Әхиәр Хәким. Шағирҙың йөрәк тибеше

Сверстники и собратья по перу

Рәми Ғарипов тураһында иҫтәлектәр китабы туплана, тигән хәбәрҙе ишеткәс, уйлана төштөм. Шағирҙың күҙенә ҡарап әйтмәгән ниндәй һүҙем ҡалды икән? Бит уның тәүге йыйынтыҡтарынан башлап, шиғриәттең иң бейек түбәләренә үрләгән йылдарына тиклемге ғүмерендә ижады хаҡында байтаҡ яҙырға тура килде миңә. Бер-беребеҙҙе «табыуыбыҙ», дуҫлашыуыбыҙ ҙа «Таш сәскә» китабына яҙылған мәҡәләмдән башланып китте.
Ә тормошта? Эйе, беҙ яҡын дуҫтар инек. Серҙәш тә, табындаш та булдыҡ, ауыр мәлдәрҙә иңгә-иң терәп, хаҡлыҡ-ғәҙеллекте яҡлап, көрәшкә лә күтәрелеп ҡараныҡ. Кескәй генә еңеүебеҙгә лә икәүҙән-икәү ҡалып ҡыуанышҡан саҡтар ҙа, туҡмалып, өмөтһөҙлөккә төшкән, күңелдәребеҙ өнһөҙ-тауышһыҙ һыҡтаған көндәр ҙә әҙ булманы.
Рәмиҙең шағир булып өлгөрөү осоро тындарҙы ҡурыусы, илһамдарҙы быуыусы торғонлоҡ йылдарына тура килде. Ул ялғандан, ғәҙелһеҙлектән йонсоно, эскә бикләнеп, үкенеп, йыш ҡына тирә-яғында теләктәшлек тапмай ҡаңғырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмеренең һуңғы миҙгелендә бер-ике бөртөк кенә яҡын ҡорҙаштары менән дә араһы һыуына төшкәйне уның. Бының сәбәбе билдәле: күптәр Рәмиҙең әхлаҡ-выждан талаптарын күтәрә лә, яҡлай ҙа алманы. Өҫтәүенә, ул үҙе лә тура һүҙле, ҡырыҫыраҡ холоҡло ине шул...
1966 йылда мин Мәскәүгә киттем. Әлбиттә, элемтәбеҙ өҙөлмәне. Ара-тирә хатлашыуҙан тыш, мин дә йыш-йыш ҡына Өфөгә ҡайтып йөрөнөм, Рәми ҙә Мәскәү юлын һыуытманы. Көтмәгәндә йәлп-йөлп итеп килә лә етә торғайны. Ишегем асыҡ, барынса байрам.
Тәүҙә беҙ ғаиләм менән Мәскәүгә яҡын ғына Голицыно тигән ерҙә йәшәй инек. Унда ҡыҙым Гөлшаттың балалар баҡсаһы эргәһендә Рәми ултыртып киткән сибек кенә ҡайын хәҙер дәү ағас булып, тарбайып үҫеп ултыра инде.
Ысынлап та, күп йылдар уҙҙы ул көндәрҙән аҙаҡ. Ә Рәмиҙең ҡашын төйөп уйланып ултырыуы, һалмаҡлап шиғыр уҡыуы, «ыһы-ыһы» тип тыйнаҡ ҡына көлөүе – бөтәһе лә бөгөнгөләй хәтерҙә. Ғүмерем булһа, уның тураһында ла, үҙемә фекерҙәш булған, әҙәбиәттә яҡты эҙ ҡалдырған бүтән ҡәләмдәштәрем тураһында ла иркенләберәк яҙырға ниәтем бар. Әле иһә уҡыусылар иғтибарына Рәми иҫән саҡта уҡ яҙылған мәҡәләмде тәҡдим итәм. Ул 1966 йылда «Ағиҙел» журналының 9-сы һанында баҫылғайны.
Мәҡәләнең үҙенә күрә тарихы ла бар. Рафаэль Сафин менән журналда эшләп йөрөгәндә, шиғриәт донъяһындағы ваҡлыҡҡа, төҫһөҙ-бәҫһеҙ әҫәрҙәрҙең ишәйеп китеүенә көйөнөп, «Шағир менән тәнҡитсенең әйтеше» тигән рубрика уйлап сығарҙыҡ. Был яңы форма ни дәрәжәләлер тәнҡитте йәнләндерергә, уның талапсанлығын күтәрергә тейеш ине. Йәнәһе, шиғырҙар шәлкеме баҫабыҙ ҙа, тәнҡитсе уға, яҡшыһын-яманын йәшермәйенсә, баһа бирә. Ләкин рубрикабыҙ ғүмерле булманы. Рәми менән «әйтеш»тән башҡа материалдар баҫылыуы иҫтә лә юҡ. Мин Мәскәүгә китеп барҙым, Рафаэль ауырып йығылды. Файҙалы башланғыс күтәреп алынманы.
«Әйтеш»те Рәмиҙең үҙенә алдан белдермәгәйнек. Журнал сығыу менән редакцияға йүгереп килгәне, күҙен осҡонлатып: «Үәт әй, ни ҡылғандар, ә! Бына һиңә бер эш!» – тип ҡабатлағаны иҫтә. Маҡтай, йәнәһе. Бик риза булды, сөнки, ысынлап та, яман күңел ҡыҙғаныслығы кисергән ваҡыты ине уның. Шиғырҙарының журналда баҫылыу-баҫылмауына ла ышанмайыраҡ йөрөгән сағы ине. Ә бында, бөтөн бер шәлкеме өҫтөнә ижады хаҡында ҙур ғына мәҡәләне лә күргәс, атҡа менгәндәй булды Рәми...

Әхиәр Хәким,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы,
Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты