Факиһа Туғыҙбаева. «Күҙҙәремдә халҡым күҙе бар...»

Сверстники и собратья по перу

Остазыбыҙ Рәми Ғариповтың бөтәбеҙгә лә билдәле сәбәптәр арҡаһында үҙе иҫән саҡта китаптары әллә ни күп түгел ине. Ләкин булған тиклемдәрен, мәҫәлән, «Аманат», «Миләш-кәләш»те ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡый торғайныҡ.
Мең рәхмәт суверенлы Башҡортостанға! Республикабыҙ үҙаллылыҡ яулағас, шағирҙың «Йондоҙло уйҙар», «Умырзая йыры», «Алырымҡош менән Бирмәмҡош», өс томлыҡ һайланма әҫәрҙәре донъя күрҙе. 1992 йылда Рәми Ғариповҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән ҙур исем бирелде. Шулай уҡ Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булды. Был ғәҙеллектең тантана итеүе ине. Ни тиһәң дә, суверенитетты халыҡ яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойғандар яуланы һәм үҫтерә бит. Илһөйәрҙәрҙең күбеһе шағирҙың «йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ!» тигән йөрәк һүҙҙәрен тормош маҡсаты итеп алды, 90-сы йылдар башында «Каруанһарай» ансамбле башҡарыуында Р. Ғариповтың «Салауат» йыры милли гимн дәрәжәһендә яңғыраш алды. «Уйҙарым» ҡобайыры ла азатлыҡҡа өндәне. Ә «Табыныу» поэмаһы Рәми ағайҙың үҙенең уҡыуында радионан тәүге тапҡыр ишетеүем мине шул тиклем тулҡынландырҙы: иланым, илап туйғас, «Ул ҡояшҡа китеп бара ине» тигән шиғыр яҙҙым. Шағирҙың үҙе иҫән саҡта бер ҡайҙа ла баҫтыра алмаған тетрәндергес «Табыныу» поэмаһын килене Фәриҙә апай магнитофон таҫмаһына яҙып ҡалдырған икән. Шағир һүҙен «бер ҡасан да донъя күрә алмаҫ, моғайын, был әҫәр» тип башлағаны ла әле хәтеремдә.
Аллаға шөкөр, бөтөн ижады ташҡа баҫылып сыҡты Рәми ағайҙың. Сөнки шағирҙың вафатынан һуң да улар Башҡортостандың үҙаллылығы, халыҡтың, туған телдең киләсәге өсөн көрәште һәм әле лә шул көрәшен дауам итә.
Рәми Ғариповтың ижады һәм тормошо тураһында, үкенескә ҡаршы, монографиялар яҙылмаған әле. Был – киләсәк эше. Уның ҡарауы, бөйөк шағирҙың ҡатыны Надежда Васильевна әҙерләп сығарған көндәлектәре автобиографик романға торошло. Мин был китапты дауаханала ятҡан ауыр саҡта бер тынала уҡып сыҡтым. Шағир намыҫы һәм йөрәгенең совет идеологияһы ҡалыптарына һыя алмай өҙгөләнеүҙәре, йәшәргә ҡыйыҡ, эшләргә эш таба алмай интегеүҙәре, шул уҡ ваҡытта уның бер нәмәгә лә бирешмәҫ көслө рухы, үҙ идеалдарына, тимәк, халҡына шул тиклем тоғролоғо тетрәтте, таң ҡалдырҙы. «Ҡайһы саҡта мин: «Три карты, три карты!» тип аҡылынан яҙған Герман кеүек, «Квартира, квартира, квартира!» тип үҙемә әсенеп ҡысҡырам. Бәләкәй генә Салауатымдың ҡулдары ҡыҙарып, йөҙө күгәреп илап ултырыуы йөрәккә үтә! Яратҡан ҡатыныңдың ауырға ҡалған сағында йыртыҡ күлдәк, ауырыу баланы ҡарап, ас көйөнсә ултырған көндәрен кисереү йөрәкте телгеләй» тигән юлдар менән бергә шағирҙың «Минең өсөн Башҡортостан темаһы изге, был минең тормошом, ҡайғым, шатлығым. Был минең ғорурлығым һәм кәмһенеүем. Был минең йөрәгем» тигән йөрәк һүҙҙәрен күкрәгендә йәне булған кеше нисек тыныс ҡына уҡыһын инде! Эйе, Рәмиҙәр яҙмышына дусар ителгән зыялыларыбыҙ һәр заманда ла, юлбашсыбыҙ Зәки Вәлиди үҙенең халҡы менән хушлашыу хатында яҙғанса, тыуған еренән көс алып, аҡтамыр һымаҡ ҡалҡып сыҡты, халыҡтан алған талантын халыҡҡа ҡайтарҙы. Һәр башҡортҡа, айырыуса ҡәләм тибрәтеүселәргә Рәми Ғариповтың «Көндәлектәр»ен Зәки Вәлидиҙең «Иҫтәлек-тәр»ен уҡыған һымаҡ өйрәнергә кәңәш итер инем. 50-се йылдарҙан алып 70-се йылдарға тиклем шағир башынан үткәндәр – тотош Башҡортостандың рухи тормошонда барған ваҡиғаларҙың, ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың асыҡ сағылышы. «Көндәлектәр» – тарихтың үҙе бит инде ул. Әҙәбиәт тарихын, теорияһын өйрәнергә лә был китап дәреслек була ала.
«Көндәлектәр»ҙең һуңғы биттәренең береһендә шундай юлдар ҙа бар: «Әнисә Таһирова артынан һуңғы ваҡытта йәш поэзиябыҙға уның Таңһылыу Ҡарамышева, Гөлфиә Юнысова, Рәмзилә Хисаметдинова, Факиһа Нафиҡованың (йәғни ошо юлдар авторы)... ҡәләмдәштәрен дә ҙур өмөт уятып килеүҙәре бик шатлыҡлы күренеш!»
Остаз, ысынлап та, ир-егетме йә ҡатын-ҡыҙмы – йәштәр менән дуҫлашыуҙы хуп күрҙе. Беҙгә ул талапсан һүҙен кешелекле итеп әйтә белә торғайны. Йәш айырмаһына ҡарамай, ҡәләмдәштәре менән тиң күреп һөйләшә, аралаша ине ул. Йәш шағирәләр ижадына айырыуса һаҡсыл булды Рәми ағай. Миңә күрһәткән изгелектәре лә бихисап. Рәми Ғариповтың остазлығы тураһында айырым бер хеҙмәт тә яҙып булыр ине хатта. Ә бөгөн беҙ яратҡан шағирыбыҙҙың 70 йыллығын билдәләп, беҙҙе йәшләй үҙенә рухташ итеп тәрбиәләгәне өсөн ҙур рәхмәт әйтәбеҙ.

Һомайғош ҡауырһыны

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов – бер нисә быуын шағирҙарына ижад итер өсөн ҡәләм итеп һомайғош ҡауырһыны – өмөт, үҙ-үҙеңә ышаныс бүләк иткән яҡты рухлы, ҙур йөрәкле шәхес ул. Шағир көндәлектәрендә ул ваҡыттағы йәш әҙиптәр менән дуҫ булыуы турһылда ғорурланып бәйән итә. КПСС-тың ҡаты ҡулы арҡаһында яҙмыш рухын имгәтергә маташҡанда ла, Рәми ағай: «...Уның ҡарауы, минең Рауилым, Хәсәнем, Динисем, Рәшитем (Назар), Тимерем, Сафуаным... бар», – ти, ғорурланып.
