Ф. Хөснөтдинова. Һаман да күҙ алдымда
Рәми Ғарипов... Кемдәрҙең генә хәтерен өтмәй икән был исем. Атылған йондоҙ кеүек, балҡып һүнгән ғүмер. Үтә лә ҡыҫҡа ғүмер һәм сағыу талант. Ни бары 45 йыл йәшәне ул яҡты донъяла. Ә эшләгән эштәре әллә нисә кешенең ғүмеренә торошло. Беҙҙең аранан китеүенә инде күпме йыл үтһә лә, матбуғатта ошоғаса бер ҡайҙа ла баҫылмаған яңынан-яңы әҫәрҙәре донъя күрә тора. Тимәк, шағир һаман да беҙҙең арала, һаман да әҙәбиәттең алғы һыҙығында.
Күренекле башҡорт шағиры Рәми Ғариповты мин 5-7 кластарҙа уҡыттым. Ауыр һуғыш йылдары ине. Арҡауыл урта мәктәбендә ул саҡта Рәбиға Шакировна Әсәнова – директор, мин уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире. Көнөнә бер мәртәбә йылы аш ойошторҙоҡ. Шуғалырмы, балалар дәрес ҡалдырмай йөрөр ине. Дәрестән ҡайтҡас, бәләкәй сана һөйрәп, утынға китәләр.
Рәми 6 класта уҡығанда уҡ шиғырҙар менән мауыҡты. Бер ваҡыт хатта ниндәйҙер пьеса ла яҙып ҡараны. Көлөмһөрәп, бөҙрә сәсен һыйпап ултырыуҙары һаман да күҙ алдымда...
Беҙҙең ауылда хәҙер Рәми Ғариповтың музейы һалынып бөттө. Мин шул урамда йәшәйем. Ейәнемә лә Рәми тип исем ҡуштым.
Мин инде хәҙер күптән хаҡлы ялдамын. Үҙебеҙҙең уҡыусыбыҙға республиканың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелеүгә бик һөйөндөк. Тик үҙе иҫән саҡта уның ижады тейешле баһа алмауы үкенесле.
Ф. Хөснөтдинова,
Салауат районы, Арҡауыл ауылы
1989 йыл, 10 февраль