Шәрип Вәлиев. Вагон башындағы сәфәр
Рәми Ғариповты мин бала сағынан беләм, сөнки беҙ күршеләр инек. Ете йыллыҡ мәктәпте ул беҙҙең Арҡауылда тамамланы. Мәрхүмә ҡатыным Ғәлимә Ғатаулла ҡыҙы уның тәүге уҡытыусыһы булды.
Ҡатыным менән беҙ Рәмиҙе һуғыштан һуң, 1946 йылда, Өфөгә уҡырға алып барҙыҡ. Ошо сәфәр минең хәтеремә бик ныҡ һеңеп ҡалған. Ул саҡта автобустар ҙа, машиналар ҙа юҡ ине. Станцияға тиклем йәйәүләп һәм ат менән генә йөрөй торғайнылар. «Һабансы» колхозында ғына бер машина бар ине. Шоферы Хәйретдин ағай Мөрсәлимгә яғыулыҡ артынан барырға йөрөй икән. Ул беҙҙең өҫөбөҙҙө йәшниктәр тултырылған машинаһына ултыртып, Сүлиә станцияһына тиклем алып барып ҡуйҙы. Кропачевоға хәтлем тауар поезында барҙыҡ. Унан, инде ни хәл китербеҙ, әллә кире әйләнеп кенә ҡайтайыҡ та ҡуяйыҡ микән, тип уйлап ҡына торғанда, беҙҙең мәктәпте тамамлаған, хәҙер комсомол район комитетының беренсе секретары Саша Ғатауллинды осраттыҡ. Ул беҙгә вагон башында барырға кәңәш бирҙе һәм менергә ярҙамлашты...
Рәми менән беҙ бер ваҡытта ла бәйләнеште өҙмәнек. Ҡайткан саҡтарында беҙгә килмәйенсә китмәй торғайны. Минең алтмыш йәшемә ул үҙенең бер шиғырын арнаны һәм оҙон ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе. Тәүге уҡытыусыһы Ғәлимә Ғатаулла ҡыҙына фотоһүрәтен бүләк итте. Рәми Ғарипов үҙенең шиғырҙары менән бөгөн дә беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй.
Шәрип Вәлиев,
Рәсәй мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы