһәтә торғайны.
Ауыл балалары бер-береһенә ҡушамат бирергә ярата бит. Рәми ағайҙың ауылдағы ҡушаматы «Ҡырмыҫҡа» ине. Бик тырыш булғанға, тәртип яратҡанға ҡушҡандарҙыр инде. Өфөнән «Бабай» исеме алып ҡайтты. Был ике ҡушамат та, минеңсә, бик тапҡыр бирелгән.
«Табыныу» поэмаһы тураһында бер нисә һүҙ.
Беҙҙең ауылдан да «халыҡ дошмандары» тип һөрөлгән бабайҙар бар ине. Шулар араһында Башҡортостан прокуроры булған һаҙый Ханов бабайҙы яҡшы хәтерләйем. Улы Сыңғыҙ Ханов — яҙыусы, «Ҡаратау партизандары» китабының авторы.
Бабайҙың ҡатыны Ләйлә апай ике балаһы менән ауылда йәшәне. Һуғыш ваҡытында, ауырып һәм ҡартайып, һаҙый бабай ҙа ҡайтты. Өҫтөнә иҫке генә шинель, аяғына кирза ботинка кейеп, МТС-та эшләп йөрөнө. Уның юлы беҙҙең өй янынан үтә ине. Шуға күрә уны йыш осратырға тура килде.
Туҡтап, баштан һөйөп, уҡыу тураһында, атайҙың хат яҙыу-яҙмауын һораша. Кеҫәһендә шәкәр-фәлән булғылай. Шуны төрөлгән ҡулъяулығынан сығарып, беҙгә бирә. Тик: «Аҡыллы булығыҙ, әсәйегеҙҙе тыңлағыҙ», — тигән һүҙҙәр генә ишеттек. 1949 йылда бабайҙы яңынан алып китәләр. 1957 йылдан һуң аҡланып, шатланып ҡайтып килгәндә, Бишәүҙәр менән Арҡауыл араһында үлеп ҡала.
Беҙҙең яратҡан уҡытыусыбыҙ Ғәлимә Ғатаулловнаның атаһы — ваҡытында ауылда тәүге артель ойоштороусы, колхозда беренсе бригадир булыусы Ғатаулла бабай ҙа өйөнә әйләнеп ҡайта алмай. Быларҙы Рәми яҡшы белгән, 1957 йылдан һуң архив документтары менән танышҡан. Бына шул белгәндәрен йөрәгендә йылдар буйы йөрөтөп, «Табыныу» поэмаһын яҙа. Бер беҙгә килгәнендә Г. К. Жуковтың иҫтәлектәр китабы ҡулында ине. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡандан һуң, өҫтәл артына ултырып, ашыҡмай ғына яҙырға тотондо. Бер аҙҙан, яныма килеп, шул китапты бүләк итте. Унда түбәндәге юлдар яҙылған: «Илебеҙҙең тарихы саҡ-саҡ ҡына сағылып ҡалған өсөн, һиңә, һеҙгә, балаларыма — был китап».
Мин аптырабыраҡ ҡалдым. Ул, быны күреп: «Ашыҡма, ваҡыты еткәс, бөтәһен дә белербеҙ, аңларбыҙ», — тип ҡуйҙы. Мин дә, төпсөнөүҙең файҙаһыҙ икәнен аңлап, башҡа һүҙ ҡуҙғатманым.
Беҙгә сит ил телдәренән немец телен уҡыттылар. Тәүге дәрестән һуң уҡытыусы менән Рәми араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуа. Уҡытыусы Рәмиҙән өйгә бирелгән эште һорай. Рәми: «Ул бит — фашист теле, мин уны уҡымайым», — тип яуап бирә. Шул ваҡыт уҡытыусы: «Ул телдә Гейне, Гете, Шиллер ижад иткән», — тип ағайҙы тамам еңгән. Бынан һуң Рәми ағайҙың ҡарашы бөтөнләй үҙгәрә, һәм был турала башҡа бер ваҡытта һүҙ ҡуҙғатмай.
1949 йылда мин дә Өфөгә юл тоттом. Ағай, аэроклубта уҡыу сәбәпле, ул йылда ауылға ҡайтманы. Мин килгән көндө ул ятаҡта ине.
Күрешеп, тамаҡ ялғап алғас, Өфө күрһәтергә алып сығып китте. Иң башта А. Матросов исемендәге кинотеатрға барҙыҡ. Унан Ленин урамындағы китап магазинына индек.
Бәй, бер бәләкәй генә малай минең түш кеҫәгә ҡулын тығып маташа. Мин, уны-быны уйлап тормай, һулаҡай ҡул менән тәгәрәткәнсе тондор был малайға. Күҙ асып йомғансы мине ҙурыраҡ малайҙар уратып та алды. Шул саҡ ағай күреп ҡалды ла, ҡулымдан эләктереп, тиҙ генә теге малайҙар араһынан тартып сығарҙы. «Бында Арҡауыл түгел, һаҡланып йөрөргә кәрәк», — тип Өфө тормошона өйрәтә башланы. Ул ваҡытта Рәми таҙа, көслө, летчик булып формалашып бөткән ине, уға ҡағылырға баҙнат итмәнеләр.
Шул уҡ көндә ул мине республика китапханаһына алып керҙе. Китапхана хәҙерге сәнғәт училищеһы йортонда ине. Икенсе ҡатҡа күтәрелеп, мине китапханаға яҙҙырҙы, һәм мин Өфөлә беренсе тапҡыр китап алып уҡый башланым. Ул «Ысын кеше тураһында повесть» булды. «Бына шунда килеп, имтихандарға әҙерләнәһең», — тине Рәми. Кискә табан ул осоу полигонына китте, ә мин уның урынында ҡалдым.
Беҙҙең беренсе имтихан — математиканан. Йөҙләгән бала араһында бик әҙебеҙ генә «өслө»гә тартҡан. Электән уҡып йөрөгән малайҙарҙың береһе, был хәлде белеп: «Бабай»ҙың ҡустыһы «өскә» яҙған икән», — тип сығып әйтте. Был көндә ағай ҙа ҡайтҡайны. «Ну, нисек эшләнең?» — тип һорау ала был. Мин илар хәлгә етәм. Ул: «Минең энекәш — математик, тип йөрөһәм, һин дә булдыра алмайһың икән», — тип ҡыҙҙырған саҡта, кемдер килеп: «Бабай», ниңә ҡустыңды әрләйһең, уны маҡтарға кәрәк», — тип ағайға һөйләп бирҙе. Шул саҡ ағай, бер һүҙ ҙә өндәшмәй генә йылмайып ҡуйҙы.
Уҡый башланым. Тик математика уҡытыусыһы Фатима Хамматова апай менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡты. «Ғарипов, һин дә, ағайың кеүек, математиканы яратмайһың икән», — тип миңә беренсе дәрестәрҙән үк «икеле»ләр ҡуя башланы. Бында эш математиканы белмәүемдә түгел, ашыға белмәүемдә. Мин арлы-бирле булғансы, башҡа балалар эшләп тә ҡуя. Өфөлә уҡыу шулай күңелһеҙ башланды.
Көндәрҙең береһендә класта бирелгән эште нисектер тиҙ генә эшләп ҡуйҙым да, тәҙрәгә ҡарап, моңайып ултырғанда, уҡытыусы мине таҡтаға саҡырҙы. «Унда ҡоштар һанап ултырғансы, үҙеңдең «икеле»ләреңде һана», — тип әрләп тә алды. Бирелгән мәсьәләне сисергә ҡушты. Бер эшләгән эште яңынан эшләү бер нәмә лә түгел ине, тиҙ генә таҡтала сисеп ҡуйҙым. Уҡытыусы аптырап ҡалды. Тағы эш бирҙе, тағы
эшләп ҡуйҙым. Шул көндән алып миңә ҡараш үҙгәрҙе. Исемем математиканы яҡшы белеүселәр исемлегенә инде. Ағай ҙа ҡарашын үҙгәртте.
«Бына хәҙер һиңә эш ҡушырға була», — тип, китапхана шкафтарының асҡысын биреп ҡуйҙы. Ҡайһы көндәрҙә китап һөйөүселәргә китап тарата башланым.
Ағай 10-сы класты тамамлай. Һынауға әҙерләнгәндә: «Математиканан бергәләп әҙерләнәбеҙ», — тине. Ағай менән һигеҙенсе класс программаһы буйынса бергә әҙерләндек. Бер нисә көн эсендә Рәми бик яҡшы һеңдереп өлгөрҙө. Математиканан сығарылыш имтиханын, күптәрҙе аптыратып, шартлатып биреп сыҡты.
Рәми каникулға ҡайтҡанда ла иптәштәре менән аралашып йәшәне. Институтта уҡыған йылдарында Рафаэль Сафин менән бик яҡынлаштылар. Рәми уларға Йыланлыға (Ҡыйғы районы) барып йөрөнө. Рафаэль беҙгә килә ине.
Бер ваҡыт беҙҙе ағайҙың класташы Вәриҙә апай үҙҙәренә, Иҙелбайға (Баҙраҡ), саҡырҙы. Өсәүләп йәйәү сығып киттек. Мәхмүт ауылы янында Йүрүҙәнде аша сығырға кәрәк. Кәмә күренмәй, кисергә булдыҡ. Ағай менән мин әҙерләнеп бөттөк, ә Рафаэль сисенмәй. «Миңә һыуға инергә ярамай», — тип беҙҙе аптырашта ҡалдырҙы. Байтаҡ уйланып торғандан һуң ағай: «Әйҙә, һине баяның менән күтәреп алып сығабыҙ. Рауил, һин көслөрәк, Рафаэлде елкәңә атландыр, мин баянды күтәрәм дә арттан тотоп барам», — тине.
Ҡунаҡҡа барыу теләге еңгәндер инде, шулай итеп, Рафаэлде елкәгә ултырттым да Йүрүҙәнде аша сығып киттем. Михнәттәр күреп, Баҙраҡҡа барып еттек. Былай йөрөү үкенескә китмәне, ҡунаҡ ифрат күңелле үтте. Бик күп йырҙар ишеттем, ағайҙың беренсе мәртәбә йырлағанын тыңланым. Был йыр «Каруанһарай» ине. Аҙаҡтан йырларға тура килһә, ағай тик шул «Каруанһарай»ҙы йырлар булды. Башҡа йырҙарҙы башҡарғанын ишетмәнем. Мин йырҙарҙы тыңларға ғына яратам, музыкаға һәләтем булманы. Тик шуны әйтке килә: Рәми ағайҙың тырышып, еренә еткереп йырлауы бик оҡшай ине. Шиғырҙарын да ул тегеләй-былай ғына уҡыманы — бөтә көсөн, оҫталығын һалып уҡыны.
Өфөгә ҡайтҡан саҡтарымда (Өфөлә йәшәй башлағас та), ағай мине әҙәби кисәләренә алыр ине. Башҡорт дәүләт
университетында үткән кисәләрҙә бер нисә ҡабат булырға тура килде. Бер заман Өфөгә ҡайтып төштөм дә трамвайҙа китеп барам. Бер йәш егет миңә: «Һин Рәмиҙең ҡустыһымы?» — тип өндәште. Беҙ таныштыҡ. Ул егет Рәшит Солтангәрәев булып сыҡты.
«Рәмиҙе күргең киләме? Әйҙә, мин уның ҡайҙа икәнен беләм», — тип Әнүр Вахитовтарға алып килде. Уларҙа йәштәр, йыйылып, әҙәбиәт тураһында әңгәмә алып бара, шиғырҙар уҡый икән. Бына ошолай әҙәбиәт эшмәкәрҙәрен, шағирҙарҙы, прозаиктарҙы, драматургтарҙы күреп белеү бәхетенә ирештем.
Беҙҙең ағай менән тормош ал да гөл генә үтмәне. Аңлашылмаған, аралар боҙолоп киткән саҡтар ҙа булғыланы. Ул йәш саҡтан уҡ: «Миңә, ҡан туғандарыма ҡарағанда, рухи туғандарым яҡыныраҡ», — тип тә әйткеләне. Бүләк иткән бер фоторәсемендә: «Рауилға уҫал ағайыңдан, ниндәйҙер яратыу менән», — тип яҙып ҡуйған. Олоғая бара, туғандарына яҡынайҙы, беҙгә иғтибар артты.
Ағай менән һуңғы осрашыу 1976 йылдың ноябрендә булды. Ғаиләһе менән беҙгә килгәйнеләр. Бик матур итеп һөйләшеп ултырғанда, еңгә: «Беҙгә Тимерҙәргә барырға кәрәк», — тип һүҙҙе бүлде. Иртәгеһенә мин Киевҡа остом. Унан ҡайтҡас, оҙаҡ ҡына Мәскәүҙә булырға тура килде. Мәскәүҙән Марат Кәримов менән бергә ҡайттыҡ. Ул миңә: «Рәми өйҙә юҡ, тажиктар яғында командировкала», — тине. Был февралдең беренсе яртыһында булды... Тик «ғәзиз йәне сыҡҡан тәнен-һынын» ерләргә генә ҡалғайны шул...
