Марсель Ғафуров. Йөрәк ҡушыуынса

Сверстники и собратья по перу

Минең ғәжәйеп хазинам – бик күп яҙыусыларҙың автографлы китаптары бар. Уларҙың өсәүһе – Рәми Ғариповтан.
«Һабантурғай йырҙары» китабына ошондай һүҙҙәр теркәлгән: «Марселгә – шиғырға хыянат итеүең өсөн оло үпкәләр менән! Бәлки, кире ҡайтырһың – әле һуң түгел. Һин дә ҡайтмағас!.. Рәми, 18.ХII-64».
Ул осорҙа ике ут араһында ҡалғайным, шиғырҙарымдан төңөлә яҙып, гәзит эшенә сумғанмын. Рәми һүҙҙәренән һуң гәзитте ташланым. Әммә тормошом яйға һалынмағайны, йүнләп аяҡҡа баҫмағайным. Ғаиләм – баракта. Шул мәлдә «Ленинең» – «Ленинсы» гәзите мөхәррире Ремель Дашкин гәзиткә саҡырҙы. Фатир вәғәҙә итте, ә гәзит мине тағы бер егерме йылға үҙенә йомдо.
Хәйер, һүҙ Рәми хаҡында. Йылдар үткән һайын уның шиғриәте таныла, уның шәхесе, таланты нығыраҡ асыла бара.
Үлер алдынан ул дуҫы Тимер Йосоповҡа, төшөмдә йөрәгемә бысаҡ ҡаҙалды имеш, тип күрҙем, тигән. Обком ҡаҙаны уға ул хәнйәрҙе, тип үҙенсә һапланы Тимер.
Рәми, ысынлап та, бөтә ғүмере буйы властар менән уртаҡ тел тапманы. Минеңсә, властар менән оҙайлы был низағ өлкә гәзиттәрен бергә ҡушырға йыйыныуҙан башланды. Быға Рәми кеүек йәш милли интеллигенция вәкилдәре ҡаршы сыҡты. Был партия Үҙәк комитеты ҡарары ине. Хрущев реформаларының береһе. Әлбиттә, был аҡсаны экономиялау һылтауы менән эшләнһә лә, «Совет Башҡорт-останы»н «Советская Башкирия» гәзитенең дубляжы ғына итеп ҡалдырыуҙы («Ленинсы» кеүек) аңлата ине. Дубляж дубляж инде ул, беҙ, «Ленинең» – «Ленинсы»ла эшләүселәр, быны беләбеҙ.
Рәмиҙәр төркөмө Мәскәүгә хат яҙа. Әйткәндәй, күрше Татарстанда республика гәзиттәрен берләштерҙеләр (оҙаҡҡа түгел түгелен). Беҙҙә был «эш» барып сыҡманы. Башҡорт диссиденттары хатымы, ниҙер быға кәртә булды. Әлбиттә, диссиденттарҙы КГБ «ҡурсалай» башланы.
Рәми үҙенең туған телгә, илгә һөйөүе менән юғарыла ултырғандарҙы «бимазалап» бөттө. Күп ваҡыт шиғырҙарын баҫманылар, шағирҙы ас тоттолар. Әлбиттә, шағир йөрәге түҙмәне...
Әсғәт Мирзаһитовтан һуң рәйес булған Динис Бүләков Яҙыусылар берлеге идараһының бер ултырышында Рәми Ғариповҡа үлгәндән һуң «Башҡортостандың халыҡ шағиры» исемен биреү тураһында тәҡдим индерҙе. Ғәҙәттә, был ултырыштар оҙаҡҡа һуҙыла, һәр кем, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә, үҙ фекерен әйтеп ҡалырға ашҡына. Шуға мин, ултырыш таңғаса һуҙылмаһын тип, был тәҡдимде фекер алышмайынса хуплайыҡ, тинем. Бөтәһе лә ризалашты.

Марсель Ғафуров,
Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре