Гөлфиә Янбаева. Рәми ағай һабаҡтары

Сверстники и собратья по перу

Рәми ағай Ғарипов менән тәүге танышыуым 1973 йылдамы, 74-тәме, асыҡ ҡына хәтерләмәйем, Башҡорт дәүләт университетының «Шоңҡар» әҙәби түңәрәге үткәргән шиғриәт кисәһендә булды. Унда ул «Туған тел» шиғырын уҡығайны. Ул әҫәрҙе күптәрҙең тәүгә ишетеүе булһа ла, ошондай шиғыр барлығын белә инек инде, өлкән курстағылар был хаҡта һөйләп өлгөргәйне. Кисәлә Рәми ағай тап шул тамаша залында ултырған студенттарҙың һорауы буйынса һөйләп ишеттергәйне ул шиғырҙы. Уны тыңлағанда ниҙәр кисергәнемде һөйләп аңлатыу мөмкин түгел. Ғорурланыуҙан, һоҡланыуҙан тәндәр семерләне, күҙ йәштәремә быуылдым. Ғорурлығым, берҙән, ошондай бөйөк шиғыр яҙған бөйөк шағир өсөн булһа, икенсенән, ул юлдарҙың миңә, булмышыма, асылыма, яҙмышыма ҡағылыуынан да ине. Һүҙемдән ситләшеп шуны әйтәм: университетҡа ғүмерем буйы рәхмәтлемен, сөнки унда беҙгә, башҡорт балаларына, белем биреүҙән тыш, милли рух, милли тойғо уята, үҙебеҙҙең кемлегебеҙҙе, ниндәй милләт балаһы булыуыбыҙҙы таныта, тарихи хәҡиҡәткә күҙҙәребеҙҙе аса белделәр. Шуға ла беҙ милләт тураһындағы һүҙҙе, халҡыбыҙҙың йыр-моңдарын шундай нескәлек менән йөрәгебеҙҙең иң тәрән төпкөлөнә ҡабул итергә өйрәндек...
Кисәнән һуң да беҙ, «Шоңҡар» ағзалары, Рәми ағайҙың сығышы хаҡында һөйләшеүҙе дауам иттек. Кемдәрҙер уның шиғырының айырым-айырым юлдарын иҫкә төшөрҙө, уны ятлап алырға тырышты. Хәйер, шиғырҙы «ағзалап» йыйыусылар бер беҙ генә булмағанбыҙ. Өлкән курста уҡыусылар ошондай бер кисәләрҙең береһенән һуң КГБ вәкиленең дә Рәми ағай шиғыры менән ҡыҙыҡһыныуы, уны «ағзалап» йыйыуы тураһында һөйләгәйне. Был хәбәр беҙҙең күҙ алдында шағирҙың баһаһын тағы ла нығыраҡ күтәреп, уны тағы ла бөйөгөрәк шәхескә әйләндергәйне...
Шиғыр кисәләрендә шулай Рәми ағай Ғариповҡа ситтән генә һоҡланып, шиғырҙарын йотлоғоп тыңлап йөрөй торғас, 4-се курстың аҙағына ла етелде. 1976 йылдың 23 апрелендә беҙҙе, әҙәби тәнҡит менән шөғөлләнеүсе бер төркөм студенттарҙы, Яҙыусылар союзына әҙәби тәнҡит секцияһына саҡырҙылар. Унда минең, Марат Әбүзәровтың һәм Салауат Рәсүлевтең тәүге тәнҡит материалдарын тикшереүгә ҡуйғайнылар. Күренекле тәнҡитсе-әҙәбиәтселәр Ғайса Хөсәйенов, Ким Әхмәтйәнов, Әнүр Вахитов, Вафа Әхмәҙиев, Роберт Байымов беҙҙең яҙғандарға анализ яһаны һәм башлыса маҡтау һүҙҙәре әйтте. Маҡталыу һәйбәт булһа ла, күберәк етешһеҙлектәребеҙ хаҡында ишетке килгәйне. Шуға ла мин үҙем ағайҙарҙың сығышынан бик үк ҡәнәғәт ҡалманым.
Ҡәнәғәтһеҙлегемде белдерергә теләпме, әллә үҙемдең тәнҡит материалындағы дәлилдәрҙе тәрәнәйтергә, нығытырға ниәтләнгәндәнме, ошо оло әҙиптәр алдында сығыш яһарға батырсылыҡ иттем. Башҡорт сәхнәһендә барған спектаклдәрҙә эскелек күренештәренең күбәйеүен, эскесенән көлкөлө образ тыуҙырып, ошо образдың тамашасының һөйөүен уятырлыҡ итеп ижад ителеүен тәнҡитләнем. Ошоларҙы дәлилләү өсөн Назар Нәжмиҙең «Күршеләргә ҡунаҡ килгән» әҫәрен миҫал итеп алғайным. Әлбиттә, студент кешенең тәнҡите әллә ни сәпкә лә теймәгәндер. Ә шулай ҙа... Минең сығышҡа секция ултырышында ҡатнашҡан, һүҙһеҙ генә тыңлап ултырған Рәми ағай иғтибар иткән булып сыҡты. Ултырыштан һуң ул мине саҡырып алды ла: «Әйҙә, һылыу, әлеге сығышыңды беҙгә, «Башҡортостан ҡыҙы» журналына яҙып алып кил», – тине.
Башта түбәм күккә тейгәйне, әлбиттә. Дөйөм ятаҡҡа ҡанатланып ҡайтып, баяғы мәҡәләне яҙырға ултырғас ҡына, үҙемә ниндәй ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгәне, уны үтәп сығыуы бик үк еңелдән булмаҫы башыма барып етте. Кеше үҙ һәләттәрен эштә һынап ҡарағанда ғына белә. Бына ошондай оло һынау алдында ҡалдым мин. Ул мәҡәләне яҙыр өсөн әллә күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрҙем, әллә күпме ҡағыҙ биттәре сыймаҡланым. Яҙҙым да һыҙҙым, һыҙҙым да тағы яҙҙым. Мәҡәләмде бер ипкә килтергәс, тулҡынланып, Рәми ағай алдында имтихан тоторға киттем. Рәми ағай яҙғандарымды ҡарап тормайынса ғына киләһе яҙыласаҡ мәҡәләм тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Фәриҙә Камалетдинованың ижади портретын яҙып алып килергә ҡушты...
Ҡыҫҡаһы, минең баяғы тәнҡит мәҡәләм донъя күрмәне. «Башҡортостан ҡыҙы» журналында баш мөхәррир булып эшләгән Раҡия апай Рөстәмоваға оҡшаманы ул. «Тешең сыҡмаған бит әле, ҡыҙыҡай, бер аҙ йомшарта төш мәҡәләңдәге тәнҡитте...» – тигәйне ул миңә. Мин башҡаса уға тотонманым. Фәнни тел менән яҙылған курс эшенән әтмәләгән мәҡәлә камил да булмағандыр, шуны үҙем дә аңлағанмындыр, шуға ныҡышмағанмындыр. Ә бына икенсе, Фәриҙә Камалетдинова апай тураһында, мәҡәләмде Рәми ағай ҙа, баш мөхәррир ҙә хуп күрҙе һәм шунда уҡ журналға бирҙеләр. Ул мәҡәлә миңә юл башы фатихаһы булды, шикелле.
