ШАҒИР ШӘХЕСЕ

Сверстники и собратья по перу
Рәми Ғариповтың көндәлектәре буйынса

Шағир шәхесе. Был төшөнсәгә беҙ әле күнекмәгәнбеҙ ҙә һәм ул турала әллә ни уҡығаныбыҙ ҙа юҡ буғай. Күренекле башҡорт шағирҙарының тормошо һәм поэзияһы хаҡында монографик, тәнҡит- биографик китаптар, әҙәби портреттар күренгеләй инде хәҙер беҙҙә. Тик унда ла шағир тормошо, ғүмер юлы тураһында бик наҡыҫ яҙабыҙ, ә шәхесенә бөтөнләй ҡағылмайбыҙ тиерлек. Ә бит, уйлап ҡараһаң, яҙыусы биографияһы, иң беренсе сиратта, шәхестең үҙе, бар эшмәкәрлеге ижад эшенән һис айырып алғыһыҙ. Ғөмүмән, шәхсиәттән тыш ижадты ныҡлап төшөнөү ҡыйын.

Яҙыусының тормошон, шәхесен күреү, аңлау йәһәтенән көндәлектәрҙең әһәмиәте ғәйәт ҙур.

Көндәлектәрҙең дә, әлбиттә, төрлөһө бар. Бар, әйтәйек, Н. В. Гоголдәге шикелле, айырым эпизодтарҙы, көнкүреш деталдәрен күберәк теркәп барғаны. Бар Л. Н. Толстойҙыҡы кеүек бар булмышын, рухи донъяһын, күҙәтеүҙәрен, уйланыуҙарын ҡағыҙға төшөргәне. Ф. М. Достоевскийҙың мәшһүр «Яҙыусы көндәлеге» ише социаль-политик, философик, тарихи мәсьәләләрҙе яҡтыртҡаны. Шулай үҙ заманында уҡ художестволы әҫәр төҫлө баҫыла барғаны. Көнбайыш әҙәбиәтендә Бальзак, Стендаль кеүек классиктар уны шулай уҡ мөһим әҙәби жанр кимәленә күтәргәндәр. Ағалы-энеле Гонкурҙар шул жанр оҫтаһы булып дан ҡаҙанғандар. Китап уҡыусылар ундай көндәлектәрҙе мауығып уҡып, теге йәки был яҙыусының шәхси тормошон, рухи донъяһын асығыраҡ тойғандар, ижад серҙәренә ингәндәр, әхләҡи шәхес принциптарынан үрнәк алғандар.

Шул тип әҫәрҙе, Сәғит Агиш көндәлектәренән һуң, Рәми Ғарипов көндәлек яҙмаларында тап иттем мин. Сәғит Агишта ул ҡыҫҡа бер эпизодик хәл икән, Рәми Ғарипов яҙмаларында эҙлекле бер система ала, әҙәби жанр булып баҙыҡлана. Шағирҙың шәхесен, рухи донъяһын асыр, поэзияһын тәрәнерәк аңларға ярҙам итер, йәштәр, йәш яҙыусылар өсөн өлгө, күптәр өсөн тәжрибә, белем һабағы булыр дәрәжәгә күтәрелә. Үҙе уҡымлы, үҙе фәһемле улар.

Рәми Ғарипов 1946 йылдан алып 1972 йылғаса, йәғни 26 йыл буйы өҫлөкһөҙ тиерлек көндәлек алып бара. Егерме алты йыл кеше өсөн ҙур ғүмер - сирек быуат. Ун дүрт йәшендә көндәлек яҙырға ҡулына ҡәләм алған үҫмер был йылдар эсендә мәктәп уҡыусыһынан вуз студентына әйләнә, аҙаҡ нәшриәт редакторы, журналист, ниһәйәт, күренекле шағир, олпат ир кеше булып етә, шәхес булараҡ формалаша.

Шағир көндәлектәре ғәҙәти хәл-ваҡиғалар теҙмәһе түгел. Хатта уның үҫмер саҡтағылары ла. Улар йәш кешенең нисек шәхес булып өлгөрөүен, төрлө уй-кисерештәрен, хыялдарын, кешеләргә, донъяға мөнәсәбәтен сағылдырған әҙәби-публицистик яҙмаға әүереләләр.

Рәми Ғарипов көндәлектәре -үҙҙәре бер нисә ҙур бүлем: уҡыусы яҙмалары, пилот яҙмалары, студент яҙмалары, редактор, журналист яҙмалары һ. б. Был атамалар авторҙың тормош юлының, айырым профессияһының, шөғөлөнөң исем-миҙгелдәрен әйтеп тора.

Ошонан сығып, Рәми Ғарипов көндәлектәрен өс төркөмгә бүлеп ҡарарға мөмкин: мәктәп йылдары (үҙе әйткән «уҡыусы, пилот яҙмалары»), институт йылдары («студент яҙмалары»), эш-хеҙмәт йылдары («редактор, журналист, комсорг яҙмалары»). Былар, асылда, авторҙың шәхес һәм шағир булараҡ үҫеш баҫҡыстары ла ул. Шул осорҙарҙа шағирҙың исем-псевдонимдары ла үҙгәреп тора: «Ғ. Рәми», «Бабай», «Мөхәмәтғәрипов», «Ғ. Рәмил», «Рәми Салауатский», ниһәйәт, «Рәми Ғарипов».

Көндәлектәрҙең әлеге һәр төркөмө тиҫтәләп дөйөм дәфтәрҙән ғибәрәт. Беҙ ныҡлап танышҡан «студент яҙмалары» төркөмө генә лә 20 дөйөм дәфтәр. «Уҡыусы яҙмалары» бынан ике-өсләтә күп. Күпселеге 96 битле, ҡалын дәфтәр. Көндәлек менән бер үк ваҡытта йәнәшә йә аралаш, йә булмаһа, бер-береһенә ялғанып, бүтән төрлө яҙмалар барлыҡҡа килә: сәйәхәт һуҡмаҡтары, фольклор яҙмалары; һүҙлек, мәҡәл һәм әйтемдәр дәфтәре; шиғырҙар төпләме, ҡуйын дәфтәрҙәре, журналист блокноты. Улар - асылда, көндәлектәрҙең айырылғыһыҙ өлөшө булып, шуны тулыландырыр, төрләндерер яҙмалар.

Үҫмер, йәшлек, олпат, өлкән саҡтарҙың үҙ үҙенсәлектәре булған кеүек, көндәлектәрҙән мәктәп, институт, эш-хеҙмәт йылдарының, тәбиғи, үҙ хосусиәттәре бар.

Атаһы фронтта ятып ҡалғас, тормош шарттары, уҡыу яғы һаман ҡыйынға тура килгәс, Арҡауыл ауыл Советы юллауы менән Рәми Ғарипов 1946 йыл Өфөгә килеп, 9-сы мәктәпкә уҡырға, балалар йортонда йәшәргә урынлаша. Шулай шаулы Өфө мәктәп йылдары башлана 5-се кластан 10-сы класҡаса. Уҡыу-белем алыу менән бергә йәмәғәт эштәрендә үҙенсә йөҙөп эшләй. «Детдомда — детсовет председателе, бүлмәлә — староста, класта — комсорг, мәктәптәге комскомитет органы булған «Йәш гвардия» газетаһының редакторы, әҙәбиәт түңәрәгенең председателе кеүек эштәр тулып яттылар - тип яҙа көндәлегендә. «Һис тә ваҡытты бушатып булмай. 1947 йылдан бирле мәктәптә ҡулъяҙма журнал сығарам, уны үҙем яҙам, әҙерләйем. Уны бик йыйнаҡ һәм эстәлекле, үткер итеп сығарырға тырышам. Эпиграммалар, төрлө фельетондар яҙам. Башҡаларҙың да шиғырҙарын эшләйем. Етмәһә, әҙәби түңәрәктең «Туған тел» газетаһын да сығарам».

Ҡыҙыҡ уның мәктәп йылдары. Бына: «Иртә менән малайҙарҙы зарядка яһаттырам. Төшкә тиклем 9-сы класта уҡығанда аэроклубҡа йөрөйөм. Төндәрен кочегаркаға инеп ултырып бик оҙаҡ яҙынам йә уҡыйым. Уҡыған бик күп әйберҙәрҙе күсереп яҙам (хәҙер уларға ҡарарға ҡурҡыныс — бер һандыҡ булып яталар). Көндәлек тә алып барам». Үҙенсә мауығыуҙары бар: «Мәктәптә саҡта мин Чернышевский һәм Добролюбов менән бик ныҡ мауыҡтым һәм уларҙың тәьҫире миңә бик ҙур булды. Хатта мин, балаларса, Рахметов кеүек булыу тураһында уйлап, бик сынығырға тырыша инем. 40 градуслы һыуыҡтарҙа ла мин иртә менән тышта зарядка эшләргә күнектем һәм тәнде ҡар менән ыуа инем. Ә йәй көндәре ҡоҙоҡтан алған һыу менән ҡойонам йә фонтан аҫтында торам. Өҫкә кейенмәйенсә, яланбаш йөрөйөм. Бик күп ваҡыт турникта булышам. Миңә иптәштәр ысынлап та, Рахметов, тип өндәшә башланылар. Был миңә оҡшай ине».

Бына «Ҡорос нисек сыныҡты» романы — Рәми Ғәриповтың иң яратып уҡыған китабы, Павел Корчагин - кумиры. Ә авторы Николай Островскиҙың: «Кешегә ғүмер бер тапҡыр ғына бирелә. Уны мәғәнәле, үкенмәҫлек итеп йәшәргә», - тигән мәргән һүҙҙәре йәшәү девизы булып әүерелә.

Александр Фадеевтың «Йәш гвардия» романы, уның геройҙары йәш кешенең шулай уҡ тормош мәктәбенә, өлгө объектына әйләнә. Рәми Ғарипов йәш гвардиясылар тураһында дәрестә, әҙәби түңәрәктәрҙә сығыш яһай, махсус стена газеталары сығара, көндәлек яҙмаларын улар хаҡындағы уйланыуҙары, һоҡланыстары менән тултыра.

Ҡанатлы уй, осор хыялдар уны аэроклубҡа килтерә, аэроплан кабинаһына ултыртып, штурвал тоттороп күктәргә осора. Тыуған тәбиғәтте яратыу турист һуҡмаҡтарынан, тыуған яҡтарынан ҡыҙырта, ил батырҙары, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары менән ҡыҙыҡһыныу Башҡорт кавалерия дивизияһының яу юлдары, һуғыш яландары буйлап йөрөтә. «Минең бәләкәй генә тормошомда ҙур хәлдәр, ҙур ваҡиғалар күп булды», - ти Р. Ғарипов мәктәп йылдарын хәтерләп. Ул - балалыҡ, йәшлек, хыял донъяһы; белем алып, үҙеңде тормошҡа, хеҙмәткә әҙерләү осоро. Тәүге мөхәббәт, янып-көйөүҙәр, йәшлек ялҡыны, йәшлек талпынышы - барыһы бар. Шулар йәш кенә күңелендә генә ҡалмай, уҡыусы яҙмалары булып көндәлектәренә күсә, ҡалын-ҡалын дәфтәрҙәр булып өйөлә бара, «Йәшлек» тигән роман яҙыла башлай. «Йәшлек! Йәшенле йәшлек! Ни тиклем гүзәл ваҡыт ул! Их, әгәр ҙә мин ошо исемдәге романымды яҙып бөтөрһәм, әгәр ҙә ул йәштәр өсөн йәшәргә өйрәтеүсе тормош китабы була алһа, мин ниндәй бәхетле булыр инем. Яҙасаҡмын мин уны. Донъяла иң татлы нәмә - үҙең теләгән хеҙмәттер ул. Эйе, яңылышмайым», - ти ул романға баш һүҙендә.

Мәктәп йылдары тураһында шул эҙҙәр менән шул осорҙа уҡ яҙыла башлаған «Йәшлек» романы көндәлек мәктәп яҙмаларының әҙәби төҫ һәм сюжет алған бер формаһын хәтерләтә. Бында ла шул көндәлек яҙмаларындағы уртаҡ хәл-ваҡиғалар, мәктәп тормошо, бер үк геройҙар. Автор үҙе Вәхит образы аша бирелгән. Тормош, әҙәбиәт, сәнғәт тураһында бәхәстәр. Йәш кешенең мораль йөҙө. Йәш совет кешеһе нисек булырға тейеш. Тәүге мөхәббәт, яныу-көйөүҙәр, һүрелеүҙәр, үпкәләш, яңылыштар. Яҙа аҙымдар, төҙәлеүҙәр, үҙ-үҙеңде еңеүҙәр һ. б. Уларҙа күпме балалыҡ бер ҡатлылығы, йәшлек ҡайнарлығы һәм ихласлығы, олоса ҡыланыуҙар, тормошҡа китапса, китап аша ҡараштар. Йәшлек сафлығына сорналған хыял донъяһы, мауыҡтырғыс китаптар иле.

Мәктәп яҙмалары, көндәлек һәм шул ерлектә тыуған роман күнекмәһе булып, роман һымаҡ ҡалын-ҡалын төпләмәләрҙе тәшкил итһәләр ҙә, улар әле бары бер ҡатлы йәшлек романтикаһы ғына тиерлек.

Бер һандыҡ булыр был яҙмалар Рәми Ғариповтың тормош һәм ижад юлын өйрәнгәндә махсус тикшеренеүгә лайыҡ. «Студент яҙмалары», йәғни Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡыған 1950 -1955 йылдарҙағы яҙған көндәлектәре Рәми Ғарипов дәфтәрҙәренең үҙәк өлөшөн, шәхес һәм шағир булып формалашып етеүенең иң ҡыҙыҡлы, әһәмиәтле осорон тәшкил итәләр.

Студент йылдары - Рәми Ғариповтың тормошондағы яңы осор. Мәскәү, Әҙәбиәт институты - уға бөтөнләй яңы донъя. Беренсе курсты тамамлаған саҡта 1951 йылдың июнь көндәлегендә ул шуларҙы яҙа. (Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беренсе курстағы дүрт көндәлек дәфтәрен беҙ таба алманыҡ): «Йәшен ялтлаған кеүек бер йыл ғүмер ҙә үтеп китте Мәскәүҙә. Уға килгәндә мин 18 йәшлек бик бер ҡатлы ҙур бала инем. Һәр аҙым һайын — яңылыҡ! Һәр нәмәгә күҙ төбәгән һайын - яңылыҡ! Һәр нәмәгә ҡолаҡ һалған һайын - яңылыҡ! Яңылыҡ! Яңылыҡ! Шуға күрә мин яңы бер донъяға килеп сыҡҡан кеше кеүек иҫерҙем. Хатта мин үҙ-үҙемә генә түгел, башҡаларға ла ҡыҙыҡлы тойола инем».

Мәскәүгә килгәс, ул Өфө мәктәбендәге бер ҡатлы балалыҡ хыялдарынан айный төшә, әммә илебеҙҙең шаулы баш ҡалаһы, ундағы аҙым һайын яңылыҡ, грандиозлыҡ, яңы таныштар, институт тормошо бөтөнләй яңы донъяға алып инеп тағы ғәжәпһендерә, арбай бара. Ул буш хыялдарҙан арынғандай итә, ҙур балалығы студент йәшлеге менән алмашына, әммә уй-теләктәре ғилем, китап донъяһы менән тығыҙыраҡ үрелә, әҙәбиәт, сәнғәт иле үҙ ҡосағына ала. Ул барыбер хыял кешеһе булып ҡала.

Студент йылдары - Рәми Ғариповтың ҙур тормошҡа, эшкә, ижадҡа яҡындан әҙерлек осоро. Әҙәбиәт институты - белем эйәһе, һүҙ оҫтаһы булырға етешеү вузы. Шуға әҙәбиәт, сәнғәт ғилеме, әҙәби, фәнни китаптар, ижади оҫталыҡ семинарҙары, әҙәби күнекмәләр - уның төп шөғөлө. Көндәлек студент яҙмаларында ла шулар төп урынды биләй. Бына ул көндәлектәре эсендә үк рус классик һәм совет әҙәбиәте, көнбайыш әҙәбиәттәре һәм сәнғәт буйынса ентекле конспект алып бара. Улар ғәҙәти студент конспекттары түгел. Рәми Ғарипов, үҙе яратып тыңлаған профессорҙарҙың, өлкән уҡытыусыларҙың төп фекерҙәрен теркәп барыу менән бергә, шунда уҡ үҙ ҡараштарын да өҫтәп ебәрә, бәхәс һүҙҙәрен әйтә, һоҡланысын да йәшермәй, тәнҡит, тәнбиһ ҡараштарын да ҡуша.

Әҙәбиәт институты студенты өсөн әҙәбиәт теорияһы һәм тарихы шулай уҡ үҙәк предмет булып тора. Рәми Ғарипов көндәлектәре эсендә антик әҙәбиәттән алып урта быуаттар аша яңы классик көнбайыш әҙәбиәтенә тиклем ҙур араны, классик яҙыусылары өлгөһөндә системалы теркәп бара. Гомер, Рабле, Вольтер, Шекспир, Гете, Шиллер, Байрон, Шелли, Бальзак, Флобер, Стендаль, Диккенс кеүек донъя әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәрен ҡайтанан уҡып, теоретик фекерҙәр, концепциялар менән нығытып зиһененә һеңдерә, көндәлектәр битен белем күнекмәһенә әйләндерә. Рус классик әҙәбиәте иһә Рәми Ғарипов өсөн бар күңелен биреп, мауығып шөғөлләнгән дәрес. Үҙе бер ҡабатланмаҫ әҙәби оҫталыҡ мәктәбе, тиңһеҙ рухи хазина. Боронғо рус әҙәбиәтенән алып XVIII—XIX быуаттар әҙәбиәтенә тиклем эҙлекле курстарҙы, Радищев, Карамзин, Грибоедов, Пушкин, Лермонтов, Гоголь, Тургенев, Достоевский, Толстой, Чехов һ. б. классиктар буйынса лекциялар, махсус курстар тыңлау, рус классикаһын яңынан уҡыу, яңыса үҙләштереү ана шундай мәктәпкә әйләнә. Бының өсөн махсус дәфтәрҙәр ҙә тота. «Ғөмүмән, көнбайыш әҙәбиәте һәм рус әҙәбиәте буйынса лекцияларҙы мин бик тырышып яҙам», - ти ул көндәлегендә. «Конспекттарҙы яҡшы тышлы ҙур дәфтәргә яҙып барам һәм уларҙы бик яратам. Мин уларҙы студент йылдарының матур иҫтәлеге итеп һаҡлап ҡаласаҡмын. Киләсәктә улар миңә кәрәк буласаҡтар. Сөнки мин уларҙы үҙемсә, үҙемдең фекерҙәрҙе лә ҡушып яҙам». Улар, шулай итеп, авторҙың көнбайыш һәм рус классик әҙәбиәтенә тәрән мөхәббәтен, ҡараштарын сағылдырған иҫтәлекле ҡомартҡылар булып һаҡланырлыҡ.

Бына ул бөйөк рус халҡының Герцен, Белинский, Чернышевский, Добролюбов кеүек революцион-демократтар ижады, аҡыл эйәләренең шәхесе менән мауыға. Уларҙың әҙәби, әҙәби тәнҡит, философик әҫәрҙәрен кинәнеп уҡый, зиһенен байыта, рухын нәфисләй. Ҡанатлы һүҙҙәрен, төплө фекерҙәрен дәфтәренә теҙә. Өҫтәүенә, үҙе әйтмешләй, «Бөйөк кешенең фекерҙәре артынан үҙеңдең фекерҙәреңде йөрөтөү ниндәй яҡшы! Иң бәхетле, иң күңелле минуттар!» Йәки «Бына бөгөн Герцен тураһында уҡыным, -тип башлай 1953 йылдың 7 июнь көндәлегендә. - Огаревтың тормош юлы, эшмәкәрлеге менән таныштым. Герцен тураһында Белинскийҙы уҡып рәхәтләндем. Мин үҙемде шундай ҡанатлы итеп тоям! Бында рус һүҙҙәренең көсө, бөйөклөгө, мәңгелеге! Әллә күпме көс инә күкрәккә. Әллә күпме дәрт өҫтәлә йөрәккә».

Чернышевский иһә Рәмиҙең мәктәп йәшенән үк рухи юлдашы. «Чернышевский ысынлап та минең тормошомда иң ҙур тәьҫир ҡалдырған яҙыусы, - тип раҫлай хәҙер студент кеше. - Уның көндәлектәре, уның гүзәл романы минең йөрәгемә әле мәктәп парталарында ултырғанда уҡ инделәр. Ул минең киләсәктәге тәртибемде, ғәҙәттәремде билдәләне. Мин үҙемдең ғазаплы һорауҙарыма иң матур, иң тулы яуаптарҙы уның фекерҙәренән таптым».

Рус совет әҙәбиәте буйынса лекциялар, М. Горький, В. Маяковский, А. Блок, С. Есенин, А. Серафимович, А. Фадеев, А. Твардовский хаҡында махсус курстар Рәми Ғарипов өсөн зиһен һәм күңел байрамы. Ә быларҙан тыш үҙ аллы уҡыу! «Төнө буйы Блокты уҡып яттым, ти ул, мәҫәлән. - Йоҡо килмәй. Ниндәй көс, ниндәй йөрәк! Хәҙер минең тормошома ул Лермонтов, Пушкин, Есенин кеүек инде. Быға тиклем уны ныҡлап өйрәнмәүем һис тә ғәфү итерлек түгел». Институтта үҙе шулай лекциялар, спецкурстар тыңлай, конспект алып бара, ә ятаҡта көнө-төнө совет классикаһын уҡый, Есенин, Блок, Твардовский шиғриәттәре донъяһында йәшәй. Ә бына Маяковскийҙы әлегә ни эшләптер һалҡын аҡыл менәнерәк ҡабул итә, ҡабынып бармай. Әүәлгесә, Горький менән мауыға, Макаренконың педагогик, этик доньяһына инеп китә.

Әҙәби энциклопедиянан сығып, 1952 йыл башында уҡыр-танышыр өсөн төҙөлгән әҙәбиәттәр исемлегенә ҡарағанда ғына ла, Рәми Ғариповтың донъя әҙәбиәте, СССР халыҡтары әҙәбиәте буйынса ҡыҙыҡһыныуының ни тиклем киң икәнлеген самаларға мөмкин. Унда көнсығыш классик әҙәбиәттәре лә бар. Туған башҡорт әҙәбиәте, татар әҙәбиәте. Һоҡланып, ҡаҙаҡ классигы Абай афоризмдарын көндәлегенә теркәй, Мохтар Ауэзов китаптарын уҡый; Янка Купала ижады менән ҡыҙыҡһына, ҡат-ҡат Туҡайға ҡайта; Мәжит Ғафуриҙы яңынан башлай.

Көндәлектәренән,конспекттарынан күренеүенсә, Рәми Ғарипов - бөтә барлығы менән әҙәбиәт институты студенты, әҙип булаһы кеше. Матур әҙәбиәт үҙе, әҙәбиәт ғилеме тотош зиһен һәм күңел шишмәһе, рухи хазина. Уның девизы - барыһын белергә, шул әҙәби байлыҡҡа эйә булырға!

Шунан сығып, икенсеһе - «Миңә тиклемге байлыҡҡа эйә булмай тороп, үҙең ниндәй байлыҡ ҡалдырырға мөмкин һуң?..» тигәне.

Яҙыусы тәрән белемле һәм юғары культуралы шәхес булырға тейеш - быны Рәми бөтә аҡылы, йөрәге менән тоя. Әҙәбиәтте генә түгел, музаның бөтә төрөн - музыкаһы, һынлы сәнғәтте, театр, кино сәнғәттәрен ныҡлап үҙләштерергә, үҙендә юғары эстетик тойғо тәрбиәләргә ынтыла. Рус классик музыкаһы буйынса лекциялар тыңлай. Глинка, Бородин, Римский-Корсаков,Чайковский, Глазунов кеүек классик композиторҙар ижадым өйрәнә, концерттарына, Ҙур театрга йөрөп опералары, симфониялары, кантаталары менән сикһеҙ әҫәрләнә. Көндәлеге композиторҙар хаҡындағы яҙмалары, фекерҙәре менән тулы.

Третьяковкаға барып һынлы сәнғәт менән танышырға, сәғәттәр буйы иҫәпһеҙ залдарын ҡыҙырырға, рәссамдар хаҡында лекциялар тыңларға ла форсат таба ул. Алған тәьҫирҙәр, аҡыллы фекерҙәр көндәлектәренә күсә. Мәскәү театрҙарына йөрөй, театр, артистар тураһында махсус әҙәбиәт уҡый, Луначарский исемендәге Театр сәнғәте институтында уҡып ятыусы йәш башҡорт артистары, артисткалары менән таныша, улар менән аралаша. Юҡ, ҡоро белем, культура киңлеге өсөн генә түгел, әҙип булараҡ киләһе ижады өсөн дә бик хәжәт уға бөтә сәнғәт төрҙәре. Ысын әҙиптең һүҙҙәр ҡеүәһен моңдар арбауы, буяуҙар нәфислеге, скульптур ыҡсымлыҡ, композицион бөтөнлөк менән ҡуша белеүе ҡиммәт. Музаларҙың татыулығы, гармонияһы мөһим уға. Шул яҡҡа баҫым яһап, көндәлектәрендә ул, мәҫәлән, былай ти: «Художниктар тураһында уҡыу файҙалы - әҙәбиәтте икенсе бер өлкә аша күреү кәрәкле. Тәбиғәтте, кешеләрҙе күҙәтә белеү өсөн художник күҙе күп нәмәгә өйрәтә кеүек». Тимәк, шағир өсөн художник күҙе лә, композитор ҡолағы ла, артист тойомлауы ла бик кәрәк икән. Ә институттағы ижад семинарҙары? Матбуғатта сыҡҡан яны әҫәрҙәрҙе, мәҡәләләрҙе тикшереү? Шулар буйынса йәки берәр конкрет темаға, мәсьәләгә ҡарар диспуттар, бәхәстәр? Бер-берең яҙған шиғырҙарҙы, хикәйәләрҙе, мәҡәләләрҙе анализлау? Үҙҙәре бит алмаштырғыһыҙ ижад лабораторияһы. Аналитик фекер йөрөтөүгә, һөйләргә, үҙ ҡараштарыңды яҡларға, оҫталыҡҡа өйрәнеү мәктәбе. Атаҡлы шағир С. С. Смирнов алып барған поэзия буйынса семинарҙар, В. П. Катаевтың проза буйынса семинарҙары Рәми Ғарипов өсөн өс-дүрт йыл эсендә ғүмерлеккә етер ижади мәктәп булып әүерелә. Курсташтары менән бергә уның да зиһен ҡеүәһе, ҡәләм осо сарлана, ижадҡа талапсан, яуаплы ҡарау тойғоһо йәнә арта.

Ни тиклем яуаплылыҡ менән килә Рәми үҙе бындай семинарҙарға әҙерләнеүгә, докладтар яһауға. Бына ул семинарҙа совет әҙәбиәте буйынса доклад яһарға тейеш. Ни саҡлы уйлана, әҙерләнә ул уға: «Нисек тә яңыса башларға, бер кемгә лә оҡшамаҫҡа кәрәк. Унан һуң, теоретик яҡтан тәрән булһын. Ҡыш буйы семинарҙа сығыш яһарға баҙнат итмәү өсөн дә хаҡты түләргә кәрәк. Унан һуң, иптәштәр алдында сығыш яһау бик яуаплы. Уларҙың бөтәһе лә киләсәктәге әҙәбиәт арыҫландары! һәм һин улар араһында Башҡортостан вәкилеһең!» Башҡортостан вәкиле курсташ ҡәләмдәштәрен һоҡландырып, семинар етәксеһе шағир Смирновты ҡыуандырып, ғәжәп төплө, эмоциональ доклад яһай. Унан ихлас фекер алышыу, тормош, поэзия хаҡында ҡайнар һөйләшеү ҡыҙып китә. Бындай семинарҙар институтта йыш була, ундағы һөйләшеүҙәр, фәһемле һүҙҙәр, уйҙар, тойғолар көндәлектәрендә сағылыш таба, юйылмаҫ ҡомартҡы булып ҡала. Был семинарҙарҙа, мәҫәлән, хәҙер Ленин премияны лауреаты, әүәлге һинең курсташың, хатта ятаҡташың Егор Исаевтың, Дәүләт премияһы лауреаты мари шағиры Миклай Казаковтың, хәҙер Хәмзә исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты үзбәк Примкул Ҡадыровтың, алтай яҙыусыһы Аржан Адаровтың - Рәми Ғарипов ижадына ҡарата, Рәми Ғариповтың улар әҫәрҙәре буйынса әйткән фекерҙәре, хуплау, тәнҡит һүҙҙәре онотоламы ни? Улар хәҙер ҡәҙерле тарих, онотолмаҫ һабаҡ булып йәшәй бирә. Хәҙерге әҙәбиәт арыҫландарының һүҙ ҡәҙере, хәтирәләре мәртәбәләнә бара.

Шулай тора-бара ҡәҙерҙәре тағы ла артыр көндәлек яҙмалары тураһында үҙ ваҡытында уҡ автор үҙе лә әйткеләй килә: «Көндәлек тормош, әҙәбиәт тураһында һәм уҡылған китаптар тураһындағы фекерҙәр, бергә уҡыған иптәштәрҙең һүҙҙәре, фекерҙәре, ижади семинарҙарҙа үткәрелгән эштәр, кисергән тойғолар, уйланған уйҙарҙы теркәп барыусы үҙ- үҙем менән һөйләшеү һәм үҙ-үҙемде хөкөм итеү дәфтәре был. Был - минең тормошомдоң бер киҫәге».

Көндәлектәр, ысындан да, Рәми Ғарипов тормошоноң бер киҫәге, ғүмер юлының һәм ижадының бүленмәҫ бер өлөшө ул.

Институтта атаҡлы яҙыусылар менән осрашыу кисәләре үҙҙәре ғүмергә иҫтә ҡалыр ваҡиғалар. Константин Федин, Леонид Леонов, Александр Твардовский, Назым Хикмәт, Мариэтта Шагинян һ. б. бик күптәр менән... «Ғүмергә онотолмаҫ ундай көндәр, -ти Рәми яҙмаларымда. - Ғүмергә! Мин уны үҙемдең бәхетле көндәремдән итеп һаҡлармын». Улар - ҙур яҙыусыларҙың үҙҙәре менән туранан-тура һөйләшеү, аҡыллы һүҙҙәрен, кәңәштәрен ишетеү бит. Студентҡа, ижадҡа күпме илһам, ҡанат бирә улар.

Рәми Ғарипов Назым Хикмәт менән ике тапҡыр осрашыу кисәләрен, үҙен күреп һөйләшеүҙе, бер һүҙен төшөрөп ҡалдырмаҫҡа тырышҡандай, көндәлек дәфтәренә ентекләп яҙа. Үҙе тарих, үҙе фәһемле ижади һабаҡ яҙмалары хәҙер улар. Степан Злобиндың үҙ тарихи романдарын, бигерәк тә «Салауат Юлаев» романының нисек яҙыуын һөйләүе, әҙәби эш тәжрибәләре менән уртаҡлашыуы - үҙе бер тарихи дәрес. Рәми Ғарипов үҙе Степан Злобинға «Салауат Юлаев» романына бәйләнешле әллә нисә һорау бирә, авторҙың бик ҡыҙыҡлы яуаптарын ишетә. Ишетеп кенә ҡалмай - барыһын да дәфтәренә теркәп ҡуя.

Студент Рәмиҙең лекциянан, семинарҙарҙан ҡалған ваҡыттары күберәк китап уҡып үтә. Күп уҡый, үҙе әйтмешләй, көнө-төнө уҡый. Байтаҡ таңдарын китап менән йәки көндәлектәр яҙып ҡаршылай. Бар теләге - бөтә донъя классикаһы, рус классиктары әҫәрҙәрен аңлы үҙләштереү. Ул үҙенә гел бер нәмәне туҡый: «Уҡырға, уҡырға һәм уҡырға! Донъя классиктарын, бигерәк тә рус классиктарын әгәр ҙә һин биш бармағың кеүек белмәһәң, нисек итеп инде үҙеңде әҙәбиәтсе итеп иҫәпләргә мөмкин?»

Китап - Рәми өсөн тиңһеҙ рухи хазина, белем сығанағы. Эстетик тәрбиә, зауыҡ мәктәбе. «Китаптарға мин тыныс ҡына ҡарай алмайым, - ти ул көндәлегендә. - Мин хәҙер үҙемдең тормошомдо уларҙан башҡа бер генә сәғәткә лә күҙ алдына килтерә алмайым. Кеше аҡылы тыуҙырған иң бөйөк мөғжизә - ысынлап та китап миңә. Горькийҙың китап тураһындағы фекерҙәрен, әйтерһең, мин донъяла иң тәрән аңлаған кеше... Әгәр мин ҡәберемә һәйкәл ҡуйырлыҡ кеше була алһам, ул һәйкәлде аҡ мәрмәрҙән китап итеп эшләһендәр ине».

Боронғолар әйтмешләй, Рәми, әйтерһең, китап ене ҡағылған әҙәм. Китапһыҙ уға йәм дә, йән дә юҡ. «Китаптар - ни тиклем ҙур, көслө улар! Йылдар, быуаттар буйынса әллә күпме кешеләр, әллә күпме эҙләнеүселәр менән тере кеше кеүек һөйләшә улар. Бына мин дә бер эҙләнеүсе, ғазапланыусы», - ти ул.

Рәми китап донъяһы менән йәшәй. Ул китаптан рухи аҙыҡ алып, үҙен борсоған һорауҙарға яуаптар эҙләп кенә ҡәнәғәтләнмәй, шундағы геройҙар уйҙары, ғазаптары менән берсә шатланып, берсә ғазапланып, барын йөрәгенә яҡын ала. Ул тормошҡа ла хатта китап аша ҡарай.

«Горькийҙы уҡып мин тормошто белдем», - ти ул, мәҫәлән. Улай ғынамы, Максим Горький Рәми өсөн баһалап бөткөһөҙ күп нәмәне аңлата, йәшәү маяғына әйләнә. «Горький китаптары!

Әгәр ҙә улар яңылыштан ғына минең ҡулға эләкмәгән булһа, мин үҙ тормошомдо, бәлки, бик яңылыш ҡорған булыр, инем, - тип ебәрә хатта. - Горький минең күҙҙәремде донъяға асты. Ул миңә ин беренсе кеше булып Кеше тураһында, әҙәбиәт тураһында һөйләне».

Студент Рәми Ғарипов әле – баштан - аяҡ китап кешеһе. «Шул тиклем мин китап кешеһе, шул тиклем мин непрактичный», - ти ул үҙе лә. Әйтере бармы, көн-төн китап донъяһында йәшәгәс! Ҡасан ҡарама, уның ҡулында шул китап. «Урманға сығып киттем, - тип яҙа көндәлегендә, мәҫәлән. - Минең менән Ғүмәр Хәйәм, Абай һәм Ғабдулла Туҡай. Уларҙы уҡып яттым да тәбиғәтте уҡырға керештем. Тәбиғәт ниндәй бөйөк китап!»

Бына ул бер заман Джек Лондон менән мауыға. Әллә нисә көн тәмләп «Мартен Иден»ды уҡый, донъяһын онотоп. «Лондон тормошто Горький кеүек белә. Уның көсө шунда», ти йәнә үк, кумиры менән сағыштырып. Романда Мартин Идендың тормошо менән нығыраҡ танышҡан һайын, Рәми үҙен шул герой кеүегерәк тоя башлай. Уның шатлыҡтарына геройҙан былай шатлана, ҡайғыларынан хәсрәтләнеп ҡала. Ә эксплуатацияға ҡоролған тормош Мартин Иденды ниндәй ауырлыҡтарға дусар итеүен, ниһәйәт, һәләкәткә килтереүен күҙәтеү уны тамам тетрәтә. Уҡый-уҡый, герой менән гүйә һөйләшеүгә күсә: «18 ғинуар (төнгө сәғәт 3). Мартин Иден! Ниндәй ҡурҡыныс һинең тормошоң! Ҡайҙа һин, элекке Мартин Иден! Ауыр һинең тормошоңдо уҡыу! Ләкин мин һине бөтөнләй икенсе тормошта, бөтөнләй икенсе маҡсат менән йәшәгән көндә уҡыйым. Бәхетем был минең. Һинең тормошоңа ҡарау миңә бик кәрәкле. Миңә бик ауыр булған саҡта мин һине һәр саҡ иҫкә алырмын, көслөрәк булырмын».

Рәми бының менән генә хушһынып ҡала алмай. Был китапты башҡорт теленә тәржемә итеп, башҡорт уҡыусыларына туған телендә еткерәһе килә. «Был бөгөн бигерәк тә кәрәк, - ти ул, Америкала, Джек Лондон Америкаһында, ҡәбәхәт алтынлы, ҡанлы алтынлы күҙ йәштәренән йыйылған алтынлы, тағы ла ҡан ҡойоуҙы, тағы ла күҙ йәштәре түгеүҙе көткән алтынлы АҠШ булған өсөн кәрәк».

Ә артабан Рәмиҙе Мопассан көтә. Быныһы - бөтөнләй икенсе донъя. Ул йәнә мауығып, быға мөкиббән китә. Бер заман ул инглиз ледиҙары, джентльмендары, француз мюсьелары, мадамдары көнкүрешенән шулай уҡ китаптар аша Рәсәйҙең үҙенә, казактар тормошона ҡайта. Казактар тормошо. Уны Михаил Шолоховтан да шәберәк һүрәтләгән яҙыусы бармы икән? Атаҡлы «Тихий Дон». Китап уҡыла, көндәлек дәфтәргә айырым репликалар, фразалар теркәлә бара: «1955, 14 ғинуар. Төнгө сәғәт 3. «Тихий Дон»дын беренсе китабын уҡып сыҡтым. Шолохов - ниндәй көс! Башҡа бер һүҙ таба алмайым. Күптән инде минең бындай китап уҡығаным юҡ ине. Ни тиклем тормош!.. Һаранлыҡ эсендә иҫ киткес байлыҡ! Бөйөк художник Шолохов! Бөтә йөрәктән ышанам хәҙер. Һунғы глава ҡот осҡос көслө...» «24 ғинуар. «Тихий Дон»ды тотош уҡып бөтөрҙөм. Һоҡланып бөтә алмайым. Ҙур мәктәп! Көткәнем бушҡа сыҡманы. Көткәндән күберәк алдым. Ҡайһы бер главаларын ике-өс ҡабат уҡыным. Көнө-төнө мин тик Шолохов геройҙары менән йәшәнем һәм бына бөгөн уларҙан айырылыу моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла. Бына, исмаһам, художник! Миңә хәҙер 23 йәш. Ә Шолохов 23 йәшендә «Тихий Дон»дың ике китабын сығарған! Иҫ киткес! Донъяла шундай китапты уҡыуың ғына ла ҙур бәхет... Был китапты уҡып сыҡҡандан һуң, уны тағын да ҡат-ҡат уҡығы килә. Иҫ киткес тәрәнлек, киңлек, шиғриәтлек! Китаптың һәр юлында поэзия һәм кешелеклелек. Тик тәбиғәтте һүрәтләгән биттәрҙе бергә йыйып, айырым бер китап итеп сығарғанда ғына ла ғәжәп бер поэма булыр ине. Ләкин тәбиғәт кешеләрҙән айырылғыһыҙ. Тәбиғәт үҙе генә лә китаптың үлемһеҙ бер геройы. Миңә хәҙер «Тихий Дон»ды уҡымаған кеше - тормошонда бик ҙур тормоштан мәхрүм булған кеше. Ярты ай буйы мин бөйөк һәм ҡот осҡос тормошта йәшәп сыҡҡан кеүек булдым».

Китап донъяһы студентҡа, булаһы әҙипкә күпме рухи аҙыҡ, эстетик зауыҡ бирә. Күпме фәһем ала ул классиктарҙан.

Кеше классикаға бер нисә тапҡыр әйләнеп ҡайта. Студент Рәмиҙең уға әле икенсе ҡайтыуы. «Торған һайын бер фекер нығый, - ти ул көндәлегендә, төрлө кеше әҙәбиәтте төрлөсә һәм төрлө йәштә төрлөсә ҡабул итә. Лермонтовты кисә уҡыған булһаң, бөгөн ул бөтөнләй яңы шағир. Белинскийҙың уның тураһында яҙған фекерҙәрен уҡыһаң, ул тағын да яңы!» Тимәк, йылдар үткән һайын, белемең, донъяға ҡарашың киңәйгән һайын, классик әҙәбиәтте, китапты тағы тәрәнерәк аңлай бараһың икән. Китап күпме арбап әсир итмәһен, уның серҙәрен дә төшөнә килгән кеүекһең. Ләкин, нисек кенә булмаһын китап донъяһы, әҙәбиәт уҡыу Рәми өсөн һис тә генә үҙмаҡсат түгел. Мөкиббән китеп мауығыуының да ҡоро күңел йыуанысы менән һис уртаҡлығы юҡ. Китап - уға белем сығанағы, әҙип булаһы кешегә иң фәһемле оҫталыҡ мәктәбе, тормошто аңларға килеү юлы.

Туған халҡының яҙып алынған йәки телдә йәшәгән поэтик ижадын тәрәнтен өйрәнеү — Рәми Ғариповтың ҙур теләге. 1951 йылғы көндәлегендә ул шулай яҙа: «Миндә ҙур бер теләк уянды - «Халыҡтан өйрәнергә» тигән хеҙмәт яҙырға! Унда башҡорт халыҡ ижады һәм башҡорт әҙәбиәте тигән мәсьәлә хәл ителергә, М. Ғафури, С. Ҡудаш, Рәшит Ниғмәти һәм Мостай Кәрим ижадына фольклорҙың ниндәй йоғонто яһауы яҡтыртылырға, фольклорҙың әһәмиәте һәм уны нисек өйрәнеү, йыйнау мәсьәләләре тураһындағы фекерҙәр әйтелергә тейеш. Бигерәк тә Мостай Кәримдәге иң матур халыҡсанлыҡ тураһында һөйләге килә. Быйыл был өлкәлә күп кенә әҙерлек эшләргә, өйрәнергә тейешмен». Бының өсөн ул башта бөтә Башҡортостанды йәйәү йә атта йөрөп сығырға тейеш. Арғаяш, Ҡоншаҡ яҡтарына ла етергә уйы. «Маҡсат - тел һәм халыҡ ижадын, тормошон өйрәнеү, тәбиғәт менән танышыу... Халыҡтың һөйләшеү телен иғтибар менән өйрәнергә һәм фольклор йыйырға - бынһыҙ инде мин йәшәй алмайым.

Башҡортостанды мин үҙ күҙҙәрем менән ус төбөндәге кеүек күреп торорға тейешмен. Ни тиклем алда ҡыҙыҡлы тормош һәм яңы тәьҫирҙәр тора», - ти ул 1952 йылдың йәйге каникулы яҡынлар айҙарҙа.

Шул йылдың июль-август айҙарында инде ул Башҡортостандың Урал аръяғында - Ирәндек, Ҡырҡты, Талҡаҫ, Яҡтыкүл буйҙарында, йәйәүләп тигәндәй, ил ҡыҙырып йөрөй. Боронғоно, фольклорҙы яҡшы белгән - ҡарттар менән осраша: ҡурай, йыр оҫталарынан йырҙар, легендалар яҙып ала. Салауат, Брагин ташы кеүек легендаларҙы, Күҫәкбей ҡобайырын һ. б. дәфтәренә теркәй. Шулай итеп, бер нисә дәфтәр фольклор яҙмалары хасил була. Улар киләһе йылдарҙа тағы тулылана, ишәйә бара. Был яҙмалар хәҙер үҙҙәре махсус өйрәнерлек.

Рәми Ғариповтың көндәлектәре яҙыусылыҡ эшенә мөнәсәбәтен, үҙенең ижади күнекмәләрен, ижад лабораторияһын сағылдырыу йәһәтенән үтә ҡыҙыҡлы. Ул көн дә ниҙер яҙыуҙы, ҡәләм тибрәтеүҙе кәрәкле күнекмә итеп ҡарай. Н. В. Гоголдең «көн дә һис юғы ике сәғәт булһа ла өҫтәл артында ултырығыҙ һәм үҙегеҙҙе яҙырға мәжбүр итегеҙ» тигән һүҙен ҡағиҙә итеп ала. Бына ул ошо яҙышыу - ижад процесы хаҡында уйлана: «Яҙыу процесында бик күп нәмәләр, хатта бөтөнлән башыңа килмәгән нәмәләр килеп тыуа. Быны һынағаным бар минең. Һәм үҙеңде мәжбүр итә белеү иҫ киткес кәрәкле һәм файҙалы. Һәр саҡ илһам килеүенә генә ҡарап эшләһәң, бер ни ҙә сыҡмаҫҡа мөмкин... Эҙләнергә кәрәк, янырға, табырға, тырышырға кәрәк. Бит тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан! Эҙләгәнеңдә табылған тимер ҙә - алтын». Ҡайһы бер әҫәрҙәренең планы, схемаһы тыуа. «Ә ҡағыҙҙа инде схема бар икән, уны уҡыған һайын тултырырға, төҙәтергә, үҫтерергә һәм тәрәнәйтә барырға мөмкин. Һинең бөтә фекерең шул эшкә туплана. Бөтә донъяң менән уның эсендә йәшәйһең. Инде һин үҙеңде мәжбүр итеү менән түгел, ә шиғырҙы яҡшы булырға мәжбүр итеү менән янаһың. Бында инде намыҫ та яна!..»

Бына Рәми тәүге йыйынтығын әҙерләп йөрөй. «Хәҙер инде миңә шиғырҙарҙың тематикаһын да киңәйтеү яғын уйларға, нығыраҡ һәм нығыраҡ эшләргә кәрәк, - ти ул 1953 йылдың апрелендә үҙ көндәлегендә. - Әле үҙемә оҡшағаныраҡтарын бер дәфтәргә күсереп яҙам. Тәүге йыйынтыҡтың ул нигеҙе булырға тейеш. Өфөлә саҡта Союзға инеп Мостай ағай менән байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Мин уға «Салауат батыр»ҙы уҡыным. Әкиәтте оҡшатманы. Теле генә әйбәт, тиие. Яңынан тәрән итеп уйларға ҡушты. Ә шиғырҙарҙың тематикаһы тар булыуын әйтте. Үҙенә оҡшағандарын һайлап алып, газетаға ҡалдырып китергә кәңәш бирҙе».

Мәскәүҙә саҡта был яҙған шиғырҙарын үҙе кеүек Әҙәбиәт институты студенттары - йәш ҡәләмдәштәр Рафаэль Сафинға, Рәис Низамовҡа, Шакир Янбаевҡа уҡый. Төрлө бәхәстәр булып ала, кәңәштәр ишетә. Ҡайһы берҙәрен руссаға юлға-юл тәржемә итеп, рус ҡәләмдәштәренә уҡып ишеттерә. Хуплау, кәңәш һүҙҙәрен тыңлай. Ниһәйәт, Өфөгә алып ҡайтып нәшриәткә тапшыра. Бер саҡ китап «Йүрүҙән» исеме менән донъя күрә. Авторҙың шатлығының сиге юҡ. Тәүге китабына ул өмөт бағлай. Автор өсөн ул тәүге мөхәббәте, беренсе балаһы төҫлө. Шул китап менән институтта диплом яҡлай. Ул уҡытыусыларынан, курсташтарынан шаҡтай юғары баһа ишетә. Республика матбуғатында тәнҡит йылы һүҙҙәр әйтә. Баязит Бикбай рецензия яҙа. Әҙәбиәткә өмөтлө шағир килеүе әйтелә. Тик автор үҙе генә күбеһе менән ҡәнәғәт түгел;

Шағир булараҡ, Рәми Ғарипов үҙенә ҙур талаптар ҡуя. Үҙ-үҙенә ҡағиҙәләр сығара. Бына улар: «Үҙ-үҙемә ҡағиҙәләр: һәр саҡ асыҡ бул. Иланы, тимә, ә илағанын күрһәт. Һөйләмә, протокол төҙөмә, ә күрһәт. Иҫке сюжеттарҙан ҡурҡма, ләкин уға үҙеңсә килә бел. Шул саҡта ғына һин яҙыусы. Һәр нәмәлә үҙеңсә бул. һәр нәмәне Толстой кеүек үтә күр. Бер ҡасан да үҙеңдең әҫәреңдә әйтә торған фекерҙе үҙең алдан уҡ әйтеп торма, ә уҡыусы уны уҡып сыҡҡандан һуң ғына үҙе фекерләп ҡуйһын... Уҡыусы геройҙар менән йәшәһен, һөйһөн, үҙе бер тормошта үтһен, ғазапланһын, шатланһын. Толстойҙыц бөтә әҫәрҙәре лә шулай уҡыусыны тотоп алыусан, үҙҙәре менән йәшәтеүсән - үҙеңдең яҙа торған әйбереңде яҡшы бел... Бер ҡасан да үҙеңде халыҡ ижадынан айырма, халыҡ ижадынан ғүмер буйы өйрән. Тәржемәне лә үҙеңдең юлдашың ит».

Рәми Ғарипов - максималист кеше. Ҡағиҙә-теләктәре лә Толстойсараҡ. Башында йөрөгән ижад пландары ла бәләкәй түгел. «Башҡа килгән яҙасаҡ нәмәләр сикһеҙ, - ти ул. - Ленинград тураһында, Новгород тураһында, Ватан һуғышы көндәрендәге Башҡорт дивизияһының батырлыҡтары тураһында, башҡорттарҙың Иван Грозныйға башҡорт ерен рус еренә ҡушыуҙарын һорап, Мәскәүгә саңғыла килеүҙәре тураһында, Ватан һуғышы көндәрендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың эше тураһында, Шәһит Хоҙайбирҙиндең Кронштадтағы фетнәне баҫтырыуҙа ҡатнашыуы тураһында, мәктәп тормошо, аэроклубта уҡығанда осоуҙар тураһында, үҙемдең тәүге мөхәббәт тураһында, тәүге ҡабат редакцияла эшләү тураһында, Мәскәү тураһында... Тағы әллә күпме нәмәләр хаҡында яҙғы килә».

Ә Салауат темаһы? Әллә ҡасан яҙа башлаған поэмаһы тынғылыҡ бирмәй. Уны яҙыр өсөн легендалар материалы ғына бик аҙ. Тарихтың үҙенә ныҡлап инәһе, архивтарҙа ҡаҙынаһы бар. «Башҡортостан тарихын һәм Башҡортостан хаҡында ниндәй әҙәбиәт бар - бөтә нәмәләрҙе уҡып өйрәнергә кәрәк, - ти ул. - Миңен Салауат бөтөнләй ҙур һәм яңы, тулы булырға тейеш. Хәҙергә мин уны тыуҙыра алмайым. Ләкин ул минең башымдан сыҡмай. Поэма хаҡында уйламаған көнөм юҡ минең. Нәмә генә уҡыһам да, нәмә генә ишетһәм дә, минең күҙ алдымда - Пугачев һәм Салауат, халыҡтар дуҫлығының көрәштә нығыуы, Башҡортостандың ауыр үткәндәре».

Шағирҙы халыҡ образы ныҡ уйландыра: «Халыҡ - ижад итеүсе. Халыҡ - иң ҙур шағир, иң ҙур йырсы. Нимә генә тыуҙырмай һуң халыҡ? Барыһын да, барыһын да. Халыҡ өмөтө - иң ҙур өмөт. «Салауат» поэмаһында халыҡ образын шулай бирергә кәрәк. Уның бөтә ҡараңғы, әрнеүле, ғазаплы тормошон күрһәтеү менән бергә, уның был ҙурлығын да бирергә!»

Шуның өсөн Рәми Ғарипов тарихты, фольклорҙы, халыҡтың һөйләү телен ныҡлап өйрәнергә тотона. Хатта аңлатмалы һүҙлек төҙөү хаҡында хыяллана.

Әммә төп уйы - яҙыу, ижад итеү. «Яҙыу - минең тормошом, иң матур хыялдарым, иң яҡшы тойғоларым, иң ҙур ышанысым. Яҙыу - йәшәүем минең», — ти ул көндәлегендә. Ижад итеү уның өсөн йәшәүенең бөтә мәғәнәһе: «Яҙыуҙан башҡа йәшәү юҡ миңә. Миңә уның даны ла, малы ла, бер нәмәһе лә кәрәкмәй. Миңә уның менән тормошҡа үҙем бирә алған тиклем файҙалы булыуым гына кәрәк. Үҙемдең кәрәклегемде тойоуҙан ҙур бәхет минең өсөн юҡ. Минең бөтә ғазапланыуым - яҙыуҙа һәм иң ҙур шатлығым да - яҙыуҙа. Ул - минең бөтә киләсәгем».

Ижад уның өсөн — этик һәм эстетик категория ла. Ижади хеҙмәт кенә кешене матурлай. Хеҙмәт кешенең йән талабына һәм рухи күркәмлегенә әүерелә. «Донъяға һине әсәң тыуҙырһа, кешеләр өсөн һине эшең тыуҙыра, - ти ул. Эш - икенсе әсәң һинең. Ул ғына, тик ул ғына һине кеше итә, матурлай, биҙәй һәм үҫтерә. Эшһеҙ һин буш һәм мәғәнәһеҙ, шатлыгың - ялған, ашағаның - харам, һөйгәнең - гөнаһ».

Ана шул файҙалы эш, ижад менән үҙенең уҡыу, йәшәү мәғәнәһен билдәләй. Бына ул, көндәлектәрендә яҙыуынса, хәҙер институтта бишенсе йыл уҡый. Әҙ белем алынмаған, әҙ ҙә эшләнмәгән кеүек. Хәҙер икенсе китабын әҙерләү хәстәрлеген күреп йөрөй. Ҙурыраҡ темаларға тотонорға уйы. Белемен уға тормош менән ҡушырға, тәжрибә менән нығытырға кәрәк. Институтты тамамлағас, теләге - хәбәрсе булып китеү. Был эш уға тормошто, кешеләрҙе яҡшыраҡ белергә, тормош үҙәгендә ҡайнарға ярҙам итер төҫлө. Үҙе әйткәнсә, әле башында - «Наполеон пландары»: тиҙерәк эшкә сумырға, ижад тулҡындарында йөҙөргә ине. Газеталарҙа үткер проблемалы мәҡәләләр, корреспонденциялар баҫылһын, шиғырҙар сыҡһын. Шағирҙар тураһында әҙәби портреттар яҙғыһы килә. Халыҡ ижады, поэтик оҫталыҡ балалар әҙәбиәте хаҡында. Йәштәр ижады тураһындағы фекерҙәре башынан сыҡмай. Йәштәр, башлап яҙыусылар өсөн шиғыр культураһы, тел, белем, фольклор, тормошто һәм тәбиғәтте белеү, традиция һәм новаторлыҡ һ. б. бик күп нәмәләр тураһында үҙенең бөтә белгәне, уҡығандары, тойоуы менән уртаҡлашҡыһы килә. Уҡығандарҙы ҡайтарырға - илгә, әҙәбиәткә, кешеләргә хеҙмәт итергә, эш күрһәтергә бик ваҡыт уға. Роман яҙыу уйы тынғылыҡ бирмәй. Ә ижад кредоһы барыбер шул көйө ҡала: «Тормошто белергә, белемеңде арттырыу өҫтөндә һәр көн эшләргә, уны киңәйтергә һәм тәрәнәйтергә, талантыңды һәр көн тырыш хеҙмәт менән үҫтерә барырға, үҙеңдең художество фантазияңды бик зирәк итеп, отҡор итеп тәрбиәләргә һәм үҙеңдең художественный вкусыңды иң яҡшы үрнәктәр менән байытырға, иң ҙур оҫталарҙан өйрәнергә, телде һәм халыҡ ижадын нығытып үҙләштерергә, һәр нәмәгә тәнҡит күҙе менән ҡарай белергә, һәр саҡ ҡыҙыҡһыныусан бала булып тормошто ҡабул итергә, янырға кәрәк».

Студент йылдарында уҡ Рәми Ғарипов ижадының икенсе бер мөһим тармағы ярала. Ул - тәржемә эше. Әҙәби тәржемә уға, берҙән, туған телдә донъя халыҡтарының классикаһын яңғыратыу, художество культураһын байыҡтырыу юлы, икенсенән, поэтик оҫталыҡҡа өйрәнеү мәктәбе. Ул башлап Пушкин, Лермонтов шиғырҙарын тәржемә итеп ҡарағас та, бының шулай икәненә ышана. «Үҙеңде үҫтереү өсөн, телеңде байытыу һәм үҙеңдә шиғыр культураһы тәрбиәләү өсөн тәржемә - иң кәрәкле, иң файҙалы, иң ҡыҙыҡтырғыс һәм мауыҡтырғыс эш», - тигән фекергә килә. «Бынан кире был минең маҡсатым, девизым: тәржемә итеп өйрән, байы, тәрбиәлә үҙеңде!» Был шиғыр яҙыу кеүек ауыр һәм ҡыҙыҡлы ижади эштә Рәми Ғарипов поэтик тәржемәнең төп принциптарын да яҡшы үҙләштерә, оригиналдың рухын, колоритын һаҡлап, уны башҡортса тәбиғи яңғыратыу хәстәрлегенә иғтибар туплай. Белем нигеҙҙәре студент йылдарында нығыраҡ һалынһа, донъяға ҡараш та шул осорҙа баҙыҡлана башлай. Нәҡ ошо дәүерҙә Рәми Ғариповтың донъяға, тормошҡа ҡарашы, әҙәби, эстетик фекерҙәренең эҙлекле системаһы формалаша, шәхес булараҡ тиҙ үҫеше күренә. Көндәлектәрендә былар ярылып ята, йыш ҡына декларация, девиз характерын ала.

Ошо йәһәттән Рәми Ғариповтың үҙе менән бер бүлмәлә койкалаш булып йәшәгән, бергә уҡыған курсташы - хәҙер атаҡлы шағир, Ленин премияһы лауреаты Егор Исаев менән күп һөйләшеүҙәрен, бәхәсләшеүҙәрен йомғаҡлабыраҡ биргән бер әңгәмәләренең көндәлеккә күскән яҙмаһы фәһемле.

Һуңғы, 5-се курс, 1955 йылдың башы Рәми Ғариповҡа бик ауырға тура килә. Тырыш студент, Крылов исемендәге стипендиат Рәми Ғарипов, тормошонда килеп тыуған мәшәҡәттәр, төрлө ығы- зығылар арҡаһында, үҙенә лә билдәле бер ойошҡанлыҡ етмәү сәбәпле, һуңғы курста уҡыуынан арта ҡала башлай, бер-ике экзамены, зачеты бирелмәй, курс эше, диплом әҙерләү хәүеф аҫтында ҡала. Үҙе быны бик ныҡ кисергән саҡта, 1955 йылдың башында, Егор Исаев менән кис оҙаҡ һөйләшкәне көндәлегенә лә, хәтеренә лә мәңге яҙылып ҡала.

«Кис Егор Исаев менән бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ, -тип башлай ул 26 ғинуар көндәлегендә. - Мин сәй ҡайнаттым һәм һүҙ минең экзамендарҙан артта ҡалыуымдан башланып китте. Мин үҙемдең быйылғы йылдың ниндәйҙер мәхшәр йыл булыуын һөйләгәс, ул йыр тураһында һөйләргә кереште. Ул һәр саҡ ҡыҙыҡ һөйләй, эҙләнә, тормошто яңыса күрергә, яңыса асырға тырыша. Бөтә һөйләшеүҙәрҙе, нисек һөйләшһәк, шул көйөнсә яҙа алмайым. Ғәжәп! Унан һуң ваҡыт та юҡ (экзамен осоро). Йыр, тәбиғәт (асфальт, үлән), әҙәбиәт һәм тормош, тәбиғилек һәм яһалмалыҡ, мөхәббәт һәм ахмаҡлыҡ, ат һәм самолет, электричкалар, генерал ҡатындары, диңгеҙ, урман, «Тихий Дон» һәм «Күтәрелгән сиҙәм», тормошто баһалай белеү тураһында һөйләшеп, тағын да йыр тураһында һөйләшеп бөтөрҙөк һүҙҙе.

Шундай фекергә килдек:

  1. Кеше тәбиғәтте яҡынайтырға һәм уны һаҡлай белергә тейеш. Кеше ни тиклем тәбиғәткә яҡыныраҡ - шул тиклем ул тойғолораҡ һәм кешелеклерәк (Руссо, Толстой)

2.Кеше үҙенең характерын тормош эсендә ҡайнап, көрәштә тәрбиәләргә тейеш. Туранан-тура тормоштон эсенә кергәндә генә, характер тәбиғи була. Ә үҙ - үҙендә ҡаҙыныу - үҙ-үҙеңде уйлап сығарыуға һәм үҙ-үҙеңде алдауға килтерә. Ҙур бер ҡаршылыҡҡа осрау менән үк юғалаһың, тарҡалаһың һәм көсһөҙ булаһың.

  1. Ахмаҡлыҡ һәр саҡ күҙгә күренеп йөрөй, ә аҡыл тәрәндә ята һәм ҡысҡырып тормай (ахмаҡлыҡ тәлмәрйән кеүек һикереп сыға!)

  2. Яҡшыны эҙләгәндә насарлыҡ күберәк осрай (когда ищешь хорошее, плохое больше попадает, тинем мин һәм үҙемдең яңы йылға ҡаршы урманда яҡшы шыршы эҙләгәндә генә насарҙарын күп күргәнлегем тураһында һөйләнем).

5.Яратҡан кеше ваҡлыҡты ғәфү итмәй һәм бәләкәй генә нәмәгә лә һыҙлана, яратҡан кешеһенең бәләкәй генә насарлығы ла уға ҙурыраҡ булып күренә.

6.Үлем аҫтында, ут эсендә булған кешеләр тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәнәләр, уны баһалай беләләр һәм тормошсаныраҡ, күңеллерәк булалар (Василий Теркин кешеләргә бик кәрәкле).

7.Йыр кешене кешелеклерәк итә һәм бер-беренә яҡынайта. Профессиональ йырсылар, әгәр ҙә улар ижад итмәй йырлаһалар, үҙ-үҙҙәрен ҡабатлайҙар һәм был тәбиғилектән айыра. Ә ҙур йырсылар һәр саҡ яңыса тәбиғи йырлайҙар (Шаляпин).

8.Үҙ алдыңа йырлау - иң тәбиғи йырлау. Үҙ алдына йырлаған кеше үҙенең йырлағанын үҙе лә белмәй һәм был ирекһеҙҙән йырланған йыр - иң тәбиғи йыр.

  1. Үҙеңде яҡшы итеп күрһәтеү — яҡшы кеше бүлыуға ҡарағанда күпкә еңел.

  2. Ат — «Тихий Дон»да иң матур образдарҙың береһе. Атҡа булған мөхәббәтте Шолохов иң оҫта күрһәтеүсе яҙыусыларҙан. Киләсәктә аттар кешеләргә спорт һәм ял итеү урынын аласаҡтар. Атты машина үлтерә алмай. Ат кеше күңеленән айырылғыһыҙ һәм уны кешенән айырырға кәрәкмәй.

  3. Ҡала кешеләрендә, ауыл кешеләренә ҡарағанда, яһалмалыҡ күберәк.

12.Эшһеҙ йәшәгән генерал ҡатындары диңгеҙҙе лә ванна итеп күрәләр. Тормош уларға комфорт. Ә тормошто комфорт итеп күргән кешеләрҙең ҡайғыһы ла, шатлығы ла бәләкәй.

13.Художник-яҙыусының ике йәшлеге бар. Бер йәшлеге уның йәшлек ваҡыты, икенсеһе - йәш тәбиғәтле булыу. Йәш тәбиғәтле булмаған кеше яҙыусы булырға мөмкин түгел. Ул үҙенең йәшлеген үлгәнсе һаҡларға тейеш, донъяға һәр саҡ бала күҙе менән ҡарап, һәр нәмәне тәүге ҡабат күргән кеүек яңыртып, яңыса тере һәм йәнле итеп күрә белергә тейеш. Был сифат яҙыусы өсөн иң ҡиммәтле сифаттарҙың береһе. Ул һәр саҡ яңыны асыусы, һоҡлана белеүсе (Пушкин, Толстой, Горький)...

  1. Кешенең яҡшылығын күрә белергә кәрәк, ә насарлыҡ былай ҙа күренеп тора. Был беҙҙең һөйләшеүҙәрҙең схемаһы ғына».

Булаһы әҙиптәрҙең бына шундай һөйләшеүҙәрендә тормошҡа, кешеләргә, ижадҡа ҡараштың, мораль-этик принциптарҙың характерлы яҡтары сағылып үтә. Һөйләшеү, фекер алышыу схемаһын Рәми көндәлегендә хатта пунктлап бирә.

Яҙыусылыҡ эше, асылда, тормошто, кешеләрҙе үҙенсә асыуҙан башлана. Ә һәр кеше үҙе бер ҙур донъя. Кешеләр характерҙары, яҙмыштары менән дә төрлө-төрлө. Һәр бер характер үҙенсә ҡатмарлы. Рәми әйткәнсә, уларҙы белеү өсөн һәм уларҙың төрлө-төрлө характерҙарын биреү өсөн ни тиклем нескә психолог булырға кәрәк. Иҫ киткес ҙур белем, ныҡышмалылыҡ, ихтыяр көсө, ниндәйҙер ҙур тәбиғи һиҙә белеү һәләтлеге, кешене китап кеүек уҡый белеү зирәклеге, бай хыяллы, үткер фекерле һәм ҙур йөрәкле кеше булырға кәрәк яҙыусы өсөн.

Кешеләр тормошо ҡайһылай фәһемле, ҡайһылай ғибрәтле! һоҡланып үрнәк алырҙайҙары бик күп, ғибрәт итерҙәйҙәре лә аҙ түгел. Әгәр ҙә һәр бер кешелә яҙыусылыҡ һәләте булып, ул үҙенең тормошон бөтә дөрөҫлөгө менән яҙа алһа, һәр бер кешенең был китабы ни тиклем ҡыҙыҡ булыр ине, тип уйлай Рәми Ғарипов. Сөнки, уныңса, һәр бер кеше үҙенсә ҡыҙыҡлы. Донъяла күпме кеше бар, уларҙың һәр береһенең тормошо, нимәһе менән булһа ла, үҙенсә. Донъяла күпме кеше бар, уларҙың һәр береһенең үҙ төҫө, ҡылығы бар. «Мин үҙемдең тормошома ингән һәр бер яңы кешене күреп ғәжәпләнәм, аптырайым, яратам, нәфрәтләнәм!», - ти Рәми. Әммә шул ҡыҙыҡлылар араһынан тағы ҡыҙыҡлыраҡ, фәһемлерәк кеше тормошон, тибын һайлап алырға ла һәйбәтен яратырлыҡ, насарын нәфрәтләнерлек итеп һынландырыу шарт яҙыусы өсөн. Шунда бар хикмәт.

Әҙиптең үҙ тормошо ла һабаҡ булырлыҡ. Рәми Ғарипов 23 йәшлек ғүмере хаҡында ла уйланып, «минең бәләкәй генә тормошомда ҙур хәлдәр, ҙур ваҡиғалар күп булды», ти. «Әлбиттә, минең был тормошомда йүләрлектәр ҙә, төрлө аҡылһыҙлыҡтар ҙа булды. Улар өсөн һуңынан бик һыҙланырға тура килһә лә, был тормошто үтмәгән булһам, яҙа ла алмаған булыр инем. Ул мине күп нәмәгә өйрәтте. Үҙемсә, мин көрәшеп йәшәнем кеүек һәм мин уның өсөн үкенмәйем. Шиғырҙарым минең шул үҙемдең бәләкәй генә көрәшемдең ҡоралы булып тыуҙылар».

Шағир - барыһынан да элек, үҙе бер характер. Уға әле үҙен дә аңлайһы бар. Ә ҡай саҡ үҙеңде-үҙең аңларлыҡ түгел. Шуға ҡайһы ваҡыт уның үҙ алдына «Мин кем?» тигән һорау ҙа килеп баҫа.

Рәми Ғарипов ҡарап тороуға һәйбәт, тырыш студент. Дәрестәргә ихлас йөрөй, бөтә күңелен биреп тыңлай. Лекцияларҙы конспектлай бара. Төп сығанаҡтарҙы төпсөп уҡый, тиҙ үҙләштерә. Зачет, экзамендар бирһә, һәйбәт тапшыра, юғары баһалар ала! Тәүге курстарҙа стипендиат булып китә. Уны уҡытыусылары, курсташтары маҡтай, яраталар. Ә бына һуңғы курстарға табан ул шаҡтай ялҡаулана, дәрестәренә лә урыҡ-һурығыраҡ йөрөй башлай, зачет, экзамендарын ваҡытында тапшырырға өлгөрмәй. Экзамен тапшырмағас, стипендиянан мәхрүм ҡала. Стипендияһыҙ студент айҙар буйы аслы-туҡлы йөрөй, өсәр көн йылы аш ашамаған саҡтары булғылай. Иптәштәренән көтөргә алып, бурысҡа батып бөтә. Берәр ерҙән гонорар, аҡса төшһә, уны ла ипләп тотона белмәй. Булғанда күпләп туҙҙыра, туғаны, иптәштәренә тарата. Шул инде: булғанда - бүреләй, булмағанда - шүреләй.

Бик аралашыусан, дуҫлашыусан ултырҙаш студент Рәми бер мәл дуҫтарынан, курсташтарынан биҙә. Кешеләрҙән ситләшә, хатта үҙен-үҙе күралмай башлай. Ауыр, ҡырыҫ ҡылығы беленә. Ауыр характерлы кешенең, әлбиттә, үҙенә лә ауырға тура килә. Бүлмәләш яҡын дуҫы, фекерҙәше, ҡәләмдәше Рафаэль Сафин менән шул арҡала аралары боҙолоп ала. Рәис Низамов, Шакир Янбаев кеүек яҡташтары менән дә аралар һыуынып тора. Аҙаҡ үҙен яңғыҙлыҡ иҙә. Үҙен, йәнен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән мәлдәре аҙ булмай. «Йәшәй белмәйем. Бәләкәй генә нәмәләрҙә аҙашып ҡалам. Яңылышам, - ти ул үҙе хаҡында уйланып. - 23 йыл эсендә мин бик аҙ йәшәгәнмен һәм мин — яңғыҙ. Минең үҙем теләгән ысын дуҫым да, үҙем теләгән, бөтә йөрәктән яратырлыҡ ҡыҙым да юҡ. Был ҡыҙыҡ ҡына түгел, ҡыҙғаныс та...»

Ҡылығындағы шул ҡырыҫ, ауыр характерын еңеүгә бар ихтыярын туплай ул бер саҡ. Ул яйлап асыла, иркенәйә, элекке дуҫтарына, курсташтарына тағы яҡыная бара, үҙ асыл тәбиғәтенә, иптәштәре әйткәнсә, гел йылмайыусы Рәмигә әйләнә кеүек.

Ләкин уның үҙендә, күңелендә эске көрәш барыбер өҙөлмәй. Йәш шағир, үрҙә әйтелгәнсә, үҙенсә мораль-этик ҡағиҙәләр сығара, шуға тоғролоҡҡа ант иткән кеүек инана, хаҡһыҙ һүҙҙәре менән берәрһен рәнйетһә, һүҙен боҙһа, выждан ғазаптары кисерә, хаталары өсөн тәүбәгә килә. Тормоштоң ҡырыҫ яҡтары, төрлө әҙәмдәр уның идеалдарын ҡаҡшатыр, ышаныуҙарынан дүндерер кеүек мәлдәре лә булғылай. Әммә быларҙың барыһын уның ҙур оптимизмы, ихтыяр көсө һәр саҡ еңеп сыға. Мөхәббәттә Ромео ҡайнарлығы - мәжнүнлек, хатта донжуанлыҡ менән аралашҡылай. Аҡыл менән хис бәрелешкә инә, вәсвәсәләр күңелен тырнай.

Рәми Ғариповтың студент йылдары көндәлектәре шулай кешеләр, төрлө ҡараштар, характерҙар, үҙ-үҙе, үҙ фиғыл- ҡылығы менән бәхәс, раҫлау һәм инҡар итеү төҫөн дә алып киткеләй. Уйланыу-күҙәтеүҙәре, үҙ-үҙеңде, кешеләрҙе, тормошто тәрәнерәк төшөнөргә, белергә тырышыу юҫығын тота.

Шағирҙың характеры әҫәрҙәренә лә күсә. Ысын шағир поэзияһы, ғәҙәттә, уның шәхсиәтенән айырылғыһыҙ. Рәми Ғариповтың да рухи хәле, бар булмышы шиғырҙарында сағылмай ҡалмай. Ул үҙе лә «шиғырҙарым - улар минең мөхәббәтем дә, нәфрәтем дә, ҡайғым да, шатлыгым да инеләр. Уларҙа мин балҡыйым. Уларҙа мин һүндем. Уларҙа мин һыҙландым һәм рәхәтләндем. Уларҙа минең күҙ йәштәрем һәм йөрәгемдең утлы киҫәктәре бар» ти.

Рәми Ғарипов - ҡырыҫ талант. Уның шул ҡырыҫ һәләте талапсан ҡылығы менән йыш ҡына ҡаршылыҡҡа инә. Ғәҙәттә, әҙип, талантлыраҡ булған һайын, талапсаныраҡ булыусан. Ул үҙ-үҙенә аяуһыҙ талапсан. Ҡәләмдәштәре ижадына ла. Ни тиклем аҙ беләбеҙ, аҙ эшләйбеҙ, ти ул үҙе һәм тиҫтер ҡәләмдәштәре хаҡында. Әҙәбиәт хаҡына янып, ялҡынланып ижад итә алмауға, тар тормош, кескәй генә хыялдар менән йәшәүҙәренә борсола. Принципиаль әҙәби тәнҡит юҡлығы үкендерә.

Ҡәнәғәтһеҙлектәрен Рәми ҡай саҡ бер юлы түгеп ташлай: «Белем етмәй, хужа була белеү етмәй, намыҫ етмәй, тәүәккәл рухлы булыу етмәй, ҡыйыулыҡ етмәй, ныҡышмалылыҡ етмәй беҙгә. Беҙ бик бәләкәй эш эшләйбеҙ. Ә халыҡ ҙур эш көтә, уның үҙ улдары менән башҡа халыҡтар араһында ғорурланаһы килә. Ә беҙ булған нәмәләребеҙҙе лә күрһәтә алмайбыҙ».

«Уйлап ҡараһаң, Башҡортостан тормошонан күпме нәмәләр яҙырға мөмкин, - ти ул, һүҙен дауам итеп. - Башҡорттарҙың Батыйхан менән һуғышыуҙары, Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарский ғәскәренә ҡушылып, поляк интервенттары менән һуғышыуҙары, 1812 йылғы Ватан һуғышында рус ғәскәрҙәре менән Парижға барып етеүҙәре, Суворов ғәскәрҙәре менән Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнашыуҙары, Пугачев хәрәкәтенең төп көсө булыуҙары, Рус-төрөк һуғышында Севастополде яҡлашыуҙары, Бөйөк Октябрь көндәрендә Петроградты яҡлашыуҙары, Шәһит Хоҙайбирҙиндың тормошо, Бөйөк Ватам һуғышы көндәрендә башҡорт дивизияһының үтелгән яу юлдары һәм генерал Шайморатовтын, Таһир Күсимовтың, Байғужа Сәйетғәлиндең, Батыр Нафиҡовтың, Зөбәй Үтәғоловтың, Муса Гәрәевтең һәм тағы ла әллә күпме батырҙарҙың тормоштары хаҡында ни саҡлы әйберҙәр яҙырға булыр ине. Былар беҙҙең гүзәл тарихыбыҙ түгелме һуң? Беҙгә ғорурланмаҫҡа мөмкинме һуң? Беҙ, әлбиттә, ғорурланабыҙ ҙа. Ләкин эшләмәйбеҙ. Үҙебеҙҙең тарихҡа, үҙебеҙҙең иң гүзәл кешеләргә ғәмһеҙ ҡарайбыҙ. Халыҡ ижадын, уның гүзәл ҡомартҡыларын йыймайбыҙ, тейешенсә өйрәнмәйбеҙ» Студент Рәми Ғариповтың көндәлек яҙмаларында ана шундай уйҙар, теләк- хыялдар ҙур урын биләй. Ә боронғо грек философы Демокрит әйткәнсә, шундай уй-хыялдар кешенең ижад, әхләҡ позицияһын да билдәләшә.

Оло тойғоло йыр

Башҡорт поэзияһы лираһының иң киренке ҡылдарының береһе өҙөлдө. Ҡапыл шартлап өҙөлдө. Бынан нәҡ бер йыл элек Рәми Ғариповтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Шағирға үҙе теләгән былтырғы һәм алдағы яҙҙарҙы күрергә насип булманы. Былтыр ғинуар айында ғына яҙыусыларҙың Мәскәү янындағы ижад йортонда Рәми Ғариповтың ҙур ғүмер юлына, мөхәббәтенә, поэзияһына илһам ҡанаты яралтҡан Переделкинола - ул, Әсғәт Мирзаһитов һәм мин өсәүләп донъя, әҙәбиәт хаҡында ғәпләшеп, яҙыу эштәре менән мәшғүл көнөбөҙ ине. Рәми донъяһын онотоп, мөкиббән китеп Ғүмәр Хәйәмдың робағиҙарын башҡортсага тәржемә итте. Уның ижад эшенә Әсғәт Мирзаһитов менән икебеҙ шаһит булып, Рәмиҙең тәржемәгә талапсанлығына, ул эште ни саҡлы төпсөп-ваҡайлап башҡарыуына иҫәбеҙ китте. Ғүмәр Хәйәмдың дүр юллыҡ шиғырҙарын - робағиҙарын тәржемә итер өсөн ул боронғо фарсы шағирының бүтән телдәргә төрлө тәржемәләрен берәмекләп сағыштырған, классиктың тормошо һәм ижадына бәйле китаптар менән танышҡан, хатта махсус рәүештә фарсы телен өйрәнә башлаған. Ә ауҙармаларының нисәмә варианттары, ҡараламалары бар. Улар үҙе бер мауыҡтырғыс ижад лабораторияһы.

Рәми Ғарипов үҙенең бер мәҡәләһендә «тәржемә - иң яҡшы шиғри культурач тел һәм оҫталыҡ мәктәбе ул», ти. Тәржемә эше уға ана шундай мәктәп һәм шиғри культура ине. Рәми Ғарипов-башҡорт әҙәбиәтендә ысын мәғәнәһендә әҙәби тәржемә мәктәбен тыуҙырған әҙип. Уның донъя классик поэзияһынан торор тәржемә антологияһы боронғо Ғүмәр Хәйәм робағиҙарынан башлап, Шекспир, Гете, Пушкин, Лермонтов кеүек классиктәр аша Есенин, Твардовский, Гамзатов, Кулиев кеүек бөгөнгө атаҡлы шағирҙарҙың иң яҡшы өлгөләрен үҙ эсенә ала. Ул тәржемә иткән Ғ. Хәйәм робағиҙарында, мәҫәлән, шундай юлдар бар;

Күҙ асып та өлгөрмәйһең, ғүмер үтер, Һәр мәлеңә үҙең һал һин йәйғор күпер. Бел: донъяның төп асылы — ғәзиз ғүмер, Ҡалай итһәң, ғүмер шулай үтер-китер.

Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Рәми Ғарипов әҙәбиәттең төрлө өлкәһендә — поэзияла йәки тәржемәлә булһынмы, әҙәби тәнҡиттә йәки публицистикаламы — Мостай Кәрим әйтмешләй, фанилыҡ ярҙарынан баҡыйлыҡ ярҙарына үҙ күперҙәрен һалып ҡалдыра алды. Ул йәйғор күперҙәр, йәйғор-салауат күпере төҫлө, әллә нисәмә төрлө нур сәсмәле.

Рәми Ғарипов поэзияһы өсөн уйсанлыҡ, тәрән моң, фекер тығыҙлығы хас. Ул поэзия тыштан сабыр, эстән ялҡын төҫлө. Уның хатта мөхәббәт, йәшлек уты менән һуғарылған лирик шиғырҙары ла илерткес тандыр нур бөркә. Ул күңелдәрҙе эстән йылыта. һөйөү тойғоларының ике йөрәк кенә аңлар сер һәм ярһыуҙарын, ғашиҡтәрҙең һөйкөмлө күҙ ҡарашындай, нескә тойҙорта белә.

Донъяға маңлай күҙе менән генә түгел, күңел күҙе менән ҡарарға, ер шауына һиҙгер ҡолаҡ һалырға күнеккән шағир ине Рәми Ғарипов. Кешеләрҙең бөтә һөйөнөсө һәм көйөнөсө, донъяның бөтә шатлығы һәм фәжиғәләре, халыҡ яҙмышы шағир йөрәге аша үтте. Шулар йөрәк төпкөлөнән сыҡҡан хис һәм моңдар менән бөркөлөп, шиғыр, йыр булып аҡ ҡағыҙға төштө, күңелдәрҙән-күңелдәргә күсте. Былар, тәбиғи рәүештә, уның поэзияһында Тыуған ил һәм халыҡ темаларын үҙәкләштереп ебәрҙе. Ул тыуған яғы, Йүрүҙән буйҙары йәмен поэтиклаштырыуҙан мөһәбәт Уралды, тыуған республикаһын данлау аша оло Ватанды — бөйөк илебеҙҙе йырлаған ҙур йырға өйләнде. Бында шағир үҙен ата улы ғына түгел, Ватан улы, туған халҡының уҙаманы итеп таныта алды. Ошо ерлектә уның поэзияһында халыҡтың тормош һәм ижад тәжрибәһенә нигеҙләнгән гражданлыҡ лирикаһы һәм философик шиғырҙары көсәйҙе, тормоштоң айышы, йәшәү мәғәнәһе, заман һулышы менән бәйле социаль-тарихи һәм фәлсәфәүи мотивтәре баҙыҡланды, поэтикаһы халыҡсан тел-стиль саралары менән нәфисләнде.

Шағир үҙенең илһам сығанаҡтары хаҡында бер шиғырында «ал ҡанымда ҡояш нуры бар, йөрәгемдә ерҙең йыры бар. Күҙҙәремдә халҡым күҙе бар, шуға минең әйтер һүҙем бар!», тигәйне. Уның ауыҙ тултырып әйтер һүҙҙәре Тыуған ил хаҡында ла, илде ил иткән ир-егеттәр тураһында ла, ғүмер һәм бәхет, бөгөнгө һәм киләсәк тураһында ла ине.

Тәрәндән, ер ҡуйынынан урғылып сыҡҡан шишмәләй, Рәми Ғариповтың йөрәк төпкөлөнән сыҡҡан шиғырҙары саф һәм ихлас тойғоло. Шағирҙең бар булмышы, характеры ла поэзияһында ярылып ята. Ул поэзия ана шул тәбиғилеге, ихласлығы һәм инсафлығы менән көслө лә.

Шағирға ир уртаһы йәшенә етергә бик иртә булһа ла, Р. Ғариповтың һуңғы йылдарҙағы шиғырҙары фекер һәм хис яғынан һәлмәкләнеп, аҡыл һәм мәғәнә айышы менән, нисектер, олпатланып, һиммәтләнеп бара ине. Ул поэзия тормош поэзияһының үҙ асылына, ысын тәбиғәтенә төбәлгәйне.

Рәми Ғарипов шиғриәте - моңло һәм күп биҙәкле поэтик ижад. Уның бар моңо һәм биҙәге барыһы ла - тәбиғәттән, шуның менән улар тәбиғи ҙә, ифрат төрлө лә. Унда, гүйә, һабантурғай йырҙары, һандуғас моңо, Чайковский көйҙәре, ҡурай өндәре менән ҡушылып, үҙе бер поэтик симфонияға тарта кеүек. Ә поэтик биҙәктәре йыл миҙгелдәре, йәйғор төҫө төҫлө тәбиғи сағыу ҙа.

Рәми Ғарипов поэтика өлкәһендә ирәйеп йөҙгән шағир ине. Унда иң боронғо ҡобайыр формаларынан алып хәҙерге ирекле шиғыр формаларына хәтле төрлөлөктө табырға мөмкин. Ул бигерәк тә башҡорт халыҡ поэзияһының фекер тәрәнлеге, мәғәнә тапҡырлығы, форма камиллығы кеүек иң аҫыл сифаттарын ижади өйрәнә, донъя поэзияһы классикаһынан Шекспир һәм Пушкиндарҙан алып, Блок һәм Ғамзатовтарғаса иңләп, шуларҙы үҙ поэзияһында. яңыса — новаторҙарса берләштерә һәм үҫтерә белде. Шулар бөтәһе бергә Рәми Ғариповты ысын мәғәнәһендәге шиғыр оҫтаһы итеште. Әле шағирҙың ҡуйын дәфтәрҙәренән һайлап алып, журнал тәҡдим иткән был шиғырҙары шуның бер һәйбәт башланьииы була алһа икән.

РӘМИ ҒАРИПОВ

Бер аяғың баҫһа бөгөнгөгә,
Иртәгәгә баҫһын береһе.
Эштән өйгә ҡайтҡан һымаҡ,
Киләсәккә ҡайтып йөрө һин.

Ҡояш көлтәләрен ташып унан,
Һуғып төшөр йондоҙ башағын.
Ай-ҡыйырсыҡ һиңә танһыҡ булыр,
Килһә әгәр эшләп ашағың.
Тиккә генә бәхет сүкемәгән
Эшсе дуҫтың ҡорос сүкеше.
Тиккә генә бәхет урмаған бит
Ай-урағын тотҡан сос кешең...

Тиккә генә ата-бабаларың
Алтын итеп байраҡ сөймәгән.
Тиккә генә улар һинең өсөн
Тыуыр көндө шулай һөймәгән!


Был юлдарҙы инде күпме үттем,
Һәр саҡ яңы миңә был яҡтар,
Шундай яңы миңә аҡ ҡайындар,
Үләндәге һәр бер ҡыяҡтар.

Яңы миңә йәшел һөңгөләрен
Күккә ҡаҙап торған шыршылар,
Таштан-ташҡа уйнап, һикереп төшөп,
Гел яңыса шаулай шаршылар.

Изге Будда храмдары һымаҡ
Баҫҡан Әшә, Минйәр тауҙары.
Шул тауҙарҙың күкрәктәрен ырып,
Тарих яҙған һәр бер яуҙары.

Яңы миңә тау артынан төшкән
Көйәнтәле ҡорос бағана.
Тимер сымдар көйәнтәләп, улар
Ут ташыйҙар тыуған яғыма.

Аҡ ҡайындың ап-аҡ һынын һыйпап,
Шиғыр яҙғым килә туҙына.
Шул сафлыҡтан яңы һүҙҙәр алып
Әйткем килә һәр бер ҡыҙына.

Бына Ярал. Тиҙҙән төшөп ҡалам,
Һиҙмәй ҡалдым ҡайтып еткәнде.
Бер шиғырҙы яҙып өлгөргәнсе,
Хәтерләйһең бөтә үткәнде...


Инде быйыл да мин яҙҙы күрһәм,
Тәгәрәһәм ҡыҙыл үләнгә.
Тын да алмай ятһам күккә ҡарап,
Иҫәпләмә мине үлгәнгә...
Субыр-субыр күҙҙән йәшем аҡһа,
Аҫылынып ҡалһа ҡыяҡҡа,

Уйлама һин ҡайғы күтәрмәй, тип,
Күтәрәм мин - сабыр ул яҡҡа.
Тик белмәйем: тағы ла бер яҙым
Насипмылыр миңә, юҡмылыр?..
Насип булһа, ысын бер һүҙеңдән
Бар шиктәрем һиңә юҡ булыр.


Тал-тирәктәр, ташҡын Иҙел кисеп.
Баҫып тора һыңар аяҡта.
Ағастарҙың һәр ботағы буйлап
Югереп йөрөй йәм-йәш япраҡтар.

Төтәп ята үрттәр
ҡамылдарҙа,
Төтәп ята үрттәр
ҡауҙарҙа.
Иләҫләнә ҡыҙҙар
ауылдарҙа,
Яҙ, яҙ еле иҫә тауҙарҙа.
Сутылдаша ҡоштар
ҡыуаҡтарҙа,
Сутылдаша ҡоштар
һыуҙарҙа.
Сыр-сыу килә илдә
бала-саға,
Сыр-сыу килә, уйнай,
һикерә.
Офоҡтарға һуҙылып,
тауҙар көлә,
Тауҙарымдан яҙғы
ел килә.


Муйылдар, муйылдар, муйылдар,
Муйыл йылы булып ул йылдар
Йөрәгемә минең уйылған —
Күмгәйнем мин һине муйылға...

Әле һаман аға ул йылға,
Тик муйылдар инде ҡойолған.
Йәшлек үтмәҫ булып тойолған
Нисә йылдар үтте ул йылға...

Күңелем юҡ һинән туйынған,
Тик ашманы уйым бойомға...


Мин йәшәрәм йәшен йәшнәгәндә,
Күк күкрәй минең күкрәктә.
Биттәремә ямғыр һыҙырғанда,
Мин шатлыҡтан шашам бигерәк тә.

Аҡтарылһын әйҙә тау-болоттар,
Ҡуптарылһын зәғиф тамырҙар,
Дауыл ҡырһын сибек япраҡтарҙы,
Шат йәштәрем генә тамырҙар.

Ҡалһын ерҙә йәшел сафлыҡ ҡына,
Бөтә сүп-сар һепереп түгелһен.
Ҡыуанмаһаң ошо аҡ бәхеткә.
Ҡурҡаҡ йән һин, кеше түгелһең!


ЙӘЙ БАШЫ

Ниңә ауыр былай күңелемә,
Барыһын да тойған йоҫоҡҡа?..
Ерҙә мәңге яҙ — яҙ, ҡыҙ — ҡыҙ көйө,
Көрһөнмәҫе ҡарап офоҡҡа.
Ваҡыт инде ҡыҫҡа был ғүмерҙә
Һәр миҙгелдең ҡәҙерен белергә.
Миләшкәйең ҡойһа сәскәләрен,
Гөлйемешкәй бағыр был ергә.
Тик тоғро ҡал барлыҡ таңдарыңа,
Ялған шауҙа ҡалма аҙашып.
Тынмаҫ борон һандуғасты тыңла
Тыуған саҡта йомарт йәй башы!..

КӨҘ НАҒЫШЫ

Йәй— йән күрке. Тотош хазина — ҡыш.
Яҙ — һабантуй. Моңһоу — көҙ генә.
Көҙҙөң тымыҡ һары һағышына —
Нағышына көҙҙөң түҙ генә!
Ә шулай ҙа көҙҙә күпме йәм бар,
Һүҙ әйтмәгеҙ, зинһар, көҙөмә.
ТӘҮГЕ ҠАР
Ҡыш килеүен ергә хәбәр итеп,
Ойоҡһотоп яуа тәүге ҡар.
Ойоҡһотоп яуған ошо ҡарҙа
Күпме фиҙакәрлек, сафлыҡ бар!..
Ташлана ла шулай ҡара ергә
Тәүге ҡарҙың тәүге бөртөгө,
Осар ҡоштар сәфәр сыҡҡанда, мин
Асылыма ҡайтам — үҙемә.
Япа-яңғыҙ йөрөп урмандарҙа,
Һемергәндәй утлы ялҡынды,
Мул емешен йыя көҙөн кеше
Ҡояш һымаҡ алтын аҡылдың:

Төшөп етмәҫ борон иреп бөтә,
Тере ҡалмайынса бер төгө.
Тик күктән бит уның артынса уҡ
Башҡалары ергә ташлана.
Ә ҡара ер тотош аҡҡа сума...
Һәр үҙгәреш шулай башлана.

АҠЫЛҒА УЛТЫРЫУ

Үҙ ҡәҙерен белмәгәндең
Беләм ҡәҙерен.
Үҙен-үҙе һөймәгәнде
Һөйәм хәҙер мин.

Үҙ баһаһын белмәгәндәр
Баһалы — күпкә.
Үҙен күтәрмәҫте генә
Күтәрәм күккә.

ҠУШҠАЙЫН

Яланғас яҙ ине ерҙә,
Һайрамай ҙа ине һандуғас,
Тик күңелдә мең һандуғас ине,
Ҡосағымда һинең һын булғас.
Сал сәстәрем буранында ҡалып,
Аҙашҡанда һәр бер бармағың,
Был донъяның сымылдығы булып,
Таң шаршауы япты бар яғын...
Мин ул таңдың иҫтәлеге итеп,
Һайлағайным юлда ҡушҡайын.
Был — һинеке, был — минеке, тиеп,
Һәр береһенә исем ҡушҡайным.
— Күҙҙәреңә, — тинем, — баҡҡан саҡта
Керпек үртәп яныр күҙ алмам.
Һиңә бәхет илтә алмаһам да.
Тик бәғерһеҙ һиңә була алмам.

Нән өшөткөс хәбәр килде бөгөн:
Ул ҡайындар хәҙер юҡ инде.
Шул тәңгәлдән үтеп киткән саҡта
Йомоп үтәм, — тиһең, — күҙемде.
Япраҡ ярып бөткәс кенә, —
тиһең, —
Ҡырҡҡандар бит һинең ҡайынды.
Ә минеке, — тиһең, — ҡороп ҡалған,
Күтәрмәйсә ошо ҡайғымды.
Ни тиһәң дә, ҡайын ҡайғылы шул,
Тик аҡ ҡына уның ҡайғыһы.
Ҡайын башынан да йөрөй икән,
Ул ағыр ҙа китер ҡайғы-һыу.
Береһен ҡырҡҡан саҡта икенсеһе
Ҡорой торған ҡайын булыуы —
Ҡайғыларға ғәмһеҙ был донъяла
Бик насар ҙа түгел, һылыуым!
Инселәйек инде башҡа ағас:
Миңә—имән, һиңә—муйылды.
Япраҡтарын имән һуң ярһа ла,
Һуңғы йәме була ул йылдың
Муйыл сыҙам, муйыл сабыр була,
Күпме өҙһәләр ҙә муйылды.
Өҙгән һайын, яҙын, үс иткәндәй,
Сәскә ата күкрәп һәр йылды.
Үҙ ҡайғыңдай күрен күңелеңә
Ҡабул итһәң минең ҡайғымды,
Ышанма һин төрлө юрауҙарға,
Йыр итербеҙ ул ҡуш ҡайынды.
Төрлө ырым, төрлө юрауҙарға
Ышанһа ла хатта күңелең,
Ул ҡушҡайын бер йыр булып ҡалыр,
Тик үткән юл ҡалмаҫ күмелеп.
Юҡҡа өҙгәләмә үҙ-үҙеңде,
Ышан бары минең юрауға:
Ғүмер барҙа юлым һиңә илтер,
Ҡайғырмайыҡ юлдар урауға.

Һинең алда тамсы ғәйебем юҡ,
Тик һөйөүем ғәйеп булмаһа?
Ышанысты улай алдамайҙар,
Хаҡ һүҙ әйтһәң—миңә шул баһа.
Һөйҙөм һине өнһөҙ, өмөтһөҙ мин,
Булмағандыр, бәлки, еңелдән:
Йылға түгел, гүйә, ярҙар аҡты,
Аҡтарылып, янған күңелдән.
Тик ғорур ҙа була белермендер,
Әйләнермен бер таш ҡаяға.
Баш эймәмен һай холоҡло һыуға,
Булыр әле ташты аяған...

Бәхетһеҙ итеп берәүҙе,
Бәхетле итһәм һине,
Ниндәй яҙмыш көткәнлеген,
Аһ, һылыу, белһәң ине!
Ниңә тормош ағасының
Мәңге әсе емеше? —
Бәхетһеҙ итеп берәүҙе,
Бәхетле булмай кеше...

Беләм: һиңе һөйөү — ул хыянат,
Ул хыянат башҡа алдында,
Ул һыу төйөү суйын килеләрҙә,
Ул уттарға сумыу ялҡындан!..
Булһын! Күҙҙе йомамын да сумам,
Ярға атып айыҡ аҡылды.

Уйламайым ҡалай сығырҙы ла —
Осҡоноңа бирәм ялҡынды.
Тик уйлама «был — мауығыу», тиеп, Һөйөүең дә, тиеп, уғыры.
Мин хыянат иттем тоғролоҡҡа,
Хыянатым ләкин тоғоро!

ӨС КӨЙ

Күҙ алдыма һының баҫыу була,
Көнләй башлай күңел өс көйҙө:
Йә Маскарад вальсы үкһей унда,
Йә һағышы — Агинскийҙең.

Йә хушлашам мәңге һинең менән,
Ватерлоо тигән күперҙә.
Тик үткәндәр, йәйғор күпер булып,
Тороп ҡала яңғыҙ үтергә.

Күҙ алдыма һының баҫҡан һайын.
Баҡҡан һайын һәр бер хатыңа,
Өҙгөләнә өс көй, үкһей миндә
Өс сабыйҙың бәхете хаҡына...