Хәким Ғиләжев. «Тормош кеүек булһын шиғырың...»
Шиғыр кеүек булһын бар тормошоң,
Тормош кеүек булһын шиғырың –
Шулай йәшәргә бит тырыштым мин,
Икеһен дә бергә һыйҙырып.
Шулай тип яҙҙы Рәми Ғарипов үҙенең бер шиғырында. Һүҙ шағирҙың, уның шиғриәтенең ихласлығы тураһында бара. Был – принципиаль мәсьәлә. Был – шағирмын тигән һәр шағирҙың йәшәү һәм тормош декларацияһы, ижад кредоһы. Бер төрлө йәшәп, икенсе төрлө һөйләгән, башынан бер төрлө уйлап, икенсе төрлө ижад иткән ҡәләм әһеле, ике йөҙлө кеше бер ваҡытта ла ысын кеше лә, айырыуса ысын шағир ҙа булғаны юҡ. Һәм булмаясаҡ та. Быны тарих үҙе, замандар миҫалы асыҡ күрһәтә.
Тормош хәҡиҡәте алдында ғына түгел, хатта хаталаныуҙарҙа ла ихласлыҡ күрһәтеү, йәғни үҙ-үҙең булып ҡалыу, «үҙ-үҙеңдән ҡасмау», шиғриәт идеалы менән йәшәү (хатта донъяуи мәсьәләләрҙә лә), идеалыңды бутамау – был ысын шағирҙарҙың иң күркәм сифаты. Һәм ул бөтәһенә лә бирелмәй. Дөрөҫөрәге, был сифатты һәр кем күтәрә алмай, сөнки ул бик ауыр ҙа, яуаплы ла. Бының өсөн һәр төрлө донъяуи ваҡлыҡтарҙан өҫтөн, данға иҫәп тотолған шиғри һәм тормош карьераһынан тамам азат булыу кәрәк. Бындай сифатты яһалма тағып та, табып та булмай. Сөнки ул барыбер йәбешмәйәсәк, тәбиғи булмаясаҡ. Ихласлылыҡ бит – пак балалыҡ сифаты, хәҡиҡәттең кеше күңелендәге сағылышы, ул – тормош шиғриәте. Бындай шиғриәт һоҡланып та түгел, көсәнеп тә түгел, ә бик ябай, ҡәҙимгесә, әҙәмсә тыуа.
Әгәр, күҙең күреп, күңел күҙең
Күрмәй үтһә ошо байлыҡты,
Ниндәй кеше һуң һин, кемгә кәрәк?
Күңелеңдә ҡояш, ай юҡтыр?..
..............................................................
Яҡтыртһын ул бөтә яҡшылығын,
Бөтә кешелеген кешенең!..
(«Яуаплылыҡ»)
Бына ошо кешегә ышаныу, уның ижади хеҙмәтенә инаныу шағирҙы балаларса ихлас ҡыуандыра, уға илһам ҡанаты ҡуя.
Йәшнә, йәшен! Йәшә, йәшел кәбән,
Күңелдәрҙе, әйҙә, ҡыуандыр!
Бәлки, минең иң шәп шиғырым да
Бына ошо кәбән булғандыр!..
(«Кәбән»)
Һүҙ символик кәбән тураһында түгел, ә шағирҙың бесәнселәр менән бергәләп үҙе ҡойған кәбән тураһында бара. Шағирҙың ихлас күңелдән: «Тормош кеүек булһын шиғырың» тип әйтеүенең асылы ла, бәлки, ошондалыр...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бына ошо принцип, бына ошо ихласлылыҡ, йәғни шағирҙың тормошо менән уның шиғриәтенең гармонияһы, бөтә шағирҙарыбыҙға ла хас түгел шул әле. Беҙ бер төрлө йәшәп, икенсе төрлө яҙғылап та ҡуябыҙ. Хәйер, был этик мәсьәлә. Уны һәр кеше үҙенсә аңлай, үҙенсә һуҡалай.
Мин Рәми Ғариповты байтаҡтан бирле беләм. Башҡорт дәүләт педагогия институты студенттары, 9-сы һанлы интернат-мәктәбенә (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһы) практикаға йөрөгәндә, ул алтынсымы-етенсеме класта уҡый ине. Бергәләп стена гәзите сығарыу ҙа иҫтә. Хәтерем яңылышмаһа, «Сигнал» тип атала ине булһа кәрәк. 1948 йылда Башҡортостан йәштәре делегацияһы составында Александр Матросов ҡаһарманлыҡ күрһәткән ерҙәрҙә йөрөп ҡайтҡас, уның тураһында үҙемдең очерк буйынса (осраҡлы тап килеү – дәреслектә минең очерк баҫылғайны) дәрес тә бирҙем, буғай. Улар класындамы, башҡаһындамы – онотолған. Рәми әле шул саҡта уҡ шиғыр яҙа торғайны. Ҡайһы береһен «Сигнал»да урынлаштырҙыҡ. Институт тамамлағас, мин Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына эшкә киттем. Өфөгә бер ҡайтыуымда Рәми Ғариповтың аэроклубҡа йөрөүе, У-2 самолетында осорға өйрәнеүе, хатта бер нисә ҡабат һауаға күтәрелеүе тураһында ла ишетеп ҡалдым.
«Йондоҙло уйҙар» китабына ингән «Осоу» шиғырын уҡығас, шул иҫкә төштө. Шағир булырға хыялланып йөрөгән үҫмерҙең был «саялығы» мәктәптә лә күптәрҙе аптыратҡандыр. Хәҙер әйтеп була: бер ҙә иҫ китерлек урын юҡ бында. Характеры шундай ине уның. Рәми Рәмилеген итмәһә, Рәми буламы ни ул!
Йәғни:
Йөрәк әгәр ярһыу толпар булһа,
Ауыҙлыҡлар алтын аҡыл бар.
Ә елергә уға ирек биргәс,
Ары торһон алтын аҡылдар.
Ғөмүмән, ул тыштан ябай, мөләйем күренһә лә, характеры менән бик үк ябайҙарҙан, еңелдәрҙән түгел ине. Ҡатмарлы, ҡырыҫ һәм сая. Ғәжәп үҙ һүҙле. Был уны тормошонда байтаҡ сетереклектәргә, аңлашылмаусылыҡтарға ла килтергеләне. Үҙе әйтмешләй:
Тик мин – бер йән,
Барыһы – үҙемдеке.
Береһе-бер түгел ят ҡунаҡ:
Яғымлы ла, ҡыйыу, сая ла мин,
Үҙ-үҙемдән ҡасмам саҡ ҡына.
(«Анар»)
Ана шул үҙ-үҙеңдән ҡасмай саяланыу уны күккә лә алып менде, унан ҡолатып та төшөрҙө, ләкин шағирҙың хыялын һаман осоу, йондоҙло күктәр тартты.
Осам, осам! Бала саҡтан бирле
Бер туҡтауһыҙ осам ҡайҙалыр.
Бар тормошом – осоу, ҡолау минең,
Үҙем – ерҙә, күҙем – айҙалыр...
.....................................................
Ил осҡанда йөрәк осмаҫмы һуң,
Атмайынса бөтә ялҡынды?
Ләкин Рәми «нисә ҡабат күккә менһә лә» осоусы булып китмәне. Бәлки, уның әкиәттәрҙәге сәмреғоштарҙа осҡан төшөн өн итәһе, күктәргә күтәрелеп ергә бағаһы, үҙен һынап ҡарайһы ғына килгәндер. Мәктәпте бөткәс тә ул Рәйес Низамов, Рафаэль Сафин менән бергәләп Мәскәүҙәге әҙәбиәт институтына уҡырға барып инде. Уның студент йылдарында йыш осрашырға тура килмәне. Тик һуңыраҡ, ул институттың һуңғы курсында М. Горькийҙың «Клим Самгиндың тормошо» эпопеяһын тикшереү һөҙөмтәһендә яҙылған (диплом эшеме, курс эшеме) мәҡәләһен «Әҙәби Башҡортостан» («Ағиҙел») журналына баҫырға әҙерләгәндә, беҙ йышыраҡ аралаша башланыҡ. Рус телендә һәйбәт яҙылған был мәҡәләне ул бик оҫта итеп башҡортсаға тәржемә итте. Бер нисә йылдан һуң мин редактор булған журналда ул поэзия бүлеген алып бара башланы. Бында ла ул шул әлеге лә баяғы «саялығын» күрһәтеп ҡуйғыланы. Теге йәки был авторҙан бешмәгән шиғыр килһә, яуап яҙмай ыҙаландыра. Ни эшләтәһең инде уны, «хөрт шиғырға яуап яҙыу минең эш түгел» ти ҙә ҡуя. Шул нигеҙҙә әйткеләшеп алған саҡтар ҙа булғыланы: автор ниндәйҙер яуап алырға тейеш бит инде. Редакцияның тәртибе шулай. Ә һәйбәт шиғыр, хатта уңышлы табылған образ күрһә, хас та үҙенеке кеүек ҡыуана, тиҙерәк номерға биреүҙе ҡыҫтай башлай. Бына шундайыраҡ кеше ине инде ул.
