Марат Ғайсин. Рәми Ғарипов – Ташкентта

Сверстники и собратья по перу

1975 йылдың сентябрь урталары ине. Телефон шылтыраны. «Марат Ғайсович, бер кеше һине һорай», – тине министр ярҙамсыһы. Был кеше Рәми Ғарипов булып сыҡты. Мин телефонды уға биреүҙәрен үтендем. Рәмиҙең таныш тауышын ишетеп: «Ҡуҙғалма, хәҙер барып етәм», – тинем. Барып ингәс, Рәми урынынан тороп ҡулдарын һондо. Ҡосаҡлашып күрештек. «Марат дуҫым, был яҡтарға командировкаға килеп сыҡтым әле бына. Ташкентҡа һуғылғас, һине күреп китәйем әле тинем». Беҙҙең өйҙә киске ашты ашағас, төнгө Ташкентты әйләнеп сыҡтыҡ.
Иртәнсәк Алмалыҡ ҡалаһына барырға булдыҡ. Алмалык ҡалаһы – индустрия үҙәге. Унда В. И. Ленин исемендәге баҡыр комбинаты эшләй. Алыҫтан комбинат торбалары күренде. Өр-яңы «Волга»ла елдерәбеҙ, уны Торғон исемле шофер йөрөтә. Беҙ Рәми менән артҡы урында икәүләп ултырабыҙ. Кәйеф яҡшы. Алмалыкта балалар китапханаһында Мәрйәм Ғайсина тигән интернатташыбыҙ эшләй. Китапхана матур урамдарҙың береһендә урынлашҡан. Үкенескә ҡаршы, Мәрйәмде осратырға насип булманы.
Рәми Мәскәүҙә нисек уҡығандарын һөйләне, мин Одесса технология институтында белем алған осорҙағы тәьҫораттарым менән уртаҡлаштым. Рәмиҙең Мәскәүҙә төрлө институтта уҡыған таныштары ил буйлап һибелгәйне. Улар араһынан Әсҡәт Әшрәпов кинематография институтында уҡыны. Алма-Атала булғанда уны күреп киттем. Ул «Ҡаҙаҡ-фильм»да режиссер булып эшләй ине. Ҡатыны – актриса,, ҡыҙҙары фигуралы шыуыу менән шөғөлләнә ине. Әсҡәт беҙҙе «Медео» катогына алып барҙы.
Ташкенттың комсомол паркындағы ҙур яһалма күлдә яһалма утрауҙар бар. Шул утрауҙың береһендә Рәми хөрмәтенә тантаналы осрашыу үткәрелде. Ҡунаҡтар араһында Үзбәкстандың ике шағиры ла булды. Табында төп ризыҡ былау ине. Уны бешергән ваҡытта Рәми баштан аҙағына тиклем ҡарап торҙо. Былау бик шәп булды, уны ике һауытта (ляганда) алып килделәр. Былау өҫтөнә икешәр ҡыҙыл борос һәм гранат орлоҡтары һибелгәйне. Ҡайһы берәүҙәр былауҙы ҡул менән ашай башланы. Рәми ҙә ҡулы менән булашып ҡарағайны, бармаҡтары беште. Шунан һуң бөтәбеҙ ҙә ҡалаҡҡа йәбештек. Ҡунаҡ хөрмәтенә, башҡорттар һаулығына төрлө тостар яңғыраны...
17 сентябрь, 1975 йыл. Рәмиҙе «Алай» баҙарына алып барҙым. Ундағы емештәрҙән хайран булды. Ҡарбуз-ҡауындар 3– 4 метрлы өйөмдәрҙә ята. Уларҙы килолап йәки берәмләп һаталар. Тәмләп ҡарайым тиһәң, шунда уҡ ҡырҡҡыслап бирәләр.
Иртәгеһенә Рәмиҙе Үзбәкстан Яҙыусылар союзына алып барҙым.
19 сентябрҙә республика картиналар галереяһына юл тоттоҡ, Үзбәкстан рәссамдарының ижад емештәре менән таныштыҡ. Бер көндән Рәми Өфөгә ҡайтып китте. Ташкентта ул икенсе тапҡыр Ашхабадка барышлай булып китте. Төркмән шиғриәте менән яҡындан танышмаҡсы ине. Кире ҡайтышлай миңә Ғүмәр Хәйәмдең бер нисә шиғырын ҡалдырҙы. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәми Ғарипов һәр саҡ тура юлдан барған, хәйләһеҙ йән ине. Интернатта уҡығанда уҡ Рәми төнө буйы яҙышып сыға торғайны. Ул Ғүмәр Хәйәм, Михаил Лермонтов, Сергей Есенин, Рәсүл Ғамзатов, Михаил Дудин шиғырҙарын башҡортсаға тәржемә итте.
2002 йылдың июнь айында II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнаштым. Көндәрҙең береһендә үҙебеҙҙең элекке мәктәп-интернат бинаһын эҙләп таптым. Унда хәҙер меңгә яҡын бала уҡый. Мәктәп гөрләп тора. Ошо мәктәп вестибюлендә Рәми Ғариповҡа арналған иҫтәлекле таҡтаташ асҡанда, илем, телем тип янған халыҡ шағирына ихтирам йөҙөнән күрһәтелгән әһәмиәтле сара булыр ине.
Аҙаҡҡы 10 йыл эсендә башҡорт халҡының ике Ҡоролтайы булып үтте. Туған телебеҙгә дәүләт статусы бирелде. Мәҡәләмде Рәмиҙең шиғыр юлдары менән тамамлайым:

Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән,
Иң бөйөк көн әле алда.
Килер ул көн, килер иң ҙур байрам,
Туй яһарбыҙ шаулап урамда.
Ул туйға мин, бәлки, барып етмәм,
Ярһыу атым янып йығылыр.
Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул туй,
Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр.
Һөйләшһәләр әгәр туған телдә,
Телгә алыр улар мине лә,
Сөнки мин киләсәк менән бергә
Һаҡлап саптым, телем, һине лә!..

Марат Ғайсин
Ташкент ҡалаһы