Назар Нәжми. Матурлыҡта – уйсанлыҡ

Сверстники и собратья по перу

Рәми Ғарипов йөрәгенең ярылыуы беҙҙең бик күптәребеҙҙең йөрәген ярып үтте. Был хәл үтә үкенесле һәм ваҡытһыҙ ине.
Дөрөҫ, бер үлем дә үкенесһеҙ һәм ваҡытлы булмай, ләкин Рәми Ғариповтың донъянан китеүенә нисектер, беҙҙең йөрәк әрнеүҙәре лә килеп өҫтәлә һәм был әрнеүҙәр шағирҙың шиғырҙарындағы йөрәк әрнетеүҙәренә барып тоташа.
Шуныһы асыҡ: шағирҙың ижады тоташ әрнеүҙәрҙән генә тормай, күңеленең төрлө саҡтары уның шиғырҙарында сағыла, ләкин шулай ҙа әрней белмәгән шағир – ысын шағир түгел, ул – йөрәкһеҙ шағир, ә булмаған йөрәктең ярылыуы ла мөмкин түгел.
Рәми Ғарипов исемен әйтеү менән, бер кемгә лә оҡшамаған сағыштырғыһыҙ һәм ҡабатланмаҫ шағир һәм шәхес күҙ алдына килеп баҫа. Уға шағирлыҡ әсә һөтө менән ингән. Тимәк, ул ысын мәғәнәһендәге шағир, ҙур талант эйәһе. Ул ғүмере буйы ана шул ҙур талантына, тәбиғәттең биргәненә таянып, ысын шағирҙарса, үҙ ғүмер законы, үҙ ҡағиҙәһе менән йәшәне. Бындай ғүмер юлын үтеү, әлбиттә, еңел түгел. Шуның өсөн дә уның шиғырҙарын, ундағы уйҙарын, кисерештәрен башҡалар менән (әгәр ҙә улар башҡаларҙа булһа әле) бутарға мөмкин түгел. Бына ошо, әле өстә әйтеп киткән шағир тураһындағы уйҙарымды мин уның тыуған ерҙәрендә, уның тәүге китабы исемен йөрөткән Йүрүҙән буйҙарында уйлап йөрөнөм. Ул уйҙар мине уның тыуған ауылына алып барҙы, әсәһе менән һөйләштереп ултыртты һәм «Был ерҙәрҙә...» тигән шиғыр яҙҙыртты. Ошо шиғырымдың тел төбөндә шағирҙың рухы саҡ ҡына булһа ла сағыла ҡалһа, мин шат булыр инем.

БЫЛ ЕРҘӘРҘӘ...

Рәми Ғариповҡа

Туған телдә, үҙ телендә генә
Аңлашалар кеүек был ерҙәр,
Аңлашҡандай туған телдәрендә
Новгородтар, Псков, Суздалдәр.

Тау ҙа тау һәм тау ҙа урман бында,
Ә тауҙарға юлдаш һәр үҙән.
Бөтәһен дә ярҙарына теҙеп,
Борғаланып аға Йүрүҙән.

Тәбиғәт бер бөйөк шағир кеүек,
Һәр тауҙы һәм ҡырҙы, игенде
Ҡафиялап шиғыр юлдарына
Шундай оҫта һалған шикелле.

Илаһи бер бөтөнлөк бар бында –
Бер ни артыҡ, бер ни кәм түгел:
Матурлыҡта уйсанлыҡ бар бында –
Йәмлелеге ҡоро йәм түгел.

Тәнгә, йәнгә үтер сихыры бар,
Шиғыры бар, моңо, теле бар.
Башҡа телдә аңлап бөтөрмәҫлек
Тарихы бар, рухи түле бар.

Үҙ телендә һәм үҙ лөғәтендә
Аңлашалар кеүек был ерҙәр,
Аңлашҡандай туған телдәрендә
Новгородтар, Псков, Суздалдәр.

Назар Нәжми,
Башҡортостандың халыҡ шағиры,
РСФСР-ҙың Максим Горький һәм Башҡортостандың
Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премиялары лауреаты