«Йондоҙло уйҙар» китабына яҙған баш һүҙендә Рауил Бикбаев: «Илленсе йылдарҙа әҙәбиәткә килгән үҙ быуыны араһында Рәми Ғарипов ғәжәп иртә асылды, үҙ тауышын тиҙ тапты, бик йәшләй ижади өлгөрҙө», – тип яҙа. Ләкин был тәбиғи талантҡа ғына бәйләнмәгән, йәки үҙенән-үҙе генә килә торған нәмә түгел. Талантҡа ғына таянып, илһам килеүен көтөп ятһаң, «иртә асылыу» ғына түгел, бөтөнләй асылмаҫҡа мөмкин. Ә «йәшләй ижади өлгөрөү» тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Бының өсөн кешегә күрһәтмәй генә күп тир түгергә, ашыҡмаҫҡа, үҙ-үҙеңә үтә. талапсан, айыҡ ҡарашлы булыу ҙа кәрәктер. Рәми Ғариповтың 6-сы, 7-се кластарҙа уҡ шиғыр яҙыуын, уларҙы мәктәп стена гәзитенә урынлаштырыу тураһында әйткәйнем инде. Тимәк, улар хаҡлы урынлаштырылғандар, сөнки мин ул саҡта, нисек кенә әйтһәм дә, тәүге китабын («Йәшен уттары», 1947) сығарған студент шағир инем. Шиғырҙы шиғырҙан айырыу һәләте генә булғандыр, тим. Хәйер, мәктәптә уҡыған йылдарҙа ниндәй генә уҡыусы шиғыр яҙмай икән? Ә шағир, яҙыусы булып киткәндәре бик һирәк, йәки бөтөнләй булмай ҙа ҡуя. Ә бына Рәми бына тигән шағир булып китте. Мин быны оҙонораҡ булһа ла шуның өсөн һөйләйем. 1960 йылдарҙа ҡышҡы айҙарҙың береһендә мин Переделкинола (яҙыусыларҙың ижад йорто) булдым. Мәскәүҙән ҡайтышлай, ижад йортоноң һүтеп ташланған иҫке бинаһы янынан үткәндә, бер ҡағыҙ төргәге күреп ҡалдым. Бөгәрләп, теген еп менән бәйләнгән ниндәйҙер ҙур һәм ҡалын дәфтәр ине был. Асып ҡараһам, үҙ күҙемә үҙем ышанмай торам: тышында зәңгәр ҡара менән эре итеп башҡортса: «Ғ. Рәми. Шиғырҙар» тип яҙылған. (Исеме лә бар ине булһа кәрәк. Онотҡанмын.) Ғ. Рәми. Бәй, был беҙҙең хәҙер инде бер-ике китабын сығарып өлгөргән Рәми Ғарипов була түгелме һуң? Почергы ла шул. Тик шиғырҙары ғына таныш түгел. Оҙонса ҡалын дәфтәргә тупланған күпме һәйбәт шиғыр ҡар аҫтында ятҡан булған. Ә бит шуларҙың береһе лә китапҡа индерелмәгән! Өфөгә алып ҡайтып, ҡулына тотторғас, Рәми бик шатланды, баҫалҡы ғына йылмайып, ғәфү үтенгәндәй: «Тәүге ҡараламалар. Ул бинала беҙҙең ятаҡхана ине, һүткәндәр икән», – тине лә шуның менән һүҙ бөттө. «Ҡараламам» шиғырында шағир юҡҡа ғына:
Яңылыштан минең эш дәфтәрем
Ҡулығыҙға килеп эләкһә,
Соҡсонмағыҙ яҙған-һыҙғанымда.
.......................................................
Һеҙгә улар бер ни әйтмәҫ-түкмәҫ,
Тик үҙемә танһыҡ үҙ серем.
Ҡараламам – ҡара тирем генә,
Аҡ тоҙон мин аҡҡа күсерҙем, –
тип яҙмағандыр, күрәһең. Ләкин мин уның күҙе дымланғанын күреп ҡалдым. Әйтерһең, юғалған балаһы килеп табылды. Йомшаҡ күңелле лә ине Рәми.
Ә бит күп йәштәр, беренсе шиғырын яҙыу менән үк, ҡараһы ла кибер-кипмәҫтән редакцияға йүгереүсән була.
Ә китабы ла сығып өлгөргән Рәми Ғарипов, редакция тупһаларын тапап: «Мин әҙәби институт бөттөм!» – тип йөрөмәне, оҙаҡ та тормай, аңғармаҫтан-нитмәҫтән (әлеге лә баяғы, саялыҡ, Рәмисә), кәләше Надяны «ҡултыҡ аҫтына» ҡыҫтырҙы ла Салауат районына – үҙ ауылы Арҡауылға ҡайтты ла китте. Юҡ, Яҙыусылар союзы ебәргән оҙайлы ижади командировкаға түгел (ул йылдарҙа ундай практика юҡ ине әле), ауылдаштары янына, ең һыҙғанып, крәҫтиән эше менән шөғөлләнергә.
Унда йәш комсомолец-шағирҙы оҙаҡламай колхоз комсомол ойошмаһының секретары итеп һайлап ҡуйҙылар. Ул тыуған-үҫкән Йүрүҙән буйҙарына ҡайтыуын «Йырҙарыма ҡайтыу» тип атаны.
Ҡайтам! Ҡайтам!
Йырҙарыма ҡайтам!
Ҡалып тор һин, гүзәл баш ҡалам.
Минһеҙ ҙә бит бер ни булмаҫ һиңә,
Һин шауларһың минән башҡа ла!..
