Ғәзим Шафиҡов. Тыңлай һәм аңлай белде

Сверстники и собратья по перу

Рәми етенсе ҡатҡа, өс бүлмәле яңы фатирына күсенә. Фатирҙы нисек юллап алғандыр, Хоҙай ғына белә. Шул өс бүлмә ул замандағы Яҙыусылар союзы етәкселәренең иң ҙур козыре булды. Рәмиҙең ғаилә ауырлыҡтары тураһында берәйһе һүҙ башлаһа, тиҙ генә хәтергә шул өс бүлмәне төшөрә һалалар: «Ә һеҙ уны ситкә тибәрәләр тигән булаһығыҙ», – йәнәһе.
Рәмиҙең өс балаһы бар. Өс балаһы булған яҙыусы өс бүлмәле фатир алмаҫҡа тейеш инеме? Уныһы ысын: алмауы ла бар ине. Миҫалдар етерлек.
Ә бына Рәмигә бәхет йылмайҙы: яҙышырға, йоҡларға, ашарға айырым бүлмә бар. Ҡунаҡтар килһә лә урын етерлек: бәхәсләшеп, шиғырҙар уҡып, йырҙар йырлап ултырырға була. Йыр ярата ине ул. Сәғәттәр буйы матур йырҙарҙы тотанаҡлы йылмайған килеш тыңлар ине (яҡшы йырсы булһа, бигерәк тә).
Концерттарға йөрөргә әүәҫ булманы. Ә дуҫтарса, өҫтәл янында – йыр булһа, бер ни кәрәкмәй ине. Үҙенең кемгә өҫтөнлөк биреүен әйтеп бармай: әллә кемделер рәнйетеп ҡуйыуҙан ҡурҡтымы, әллә яратҡан йырҙарын кешеләргә әйтеүҙе кәрәкле тапманымы?..
Рәми бигерәк тә этешеп-төртөшөп алға үтергә тырышҡан уртаҡул әҙәбиәтселәр өсөн ҡурҡыныс булды. Ижади йыйындарҙа, кәңәшмәләрҙә тикшереү булғанда Рәми шундай ине. Ул саҡта асыҡтан-асыҡ йыйылышта тикшерелмәй торған нәмәләр тураһында һөйләй торғайны. Бөтә кешегә лә аңлашылған сәбәптәр арҡаһында теге йәки был тема ситләтеп үтелһә, Рәми ошо хаҡта ҡысҡырып әйтә ине. Урта ҡуллылар власть башында тороусыларҙың ҡанат аҫтында, Райкин әйтмешләй, төрлө лауреаттар, фестивалдә ҡатнашыусылар һ. б. булды. Был күренеш заман режимына шул тиклем хас ине, хәҙер генә әҙәм ышанмаҫлыҡ булып тойола ул. Ошо ҡырағай закондар кешеләрҙе аптырата һәм телдән яҙҙыра ине.
...Ә Рәми телдән ҡалмай. Президиумда ултырыусы түрәләр, уның һүҙҙәренән ни эшләргә белмәй, бер ағарыр, бер ҡыҙарыр ине. Аҫта ултырыусылар, уңайһыҙланып, ҡараштарын йәшерә, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, уның һүҙҙәрен хуплауын күрһәтә алмағаны өсөн, эстән кемделер һүгә. Ә Рәми бик үк яңғырауыҡлы булмаған, тыныс тауышы менән, бер нәмәгә лә иғтибар итмәйенсә, һөйләй бирә. Бер кем уны туҡтатырға баҙнат итмәй, хатта ҡөҙрәтле идеология секретары ла.
Эйе, партия ҡомаҡтарының уны күтәрә алмауы хаҡ: уртаҡул ижади етәкселектең тамағына арҡыры торған һөйәк һымаҡ ине шағир. Рәми үҙенең ер өҫтөндә йөрөүе менән уларҙың күҙенә төшкән аҡ булды.
Әҙәбиәт түрәләренең матур итеп биҙәлгән, һуш китерлек портреттары төшөрөлгән, күн тыштары ялтырап торған томдары йыл да нәшер ителә. Шулар янында Рәмиҙең бәләкәй генә китаптары ла сыға. Һоро ғына ҡағыҙ һәм йәмһеҙ шрифт...
Үҙ заманы классиктарының (әҙәбиәт генералдары үҙҙәрен шулай тип атай ине), китаптары китапхана һәм магазин кәштәләрендә һатып та алынмай, уҡылмай ҙа саңланып ята, ә Рәмиҙең арлы-бирле итеп баҫылған, өҙөп-йолҡоп әҙерләнгән йыйынтыҡтары сыҡҡан ыңғайы таралып бөтә торғайны. «Классиктарҙың» йәненә был да бик тейә ине.
...Мин үҙемдең хикәйәтемдән ситләшеп барам, буғай.
Рәми үҙенең етенсе ҡаттағы яңы фатирына күсенә. Тәбиғи, лифт эшләмәй. Беҙгә социалистик мебелде, алюмин һауыт-һабаны, ауыр абажурҙарҙы йөкмәп өҫкә ташырға кәрәк. Быныһы – ярты бәлә. Тоҡтарға, йәшниктәргә тултырылған китаптар ташыуыбыҙ ныҡ хәтерҙә ҡалған. Тоҡтар бөткөһөҙ күп. Яратҡан өлкән дуҫыбыҙҙың ғилемгә мөхәббәтен һүгә-һүгә, китаптарҙың таш һымаҡ ауырлығынан арып, баҫҡыстарға ауып китәбеҙ. Үҙебеҙ көләбеҙ. Бындай бай шәхси китапхананы таныш яҙыусыларҙа осратҡан юҡ ине әле.
Китаптарҙы йәшниктәрҙән, тоҡтарҙан ала башлағас, тағы ла бер яңылыҡҡа иҫем китте: улар, барыһы ла тип әйтерлек, Рәмиҙең ҡаралы ручкалары менән билдәләнеп бөтөлгәйне. Эйе, бөтәһе лә тиерлек! Йөҙәрләгән, меңәрләгән китап. Миллионлап бит. Бына кем Карл Маркстың осҡор әйтемен: «Китаптар – минең ҡолдарым», – тип ҡабатлай алыр ине.
Дөрөҫ, Рәми бер ҡасан да ҡол тимәҫ ине. Ул, моғайын, «Алла» йәки Пушкин һымаҡ «дуҫтарым» тиер ине. Үлеп барғанда Пушкин, үҙенең һуш китерлек китаптарына ҡарап: «Бәхил булығыҙ, дуҫтарым!» – тигән бит.
Рәми ундай һүҙҙәрҙе әйтә алмаған. Ул «Тиҙ ярҙам» машинаһы иртәнсәк алып барып һалған реанимация палатаһында үлгән. Уның ҡулынан ҡәләме төшөп киткән, башын өҫтәл ситенә терәгән.
«Ҡәҙерле яҙыу өҫтәлем минең! Тормошомда тоғро дуҫ, һаҡсы һәм ярҙамсы булыуың өсөн рәхмәтем ҙур»!.. – Был һүҙҙәрҙе Марина Цветаева артынан Рәми ҙә ҡабатлай алыр ине. Ябай ғына итеп эшләнгән яҙыу өҫтәле уның гонаһлы һәм яҡты тормош юлында һәр саҡ бергә булды. Ғүмеренең һуңғы минутында ла башын Рәми уға һалған...
...Һуңыраҡ Мәскәүҙең тәржемәсе шағиры, Рәмиҙең һабаҡташ дуҫы Радий Фиш менән һөйләшергә тура килде. «Рәми теоретик һәм матур әҙәбиәтте беҙҙән күберәк уҡый ине, шуға күрә бөтәбеҙгә ҡарағанда ла илебеҙ әҙәбиәтен һәм сит ил әҙәбиәтен яҡшыраҡ белә торғайны, – тип һөйләне ул. – Бигерәк тә шиғриәтте яҡшы белә ине!» Институтты тамамлағас, Мәскәүҙән Өфөгә студент йылдарында туплаған ҙур китапханаһын алып ҡайтҡан. Кемдер кейем-һалым, коньяк тейәгән, ә ул – китап.
