Мәрйәм Ғималова. Рәми һабаҡтары
Халҡыбыҙҙың яратҡан шағиры, хаҡлыҡ, ғәҙеллек байраҡсыһы, йөҙөн замананың ҡырыҫ елдәренә ҡаршы ҡуйып, уның хәстәрҙәрен, өмөт-ышаныстарын, ҡайғы-фажиғәләрен. үҙ йөрәгенә һеңдереп, илем, телем, халҡым, тип янып-ярһып йәшәгән Рәмиҙең йөрәге ҡапыл туҡтағанға байтаҡ йылдар үтеп китте. Шағир ғүмере йәшендәй балҡып тиҙ һүнһә лә, ижадының яҙмышы бәхетле һәм оҙон ғүмерле буласағы бөгөн бер кемдә лә шик тыуҙырмай. Үҙенең бер шиғырында шағир ғүмер һәм ижад тураһындағы уйлайыуҙарын:
Тик алданма арзан дан-шөһрәткә,
Үткән саҡта ғүмер юлынан:
Йәшен балҡый тәүҙә, күк күкрәүе
Ишетелә бары һуңынан, –
тигән юлдар аша әйтеп биргәйне. Ысындан да, шағирҙың халыҡҡа ҡалдырған бай мираҫы – ялҡынлы йырҙарының ауаздары – шиғриәтебеҙ күгендә бөгөн күк күкрәгәндәй көслө яңғырай, көндән-көн халыҡ күңеленә яҡыная, ил күңелен нығыраҡ яулай бара, шағир исеме лә көндән-көн юғарыраҡ күтәрелә, үлемһеҙлеккә юл ала.
Үҙенең бөтә ғүмерен халыҡ, ил өсөн көрәшкә бағышлаған һәм ошо изге маҡсат өсөн ғүмерен ҡорбан иткән Рәмиҙең исеме бөгөн С. Юлаев, М. Аҡмулла, Ш. Бабич, Һ. Дәүләтшина кеүек ауыр яҙмышлы бөйөк шәхес һәм шағирҙар рәтендә торорға хаҡлы.
Рәмиҙең шәхес һәм шағир булып өлгөрөүендә уның Өфө ҡалаһы 1-се мәктәп-интернатта уҡыған йылдары айырыуса ҙур роль уйнаны.
Рәми менән беҙҙең ғүмер буйы дауам иткән дуҫлыҡ уның ошо интернатта уҡыған, минең әҙәбиәт уҡытыусыһы булып эшләгән йылдарҙа башланды. Был рухи яҡынлыҡ, фекер уртаҡлығы йылдар үткән һайын нығынды. Надяны үҙенә кәләш итеп алып ҡайтҡас, ғаилә дуҫлығына, туғанлыҡҡа әйләнде. Интернат йылдары шағир тормошоноң мөһим осоро, иң илһамлы, өмөт, ышаныс, яҡты хыялдар менән тулы йылдары булды. Бәлки, иң бәхетле йылдары ла булғандыр.
Үҙенең рухына ҡанат ҡуйған интернат тураһында ул «Интернатым – пар ҡанатым» тигән йыр ҙа яҙғайны.
Артыҡ етди, аҡыллы, талапсан һәм ғәҙел, тура һүҙле булғанға күрә уны иптәштәре бик яратып «Бабай» тип тә йөрөттөләр. Уның тура һүҙлелеген уҡыусыларға ғына түгел, ҡайһы ваҡыт уҡытыусыларға ла татып ҡарарға тура килгеләй ине: уңышһыҙ дәрес хаҡында уҡытыусыға ла туп-тура ҡарап, «Һеҙ теманы дөрөҫ аңлатманығыҙ», – тигән саҡтары ла булғылай ине.
Уның әҙәбиәткә булған мөхәббәте башҡа бер уҡыусыла ла булмағанса көслө ине. Ул әҙәби китапты бик күп уҡыны. Уға айырыуса Максим Горький, Ғабдулла Туҡай, Мәжит Ғафури кеүек яҙыусыларҙың белем алыу юлында күргән ауырлыҡтарҙы еңә белеүҙәре, ныҡышмалыҡтары ныҡ оҡшай ине. Н. Г. Чернышевскийҙың «Что делать?» романында һүрәтләнгән Рахметовтың үҙен көрәшкә әҙерләү өсөн физик яҡтан сыныҡтырыуы ла бик ныҡ йоғонто яһағайны.
Мәктәптә әҙәби ҡулъяҙма журналдар, гәзиттәр сығарыу, ижади түңәрәк эштәре яҡшы ҡуйылғайны. Әҙәби түңәрәк эшендә Рәми иң беренсе ярҙамсы, кәңәшсе булды. Ҡулъяҙма журнал, гәзит сығарыу тулыһынса Рәми етәкселегендә эшләнде.
Әҙәби түңәрәк ултырыштарында Максим Горькийҙың «Әҙәбиәт тураһында»ғы китабын, башлап яҙыусыларға биргән кәңәштәрен, шиғыр яҙыу һәм ғөмүмән әҙәби ижад серҙәренә өйрәткән башҡа китаптарҙы ла күпләп өйрәнә инек.
Был китаптар уҡыусыларҙа һүҙгә иғтибарлы булыу, һүҙ бәҫен, һүҙ ҡәҙерен белергә өйрәтеүҙә ҙур роль уйнанылар. Рәми һүҙ өҫтөндә айырыуса ныҡышмалы эшләне. Шиғыр өсөн иң кәрәкле һүҙҙе эҙләү ғазабын һәм уның табыу ләззәтен ул бик иртә татыны. Һуңыраҡ ошо хаҡта:
«Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын», –
тигән юлдарҙы яҙҙы.
Унынсы класта уҡығанда яҙ көндәре имтихандар башланыр алдынан Рәмиҙең бер ҡыҙға ғашиҡ булыуы хаҡында хәбәр таралды. Уҡытыусылар, Рәмиҙең кисерештәре өсөн борсолоп, уның хатына ҡыҙҙың яуап бирмәүе тураһында һәр көн яңы хәбәр һөйләйҙәр. Көндәрҙең бер көнөндә Рәми юғала. Ҡайҙа киткәнен бер кем дә белмәй. Бөтә мәктәп ҡайғырып, борсолоп уның ҡайтыуын көтә. Рәми бер нисә көн үткәс, мыйыҡ үҫтереп ябығып ҡайтып инә. Ул билетһыҙ-ниһеҙ поезға ултырып Мәскәү яғына юл тотҡан булған. Шул көндәрҙә Рәми менән һөйләшергә, кәңәштәр бирергә тура килде.
Рәми имтихандарҙы уңышлы тамамланы. Беҙҙең һөйләшеүҙәр, кәңәштәр хаҡында «Уҡытыусыма» тигән шиғырын яҙҙы. Унда шундай юлдар бар ине:
Ниндәй бәхет –
Фекерең уртаҡ булған,
Аңлай торған
Кеше табыуы!
Шатлығымдан
Бик-бик түбән булыр
Бейеклеге Урал тауының.
Шиғырһыҙ ҙа
Һеҙ бит аңлайһығыҙ
Йөрәгемдең
Иң саф хистәрен.
Онотмамын,
Һеҙҙе, Мәрйәм апай,
Килгәндә лә
Ғүмер кистәрем...
Рәмиҙе Яҙыусылар союзы Мәскәүгә Әҙәбиәт институтына уҡырға ебәрҙе. Институтта уҡығанда Рәми менән байтаҡ йылдар хат яҙыштыҡ. Һәр саҡ осрашып торҙоҡ. Институтты уңышлы тамамлап, «Йүрүҙән» исемле китабын баҫтырып, Надя менән Өфөгә ҡайтып төшкән көндәре, оҙаҡ йылдар фатирһыҙ интегеүҙәре, ауылдағы, Өфөләге тормоштары, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем мохтажлыҡ кисереп, партия өлкә комитетындағы, төрлө редакцияларҙағы эреле-ваҡлы түрәләрҙең ҡыйырһытыуҙары, йәберләүҙәре аҫтында йәшәүҙәре – барыһы ла – күҙ алдынан үтте. Ғүмеренең һуңғы йылдарында дүрт йыл буйы эшһеҙ йөрөтөүҙәрен, шиғырҙарын ғына түгел, тәржемәләрен дә баҫтырыуҙан тыйыуҙарын, сит әлкәләрҙә, республикаларҙа үткәрелә торған әҙәбиәт аҙналыҡтарынан мәхрүм итеү менән кәмһетеүҙәрен – барыһын-барыһын күрергә, бергә кисерергә, йөрәк аша үткәрергә тура килде. Шул үҙе күргән ауырлыҡтар хаҡында шағир:
Кеше ғүмере һуң күпме генә –
Бөркөттөң бер ҡанат ҡағыуы,
Шул күҙ асып-йомған арала ла
Күпме эсә хәсрәт ағыуын.
Әле һуғыш, әле нужалары,
Әле яла, әле ялғаны,
Ғәҙелһеҙлек, тормош ваҡлыҡтары –
Сылбыр төҫлө киткән ялғанып, –
тигән юлдар аша әйтеп бирҙе.
Беҙҙең илдә таланттарға мөнәсәбәттең һәр саҡ насар булғанын, уларҙың ҡәҙерен белмәй, хаҡ һүҙ өсөн һәр саҡ эҙәрлекләү сәйәсәте алып барылыуын, шуның һөҙөмтәһендә таланттарҙың ғүмерһеҙ булыуҙарын да бөгөн иҫкә төшөрмәү мөмкин түгел.
Баязит Бикбай был хаҡта:
Шиғыры өсөн Пушкин һәләк булды,
Лермонтовты шуға аттылар,
Писаревты һыуға батырҙылар,
Некрасовты аҙмы ҡаҡтылар, –
тип тә яҙғайны.
С. Юлаев, М. Аҡмулла, Ш. Бабич, З. Вәлиди, М. Мортазин, Д. Юлтый, Һ. Дәүләтшиналарҙың яҙмыштарының ниндәй аяныс һәм фажиғәле булыуы ла һәр кемгә билдәле.
Рәми ҙә, хаҡлыҡ һөйгән бик күп шағирҙар һымаҡ, үҙенең ҡыҫҡа ғүмерле буласағын алдан белде, был хаҡта күп уйланды, һәм уй-хистәрен:
Эй, кешеләр, үҙе иҫән саҡта
Белһәгеҙсе шағир ҡәҙерен, –
тигән юлдар аша әйтеп бирҙе.
Ләкин ул ауырлыҡтар алдында ҡаушаманы, көслөләр яғына ауманы, үҙ тауышын юғалтып, төрлө тауышҡа ҡушылып буҙламаны, йөҙөн үҙгәртмәне, үҙенең «мин»ен юғалтманы. Уның үҙен тотоуы, йәшәүе, көрәшеүе, һәр саҡ үҙенсә, Рәмисә, булып ҡалды. Ғүмеренә ҡурҡыныс янағанда ла үҙ-үҙен – ир һүҙен – ҡыйыу һүҙҙе, халыҡ өсөн иң кәрәкле һүҙҙе әйтергә тырышты.
Тик намыҫты данға алыштырмам,
Юҡ, алданмам арзан даныма,
Мин яҙырмын ғәҙеллекте яҡлап,
Ҡәләмемде мансып ҡаныма, –
тип яҙыуы менән хаҡлы булды.
Торғонлоҡ йылдары башҡорт теле өсөн айырыуса фажиғәле булды, туған телебеҙ төрлө яҡлап ҡыҫырыҡланды. Республикабыҙҙа тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа тупаҫ хаталарға юл ҡуйылыуын, башҡорт телен ҡулланыу даирәһенең көндән-көн тарая барыуын, һәр халыҡты үҙ телендә уҡытыу тураһында ҡарарҙарҙың ҡағыҙҙа ғына хәл ителеүен, шуның һөҙөмтәһендә йәш быуындың үҙ теленән ситләштерелеүен алдараҡ тойҙо Рәми. Телде яҡлап һүҙ әйтеүселәр көндән-көн аҙая барҙы. Телен һөйгән кешеләргә милләтсе ярлыҡтары йәбештерелде. Уларҙың күбеһе ҡыҫымға эләкте. Үҙ теленә битарафлыҡ шулай тәрбиәләнде.
К. Д. Ушинский, теләһә ниндәй халыҡты иң аяуһыҙ ҡыҫыу – уның телен, рухи мираҫын ҡыҫыу, тип яҙғайны.
Рәми милләтенең яҙмышы, тел яҙмышы хаҡында бер кем яҙырға баҙнат итмәгән саҡта беренсе булып ҡыйыу һүҙ әйтеүсе булды.
Тел белмәгән баланың аҡыл һәм рухи үҫешендә тотҡарлыҡ барлыҡҡа килеүен иҫкәртеп шағир:
Тел асҡысы – ил асҡысы,
Күҙ өҫтөндә ҡаш һымаҡ,
Ҡаштан яҙған күҙҙән яҙып,
Ҡатып ҡалыр таш һымаҡ.
Һай, таш булма, таш булма,
Аң ғына бул телеңә,
Аң булмайса, туң булһаң,
Бер имгәк һин илеңә, –
тип яҙҙы. Рәми Ғарипов илдәрҙең, телдәрҙең, халыҡтарҙың (ваҡ халыҡмы, әллә оло халыҡмы ул) барыһының да тигеҙ үҫеш алырға хаҡлы булыуын, телдәрҙең тигеҙлеген яҡланы. Олжас Сөләймәнов, тауҙарҙы кәмһетмәй, далаларҙы күтәреү (маҡтау) тураһында яҙған кеүек, бер телде лә кәмһетмәй, үҙ телеңде тиңдәр менән тиң итеп күреү теләге менән янды:
Телде телдәр хушһынмаһа,
Артылмаҫлыҡ тау булыр,
Булмаҫ дуҫлыҡ, дау булыр,
Дау артынан яу булыр...
Рәмиҙең аманатын, уның һабаҡтарын йөрәк аша ҡабул итеү, уға тоғролоҡ һаҡлау – телебеҙҙең бәҫен ҡайтарыу, милләтте тергеҙеү – бөгөнгө милләт-ара ыҙғыш заманында халыҡтар дуҫлығын нығытыуҙың төп нигеҙе ул.
Мәрйәм Ғималова,
БАССР һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы,
Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, педагогия
фәндәре кандидаты