Рәми ағай айырыуса әҙибәләргә иғтибарлы һәм ихтирамлы булды. Уларға Хоҙай Тәғәләнең мөһөрө һуғылған илаһи йәндәр тип ҡараны. Ҙур шағир, нескә күңелле лирик булараҡ, әҙибәләрҙең күңел халәтен бик яҡшы аңлағандыр, күрәһең. Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғоловаларҙы һөйләгәндә лә бик ололап һөйләр ине. Рәми ағай һәҙиә Дәүләтшинаға арнап шиғыр яҙһа, Зәйнәб Биишева менән аралашып, кәңәшләшеп йәшәгән. (Был хаҡта Зәйнәб апай күп һөйләне миңә.) Кәтибә Кинйәбулатова менән икәүләп «Башҡортостан ҡыҙы»н ойоштороу өсөн ижадын да ҡуйып торорға тура килгән уға. Ә Фәүзиә Рәхимғолова менән ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем серҙәш булғанына үҙем шаһит. Рәми ағай ғүмер эсендәге һуңғы сәфәренә – Төркмәнстанға барырға йыйынғанда Фәүзиә апайҙан фатиха алып киткән. Шағирә апайым был хаҡта миңә шул ваҡытта аҡса биреп торалмағаны өсөн бик борсолоп үлгәнсе һөйләне. Бына бит нисек үҙәк өҙҙөргәс итеп яҙып ҡуйған Рәми ағай көндәлегенә: «1977. 28. 01. Шулай итеп, сәфәрем икенсе ҡат Урта Азияға. Төркмәнстанға. Сәғдиҙең 200 йыллығына... «Башҡорт сюитаһы» тигән китаптан башҡа бер ниндәй ҙә бүләк әҙерләп булманы... Ҡайҙа барһам да, шул ҡара һаҡалымдан ҡотолоп булмай – ярлылыҡ иҙә».
Ә уҡытыусыһы, остазы, күренекле педагог Мәрйәм Ғи-маловаға Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтында уҡығанда яҙған хаттары ниндәй ҙур ихтирам менән тулы!
Рәми ағай ҡәләм тибрәткән һәр ҡатын-ҡыҙға ҙур өмөт бағлай ине. Үҙем быуынға ултырғас бик яҡшы аңланым мин ағайыбыҙҙың был сифатын. Ҡатын-ҡыҙҙы йәмғиәттә һәр әлкәлә алға киткән милләт кенә үҙен милләт булараҡ данлай ала. (Бөгөн, мәҫәлән, Европала, Скандинавия, Балтика илдәрендә ҡатын-ҡыҙҙың миләттең лидеры булыуы – ғәҙәти күренеш.)
2000 йылдың сентябрендә уҙған Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары съезының ойоштороу комитеты рәйесе һәм төп докладсы булараҡ, Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң Башҡортостандағы ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен ныҡлап өйрәнергә тура килде. 17 йәшлек кенә Рабиға Ҡушаеваның 1917 йылда үткән Бөтә Башҡорт ҡоролтайында сығышын: «Ҡатын-ҡыҙ – ул милләт әсәһе», – тип тамамлауы хайран ҡалдырҙы. Рәми ағай ҙа әҙибәләрҙең һәр береһен милләт әсәһе тип күрергә теләгән дә инде. Халҡы өсөн йәнен аямай хеҙмәт иткән әҙибәләр: башҡорт әҙәбиәтенә тәүге роман бүләк иткән һәҙиә Дәүләтшина, тәүге трилогия яҙған Зәйнәб Биишева шуның иң яҡты өлгөһө түгелме ни? Аллаға шөкөр, минең быуын әҙибәләре лә остаздың өмөтөн аҡланы, тип уйлайым. Һәр беребеҙ бөйөк ғәли йәнәптәре әҙәбиәт, тип, тимәк, халҡым, милләтем тип йәшәй.
Рәми Ғарипов яуаплы сәркәтип булып эшләгән «Башҡортостан ҡыҙы»ның 1968 йылда сыҡҡан тәүге һанында уҡ бер төркөм йәш шағирәләрҙең «Мин әлегә тик ҡояшҡа ғашиҡ» тигән баш аҫтында шиғырҙар шәлкеме баҫылып сыҡҡайны. Мин «Башҡортостан ҡыҙы»нда шәлкемем менән 1969 йылда күрендем. Рәми ағай быға тиклем дә мине балалар матбуғатында, шулай уҡ «Совет Башҡортостаны», «Ленинсе» гәзиттәрендә донъя күргән шиғырҙарым аша белә ине, сөнки ун ике йәштәрҙә үк исемем ташҡа баҫыла башлағайны. 1967 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингәндә мине әҙәбиәткә яҡын кешеләр йәш шағирә итеп таный ине инде.
