Әнисә Таһирова. «Юҡ, йөрәгем, таш түгелһең әле...»

Сверстники и собратья по перу

I
Мин түгелеп илайым. Күрәһең, ихлас хис-тойғолар өсөн дә түләргә кәрәктер был тормошта. Әлеге шул әҙәбиәтте, шул иҫәптән сит ил әҙәбиәтен дә артыҡ яратыу касафаты был. Эмиль Золя, Виктор Гюго, Джек Лондон, Шекспир, Шиллер, Майн Рид... Улар миңә үҙем белмәгән, күрмәгән өр-яңы донъяны асты. Фридрих Шиллерҙың «Мәкер һәм мөхәббәт», Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта», «Отелло» трагедияларын ҡат-ҡат уҡып туя алмай инем. Бына хәҙер шуның «язаһын» күреп ултырам. Институттың II курсында уҡығанда, «Афродита» ҡушаматлы сит ил әҙәбиәте уҡытыусыһы, беҙҙең группалағы бер нисә студентҡа өҫтәмә эш итеп, драма әҫәрҙәренән өҙөктәр әҙерләргә ҡушты. Миңә һәм беҙҙең группалағы Тимур исемле егеткә «Ромео һәм Джульет-та»нан өҙөк бирелде. Тимурға анһатыраҡ – ул балкон аҫтында бер нисә һүҙ әйтеү менән сикләнә. Ә мин Джульеттаның балкондағы оҙон монологы менән сығыш яһарға тейешмен. «Афродита» эшкә ныҡлап тотондо. Беҙҙең менән көн һайын Мәскәүҙән саҡырылған оло йәштәге педагог шөғөлләнә ине. Заманында ул бик шәп актриса булған, тигән һүҙҙәр йөрөнө институтта. Ҡарт актриса бик талапсан педагог булып сыҡты. Һәр һүҙҙе ҡат-ҡат ҡабатлатып, тауыш темпын төрлөсә үҙгәртергә ҡушып йәнде алды. Институттан ҡайтҡас, көн һайын Джульетта монологтарын ҡабатларға тура килә. Етмәһә, «Ашҡаҙар» әҙәби түңәрәге етәксеһе Әсхәл Әхмәтҡужин аҙым һайын эш ҡушып ҡына тора, сөнки бөгөн-иртәгә институтҡа Өфөнән саҡырылған шағирҙар килергә тейеш... Сәхнәгә сығырға өс көн ҡалғас, һуңғы репетицияға йыйылдыҡ. Мин оҙон аҡ күлдәктән. Йөҙөнсө ҡаттыр инде бер үк юлдарҙы таҡылдайым:

Ромео! Как мне жаль, что ты Ромео,
Отринь отца да имя измени!..

Тыныс ҡына күренгән актрисабыҙ ҡапыл ҡыҙып китте:
— Ты опять свое... Почему ты прячешь самые сокровенные чувства?! Ты же можешь хорошо работать!
Өҫтәүенә, мин уның ситтәрәк торған «Афродита»ға әйткән һүҙҙәрен ишетеп ҡалдым: «Талантливая девушка, но капризная, с ней трудно работать...» Йәш саҡта, ысынлап та, минең һеркәм һыу күтәрмәй ине. Бәлки, быға беҙҙең бер стипендияға ғына ҡарап аслы-туҡлы йәшәүебеҙ, ул заманда институтта талапсанлыҡтың артыҡ ныҡ ҡаты булыуы ла тәьҫир иткәндер. Мин «Джульетта» күлдәгенең оҙон итәктәрен йыйып сәхнәнән төштөм дә залдан сығып киттем. Ҡыҙыҡһынып, ишек ярығынан беҙҙе күҙәткән өлкән курс студенттарының һүҙҙәре ҡолағыма салынып ҡалды:
— Бәй, беҙҙең Джульетта өс көн алдан илап йөрөй түгелме һуң?
Аудиторияға Әсхәл килеп керҙе.
— Ай, Аллам, ҡайғы таптың да баһа! – тине ул минең балауыҙ һыҡҡанды күреп. – Бар, ҡайтып тыныслан да шиғырҙарыңды ҡараштыр. Иртәгә яҙыусылар алдында оятҡа ҡалмайыҡ.
Ысынлап та, ниңә мәлйерәп төштөм әле? Мин бит буласаҡ артистка түгел, буласаҡ филолог!.. Ә студенттар шау-гөр килә. Институтҡа бер түгел, өс шағир килгән! Шағирҙарҙың да ниндәйе бит әле: Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Марат Кәримов. Студенттар уларҙың китаптарын ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар, иртәгә үткәреләсәк шиғыр кисәһенә әҙерләнәләр. Томрап торған ҡап-ҡара сәсле, йәш, матур өс талантлы шағир институт коридорҙары буйлап үткәндә, ҡыҙҙар «аһ» итеп аудитория ишектәренән һонолалар. Ниндәй генә ауыр йылдар булмаһын, ул йылдарҙа әҙәбиәткә лә, яҙыусыларға ла мөнәсәбәт икенсерәк ине шул!
Икенсе көндө «Ашҡаҙар» әҙәби түңәрәгенең сираттағы ултырышына ҡунаҡ шағирҙар ҙа килде. Түңәрәк ағзаларының эше менән танышыу башланды. Мин, боҫобораҡ, артҡы рәттәрәк ултырам. Ләкин сират миңә лә килеп етте. Ул ваҡытта төрлө лозунгылар ҡулланып шиғыр яҙыу модала ине, шундайыраҡ бер-ике шиғыр уҡып ташланым. Күрәм, шағирҙар ләм-мим – бер ни өндәшмәйҙәр, Рәми Ғарипов ағай башын аҫҡа эйгән дә күтәрелеп тә ҡарамай. Минең яңаҡтарым яна башланы. Ниндәй аҙна булды был?! Бөтөнләй өмөтһөҙлөккә бирелеп, бәлки, уҡырмын тигән бер шиғырымды аҫҡараҡ йыйып ҡуйҙым. Осло күҙле Марат Кәримов быны күреп ҡалды.
— Туҡта, туҡта, нимә йәшерәһең унда?
— Юҡ та, үҙем өсөн генә яҙған шиғыр бит ул, – тинем тағы ла нығыраҡ ҡаушап. Рәми ағай ҡапыл башын күтәрҙе:
— Шул үҙең өсөн генә яҙғанды беҙгә лә уҡып күрһәт әле.
Бөткән баш бөткән, тип уйланым да, батырлығымды йыйып, уҡый башланым:

Йөрәгемдең йондоҙҙарын һиптем
Аяҙ мөхәббәтем күгенә.
Ал таждарын тере ялҡын үргән
Гөлөн бүләк иттем үҙеңә...

Уҡып бөттөм дә, енәйәт эшләгән кешеләй, башымды баҫып, урыныма барып ултырҙым. Йә, бынауындай күренекле шағирҙар алдында, ауыҙ күтәреп, мөхәббәт тураһында шиғыр уҡып торсо әле! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ахматова, Цветаева, Есенин, Шәйехзада Бабич кеүек шағирҙарҙан һаман да ҡара мөһөр алынмаған заман ине шул!
— Быныһы инде шиғыр!
Был һүҙҙәрҙе Рафаэль Сафин әйтте. Үҙ ҡолағыма үҙем ышанмай, шағирҙарға ҡарайым. Барыһының да йөҙҙәрендә йылмайыу сағыла. Рәми ағай бөтә йөҙөн балҡытып ихлас йылмайҙы ла шоморт ҡара сәстәрен һыпырып ҡуйҙы. Уның әйткән һүҙҙәре минең яңы башланған тормош юлымда күңел ҡабырсағынан сығырға теләмәй бикләнеп ятҡан шиғри тойғоларымды асырға, уларҙы уҡыусыға еткерергә ярҙам итте.
— Ихлас һүҙ әйтеүҙән ҡурҡма, – тигәйне ул. – Йөрәк һүҙен, йөрәк наҙын бер ваҡытта ла йәшермә! Ҡоро һүҙҙе ысын шиғриәт ҡабул итмәй.
Миңә бит актриса ла шул хаҡта әйткәйне. Тимәк, ул хаҡлы булған! Юҡ, барып, актрисанан ғәфү үтенмәй булмаҫ!