(«Йырҙарыма ҡайтам»)
Тимәк, шағирҙың ауылға ҡайтыуы ниндәйҙер оригиналь булып күренеү түгел, сая дыуамаллыҡ та түгел, комсомолецтың заман аһәңенә ҡолаҡ һалыуы, уны йөрәге аша үткәреүе, аңлы ҡылығы ул. Сөнки, шағир һүҙҙәре менән әйткәндә, «тик йыр өсөн уны (тормошто) төҙөшөү ҙә кәрәк, күрәһең».
Кемдеңдер уҫал теле арҡаһында, – шағир ижадындағы бер моментты ғына алайыҡ, – уны «бер ҡыллы шағир» тип атаусылар ҙа булды. Ләкин «бер ҡыллы шағир» ауылға ҡайтып, комсомолдар башлығы ла була алмай, ихлас күңелдән сыҡҡан юғарыла килтерелгән юлдарҙы ла яҙа алмай. Бының өсөн әхлаҡи хоҡуғың булырға тейеш. Ә Рәми Ғарипов иһә бындай хоҡуҡҡа эйә ине. Законлы рәүештә. Юғиһә, йәш шағирҙар араһында әхлаҡһыҙлыҡ өсөн институт, университеттарҙан ҡыуылып, Өфө асфальттарын салбар балаҡтары менән һеперә-һеперә: «Замандашым» – тип оран һалыусылар ҙа аҙ булманы. Был поэзиялағы сигенән сыҡҡан амораллек, ысын замандаштар арҡаһына йәшеренеп, «заман йырсыһы» булып ҡыланырға тырышыу позаһынан башҡа бер ни ҙә түгел ине. Уларға ҡапма-ҡаршы рәүештә, бәхеткә ҡаршы, Рәми Ғарипов бер ваҡытта ла позер булманы. Ауылда иген иккән үҙ кешеләре араһында йәшәү шағирҙың тыуған яҡтары менән байтаҡтай өҙөлгән ҡан тамырҙарын яңынан тоташтырҙы. Шиғриәте ташып барған, ләкин тормош тәжрибәһе, мәктәп, институт парталарынан ары китмәгән йәш егетте ергә, ошо ерҙең матди байлыҡтарын тыуҙырыусы кешеләргә яҡынайтты; донъяға, уның хазиналарына, икенсе төрлө әйтһәк, ысынбарлыҡты улар күҙе менән күрергә, улар ҡолағы менән ишетергә, улар йөрәге менән тойорға, улар теле менән өндәшергә – ҡыҫҡаһы, халыҡ тормошо, халыҡ фәлсәфәһе менән йәшәргә өйрәтте. Был иһә үҙ сиратында шағирҙың ижад багажын байытты, уға йүнәлеш бирҙе, тиһәк тә яңылыш булмаҫ кеүек. Уның шиғри «кәбәндәре лә» бына шунда һалынды.
Йырым – ҡайсаҡ әрем тәме әйткән
Көйөп бешкән арыш икмәге.
Мамыҡтай аҡ,
Йомшаҡ ҡалас һымаҡ,
Юҡ шәрбәтең һинең,
Юҡ мәгең!..
Үҙем кеүек, көл-күмергә буяп,
Аунатҡан бит ауыл мейесе...
Бына шуға ла, үтә «сая» булһа ла, Рәми Ғарипов илленсе йылдарҙа үҙе кеүек йәш ҡәләмдәштәр араһында киң таралған эстрада шиғриәтенә, «новаторлыҡ» шауҡымына бирелмәне, аумаҡай булманы, шиғриәтебеҙҙең «иҫке» традицияларына тоғро булып ҡалды, шуға күрә ул, «үҙ тауышын эҙләп», ары-бире һуғылманы ла. Новаторлыҡ эҙләп шапырыныусыларҙы ул «буш боғаҙ стиляга» иңкешкә оҡшатты. Рәми традицион рамкаларҙа ла үҙенсә новатор булды.
Рәми Ғариповтың шағир булып «ғәжәп иртә асылыуын, йәшләй ижади өлгөрөүен» бына ҡайҙан эҙләргә кәрәк.
Рәми Ғарипов ижадының оригиналь күренеш булыуы тураһында тәнҡиттә күптән инде тотороҡло ҡараш йәшәп килә. Шағирҙың поэтик асылын Ғайса Хөсәйенов 1968 йылда уҡ сыҡҡан «Башҡорт совет поэзияһының үҫеү юлдары» тигән монографияһында бик дөрөҫ тотоп алған һәм уның сығанаҡтарын да асып биргән. Ләкин тәнҡиттә Рәми Ғарипов үҙе бер ҙә мохтаж булмаған шаштырыбыраҡ ебәреүҙәр ҙә булманы түгел, булды. Уны донъя классиктары тирәһендәрәк йөрөтөү, йәғни шағирҙың уларҙы өйрәнеүе аша башҡорт шиғриәтен яңыртыуы кеүегерәк фекерҙәр, минеңсә, шағир өсөн файҙаға булманы. Классиктарҙан кем өйрәнмәй ҙә, уларҙы кем тәржемә итмәй. Был, әлбиттә, ижадҡа тәьҫир итмәй ҡалмай. Шулай булғас, был монографияла башҡа шағирҙарҙың да кемдән өйрәнеүҙәре, кем йоғонтоһонда ижад итеүҙәре тураһында ла әйтергә кәрәк ине. Ғөмүмән, быны әҙәбиәтте өйрәнеү әлкәһендә (беҙҙә генә түгел) уңышлы алым тип булмай.
Рәми Ғарипов үҙе лә «Йырҙарым» тигән шиғырында:
Мөгөҙ эҙләп маташмағыҙ
Йырҙарымдан, баш ватып;
Атҡа ниңә мөгөҙ кәрәк?
Еккәнем бит – йөк аты!..
Йөк тейәгән арбаһы ла Бик ябай арба юлға.
Таҡмағыҙсы биш тәгәрмәс,
Дүртеһе еткән уға!..
Бер ниндәй ҙә биҙәге юҡ,
Яланғас минең йырҙар, –
тип иҫкәрткәйне.
Әйтәйек, Р. Ниғмәти В. Маяковскийҙан өйрәнгән икән, хатта уға оҡшарға тырышҡан икән, ул Маяковский булды тигән һүҙ түгел бит әле. Бәхеткә ҡаршы, Р. Ниғмәти – Р. Ниғмәти булып ҡалды. Өйрәнергә кәрәк, ләкин ул күренеп тормаһын, ә күренеп торҙомо – ул эпигонлыҡ була.
Шиғриәттә эпигонлыҡтан да нәжес нәмә юҡ. Ә беҙ иһә ҡайһы саҡ уны шағирҙың уңышы тип миҫалға килтерәбеҙ. Өйрәнеү – ысын шағир булыу тигән һүҙ түгел әле. Шағир булып тыуалар. Институт белеме менән дә шағир булмаҫҡа мөмкин. Шағир ижадын камиллаштыра, теоретик ҡораллана. Бары шул. Ә бына ғалим булып була!
Әлбиттә, Рәми шиғырҙары араһында ла Есенин, Блок, Ахматова, хатта Гетены хәтерләткән юлдар бар. Тик шуны оноторға ярамай: шиғриәт – ул замандан заманға, быуындан быуынға килә торған өҙөлмәҫ бер сынйыр. Уның ҡайҙа башы, ҡайҙа осо икәнлеген дә белмәҫһең. Сөнки, бер талантлы шағирҙың әйтеүенсә, шиғриәт беҙгә буйһонмай, ә беҙ уға буйһонабыҙ. М. Пришвин 20-се йылдарҙа уҡ әле: «Шик тә юҡ, кеше үҙенән үҙе тыуған кеүек, яҙыусы ла үҙ һүҙе (слог) менән тыуа, ләкин ул артабан ябай һүҙ генә түгел, культура менән байыҡтырылған үҙеңдең стилең булып әүерелһен өсөн, тәбиғәт биргән был стиль ҡыйратылып, яңынан тыуҙырылырға тейеш», – тип яҙғайны. Классик яҙыусыларҙың, мәҫәлән, нәҡ шундай юл үтеүенә әҙәбиәт тарихында миҫалдар күп. Ә быны эшләү еңел нәмә түгел. Ул тик ысын шағирҙарға ғына хас. Бәғзеләр иһә әсә биргән ошо тәбиғи һүҙен (слогын) юғалтып, башҡа йоғонтоларға бирелеп, ҡәҙимге эпигон ғына булып ҡалыусан: «Ана һөтө менән кермәгәнде, тана һөтө менән генә кермәй ул», тигәндәй, Рәми Ғарипов әсә һөтө менән кергән ана шул үҙ һүҙен юғалтып ҡына ҡалманы, киреһенсә, уны байыҡтырҙы, сатаҡ-ботаҡтарҙан айырып, шымартты, камиллаштырҙы; ниһайәт, уға ғына хас үҙ стиленә эйә булды һәм үҙе булып ҡалды. Ә был поэтик стиль – теремек йәншишмә булып уның шәхесен билдәләне, халыҡ тормошона барып тоташты.
Рәми Ғариповтың шиғырҙары тураһында проза теле менән һөйләү урынһыҙ. Сылтырап аҡҡан шишмә инешенә таяҡ тыҡҡан кеүек була ул. Уларҙы уҡырға, уйланып, ашыҡмай ғына уҡырға кәрәк.
Рәми Ғарипов бар булмышы менән шиғриәт стихияһында янып йәшәне. Уның эсендәге – тышында булды, бер нәмәне лә йәшермәне. Үҙенең рухи донъяһын шиғырҙары аша уҡыусыларға асып бирҙе. Ул шиғриәткә икһеҙ-сикһеҙ бирелгәйне, шиғырҙар уның яҙмышына әйләнде. «Бар йыуанысым шиғырҙарҙа», – тип яҙҙы үҙе бер шиғырында.
Ул бер ваҡытта ла поэмалар яҙып, «солидный» шағир булып күренергә тырышманы. Хатта оҙонға һуҙылғандары ла бер ҡулдың бармаҡ һанына етмәҫ. Ә китапты уҡып сыҡҡас, характерҙарға, уй-хискә, моңға, сағыу буяуҙарға бай бөтөн поэма-монолог уҡыған кеүек булаһың. Был, шәхес булараҡ, шағирҙың бөтөнлөгө тураһында һөйләй.