Ә Рәми ағайҙың тауышын ишетеүем мәктәп йылдарында булды. Хәҙер ҙә күҙ алдымда ул мәл: Сәрмәсәндән һыу алып ҡайтып киләм. Әйлән-бәйлән килеп, талғын ғына ҡар яуа. Өйөбөҙгә ҡаршы ғына торған ауыл советы бинаһы эргәһендә туҡтап ҡалдым. Радионан шағирҙар шиғыр уҡый. (Моғайын, берәй шиғыр кисәһенең яҙмаһын ҡабатлағандарҙыр.) Аяҡтарым туңғансы тыңланым. Бик күп шағирҙар һөйләне. Тик нишләптер Рәми Ғариповтың Баязит Бикбайға арнап яҙылған «Ҡарлуғас»ын уҡыуы ғына хәтеремдә онотолмаҫлыҡ булып уйылып ҡалған. Шағирҙың йомшаҡ, яғымлы тауышы, көйләберәк уҡыған шиғырының йөкмәткеһе тәьҫир итте шикелле.
Рәми ағайҙың үҙе менән I курста уҡығанда уҡ танышырға насип булды. Ул заманда шағирҙар, рәсми рәүештә шефлыҡ алмаһалар ҙа, йәш ҡәләм тибрәтеүселәрҙе ҡурсалап, ижади үҫештәрен байҡап торҙо, тиһәм, хаталанмам. (Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әйтеүенсә, уға ла йәш сағында өлкән быуын вәкилен рәсми шефлыҡҡа беркетеп ҡуйғандар хатта.)
Башҡорт дәүләт университетының әҙәби түңәрәге 60-сы йылдарҙың аҙағында, 70-се йылдарҙың башында бик көслө ине. Түңәрәктең старостаһы Ишмөхәмәт Шарапов ағай беҙ – яҙышҡан I курс талибәләрен: Миңлегөл Туйгилдина (Хисамова), Нәжибә Әминева, Миңһылыу Усманова (хәҙер профессор) Октябрь проспектындағы ятаҡтан БДУ-ға терәлеп торғанына күсертеп алды. Яҡшы уҡыһындар, ижад та итһендәр, тигәндәрҙер.
Түңәрәк ултырышында ҡулъяҙмалар бик ентекле тикшерелә. Шиғыр кисәләрендә тамашасылар, залға һыймай, коридорҙа баҫып тыңлай торғайны. Әлбиттә, йәш ҡәләмдәштәрен ҙурлап күтәрергә торған шағир ул Рәми ағай ине. Сабыйҙарса Гөлфиә Юнысова, үтә хисле Таңһылыу Ҡарамышева, зәңгәр күҙҙәре ут сәсеп торған сая Рәмзилә Хисаметдинова, апалы-һеңлеле, баҫалҡы Миңлегөл Туйгилдина менән Зөһрә Ҡотлогилдина, етди прозаик Миңлебикә Йәрмөхәмәтова, сибәркәй Миңниса Юлдашева (Аҫылғужа Баһумановтың ҡатыны) – ғәжәп хыялый, әҙәбиәткә мөкиббән тоғро ун ете-ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙар һәр ваҡыт яҙыусы ағай-апайҙарыбыҙҙың, бигерәк тә Рәми ағайҙың иғтибар үҙәгендә булдыҡ. Уҡытыусыларыбыҙ, үҙҙәре лә ижадсы Марат Минһажетдинов, Роберт Байымов, Тимерғәле Килмөхәмәтов һәм башҡа бик күптәр ҙур өмөттәр бағланы беҙгә. Рәми ағай көдәлегендә: «Әнисә Таһирова артынан һуңғы ваҡытта йәш поэзиябыҙға Таңһылыу Ҡарамышева, Факиһа Нафиҡова (ҡыҙ саҡтағы фамилиям) ҙур өмөт уятып килеүҙәре бик шатлыҡлы күренеш», – тип яҙып ҡалдырған.
Шағирәләрҙең яҙмышын тәфсирләп тормайым, 1970 йылда курсташым Аҫылғужа Баһуманов менән минең шиғри ҡулъяҙмам, йәш ижадсыларҙың бөтөн республика конференцияһында тикшерелеп, Башҡортостан китап нәшриәтенә тәҡдим ителде. (Үкенескә ҡаршы, ул йыйынтыҡтың баҫылып сыҡҡанын тағы ун йыл көтөргә тура килде.) Минең ҡулъяҙмама баһаламаны Хәсән Назар яҙһа, Аҫылғужаның шиғырҙарына Рәми ағай үҙ фекерҙәрен әйтте.
Көлкөлө хәлдәр ҙә булғыланы. Бер шиғыр кисәһенән һуң шулай табын ҡороп ебәрҙек. Ятаҡ буфетында пирожки 5 тин генә ине бит ул ваҡытта. Өҫтәл артында Рәми ағай менән йәнәш ултырабыҙ. Йырҙар йырлайбыҙ, шиғыр уҡыйбыҙ. Миңә сират еткәс: «Ә беҙҙең ауылда ошондай таҡмаҡ бар, – тип ебәрҙем етди ҡиәфәттә, – сабата-сабата, сабата шәп атлата...» Мин таҡмаҡ әйтеп бөткәс, ағайым күҙенән йәше сыҡҡансы көлдө. Үҙе: «Йә, Факиһа, нишләй әле?» – ти. Ә мин тағы ҡабатлайым. Рәми ағайға оҡшаны тип уйлайым, үҙем уның көлгәненә аптырайым. Эй йүләр ун һигеҙ йәшлек ҡарт сабый Факиһа! (Әйткәндәй, мине төркөмдәштәрем «сабый» тип йөрөтә ине.) Ул таҡмаҡ оятһыҙ булған бит. Мин быны кейәүгә сыҡҡас ҡына аңланым. Был ваҡиға иҫкә төшһә, һаман оялып китәм.
«Башҡортостан ҡыҙы»на ла йыш барып йөрөй инек. Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова, Әнисә Таһирова, Мәрйәм Бураҡаевалар беҙҙе ихлас ҡабул итә торғайны. Журналдың яуаплы сәркәтибе Рәми ағай үҙенең тәмәке төтөнөнә тулған эш кабинетында башы эштән сыҡмай торғайны. Күпме материал ята алдында. Яҙа-һыҙа, төҙәтә...
Нисектер шулай Рәми ағайҙың тыуған көнөнә тап килдек. Ул, ғәҙәттәгесә, эш бүлмәһендә ине. (Ул ваҡытта редакция Октябрь проспектындағы туғыҙ ҡатлы бинаның ярым подвалында урынлашҡайны.) Рәми ағай миңә ҡатырға тышлы ҡалын китабын «Аманат»ты бүләк итте. Эй Раббым!
1969 йылда «Туған тел» шиғыры менән башланған был йыйынтыҡтың миңә генә түгел, бөтөн халыҡҡа ысын мәғәнәһендәге аманат булып ҡалырын кем белгән? Уны Рәми ағайҙың төҫө итеп һаҡлайым, ауыр саҡтарымда ҡулыма алам. Бына нимә тип яҙылған унда: «Факиһа һылыуыма, оло күңеленә, шиғри талантына, бәхетле киләсәгенә бөтә йөрәктән ышанып, түҙемһеҙлек менән үҙенең тәүге китабын көтөп, Рәми ағайың. Минең тыуған көн иҫтәлеге – донъялағы иң моңһоу көн... Рәхмәт!!!» «Рәхмәт» һүҙенең аҫтына ни сәбәптәндер өс тапҡыр һыҙылған. Ни өсөн икәнен онотҡанмын инде.
Февралдең ҡар яуып, буранлап торған илаһи кисе ине ул. Рәми ағай үҙе менән бергә эшләгән иптәштәрен, шулай уҡ беҙҙе, ҡыҙҙарҙы, редакция эргәһендәге «Урал» кафеһына алып. китте. Унда Тимер Йосопов һәм башҡа шағирҙар ҙа бар ине. (Кемдәр икәне иҫемдә түгел.) Табын артында, «Тузик» тигән һурғыс кәнфитте ҡулына алып: «Ҡарағыҙ әле ҡара: бынау тузик Тимер кеүек мөлдөрәп ҡарай», – тип көлдөргәне хәтерҙә уйылып ҡалған. Ысынлап та, ихлас Тимер ағай һәр кешегә ышанып, сабый кеүек тултырып ҡарай шул.
«Башҡортостан ҡыҙы»нда эшләп, журналист һөнәренә сынығыу ҙа алдым әле мин. II курсты тамамлап, ауылға ҡайтып киттем. Әсәйем ҡустым менән яңғыҙ бит. Йәй көнө шул инде: бесән сабырға, бәрәңге утарға, утын әҙерләргә кәрәк. Бесән өҫтө ине. Өфөнән Рәми ағайҙан телеграмма килеп төштө. «Башҡортостан ҡыҙы»на эшкә саҡырған. Бесән ҡайғыһы китте. Был телеграмма минең өсөн иң ҙур бәхет ине. Тиҙ генә йыйынып, Өфөгә юлландым.
Редакция эшенә өйрәндем. Өҫ-башты бөтәйттем. 50 һумға француз туфлийы һатып алдым. Лаклы был туфлиҙың матурлыҡҡайҙары! Ошо көнгәсә ундай ҙа шәп аяҡ кейеме кейгәнем юҡ. Бәйләм костюм, аҡ жаболы ҡыҙыл күлдәк, йөн свитер... Ауылдан уҡырға бер йәйге күлдәк, бер пар тапочка менән сығып киткән йәтим ҡыҙыҡайға, әлбиттә, былар ханбикә кейеме булып күренде.
Рәми ағай бер көндө журналдың март (1970 йыл) һанына «Түгел!» тигән шиғыр яҙып килтерҙе лә беҙгә уҡып ишеттерҙе.

Һөйәһе лә, һөйөләһе килгән
Аңлайышһыҙ, сәйер мәл етте.
Эй был сәйер, йәмле яҙ сыуағы
Терелтерлек хатта мәйетте! –

тип башлана ул. Мин: «Рәми ағай, «мәйетте» һүҙе ҡурҡыныс, уны алып ырғытығыҙ!» – тип аҡыл һатып маташҡан булам. Ағайыбыҙ көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы. «Быныһы ла партия ҡушҡанса фекер йөрөтә башламаҫмы?» – тип уйлағандыр, бәлки. Ысынлап та, йәш сағымда революционер ҡатын-ҡыҙҙар минең идеалым ине. Әйтерһең, улар тураһында бик күп нәмә белгәнмен инде.
Рәми ағай шиғырын нисек яҙған, шул килеш баҫтырҙы журналда. Китаптарында ла бар был әҫәр.
Шағир сыуаш әҙәбиәтен үҫтереүгә лә үҙ өлөшөн индерҙе, тиһәм, хаталанмам, моғайын.
Беҙ уҡырға ингәндә, әҙәби түңәрәктең исеме юҡ ине. Миңлегөл Туйгилдина, Зөһрә Ҡотлогилдина, мин Әлфирә Гәрәева исемле әхирәтебеҙ менән бер бүлмәлә йәшәйбеҙ шулай. Шағир Мәхмүт һибәт «Ленинсе» гәзитендә эшләй ине, хәтерем яңылышмаһа. Бер көндө ни йомош менәндер килеп инде ул беҙгә. Күмәкләп һөйләшеп ултырғанда: «Ҡыҙҙар, әҙәби түңәрәкте «Шоңҡар» тип исемләһәк, шәп булыр ине», – тигән фекер әйтте. Ғ. Сәләмдең «Шоңҡар» поэмаһын да иҫкә төшөрҙө. Шоңҡар – ысынлап та, ғорур, көслө кейек ҡош. Беҙгә оҡшаны был исем. Уйланған эш – бөткән эш! Түңәрәктең лидерҙары Аҫылғужа Баһуманов менән мин инем ул ваҡытта. «Шоңҡар» булды ла китте йәш әҙиптәрҙең ойошмаһы. Шул уҡ исемендәге гәзит тә сығара башланыҡ.
1970 йылдың көҙө. Университетта шиғыр кисәһенә әҙерләнәбеҙ. Гөрләтеп итеп үткәрге килә. Сыуаш дәүләт университетынан, Ҡазан дәүләт университетынан ҡунаҡтар саҡырҙыҡ. Мин I курста уҡығанда беҙ, бер төркөм талиптар, Ҡазанға шиғыр байрамына барып ҡайтҡайныҡ инде. Иҫ китмәле талантлы шағирҙар Зөлфәт, Мөҙәрис Әғләмов, Фәнүр Сафиндар менән танышҡайныҡ. Улар беҙҙе, ҡунаҡтарҙы Хәсән Туфандың өйөнә алып барҙы. Бөйөк шағирҙы күреп тулҡынланыуҙан илап ебәрҙем хатта. Осрашҡанда Зөлфәт быны һаман көлөп телгә ала. Туҡай байрамында ла ҡатнаштыҡ. Ҙур шағирҙар менән бергә шиғырҙар һөйләнек.
Аллаға шөкөр, Зөлфәт менән Мөҙәрис ҡыуанышып килеп етте беҙҙең шиғыр кисәһенә. Чебоксарҙан Раиса Яковлева, Юлия Смирнова, Виталий Родионов, Антон Салмин исемле талиптарҙы ебәргәндәр икән. Әлбиттә, беҙ уларҙы белмәй инек. Тиҙ дуҫлаштыҡ. 30 һум стипендиянан өлөш сығарып, аҡса йыйҙыҡ та ҡунаҡтарҙы үҙебеҙсә хөрмәт иттек. Банкет һымаҡ нәмә лә ойошторҙоҡ бит әле ул. Йәш, тәжрибәһеҙ булғанбыҙ шул, үҙ белдегебеҙ менән тот та сит республиканан ҡунаҡ саҡыр, имеш! Деканаттан йәки ректораттан ярҙам һораһаҡ, «ҡуй, кәрәкмәй!» тимәҫтәр ине бит инде.
Сыуаш дуҫтарыбыҙҙың университетында әҙәби түңәрәктәре лә булмаған әле ул саҡта. Бер-икеһенең әҫәре район гәзитендә баҫылған, үҙҙәре күрһәтте.
Шиғыр кисәһе шаулап-гөрләп үтте. Ысын мәғәнәһендә шиғриәт, дуҫлыҡ байрамы ине ул. Иртәгеһен мин сыуаш талиптарын «Башҡортостан ҡыҙы»на алып киттем. Рәми ағай саҡырғайны. 1970 йылдың ноябре булған икән был көн. Күмәкләшеп төшкән фотоның артына яҙып ҡуйғанмын. Рәми ағай ҡунаҡтарҙың әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеүҙе йөкмәтте миңә. Күп тә үтмәй, уларҙың шиғырҙары журналда баҫылып та сыҡты. Тәүге әҫәрҙәре республика кимәлендә Чебоксарҙа түгел, Рәми Ғариповтың киң күңеллеге арҡаһында Өфөлә донъя күрҙе шулай итеп.
Үҙҙәренә ҡайтҡас та, беҙҙән күрмәксе «Сильзюнат», йәғни «Аҡбуҙат» тигән әҙәби түңәрәк ойоштороп ебәргән беҙҙең тырыш, ныҡышмал сыуаштар. Шунан башланды ла инде уларҙың ижади осоштары.
Хәҙер ҙур кешеләр инде йәшлек дуҫтарыбыҙ. Раиса Сарби псевдонимын алған Раиса Яковлева – күренекле шағирә. Башҡортостанға йыш килә. Үҙгәртеп ҡороу башланғас, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн «Бикә» тигән журнал ойоштороп ебәрҙе. Ләкин оҙон ғүмерле булманы баҫмаһы, хөкүмәттәре аҡса бүлмәү сәбәпле ябылды. (Аллаға шөкөр, беҙҙә генә бит ул һәр бер милләт телендә гәзит-журнал сыға.) Виталий Родионов менән Антон Салмин – фән докторҙары, икеһе лә профессор. Юлия Смирнова – шулай уҡ яҙыусы, прозала уңышлы эшләй. Үҙҙәре нисек уйлайҙарҙыр, Рәми Ғарипов уларҙың һәр береһенең ижад шишмәһенең башында тора, тигән фекерҙәмен мин. Рәми Ғарипов көндәлектәрендә былай тип яҙып ҡалдырған: «Ахмаҡтың ахмаҡлығын күреү өсөн күп аҡыл кәрәкмәй, ә бына аҡыллының аҡылын күреү өсөн байтаҡ аҡыл кәрәк». Шағирҙың һүҙҙәрен үҙгәртеп әйткәндә, талантты күреү өсөн талант кәрәк шул.
Күңелемдә ғүмер буйы бер үкенес йөрөй. Ирем Мансур ҙа йыш иҫкә ала был ваҡиғаны. Мин, Бүздәк ҡыҙы, Хәйбулла районының «баш ҡалаһы» Аҡъярға килен булып төшкәндең икенсе йылы ине. Өфөнән отпускыға дала киңлегенә ҡайттыҡ. Шулай Аҡъяр буйлап ҡыҙырып сығып киттек. Район элемтә бүлексәһе ҡаршыһында Рәми ағайҙы осраттыҡ. Яңғыҙы ине. Оҙатып йөрөүсе район вәкиле-фәлән юҡ. Һөйләшеп киттек. Ул «Башҡортостан ҡыҙы»ның йомоштары менән килгән икән. Аҡъяр – Өфөгә иң алыҫ район үҙәге, 500 саҡрым. Самолет рәүешлеме һуң әле? һауала йәнеңде алырҙай булып сайҡалған «кукурузник». Етмәһә, эҫе. 1976 йылдың 22 июне булған икән был көн. Рәми ағай көндәлегенә яҙып ҡуйған. «Автовокзалдан төшөп, райкомға индем. Ләкин секретарҙарҙың береһе лә юҡ ине. Комсомолдарға индем. Райкомдың икенсе секретары ғына ултыра ине...» Ә беҙ, ике йәш ахмаҡ, ағайыбыҙҙы өйгә ҡунаҡҡа алып ҡайтып хөрмәт итер урынына уның менән һөйләшеп торҙоҡ та үҙ юлыбыҙ менән киттек тә барҙыҡ. Уңайһыҙландыҡ, имеш. Ә ағайыбыҙҙың ҡыҙҙырған ҡояш аҫтында сарсап, йонсоп йөрөгән сағы булған бит...
Рәми ағайҙың үлеме йәшен атҡан кеүек тәьҫир итте беҙгә, йәш быуын шағирҙарына. Университетты тамамлап, «Башҡортостан пионеры»нда эшкә ҡалдым. Гәзит-журнал нәшриәтенең Карл Маркс урамындағы ятағынан бәләкәй генә бүлмә бирҙеләр, кейәүгә сыҡҡас. Бала менән бер йыллыҡ отпускыла ултыра инем. Имсәк балалы әсәне мәйет янына ебәрмәйҙәр бит инде мосолманда. Ирем дә шулай тине. Күҙемә аҡ-ҡара күренмәй, сабыйымды күршеләргә ҡалдырҙым да «Актерҙар йорто»на Рәми ағайҙы һуңғы юлға оҙатырға йүгерҙем. Кешенең күплеге! Теге ваҡытта шағирҙың тыуған көнөн үткәргәндәге кеүек, ябалаҡлап ҡар яуа. Донъя ап-аҡ...
Рәми Ғариповтың ҡәберенә зыярат ҡылырға барған һайын миңә, минең кеүек бик күптәргә һомайғош, йәғни бәхет ҡошоноң ҡауырһынын бүләк иткәне өсөн мең рәхмәт уҡыйым.
Рәми Ғариповҡа арнап әҫәр яҙмаған шағир юҡтыр хәҙер арабыҙҙа. Мин дә ижад иттем бағышнамәләрҙе. Бик ҡәҙерле улар үҙем өсөн, сөнки ике бөртөк был шиғырҙы төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡаты ауырып түшәктә айҙар буйы ятҡанда, урынымдан ҡуҙғалырға ҡыйын булғанға күрә, эргәмдәге ултырғысҡа аҡ ҡағыҙ һалып яҙҙым. Ауырыуҙан бер ҙә ҡотола алмаҫ һымаҡ инем. Рәми ағай кеүек илһөйәрҙәрҙең рухынан көс алып аяҡҡа баҫтым, Хоҙайҙың рәхмәте! Улай ғына ла түгел, «Аҡбуҙат» журналын ойоштороп, уның тәүге мөхәррире булыу бәхете насип булды.

Факиһа Туғыҙбаева,
Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты,
Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты