Фәүзиә Рәхимғолова. Ғүмерҙең бер мәле

Сверстники и собратья по перу

Күңелемдә уның һыны йәшәй

Рәмиҙе мин «Ағиҙел» журналы, «Совет Башҡортостаны» гәзитенең әҙәбиәт бүлектәрендә эшләп ултырған саҡтарында, йыйылыштарҙа күрә торғайным, шиғырҙарын уҡығаным бар ине. Әммә ныҡлап уның хаҡында фекер йөрөтөү хәлендә түгел инем әле. Бер тетрәткес ваҡиға ғына был йәш шағир тураһында, уйламағанда, мәңге онотолмаҫ тәьҫир ҡалдырҙы.
Бер саҡ, нисәнсе йыл икәнен хәтерләмәйем, минең ауылдан Өфөгә күсеп килеүемә күп тә үтмәгәйне шикелле, бөтә яҙыусыларҙы ла КПСС-тың өлкә комитетына саҡырҙылар. Ҙур залда – өлкә комитеттың бөтә секретарҙары, бүлек мөдирҙәре, яҙыусылар, ғалимдар. Кешеләр бышылдап ҡына ниҙер һөйләшә, ҡурҡыу ҡатыш серле ҡараштар. Әйтерһең дә, донъя үҙенә ябырылыр ҡурҡыныс ғифрит көтә. Ғөмүмән, ҡот осҡос мөхит! Мин ундайын да ҙур яуаплы йыйында тәү тапҡыр ҡатнашам. Етмәһә, көн тәртибе ниндәй әле уның – берәү һәм берәгәйле: йәш шағир Рәми Ғариповтың «милләтселек» рухында яҙылған «Туған тел» тигән шиғырын тикшереү! Эй хоҙайым, нишләтерҙәр инде был егетте, тип уйлайым, йөрәгем тарһылдап тибә.
Һөйләшеүҙе өлкә комитеттың беренсе секретары Нуриев алып бара. Ул һорауҙар ҡуя, Рәми яуап бирә. Һирәк-һаяҡ өлкә комитеттың башҡа хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашып ҡуя яуап алыуҙа, әммә ҡыҙғандан-ҡыҙа барған был ҡаты һөйләшеү икәүҙең – ҡулында оло власть булған, кешеләр менән эш итеүҙә ҙур тәжрибә туплаған, күпте белгән ир уртаһы етәксе һәм йәш шағир араһында бара ине. Минең ҡурҡыуым бер аҙ баҫыла төштө, сөнки бөтә залдың иғтибарын үҙенә тартҡан йәш кеше һис тә яуапҡа тартылыусы меҫкен генә бәндә түгел, ә беҙҙе бәләкәйҙән таң ҡалдырыусы ғәжәйеп бер әкиәт батыры булып баҫып тора ине. Уның ғорур ҡиәфәте шулай һынланған: киң маңлайлы, бөҙрә сәсле башын юғары күтәргән, күҙҙәренән осҡондар сәсрәй. Иң мөһиме, ул һорауҙарға яуапһыҙ ҡалмай. Хатта уның ҡайһы бер яуабын, нисек кире ҡағырға белмәй, тәрән уйланып ултырған саҡтары ла булды Нуриев иптәштең. Рәмиҙең бер яуабы әле һаман да ҡолаҡ төбөмдә ишетелеп торған кеүек. Уны мин, әлбиттә, һүҙмә-һүҙ әйтә алмам, әммә мәғәнәһе ныҡ хәтеремдә.
— Пушкин батша заманында ла үҙенең рус телен данлап шиғыр яҙған бит, ни өсөн мин үҙемдең башҡорт телемде данлап яҙмаҫҡа тейешмен? Халҡым алдында минең намыҫым саф, ә «Туған тел» шиғырымдан баш тартырға уйламайым.
Шағирҙы яҡлап һөйләгән кешене хәтерләмәйем. Минеңсә, ул был көрәштә бер үҙе еңеп сыҡты. Уның ҡыйыулығына хайран ҡалдым. Һис икеләнмәй, көслө ялҡынға күкрәген ҡуйҙы бит ул. Һуңынан да ҡурҡып ҡалманы Рәми, халыҡ алдында был шиғырын һөйләп йөрөр булды, хатта телевидение аша сығыш яһағанда ла, ҡаты иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, уны тыңлаусыларға еткерҙе.
Рәми һөйләһә, йөрәккә үтеп инмәле, инандырырлыҡ итеп һөйләр, кеше өсөн үлеп барыр ине. Етәкселек тарафынан ҡағылып, милләтсе тамғаһы һуғылып, ситләтелһә лә, ярҙамға мохтаждар, бигерәк тә ижадсы йәштәр ылыға торғайны уға, сөнки ижад донъяһында рухы, белеме, фәһеме, сафлығы менән дә ул үҙ йәшенән бик юғары торҙо. Хатта ки, уны күрә алмаусылар, көнсөллөк утында яныусылар ҙа, инҡар итер сара тапмай, еңелеп ҡалыр, Рәми ҡурсалаған йәш талант әҙәбиәттә үҙенә юл алыр ине. Шуға ла, интернатта уҡып йөрөгәнендә «бабай», әҙәбиәт донъяһында «йәштәр атаһы» тигән ҡушамат уға юҡҡа ғына тағылмағандыр.

