Венер Йәнбәков. Ул яҙҙарҙы яратты
Шағир Рәми Ғарипов шаулап-күкрәп килгән яҙҙарҙы ярата ине – уның менән таныш булған кешеләр быны бөгөн дә раҫлай ала. Р. Ғарипов ярһыу яҙҙар һымаҡ гөрләп йәшәне, арыу-талыу белмәй эшләне, туған халҡының киләсәге, башҡорт теленең яҙмышы өсөн көрәште, ысын ижадсы, ышаныслы дуҫ, ғәжәп кешелекле шәхес булды. Дөрөҫ, ул үҙе ышанған, таяныс итерҙәй дуҫтарҙы айыра, баһалай белде. Ярһып киткән саҡтары ла булғылай торғайны, ләкин оҙаҡҡа түгел.
Уға йәшәүе лә, ижад итеүе лә сикһеҙ ауыр, мәшәҡәттәре күп булды, ләкин халыҡ шағирының ҡара һөмһөрөн ҡойоп, иңенә төшкән ауырлыҡты башҡаларҙан күреп, килделе-киттеле хәбәр һөйләп, ялағайланып йөрөгәнен бер кем дә хәтерләмәй. Тура һүҙле, кешеләргә алсаҡ, киң күңелле шағир ине. Ихлас йылмайыуҙарын, йәш ҡәләмдәштәренә эшлекле ярҙамын, яҙған хаттарын, биргән кәңәштәрен оноторлоҡмо ни? Рәми Ғарипов менән күрешеүҙәр – тәүгеһенән һуңғыһына тиклем – йөрәк түрҙәрендә һаҡлана. Кешегә ҡарата йылы ҡараш, олпатлыҡ үҙен башҡаларҙан айырып тора, ләкин ниңәлер тап ошо сифаттары уны йәш ҡәләмдәштәре менән бергә йәшәтә, бергә уйландыра, бергә борсолдора ине. Күрәһең, ул тормошҡа ашасаҡ уй-хыялдарын, әҙәби мөхиттең киләсәген йәшлек йөҙөндә төҫмөрләгәндер ҙә. Мин уны һәр ваҡыт йәштәрҙе етәкләп йөрөгән хәстәрлекле ағай һынында күҙ алдыма килтерәм.
Хәҙер инде тәүге тапҡыр танышыу хәтирәләренә төшөп китәйек. 1964 йыл. Иртә яҙ. Бөтә тәбиғәт уяна. Тәҙрәләрҙә ҡояш нурҙары уйнай. Йорт алдындағы күләүектәр тирәһендә ҡоштар сыр-сыу килә.
Мин ул саҡтағы «Салауатстрой» тресының 5-се автобазаһында шофер булып эшләйем, буш ваҡытта шиғырҙар яҙыштырам. «Совет Башҡортостаны» (хәҙерге «Башҡортостан») гәзите редакцияһына тулы дәфтәр «һайланма әҫәрҙәр» оҙатып, «ташҡа баҫылып» сыҡҡанын көтөп йөрөгән мәл. Һәр йәш автор өсөн таныш көтөү: шиғырҙар ҙа күренмәй, яуап та юҡ. Үҙем өсөн иң ҡәҙерле йәш шағирҙарҙан Рәми Ғарипов, Абдулхаҡ Игебаев, Рафаэль Сафин, Әнғәм Атнабаев, Марат Кәримов шиғырҙарын ҡат-ҡат уҡыйым, уларҙың әҫәрҙәре матбуғатта йыш баҫыла, ә минең, исмаһам, бер генә шиғырым да күренмәй, тип борсолам.
