Надежда Ғарипова. Кейәүгә сығыуым
Беҙ Переделкиноға яҡын йәшәнек, ә унда институттарҙың дөйөм ятаҡтары ла күп ине. Мин үҙем эшләгән ойошмала үҙешмәкәр түңәрәктә ҡатнаша торғайным. Хәтеремдә, Александр Грибоедовтың «Аҡылһыҙлыҡ бәләһе» («Горе от ума») әҫәрен сәхнәләштерергә әҙерләнәбеҙ. Бер мәл, электричкала ҡайтып барышлай, иҫке генә баҫманан ролемде ҡысҡырып уҡыйым. Вагонда халыҡ күп булғанлыҡтан, тәҙрә янында барам. Ҡапыл алдыма бер егет килеп баҫты ла:
— Ниндәй китап уҡыйһығыҙ, ҡасанғы баҫма? – тип һораны. Уның русса еңелсә акцент менән һөйләшеүе иғтибарымды йәлеп итте. Был егет Рәми ине. Уны ҡулымдағы боронғо китап ҡыҙыҡһындырҙы. Ошо ваҡиғанан һуң, беҙ осраған һайын, иҫәнләшеп йөрөр булып киттек. Бер көн ул, баҙнат итеп, мине өйөбөҙгә тиклем оҙатып ҡуйҙы. Аҙаҡ Горький исемендәге катокка бергәләп бара башланыҡ. Миңә уның конькиҙа оҫта шыуыуы оҡшай ине. Үҙе һәр саҡ матур итеп йылмая. Беҙ шулай теп-теүәл өс йыл дуҫ булдыҡ.
Дөрөҫөн әйткәндә, уға тормошҡа сығырмын тип уйламай инем. Рәми мине ғәжәйеп шәхес булыуы менән үҙенә ылыҡтырҙы. Башҡортостан, башҡорт халҡы тураһында рухланып, ҙур ғорурлыҡ менән сәғәттәр буйы һөйләр ине. Икенсенән, икебеҙҙең дә атайҙарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған, икебеҙ ҙә балалар йортонда тәрбиәләнгәнбеҙ, аслыҡ йылдары ла бала сағыбыҙға тура килгән ине. Ҡот осҡос ауыр замандарҙы күрҙек. Рухи яҡтан беҙ бер-беребеҙгә оҡшаш инек. Шулай ҙа мин уны уҡып бөтөр ҙә, тыуған Башҡортостанына ҡайтып китерен күҙ алдыма килтереп, үҙемде эстән генә араны өҙөүгә әҙерләргә тырыштым. Шулай көндәр үтә торҙо, ә беҙ һаман дуҫтар булып ҡалдыҡ.
1955 йылдың 30 апрель көнө әлегеләй хәтеремдә. Мин һуң ғына өйөмә ҡайтып киләм. Ишетәм, кемдер арттан килә. Ҡараһам – ашыға-ашыға Рәми атлай. Мин тиҙ генә ҡарағай артына йәшендем. Ә ул йүгереп эргәмдән генә уҙып китте. Егерме метр тирәһе барғас, туҡтаны ла:
— Нааа-д-я-я! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Әйләнеп ҡараһа, мин торам, йүгереп яныма килде лә:
— Иртәгә 1 майҙы ҡаршыларға дөйөм ятаҡҡа барабыҙ, яраймы? – тине нишләптер тәрән тулҡынланып. Иртәгеһен барҙыҡ. Шакир ағай Янбаев йөрөп ята, үҙе ниңәлер бер туҡтауһыҙ йылмая, таҡмаҡ әйтә, Рәйес Низамов та бик серле итеп миңә ҡарай. Ни булды икән, тип уйлайым. Баҡтиһәң, Рәми уларға миңә өйләнәсәген әйткән икән. Беҙ күмәкләп оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Рәми мине һуң ғына оҙата китте. Төн бик матур, Переделкино урманын яңғыратып ҡоштар һайрай. Шунда Рәми, килә торғас, ҡулымды усына алып:
— Надя, беҙ бергә булырға тейешбеҙ, миңә кейәүгә сыҡ, – тине. Юғалып ҡалдым, сөнки уның тәҡдимен көтмәй ҙә инем. Ни тип тә яуап бирә алманым ул көндә. 5 май көнө, мин өйҙә юҡ саҡта, Рәми беҙгә килгән һәм әсәйемә: «Валентина Степановна, миңә һеҙҙең менән һөйләшеп алырға кәрәк ине», – тигән. Был хаҡта апайым әйтте. Мин әлегә тиклем әсәйем менән Рәмиҙең ни хаҡта, нимә тип һөйләшкәндәрен белмәйем, дөрөҫөрәге, һорашҡаным булманы. Шулай итеп, беҙ яҙылыштыҡ. Туй 27 майҙа булды. Студенттар туйы ине ул. Өҫтәлде Г хәрефе һымаҡ итеп теҙҙек, араҡы юҡ, шарап ҡына. Переделкинолағы яҡташтар барыһы ла тиерлек булды. Рафаэль Сафин менән Рәми икәүләшеп муйыл сәскәләренән ҙур гөлләмәләр алып килде.
Туйҙан һуң бер көн үткәс, беҙ тәү тапҡыр икәүҙән-икәү генә тороп ҡалдыҡ. Хәҙер генә бит ул йәштәр, туй булмаҫ элек ҡауышып, ир менән ҡатынға әйләнеп бөтә. Ә беҙ бөтөнләй икенсе быуын кешеләре инек. Әсәйемә лә Рәмиҙең бер аҙ оялсан, ололарға ҡарата итәғәтле булыуы оҡшай ине. Ул барыһы менән дә ихлас итеп һөйләшә торғайны. Шуныһы ҡыҙыҡ: өйләнешерҙән күпкә алда әсәйем менән Украиналағы туғандарыбыҙға барғайныҡ, шунда бер күрәҙәсе апай миңә ҡарап торҙо ла: «Оҙаҡламай һине берәү алыҫ-алыҫҡа алып китә, ләкин унда һиңә бик ауыр булыр, ахыры, күҙ йәштәреңдең түгелеүен күрәм. Барма, һеңлем, ул яҡтарға», – тигәйне. Яҙмыштыр инде, мин Башҡортостанда бына нисәнсе йыл инде йәшәйем. Тәүҙә, ысынлап та, бик ауыр булды беҙгә, фатирһыҙ интектек. Ләкин тоғро дуҫтарыбыҙ бер ваҡытта ла ситкә типмәне. Мәҫәлән, Әкрәм ағай Биишев айҙар буйы үҙ фатирында йәшәргә ҡалдыра ине. Эшкә алмаған булып күпме ҡыйырһытһалар ҙа, Рәми түҙҙе. Ул сабыр йөрәкле ине. Ғәҙәттә, шиғырҙарын төндә ижад итте. «Тыңла әле һүҙ моңон», – тип мине уятып, башҡортса яңы ғына яҙған шиғырын ҡысҡырып уҡый. Шуғамы икән, башҡорт теленең матурлығы, йомшаҡ, наҙлы булыуы миңә уның шиғырҙары аша һеңде, үҙем дә һөйләшергә өйрәндем. Хәҙер ҙә башҡорт телмәрен тыңлар өсөн генә «Аҡ тирмә» кисәләренә йөрөйөм, был минең өсөн бик мөһим.
Әлбиттә, төрлө саҡтар булды Рәмиҙең тормошонда. Күпме генә мыҫҡылланһа ла, ул халҡына тоғро ҡалды, шулай уҡ үҙенә лә хыянат итмәне. Хәҙер ни тип кенә әйтһәләр ҙә, Рәми ғәжәйеп шәхес ине. Хәтеремдә, 1955 йылда өйҙә ултырабыҙ. Радионан Фәриҙә Ҡудашева бик матур итеп оҙон көйлө бер башҡорт халыҡ йырын башҡара. Рәми тыңлап ултырҙы ла, өҫтәлгә башын һалып, үкһеп-үкһеп иларға тотондо. Уға ҡушылып мин илайым. Шунан әйтәм: «Әйҙә, мин Мәскәүгә кире ҡайтып китәм. Барыбер бындай моңло йырҙарҙы төшөнә лә, аңлай ҙа алмам». Ә ул: «Юҡ, юҡ. Һин бер ҡасан да бынан китмәйәсәкһең», – тине. Мин бүтән бер ваҡытта ла был турала һүҙ ҡуҙғатманым...
Надежда Ғарипова
1997 йыл, сентябрь