II
Рәми Ғарипов 60-сы йылдарҙа әҙәбиәткә килгән быуындың остазы, уҡытыусыһы булды. Ул йылдарҙа әҙәбиәткә юл ярған, ауыр һуҡмаҡтар аша үтеп, бөгөнгө көндә шиғриәттә лайыҡлы урын биләгән шағирҙарҙың барыһы ла тиерлек «Рәми мәктәбен» үткән. Ул йылдар, бер яҡтан әҙәбиәткә ҡанат ҡуйһа, икенсе яҡтан торғонлоҡ заманы ине.
Хәйер, Пушкин – Дантес формулаһы бөгөнгө көндә лә юғалмаған, бары уның бирелеше, солғанышы, шарттары ғына икенсе. Рәми Ғариповтың да шундай шарттарҙа йәшәүен мин бары байтаҡ йылдар үткәндән һуң ғына аңлаясаҡмын.
Рәми Ғарипов бик һирәк осрай торған оло талант эйәһе ине. Шул уҡ ваҡытта ул йәш таланттарҙы ойоштора, әйҙәй белеүсе, иғтибарлы һәм талапсан педагог та булды. Унда һиҙемләү, интуиция бик көслө ине. Минең күсмә тормошомда байтаҡ китаптар, хаттар юҡҡа сыҡһа ла, ниндәйҙер ҡөҙрәт менән Рәми ағайҙың бер нисә автографлы китабы һаҡланып ҡалған. 1964 йылда бүләк иткән «Һабантурғай йырҙары» тигән китабында ҡыҫҡа ғына автограф: «Әнисәгә – шиғырҙарын тыңлап, оло өмөттәр менән Рәми. 17/Х-64». Ул ваҡытта шағирә булырмын тигән уй башыма ла кереп сыҡмай ине әле. 32 генә йәшлек күренекле шағир шул осорҙа уҡ әҙәбиәткә килеүсе йәш таланттарҙың киләсәген тоҫмаллай алған, күрәһең. Рәми ағай, йәш булһа ла, аҡылы менән аҡһаҡалдарға тиң ине. Бәлки, оло таланттың ҡөҙрәтенән килгәндер уға был аҡыл. Ул, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, йәш таланттарҙы бер ваҡытта ла күҙ уңынан ысҡындырманы. Әсхәл Әхмәтҡужин етәкселек иткән «Ашҡаҙар» әҙәби түңәрәге ағзалары менән бәйләнеше айырыуса тығыҙ булды.
Ул хат аша ла, гәзит-журналдар аша ла беҙҙең шиғырҙарыбыҙға булған мөнәсәбәтен, уй-фекерҙәрен һәр ваҡыт белдерә килде. Өфөләге «Шоңҡар» әҙәби түңәрәге менән бәйләнеш урынлаштырып, дуҫлашып китеүҙә лә Рәми ағайҙың роле ҙур булды. Ул осорҙа әле тәүге хыялый шиғырҙары менән Өфө – Стәрлетамаҡ юлдарын тапаусы Рауил Бикбаев, Сафуан Әлибаев, Рәшит Шәкүров, Вафа Әхмәҙиев, Мәхмүт Уразаев, Ирек Кинйәбулатов, Хәсән Назаров, Рауил Ниғмәтуллин, Риф Мифтахов һәм башҡа бик күптәр, бер тиҫтә йылдан һуң, әҙәбиәтебеҙ йөгөн төптән егелеп тартыусы ҙур көскә әйләнде, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе.
Ул ваҡытта күп нәмәләр минең, йәш студентканың, аңына барып та етмәй ине әле. Минең өсөн бөтә яҙыусылар ҙа Алла юғарылығындағы кешеләр булып тойола ине. Рәми ағайға яҙған бер хатымда ла шундайыраҡ фекерҙе әйткәнмендер, күрәһең. Уның яуап хатынан түбәндәге юлдар хәтерҙә ҡалған: «...Тик, Әнисә, зинһар, Алла вазифаһын йөкмәтмә. Беҙҙең был донъяла кеше булып ҡалыуҙары ла бик ауыр». Тәүге осорҙа шиғырҙарға ҡарата ла шундайыраҡ мөнәсәбәт ине. Мәҫәлән, ул осорҙа Рәми ағайҙың «Юҡ, йөрәгем, таш түгелһең әле...» кеүек лирик шиғырҙарын һоҡланып уҡый, ләкин уларҙың фәлсәфәүи тәрәнлеген бик аңлап та етмәй инем.
Мине ул осорҙа Рәми Ғарипов ижадындағы һоҡландырғыс лирик образдар нығыраҡ шағирға аяуһыҙ был тормошта һалҡын ҡоршау менән ҡоршалғанда ла, әллә күпме яҡты уй-хыялдары ситкә тибәрелгәндә, тапалғанда ла кешелек бәҫен, күңел юғарылығын һаҡлап алып ҡалырға, ут-һыуҙар үткәндә лә бәғерен ҡатырмаҫҡа, йөрәген ташҡа әйләндермәҫкә ярҙам иткән. Ләкин аяуһыҙ, йонсотҡос был көрәш шағирҙың ғүмерен күпкә ҡыҫҡартты һәм ул донъянан бик иртә китте...
Институтта уҡығанда шиғыр яҙыуҙың ни тиклем әүрәткес һәм ауыр хеҙмәт булыуын мин тәүге тапҡыр ныҡлап татыным, ныҡлап тәүге тапҡыр ижад ғазаптарын кисерҙем. Төндәрен иптәштәрем рәхәтләнеп йоҡлай, ә мин блокнотымды, ҡәләмемде алып кухняға йә коридорға сығып китәм. Институтта лекция тыңлағанда, уйҙарым ҡайҙалыр, хыял диңгеҙендә йөҙә, ҡәләмем уҡытыусының лекцияһы урынына бөтөнләй икенсе юлдарҙы яҙа башлай. Быны уҡытыусылар ҙа һиҙә, ә ҡайһы бер төртмә телле студенттар көләмәскә әйләндерә башланы. Юҡ, бындай ташҡындарҙа йөҙөргә лә, бындай янартауҙа янырға ла минең хәлемдән килмәй! Ташлайым шиғыр яҙыуҙы, бөгөн үк Рәми ағайға хат яҙам!
Һәм бына яуап килде. Минең яҙмышымды хәл иткән хат! Мин ул хаттар хаҡында Рәми ағайға арналған сонеттар тажында һөйләгәйнем инде. Әле лә ҡайһы бер өҙөктәрен килтерәм. Сөнки улар, гүйә, бер миңә генә түгел, ә ижадҡа килеүсе барлыҡ йәштәргә лә төбәп әйтелгән аманат һымағыраҡ яңғырай.
«Әнисә! Ташла ундай уйҙарыңды!.. Ул тойғолар ваҡытлыса ғына. Бөтәһе лә үтер, бөтәһе лә китер. Ундай күңелһеҙ уйҙар һәр бер шиғыр яҙған кешелә була, һинең йәшеңдә – бигерәк тә!.. «Нисек итеп шиғриәтте йөрәктән бөтөнләй өҙөп ташларға?!» Ташлап ҡына ҡара, ҡыҙыҡай!.. Белеп ҡуй: һин бер ҡасан да шиғриәтте ташлай алмаясаҡһың, Әнисә. Һин тик уның өсөн генә яратылғанһың! Әгәр ҙә мине саҡ ҡына шағир итеп тойһаң, ышан: мин һинән бик күпте көтәм! Шиғриәт бер ҡасан да кеше булырға ҡамасауламай. Ул ниндәйҙер күктәр бүләге түгел, ә үҙең тапап, атлап йөрөгән ер бүләге. Тик ул һәр кемгә бирелмәй, ә бирелә икән – ул һинең үҙ байлығың ғына түгел, ул – халыҡтыҡы! Халыҡ байлығына һаҡсылыраҡ ҡарарға кәрәк. Беҙ ҙә башҡа халыҡтар алдында үҙебеҙҙең барлығыбыҙҙы раҫларға тейеш, Әнисә. Беҙ «бәләкәй» халыҡ булһаҡ та, донъяға үҙ һүҙебеҙҙе, үҙ моңобоҙҙо, үҙ байлығыбыҙҙы күрһәтергә килгәнбеҙ – рухыбыҙ, тарихыбыҙ, яҙмышыбыҙ ҙур. Әлбиттә, ауыр яҙмыш ул. Күп Юлтыйҙарыбыҙ, күп һәҙиәләребеҙ һәләк ителгән, ләкин беҙҙең рухты әле тиҙ генә һәләк итә алмаҫтар...
Беҙҙә әле Салауат ҡаны ҡайнай. Беҙ ҙә үҙ һүҙебеҙҙе әйтербеҙ! Шундай иҫ киткес сәмле эшкә һинең хыянат итергә хаҡың юҡ, Әнисә! Хаҡың юҡ! Үҙ күңелеңде генә иркәләп йәшәмә улай – бөтәһен дә күңелеңә ал, ауыр булһа ла ал, тик һыҡтама ғына, тыңла мине. Юҡ, һин миңә һис тә мәшәҡәт-фәлән килтермәйһең. Мин һинән тик шиғырҙар көтәм.
Сәләм менән Рәми ағайың».
Һуңынан байтаҡ ҡына йылдар Рәми Ғарипов менән «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһында бергә эшләргә тура килде.
«Башҡортостан ҡыҙы» журналының донъяға килеүе, бындағы күтәренке ижади атмосфера, шул уҡ ваҡытта драматик ваҡиғалар үҙе бер романға торорлоҡ. Ғүмер етһә, киләсәктә был турала, моғайын, яҙылыр. Бары шуны ғына әйтеп үтәм:
Рәми Ғариповтың «Башҡортостан ҡыҙы» журналында яуаплы секретарь булып эшләүе һис тә осраҡлы хәл түгел ине. Ул ижад менән шөғөлләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы айырыуса ныҡ ихтирам итә ине. Ғөмүмән, һәр бер ябай ғына ҡатын-ҡыҙға ла юғары затҡа ҡараған кеүек ҡарай ине. Аралашҡан, оҙаҡ ҡына йылдар бергә эшләгән осорҙа, мин бер тапҡыр ҙа уның ҡатын-ҡыҙҙар тураһында ниндәйҙер йәмһеҙ һүҙ әйтеүен йәки ғәйеп ташлауын ишетмәнем. Эштә ниндәйҙер аңлашылмаусылыҡ килеп сыҡҡан осраҡтарҙа ла үҙ юғарылығында ҡала белде. Ә ҡатын-ҡыҙ яҙыусыларҙан уның иң ныҡ яратҡаны һәҙиә Дәүләтшина ине. Рәми ағай уның ижадына ла, үҙенә лә тәрән хөрмәт, яратыу тойғоһо менән ҡарай торғайны. «Һәҙиә апайҙың күҙҙәре шундай матур, моңло, ә тауышы күгәрсен тауышы кеүек гөрөлдәп кенә тора ине», – тип тәьҫирләнеп һөйләгәне хәтеремдә.
Республикала «Башҡортостан ҡыҙы» журналына нигеҙ һалыу уның күптәнге хыялы ине. «Совет Башҡортостаны» гәзитендә эшләгән сағында, ул буласаҡ журналдың нигеҙен һала башланы ла инде – яҙышыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың шиғырҙарын бөртөкләп тигәндәй йыйып, ай һайын «Урал ҡыҙы» тигән махсус бит сығара торғайны. Рәми Ғарипов юғары культуралы, киң диапазонлы шағир булыуы менән айырылып торҙо. Ул тәржемә эше менән дә әүҙем шөғөлләнде – башҡорт әҙәбиәтен донъя әҙәбиәтенең классик өлгөләре менән байытты. Ул Пушкин менән дә, Шекспир менән дә, Ғүмәр Хәйәм менән дә, башҡорт шағирҙары менән һөйләшкән кеүек, иркен һөйләшә ине. Үҙенең тыуған ерен, телен яратҡаны өсөн генә «милләтсе» ярлығы тағылған Рәми Ғарипов ғүмеренең һуңғы йылдарында ауыр йәшәне. Совет власы осорондағы аяуһыҙ ҡанундарҙың ауыр туҡмағы Рәми Ғариповтың башына ғына түгел, уның яҡын шәкерттәренең башына ла ныҡ тондорҙо. Шағирҙы шәкерттәренән алыҫлатыу буйынса ла күп «эш» башҡарылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә сағыу таланттарҙы юҡҡа сығарыу механизмы элек-электән көйгә һалынған.
Яла яғыуға, ғәҙелһеҙлеккә сыҙамайынса, Рәми ағай үҙе лә йыш ҡына сығырынан сығып, үҙе әйтмешләй, «күңел ҡылдары өҙөлөп» китә торғайны. Бөгөнгө көндә башҡорт шиғриәте үҙенең күп кенә уңыштары, бейеклектәре менән ғорурлана ала икән – бында сағыу талантлы шағир Рәми Ғариповтың да өлөшө ҙур. Үҙе иртә китһә лә, йәш быуынға уның ихлас әйткән изге теләктәре, быуаттарға етерлек аманаты ҡалды.
Әгәр ҙә Рәми Ғарипов иҫән булһа, уға 70 йәш тулған был көндәр әҙәбиәттең оло байрамына әйләнер ине. Бик үк күңелле булмаған был хәтер-яҙмаларымды Рәми Ғариповҡа арналған шиғырҙарымдың береһе менән тамамлап ҡуйғым килә.

ӘСЕНЕҮ
Диуана мин, диуана...
Рәми Ғарипов

Һинең кеүек «диуаналар» менән
Булған икән донъя ырыҫлы,
Кешеләрем хәҙер ҡатлы-ҡатлы,
Бары мине генә, ҡырыҫты,
Төҙәтмәне донъя,
Аһ, әүлиә-шағир,
Әйткәндәрең сыҡты дөрөҫкә.
Яҙмышыма ни юраған булһаң,
Барыһы төштө минең өлөшкә.

Йәш инем шул.
Бары хәҙер күрәм
Бик күп нәмәләрҙең асылын.
Инде үҙем беләм,
Ниңә бик йыш
Эйелгәнен шағир башының.

Артта күпме үкенестәр ҡалған,
Әйтер һүҙҙәр әйтмәй үтелгән,
Тар күңелдәр донъя болғатҡанда,
Хаталарҙан күңел кителгән...

Һин юғалғас,
Беҙ ҙә таралыштыҡ,
Рух ныҡлығы мәллә булманы?
Янда ғына туҡ бүреләр туйлай,
Барыр юл-һуҡмаҡтар томанлы...

Ярай әле тоғро терәк итеп,
Һин ҡалдырҙың беҙгә йыр – дуҫты.
Һинең кеүек «диуаналар» менән
Булған икән донъя ырыҫлы.

Әнисә Таһирова, шағирә,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
2002 йыл