Тыуған көн

12 февраль! Рәмиҙең тыуған көнө. Ул коридор аша, ҡаршы бүлмәлә эшләп ултыра. Беҙҙең яҡҡа Рәми йә әҙер материалдарҙы алырға, йә кемгәлер эш, йомош ҡушырға инә. Уның йомшаҡ ҡына аҙымдарын шәйләмәй ҙә ҡалаһың. Беҙгә ҡамасауламаҫ өсөн, һиҙҙермәй генә атлай ине, ахырыһы, ул. Был көндө лә шулай булды. Ҡыҙҙар, шыбыр-шыбыр килеп, ағайҙарының тыуған көнөнә ниндәй бүләк алыу тураһында серләшә ине.
— Күлдәк алайыҡ.
— Эйе шул, бер буйлы күлдәгенән башҡа алмашы ла юҡ шикелле ағайҙың.
— Минеңсә, эшләпә шәп булыр кеүек.
— Ысын, эй килешер ҙә ине үҙенә!
— Китегеҙ әле, ҡыҙҙар, Рәми ағай эшләпә кейә тиме һиңә, көлөр генә үҙебеҙҙән...
Кемдер Рәмиҙең ишек төбөндә серле генә йылмайып баҫып торғанын күреп ҡалып, бармағын ирененә тейгеҙҙе, тын ҡалығыҙ, йәнәһе.
— Беләм инде, – тине Рәми, – миңә бүләк алырға йыйынаһығыҙ. Ундай теләгегеҙ булғас, әйҙә, бер кинәнеп сәй эсеп, һөйләшеп ултырайыҡ. Бөтә бүләктәрҙән дә артыҡ булыр.
Эш көнө үтеүгә, ҡыҙҙар табын әҙерләне. Өҫтәл һәр төрлө аҙыҡҡа бай. Кемдер баҙарҙан барып эре ҡыҙыл алмалар алып килгән, татлы йүкә балы ла, хатта ҡымыҙ ҙа бар ине. Үҙенең тыуған көнөнә шундай һәйбәт табын әҙерләнеүенә Рәми бик тә ҡыуанды. Беҙ һәр ҡайһыбыҙ, иң матур һүҙҙәр һайлай-һайлай, уны тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ. Тик ниңә Рәми сәйен эсмәй ултыра әле? Ул бит ҡайнар ғына көйө эсергә ярата торғайны. Ошо һорауға яуап биргәндәй:
— Ҡайҙа, ҡыҙҙар, шәкәрегеҙ юҡмы ни? – тип, күҙҙәре менән үҙе яратҡан ваҡ киҫәкле шәкәр тултырылған тартманы эҙләй ине.
— Рәми ағай, бына бит, йүкә балы менән әсегеҙ сәйегеҙҙе, – тине Әнисә. Таңһылыу йүгереп барып шәкәр ҙә килтереп ҡуйғайны инде. Рәми, сәйенә һалған шәкәрен болғата-болғата, һуғыш ваҡытында булған бер бала саҡ хикәйәтен һөйләп алды.
— Юҡһа ни, гел генә мине маҡтап тик ултыраһығыҙ, – тигән булды ул, йылмайып.
Шағирҙың тыуып үҫкән ауылы Арҡауылда бер бик оҫта умартасы йәшәгән. Һуғыш барған йылдарҙа ла ул ҡараған колхоз умарталарынан мул уңыш алынған. Башҡа бирер ризыҡ юҡлыҡтан, колхозсыларға гелән бал өләшер булғандар. Ҡарыны ас бала-саға ни, шул иҫәптән Рәми ҙә, ашайҙар ҙа ашайҙар икән татлы балды. Әммә бал, ни тиклем татлы булһа ла, бүктергән быларҙы. Ана шул көндән бирле Рәми ҙә бал ашамаҫ булып ҡалған.
— Рәми ағай, улайһа, алма ашағыҙ инде, һеҙҙең өсөн алдыҡ бит, – тине машинистка Лилиә.
Рәми тағы йылмайҙы. Был хаҡта ла бер хикәйәт бар икән шул әле. Уларҙың Мәскәүҙә әҙәбиәт институтында уҡып йөрөгән саҡтары ла һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килде бит. Ҡайҙан булһын инде студенттың алма алырҙай аҡсаһы. Әммә бер мәл, каникул ваҡытында үҙе менән уҡыған рус егете Рәмиҙе ауылына ҡунаҡҡа алып ҡайтҡан. Ана шунда инде Рәми үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр туйғансы алма ашаған. Был бәхет ҡунаҡта булған һәр көндө лә ҡабатланған.
— Тап ожмахтағыса булғайны: тыйыусы ла, аҡса һораусы ла юҡ. Тик, сама белмәй, артыҡ мауығылған шул, алма менән дә бал һымаҡ килеп сыҡты, – тип тамамланы Рәми был хикәйәтен. Ана шул көндән бирле алманы ла башҡаса ауыҙына алмаған ул...
Рәми үҙе лә һәр ҡайһыбыҙҙың тыуған көнөндә хәстәрлек күреп, ҡайғыртып йөрөр ине. Минең 50 йәшем тулған көндө лә ошо редакцияла дүртенсе йыл эшләгәнемде билдәләп үткәйнеләр. Уны, әлбиттә, Яҙыусылар союзы үткәрҙе. Шулай ҙа Рәми ҙә бик борсолған был ыңғайҙан. Мин ижади командировкала инем. Ул, нисек итһә иткән, ялынып-ялбарып булһа ла, профкомдан 30 һум аҡса һорап, үҙенән 1 һум ҡушып, ҡул сәғәте һатып алған. Ишембай ҡалаһының нефтселәр һарайында барған юбилей кисәһендә, сәхнәгә күтәрелеп, ҡотлау папкаһы менән шул сәғәтте лә үҙенә хас бер кинәнес менән миңә тапшырғайны ул. Был ҡиммәтле ҡомартҡыны мин ошо көнгәсә һаҡлайым. Рәми ҡустымды бик ныҡ һағынған, юҡһынған саҡтарымда ғына йөрөтөп алам. Уның текелдәүе миңә шағир йөрәге типкәндәй тойола!
Бер саҡ шулай минең тормош иптәшемдең тыуған көнөнә беҙ Рәми менән Надяны ла саҡырғайныҡ. Рәмиҙе ағаһы бик ныҡ яҡын күрә торғайны, сөнки Рәми уны, ябай эшсе тип тормай, тиң итеп һөйләшер, ихтирам итер ине. Рәми, мәжлескә хәтһеҙ һуңлап, үҙе генә килеп инде. Ваҡыт уҙғаны һиҙелмәй ҙә ҡалынған, тип, ғәфү үтенде башта, унан үҙен балҡып ҡаршы алып торған ағаһының ҡулын ҡыҫты, тыуған көнө менән ҡотланы һәм шунда уҡ бүләген дә тапшырҙы. Усында ятҡан, Рәми үҙе эшләгән бәләкәй генә алтын тышлы китапҡа ҡарап, күпмелер ваҡыт һүҙһеҙ баҫып торған ҡартымдың күҙҙәре йәшләнгәйне. Уның Рәмиҙе ҡосаҡлап шыбырлауы мине лә тулҡынландырҙы.
— Рәхмәт, ҡустым! Миңә был ҡыуаныс та, ауыр ҙа. – Һинең был бүләгеңде бер аҙ ғына карманымда йөрөтөрмөн дә үҙеңә кире ҡайтарырмын.
Рәмиҙең яуабын мин ишетмәнем. Бәлки, уның да күкрәген яндырған утлы хистәре ошо минутта ҡайнар ысыҡ тамсыһына әүерелгәндер.
Рәми менән Надяның тормошондағы иң ауыр мәл ине шул был. Хәтһеҙ ваҡыт Рәми эшкә урынлаша алмай йөрөнө.
Сергей Есенин, Ғүмәр Хәйәм шиғырҙарына тәржемә китаптары, үҙ ижады ла – береһе лә донъя күрә алмай, талантлы шағирға хатта ғаиләһен туйҙырыу өсөн дә мөмкинселек ҡалмағайны. Ана шундай тормоштоң үтә ауыр минуттарында ла Рәмиҙең кешегә ихтирамы, һынмаҫ рухы беҙгә бик тәьҫир итте. Йә инде, ағаһын ололау өсөн үҙ ҡулдары менән шундай бүләк әҙерләп ултырһынсы әле! Күптән түгел «Ағи-ҙел»дә (1976 йыл) донъя күргән Ғүмәр Хәйәм шиғырҙарына тәржемәләрен ошо үҙе яһаған бәләкәй генә китапҡа туплағайны ул. Бик тә фәһемле дүрт юллыҡтарҙан торған туҡһан шиғыр, туҡһан битле китап! Алтынға оҡшап торған йоҡа еҙ ҡалайҙан эшләнгән тышлыҡтың ике ҡанатын бергә беркетергә бик тә ҡуйылған. Уны ябыу һәм асыу өсөн китаптың тышлығына оҡшаш балҡып торған асҡысы – металл корпуслы ручкаһы ла бар...
Ағаһы уға был ҡиммәтле бүләген кире ҡайтарып бирергә өлгөрмәне. Хәҙер инде ул, шағир тормошо һәм ижадының бер яҡты тамсыһы булып, уның йорт-музейында урын алыр.

Һуңлаған рәхмәт

Тормоштоң мәрхәмәтле мәлдәре лә була ул. 1977 йылдың ҡышҡы көндәренең береһендә беҙҙе Яҙыусылар союзында Рәми менән осраштырған минуттар булмаһа, ниндәй үкенесле булыр ине. Рәми ул көндө Төркмәнстанға барыу өсөн командировка ҡағыҙы алырға килгәйне. Минең дә Әрмәнстандың яңы асылған ижад йортона китеү хәстәрен күреп йөрөүем. Рәмиҙе шул көндөң кисенә үҙебеҙгә саҡырҙым. Ҡунағыбыҙ ете тулыуға беҙҙә ине инде. Был юлдарҙы уҡыусы, гел күңелһеҙ хәл тураһында һөйләнелә, тип, бәлки, мине ғәйепләр ҙә. Әммә дөрөҫөн яҙмай булдыра алмайым. Рәмиҙең йөҙө бик тә болоҡһоу ине шул. Уның был кистә бер тапҡыр ҙа йылмайыуын хәтерләмәйем. Мин үҙем дә, урынһыҙ хәстәрлек күрһәтеп:
— Ваҡ-төйәк сувенир, значок-фәлән алманыңмы һуң? – тип һорап ҡуйҙым. Йәнәһе, кешеләр сумаҙандарына банка-банка бал тултырып сыға алыҫ сәйәхәткә. Рәмиҙең ундай мөмкинселеге юҡ, тип уйламағанмындыр инде, үҙемсә.
— Эй, апай, – тине Рәми, үҙ хәлен йәшермәй, – барлығы утыҙ биш һум аҡсам ҡалды... – Шунан ул, бер аҙ тын ҡалып ултырғас, ҡаштарын йыйырып, өҫтәп ҡуйҙы: «Ағиҙел» ҡыра һуҡты, Ғүмәр Хәйәмгә 90 һум ғына гонорар ҡуйғандар, кәмендә 200 һум көткәйнем...
Ҡартым да бик бойоҡ ине. Белеп торам – ошондай саҡта Рәмигә ярҙам ҡулы һуҙа алмауы уның да бәғерен телгеләгәндер. Әммә, нисек кенә булмаһын, үҙебеҙсә әҙерләнгән табында, бөтә йөрәктән, туғандарса һөйләшеп үткәрҙек беҙ ул ҡәҙерле сәғәттәрҙе. Рәмиҙең тағы шундай һүҙҙәре лә иҫемдә ҡалған:
— Ҡаршымда һәр саҡ «Нишләргә?» тигән бер оло һорау баҫып тора. Минең уға яуап таба алғаным юҡ әле.
Сәғәт төнгө берҙе һуғыуға, апайымдың йоҡоһо килгәндер, тип, Рәми урынынан ҡуҙғалды. Күреп торам – уның киткеһе килмәй, әйтер һүҙҙәре лә бөтмәгән төҫлө. Бәлки, был мәжлестең һуңғы хушлашыу кисәһе икәнен уның күңеле һиҙгәндер...
Ижад йортонан ҡайтып килгәнемдә аэропортта Тимер Йосоповты осраттым. Ул ҡайһы яҡҡалыр осорға самолет көтә ине. Яй ғына атлап килде Тимер минең яныма. Йөҙө шундайын һағышлы, керпектәре йәшкә сыланған. Ни булған икән был ҡустыма, әллә бер-бер ауыр ҡайғы төшкәнме башына?! Шулай уйлап та өлгөрмәнем, уның, интегеп, теш араларынан ғына саҡ-саҡ ҡыҫып сығарған ауыр һүҙҙәренән үтә лә яман хәбәр хасил булды:
— Апай, Рәми ағай үлде бит!.. Ерләнек...
Тимерҙең башҡа һүҙҙәрен ишетмәнем. Донъя ҡапыл селпәрәмә килгәндәй булды. Тыуған яғымды һағынып, уға бүләк итеп алып ҡайтып килгән ҡосаҡ тулы шатлығым томан араһына инеп юғалды. Мине ҡаршы алырға килгән Наилә ҡыҙымдың йыуатыу һүҙҙәрен ниндәйҙер зәһәр елдәр, ҡолаҡ төбөмдән өйөрөлдөрөп алып китеп, әллә ҡайҙарға олаҡтырҙы. Йөрәк төпкөлөмдән һағышлы-әрнеүле, зарлы моң һыҙылып үтте.

