Тайфур Сәғитов. Бер бүлмәлә, бер юлда
I
1967 йылда мин тыуған төйәгемде ҡалдырҙым да Өфөгә «Совет Башҡортостаны»на эшкә килдем. Информация бүлегенә әҙәби хеҙмәткәр итеп алындым.
Ул ваҡытта Матбуғат йорто Пушкин менән Аксаков урамдары мөйөшөндә, хәҙерге ГАИ бинаһында, «Совет Башҡортостаны» гәзите икенсе ҡатта урынлашҡайны. Коридорҙың 45-се мәктәп яғындағы осонда һул яҡта 20 һаны ҡуйылған бүлмәгә ингәс тә – әҙәбиәт, ә тағы бер ишекте асып төпкә үткәс – информация бүлектәре булыр.
Мин килгәндә әҙәбиәт бүлеген Рәшит Шәкүр етәкләй ине. (Ул заманда әйләнергә лә өлгөрмәгән Р. Шәкүров ине әле ул, өйләнгәс – Рәшит Шәкүровҡа әйләнде, ә инде ҡыҙҙары тыуғас Рәшит Шәкүр булып китте.) Уға ҡапма-ҡаршы Рәми ағай Ғарипов, өсөнсө өҫтәлдә Мәхмүт Уразаев ултырыр ине.
Был ваҡытта инде Рәми Ғарипов киң танылыу алғайны. Салауат районында йөрөп ҡайтҡас, уның «Совет Башҡорт-останы»нда эшләүен дә белеп тора инем. Редакцияға «Көтәм әле» һәм «Ҡара диңгеҙ» тигән ике хикәйә ебәргәйнем. Һабаҡташ булғанға, Р. Шәкүрҙән яҙмыштарын һорашҡайным, ул: «Рәми ағай оҡшатманы», – тигәс, ныҡышып йөрөмәнем. Эшләй башлағас, хикәйәнең икеһен дә редакция архивынан эҙләп алып, аҙаҡтан «Күңел төбөндәге сер» йыйынтығына индереп ҡуйҙым.
Бына шул Рәми Ғарипов менән бер бүлмәлә хеҙмәт башланым...
Әйтеүемсә, беҙ быға тиклем дә таныш, «иҫәнме-һаумы» дәрәжәһендә һөйләшеп тә йөрөй инек. Ғөмүмән, ул илгәҙәк түгел ине, шикелле. Минең дә оло, данлыҡлы кешеләр алдында ҡатып, юғалып ҡала торған ғәҙәтем юҡ. 1966 йылдың декабрендә, отпускым мәлендә, Кавказда ял иткәндә Нальчик ҡалаһында атаҡлы балҡар шағиры Ҡайсын Кулиев менән көтөлмәгән осрашыуым хаҡында очерк яҙҙым да әҙәбиәт бүлегенән үткәрергә булдым. Рәшит уны Рәми ағайға биргән.
Беренсе мәртәбә уның менән туранан-тура эшлекле мөнәсәбәткә кереүем ана шунда булды, ахырыһы.
Ул, ғәҙәттә, кем менән генә осрашып күрешһә лә, үҙен ғәжәп тотанаҡлы, шатлығынан ҡосаҡҡа алыу түгел, ҡул бирергә лә «онота яҙғандай» тотор булды. Башҡалар ҙа билдәләйҙер, моғайын, кеше менән мөнәсәбәттә ул тәү минуттарҙа һәр ваҡыт «ведомый», йәғни пассив хәлендә ҡалыр ине. Шуғалыр ҙа эшкә килгәне бирле ул көн һайын күрә-күрешә йөрөһә лә, миңә әллә ни иғтибар бирмәне, башҡа журналистар кеүек: «Эшләй башланыңмы инде? Нисек һуң?» – тип хәл белергә теләгәне лә булманы. Һөйөнмәне лә, көйөнмәне лә.
Киреһенсә, Ҡайсын Кулиев хаҡында материалды ҡулына алғас, ул шундай ярһыулы тонда һөйләште, хатта яҙмамдың яҙмышына борсола башланым: бөтә ҡиәфәте, ым-хәрәкәте менән ул, һинме инде шиғриәтте аңлар кеше, йөрөйһөң шунда, һинән башҡа ла маҙаға тейеүселәр күп, тигән һымаҡ ултырҙы. Уның был һыҙаты айырыуса күҙгә ташлана торғайны миңә (башҡаларға ул бүтәнсәрәк ҡарағандыр – һәр кем, һәр шәхес өсөн Рәми Ғарипов төрлөсә күренәлер. Мин дә шуға бөгөн үҙемдең Рәми Ғарипов тураһында яҙам, бәлки, ҡорҙаш-замандаштарым быны танымай ҙа йөрөр, ләкин хәл-ваҡиғаларҙы уйлап сығарманым, улар башҡаларҙың күҙ алдында бара торҙо)...
Ағайҙың шулай ижади кешеләрҙе ҡап урталай бүлеп, береһенә талант эйәһе, икенсеһенә ҡыутомшоҡ (бездарь) тип ҡарауын күрһәткән осраҡтарҙы байтаҡ килтерергә мөмкин. Бына тағы бер ваҡиға. Редакцияла Шәүкәт Бикҡолов тигән журналист эшләне ул мәлдә. Асыҡ-ярыҡ, эсендәге – тышында, алсаҡ ҡына кеше ине ул. Иртә вафат булып ҡуйҙы. Ул да, шиғырҙар яҙам тип, яҙыуынан күберәк һөйләнеп йөрөй торғайны. Бер ваҡыт, асылып китеп, сонет ҡына ижад итергә булдым, йөҙ ҙә бергә еткергәс, китап сығарам, тип әйтте лә һалды бит. Шуны Рәми ағай ишетеп ҡалған да бер көндө һораны ла ҡуйҙы:
— Сонеттарың туҡһан туғыҙға еттеме әле?
Теге юғалыңҡырап ҡалды...
Күрәһең, ул миңә лә шулайыраҡ тупаҫлыҡ күрһәтергә теләгәндер инде... Очеркты алдына алып, ҡырлы-мырлы тонда һөйләште. Мин дә үҙ әйберем, унан бигерәк ижади дәрәжәм өсөн итәғәтлек һаҡлап булһа ла һөйләшә башланым. Йәғни яҙмамды юҡ-бар мөнтәүҙәрҙән ҡурсаланым. Рәми Ғарипов һүҙ көрәштермәне, әй-й, һиңә тарығансы, тигән ҡиәфәттә тик ултырҙы...
Шулай ҙа очерк мин теләгән вариантта гәзит битендә 1967 йылдың 15 мартында донъя күрҙе. «Совет Башҡортостанымда эшләй башлауымды ла, әҙәби шәхес булыуымды ла шул очерк аша күрһәттем, шикелле.
Р. Ғарипов менән бер бүлмәлә ултырыуҙың файҙаһымы, шауҡымымы – барыбер эҙһеҙ ҡалманы. Быға иң элек уның да, минең дә редакцияла эштән һуң ҡалырға яратыуыбыҙ сәбәп булғандыр. Уның һуңлап йөрөүе үҙе бер тарих. «Совет Башҡортостаны»нда ла ул редакцияға төш етер саҡта ғына килеп керер ҙә көн буйы кешеләр менән һөйләшер, шунан һуң бүлектәге материалдарҙы матбуғатҡа әҙерләргә тотонор ине. Ә минең, яңы ғына Белореттағы бер бүлмәле фатирҙы райсоветҡа тапшырып, бар булған байлыҡ-мөлкәтемде Сермәндәге еҙнә менән апайыма илтеп, үҙемә сумаҙан илә бер рюкзак әйбер алып Булат Рафиҡовтың фатирына килеп морон төрткән генә сағым ине. Хәҙер ул замандарға сирек быуат. Булат та, мин дә бер әҙәбиәткә хеҙмәт итәбеҙ, холоҡ-ҡылығыбыҙ, күрәһең, төрлөсәлер, берсә серҙәш булып китәбеҙ, берсә әлеге шул әҙәби хәҡиҡәт тигән булып низағлашып алғылайбыҙ. Тик ул да, мин дә бер-беребеҙҙең ижадын да, яҙыусылыҡ талабын да, художниклыҡ һәләтен дә инҡар итмәйбеҙ, шуға ла хас дошмандар булып, әҙәм көлдөрөп, ҡыутомшоҡтарҙы һөйөндөрөп йәшәмәйбеҙ... Ҡайһылай итһәк тә, Рафиҡов менән уның йәмәғәте Линаның шул 1967 йылда күрһәткән игелектәрен һис тә онотманым, һәм уға хыянат йәки башҡа әшәкелек илә яуап бирмәнем, әле лә уңайы сыҡҡас, намыҫым ҡушҡанға күрә рәхмәт тойғолары менән ошо юлдарҙы яҙҙым.
Бына шул Рафиҡовтарҙы нисек тә бимазаламау, уңайһыҙлыҡ тыуҙырмау теләге менән киске сәғәттәрҙә һуңға ҡалғансы редакцияла ултырам. Йә яҙынам, йә уҡыйым. Эш сәғәте тамамланып, кешеләр ҡайтып киткәс, дежурҙа ҡалған машинисткалар менән бергәләп сәй эсеп алам да, киске ун – ун берҙәргә саҡлы ултыра бирәм.
Шулай йәшәй торғас, алғы бүлмәлә Рәми Ғарипов күҙенә салына башланым, ахырыһы. Бер тапҡыр уға сәй тәҡдим иттем, шикелле, әллә ни һөйләшмәй генә бергәләшеп эстек тә, икебеҙ ике бүлмәгә йәшендек. Икенсе осраҡта мин ниндәйҙер журналдан Гоголдең үлеме хаҡында ныҡ төпсөрләп яҙылған мәҡәлә уҡыным. Шул тиклем тәьҫир итте, уҡығанымды сәй эскәндә Рәми ағайға һөйләнем, ағайымдың һис иҫе китмәне:
— Эйе. Беләм, – тип ҡырт киҫте.
Әммә ул ғүмере буйына һәр кемде үҙенә магнит һымаҡ тартып, арбап-ылыҡтырып торор йән эйәһе булды шул! Ныҡ тыйнаҡлыҡ һаҡлаһам да, барыбер уның менән һөйләшә, ҡайһы бер «сер»ҙәремде сисә башланым, үҙем дә төрлөсә һорауҙар биргеләнем: тиҫтерҙәремдән фәлән егет шағирмы ул, төгән студенттан рәт сығырмы... Рәми ағай артыҡ иҫе китмәй генә яуап ҡайтарыр булды, тәүге мәлдәрҙәге кеүек һауалы ҡарау ҙа, рыялыҡ та аҡрын ғына юйыла барҙы. Шулай ҙа ашыҡмайыҡ әле!
Бер ваҡыт ул йәштәр араһында әңгәмәләшеп ултыра ине, мин дә бар.
— Һәр кем үҙ урынын белеп хеҙмәт итһен ине, – ти ағабыҙ. Бына һеҙ шиғыр яҙаһығыҙ – яҙығыҙ. Тайфур журналист икән – гәзиткә һәйбәт кенә материалдар биреп торһон, тәүге аҙымдары өмөтлө генә...
Уның был һүҙҙәренә иғтибар итеп, күңелемә һеңдереүемдең сәбәбе шулдыр – минең сумаҙан төбөндә бер китапҡа етерлек хикәйәләрем ята ине. Шуға әсенеп уйланғанға ла хәтерҙә ҡалғандыр...
Артабан шағирҙар шиғыр хаҡында һөйләштеләр, мин «аҡыллы ғына» ҡиәфәттә тыңлап ултырҙым. Рәми ағайҙың шул кистә әйткәндәренән тағы ике ваҡиға иҫемдә ҡалған:
— Пушкинды уҡымай тороп Лермонтовты аңлау мөмкин түгел, шул икәүҙе уҡымайынса Некрасов аңлашылмай, ә ул өсәүҙән башҡа Блок та юҡ, Маяковский ҙа... Һәр шағирҙың ижады – оло китаптың айырым биттәре һымаҡ!
— Рәшит Ниғмәти поэмаһының исемен үҙгәртеп маташтылар. «Үлтер, улым, ниместе!» – Ниндәй көслө яңғырай...
Тик ул «Совет Башҡортостаны»нда оҙаҡ эшләй алманы. Редакция ҙур – иллеләп журналист. Бындай коллективта һис кенә лә коллективизм тигән тойғо менән эш итмәйҙәр ине. Бәй, Рәми Ғариповтың көн һайын иртәнге сәғәт туғыҙҙа килеп өлгөрмәүе редакция коллегияһы һәм редактор тарафынан енәйәт дәрәжәһенә етә яҙған ҡылыҡ тип баһаланған, бүлек мөдиренән үҙ хеҙмәткәрен тәртипкә саҡырыуҙы талап иткәндәр. Шағир ғариза яҙҙы ла редакциянан сығып китте...
Бүтәнсә иртәнге сәғәт туғыҙҙа эшкә йөрөү тураһында һүҙ ҡуҙғатылманы. Редколлегия ағзаларының күңеле урынына ултырҙы, ахырыһы.
Шунан һуң Рәми Ғарипов менән осрашыуҙарым һирәк-һаяҡ булды. Бер йылдан «Башҡортостан ҡыҙы» журналы асылды, ағай яуаплы секретарь вазифаһына алынды.
Шул уҡ 1968 йылда бер ваҡиға ныҡ ҡына хәтеремә һеңеп ҡалған. Гәзиткә Р. Шәкүров янына Дауыт Сәғитов тигән бер майор килеп йөрөй. Благовещен районында хәрби комиссар ине. Бына шул ағай ҡыш етер алдынан Рәшиткә һуғым өсөн йылҡы малы табып бирҙе. Рәшит үҙе, Рәми Ғарипов, Йыһат Солтанов һәм мин дүртәүләшеп һатып алдыҡ: һәр беребеҙ ҡырҡ бишәр һум һәм ашатҡан өсөн унар һум түләнек – бар ине бит ул һәйбәт замандар!.. Декабрь баштарында ике еңгәне эйәртеп ике ағайыбыҙ һәм Рәшит менән мин эшләгән урындан бәләкәй автобус алдыҡ та киттек Благовещен яҡтарына. Ниндәй ауылға барғанбыҙҙыр – иҫемдә ҡалмаған, тик бер татар ғаиләһенә индек, ире лә, йәмәғәте лә яғымлы ҡаршы алды. Сәйгә саҡырҙылар, эсеп торманыҡ, ҡабаландыҡ. Хужа һарайҙан бурыл бейә алып сыҡты: бына һеҙҙең байлыҡ. Малҡай, ысынлап та, бик ҙур мөлкәт ине шул: йылҡылдап торған дәү кәүҙәле, өрөп тултырылған кеүек йыуан, һимеҙ... Хужа ярҙамында кәртә артына, картуф баҡсаһына, иркенгә, алып сыҡтыҡ, күбә арҡаны менән аяҡтарын бәйләп, баһырау илә ергә йығып һалдыҡ. Бурыл йәнтәслимгә анталышып ҡараны, тик дүрт-биш ирҙең мәкерлеген еңә алманы. Ул арала хужа кеше быйма ҡунысынан оҙон бысағын сығарып, хайуандың муйынын салып та ебәрҙе... Тунай башланыҡ. Эсен ярһаҡ – ҙур ғына, көҙгө бәрәс хәтлем булғандыр, моғайын, – ҡолон килеп сыҡты. Уға байтаҡ тамаша ҡылып торҙоҡ. Әллә ниндәй – йәлләү ҙә, әсенеү ҙә, әрнеү ҙә – тойғолар кисерҙек. Шунан ике еңгәбеҙ эсәк-ҡарын йыуырға китте.