Күп тә үтмәй, Рәми ағай өгөтө менән, Раҡия Сөләймән ҡыҙы мине «Башҡортостан ҡыҙы» журналына эшкә саҡырҙы. Шулай итеп, мин 5-се курс башында уҡ редакцияла эшкә тотоноп киткәйнем. Рәми ағай менән бер бүлмәгә ултырып, ул алып барған әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге эшенә егеп ҡуйҙылар. Рәми ағай алдыма хаттар тупланған ҡалын ғына бер папка килтереп һалды: «Бына, һиңә тиклем бында эшләгән яҡташың, Әнисә Таһирова апайыңдан ҡалған хаттар, шуларҙың арыуҙарын баҫырға әҙерлә, баҫырлыҡ түгелдәренең авторҙарына хат яҙ...» – тине ул. Мин тырышып, башымды ла күтәрмәй, шул хаттарҙы аҡтарырға тотондом. Ҡайһыларын материал итеп әҙерләйем, ҡайһыларына хат яҙам да, яҙғандарымды тикшертер өсөн Рәми ағайҙың өҫтәленә һалам. Ул әҙерләгән мәҡәләләргә тел тейҙермәй, ләкин авторҙарға яҙған хаттарҙы кире ҡайтара. «Йылыраҡ итеп яҙ», – ти. Мин нисек кенә тырышһам да, ул хаттарҙы «йылыта» алмайым, кәрәкле һүҙҙәр таба алмай ҡаңғырам. Бер көн Рәми ағай юҡ саҡта уның журнал уҡыусыларға яҙған хаттарын алып ҡарарға булдым. Уҡый башланым да, уларҙан айырыла алмай ҡапландым. Бер бәләкәй генә, бөтөнләй камил булмаған шиғыр йә нәҫер яҙыусыға, йә «Серҙәш» рубрикаһында эс серҙәрен бүлешеүсегә «һыу буйындай» яуап яҙған. Шиғриәт теорияһын, нисек шиғыр яҙырға кәрәклекте өйрәткән, йә тормош, һөйөү хаҡында үҙе аңлағандарҙы, үҙе белгәндәрҙе бәйән иткән, кәңәштәр биргән (Рәми ағай вафат булғас, мин ул хаттарҙы барыһын да архивтан йыйып алып, Рауил ағай Бикбаевҡа тапшырғайным). «Мөхәббәт берәү генә буламы?» тип хат яҙған ҡыҙыҡайға Рәми ағайҙың яуабынан юлдарҙы көндәлегемә яҙып ҡуйғанмын: «Кеше тойғолары ҡаршылыҡлы. Ләкин кешенең йөрәге берәү икән, уның тойғолары, ниндәй генә булмаһын, барыбер тәүге хистәренең дауамы бит ул. Һәр яңы кисереш элеккеләренә сылбыр һымаҡ ялғанған була. Тик тәүге кисереш, үтә идеаль, үтә саф, сабыйҙарса, тәжрибәһеҙ, ҡыҫҡаһы, тәүге булған өсөн дә иң көслөһө кеүек тойола. Тойола ғына, ә иң көслөһө түгел.
Тормош сикһеҙ бай, ҡатмарлы булған кеүек, кешенең тормошҡа мөнәсәбәте лә, мөхәббәте лә, уй-тойғолары ла байый, ҡатмарлана, тәрәнәйә баралыр ул. Ә тормошта ниндәй генә тетрәнеүҙәр булмаҫҡа мөмкин. Тәүге мөхәббәт тигәнең ғазаплы яҙмышың алдында һағынып, йылмайып ҡына иҫкә аласаҡ, йәшенле дауыл алдында бер йәйғор ғына булып ҡалырға мөмкин бит». Был юлдарҙы көндәлегемә яҙып ҡуйыу сәбәбе шул булған: мөхәббәт берәү генә була тип һанаған мин хыялый ҡыҙ өсөн дә был юлдар яңылыҡ булып тойолған, хатта был фекер ҡабул ителмәгән. Хәҙер генә ул ҡабул ителә...
Ошо хаттарҙы уҡығас, миндә уңайһыҙланыу, оялыу, үҙемдең һәләттәремә шикләнеү барлыҡҡа килгәйне. Күрәһең, ул саҡта мин «тәжрибә» тигән нәмәнең ниндәй ҙур нәмә булыуын аңламағанмын. Уны мин хәҙер, үҙ һөнәремдә тәжрибәле кеше булараҡ аңлайым. Минең авторҙарға Рәми ағай кеүек итеп яҙыр һүҙем дә, тәжрибәм дә булмаған. Ә шулай ҙа, булдыра алғанса тырышырға кәрәк икәнде аңғартҡайны Рәми ағай, хатта талап иткәйне. Бына шунан һуң мин хатты нисек яҙырға кәрәклекте белдем, хәлемдән килгәнсә, йәш журналистарҙы шуға өйрәттем.
