Мәхмүт Һибәт. Ул илаһи кеше ине

Сверстники и собратья по перу

«Рәми нимә ул?..»

Башҡорт халҡының ихласлыҡ кеүек яҡты, иркен, ер-һыуыбыҙҙың үҙе кеүек йомарт, нурлы, мәрхәмәтле күңелендә бөгөн мәшһүр шағир булып танылыу тапҡан Рәми Ғарипов минең әлегә күптәргә билдәһеҙ хәтер донъямда нисегерәк урын алып, ҡайһылайыраҡ йәшәй икән?
Бындай етди, оло һорауға яуап биреү өсөн, тәбиғи, кисерелгән йылдарға әле яңынан әйләнеп бағып, ғүмер хәтирәләренә төшөп китеү ҙә урынлылыр. Иң элек шул: уйынсыны бөткәс, үҙемдең тыуған ауылымда ҡалып, иген игеп, мал бағып, баштан-аяҡ крәҫтиән хеҙмәтенә сумып, уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәстәрлектәре менән янып йөрөгән саҡ ине. Өләсәйем үҙенең йырҙарында:

Аҡбирҙенең буйы бигерәк йәмле,
Аҡ тирмәләр ҡуйып йәйләргә, –

тип йырлаған бер бик матур йылға бар беҙҙең яҡта. Шул йылға буйында Аҡбирҙе тигән ауыл да бар. 1954 йылдың йәйендә, уңды бөтөп ҡайтҡан йылы, шул ауылдан мин, ат егеп барып, үҙ мәктәбебеҙгә яңы уҡытыусы күсереп алып ҡайттым. Хәким ағай Имелбаев ине ул. Көҙ, ҡыш та үтте. Уның йәшәгән өйө, ваҡ колхоздарҙы эреләткәндән һуң бушап ҡалған элекке идара йорто, ҡышҡы оҙон кистәрҙе беҙ йыйылып, яңылыҡ һөйләшә, гәзит-журнал уҡый, шахмат уйнай торған урынға, үҙебеҙсә, ғилем-мәғрифәт үҙәгенә әүерелде. Бына ошо өйҙә бер кис «Совет Башҡортостаны» гәзитендә баҫыла башлаған иң ҡыҙыҡлы әйберҙе – Мостай Кәримдең «Ҡәләмдәш иптәшкә хат» тигән мәҡәләләр шәлкеменән ҡысҡырып уҡыу ойошторолдо. Тәүге мәҡәләне йорт хужаһы үҙе – Хәким ағай уҡыны. Уҡыр алдынан быяла күҙлеген ҡулъяулығы менән ентекләп һөртөп алды. «Бөтәгеҙ ҙә иғтибарлы ғына тыңлағыҙ, һорау-фәлән булһа, аҙаҡ бирерһегеҙ», – тине. Ул уҡый, беҙ йотлоғоп, йәш шағирҙар тыуҙырған ғәжәйеп шиғриәт донъяһын Мостай ағай һүҙҙәре менән ысын кеүек күҙ алдына килтерергә тырышып, тыңлайбыҙ. Хуп, Абдулхаҡ Игебаев... Стоп! Үҙебеҙҙең яҡташыбыҙ, күрше Күгәрсен ауылы егете Марат Кәримов! «Афарин, Мостай ағай!..» – тибеҙ зирәк талантлы әҙипкә ҡарата әйткән йылы, ҡанатландырғыс, ағайҙарса тос, аҡыл тулы һүҙҙәре өсөн уға. Өсөнсө хат уҡыла. Уны ла тын ҡалып, йотлоғоп тыңлайбыҙ. Икенсе хатты үҙебеҙҙең ауыл шағиры Ҡотлоғәлләм ағай Шәмсетдинов уҡыһа, быныһын йәнә ул үҙе – хужа уҡый. (Әйтеп китәйем: Хәким ағай Имелбаев, үҙе һөйләүенсә, Хәй, Сәләмдәр менән бергә уҡыған, ҡиәфәт, ғәҙәттәре менән һәр кем тиерлек уны ниңәлер мотлаҡ яҙыусы-шағир кешене хәтерләтәсе, тип уйлай ине.) һәммәһе лә уң килгән кеүек, аңлашыла. Эстән ҡыуана-ҡыуана тыңлайбыҙ. Бер ваҡыт, мәҡәлә аҙағындараҡ микән, асығын онотҡанмын, Мостай ағайҙың йәш ҡустыһына өйрәтеп, нотоҡ һүҙҙәрен дә әйтеп киткән өлөшөндә, бер-ике тапҡырмы, «Рәми» тигән һүҙ ишетелде. Бығаса мин күнеккән, яҡшы төшөнгән һүҙбәйләнештәренә оҡшамаған ул. «Шөкөр», «шөкөр» тиһә лә, «ғәм», «ғәм» тиһә лә, ни тиһә лә, бәлки, аңлар инем. Ә быны – «Рәми»ҙе ниңәлер сәйер ҡабул иттем һәм шул мәл эсендә үк: «Рәми нимә ул?..» – тип һорағанымды үҙем дә белмәй ҡалдым. Ауыҙ асылды, һүҙ осто, ысҡынып... Хәҙер был һүҙҙәрҙең хужаһы мин түгел инем инде. Баһасылар – эргәлә. Иң тәүҙә рәхәтләнеп көлдөләр... «Ниңә көләләрҙер?» – тием. Әгәр ҙә бөгөнгө көндә белеп, төшөнөүемсә, Рәмил тигән әсәһе-инәһе ҡушҡан исемде ул бер хәрефкә ҡыҫҡартып, Рәми тип алыуын кемдер асыҡлап китһә, йә кәмендә гәзитте үҙ ҡулыма алып, үҙ күҙҙәрем менән текләм уҡыһам, әлбиттә, был һорау ап-асыҡ миндә тыумаҫ ине. Ләкин шундай һорау тыуҙы. Минең ауыҙымдан ул донъяға (бәләкәй ауылда ла донъя бар) ауаз булып сығып та өлгөрҙө... Рәхәтләнеп көлөшәбеҙ бөгөн дә беҙ шул кистәге шул «Рәми» һорауын иҫкә төшөрөп!.. Тик бөгөн арабыҙҙа Хәким ағайыбыҙ ғына юҡ. Иртәрәк китте донъяларҙан...
Хәким ағай ғынамы ни, Рәми ағайыбыҙ үҙе лә мәңгелеккә инде – асыллыҡ донъяһынан баҡыйлыҡ донъяһына күсте. Был яғын һөйләү, хәтерләү күңелле булмаҫ, көлкөләре лә күҙ йәше, һыҡрау, үкһеүҙәр аша булыр...

«Итекле ағай...»

Бөгөн хәтерем яңылышмаһа, 1962 йыл булһа кәрәк. Мин Ҡыйғы район гәзитендә эшләп, инде Өфөгә килеп, Башҡортостан радиоһында көндөҙ үҙ хеҙмәт бурыстарымды башҡарып, кис университетта өҙөлөп ҡалған уҡыуымды дауам итә инем. Бер генә мәлгә лә буш ваҡытым юҡ саҡ. Шулай ҙа, көскә яйын тура килтереп, элекке Министрҙар Советы йортоноң ултырыштар залында үткән яҙыусылар йыйылышында – РСФСР Яҙыусылар союзының Өфөлә уҙғарылған күсмә пленумы ултырышына барҙым. Беҙҙең әҙиптәрҙән Мостай Кәрим, Әсғәт Мирзаһитов пленум эшендә яҡындан ҡатнашып, алмаш-тилмәш рәйеслек тә итәләр. Бына: һүҙ беҙҙең үҙ тыуған яғында йәшәгән талантлы шағирыбыҙ, совхоз комсомол комитеты секретары Рәми Ғариповҡа бирелә – тип иғлан ителә. Трибунаға шундуҡ ҡына ынтылып килеп сыға һалып, ғәҙәттә ялҡытҡыс, билдәле нәмәләрҙе тәү тапҡыр асҡандай итеп тәмләп-тәмләп, тылҡып-тылҡып сәйнәп һөйләүсе булырмы йәнә? Ихтимал бит шулай булыуы ла. «Талантлы...» тигәндән генә бөтә донъябыҙ ҡапыл нурға тулып, яҡтырып китмәгән бит әле бығаса...» Уйҙарыңды, күңелеңдең эске кисерештәрен тыйып ҡара, ана. Һинең үҙеңдән дә һорамайынса, тыйылғыһыҙ булып урғый улар күп ваҡыт... Нишләптер трибуна үҙенең телмәрсеһен оҙағыраҡ көтөп алды. Залдың иң артҡы, ишектән кергәндә һул яҡ рәте яғынан яйлап, тыныс ҡына, әммә ышаныслы, ныҡлы баҫып, күбәләй бөҙрәләнеп, ҡабарып торған сәсле, йыуантыҡ, баҙыҡ кәүҙәле, мөләйем матур йөҙлө ағай түргә үтә. Иғтибар итәм: күптән түгел генә, ауылда эшләгәндә үҙем кейгән кеүек, ябай ауылса кейенгән. Аяҡтарында – киң кирза итек. Эргәмдәге башлап яҙыусы шағирҙарҙың береһе: «Итекле ағай...» – тине, сәйер генә итеп.
Хәҙер белеүемсә, сәйерлектәр башланған ваҡыт булған шул уға ҡарата. Ләкин улары минең ҡатнашлығымда, йәки мин үҙем күреп, кисереп белгән нәмәләр түгел. Шуға ла үҙем кисергән, күргән, тойғандарҙан һүҙемде яҙлыҡтырмаҫҡа тырышайым. Быларын, әлбиттә, минән дә дөрөҫөрәк, килешлерәк итеп һөйләп биреүсе булмаҫ.
Илле туғыҙынсы йылдың аҙағы, тип әйтмәйем, алтмышынсы йылдың башы минең өсөн хәйерһеҙгә булды. Университеттың элекке ятаҡтарының береһе Киров урамында, 37-се йорт корпустарында (ағас өйҙәр) урынлашҡан ине. Шунан йөрөп уҡыйбыҙ. Студент мәңге йоҡа кеҫәле була. Илле туғыҙынсы йылдың көҙөндә, ноябрҙә микән (байрам алдынан йә аҙағынан) баржаға күмер бушата барғайныҡ. Төнө буйы носилкалар менән ауыр йөк күтәреп, арып ауғанса тиерлек эшләнек. Аҡсаһын көскә-көскә юллап алдыҡ... Минең өсөн уның иң аҙағы ауырыу менән бөттө. Һөҙөмтәлә йөрәгемә яңынан ҡаты приступ булды, тиҙ генә тора алмаҫлыҡ хәлдә ҡалып, түшәккә йығылдым. Тәүге ярҙам. Йылайыр яғынан, элекке Матрай районы егете Дамир Мортаевтың гел эргәмдә ултырып, булышлыҡ итеүе, ятаҡ коменданты Ксения апайҙың әсәйҙәрсә хәстәрлеге... Әкренләп йөрөй башланым. Ләкин дәрескә, лекцияларға йөрөргә хәл етмәй. Йыйынып, барырға сығып та ҡарайым, әммә яҡындағы Цюрупа урамы аша үткәндә үк баш әйләнеп, күҙ алдары ҡараңғылана башлай... Шулай ике-өс аҙнамы дәрестәр ҡалды. Яңы йыл алды. Зачет, имтихандар. Һәйбәт кенә тапшырҙым бөтәһен дә. Тик, көтмәгәндә, ары үтеп китә алмаҫлыҡ бер кәртәгә килеп терәлдем – ун туғыҙынсы быуат рус әҙәбиәтенән һорауҙарға яуапты, үҙемә ҡалһа, ҡалай ғына бәйнә-бәйнә һөйләп бирһәм дә, Лидия Черных тигән уҡытыусы ниңәлер отметка ҡуймай ҙа ҡуя... Баҡһаң, сәбәп төптәрәк йөрөгән. Актив һаналған бәғзе берәүҙәрҙең ҡотҡоһо буйынса йыйылыш үткәрелеп (миңә әйтмәйенсә), мине тикшереп: «Ул ауырып ятмай, ә шиғыр яҙып ята», – тип алдап, уйҙырмалар аша яла яғылып, ғәйепле итеп ҡуйылғанмын икән. Рус кафедраһы мөдире Зайцев та, декан урынбаҫары Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталов та ярҙам итмәйенсә, мине шул ғәҙелһеҙ мөнәсәбәт нигеҙендә, ауырыу сәбәпле академик ял бирелә, тип, университеттан, группамдан, уҡыуымдан айырҙылар. Алтмышынсы йылдың башы ине был. Ҡыш аҙағы, яҙ ауылымда булдым. Шул саҡ бөгөн инде «Ҡарғыш ташы» тип аталған тәүге хикәйәтемде яҙҙым. «Былары бөтәһе лә үҙеңдең халәтең. Былары нимәгә?» – тиерҙәр бөгөн дә ҡайһы берәүҙәр, дәрәжә-вазифа баҫымы менән һине түбәнһетергә тырышып.
Бер ҙә иреккәндән, йәки үҙемде асып бирергә теләүҙән килмәй был хәтирәм. Рәми Ғарипов менән үҙемдең яҙмышыма үрелеп бәйләнгән хәлдәр былар. Быларһыҙ миңә Рәми Ғарипов та юҡ. Шулай итеп, ошо сәбәптәр арҡаһында, алтмышынсы йылдың аҙағында мин, академик ялдағы кеше, Ҡыйғы район гәзитендә эшләп йөрөй инем инде. Рәйес ағай Низамов алып килде мине был эшкә. Әйтеп, асыҡлап үтәйек: мин дә, Рәми Ғарипов та, Рәйес Низамов ағайҙар һымаҡ уҡ, атайым башҡорт атлы дивизияһында һуғышып, һәләк булған етем малай инем. Улар уҡыған 9-сы мәктәпкә мине лә ебәргәйнеләр. Тик миңә унда, улар менән бергә уҡыу бәхете теймәгәйне. Сәбәбе: әсәйем, машина менән Өфөгә алып китергә йөрөгәндә, иң һуңғы мәлде, йәлләп: «Атайың һуғышта үлеп ҡалыуы етмәгән, һине лә минән алып китергә итәләрме?..» – тип ебәрмәй алып ҡалды. Ләкин йылдар аша булһа ла, икенсе юлдар менән беҙҙең яҙмыштар барыбер бергә осрашты. Быға аптырамайым: атайҙарыбыҙ юлы, яҙмыштары бер булған бит. Бәлки, улар үҙ-ара осрашып, беҙҙең турала, йәғни үҙ малайҙары хаҡында хәстәрләп, ҡайғыртып һөйләшкәндәрҙер ҙә әле.
Район гәзитенең дә эше күп. Командировканың иң тәүгеһе – Абзай ауылына. Туҡай, Париж ауылдары аша үтәм. Ыйыҡ буйҙары... Ә күңел гел Рәми Ғариповты уйлай. Уйымда – гел ул ғына. Әй буйҙарындамын бына, ниһайәт. Ибрай, Мөхәммәт, Иҙрис, Ҡәҙер, Йүкәле ауылдары был яҡта. Аръяҡта – Рәми ағай. Бына-бына инде беҙ осрашырбыҙ кеүек... Әммә юлдарым мине унан алдараҡ Тимер Йосопов менән осраштырҙы. Оҙаҡламай, мин йылға яҡын эшләп, Ҡыйғынан Өфөгә китеп барҙым. Нәҡ мин киткәс, Ҡыйғы редакцияһына Рәми ағай үҙе килгән дә сыҡҡан. Мин ҡат-ҡат кискән Әй йылғаһы аша!.. Йәл, тик китеп кенә өлгөргәнмен Өфөгә. Уҡыуымды дауам итеү ниәтенән инде. Китер алдынан ВЛКСМ-дың район комитетына учеттан төшөргә тип барһам, Рәдил Мәмәтдинов мине «бешереп» алды. «Мине подводить итәһең», – ти был. «Нисек инде? – тием, аптырап. – Бөтә ихласлығымды биреп эшләнем. Байтаҡ матур эштәр башҡарҙыҡ...» Ул: «Һине бит, Мәхмүт, комсомол райкомының икенсе секретары итеп тәҡдим иткәйнек. Партия райкомы белә... Хәҙер ни тибеҙ инде? Ну, подводить итәһең мине...» Мин: «Миңә әҙ генә булһа ла аңғартҡан булһағыҙ алдан, былай килеп сыҡмаҫ ине. Хәҙер нишләмәк инде? Юлымды кире бора алмайым. Уҡыу көтә...» Яҡшы характеристика, маҡтау грамоталары менән киттем. Юл Өфөгә килтерҙе йәнә. Ошо мәлдәр миңә Рәми Ғарипов менән күҙмә-күҙ осрашыуға һаман яҡынайтҡандар булып сыҡты.

«Ҡъардашым Рәмиге...»

Был күҙмә-күҙ, йөҙмә-йөҙ осрашыу 1967 йылдың ғинуар башында булды. Ғинуарҙың ун икеләрендә мин «Совет Баш-ҡортостаны»ның ул саҡтағы әҙәбиәт, сәнғәт бүлеге мөдире Рәшит Шәкүр янына инеп, үҙем тәржемәсе булып эшләгән «Ленинсе»нән бында күсергә ине, тип һөйләшеп сыҡтым. Бер хеҙмәткәр урыны бушағайны. «Ленинсе» редакторы Дашкин менән «Совет Башҡортостаны» редакторы Исмәғилов үҙе шылтыратып һөйләшеп, перевод менән, тип алдылар. (Аҙаҡ, күп йылдарҙан һуң, бынан эштән киткәс, хеҙмәт кенәгәһенә ҡараһам, унда һынау шарты менән, ваҡытлыса, тип яҙылған булып сыҡты. Бына һиңә, мә! Ышанмаҫ инең, хеҙмәт кенәгәһе һаҡлана, өнһөҙ шаһит төҫлө.)
Эйе, тормош мәңге һәр кемде лә (батша булып, ултырған урыны тәхетме, йәки эт булып, ятҡан урыны ишек төбөндәге түшәкме) туҡтауһыҙ, өҙлөкһөҙ һынай, баһалай. Һынау, баһалау һәр кем өсөн икәнен онотоп китәләр вазифалы бәндәләр күп саҡ. Ул дәүерҙә айырыуса онотҡандар булып сыға. Хәҙер: «Тормоштағы иң ябай, иң кәрәкле сифаттар – ғәҙеллек, кешелеклелек тойғолары, бының быуаттарса килгән эҙмә-эҙлеклеге ҡайҙа булған?» – тигән һорау ҡуйыу урынлылыр ҙа, фәһемлелер ҙә, тип уйлайым. Ғәҙеллек, кешелеклелек, хәҙер асыҡ, бер Рәмиҙә тиерлек кенә, уның эш-фиғелендә, уның күңелендә генә ҡалған икән. «Аһ торғонлоҡ йылдары булған бит ул осор», – тип, бөтә ҡылынған-эшләнгәндәргә бөгөн ҡара мөһөр һуғып, ғәйепләп кенә ҡотолоп булһа икән...
Кенәгәләге рәсми яҙыуға ышанғанда, ғинуарҙың ун дүртендә шул яңы урында – «Совет Башҡортостаны»ның әҙәбиәт, сәнғәт бүлегендә эшләй башлағанмын. Яҙмышым өлөшөнә тейгән бәхет булғандыр тием бөгөн: бер төптән сығып, иңгә-иң терәшеп, гөрләшеп үҫеп ултырған, йәшәгән ҡуш имән кеүек, тип әйтәйемме, тәүҙән үк эшләгән еребеҙ Рәми ағай менән ярыш тура килде. Өҫтәлдәребеҙ генә түгел, ултырғыстарыбыҙ ҙа терәлеп тиерлек ултырҙы гел. Бер үк теләк, бер үк ынтылыш нигеҙ ине, гүйә, беҙгә. Атыр таңдар, гүйә, беҙҙе берҙәй талпындырған, тыуыр яҙҙар, гүйә, берҙәй ымһындырған, берҙәй үк ҡанатландырған... Бөгөн уйлап, үҙемсә һығымтаға килеп кенә әйтәм быларҙы, әлбиттә. Ә ул ваҡытта? Рәми ағайға бөйөк тылсымға эйә мәшһүр шағир – алла пәйғәмбәре тип ҡарап, табына инем.
Ғәҙәттә тормошта күберәк шулай була: кеше алыҫтағы, билдәһеҙ нәмәгә, ят, серле һаналған йәнгә, йәмгә табына. Ә инде шул уҡ табынғанына туранан-тура килеп юлығып, уны үҙләштергәс, иҫе лә китмәй башлай, хатта, үҙ-ара ваҡланышып, көрмәкләшеп китеп, йәмһеҙлектәр, яһиллыҡтар упҡынына ла барып төшәләр. Моғайын, был – түбән, эскерле йәнлеләр өлөшөлөр. Беҙҙең арабыҙҙа бындай үкенесле хәл килеп сыҡманы. Быға юл ике тарафтан да ябыҡ булды, буғай. Рәми ағайҙы ни тиклем яҡынданыраҡ белгән һайын, көн биреп бағыр ҡояшың һымаҡ, иң кәрәкле, иң ҡәҙерле кешең – бөйөк табыныуың булып ҡала ине. Ысынлап та, илаһи бер мөғжизә, ғәжәйеп бер тылсым көсө булғандыр ул!
Икәүебеҙҙең арабыҙҙа бөгөн йөҙ ҡыҙарыр, йән оялыр хәл-фәлән килеп сыҡмаһа ла, бәғерһеҙ йәнһеҙлек үҙен оҙаҡ көттөрмәне. Йәй айҙарында шикелле, Рәми ағайҙы эшенән китергә мәжбүр иттеләр. Бының өсөн элекке мөхәррирҙән бөгөн: «Ни өсөн?..» – тип һорарға ине. Кәүҙәһе тере бит әле... Ни тип яуап бирер ине икән?..
Рәми ағай киткәс, йәтим бала һымаҡ ултырып ҡалдым. Ләкин Рәми ағай – Рәми ағай инде! Хушлашып, китер алдынан миңә шунда көткән донъяһынан (ул һәр урында ла тәрән тамыр ебәргән кеүек йәшәп, иң ихлас донъя көткән кешеләй, эшләй ине) бер-ике әйбер ҡалдырҙы. Бүләк, иҫтәлек итеп. «Мине ошоларға ҡарап булһа ла хәтерләрһең...» – тине ул. Бөгөнгәсә мин был бүләктәрҙе һаҡлайым. Береһе уның һыңар йәпле ыҡсым, матур ғына бәкеһе булһа, икенсеһе лә мәңгелек юлдашың булырлыҡ – балҡар шағирәһе Тәнзилә Зумаҡулованың 1965 йылда Мәскәүҙә русса сыҡҡан «Дым очага» тигән шиғырҙар, поэмалар китабы. Ул Рәми ағайҙың Мәскәүҙә әҙәби институтта бер осорҙа уҡып, ижади йәһәттән дуҫлашҡан кешеһе шикелле, яңылышмаһам. Шағирә китабына ошондай автограф яҙып биргән: «Башҡур ҡъардашым Рамиге. Танзиля эчечиндан. 6.XII.1965».
Эйе, алтмыш бишенсе – алтмыш етенсе йылдарға бәйле хәтирәләремдең бер генә тамсыһы тип аңларһығыҙ быны. Теләһәгеҙ, бәлки, күргән-кисергәндәрҙең ҡалғандары ла, берәм-берәм иҫтә яңырып, ҡағыҙға төшөр. Сөнки хәтерҙәге ул көндәребеҙҙән, йылдарыбыҙҙан, болотло күк аша ҡояш ҡарағандай, Рәми ағай баға бит беҙгә. Һынап та, нур һибеп тә, кисереп тә, моң биреп тә баға...

Йәндең әсе ораны

Эй, йәнем яҡын итеп тойған, ҡәҙерле фекерҙәштәр, осорҙаштар! Был хатымды, хәтирә-тәьҫирҙәремде, хәтирә-теләктәремде яҙыуын яҙҙым да бит. «Бит»тең дә мәғәнәһе бар. Борсоуыраҡ, шөбһәлерәк мәғәнә ята унда, үкенескә күрә. Был – дөрөҫөн әйткәндә, ҡыҫҡартыу тигән нәмә. Мөхәррирҙәр һөҙгөсө буламылыр инде?.. Әммә ҡыҫҡартыу, ысын мәғәнәһендә алһаң – кешенең фекере, хисе, хәтирәһе бөтөнлөгөн ҡыҫҡартыу, йәғни ғәрипләү, зәғифләү. (Рәмиҙең шул матбуғатта ҡыҫҡартыуҙарға дусар булған көндәлектәрен күҙ уңында тотоуым...) Етте, Рәми күп ҡыҫҡартылды инде! Рәми тиһәм дә, был осраҡта мине ул үҙе лә, ил күңеле лә тыйнаҡһыҙлыҡта ғәйепләмәҫ. Рәми тип, был һүҙгә-исемгә, атамаға уның үҙен дә, ололоғон да, уға хөрмәтемде лә, инаныу-табыныуҙарымды ла, уның мәңге һулымаҫ мәшһүр ижадын да – бөтәһен дә индерәм, шунда бөтә изге донъям һыйған кеүек минең өсөн! Кәрәкмәй ҡыҫҡартырға, тарайтырға, ҡараңғылатырға был бөйөк, илаһи яҡты донъяны! Юғиһә, йәшәрер, йәмләнер донъябыҙҙа шул ҡырағайҙарса, бәғерһеҙ, оятһыҙ ҡыҫҡартыуҙарҙан күпме ғәриплек (Ғариповлыҡ түгел!), мөртәтлек, фажиғәләр килеп тыуманы. Һабаҡ, фәһем ала белмәйбеҙме ни һаман да? Беҙгә ғәриплек түгел, Рәмилек, илаһилыҡ, Рәми донъяһының тулы, нурлы мәшһүрлеге ғәзиз! Шул кәрәк беҙгә! Рәми Ғариповтың бөйөк яҡташы Салауат әйтмешләй, күңелдәребеҙҙә беҙҙең яманлыҡ, кер юҡтыр! Шуға ла тураһын, хағын әйтәбеҙ.
Әгәр ҙә ки ул үҙе тере булып, үҙе әйтһә?... Ошо халәтендә лә уның рухы, тереләрҙән тере ижады бөтәһен дә, бөтәбеҙҙән дә күберәк сатнатып та, иркәләп тә, өйрәтеп тә, көйрәтеп тә, күтәреп тә, бөтөрөп тә, уйландырып та, хыялландырып та, яндырып та («Янмайынса мөхәббәт буламы ни, иҫәүән!..» – тигәйне миңә егеттәр сәйергә һанаған бер ҡыҙ) әйтеп тора. Әйтһен!
Иблис тиҙәге серегән, иблис көлө һибелгән, шуларҙы суҡып, болғатып, ҡоҙғоно ҡарҡылдаған шөбһәле ерлектән генә шытып сығыусылар үҙҙәрен ни тиклем генә әллә ниндәй фәрештә, пәйғәмбәрҙәргә, изгеләргә һанамаһындар, – барыбер ҙә улар донъябыҙға ҡара шом килтереп туймаҫ мәйет ҡомаҡтары, аҡ таңдарыбыҙҙы ҡара упҡын төпкөлөнә илтергә тырышыусылар булып ҡалырҙар. Кешеләребеҙ күңелендәге намыҫлы, сәмле хеҙмәт, шифалы наҙ, шәфҡәтлелек тойғоларын тупаҫайтып, уларҙы ҡырағай, йыртҡыс хистәр менән алмаштырырға, шуларҙы бик оҙаҡҡа, оҙаҡҡа ҡалдырырға ынтылыусы яһилдар булыр улар. Әммә ләкин була алмаҫтар улар Хызыр Ильяс та, Рәми ҙә!..
Шулай ҙа улар уй-тойғо тулылығын, уй-тойғо ҡанатын, уй-тойғоноң донъя булып ирекле, ғәййәр осошон мөмкин тиклем сикләргә тырышып, күп, – аһ! – күп ҡыҫҡартырҙар әле ижадыбыҙҙы, изге мираҫтарыбыҙҙы. Тик шул шарттарҙа ла күңелдәребеҙҙе яҡты таңдарға табан алдан, күп алдан уҡ берҙәй итеп уҡталдырып, тоташтырып, ялғап-беректереп ҡуйған Хызыр Ильясыбыҙға – Рәми ағайға – мәшһүр шағирыбыҙға, башҡорт иленең оло хөрмәте, ихтирамы йөҙөнән түбәнселекле баш эйәйек әле. Буйһонғандан түгел, көндән-көнгә бәҫе, ҡәҙере арта барған өсөн.
Сыҙаманым: йәнемдең әсе ораны, һурылып сығып, уҡтай атылды офоҡҡа табан. Дүрт тарафыма ла таралып осто, буғай, ул. Сөнки оран, ауаз уҡтай ҡатҡан нәмә түгел бит. Бөгөн күптәр аптыраған НЛО тәрилкәләрендәй, шул серле күренештәрҙәй бит ул оран-ауаз, уй-тойғо ла. Тотоп ҡара уны хәҙер тыйып. Сыҡты һурылып, осто йәнемдән. Осһон!.. Бәлки, ишетерҙәр, йәндәре ижтиһад итһә. Хатта, күргәндәй ҙә булырҙар!..

Мәхмүт Һибәт
1989–1990 йылдар