Хәсән Назар. Остаҙым

Сверстники и собратья по перу

Бөйөк ябайлыҡ, ябай бөйөклөк. Рух азатлығы, азатлыҡ рухы. Тәбиғилек, ҙур интеллект, миллилек, илһөйәрлек һәм телһөйәрлек менән һуғарылған, ер моңона сорналған һүҙ һәм фекер көсө. Былар – Рәми Ғариповтың шәхси һәм ижади асылы. Былар уның иманы. XX быуаттағы башҡорт яҙмышы шағирыбыҙ ғүмерендә, ижадында үҙенең фажиғәһе менән дә, тантанаһы менән дә сағыла.
Минең быуындаштарымды ошо мәктәп сыныҡтырҙы. Был тотош әҙәбиәт өсөн үҙе бер мәңгелек һабаҡ булды.
1965 йылда мин, һалдат хеҙмәтендә сағымда, «Совет Башҡортостаны» редакцияһынан – Рәми ағайҙан ошондай хат алдым: «Ҡайт Өфөгә, Хәсән туғанҡай, муйыны булғас, ҡамыты табылыр. Ауыл эгоизмы һине йотасаҡ. Һалдат муштраһын былай ҙа татының бит. Тел ярҙамы булһа ла тейер. Һиңә бит артабан уҡырға ла кәрәк...» Бығаса китаптары аша ғына таныш шағир ижади донъяға әйҙәне.
Ҡайтҡас, Рәми ағай, юллап йөрөп, эпостарыбыҙ төйәге һиңә күпте бирер, тип, Бөрйәнгә оҙатты. Өс йыл үткәс, тағы Рәми ағай хәстәрендә Өфөгә килеп эшләй башланым. Ун йыл, теүәл ун йыл уның менән бергә-бергә йәшәлде. Ситтән тороп Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтында уҡырға ла ул дәртләндерҙе.
Ҡайһы саҡта таңғаса һуҙылған күпме һөйләшеүҙәр, тормошҡа, әҙәбиәткә ҡағылышлы, шәхсән юҫыҡтағы ла күпме уртаҡ һөйөнөстәр һәм әрнеүҙәр... Был миңә иң ҙур университет булды. Ниндәйҙер мәртәбә юллап түгел, ә нисек бар – шул көйөнсә Рәми ағайҙың миңә яҙып биргән китаптарындағы һүҙҙәрен, көндәлектәренән миңә ҡағылышлы ҡайһы бер юлдарын килтереп үтәм. «Хәсәнемә – ғүмер буйы шиғриәтеңә, үҙеңә тоғро бул, олоноң – оло ышаныс, үҙенә ошо ышаныстан да олораҡ мөхәббәт менән – Рәми ағайың! 9.1.70». Был – «Аманат» китабынан. Ә ошо йыйынтыҡтың тәүге корректураһын, биттәрҙе үҙе ҡырҡып, китап итеп алған ҡәҙерле, ғәзиз төпләмәне ул: «Хәсән ҡустыма – шағирһың бит – әҙәм ҡайғыларын күтәр. Рәми ағайың», – тип яҙып бүләк итте.
Көндәлектәренән: «Ә минең, исмаһам, Рауилдарым, Тимерҙәрем, Мөхәммәттәрем, Хәсәндәрем, тағы әллә күпме бөрөләрем бар...» (1968, 14 июнь.) «Бөтәһе лә ысын әҙәбиәтселәр – ысын күңелдән элеккесә фамилияһыҙ үҙ кешеләрем булып ҡалды» – тип, 1972 йылдың 12 февралендә һанаулы ғына исемдәр араһында мине лә әйтеп үтә.
Барыһын да килтермәһәм дә, тағы ошо яҙмаһына туҡталайым. Быны шул уҡ йылдың 17 июлендә яҙған: «Төнгө 2. «Бер ҡыл»ды Хәсәнгә уҡыным. Командировкаға китер алдан Рауилға уҡығайным. Шәп, тиҙәр. Әммә үҙем өсөн – иң шәптәрҙең-шәбе.
Шағир һәм шәхес был шиғырҙа бер бөтөн. Шәхестең бәхетһеҙлеге – шағирҙың бәхете, ә уның бәхете – шәхестең бәхетһеҙлеге. Софистика, әлбиттә. Шулай ҙа был закон.
Хәсән менән Гетеға башҡорттарҙың уҡ-һаҙаҡ бүләк итеүе хаҡында, шағир һәм шәхес, М. Кәрим, Р. Ғамзатов, Ҡ. Кулиев, Д. Кугультинов, Н. Нәжми хаҡында һөйләшеү.

Бәләкәй шәхес һәр саҡ шағирҙы үлтерә – был
мәңгелек фажиғә.
Бөгөнгө шиғриәткә шәхес етмәй – кеше етмәй».

Быларҙы мин шағир асылын, принциптарын күрһәтер өсөн килтереп үттем.
Ҙур шәхес һәм ысын-ысындан милли шағирҙың вафатынан тетрәнеүҙе әйтеп, – аңлатып бөтөү мөмкин түгел. Ышанып та етмәй, киттем өйҙәренә. Ҡатыным Зәкиә менән ул төндө унда ҡундыҡ. Ҡундыҡ тигәс тә, мин Рәми ағайҙың баш осонда ойоп-ҡалғып сыҡтым.
Хәҙер бына аптырап ҡарайым – әллә алдан тойҙомо икән – бынау визит карточкаһын Рәми ағай миңә вафатынан алдараҡ ҡына биргәйне. Унда былай тип яҙылған: «Хәсәнгә! Ирҙәр үлер, ил ҡалыр. Мин киткәс тә, был өйҙөң ишеге һиңә асыҡ булһын. Рухымдың һиндә лә ҡаласағына иманым камил. Рәми ағайың».
Уға арналған шиғырҙарым ғына түгел, уның рухы менән һуғарылған китаптарым – остаҙыма тоғролоғом ул.

Хәсән Назар,
Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты
2002 йыл, 12 февраль