Сабырлыҡ төбө – һары алтын, тиҙәр. Миңә лә хат килеп төштө. Үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмайынса, уҡый башланым: «...һинең шиғырҙарыңда мин яңы йырсыны күрҙем. Редактор ыҡҡа килһә, май байрамдарынан һуң эргәңә барып сығырмын. Рәми Ғарипов», – тигән юлдар балҡый ине унда. Ләкин байрамдар ҙа үтте, йәй ҙә етте – Рәми ағай Салауат ҡалаһында күренмәне. Үҙе яҙғанса, «редактор ыҡҡа килмәгәндер», моғайын.
Түҙемлек ҡалмағас, шағирҙың хатын тотоп, үҙем Өфөгә юлландым. Йөрәк сыҙамай, йәнәһе, шиғырҙарҙы тиҙләтергә кәрәк! Кәрәк тә бит, ошоға саҡлы гәзит редакцияларында булған юҡ. Иртәнге поездан килеп төшкәс, Өфө урамдарын тапаным. Ҡыйыуһыҙлыҡты еңеп, тигәндәй, Пушкин урамындағы 63-сө йортта урынлашҡан редакцияға барып индем, ярым асыҡ ишектәге «Ғарипов Р. Й.» тигән яҙыуҙы ла таптым, ләкин эскә инергә батырсылыҡ ҡына етмәй. Кемдеңдер сыҡҡанын, өндәшкәнен көтәм.
— Һиңә кем кәрәк, ҡустым? – ти коридор буйлап килә ятҡан оҙонсараҡ буйлы ағай. Аҙаҡтан белеүемсә, журналист Зыя Әхмәтов булған. Мин, ҡыуаныстан ҡаушай биреп:
— Рәми ағай кәрәк! – тинем.
— Туғаныңмы әллә?
— Юҡ, Салауат ҡалаһынан килгәйем. Ул хат яҙғайны...
— Ә-ә-ә, – ти Зыя Әхмәтов. Үҙе юрый ҡысҡырыбыраҡ:
— Ни, Рәми Ғарипов өйҙә юҡ бит әле, командировкаға киткәйне, – ти. Күрәһең, Рәми ишетһен тип шулай эшләгәндер. Ысынлап та, үҙ исемен ишеткән Рәми килеп тә сыҡты, етмәһә, күптәнге яҡын танышын күргәндәй, ҡул биреп, иҫәнлек-һаулыҡ, юл хәлдәрен һорашты. Шунан, өҙөп кенә:
— Һин, ҡустым, бүлмәгә инеп, үҙең хаҡында бер нисә һүҙ һыҙғылай тор, оҙаҡламай эштән бушайым, – тине.
Шағир күҙ алдымда әле лә ошо ҡиәфәттә баҫып тора. Мин, Пушкин урамындағы ғәзиз, ҡәҙерле йорт эргәһенән үткән һайын, тетрәндергес уйҙар кисерәм...
Үҙемдең тормош һәм ижади биографиямды ҡағыҙға теркәгәнсе, ағай ҙа эшен түңәрәкләп ҡуйҙы.
Беҙ икәүләшеп А. Матросов баҡсаһындағы буш эскәмйәгә барып ултырҙыҡ. Рәми ағай ҡуйын кеҫәһенән «яңы йырсы»ның Салауат ҡалаһынан ебәргән әлеге «һайланма әҫәрҙәр»ен килтереп сығарҙы. Минең иҫ-аҡыл китте: меҫкен дәфтәрҙең ҡыҙыллы-зәңгәрле иҫкәрмәләр, һорауҙар, хуплау билдәләре менән биҙәлмәгән һыңар бите лә ҡалмағайны, исмаһам! Бөттө, мин әйтәм, Рәми ағай хатҡа яңылыш маҡтап яҙғандыр, күңеле кителмәһен тигәндер, икенсе бер автор менән бутап ебәргәндер...
Юҡ, был ысын ярҙамсы, булдыҡлы тәнҡитсенең эш алымы шулай икән. Ниндәйҙер хата, яңылышыу юҡ ине. Быны мин, әлбиттә, аҙаҡтан аңланым.
Беҙ оҙаҡ һөйләштек. Шунан ул мине фатирына алып ҡайтты, ғаиләһе менән таныштырҙы.
Шиғыр уҡыуҙар, ихлас әңгәмә төн буйына дауам итте. Эйә, йәш-елкенсәкме, өлкән йәштәге кешеме булһын, – һүҙ шиғриәткә барып тоташҡанда, Рәми Ғарипов талымһыҙ әңгәмәсе ине.
Шул ултырыуҙа Рәми ағай миңә машинкала баҫылған ҡулъяҙмаһын тотторҙо. Тышына «Һабантурғай йырҙары» тип ҡуйылған папка эсендә күп кенә шиғырҙар тупланғайны.
Рәми ағай көтмәгәндә:
— Уҡый бар, оҡшамағандарын ситкә алып ҡуй! – тине.
Ул саҡта ниндәйерәк уҡыусы, ҡайһылайыраҡ тәнҡитсе булғанмындыр, әйтеүе ҡыйын, шулай ҙа «Мылтыҡ һәм һандуғас» исемле шиғырын ситкәрәк һалып ҡуйҙым, китапҡа индермәҫкә кәңәш биргән булдым.
Өй хужаһы:
— Ярар, ҡарарбыҙ, – тип яуапланы.
Шағирҙы күңелле саҡтарында ла, түҙеп торғоһоҙ ауыр мәлдәрендә лә күрергә, бергә йөрөргә тура килгәне бар.
Бер ваҡыт Рәми Ғарипов, Динис Бүләков, Тимер Йосопов дүртәүләп Башҡортостан ауыл хужалығы институты тирәһендә йөрөп ятабыҙ. Хәйер, бишенсе кеше лә бар ине: ул атаһының ҡулына тотоноп килгән ҡыҙы Гөлнара. Бына сабый бала мыжый башланы:
— Атай, ағайҙың туңдырма ашағыһы килә, – тип үк ебәрҙе.
Рәми ағай рәхәтләнеп көлдө лә:
— Юҡ, ҡыҙым, туңдырма үҙеңә кәрәктер, ә ағайға түгелдер, – тип балаһын һөйөндөрөп, туңдырма алып бирҙе.
1966 йыл. Йәй башы. Мин, Салауат ҡалаһындағы киске урта мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона инергә хыялланып йөрөйөм. «Совет Башҡортостаны» гәзитендә ошо хаҡта «Осорға тыуғас, осорға» тигән мәҡәләм дә баҫылып сыҡҡайны хатта.
Өлгөргәнлек аттестатын ҡулға тотоп, Өфөгә килеп төштөм. «Ағиҙел» журналы редакцияһында эшләгән шағир Рафаэль Сафинға индем. Ул хәл-әхүәл һорашты, шиғырҙарым менән ҡыҙыҡһынды.
— Яңыларын берәйһе уҡынымы? – тип һораны Рафаэль ағай.
— Рәми Ғарипов уҡығайны, – тинем.
Ә ул:
— Былай булғас, беҙгә эш ҡалмаған икән, – тип ҡуйҙы, ярым шаяртып. Ана ҡайһылай икән Рәми Ғариповтағы талапсанлыҡ!
Шунан һуң Р. Сафин Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға ебәрергә кеше кәрәклеген, был хаҡта Мостай Кәрим менән кәңәшләшеп ҡарарға уйлағанын әйтте.
Ҡыҫҡаһы, Мостай Кәрим институт ректоры В. Ф. Пименов исеменә шәхси хат яҙҙы, миңә «Башҡортостан Яҙыусылар союзының ғәйебе» менән һуңлатып уҡырға ебәрәсәктәрен белдерҙе. Сөнки ижади конкурс 25 майға тиклем генә бара ине...
Шулай итеп, Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Әхиәр Хәкимов мине Мәскәүгә әҙерләй башланы. «Ағиҙел» ҡунаҡханаһында ултырып, подстрочниктар әҙерләнек. Документтар тупланып бөткәс, уларҙы «Литературная газета»ға эшкә күсеп йөрөгән Әхиәр Хәкимов Мәскәүгә алып китте.
Бер ваҡыт Өфөнән Салауат ҡалаһына телеграмма килеп төштө: «Университетҡа инергә теләһәң, килеп ет. Мәскәү документтарҙы ҡайтарған. Әсхәл».
Аңлашылды. Өфөгә саптым, ләкин документтарҙың эҙе лә, еҫе лә юҡ. Рәми ағай исеменә ҡайтҡандыр тинем дә фатирына йүгерҙем. Ләкин шағир Салауат районына – тыуған яҡтарына командировкаға китеп барғайны. Өйҙәренә дүртенсе тапҡыр килгәнемдә генә күрҙем ағайҙы, хәлде һөйләнем. Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, редакцияға киттек. Рәми ағай исеменә килгән документтар шунда ине. Ярҙамсыл кеше ине ул...
Шағирҙы яратмаусылар, уның ижадын кәмһетергә тырышыусылар нимә генә эшләп ҡарамаһын, Рәми ағай ипле, әҙәпле, ғәҙел кеше ине.
Бына бер хәтирә. Мин – Стәрлетамаҡ педагогия институты студенты. Шиғриәттең Өфөнән ҡала икенсе Мәккәһе ине ул саҡ Стәрле. Өфөнән шағирҙар ҡунаҡҡа килгән: Рауил Бикбаев, Сафуан Әлибаев, Тимер Йосопов – күмәк ине улар. Тәүләп таныштырған кеше Рәми Ғарипов булды. Ул шунда уҡ:
— Был егетте шиғыр кисәләренән ҡалдырмағыҙ, бергә йөрөтөгеҙ, – тине. Шунан һуң, ысынлап та, күп тапҡырҙар осрашырға, сәхнәнән шиғырҙар уҡырға тура килде. Рәхмәт уға. Дөрөҫ, төрлө сәбәптәр арҡаһында шиғриәттә юлым тайғаҡланды, шулай ҙа мин быға һис үкенмәйем, сөнки ижад эшенә булған ихтирамым, мөхәббәтем бөгөн дә һүнмәй-һүрелмәй.
Йәнә бер шиғыр байрамы үткәрелде. Бөтәбеҙ ҙә шат, ҡәнәғәт. Һуңғы тиндәрҙе йыйып, «Ашҡаҙар» ашханаһына ҡапҡылап алырға индек. Өфө ҡунаҡтары – сират башында, мин, йәнәһе, хужа кеше, иң артта, алдымда ғына баҫҡан Рәми ағай менән һөйләшәм. Был ваҡытта бер-беребеҙгә өйрәнеп, яҡынайып киткәс, һөйләшер нәмәләр күп ине.
Тура килһә килә бит ул, шул сиратта миңә котлет етмәне. Быны абайлап ҡалған Рәми, сәнскес алды ла, үҙ котлетын урталайға бүлеп, яртыһын миңә һалды.
Бөгөнгөләй хәтеремдә: Ишембай районы ауылдарының береһендә шиғыр кисәһе бара. Сират еткәс, мин дә сыҡҡан булдым сәхнәгә. Иң һуңынан уҡыған сатирик шиғырым «Алимент-комплимент» тип атала, унда хәл-ваҡиға төп герой ауыҙынан һөйләнелә, бисәнән бисәгә йөрөгән эскесе тәнҡитләнә ине.
Мин сығыш яһап бөткәс, көтөлмәгән хәл булды. Алғы рәттә ултырған, арыу ғына итеп зәмзәм һыуы төшөрөп алған апай, Рәми Ғариповҡа өндәшеп:
— Үҙегеҙ һәйбәт кенә кешеләр, ә ниңә был ир аҡтығын бергә йөрөтәһегеҙ, етмәһә, һүҙ бирәһегеҙ? – тине.
Рәми Ғариповҡа аяғөҫтө тороп мине яҡлашыуҙан башҡа сара ҡалманы...
Ҡайһы бер авторҙар, дөрөҫөрәге, бөгөнгө йәш ҡәләмдәштәрҙең бәғзеләре: «Ниңә Рәми үлгәс кенә дуҫтары күбәйҙе, ниңә тере сағында тейешле хөрмәт булманы, уға ярҙам ҡулы һуҙылманы?» – кеүегерәк «аҡыллы» һүҙҙәр ҡуйыртырға әүәҫләнеп китте. Ундай «белгестәр» гәзит-журнал биттәрендә лә күренгеләп ҡала. Хаҡлымы һуң улар? Шул замандың ауырлыҡ-мәшәҡәттәрен беләләрме? Үкенескә ҡаршы, юҡ шул. Ул заманды аҙмы-күпме күҙ алдына килтергән кеше генә һүҙ әйтергә хаҡлы, минеңсә, Рәми Ғарипов хаҡында. Хәл-ваҡиғаны йөрәгең аша үткәрмәйенсә, һыҙланып-нәфрәтләнмәйенсә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов яҙмышына ҡағылышлы шиғыр яҙыу, һүҙ һөйләү мөмкин түгел. Ул күп нәмәләрҙе япа-яңғыҙ күтәрҙе, бер үҙе кисерҙе, оло йөрәге аша үткәрҙе. Шуға ла уның шиғриәте – үлемһеҙ, исеме – изге. Шуның өсөн дә шағир иҫтәлегенә ҡағылған саҡта аҡыл һатмайыҡ, әҙәп һаҡлайыҡ.
Ә инде Рәми Ғариповтың «Алырымҡош менән Бирмәмҡош» китабына ингән «Яу яланы» шиғырын күреү айырыуса ныҡ тулҡынландырҙы мине, сөнки әҫәр ошо юлдарҙың авторына арналғайны. Тере Рәмиҙең үҙен күргәндәй булдым. Стәрле ашханаһындағы ярты котлет, Рәмиҙең кешелек сифаттары, ғәҙел тәнҡитсе, ярҙамсыл юлдаш булыуҙары – бөтәһе бер юлы иҫкә төштө...
Шағир хаҡындағы ҡыҫҡа ғына хәтирә-иҫтәлекте бәләкәй генә шиғыр менән тамамлайым:
РӘМИ ИҪКӘ ТӨШКӘНДӘ
Башым сатнай. Тәнем янып бара...
Йотом һыу бирерҙәй кешем юҡ.
Бик сарсаным йылы һүҙ-ҡөҙрәткә,
Барып күҙ терәрҙәй ишем юҡ –
Ҡайҙа һуң һин, Рәми Ғарипов?
Үҙе өсөн йәшәр ағайҙар күп,
Йәштәр өсөн янған – һанаулы.
Сөнки һәр ҡайһыһы – дәрәжәле,
Һәр ҡайһыһы «ҡырлас» танаулы –
Ҡайҙа һуң һин, Рәми Ғарипов?
Урамдарҙан үтәм япа-яңғыҙ,
Йылмайыуҙар һирәк, бик һирәк.
Башты баҫып, йөрәккәйҙе ҡапшап,
Олаҡҡылар килә тиҙерәк –
Ҡайҙа һуң һин, Рәми Ғарипов?
Сарсап киләм. Шишмәләрем ҡорой...
Яндарымда булһа бер имән,
Мин дә йәшәр инем кеше кеүек,
Мин дә атлар инем йыр менән –
Ҡайҙа һуң һин, Рәми Ғарипов?
Тик уйлама, зинһар, ваз кискән, тип,
Шиғриәттән, ҡояш, икмәктән.
Бары һине бөгөн иҫкә алдым,
Һинһеҙ көн итеүҙәр еләткән –
Шоңҡарыбыҙ Рәми Ғарипов!
Венер Йәнбәков