Бер саҡ ул, Ҡыйғы районына шикелле, командировкаға барып ҡайтты ла үҙенең унан алып ҡайтҡан мәҡәләһенә нисек материал туплауы, нисек яҙылыуы хаҡында һөйләп алып китте. «Бер ауылға барып индек, ауыл осондағы бер йорт алдында, эскәмйәлә, ике әбей ултыра. Улар янына туҡтап, донъя хәлдәре тураһында, колхоз эше, етәксеһе хаҡында һораша башланыҡ. Мәғлүмәт ошо әбейҙәрҙең һөйләүенән башланды. Шул арала күктә торналар ҡысҡырғаны ишетелде, йылы яҡҡа юл алғандар икән. Әбейҙәр менән ошо ҡоштар, тәбиғәт, заман хаҡында һөйләшә башланыҡ. Былар барыһы ла миңә мәҡәлә яҙғанда ярҙам итте. Бына шулай аяҡ аҫтындағын күрмәй, күктән турғай аумағандай йөрөргә ярамай журналист кешегә, ул барыһын да күрергә тейеш, ә етәкселәрҙең ауыҙына төбәлеп, уларҙың һәр һүҙен йотоп, шуны ҡағыҙға күсереп ултырыу ғына аҙ...» Бына был һүҙҙәр ҙә һабаҡ булды миңә.
Шиғырҙар яҙа инем студент саҡта. Эшләй башлағас, шиғыр яҙыуҙан туҡтауым да Рәми ағай арҡаһында булды шикелле. Ул минең шиғырҙар яҙғанды белә, гәзит-журналдарҙа сыҡҡандарын уҡығаны ла булғандыр. Ләкин ул шиғырҙар, ғөмүмән, минең шағирәлек хаҡында бер ни ҙә әйтмәй. Әлеге лә баяғы, күңелемде төшөргөһө килмәгәндер. Йүне булмағандыр шиғриәтемдең, тип һығымта яһайым хәҙер. Йүне булһа, өмөтлө булһа, ул, исмаһам, мине әрләр, тәнҡитләр, төҙәтер ине. Минең күҙ алдында Әлфиә Ҡырымғужина тигән йәш шағирәне шундай «ҡыҙыу табаға баҫтырғайны» бит ул. Әлфиә, ысынлап та, шәп шиғырҙар яҙа ине. Әлеге шул Рәми ағай тәнҡит иткән сифаты, «ялҡаулығы» арҡаһында ҡайҙалыр юғалып ҡалды...
Рәми ағай журналист булырға ғына түгел, аҡты ҡаранан айырырға, кешеләрҙең ҡәҙерен белергә, изгелек ҡылырға ла өйрәтте. Аҙ, бик аҙ ғына бергә ултырып эшләргә яҙҙы, ләкин ошо ике ай самаһы ваҡытта күпме һабаҡ алдым мин унан. Башҡалар өсөн көйә белеүе хайран иткәйне мине. Ишмулла ағай Дилмөхәмәтовтың улы фажиғәле һәләк булғайны. Ул был хәбәрҙе ишетмәгән, мин әһәмиәт бирмәгәнмен. Бер нисә көн үткәс, яңылыш ҡына шул хаҡта һүҙ сыҡҡайны, мине, ниңә әйтмәнең, тип шелтәләне. Ишмулла ағайҙы алмаштырыр бөйөк ҡурайсы үҫеп килә ине бит, тип һыҡранды...
Бер саҡ беҙ ултырған бүлмәгә яҙыусы ағайҙарҙың береһе лаяҡыл иҫерек килеп инде. Инде лә, ишеккә үк һөйәлеп, һулығандай, сүкәйеп ултырҙы. «Ағай, үлеп барам» тине үҙе Рәми ағайға. Мин пырхылдап көлөп ебәргәйнем, Рәми ағай ҡырт ҡына боролоп, миңә уҫал итеп ҡараны ла, баяғы ағайға ташланды. Уны урынынан торғоҙоп, күтәреп тигәндәй, башҡа бүлмәгә алып китте. Сығып барышлай миңә «Ашығыс ярҙам» саҡырырға ҡушты. Ысынлап та, баяғы яҙыусының йөрәге насар булған икән, уны көскә ҡотҡарып ҡалдылар. Үҙемдең берҡатлылығым өсөн байтаҡ оялып йөрөнөм...
Яңғыҙы ғына ултырып эшләргә ярата ине Рәми ағай. Киске 6 тулыу менән мине ҡыуа башлай, уның эш көнө 6-нан һуң башлана. Яңғыҙ ҡалып, материалдар эшкәртә, хаттар яҙа. Иртән килеүгә өҫтәлендә өйөлөп ятыр ине уның киске эше. Әллә, ысынлап та, көндөҙ, кешеләр менән бергә ултырғанда, эшләү һәләте булманымы, әллә икенсе сәбәп булдымы, белмәйем.
Яҙыусылар Ҡарағалпаҡстанға башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре үткәрергә барырға йыйына башланы. Делегация составында Рәми ағай ҙа бар. Ул ҡанатланып йөрөй. Ҡарағалпаҡ шағирҙарының ҡайһы берҙәрен башҡортсаға тәржемә иткән. Бер көн иртән бүлмәгә баш мөхәррир Раҡия апай Рөстәмова килеп инде.
— Һин, Рәми, Ҡарағалпаҡстанға барырға йөрөйһөң икән... – тип һүҙ башланы ул.
— Эйе, барам, делегация составына индергәндәр, – тине Рәми ағай тыныс ҡына итеп, шул уҡ ваҡытта ғорурлыҡ менән.
— Һуң, унда барыу өсөн йүнле кейер кейемең дә юҡ таһа, – Раҡия Сөләймәновна асыуын саҡ тыйып тота ине. Эш ҡалдырып йөрөүгә асыулана инеме, делегация составында үҙе булмауҙың үсен Рәми ағайҙан ала инеме, аңламаным, Рәми ағайға ләкин үтә ҡаты бәрелде. – Мә, берәй нәмә алып кей... – Шулай тине лә, Рәми ағай ултырған өҫтәлгә күпмелер аҡса бәрҙе. Һалманы, ҡулына тотторманы, ә бәрҙе. Шуның менән ул шағирҙың баһаһын, абруйын төшөрөргә, уның бөйөклөгөнән үс алырға булғандыр – хәҙер шулай уйлайым. Рәми ағай ул аҡсаларҙы йыйып алды ла, ипләп кенә Раҡия апайға һондо:
— Алғанды бирергә лә кәрәк бит әле. Мәгеҙ, алмайым аҡсағыҙҙы...
Раҡия апай аҡсаларҙы Рәми ағайҙың усынан һелкетә тартып алды ла ишекте ҡаты ябып сығып китте.
Иртәгеһен иртән Рәми ағай шатланып килеп керҙе. «Ҡарағыҙ әле, пальтом килешәме?» – тине үҙе. Ысынлап та, быға саҡлы оҙаҡ кейеүҙән йоҡарып, төҫө уңып бөткән көҙгө пальто менән йөрөгән ағайыбыҙ өр-яңыһын алып кейеп килгән. Әллә ни яҡшы пальто ла түгел үҙе, арзан ғына икәне күренеп тора. Ләкин был ағайҙың күңелен үҫтергәйне. Балаларса шат ине ул.
Ләкин кәйефен бик тиҙ боҙҙолар. Төштән һуң уға Ҡарағалпаҡстанға барыусы делегация исемлегенән һыҙылыуы хаҡында хәбәр еткерелде. Кемдең көнсөллөгө килгәндер, белмәйем. Һәр хәлдә, Раҡия апай ҙа һүҙ ҡыҫтырмай булмағандыр, тип уйланым.