Рәмиҙең исемен ишеткәндә, матбуғат биттәрендә сыҡҡан шиғырҙарын уҡығанда, уйҙар мине йәнә балалыҡ йылдарына алып ҡайта. 1949 йыл. Республикабыҙҙың төрлө райондарынан йыйылған үҫмерҙәр Өфөнөң Гоголь һәм Красин урамдары мөйөшөндә урынлашҡан 9-сы интернат-мәктәбендә уҡыйбыҙ. Мәктәп йортоноң беренсе ҡатында китапхана бар ине. «Бабай» китап алырға саҡыра», тигән хәбәр беҙҙең арала бик тиҙ тарала. Аҫҡа төшһәк, унда бабай түгел — минең ағай.
Ул беҙҙе китап яратырға, китап уҡырға өйрәтеүселәрҙең береһе булды. Уҡыусы (ул ваҡытта Рәми 10-сы класта ине) үҙ өҫтөнә китап таратыусы бурысын алған. Ул аэроклубта ла уҡыны. Һауаларҙа үҙе ҡош кеүек оса ине. Бер кисә лә Бабайһыҙ үтмәне. Рәми шиғырҙары менән сығыш яһай. Уның сәхнәгә сығыуы көслө ҡул сабыуҙар менән ҡаршы алына, алҡыштар менән оҙатыла.
Бер комсомол йыйылышы иҫтә ҡалған. 10-сы класс уҡыусыһы Зөфәр Шафиҡовтың тәртибен тикшерәбеҙ. Күп һөйләнеләр, яманланылар, хатта комсомолдан, мәктәптән ҡыуырға, тигән тәҡдимдәр булды. Тик уҡыусылар менән уҡытыусылар араһында ниндәйҙер әйтеп бөтөрөлмәгән, аңлашылып етмәгән ерҙәр ҡалды. Шул ваҡыт Рәми-Бабай һүҙ алды. Ул оҙон-оҙаҡ һөйләмәне, тейешлеһен бөтәһенә лә өләшеп бирҙе. Зөфәр ағайға ла ныҡ ҡына эләкте. Тик ул беҙҙең арала ҡалды һәм мәктәпте, ә һуңынан институтты тамамлап, матур итеп эшләп йөрөй. Бына шулай Рәми беҙҙең өсөн тәрбиәсе лә, уҡытыусы ла, яратҡан шағир ҙа булды.
Ул Мәскәүгә уҡырға китте, артынан беҙҙе лә эйәртте. Төҙөүселәр, энергетиктар, таусылар, нефтселәр, геологтар, уҡытыусылар, ауыл хужалығы белгестәре булып ҡайтып, хәҙер илебеҙгә тоғро хеҙмәт итәбеҙ.
Рәми ғүмерен халҡы өсөн, киләсәк быуын өсөн борсолоп, яҡшы тормош өсөн көрәшеп йәшәне. Ниндәй генә ауыр минуттары булмаһын, кәрәк саҡта, иң беренсе ярҙам ҡулын ул һуҙыр ине.
Рәми — шағир-трибун, бөгөнгө көн йырсыһы, тигән һүҙҙәр бик дөрөҫ.
Бына уның алдынғы, ҙур белемле шағир булыуын күрһәткән бер шиғыры. Ул йыһан киңлектәрен яулаусылар тураһында беренселәрҙән булып:
Эй, игенсем! Ерҙә иң беренсе
Ғаләм киңлектәрен яулауға
Дүрт күҙ менән бағып һин тораһың,
Иң ҙур өмөт бәйләп был яуға.
Килер бер көн, килер ул көн:
Ер үҙенә күкте ҡаратыр,
Һин теләһәң — күкрәп ямғыр яуыр,
Теләмәһәң — көн нур таратыр, —
тип яҙҙы. Был юлдар 1967 йылда ижад ителгән.
Миңә мелиорация әлкәһендә оҙаҡ эшләргә тура килде. Хәҙер генә, үрмәксенән күрмәксе, тигәндәй, белгәне лә, белмәгәне лә мелиорацияны яманларға тотондо. Белеп яҙғандарына яуап та табып була, аңлатып та була. Тик белмәгән-күрмәгәне менән һүҙ көрәштереү файҙаһыҙҙыр. Рәми ағай менән мелиорация эштәре тураһында уртаҡ һүҙ таба инек. Шиғырҙарында мелиорация һүҙе булмаһа ла, игенсе теләге бар. Минең ул әлкәлә эшләй башлауым да Рәмиһеҙ булманы. Мелиоратор булыуыма үкенмәйем. Уларҙың эштәре тураһында яҙғылап торам, ул — минең 20 йылдан ашыу түккән тирем. Рәми ағай иҫән булһа, ул мине аңлар ине. Ҡайһы бер яҙыусыларҙың теләге менән генә үткән быуатҡа кире ҡайтып булмай.
Бер ваҡыт Рәми ағай каникулға Башҡорт атлы дивизияһы әҙенән Дон далаларында йөрөгәндән һуң ғына ҡайтып төштө. Был сәйәхәттә Әсғәт Әшрәпов та (хәҙер Алматыла эшләй) ҡатнашты. Рәми менән Әсғәт ағайҙарҙың дуҫлыҡтары шул ваҡыттан башлана.
Дон далаларында булған һуғыш ваҡиғаларын ағай һоҡланып, әсенеп һөйләне. Унда яҙылған яҙмаларын көндәр буйы тәртипкә килтереп ултырҙы. Ул яҙмалары бөтәһе лә һаҡлана, берәр ваҡыт донъя күрер, тип өмөт итәм. Мәскәүҙә уҡыған йылдарҙа күп ваҡыт Нина Акимовна Шевкунованың квартираһында Рәми, Әсғәт ағайҙар менән осраша инек.
Нина Акимовна беҙгә икенсе әсәйебеҙ кеүек булды. Ҡайғыбыҙҙы ла, шатлығыбыҙҙы ла уртаҡлашыр ине. Ул һуғыш ваҡытында Башҡортостанда эвакуацияла була. Әсғәт ағайҙарҙа квартирала йәшәй. Һуғыш ваҡытындағы ауырлыҡтарҙы улар бергә кисерәләр. Беҙ Нина Акимовналарға ҡайһы саҡта өс Ғарипов (Рәми, Рауил, Урал) барып инер инек.
Бер ваҡыт ҡаты ауырып киттем. Шулай ҙа тырышып-тырмашып уҡыуҙы дауам итергә маташам. Ә Нина Акимовна мине больницаға һалыу өсөн урын эҙләй. Һалып ҡуйҙылар. Яныма Рәми ағай килеп етте. Шул саҡта уның: «Һин, Рауил, бөтә нәмәне лә ауыр кисерәһең, үҙ эсеңдә йөрөтәһең, йөрәгеңә генә алаһың. Шуға ла ҡан баҫымың юғары, кризис булған. Һиңә юҡ-барға ҡайғырып, борсолоп бармаҫҡа кәрәк», — тип тынысландырғаны иҫемдә. Был һүҙҙәрҙе үҙенә әйтергә кәрәк булғандыр ҙа...
Рәми нимәгә генә тотонһа ла, әйткәнемсә, еренә еткереп эшләне. Бына бер миҫал. Дүртенсе курсты тамамларға имтихан биреп йөрөй. Оҙағыраҡ күрешмәй торҙоҡ. Уңайлы ваҡыт табып, Переделкиноға киттем. Барһам, өйҙә юҡ. Бер иптәштән һорайым. «Ул баҡсала әҙерләнә», — ти. Эҙләп сығып киттем. Урынын таптым, одеял йәйелгән, өйөм-өйөм китап, бер яҡ ситтә буш «Беломор» пачкаһы.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, тәмәке ҡапҡан ағай күренде. Мин аптырап ҡалдым. Ул элек тартмай ине. «Был нимә була?» — тигәнгә, йылмайыбыраҡ: «Яҡшыраҡ уйлата. Баш һәйбәтерәк эшләй тартҡанда», — тип ҡуйҙы. Үҙем тартҡас, бер нәмә лә әйтмәнем. Ул, һиҙеп, һүҙҙе китаптарға күсерҙе.
— Бына иртәгә имтихан. Был китаптарҙың бөтәһен дә уҡырға кәрәк, ә мин өстән бер өлөшөн дә уҡымағанмын әле.
Был һүҙҙәрҙе ул бер ҙә борсолмай ғына, тыныс әйтте. Аптырап ҡалдым да: «Өҫтән генә күҙ йөрөтөп сығырға тура килер», — тинем.
— Юҡ, шуларҙы уҡып бөтмәйенсә, экзаменға бармайым, — ти был.
— Экзаменға бармаһаң, стипендияһыҙ ҡалырға кәрәк бит. Стипендия — беҙҙең өсөн берҙән-бер йәшәү сығанағы.
— Был китаптарҙы хәҙер уҡымаһам, һуңынан уҡырға ваҡыт теймәйәсәк, — ти ағай. Аҙағы шул. Имтиханға шул китаптарҙы уҡып бөткәс кенә барҙы. Стипендияһыҙ ҡалды. Бына шундай ине Рәми.
Бер каникулға ҡайтып төштө. Ул ваҡытта беҙҙең ғаилә ферма малын көтә ине. Бер көндө, Йүрүҙән буйында көтөү көткәндә, беҙгә ярҙамға Рәми ағай килде. Үҙенең ҡуйын дәфтәрҙәрен дә алған (ҡуйын дәфтәре һәр ваҡыт үҙе менән булды). Яҙған шиғырҙарын уҡыны...
Ағайҙың тағы бер яғы — йәштәрҙе яратыуы тураһында бер-ике һүҙ әйтеп китмәһәм, портреты тулы булмаҫ. Рәми ағай, берәй йәш таланттың яҙған әйбере ҡулына эләкһә, алтын тапҡан кешенән дә нығыраҡ шатланыр ине. Йәштәргә бөтә көсөн һалып ярҙам итергә тырышты.
Бер ваҡыт кис мин өйҙә Мәскәүгә командировкаға йыйынам. Ашығып ҡына ағай килеп керҙе. Миңә ул: «Рауил, һин Мәскәүгә бараһың икән, — тине. — Бына Стәрлетамаҡ-
тан бер йәш шағирә Мәскәүгә барырға тейеш, ул бер ҡайҙа ла сығып йөрөгәне юҡ, Мәскәүҙе белмәй. Һин уны алып кит, Союзға алып бар. Унда беҙҙекеләр көтә», — тип иртәгеһен осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Ағай, таң менән килеп, беҙҙе оҙатып ҡуйҙы. Кешегә ярҙам итергә булһа бер ҙә иренеп торманы.
«Башҡортостан ҡыҙы»нда эшләгәнендә, йыш ҡына янына инә инем. Шул саҡ редакцияға килгән хаттарҙы, шиғырҙарҙы баштан-аяҡ төҙәтеп ултырғанын күреп аптыраным һәм: «Ағай, һин шул ваҡытта үҙеңдең әҫәрҙәрең өҫтөндә эшләһәң, күпме яңы шиғыр яҙыр инең», — тинем. «Үҙемдең шиғырҙарыма төн ҡала», — тип кенә ҡуйҙы. Ысынлап та, ул гел төндә эшләргә яратты. «Бөтәһе лә йоҡлай, бер кем дә ҡамасауламай», — тиер ине.
Бына инде беҙҙең аранан Рәмиҙең китеүенә нисәмә йыл ғүмер үтте. Яңы китаптары донъя күрҙе. Тыуған еренә Салауаттың исемен Салауат егете алып ҡайтып бирҙе: минеңсә, ул Салауат районынан беренсе Салауат Юлаев премияһы лауреаты булды. Беҙ быға бик шатбыҙ. Үҙе — беҙҙең күңелдә, шиғырҙары — халыҡ телендә. Күптән түгел бер ағай осраны ла: «Рәми — һинең ағайың икән, нисәмә йылдар бергә эшләп, шуны әйтмәгәнһең. Рәми беҙҙең менән йәшәй. Ер йөҙөндә бер генә башҡорт ҡалһа ла, Рәмиҙең исеме, уның үлемһеҙ шиғырҙары йәшәйәсәк», — тип һүҙен бөтөрҙө. Ул ағай хәҙер — персональ пенсионер.
Ғабдулла Туҡай ҡәбере янында әрнеп яҙылған юлдары Рәми ағайҙың үҙенә ҡайтып ҡала:
...Белмәй шағир: кем һуң уның
Сескәләргә биҙәй ҡәберен? —
Эй, кешеләр, үҙе иҫән саҡта
Белһәгеҙсе шағир ҡәҙерен!..
Рауил Ғарипов,
Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе
1988 йыл, октябрь