Һуғымды дүрт өлөшкә бик ғәҙел итеп бүлдек, һәммәбеҙ ҡәнәғәт ҡалды, хужаларға башы-тояғын, тиреһен, салған кешегә мотлаҡ тейешле салыу һөйәге менән байтаҡ ҡына ит ҡалдырҙыҡ, шоферыбыҙға ла һәр беребеҙ мул ғына өлөш сығарҙы. Эш бөткәс, өйгә индек, хужабикә әҙерләгән ҡайнар аш, тәмле сәй янына һәр беребеҙ алған ҡала күстәнәстәрен өҫтәлгә ҡуйҙыҡ.
Сирек быуат үткәс тә һәр детале ап-асыҡ күҙ алдында торған был ваҡиға һәр беребеҙгә бик ныҡ тәьҫир иткән икән. 1972 йылда «Ағиҙел» журналының өсөнсө һанында Рәми Ғариповтың ҙур ғына шәлкеме баҫылып сыҡты. Улар араһында «Бурыл бейәне һуйғас» тигән шиғыр ҙа бар ине. Бына ул:
Бурыл бейәне һуйғас
Ҡарындыҡта ҡолонҡай,
Тояҡтары – һары май.
Ҡарындығы – боҙ селтәр, –
Кем ҡайыған арымай?
Иҫ-аҡылың китерлек
Бәбәк кенә ҡолонға:
Сабып сығып китерҙәй
Бүтәгәле болонға.
Уйнаҡламаҫ, ил күрмәҫ,
Тамаҡлағас инәһен.
Беләм бары ҡолондоң
Төштәремә инәһен...
Аҙаҡтан был шиғырға пародиялар ҙа яҙҙылар. Әммә мин был әҫәрҙең ниндәй шарттарҙа, ниндәй ваҡиғала тыуыуын бик яҡшы аңлай һәм күҙ алдына баҫтыра инем...
II
Бер-бер артлы көндәр аҡты. «Башҡортостан ҡыҙы» сыға башлауға ла байтаҡ ваҡыт үтеп китте. Мин унда бер-ике очерк баҫтырҙым, алтмыш туғыҙынсы йылда уҡ «Күңел төбөндәге сер» тигән хикәйәмде тәҡдим иттем. Тик һаман да үҙем Рәми ағайҙың иғтибарын йәлеп итә алмайым.
1970 йылда генерал Күсимов менән ике аҙналыҡ сәйәхәттә йөрөп ҡайтҡандан һуңында «Совет Башҡортостаны»нда «Башҡорт атлылары әҙенән» тигән юл яҙмаларым баҫылып сыҡты.
Бер ваҡыт мине эш сәғәте тамамланыуға ҡарай телефонға саҡырҙылар.
— Һаумы, Тайфур! Был Рәми ағайың. Ни хәлдәр бар?
— Рәхмәт, ағай, бик яҡшы, – тигән булам.
— Бына яҙмаларыңды уҡып ултырҙым да... Килеп сыҡһаң ине!.. Гәзиткә эләкмәгәндәрен дә һөйләрһең... Бына, тағы берәү һөйләшәм, ти!..
— Әле-еү! Сәләм! – ти икенсе бер тауыш. Таныным: Рауил Бикбаев икән. – Кил әле! Икәүләп һине көтөп ултырабыҙ!
«Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһы ул саҡта Өфөнөң Октябрь проспектында, «Мебель магазины» тигән туҡталышта биш ҡатлы торлаҡ йортоноң ярым подвалға оҡшағаныраҡ аҫҡы ҡатында урынлашҡайны. Унда элек тә кергәнем бар ине. Был юлы барып ингәнемдә редакция буш, ҡыҙҙар ҡайтып бөткән, Рәми ағай менән Рауил икәү генә ултыра.
Рауил Бикбаев менән мин яҡшы таныш, таныш ҡына түгел – дуҫ-иш кимәлендәбеҙ: бер заманда Башҡорт дәүләт университетында уҡыныҡ, «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгенә бергә йөрөнөк, ғөмүмән, әҙәбиәт донъяһына бер заманда килдек, әммә Рауил актив та, һәләтле лә ижадсы булып сыҡты, БДУ-ны тамамлағанда ул әҙәбиәткә ныҡлап аяҡ баҫҡан шағир ине инде. Шуға күрә лә Рәми ағай янында уның ултырыуына шат инем...
Ул көндө ни һөйләп, ни серләшкәнбеҙҙер, асыҡ ҡына хәтеремдә ҡалмаған, әммә ләкин Рәми ағай менән икебеҙ төплө бер ниәт тоттоҡ. Август аҙағы ине, аҙна-ун көндән сентябрь етә, ә ул журналистар өсөн айырыуса ҙур мәшәҡәт алып килә – подписка кампанияһы башлана. Гәзит редакцияһында был темаға партйыйылыш уҙғарылған, һәр хеҙмәткәргә райондар бүлгеләнгән ине инде. Миңә Учалы районы эләкте. Шунда барып подпискаға өгөтләргә тейеш инем. Ике шағир янында ултырғанда ошо хаҡта әйтеп, икеһен дә командировкаға саҡырҙым – актив авторҙар, күренекле шағирҙар менән әҙәби осрашыуҙар үткәреп, яҙышырға өгөтләү еңел булыр ине, тигәнмендер инде.
— Барырбыҙ! – тине Рәми ағай. – Мотлаҡ барып ҡайтырбыҙ! Учалы – беҙҙең журнал өсөн дә база ул! Фотограф та алырбыҙ, материал йыйырбыҙ...
— Эйе-эйе! – Мин бигерәк тә ҡанатлана төштөм. Сентябрь башында уҡ сығырға һөйләштек, алдан телефон аша хәбәр итеүҙе үҙ өҫтөмә алдым. Күренекле вә абруйлы шағир менән яҡын мөнәсәбәткә инеүемә һөйөнә-һөйөнә ҡайтып киттем, ул саҡта редакцияның; эргәһендә генә, Өфөлә төҙөлгән иң тәүге ун ике ҡатлы йорттоң ун беренсе ҡатында торам.
Сентябрь башланды. Редактор һәммәбеҙҙе командировкаға ҡыуаланы. Мин дә сәфәр йыйындым, тик Р. Ғариповтың бушағанын көттөм. Хужалар әллә ни ҡаршы килмәне, һәйбәт булыр, тинеләр, хатта.
— Туғыҙынсы номерҙы типографияға төшөрә алмай хитланабыҙ. Әҙ генә көт инде!
— Рәми ағай! һеҙҙә минең хикәйәм ята...
— Хи-кә-йә-ә? – тип һуҙып һорай ағайым, телефон аша ла ғәжәпләнгәне һиҙелеп тора.
— Эйе... Йыл аҙағында «Йәш көстәр»ҙә сыға, шуға яҡындағы номерҙа...
— Кемдә ул? Ярай, хәҙер үк һорап сығам да әйтермен... Иртәгә шылтырат!
Бына егерме йыл буйына ҡолағымда уның «хи-кә-йә-ә» тип һуҙып әйткән тауышы яңғырап торған һымаҡ, һәм егерме йыл буйы аптырайым: яҙыусы булып китеремде ул һис күҙалламаған икән!
— Хикәйәң унынсы һанға китте. Ни эшләп күптән әйтмәнең? Бик һәйбәт әҫәр! – ти иртәгеһенә ағайым. Шунан сәфәр хаҡында ла өҫтәп ҡуя.
— Иртәгә тапшырам да китәбеҙ!..
«Иртәгә» тигән һүҙ тағы бер нисә ҡабатланды. Көтә торғас, сентябрҙең урталарында поезға ултырҙыҡ. Вагонға инеп, купеға урынлашып та өлгөрмәнек, Рәми ағай миңә хәбәр әйтте:
— Батыршаның батшаға яҙған хатын алдым... Уҡыйһыңмы?
Был минең өсөн һис көтөлмәгән яңылыҡ ине. Әйтәм бит, тышта 1970 йылдың сентябрь уртаһы, башҡорт уҡыусыһы халыҡтың арҙаҡлы батырҙарын белмәй, үҙ тарихын онотоп, үҙ телен һанға һуҡмай, рус теленә табынып йәшәгән саҡ. Шуға күрә Батырша хаҡында мәғлүмәттәрем дә «Башҡортостан тарихы буйынса очерктар» китабында яҙылғандан ары китмәгән, йәшермәйем, хатта уның батшаға яҙған хаты барлығын да белмәй инем. Тәбиғи ки, ул «Хат» беҙҙең ун көнлөк сәфәребеҙҙең башынан аҙағынаса ҡулымдан төшмәне, форсаты сыҡҡанда беҙ уны ҡысҡырып уҡып, фекер алышырға ла сәбәп булды. Башлағас, ослап та ҡуяйым инде – был тарихи шәхес мине шул тиклем тетрәтте ки, 1978 йылда уҡ «Батырша» тигән пьеса яҙһам да, уның һаман ни ҡуйылмауы, ни үҙемдең күңелем ҡәнәғәтлек кисермәүе өйкәй ҙә өйкәй зиһенде... Бына әле лә тарихи әҫәр ҡулъяҙмаһы өҫтәлемдә ҡул осомда ғына ята, ә эштең аҙағы күренмәй...
Учалыла беҙ Ҡорама станцияһында төшөп ҡалдыҡ. Был райондың Миәс яғынан башланған өлөшөнә «Поляковка» совхозы хужа, ә уның партком секретары вазифаһында гәзиттең дә, журналдың, ғөмүмән, бөтә башҡорт әҙиптәренең дә яҡын дуҫы Спартак Ильясов эшләй ине. Станцияға машина ебәргән. Биш минутта совхозға килеп еттек. Спартагыбыҙ партком ултырышын уҙғара ине. Рөхсәт һорап беҙ ҙә индек. Өҫтәл башында йәш кенә егет, ә уның алдында дәү кәүҙәле, олпат йәштәге управляющийҙар, зоотехниктар, агрономдар отчет бирә... Сәғәттән ашыу ваҡыт үткәс, ултырыш тамамланды, Спартак беҙҙең менән бик ихлас күреште лә ашханаға алып китте.
— Ну маладисһың да үҙең! – ти Рәми ағай. – Малай ғына булып өҫтәл башында әзмәүерҙәй ирҙәрҙе дер ҡалтыратаһың!
— Ни эшләп малай булайым, ти? – Спартак үпкәләгән һымаҡ яуап ҡайтарҙы.
Әммә ләкин парторг беҙҙе бик тә йылы ҡаршыланы. Шул көндө үк совхоз үҙәгендәге культура йортонда әҙәби кисә уҙғарылды. Ҡыҙыу ураҡ өҫтөнә ҡарамаҫтан, зал тулы ине. Беҙ өсәүләп сәхнәгә күтәрелдек. Партком секретарының тәүге һүҙе хәтерҙә һеңеп ҡалған:
— Тел! – тип башланы ул кисәне. – Туған телде ихтирам итеүселәр бында йыйылған...
Шунан беҙҙе таныштырҙы: күренекле шағир Рәми Ғарипов һәм журналист Тайфур Сәғитов... Мин гәзит, уның йөкмәткеһе, киләһе ниәттәре хаҡында һөйләнем. Шунан Рәми ағай торҙо.
— Бында Тайфурҙы Спартак журналист тип таныштырҙы, – ләкин ул һәйбәт прозаик, очерктар оҫтаһы. Беҙҙең журналда уның «Күңел түрендәге сер» тигән хикәйәһе сығып килә, төплө яҙыусы булмаҡсы...
Абруйлы әҙип ауыҙынан үҙеңә ҡарата йылы һүҙ ишетеүе, әлбиттә, рәхәт! Тик ағайым хикәйәнең исемен дөрөҫ әйтмәне – «Күңел төбөндәге сер» бит. Аҙаҡтан, ошо исем менән китап сығарғанда ла мин Рәми Ғариповтың «төҙәтмәһе» хаҡында оҙаҡ уйландым – төбөндәме, түрендәме? Китабым редакторы Ирек Кинйәбулатов менән дә кәңәшләштем. Тик барыбер үҙемсә – «Күңел төбөндәге сер» булып ҡалды... Кисәлә сәғәттән ашыу һөйләне, халыҡты һенен ҡатырғансы көлдөрөп бөттө, сөнки ул ысын мәғәнәһендә йор һүҙле, үткер фекерле, шул уҡ мәлдә кеше күңелен арбап ала белә ине шул.
Иртәгеһен беҙ совхозға ҡараған ауылдар буйлап йөрөнөк, Спартак машинаһын үҙе йөрөттө, Рәми ағай уға йәнәш, ә мин арттан, уларҙың урта тәңгәлендә ултырам. Ильясов ғәжәп үҙенсәлекле талант эйәһе бит ул, ҡайһы ғына ауылға барып инһәк тә, иң тәүҙә уның тарихын-легендаһын һөйләп ала, шунан бығаса бер ҡайҙа ла йырланмаған боронғо йырҙы көйләй, йә булмаһа күңел асыр өсөн мәҙәктәре лә етерлек...
Шундай талант эйәһе булған парторгтың ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хикәйәттәрен, легендаларын тыңлай-тыңлай, өс көнөбөҙ һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Беҙ совхоз үҙәгенән башҡа Балбыҡ, Мырҙаш ауылдарында ураҡ эше ҡайнаған баҫыу ыстандарында осрашыуҙар уҙғарҙыҡ, Рәми Ғарипов – журнал, мин гәзит хаҡында һөйләнек, һорауҙарға яуаптар бирҙек, яңы шиғырҙар яңғыраны...
Бында уның тағы бер һыҙаты асыҡланды. Юлға мин типографиялағы танышымдан махсус рәүештә бик матур ҡағыҙҙан ҡалын китап итеп төпләнгән юл дәфтәре эшләтеп алғайным. Бына шул дәфтәргә күҙе төштө бит юлдашымдың.
— Әйҙә, Тайфур, алышайыҡ!
— Башланған бит. Ҡайткас яңынан эшләтеп бирермен, – тип ҡарайым.
— Юҡ, бына ошоноһо миңә оҡшай! Шиғыр яҙырға йәтеш!
Ни эшләйһең инде!!! Үҙемә бик тә уңайһыҙ булһа ла ағай кешенең, етмәһә юлдаштың, билдәле шағирҙың үтенесен үтәргә тура килде! Ул яҙғандарымды йыртманы, шул көйө дауам итеп алып китте, бәлки, шағир архивында имзам ҡуйылған йәшел ҡатырға тышлы дәфтәр әле лә яталыр.
Ә миңә Спартак килбәтһеҙ һәм арзанлығы күренеп торған самаһыҙ ҙур блокнот бирҙе һәм сәфәрҙең башынан аҙағынаса ҙур уңайһыҙлыҡ кисереп йөрөнөм.
Әммә насар ҡағыҙлы блокнотҡа ла бына тигән мәғлүмәттәр яҙылды ул сәфәрҙә! Мулдаш ауылында беҙ киләсәктә яҙыласаҡ «Аманат» китабымдың буласаҡ геройҙары – аталы-уллы Ғәйнуллиндарҙы осраттыҡ, бының өсөн дә Ильясовҡа рәхмәтлемен. Ул алып барҙы беҙҙе, һәм Рәми ағай менән икәүләп ике көн буйы оло Ғәйнуллиндың хәтирәләрен, иҫтәлектәрен яҙып ултырҙыҡ, ауылдағы башҡа яугирҙәр менән дә осрашып, уларҙың да хәтирәләрен теркәп алдыҡ.
Совхоз етәкселәре, беҙ ихлас яратып өлгөргән Спартак менән хушлашҡас, күрше хужалыҡҡа – Ленин исемендәге колхоздың үҙәге Сәфәр ауылына илтеп ҡуйҙылар. Бында Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтйәновтың ата-әсәһенә фатирға төшөрҙөләр. Әбей-бабай менән әллә ни һөйләшеп ултыра алманыҡ, сөнки герой хаҡында беҙҙән башҡа ла яҙыусылар табылған, ә беҙ башҡа проблемалар, атап әйткәндә, Башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандары яҙмышы менән ҡыҙыҡһына инек. Шулай ҙа үтә мөләйем, бер-береһенә энә менән еп кеүек бәйләнешкән әбей-бабайҙың тормош-көнкүрештәрен дә иғтибарһыҙ ҡалдырманыҡ. Улар, беҙ ишектә күренгәс тә, һикегә самауыр ултырттылар. Ашъяулыҡта тәрилкә тулы икмәк, май-ҡаймаҡ, шәкәр, еләк... Ашаныҡ, эстек. Рәхмәт әйтеп доға ҡылдыҡ. Урамға сыҡтыҡ. Ауыл кешеләре осрай, һаулыҡ һораша, беҙ ҙә сәләмләйбеҙ.
— Ни эшләп бында зәңгәр күҙле, аҡһыл-һары сәсле кешеләр күберәк икән? – тип ярым шаярыу ҡатыш һорай Рәми ағай. – Халыҡ эпосында тап шундай ҡәбилә хаҡында уҡығаным бар ине, әллә шулар тоҡомо ҡалғанмы?
Кисен колхоз клубындағы осрашыу ҙа йылы үтте. Учалы ҡалаһының бер төркөм ҡыҙҙары концерт ҡуйҙы.
Кисәнән һуң Рәмзилә Хисаметдинова эргәбеҙгә килде.
— Һин бында булғас, ниңә сәхнәгә күтәрелмәнең? Шиғыр уҡыр инең!..
Рәмзилә ул саҡта Стәрлетамаҡта уҡып йөрөгән студент ҡыҙыҡай ине, тәүге шиғырҙары менән республиканың иғтибарын яулап алған әҙәбиәткә метеор булып килеп инде лә, шөкөр, хәҙерге көндә лә илаһи талант эйәһе булып ҡала килә.
Урамға сыҡтыҡ. Рәмзиләнең, исемен хәтерләмәйем, әхирәте бар ине. Дүртәүләшеп оҙон ғына урам буйлап бер-ике үттек, өйҙәрҙә бер-бер артлы һары тәҙрәләр ҡараға әүерелә барҙы. Ҡыҙҙарыбыҙҙы өйҙәренә оҙатып ҡуйғас, үҙебеҙ ҙә әбей-бабай эргәһенә ҡайттыҡ...
Шунан һуң «Байрамғол» совхозына киттек. Унда беҙҙе көтәләр ине. Директор Әҙһәм Шәрәфетдинов ихлас ҡаршы алды.
Был хужалыҡ тураһында ентекләберәк әйтеп китергә теләйем һәм тейешмен дә. Алтмышынсы йылдарҙың тәүге яртыһында совхоз иң артта ҡалған бер төйәк ине. Өс-дүрт йылда ул гөрләп үҫеп китте. 1968 йылда редактор миңә шул совхоздың директоры Әҙһәм Ғәниевич Шәрәфетдинов хаҡында очерк яҙырға ебәрҙе: Киттем. Тәүге танышыуыбыҙ сәйер килеп сыҡты. Бер аҙна йәшәүемдең тәүге ике-өс көнөн бәхәс-талаш менән үткәрҙем. Директор аша хужалыҡтың тын алышын, яй-көйөн белергә тырыштым, ныҡышам, тик зиһенем һораған материалды таба алмайым. Ә директор төрлө фәлсәфәүи һорауҙарға яуаптар эҙләй... Көн буйына икебеҙ бер машинала сабабыҙ, йәйләүҙәргә сығып китәбеҙ, силос һалыусылар эргәһендә туҡталабыҙ, пар һөргән тракторсы, тау битләүендә йөрөгән көтөүсе, ҡымыҙ бешеүсе эргәһендә туҡталабыҙ, форсат табып йылғаға төшөп һыу инеп сығабыҙ... Ҡайтыр саҡта Әҙһәм Ғәниевич әйтеп һалды: «Йышыраҡ килеп тор әле, һинең менән еңел булып ҡалды...» Үҙ ҡолағыма үҙем ышанманым. Шулай ҙа бәйләнеш өҙөлмәне. Алып ҡайтҡан очерк йыл үткәс тиерлек – 1969 йылдың 15 майында ғына сыҡты. Художество яғынан әллә ни ҡиммәтле лә түгел ине ул. Уның ҡарауы, ябай эшселәр тураһында бик матур очерк яҙҙым – «Оҫталар шәжәрәһе». Ҡалай булһа ла бер йыл эсендә совхоз менән дуҫлашып өлгөрҙөм. Шуға күрә Рәми ағайҙы элекке дуҫтарыма барған кеүек алып барҙым.
Әлбиттә, Ә. Шәрәфетдинов һәм совхоз хаҡында юлдашыма күп һөйләгәйнем. Ул да ихлас ҡыҙыҡһынды, өсәүләшеп бик матур серҙәшкә әүерелдек.
Совхозға беҙ төш мәлендә килеп еттек. Бында ҡунаҡ ҡаршылауҙың айырым ритуалы бар ине, шикелле. Кемдер ҡунаҡханаға алып китте, унда әйберҙәрҙе ҡуйғас та ашханаға саҡырҙы, унан сығыуға директор ҙа пәйҙә булды. Кабинетына инеп ул-был хәлдәр, совхоз тормошо, эштәр барыуы хаҡында байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ, Әҙһәм Ғәниевич һорай ҡуйҙы: пландарығыҙ ниндәй?
— Тәбиғәт ҡосағына сығырға ине. Гүзәл алтын көҙ тора, бында килеп Урал ҡуйынында бер аунамай ҡайтыу гонаһ булыр, – тинем ярым шаярыу, ярым әрһеҙлек менән.
— Ниңә, сығып әйләнәйек, улайһа, – ти директор. – Ун минуттан көтөгөҙ, мин кәрәкле кешеләрҙе күреп һөйләшеп алайым...
Күп тә үтмәне, беҙ Урал армыттары яғына юлға сыҡтыҡ, ауылдан ун биш-егерме саҡрымдар киткәс, хозур тәбиғәт ҡосағына килеп сумдыҡ.
— Ошонда туҡтайыҡмы? – тип һорай директор.
— Беҙгә ни ҡайҙа ла ярай инде... Ожмах бит!.. – Шофер канистр менән ҡымыҙ алып килгән... Рәми ағай үтә лә яратып эсте Байрамғол ҡымыҙын. Яратырлыҡ та шул! Бер ҡайҙа юҡ ундай ҡымыҙ – башҡа төйәктәр рәнйетмәһен, тик мин хәҡиҡәтте яҙам.
Рәми ағайҙың директор менән уртаҡ тел табып, бер-береһен тиҙ аңлауына һөйөнөп йөрөнөм. Бер нисә көн йәшәнек беҙ совхозда. Төшкә тиклем конторала булабыҙ, йә яҡын-тирәләге бүлексәгә сығып әйләнәбеҙ – директор шоферы менән машинаһын беҙҙең ҡарамаҡҡа ҡуйған. Төштән һуң Әҙһәм Ғәниевич үҙ хәстәренә ала. Хужа машинаһында йөрөткән канистрына ҡымыҙ тултырып ала ла ҡунаҡханаға ҡалдыра: туйғансы әсегеҙ. Кистәрен икәү генә ҡалғас, Рәми ағай ара-тирә канистрҙы һелкеткеләп һөйләнә:
— Ҡолонҡай һымаҡ тулай...
Беҙ Науруз, Ҡаҙаҡҡол мәктәптәренең уҡыусылары менән осраштыҡ. Әлбиттә, шағирҙы һәр урында ихлас ҡаршы алдылар, тағы килегеҙ, тип оҙатып ҡалдылар. Ул йылы сентябрь аяҙ торҙо, сәфәребеҙ башынан аҙағынаса тамсы ла ямғыр яуманы, һәр баҫыуҙа комбайндар гөрләй, юл буйлап иген ылауҙары ағыла, көҙҙөң иң күңелле, иң бәрәкәтле мәле... Мин дә, шағир ҙа һоҡланып-хозурланып, күңел көрлөгө кисереп йөрөйбөҙ, эшебеҙҙе лә бер минутҡа онотмайбыҙ.
Ҡаҙаҡҡол ауылынан ҡайтып барғанда башыма көтөлмәгән бер уй килде:
— Рәми ағай! Әйҙә, Миндәккә инәйек тә шахтаға төшәйек!
Ул да тәҡдимде оҡшата ҡуйҙы. Боролдоҡ беҙ рудник яғына! Барып индек, аңлаттыҡ, теләгебеҙҙе әйттек. Рудник етәкселәре бер һүҙһеҙ риза булды! Гардеробҡа инеп ысын шахтерҙарса кейенеп алдыҡ һәм... клеть тип аталһа ла лифт һыңары булған кабина эсенә инеп ер аҫтына төштөк тә киттек... Шулай итеп, ике-өс сәғәткә яҡын һигеҙ йөҙ метр тәрәнлектәге ер аҫтында сәфәр ҡылып, бындағы эш шарттарын һәм унда эшләүсе кешеләрҙе күреп, улар менән һөйләшеп йөрөнөк. Рәми ағайға үҙен проходчик тип таныштырған бер башҡорт уҙаманы менән һөйләшеү бигерәк ныҡ тәьҫир итте. Ул эшләгәндә яҡынлашыу мөмкин түгел – пневматик сүкеш ҡолаҡты ярырлыҡ шаулай. Беҙҙе күргәс, туҡтаны, аҡ тештәрен йылтыратып йылмайҙы, сәләм бирҙе.
— Күптән эшләйһегеҙме? – тип һораны шағир.
— Биш-алты йыл булыр.
— Нисә һум эш хаҡы алаһығыҙ?
— Йөҙ ҙә ҡырҡ.
— Шулай әҙме ни?
— Ҡыҫҡартып бөттөләр бит.
— Ғаиләгеҙ ҙурмы?
— Ике ҡыҙ ҙа өс малай...
Аҙаҡтан ер өҫтөнә сыҡҡас та, иртәгеһен дә, хатта Өфөгә ҡайтҡас та Рәми ағай шул шахтерҙы йыш телгә алыр булды. Беҙ шахтала булыуыбыҙ хаҡында очерк яҙырға ниәтләндек.
Ул көндө кис Шәрәфетдиновты осрата алманыҡ, ҡунаҡханала теге канистрҙа «ҡолонҡай һымаҡ тулаған» ҡымыҙҙы бешә-бешә эстек тә яттыҡ. Рәми ағай кисен йоҡо белмәҫ әҙәм булып сыҡты, әллә шуның өсөнмө, әллә ысынлап уйланып йөрөнө, иртәнсәк көтөлмәгән хәбәр әйтте лә һалды бит:
— Әҙһәм Ғәниевич Ахун ауылынан бит әле?.. Әсәйем, шунда минең туғандарым бар, ти ҙә һөйләй торғайны. Килгәне бирле уйлап тик йөрөйөм – Әҙһәм Ғәниевич үҙе лә беҙгә туған түгелме икән?! Ваҡыт табып Ахунға барып әйләнергә ине...
Кем генә вайымһыҙ ҡалыр икән был хәбәргә?! Туғандарҙы эҙләү һәм табыу һәр халыҡ өсөн дә изге бурыс, тәбиғәт ҡушҡан бер ҡанун бит.
Иртәнсәк беҙ Шәрәфетдиновҡа килдек тә Ахун ауылына бәйле теләгебеҙҙе әйттек. Әҙһәм Ғәниевич аптырай биреп ҡуйҙы, әммә ләкин шағир күңелле кеше шул ул, ниәтебеҙҙең ерле юҡтан булмауын аңланы, ахырыһы:
— Барһаҡ ни – саптырып барабыҙ ҙа киләбеҙ! – тине.
Шулай иттек тә. Төштән һуң беҙҙең газик – ул саҡта иң еңел машина, хәҙерге «уаз»дар сығарылмаған ине – Ахун ауылының Әҙһәм Ғәниевичтәргә туған тейешле бер ғаилә йорто алдына туҡтаны. Кемдәр ине улар, исем-фамилиялары нисек булды – һис тә хәтеремдә ҡалмаған. Беҙҙе бик йылы итеп, яҡты йөҙ, алсаҡ күңел менән ҡаршы алдылар, хужа кеше колхоз идараһында ине, еткән улы телефондан шылтырата һалды: «Эти, тиз генә ҡайт! Эш бар!» Күп тә үтмәне – хужа ҡайтты. Әҙһәм Ғәниевич уларҙың ғаилә альбомдарын һораны. Икеме-өсмө альбом өҫтәлгә һалынды: Рәми менән Әҙһәм ундағы һәр фотоһүрәтте ентекләп ҡаранылар, хужа һәм хужабикәнән һәр береһе хаҡында тәфсилләп һораштылар. «Ниә кирәк булды әле?» – тип төбәшеп ҡарай хужа кеше. «Тик. Былай ғына», – тип яуаплай Әҙһәм Ғәниевич. Әммә эҙләгәнен таба алманылар, Рәми ағайҙың туған кешеләре Ахун ауылында булмай сыҡты. Иң ҡыҙығымы, әтнәкәһе шунда – хужаларға был нәзәкәтле серҙе сисмәнеләр. Альбомдар өҫтәлдән алыныуға ҡунаҡсыл хужабикәнең тиҙ арала ҡайнатҡан самауыры килеп ултырҙы. Сәй эскән арала туғандар бер-береһенең хәл-әхүәлен һорашты. Уттай ҡыҙыу ураҡ мәлендә табын оҙаҡҡа һуҙылманы, һәм беҙ ҡат-ҡат рәхмәт әйтеп хушлаша һалдыҡ...
Бөтә был арала, әлбиттә, беҙ өсәүләп нимәләр генә һөйләшмәнек, ниндәй генә темаларға ҡағылманыҡ... Әҙһәм Ғәниевич ғәҙәте буйынса төпсөр, һәр мәсьәләнең «елек майы»на, йәғни төп мәғәнәһенә төшөнөргә тырыша, был юлы ул Рәми Ғариповтан башҡорт поэзияһы, шиғырҙары, тарихы, батырҙары, фольклоры, сәнғәте, тормош рәүеше һ. б. буйынса бик күп мәғлүмәттәр алды, үҙенең ҡыҙыҡһыныуын бермә-бер арттыра, яңынан-яңы һорауҙар бирә барҙы.
Беҙ ҙә директорҙан ҡәнәғәт инек.
Ҡайтып, совхоздың иркен һәм аулаҡ ҡунаҡханаһында икәү генә ҡалғас, бөтә тәьҫораттарҙы уртаға һалып һөйләшәбеҙ, теге йәки был кеше, уның төҫ-ҡиәфәтен иҫкә алабыҙ, баһа бирәбеҙ.
— Рәми ағай! Теге Мулдашта осратҡан ветеран бабайҙың портретын яҙайыҡ әле. Әтеү миңә портретты белмәйһең, тиҙәр... Бына яҙа барам – бабай бейек кенә кәүҙәле, яраһы ауыр булғанлыҡтан бер аҙ ҡыйшайыңҡырап йөрөй...
— Яҙ, әйҙә, яҙ, – ти Рәми ағай, һәм мин уның әйткәндәрен блокнотыма теркәп ҡуйғанмын. – Башы түп-түңәрәк, мыйығы – Тарас Бульбаныҡы һымаҡ, ҡашы ҡалын, башы ялтыр. Күҙҙәре таҫрайып тора, ас яңаҡлы. Башы электр лампочкаһы һымаҡ, патронға бор ҙа ҡуй... Үҙенә яраҡлы патрон табып... Йөҙ грамм төшөрөп алһа – айыуға түгел, аждаһаға бара ала...
Шулай көлөшә-көлөшә бабайҙың портретын теркәгәнбеҙ. Мин яҙам, ә ул ҡымыҙлы канистрҙы болғата ла бер үк һүҙҙе ҡабатлай:
— Нәҡ ҡолонҡай тулаған һымаҡ...
...Нисәмә йыл инде, ҡымыҙ тултырылған канистрҙы һелкеткән һайын ошо «ҡолонҡай» иҫкә килә лә төшә...
Йома көндө поезға ултырырға булдыҡ. Байрамғолда совхоз етәкселәре менән бергә төшкөнө ашарбыҙ ҙа юлға сығырбыҙ, тип йөрөгәндә...
Тағы бер сюрпризға тап булдыҡ... Совхозға комсомол өлкә комитетының беренсе секретары Абрар Ярлыҡапов килеп төштө. Төшкөнө уның менән бергә ашарға саҡырҙылар. Абрар Бәҙретдинович беҙ ике фәҡир хаҡында ла хәбәрҙар булып сыҡты, Рәми Ғариповҡа ҙур ихтирам күрһәтте.
— Һеҙ әле белмәйһегеҙҙер, Зәки Вәлиди үлеп ҡалған, – тине ул.
— Китер алдынан ғына «Орбита»ла уҡыным...
Ун көн буйы һөйләшеп йөрөгәндә көн һайын тип әйтерлек телгә алған шәхестең вафат булыуын да ишеттек. Әлбиттә, беҙ Рәми ағай менән әллә ни ҡиәфәт белдермәнек, өн-тынһыҙ ғына ҡабул ҡылдыҡ, ... ике йылдан һуң, ошо «Байрамғол» совхозында, Зәки Вәлиди исеменә бәйле тағы бер ваҡиға булды. 1973 йылдың мартында Фәрит Иҫәнғоловты саҡырып, совхозда «Арыш башағы» романы буйынса уҡыусылар конференцияһы уҙғарҙым. Тәүләп сығыш яһағанда, мин роман авторына етди дәғүә белдерҙем. Әҫәрҙә Зәки Вәлиди образы карикатура итеп һүрәтләнә, ул бит тарихи шәхес, уның бөтә яңылышыуҙарын, трагедияһын реализм аша һүрәтләргә кәрәк ине, тинем. Минән һуң сығыш яһаған уҡытыусы: «Сәғитов – милләтсе, халыҡ дошманына симпатия тыуҙырырға өндәй», – тине. Йомғаҡлау һүҙендә автор ҙа минең менән килешмәне, башҡррт халҡына хыянат итеүсе әҙәмгә мин симпатия тыуҙыра алмайым, тине.
Шулай итеп, 1973 йылдың 4 мартында «Байрамғол» совхозының халыҡ менән шығырым тулы мәҙәниәт йорто залында, йәғни бөтә ғәм алдында, әҙәбиәттә тормош һәм тарихи хәҡиҡәтте яҡлап сығыш яһаған өсөн миңә «милләтсе» тигән мөһөр баҫылды...
Абрар Ярлыҡапов ҡусты бик алсаҡ кеше булып сыҡты, беҙҙең юл тәьҫораттарын һорашты, һөйләгәнде ихлас тыңланы.
— Минең машина бөгөн Өфөгә ҡайта, – тине ул. – Шофер яңғыҙы ғына. Һеҙгә шунда ҡайтырға кәңәш итер инем. Йонсотҡос, ауыр, ләкин иҫтәлекле булыр...
Миңә был тәҡдим етә ҡалды – Рәми ағайҙы өгөтләй ҙә башланым. Шәрәфетдинов та ҡушылды. Күнде бит ағайым! Ашхананан сыҡҡас та, Ярлыҡапов беҙҙең менән хушлашып Учалыға китте, ике-өс сәғәт үтеүгә машинаһы әйләнеп килгәс, беҙ ҙә ҡуңаҡсыл совхозды ҡалдырып, күңелебеҙгә яҡты тәьҫораттарыбыҙҙы һалып, Белорет яғына юл алдыҡ.
Ул заманда комсомол өлкә комитеты менән йыш аралашыр инем, дуҫ-иштәрем дә эшләй, үҙем дә йәштәр темаһына яҙғылайым, йәғни, ҡартайып барһам да, комсомол рухы менән йәшәй иңем. Беренсе секретарҙы йөрөткән шоферҙы ла беләм, инструкторҙар, уйынсалап, уны «бишенсе» секретарь тип йөрөтәләр ине. Пенсияға сыҡһа ла, үлә-үлгәнсә шул йәштәр ойошмаһында эшләне.
Байрамғолдан беҙ ана шул «бишенсе секретарға» ултырып юлға сыҡтыҡ. Тәүге сәғәттә үк шоферыбыҙ үҙенең ысынлап та «түрә остоғо» икәнлеген күрһәтә башланы.
— Мин Белоретта ҡунам, – тине был ҡалаға етәр саҡта.
— Юҡ. Сермәндә йоҡлайбыҙ, унда беҙҙе көтәләр...
Сермәндә ағайымдарға төштөк. Еңгәм дә, балалары ла онотолоп китеп көнө буйына картуф ҡаҙғандар ҙа беҙ барғанда өйгә ташыйҙар ине. Көн кисләне, тиҙ арала ҡараңғы төштө. Еңгәм йәһәт кенә табын әҙерләне. Ағайым да ҡайтып килде, минең Байрамғолдан шылтыратҡанды уға еткергән кемдер, мул ғына һый-хөрмәт әҙерләп ҡуйған. Шофер ағабыҙ ашаны-эсте лә йоҡларға ятты, иртән сәғәт алтынан торабыҙ тигәненә лә ярайһы уҡ етдилек менән «төҙәтмә» индерҙек – һигеҙҙәр тирәһендә ҡуҙғалһаҡ та, яҡтыла барып етәбеҙ, тигәс, һүҙҙе ҡуйыртманы.
Ҡартласыбыҙ йоҡлап китте, ә беҙ һаман ултыра бирҙек. Йәш сағында ағайым ярайһы уҡ матур йырлай торғайны. Үҙебеҙҙең яҡтың йырҙарын көйләп ишеттерҙе. Рәми ағай ғәжәп ихласлыҡ менән тыңлап ултырҙы.
Стена сәғәте ун берҙе һуҡты.
— Ағай, атыңды ек! Апайымдарға барып киләйек! – тип әйтә ҡуйҙым. – Ишетер ҙә инмәй киткән, тип үпкәләр, юғиһә.
— Һуң бит инде!
— Булһа ни!..
— Мин дә барам! – тип, еңгәм яҡланы.
Төн уртаһы яҡынлашһа ла, тулып тыуған ай яҡтыһында бар нәмә бик асыҡ күренә. Атты егеп алдыҡ та Рәми ағай, ағайым, еңгәм, мин – дүртәүләшеп Күкбаш тауы ашаһында ятҡан Уртауылға киттек – апайымдар элек шунда йәшәйҙәр ине. Беҙ барып еткәндә, улар ут һүндереп ятырға ғына торалар икән. Еҙнәм өйҙә юҡ – ҡайҙалыр киткән. Апайым самауырына тотондо.
— Мәшәҡәтләнмә! Беҙ әле генә табындан торҙоҡ.
— Рәми Ғарипов һынлы ҡунаҡҡа бер шәшке лә сәй эсермәй ебәрәсәгем юҡ, – тине апайым. – Ғүмеремдә беренсе тапҡыр тере шағирҙы күрәм...
Уларҙың алғы өйөндә һике бар ине, төпкө бүлмәлә балалар йоҡлағас, өҫтәл ҡороп торманы, һә тигәнсе һикегә ашъяулыҡ йәйҙе, ҡаймаҡ менән туп-тулы көршәк килтереп ҡуйҙы.
— Һо-о ҡаймаҡ! – тип ҡуйҙым. Сөнки, ниндәй генә ризыҡ ашаһаҡ та, ҡаймаҡҡа осрамағайныҡ. Сәғәткә яҡын ултырғас, ағайымдарға ҡайттыҡ. Тулған аи күк уртаһынан беҙгә ихлас йылмая ине.
— Төш һымаҡ ҡына булып ҡалды был осрашыу! – тип ҡалды апайым. Егерме йылдан һуң да ул Рәми Ғариповты осратыуын шул үкенесле һүҙе менән иҫкә ала.
Иртәнсәк беҙҙе шофер ағабыҙ уятты. Аңҡы-тиңке килеп, ҡабаланып сәй эстек тә туғандар менән хушлашып, машинаға ултырыштыҡ.
— Хәҙер тыуған ауылым Аҙнағолға етәбеҙ. Унда әсәйем ята. Туҡтап сәскәләр һалып китербеҙ...
Шофер мыжыманы, тыуған ауылым осондағы зыяратҡа еткәс, туҡтаны. Рәми ағай миңә эйәрҙе, зәңгәргә буялған тимер рәшәткәле ҡәбергә лә бергә килде. Минең күңел тулып китте... Абайлаһам – Рәми ағай ҙа миңә эйәреп мыш-мыш илап тора...
Артабан инде машина шофер ҡарамағына елдерҙе, һәм беҙ, яҙасаҡ материалдарыбыҙ хаҡында һөйләшә-һөйләшә, – уны мин башлап яҙам да уға бирә барам, кәмендә өс-дүрт очерк буласаҡ, – Өфөгә бик иртә, сәғәт биштәр тирәһендә үк ҡайтып еттек.
— Рәхмәт, аға! – тине шоферға Рәми Ғарипов.
Өйөнә ҡайтыр алдынан ул миңә лә сәйәхәттән ҡәнәғәт булыуын әйтте.
— Кил беҙҙең журналға, – тине ул. – Бөгөндән алабыҙ! һинең кеүек өлгөр журналист кәрәк беҙгә! Етмәһә, хикәйәләр ҙә яҙа башлағас... Тотошлай әҙәбиәткә күсер ҙә ҡуйырһың. Йыйынтыҡ әҙерләрһең, китап сығарырһың...
Ағайым бүрәнә үтә бүре күрә икән шул. Үҙем дә хикәйәләр йыйынтығы хаҡында ныҡлап уйлана инем. Китапҡа исем бирерлек әҫәр ҙә булды бит инде – «Күңел төбөндәге сер»ҙе ағай ҙа ҡат-ҡат маҡтап һөйләне, шуға ла форсаттан файҙаланып һорай һалдым:
— Йыйынтыҡты шул исем менән атап булырмы икән, яҙғанда уҡ ниәт тотҡан инем.
— Бик үк килешеп бөтмәҫ һымаҡ, – тине ул, ғәжәпләнеүемә ҡаршы. Тик ни өсөн икәнлеген аңлатманы, мин дә ныҡышманым, ярай, хикәйәне оҡшатҡас, рәхмәт, тинем дә ҡуйҙым.
Ә инде журналға эшкә күсергә ул тәүге осрашыуҙа Рауил Бикбаев алдында уҡ әйткәйне, сәфәр ваҡытында әллә нисә иҫкә алды, мине үҙ штатында торған хеҙмәткәр тип тә һанаған һымаҡ йөрөнө. Шуға күрә сәфәребеҙгә йомғаҡ яһап ултырғанда йәнә бер ҡабатлауы минең позициямды көсәйтә генә төштө.
Аҙна-ун көн дә үтмәне, мин һөйләшелгән юл тәьҫораттарының бер өлөшөн яҙа һалып уға алып та барҙым. Бер аҙҙан һөҙөмтәһен беләйем тип йүнәлдем. Рәми ағай миңә «Аманат»ын бүләк итте.
— Башым тубал булған, афоризм көтмә, – тип нимәлер яҙҙы ла китабын тотторҙо.
— Рәхмәт ағай! һуңғыһы булмаһын! – тип ҡабул итеп алдым да асып, бына ошондай һүҙҙәрҙе уҡыным:
«Тайфурға – ижади киләсәгенә оло ышаныс менән, бергә үтелгән тәүге яҡты юл иҫтәлеге. Рәми. 30.1Х-70».
Йөрәгем елкенеп ҡуйҙы. Минең өсөн онотҡоһоҙ сәфәр ағайҙың үҙенә лә оҡшаған икән!
Үҙемә ижади дуҫ та, серҙәш тә, өлкән иптәш тә табылыуына бик тә шат инем ул көндәрҙә...
Тайфур Сәғитов
1991 йыл, 1 ноябрь