Ғүмеркәйең булды болон буйлап
Үткән һымаҡ ҡына йүгереп.
Күңел түрендәге ынйыларың
Ҡалды микән ергә түгелеп?!
Ҡалды микән ергә түгелеп?!.

Ул ҡәһәрле көндәрҙе инде беҙҙең әллә күпме йылдар айырып тора. «Башҡортостан ҡыҙы»на ла егерме биш йәш тулып үтте. Ошо тантанаға арнап һүҙ әйтеүемде һоранылар. Бына улар – беҙҙең ижад иткән журналдар! Ҡулыма тәүге алғаным 1969 йылдың һуңғы һаны булып сыҡты. Бәй, был макеты ғына икән дәһә! Туҡта, туҡта, уның ап-аҡ таҙа эске биттәренә йәшел ҡара менән кемдер тигеҙ юлдар теҙгән түгелме һуң?! Ашығып уҡый башланым шул үҙенә саҡырып торған серле юлдарҙы: «Фәүзиә апай! Яңы, 1970 йыл менән ҡотлап, бөтә 70-се йылдарға үҙеңә ижади илһам теләп бүләк итерҙәй башҡа бер бүләк тә табыр әмәлем булманы... Шулай ҙа үҙең менән ике йыл буйы эшләп, һинең иҫ киткес кешелекле күңелеңде ысынлап күргәндән һуң, ошо әле һаман донъя күрмәгән уртаҡ журналыбыҙ ҙа һиңә байтаҡ һүҙҙәр әйтер кеүек. Үҙ ҡаныбыҙ бит...
Иң ныҡ теләгән теләгем шул ғына: был һандағы шиғырҙарың төҫлө, бөтә ғүмерең дә шулай кешелекле, шиғри, илһамлы булһын һәм, әлбиттә, ағайым уны баһалай белһен!
70-се йылдар беҙҙең иң матур йылдарыбыҙ булһын!
Ҡустың Рәми».
30/XII-69.

Һәм иҫтәлеккә тапшырған бер шиғыры:

Ут та илай...
Уттың күҙ йәштәре
Ергә таммай, оса күктәргә.
Тик елдәре әҙер генә тора
Наҙ һөлгөһө менән һөртөргә.

Илай ир ҙә...
Күҙ йәштәре ирҙең
Елгә осмай, һеңә еренә.
Тик күрһәтмәй бары күҙ йәштәрен
Илгә түгел, хатта йәренә.
Рәми.
30/XII-69.

Эй хоҙайым, нишләп мин был ҡотлауҙы ваҡытында уҡыманым икән?! Йә инде, 22 йыл буйы көткән бит ул мине!
Күрәһең, Рәми уны, ҡыҙыҡ итәйем әле, тип, өндәшмәй генә өҫтәлемә һалып киткәндер. Ығы-зығылы донъя иһә уны минән йәшергән. Йәшергән, әммә юғалтмаған!
— Рәхмәт, ҡустым, ҡотлауың өсөн, ҙурлауың өсөн! Кисер мине, апайыңды! Үҙеңә тапшыра алмаған рәхмәтемде рухың ҡабул ҡылһын...
«70-се йылдар беҙҙең иң матур йылдарыбыҙ булһын!» Бигерәген дә ошо юлдар йөрәгемде һыҙлатып, үҙәгемде өҙҙө. Теләгең ҡабул булмаған шул, ҡустым, ул йылдар бит һине беҙҙең арабыҙҙан тартып алды. Ана нисек яуап биргән яҙмышың һинең теге һорауыңа! Тик яҙмышмы икән ул?! һин бит имәндәй ныҡ, Уралтауҙай ғорур, Салауаттай батыр инең!..

Фәүзиә Рәхимғолова,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре