Альбина Хәйрисламова. Шундай ине бабайым
Рәми Ғарипов – әсәйемдең бер туған ағаһы, минең иң оло бабайым. Ул хәтеремдә ғәҙел, ябай һәм изге күңелле кеше булып һаҡлана. Бер нисә йыл буйы беҙ уның менән хаттар алыштыҡ. Ҡайҙа ғына булмаһын: әштәме, өйҙәме, ижади командировкаламы һәм ниндәй тынысһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, бабайым хаттарға яуап яҙырға ваҡыт таба ине. Мин уға үҙемдең уҡыуым, пионер эштәре, класс хәлдәре, туғандарым тураһында яҙам, ә бабайым яуап хаттарында кәңәштәр бирә, ауыл яңылыҡтарын, ниндәй үҙгәрештәр барлығын ентекләп һораша. Һәр хатында минең ниндәй китаптар уҡыуым, уларҙа бигерәк тә нимәләр оҡшауы менән ҡыҙыҡһына ине.
Өфөгә бабайымдарға ҡунаҡҡа барыуҙар ҙа бик ныҡ иҫтә ҡалған. Буш ваҡыттарында ул мине һәм үҙенең балаларын ҡала буйлап сәйәхәткә алып сыға торғайны. Өфө урамдарының нисек һәм ни өсөн шулай аталғандарын, унда ниндәй бөйөк кешеләр булғанын, йәшәгәнен мин күберәк унан белдем. Беҙҙең ҡыҙыҡлы сәйәхәттәр һәр ваҡыт Салауат һәйкәле янында тамамлана ине.
Рәми бабайымдың эш бүлмәһендә әле лә бик бай китапхана бар. Кистәрен беҙ бергәләп ошонда әкиәт, йәиһә хикәйә, шиғырҙар алмашлап ҡысҡырып уҡый инек. Бигерәк тә ул беҙгә Ғүмәр Хәйәмдең дүрт юллыҡтарын күп уҡып ишеттерҙе. «Ҡыҙым, тыңла әле, ошо ҡыҫҡа ғына шиғыр юлдарында күпме мәғәнә, күпме кәңәш бар», – тиеүҙәре әле лә хәтеремдә. Ә ошо сихри кисәләрҙән һуң ауылдан килтерелгән мәтрүшкә менән күмәкләп сәй әсеүҙәре – үҙе бер байрам ине.
Рәми бабайымдың бер ваҡытта ла кешегә асыулы ҡарағанын, тауышын күтәреп һөйләшкәнен ишеткәнем булманы. Олоһо менән дә, кесеһе менән дә ул һәр саҡ уртаҡ тел тапты. Уның бүләк иткән шиғыр китаптарын асҡан һайын, әле лә бабайымдың яғымлы тауышын ишетәм кеүек.
Уның миңә яҙған бер генә хатын миҫалға килтерәм. Шуға ҡарап та Рәми бабайымдың ни тиклем иғтибарлы һәм ябай кеше булыуын күрергә мөмкин. «Ҡәҙерлем Альбина! һинең хатыңды, әле эштә булһам да, төндә кереп уҡыным. Рәхмәт! Мин, моғайын, умырзаялар сәскә атҡанда ғына ҡайтып китермен. Яраймы? Тик һин уларҙың иң күп үҫкән урынын һайлап ҡуй, йәме? Атайың менән инәйеңә әйтһәң, улар үҙҙәре белерҙәр!..
Ә һинең «биш»кә генә уҡығаның өсөн мин эстән генә ғорурланып бөтә алмайым, һине үҙемдең иң аҡыллы ҡыҙым булырһың тип ышанам!
Тик иркәләреңде яҡшылап ҡара, уларға иң ҡыҙыҡлы әкиәттәр һөйлә, Айсыуаҡты ла, Көнһылыуҙы ла үҙең менән генә йөрөт! Улар оло юл буйына сығып йөрөмәһендәр, шишмә буйына төшһәләр ҙә, һинең менән бергә генә төшһөндәр, йәме?
Һин уларға күберәк ағастарҙың нисек япраҡ ярғанын, үләндәрҙең нисек шытып сыҡҡанын күрһәтергә тырыш, ҡалғанын үҙең белерһең әле!.. Һин бик аҡыллы ҡыҙыҡайһың, үҫкәс тә шулай булырыңа ышанам. Бөтәһенә лә сәләм әйт! Сәләмдең иң күбеһе Йүрүҙәнгә!!!»
Хатҡа «Ҡашҡар» исемле шиғырын һалып ебәргән. Өҫтәп шуны яҙған:
«Альбина ҡыҙыма, бабайыңдың иң ауыр көндәренең иҫтәлеге. Арты – һәйбәтерәк буласаҡ. Һинең үҫеп килеүең дә – күңелгә иң ҙур йыуаныс».
Ә быныһы – «Аманат» китабындағы арнаулы юлдары: «Альбина ҡыҙым, үҙеңде бик, бик яратҡан бабайыңдың күңел аманаты. Үҫ, һәр саҡ аҡыллы бул! Ышанып, бабайың Рәми. 8.III–1970 йыл».
Альбина Хәйрисламова