Уның шиғырҙары ҡысҡырып торған эпитеттарға бай түгел. Улар бик ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы ла. Ләкин фекере һәр ваҡыт аныҡ, образдары тос, һәлмәк. Хатта артыҡ тығыҙыраҡ та булып китә, художниктар әйтмешләй, һауа, пространство етмәй, йотлоғоп һыу эскәндәге кеүек, тын быуыла башлай.
Рәми, бөтәһенән элек, шағир-философ. Был – һүҙҙең социаль дөйөмләштереү мәғәнәһендә генә түгел, ә эстетик планда ла. Һәр нәмәнең, һәр күренештең (ул кешеләр араһындағы мөнәсәбәтме, тәбиғәтме) асылына төшөнөргә тырыша, донъялағы бәйләнештәрҙең ебен, серен эҙләй, ергә ятып, уның йөрәк ҡағышын тыңлай, бөтә нәмә уға тере йән эйәһе, бөтә нәмә шиғри стихия ҡаҙанында ҡайнай.
Күҙем күргән һәр нәмәлә күрҙем
Серле йырҙар боҫоп ятҡанын.
Серен астым шулай үҙ-үҙемә,
Матурлыҡты шулай яҡланым.
Шуға күрә:
Төнгө ергә ятып ерҙе тыңла,
Шыштыр-шыштыр ямғыр яуамы?
Юҡ, был сабый үлән ҡалҡа шулай –
Тормоштоң был сабыр дауамы.
Тормоштоң был бөйөк тантанаһы,
Ул әҙерләй шулай үрсерен.
Ер тауышын ергә ятып тыңла,
Ерең сисер һиңә үҙ серен!..
Былай тип әйтер өсөн һиҙгер ҡолаҡлы, нескә күңелле булыу ғына етмәй, ә үҙеңде ошо ер тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө, тәбиғәттең үҙ балаһы итеп тоя белеү һәләтлеге кәрәктер ул. Йәки бына «Рәссам» шиғырын алығыҙ. «Ҡабатланмай бер ни был донъяла», ти шағир. Бәй, ҡабатланмай икән, матурлыҡты яңынан тыуҙыра, уны мәңгеләштерә торған көс бар. Ул – шағир, шағир хыялы. Һәм шағир шул матурлыҡты ижад итә, уны илаһилаштыра.
Былай үҙең бик матур ҙа түгел,
Тик, ниңәлер, һине биҙәнем.
Мин генә тик һине йондоҙ иттем,
Һин генә тик быны һиҙмәнең.
.................................................
Матурлығың – минең хыялым ул,
Был хыялый күңелем емеше.
Илаһи бер һүрәт яһап ҡуйғас,
Мин йәшәйем әле, мин – кеше!
Йәки:
Тик әкиәт кенә булһын тойғом,
Мин барыбер уға табынам.
Әкиәтем әгәр юҡҡа сыҡһа,
Мин сығарам уны яңынан.
«Көҙ нағышы», «Тәүге ҡар», «Ямғыр тамған...», «Тормош булғас, булыр барыһы ла...», «Ер шары», «Анар», «Бөркөт», «Йөрәк әгәр ярһыу толпар булһа...», «Йәншишмә», «Шәүлә», «Тормош мәңге йомғаҡсы ул һиңә...», «Йәй башы», «Мин йәшәрәм йәшен йәшнәгәндә...», «Мин заманым менән ғорурланам...», «Күҙ бәйләнә...» кеүек бик күп шиғырҙарында шағирҙың тәрән уй-моңдары ята. Шағир эҙләнә, үҙ алдына һәр ваҡыт тип әйтерлек, бер һорауҙы ҡуя: «Белһәң икән?..» Аҙаҡ һығымта яһай:
Тәбиғәттә һәр ни үҙ урынында,
Бөтәһе лә унда ярашлы! –
Әллә шуның барыһын тойғанғамы
Кеше шулай уйсан ҡарашлы?..
Фәһем алырлыҡ күңелгә шом һалына был юлдарҙан! Улар шағирҙың кешелеклегенән, донъя яҙмышын ҡайғыртып йәшәүенән килеп сыға. Сөнки тәбиғәттә гармония йәшәһә лә, донъялағы хәлдәр был төшөнсәнән алыҫ әле, төн менән көн алышҡан кеүек, ҡапма-ҡаршы ике система араһында аяуһыҙ көрәш бара. Донъяның ҡара көстәре, коммунист маскаһы кейгән провокаторҙар һуғыш менән янай.
Торған һайын тормош
ҡатмарлыраҡ,
Торған һайын тормош хәүефле.
Торған һайын шағир
яуаплыраҡ,
Була алмай еңел кәйефле, –
ти шағир.
Был китапта шағирҙың совет ысынбарлығын раҫлаусы, беҙҙең байраҡты данлаусы, һуғыш суҡмарҙарын фашлаусы, көн ҡаҙағына һуғыусы бына тигән публицистик шиғырҙары ла байтаҡ: «Ураҡ менән сүкеш», «Тағы беҙҙекеләр», «Заман һынауы», «Уяныу», «Киләсәк», «Ут Хаҡында йыр», «Төштәр», «Яуаплылыҡ», «Осоу», «Пушкин», «Таш сәскә», «Урал йөрәге», «Өлгө», «Һаҡланыу», «Һүҙем бар», «Уйҙарым» һ. б. бына шундай шиғырҙар оригиналлеге, тапҡырлығы, метафористик образлылығы, әйтер инем, ҡыҫҡа һәм йыйнаҡлығы менән (ғәҙәттә, беҙҙә публицистик шиғырҙар оҙон була) айырылып тора. Уларҙа ла ул башлыса шағир-философ булып ҡалды.
Ҡыҫыр башаҡ урмаҫ был ай Ураҡ,
Буш һандалға һуҡмаҫ был Сүкеш!
(«Ураҡ менән Сүкеш»)
Йәки:
Бел: ҡояштан ҡапланырға мөмкин,
Мөмкин түгел ҡаплау ҡояшты!..
(«Тағы беҙҙекеләр»)
Рәми Ғарипов эҙләнеүсән шағир. ине. Ул башта мәңгелек темаларҙы һайланы: кеше һәм тәбиғәт нисбәте, яуызлыҡ һәм изгелек, мөхәббәт һәм гүзәллек. Ул шул темаларҙы ябай халыҡ теле менән нисек тәрәнерәк һәм сағыуыраҡ асып биреү, уларҙы сәнғәт дәрәжәһенә күтәреү сараларын, поэтик формаларын эҙләне. Шуның өсөн дә уның ижадында фольклор өлгөләренән алып поэтиканың төрлө төрҙәрен осратырға мөмкин. Тәнҡитсегә адресланған шиғырында ул быны үҙе лә әйтеп бирҙе:
Мин эҙләнәм. Юлда. Мин тере.
Алмалағы алма төшө кеүек,
Үҫә бит ул кеше фекере!
Был фекер үҫеше кешегә һәм тәбиғәткә (һандуғас, болан, ҡарлуғас, турғай), Ай, йондоҙҙарға (йондоҙһоҙ уның бер генә шиғыры ла юҡтыр – арттырыбыраҡ әйтһәк), ғөмүмән, был фекер бөтә йыһанға, бөтә йәшәйешкә (бытие) мөкиббән ғашиҡ булған шағирҙың әсә һөтө менән ингән, беҙҙең ысынбарлыҡ шарттарыйда поэзия юғарылығына күтәрелгән темаларҙың киңәйеү иҫәбенә түгел, ә тәрәнәйеү иҫәбенә барҙы һәм, ниһайәт, халыҡ тормошо, уның яҙмышы һәм унда шағирҙың тотҡан урыны темаһына килеп тоташты. Аңлашылып тора: поэзияла яңылыҡ түгел был. Үҙ ижадын һанға һуҡҡан һәр бер шағир үҙен халыҡтың бер вәкиле итеп тойорға һәм уның исеменән һөйләргә тырыша. Был законлы күренеш һәм бында берәү ҙә шағирҙы ғәйепкә алырға тейеш түгел. А. Блок үҙенең «Шағирҙың тотҡан урыны» тигән васыят телмәрендә был турала күптән әйткәйне инде. Әгәр Рәми Ғарипов:
Шағир – бер тамсыһы икән
үҙ халҡының,
Тамсы һөйләр диңгеҙ хаҡында.
Шағир – шаңдағы ул заманының
Һәм көсө лә уның халҡында, –
тип әйтә икән, бик хаҡлы. Бында аптырарлыҡ бер нәмә лә юҡ. Был бары тик уның халыҡ алдында үҙенә яуаплылыҡ, үҙ яҙмышын уның яҙмышы менән бәйләргә тырышыуы. Шағир был яуаплылыҡтан ҡурҡырға тейеш түгел. Киреһенсә, шағир артта һөйрәлеп, факттарҙы теркәп барыусы регистратор вазифаһын башҡарыусы түгел, ә халыҡтың, замананың алдан күреүсе күҙ-ҡолағы, шул замандың алдынғы бөйөк идеалдары өсөн көрәшеүсе яугир булырға тейеш.
Ирлек булһын шағирлыҡта.
Шағирлыҡта ирлек булмаһа,
Ни мәғәнә дөрөҫ һүҙ әйтеүҙән,
Дөрөҫ һүҙең инде һуңлаһа!
Ер һәм халыҡ төшөнсәләрен шағир Урал һәм башҡорт халҡына ғына ҡайтарып ҡалмай, уны киңерәк планда аңлай, сөнки шағирҙың үҙе әйтмешләй:
Шиғырҙары тыуған
бөтә ер ҙә
Тыуған ере була шағирҙың.
Шуға күрә шағир үҙенең шиғырҙары арналған Украинаны ла, Кавказды ла, Ҡара диңгеҙ буйҙарын да үҙ төйәге кеүек күрҙе. Заманына мөрәжәғәт иткән шиғырында ул быны тағы раҫлай:
Мин инандым ысын иманыңа,
Бар моңона бөтә телдәрҙең.
Миңә яҡын, ғәҙел, яҡты, ысын,
Татыу ғаиләһе илдәрҙең.
Ләкин ғүмеренең һуңғы йылдарында Рәми Ғарипов халыҡ төшөнсәһен уның бары бер факторына (иң мөһиме булһа ла) – телгә генә ҡайтарып ҡалдырған саҡтары ла булғыланы. Рәми Ғарипов ижады тураһында яҙыусы авторҙар был фактты күрмәмешкә һалыша, унан ҡасырға тырыша, әйтерһең, был шағир ижадында бөтөнләй булмаған! Ниңә унан ҡурҡырға? Туған телде данлау, уға ҡарата шиғыр яҙыу, үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү ярамаған яҙыҡ эшме ни? Тел осонда торған шағирҙарҙы атап сығам: Ломоносовты, Тургеневты, Шевченконы, Туҡайҙы, Маяковскийҙы, йә булмаһа, Ғамзатовты алығыҙ. Улар туған телдәренә ҡарата ниндәй һоҡланғыс юлдар бағышланы. Бит милләт төшөнсәһен билдәләгәндә иң мөһим компонент – тел. Ул, әйтер инем, географик төшөнсәнән киңерәк. Тарас Шевченко Көньяҡ Уралда ла, ҡасаҡтар далаларында ла украинса яҙҙы, Мицкевич Рәсәйҙә лә полякса ижад итте. Ярты ғүмерен француздар араһында үткәргән И. Тургенев әҫәрҙәрен, француз телен бик яҡшы белһә лә, бары тик рус телендә яҙыуҙы өҫтөн күрҙе. Муса Йәлил Моабит төрмәһендә баш өҫтөндә палач балтаһы торғанда ла шиғри васыяттарын саф татар телендә әйтеп ҡалдырҙы. Сөнки ҡәләм тирбәтеүсенең төп эш ҡоралы – тел, халҡының туған теле. Үҙ ҡоралы тураһында оҫта ҡайғыртмай, кем ҡайғыртһын?
Рәсүл Ғамзатов «Известия» гәзитендә баҫылған бер шиғырында: «Авар теле бөтһә, – мин үләм», – тип яҙып сыҡты. Ә бына Рәми Ғарипов «Туған тел» шиғырын яҙғас, беҙҙә ҡайһы берәүҙәр араһында һағайыу тыуҙы, күңелдәренә шом төштө: «нимәгә ишаралай был?» йәнәһе һәм китте... Шул заманда Рәми Ғарипов тирәһендә уралып, унан герой яһап, рухландырып йөрөүселәр «ялп» итеп урамдың икенсе яғына сығып йүгерҙе, уға әллә ниндәй ярлыҡтар тағып, «бер ҡыллы шағир», тип үсекләй башланылар. Ә ҡайһы бере арҡаһынан һыйпап һөсләтеүен белде. Ҡырҡыу характерлы шағирға был етә ҡалды. Уның үҙ һүҙен биргеһе килмәне. Оппоненттарына ул «Бер ҡыл» шиғырында ошолай тип яуап бирҙе:
Ул ҡыл үтеп ингән йөрәгемә
Яуҙар, мең ғазаптар арҡылы.
Пушкин, Тарас, Туҡай, Сәләмгә лә
Изге булған иҫке бер ҡылы.
..............................................
Мәңге яңы ҡартлас, был донъяла
Бер йөрәгем типкән сағында
Ике йөҙлө, ике һүҙле булмам,
Мин торормон бер ҡыл һағында.
Туҡһан туғыҙ ялған ҡыл булғансы,
Булһын әйҙә ысын бер ҡылың...
Рәми – кеше булараҡ та, ижады менән дә донъяға киң ҡарашлы, замандың аһәңен тойоп йәшәүсе интернационалист шағир.
Был китапты уҡып сыҡҡас мин шуға инандым: Рәми Ғарипов йөҙөндә беҙ бик йәшләй генә күңелендә йондоҙло уйҙар, кешегә һәм донъяға ғашиҡ тойғолар йөрөткән, эскерһеҙ, намыҫлы, ҡабатланмаҫ шағирҙы юғалттыҡ. Ләкин уның шиғырҙары һәр ваҡыт әҙәбиәтебеҙҙең түр башында булыр. Ә беҙ, тереләр, шағирҙың васыяты һымаҡ яңғыраған юлдарына ҡолаҡ һалайыҡ:
Эш эшләйек артыҡ һүҙ ҡуйыртмай,
Беҙҙән дә бер ҡалһын ир һүҙе.
Ә ҡалғанын халыҡ хөкөм итһен,
Хөкөм итһен заман, ер үҙе...
Хәким Ғиләжев,
Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты
1979 йыл, 14 ноябрь