Был хәлдән һуң Рәми ағай күңел төшөнкөлөгөнә бирелде. Отпускыға киткәндә: «Ошо китеүҙән мин редакцияға ҡайтмам инде, гел генә талашып-тартышып эшләп булмай бит», – тигәйне. «Һеҙ китһәгеҙ, мин дә бында эшләмәйем», – тип әйтеп ҡуйҙым. Ул: «Һин улай тимә әле, һылыу, мин бит бындағы эштәрҙе һиңә ҡалдырып китәм. Журнал бит үҙебеҙҙеке», – тине. Эйе, «Башҡортостан ҡыҙы» журналын шул ҡәҙәре ҡәҙерләй ине Рәми ағай, уның өсөн яна-көйә ине. Хатта ошо отпускыға киткәнендә лә, ял урынында эшләрмен тип, сумка тултырып материалдар алып китте. Сәхәбетдинова тигән апай тураһындағы мәҡәләһен һалып ебәргәйне ул миңә. Автор материалын үҙенеке кеүек итеп эшләгәйне. Ул хат миндә әле лә һаҡлана. Бына ул:
«Гөлфиә һылыуҡай! Ни хәл генә? Күптән-күп, суҡтан-суҡ Мәскәү сәләме үҙеңә! Мин, имен-аман килеп етеп, эшкә керештем. Бөтә кешенән ҡасып, иң төпкөлдәге ағас йортҡа урынлаштым. Бүлмәм иҫ киткес оҡшай үҙемә. Кәйеф шәп – шиғырҙар аҡтарылырға тора. Тик бынау очерк – һаман да шул журнал мәшәҡәте ҡулды бәйләп торҙо.
Бына «Гуля менән бергә»не икенсе һанға ебәрәм. Бик ныҡ ултырырға тура килде. Был тәржемә генә булып сыҡманы, ике автор әйбере булып сыҡты. Әлбиттә, мин үҙем дә рәхәтләнеп, иреклерәк яҙа алыр инем, минең темам, ләкин авторға вәғәҙә иткәс, редакция этикаһын боҙаһым килмәне. Былай йән, рух өрҙөм, буғай?
Уҡып сыҡ та, тиҙ генә баҫтырып, Зариф ағайға индереп бир. Номерҙан төшөрөп ҡалдырмаһындар ине. Был төп материал булырға тейеш. Исемен Роза (редакцияның рәссамы – Г. Я.) матур итеп яҙып бирһен ине, берәй һүрәт менән. Авторҙан Гуля Королева менән Тамара Сәхәбетдинованың һүрәтен алдырып булмаҫмы икән? Икеһе айырым булһа ла ярар ине...
Ярай, бик ашығам, иркенләп яҙырмын әле. Бында һиңә ҡыҙыҡ булыр төҫлө күренештәр күп. Бөтәгеҙгә лә күп сәләм! Һиңә, Наиләгә – айырыуса! Сәләм менән ағайың!»
Ошо китеүенән һуң ул эшкә сыҡманы. Килеп, ҡайһы бер тәьҫораттары менән уртаҡлашып йөрөнө. Ғүмәр Хәйәмде тәржемә итеүен һөйләне. Рус телендәге, башҡа төрки телдәрендәге тәржемәләрҙе, барыһын бергә сағыштырып, урталыҡты һайлап, бик ауыр алым менән тәржемә итә ине ул. Шуның менән Ғүмәр Хәйәмдең телен, фекерен ысынбарлыҡҡа тап килтереп биреүгә ирешкәндер ҙә инде.
Редакциялағы ҡыҙҙар (мин, Рәйсә апай, Наилә) Рәми ағайҙың беҙҙән эштән китеүен белгәс, илаштыҡ. Үҙенең дә күңеле тулып китте. Шунда ул: «Эй ҡыҙҙар, минең шағир тигән исемем бар бит, ниңә мин бында шул исемемде тапатып йөрөргә тейешмен әле?» – тигән булды. Шунан Ғүмәр Хәйәмдең ошо юлдарын уҡып ишеттерҙе:

Әгәр һинең бар икән көн дә бер йәймәң,
Һәм дә күнәк һыу килтерергә килһә хәлеңдән,
Ни хәжәт һуң ҡәбәхәттәргә баш эйергә,
Һәм намыҫыңды юйып, ямандарға теҙ сүгергә?!

Бер ай самаһы үтеүгәме икән, Республика ижади йәштәренең конференцияһына йыйылдыҡ. Иртән Актерҙар йортона килеп инеүгә, ағайҙарҙан берәү ҙә йылмаймай. Роберт ағай Байымов янына киләм. Йәш саҡ бит, уның гел генә йылмайыу өҙөлмәгән йөҙөндәге ҡайғыны, хәүефте һиҙмәй, ниндәйҙер шаяртыу, комплимент көтәм. Шулай өйрәнелгән. Ул саҡта ағайҙар күберәк комплимент әйтә ине. Шунда Роберт ағай тыныс ҡына: «Рәми ағай үлеп ҡалған», – тине. Бая был бинаға килеп кергәндә тойған ҡараңғылыҡ тағы ла нығыраҡ ҡуйыланды. Рәми ағайҙың редакциянан ҡыйырһытылып, үпкәләп китеүе йәнемде өтөп йөрөй, үпкә тойғоһо тыныслыҡ бирмәй ине. Әсемдән генә баш мөхәррирҙе лә, яуаплы секретарҙы ла (Зариф ағай Яматов, ул да мәрхүм ине) ғәйепләп, уларға асыуым килеп йөрөй инем. Әрнеүемә сыҙамай, тәүге ҡатҡа йүгереп төшөп киттем. Вахталағы телефондан редакцияға, баш мөхәррир Раҡия апайға шылтыраттым. Илай-илай: «Рәми ағай үлеп ҡалған. Һеҙ генә еттегеҙ башына, ҡыуанығыҙ инде хәҙер...» – тинем, трубканы ташланым. Аҙаҡ Наилә һөйләүенсә, Раҡия апай был һүҙҙәрҙән һуң байтаҡ ваҡыт йөрәген тотоп ултырған, бик ныҡ илаған. Кисенә коллектив ағзаларын эйәртеп, Рәми ағайҙарҙың фатирына барған. Надежда еңгәнән ғәфү үтенгән. Бәлки, үҙенең хаталаныуын, дөрөҫ эшләмәүен, ысынлап та, һуңынан аңлағандыр.
Конференцияла мин «Шоңҡар» әҙәби түңәрәге эше тураһында сығыш яһаным. Ул фото әле лә бар: көнө буйы илап йөрөүҙән күҙҙәр шешенгән. Конференцияның да йәме киткәйне шул инде.
Рәми ағай менән мәңгелеккә хушлашҡан көндө лә яҡшы хәтерләйем. Йәш ҡыҙҙар бер мөйөшкә йыйылғанбыҙ ҙа, һығылып илашабыҙ. Хатта «Башҡортостан» гәзитендә корректор булып эшләүсе Тамара апай аҙаҡтан: «Рәмиҙе күмгәндә ниңә шул тиклем илай инең һин?» – тип һорағайны...
Тормоштағы ялған, хаҡһыҙлыҡ, бөйөктәрҙе түпәләү менән тәүге тапҡыр етди осрашыуым ошо булғанғалыр, үкенеү, әсенеү күңелде өтөп алып бара. Бына ул саҡта көндәлегемә ниҙәр яҙғанмын: «Атайымдай яҡын күргән Рәми ағай беҙҙе ташлап китте. Уның кеүек бөйөк кешеләр ҙә үлә икән дә. Бөгөн гәзиттәрҙә Рәми ағайҙың фотоһүрәте менән бергә хушлашыу һүҙҙәре баҫып сығарҙылар. Күптән инде матбуғат баҫмаларында уның һүрәте лә, уны маҡтаған һүҙҙәр ҙә баҫылмай ине. Әле маҡтағандар. Хатта хушлашҡанда кәүҙәһе янында баҫып та маҡтанылар. Улар араһында дуҫтары ғына түгел, уны күрә алмаған дошмандары ла бар ине. Редакцияла ике ай ғына бергә эшләгән осорҙа Рәми ағайҙы гел йәберләүҙәренә, хаҡһыҙға рәнйетеүҙәренә шаһит булынды. Уның өсөн рәнйешем йөрәкте өтөп алып бара. Тере саҡта ҡәҙерен белмәнеләр ҙә, хәҙер килеп уның мәйете эргәһендә маҡтаған булалар. Ике йөҙлөлөк ҡалай яман!»
Хаҡһыҙлыҡтың язаға тарттырыласағына ышанып йәшәлә ине бит әле ул саҡта...

Гөлфиә Янбаева,
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты