Әкрәм Бейеш. Олпат кеше ине

Сверстники и собратья по перу

Мин Рәми менән күрешмәҫ борон уҡ таныштым... 1950 йылдың август аҙағында армиянан ҡайтып, «Совет Башҡортостаны» гәзитендә эшләп йөрөгән сағым ине, кемдәндер Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтында Рәми Ғарипов тигән бик шәп, патриот егет уҡып йөрөгәнен ишеттем. Мин, патриоттарҙы үҙ иткән кеше, күп уйлап тормай, уға хат яҙҙым. Рәмиҙән яуап килде. Шунан китте беҙҙең хат яҙышыу. Үкенескә ҡаршы, ул хаттар һаҡланмаған. Беҙ хәл белешеү, ул-был хаҡта хәбәр итешеүҙән башҡа, әлбиттә, халыҡ алдындағы бурыс, ҡулдан килгән хәтле халыҡҡа хеҙмәт итеү хаҡында яҙыша инек. Рәми үҙенең бурысын шиғри һүҙ менән хеҙмәт итеүҙә күрә ине. Мин шағир булмағас, халыҡтың телен өйрәнеү, телен яҡлау менән шөғөлләнмәксе инем. Армияла саҡта философия менән ҡыҙыҡһынып, шул фән буйынса белем алмаҡсы булғайным. Шуға күрә ҡайтышлай уҡ Мәскәүгә һуғылып, Мәскәү университетының философия факультетына ғариза тотоп барҙым. Ләкин август аҙағында 1-се курсҡа ҡабул итеп бөткәндәр, мин һуңлаған инем. Өфөгә килеп, башҡорт зыялылары менән ҡатнаша башлағас, минең философия факультетында уҡыу теләге һүнде, тел ғилеменә күңел ауҙы. Ҡыш буйы һынауға әҙерләнеп, мин 1951 йыл Мәскәү университеты филология факультетының көнсығыш бүлегенә уҡырға индем. Шунан һуң ғына беҙ Рәми менән күрешеп таныштыҡ.
Рәми күп һүҙле түгел, ә һәлмәк һүҙле, төплө кеше ине. Күңелдәребеҙ бер булғас, беҙҙең һүҙ ҙә килеште, тиҙ үк яҡынлашып киттек, уҡыған һәм торған ерҙәр алыҫ булһа ла, йыш күрешеп торҙоҡ. Уларҙың ятағы Мәскәү ситендәге Переделкино тигән ауылда, бер яҙыусының дачаһында ине. Мин уларға йыш барып йөрөнөм. Бер йылы Рәми мине Передел киноға Яңы йылды ҡаршыларға саҡырҙы. Яңы йыл кисәһендә гел Әҙәбиәт институтында уҡыған башҡорт студенттары ине. Башҡорттар байрам итеп ултырғанда, бер ваҡыт бүлмәгә Егор Исаев килеп инде. Егор менән беҙ икебеҙ ҙә шаҡ ҡатып ҡалдыҡ. Ул Егор Венала офицерҙар өсөн асылған киске мәктәпте 10-сы синыфты минең менән бергә тамамлаған кеше ине. Баҡһаң, армиянан һуң ул Әҙәбиәт институтына ингән, беҙҙең башҡорт егеттәре менән бергә уҡый, бер ятаҡта тора икән. Әллә ҡайҙарҙа ҡалған Венанан һуң ошонда килеп осрашыуыбыҙға беҙ бик аптыраныҡ, геү килеп шатландыҡ. Аҙаҡтан Егор Исаев күренекле генә рус шағиры булып китте.
Переделкиноға йыш йөрөгәс, миңә бер нисә тапҡыр Надяларҙың өйөндә лә булырға тура килде. Тәүге барғанымда әлеге әҙәбиәтсе студенттар әллә бер байрамға, әллә ҡунаҡҡа йыйылған, Рәми мине лә саҡырған ине. Шунда Надя табын алдына баҫып, «Мертвые души» тигән романдың оҙон бер өҙөгөн яттан уҡыны. Уның шул хәтле тәрән хис, йомшаҡ тауыш менән прозаны шиғыр һымаҡ итеп уҡығаны минең иҫте китерҙе. Ул уҡып бөткәндән һуң бер кем бер һүҙ әйтә алмай, шып-шым булып ултырҙыҡ. Мин тышҡа сыҡтым. Тып-тыныс ҡышҡы төн, тәҙрә яҡтыһында йымылдап, елһеҙ һауала бәүелә-бәүелә ябалаҡ төшә, Надя хискә сумып, һәндерәлә бер үҙе баҫып тора ине. Мин бер һүҙ өндәшмәнем, «Рәмиҙең был ҡыҙҙы яратыуы бушҡа булмаған икән», – тип уйлап, кире инеп киттем.
Надяның әсәһе кеше менән бик йомшаҡ мөғәмәләле, йылы һүҙле ҡатын ине. Күрешкәндә йәки хушлашҡанда ул кешенең ҡулын йомшаҡ ҡына ҡуш усына алып, оҙаҡ ебәрмәй тотоп тора торғайны.
Мин Переделкиноға барған һымаҡ, Рәми ҙә беҙҙең ятаҡҡа, Стромынкаға, килеп йөрөнө. Бер йылы, мин йәйге каникулда ятҡан саҡта, үҙенең мәктәптәге синыфташы Әсғәт Әшрәпов менән ул хатта атайымдар торған Мәҡсүт ауылына килеп төштө. Әшрәпов Мәскәүҙең Кинематография институтында уҡый ине. Атайымдар ярлы, тормоштары ауыр булһа ла, алыҫтан килгән егеттәрҙе өлтөрәп йөрөп ҡунаҡ итергә тырышты. Атайым, һүҙгә әүәҫ кеше, төрлө иҫтәлек, хикәйәттәр һөйләп тә уларҙың күңелен күрҙе. «Бәндәбикә» хикәйәтен һөйләгәс, беҙ өс-дүрт саҡырымдағы Үрген һыртына менеп, Ерәнсә сәсәндең һыбай барып һикергән Турайғыр ҡаяһын күрҙек. Мәҡсүттең тирә-яғын, Эйек буйҙарын ҡыҙырып күп йөрөнөк. Рәмиҙәр беҙҙә бер аҙна торғас, үткенсе йөк машинаһына ултырып, Иҫәнғол аша Баймаҡ яғына китте. Ул саҡта автобус йөрөмәй ине.
Рәми ауыр холоҡло һымаҡ күренһә лә, бик үҙ яйлы, дыуамал кеше ине. Ул аҡыл менән түгел, күберәк хис менән йәшәне. Уның кеше аптыратып, аҙаҡҡы курсына еткән еренән институтты ташлап ҡуйыуы ла, Өфөләге эшен, квартираһын ташлап, ауылға китеүе лә, тормошоноң ауырлығы ла шул холҡонан булды, минеңсә.
Бер ваҡыт ул беҙгә килеп инде лә: «Беҙ ауылдан күсеп килдек бит әле», – тине. «Ҡайҙа тораһығыҙ һуң?» – мин әйтәм. «Һарайҙа», – ти Рәми. «Нисек һарайҙа?» Баҡһаң, үҙе ауылға киткәс, бер ағас йорттоң сарлаҡ башындағы квартираһын Яҙыусылар союзы икенсе кешегә – Ноғман Мусинға биргән, Рәми уны-быны уйлап тормай, күсенеп килгән дә, шул йорттоң ишек алдындағы һарайға барып ингән икән. Көҙгө һыуыҡ төшөп килгән саҡ. Мин түҙмәнем, Рәмигә эйәреп шунда киттем. Барһаҡ, һарайҙың бер яҡ башындағы урында Надя ике балаһы менән шоҡрайышып ултыра. Ҡот юҡ. Мин уларҙың ваҡ-төйәк нәмәһен күтәрешеп, үҙебеҙгә алып киттем. Беҙ өс бүлмәле квартирҙың бер бүлмәһендә тора инек. Ҡалған ике бүлмәһендә – тағы ике ғаилә. Ул саҡта беҙҙең һымаҡ кеше айырым квартир алып тора алмай, ике-өс бүлмәле квартираның бер бүлмәһен бирһәләр, шуға ҡыуанып бөтә алмай торғайныҡ.
Өс ғаилә торған квартираға тағы Рәмиҙәр килеп ингәс, өй эсе мыжғып китте. Элек кеше киң күңелле булған: минең ҡатын да, күршеләр ҙә быға һис бер ризаһыҙлыҡ белдермәне, бер һүҙ әйтмәне. Беҙ, ике ғаилә, ете кеше, бәләкәй генә бер бүлмәлә ике айҙан артыҡ торғанбыҙҙыр. Шунда, беҙҙән өҫтәге ҡатта бер үҙе бер бүлмәлә торған бер туған ҡустыһы Рауил ағаһының ғаиләһен үҙенә индермәне. Күрәһең, ул, бер инһәләр, ҡабат сыҡмаҫтар, тип ҡурҡҡан. Яҙыусылар союзы әмәлен табып, Рәмиҙәрҙе беҙҙән ҡайҙалыр күсереп алды. Әллә ни оҙаҡлатмай уларға квартир бирҙеләр. Һүҙ юҡ, Яҙыусылар союзы Рәмигә ярҙам итергә тырышып тора ине.
Рәми менән беҙ ныҡ ҡатнашып, аралашып йәшәнек, ҡунаҡҡа ла йөрөштөк (ҡунаҡҡа саҡырышыу ғәҙәткә ингән ваҡыт ине). Уның бөтәһен дә яҙыуҙың кәрәге юҡ. Шунда ла уның менән беҙ икәү ҡуҙғатҡан бер эш тураһында әйтмәй булмай. Ул эш Н. С. Хрущев заманында булды. Бер көндө мин эштән ҡайтып өйҙә ултырғанда радионың һуңғы хәбәрҙәре КПСС Үҙәк Комитетының милли гәзиттәрҙе рус телендә сыҡҡан республика гәзиттәренең дубляжына әйләндереү хаҡындағы ҡарарын уҡыны. Минең быға иҫ китте. Был ҡарарға ҡаршылыҡ белдерергә кәрәк, тип уйлап, мин Рәмиҙе күрергә булдым. Уның эш сәғәтенән һуң ҡалып, оҙаҡ эшләй торған ғәҙәтен белгәнгә, туп-тура «Совет Башҡортостаны» гәзитенең редакцияһына, Рәмиҙең эшләгән еренә, йүгерҙем. Ысынлап та, редакцияла, Рәмиҙән башҡа, бер кеше лә ҡалмаған, ҡайтып бөткән ине. Хәлде һөйләп биргәс, ул да ярһып китте лә, ҡул осондағы телефондан өйөндә телефоны булған журналистарҙың, яҙыусыларҙың бөтәһенә лә: «Иртәгә сәғәт туғыҙға Яҙыусылар союзына йыйылырға, мөмкин тиклем күберәк кешегә хәбәр итергә», – тип шылтыратты.
Иртәгеһенә Министрҙар Советы йортоноң бишенсе ҡатындағы Яҙыусылар союзы урынлашҡан коридорға йыйыла башланылар. Оҙон коридор шығрым тулды. Унда «Совет Башҡортостаны» ғына түгел, «Ҡызыл таң» журналистары, яҙыусыларҙың байтағы килгән ине. Асыуланып, иң ныҡ шаулаған кешеләрҙең береһе ҡатынынан етәкләтеп килгән тома һуҡыр Батыр Вәлид ағай булды.
Күмәк халыҡ ныҡ шаулағас, ҡайһылыр партия ойошмаларының ике партбюро секретары күрше йорттағы обкомға йүгерҙе. Унда обкомдың 3-сө секретары X. С. Сайранов өс республика гәзитенең редакторҙарын саҡырып, шул уҡ мәсьәлә хаҡында һөйләшеп ултырған булған. Партбюро секретарҙары үҙҙәренән себен осороп: «Бына, йыйылғандар, шаулашалар, эшләргә ирек бирмәйҙәр», – тип һөйләгән булып сыҡты. Улар кире килеп: «Таралырға, бола ҡуптармаҫҡа ҡуштылар», – тип әйткәс, йыйылған халыҡ ҡапыл геүләшеп тышҡа сыҡты ла, обком ишеге ауыҙына йыйылып, шау-шыу ҡуптарҙы.
Беҙҙе бик оҙаҡ шаулатмай, обкомдан республика гәзиттәренең өс редакторы килеп сыҡты. Халыҡ уларға ябырылып ҡысҡырыша башланы. Ләкин редакторҙар асыуланмай, ипле һүҙ менән халыҡты тыйып: «Был мәсьәлә менән обком да шөғөлләнә. Һеҙ шауламағыҙ, таралығыҙ», – тигәс, күп кеше таралып китте. Беҙ, ун-ун бишләп кеше, һаман даулашып тороп ҡалдыҡ.
Был урында X. С. Сайранов хаҡында ла яҡшы һүҙ әйтергә кәрәктер. Ул, обком секретары, милиция саҡыртып беҙҙе ҡыуҙыра, иң актив кешеләрҙе ҡулға алдыра ала ине. Заманаһы шундай ине. Күрәһең, ул үҙе лә Үҙәк Комитет ҡарарын хуп күрмәгәндер, шуның өсөн беҙгә теймәгәндер, киреһенсә, шунда уҡ телефондан шылтыратып, беҙҙең хәрәкәтте бик ҙур итеп һөйләп, Үҙәк Комитетты әҙерәк хафаға һалғандыр, тип уйлайым мин. Һәр хәлдә, милли республикаларҙың бөтәһендә лә милли телдә сыҡҡан республика гәзиттәрен дубляжға әйләндереп бөткәндә, беҙҙең Башҡортостанда «Совет Башҡортостаны» менән «Ҡызыл таң» гәзиттәренә ҡағылманылар, район гәзиттәрен генә дубляжға әйләндерҙеләр. Уныһын беҙ абайламай ҡалдыҡ. Шул хатаны әле булһа төҙәтеп бөтә алмайҙар, күпселек район гәзите һаман үҙ аллы гәзит була алмай, дубляж булып сыға.
Рәми бик тура һүҙле ине. Әммә нахаҡтан кешенең йөҙөн йыртыу унда булманы. Ә ярамһаҡ, ике йөҙлө, ҡурҡаҡ кешеләргә әйтер һүҙен ул йөҙҙәренә тура ҡарап, ҡаты итеп әйтә торғайны. Шуға күрә, тура әйткән туғанына ярамаған, тигәндәй, уны яратмаған кешеләр ҙә булды. Ләкин яратмаған кешеләр ҙә Рәмиҙе дошман күрә алманы, хөрмәт итте. Сөнки тәбиғәте, бөтә булмышы менән ул һәр кем хөрмәт итерлек үҙенә бер төрлө олпатлы кеше ине. Уның мәктәптә уҡыған сағында уҡ «Бабай» тигән ҡушамат алыуы шунан булғандыр, тип уйлайым.

Әкрәм Бейеш,
филология фәндәре кандидаты
2002 йыл