Мин Рәмиҙең иҫкәрмәләре менән тулған китаптарҙы ҡарайым, мәғәнәләренә төшөнөргә тырышам. Был эште күп тапҡыр ҡабатлайым. Уҡыған китабында автор фекеренә ҡарата үҙенең уйҙарын белдерә барған. Уйлап уҡый торған кеше булған шул Рәми. Ҡайһы бер урында автор менән килешкән, кире ҡаҡҡан, үҙенең идеяларын һәм асыштарын теркәп барған.
Үҙенең күңелен, рухын китаптарға түккән. Бигерәк тә көндәлектәрендә уның рухи байлығын күрәбеҙ.
Уй-фекерҙәрен, күңел сыуалаштарын, асыштарын, әрнеүҙәрен тәфсирләп көндәлеккә теркәп барған тағы берәй шағир йәки берәй прозаик бармы икән беҙҙә?!
Мин белгәндәр араһында ундайҙар юҡ. Бының өсөн ҙур ихтыяр көсө һәм ойошҡанлыҡ кәрәк. Унан тыш, яҙырлыҡ фекерҙәрең дә булырға тейеш. Идеялар кәрәк. Ә улар һәр кемдә лә юҡ.
Иғтибарығыҙҙы тағы бер нәмәгә йүнәлткем килә: кешеләрҙе тыңлай һәм аңлай белеү зарурлығына. Кеше фекерен, уның ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан, ихтирам итеү кәрәклегенә. Был бөтә кешегә лә билдәле дөрөҫлөк. Шулай ҙа мин бер тарихи «сәйәхәтте» хәтергә төшөрөп үткем килә. Унда өс өлкән ҡәләмдәш менән мин дә бар. Рәми Ғарипов, Абдулхаҡ Игебаев һәм өсөнсө кеше... исемен яҙып тормайым. Ул бик ныҡ танылған, хатта тере ваҡытында уҡ «классик»тар рәтендә йөрөгән кеше.
Дүртәүләп Ишембайға юл тоттоҡ. Унда Мәҙәниәт һарайында әҙәби осрашыу булырға тейеш. Таң менән юлға сығып, Стәрлетамаҡ трактын елдереп кенә үтеп, барып та еттек. Классикты был хафаға һалды: нисек инде баш ҡала ҡунаҡтары, дәрәжә төшөрөп, иртән үк килергә тейеш – килешмәй. Шуға күрә юлда туҡталып, табын ҡорорға булдыҡ. Шоферҙы ла ризалаштырҙыҡ. Табын шәп килеп сыҡты. Игебаев әсеүҙән баш тартып, яҡын да килмәй, ситтәрәк арылы-биреле йөрөштөрөп торҙо. Мин дә яҙмышты һынап торманым. Бөтә ауырлыҡ Рәми менән Классик тамағына төштө. Классиктың ҡолаҡҡа ятышһыҙ, ҡарлыҡҡан тауышы менән башҡарған оҙон көйҙәрен ҡалған юл буйы тыңларға тура килде.
Беҙ ҡунаҡханаға урынлашып, осрашыуҙа уҡый торған шиғырҙарыбыҙҙы теүәлләгән арала, Классик юлдашыбыҙ юҡҡа сыҡты. Уны бер ерҙә лә тапмайынса, Ишембай тамашасыларына өсәүләшеп киттек. Зал тулы, барыһы ла беҙҙең аранан күҙҙәре менән икенсе бер кешене эҙләй. Әлбиттә, беҙҙе түгел, Классикты инде. Ә ул юҡ. Ер йоттомо, һыуға төштөмө ни? Кисә башланыр ваҡыт та етте, теге кешебеҙ һаман килмәй. Беҙ уны көтөргә булдыҡ. Тамашасы түҙемһеҙлек күрһәтә башланы. Залда төрлө кеше йыйылған. Инде сабырлыҡ ептәре өҙөлдө.
Рәми менән Игебай миңә инеш телмәр һөйләргә ҡушты. Рус телендә инде, билдәле. Трибунаға томанда барған кеүек сығып баҫтым. Ниндәй шиғыр уҡығаным, ниҙәр һөйләгәнемде әле лә хәтерләй алмайым, бик ҡаушап, ни эшләгәнемде белмәнем. Ҡаушау шул тиклем көслө булған – трибунаны һелкетә башлағанмын, сәхнәгә нығытып ҡағылмаған трибунаны беренсе рәттә ултырыусылар өҫтөнә йығып ебәреүҙән бер сихри көс ҡотҡарып ҡалды.
Минән һуң Абдулхаҡ Игебаев күтәренке пафос менән сығыш яһаны. Уның ярһыу, дәртле сығышы таш йөрәктәрҙе лә иретерлек, теләһә кемде лә онотторорлоҡ икәнен яҡшы беләһегеҙ. Шулай ҙа беҙ барыбыҙ ҙа тамашасының Классикты көтөүен һиҙеп торабыҙ.
Трибунаға, ниһайәт, Рәми сығып баҫты. Зал ҙур. Ул бик үк яңғыратып һөйләй алмай. Тыныс ҡына уҡый. Игебайса пафос юҡ. Залдан: «Ҡысҡырыбыраҡ уҡы», – тигән тауыштар ишетелә башланы. Рәми серле генә йылмайҙы ла: «Ә бына Классик минән дә шымыраҡ уҡый. Ул бит һөйләүгә шәп түгел, яҙыуға көслө», – тине. Яуап итеп тауыштар ишетелә башланы: «Әйҙә, нисек һөйләй ала, шулай һөйләһен! Беҙ уны күргебеҙ килә. Ҡайҙа йәшеренгән ул?» Шул саҡ Рәмиҙең иҫ киткес фраза әйтеүе хәтерҙә ҡалған: «Ул һеҙҙең арала йәшеренгән». Кешеләр шунда уҡ тынып ҡалды, боролоп, бер-береһенең йөҙөнә ҡарап, Классикты эҙләй башланы, ә Рәми, бер ни булмағандай дәртләнеп, шиғырҙарын уҡыуын дауам итте, тиҙҙән тамашасының иғтибарын яулап алды. Классик онотолдо, тик кемдер: «Ә Классик ҡайҙа?» – тип һорашып маташты. Уны башҡалар бик ишетмәне, шикелле, зал шаулап Рәмигә ҡул сапты. Теге ҡыйыуһыҙ һорауға шыма ғына яуап ҡайтарҙы ул:
— Әйттем бит, ул һеҙҙең арала. Уны күргегеҙ килә икән – тимәк, уның рухы һеҙҙең күңелегеҙҙә. Яҙыусы өсөн иң мөһиме – рух, үҙе булмаһа ла ярай. – Залда көлөп ебәрҙеләр, тағы ла ҡул саптылар. Бер-беребеҙҙән риза булып таралыштыҡ.
...Беҙ осрашыуҙа саҡта ҡала етәкселәре юғалған Классикты эҙләй икән. Классиктың үҙе һымаҡ уҡ ябай ғына бер әҙәм менән ҡала паркының тыныс бер мөйөшөндә портвейн бушатып, гәпләшеп ултырыуы Ишембай эҙәрмәндәренең башына ла килмәгәндер. Теге бик ҡыҙыҡ әңгәмәсе булып сыҡҡан. Классигыбыҙ ни өсөн Ишембайға килгәнен онотоп, мөкиббән китеп, яңы танышының мажараларын тыңларға керешкән дә киткән. Иҫен йыйғанда һуң булған. Рәми үҙенең үткер һүҙҙәрен әйтеп бөтөргән, ә халыҡ таралышҡан булған.
һуңынан Классик шул әҙәм һөйләгән мажаралар буйынса үҙенең сираттағы шедеврын яҙыуы тураһында беҙгә һөйләп йөрөнө, тик былары бер нисә йыл үткәс кенә булды.
Ә теге көндө беҙ уға ныҡ асыулы инек, дөрөҫөрәге, Абдулхаҡ менән мин асыуландыҡ, ә Рәми, иҫе лә китмәйенсә, бер ни булмағандай, үҙенең изгелекле, тыйнаҡ йылмайыуын йәшермәйенсә, Классик менән һөйләште.
Беҙ алда ниндәй төн булырын белмәгәнбеҙ әле. Дүртебеҙҙе ҡырҡ кеше һыймалы бүлмәгә урынлаштырҙылар. Сталин заманында төҙөлгән ҡунаҡханалар майҙанын беләһегеҙ инде.
Ни аралалыр Классик тағы ла «өҫтәп алған». Уны яңы әңгәмә ҡороу теләге ҡоторта башланы. Ишембайҙағы шешәләш дуҫының сәғәттәр буйы һөйләүен өндәшмәй тыңлаған кеше беҙҙең янда реванш алырға булды.
Ул, әллә нимә мығырлап, ишекле-түрле йөрөй ҙә йөрөй. Ә беҙ уны ҡәһәрләп, мендәргә ҡапланып ятып, тиргәшәбеҙ. Беҙ тигәнем Абдулхаҡ ағай менән мин инде. Асыуланһаҡ та, ҡысҡырып әйтергә баҙнат итмәйбеҙ. Ни әйтһәң дә, Классик бит инде.
Ә Рәми, изгелекле йылмайып, Классиктың хәбәрен ҙур иғтибар менән тыңлай. Беҙ уға ла асыу менән ҡарайбыҙ. Берәй нәмә аңлай микән ни? Ниңә уны урынына ултыртмай? Ҡайҙа инде – шундай ҙур ләззәт менән йылмайып, ғүмер буйы уны тыңларға хыялланған да, шул бәхетенә әле генә ирешкән кеше һымаҡ, шып-шым тик ултыра. Классик төнө буйы шулай йөрөп сыҡты. Рәми йоҡларға ятмайынса, йылмайған булып, уны ауыҙ асып тыңланы.
...Рәми, ысынлап та, тыңлай белә ине шул: ололарҙы ла, балаларҙы ла, ҡорҙаштарын да, һәләтлеһен дә, иҫәрерәген дә. Һөйләүсене тыңлап бөтөрмәй тороп, һүҙ ҡушмаҫ ине.
Мин һуң ғына өйләндем. Күптәр миңә, ғаилә тормошоң бик оҙаҡ булмаҫ, тип күрәҙәселек итте: «Ғаилә һиңә төрмә кеүек күренәсәк, иркен йөрөргә өйрәнгәнһең бит һин», – тинеләр.
Быға мин эстән бик көйәм, хатта шәхесемде ихтирам итмәү тип ҡабул итәм. Һуңынан тормош был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн иҫбат итте. Өйрәнелгән иркен тормош ғәҙәттәре үҙен һәр саҡ белгертеп торҙо. Әүәлгесә, мин дуҫтарға сабам, ғаиләле кеше йөрөмәй торған башҡа урындарҙа булам, һуңлап ҡына өйгә ҡайтам. Ғаиләле олпат кешегә хас ғәҙәттәр миңә бик насар керә ине шул, ә уның аҙағы нисек булыуын әйтеүе лә ауыр.
Бер ваҡыт урамда Рәми осраны. Күрмәгән кеше булып, шәп кенә китеп барырға ине уй, ул ҡырҡыу ғына: «Туҡта әле!» – тип өндәште. Шып туҡтаным. Холҡома хас түгел ине был: йәш саҡта кешене әллә ни тыңлап бармай торған анархист инем. Миңә тәьҫир итеү ауыр, кешегә баш бирә һалмайым. Тик Рәми генә ниндәйҙер сихри көскә эйә: уға буйһонам, уның һүҙҙәрен тыңлайым.
Был осраҡта ла тыңланым: Рәми ине бит ул.
— Тыңла әле һин, кейәү, – тине ул асыулы һәм шелтәле тауыш менән. Әллә миңә тойолдо ғынамы икән? Һин кәләшеңде күпме аптыратырға уйлайһың?
Үҙ ҡолаҡтарыма ышанмайынса, ауыҙ асып, аптырап, уға ҡарайым. Бәлки, яңылыш ишетәмдер?
— Һиңә ҙур ышаныс күрһәттеләр, шуны аңлайһыңмы?
— Ниндәй ышаныс?
— Һин йүнһеҙгә кейәүгә сығып, ҙур ышаныс күрһәттеләр – ниндәй, имеш! Шундай йәш кенә ҡыҙ, әле рәхәтләнеп, бер үҙе йәшәр урынына – һине көтә. Ҡанатлы ҡош һымаҡ осаһы урынға һинең ситлектә илап ултыра.
— Туҡта әле, һин нимә һөйләйһең? – Мин ҡул ҡысыта башлауын тоям. Әтәсләнә башлайым.
Шунда ул тауышын үҙгәртте һәм, йомшаҡ итеп, үпкәләп былай тине:
— Һин нисек үҙ бәхетеңде аңламайһың? Был тормошта һиңә ниндәй бәхет тейгән – шундай ҡыҙ һиңә тормошҡа сыҡҡан. Ҡулыңда ғына йөрөт, королева итеп кенә тот. Ул бәхет һинән китеп тә барыр. Аңларһың да – һуң булыр.
Ул үҙ юлы менән китеп барҙы.
Мин, был әллә иҫерек инде, тип уйлап тороп ҡалдым, сөнки әҙәбиәтселәр араһында ҡатының менән иҫәпләшмәүҙе үҙенә күрә бер шәплек итеп ҡарайҙар. Башҡа ҡатындарҙың йөрәген яндырыу модала була торғайны. Ә үҙ ҡатының инде ул – тормош кәрәк-ярағы кеүек.
Юҡ, Рәми ап-айныҡ ине. Бик етди һөйләште. Туйыбыҙҙа бик матур телмәр ҙә һөйләгәйне, ул минең кәләште «йәш королева» тигәйне, шикелле.
Шайтаным ғына белһен инде, әллә ниҙәр һөйләп ары китеп барҙы.
Ә мин артабан аҙымдарымды әкренәйтә төшөп, уйлана-уйлана тәпәйләнем.
Миндә Рәмиҙең бөтә китаптары ла бар, үҙенең яҙмалары менән. Ҡайһы берҙәрендә ул мине тәнҡитләй, әҙ эшләйһең, әҙ яҙаһың, ти. Тағы ла шундайҙары бар: «Шайтан һымаҡ талантлы Ғәзимгә». Бөтәһенә ҡарағанда ла миңә ошоноһо оҡшай. Ошо һүҙҙәр миңә артабан эшләргә этәргес булды, эшемдә, тормошомда көс бирҙе. Ижадым тип әйтергә батырсылыҡ итмәйем. Ижадҡа мин етди ҡараманым. Яҙған хикәйәләремде, шиғырҙарымды рәхимһеҙ рәүештә юғалтып бөттөм, хатта йәлләмәнем дә. Шуға күрә Рәмиҙән күп тапҡыр шелтә һүҙҙәре ишетергә тура килде. Ҡайһы саҡта ҡаты һүҙҙәр ҙә эләгә торғайны, хатта китаптарына яҙып ҡуйған. Бына был бәләкәй генә осҡор фраза – «шайтан һымаҡ талантлы» һүҙҙәре – тормошомда иң әһәмиәтлеһе булғандыр. Ижади тормошомда!

Ғәзим Шафиҡов,
Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты