Дәүләт Мәһәҙиев. Шул саҡ Рәми булмаһа?

Сверстники и собратья по перу

«Совет Башҡортостаны»ның үҙ хәбәрсеһе булып эшкә урынлашып йөрөйөм.
Мөхәррир бүлмәһенән сығыуыма бер йәш кеше ҡаршы алды.
— Һаумы, ағай!
Башымда – төрлө уйҙар. Саҡыралар тип, уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһен ташлап, нишләп килдем әле мин бында? Матбуғаттан айырылғас, мәҡәлә яҙам тип ҡулымда ҡәләм тибрәтмәүемә ун-ун биш йыл үткән бит инде, онотолған һөнәремде яңыртыуы ҡыйын булмаҫмы, бер айлыҡ һынау ваҡытын үтә алырмынмы? Коллектив мине үҙ кешеһе итеп ҡабул итерме? Таныш булмаған яҡтарға барғас, кемгә морон төртөрмөн?
Әлеге йәш кеше йөҙ-сырайымдан борсолоуҙарымды абайланы, булһа кәрәк, минең кәйефте күтәрергә теләгәндәй йылмайып, көр тауыш менән үҙен таныштырҙы:
— Мин Рәми Ғарипов булам.
Рәмиҙең шиғырҙарын яратып уҡый торған булһам да һәм Өфөгә бер килгәнемдә шиғыр бәйгеһенә тап булып, залдың артҡы рәтенән генә үҙен тыңлаһам да, уны яҡындан күреп белмәй инем.
— Йә, ағай, риза булдыңмы? Ярай, хәйерле булһын, бергәләп эшләрбеҙ. Беҙҙең яҡтарға китә икәнһегеҙ, улай булғас. Әйҙәгеҙ әле, миңә инеп ултырайыҡ.
Ул редакцияның әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә эшләй икән. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Бер-беребеҙ менән ныҡлап танышҡас, ул миңә Салауат районында таянып эшләрлек кешеләрҙе һанап сыҡты, район етәкселәренә ентекле генә баһа бирҙе.
— Үҙегеҙҙе күрһәтерлек шәп мәҡәлә яҙырға тырышығыҙ. Һынау үткәндә, кешенең тәүге хеҙмәтенә ҡарап фекер йөрөтәләр, – тип кәңәш бирҙе ул.
Үҙ зонама барып урынлашҡанға ҡәҙәр редакцияла эшләп торорға, уның «кухня»һы менән танышырға тура килде. Рәмиҙең ихлас ярҙамын шул көндәрҙә күрҙем. Иң тәүҙә әҫтәленең бер башын минең өсөн бушатты. Өфөгә килгән саҡтарыңда, тартынмай, һәр ваҡыт ошо өҫтәл башына хужа бул, тине. Бүлеккә ингән хаттарҙы биреп, авторҙарына яуап әҙерләтте, баҫып сығарырға яраҡлыларын эшкәртергә өйрәтте. Ҡыҫҡаһы, етәкләп тигәндәй, оло матбуғатҡа инергә ярҙам итте. Әгәр шул саҡта Рәми булмаһа?..
Аҙна урталарында тар ғына бүлмәбеҙгә университетта уҡыусы ҡыҙҙар килеп тулыр ине. Рәми уларҙың һәр береһенә, зауыҡ-мөмкинлегенә ҡарап, әҙәбиәткә ынтылыусы йәштәрҙең редакцияға килгән яҙмаларын ҡосаҡлатып ебәрә. Улар ана шул сейле-бешле хикәйә авторҙарына яуап биреп, ижад серҙәренә төшөнөргә ярҙам итеп, хат яҙалар, гәзит өсөн күҙәтеү эшләйҙәр. Үҙҙәре фәһем алалар, әҙәби миһырбанлыҡҡа өйрәнәләр. Рәми улар менән әҙәбиәт тураһында бик ҡыҙыҡлы әңгәмәләр алып бара. Хәҙерге шағирәләребеҙҙең күбеһе студент ваҡыттарына ана шул «Рәми мәктәбе»н үтте. Үкенескә ҡаршы, Рәмиҙән һуң ошо эште дауам итеүсе булманы. Хәҙер бер редакцияла ла был тәжрибә юҡ, шикелле.
һынау осоронда бер аҙ күнекмә алғас, мин Мәсетле районы үҙәге Оло Усть-Икинға барып урынлаштым. Әммә үҙ хәбәрсе булып оҙаҡ эшләй алманым, райком өлкә комитеты аша мине район гәзите мөхәррире итеп күсереүгә өлгәште.
Бер көн иртә менән райкомдың икенсе секретары шылтырата:
— Тиҙ арала килеп ет әле, – ти.
Барһам, Рәми ултыра. «Башҡортостан ҡыҙы» журналын пропагандаларға килдем, ти. Уны район буйлап оҙатып йөрөргә мине сығарып ебәрҙеләр. Ике-өс көн эсендә Ләмәҙтамаҡ, Дыуан-Мәсетле, Яңы Мишәр, Йонос ауылдарында булдыҡ, мәктәптәрҙә уҡыусылар алдында сығыш яһаныҡ. Кис миңә ҡайтып йоҡлайбыҙ ҙа иртә менән тағы сығып китәбеҙ. «Йоҡлайбыҙ» тигәс тә иркенләп ял итергә лә тура килмәне. Шул төндәрҙә Рәми район гәзите өсөн бер шәлкем шиғырҙарын әҙерләп бирҙе, мин «шиғырҙарыңды портретың менән бирәйек» тип фотоға төшөрөп алдым да, бер бүлмәгә бикләнеп, карточка эшләнем. Икенсе төнөндә Рәмиҙең һорауы буйынса «Башҡортостан ҡыҙы» өсөн мәҡәлә яҙҙым. Фотоһын ҡулына тотторғас, береһенең артына: «Дәүләт ағайға, Мәсетле ерендә бергә булған көндәр иҫтәлеге. Рәми. 30.Х.68», – тип яҙып, үҙемә кире бирҙе.
Алтмыш туғыҙынсы йылдың башында мине «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһына күсерҙеләр. Беҙҙең редакция Пушкин менән Аксаков урамдары мөйөшөндә, ә «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһы Шәфиев урамында ине. Тәүге айҙарҙа Рәми менән йыш осраша алманыҡ. Йәй баштарында ул үҙе беҙҙең бүлмәгә килеп инде.
— Ағай, – ти, – мин институт фондынан Батыршаның батшаға яҙған хатын алдым. Шуны уҡыйыҡ әле.
Ғаиләм әле Өфөгә күсмәгән – көткән кешем юҡ. Эштән сығам да «Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһына барам. Рәми мине көтөп тора.
Батыршаның хатын уҡыу иәи буйына дауам итте. Беренсенән, ул ҙур ғына. Икенсенән, иҫке төрки яҙмаһын уҡырға күнекмәм юҡ. Өсөнсөнән, хәҙерге хәреф менән яҙып алырға тигән фекергә килдек. Эшебеҙ ырамлы түгел, шулай ҙа әкренләп алға тәгәрләй. Төнгө сәғәт 12-ләргә тиклем ултырабыҙ. Ҡайһы бер төндәрҙә әңгәмәбеҙ, Батыршанан ситкә тайпылып, әллә ҡайҙарға инеп китә. Ошо йәйҙә беҙ уның менән матбуғатта булмаған, «буржуаз әҫәр» тип һаналып йөрөгән «Юлай менән Салауат» эпосына, Хәбибулла Ғәбитовтың «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» пьесаһына, Шәйехзада Бабичтың «Большевиктар менән килешеү туралы башҡорт халҡына көйлө хитап» тигән әҫәренә туҡтап, фекер алыша-алыша уҡып сыҡтыҡ. Мин унан үҙ шиғырҙарын да уҡыта торғайным. Шундай «шиғри тәнәфес»тәребеҙҙең береһендә ул миңә «Табыныу» поэмаһын бирҙе. Поэманың ҡыйыулығына, тапҡыр дөйөмләштерелеүҙәренә иҫ-аҡылым китеп уҡып сыҡтым. Шул уҡ ваҡытта йөрәгемде ҡурҡыу ҙа алды. Обкомдың йәки органдарҙың ҡулына төшһә, бының өсөн баштан һыйпамаҫтары күренеп тора ине. Рәми минең ниндәй уйҙарға сумыуымды аңланы, булһа кәрәк.
— Үҙем ышанған бер нисә кешенән башҡа берәүгә лә уҡытҡаным юҡ, – тип тынысландырҙы.
Рәми халыҡ йырҙары, легендалар, әкиәттәр, Ейәнсура яҡтарының йолалары менән ныҡ ҡыҙыҡһынды. Бер көн, имеп ултырырға тип, кәнфит алып барғайным. Өҫтәлгә сығарып һалған саҡта:

Төндә йөрөгән егеттәрҙең
Кеҫәһендә кәнфит бар, –

тип, ҡасандыр атайымдан ишеткән бер йырҙы әйтә ҡуйҙым.
— Нимә, нимә? – тип, Рәми ҡәләмгә тотондо. – Башы нисек?
...Бер аҙҙан Рәми эшһеҙ ҡалды. Редакциянан китергә мәжбүр иттеләр. өлкә комитетынан матбуғат органдарына бойороҡ булды: «Гәзит-журналдарҙа Рәмиҙең исеме булырға тейеш түгел!» Ауыр кисерҙе ул ошо башбаштаҡлыҡты. Шулай ҙа таныштары менән осрашҡанда һыр бирмәҫкә тырышты. Һин дә мин – күңелле генә һөйләшер ине. М. Ю. Лермонтов шиғырҙарын, минеңсә, шул ҡайғылы көндәрендә тәржемә итте ул. Ләкин ул тәржемәләрен дә редакция ҡабул итмәне...
Рәмиҙең эшһеҙ ҡалыуы, ауыр йәшәүе тураһындағы хәбәр республикала киң таралды, булһа кәрәк. Ул йылдарҙа мин төньяҡ-көнсығыш райондарға командировкаға йыш йөрөй инем. Мәктәп уҡыусыларынан башлап райком работниктарына ҡәҙәр Рәми тураһында һорашырҙар ине. Бер мәл Мәсетле районының халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, шундай һөйләшеүҙәрҙән һуң, ҡайтҡас Рәмигә сәләм тапшырыуымды үтенде:
— Әйт, үҙемә килһен, йөрөмәһен унда кәм-хур булып. Башын юғары тотоп, емертеп эшләп йөрөй торған кеше бит ул. Бына тигән эш табып бирермен.
Ҡайтҡас та мөдирҙең сәләмен Рәмигә тапшырҙым.
— Юҡ, Өфөнән китмәйем, – тине ул.
Китһә, бәлки, ғүмере оҙонораҡ, ижады тағы ла емешлерәк булыр ине, тип уйлайым мин хәҙер. Ләкин, нишләйһең, ҡарттар әйтмешләй, яҙмыштыр инде...
Ошо сәләмде тапшырыуым Рәми менән һуңғы һөйләшеүем булды.

Дәүләт Мәһәҙиев,
Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты